#Article 1: Башҡортостан (4891 words)


Башҡортостан Республикаһы,  шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт. Рәсәй Федерацияһы субъекты. Волга буйы федераль округына һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә, Башҡорт Совет Республикаһын иғлан ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай.

Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе.

Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән.

Башҡортостан суд системаһы составында:

Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы.

Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

Төп мәғлүмәттәр.

Башҡортостан Республикаһы — Көньяҡ Урал тауҙарының түбәләре (иң бейек нөктәһе — Ямантау, 1 640 м.), карст мәмерйәләре, гүзәл күлдәре, шифалы сығанаҡтары, урмандары булған уникаль тәбиғәтле төбәк.
Төбәктең 2/3 өлөшө Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Урал алдының тигеҙһеҙ-таулы тигеҙлегендә, 1/4-тән ашыу өлөшө Европа менән Азия киҫешкән Көньяҡ Урал һыртында, 1/10-дан кәмерәк өлөшө Урал аръяғының ҡалҡыулыҡлы-тигеҙ урынында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны — 143,6 мең кв.км.

Республика территорияһында Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан.

Күлдәр һаны 2700 тирәһен тәшкил итә. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарында урынлашҡан. Иң ҙурҙары — Асылыкүл һәм Ҡандракүл. Күлдәр балыҡҡа бай.

Башҡортостанда нефть, тәбиғи газ, күмер, тимер мәғдәне, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар.

Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр колчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер мәғдәне, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған.

Геологтар платина һәм алмаз ятҡылыҡтары табылыуын раҫлай.

Башҡортостан климаты континенталь. Республика биләмәһендә уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +0,3 °C-тан (тауҙарҙа) +2,8 °C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙа уртаса темпратура — −18 °C булһа, июлдә — +18 °C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 300—600 мм. Вегетация миҙгеле — 120—135 көн.

Ҡояшлы көндәр һаны яҡынса 287 көндән (Аксёнда) алып 261 көнгә (Белоретта) тиклем. Иң әҙ ҡояшлы көндәр декабрь, ғинуар айҙарына, иң күп ҡояшлы көндәр йәй айҙарына тура килә.

Һауа температураһының абсолют минимумы — −41 С°, абсолют максимум — +35С°. 0С° аша ныҡлы сығыуы яҙ көнө 4—9 апрелгә, көҙ көнө 24—29 октябргә, таулы райондарҙа 10—11 апрель һәм 17—21 октябргә тура килә. 0-дән юғары температуралы яҡынса 200—205 көн, тауҙарҙа 188—193 көн. Аҙаҡҡы ҡырау төшөү 21—30 майҙа, һуңға ҡалғаны 6—9 июндә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 25—30 июндә. Көҙгөһөн беренсе ҡырау төшөү 10—19 сентябрҙә, иң иртә ҡырау 10—18 августа күҙәтелә.

Йыллыҡ яуым-төшөм — 300—600 мм. Республика территорияһында, атмосфера циркуляцияһы менән бәйле, яуым-төшөмдөң айырмалы булыуы күҙәтелә. Быға Урал тауҙары йоғонто яһай. Урал тауҙарының көнбайыш яғында дөйөм яуым-төшөм 640—700 мм, көнсығыш яғында 300—500 мм-ҙан артмай. Яуым-төшөмдөң 60—70 % апрель— октябрь айҙарына тура килә. Иң иртә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе — 12-20 сентябрь, иң иртә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы — 16-24 октябрь, таулы райондарҙа 5-12 октябрь, уртаса ҡар ҡатламы ятыу ваҡыты — 3-13 ноябрь. Уртаса ҡарҙан асылған ваҡыт — 14-24 апрель. Уртаса 153—165 көн, таулы райондарҙа 171—177 көн ҡар ята. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 36-55 см, иң ҡалын ҡатлам 106—126 см. Иң ҡалын ҡар ҡатламының тығыҙлығы — 240—300 кг/м3.

Республика Европа менән Азия, Көнсығыш-Европа тигеҙлеге Урал тауҙары һәм Себер тигеҙлеге менән киҫешкән урында урынлашканға күрә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күп төрлө, бай. Бында Волга-Кама, Урал, Себер, Ҡаҙағстан төрҙәрен осратырға була.

Урмандар республиканың 40%-н биләй. Урал алдында ҡатнаш урман, төньяҡ һәм көнсығыш тау алды райондарында ылыҫлы-япраҡлы, ҡайын урмандары үҫә.

Урал алды өлөшөн ҡайын һәм имән ағаслы урман-дала, ҡылған үләнле дала биләй.

Башҡортостан — индустриаль-аграр республика. Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт етештереүе буйынса 10-сы урынды, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса 3-сө урынды һәм төп фондтар буйынса 7-се урынды биләй. Республикала 500-ҙән артыҡ сәнәғәт предприятиеһы эшләй.

Алдынғы сәнәғәт төрө — машиналар төҙөү. Был өлкәлә приборҙар етештереү, нефть һәм химия машиналары төҙөү, авиация һәм машиналар төҙөү һ.б. Тағы ла барлығы 200 ашыу предприятиены берләштерә.

Агросәнәғәт комплексы — республиканың бик мөһим тармаҡ-ара комплексы. Уға ауыл хужалығы, уны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе, ауыл хужалығына һәм уның продукцияһын эшкәртеүсе сәнәғәткә хеҙмәт күрһәтеүсе (техника йүнәтеү, төҙөү һ. б. ш.), ауыл хужалығы сеймалын ташыу, әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеүҙе ғәмәлгә ашырыусы тармаҡтар инә.

Башҡортостан — илдең эре ауыл хужалығы районы. Ул ситкә иген, картуф, ит һәм һөт (эшкәртелгән хәлдә) сығара. Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн бында бик уңайлы тупраҡ-климат шарттары бар. Урал алды һәм Урал аръяғы тигеҙлектәре уртаса климатлы бүлкәттә ята һәм 10° С-тан юғары температуралы бөтә осорҙа 1900—2200° йылы менән тәьмин ителә. Уртасанан һалҡыныраҡ бүлкәткә ҡараған Урал тауҙарында һәм Өфө яйлаһында был осорҙа йылылыҡ суммаһы 1500—1800° тәшкил итә, һалҡын булмаған көндәр бик аҙ (55—90 көн). Йылыға нығыраҡ туйынған тигеҙлектәрҙә яуым-төшөм миҡдары тауҙарҙағыға ҡарағанда аҙерәк һәм урыны менән, бигерәк тә республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында ауыл хужалығы ҡоролоҡтан һәм ҡыуан елдәрҙән зыян күрә. Урал алдында ҡар ҡатламының ҡалынлығы ужым ашлығын туңыуҙан һаҡларға, яҙ айҙарында һәм йәй башына тиклем тупраҡты дымға туйындырырға ярҙам итә. Урал аръяғында иһә ҡар ҡатламы йоҡа (15—25 см), ул ужым ашлыҡтарын туңыуҙан һаҡлай алмай. Әммә ере уңдырышлы, башлыса ҡара тупраҡлы.

Республикала ауыл хужалығы өсөн файҙаланыуға яраҡлы бик күп ер майҙаны бар. Һөрөнтө ер, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр 7,2 млн га, йәғни бөтә майҙандың 51%-ын биләй. Ауыл хужалығы ерҙәренең ҙурлығы буйынса Башҡортостан күрше төбәктәр араһында тик Ырымбур әлкәһенән генә ҡалыша. Ерҙәренең ауыл хужалығы өсөн үҙләштерелеү дәрәжәһе буйынса республика Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда ике тапҡырға өҫтөн тора.

Ауыл хужалығы ерҙәренең өстән ике өлөшөн — һөрөнтө ерҙәр, өстән бер өлөшөн сабынлыҡтар менән көтөүлектәр тәшкил итә. Бындай нисбәт ауыл хужалығында үҫемлекселек менән малсылыҡты яҡшы яраштырырға мөмкинлек бирә.

Ауыл хужалығы ерҙәренең төп өлөшө Урал алды һәм Урал аръяғы тигеҙлектәрендә урын алған. Бында ерҙәр ауыл хужалығы өсөн уңай һәм һөрөнтө ерҙәр өҫтөнлөк итә. Ә таулы-урманлы зонала ауыл хужалығы өсөн үҙләштерелгән ерҙәр 7—10 %-ҡа тиклем ҡыҫҡара, шул уҡ ваҡытта һөрөнтө ерҙәр сабынлыҡ һәм көтөүлектәргә ҡарағанда 7—8 тапҡыр әҙерәк майҙанды биләй.

Башҡортостан Республикаһы шарттарында ауыл хужалығы етерлек хеҙмәт ресурстарына нигеҙләнә. Ауылда йәшәүселәрҙең һаны буйынса республика Рәсәйҙә Краснодар крайынан ҡала икенсе урынды алып тора.

Аҙыҡ-түлеккә ихтыяжды үҫтереүсе күп һанлы индустрия үҙәктәренең күбәйеүе ауыл хужалығы үҫеше өсөн мөһим этәргес көс булып тора. Икенсе яҡтан, республиканың сәнәғәт предприятиелары ауыл хужалығы предприятиеларын тупраҡҡа ашлама индереү машиналары, моторҙар, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары, малсылыҡ комплекстары өсөн вентиляторҙар, электр энергияһы, яғыулыҡ-майлау һәм төҙөлөш материалдары, газ, ашламалар, аҡһым-витамин ҡатнашмалары, йәшелсә үҫтереү парниктары, һуғарыу өсөн полимер материалдар һ. б. менән тәьмин итә.

Баҙар мөнәсәбәттәре ауыл хужалығына ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе, ул күп тармаҡлы булып үҫешә башланы. Башҡортостанда, тотош Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, фермер хужалыҡтарының көс йыйып китә алмауын, бөтәһенән элек, кешеләрҙең быға психологик яҡтан әҙер булмауы һәм тупланма фондтар менән инфраструктураның (юл, коммуникация һ. б.) эре ауыл хужалығы предприятиеларына ҡулайлашҡан булыуы менән аңлатылалыр, күрәһең. Хәҙерге шарттарҙа тегеһен дә, быныһын да (психологияны һәм инфраструктураны) бер юлы емереү ҙур аҡылһыҙлыҡ булыр ине.

Иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеүенә, кешеләр ҡулындағы мал һанының артыуына булышлыҡ итте, ҡала халҡына емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсасылығы менән шөғөлләнергә ирек бирҙе. Эшләүселәренең матди хәлен яҡшыртыу маҡсатында һөт, ит етештереүсе, йәшелсә, картуф үҫтереүсе үҙ «аграр цехтарын» булдырырға мәжбүр булған предприятиелар һәм ойошмалар һаны көндән-көн арта. Бындай цехтарҙа хәҙер ит-һөттө эшкәртеүсе минизаводтар барлыҡҡа килә башланы.

Етештереүҙең ҡырҡа түбән төшөүе, уның матди-техник нигеҙен ныҡ ҡаҡшатҡан сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияларына хаҡтарҙың тигеҙ булмауы, көрсөклөккә илтеп терәгән башҡа күренештәр һаҡланып ҡалған колхоз һәм совхоздарҙың, башҡа тауар етештереүселәр кеүек үк, тыуып килгән баҙар шарттарына яраҡлашыуын ҡыйынлаштыра. Шулай ҙа шаҡтай ҙур алға китеш күҙәтелә, һорау менән файҙаланылмаған ҡайһы бер иген культуралары сәсеүлектәрен ҡыҫҡартып, урынына шәкәр сөгөлдөрө, картуф һәм йәшелсәне арттырыу иҫәбенә сәсеүлек майҙандары структураһына үҙгәрештәр индерелә. Ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеүгә иғтибар күберәк бүленә башланы. Хужалыҡтар һәр ҡайһыһы, үҙ мөмкинлегенән сығып, яңы, шул иҫәптән сит ил технологияларын үҙләштерә, яңы төр үҫемлектәр индерә һ. б. Мәҫәлән, республиканың ҡайһы бер райондарында картуф үҫтереүҙең Голландия һәм Францияла ҡулланылған технологияларын үҙләштерәләр. Саҡмағош сөгөлдөр үҫтереүселәре, Германия фермалары тәжрибәһен файҙаланып, шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө һалмай ғына үҫтереү технологияһын индерҙеләр.

Башҡортостанда ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күләме сағыштырмаса юғары кимәлдә һаҡлана. Шуға күрә тармаҡ, һуңғы йылдарҙағы климат, һауа торошоноң уңайһыҙ килеүенә, матди-техник тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡты аҙыҡ-түлек, эшкәртеүсе сәнәғәтте кәрәкле сеймал ресурстары менән тәьмин итә.

Республика агросәнәғәт комплексының структураһын сағылдыра. Унда ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт үҙәк урынды алып тора. АСК-ны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе тармаҡтарҙан Башҡортостанда ауыл хужалығы машиналарының, минераль ашламаларҙың һәм ағыулы химикаттарҙың, ҡатнаш аҙыҡ һәм һауыт-һыйышлыҡтарҙың шаҡтай күп төрҙәрен етештереү яйға һалынған. АСК-ның өсөнсө быуыны — ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, ташыу һәм һаҡлау, агро-химия һәм ветеринария хеҙмәте күрһәтеү, фәнни һәм мәғлүмәти тәьмин итеү, тармаҡ әсән белгестәр әҙерләү.

Республика тәбиғәте һәм күп төрлө иҡтисад шарттары игенселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү өсөн яҡшы.

Игенселек — ауыл хужалығының нигеҙе. Хәҙерге ваҡытта сәсеүлек майҙандары 4,2 млн га. Уның яртыһынан күберәген бөртөклө иген культуралары биләй. Яҙғы бойҙай төп иген культураһы булып тора, уның өлөшө бигерәк тә Урал алды һәм Урал аръяғы далаларында ҙур. Ужым арышы башлыса Урал алды төбәктәрендә игелә. Урал аръяғында ҡар ҡатламының ҡалын ятмауы был культураның яҡшы ҡышлауын ҡыйынлаштыра. Башҡортостан далалары — тары игеү, ә Урал алдының урманлы далалары ҡарабойҙай сәсеүлектәре өсөн уңай.

Иген хужалығы республика ауыл хужалығының иң рентабелле тармағы. Игендең һәр центнерын үҫтереп алыуға сығымдар Рәсәй Федерацияһындағы уртаса кимәлдән әҙерәҡ.

Башҡортостан территорияһының күпселек өлөшөндә тупраҡ-климат шарттары бер нисә техник культура игеү менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының көнсығышында сөгөлдөр сәсеүсе иң ҙур райондарҙың береһе булып тора. Сөгөлдөр баҫыуҙары Ағиҙелдең урта ағымында, көнбайыш райондарҙа уңдырышлы тупраҡ һәм йәйгеһен дым етерлек булған төбәктәрҙә таралған. Хужалыҡтар гектарынан 180—200 центнер, ә алдынғы сөгөлдөрсөләр хатта 400—500 центнер сөгөлдөр үҫтереп ала.

Көнбағыш техник культураларҙан әһәмиәте яғынан икенсе урында, уның сәсеүлектәре Урал алдының көньяҡ өлөшөндә таралған.
Республика илдә картуф үҫтереү өсөн иң уңайлы тупраҡ-климат шарттары булған ареалдар иҫәбенә инә. Башҡортостан картуфтың тулайым йыйымы буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙа тора. Картуф Уралдағы күрше райондарға, ә уны эшкәртеү продукттары (крахмал, киптерелгән картуф) Төньяҡ һәм Алыҫ Көнсығыш райондарына ебәрелә.

Республикала йәшелсә, ҡауын-ҡарбуз халыҡты яңы өҙөлгән хәлендә лә, урындағы емеш-еләк, йәшелсә сәнәғәте сеймалы сифатында ла тәьмин итеү өсөн етештерелә. Ҡалалар тирәләй һөтсөлөк-йәшелсәселек совхоздары ойошторолған, теплица комбинаттары төҙөлгән.

Баҡсасылыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә. Ул 13 мең га майҙанды биләй. Баҡсалар индустриялы үҙәктәрҙе уратып алған, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының урта һәм түбән ағымында тәбиғәт шарттары уңайлы төбәктәрҙә киң таралған.

Малсылыҡ республика ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәген бирә. Сабынлыҡтар менән көтөүлектәр 2,6 млн га майҙанды биләй. Әммә уларҙың продукт бире үсәнлеге юғары түгел. Шуға күрә улар кәрәкле мал аҙығының яртыһынан да аҙырағын бирә. Мал аҙығының ҡалған өлөшө кукуруз, тамыраҙыҡтар, ҡуҙаҡлы культуралар һәм сәселгән үлән иҫәбенә алына, улар сәсеүлектәрҙең һәр дүртенсе гектарын биләй. Республика сәнәғәте карбамид, аҡһым-витамин ҡатнашмалары, ылыҫ оно менән тәьмин итә. Малсылыҡта шулай уҡ шәкәр заводтары ҡалдыҡтары — һығынды, дөйөм туҡланыу предприятиелары ҡалдыҡтары файҙаланыла.

Башҡортостанда һыйыр малдарын үрсетеү малсылыҡтың төп тармағын тәшкил итә. Ҙур ҡалалар янында ит-һөт малсылығы яңы һауған һөт менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан, ә ҡаланан алыҫ ятҡан урындарҙа һөттән май яҙалар, сыр эшләйҙәр, ә ҡайһы бер ерҙә һөт консервалары һәм һөт порошоктары етештерәләр.

Сусҡасылыҡты үҫтереүҙә унан ит һәм ыҫланған ит алыу төп йүнәлеш булып тора. Һарыҡсылыҡ иһә ярым нәҙек һәм нәҙек йөнлө һарыҡ аҫрау йүнәлешендә үҫтерелә. Кәзәләр мамыҡ һәм һөт бирә, кәзә мамығынан бына тигән итеп шәл бәйләйҙәр. Ҡошсолоҡто үҫтереүгә күп йәһәттән ҡалаларҙың байтағы эргәһендә ҙур-ҙур ҡошсолоҡ фабрикалары төҙөү булышлыҡ итте.

Йылҡысылыҡ менән умартасылыҡ Башҡортостан ауыл хужалығының үҙенсәлекле тармағы.

Аттар егеү өсөн, һөт һәм һуғым малы итеп тә аҫрала. Йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙылыҡ һәм ҡарта, тултырмалар башҡорттарҙа затлы ризыҡтар иҫәбенә инә. Башҡорт аттары бер миҙгелдә 1600—1800 литр (ә ҡайһы берҙәре 3000 литрға тиклем) һөт бирә ала, унан шифалы эсемлек — ҡымыҙ яһайҙар. Республиканың көнбайыш дала райондарында дөйөм Рәсәй әһәмиәтендәге климат-ҡымыҙ шифаханалары булдырылған, унда үпкә шеше ауырыуҙары дауалана.

XVIII быуатта уҡ әле танылған географ һәм тарихсы П. И. Рычков, умартасылыҡ Башҡортостан ауыл хужалығының «иң яҡшы һәм табыш бирә торған» тармағы, тип билдәләгән.

Хәҙерге ваҡытта бында Рәсәйҙә булған бөтә умарта күстәренең ун биштән бер өлөшө тупланған. Республиканың күп ауыл хужалығы предприятиелары умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бында умартасылыҡтың ғилми-тәжрибә базаһы бар, яһалма балауыҙ етештереү ойошторолған, шулай уҡ тармаҡ өсөн юғары әҙерлекле белгестәр тәрбиәләнә. Илдә умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары етештереүсе ике заводтың береһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан.

Республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн тәбиғәт шарттары иҫ киткес уңайлы — урмандарында һәм туғайҙарында 380 төргә тиклем баллы сәскә үҫә, шул иҫәптән 0,8 млн га ер биләп торған йүкә ағасы сәскәһенән алынған балға ни етә. 300 мең га тәшкил иткән ҡарабойҙай, көнбағыш, туҡранбаш, люцерна, емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа баллы сәскә үҫемлектәре лә умартасылыҡтың табышлы булыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.

Республикала ғәжәп күп төрлө сәскәләр башҡорт балына иҫ киткес хуш еҫ һәм ҡабатланмаҫ тат бирә. Шуға ла уның башҡорт балы тигән даны бар, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ул күп тапҡыр миҙалдар һәм грамоталар яуланы.

Умартасылыҡтың башҡа продукцияһы ла: балауыҙ, умарта елеме (прополис), инә ҡорт һөтө лә киң һорау менән файҙалана.

Башҡортостан сөнәғәтенең төп үҙенсәлектәренең береһе — үҫешкән яғыулыҡ-энергетика комплексы. Хеҙмәттең дөйөм Рәсәй территориаль бүленешендә республика эре яғыулыҡ-энергетика базаһы булып сығыш яһай.

Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы үҙенең структураһы яғынан арыу уҡ күп төрлө. Ул нефть, газ, һоро күмер сығарыу һәм эшкәртеүҙе, йылылыҡ һәм электрэнергияһы етештереүҙе, торба үткәргестәр һәм электр тапшырыу линия-ларының күп тармаҡлы селтәрен эсенә ала. Уларҙың күбеһе дөйөм Рәсәй күләмендәге әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан — илдең төп нефть сығарыу райондарының береһе. 1997 йылда уның өлөшөнә бөтә Рәсәйҙә сығарылған нефттең 9,1%-ы тура килде. Әгәр шул йылда ил буйынса дөйөм алғанда халыҡтың йән башына 2 тонна нефть тура килһә, Башҡортостанда ул 3,4 тонна булды.

Нефть сығарыу республикала ғына түгел, бөтә Урал — Волга төбәгендә 1932 йылда хәҙерге Ишембай ҡалаһы урынлашҡан ерҙән башлана. 1944 йылда Туймазы ятҡылығы асыла. 50-се йылдар уртаһынан Шкапов, ә 50-се йылдар аҙағынан Саҡмағош һәм Арлан ятҡылыҡтар төркөмө файҙаланыла башлай. 60-сы йылдарҙа нефтте Өфө янынан да табалар.

Нефть сығарыу сәнәғәтен үҫтереү Башҡортостан индустрияһының тармаҡ структураһында тәрән ыңғай үҙгәрештәр тыуҙырҙы, күп тармаҡлы комплекс барлыҡҡа килде. Ул нефть сығарыу тармағына нигеҙләнде. Ошо беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә булған тармаҡҡа сәнәғәттең бында элек эшләп килгән тармаҡтары яраҡлаштырылды.

Хәҙерге Башҡортостан хужалығының энергетика, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм машиналар эшләү кеүек мөһим тармаҡтары тап бына нефть сығарыу базаһында барлыҡҡа килде һәм киң үҫеш алды. Республика хужалығының башҡа күп тармаҡтарында ла нефть сығарыу сәнәғәтенең ыңғай йоғонтоһо сағыла. Ишембай, Октябрьский, Туймазы, Нефтекама, Салауат ҡалаларының, шулай уҡ ҡала тибындағы тиҫтәләрсә ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе «ҡара алтын» сығарыу һәм эшкәртеү менән бәйләнгән. Транспорт та тамырҙан үҙгәреш кисерҙе.

Нефть эҙләгән ваҡытта байтаҡ ҡына яңы минераль ресурстар (тәбиғи газ, таш күмер, аш тоҙо, шифалы һыу ҡатламдары, бромлы һәм йодлы тәрән ер аҫты һыуҙары һ. б.) асылды, улар сәнәғәттең сеймал базаһын һәм шифахана-курорт учреждениеларының дауалаусы факторҙарын ишәйтте.

Республикала нефть сығарылған бөтә осорҙа ер ҡуйынынан 1,5 млрд т нефть алынған. Шуға күрә файҙаланылыусы күп кенә нефть ятҡылыҡтары (иң ҙурҙары — Туймазы, Шкапов һәм Арлан) ныҡ ҡына һайыҡты. Ләкин бынан Башҡортостандың нефть промыслаларының ғүмере бөттө йәки бөтөп бара, тип һығымта яһарға ярамай. Юғары дәрәжәлә үҙләштереүгә ҡарамаҫтан Башҡортостан Республикаһы территорияһы яңы нефть ятҡылыҡтарын асыу әсән арыу уҡ яҡшы перспективалы итеп ҡылыҡһырлана. Күптән түгел асылған шаҡтай ҙур Илеш нефть ятҡылығы бының асыҡ миҫалы. Нефть эҙләү яңынан-яңы майҙандарҙа һәм ер аҫтының тәрәнерәк ҡатламдарында алып барыла.

Башҡортостан Республикаһының нефть сығарыу сәнәғәте бик ҡатмарлы хужалыҡ, ул «Башнефть» нефть акционерҙар компанияһы (АНК) итеп ойошторолдо.
Уның төп быуындарын нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән шөғөлләнеүсе нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары (НГДУ), нефть запастарын тулыландырыу эшен башҡарыусы геология-эҙләнеү конторалары (ГПК), йылына йөҙҙәрсә разведка һәм эксплуатация скважиналары быраулаусы быраулау эштәре идаралыҡтары (УБР) тәшкил итә. «Башнефть» компанияһы составында нефттең эйәрсән газын йыйыу һәм уны ҡулланыусыларға ебәреү өсөн әҙерләү эше менән шөғөлләнеүсе «Башнефтегазпром» идаралығы бар.

махсуслашҡан ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары инә, улар ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү проекттары төҙөү, нефть эҙләү эштәрен нигеҙләү, нефть сығарыуҙың иң һөҙөмтәле ысулдарын эшләү һәм ҡулланыуға индереү менән шөғөлләнә.

АНК-ға төҙөлөш һәм ремонт эш-тәренә бик күп көс һәм аҡса һалырға тура килә, сөнки ятҡылыҡтар иҫкереү менән уларҙағы нефть, газ һәм һыу үткәргестәр, һурҙырыу станциялары һәм башҡа йыһаз-ҡорамалдар иҫкерә, туҙа, яраҡһыҙға әйләнә. Шуға күрә «Башнефть» АНК-һының шаҡтай киң тармаҡлы төҙөлөш-мон-таж предприятиелары бар, улар Өфө һәм Ҡандра төҙөлөш-монтаж фирмаһы итеп берләштерелгән.

Компанияның составында илленән ашыу мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы, ике тиҫтә ял базаһы, шифахана-профилакторий, пансионат, унға яҡын пионер лагеры, егерме техник, мәҙәниәт йорто, клубтар һәм 1 млн квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ йорттар иҫәпләнә. һәр НГДУ-ның үҙенең уҡыу-курс комбинаттары бар. Республиканың башҡа бер генә тармағында ла шул тиклем ныҡ үҫешкән һәм киң йәйелдерелгән социаль-мәҙәни хеҙмәтләндереү селтәре юҡ.

Башҡортостанда газ сәнәғәте ҙур үҫеш алды. Нефть менән бергә скважиналарҙан эйәрсән газ да сыға. Туймазы һәм Приют газ эшкәртеү заводтарында унан шыйыҡ газ, газ бензины һәм ҡоро газ айырып алына. Шыйыҡ газ нефть химияһында сеймал итеп, транспортта бензин урынына, ә нефть эшкәртеүҙә газ бензины сифатында файҙаланыла, ҡоро газ иһә ҡала һәм ауылдарға яғыулыҡ итеп ебәрелә.

Республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Күмертау ҡалаһы тирәһендә урынлашҡан ҙур булмаған газ ятҡылыҡтарынан да бер ни тиклем газ алына. Янар газдың етмәгән өлөшөн Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килтертә. Башҡортостан Республикаһында газды йыллыҡ ҡулланыу күләме 14 млрд м³-ҙан ашыу тәшкил итә. Газ үткәргестәр ҡороу киң ҡолас менән алып барыла.

Магистраль газ үткәргестәрҙән ситтә ятҡан ауылдар газ эшкәртеү заводтарынан махсус цистерналарҙа һәм баллондарҙа килтерелгән шыйыҡландырылған газдан файҙалана. Ҡайһы бер ҡалаларҙа 10-ға яҡын газ тултырыу станцияһы булдырылған. Ҡала һәм ауылдарға газ индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә беренсе урындарҙың береһен алып тора.

Халыҡ йәшәгән пункттарға газ индереү Башҡортостан халҡының көнкүреш кимәлен күтәреүҙә һәм һауаны сәләмәтләндереүҙә мөһим фактор булып тора. 50-се йылдарҙан алып Башҡортостанда күмер сәнәғәте үҫешә башлай. Күмертау ҡалаһы эргәһендә Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының Бабай ятҡылығы асыҡ ысул менән эшкәртелә. «Башкируголь» берекмәһе Ырымбур әлкәһенең Түл-гән ятҡылығында һоро күмер сығарыу менән шөғөлләнә.

Сығарылған күмерҙең бер өлөшө Күмертау ТЭЦ-ында файҙаланыла. Күмер дымлы һәм кәүшәк, калориялылығы түбән. Уны ташыу әсән брикетлау талап ителә. Күмертау брикет фабрикаһы ошо маҡсатта төҙөлдө. Һуңғы йылдарҙа һоро күмер брикеттары, конкурентлыҡҡа һәләте түбән булыу сәбәпле, киң һорау менән файҙаланылмай башланы. Шуға күрә күмер сығарыу күләме ҡыҫҡартылды. Башҡортостан һоро күмерҙәренең битумға бай булыуы уларҙың ыңғай яғы булып тора. Уларҙы энергохимик эшкәрткәндә янар газ, шыйыҡ яғыулыҡ, ашламалар, дуплау материалдары, тау балауыҙы, адсорбент (атмосфера һәм һыуҙы бысратыусы һәр төрлө матдәләрҙе үҙенә йотоусы) һәм башҡа күп нәмәләр алырға мөмкин.

Республиканың төньяҡ-көнбайышында нефть скважиналары быраулағанда таш күмер ҡатламдары асылды. Уларҙың ҡеүәте 7—15 м, урыны менән 25 метрға етә. Был ҡатламдар ер өҫтөнән 900 метрҙан ашыу тәрәнлектә ята. Мәҫәлән, Канада менән Бельгияла 1300—1500 м тәрәнлектәге шахталар бар, ә Донбасста 1000 м һәм унан да тәрәнерәк шахталарҙа күмер ҡатламдары үҙләштерелә.
Күмертау карьеры эшкәртелеп бөттө, әммә боҙолған ерҙәрҙе 733 га майҙандағы һәм 160 м тәрәнлектәге карьерҙы, 807 га ерҙә 30— 40 м тау ҡатламдары өйөмдәрен хужалыҡ әйләнешенә индереү буйынса эште тамамларға кәрәк. Был ҙур соҡорға һыу ебәреләсәк һәм 50 га майҙанда һыу һаҡлағыс барлыҡҡа киләсәк. Карьерҙың битләүҙәрендә ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ, күп йыллыҡ үләндәр сәселәсәк.

Күмер брикеты фабрикаһының саңды тотоп ҡалыусы фильтрҙарҙы йыуҙырғанда барлыҡҡа килгән шлам махсус һыйышлыҡтарға ебәрелә, унан өйөмдәргә өйөлә.

Башҡортостан ҡеүәтле электр энергетикаһына эйә. Республикала ҙур күләмдә табылған яғыулыҡ, хужалыҡтың динамикалы үҫеше, уның электр энергияһына ихтыяжы артҡандан-арта барыуы электр энергетикаһын үҫтереүгә булышлыҡ итте. Уны етештереү, тотош илдәге кеүек, өҙлөкһөҙ үҫте. Иҡтисад көрсөклөгә йылдарында ул һиҙелерлек кәмене. 1996 йылда 26,4 млрд кВтсәғ. энергия етештерелгән. Уның 97%-ы йылылыҡ, ә 3%-ы гидравлик электр станциялары тарафынан эшләп сығарылған.

Башҡортостанда 12 электр станцияһы эшләй, уларҙың береһе — ГЭС, ҡалғандары йылылыҡ станциялары, улар мазут һәм янар газ файҙаланып эшләй. Бөтә электр станциялары үҙ-ара электр тапшырыу линиялары менән тоташҡан һәм шуның менән республиканың берҙәм энергетика системаһына («Башкир-энерго» акционерҙар йәмғиәте) берләшкән.

Ҡарман ГРЭС-ы — Башҡортостандың иң ҙур йылылыҡ электр станцияһы (ҡеүәте 1,8 млн кВт). Ҡалған йылылыҡ электр станциялары йылылыҡ электр үҙәктәрҙән (ТЭЦ) ғибарәт. Улар электр энергияһы ғына түгел, ә быу һәм ҡайнар һыу рәүешендә йылылыҡ энергияһы ла етештерә. Технологик ихтыяждарға күп йылылыҡ ҡулланыусы нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы предприятиеларының киң ҡолас менән үҫтерелеүе Башҡорт-останда ТЭЦ-тарҙың да ҡырҡа өҫтөнлөк алыуы әсән шарт булды. Йылылыҡ биреү буйынса «Башкир-энерго» Рәсәйҙә икенсе урынды (Мосэнергонан ҡала) алып тора, ә электр энергияһы етештереү буйынса Рәсәйҙәге 73 энергетика системаһының беренсе тиҫтәһе иҫәбенә инә.

ТЭЦ-та 1 кВтсәғ электр энергияһы етештереүгә тотонолған сы-ғымдар ғәҙәттәге йылылыҡ станция-ларындағыға ҡарағанда 2—2,5 тапҡырға аҙыраҡ, сөнки яғыулыҡтың бер өлөшө йылылыҡ етештереүгә китә. Шуға күрә Башҡортостандың йылылыҡ электр станциялары уңайлы техник-иҡтисади күрһәткестәр менән ҡылыҡһырлана: уларҙа 1 кВтсәғ электр энергияһы етештереүгә сағыштырмаса аҙыраҡ яғыулыҡ тотонола, уларҙа етештерелгән электр һәм йылылыҡ энергияларының үҙҡиммәте Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән байтаҡҡа түбәнерәк.

Шуныһы ла мөһим, йылылыҡ электр үҙәктәре башлыса яғыулыҡ сығарылған урындан ситтә — электр станцияһы һәм йылылыҡ күп тотонолған Өфөлә, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Благовещенскиҙа урынлашҡан. Ҡалған ике ТЭЦ һәм ГРЭС күмер һәм нефть сығарылған ерҙә (Күмертау, Ишембай һәм Ҡарманда) төҙөлгән.

Башҡортостан энергетика системаһы Урал һәм Волга буйы әлкәләре һәм республикаларының энергетика системалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм Рәсәйҙең Европа өлөшө берҙәм энергетика системаһының бер быуынын тәшкил итә. 1996 йылда, мәҫәлән, «Башкирэнерго» Башҡортостанға яҡын ятҡан Удмуртияға һәм Пермь әлкәһенә 6165 млн кВтсәғ. электр энергияһы бирҙе һәм республиканың электр станцияларынан алыҫ ерҙәрҙәге ихтыяжды ҡәнәғәтләндерер әсән Та-тарстандан, Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск әлкәләренән 5911 млн кВтсәғ. электр энергияһы алды. Был ике һан Башҡортостандың әүҙем электр балансы бар, йәғни электр энергияһын күрше төбәктәрҙән алғанға ҡарағанда ситкә күберәк бирә тигәнде аңлата.

Йылылыҡ электр станциялары һәм ҡаҙан цехтары һауаға көкөрт, азот, углерод окиселдарын, зарарлы ауыр металдар сығара. Ер атмосфераһында ошо бысраҡ ҡалдыҡтар юл ҡуйылған сиктән ашып китмәһендәр әсән, саң һәм газ хәлендәге ҡалдыҡтар төтөн сығарғыс торбалар аша һауала таратыла. Республиканың ҡайһы бер электр станцияларында торбаларҙың бейеклеге 400 м һәм унан да артығыраҡ. ТЭС мейестәрендә мазут яндырғанда уларҙың мөрйә торбалары көкөртлө ангидритты һәм азот окиселдарын һауала 1,5 мең км араға тарата ала. Был ҡалдыҡтар һыу пары менән реакцияға инеп, кислота ямғыры булып ергә яуа. Бындай ямғыр бик киң майҙанда ауыл хужалығы сәсеүлектәренә, урмандарға, тупраҡҡа, хайуандар донъяһына, кешеләрҙең һаулығына ҙур зыян килтерә.

Республика электр энергетикаһы гидроэнергетика ресурстарын үҙләштереү иҫәбенә үҙенең ҡеүәтен һиҙелерлек үҫтерә ала. Башҡортостан йылғаларында тупланған энергия запасы 1,5 млн кВт тип баһалана.

Был йәһәттән Ҡариҙел йылғаһы иң ҡеүәтле һәм файҙаланыу әсән сағыштырмаса һөҙөмтәле гидроэнергия сығанағы булып иҫәпләнә. Унда 50-се йылдарҙа 166 мең кВт ҡеүәтле Павловка ГЭС-ы төҙөлдө. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында Йомағужа һыу һаҡлағысы һәм 45 мең кВт ҡеүәтле гидроэлектр станцияһы төҙөлә башланы. Ҙур булмаған ГЭС Нөгөш һыу һаҡлағысында ла бар. Бәләкәйерәк йылғаларҙа ҙур булмаған гидроэлектростанциялар төҙөй башланылар, Белорет районында Үҙән ГЭС-ы (Үҙән йылғаһында) сафҡа индерелде лә инде; Әлшәй районында Ыҫлаҡ (Ҡорҫаҡ йылғаһында) һәм Мәсетле районында Ыҡ йылғаһында ГЭС-тар төҙөлә башланы.

Республика электр тапшырыу линияларының ҡуйы селтәре менән солғап алынған. Уларҙың оҙонлоғо, дөйөм алғанда, Ер шарын экватор буйынса ике тапҡыр уратып алырға етә.

Машиналар эшләү комплексы, халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарын машиналар, ҡорамалдар һәм приборҙар менән тәьмин итеп, етештереүҙе тиҙләтеүҙә, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә, тотош илдең һәм уның райондарының иҡтисади һәм социаль үҫешен тәьмин итеүҙә бик мөһим роль уйнай.

Машиналар эшләү комплексы республиканың бөтә тармаҡ-ара комплекстары араһында продукцияһының ҡиммәте буйынса — өсөнсө, ә эшселәренең һаны буйынса беренсе урынды биләй.

Ҡорамалдарға һәм машиналарға урында һорауҙың үҫә барыуы, шулай уҡ бында юғары һөҙөмтәле яғыулыҡ һәм энергия менән тәьмин итеү системаһы, машиналар эшләү тармағы өсөн бик кәрәкле пластмассалар, резина-техник һәм лак-буяу әйберҙәре һәм техник быяла етештереү пред-приятиеларының булыуы республикала машиналар эшләү заводтарын урынлаштырыу өсән уңайлы ерлек булды. Республикала фәнни-конструкторлыҡ учреждениеларының һәм машиналар эшләү тармағы әсән кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорттарының киң селтәре булыуы ла бик мөһим ине.

Комплекс 130 предприятиены эсенә ала. Уларҙың күп өлөшө нефть, газ сығарыу һәм эшкәртеү тармағын техника менән тәьмин итеүгә бәйләнгән. Предприятиеларының дөйөм һаны һәм иҡтисади әһәмиәте яғынан улар Башҡортостан машиналар эшләү сәнәғәтендә иң алдынғы урындарҙың береһен алып тора.

Октябрьскийҙә, Ишембайҙа, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта нефть промыслалары өсөн ҡорамалдар һәм аппаратура эшләп сығарыла, улар республикала ғына файҙаланылып ҡалмай, Рәсәй һәм БДБ-ның башҡа төбәктәренә лә оҙатыла.

Өфө һәм Туймазы заводтарында нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү һәм скважиналарҙы тикшереү өсөн кәрәкле геофизик һәм геологик приборҙар кеүек продукция ла киң һорау менән файҙаланыла. Торба үткәргестәр транспорты ихтыяжы өсөн Стәрлетамаҡта һәм Благовещенскиҙа торба һалғыстар һәм торба үткәргес арматуралары (келә, бик, ҡапҡастар) етештереү үҙләштерелде.

Октябрьскийҙә «Блокжилкомплект» акционерҙар йәмғиәте эшләй, бындай предприятиелар Рәсәйҙә лә һирәк осрай әле. Уның продукцияһы (шассиҙа — күсмә (мобиль) биналар һәм шассиһыҙ даими (стационар) биналар: йылылыҡ, канализация, электр ҡорамалдары менән тәьмин ителгән дөйөм ятаҡтар, ашханалар, һаулыҡ һаҡлау пункттары, магазиндар һ. б. ш.) ҡала һәм ауылдарҙан алыҫ урынлашҡан нефть, газ һәм башҡа файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә һәм файҙаланғанда алмаштырғыһыҙ булып тора.

Төҫлө металлургия рудниктары һәм предприятиелары әсән ҡорамалдар «Горнас» (Өфө) һәм Баймаҡта Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге машиналар эшләү заводтарында етештерелә. Күптәнге «Горнас» заводы ҡом һәм тупраҡ насостары эшләп сығарыуға, ә Баймаҡтағы завод тау ҡорамалдары өсөн запас частар етештереүгә махсуслашҡан.

Республикала сәнәғәттең башҡа ҡайһы бер тармаҡтары өсөн дә технологик ҡорамалдар етештерелә. Учалыла, мәҫәлән, «Лесмаш» заводы эшләй, Стәрлетамаҡта — еңел сәнәғәт өсөн, Дәүләкәндә он тартыу предприятиелары осон ҡорамалдар етештерелә.

Республика иҡтисадында мөһим роль уйнаған ауыл хужалығын техника менән тәьмин итеү маҡсатында ауыл хужалығы машиналары эшләү тармағы үҫтерелә.

Бәләбәйҙәге «Бәлсельмаш» малсылыҡ фермалары әсән ҡорамалдар, «Өфөсельмаш» малсылыҡ биналарын елләтеү өсөн вентиляторҙар етештерә. Дәүләкәндә мал аҙығы етештереү машиналары эшләп сығарыла. Стәрлетамаҡта умартасылыҡ инвентары етештереүсе завод эшләй.

Белорет трактор рессоралары һәм пружиналар заводы ла ауыл хужалығы машиналары эшләү предприя-тиелары төркөмөнә ҡарай. Республиканың эшләп килгән ху-жалыҡ тармаҡтарын техника менән тәьмин итеүсе беҙ үрҙә ҡылыҡһырлап үткән машиналар эшләү сәнәғәте аҡрынлап барлыҡҡа килде һәм эшләп сығарған продукцияға һорау арта барған һайын нығына барҙы.

Әммә был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа яҡын төбәктәрҙән эвакуацияланған предприятиеларҙы республикала урынлаштырыуға ҡағылмай. Эвакуацияланған предприятиелар араһында машиналар эшләү заводтары ла байтаҡ ине (Ишембайҙа һәм Стәрлетамаҡта урынлаштырылған быраулау һәм нефть машиналары эшләү заводтары, Стәрлетамаҡта станоктар эшләү, Өфөлә кабель заводы һәм оборона әһәмиәтендәге бер нисә предприятие).

Башҡортостан машиналар эшләү сәнәғәтенең үҫешендә икенсе һикереш 70—80-се йылдарҙа яһалды. Шуның һөҙөмтәһендә 1970—1985 йылдарҙа машиналар эшләү тармағының тулайым продукцияһы республикала 5 тапҡыр, ә СССР-ҙа 3,5 тапҡыр үҫте.

Башҡортостанда машиналар эшләү тармағы үҫешенең ҡыҙыу осоро, нефть, газ һәм һоро күмер ятҡылыҡтарының запасы ярлыланыу сәбәпле, уларҙы сығарыу күләменең ҡырҡа кәмеү ваҡытына тура килде. Шуға бәйле рәүештә, машиналар эшләү кеүек күп хеҙмәт талап иткән тармаҡтың ҡеүәттәрен үҫтереү кәрәклеге ҡырҡа рәүештә алға баҫты. Быны ғәмәлгә ашырыу нефть һәм газ сығарыу тармаҡтарынан бушаған кешеләрҙе эш урыны менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.

Сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республикала автомобилдәр эшләүсе бер төркөм заводтар
барлыҡҡа килде, улар, нефть машиналары эшләү тармағы кеүек үк, дөйөм Союз күләмендә Башҡортостан махсуслашҡан тармаҡ булып әүерелде.

Өфөлә уның 425 йыллығын байрам итеү алдынан троллейбустар эшләп сығарыу яйға һалынды.

Авиация моторҙары эшләү Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы алдынан башланғайны. Хәҙер иһә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе (УМПО) СУ һәм МИГ хәрби самолеттарына газ турбиналы двигателдәр етештерә.

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ла (Күм АП П) шаҡтай дәрәжәлә Башҡортостан машиналар эшләү сөнәғәтенең йөҙөн билдәләй. Ул тыныс тормош верто-леттары — КА-32 (Камов конструкцияһы) эшләп сығара һәм уларҙы Көньяҡ Корея, АҠШ, Аргентинаға һата.
Башҡортостанда авиация төҙөлөшө әсән комплектлау деталдәре һәм узелдары етештереүсе предприятиелар уңышлы эшләй (Өфө «Гидравлика» агрегат предприятиеһы һәм Өфө агрегат производство берекмәһе).

Башҡортостан һәр ваҡыт төҙөлөш эштәренең ҙур күләме менән айырылып торҙо. Был төҙөлөш машиналары етештереү тармағының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итте. Стәрлетамаҡ «Строймаш» заводы бына ярты быуаттан ашыу нигеҙ бағаналары ҡағыу әсән сүкештәр етештерә. Уларҙы төҙөлөштә ҡулланыу йорт, производство биналары һәм башҡа ҡоролмаларҙың нигеҙҙәрен һалғанда эште шаҡтай тиҙләтә һәм ул байтаҡ арзаныраҡҡа төшә. Күптән түгел заводта бульдозерҙар эшләп сығара башланылар.

Туймазыла бетон бутау һәм бетон ташыу автомашиналары етештереү үҙләштерелде. 80-се йылдар аҙағында Белоретта механизацияланған ҡорамалдар, яйланмалар заводы сафҡа индерелде, ул электр дрелдәре, шымартыу машиналары, пневматик һөймәндәр, ҡырҡҡыс сүкештәр һ. б. ш. эшләп сығара. Завод продукцияһы Рәсәй менән БДБ-ла ғына түгел, ә Яҡын Көнсығыш һәм Европаның байтаҡ илдәренә һатыла.

Башҡортостанда киң төрҙәге продукция эшләп сығарыусы электр техникаһы сәнәғәте лә ҙур үҫеш алды. Түбән вольтлы электр двигателдәре, яҡтыртыу һәм телефон кабеле, һәр төрлө электр лампалары һәм башҡа күп продукция шулар иҫәбенә инә. «Өфөкабель», «Свет» (элекке электр лампалары заводы) «Электроаппарат», «Башэлектро-монтаж» предприятиелары һәм Октябрьскийҙағы «Низковольтник» заводы был тармаҡтың иң ҙур пред-приятиеларынан һанала.

Элемтә саралары етештереүҙә Өфөләге «БЭТО концерны» акционерҙар йәмғиәте төп урынды алып тора. Ул электронлы автоматлаштырылған телефон станциялары, телефон коммутаторҙары һәм радиоалғыстар эшләп сығара.

Автоматика приборҙары һәм саралары эшләп сығарыусы предприятиелар араһында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе айырылып тора, ул илдә авиация машиналары эшләп сығарыусы иң ҙур завод булып һанала. Уның продукцияһы донъяның тиҫтәләгән илдәренә һатыла. Үҙ продукцияһын (биноклдәр, оптик прицелдар, монокулярҙар — ҡарау торбалары, медицина техникаһы изделиелары) сит илдәргә сығарыусы йәнә ҙур бер предприятие — Салауат оптика-механика заводы. Салауат ҡалаһының үҙендә үк етештерелгән юғары сифатлы быяланы файҙаланып эшләүсе был завод үҙ продукцияһын ҙур конкуренция шарттарына бирешмәҫлек итә.

Башҡортостандың станоктар эшләү сәнәғәте металл һәм ағас эшкәртеү өсөн станоктар етештерә. Стәрлетамаҡтың В. И. Ленин исемендәге станоктар эшләү заводы һанлы программа менән идара ителеүсе (ЧПУ) универсаль һәм махсус маркалы металл эшкәртеү станоктары етештерә. Был станоктар юғары сифаты һәм ҙур етештереүсәнлеге менән айырылып тора. Шуға ла, уны һатыу баҙары донъяның 70-тән ашыу илен үҙ эсенә ала. Ишембай станоктар заводы паркет һәм йышыу станоктары эшләп сығара.

Машиналар эшләү предприятиеларының бер өлөшө, төп продукциянан тыш, ҡайһы бер көнкүреш, мәҙәни-көнкүреш тауарҙары, хужалыҡ кәрәк-ярағы етештерә. Мәҫәлән, УМПО «Урал», «Агрос» мотоблокта-ры, «Рысь», «Барс» ҡар саналары, һыу мотоциклдары, Өфө агрегат производство берекмәһе саң һурҙырғыстар һәм электр үтектәре, Өфө приборҙар эшләү берекмәһе «Ағиҙел» электр бритваһы, электр сәс бөҙрәләткестәр, эш ҡоралдарының төрлө йыйылмалары һ. б. ш. эшләп сығара. Шулай ҙа был тауарҙар төрө әлегә бик сикләнгән. Республикала әлеге көндә халыҡ ҡулланыу тауарҙары етештереүгә махсуслашҡан бер генә машиналар эшләү предприятиеһы ла юҡ.

Баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында машиналар эшләү сәнәғәте ауыр хәлдә тороп ҡалды. Был күп кенә машиналар эшләү предприятиелары продукцияһының конкуренцияға һәләтһеҙ һәм сит илдә генә түгел, хатта үҙебеҙҙең илдә лә уларға һорауҙың сикләнеүе менән генә бәйле булманы. Республикала хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиелары байтаҡ.

Оборона продукцияһына заказдарҙың ҡырҡа кәмеүе сәбәпле, уны етештереү күләме лә ныҡ ҡыҫҡарҙы. Ҡеүәтле фәнни-техник потенциалы һәм юғары әҙерлекле белгестәре булған был предприятиеларҙы тыныс тормош продукцияһы етештереү юлына күсереү халыҡ ҡулланыу тауарҙары эшләп сығарыуҙы, ул тармаҡтарҙы заманса техника менән йыһазландырыуҙы, конкуренцияға һәләтле машиналар эшләү продукцияһы экспортын киңәйтеүҙе тәьмин итер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә ХСК предприятиеларын конверсиялау программаһы әлеге көнгә тиклем эшләнмәгән. Шулай булғас, был предприятиеларҙы конверсиялауға дәүләт аҡса бүлмәй тигән һүҙ.

Машиналар эшләү заводтарының ҡалдыҡтарында тирә-йүнгә нефть продукттары, иреткестәр, ауыр металдар һәм башҡа төрлө зарарлы матдәләр сығарып ташлана. Гальваник шлам тип аталған нәмә — иретеп йәбештергәндә, металға кислота һәм тоҙҙар менән тәьҫир иткәндә хасил булған ултырмалар етди экологик проблема тыуҙыра. Шлам — зарарлы матдә һәм уны зарарһыҙлау мәсьәләһе машиналар эшләү предприятиеларының күпселегендә аҙағына тиклем хәл ителмәгән. Шунлыҡтан ул, ҡағиҙә рәүешендә, көнкүреш ҡалдыҡтары бушатылған урынға ташыла, унан ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарына эләгеүе мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы составында 54 административ район, 21 ҡала, 2 ҡала тибындағы ҡасаба (Шишмә һәм Приют), 828 ауыл биләмәһе һәм 4434 ауыл иҫәпләнә.




#Article 2: Республика (102 words)


Республика (, шулай уҡ ислам  дәүләттәрҙә йөмһүриәт) — юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил.

Йөмһүриәт () - әл-джүмһүриәт, башҡортса йөмһүриәт  тип әйтелә, һүҙ республика мәғәнәһендә ҡулланыла. Мосолман һәм төрки илдәрҙә юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил.

Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһы иғлан ителгәс, уны күпмелер ваҡыт Башҡортостан Йөмһүриәте тип атап йөрөтәләр.




#Article 3: Тарих (222 words)


Тарих () — белем өлкәһе, кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар

Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» — ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты  өйрәнеүсе фән.

Теге йәки был мәҙәниәттә популяр булған, ләкин башҡа сығанаҡтар менән раҫланмаған тарихтар, мәҫәлән, Король Артур легендаһы, ғәҙәттә мәҙәни ҡомартҡының өлөшө генә булып тора.

Ошо уҡ Боронғо Греция мәғәнәһендә XVII быуатта «тарих» һүҙе Фрэнсис Бэкон тарафынан киң ҡулланылыштағы «тәбиғи тарих» атамаһында ҡулланылған. Бэкон өсөн тарих – сығанағы хәтер булып торған, урыны киңлектә һәм ваҡытта билдәләнгән предметтар тураһындағы белем. Урта быуат Англияла  «тарих» һүҙе  хикәйә мәғәнәһендә (story) ҡулланыла. «Тарих»  термины (history) үткән ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлеклеге булараҡ, XV быуат аҙағында инглиз телендә  барлыҡҡа килгән, ә «тарихи» һүҙе  (historical, historic) XVII быуатта.. Германияла, Францияла һәм Рәсәйҙә ике мәғәнәлә лә элеккесә бер үк “тарих” һүҙе ҡулланыла..

Тарихсылар бер үк ваҡытта ниндәйҙер ваҡиғаның күҙәтеүселәре һәм  ҡатнашыусылары ла. Уларҙың тарихи хеҙмәте үҙ ваҡыттарындағы ҡараштарҙан сығып яҙылған һәм ғәҙәттә, улар сәйәси бер яҡлы ғына булмай, ә үҙ дәүеренең бөтә хаталары менән дә бүлешә. Итальян аҡыл эйәһе Бенедетто Кроче һүҙҙәре буйынса, “бөтә тарих – хәҙерге тарих”. Тарихи фән,   тарих барышын  дөрөҫ һүрәтләүҙе ваҡиғалар тураһында һөйләү юлы һәм уларҙың ғәҙел анализы менән тәьмин итә.. Хәҙерге ваҡытта тарих тарих институттары көсө менән булдырыла.




#Article 4: Ғәбделхәмит I (208 words)


Ғәбделхәмит I (1725 йыл — 7-се апрель, 1789 йыл ), (ғосманса عبد الحميد اول‎ — Abd ül-Hamîd-i evvel, төрөксә — Birinci Abdülhamit), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сенең улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сенән һуң тәхеткә ултыра.

Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Ғабдул-Хәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә. Уның тәхеттә ултырыуы ваҡытында дәүләттең иҡтисади сығанаҡтары янычарҙарға ғәҙәти хеҙмәт хаҡын түләргә аҡса етмәҫлек дәрәжәгә барып етә.

Ғәбделхәмит солтан тәхеткә ултырғандан һуң бер йыл да үтмәй, Рәсәй менән һуғыш башлана. Төрөктәр Козлуджа янында еңелә һәм 1774 йылдың 21 июлендә Көсөк-Ҡайнарсы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Был килешеүгә ярашлы, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты булдырырға, Балҡан һәм Ҡырым ярымутрауҙарында йәшәгән Ғосман империяһының мосолман булмаған халҡына үҙ тәьҫирен йәйергә хоҡуҡ бирелә.

Етди еңелеүҙәр Ғәбделхәмитте административ һәм хәрби реформалар үткәрергә мәжбүр итә. 

Сирияла һәм Мореяла баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡайһы бер уңыштар Рәсәй тулыһынса үҙ ҡарамағына алырға ниәтләгән Ҡырымды юғалтыуҙы ҡаплау алмай. 1787-се йылда Рәсәй менән ҡабаттан һуғыш башлана. Был һуғышта 1788-се йылдан Австрия ла ҡатнаша. Әммә Австрия императоры Иосиф II тулыһынса Бөйөк Екатерина II яғында була һәм уның Ҡырымға еңеүле һөжүменә булышлыҡ итә.

Солтан Ғәбделхәмит I, Очаковтың ҡолауынан уң 4 ай үткәс, 64 йәштә апоплексия һуғыуынан вафат була.




#Article 5: География (1470 words)


Геогра́фия (грек телендә γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни Ерҙең географик тышлығын тикшергән фәндәр системаһы. Географик тышлыҡ иһә литосфера, атмосфера, гидросфера һәм биосфераның бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар. Был һуңғы йүнәлештәр кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәрен географик аспекта өйрәнәләр.

Географияның өйрәнеү объекты  булып   географик  мөхит компоненттарының урынлашыу һәм үҙ-ара тәьҫир итешеү ҡанундары һәм тәртибе, уларҙың төрлө кимәлдәге үҙ-ара ҡушылмалары тора. 

Өйрәнеү объектының ҡатмарлылығы һәм өйрәнең дәирәһенең киңлеге география фәнен  махсуслашҡан  фәнни дисциплинларға  бүлә. 

Шулай итеп, дөйөм һәм берҙәм география  фәндәре системаһы  тәбиғи (физико-географик ) һәм  ижтимағи (социаль-экономик ) географик фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ,  географик картографияны ла айырым  география дисциплинаһы итеп ҡарайҙар.

География — бик боронғо фәндәрҙең береһе. Уның күп кенә нигеҙҙәренә башланғыс эллин дәүеренән үк һалынған. Беҙҙең эраның I быуатында  күренекле  географ Клавдий Птолемей шуларҙың барыһын берләштереп ҡуя.

Көнбайыш географияһының сәскә атыуы Яңырыу дәүеренә тура килә. Был  эллинизм ҡаҙаныштарын ҡайтанан ҡарап сығыу, картографияла  Герхард Меркатор исеме менән  ҡаҙаныштарға бәйле.
Хәҙерге заман  академик географияна нигеҙ  XIX быуаттың тәүге осоронда Александр Гумбольдт һәм  Карл Риттер тарафынан һалына.

География фәненә ниндәй генә яңы өйрәнеү ысулы (метод) индерелмәһен, картография төп өйрәнеү ысулдарының береһе булып ҡала. Сөнки география картаһы  — арауыҡ тураһында мәғлүмәтте биреүҙең иң аныҡ һәм камил ысулы булып тора. 

Географиялағы  моделләү, геомәғлүмәт һәм  дистанцион өйрәнеү  ысулдарын  картографик ысулға таянып ҡына ҡулланып була.

Донъяның географик картинаһы һәм  географик мәҙәниәт
 
Географик мәҙәниәт тигәндә географияның  фән булараҡ  мәҙәниәте күҙ уңында тотола. Географ-ғалимдәрҙең, һәм шулай уҡ,  халыҡтың да география буйынса белем мәҙәниәте.

Географик мәҙәниәткә ул ошо компоненттарҙы индерә: 

Фәнни географик мәҙәниәт менән киң дәирәләге  көндәлек географик мәҙәниәт араһында айырма күк менән ер араһы. Сөнки  йәмғиәт һүрәтләмә география тураһында ғына хәбәрҙәр һәм  фәнни география теле һәм ысулдары тураһында бөтөнләй белмәй. 

Тәғлимәти (теоретик)  география — географик күренештәрҙең арауыҡта (киңлектә) урынлашыуын (ойошоуын) тикшереү,  өйрәнеү өлкәһе булып тора.  Физико-географик, шулай уҡ  ижтимағи-географик процестар өсөн уртаҡ  фундаменталь ҡанундарҙы асыҡлай. 

Тәғлимәти (теоретик)  географияға  нигеҙ  был фәндәге иҫәп  революцияһы һөҙөмтәһендә һалына. Артабан фән үҫешендә  сифати алымдар, мөнәсәбәттәр ҙә үрын ала.  

Физик географияның өйрәнеү объекты булып  тотош географик ҡатлам, уны төҙөүсе тәбиғи комплекс һәм  компоненттары тора.

Физик географияның нигеҙен  дөйөм (ер тураһындағы фән) ерҙе өйрәнеү фәне һәм ландшафты өйрәнеү ғилеме тәшкил итә. Дөйөм (ер тураһындағы фән) ерҙе өйрәнеү фәне тотош географик ҡатлам ҡанунлыҡтарын, ландшафты өйрәнеү ғилеме  ландшафт комплекстарын өйрәнә.

Ҡитғалар ( лат. continens — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.

Архипелагтар (бор. грек. Αρχιπέλαγος: Αρχι «тәү, баш» + πέλαγος «диңгеҙ») — бер-береһенә яҡын урынлашҡан һәм ғәҙәттә барлыҡҡа килеүҙәре (ҡитғасал, вулкансал, кораллсал) бер үк булған һәм оҡшаш геологик төҙөлөшкә эйә булған диңгеҙ утрауҙары төркөмө.

Утрау—тирә яғы океан, диңгеҙ йәки йылға менән уратып алынған ҡоро ер.

Тауҙар— бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән ҡырҡа  айырылып торған, түбәләре, артылыштары, битләүе, итәге булған ныҡ  ҡалҡыу урын.

Тигеҙлектәр —  ауышлыҡтар ҙур булмаған ( 5°-ҡа тиклем) , күрше нөктәләренең бейеклектәре  ныҡ айырылмаған ( 200 м-ға тиклем) ҡоро ер йәки дингеҙ, океан төптәрен биләп торған ҙур ер майҙандары. 

Сүллектәр ౼ тигеҙлектәрҙән торған,  үҫемлектәре (флора) бик һирәк йәки бөтөнләй булмаған, бик үҙенсәлекле  фауналы тәбиғәт зонаһы. 

Океандар౼  (грек. Ωκεανός, боронғо грек алиһәһе Океан исеменән) — Ерҙең бөтә материк һәм утрауҙарын уратып алған һыуҙар,  донъя океаны. Ҡитғалар араһын алып торған,  глобаль һыу әйләнеше һәм башҡа  үҙенсәлтәре булған ҙүр һыу объекты.

Диңгеҙҙәр ౼ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефы менән айырылып торған Донъя океанының бер өлөшө.

Боғаҙ ౼ике күл йәки диңгеҙҙе бер-береһенә тоташтырып торған тар һыу арауығы.

Йылға ౼үҙе яһаған һыу юлы буйлап ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыу бассейны иҫәбенә тулышып торған тәбиғи һыу ағамы.

Күл ౼  һыу алмашыныуы аҡрын барған, донъя океаны менән бәйләнеше булмаған йомоҡ, тәбиғи һыу ятҡылығы.

Биогеография — биология һәм география фәндәре сигендә барлыҡҡа килгән дисциплина; хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың. ерҙә таралыу һәм урынлашыу законлылыҡтарын (географияһын) өйрәнеүсе фән.

Климатология(грексә κλίμα  — ауышлыҡ, λόγος — фән) —  метеорология фәненең климатты өйрәнеүсе бер бүлеге. Климат — айырым бер төбәккә йәки дөйөм Ер шарына хас  көн торошоның күп йылдарҙы үҙ эсенә алып тороусы  ҡылыҡһырламаһы. 

Метеорология(бор. грек. μετεωρο-λογία — «һауа күренештәре тураһында фекер йөрөтөү», бор. грек. μετ-έωρα — «һауа күренештәре» (др.-греч. μετέωρος metéōros — атмосферные и небесные явления, «небесный») + бор. грек. λογία — фән) — Ер атмосфераһы төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре, унда барған физик һәм химик процестар тураһында белемдең фәнни-ғәмәли өлкәһе.

Геоморфология (от др.-греч. γῆ «Земля» + μορφή «форма» + λόγος «учение, наука») — Ер шарының  рельефын, уның тышҡы йөҙөн өйрәнеүсе фән.Тышҡы күренешенең үҙгәреү ҡанунлығын, тарихын һәм динамикаһын, килеп сығышын асыҡлай.

Гидрология(грек. Yδρoλoγια, от бор. грек. ὕδωρ — һыу + λoγoς — һыу + λoγoς — һүҙ, тәғлимәт) — тәбиғәттәге һыуҙы, уның атмосфера һәм литосфера менән тәъҫир итешеүен, шулай уҡ уның менән бәйле процесстарҙы (парға әйләнеү, туңыу кеүек) өйрәнә торған фән.

Океанология(океан һәм бор. грек. λόγος — фекер йөрөтөү, һүҙ) йәки океаногра́фия (океан һәм бор. грек. γραφειν — яҙам, һүрәтләйем) - океандың һәм атмосфераның ҙур масштабта бер-береһе менән тәьҫир итешеүен һәм уның оҙаҡ арауыҡта үҙгәрешен, океандың материктар менән, атмосфера һәм океан төбөнөң химик алмашыныуын, биотаны һәм уның экологик тәьҫир итешеүҙәрен, океан төбөнөң геологик төҙөлөшөн, океандың төрлө райондары араһындағы энергия һәм есем алмашыу иҫәбенә барған урындағы һәм локаль процестарҙы өйрәнә. 

Гляциология (от лат. glacies — лёд, греч. λόγος — слово, учение) — наука о природных льдах во всех их разновидностях ер өҫтөндәге, атмосфералағы, гидросфералағы һәм литосфералағы бөтә төр тәбиғи боҙҙар, боҙлоҡтар тураһындағы фән.Гляциологияның өйрәнеү объекты булып гляциосфера һәм ниваль-гляциаль система (ҡар ҡатламы, боҙ ҡатламы, боҙлоҡтар,  ҡар ятҡан туң ерҙәр, бейек тау баштары һәм башҡалар)тора.

Криолитология — тау тоҡомдарының туңыуы, иреүе менән бәйле геологик күренештәрҙе, уларҙың литологик и геоморфологик һөҙөмтәһен, боҙ яһалау һәм юҡҡа сығыу процестарын өйрәнә. Геокриологияның — туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеменең (мәңгелек туң) бер бүлеге йәки  география фәнененең бер йүнәлеше булып тора.

Литология, геокриология, гляциология һәм  дүртенсел (четвертичной) геология сиктәрендә үҫешеүсе фән. Криолитологияның шәхсән үҙенең өйрәнеү, тикшеренеү ысулдарын булдыра, туң тау тоҡомдарының  составын, төҙөлөшөн, криотекстураһын, үҙсәнлектәрен өйрәнә. Төп өйрәнеү предметы булып ер аҫты боҙҙары, уларҙың төрҙәре тора.

Тупраҡ географияһы —  тупраҡтың Ер йөҙөндә таралыу ҡанундарын  өйрәнә.

Палеогеография (от др.-греч. παλαιός — древний + география) —геологик дәүерҙәр эсендә Ер йөҙөнең физик-географик  торошон, уның динамикаһын, был динамиканың  факторҙарын — климат үҙгәреүен,  тектоник хәрәкәттәрҙе өйрәнеүсе фән.

География фәне тарихы — географии фәненең барлыҡҡа килеү, аяҡҡа баҫыу, үҫешеү тарихын өйрәнә ( физик, ихтисади һәм ижтимағи  географияларҙың,хәҙерге география фәненең торошо, үҫеш перспективаһы). Шулай уҡ, географик тикшеренеүҙәр һәм асыштар тарихы,  картография тарихы , тарихи  география,геоботаника тарихы һәм башҡалар ). 

Ижтимағи-иҡтисади география — йәмғиәттең  территориаль бүленешен өйрәнеүсе бүлектәр:

Иҡтисади география — йәмғиәттең территориаль иктисади төҙөлөшөн өйрәнеүсе фән.

Ауыл хужалығы географияһы—  Ижтимағи-иҡтисади географияның бер бүлеге. Ауыл хужалығы менән географик мөхит араһындағы үҙ-ара бәйләнештәрҙе өйрәнә.    Ҡырсылыҡ һәм малсылыҡ  продукцияһының донъя буйынса бүленешен, төрлө географик арауыҡта үҫемлектәр үҫтереүҙе  һәм малдар үрсетеүҙе анализлай .

Социаль география—ижтимағи-географик  фән. Йәмғиәтте, кешеләрҙең тормошон һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен өйрәнә.

Сәйәси география— ижтимағи-сәйәси географик фән. Сәйәси күренештәрҙең һәм процестарҙың  территориаль бүленешен, айырымланыуын өйрәнә.

Мәҙәни география- жтимағи-иҡтисади географяның бер тармағы. Арауыҡта мәҙәниәт  төрҙәрен, айырмаларын, территориаль таралышын өйрәнә.

Был фәнни йүнәлешкә  1930 йылдарҙа Карл Зауэр башланғыс һала. Оҙаҡ йылдар тик  АҠШ-та ғына үҫеш ала.

Тарихи география  — тарихи дисциплина. Тарихты  географик күҙлектән өйрәнә. Шулай уҡ, ниндәйҙер төбәк географияһының билдәле бер ваҡыт арауығына ҡарата  тарихи үҫешен асыҡлай.  

Ил өйрәнеү фәне һәм геоурбанистика — айырым биләмәләрҙе һәм уларҙың үҫеш проблемаларын һәр яҡлап өйрәнеүсе дисциплиналар.

Хәрби география —  география фәненең бер бүлеге. Билдәле бер географик арауыҡта хәрби хәрәкәттәр алып барғанда урындың үҙенсәлектәренән сығып уңышҡа өлгәшеүҙе тәьмин итеүсе  стратегик  һәм тактик планлаштырыу  менән шөғәлләнә.

Термин Рәсәйҙең фәнни дәирәһендә  1846 йылдан,  күренекле хәрби  хеҙмәткәр, географ  һәм  ғалим- теоретик Милютин, Дмитрий Алексеевичтың «Критическое исследование значения военной географии и военной статистики» тигән  хеҙмәте баҫылып сыҡҡандан һуң ҡулланыла башлай

Иҡтисади география — йәмғиәттең территориаль иктисади төҙөлөшөн өйрәнеүсе фән.

Иҡтисади география дөйөм донъя хужалығы географияһына, төбәк иҡтисади географияһына  һәм айырым тармаҡтарға ( сәнәғәт географияһы, ауыл хужалығы географияһы, транспорт географияһы, хеҙмәтләндереү дәирәһе географияһы һәм башҡалар...) бүленә.

Социаль  география— ижтимағи-географик фән. Йәмғиәтте, кешеләрҙең тормошон һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрен өйрәнә. Етештереү ысулына һәм географик мөхит үҙенсәлектәренә (көнкүреш, халыҡты  аң-белем,һаулыҡты һаҡлау буйынса хеҙмәтләндереү, халыҡ мәғәрифе  һәм башҡалар) бәйле сәйәси күренештәрҙең һәм процестарҙың  территориаль бүленеш ҡанундарын, сәйәси инфраструктураһын өйрәнә.

Етештереү сфераһы етештереүҙе үҙмаҡсат итеп ҡуймай, ә кешенең рухи һәм матди  ихтияждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн етештерә. Хужалыҡты кешеһеҙ, кеше факторынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай, сөнки кеше  — төп етештереүсе көс. Шуға ла иҡтисади география, кешенең үҙең иғтибар үҙәгенә ҡуйып, социаль география менән берләшеп, «иҡтисади һәм социаль география» булып формалашты. Был ике фәнде берләштереүгә килтергән сәбәптәр: 

 

 

Картография(грек. χάρτης — «карта» һәм γράφειν — «һыҙыу») — тәбиғәт һәм йәмғиәт объекттарының һәм күренештеренең үҙ-ара бәйләнешен, ойошмаһын һәм арауыҡтағы урынлашыуын тикшереү, моделләштереү һәм сағылдырыу тураһындағы фән. Киңерәк мәғәнәлә, картография үҙ эсенә технологияны һәм етештереү эшмәкәрлеген дә ала.

Топография (др.-греч. τόπος — место и γράφω — пишу) — айырым төбәктең географик  һәм геометрик  элементтарын ерҙән, һауанан, йыһандан тороп һүрәткә төшөрөү ысулдары ярҙамында топографик карталар һәм пландар төҙөү менән шөғәлләнеүсе фән. 

Физик-географик райондарға бүлеү — ер йөҙөн  тәбиғәтен, үҙенсәлектәрен өйрәнеү  нигеҙендә иерархиялы  биләмәләргә (тәбиғәт райондарына) бүлеү системаһы. 




#Article 6: Салауат Юлаев (960 words)


Салауат Юлаев (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 2020

йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат районының почетлы гражданы.

Атаһы Юлай Аҙналин 2020 йылда Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булып китә һәм үҙенең ғәҙеллеге менән Башҡортостан халҡы араһында ихтирам яулай. Атаһы улы Салауатҡа яҡшы белем һәм тәрбиә бирә, ул төрки һәм рус телдәрендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Салауат Юлаевтың әсәһе тураһында документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған, ә фольклор сығанаҡтарында уның белемле ҡатын булыуы әйтелә, һәм ҡайһы бер материалдар буйынса уның исеме Аҙнабикә була.

Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары бәйән итә. Ул йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған көҙәй ырыуы ерендә урынлашҡан Эҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында, туҙҙыра һәм яндыра. Салауат Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте лә яҡшы белгән, сәсән Байыҡ Айҙар менән осрашҡан. Батыр шулай уҡ йырсы-импровизатор һәм ҡурайсы ла булған.

Апрель — майҙа Салауат Юлаев Өфө провинцияһы халҡын ихтилалсыларҙың Магнит ҡәлғәһенә етеп килеүсе Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. 6 һәм 8 майҙа Салауаттың 4 меңлек отряды Үрге Эҫем заводы янында, 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане янында И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша.

Июль — ноябрь айҙарында Салауат Юлаев Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәте менән етәкселек итә. Кама буйҙарынан алып Ҡытау йылғаһы заводтарына тиклем барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына: төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан — Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан — Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан — Туҡтамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Батырҙың отряды Ҡытау-Ивановск заводын ҡамауға ала. Сентябрь башында Ағиҙел һәм Буй йылғалары араһында Салауат Юлаев премьер-майор И. Г. Штерич етәкселегендәге хәрби көстәр менән һуғыша: 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново ауылы янындағы алышта ҡатнаша.

Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Емельян Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да Салауат Юлаев көрәште дауам итә, һәм уның отрядтары 18 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Тимошкино ауылы, 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр-Танып улусы Нөркә ауылы янында подполковник И. К. Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы П. И. Панин башҡорттарҙан ҡорал һалырға, Салауатты һәм уның атаһы Юлайҙы тотоп биреүҙе талап итә. Ә йәшерен комиссия башлығы генерал П. С. Потёмкин Салауат Юлаевтың үҙенә мөрәжәғәт итә: «Покайся, познай вину свою и приди с повиновением».

Даими хәрби әҙерлек үткән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша. 20 ноябрҙә Ҡытау-Ивановск заводы янында батырҙың отряды һуңғы тапҡыр хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алыша.

Салауат Юлаев 1774 йылдың 25 ноябрендә генерал-майор Ф. Ю. Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең зинданында ябып тотола. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И. А. Рейнсдорптың тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайына һәм яңаҡтарына «З» («злодей» — «енәйәтсе»), «Б» («бунтовщик» — «боласы»), «И» («изменник» — «хыянатсы») тамғалары баҫыла.

Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.

Салауат Юлаев иртә өйләнгән. Мосолман ғөрөф-ғәҙәттәренә ярашлы, уның өс ҡатыны һәм 1775 йылға ҡарата ике улы һәм ике (йәки өс) ҡыҙы булған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул һәләк булған ағаларының ҡатындарына өйләнгән тип билдәләнә. 

Салауат Юлаев ғаиләһенең ҡанунһыҙ рәүештә ҡулға алыныуына протест белдергән: «Такого ж указа, чтоб от лишенных жизни семейства отбирать, действительно нет». Ул туғандарынан һәм  дуҫтарынан ҡатындарын һәм балаларын азат итеүҙе юллап губерна канцелярияһына мөрәжәғәт итергә, был да ярҙам итмәһә, Сенатҡа яҙыуҙарын һораған: «чтоб государевые рабы у подчиненных во услужении не были».  Ғаиләһенең артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

Халыҡ хәтерендә батырҙың тоҡомдары тураһында бихисап легендалар һаҡланып ҡалған. Был  хаҡта  Салауат Юлаевтың биографы В. Сидоров Был героем Салават тигән китабында бәйән итә. Имеш, Дыуан районы Вознесенка тигән ауылда Екатерина Михайловна тигән ҡатындан улы булған. Ҡатын үлеп ҡалғас, был баланы Салауат кемгәлер тапшырғанмы, әллә урманда ҡалдырырға мәжбүр булып, шунда уҡ тапҡандармы тигән хәбәрҙәр төрлө вариантта йәшәп килгән. Улы, ихтилалдан һуң 14 йыл үткәс, әсәһе яғынан олаталарына атаһы тураһында белешергә килгән имеш, әммә был хаҡта власть әһелдәренә хәбәр иткәндәр ҙә, уны йәшергәндәр, артабан ҡайҙа киткәне билдәһеҙ, тигән хәбәрҙәр ҙә яҙып алынған.
 
Икенсе бер риүәйәттә Салауаттың улы баһадир булып буй еткереп, икенсе Әй улусының кантон начальнигы булған, становой приставтарҙы ҡамсылаған, бер ниҙән дә ҡурҡмаған тип бәйән ителә.

Риүәйәттәр Салауаттың тоҡомдарын иң яҡшы сифаттар менән һүрәтләй: бер бүләһе, имеш, бик шәп йырсы булған, икенселәре ҡарт олаталары кеүек һөңгө тотоп ҡына айыу ауларға йөрөгән .

Салауат Юлаевтың яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән.

Салауат Юлаевтың 5 шиғырын тәүге тапҡыр рус телендә Ф. Д. Нефёдов «Салауат, башҡорт батыры» («Салават, башкирский батыр»; 1880) тигән очергында баҫтырып сығара. Шағирҙың тағы ла 7 шиғыры Р. Г. Игнатьевтың «Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» («Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор»; 1893) исемле хеҙмәтендә донъя күрә. Рәсәй империяһы осоронда Салауат Юлаевтың шиғырҙары барлығы дүрт тапҡыр баҫылып сыға.

Башҡортостандың бер нисә районында Салауат тип аталған географик объекттар бар. 

Салауат Юлаев тыуған Тәкәй йәйләүен әле лә Салауат йәйләүе тип йөрөтәләр. Был урында, Һары Ҡондоҙ йылғаһы менән Ҡондоҙтамаҡ йылғаһы ҡушылған ерҙә, иҫ киткес матур тәбиғәт. Ауыл халҡы уны Оло төбәк тип йөрөтә. Йәй тау битләүе хуш еҫле сәскәләр менән ҡаплана. Тәкәй йәйләүе аша Һары Ҡондоҙ йылғаһы ағып ята. Заманында мул һыулы йылға булған. Унда ҡондоҙҙар бик күпләп үрсегән. Ул дәүерҙә ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итеү башҡорттарҙың төп кәсебе булып һаналған. Өҫ-баш кейемдәре лә ҡондоҙ тиреһенән булған (Халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан).

Салауат Юлаевҡа башҡорт халыҡ йыры «Салауат» һәм башҡа сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре  арналған. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле тарихи урындарҙы һаҡлай. Батырҙың исеме башҡорт, рус, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән.




#Article 7: Аристотель (1029 words)


Аристотель () (б. э. тиклемге 384—322 йылдар) — бөйөк боронғо грек фәйләсүфе. Ул — Платондың уҡыусыһы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең уҡытыусыһы, боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләүселек йәмғиәтенең мәшһүр идеологы. Сығышы менән Стагир ҡалаһынан. Бөтә ғүмерен үҙ дәүере ғалимдарының фекерҙәрен йыйыу һәм төшөнөүгә арнай. Уны бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра — хайуандарҙың төҙөлөшө һәм ҡылығы, йыһан төҙөлөшө, шиғриәт, сәйәсәт, күк есемдәренең хәрәкәт законы.

Ф. Энгельс һүҙҙәре менән әйткәндә, арҙаҡлы грек философтары араһында ул — «бөтәһен дә үҙ эсенә алған иң ҙур баш».
Аристотель ҡолдар менән ҡол биләүселәр араһында синфи көрәш көсәйгән һәм ҡаты һуғыштар барған заманда йәшәгән. Афинала Платон акдемияһында уҡып белем алған.

Аристотель кеше ү5ешенең барлы3 өлкәләрен: социология, философия, сәйәсәт, логика, физиканы үҙ эсенә алған һәр яҡлы фәлсәфә системаһын төҙөгән беренсе аҡыл эйәһе. Уның онтологияға ҡараштары кеше фекеренең алға табан үҫешенә етди йоғонто яһаған. Аристотельдың методик тәғлимәте Фома Аквинский тарафынан ҡабул ителгән һәм артабан схоластика ысулы менән үҫешкән. Карл Маркс Аристотельды боронғо аҡыл эйәһе тип атай.

Аристотель Стагир ҡалаһында Македония батшаһының һарайында хеҙмәт иткән табип ғаиләһендә тыуа. 17 йәшендә Афинаға китә, унда Платон ойошторған Академияға керә, уның дәрестәренә йөрөй башлай. Шулай 20 йыл дауамында (Платон үлгәнсе) ошо Академия диуарҙарында йәшәй, белемен үҫтерә һәм шәкерттәргә дәрестәр бирә. 343 йылда Македония батшаһы Филипп үҙенең улы Александрҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн батшалығына Аристотелде саҡыртып ала. Александр батша булғас, Аристотель Стагирға ҡайтып китә, унан яңынан Афинаға күсә. Платон үлгәндән һуң Аристотелдең ижади эшендә яңы дәүер башлана. Ул Платон тәғлимәте менән килешә алмағанлыҡтан, уны тәнҡит утына һалып, үҙенең мөстәҡил фәлсәфәүи системаһын ижад итә башлай. Ул ваҡытҡа Аристотель материалистик йүнәлештәге фәлсәфәүи тәғлимәттәр менән дә танышырға өлгөрә. Улар менән йәнәшә ҡуйып ҡарағанда, Платон системаһы үҙенең буталсыҡ, ҡаршылыҡлы, уйҙырмалы, төҙөклөктән мәхрүм икәнлеген күрһәтә. Ләкин Аристотель материалист-философтар ҡалдырған тәғлимәттәр менән дә тулыһынса килешә алмай. Шунлыҡтан Аристотелдең фәлсәфәи системаһы үҙе лә бик үк эҙенсәлекле килеп сыҡмай, уға ла билдәле бер ҡаршылыҡтар, икеләнеүҙәр хас.

Аристотель йәшәгән осорҙа Афиналағы ҡол биләүселеккә нигеҙләнгән
демократия тарҡала, ә философия өлкәһендә ике ҡапма-ҡаршы йүнәлеш араһындағы көрәш киҫкенләшә башлаған була. Аристотель был шарттарҙа урталыҡтағы (материализм менән идеализм араһындағы) позицияны һайлай.

Ғалимдың әҫәрҙәрендә ғилем һәм белемдең бөтә өлкәләре — логика, психология, метафизика, физика, ботаника, тарих, сәйәсәт, иҡтисад, этика, эстетика мәсьәләләре яҡтыртыла. Уларҙың бөтәһендә лә ҡол биләүселәр йәмғиәтен һаҡлау һәм нығытыу идеологияһы күтәрелә, дәүләттең иҡтисад теорияһы эшләнә.

Аристотель атаҡлы полководец Александр Македонскийҙың остазы була. Хәрби походтарҙа йөрөгәндә лә Македонский Аристотелгә гректарға билдәһеҙ булған хайуан һәм үҫемлектәр өлгөһөн ебәреп тора.

Аристотель үҙенән һуң бик күп ғилми хеҙмәттәр ҡалдыра. Физика буйынса 8 китабы, «Хайуандар өлөштәре тураһында» 10 китабы күп быуаттар буйы фәндә абруйлы сифатта йөрөй.

Аристотель ҙур ижади мираҫ ҡалдыра. Дөрөҫ, уның күп кенә хеҙмәттәре беҙҙең заманға ҡәҙәр һаҡланмаған, ә уның ижадын өйрәнеүсе белгестәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, «уныҡы», йәғни Аристотелдеке, тип иҫәпләнгән ҡайһы бер хеҙмәттәр һис тә дөрөҫлөккә тура килмәй. Шуға ҡарамаҫтан Аристотелдең ижади мираҫында түбәндәге бүлектәр бәхәсһеҙ таныла һәм фәҡәт уныҡы тип һанала:

Аристотель үҙенең «Метафизика»һында Платон тәғлимәтен киҫкен тәнҡитләй. «Платон минем дуҫым, ләкин минең өсөн хәҡиҡәт ҡәҙерлерәк» тигән һүҙ тап шуға бәйләнгән була. Аристотель империяны әүәл сәбәп рәүешендә, ләкин шул ук ваҡытта үны дәртһеҙ (инерт), хәрәкәткә эйә булмаған рәүештә генә таный.

Материя, уныңса, мөмкинлек кенә. Ошо мөмкинлектән нимә килеп сыға, быныһы инде материяның үҙенән тормай. Дәртлелекте (активлыҡты) ул рәүештә генә күрә. Уныңса, «рәүеш» материяны төрлөсә итә, тимәк, рәүеш материяны мөмкинлектән ысынбарлыҡҡа әүерелдереүсе була. Аристотель мифология менән килешеп етмәһә лә, әүәл сәбәпте, һәр нәмәнең башланышын Алланан күрә. Аристотель хәрәкәтте материянан айырып ҡарай. Ул хәрәкәттең өс төрөн таный:

Мантиҡ (логика) трактатында Аристотель, беренсе булараҡ, дедукция алымын, шулай ук силлогизм теорияһын башлап ебәрә. Аристотель танып белеү теорияһына диалектика индерергә ынтыла. Дөрөҫ, диалектика уның өсөн формалашып бөткән тәғлимәт түгел әле. Шулай ҙа ул танып белеүҙең ҡаршылыҡлы процесс икәнлеген күрә. Аристотель, мантиҡи (логик) яҡтан көслө белгес булараҡ, софистарҙың хәйләгә ҡоролған иҫбатлау принциптарын тәнҡитләй.
Аристотель ҡайһы бер хеҙмәттәрен космологияға бағышлай. Ул үҙ заманындағы башҡа ғалимдәр менән бергә Ер шарын үҙәктә тип (геоцентризмса) аңлатырға тырыша. Биология өлкәһендә Аристотелдең йән эйәләре тураһында тәғлимәте иғтибарға лайыҡ. Ул йәндең өс төрөн атай: 1) үҫемлектәр йәне, 2) хайуандар йәне, 3) аҡылға ҡоролған йән. Материя менән йән араһындағы мөнәсәбәт ғалимдың төп принциптарына бәйле. Йән эйәһенең тәне — материя, уның йәне — рәүеш. Аристотелдең хайуандарҙың килеп сығыуы тураһындағы трактаты күп йылдар дауамында зоология фәнендә теоретик сығанаҡ ролен үтәп килә. Ғалим этика проблемаларына ла ҙур иғтибар бирә. Ул этика менән философияға «идеал» тигән төшөнсә кертә. Дөрөҫ, бөйөк ғалимдың идеалды аңлауы бик примитив була әле. Уныңса, ысын идеал ысынбарлыҡтағы ҡиммәттәрҙә түгел, бәлки күктәрҙә генә. Аристотель өсөн әхлаҡи идеал — Алла. Ул — иң камил философ йәки «үҙен фекерләүсе фекер»…

Аристотелдең ижади мираҫында сәнғәт теорияһы һәм эстетика мөһим урын алып тора. Йәш быуынды эстетик тәрбиәләү өлкәһендә ул ике мәсьәләне күҙҙә тота. Шуларҙың беренсеһе — йәштәрҙе матурлыҡты, гүзәллекте күрергә, тойорға күнектереү. Икенсеһе — уларҙы ошо сәнғәти һөнәрҙәргә өйрәтеү. Аристотель сәнғәт тураһында, ул — ысынбарлыҡҡа эйәреү (мимесис) ысулы менән ысынбарлыҡты танып белеү, тип фекер йөрөтә. Был Аристотелдең материалистик йүнәлештә формалашыу мөмкинлегенә ишаралай. Быны тағы бер миҫал менән дәлилләп була. Аристотель сәнғәттең объектив вазифаһын булғанды тасуирлау менән генә сикләмәй, уның нисек булырға тейешлеген күрһәтеүҙә лә күрә. Аристотель үҙенең «Поэтика» тигән трактатында сәнғәти ижад эшен, эпос жанрҙары, драма жанры һәм бигерәк тә сәнғәт әҫәрҙәрен ҡабул иткәндә уҡыусының, тыңлаусының әҫәрләнеү, хисләнеү, ләззәт алыу кеүек реакциялары (катарсис) тураһында ла яҙа. Аристотелдең был теоретик фекерҙәре хәҙерге көндә лә иғтибарға лайыҡ.

Аристотель үҙенең «Сәйәсәт» тигән трактатында йәмғиәт һәм дәүләт менән идара итеү хаҡындағы ҡараштарын яҙа. Аристотель, үҙ осоро вәкиле булараҡ, ҡол биләүселек ҡоролошон һәм уның ике ҡапма-ҡаршы яғын мәңге шулай булырға тейеш тип һанаған.

Аристотель Платонға ҡаршы идеаль дәүләттә дөйөм милек булырға тейеш түгеллеге тураһында яҙа.

Шунан сығып, ул дәүләт менән идара итеүҙә түбәндәге формаларҙы айырған: монархия, аристократия һәм «полития» (олигархия менән демократияның ҡушылған формаһы). Был формалар, уныңса, йәмғиәт өсөн ҡулай. Ләкин ул тиранлыҡ, саф олигархия һәм сикһеҙ демократия формаларын да айыра. Быларын иһә гректар өсөн ҡулай түгел тип һанай. Аристотель кеше проблемаһы буйынса ла яңы фекерҙәр әйтә. Ул кешене ижтимағи шарттар планында күрергә тырыша. Дөрөҫ, уның был йүнәлештәге фекерҙәре етлегеп бөтмәгән була әле.

Ғөмүмән алғанда, Аристотель фәлсәфәүи фекерләү өлкәһендә кешелек йәмғиәтенең айырым бер этабын тәшкил итә. Уның тәғлимәте, күренеүенсә, ике яҡлы булып формалаша. Һәм был үҙенсәлек унан һуңғы замандарҙа йәшәгән философтарға шулай уҡ ике төрлө йоғонто яһай. Идеалистик йүнәлештәге философтар Аристотелдең тап үҙҙәренә кәрәк булған ҡараштарын алға ҡуйып эш итергә тырыша, материалистар бөйөк ғалимдың ошо йүнәлештәге фекерҙәрен үстерә. К. Маркс, Аристотель тәғлимәтен һәр яҡтан үлсәп, уны боронғо грек философияһының иң юғары дәрәжәһе тип баһалай.




#Article 8: Сократ (807 words)


Сокра́т (469 б.э.т. тирәһендә, Афина — 399 б.э.т., Афина) — Боронғо Греция философы. Уның тәғлимәте материалистик натурализмдан идеализмға боролошто билдәләй. Сәйәси дошмандар тарафынан язалап үлтерелгән. Уның эшмәкәрлеге — антик фәлсәфәнең һынылыш моменты. Ул, үҙенең төшөнсәләрҙе анализлау ысулы (майевтика, диалектика) һәм яҡшылыҡты белемгә тиңләшеүе менән философтарҙың иғтибарын кеше шәхесенең әһәмиәтенә йүнәлткән.

Сократтың атаһы Афинала һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә торған кеше булған. Сократ үҙе бер нәмә лә яҙып ҡалдырмаған. Ул үҙенә кәсеп итеп урамдарҙа, майҙандарҙа кешеләргә вәғәҙ һөйләп, уларҙы хаҡлыҡҡа өйрәтеп йөрөүҙе һайлаған. 
Афина кешеләренең күбеһе ябай гражданин — ярлы Сократ  һөйләгәндәрҙе тыңлау хуп күргән. Тәбәнәк буйлы, йыуантыҡ кәүҙәле, ҙур пеләш башлы, өҫтөнә ямаулы кейем кейгән Сократ ҡиәфәте менән һис философҡа оҡшамаған. Башҡалар кеүек үк эшләп үҫкән, ғаилә башлығы булып, балалар үҫтергән, Афина өсөн һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Әммә тормоштағы ғәҙелһеҙлектәрҙе күреп, гел генә уларҙың сәбәбе тураһында уйланған. Бер ваҡыт яу походында ул ҡапыл «эске тауыш» ишеткән һәм туҡтап ҡалған! Оҙон төн буйы «тауыш» уны, ғәҙел һәм намыҫлы йәшәр өсөн нимәләрҙән ваз кисергә кәрәклеген өйрәткән. Ошонан һуң Сократ Афина баҙарын әйләнеп сыҡҡан һәм шундай һығымтаға килгән: «Донъяла мин унһыҙ ҙа йәшәй алырлыҡ әйбер бихисап икән!»

Сауҙа майҙанында һатыусылар, ҡала кешеләре менән әңгәмәләр ҡор
ған. Кешеләрҙе изгелек һәм ғәҙеллек закондары буйынса йәшәргә өндәгән. Кеше үҙенең эске тауышын ишетә белергә тейеш, тигән.
Уның тапҡыр уй-фекерҙәрен тыңлар өсөн һәр ваҡыт эргә¬һенә кеше йыйылған: «Мин йәшәр өсөн ашайым, ә күптәр ашар өсөн йәшәй, көнсөлдәр кеше ҡайғыһына шатлана» һ. 6. Уны Элладалағы аҡыл эйәһе тип йөрөткәндәр, әммә Сократ үҙе тураһында: «Мин үҙемдең бер нәмә лә белмәгәнемде генә беләм» («Я знаю то, что я ничего не знаю»), - тигән.

Сократтың фәлсәфи фекерҙәре уның шәкерттәре, замандаштары, шулай ук һуңыраҡ осорҙа йәшәгән кайһы бер ғалимдар тарафынан яҙып ҡалдырылған. 
Бер ваҡыт Афинаға килгән табип,
Сократты күреп, ул «һөмһөҙ, асыулы һәм тотанаҡһыҙ кеше», тигән. Афина кешеләре теге та¬бипты тотоп туҡмарға теләгәс,
Сократ уларҙы шундай һүҙҙәр менән туҡтатҡан: «Табип һеҙгә дөрөҫөн әйтте: мин ысындан да эстән ҡомһоҙлоғомдо, асыуым ҡабарғанын тоя инем, ләкин үҙ-үҙемде ҡулға алдым, үҙгәрҙем һәм әле мине нисек күрәһегеҙ, шулай булам...»

Был яҡтан ҡарағанда, бигерәк тә Платон, Ксенофонт әҫәрҙәрен алырға була. Сократ — үҙенең әңгәмәләштәренә йоғонто яһауҙа ҙур һәләткә эйә шәхес.

Башҡаларға үҙенең фекерҙәрен ул көсләп таҡмай, бәлки уларҙы үҙенсә аңлаған хәҡҡәткә бойһондора. Сократтың мәсләге объектив идеализм була. Уныңса, доньяла башлыса универсаль аҡыл хәрәкәт итә. Алла, уның аңлауы буынса (был төшөнсәне ул һирәк булһа ла ҡуллана), боронғо грек мифологияһындағы күп аллалыҡ «вәкиле» лә, шулай уҡ дин тәғлимәте яҫылығында аңлашыла торған монотеистик (бер аллалык мәғәнәһендәге) Алла ла түгел. A. Ф. Лосев фекеренсә (ә ул — боронғо гректарҙың фәлсәфи хеҙмәттәрен турынан-туры руссаға тәржемә итеүсе), дан алған демонсылыҡ (daimnonion) риүәйәттәренә лә киң ҡарай. Сократ кешенең тәнен һәм йәнен бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Тойғолар, аффекттар — тән фиғеле, ә йән фиғеле ул — акыл. Сократ үҙенең фәлсәфәһендә яҡшылыҡ, гәҙеллек принциптарына ҙур иғтибар бирә. Уныңса, был киммәттәр үҙҙәрен белемдә, аҡыллылыҡта табалар. Сократтың фекеренсә, яҡшылыктың һәм яманлыктың ниҙән килеп сыҡҡанын белгән кеше тормош тәжрибәһендә насар эштәр эшләмәҫтер. Быны, әлбәттә, Сократтың бер ҡатлылығы менән аңлатырға кәрәктер. Хәйер, кешеләрҙең белемдәре менән ғәмәли эштәре араһындағы ҡаршылыҡ (быларҙыңң бер-береһенә тура килмәү осраҡлары) Сократҡа ла мәғлүм булған. Сократ идарә итеүҙәге барлыҡ (монархия, тиранлыҡ, аристократия, демократия кеүек) формаларҙы ла тәнҡитләй. Бының нигеҙе — ошо формаларҙың һәр береһенә хас булған ғәҙелһеҙлек. Сократ йәмғиәттәтә, ғөмүмән, дәүләт органы булыуына ҡаршы түгел. Ләкин ул ғәҙеллек принциптарында хәрәкәт итергә тейеш. һәм хакимлек итеү эше халыктың иң яҡшы, тәжрибәле, намыҫлы, ғәҙел кешеләренә йөкләнергә тейеш, тип фекер йөрөтә. Сократтың әхләки мәсьәләләр буйынса ҡайһы бер фекерҙәре бөгөнгө көн өсөн дә гибрәтле. Мәҫәлән, ул былай тигән: «Мин һеҙгә — олоға ла, кесегә лә — шул нәмәне әйтеп килдем: беренсе сиратта байлыҡ йәяки тәнегеҙ тураһында түгел, бәлки йәнегеҙ тураһында ҡайғыртығыҙ. Мин һеҙгә әйтә инем: кешенең даны аҡсанан тормай, нәҡ киреһенсә, дан үзе кешеләргә байлыҡты ла, шулай уҡ башҡа яҡшылыҡтарын да килтерә. Былу — кешеләрҙең шәхси тормошонда ла, уның ижтимағи эшендә лә шулай».

Сократҡа 70 йәш тулғанда Афина Спартаға ҡаршы оҙайлы һуғышта еңелә. Полис союздаш¬тарын юғалта, власть тирандар ҡулына күсә, халыҡты чума ҡыра. Күптәр, аллалар, үҙҙәренә ышанмай ҡарағанға, Афинаны ҡурсаламай һәм һаҡламай, тип уйлай башлай.

Сократтың ғөмөрө фажиғәле рәүештә өҙөлә. Уны аллаларҙы тәҡдир итмәүҙә, ниндәйҙер яңы аллалар тураһында вәсвәсә алып барыуҙа, шулай уҡ йәштәрҙе боҙоуҙа ғәйепләйҙәр . Сократтың фекерҙәштәре уға төрмәнән касыу мөмкинлеген еткерәләр. Ләкин ул баш тарта, ғәҙелһеҙ язаланыуҙан ҡасмай. Атаҡлы рус философы B. C. Соловьев Сократтың яҙмышы тураһында былай тигән: «Сократтың үлеме ул — шәхси һәм тарихи кисаларҙан тыш булган фажиға. Дөрөҫлөк үлемгә хөкем ителә. Дөрөҫлөктө яҡлаусы, тәҡвә кеше үлтерелә. Ул дөрөҫлөктө яҡлағаны, ахырға хәтле үҙенең әхләки бурысын үтәргә ымтылыуҙары өсөн үлтерелә». Сократ антик философия тарихына тирән һәм мөстәкил фекер эйәһе, хәкиҡәткә ирешеүҙә эҙләнеүсе булып керә..

Сократты аллаларға ҡаршы һөйләп, ошондай хәлгә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләйҙәр һәм судҡа саҡыралар. Аҡыл эйәһе үҙен үҙе яҡ¬лай алырмын, тип уйлаһа ла, суд уға үлем ҡарары сығара. Ҡарар тормошҡа ашырылғанға тиклем философ 30 көн төр¬мәлә ултыра. Дуҫтары ҡасырға тәҡдим итһәләр ҙә, баш тарта. Ул һәр саҡ: «Дәүләттәге ғәҙелһеҙлеккә һәм күпселеккә ҡаршы сыҡҡан кеше иҫән ҡала алмай», — тигән. Б.э.т. 399 йылда суд билдәләгән теүәл ваҡытта Сократ ағыу ҡабул итә.




#Article 9: Платон (1937 words)


Платон () (б.э.тиклем 423-424-347 йылдар тирәһе) — Боронғо Греция фәйләсүфе. Идеализм йүнәлеше вәкиле. Европа идеализмына нигеҙ һалған боронғо грек философы.

Ни өсөн ул бөтә донъя философияһы өсөн олуғ һәм әһәмиәтле һуң. Платон, үҙ заманындағы башҡа философтар кеүек үк, бөтә хеҙмәте менән кешеләрҙе объектив рәүештә белемгә, донъяның диалектик закондарын танып белеүгә, өҙлөкһөҙ эҙләнеүҙәргә саҡырған. Философия фәнендә ул, нигеҙе хаталы булыуға ҡарамаҫтан, билдәле бер системаға һалынған ижади мираҫ ҡалдырған. Уның хеҙмәттәре философия тарихында тулы бер осор тәшкил итә һәм ул һис шикһеҙ кешелек мәҙәниәтен (бигерәк тә философияны) үҫтереү, яңы фекерҙәргә байытыу өсөн ҙур, этәргес роль уйнаған.

Ул боронғо Афинала грек аристократы Аристон ғаиләһендә Афина менән Спарта һуғышы (Пелопоннес һуғышы) барған дәүерҙә тыуған. Боронғо Элладала ҡабул ителгәнсә, уның тыуған көнө тип 7 таргелион (21 май) иҫәпләнә.Был байрам көн- боронғо грек мифы буйынса Делос утрауында был көндө эллиндарҙың иң яратҡан илаһтарының береһе Аполлон тыуған. Диоген (Лаэрттан) фекеренсә, Платондың үҙ исеме — Аристокл (др.-греч. Ἀριστοκλῆς; «иң шәп дан»). Платон ҡушаматы уға (грекса «plato» — киң) мәктәптә уҡығанда бирелгән. Уға был ҡушамат киң яуырынлы булғаны өсөн гимнастика уҡытыусыһы тарафынан, йәки бик аҡыллы булғаны өсөн бирелгән тигән мәғлүмәттәр осрай. Платон Афина йәмғиәте юғары ҡатлам кешеләренең балалары өсөн асылған мәктәптә уҡый. Унда грамматика, музыка, риторика, һынлы сәнғәт, гимнастика һәм башҡа шундай фәндәр буйынса дәрестәр була. 

Платондың ғүмерендә иң мөһим ваҡиға тип уның Сократ менән осрашуы һанала. Ул саҡта Платонға 20 йәш кенә тулған була, һәм ул үҙенең оло йәштәге уҡытыусыһының һәр әйткән һүҙен, һөйләмен үҙләштерергә тырыша. Ул был бурысты бик яҡшы үтәп сыға. Сократ үлгәс (илаһтарҙы хөрмәтләмәгән, йолаларҙы үтәмәгәнгә һ.б. Афина суды ҡарары буйынса ул ағыу эсә), бер нисә йылға Афинанан китеп тора, төрлө илдәрҙә була, ундағы ғалимдар, уларҙың ғилми тәғлимәттәре менән таныша. Афинаға ҡайткас, Платон мәктәп ойоштора һәм уға (ошо ерҙә йәшәгән Академ исемле геройға бәйләп) Академия атамаһын бирә. Ошо мәктәптә Платон үҙенең фәлсәфәүи хеҙмәттәрен ижад итә, шәкерттәрен тәрбиәләй. Уҡытыу эшенә Платон 40 йыллап ғүмерен бирә. Ул 80 йәштә, һис көтмәгәндә, бер мәжлестә ултырғанда вафат була. Үлеменең сәбәбе мәжлескә бәйле булмаған, әлбиттә. Платондың ашау-эсеү мәсьәләһендә ғәйәт тәртипле, тыйнаҡ булғаны, уның аскеттарса йәшәү рәүеше алып барғаны мәғлүм.

Платон үҙенең донъяға ҡарашы буйынса объектив идеалист була. Уның һәм уның тураһындағы ҡайһы бер хеҙмәттәр (бигерәк тә биографик материалдар) юғалған булһа ла, ижади мираҫының шаҡтай өлөшө беҙҙең осорғаса һаҡланып ҡалған. Платондың ижад юлын бер нисә осорға бүлеп ҡарарға мөмкин.

Ҡыҫҡаһы, Платон философияһында ҙур урынды өс онтологик субстанция («бер бөтөн», «аҡыл» һәм «йән») тураһында тәғлимәт ала (онтология- учение о бытии, субстанция- то, что существует само по себе). Был тәғлимәт русса «учение о триаде» тип атала. Платонса, булыуҙың нигеҙен «бер бөтөн» тәшкил итә. «Бер бөтөн» өлөштәргә бүленмәй, уның сиктәре лә юҡ. Уны «бер ни түгел» тип тә әйтеп булмай, сөнки «бер ни» тигән һүҙҙе ҡулланыу ул үҙе үк «бер бөтөн» тураһында «нимәлер» әйтеү булыр ине… Ләкин шулай ҙа, Платонса, «бер бөтөн» ул — булыуҙың нигеҙе. «Аҡыл» — өс субстанцияның икенсеһе, тип ҡарала. Ул — бер бөтөндөң сағылышы. Аҡыл материаль ысынбарлыҡтан ирекле, азат, уға бәйләнмәгән. «Аҡыл», Платонса, әйберҙәрҙең асылы. Ләкин ул — «саф», әйберҙәр менән бәйләнештә түгел. Ул — барлыҡ әйберҙәрҙең дөйөмләштерелгән асылы. Аҡыл ул — йәшәү, ләкин уның (йәшәүҙең) дөйөмләштерелгән формаһы. Аҡылдың иң дөйөмләштерелгән йыйылмаһы ғаләм (космос) рәүешендә сағыла. Күренеүенсә, Платон аҡылды (ә ул, беҙҙең ҡарашта, кешегә хас булған иң ҙур һәм мөһим үҙенсәлек) кешенән айырып ҡарай. Ул — абстракция һәм уның ана шул элегерәк ҡаралған абстракт бер бөтөндән әллә ни айырмаһы юҡ.

Платон фекере буйынса, субстанцияның өсөнсөһө — йән. Уның «вазифаһы» — юғарыла ҡаралған «аҡыл» менән тәндең үҙенә күрә бер синтезы, йыйылмаһы. Йән һәр әйберҙә бар, хатта ғаләмдә лә. Һәм ошо йәндең сағылышы, Платон фекеренсә, әлбиттә, һәр индивидта. Тән ул йән менән бергә. Үлеү — тәндең башҡа төрлө торошҡа ғына күсеүе. Ләкин тәндең «башҡа торошо» шулай уҡ үлеүгә дусар. Ә бына йән — үлемһеҙ (бында логик ҡаршылыҡ: Платон йән менән тәнде айырылғыһыҙ тип ҡарай, шулай булғас, тән дә, йән кеуек үк, үлемһеҙ тип ҡаралырға тейеш ине. Йә булмаһа, киреһенсә. Йән дә, тән дә — икеһе лә — мәңге түгел, үлә).

Платон тәғлимәттәренең үҙәген һәм төп фекерен идея менән материя араһындағы мөнәсәбәт тәшкил итә. Уныңса, идея — беренсел, ә материя — икенсел. Йәғни материя идеяның тоноҡ күренеше генә. Платонса, материяның һис ниндәй рәүеше,формаһы (ғәрәпсә шәкел) лә юҡ. Булған хәлдә лә ул идеянан бер нимә лә ала алмаҫ ине («алһа ул идеянан килгән шәкелде боҙор ғына ине»). Идеяның беренсел һәм хәл иткес ролдә алыныуы Платондың гносеологияһында (танып белеү теорияһындә) ла сағыла. Уныңса, һәр әйберҙең нигеҙен идея тәшкил итә. Әгәр ҙә кешеләр нимәнелер танып белеүгә ирешәләр икән, улар ошо идеяны танып белеүгә ирешкән булалар. Ғөмүмән, Платондың «идея» тураһындағы фекерҙәре (улар менән килешеп булмаһа ла) иғтибарға лайыҡ. Платон — фәнгә «идея» һәм «идеаль» терминдарын керетеүе менән ҙур ихтирам ҡаҙанған ғалим. Дөрөҫ, Платонса, идеялар донъяла иң беренсел, иң башланғыс ролде үтәүсе ҡимммәт булып сыға. Шул уҡ вакытта реаль предметтар һәм күренештәр бер ниндәй ҙә иғтибарға лайыҡ түгел. Был яҡтан ҡарағанда, Платондың материя менән идея араһындағы мөнәсәбәтте сағыштырыу тураһындағы фекерҙәре ҡыҙыҡлы.

Платон үҙенең тәғлимәттәрендә диалектикаға ла (билдәле, уны әлеге идея концепцияһына яраштырып) урын бирә. Шулай ҙа Платондың танып белеү, диалектика, онтология теориялары, бер-береһе менән бәйләнешле булһа ла, һаман да бер яҫылыҡта — үҙе тарафынан уйлап сығарылған һәм уны сикләнмәгән көскә әүерелдергән идеяға ғына ҡайтып кала. Платондың идеалистик фекерҙәре үҙе хеҙмәт ҡуйған барлыҡ гуманитар фәндәр өлкәһендә лә урын таба. Этикала ул өс төрлө игелекте (благо) атай: аҡыл, батырлыҡ һәм айыҡ ажарлыҡ. Улар барыһы бергә ғәҙеллек тип аталған игелекте тәшкил итәләр.

Платон дәүләттең килеп сығыуы тураһында ла иғтибарға лайык фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж, ти ул. Был, әлбиттә, материализм уҡ түгел, шулай ҙа идеализмдың да иң сик варианты түгел. Платон дәүләт менән идара итеүҙә өс форманы атай: монархия, аристократия һәм демократия. Ошо өс форманың һәр ҡайһыһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хаҡимлығы. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркөм) кешенең хаҡимлығы. Уның варианттары: яҡшы һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хаҡимлығы. Демократия — күптәрҙең хаҡимлығы.

Платон гүзәллек тураһында ла үҙенсәлекле генә фекерҙәр ҡалдыра. Гүзәл предметтар, уныңса, гүзәл тигән әйбер түгел әле. Гүзәллек, Платонса, предметтарҙа, күренештәрҙә түгел, ә уларҙан айырым, мөстәҡил торошта йәшәй. Гүзәллек ул — ғөмүми категория. Ул үҙенә бөтә идеяларҙы туплай. Платон гүзәллек тураһында ошондай, беҙҙең ҡолаҡ һәм зиһен өсөн ятыраҡ булған фекерҙәр менән бергә, материалистик пландағы ҡараштарын да белдерә. Мәҫәлән, ул былай ти: булыуҙың һәм йәшәүҙең матурлығы ул сәнғәттәге матурлыҡтан өҫтөнөрәк… Тағы ла өҫтәп: булыу һәм йәшәү — улар бары тик мәңгелек идеяларға эйәреү генә (был — идеализм); сәнғәт — булыу менән йәшәүгә эйәреү, йәғни уларҙы сағылдырыу (быныһы — материализм). Әгәр ҙә шулай икән, сәнғәт ул эйәреүгә эйәреү (йә иһә сағылышты сағылдырыу) булып сыға. Күренеүенсә, Платонса, сәнғәт, «ҡуян һурпаһының һурпаһы» кеүегерәк, икенсе сортҡа эйә булған бер нәмә генә булып кала… һәм был «саф» теорияла ғына түгел.

Платон сәнғәткә, уның күп төрлө үҙенсәлегенә бер төрлө ҡалыптар ҡуйырға ынтылыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, ул «идеаль дәүләт» мәнфәғәтенә «тап килмәгән» әҫәрҙәрҙе ситкә этәрә. Ундайҙар рәтенә ул Гомер әҫәрҙәрен, гөмүмән мифтарҙы, шулай уҡ халыҡ ижадын индерә. Ә музыкала, уныңса, ҡайғылы моңдар, шулай уҡ «еңел» төрҙәр ҙә булырға тейеш түгел. Музыка ҡоралдарынан ук фәҡәт лираны һәм цитраны (ҡыллы музыка ҡоралын) ғына таный. Ә флейтаны «әҫәрләндереүсе», кәрәкмәй торған ҡорал тип һанай. Платон грек мифологияһын ғөмүмән инҡар итә. Дөрөҫ, Платон — үҙенең беренсе ижад осоронда мифология сире менән дә ауырып алған шәхес. Ләкин мифологиянан ул уның илаһтарын ғына ҡабул итә, ә кеше сифаттарына эйә булған геройҙарҙы танырға теләмәй, улар ҡылған ғәмәлдәрҙең йәштәргә тиҫкәре йоғонтоһо булырға мөмкин, тигән фекерҙә тора. Күренеүенсә, Платон ҡалдырған ижади мираҫ бай ҙа, ҡаршылыҡлы ла, урыны менән хатта килешмәҫлек тә.

Платондың төп сәйәси әҫәрҙәре- «Дәүләт», «Закондар» трактаттары һәм «Сәйәсмән» (Политик) диалогы.

Был фекерҙәр дөйөм фәлсәфәүи ҡараштарға нигеҙләнгән. Платон фекеренсә, ике донъя бар: идеялар донъяһы (эйдостар) һәм әйберҙәр донъяһы. Һәр әйбер- тик үҙ идеяһының сағылышы, уға яҡынайырға тырыша, тик бер ҡасан да уға барып етә алмаясаҡ. Философ әйберҙәрҙең үҙен түгел, ә идеяларҙы өйрәнергә тейеш. Был дәүләткә лә ҡағыла, Платон бер-береһен алмаштырып торған төрлө дәүләт формаларын тасуирлай, тик улар барыһы ла камил түгел, сөнки улар әйберҙәр донъяһында йәшәй, уларға полистың идеаль формаһы ҡаршы тора.

Дәүләттең килеп сығышы дөрөҫлөккә яҡын итеп һүрәтләнә: хеҙмәт бүленеше кешеләр араһында алмашыуҙы барлыҡҡа килтерә, ә алмашыу бергә йәшәгәндә уңайлы була. Платон утопияһы нигеҙендә хеҙмәт бүленеше тураһындағы фекер ята.

Идеялар донъяһында бөтөнләй башҡаса. Хеҙмәт бүленеше һәр бер һөнәр ниндәй ҙә булһа игелек булдырыуын зарур итә. Башта был ер эшкәртеүсе, төҙөүсе һәм туҡыусы (Платон буйынса беренсел хәжәттәрҙән — ашау, өй һәм кейемдән сығып) игелектәре. Һуңыраҡ дәүләт үҫеү менән башҡа дәүләттәр менән низағтар башлана, төп шөғөлө хәрби хеҙмәт булған яугирҙар берләшмәһе барлыҡҡа килә. Шулай итеп, ике класс : етештереүселәр һәм яугирҙар әҙер ҙә инде. Өсөнсөһө, фәйләсүф- хакимдар (аҡыл эйәләре), дәүләт формалары алмашынып тормаһын өсөн иң яҡшы закондар булдыра— был Сократтың  күпте белеүселәр хакимлығына оҡшаш. Шулай итеп, Платон өсөн сәйәси идеал— дәүләттең тотороҡлоғо. Ул тотороҡло булһын өсөн, йәмғиәттә тотороҡлолоҡ кәрәк, һәр кем үҙ эшен башҡара— был ғәҙел. Төрлө ҡатламдарҙың тигеҙ булмауы — был да ғәҙәти хәл, сөнки айырым бер кешенең бәхетенең полис бәхете өсөн бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ.

Һуңыраҡ «Закондар»ҙа Платон башҡа утопияны һәм башҡа дәүләт ҡоролошон— аристократик республика йәки аристократик монархияны һүрәтләйәсәк.

Платон аристократик идара итеүҙең ике төр дәүләт ҡоролошон айырып күрһәтә:

Суд (хөкөм итеү) системаһы закондар һағында тора. Ысын суд эшмәкәрлеге булмаһа, дәүләт тә булмай .

Әгәр ҙә хаким итеүселәр араһында берәйһе айырылып сыҡһа, аристократик дәүләт монархияға әүрелә ала (царская власть).

Әгәр бер нисә хаким булһа, дәүләтреспублика (аристократтар идара иткән) була.

Диалогта ҡатнашалар: Сократ менән Феодор Кирендан, икеһе лә тик диалогта ҡатнашыусыларҙы тәҡдим итәләр, үҙҙәре бер нисә генә һөйләм әйтеп үтә. Диалогта төп ҡатнашыусылар — йәш Сократ һәм сит ил кешеһе, Элеянан килгән ҡунаҡ.

Диалогтың композицияһы

Лосев Алексей Фёдорович буйынса

Рус теленә тәржемә иткәндәрҙән — Шейнман-Топштейн Сесиль Яковлевна.

Платон философияһының башынан аҙағына тиклем әхлаҡ мәсьәләре ҡарала. Уның диалогтарында ошондай һорауҙар ҡуҙғатыла: иң юғары байлыҡ (мәнфәғәт) тәбиғәте, уны кеше тәртибе һынланышында, йәмғиәт тормошонда ғәмәлгә ашырыу.

Платондың донъяға әхлаҡи ҡарашы эскерһеҙ эвдемонизмдан (Протагор) абсолют әхлаҡ («Горгий» диалогы) идеяһына тиклем үҫешә. «Горгий», «Теэтет», «Федон», «Республика» диалогтарында Платон этикаһы аскетик йүнәлеш ала: ул йәндең таҙарыуын, донъяуи ләззәттәрҙән, хис-тойғоларға бай йәмғиәт тормошонан арыныуҙы талап итә.

Кешенең маҡсаты— тәртипһеҙлек-боланан (камил булмаған хис-тойғоло донъянан) айырылып, юғарыға күтәрелеү һәм бар күңелдән бер ниндәй яуыз нимәгә ҡағылмай торған Илаһҡа оҡшарға тырышыу («Теэтет»); йәнде тәндән азат итеү, уны үҙеңә, үҙеңдең эске фекерләү донъяңа йүнәлтеү , мәңгелек һәм хәҡиҡәт менән генә эш итеү («Федон»).
Платонға «Филеб» менән «Закондар» диалогтарында аңлатылған татыулаштырыусы эвдемоник позиция ла хас.

Платондың бөтә хеҙмәттәрендә лә эрос бар икәне, юғары матурлыҡтың идеалына һәм йәшәйештең мәңгелек тулылығына етергә тырышыу фаразлана.

Кешенең асылын Платон уның тыуған саҡта тәненә инеп урынлашҡан мәңгелек һәм үлемһеҙ йәнендә күрә. Ул (тимәк кеше лә) белемде үҙләштерә ала. Платон быны дөйөм кеше затының хайуандарҙан айырмаһы тип иҫәпләгән. Ә төр (айырым) кимәлендә кеше хайуандан үҙенең тышҡы үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Был үҙенсәлектәр нигеҙендә Платон иң тәүге кеше асылы билдәләнештәренең береһен аныҡ итеп әйтеп бирә :

Әлбиттә, Платон хайуандар менән кешене тулыһынса ҡапма-ҡаршы ҡуймай. Кешенең йәне үлемһеҙ, ә тәне мәңгелек булмағанлыҡтан, кеше ике бер -береһенә ҡапма-ҡаршы башланғыстан тора (дуализм). 
Бер легенда буйынса, Диоген (Синоптан) Платондың « Кеше- ике аяҡлы, ҡанатһыҙ хайуан», тигән билдәләмәһен ишеткәс, тауыҡты йолҡоп, мәктәпкә алып килгән дә : « Бына Платондың кешеһе!» тигән. Быға ҡаршы Платон үҙенең билдәләмәһенә «…һәм киң тырнаҡлы» тигәнде өҫтәргә мәжбүр булған.

Платон үҙ ҡулы менән яҙған текстар беҙҙең заманға тиклем килеп етмәгән. Оксиринхта Мысыр папирустарында яҙылған, б.э.тиклем 200 йылдарҙағы тип һаналған бер нисә диалогтың өҙөктәре иң бороғолары тип һанала. Һаҡланып ҡалған иң тулы текстар X быуатҡа ҡарай.

VI быуатта уның хеҙмәттәре әрмән теленә тәржемә ителгән. XII быуатҡа тиклем платондың берҙән-бер латин теленә тәржемә ителгән хеҙмәте- «Тимей», уны IV Халкидий тәржемә иткән. Иртә урта быуаттарҙа (5-11-се быуаттар)Платон тәғлимәттәре тураһында мәғлүмәттәрҙе тәүсығанаҡтан эҙләмәй, Платон идеяларын дини һәм өлөшләтә мистик идеялар менәнбәйләгән неоплатониктар хеҙмәттәренән эҙләйҙәр.

XII быуат уртаһында Платондың Тимейын өйрәнеү менән шөғөлләнгән «Шартр мәктәбе» хәрәкәте барлыҡҡа килә. Шул уҡ XII быуатта  «Менон» һәм «Федон» диалогтарын латин теленә тәржемә итә.

XV быуат уртаһында Марсилио Фичино философтың бөтә хеҙмәттәрен дә латин теленә тәржемә иткәндән һуң, Платон мираҫы Европаның ижтимағи һәм фәнни тормошона тулыһынса кире ҡайта.




#Article 10: Конфуций (1350 words)


Конфуций — (, Чжэнчжан: ; һирәгерәк , Чжэнчжан: ; Confucius тип латинлаштырылған ; яңғыҙлыҡ исемдәр 孔丘 Кун Цю и 孔仲尼 Кун Чжунни ,  тирәһендә,  —  тирәһендә, ) — боронғо аҡыл эйәһе һәм Ҡытай философы. Уның тәғлимәттәре   Ҡытай һәм Көнсығыш Азия тормошонда тәрән эҙ ҡалдыра, конфуцианлыҡ булараҡ билдәле булған философия системаһы нигеҙенә әйләнә. Конфуций тәүге университетҡа нигеҙ һала һәм төрлө кенәзлектәрҙә яҙылған йылъяҙмаларҙы тәртипкә килтерә. Конфуцийҙың кенәз, чиновник, яугир һәм крәҫтиәндәрҙең тәртибе ҡағиҙәләре тураһындағы тәғлимәте, Ҡытай менән Һиндостанда Будданың тәғлимәте нисек киң таралған булһа, шул кимәлдә уҡ таралыу ала. Ысын исеме — Кун Цю (孔丘 Kǒng Qiū), ләкин әҙәбиәттә йыш ҡына Кун-цзы, Кун Фу-Цзы («учитель Кун») йәки ябай ғына итеп Цзы — «Уҡытыусы» тип алына. 20 йәштән саҡ ҡына өлкәнерәк сағында уҡ ул Ҡытайҙың тәүге профессиональ педагогы булараҡ таныла. Ул кешелекте кеше сифаттарына өйрәтә.

Легизм еңгәнгә тиклем, Йөҙ мәктәп исеме аҫтында билдәле булған осорҙа, Конфуций мәктәбе Һуғышыусы батшалыҡтарҙың интеллектуаль тормошонда бик күп йүнәлештәрҙең береһе генә була. Цин ҡолатылғас ҡына тергеҙелгән конфуцианлыҡ дәүләт идеологияһы статусына еткерелә һәм, ваҡытлыса ғына буддизм һәм даоцизмға юл ҡуйып, ХХ быуат башына тиклем һаҡлана. Был Конфуций фигураһын ҙурлауға, уны дини пантеонға әйләндереүгә килтерә.

Конфуций затлы Кун нәҫеле вариҫы була. Уның урта быуатта Ҡытай авторҙары тарафынан бик яҡшы итеп өйрәнелгән нәҫел тамыры Вэй-цзы исемен йөрөткән, тоғролоғо һәм ғәййәрлеге өсөн Сун батшалығы һәм шуға ярашлы чжу хоу титулы бирелгән Чжоу Чэнь-ван династияһы императорының тоғро вариҫына барып тоташа. Әммә быуындар алмашыныуы менән Конфуций нәҫеле элекке йоғонтоһон юғалта һәм ярлылана; уның Му Цзинфу исемле ҡарт олатаһына тыуған кенәзлеген ҡалдырырға һәм сит ерҙәрҙә, Лу батшалығында төпләнергә тура килә.

Конфуций 63 йәшлек хәрби хеҙмәткәр Шулян Хэ (叔梁纥, Shūliáng Hé) һәм Янь Чжэнцзай (颜征在 Yán Zhēngzài) исемле ун ете йәшлек әсир ҡыҙҙан тыуа. Буласаҡ философтың атаһы уға йәш ярым булғанда вафат була. Конфуцийҙың әсәһе Янь Чжэнцзай һәм атаһының ике өлкән ҡатыны араһындағы мөнәсәбәт бик көсөргәнешле була, сәбәбе — малай таба алмаған өлкән ҡатынының иренә малай табып биргән йәш ҡатынға ҡарата асыуы, ул осорҙа ҡытай ир-егеттәре өсөн ғаиләлә малайҙың булыуы бик мөһим була. Сибек һәм сирләшкә малай (уны Бо Ни тип атайҙар) тапҡан икенсе ҡатыны ла йәш әсәне күрә алмай. Шуға күрә лә Конфуцийҙың әсәһе, улын алып, йорттарынан сығып китә һәм тыуған яғына Цюйфу ҡалаһына ҡайтып урынлаша, әммә ата-әсәһенә ҡайтмайынса үҙаллы йәшәүҙе хуп күрә..

Ғаилә ярлылыҡта йәшәгәнлектән, Конфуцияға кесе йәштән үк бик күп эшләргә тура килә. Әммә әсәһе, Янь Чжэнцзай, улына уның атаһының һәм уның бынан алдағы нәҫеленең бөйөк эштәре тураһында һөйләр була. Шулай итеп, Конфуцийҙа уның нәҫеле лайыҡ булған юғары урынды яуларға тейешлеге тураһындағы фекере нығығандан-нығый бара, шуға ла ул үҙ алдына белем алыу менән шөғөлләнә, иң тәүге сиратта — ул ваҡыттағы һәр Ҡытай аристократына кәрәкле сәнғәтте өйрәнә. Уғата тырышып уҡыуы үҙ емештәрен бирә һәм Конфуцийҙы Лу батшалығының Цзи кланында (Көнсығыш Ҡытай, хәҙерге Шаньдун провинцияһы) келәттәрҙе тикшереүсе (игенде ҡабул итеү һәм үлсәп ебәреп тороу өсөн яуаплы чиновник) итеп ҡуялар, шунан һуң малдар өсөн яуаплы чиниовник була ул. Ул мәлдә буласаҡ фәйләсүфҡа — тикшеренеүселәрҙең фаразы буйынса — 20 - 25 йәш тирәһе була. Ул 19 йәшендә өйләнә, Ли исемле улы була.

Был осорҙа Чжоу империяһы бөтөүгә табан бара: император власы һанға һуғылмай, патриархаль йәмғиәт тарҡалыуға дусар ителә, һәм затлы нәҫел урынына ябай чиновниктарҙы үҙ тирәһенә йыйған айырым батшалыҡтар хакимдары килә. Ғаилә-клан бүленешенең боронғо нигеҙҙәренең емерелеүе, үҙ-ара талаш-тартыш, чиновниктарҙың һатылыуы һәм ҡомһоҙлоғо, ябай халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүе һәм ыҙа сигеүе — йәмғиәттең боронғолоҡто һаҡларға тырышҡан вәкилдәрендә ҡырҡа тәнҡит тыуҙыра.

Дәүләт сәйәсәтенә йоғонто яһай алмаясағын аңлағандан һуң Конфуций отставкаға китә һәм уҡыусылары менән бергә Ҡытай буйлап сәйәхәт итә башлай. Сәйәхәте барышында ул үҙенең идеяларын төрлө өлкәләр хакимдәрына еткерергә тырыша. Яҡынса 60 йәшендә Конфуций өйөнә ҡайта һәм ғүмеренең һуңғы йылдарында яңы уҡыусыларына белем биреү, шулай уҡ Ши-цзин (Йырҙар Китабы), И цзин (Үҙгәрештәр Китабы) һәм башҡа элек яҙған әҙәби хеҙмәттәрен системаға һалыу менән шөғөлләнә.
Конфуцийҙың уҡыусылары остазының әйткән фәһемле һүҙҙәре һәм әңгәмәләре буйынса «Лунь Юй» («Әңгәмәләр һәм фекерҙәр») китабын баҫтырып сығара, ул конфуцианлыҡты хөрмәт иткән китап була (Конфуцийҙың тормош сәхифәләре араһында уның улы Бо Юй 伯魚 иҫкә алына, икенсе төрлө уны Ли 鯉 тип тә йөрөтәләр; биографияһының ҡалған мәлдәре күбеһенсә Сым Цяндың «Тарихи яҙмаларында» урын ала).

Чуньцю («Яҙ һәм Көҙ», Лу еренең беҙҙең эраға тиклем 722 йылдан 481 йылға тиклемге осоро йылъяҙмаһы) китабын ғына Конфуцийҙың классик әҫәре тип атарға мөмкин; артабан бәлки ул  Ши-цзинды («Шиғырҙар китабы»н) мөхәррирләгәндер, тигән фекер ҙә йәшәй. Ҡытай ғалимдары Конфуцийҙың 3000 шәкерте булған, шуларҙың 70-е — иң яҡыны тип иҫәпләһә лә, ғәмәлдә 26 шәкертенең генә исемдәре билдәле; Янь-юань иң яратҡан шәкерте булған. [Цзэн-цзы һәм Ю Жоны ла ул үҙенә яҡын тартҡан (см. ).

Конфуцианлыҡты йыш ҡына дин тип атаһалар ҙа, унда ғибәҙәтханалар институты юҡ, уның өсөн теология мәсьәләләре мөһимерәк. Конфуцианлыҡ этикаһы дингә бәйләнмәгән. Конфуцианлыҡтың идеалы — боронғо өлгө буйынса һәр шәхестең билдәле бер тәғәйенләнеше булған гармоник үҫешкән йәмғиәт булдырыу. Гармоник йәмғиәт тоғролоҡ (чжун, 忠) идеяһында ҡорола. Конфуций этиканың алтын ҡағиҙәһен уйлап таба: «Үҙеңә теләмәгәнде, кешегә ҡарата ҡулланма».

XVII быуат уртаһында Көнбайыш Европала Ҡытайҙа сыҡҡан бөтә нәмәгә, ғөмүмән көнсығыш экзотикаһына мода барлыҡҡа килә. Ошо мода менән бергә ҡытай философияһын үҙләштерергә тырышыу ҙа барлыҡҡа килә, хатта был философия менән һоҡланыуға тиклем барып етәләр.  Мәҫәлән, инглиз яҙыусыһы Роберт Бойль ҡытайҙарҙы һәм индустарҙы гректар һәм римлеләр менән сағыштыра.

менән була. Авторҙарҙың береһе, Филипп Купле, Европаға йәш ҡытай егете менән бергә ҡайта, уны Мишель исеме аҫтында суҡындыралар. 1684 йылда был йәш егет Версальдәге сараға саҡырыла, шул ваҡиғанан һуң Европала ҡытай мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта төшә.

Иң танылған иезуит тикшеренеүселәренең береһе, Маттео Риччи, ҡытай рухи тәғлимәттәре менән харистианлыҡ араһында концептуаль бәйләнеш булыуын табырға тырыша. Бәлки уның тикшеренеү программаһына европаны үҙәкләштереү хас булғандыр, ләкин тикшеренеүсе Ҡытай, христианлыҡ ҡиммәттәрен ҡабул итеп алмаһа ла, уңышлы үҫешә алыр, тип башына ла килтермәй. Риччи «Конфуций ҡытай-христиан синтезен булдырыу өсөн асҡыс» тип билдәләй. Бынан тыш ул, һәр диндең нигеҙ һалған кешеһе булырға тейеш, тип иҫәпләй, шуға ла Конфуцийҙы «конфуциан диненә» нигеҙ һалыусы тип атай.

Француз  философы Николя Мальбранш үҙенең «Христиан аҡыл эйәһенең ҡытай аҡыл эйәһе менән әңгәмәһе» китабында (1706 йылда баҫылып сыҡҡан) конфуцианлыҡ тураһындағы фекерҙәрен әйтә. Шулай итеп, Мальбранш, Конфуций — дингә нигеҙ һалыусы түгел, ә саф рационализм вәкиле, тип белдерә.

Готфрид Вильгельм Лейбниц та Конфуций тәғлимәтенә байтаҡ ваҡытын сарыф итә. 

Лейбництың метафизикаһын популярлаштырыусы шәкерте, абруйлы философтарҙың береһе Христиан фон Вольф уҡытыусыһынан ҡытай мәҙәниәтенә, атап әйткәндә, конфуцианлыҡҡа ҡарата ихтирамлы ҡарашлы мираҫ итеп ала.

Ә бына танылған немец тарихсыһы Иоганн Готфрид Гердер ҡытай мәҙәниәтенә төнҡит күҙлегенән ҡарай һәм, Конфуций этикаһы тик ҡолдарҙы ғына тыуҙырырға һәләтле, тип билдәләй.  

Гегель философия тарихы буйынса лекцияларында XVII—XVIII быуаттарҙа Көнбайыш Европала конфуцианлыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына тәнҡит күҙлегенән ҡарай.

Конфуций белемдең нигеҙе — яҡшылыҡ принцибы тип иҫәпләй. Идара иткән кешеләр идеаль булырға тейеш. Уларҙын йәшәйеше йолаларға буйһонорға тейеш. Улар гуманист, бурысын үтәргә, белемгә ынтылырға тейеш.
Дәүләт — ҙур ғаилә. Ил башлығының маҡсаты халыҡты ашатыу һәм өйрәтеү. Байҙарға һәм ярлылыларға бүленеү насар түгел.

Конфуций буйынса енәйәт өсөн язаны ҙурайтыу йәмғиәттә енәйәтселекте кәметмәй.

Конфуций шәхесе классик ҡытай мәғарифының титул фигураһына әкренләп, эҙмә-эҙлекле рәүештә әүерелә. Тәүҙә уның исеме Мо-цзы (Кун-мо 孔墨) менән йәнәш йәки империя булғанға тиклемге башҡа интеллектуалдар исемлегендә атала. Ваҡыты менән ул жу 儒 термины менән яраштырыла — әммә шуныһы аҙаҡҡа тиклем аңлайышлы түгел: ул конфуцианлыҡтан башҡа интеллектуаль йолаларҙы  күҙҙә тотҡанмы, әллә юҡмы (артабан был төшөнсәне конфуцианлыҡ менән тигеҙләү тураһында, см.).

Конфуцийҙың популярлығы Хань династияһы осоронда күтәрелә: был дәүер әҙәбиәтендә ул уҡытыусы һәм сәйәсмән генә булып түгел, ә закон сығарыусы, пәйғәмбәр һәм ярымалла кимәленә еткерелә. «Чуньцю»ға аңлатмалар яҙыусылар, Конфуций «күк мандаты» алыуға өлгәшкән, тигән һығымтаға килә, шуға ла уны «тәхеткә ултыртылмаған ван» тип атай. Беҙҙең эраның I быуатында Кофуций дәүләт табыныуы объектына әйләнә (титул 褒成宣尼公); беҙҙең эраның 59-сы йылынан даими рәүештә урындағы кимәлдә уға баш эйеү, табыныу раҫлана; 241 йылда (өс батша осоро) аристократик пантеонға күтәреү тамамлана, ә 739 йылда (Таң династияһы) ван титулы ла Конфиций исеме янына теркәлә. 1530 йылда (Мин династияһы) Конфуций 至聖先師 атамаһына лайыҡ була, йәғни «үткән замандар уҡытыусылары араһында иң юғары аҡыл эйәһе» тип таныла.

Конфуцийҙың шулай ныҡ популярлашып китеүен шул замандағы тарихи процестар менән бәйләргә кәрәк. Мәҫәлән, «тәхеткә ултыртылмаған ван», йәғни Конфуций, Ван Ман тәхетте законһыҙ рәүештә биләүенә бәйле илдә тыуған көрсәктән һуң, тәхеткә ултырған Хань династияһын лигитимлаштырыу өсөн бик кәрәк була (шул осорҙа яңы баш ҡалала тәүге будда ғибәҙәтханаһы) ҡалҡып сыға.

Имтихандар системаһы үҫешә барыу менән, Ҡытайҙа  Конфуцийға () арналған ғибәҙәтханалар төҙөү киң ҡолас ала. Уның тыуған яғындағы Конфуций ғибәҙәтханаһы, Цюйфулағы, Шанхайҙағы, Пекиндағы, Тайчжундағы ғибәҙәтханаларҙы шулар иҫәбенә индерергә була.

Ҡытай тарихында Конфуций образының төрлө ҡиәфәттә һүрәтләнеүенә ҡарата Гу Цзеган ирониялы комментарий ҙа яҙа.




#Article 11: Антарктика (129 words)


Анта́рктика — Ер шарының көньяҡ ҡотобондағы өлкәһе, Антарктида һәм уға сиктәш Атлантик океан, Һинд океаны һәм Тымыҡ океан өлөштәрен үҙ эсенә ала (ҡайһы ваҡыт океандарҙың был өлөштәре айырым бер Көньяҡ океан итеп иҫкә алалар). Антарктика сиге 48–60° к.к. үтә. Дөйөм майҙаны 52 Мм² тирәһендә.

Антарктика — һауа температураһы түбән, көслө елдәр, борандар һәм томандар булған Ерҙең иң ҡаты климатлы өлкәһе. Антарктида китғаһы һәм яҡын утрауҙар өҫтөндә боҙ ҡатламы ята. Субантарктика райондарында иң йылы айҙың урта температураһы +10 °C, иң һыуыҡ айҙың урта температураһы 0° C -тан алып −10 °C –ҡа тиклем була. 

Һалҡын Антарктика һыуҙары крилгә (ваҡ ҡыҫала һымаҡтар) һәм балыҡҡа бай. Бында күп тюлень, котик һәм кит йәшәй. Яр буйында поморник һәм альбатрос кеүек диңгеҙ ҡоштары, шулай уҡ пингвиндарҙың һигеҙ төрө бар. 
Утрауҙарҙа тундра үҫемлектәре, күп ҡош бар.




#Article 12: Юлай Аҙналин (662 words)


Юлай Аҙналин (1722—1797-1800 араһы) — башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы.

Юлай Аҙналин Тәкәй ауылында тыуа (хәҙерге Салауат районы), Шайтан-Көҙәй ырыуы тархандары нәҫеленән. 1750-се йылдарҙа Юлай Рәсәй империяһы армияһында йөҙ башы булып хеҙмәт итә, 1766 йылда улус старшинаһы вазифаһына тәғәйенләнә. 1771—1773 йылдарҙа башҡорт иррегулярных ғәскәрендә хеҙмәт итә. Үҙенең ҡул аҫтындағы хәрби башҡорттар менән Ырымбур сик буйы линияларын һаҡлауҙа, ике тапҡыр алыҫ хәрби походтарҙа ҡатнаша. 1755 йылғы башҡорт ихтилалдарында ла ҡатнашыуы ихтимал, әммә был факт бер ниндәй документ менән дә раҫланмай.

XVIII быуат уртаһында Көньяҡ Урал территорияһын әүҙем колонизациялау башлана. Баҫҡынсылыҡ сәйәсәте, әлбиттә, төп халыҡ булған башҡорттарҙың ҡаршы тороуына юлыға. Сөнки заводтарҙы төҙөү өсөн ғәйәт күп ер участкалары законһыҙ рәүештә башҡорттарҙар тартып алына. Ерҙе һатыу тураһындағы юридик документтар артында алдау, ҡайһы бер вазифалы кешеләрҙең тауыштарын һатып алыу, һатыу—һатып алыу килешеүен төҙөү өсөн башҡорттарға рәсми рәүештә баҫым яһау ысулдарын ҡулланыу тора. Юлай башҡорттарҙы ерҙәрен һатырға мәжбүр иткән, шуның менән үҙ мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн аңлы рәүештә закондарҙы боҙған губерна чиновниктары менән көрәшә. Заводчик Я. Б. Твердышев һәм Эҫем тимер иретеү заводы төҙөлгән Шайтан-Көҙәй улусы башҡорттары араһындағы мөнәсәбәт быға миҫал булып тора.

Ырымбур дәүләт архивы документтарында Твердышевтың был улус ерҙәрен үҙ милкенә алырға тырышыуы тураһындағы мәғлүмәттәр бар. Әммә заводчик Яков Борисович ер һатып алыу мәсьәләһендә йорт старшинаһы Аҙналиндың ҡаршы тороуына тап була. Башҡорттарға баҫым яһау маҡсатында Твердышев губерна властарынан ярҙам һорарға һәм аҫаба бащҡорттарҙың бер нисәһенең тауышын һатып алырға ҡарар итә. 1762 йылда Ырымбур отряды гарнизоны Юлай һәм уның бер нисә арҡалашын көс ҡулланып Ҡытау-Ивановск заводына килтерә. Башҡорттарға губерна канцелярияһының улус ерҙәрен кисекмәҫтан заводчикҡа тапшырырға тигән указы Твердышевтың күҙ алдында уҡыла, ләкин Аҙналин ҡайтанан ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерә. Ул сағында заводчик Яков Борисович хәйләләп ерҙе ҡулына төшөрмәксе була. Башҡорттар араһында икенсе төрлө фекерлеләрҙең будыуынан файҙаланып, ул шул ер хужаларының береһе булған старшина Шығанай Борсаҡовты үҙ яғына ауҙара. Твердышев улус башҡорттарының дөйөм ихтыярына ҡаршы килеп, старшина Шығанай Борсаҡов менән ер һатыу—һатып алыу тураһында килешеү төҙөй. Шулай итеп, Твердышев һәм губерна администрацияһы аңлы рәүештә ерҙе һатыу—һатып алыу йәки арендаға алыу тураһындағы килешеүҙең ерҙең юридик милекселәре булған башҡорт общинаһының бөтә ағзалары менән дә төҙөлөргә тейешлеге тураһындағы законды боҙоуға бара. Юлай Аҙналин властарҙың бындай хыянаты менән килешә алмай. Старшина булып һайланғас, оҙаҡ йылдар буйына законһыҙ рәүештә тартып алынған ерҙәрҙе кире ҡайтарырға тырыша. Ләкин бөтә суд ултырыштары ла башҡорттарҙың еңелеүе менән тамамлана: Юлай һәм үҙ хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһаған башҡорттарға ҙур күләмдә штраф һалына (600 һум).

Юлай Аҙналин ғәҙел булыуы менән айырылып тора, бер ҡасан да байлыҡ туплауҙы маҡсат итеп ҡуймай һәм арҡалаштары араһында тыуған бәхәстәрҙе лә ике яҡ та риза булырлыҡ итеп хәл итә. Ә бына хөкүмәткә ҡарата уның үпкәһе ҙур була. Ырымбур губернаторы Путятин үҙ ваҡытында Юлай Аҙналинға старшина вазифаһын ғына түгел, ә ҙур ғына ер биләмәһен дә бүлеп биргән була. Шул бүләк ителгән ерҙәр аҙаҡ Эҫем заводын һәм казактар станицаһын төҙөү өсөн тартып алына.

Урыҫ яҙыусыһы Ф. Д. Нефёдов 1880 йылда Юлай тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:

Юлай Аҙналин бай, аҡыллы һәм кеше араһында бик абруйлы кеше була, ул башҡорттар араһында ихтирам менән файҙалана, властар ҙа башҡорт старшинаһына ҙур ышаныс менән ҡарай. Уның урыҫ хөкүмәтенә тоғролоғо бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай… Әммә ысынбарлыҡта башҡорт старшинаһы бөтөнләй икенсе төрлө ҡараштағы шәхес була. Юлайҙың күҙ алдында башҡорт ауылдары яндырыла, башҡорт ерҙәре талана; уның үҙенең ерҙәрен купец Твёрдышев Эҫем заводын һәм урыҫ ауылын төҙөү өсөн тартып ала. Үҙенең Тыуған илен яратҡан ысын башҡорт булараҡ, Юлай битараф тамашасы булып ҡала алмай, властар алдында үҙ тойғоларын йәшерһә лә күңелендә үс алыу тойғоһон һаҡлай.

Юлай Аҙналин русса яҙа белмәй, әммә белемдең кәрәклеген аңлап, улының уҡый һәм яҙа белеүенә өлгәшә. Салауаттың төрки яҙмаһын үҙләштереүендә лә атаһының ҡатнашлығы ҙур. Улы Салауат Тыуған иленә һөйөү һәм милли ғорурлыҡ мөхитендә тәрбиәләнә.

Тәүҙәрәк Юлай Аҙналин Пугачёв хәрәкәтендә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәй, ләкин, 1774 йылдың яҙынан ул үҙ улусындағы башҡорттар отрядына командалыҡ итеп, Салауат һәм пугачевсыларҙың башҡа юлбашсылары менән бергә Эҫем заводы янында һәм башҡа урындарҙа карателдәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Июнь айында Пугачёв менән осрашҡанында атаман чинына лайыҡ була һәм башҡорттарҙы баш күтәреүселәр отрядтарына ылыҡтырыу буйынса задание ала.

Салауат районының Йонос ауылында Юлай Шишмәһе төҙөкләндерелде.




#Article 13: Башҡорт алфавиты (1259 words)


Башҡорт алфавиты — башҡорт теленең алфавиты. Башҡорттар төрлө дәүерҙә боронғо төрки рун яҙмаһын, боронғо уйғыр, ғәрәп, латин яҙмаларын һәм кириллица ҡуллана. Һуңғыһы — әлеге көндә ҡулланылған алфавит. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре.

Бөгөнгө көндә ҡулланылған башҡорт алфавиты 1940 йылда ҡабул ителгән. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, ҫ, Һ һ хәрефтәре. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡҡ, Ҙҙ хәрефтәре башҡа бер төрки телдә лә осрамай.

Хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибе урыҫ алфавитындағыса ҡабул ителгән. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн алынған яңы хәрефтәр, ғәҙәттә, урыҫ графикаһындағы ҡайһы хәреф нигеҙендә яһалған булһа, башҡорт алфавитында шул урыҫ хәрефе артынса ҡуйылған. Мәҫәлән, ғ (Гг — Ғғ), ҡ (Кк — Ҡҡ), ң (Нн — ң), ө (Оо — Өө), ҫ (Сс — ҫ), ү (Уу — Үү), ә (Ээ — Әә) хәрефтәренең урынлашыу тәртибе ошо принциптан сығып билдәләнгән. Ҙ хәрефе, был принциптан сығып ҡарағанда, яһалышы буйынса (Зз — Ҙҙ) з хәрефенән һуң торорға тейеш ине, ләкин ул үҙенең урынын латин графикалы башҡорт алфавиты буйынса һаҡлаған һәм д хәрефенән һуң бирелгән, сөнки латин графикаһы нигеҙендәге алфавитта ҙ хәрефе д хәрефе нигеҙендә яһалған һәм уның артынса ҡуйылған.

Хәрефтәрҙең баш хәреф һәм бәләкәй хәреф варианттары айырыла. Тик ң, ҫ, ъ, ь хәрефтәренең генә яҙыуҙа баш хәреф варианттары ҡулланылмай, сөнки башҡорт яҙма әҙәби телендә был хәрефтәр менән башланған һүҙҙәр юҡ.

Ниндәй өн (фонема) мәғәнәһендә йөрөүҙәренә ҡарап, алфавиттағы хәрефтәрҙе түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин:

Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун) яҙмаһын ҡуллана. Яҙыусы, тарихсы Йыһат Солтанов яҙыуынса, «Ырын» (рун) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул. Силәнгә — Өргөн (Селенга — Орхон) ырын яҙмалары бөйөк Төрки ҡағанаты (552—745 йылдар) дәүерендә барлыҡҡа килгән. Был боронғо төрки алфавитында 37 хәреф булһа, уның 17-һе башҡорт тамғаларына тап килә.

Боронғо төрки халыҡтары рун яҙыуынан башҡа тағы икенсе бер төр яҙыу ҡулланған. Ул — боронғо уйғыр яҙыуы, VIII-ХVII быуаттарҙа ҡулланылышта була.

X быуат баштарында, Ислам динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. Үҙ заманының уҡымышлылары ғәрәп яҙмаһын ҡулланып күп нәмә яҙып ҡалдырғандар, улар араһында тарихи документтар менән шәжәрәләр ҙә, эпос, легендалар һәм башҡалар ҙа бар. Боронғо ҡәбер таштарындағы, һәр төрлө һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙар ҙа ғәрәп хәрефе менән башҡарылған.

Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә төрки халыҡтар иҫке төрки теле тип аталған әҙәби яҙма телен булдыра. Был яҙманы башҡорттар XI-се быуатта ҡуллана башлай. Нәҡ ошо телдә ХIII быуат башында Ҡол Ғәлиҙең мәшһүр «Ҡиссаи Йософ» әҫәре яҙыла.

ХVI быуат уртаһында башҡорттар Урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, батша самодержавиеһы төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр һәм башҡа яҙма ҡомартҡылар һаҡланған.

Башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыу йүнәлеше башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр XIX быуатта күренекле башҡорт педагогы, мәғрифәтсе ғалим һәм яҙыусы Мирсалих Мирсәлим улы Биксуриндың эшмәкәрлегендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт мәғрифәтселәренән шулай уҡ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ғәрәп алфавитын камиллаштырырға, башҡорт теленә ҡулайлаштырырға ынтыла.

Шулай ҙа XX быуат баштарына тиклем ҡулланылып йөрөтөлгән ғәрәп алфавиты башҡорт теленең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алмаған; ҡайһы бер башҡорт өндәре өсөн билдәләрҙең бөтөнләй булмауы, һүҙ уртаһында һуҙынҡыларҙың регуляр яҙылмауы, башҡорт теле өсөн кәрәге булмаған артыҡ хәрефтәрҙең булыуы һ. б. ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған.

Башҡортостанда совет хакимиәте урынлашҡандан һуң, 1921 йылда Бәләкәй Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты башҡорт теленең дәүләт статусын таный. Башҡорт яҙмаһын булдырыу һәм уны ҡулланыу өсөн 1922 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә комиссия ойошторола. 1923 йылда ошо комиссия тарафынан төҙөлгән беренсе башҡорт алфавиты һәм орфографияһы («Хәреф вә имла лаихәһе») иғлан ителә. Был алфавит традиция буйынса быға тиклем башҡорттар файҙаланып йөрөгән ғәрәп графикаһы нигеҙендә төҙөлә (уны һуңынан иҫке башҡорт алфавиты йәки «иҫкәлеп» тип йөрөтәләр). Алфавит 33 хәрефтән тора (иҫкеһендә иһә — 22 хәреф булған), шуларҙың егерме етеһе — тартынҡы («тауышһыҙ») өндәр, ә алтыһы һуҙынҡы («тауышлы») өндәр өсөн алынған.

Латин алфавитына күсеү өсөн хәрәкәт 1924 йылдан Башҡортостанда башлана. 1924 йылдың 6 октябрендә Башҡортостан халыҡ Комиссарҙары Советы (Башсовнарком) башҡорт яҙмаһын латин алфавитына күсереү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә. 1925—1935 йылдарҙа Башҡортостан яңалиф үҙәк комитеты эшләй. Башҡорт алфавитының латин графикаһы нигеҙендә төҙөлгән беренсе варианты Яналиф үҙәк комитеты тарафынан 1925 йылда тәҡдим ителә. Һуңынан был алфавит ҡабаттан ҡарап сығыла, камиллаштырыла. Уның яңы варианты 1928 йылдың 7 майында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан рәсми дәүләт алфавиты итеп раҫланыла. Был алфавитта 36 хәреф була, шуларҙың уны — һуҙынҡы өндәр өсөн, егерме алтыһы — тартынҡы өндәр өсөн, быларға өҫтәп үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың йомшаҡлығын белдереү өсөн '(апостроф) алына.

Латинлаштырылған алфавитты ҡулланыуға керетеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла — педагогтар яңынан әҙерләнә, яңы алфавит нигеҙендә гәзит-журналдар баҫтырыла, рәсми ҡағыҙҙар алып барыла, башҡорт теле орфографияһының төп принциптары әҙерләнә.

Әммә Яңалиф рәсми башҡорт алфавиты ролен бик оҙаҡ үтәмәй. Башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү 1938 йылдың авгусында уҡ башлана.

Башҡорт яҙыуын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү эше урыҫ һәм башҡорт ғалимдары тарафынан Октябрь революцияһына тиклем үк башланған. Урыҫ алфавиты нигеҙендәге тәүге башҡорт алфавиты «Букварь для башкир» 1892 йылда Ырымбур губернаһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы Василий Владимирович Катаринский тарафынан баҫтырыла, 1898 йылда әлифбаның икенсе баҫмаһы сыға. 1907 йылда Орск өйәҙенең урыҫ булмаған мәктәптәренең инспекторы Александр Григорьевич Бессоновтың бер аҙ камиллаштырылған әлифбаһы («Букварь для башкир») донъя күрә. Ҡазан университеты профессоры Николай Федорович Катанов урыҫ графикаһы нигеҙендә «Азбука для башкирского языка» төҙөй.

Бигерәк тә башҡорт табибы һәм тел белгесе Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы) төҙөгән урыҫ графикаһы нигеҙендәге башҡорт алфавиты киң билдәле. 1912 йылда Ҡазанда уның «Основы звукопроизношения и азбука для башкир» тигән китабы баҫылып сыға. Башҡортса яҙыу өсөн Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй. 1919 йылда Өфөлә уның «Әлепей» китабы донъя күрә. Китапта һыҙылышы ҡатмарлы хәрефтәр ябайлаштырыла, улар хатта хәҙерге башҡорт теле алфавитына яҡын тора. Ләкин Ҡулаевтың алфавитын революциянан һуң тәүге йылдарҙа ғәмәлгә индереп булмай, сөнки граждандар һуғышы, 1921 йылғы йотлоҡ был эште бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй.

Урыҫ графикалы алфавитҡа күсеү мәсьәләһе ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында 1938 һәм 1939 йылдарҙа ике мәртәбә тикшерелә һәм башҡорт теленең яны алфавитын һәм орфографияһын төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1939 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын һәм орфографияһын раҫлау һәм был алфавит менән орфографияға күсеүҙе 1940—1941 йылдарҙа тамамлау тураһында указ ҡабул итә. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы 1940 йылда С. Моратов, З. Айыуханов һәм А. Ә. Ғәлләмов авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға. 1950 алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла.

Шулай итеп, хәҙерге башҡорт алфавиты һәм орфографияһының ярты быуаттан артыҡ тарихы бар.

Компьютер технологияларында кириллик хәрефтәр өсөн ҡулланылған кодлауҙарҙа (КОИ8, Windows CP 1251 һ.б.) кириллик графика нигеҙендә төҙөлгән башҡа тел алфавиттарының үҙенсәлекле хәрефтәре өсөн буш код ҡалмай (украин, белорус, серб һәм македон хәрефтәренән башҡа). Һөҙөмтәлә был милләттәрҙең алфавиты өсөн компьютер шрифттарын булдырыуҙы шәхси фирмалар йәки һәүәҫкәр оҫталар үҙ өҫтөнә ала. Хәҙерге көндә башҡорт хәрефтәрен сағылдырған шрифттар бихисап. Әммә барыһының да бик ҙур кәмселеге бар — был шрифттар бер-береһе менән ҡуша ҡулланыу өсөн яраҡлаштырылмаған, йәғни бер шрифттан икенсеһенә күскән хәлдә күпселек символдар мәғәнәһен юғалта. Һәм тағы ла бер кире яғы — был шрифттар ҡайһы компьютерға ҡуйылған, шунда ғына уҡыла, шулай итеп, улар башлыса йыйылған башҡорт текстарын ҡағыҙға баҫып сығарыу өсөн генә яраҡлы.

Был проблемалар электрон һүҙлектәр, дөрөҫ яҙыуҙы тикшереү системаларын, башҡорт телендә веб-сайттар булдырыу эшендә тотҡарлыҡ яһай.

Юникод (Unicode) халыҡ-ара кодлау стандарты үрҙә әйтеп үтелгән мәсьәләне хәл итә. Был стандарт бөтә яҙма телдәрҙең хәрефтәрен, иероглифтарын, символдарҙы сағылдырыу мөмкинлеген бирә. Бөгөнгө көндә башҡорт текстын яҙыу өсөн төп операцион системаларҙа, шул иҫәптән Windows-та ҡуйылған Unicode шрифттары ҡулланыла. Шулай, Arial Unicode MS, Palatino Linotype, Microsoft Sans Serif шрифттары бөтә компьютерҙа ла дөрөҫ сағылдырыла. Әммә башҡорт ҡатламы () булмауы башҡорт хәрефтәрен йыйыуҙы ҡатмарлаштыра. Башҡорт хәрефтәрен яҙыу ысулдары Башҡорт Википедияһының  мәҡәләһендә һәм  сайтының  мәҡәләһендә тасуирланған.




#Article 14: Мәсетле районы (436 words)


Мәсетле районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Әртә ҡала округтары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш.

Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандар имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ (Оло Ыҡтамаҡ), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Ыҡтамаҡ), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Ыҡтамаҡ), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Яңы Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Буртаковка, Оло Ыҡтамаҡ) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) ятҡылыҡтары бар.

Район аша Мәсәғүт — Әчет, Оло Ыҡтамаҡ — Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ — Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә.

Төп етештереү тармағы булған ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә махсуслашҡан. Шәхси хужалыҡтар картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 83,7 мең, көтөүлектәр — 19,2 мең, сабынлыҡтар — 3,8 мең гектар майҙанды биләй.

Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, «Ҡарағай» шифаханаһы урынлашҡан.

Башҡорт телендә һәм рус телендә «Мәсетле тормошо» — «Мечетлинская жизнь» гәзите сыға.

Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтан Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) — 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) — 126 км алыҫлыҡта.

Район яңынан тергеҙелгәндә (14 ғинуар 1965 йыл) түбәндәге ауыл советтарынан торған: Әләгәҙ, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Мишәр, Ростов. Шул уҡ йылда Яңы Мөслим ауыл Советы тергеҙелә, яңы Йонос ауыл Советы төҙөлә. 1985 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советын бүлеп, Әжекәй ауыл Советы булдырыла. 1987 йылда Ҡорғат ауыл Советы тергеҙелә, ул Ростов ауыл Советынан бүленеп сыға. 1989 йылда Мишәр ауыл Советын бүлеп, Яңы Яуыш ауыл Советы төҙөлә. 1996 йылда Абдулла ауыл Советы тергеҙелә, ул Оло Аҡа ауыл Советынан бүленеп сыға. 2003 йылдың 14 ғинуарында (Рәсәй хөкүмәте ҡарары № 14) Мишәр ауыл Советың исеме Яңы Мишәр итеп үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы ҡанунына ярашлы 2008 йылда Оло Ыҡтамаҡ, Әжекәй, Яңы Мөслим ауыл советтары берләштерелә. Берләштерелгән ауыл Советының исеме Оло Ыҡтамаҡ итеп ҡалдырыла. Үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы. 2008 йылдан районда муниципаль ауыл берәмеге кимәлендәге 12 ауыл Советы бар.

Төрлө йылдарҙа район биләмәһе майҙаны, ауыл советтары һәм ауылдар һаны

Республиканың административ-территориаль ҡоролошо исемле мәғлүмәт йынтыҡтары буйынса төрлө йылдарҙа ауыл советтары

Ғәмәлдәге биләмәләр ҡоролошо

Милли состав, (кеше (бөтә халыҡ һанынан өлөшө))

Мәсетле районының хөрмәтле гражданы тигән рәсми исем Мәсетле районы муниципаль район Советы ҡарары менән 2005 йылдың 28 сентябрендә булдырыла. Төрлө йылдарҙа был исемгә лайыҡ булыусылар:

Төп мәҡәлә Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр бирелгән мәсетлеләр

Төп мәҡәлә Мәсетле районы ғалимдары.

Академиктар

Мәсетле районынан бик күп ғалимдар сыҡҡан. Башҡорт теле белгесе Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған.

Мәсетле районы һәм Мәсетлеләр тураһында

Интернет селтәрендә

Киң мәғлүмәт сараларында 




#Article 15: Ләмәҙтамаҡ (463 words)


Ләмәҙтамаҡ — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 483 кеше. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825001.

Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ҡотош ауылына асфальт юлы, Һабанаҡ ауылына тура иҫке ҡырсынташ юл һәм Мәсәғүт-Әчит юлы аша асфальт юл бар. Әй йылғаһында боҙ тотһа Әбдрәхим ауылына ҡышҡы юл һалына. Фрунзе, … асфальт түшәләгән, Ғәзизов … урамдары ҡырсынташлы.
Ауылға газ үткән

Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан. Элек Нуриманов исемендәге колхоз / ауыл хужалығы етештереү кооперативы идараһы Ләмәҙтамак ауылында урынлашҡайны.

Ауылға Ҡошсо ырыуына ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл булырға тейеш. Хисаметдин Кинзин мулла нәҫелдәре һөйләүенсә ауыл мәсете 18 быуат уртаһында күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Хәтирләр буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылы урынында булған Ҡошсо ырыуының төп ауылын ихтиллал ваҡытында яндырылғандан һуң күсеп килгәндәр. Икенсе вариант буйынса Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекер бар. Ике ауылда ла Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағын Аҡай аймағы бар. Ҡошсоларҙың ике Ләмәҙтамаҡ һәм Мәләкәҫ ауыодары исемдәре йылға (гидроним) менән бәйле, башҡа ауылдар кеше исеменә таяна. Был ике ауыл ваҡыт буйынса һуңыраҡ нигеҙләгән булып сыға, тап ихтилал ҡасафытынан һуң нигеҙләнеүҙәре ихтимал. 

Тәүбашлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы.

Ауыл беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынын 1795 йылғы ревиз яҙмаһында теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете 1779 йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар. Ауылдың икенсе мәсете Өфө виләйәте идараһының 1910 йылғы 29 май указына ярашлы төҙөлгән. XIX быуат һуңында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс, 2 ашлыҡ елгәргес, баҙар майҙаны, 3 бакалея кибете, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам (паром) булған. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың Иван Лепихин яҙмаларына таянып яһаған фаразы буйынса ауылдың боронғо исеме Мағаз булыуы мөмкин.

Халыҡ һаны тураһында теүәл һәм рәсми мәғлүмәт 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар.

Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Урам исеме:

Рәсми булмаған урам исемдәре.

Ҡыҙыҡлы хәл: Түбән ос Үрге осҡа ҡарағанда бейегерәк урынлашҡан. Урам остарының атамаһы йылғалар ағымына бәйле булыуы менән аңлатыла.

Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды.

Мәғлүмәт сығанаҡтары.

Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.

Хәбәрһеҙ юғалғандар

Хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индерелеп тә тере ҡайтҡан

Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡушаматы — кәзә. Шуға күрә ләмәҙҙәрҙе кәзәләр тиҙәр. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ шәхси кешенең үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы береүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Каштан, Комрат, Әдүлф, Бәзек, Тартай, Өпөш, Будулай, Өстин, Япон, Шағыр, Ҡуян, Сәүкә, Тумбурлин (Дятел, Тумыртҡа), Әтәс, Ленин бабай, Ҡолдор, Йомай, Үрҙәк …

[//vk.com/albums-9900746 Рәсемдәрҙең оло йыйынтығы ]




#Article 16: Башҡорттар (1876 words)


Башҡорттар — төрки телле милләт, Башҡортостан Республикаһының һәм шул уҡ исемдәге тарихи-география өлкәнең төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттар үҙҙәренең тарихи йәшәйеш төбәктәре булған Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһында һәм Пермь крайында күпләп көн итә. Бынан тыш башҡорттар Рәсәй Федерацияһының бөтә биләмәләрендә лә, Яҡын һәм Алыҫ сит илдәрҙә лә бар.

Башҡорттарҙың Рәсәй Федерацияһындағы һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғаиләһе төрки төркөмөнөң көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дин тотҡан башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр.

Этноним ғәрәп һәм фарсы сәйәхәтселәре һәм географтары Сәлләм Тәржемән, Балхи («башджард», «башджар», «басхарт»), Истахри, Мәсүди («баджгард»), Ибн Фаҙлан, Гардизи («башджурт»), Мәхмүт Ҡашғари («башгырт»), Иҙриси («басджирт»), Яҡут әл-Хәмәүи («баш джирд», «баш кирд»), Европа сәйәхәтселәре Плано Карпини («баскарт»), Гильом де Рубрук («паскатир») һәм башҡалар хеҙмәттәрендә телгә алына.

Әлеге ваҡытта башҡо́рт этнонимының 50-нән ашыу төрө барлыҡҡа килеү варианты бар.

Башҡорттар составында этнографик төркөмдәр (төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш), этник төркөмдәр (Кама‑Ыҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары, Ырымбур башҡорттары), этник ҡатлам төркөмдәре (мишәрҙәр, типтәрҙәр) айырып йөрөтөлә. Башҡорттар раса составы буйынса бер төрлө түгел, уға европеоид һәм монголоид расалары ҡушылыуы хас.

Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө ғилми ҡараштар бар.

 һәм  үҙ хеҙмәттәрендә  таралыу нигеҙендә британлылар һәм башҡорттар туған халыҡтар булыу мөмкинлеген билдәләйҙәр. Фонетик яҡтан башҡорт өндәре ҫ, ҙ, һ, ң инглиз телендәге th, th, h, ng өндәре менән оҡшаш.

Башҡорт субпопуляция араһында иң күбеһе Y-хромосомалы мутациялар — R-M269 (R1b-Z2103), R1b-M73, R1a-SRY10831.2 (R1a-M198: R1a-Z2123 һәм R1a-Z280) һәм N1a1a (элеккесә N-tat). Шул мутациялар Көнбайыш Европала һәм Көньяҡ Уралда күпләп таралған R1b гаплогруппаһына (R-M269 и R-M73), Көнсығыш Европала һәм Урта Азияла таралған R1a гаплогруппаһына (SRY10831.2) һәм N гаплогруппаһына (N-tat) инәләр.  (мт-ДНК) ырыулыҡтары буйынса башҡорттарҙа Көнбайыш Рәсәй ырыулыҡтары (60,8%-ға тиклем) өҫтөнлөк итә һәм 39,2%-ты Көнсығыш Рәсәйҙә таралған ырыулыҡтарға  барып тоташа.

Башҡорт халҡы элек ҡәбиләләргә һәм ырыуҙарға бүленгән. Ырыуҙар — араларҙан, нәҫел-зат бүленештәренән торған.

Ҡәбиләләр таралып ултырыу һәм этник тарих барышында башҡорттарҙың төньяҡ-көнбайыш (байлар, балыҡсы, бүләр, гәрә, ғәйнә, дыуанай, ирәкте, йылан, йәлдәк, йәнәй, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ, таҙлар, танып, унлар, уран, ыуаныш, юрмый), төньяҡ-көнсығыш (бишул, бәҙрәк, бәкәтин, дыуан, көҙәй, ҡалмаҡ, ҡатай, ҡошсо, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, мырҙалар, өпәй, табын, терһәк, һалйот, һеңрән, һыҙғы, һырҙы, шуран, әйле), көньяҡ-көнсығыш (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы), көньяҡ-көнбайыш (мең) төп этнографик төркөмдәре барлыҡҡа килә.

Совет филологы, антика тарихы С. Я. Лурье иҫәпләүенсә, б.э.т. V быуатта Геродоттың «Тарих»ында аргиппейҙар исеме аҫтында хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары телгә алына. Геродот хәбәр итеүенсә, аргиппейҙар «бейек тауҙар битләүендә» йәшәй, улар күршеләренең үҙ-ара низағтарын яйға һала һәм уларҙа тыуған иленән ҡыуылған берәйһе һыйынырға урын тапһа — уны бер кем дә кәмһетмәйәсәк. Агрипейҙар айырым телдә һөйләшә, скифса кейенә, ағас емештәре менән туҡлана. Аҙыҡҡа ҡулланылған ағастың атамаһы — понтик, уның емештәре баҡса борсағына оҡшаш, әммә эсендә һөйәге бар. Бешкән емеште туҡыма аша һығалар һәм унан «асхи» тигән ҡара һут сыға. Был һутты улар һөткә болғап эсә. «Асхи»ның төпрәһенән күмәс әҙерләйҙәр. С. Я. Лурье «асхи»ны «әсе» () төрки һүҙенә тап килтерә, ә телсе Ж. Ғ. Кейекбаев буйынса, «асхи» һүҙе башҡорт телендәге «әсе һыу»ҙы () хәтерләтә.

Төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди күҙаллауынса, башҡорттар Клавдий Птолемейҙың беҙҙең эраның II быуатына ҡараған хеҙмәтендә скифтарҙың пасиртай тигән ырыуы исеме аҫтында телгә алына.

Француз ғалимы М. Бувье-Ажан билдәләүенсә, һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөй.

Рәшит әд-Диндең «Уғыҙнамә»һенә ярашлы, Уғыҙ хандың ғәскәрҙәре башҡорттарҙың Оло Балғур исемле ҡәлғәһен һәм илдәрен яулап ала, уларҙың Ҡарашит яғбу тигән падишаһын әсиргә ала. Әбү әл-Ғазиға ярашлы, мадъярҙар һәм башҡорттар Уғыҙ ханға ҡаршы баш күтәрәләр.

Беҙҙең эраның I мең йыллығы аҙағында башҡорттар көнбайышта Волга йылғаһынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем, көньяҡта Илек һәм Яйыҡ (Урал) йылғаларынан башлап төньяҡта Кама һәм Сылва йылғаларына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй һәм төрлө дәүләттәр составына инә (Дәшти Ҡыпсаҡ, Төрки ҡағанаты, Хазар ҡағанаты, Волга буйы Болғары, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы, Себер ханлығы). XVI быуаттың 2‑се яртыһында башҡорттар Мәскәү батшалығына инә. Дәүләт хәрби хеҙмәт һәм башҡа йөкләмәләрҙе үтәү, яһаҡ һәм һалымдар түләү шарты менән башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы, урындағы үҙидаралығы (йыйын, ҡоролтай), традицион йолалары, байрамдары, дин тотоу ирке һаҡланыуын гарантиялай. Колониялаштырыуҙың көсәйеүе, һалымдар үҫеүе һәм йөкләмәләр һанының артыуы, башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыу, урындағы үҙидаралыҡтың сикләнеүе башҡорт ихтилалдарына (XVII—XVIII бб.) сәбәп була. Төбәктең башҡа халыҡтары менән бергә башҡорттар Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнаша. 1798—1865 йылдарҙа Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы була, башҡорттар хәрби хеҙмәтле ҡатламдарға (Башҡорт полктары, Башҡорт-мишәр ғәскәре) ҡарай. XIX—XX быуат башында башҡорттар һаны арта (1897 йылда ҡарай 1311 мең кеше), мәғариф, мәҙәниәттең артабанғы үҫеше күҙәтелә.

Революциянан (1917) һуң Башҡортостан автономияһын төҙөү өсөн көрәш башлана. 1919 йылдың мартында Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. 1922 йылда Оло Башҡортостан ойошторолғандан һуң, башҡорттарҙың күп өлөшө унан ситтә ҡала (Туҡ-Соран кантоны, Ялан кантоны, Арғаяш кантоны). 1926 йыл аҙағында башҡорттар һаны революцияға тиклемге осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек кәмей һәм СССР‑ҙа 714 мең кеше тәшкил итә, БАССР‑ҙа — 584,8 мең: Граждандар һуғышы, ҡоролоҡ һәм аслыҡ эҙемтәләре үҙен һиҙҙерә. Башҡорттар һаны артыуына сәйәси репрессиялар, Бөйөк Ватан һуғышы кире йоғонто яһай. Башҡорттарҙың бер өлөшө урыҫтар, татарҙар тарафынан ассимиляциялана. Халыҡ һанының революцияға тиклемге кимәленә тик 1989 йылда өлгәшелә. Башҡорттарҙың башҡа төбәктәргә миграцияһы күҙәтелә: 1926 йылда — дөйөм һандың 18 %‑ы, 1959 — 25,4 %‑ы, 1989 — 40,4 %‑ы. Эш урындары етешмәү һәм уңайһыҙ социаль шарттар арҡаһында, нигеҙҙә, көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ райондарҙан халыҡ күсеп китә. Һуңғы йылдарҙа башҡорттарҙың Урта Азия, Ҡаҙағстан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡайтыу тенденцияһы (1992—96 йй. 4904 кеше) күҙәтелә. Башҡорттарҙың социаль‑демографик структураһында эшселәр синыфы, интеллигенция, инженер‑техник хеҙмәткәрҙәр һаны арта.

Башҡорт теле алтай телдәре ғаиләһенә ингән төрки телдәрҙең береһе (ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ‑болғар төркөмсәһе). Башҡорттарҙың милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Ҡурған, Свердловск, Силәбе, Төмән, Һамар, Һарытау, Чита һәм Ырымбур өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Коми Республикаһында, Саха Республикаһында, Урта Азия республикаларында, Ҡаҙағстанда һ. б. таралған. Башҡорт телендә һөйләшеүселәр һаны — 1057 меңгә яҡын кеше (2002).

Төп диалекттары: төньяҡ-көнбайыш, көнсығыш һәм көньяҡ. Лексик һәм фонетик‑грамматик билдәләре буйынса татар теленә яҡын.

Башҡорттарҙың күбеһе урыҫ телен, бер өлөшө мари телен, сыуаш телен, татар телен, удмурт телен һәм башҡалар телдәрҙе белә.

Рәсәй империяһының беренсе бөтә халыҡ иҫәбен алыу (1897) ваҡытында милләт тураһында һорау бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта туған тел һәм ниндәй дингә ышаныуҙары тураһындағы һорауға яуаптар буйынса теге йәки был милләттең һан иҫәбен билдәләп була. 1897 йылда Рәсәйҙә 1 321 363 кеше туған телен башҡорт теле тип атаған. Башҡорттарҙың 99,2 % Өфө (899 910), Ырымбур (254 561), Пермь (85 395), Һамар (57 242), Вятка (13 909) губерналарында йәшәгән.

Бөтә донъяла халыҡ һанын теүәл генә билдәләүе бик ауыр. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа донъяла башҡорттар 2 миллион тирәһе кеше тигән фаразлауҙар бар. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәй Федерацияһында 1 584 554 башҡорт, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында — 1 172 287 башҡорт теркәлгән.

Хәҙерге ваҡытта Тарихи Башҡортостанға ингән территорияларҙан тыш, башҡорттар Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында, шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәйҙәр.

Урбанизация процесы ҡала халҡының 1938 йылда 5,8 %‑тан 2002 йылда ҡарата 42,4 %‑ҡа тиклем артыуына килтерә. Ҡалаларҙа башҡорттар һаны 518 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән Өфөлә — яҡынса 155 мең; Стәрлетамаҡта — 41 мең; Нефтекамала — 34 мең; Сибайҙа — 29 мең; Салауатта — 28 мең; Ишембайҙа — яҡынса 20 мең; Мәләүездә — 17 мең.

Башҡорттарҙың төп һөнәр-кәсебе булып игенселек, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, йыйыусылыҡ менән аралаш ярымкүсмә (йәйләү) малсылығы һ. б. торған.

Башҡорттарҙың хужалыҡ ҡоролошона йәшәү урынындағы тәбиғәт мөхите — дала, тау районы һәм тау итәге, гумусҡа бай тупраҡ, йылғалар, күлдәр үҙенсәлеге — барыһы тәьҫир итә. Башҡортостандың ер аҫты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарға — тимер мәғдәненә, нефткә, газға, төҫлө металдарға бай. Бик күп файҙалы байлыҡтар булыуы, отошло урынлашыуы һәм кеше потенциалы Башҡортостанда хәҙерге заман талаптарына яуап бирерлек хужалыҡ — сеймал табыу һәм яғыулыҡ сәнәғәтен, уларҙы эшкәртеү сәнәғәтен, ғилми учреждениелар һәм мәктәптәрҙе, ғилми нигеҙгә ҡоролған ауыл хужалығын, Фәндәр Академияһын булдырырға мөмкинлек бирә.

XVII быуаттан башлап ҡына башҡорт милли костюмы тураһында яҙма сығанаҡтар билдәле. XVII—XVIII быуаттарҙа халҡыбыҙ күрше милләттәр менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә тормаған, шуға ла милли үҙенсәлектәр ҙә нығыраҡ һаҡланып килгән. Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән һәм кесерткәндән һуғылған туҡыманы, һарыҡ һәм башҡа төрлө  йәнлек тиреләрен, кейеҙҙе, йөндө, мамыҡты файҙаланған. Башҡорттар сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларын да ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем — затлылыҡ билдәһе һаналған.

XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең кейеме ҙур үҙгәреш кисерә. XIX быуат башындағы гравюраларҙа ир-егеттәр боронғо кейем кейһә, быуат аҙағындағы фотоларҙағы кейем айырмаһы күҙгә ташлана. Башҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәр бик күп төрлө. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр.

Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы һәм ҡуй ите, һөт продукттары, киптерелгән еләк, бөртөклө культуралар, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит), шулай уҡ ҡымыҙ, сейәле hары май, муйыл майы, ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — уларҙың барыһы ла йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм  юлға алыу өсөн  уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.

Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмас төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт ризыҡтары бирелә — һирәк осраҡтарҙа ғына табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.

Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, өйрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.

Диндар башҡорттар — мосолман‑сөнниҙәр. Ислам диненең Башҡортостанға үтеп инеүенә мосолман илдәре менән VIII—IX быуаттарҙа урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Бында эҙләнеү барышында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 һәм 712 йылғы өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ мәйеттәрҙең ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙылған, баштары көнбайышҡа йүнәлтелгән иртә мосолман зыяраты ҡәберҙәре табылған. VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен Көньяҡ Уралға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Төрөк дин белгесе Усман Нури Топбаш һәм Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең башлығы шәйех Мөхәммәт Назим әл-Хаҡҡани Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәне атайҙар. Быны үҙ хеҙмәттәрендә тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Таджетдин Ялсығол Әл-Башҡорди раҫлай, улар шулай уҡ башҡорттарҙан кемдәр тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итәләр. Хисаметдин бин Шәрәфетдин үҙенең «Болғар тарихы» китабында башҡорттарҙың ислам динен үҙ күршеләренән иртәрәк, һижрә буйынса 195 йылда (Григориан календары буйынса 748 йылда) ҡабул итеүҙәре тураһында яҙа. «Кун-әл-әкбәр» («Ваҡиғаларҙың асылы») төркиҙәр тарихында башҡорттарҙың яҡынса 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы, ә исламды улар һижрәнең 530 йылда (Григориан календары буйынса 1152 йылда) ҡабул итеүҙәре хаҡында телгә алына.

Урта Азия илдәре менән мәҙәни һәм сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәре Башҡортостанда хәнәфи мәзһәбе тәғлимәтенең таралыуына булышлыҡ иткән. Башҡорттар араһында ислам диненең таралыуына шулай уҡ 922 йылда Волга буйы Болғарының исламды дәүләт дине булараҡ ҡабул итеүе лә сәбәпсе булған. Әммә Аллен Франк буйынса, «иң мөһиме башҡорттарҙың исламлаштырыу тураһындағы бик боронғо күпселек һәм йыш ҡына осраған риүәйәттәрендә — был Болғар ҡалаһы уларҙа бөтөнләй булмауы, ә исламлаштарыу Бохара, Бағдад һәм Анатолия миссионерҙарына беркетелә». Иртә осорҙа башҡорттарҙа ислам динен таратыуҙа ҙур ролде Ясауи һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәттәренең суфый миссионерҙары башҡарған, улар Көньяҡ Уралға Урта Азияның үҙәк ҡалаларынан, тәү сиратта Бохаранан, килгән.

Башҡорт ауыҙ‑тел ижадында «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Алпамыша менән Барсынһылыу» һәм башҡа эпостар төп урынды биләй. Әкиәт фольклоры героик, тылсымлы, көнкүреш әкиәттәренән тора. Башҡорт эпик, лирик, көнкүреш йырҙарына шиғыр һәм көй үҙенсәлектәре, бейеүҙәренә пантомима элементтары, ҡатмарлы сюжет структураһы («Байыҡ», «Перовский») хас. Башҡорт халыҡ ижады традициялары профессиональ сәнғәт һәм әҙәбиәт нигеҙенә ята. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте художество‑һүрәтләү сараларының күп төрлөлөгө, композицион алымдар камиллығы, орнаменттың тасуирилығы менән һыҙатлана. Аппликация, сигеү, бәйләү, кейеҙ, ағас, таш, күн, металл, буҫтауҙы художестволы эшкәртеү киң үҫеш ала.




#Article 17: Әй (йылға) (348 words)


Әй — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы. Силәбе өлкәһенең Ҡуса һәм Һатҡы, Башҡортостан Республикаһының Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға.

Башҡорт һәм ҡайһы бер урыҫ ғалимдарының фаразлауы буйынса исеме этноним, йылға буйын төбөк иткән Әйле ырыуы башҡорттары, менән бәйле,. 

В. Н. Татищевтың XVIII быуаттағы фаразлауына нигеҙләнеп урыҫ ғалимдары йылғаның исемен Ай менән бәйләй — «ай кеүек яҡты», «ай кеүек матур», «яҡты», «ай».

Инеше Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы сигендә, Көньяҡ Уралдың Уралтау итәге, Әүәләк һыртында урынлашҡан Көртмәле һаҙлығында башлана. 

Оҙонлоғо — 549 км, шул иҫәптән: 271 км Силәбе өлкәһеһенә, 278 км Башҡортостан Республикаһына тура килә. Бассейн майҙаны — 15 мең км², дөйөм түбәнәйеүе — 714 м. Уртаса һарҡыулығы инештән 4,3 %  алып Лаҡлы ауылы янында 2,2 % тиклем, артабан түбәнге өлөшөнә 1,3 % тиклем түбәнәйә. Йылға бассейны физик георграфия шарттарына ярашлы таулы һәм тигеҙлек өлөшкә бүленә. Таулы өлөшө инешенән алып Салауат районы Лаҡлы ауылына тиклем, артабан тамағына тиклем тигеҙлек өлөшө булып иҫәпләнә.   

Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе сигендә Ҡариҙелгә һул яҡтан ҡушыла. Әй тамағы Ҡариҙел тамағынан 392 км алыҫлыҡта.

Әй йылғаһы буйында Силәбе өлкәһенең Златоуст, Ҡуҫа, Межевой ҡалалары, Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы үҙәге Мәсәғүт һәм Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтымаҡ ауылдары урынлашҡан.

Башлыса ҡар һыуы менән тулылана. Златоуст ҡалаһы янында йыллыҡ аҡманың 67,1 % яҙғы (апрель—июнь), 25,6 % — йәйге-көҙгө (июль — ноябрь), 7,3 % — ҡышҡы (декабрь — март) осорҙарға тура килә. Ҡариҙелгә ҡойған ерендә яҙғы аҡма 62,6 % тиклем түбәнәйә, йәйге-көҙгө 27,4 %, ҡышҡы — 10 % тиклем арта. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы Златоуст ҡалаһы янында 8,6 м³/с, Салауат районы Лаҡлы янында — 48,2 м³/с, тамағында — 84,0 м³/с. Октябрь аҙағы — декабрь башында боҙ туңа, апреле — мая башында боҙҙан асыла. Һал ағыҙыу мөмкинлеге бар.

Әй йылғаһы аша күперҙәр Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары янында, Дыуан районы Мәсәғүт ауылында һәм янында, Салауат районы Лаҡлы ауылында, Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Яңы Пристань ауылында, Ҡуҫа ҡалаһында тимер юлы һәм автомобиль, Златоуст ҡалаһы янында М5 федераль трассала, тағы икәү Веселовка ауылы янында төҙөлгән.

Төп ҡушылдыҡтары, уңдан: Ҡуса, Оло Арша, Ҡыйғы, Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, һулдан: Оло Һатҡы, Ләмәҙ, Мәләкәҫ.
  

Йылғалар Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Свердловск өлкәһе биләмәләренә тура килә.




#Article 18: Ағиҙел (йылға) (217 words)


Ағиҙел (; шулай уҡ Иҙел; ; ; ; ) — Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы.

Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Урал тауы итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майҙаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәл тауы тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

 
Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй.

Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан.

Урта быуаттарҙа Волга йылғаһы Иҙел тип аталған, әммә ул хәҙерге Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылған урында (Өфө ҡалаһы янында) башланған.

Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә йылға Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.

Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан Ҙур һыҙма китабында һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел «Белая Воложка» тип атала.




#Article 19: Ҡариҙел (йылға) (294 words)


Ҡариҙел (Өфө; ) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел, йылға, Ағиҙел йылғаның уң ҡушылдығы.

Силәбе өлкәһе, Ҡарабаш тау итәгендәге Өфө күленән башлана.

Силәбе, Сведловск өлкәләре, Башҡортостандың Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен, Иглин, Өфө райондары аша аға.

Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла.

Ҡариҙел йылғаһының оҙонлоғы 918 км.

Төп ҡушылдыҡтары: Бисәрт, Төй уң яҡтан, Әй, Йүрүҙән һул яҡтан

Оҙонлоғо — 918 км, бассейн майҙаны — 53,1 тыс. км². Уртаса йыллыҡ һыу тотоноу күләме: 388 м³/с, иң күбе: 3740 м³/с, иң кәме: 55 м³/с. Октябрь уртаһынан — декабрь башы аралығында туңа, апрелдә — май башында боҙ китә. Башлыса ҡар һыуҙарынан туйына.

Өфө күленән, Силәбе өлкәһе Ҡарабаш ҡалаһынан 5 км төньяҡ-көнбайыштараҡ баш ала. Баш өлөшөндә Ҡариҙел үҙен тау йылғаларына хас тота, тар ғына үҙәндән аға. Әй ҡилеп ҡушылғандан һуң ул бер аҙ олпатлана, бында инде моторлы бәләкәй кәмәләр йөрөй ала. Әммә йырҙа бормалы һәм һайлыҡтар ҙа осрай.Ҡариҙел ауылынан түбәнерәк Павловка һыуһаҡлағысы быуаһы тәьҫирендә һыу тәрәнәйә һәм киңәйә башлай. Һыуһаҡлағыс оҙонлоғо 100 километр тәшкил итә. Плотинанан түбәнге өлөштә йылға тәрән һәм ярайһы тиҙ ағымлы. Йылға бассейнында карст йыш осрай..

Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында йылғалар араһындағы аҡһыл һәм ҡараһыу сик бик асыҡ күренә.Риүәйәттә былай тип әйтелә: Урал тигән бәһлеүәндең еткән ике ҡыҙы була. Уларҙың ҡайһыһы баш булырға тейешлеге тураһында йыш бәхәсләшәләр. Урал ҡыҙҙарын үҙаллы сығарып ебәреп, үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күрергә, һуңынан кем баш булыуын хәл итергә була. Мөһабәт гранит ҡапҡаһын асып ҡыҙҙарын сығарып ебәрә. Аталары ҡыҙҙарының көс-ҡеүәтен, ныҡышлығын һынай: әле юлдарына ҡая таш сығарып ҡуя, әле һаҙлыҡ менән юлдарын бүлдерә. Атаһы күреп тора: көньяҡҡа табан йүгергән ҡыҙы ҡеүәтләнә һәм ныҡлыраҡ була бара ғына түгел, ә йөрәге лә яҡтырып, юлындағы барыһын да арбап алған. Ә икенсеһе дыуамал, үҙ һүҙле — ҡаяларға ташлана, ҡаралып-ҡарайып, һыуҙары һалҡынайып килеп сыға

Йылғаны урыҫ телендә Уфимка, Уфа тип йөрөтһәләр ҙә, башҡорттар һәм татарҙар Ҡариҙел тип атайҙар

(км — тамағынан)
(йылға оҙонлоғо 50 км)




#Article 20: Һаҡмар (йылға) (436 words)


Һаҡмар (), Көньяҡ Уралдағы йылға. Яҙма сығанаҡтарҙа Һаҡмар йылғаһы 1627 йылда теркәлгән. Башланған урыны Әбйәлил районында, Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Ырымбур ҡалаһы урынлашҡан урында Яйыҡка ҡушыла.

Оҙонлоғо 760 км, шуның 348-е Башҡортостанға тура килә.  Һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә, шуға күрә лә уның юлында көлһыу, һоро-ҡара, һоро тупраҡлы урындар ҙа, болон-урманлы ерҙәр ҙә, сал ҡылғанлы далалар ҙа осрай. Ярҙарында тал, ҡайын, ҡарағайҙар үҫә. Тиҫтәләгән шишмәләр, эреле-ваҡлы йылғалар һыуын Һаҡмарға ҡоя.

Бөтә башҡорт йылғалары араһында ул үҙенсәлекле тәбиғәте, «холҡо» менән айырылып тора. Тауҙар араһынан аҡҡан Һаҡмар  оло ғәйрәт менән текә ҡаяларға бәрелеп, ап-аҡ күбеккә күмелә, дала киңлектәренә сыҡҡас, ағымы әкренәйә, йылға көҙгөләй ялтырап тын ята, йә  урыны-урыны менән ҡылымыҡтарға бүленеп, утрауҙар араһында бөтөнләй юғала.

Матур ғына түгел, бай ҙа Һаҡмар йылғаһы. Бында һыу өҫтөн сымбырлатып йөрөгән сабаҡ та, шырт ҡанатлы алабуға ла, шылғаяҡ шамбы ла, ҡарағусҡыл борош та, һары тәңкәле табан да бар. Ҡапыл ҡарпып, уҡтай елдергән суртан да, көмөш тәңкә ҡорбан да, һиҙгер һаҙан да, күкшел ағасаҡ та етерлек, ҡумырыҡ аҫтарында боҫоп яткан йәйен дә осрай. 

Үкенескә ҡаршы, таҙа һыу яратҡан балыҡтар, мәҫәлән,  бәрҙе менән бағыр һирәгәйә бара Һакмарҙа.

Яҙҙарын Һаҡмар буйҙары ҡарап туймаҫлыҡ матур була. Уйһыуҙарында ҡыҙырым-ҡыҙырым үҫкән һомғол сауҡалар япраҡтарын йомшаҡ елдәргә тирбәтә. Ап-аҡ сәскә аткан муйылдар хуш еҫтәрен  бөркә. Таллыҡтарҙа төрлө ҡоштар һайрай, кәкүк саҡырғаны ишетелеп ҡуя.

Һыу төптәрендә һуйырташтар йымылдай.

Һыу-йәшәү сығанағы. Һаҡмар ҙа бик боронғо замандарҙан алып бөтә тирә-йүнгә йән һәм йәм биреп, аға ла аға. 

Йылғаның исемен йөрөткән иң эре ауыл — Һаҡмар, Һаҡмар районы үҙәге.

Һаҡмар топонимының мәғәнәһе тураһында төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре уны ҡушма һүҙ булып һаҡ+бар, йылға буйында һаҡланып йөрө, йырғанаҡтарына төшөп китмә кеүек хәстәрлекләүгә ҡайтарып ҡала. Улай тиһәң, һәр йылға буйында ла һаҡланып, ҡарап баҫыу кәрәк. Икенсе ғалимдар «Һаҡ» — һүҙе «сик» тигәнде, «мар» — ҡырыу, үлтереүҙе аңлата ти. («Тар-мар» — ҡыйралыш, тар-тарҡау, мар үлтереү). 

Г. Вилданов фекеренсә, борон башҡорт ерҙәренең көньяҡ сиге Һаҡмар йылғаһының уң яры буйлап үткән, ә һул яғында уларға ҡаршы сапҡын яһап торған икенсе ҡәбиләләр ере булған, шуға күрә был һүҙгә «һаҡ булырға, һаҡ йөрө» мәғәнәһе һалынған тигән фекер иңҡар итәлә. Ошоларҙан сығып, «Һаҡмар» — «сик убалары», «тыныслыҡ һағында» мәғәнәһен аңлаталыр тип фараз итергә була. 

Һаҡмар йылғаһының барлыҡҡа килеүе. Урал батырҙың кинйә улының исеме Һаҡмар була. Бер ваҡыт халыҡҡа һыу етмәй башлағас, Урал батыр улдарын саҡырып ала һәм:«Аяғығыҙ тартҡан яҡҡа сығып китегеҙ, иллә-мәгәр бер ағым һыуға барып етмәйенсә артығыҙға әйләнеп ҡарамағыҙ»,- тип әйтә лә, үҙенең күҙҙәренә йәш эркелә, улар ергә субырлап ағып  төшә,сөнки ул улдарының кире әйләнеп ҡайтмаҫын белә. Бара торғас, Һаҡмар бер ҙур йылғаға барып еткән. Артына әйләнеп ҡараһа, үҙенең эҙе һайын күләүектәр барлыҡҡа килеп,улар үҙ-ара тоташып, ҙур бер йылғаға әүрелгәнен күргән, ти.

Төп ҡушылдыҡтары:
 




#Article 21: Хисмәтуллин Сисәнбай Хисмәтулла улы (293 words)


Хисмәтуллин Сисәнбай Хисмәтулла улы, Сисәнбай Хисмәтов (1844, Ләмәҙтамаҡ — 19??) — әүлиә, хажи, халыҡ табибы. 1844 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе  ауылында тыуған (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районына ҡарай). Ләмәҙтамаҡ ауылында үлгән. Үлгән йылы аныҡ ҡына билдәле түгел. Район энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса 1917 йылда үлгән тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (июль айы) исемлегенә теркәлгән. Хәтирәләр буйынса 30-йылдарҙа үлгән булырға тейеш.

Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен, Ҡазан ҡалаһында дини семинария тамамлаған. Шул уҡ семинарияла уҡытҡан да. Бер нисә тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған. Тыуған ауылына ҡайтҡас, мәхрифәтселек һәм дауалау менән шөғөлләнгән.

Ата-бабалары, туғандары һәм тоҡомо шәжәрәлә күрһәтелгән.

Сисанбай Хисматуллин 13 йәшендә Зәйнулла ишандың  (хәҙерге Стәрлебаш районында) уҡырға китә. Бик яҡшы уҡығаны өсөн Ҡазанда Ҡасимиә мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү хоҡуғуна эйә була. Ҡасимиә мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм Ғәрәбстанға Мәккә ҡалаһына уҡырға китә. Унда өс йыл ярым табиблыҡҡа уҡый. Сисәнбай Ғәрәбстандан туры Ҡазанға ҡайта һәм Ҡасимиә мәҙрәсәһендә табип булып уҡыта.

Атаһы Хисмәтулла Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында улы ҡайтыуына тип мәсет һалдыра. Хисмәтулла мәсетен килешеү буйынса Мәләкәҫтән килгән Әхмәтйән муллаға тапшыра. Әхмәтьйән мулла атаһы Хисаметдин менән указной мулла булып Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына килгән булалар. Улар үҙҙәре лә мәсет һалдыралар. Был ике мәсет йорто XX быуаттың 70-се йылдарына тиклем ауылға хеҙмәт итте. Хисмәтулла ҡарт һалдырғаны клуб булып ҡулланылды. Ул мәсет урынында бөгөн яңы клуб баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы яугирҙәренә һәйкәл тора. Әхмәтйән мулла һалдырған мәсет Сүсәкәй тауы итәгендә булған. Өҫкө урамдағы Ғиниятов Фәрит Баязит улының йорто артына тура килә.

Сисәнбай Хисмәтуллин 40 йәштәрҙә Ҡазандан ауылға ҡайта. Дыуан-Мәсетле ауылынан Ҡәнзәфәр кантондың Сәмсинур исемле ҡыҙына өйләнә. Дини дәрәжәһе ишан булыуына ҡарамаҫтан, дин эштәре менән шөғөлләнмәй. Мәсетен ауыл файҙаһына биреп ҡуя. Үҙе балалар уҡыта, табибсылыҡ менән шөғөлләнә.

Сисәнбай хәҙрәттең бер малай, ике ҡыҙы була. Малайы Ғөнсәр, ҡыҙҙары Зөбәйҙә һәм Гөлйыһан. Әхмәтйән мулла менән ҡоҙа булышалар.




#Article 22: Хисмәтулла нәҫеле (111 words)


Хисмәтулла нәҫеле, нәҫел шәжәрәһе. Ләмәҙтамаҡ ауылында XIX быуатта йәшәгән Хисмәтулла Ишәкәевтан башлана. Ауыл әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районына ҡарай.

Хисмәтулла нәҫеле шәжәрәһе 1816, 1834, 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һәм 1917 йылғы ауыл хужалығы иҙәбен алыу исемлектәре буйынса төҙөлдө. Был исемлектәр, Дәүләтбаев Б. С. көсө менән архивта һаҡланған сығанаҡтарҙан төҙөлгән, «Һинең шәжәрәң» исемле биш китаптың икенсеһендә тупланған. Шулай уҡ ҡартатайымдың һәм оло быуын кешеләре һөйләгәндәрен дә иҫкә алдым.

Беренсе тапҡыр шәжәрә «Ҡошсо ырыуы ауылдары» (2007 йыл) исемле китабымда баҫтырылды.

Нәҫел шәжәрәһе тулы түгел. Һәр кем был шәжәрәне тулыландыра ала. «Үҙгәртергә» төймәһенә баç һәм өҫтәп яҙ

Хисмәтулла. Тыуған йылы — 1806. Үлгән йылы — билдәһеҙ.

Р.Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. — Өфө, 2007. — 132 б.




#Article 23: Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) (1103 words)


Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбд-әл-Моталлиб бине әл-Хашими ( , , (‎‎), (20 (22) апрель 571 (570),   — , Мәҙинә) — Пәйғәмбәр, мәшһүр дин эшмәкәре, бер Аллаһыға табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөгән шәхес.

Бер мәл Мөхәммәт (ғәләйһиссәләм) Мәккә ҡалаһы эргәһендәге Һира тауы мәмерйәһендә ултырғанда, уның алдында Ябраил (ғәрәпсә — Джибрил) фәрештә пәйҙә була һәм Мөхәмәтте ныҡ итеп ҡыҫып: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт (саллә-ллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Мин бит уҡый белмәйем» — тип яуап ҡайтара. Ул ысынлап та уҡый ҙа, яҙа ла белмәгән була. Ябраил фәрештә ғәләйһиссәләм тағы ла берҙе: «Уҡы!» — ти. Мөхәммәт иһә тағы ла шундай уҡ яуап ҡайтара. Ябраил фәрештә  уны йәнә ныҡ итеп ҡыҫа һәм уға шундай һүҙҙәр еткерә: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеменә уҡы! Ул кешене уҡмашҡан ҡандан яралтты. Уҡы! Һинең Раббың — Иң йомарт, Ул ҡәләм менән кешегә ул белмәгән нәмәләрҙе өйрәтте…» (Ҡөрьән, әл-Ғәләҡ («Уҡмашҡан ҡан») сүрәһе, 96:1-5). Бөйөк Ҡөрьән Кәримдең кешелеккә төшөрөлгән иң беренсе аяттары ошо. 

Мөхәммәт Пәйғәмбәр кешеләргә үҙенең яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим пәйғәмбәр динен тергеҙергә ебәрелеүен әйтә 

Мөхәммәт исеме «Маҡтауға лайыҡ» тигән мәғәнәне аңлата. Башҡа исемдәре лә бар: Әхмәт, Мәхмүт, Мостафа. Аллаһ Ҡөрьәндә уға исеме менән дүрт тапҡыр өндәшә, шулай уҡ уны Нәби, Рәсүл, Ғәбд, Бәшир, Нәдхир, Мудхәккир, Шәһит, Дәғый кеүек исемдәр менән атай. Мосолмандар Мөхәммәт Пәйғәмбәр исемен әйткәндән йәки яҙғандан Һуң, уға салауат («Саллә-ллаһү ғәләйһи үә сәлләм» () тип) әйтәләр.

Тыуған йылы һәм урыны — 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы.

Үлгән йылы һәм урыны — 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Пәйғәмбәр Мәҙинә ҡалаһы  мәсетендә ерләнгән.

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) башҡа 124 (йәки 224) Пәйғәмбәр булыуын таный,мәгәр Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) с. ғ. с. барса пәйғәмбәрҙәрҙең тажы — нәби һәм рәсүл тип таныла.

Ул башҡаларҙан айырмалы рәүештә (шул иҫәптән Ғайса Пәйғәмбәрҙән дә), айырым ҡалаға, ауылға йәки халыҡҡа тип түгел, ә ер йөҙөндәге һәммә халыҡтар өсөн һәм заман ахырынаса ебәрелгән. Уның шәриғәте Ҡиәмәт көнөнәсә көсөндә ҡаласаҡ. Бүтән рәсүлдәрҙең шәриғәттәре ваҡытлыса бирелгән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) с. ғ. с. килеү менән көсөнән сығарылған. Шулай итеп, мосолмандар Изге Китаптарҙы — (Тәурат), Зәбур (Псалтырь), Инжил (Евангелие) — таныһа ла, уларҙы ғәмәлдә тип һанамай, бынан тыш, улар кешеләр тарафынан боҙолған тип белдерә (тәхриф).

Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Пәйғәмбәрҙәр араһында иң юғары урында тора. Ислам буйынса иманлы булыу, йәғни Мөхәммәт ПәйғәмбәрҙеңП  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм)  вәкәләтен таныу һәммә кешелеккә, шул иҫәптән нәсраниҙарға, йәһүдиҙәргә мотлаҡ тип белдерелә, һуңғылары уның шәриғәтен ҡабул итергә тейеш тип һанала.

Рамаҙан әл-Буты Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм)  Исламда тотҡан урыны һәм уның шәриғәте тураһында ошолай яҙа: «Монотеик (бер илаһлы) диндәрҙә, боҙолмаған килеш булһа, бер айырма ла юҡ, сөнки улар барыһы ла бер Аллаһ сылбыры өлөштәре, Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) рисаләте кешелектең барса дини үҫешенең иң юғары бейеклеге булып тора. Әммә пәйғәмбәрҙәрҙең шәриғәттәрендә генә айырма бар».

Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) ҡорайыш ҡәбиләһенән булған.  

Пәйғәмбәрлек вазифаһы уға һәм ғаиләһенә  бик ҙур ауырлыҡтар алып килә. Рәсүлде кәмһетәләр, ҡыйырһыталар, хыялланған, сихырсы тип ғәйбәт тараталар. Ҡәғбәтулла алдында намаҙ уҡығанда насар һүҙҙәр менән һүгәләр, балбалдарына бағышлап салынған малдың тиҙәкле эсәктәрен өҫтөнә ташлайҙар, таш бәрәләр. Хатта бер саҡ тешен һындыра һуғалар, бер нисә тапҡыр үлтерергә лә маташалар. Тиҙҙән Мәккә ырыуҙары һүҙ беркетеп, Уның туғандары, диндәштәре менән араны өҙә һәм алыш-биреште туҡтата. Тәүге мосолмандарҙы үлтерә лә башлайҙар. 
 
Мәккә мөшриктәре һыйҙырмауы арҡаһында 622 йылда ул Мәккәнән Мәҙинәгә (элек Йәсриб) Һижрәт ҡыла (күсенә). Мосолман календары ошо йылдан иҫәп башлай. Үҙенең арҡалаштары менән ул Мәккәне яулап ала. Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) с. ғ. с вафат булған мәлгә тотош Ғәрәп ярымутрауы Ислам ҡабул иткән була. Уның вариҫтары — хәлифәләр Азия һәм Африкала, өлөшләтә Европала Ислам динен тарата. Улар ғәрәп теле һәм мәҙәниәте йоғонтоһона эләгә.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр  (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәрҙәр мөһөрө, Пәйғәмбәрҙәр хужаһы һәм Ахырызаман Пәйғәмбәре тип тә атайҙар. Мосолмандар иман килтергәндә Шәһәҙәт әйтә, уны Аллаһ Рәсүле тип таный.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шәжәрәһе егерме беренсе быуында Әднәнгә - Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғилдең улына барып тоташа.Шуға күрә төньяҡ ғәрәптәрҙе исмәғилиҙәр йәки әднәниҙәр тип атап йөрөтәләр. Көньяҡ ғәрәптәр — ҡәхтәниҙәр. Пәйғәмбәрҙең шәжәрәһе бик аныҡ билдәләнгән: Мөхәммәт — Ғабдуллаһ — Ғәбд-әл — Моталлиб (Шәйбә) — Хашим — Әбдманаф — Күсәй — Киләб — Мурра — Ҡәәб — Лүәй — Ғәлиб — Фихр — Мәлик — Нәҙер — Кинәнә — Хүзәймә — Мудрикә — Илйас — Мүдар — Низар — Мәәд — Әднән. 

Шәжәрәнән күренеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡорайыштарҙың Бәни Хашим ырыуынан, был ырыу әднәниҙәргә, Ибраһим пәйғәмбәр улы Исмәғил пәйғәмбәргә туранан-тура барып тоташа .

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең атаһы Ғабдулла - Ғәбд-әл-Моталлиб улы,  йәштән үк ҡалала абруй ҡаҙанған шәхес булған. Уны ун һигеҙ йәшендә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһе  Ваһаб ҡыҙы Әминәгә өйләндергәндәр. Ул Мәҙинәнән булған. 
 

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәре йәки өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) () — Мөхәммәт Пәйғәмбәргә хәләл ефет булған ҡатындар.Тарихсы Әл-Мәсуди «Муружуҙ-ҙәһәб» тигән китабында Пәйғәмбәребеҙҙең 15 ҡатыны булған, тип яҙа. «Сирейи-Ибн Һишам» китабында 11 ҡатын телгә алына, шулай уҡ копт Мәрйәм һәм Өммө-Шәрик Ғазийә исемдәре бар. Йософ Кардауи  туғыҙ ҡатын тип яҙған, мәгәр Хәдижә (Хәдисә) әйтелмәгән; Ибн Һишам әйтеүенсә, былар Пәйғәмбәребеҙҙән һуң вафат булған. Уотт Монтгомери, күп ҡәбиләләр Мөхәммәт Пәйғәмбәргә туған булып күренергә тырышып, Уның ҡатындары һанын бик арттырып әйтелгән булыуы ла мөмкин, ти. Ул Хәҙисәне (р. ғ.) лә телгә алып, ике кәнизәкте лә әйтеп, 11 ҡатын һанай.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡатындарына Аллаһы тәғәләнән дүрттән артыҡ ҡатынға өйләнеүҙе тыйыу килгәнгә тиклем өйләнгән булған.. Ғиффәтле Ғәйшәнән (р. ғ) башҡа ҡатындары уға сыҡҡансы ирҙә булған. Һәммә ҡатындары ла өммел мөьминин (мөьминдәрҙең инәләре) дәрәжәһенә эйә булған.

Ҡасим — Мәккәлә тыуған, 17 айлыҡ сабый ғына сағында вафат булған.

Зәйнәб — Мәккәлә тыуған.

Руҡайя — Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы ( Раҡия, Орҡоя) — Мәккәлә тыуған

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы) — Мәккәлә тыуған
 
Үмм Күлсүм ( Өммөгөлсөм) Ислам иңгәс донъяға килгән

Ибраһим — Һижрәнең 9-сы йылында тыуған.

Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатима р.ғ. генә атаһынан ҡалып баҡыйлыҡҡа күскән..

Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) исеменән айырылғыһыҙ һәм әлбиттә шул ваҡыттан уҡ уның тормош юлын, уның аша кешелеккә иңдерелгән Ҡөрьән Кәримде, сөннәте (хәҙистәрҙе) өйрәнәләр. Хәҙистәр буйынса йәшәү иһә - ул Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормош өлгөһө буйынса йәшәү .

Ҡөрьән Кәримде башҡорттар иң Изге Китап һанап, ятҡа бикләгәндәр, бик ҙур аҡсалар түгеп, һатып алғандар. Ҡөрьән Кәрим мотивтары эпостарға ла инеп киткән

Ислам ҡабул иткән башҡорттар был изге исемде балаларына ла ҡуша башлайҙар. Үҙенең исемен генә түгел,Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде, мосолман йәшәү рәүешен, ҡануниәтен аңлатып биргән һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре тупланмаһын аңлатҡан Хәҙис һүҙен дә, Пәйғәмбәрҙе ололап атаған ҡушаматтарҙы ла, уның ғаилә ағзаларының исемдәрен дә балаларына  ҡушалар.  

Бик күп ҡатын-ҡыҙ исемдәре ир-аттыҡына -ә, -а аффиксы ҡушып яһалған. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәре, ҡыҙҙары исемдәре лә ҡушылған, әле лә күптәре ҡулланылып килә:

Әминә, Ғәйшә, Фатима (ҡыҙы), Өммөгөлсөм (Гөлсөм - Үмм-Күлсүм исемле ҡыҙынан), Зәйнәб, Руҡая (Раҡия, Орҡоя),Хәҙисә (Хәдиджә), Сәүдә, Хафса, Өммөсәлимә (Сәлимә), Йүвәйриә, Сафия, Мәрйәм, Мәймүнә .




#Article 24: Ислам (850 words)


Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе; донъялағы киң таралыу алған диндәрҙең береһе; Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша нигеҙләнгән дин; Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) ебәрелгән Ҡөрьән китабында ҡанунлаштырылған мосолман дине. Аллаһы тәғәләнең һуңғы Пәйғәмбәре Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында Аллаһы тәғәләнең илсеһе Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң тарала башлай. Мосолмандар инаныуынса, Аллаһы тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә Ҡөрьәнде иңдергән.

Исламға тиклем осорҙа һәр ҡәбиләнең үҙ илаһы булған. Ғәрәптәр араһында мәжүсилек дине таралған, ата-бабалар рухына табыныу, фетишизм (ағастарға, ҡаяға, ташҡа) кеүек күренештәр киң таралған.

Тарихи яҡтан Мәккә ҡалаһы III быуатта ғәрәптәрҙең иҡтисади һәм дини үҙәгенә әйләнә. Был ҡалала кешене үлтереү генә түгел, хата рәнйетеү ҙә тыйыла. Бында, барлыҡ ҡәбиләләр юғары илаһи символы тип ҡабул иткән Ҡәғбә ҡара ташы ҡуйылған. Ҡәғбә тирәләй 360 мәжүсилек илаһы һыны ҡуйылған булғанн. Эргәһендә Зәм-зәм шишмәһе ҡаҙылған. Ғәрәптәр йыл һайын Ҡәғбәгә хаж ҡылғандар. 440 йылда Ҡәғбәне һаҡлау буласаҡ Мөхәммәт Пәйғәмбәр тыуасаҡ ҡорайыш ҡәбиләһенә күсә.

Ислам диненә нигеҙ һалыусы тип Мөхәммәт Пәйғәмбәр һанала. Уның тормош юлы тураһында мәғлүмәттәр аҙ. Беренсе яҙма белешмә VIII быуатта ғына донъяға сыға. Ул сабый сағында етем ҡала. Башта көтөүсе, унан байҙа приказчик булып эшләй, каруан йөртөүсеһе булып та хеҙмәт итә. Ғәрәбстан буйлап һәм сит илдәрҙә йөрөгәндә, ул йәһүд һәм христиан ғөләмәләре менән таныша. Мәккәнең бай сауҙагәре Хәҙисәгә өйләнә. Уның үәхи () (Аллаһы тәғәләнең Ябраил фәрештә аша ебәрелгән һүҙҙәре)  ала башлағанға тиклем уҡый-яҙа белмәүе мәғлүм.Уға иң беренсе Аллаһы тәғәләнән килгән бойороҡ: Уҡы — Иҡра тип башланған (Әл-Ғәләҡ сүрәһе).

Боронғо риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәт Һира тауы мәмерйәһендә тәрән уйҙарға сумып ултырған сағында күктән Ябраил төшә, һәм ул Уға  Рәсүл икәнлеген белдерә, Аллаһының бойорғандарын аса, уларҙы халыҡҡа еткерергә тейешлеген белдерә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр Аллаһы тәғәлә тарафынан ебәрелгән бойороҡтарҙы кешеләр араһында тарата башлай. Шуның менән бергә ул ғәрәптәрҙә быға хәтле йәшәп килгән мәжүси ышаныуҙарҙы инҡар итә, Аллаһының барлығына һәм берлегенә (монотеистик ҡараштарға) ышанырға өндәй. Мөхәммәт яңы дин тарата башлауы юғары ҡатлау кешеләренә оҡшап бөтмәй, улар уны эҙәрлекләй башлайҙар, шуға Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәккәнән Мәҙинәгә күсә һәм унда 622 йыл, сентябрь айының 22-се көнө) яңы (ғәрәпсә) Һижрәт йыл иҫәбенә нигеҙ була. 630—631 йылдарҙа ғәрәптәр Мөхәммәт етәкселегендә Мәккәне һәм Ғәрәбстандың ҡайһы бер башҡа төбәктәрен яулап алалар. Шунан һуң Мөхәммәт дини һәм сәйәси лидер сифатында Ислам дәүләтенең (хәлифәлегенең) башлығы булыуға ирешә.

Ислам дине — ул Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт итеү һәм Уға тиңдәш тотмау. Аллаһы тәғәләгә тиңдәш тотмау, тимәк, Унан башҡа бер кемгә лә табынмау, тигәнде аңлата. Был донъяла төрлө таштарға, ағастарға, үҙ-үҙенә, аҡсаға, ҡатын-ҡыҙға һәм башҡа нәмәләргә табыныусы кешеләр күп. Ә'мосолман кешеһе тик Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылырға тейеш.

Ғибәҙәт ҡылыу, тимәк, Аллаһы тәғәләнең ҡушҡан әмерҙәрен үтәп, Уның тыйған нәмәләренән тыйылыу һәм Аллаһы тәғәлә ҡушҡанса йәшәү тигәнде аңлата.

Ғибәҙәт — ул Аллаһы тәғәлә ҡәнәғәт булған бөтә эштәр: намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, саҙаҡа биреү, ата-әсәңде хөрмәт итеү, харамдан тыйылыу, араҡы эсмәү һәм башҡаһы. Ҡыҡаһы, Аллаһы тәғәлә нимә ҡушҡан, шуны эшләп, Аллаһы тәғәлә нимәнән тыйған, шуны тыйыу: кеше үлтермә; кешенең малына ҡул һуҙма; үҙ-үҙеңде әллә кемгә һанама, һин ябай кешеһең, ошо ер өҫтөндә йөрөйһөң, ваҡыты етһә — һин солтан булһаң да, олтан булһаң да — ергә күмеләсәкһең; ниндәй генә кеше йә хайуан үлмәһен, ул ергә күмеләсәк. Шуға күрә, тәкәбберләнеп: «Кем ул Аллаһы тәғәлә? Мин үҙ-үҙемә хужа», — тип йәшәү дөрөҫ түгел.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр  тарафынан бәйән ителгән Аллаһының изге һүҙе — үәхиҙәр Ҡөрьән китабының нигеҙен тәшкил итә. Был китап 114 сүрәнән, һәр сүрә төрлө һандағы аяттарҙан тора. Улар Мөхәммәт Пәйғәмбәргә  төрлө дәүерҙәрҙә (Мәҙинә һәм Мәккә дәүерҙәрендә) ебәрелгәндәр. Тәүрат һәм Инжилдәге пәйғәмбәрҙәр: Ибраһим (Авраам), Муса (Моисей), Яҡуп (Иаков), Ғайса (Иисус)  Нух (Ной), Йософ (Иосиф) һ. б. телгә алына.Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ҡөрьәндә бер нисә аятта яңы дин килтермәүен, ә Ибраһим динен тергеҙергә ебәрелеүен иҡрар итә.

Исламда Ғайса пәйғәмбәр, христиан динендәгесә, Аллаһ улы түгел («Аллаһ улы» Ҡөрьәндә ғөмүмән юк), ул дәрәжәһе яғынан Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән һуң бара. Ҡөрьән Өс илаһлылыҡтыла танымай. Ғөмүмән, мосолмандарҙың изге китабы һис тә Тәүрат менән Инҗилды ҡабатлау (йә иһә уларҙан күсермә) түгел, ул — бер ни ҡәҙәр уларҙың йөкмәткеһен һыйҙырған мөстәҡил тәғлимәт. Ислам дине ике (Иман һәм Дин) структур өлөштән тора. Иман, Аллаһының берлеген һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрлек миссияһын таныуға ҡайтып ҡала. Иман буйынса, Аллаһы — мәрхәмәтле лә, ғәҙел дә, шул уҡ ваҡытта ҡырыҫ хөкөм итеүсе лә. Ләкин йәннәткә кереү мосолмандарға ғына яҙылған, Аллаһыны танымағандарҙы (кафырҙарҙы) тамуҡ көтә. Иман — Исламдың хаҡ дин икәнлегенә инаныу, пәйғәмбәрҙәрен, сауаптар һәм гонаһтар өсөн әжерен алыуҙы таныу. Мөхәммәттән тыш, Әҙәм, Нух, Ибраһим, Муса, Ғайса пәйғәмбәрҙәр - рәсүлдәр.

Икенселәре — нәбиҙәр ( пәйғәмбәрҙәр мираҫтарын халыҡҡа еткереүселәр). Дин төрлө ҡағиҙәләрҙән, йолаларҙан тора: һәр көндө биш тапҡыр намаҙ уҡыу; ураза тотоу; зәҡәт (сауҙагәрҙәргә йыллыҡ керемдең 40 — тан бере күләмендә һалынған йыллыҡ һалым) менән саҙаҡа (әжер өсөн бирелә торған ярҙам, хәйер) биреү; изге Мәккә ҡалаһына хаж ҡылыу (быныһы барлыҡ дингә ышаныусылар өсөн мәжбүри түгел); байрамдар (Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы.

Ислам VII быуат башында Көнбайыш Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә, хәҙерге заманда киң таралған диндәрҙең береһе. Был динде тотоусы мосолмандар Ғәрәбстан ярымутрауы, Төньяҡ Африка, Азия дәүләттәре: Сүриә, Ираҡ, Мысыр, Судан, Иордания, Алжир, Тунис, Ливия, Марокко, Төркиә, Иран, Афғанстан, Пакистан, Бангладеш, Индонезия, Нигерия, Сенегал, Гвинея, Мали, Ливан, Албания, Эфиопия, Һиндостан һ. б. ҡайһы бер дәүләттәрҙә йәшәйҙәр. Элеккеге СССР-ҙың Урта Азия, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Абхазия, Аджария, Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Чечня менән Ингушетия һ. б. күп кенә өлкәләрендә ислам динен тоталар. Донъяла мосолмандарҙың һаны ярты миллиард самаһы иҫәпләнә.




#Article 25: Ҡөрьән (479 words)


Ҡөрьән, Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре.

Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Аллаһ тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 — тән 6236 — ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт пәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аят әл-Курсиҙе), Йа Синды, Әл-Мүлк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла.

Ҡөрьәндә 114 сүрә - оҙонлоҡтары төрлөсә ( 3-тән 286-ға тиклем аят,  15-тән 6144-кә тиклем һүҙ) иҫәпләнә Барлыҡ сүрәләр ҙә аяттарға бүленгән.  Ҡөрьәндә 6204-тән 6236-ға тиклем аят бар, хәрефтәр һаны 320 меңдән ашыу. Ҡөрьән шулай уҡ аҙна эсендә уҡырға уңайлы булһын өсөн  7  тигеҙ өлөшкә ()   бүленгән. Ҡөрьәнде тигеҙ 30 өлөшкә () бүлеү ай дауамында бүлеп уҡыу өсөн уңайлы. 

Мосолман традицияларына ярашлы, сүрәләр  мәккәләге һәм мәҙинәләге тип бүлеп йөрөтөлә — тәүгеләре Мөхәммәт Пәйғәмбәр һижрәт ҡылғанға тиклем (йәки Мәҙинәгә китеп барғанда), һуңғылары һижрәттән һуң иңгән. 

Мосолмандар Ҡөрьәндең йөкмәткеһе үҙгәртелә алмай тип һанай, сөнки Хаҡ тәғәлә уны  не может быть изменено, так как Всевышний пообещал его охранять вплоть до Ҡиәмәт көнөнәсә һаҡларға һүҙ биргән:

Ҡөрьәндең туғыҙынсы сүрәһенән башҡа барыһы ла : «Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!» тип әйтеүҙән башлана.  Ҡөрьәндең беренсе сүрәһенә был һүҙҙәр тәүге аят итеп индерелгән 

Ҡөрьән сүрәләре хронология буйынса түгел, ә күләменән ҡарап урынлаштырылған:башта оҙон сүрәләр килә, артабан аяттар һаны кәмей барыу тәртибендә урынлаштырылған .

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы тәғәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын.
Иман — иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.

Миллиардтан ашыу мосолман өсөн  Ҡөрьән — айырым мөнәсәбәт талап иткән изге Китап. Улар  Ҡөрьәнгә бик ҙурлап ҡарай. Күп мосолмандар  Ҡөрьәндең бер нисә аятын булһа ла яттан белә. Ғәҙәттә былар намаҙҙа ҡушып уҡый торған сүрә-аяттар. Тотош Ҡөрьәнде яттан белгән кешене хафиз тип атайҙар.

Шәриғәт буйынса мосолмандың Ҡөрьән алдында шундай бурыстары бар:

Изге Китапты уҡығанда мосолман тәҡүәлек күрһәтергә һәм аңы менән уны тойорға, мәғәнәһе тураһында уйланырға тейеш. Ҡөрьәнде уҡыуҙың маҡсаты ла шунда: .

Ҡөрьән сүрәләре интернетта еңел табыла, шулай уҡ икенсе телдәргә мәғәнәһенең тәржемәләре лә бик күп.

Ҡайһы бер илдәрҙә (Иран, Кувейт, Ливия, Малайзия, БҒӘ, Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан), Сәғүд Ғәрәбстаны,Тажикстан) Ҡөрьәнде яттан уҡыу буйынса халыҡ-ара хафиздар конкурсы үткәрелә. Конкурстарҙа ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнаша 




#Article 26: Хаж (419 words)


Хадж, хаджж () — Хаж — мосолмандар өсөн изге булған Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып ғибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу, йәки хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһо. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр хажға барырға тейеш.

Хаж ҡылыу ваҡыты — Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Йылдың башҡа ваҡытында барып бөтә йолаларҙы үтәү кесе хаж йәки үмрә тип атала. Кесе хаж үтәгәндә ҡорбан салынмай.
Исламдың биш нигеҙе бар: «Шәһәҙәт», «Намаҙ» «Ураҙа» «Зәкәт» «Хаж». Хаж — ғибәҙәттәрҙең тажы, уны үтәү бурысы тик хәлле кешеләргә генә һалына. Ғәрәпсәнән «ниәт, ижтиһад, яңырыу» мәғәнәләрен аңлата.

Хаж ҡылыу, мосолман риүәйәттәрендә аңлатылыуынса, Әҙәм ғәләйһиссәләм менән Һауа Тәүинә тормошона барып тоташа. Улар Йәннәттән ҡыуылғас, күп йылдар үткәс кенә Ғәрәфә тауында осрашалар (Ғәрәфә тауында тороу — хажэың мотлаҡ ғибәҙәттәренең береһе). Шулай уҡ Ибраһим ғәләйһиссәләм, Аллаһ ҡушыуы буйынсан улы Исмәғилде ҡорбанға килтерергә йыйыныуы ла сағылыш таба. Тап ошо көндә Аллаһы тәғәлә кеше ҡорбаны килтереүҙе тыйып, айыра тояҡлы берәй мал салыуҙы ҡанунлаштыра. Пәйғәмбәренең тәҡүәлеген һынау менән бер рәттән Аллаһы тәғәлә Үҙе өсөн ҡан ҡойоу кәрәк түгеллеген күрһәтә.

Аллаһы тәғәләгә ҡорбандың ите лә, ҡаны ла барып етмәй, Уға бары һеҙҙең тәҡүәлегегеҙ барып етә.

Хәҙерге заманда донъяның һәммә мосолмандары зөлхизә айының 10-сы көнөндә Ҡорбан байрамы үткәрә (ғәр. Ид-әл Әдхә). Ибраһими диндәрҙең башҡаларында ул онотолған, Исламда ғына һаҡланып ҡалған. Уның тарихын да, йолаһын да Мөхәммәт Пәйғәмбәр тергеҙгән.

Хаж — мосолман өсөн фарыз ғәмәл, уны йыһатҡа тиңләйҙәр, әммә ул уны үтәй алмай икән, юл сығымдарын тулыһынса түләп, элек хаж ҡылған кемделер үҙенең вәкиле итеп ебәрә ала.

Хажға бурысҡа аҡса алып тороп барыу тыйыла.

Хаж ҡылыу ваҡыты Һижрәт календары (Ай календары) буйынса билдәләнә.

Йыл һайын Хаж зөлхизә айында биш көн дауамында бара — 8-ендә башлана, 12-һендә тамамлана. 9-ы — «Ғәрәфә көнө» һәм Хаж көнө тип һанала.

Түбәндәге таблица миләди календарь буйынса төҙөлгән, ул зөлхизә айының 9-сы көнөнә ярашлы.

Ислам календары ай буйынса билдәләнеү сәбәпле, йыл 11 көнгә ҡыҫҡараҡ килеп сыға. Шуға күрә Хажға барыу ваҡыты күсеп килә. Шул арҡала 33 йылға бер хаж ике тапҡыр ҡылына. Был хәл һуңғы тапҡыр 2006 йылда булды.

Хаж һәм үмрә ҡылыуға бәйле өс төр йола бар: :

Хаж һәм үмрәнең фарыздары бар, тик шул шарттар үтәлгәндә генә уларҙы ҡылырға рөхсәт ителә:

Мәлики, ханбали, шәфиғи һәм хәнәфи мәҙһәбтәрҙең талаптары бер аҙ айырыла.
Башҡорттар хәнәфи мәҙһәбкә ҡарай. Хәнәфи мәҙһәб талаптары ошондай:

Мәлики һәм ханбали ғөләмәләре 4 шарт фарыз тип һанай, шулай үтәлмәһә, хаж ҡылынған тип һаналмай:

Шафиғи ғөләмәләр мәлики һәм ханбали мәҙһәбтәр менән килешә, үҙҙәренән ике шарт өҫтәй, улар сәсте ҡырҡыуға һәм ғәмәлдәрҙең эҙмә-эҙлелегенә бәйле.

Күптәр хаж ғәмәлдәрен үтәп бөткәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бәйле иҫтәлекле урындарҙа ла булып ҡайтырға тырыша




#Article 27: Ураҙа (719 words)


Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Ул  Рамаҙан айының тәүге көнөндә башлана һәм ай дауамында дауам итә.

Фарыз ураҙанан тыш, байрам көндәрҙән башҡа ваҡытта ла сөннәт ураҙа тоторға мөмкин. Рамаҙан айы мосолманды нәфсеһен тыйып тоторға өйрәтә, ул ваҡытын ғибәҙәттәргә күберәк бүлә, изге эштәр башҡара. Ураҙаны Рамаҙан айында бәлиғ һәм сәләмәт булған кешеләр һәммәһе лә тоторға тейеш.

Яңы ай күренеүен барлыҡ мосолман донъяһы көтә, сөнки Рамаҙан ай урағы күренгән мәлдән башлана. Ҡайһы ваҡыт Айҙы Ер шарының бер яғында күреп, уны Сәғүд Ғәрәбстанында күрмәүҙәре ихтимал. Шуға күрә ураҙа тотоуҙа бер көнгә айырма килеп сыҡҡылай. Мәҫәлән, 2018 йылда шулай килеп сыҡты, Рәсәй мосолмандары ураҙаны 16 майҙа тота башланы, шул уҡ ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа бер нисә мосолман илендә, Ай күренмәүен сәбәп итеп, ураҙа башын 17 майға ҡалдырҙылар 

Ураҙа тота башлау көнөнән иҫәпләп  Ураҙа байрамын билдәләйҙәр. Бер көнгә айырма менән башлау байрамдың да төрлө ваҡытта билдәләнеүенә килтерә.

Мосолмандар Ҡөрьән сүрәләренә тулыһынса буйһона:

Ураҙа тотҡанда тәмәке тартыу, сәхәрҙән алып ауыҙ асҡанға тиклем дарыу эсеү, енси яҡынлыҡ тыйыла. Ураҙала харам ризыҡтарҙан башҡа бар нәмәне лә ашарға рөхсәт ителә, тик ваҡытты боҙмау талабы мотлаҡ.

Тыйылған ғәмәлдәрҙән тыш, был айҙа мосолмандар Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн мөмкин тиклем күберәк изге ғәмәлдәр ҡылырға тырыша.

Рамаҙан айының һәр көнөндә, биш тапҡыр фарыз намаҙҙан тыш, йәстү намаҙынан һуң һәр төн егерме рәҡәғәткә тиклем тәрәүих намаҙы уҡыла. Уны йәмәғәт менән уҡыу хәйерле һанала. Витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.

Егерме  рәҡәғәтте икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡырға мөмкин.

Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Ураҙаны боҙған осраҡта мосолман уны аҙағынан ҡаза ҡылып ҡуйырға тейеш, әммә тороп ҡалған тәрәүих намаҙы ураҙа бөткәс ҡаза ҡылынмай.

Сәхәр ашағандан һуң.

Ураҙа ниәте: Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғрәби хаалисал-лилләәһи тәғәәләә. АЛЛАҺУ ӘКБӘР.

Мәғәнәһе: АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт иттем.

Ауыҙ асҡанда уҡый торған доға:

Мәғәнәһе:

Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.

Ураҙала ғына түгел, башҡа ваҡытта ла мосолман ризығының хәләл булыуын ҡәтғи күҙәтергә тейеш. Хәләлгә саҡ ҡына харам ҡушылған булһа ла, тотош ризыҡ харам иҫәбенә инә. Мәҫәлән, сыр ҡайнатҡанда сусҡа майы ҡушылыуы ихтимал, бындай ашамлыҡ харамға сыға.

Ураҙала башҡорт милли аш-һыуына өҫтөнлөк биреү — дөрөҫ туҡланыу нигеҙе булыр, улар энергияны һаҡларға булышлыҡ итә, ҡорот иһә ризыҡтың тейешенсә эшкәртелеүенә ярҙам итә.

Ҡатын-ҡыҙға күрем ваҡытында ураҙа тотоу тыйыла, йөклөлөк һәм бала тапҡандан һуңғы осорҙарҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Айлығы башланыуын белеү менән һыу эсеп, ураҙаны туҡтаталар, сөнки ундай хәлендә ураҙа тотоу гонаһ ғәмәлгә инә. Ифтар (ауыҙ асыу) ваҡыты инеп өлгөрмәҫтән, ваҡыт  әҙ генә ҡалған булһа ла ураҙа боҙолған иҫәпләнә.

Тотолмай ҡалған көндәр өсөн улар башҡа ваҡытта ураҙа тотоп, көндәрен тултырып ҡуялар (ҡаза ҡылыу). Күрем (айлыҡ) ваҡытында уҡылмай ҡалған намаҙҙар иһә ҡаза ҡылынмай 

Рамаҙан айында мосолмандар өс төрлө зәкәт түләй:

Рамаҙан айында  кеше алты сәбәп менән ураҙа тота алмауы мөмкин:

Әгәр кеше төҙәлмәй торған дауамлы ауырыу икән, йә ҡартлыҡ буйынса ураҙа тота алмаған булһа, бындай осраҡта фиҙиә саҙаҡаһы түләргә тейеш була. Әгәр кешенең фиҙиә түләрлек  хәле юҡ икән, унан бурыс төшә һәм ул үҙе саҙаҡа ала торған кеше булыуы ихтимал. Был осраҡта уның төп бурысы — саҙаҡа өсөн доға ҡылып ҡуйыу.

Фиҙиә саҙаҡаһын бер фәҡиргә лә, бер нисәһенә бүлеп тә бирергә була  
.

Фытыр саҙаҡаһы (Зәкәт әл-фитр) (ғәр. زكاة الفطر‎ — ураҙа саҙаҡаһы‎) — Рамаҙан айы аҙағында, Ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә, мохтаждарға бирелә торған бирелә торған вәжиб саҙаҡа .Миҡдарын ҡайҙа нимә үҫеүенә ҡарап 1 сағ  бөртөклө матдәләрҙән сығып иҫәпләнә. Европала бойҙай йә арпа, Көньяҡ-Көнсығыш Азияла — дөгө, Яҡын Шәреҡтә — хөрмә менән иҫәпләнә. Сағ () — был 4 ҡуш ус бөртөклө күләме. Ул 3,300 г (хәнәфи мәҙһәбтә), йәки 2,176 г (башҡа сөнни мәҙһәбтәрҙә) тип һанала.

Хәнәфи мәҙһәбтә ярты сағ, йәғни 1,650 г бирелә.

Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенән дә эшләйҙәр.

Бер көн дә ураҙа тота алмаған кеше йәки 60 кешене ауыҙ астыра, йәки 30 кешене ифтар ашатып, сәхәргә етерлек ризыҡ бирә. Ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала.Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең шундай хәҙисе бар:

Мосолмандарҙа ошо көндәрҙә сөннәт ураҙа тоторға кәңәш ителә:




#Article 28: Намаҙ (595 words)


Намаҙ (ғәр. صلاة‎‎; фар. نماز; төр. Namaz) — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт.
Рәсүлебеҙ Мөхәммәт сғс әйткән:Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ. Йәғни, ун йәштән ир бала менән ҡыҙ бала айырым йоҡларға тейеш.
Намаҙ уҡыясаҡ кешенең тәне, кейеме һәм намаҙ урыны һәр төрлө нәжестәрҙән таҙа булырға тейеш. Шулай уҡ, һәр намаҙ уҡыусыға шәриғәт бойорған рәүештә тейешле ағзаларҙы һыу менән йыуып, тәһәрәт алыу фарыз.

Намаҙ уҡыр алдынан. уҡыласаҡ намаҙҙы күңел менән ниәтләү фарыз, тел менән ниәтләү мөхтәсәб. Имамға ойоған кеше лә ойоуҙы ниәтләргә тейеш.
Биш намаҙға ла ошо рәүештә ниәт ҡылына:

Күңелдән ниәт ҡылына:Бисмилләәһир ирахмәнир рахим. Иләһи,бер Үҙеңдең ризалығың өсөн(ниндәй) намаҙҙың(нисә) рәҡәғәт (фарызын йәки сөннәтен) уҡырға ниәт ҡылдым,(имамға ойоп уҡыһа, ошо урында, ойоном ошо имамға тип әйтелә) йөҙөмдө йүнәлдерҙем ҡибла тарафына, хаалисан лилләәһи тәғәәләә, -тип әйтәбеҙ.
Намаҙға баҫҡас, бары тик сәждәгә барасаҡ урынға ғына ҡарап торабыҙ.

Ифтитах (үәжәхтү) доғаһы намаҙға баҫып, ниәт иткәс, Әғүҙү  тип әйткәнгә тиклем (Фатиха сүрәһенә тиклем) уҡыла. Ул сөннәт ғәмәл, йыназа намаҙҙа ғына уҡылмай.

وجهت وجهي للذي فطر السماوات والأرض حنيفاً مسلما وما أنا من المشركين إن صلاتي ونسكي ومحياي ومماتي لله رب العالمين لا شريك له وبذلك أمرت وأنا من المسلمين

Үәжәхтү үәжхиә лилләҙи  фәт’әрә ссәмәүәти үәл арҙа хәнифән мүслимән үә мә әнә минәл мүшрикин(ә). Иннә сәләти үә нүсүки үә мәхйәйә үә мәмәти лилләһи   раббил ғәләмин. Лә шәрикә лаһу үә би ҙәликә үмирту үә әнә минәл мүслимин(ә)» .

Тәслим - намаҙҙы тамамлау ҡағиҙәһе.  Ғәҙәти вариант — һуңғы рәҡәғәттә тәшәһһүд - әттәхиәт һәм салауаттарҙы әйтеп бөтөргәс, башты уңға бороп әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһ тип сәләм бирәләр, шунан башты һулға бороп, шулай уҡ сәләмләйҙәр.Ошонан һуң намаҙ тамамланған һанала.

Рәтибәт намаҙҙар— биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарҙан тыш уҡыла торған намаҙҙарҙы шулай атайҙар. Башҡорт телендә  телендәге атамаһы - сөннәт намаҙҙар.

Сөннәт намаҙҙар иртәнге намаҙҙа ике, өйлә намаҙында алты (дүрт һәм ике), аҡшам намаҙында ике, йәстү намаҙында ике рәҡәғәт уҡыла. Иртәнге намаҙҙың сөннәте фарызынан элек, өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте фарызынан элек һәм ике рәҡәғәте фарызынан һуң, аҡшам һәм йәстү намаҙҙарының сөннәттәре фарыздарынан һуң уҡыла.
Икенде намаҙы фарыз ғына булып, сөннәте юҡ. Ҡалған намаҙҙарҙың фарыздары ла, сөннәттәре лә бар. 

Иртәнге намаҙ фарыз һәм сөннәте менән дүрт рәҡәғәт, өйлә намаҙы ун рәҡәғәт, аҡшам намаҙы - биш рәҡәғәт, йәстү намаҙы алты рәҡәғәт килеп сыға 

Йәмәғәт тип аталыусылар:

Әгәр намаҙға баҫыусылар араһында ир-ат юҡ икән, ҡатын-ҡыҙ имам итеп һайлана.

Әгәр ир-ат имам янында үҙ ҡатыны була икән, ул намаҙын имам артына баҫып уҡый. Әгәр ирҙәр булмай ҡатындар ғына имамға ойоп уҡыйҙар икән, нисә ҡатын-ҡыҙ булыуына ҡарамаҫтан, имам артынан беренсе рәттә түгел, икенсе рәткә тороп уҡыйҙар. Әгәр бер ир генә эйәреп уҡыһа, ул имам артына баҫмай, ә  уң яғынан арттараҡ баҫып уҡый. 

Йәмәғәт намаҙы яңғыҙ уҡығандан өҫтөнөрәк һанала.
 
Хәҙистән:  «Йәмәғәт намаҙы яңғыҙ уҡығанда егерме ете тапҡырға артыҡ». ( Сәхих әл-Бохари», №368).

Ҡәсер намаҙ ( — ҡыҫҡартылған намаҙ) — мосафирҙар өсөн ике намаҙҙы ҡушып уҡыу. Ҡәсер намаҙы тәүгеһенең ваҡыты сығып барған, ә икенсеһенең ваҡыты инеп барған ваҡытта уҡыла. Мосафир был ваҡытта юлда китеп барған булһа, икенсе намаҙҙың ваҡыты ингәндә туҡтап, ике намаҙҙы ҡушып уҡый (жәмү таһир).

Яңғыҙ намаҙҙы ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа уҡый ала. Сөннәт намаҙҙарҙың барыһы ла тиерлек үҙ аллы уҡыла. Фарыз намаҙҙарҙы йәмәғәт менән уҡыу мөмкин булмағанда яңғыҙ уҡыла. Йәмәғәт менән намаҙ уҡымаҫҡа рөхсәт биргән осраҡтар:

Былар йәмәғәт намаҙында ҡатнашмаҫҡа  рөхсәт итә, әммә бушай алмау арҡаһында ҡатнашмау дөрөҫ түгел.  

(намаҙ эсендә – 6, намаҙҙан тыш – 6)

Башҡортостанда өйләнән башҡа намаҙ ваҡыты көн оҙонлоғона ла, кеше йәшәгән урындарҙың географик урынлашыуына ла  бәйле. Мосолмандар намаҙҙарын һуңлатмаһын өсөн Диниә назараттары махсус календарҙар сығара, сайттарҙа хәбәр итә. Һәр район өсөн ваҡытты мәғлүм иткән сайттар бар  




#Article 29: Зәкәт (112 words)


Зәкәт — йылына бер тапҡыр һәр мөьмин- мосолман мөлкәтенән мохтаждар файҙаһына мотлаҡ бирелә торған өлөш. Мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе.

Исламда мөлкәттең йыл да Аллаһ ризалығы өсөн мохтаждар файҙаһына түләнә торған ҡырҡтан беренсе өлөшө. Зәкәт һүҙе «таҙарыныу» тип тәржемә ителә. Был фарыз ғәмәл.

Зәкәт түләү Исламда Һижрәттең 2-се йылына фарыз итеп индерелә һәм Исламдың 5 төп шартының береһенә әйләнә. Ҡөрьәндә «зәкәт» һүҙе «намаҙ» менән бергә телгә алына һәм мосолман иманының өлөшө тип раҫлана.
   

Зәкәтте хәлле кешеләр генә түләй. Хәлле кешеләрҙе билдәләр өсөн «нисаб» төшөнсәһе бар.
Намаҙ Аллаһы тәғәләгә тән менән ғибәҙәт ҡылыу булһа, зәкәт — малың менән.

 

Яҙылып бөтмәгән

Ҡөрьәндә зәкәт-саҙаҡаны кешене кәмһенмәҫлек, намыҫына теймәҫлек итеп бирергә кәңәш ителә. Был хаҡта ошолай әйтелә:




#Article 30: Сибай (340 words)


Сибай — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге.

Өфө ҡалаһынан — 521 км, Силәбе ҡалаһынан — 362 км, Ырымбурҙан — 385 км, Екатеринбургтан — 600 км, Магнитогорсктан — 122 км, Гайҙан — 186, Орск ҡалаһынан 227 км алыҫлыҡта ята.

Ҡала рельефы тигеҙ һәм убалы-түбәле, абсолют билдәләр диңгеҙ кимәленән 335—383 м юғары урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа иң ситке нөктәләр араһы — 9 км, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 12 км тәшкил итә.

Сибай Башҡортостандың иң йәш ҡалалары араһында булһа ла, эргә-тирәлә табылған ҡомартҡылар борон-борондан бында кеше йәшәүен иҫбатлай. Хәҙерге Сибай ҡалаһы һәм яҡындағы Баймаҡ районы ерҙәрендә электән бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Ҡала 8—9 быуаттарҙа телгә алынған бөрйән башҡорттарының аҫаба ерҙәренә ингән. Башҡорт шәжәрәләрендә яҙылғанса, Һаҡмар һәм Төйәләҫ йылғалары бассейнында Турахан күсмә тормош көткән (Артабан ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында йәшәгән. Турахан кәшәнәһе 14-15 бб. төҙөлгән, хәҙерге Шишмә районында урынлашҡан).

Сибай ҡалаһы тарихында ҙур урынды Сибай (Иҫке Сибай) ауылы тотоп тора. Уның тарихы 18 б. 70-се—80-се йылдарынан башлана. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ейәне Ш. У. Сибаев властар һәм халыҡ яғынан яҡшы характеристика алған, сәсән һәм «Сибай» йырының авторы булған.

Сибай ҡалаһы XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлау менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала статусы ала.

Ҡалала 61 597 кеше йәшәй, Төйәләҫ ауылы менән бергә 62 471 кеше иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр 2005 йылдың 1 ғинуарына тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында (Төйәләҫ менән бергә) 60 144 кеше иҫәпкә алынған. Шуларҙың 48,7 — % башҡорттар, 38,7 % — урыҫтар, 8,9 % татарҙар тәшкил итә.

Сибай аша Магнитогорск — Ира федераль автомобиль юлы һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сермән республика әһәмиәтендәге автомобиль юлы үтә.

Асыҡ һәм тигеҙ рельеф сәбәпле, йыл буйы ел тиҙлеге юғары: 5—7 м/сек, күбеһенсә көнбайыштан иҫә. Ҡалала континенталь климат, йәй уртаса йылы, ҡайһы саҡта эҫе, ҡоро, ҡыш һалҡын була. Йылдың уртаса яуым-төшөм кимәле — 300 мм, дымлы атлантик һауаһын Урал тауҙары туҡтата.

.

Ҡаланың төп уҡыу йорттары:

Сибайҙа 14 дөйөм, 12 мәктәпкәсә, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 2 ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.

Магнитогорск-Сибай (Көньяҡ Урал т. юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 110 км). Әбйәлил һәм Баймаҡ р ндары аша үтә. 1954 й. төҙөлгән.




#Article 31: Инйәр (йылға) (378 words)


Инйәр — йылға, Эҫемдең һул ҡушылдығы (Кама йылғаһы бассейны). Башҡортостандың Белорет һәм Архангел райондары аша аға. Башланған урыны — Белорет районы Инйәр ауылынан 1 километр төньяҡта урынлашҡан. Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылып Инйәр йылғаһын барлыҡҡа килтерәләр. Оҙонлоғо — 307 километр. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Аҫҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя.

Архангел, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә Эҫем йылғаһына һул яҡтан ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км 2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2булған.

Кесе Инйәр Ямантау һырттарының көнбайышындағы Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан сыға ла, эргә-тирәләге һыуҙарҙы йыя-туплай, көньяҡҡа ағып китә. Ямантауҙың иң бейек түбәһе тапҡырынн тау ашаһында Ҡомарҙаҡ итәктәрендә икенсе Инйәр аға.  Ҡушылғандарына тиклем оҙонораҡ юл үткәне өсөн быныһын Оло Инйәр тип атағандар. Был ике йылға Инйәр ҡасабаһы эргәһендә ҡушыла.

Ике Инйәр ҙә оҙон тарлауыҡтар хасил итә,таулы өлөштә уларҙы суҡайышҡан ҡаялар, кәбәндәй таштар, ҡайын-ҡарағайҙар уратып алған.

Инйәрҙе Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле йылға иткән сифаттарҙың береһе — уның шаршыларға (шарлауыҡ), тупһаларға бай булыуы. Белорет районының Манышты ауылынан түбән, Инйәргә уңдан Төлмәй ҡушылған арала — иң ҙур тәүге тупһа, иң көслө тәүге шаршылаҡ. Ағым бик шәп бында, йылға ярайһы уҡ текәгә түбәнләй. Тағы ла бер ҙур шаршылыҡты үткәс, киң генә ятыуға сыға, тәрәнлеге 5—7 метрҙарға етә.

Йылғала бәрҙе, суртан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтар осрай. 

Белорет районы Асы ауылы тирәһендә минераль һыу сығанаҡтары бик күп. Асынан түбәндәрәк Инйәр текә ҡаяларға барып терәлә лә ҡапыл көньяҡҡа борола, ошо урында эреле-ваҡлы мәмерйәләр осрай.

Совет осоронда башҡа транспорт булмау сәбәпле,Белорет районы леспромхоздары ҡыуғынға төшә ине. Инйәр йылғаһы ла ҡыуғын өсөн файҙаланылды. Ағасты ҡыштан яр буйына өйөп ҡуялар ҙа, яҙғы ташҡында һыуға тәгәрәтеп төшөрәләр, ҡыуғынсылар һал менән оҙатып баралар. Ағас ярға яғылып ҡалмаһын өсөн махсус яйланмалар - бондар ҡуялар ине. Билдәле бер урындарҙа ағасты тотоп алып ҡала торған ҡоролмалар - запандәр эшләнә. Был топонимикала ла сағылған - Белорет районында Кәртәле Запане тигән урын бар. Инйәр йылғаһы буйлап ҡыуғын ҡыуыу Белорет-Шишмә тимер юлы сафҡа ингәс бөтөрөлә. 

Ағасты һалламай ҡыуғынға ташлаған ысул уның күпләп батыуына, йылғаларҙың төбөнә йыйылыуына килтерә, юғалтыуҙар күп. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы 1995 йылдың 18 октябрендә Һыу Кодексында ҡыуғындарҙы туҡтатыу тураһында статья  ҡабул итеп, ил буйынса ул туҡтатыла 

Дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса ошондай ҡушылдыҡтары бар:

Был реестрҙа күрһәтелмәгән Бирйән йылғаһы бар.

Төрки һәм монгол телдәрендәге инйәр/ингәр,- ангар тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. Ангар -  `тау араһы, тарлауыҡ, үҙән` 




#Article 32: Тютчев Фёдор Иванович (203 words)


Фёдор Иванович Тютчев () — рус яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орёл губернаһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән.

Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар Денисьева циклына, йәғни шағирҙың Е. А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә.
 Иң танылған шиғыры «Silentium!» — әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары.
 




#Article 33: Әҙәбиәт (903 words)


Әҙәбиәт ( һүҙенән килә) — тулы мәғәнәлә теләһә ниндәй яҙма текстар йыйылмаһы. Күп кенә телдәрҙә, шул иҫәптән урыҫса ҡулланылған литература һүҙе  (яҙылған, яҙылыш) (хәреф) һүҙенән килә.

Һәр ҡайһыһы билдәле бер проблемаларға һәм төҙәтмәләргә бәйле булыуға ҡарамаҫтан, әҙәбиәттең бөтә милли мәҙәниәттәрҙә лә, кешелек тарихында ла үҙгәрмәй торған бер нисә универсаль үҙенсәлеге бар.

Әҙәбиәт йөкмәткеһе һәм тәғәйенләнеше буйынса төрҙәргә бүленә. Был бүленештә ниндәйҙер принциптар берҙәмлеген тулыһынса һаҡлау ҡыйыныраҡ, сөнки бөтөнләй оҡшамаған төрлө күренештәр берләштерелеп, яңылыш фекер тыуҙырыуы мөмкин. Йыш ҡына бер дәүерҙең типологик яҡтан төрлө булған текстары төрлө дәүерҙәр һәм мәҙәниәттәрҙәң типологик яҡтан берүк текстарына ҡарағанда бер-береһенә яҡыныраҡ була. Ҡайһы бер текстарҙың яҙмышы төрлөсәрәк булып китә: төҙөлгән саҡта улар әҙәбиәттең бер төрөнә ҡараһа, аҙаҡтан бөтөнләй икенсе яҡҡа тартыла, мәҫәлән, Даниэль Дефоның «Робинзон Крузо мажаралары» бөгөн балалар әҙәбиәте булараҡ уҡыла, ә ысынбарлыҡта иһә ул хатта ололар өсөн ижад ителгән нәфис әҙәбиәт әҫәре лә түгел, ә публицистик башланғысы оло әһәмиәткә эйә булған памфлет итеп яҙылған. Шуға күрә әҙәбиәт төрҙәренең дөйөм исемлеге яҡынса самалау характерында ғына була ала. Әҙәби киңлектең конкрет структураһы билдәле бер мәҙәниәткә һәм осорға ҡарата ғына булдырылыуы мөмкин. Ғәмәли маҡсат өсөн бындай ҡатмарлыҡтар әллә ни әһәмиәткә эйә түгел, сөнки китап сауҙаһы һәм китапханалар ихтыяжын күп тармаҡлы, әммә әллә ни төплө һәм тәрән булмаған китапхана-библиография системаһы ла тулыһынса тиерлек ҡәнәғәтләндерә.

Нәфис әҙәбиәт — сәнғәттең бер төрө. Төп материалы — һүҙ һәм кеше телмәренең яҙма конструкцияһы. Уның үҙенсәлеге бер яҡтан музыка, һынлы сәнғәт, театр, кинематограф сәнғәте төрҙәрен, икенсе яҡтан философия, публицистика һәм фәнде сағыштырып ҡарағанда бик асыҡ күренә. Бынан тыш, принципиаль нигеҙҙә үҙ авторҙары булмаған фольклорҙан айырмалы рәүештә, нәфис әҙәбиәт, сәнғәттең башҡа төрҙәре кеүек, автор әҫәрҙәрен (шул иҫәптән аноним булғандарҙы ла) берләштерә.

Документаль проза — әҙәбиәттең бер төрө. Реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән, әҙ генә ижади уйҙырма өҫтәлгән. Документаль прозаға билдәле кешеләрҙең биографияһы, ниндәйҙер хәл-ваҡиғаларҙың тарихы, илдәр өйрәнеү фәне, ҙур енәйәттәрҙе тикшереү инә.

Мемуар — теге йәки был заманда йәшәп, үҙе ҡатнашҡан йәки уның шаһиты булған кеше менән таныш булған авторҙың ниндәйҙер хәл—ваҡиғаны һүрәтләүе. Уның мөһим үҙенсәлеге – үткәндәрҙе тергеҙгән текстың дөрөҫ, документаль характерҙа булыуында.

Фәнни әҙәбиәт – фәнни методҡа ярашлы алып барылған тикшереүҙәр, теоретик дөйөмләштереүҙәр һөҙөмтәһендә булдырылған яҙма хеҙмәт йыйылмаһы. Ул ғалимдарҙы, белгестәрҙе фәндең һуңғы ҡаҙаныштары менән таныштырыуға һәм фәнни асыштарға өҫтөнлөктө нығытыу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, әгәр ҙә баҫылып сыҡмаһа,  фәнни эш тамамланған тип һаналмай. Тәүге фәнни әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа була: трактаттар, әңгәмәләшеү, өйрәтеү, диалог, сәйәхәт итеү, тормошто һүрәтләү һәм хатта шиғри формаларҙа. Әлеге ваҡытта фәнни әҙәбиәт формалары стандартлашҡан,  һәм монографияларҙан, күҙәтеүҙәрҙән, статьяларҙан, докладтарҙан, авторефераттарҙан, рефераттарҙан һәм рецензияларҙан тора. Бөгөн күп илдәрҙә фәнни әҙәбиәтте аттестациялау механизмы эшләй. Быға хөкүмәт йәки йәмәғәт ойошмалары ярҙам итә. Рәсәйҙә, мәҫәлән, аттестацияны Юғары аттестация комиссияһы үткәрә. Фәнни әҙәбиәтте баҫтырыуҙағы төп талаптар исемлегендә иң мөһмие уның рецензияланған булыуы. Ошо процесҡа ярашлы, фәнни журнал нәшриәте йәки мөхәрририәте яңы фәнни эште баҫтырыуҙан алда уны ошо өлкә буйынса белгес һаналған  бер нисә рецензентҡа ебәрә. Рецензиялау барышында тупаҫ методологик хаталар йәки туранан-тура ялғанлауҙар алып ташлана.
XX быуат башында баҫтырылған  фәнни әҙәбиәттең даими экспоненциаль үҫеш күләме күҙәтелә. Ошоға бәйле, бөгөн фәнни әҙәбиәттең мөһим таратыусыһы булып,  матбуғат баҫмалары, бигерәк тә рецензиялаусы фәнни журналдар тора. XX  быуат башында бындай журналдарҙың ҡағыҙ варианттан электрон вариантҡа, бигерәк тә Интернетҡа күсеүе күҙәтелә.

Фәнни-популяр әҙәбиәт — фән, фәнни ҡаҙаныштар, ғалимдар тураһындағы киң даирә уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҙәби әҫәрҙәр. Был әҙәбиәт башҡа өлкә белгестәренә лә, әҙерлеге бәләкәй булған уҡыусыларға ла, балаларға, үҫмерҙәргә лә тәғәйенләнгән. Фәнни әҙәбиәттән айырмалы рәүештә, фәнни-популяр әҫәрҙәр рецензияланмай һәм аттестацияланмай. Фәнни-популяр әҙәбиәткә төрлө жанрҙа яҙылған  төп, ғәмәли фәндең  нигеҙҙәре һәм проблемалары, фән эшмәкәрҙәренең биографияһы, сәйәхәттәрҙе һүрәтләү һ.б. инә. Иң яҡшы популяр әҫәрҙәр  тәғәйенләнгән уҡыусыларға алдынғы фәндең ҡаҙаныштарын аңлайышлы формала пропагандалай. Европала популяр булған  Лукреция Караның «О природе вещей», М. В. Ломоносовтың «Письмо о пользе стекла» тигән  фән тураһындағы әҫәрҙәре  поэтик формала яҙыла. Тәбиғәт календары, этюд, очерк, «интеллектуаль мажаралар» формаһында яҙылған популяр әҫәрҙәр ҙә билдәле.

Белешмә әҙәбиәт – дөйөм мәғлүмәт биреүсе, икеләнеү тыуҙырмаған ярҙамсыл йөкмәткеле әҙәбиәт.  
Төп төрҙәре:

Белешмә баҫмалар объектив факттарҙы үҙ эсенә алырға һәм булған белем кимәлен бер төрлө сағылдырырға тейеш. Әммә ғәмәлдә факттарҙы интерпретациялауҙан һәм дөрөҫ булмағандан айырыуы ҡыйын. Шуға ла һәр белешмәлә ниндәйҙер кимәлдә тенденциялыҡ була. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был кимәл бик ҙур һәм белешмәгә маҡсатлы рәүештә индерелә. Гуманитар белемгә ҡағылған Совет дәүере белешмәләре йыш ҡына шулай була һәм  хатта ундағы ҡыҫҡа ғына һүҙлек статьялары ла  идеологик яҡтан биҙәлгән була.  Был материал һайлауға ла ҡағыла: СССР ваҡытында сығарылған әҙәби энциклопедияларҙа, социалистик, коммунистик йүнәлештәге урта ҡул яҙыусыларға урын була, әммә совет ҡоролошона кире ҡарашта булған ҙур авторҙар әҫәре булмай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт үтһә лә, бындай баҫмаларҙы белешмә булараҡ файҙаланып булмай, сөнки факттарҙы интерпретациянан айырып алыу өсөн күп ваҡыт сарыф итергә турпа килә, әммә нәҡ ошо идеологик биҙәүҙәр белешмә баҫмаларын тарихи факт, үҙ дәүеренең иҫтәлеге булараҡ ҡыҙыҡлы итә лә инде.

Дәреслектәргә, күнегеүҙәр йыйынтығына бүленә. Белешмә әҙәбиәт менән уртаҡлығы ҙур, сөнки икеһе лә ниндәйҙер бер һорау буйынса  бер өлкәләге белем менән  эш итә.
Әммә уҡытыу әҙәбиәтенең тәғәйенләнеше башҡаса: белемдең ошо өлөшөн текст адресаты уның тураһында тулыһынса күҙ алдына килтерерлек итеп һәм һәм ошо өлкә буйынса тигҙләмә сисеү, тыныш билдәләрен ҡуйыу оҫталығына эйә булырлыҡ дәрәжәлә  эҙмә-эҙлекле һәм системалы итеп аңлатыу.
Был прагматик бурыс дәреслек текстарының төҙөлөш үҙенсәлеген билдәләй: ҡабатлауҙар, күтәреп алыу, тикшереү һорауҙары һәм мәсьәләләре һ.б.

производство һәм техника өлкәһенә ҡағылған әҙәбиәт: изделиелар каталогы, эксплуатациялау, хеҙмәтләндереү һәм ремонт инструкциялары, детальдәр каталогы, патенттар. һ.б.

Әҙәби текст материаль кәүҙәләнешенән башҡа ла (ҡулъяҙма, китап, компьютер файлы, монитор ҡоролмаһы) үҙ-үҙе булып ҡала. Тик текст таратыу эволюцияһы текстҡа йоғонто яһамай, тип уйларға кәрәкмәй. Киреһенсә, әҙәбиәт торошо күҙ күреме етерлек үткәндәрҙә тулыһынса цивилизациялы революция менән билдәләнә. Яңы цивилизациялы революция ике сифатлы текст күсергесен – аудиокитап һәм компьютер файлын тормошҡа ашыра.




#Article 34: Ҡыҙыл Байраҡ ордены (220 words)


Ҡыҙыл Байраҡ ордены () — СССР-ҙың иң беренсе һәм юғары ордендарының береһе, ВЦИК декреты менән Совет Рәсәйе осоронда уҡ, граждандар һуғышы ваҡытында — 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырылған. Тәүге исеме — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
 
Граждандар һуғышы ваҡытында ошондай уҡ ордендар башҡа Совет республикаларында ла булдырылған. 1924 йылдың 1 авгусында Совет республикаларының бөтә ордендары СССР-ҙың дөйөм ордены — Ҡыҙыл Байраҡ ордены итеп үҙгәртелә.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хәрбиҙәрҙең тәҡдиме буйынса, һуғыш ваҡытында айырыуса батырлыҡ, фиҙәҡәрлек һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән кешеләрҙе, хәрби частәрҙе, хәрби караптарҙы, хәрби берләшмәләрҙе бүләкләү өсөн булдырыла. Был хәрби орден менән СССР Оборона министрлығы органы булған «Красная звезда» гәзите, Ленинград, Ташкент, Волгоград, Севастополь һәм башҡа ҡалалар бүләкләнгән.

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән тәүге бүләкләнеүселәр:

Климент Ворошилов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән алты тапҡыр, Василий Блюхер — биш тапҡыр  бүләкләнә.

Ордендың уртаһында аҡ эмаль менән ҡапланғын түңәрәктә алтын ураҡ һәм сүкеш урынлашҡан. Түңәрәк үҙе алтын лавр таж менән уратылған. Түңәрәк аҫтына ҡыҙыл йондоҙ, уның аҫтына сатрашланғын ҙур сүкеш, һабан, факел һәм ҡыҙыл байраҡ урынлашҡан. Ҡыҙыл байраҡта «Пролетарии всех стран соединяйтесь!»тигән яҙыу бар. Ордендың ситен уратҡан алтын лавр тажда «СССР» тигән яҙыулы ҡыҙыл таҫма урынлашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены көмөштән эшләнә. Ордендың бейеклеге — 40 мм, киңлеге — 36,3 мм. Беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ҡыҙыл таҫма өҫтөнә тағып йөрөтелгән. Һуңыраҡ ситтәрендә тар һәм уртаһында киң аҡ һыҙат төшөрелгән ҡыҙыл таҫмаға уратылған биш мөйөшле нигеҙгә эленгән.




#Article 35: Гомер (709 words)


Һомер () (йәшәгән ваҡыты — б. э. т. XII быуат һәм б. э. т. VII быуат араһы) — легендар Боронғо Грецияның сәсән—шағиры. Европа әҙәбиәтенең боронғо ҡомартҡылары булған «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Табылған боронғо грек папирустарының яҡынса яртыһы Гомерҙыҡы. Легенда буйынса ул һуҡыр булған.

Гомерҙың шәхесе һәм тормошо хаҡында дөрөҫ кенә бер нәмә лә билдәле түгел.

Шуныһы асыҡ, «Илиада» һәм «Одиссея» үҙҙәрендә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙан күпкә һуң, әммә уларҙың барлығы теркәлгән беҙҙең эраға тиклемге VI быуаттан иртәрәк булдырылған. Геродот әйтеүенсә, Гомер уға тиклем 400 йыл элек йәшәгән. Башҡа боронғо сығанаҡтар уның Троян һуғышы ваҡытында йәшәүен билдәләй.

Гомерҙың тыуған урыны билдәһеҙ. Ул тыуған ер булыу хоҡуғына 7 ҡала дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афина. Геродот һәм Павсаний әйтеүенсә, Гомер Киклада архипелагының Иос утрауында үлгән. «Илиада» һәм Одиссеяның Грецияның ионий ҡәбиләләре йәшәгән диңгеҙ ярҙары буйында, йәки уға яҡын утрауҙарҙың береһендә сығарылыуы мөмкин. Гомер диалекты уның ниндәй ырыуға ҡарауы тураһында аныҡ мәғлүмәт бирмәй, сөнки ул боронғо грек теленең ионий һәм золий диалекттарының ҡушылмаларынан тора. Гомер диалекты, уның ғүмерен самалаған ваҡыттан алда уҡ барлыҡҡа килгән шиғри койнэ формаларының береһен сағылдыралар тигән фараз бар.

Традиция буйынса Гомер һуҡыр итеп һүрәтләнә. Был уның тормошондағы реаль факттарҙан алынмаған һәм бары тик антик биография жанрына хас булған тергеҙеү булыуы ихтимал. Күп кенә билдәле легендар күрәҙәселәр һәм йырсылар һуҡыр булғанлыҡтан (мәҫәлән, Тиресий), поэтик һәм күрәҙәлек һәләтен бер-береһенә бәйләгән антик логика буйынса Гомерҙың фаразланған һуҡырлығы ысынбарлыҡ кеүек күренә. Бынан тыш, Одиссеялағы йырсы Демодоктың тыумыштан һуҡыр булыуы ла автобиографик итеп ҡабул ителгән булыуы мөмкин.

Беҙҙең эраға тиклем III быуаттан да һуң түгел, ә ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса тағы ла алдараҡ барлыҡҡа килгән «Гомер менән Гесиод ярышы» тигән шиғри ярыш тураһында шундай риүәйәт йәшәй: йәнәһе лә, шағирҙар Эбвей утрауында һәләк булған Амфидема иҫтәлегенә ойошторолған уйындарҙа осрашҡан һәм үҙҙәренең иң яҡшы шиғырҙарын уҡыған. Ярышта судья булған батша Панед еңеүҙе Гесиодҡа бирә, сөнки ул игенселеккә һәм тыныслыҡҡа саҡыра. Тыңлаусылар аудиторияһы иһә Гомер яғында була.

Гомерҙың «Илиада» менән «Одиссея» поэмаһынан тыш һуңғараҡ барлыҡҡа килгән тағы ла башҡа әҫәрҙәре бар, тип һанайҙар. Мәҫәлән, «Гомер гимндары» (беҙҙең эраға тиклем VII—V быуаттарҙа, Гомерҙың үҙе кеүек боронғо грек шиғриәте өлгөһө тип һанала), «Маргит» комик поэмаһы һәм башҡалар.

Был осор легендаһы Гомер үҙ эпосын Троян һуғышы ваҡытындағы шағирә Фантасия поэмаһы нигеҙендә ижад иткән, тип раҫлай.

XVIII быуат аҙағына тиклем Европа фәнендә «Илиада» һәм «Одиссея»ның аторы Гомер, һәм улар нисек ижад ителгән шул килеш һаҡланып ҡалған, тигән фекер өҫтөнлөк ала. (Әммә инде 1964 йылда аббат д’Обиньяк үҙенең «Conjectures académiques»-ында «Илиада» һәм Одиссеяның беҙҙең эраға тиклем VIII быуатта Ликург Спартанский Спартала йыйған үҙаллы йырҙар булыуын раҫлай). Тик 1788 йылда Ж. Б. Вилуазон Venetus A кодексынан «Илиада»-ға схолий баҫтыра. Күләме буйынса ул был поэманан ашып китә, антик филологтар (Зенодот, Аристофан, Аристарх) ижад иткән йөҙәрләгән вариантан тора. Был баҫманан һуң Александрия филологтарының Гомер поэмаларының йөҙәрләгән юлының икеле йә иһә бөтөнләй ысын түгел, тип һанауы асыҡлана. Улар был юлдарҙы ҡулъяҙманан һыҙып ташламаған, тик айырым билдәләп ҡуйған була. Схолийҙарҙы уҡыу ҙа, беҙҙә булған Гомер текстарының эллинистик ваҡытҡа тура килеүе хаҡындағы һөҙөмтәгә килтерә. Ошо факттарҙан һәм башҡа фекерҙәрҙән сығып, (Гомер дәүерендә яҙыу булмаған, шул арҡала бындай оҙон поэма яҙып булмаған, тип һаналған) Фридрих Август Вольф «Гомерға баш һүҙ» китабында йәшәү барышында ике поэма ла мөһим һәм ҡырҡа үҙгәрештәр кисергән, тигән фаразлауын белдерә. Шулай итеп, Вольфтың фаразына ярашлы, «Илиада» менән Одиссеяны ниндәйҙер бер авторҙыҡы тип әйтеп булмай.

Вольф «Илиада» тексын ижад итеүҙе беҙҙең эраға тиклем VI быуатҡа ҡарата. Ысынлап та, антик авторҙарҙың мәғлүмәте буйынса (шул иҫәптән Цицерон да), Гомер поэмалары беренсе тапҡыр Афина тираны Писистрат йәки уның улы Гиппарх күрһәтмәһе буйынса бергә йыйыла һәм яҙыла. Был «писистрат мөхәррирләүе» «Илиада» һәм Одиссеяны тәртипкә һалыу өсөн кәрәк була. Поэма тексының ҡапма-ҡаршылыҡлығы, унда төрлө дәүерҙәге ҡатламдарҙың булыуы, төп сюжеттан ныҡ ситкә тайпылыуы аналитик ҡараш файҙаһына була.

Гомер поэмаларының нисек булдырылыуына хаҡында аналитиктар төрлө фаразлауҙар белдерә. Карл Лахманн, мәҫәлән, «Илиада» ҙур булмаған бер нисә йырҙан тора тиһә («бәләкәй йырҙар теорияһы»), Готфрид Германн киреһенсә, һәр поэма бәләкәй йырҙарҙы яйлап киңәйтеү һәм яңы материал өҫтәү менән («башланғыс нигеҙ теорияһы») булдырылған, ти.

Вольфтың оппоненттары («унитарийҙар» тип аталыусылар) бер нисә ҡаршы аргумент килтерә. Беренсенән, «писистрат мөхәрирләүе» юрауы икеләнеү уята, сөнки был туралағы бар мәғлүмәттәр ҙә һуңыраҡ осорға тура килә. Икенсенән, ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм ситкә тайпылыуҙар күп авторлыҡты аңлатмай, сөнки ҙур әҫәрҙәрҙә улар йыш осрай. «Унитарийҙар», «Илиада» һәм Одиссеяның йөкмәтке тулылығына, композиция матурлығына һәм симметрияһына нигеҙләнеп, поэмалар авторының берлеген иҫбат итә.

руссаға тәржемәләр:

Тикшеренеүҙәр:




#Article 36: Ленин ордены (211 words)


Ленин ордены — Советтар Союзының иң юғары наградаһы. СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ҡарары менән 1930 йылдың 6 апрелендә булдырылған.
 
Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе буйынса: айырым кешеләр, коллективтар, ойошмалар, йәмәғәт ойошмалары, хәрби частәр, хәрби караптар, хәрби берләшмәләр, союз и автоном республикалар, крайҙар, өлкәләр, автоном өлкәләр, автоном округтар, райондар, ҡалалар һәм башҡа торамалар бүләкләнә. Айырым граждандар фиҙакәр хеҙмәте, социалистик Ватанды яҡлауға, Советтар Союзының оборонаға һәләтлеген нығытыуға, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тыныслыҡты нығытыуға йүнәлтелгән һәм ил алдындағы күрһәткән башҡа ҙур ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгәндәр.

Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән.
Ленин ордены менән Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булғандар ҙа бүләкләнә.
Беренсе һанлы Ленин ордены менән 1930 йылдың 23 майында «Комсомольская правда» гәзите йәштәр коллективтары араһында беренсе биш йыллыҡта социалистик ярыштар ойошторған өсөн бүләкләнә. Бер үк ваҡытта гәзитең беренсе һаны сығыуға биш йыл тулыу көнө лә билдәләп үтелә.

Рәссәм Иван Иванович Дубасов Һәм скульптор Иван Дмитриевич Шадр орденды эшләп-биҙәүҙә ҡатнашыусылар. Дубасов һуңынан Ленин ордены менән үҙе бүләкләнә.

Советтар Союзының ҡайһы бер күренекле шәхестәре Ленин ордены менән бер нисә тапҡыр бүләкләнә, шул иҫәптән:

Халыҡ-ара коммунистик һәм эшселәр хәрәкәтенең күренекле эшмәкәрҙәре Георгий Димитров, Долорес Ибаррури, Хо Ши Мин, Фидель Кастро, Отто Гротеволь һәм башҡалар шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнгән.

Наградаға лайыҡ булыусылар бөтәһе 431 418.

 




#Article 37: Математика (118 words)


Математика (   «өйрәнеү; фән») — һандар, структуралар, арауыҡтар һәм әүерелдереүҙәрҙе өйрәнгән фән. Тәүге осорҙа математика иҫәп, иҫәпләү, үлсәү өсөн, шулай уҡ дедуктив фекерләү һәм абстракциялар ярҙамында физик объекттарҙың формаларын һәм хәрәкәттәрен өйрәнеү өсөн ҡулланылған.

Математика формаль аралашыу теле тәҡдим итә, ул математика белеменең асылын уңышлы төшөндөрөү өсөн файҙаланыла. Шуға күрә математика — тәбиғәт фәндәрен өйрәнеү өсөн, проектлау һәм иҡтисад өсөн мөһим һәм кәрәкле сара булып тора.

Урыҫ телендә «математика» йәғи «маѳематика» XVII быуаттан башлап, мәҫәлән, Николай Спафарийҙың «Книга избранной вкратце о девяти мусах и о седмих свободных художествах» (1672 йыл) китабында осрай

Һәм юғары математика математика факультетынан башҡа вуздарҙа белгестәр әҙерләү фәне. Юғары математика составына белем алыу йүнәлешенә ҡарап төрлө бүлектәр инә.

Математика белгестәре әҙерләү программаһына ингән бүлектәр :




#Article 38: Хаос теорияһы (103 words)


Хаос теорияһы — ҡайһы бер һыҙма булмаған динамик системаларҙың үҙгәреүен тасуирлаусы математик аппарат. Атап әйткәндә, был системалар билдәле шарртарҙа хаос тип атаған күренешкә дусар ителә, был күренештең төп һыҙаты — системаның үҙгәреүе тәүге шарттарға ныҡ һиҙгер. Шул һиҙгерлектең арҡаһында системаның үҙгәреүе осраҡлы булып күренә, уны тасуирлаусы модель детерминацияланған булһа ла. Шундай системаларҙың миҫалдары: атмосфера, турбулент ағыштары, биологик популяциялар һәм иҡтисади системалар.

Хаотик рәүештә үҙгәреүсән математик системалар детерминацияланган булалар, йәғни улар берәй ҡәтғи ҡанунға буйһоналар, һәм билдәле бер мәғәнәлә, улар рәтләнгән булалар. «Хаос» һүҙен шулай ҡулланыу уның ғәҙәттәге мәғәнәһенән айырылып тора. Квант хаосы теорияһы тигән физика тармағы бар; ул квант механикаһы ҡанундарына буйһонған детерминацияланмаған системаларҙы өйрәнә.




#Article 39: Тел (лингвистика) (515 words)


Тел — аралашыу өсөн ҡулланылған символдарҙан һәм улар менән эш итеү ҡағиҙәләренән (йәки грамматиканан) торған система. Башҡа аралашыу формаларынан айырмалы рәүештә, телдәге символдарҙы бер-береһе менән берләштереп,улар ярҙамында яңы мәғлүмәт белдерергә мөмкин.

Кешеләрҙең аралашыу процесында символдар рәүешендә өндәр һәм ҡул ишаралары ҡулланыла. Өндәрҙе, улар белдергән мәғлүмәтте юғалтмайынса тиерлек, яҙма формаға әйләндерергә мөмкин. Ишаралар һәм интонациялар шулай уҡ мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулланыла, әммә уларҙы яҙма формаға әйләндереп булмай. Ҡайһы бер уйлап сығарылған аралашыу телдәре тулыһынса визуаль ишараларҙан тора.

Донъяла меңәрләгән тел бар, һәм уларҙың күбеһенә уртаҡ үҙенсәлектәр хас (Универсаль Грамматиканы ҡара).

Аралашыу телдәренән тыш, кешеләр шулай уҡ ҡайһы саҡта Эсперанто, Идо, Интерлингва, Клингон, Ложбан телдәре, программалау телдәре һәм төрлө математик формаль телдәр кеүек яһалма телдәрҙе ҡуллана.

Тел — аңлайышлы әйтелә торған тауыш билдәләренең системаһы. Ул — кешеләрҙең донъялағы предметтар һәм күренештәр тураһындағы белемдәрен башҡаларға тапшырыу ҡоралы. Тел фекерләү менән тығыҙ бәйләнештә. Кешенең фекерләү вазифаһына ярҙамсыл система буларак, ул фекерләүҙән башҡа тыуа ла, йәшәй ҙә алмай. Әгәр ҙә теге йәки был ауаздар ойошмаһы үҙ маҡсат рәүешендә генә (йәғни конкрет фекерһеҙ) тыуҙырыла икән, кешеләр уға «мәғәнәһеҙ һүҙ» тигән баһа бирәләр. Мәғәнәһеҙ һүҙ теҙмәләрен, ғөмүмән, абракадабра тип атайҙар.

Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең башында фекер юҡлығын «һүҙ бутҡаһы» менән алыштырыусан була. Улар күп кенә осраҡта билдәле бер уңышҡа ирешә: үҙҙәре тураһында «ниндәй һүҙ оҫтаһы» тигән баһа ала. Кешенең һөйләү стиле, уның ыҫпайлығы, килешлелеге уның башында фекер йөрөтөлөүөнөң дә ошо стилдә булғанлығын күрһәтә, һәм, киреһенсә, әгәр ҙә кеше үҙенең һөйләү телмәрендә буталсыҡлы мәғәнәләр ысҡындыра икән, уның фекерләүе лә (һәр хәлдә, ошо минуттарҙа) шундай дәрәжәлә генә икәнлеген аңлата.

Фән өлкәһендә эшләүселәр араһында бәхәсле бер проблема бар: кеше фекерләү процесында ысынлап та һөйләү телен (йәғни конкрет һүҙҙәр) ҡулланып ҡына эш итәме? Йә иһә теге йәки был нәмә тураһында уйлағанда һүҙһеҙ ҙә фекерләй аламы?.. Был һорауҙарға ҡырҡа ғына яуап биреү ҡыйын. Сөнки кеше, шул иҫәптән ишетеү-һөйләүҙән мәхрүм булған индивидтар ҙа, һөйләү теленән башҡа уйлай алмай. Ләкин, беренсенән, тел һөйләү теленә генә ҡайтып ҡалмай. Унан башҡа, ишара, ҡул хәрәкәттәре, ымлау теле бар. Унан башҡа, сәнғәт, сәхнә теле кеүек (метафорик мәғәнәләргә эйә булған) телдәр ҙә бар. Икенсенән, эш унда ғына ла түгел, фекерләү, ҡағиҙә булараҡ, телһеҙ (һүҙҙәрһеҙ) ҙә башҡарылырға мөмкин. Мәҫәлән, математик үҙе алдында торған проблемаларҙы һүҙһеҙ генә, һандарҙы, тигеҙләмәләрҙе күҙ алдында тотоу менән генә лә сисә ала. Шундай уҡ хәл инженер һәм техник, йәки слесарь-ремонтсы эшендә булыуы мөмкин. Унда төп талап, машинаның (ғөмүмән, теге йәки был конструкцияның) механизмын белеү. Сәнғәт теленә килгәндә, ул үҙе үк һүҙҙәрҙең мәжбүрилеген тоймай. Әйтәйек, рәссамдың буяуҙар палитраһы, композиторҙың тауыштар гармонияһы менән эш итеүе… Шулай булыуға ла ҡарамаҫтан ижтимағи тормошта һөйләү теленең роле һәм урыны сикһеҙ ҙур.

Тел күп төрлө функцияларгә эйә.

Тел социаль-этник берәмектәрҙең (милләттәрҙең, этник төркөмдәрҙең) төп билдәһе һәм, шулай уҡ уларҙың мәҙәниәтен быуындан быуынға тапшырыу сараһы ролен дә үтәй ул. Милли тел халыҡтарға үҙҙәренең патриотик хистәрен үҫтереү өсөн дә ҙур роль уйнай.
Тел бер урында тормай, ул төрлө үҙгәрештәр кисереп йәшәй. Телдең һүҙлек составы яңы һүҙҙәргә, терминдаргға байый, иҫкергән һәм үҙҙәренең әһәмиәтен юғалта барған һүҙҙәр лексиканан төшөп ҡала. Телдең теге йәки был шарттар йоғонтоһонда грамматикаһында ла билдәле үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Ҡайһы бер телдәр, ғөмүмән, юҡка сығыуға дусар булалар. Милли телде һаҡлау, уның байлығын түкмәй-сәсмәй быуындан быуынға тапшыра барыу — һәр халыҡтың мөһим бурысылыр.




#Article 40: Төрөк теле (772 words)


Төрөк теле (үҙатамаһы — Тürk dili, Türkçe, ), алтай телдәр ғаиләһе төрки телдәр тармағының көнбайыш-уғыҙ төркөмөнә ҡараған тел. ТөркиәттәTürkiye Türkçesi тигән атамаһы ла осрай. Төркиәнең дәүләт теле. Кипр Республикаһында грек теле менән бер рәттән дәүләт теле булып тора. Әҙәби төрөк теле истанбул диалектына нигеҙләнә. 1928 йылға тиклем ғәрәп яҙыуы, унан һуң латин хәрефтәре ҡулланыла.

Әҙәби төрөк теле X—XI быуаттарҙа Анатолия ярымутрауына үтеп ингән уғыҙ-сәлжүк ҡәбиләләре йоғонтоһонда формалаша. Элек уны ғосман теле тип йөрөткәндәр. Ғосман дәүерен өс осорға бүлеп йөрөтәләр.

Беренсе осорҙа ғәрәп-фарсы телдәре йоғонтоһо көслө була. Икенсе осорҙа әҙәби телдә ғәрәп-фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр 90 проценттан ашып китә. Әҙәби тел менән  һөйләш теле араһында ҙур ғына айырма хасил була. Өсөнсө осорҙа ғәрәп-фарсы һүҙҙәренән арыныу, уларҙы төрөк һүҙҙәре менән алыштырыу, әҙәби телде һөйләш теленә яҡынайтыу мөмкинлеге ҡарала.

Лексика, фонетика һәм синтаксис яғынан төрөк теленә иң яҡын телдәр — Молдавия, Румыния һәм Болгарияла таралған гагауз теле   (гагауз һәм балҡан-гагауз телдәре) һәм ҡырым татарҙары теленең көньяҡ диалекты. Әзербайжан теле әҙәби төрөк теленә яҡын.

Боронғо көнсығыш төркиҙәр заманы өсөн алдынғы мәҙәниәткә эйә була:  төрки рун яҙыуын ҡуллана.

X быуатҡа уғыҙҙар мосолман динен ҡабул итә һәм, фарсыларҙан ингән ҡайһы бер билдәләрҙе лә өҫтәп,  ғәрәп яҙмаһына күсә. Ләкин төрөк теленең фонема  байлығына был алфавит тап килеп бөтмәй.

Хәҙерге төрөк алфавитында 29 хәреф бар: a b c ç d e f g ğ h ı i j k l m n o ö p r s ş t u ü v y z. 

Интонация һәм баҫым башҡорт телендәгегә оҡшаш.

Төрөк теле  агглютинатив телдәргә ҡарай, йәғнм һүҙҙең тамыры асыҡ айырылып тора,  ә  бөтә грамматик формалар тамырҙың уң яғынан өҫтәлә килгән аффикстар менән белдерелә (башҡорт телендәге кеүек). 

Дөйөм алғанда төрөк морфологияһына юғары тотороҡлолоҡ һәм иҫкәрмәләрҙең булмауы хас.  
Төрөк телендә исем кластары, род категорияһы юҡ.

Аффикстар һәм ялғауҙар ҡушҡанда  сингармонизм законы эшләй:  һуҙынҡылар аңҡау һәм иреләшеү билдәләре буйынса ҡулланыла, йәғни нигеҙҙең (тамырҙың) һуңғы ижегендәге һуҙынҡының сифаты артабанғы ижектәрҙәге һуҙынҡыларҙың сифатына йоғонто яһай.  Шулай итеп, әгәр тамырҙың һуңғы ижегендәге һуҙынҡы алғы рәткә ҡараған булһа, артабанғы аффикстар һәм ялғауҙар ҙа алғы рәт һуҙынҡыһы менән килә, артҡы рәт һуҙынҡыһы үҙ артынан артҡы рәт һуҙынҡыларын эйәртә.  

Ҡылымдың нигеҙе берлектәге бойороҡ һөйкәлеше формаһына тап килә. Хәҙерге һүҙлектәрҙә ҡылым нигеҙ + исем ҡылым аффиксы -mak/-mek («эшләү») (йәғни инфинитив) формаһында бирелә.

Төрөк телендә 5 һөйкәлеш бар: теләк, хәбәр, бойороҡ, шарт, тейешлек.

Хәбәр һөйкәлешендә 5 ябай ваҡыт формаһы бар:

Был һөйкәлештә шулай уҡ   7 ҡатмарлы ваҡыт формаһы бар:

Башҡа һөйкәлештәрҙә берәр үткән һәм киләсәк заман бар.  Йәнә 6 шартлы модаллек формаһы бар.

Төрөк телендә bir («бер») тигән билдәһеҙлек артикле  бар.

Синтаксиста билдәләүсе билдәләнеүсенән алда килә (ҡәҙимге һүҙ тәртибе: Эйә-Тура Тултырыусы-Хәбәр (S-O-V)).

Телселәр араһында төрөк телендәге килештәр һаны бәхәсле тема һанала:  берәүҙәре — 6, икенселәре  8 килеш таба. Төрөк телендәге килештәр:

 Миҫалдар:

bahçe-de баҡсала, lokanta-da ресторанда

dişçi + niz — dişçiniz теш табибығыҙ

köprü + nüz — köprünüz күперегеҙ

iki masa ve üç sandalye getır. Ekmek kes./Ики маса ве үч сандалъе гетыр. Экмек кес./ Ике өҫтәл һәм өс ултырғыс килтер. Икмәк киҫ.

Сәлжүк ҡәбиләләре  (йәғни хәҙерге төрөктәрҙең элгәрҙәре) IX—X быуаттарҙа исламды ҡабул иткәндән һуң 1928 йылға тиклем төрөк теле өсөн ғәрәп яҙмаһы ҡулланыла (ғосман яҙмаһы,  الفبا elifbâ). Ошо сәбәпле ғәрәп теленән  лексик һәм грамматик үҙләштереүҙәр күп була. Сәлжүктәр Фарсияны алғас, бер ни тиклем ваҡыт фарсы теле рәсми һәм әҙәби тел булып йөрөй, үҙ сиратында унда ла ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр күп була. Оҙаҡ ваҡыттар буйы зыялы төрөктәрҙеъ теле төрки, ғәрәп, фарсы лексикаһы ҡатнашмаһынан тора. Ғосман империяһы барлыҡҡа килгәс, был тел ғосман теле тип атала башлай һәм рәсми статус ала.

Төрөктәр яулап алған Византия халҡы һөйләшкән грек теле лә  төрөк лексикаһында үҙ эҙен ҡалдыра.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда (мәҫәлән, G. L. Lewis, Turkish Grammar), лексика йәһәтенән ғосман теле һүҙлек фонды күләме буйынса хәҙерге инглиз теленән ҡала донъяла икенсе урында тора.

Бөтә был осор дауамында (X—XX быуаттар) төрки нигеҙе буйынса күпкә бер төрлө «вульгар» төрөк теле (тур. kaba Türkçe) ябай халыҡтың һөйләш теле булып ҡала килә.

Шуға ҡарамаҫтан, хәҙерге төрөк телендә ғәрәп теленән һәм  фарсы теленән ингән һүҙҙәр әҙ түгел, шулай уҡ Европа телдәренән ингән һүҙҙәр ҙә (башлыса французса әйтелештә) бар. Хәҙерге телдә һаҡланған ғәрәп-фарсы һүҙҙәре  йыш ҡына киң ҡулланылыштағы төрөк һүҙҙәренең  стилистик дублеттары булып йөрөй. Мәҫәлән, төркисә göz («күҙ»), ғәрәпсә ayn һәм фарсыса çeşm («күҙ»), төркисә ak («аҡ»; «пак») һәм ғәрәпсә beyaz («аҡ»).

Төрлө телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр миҫалдары:

Шулай уҡ  балҡан халыҡтарының телдәренә лә бик күп төрөк һүҙҙәре ингән

Яңғыҙлыҡ исемдәр, географик атамалар, фәнни терминдар һ.б. менән бергә төрөк телендә  616,5 меңдән ашыу һүҙ бар («Төрөк теленең ҙур һүҙлеге» буйынса).

Aç ayı oynamaz. Ас айыу уйнамаҫ.

Allah gümüş kapıyı kaparsa, altın kapıyı açar. Алла көмөш ишекте япһа, алтын ишекте асыр.

Aç tavuk kendini arpa ambarında sanar. Ас тауыҡ үҙен арпа амбарында (тип) һанар.

Açık yaraya tuz ekilmez. Асыҡ яраға тоҙ түгелмәҫ.

Төрөк теле практик транскрипцияһы




#Article 41: Төрки телдәр (141 words)


Төрки телдәр — Алтай макро-ғаиләһенә ингән ҡәрҙәш телдәр ғаиләһе; Азияла һәм Көнсығыш Европала киң таралған. Төрки телдәрҙә оло биләмәлә — Көнсығыш Себерҙәге Лена йылғаһынан алып Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына тиклем йәшәүселәр — һөйләшә.

Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 167,4 миллиондан артыҡ кеше.

Төрки тәүтел Көньяҡ Себерҙә һәм Алтайҙа б.э.т. I быуатта барлыҡҡа килгән тип һанала. Төрки телдәре ғәҙәттә Алтай макро-ғаиләһенә индерелә, әммә һуңғы ваҡытта ҡайһы бер тюркологтар (төрки тел белгестәре) быны шик аҫтына ала башланы. Төрки телдәр был макро-ғаиләләге монгол телдәренә оҡшаш.

Төрки телдәр үҙ сиратында Уғыҙ, Ҡыпсаҡ, Ҡарлуҡ, Көньяҡ Себер, Яҡут һәм Болғар тел төркөмдәренә бүленә.

Уғыҙ төркөмө: Төрөк, Төрөк-месхетин, Гагауз, Әзербайжан, Ирандың төрки ҡәбиләләре телдәре, Шахсевендар, Кашкайҙар, Каджарҙар, Төрөкмән, Салар телдәре;

Ҡыпсаҡ төркөмө: Татар, Керәшен, Нуғайбәк, Себер татар, Ҡырым татар, Башҡорт, Ҡарасай, Балҡар, Ҡарайым, Ҡырымсаҡ , Ҡумыҡ теле, Нуғай, Ҡаҙаҡ, Ҡарағалпаҡ, Ҡырғыҙ;

Ҡырым татарҙарының Ҡырым ярымутрауының көньяҡ өлөшендә йәшәгәндәре уғыҙ төркөменә кергән диалектта һөйләшә.




#Article 42: Башҡорт әҙәбиәте (598 words)


Башҡорт әҙәбиәте

Башҡорт әҙәбиәте сығанаҡтары боронғо төрки рун һәм Орхон-Йәнәсәй тибындағы яҙма ҡомартҡылар, XI быуат төрки телендәге ҡулъяҙма әҫәрҙәргә барып тоташа. Башҡорт әҙәбиәтенең болғар осоро хаҡында (XI-XIII быуат) беҙҙең көндәргә тиклем ауыҙ-тел һәм яҙма формала килеп еткән алптар (алпамышалар) һәм торналар тураһындағы башҡорт риүәйәттәре, ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Фаҙландың юлъяҙмалары, Яҡуп ибн Ноғмандың «Тәуарихи Булғарийа» (XII быуат) китабы һөйләй. XIII быуаттың 1-се яртыһында Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы нәфис әҙәбиәттең классик өлгөһө булып тора. Башҡорттар араһында поэманың яҙма һәм телдән һөйләнелгән күп версиялары һаҡлан.

Урта быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтендә Шәреҡ өсөн хас булған ҡасида, ғәзәл, дастан, хикәйәт, ҡисса, намә (ҡаймаланған повесть) жанрҙары өҫтөнлөк ала. «Ғәли батыр», «Киҫекбаш», «Ҡиссаи Сәҡам», «Ҡиссаи Фәттәхетдин», кеүек дастандар башҡорт әҙәбиәтенең агиографик нигеҙен тәшкил итә. Урта быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтенә ғәрәп, фарсы, һинд, һуңыраҡ төрөк әҙәбиәтенән күп кенә сюжеттар үтеп инә («Кәлилә менән Димнә», «Бәхтейәрнамә», «Ҡырҡ вәзир», «Хужа Насретдин көләмәстәре») һәм уларҙың милли версиялары барлыҡҡа килә.

Башҡорт халҡының милли геройы һәм шағиры, 1773—75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ғәскәр башлығы Салауат Юлаев (1754—1800), шиғриәте — әҙәбиәттең сағыу бер бите. Шағир булараҡ Салауаттың ҙур ҡаҙанышы — ауыҙ-тел һәм яҙма поэзияның иң һәйбәт традицияларын берләштереп, поэтик һүҙҙе яу ҡоралы сифатында ҡулланыуында.

Октябрь революцияһынан һуң башҡорт әҙәбиәтендә ике йүнәлеш барлыҡҡа килә: Башҡорт автономияһы, милли мәҙәниәт менән әҙәбиәттең үҙ-аллы үҫеше өсөн көрәшеүсе милли-патриотик йүнәлеш һәм большевиктарҙы яҡлаусы, Совет власы өсөн көрәшеүсе революцион-демократик йүнәлеш. Беренсе йүнәлеш башында Шәйехзада Бабич, Хәбибулла Ғәбитов, Сөләймәновтар тора. Икенсе йүнәлештә Дауыт Юлтый, Авзал Таһиров, Мәжит Ғафури, Шәһит Хоҙайбирҙиндар.

Бөйөк Ватан һуғышы әҙәбиәт тематикаһын тамырынан үҙгәртә. күп башҡорт яҙыусылары беренсе көндәрҙән үк фронтҡа китә. Ул йылдар әҙәбиәтенең төп темалары — һалдаттарҙың фронттағы батырлығыһәм ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙакәр хеҙмәт, Ватанға һөйөү. Был йылдарҙа шиғри хат формаһы бик популяр булып китә.

Һуғыштан һуңғы башҡорт әҙәбиәте ул — өр-яңы, айырым үҫеш этабы. Һирәгәйгән ижади көстәрҙе иңдәрендә һуғыш ауырлығын татыған яҙыусыларҙан М. Кәрим, Н. Нәжми, Х. Ғиләжев, И. Абдуллин, Ғ. Рамазанов, Я. Ҡолмой, Х. Кәрим тулыландыра. Улар әҙәбиәткә яу уттары көйҙөргән шиғыр һәм поэмалар ғына түгел, ә донъяға яңы ҡараш та алып килә. Әҙәбиәткә талантлы, йәш шағирҙар Р. Ғарипов, Р. Сафин, А. Игебаев, М. Кәримовтар килә.

Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы ифрат бай. Төрки халыҡтары менән бер рәттән, 5—12 быуаттарға ҡараған боронғо төрки яҙма ҡомартҡылар: Орхон-Йәнәсәй рун яҙмалары, Й. Баласағуниҙың «Ҡотаҙғу белек» китабы, М. Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әттөрк» һүҙлеге, Ә. Йүгнәкиҙең «Хибәт әлхаҡаиҡ» һәм «Китабе дедеи Ҡорҡут» әҫәрҙәре — барыһы ла хаҡлы рәүештә башҡорттарҙың да рухи хазинаһы булып тора. Урал-Волга төрки халыҡтары өсөн уртаҡ булған Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы, Ҡотбиҙың «Хөсрәү үә Ширин», Харәзмиҙең «Мөхәббәтнамә», Хөсәм Кәтибтең «Жөмжөмә солтан» әҫәрҙәре, С. Сараиҙың «Гөлостан бит-төрки» һәм «Сөһәйел үә Гөлдөрсөн» урта быуат поэмалары башҡорт әҙәбиәте рухи хазинаһына инә. 16—19 быуаттарға ҡараған күп төрлө ҡомартҡылар: башҡорт шәжәрәләре, тәуарихтар, тарихнамәләр — үҙенсәлекле әҙәби мираҫ өлгөләре. Үткән быуаттарҙан беҙҙең көндәргә ҡасида, мәҙхиә, мәрҫиә, дастан, ҡисса, хикмәт, ғәзәл, мәснәүи, робағи, рисалә, нәсихәт жанрҙарындағы күп аноним әҫәрҙәр килеп еткән. Башҡорттарҙа, башҡа көнсығыш халыҡтарындағы кеүек үк, поэтик импровизация традициялары- йырауҙар ижады үҫешкән булған. 14—16 быуаттарҙа Һабрау йырау, шалғыҙ йырау, асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырау ижады билдәле. 16 быуаттың икенсе яртыһынан башлап Ҡобағош, Ҡарас, Ерәнсә, Байыҡ Айҙар сәсәндәрҙең ижадтары танылыу ала. Һуңғараҡ уларҙың ижади традицияларын Буранбай Йәркәй, Ишмөхәмәт сәсән һәм Мөхәммәтша Буранғоловтар дауам итә.

Урта быуттың аҙағынан башлап дөйөм төрки әҙәбиәте ағымы бүлгеләнә, милли һыҙаттар тәрәнәйә бара, халыҡ ижады менән бәйләнеш нығый, оригиналь жанрҙар һәм поэтик формалар барлыҡҡа килә. Был поцесс башҡорт әҙәбиәтендә М. Ҡолой, Салауат Юлаев, Ғ. Усман, Т. Ялсығол әл-Башҡорди, М. Ҡотош-Ҡыпсаҡи, Ә. Ҡарғалы, Һ. Сәлихов, Ш. Зәки, Ғ. Соҡорой, М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов, М. Ғафури, С. Яҡшығолов, Ф. Туйкин, Я. Йомаев, Ғ. Ниязбаев, Ф. Сөләймәнов (А. Инан), Ш. Бабич, Ф. Вәлиев, Ғ. Рафиҡи, Ш. Әминев-Тамъяни, З. Һаҙый, Х. Ғәбитов кеүек 17—20 быуатта йәшәгән әҙиптәр ижадында күҙәтелә.




#Article 43: Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (268 words)


Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл — 20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.

Рәми Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.

Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.

Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.

Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.




#Article 44: Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (332 words)


Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы (2 ғинуар 1895 йыл — 28 март 1919 йыл) — шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы.

Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған.

Шәйехзаданың атаһы Мөхәмәтзакир — Ҡаңлы улусының аҫаба башҡорто, Бабичевтар менән 1852 йылда Ҡаңлы улусының Көйөк түбәһендә нигеҙләнгән Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан 1887 йылда Әсән ауылының икенсе мәхәлләһенең имам хатибы булараҡ күсерелә. Шәйехзаданың әсәһе — Сажиҙәбанат хәҙрәт Мөхәмәтһаҙый Шиһабетдиновтың ҡыҙы булған. Бабичевтар шәжәрәһе артабанғыса булған: Бабич (1688—1749) → Мөхтәр (1742—1822) → яу есаулы Ишбулды (1778—1814) → указлы мулла Ғилуан (Ғәлийән) (1811—?) → Мөхәмәтзакир (1847—1922) → Шәйехзада (1895—1919). Ҡайһы бер документтарҙа Бабич үҙенең сығышын «Ҡаңлы башҡорто» тип яҙа, ә «Башҡорт» гәзитендәге мәҡәләһендә — «Ҡаңлы балаһы» тип ҡултамға ҡуя. Шағирҙың ижадында ла уның башҡортлоғо асыҡ сағылыш таба.

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың мәҙрәсәһендә ала.

Шәйехзада Бабич 1911—1916 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Заманының алдынғы ҡарашлы мәғрифәтселәре уҡытҡан мәҙрәсәлә ул әҙиптәр, артистар, буласаҡ журналистар, дәүләт эшмәкәрҙәре менән аралашып йәшәй. Мәҙрәсәлә ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған «Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле журналдарҙы сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт халҡының төрлө ҡыҫымдар арҡаһында ауыр тормош көтөүе, башҡорт ерҙәре мәсьәләләре киҫкенләшеү, әсә телендә яҙма булдырыу, дөйөм белем биреүҙе камиллаштырыу тураһында борсолоп шиғырҙар ижад итә.

III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында, 1917 йылдың 18 декабрендә, Шәйехзада Бабич инициативаһы менән демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын» мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе ойошторола. Шағир был йәштәр ойошмаһының декларацияһын төҙөүҙә һәм уға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша, Өфөлә, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә әҙәби кисәләр, концерттар ойоштороусыларының береһе була. «Тулҡын» бөтә башҡорт йәштәре союзының рәйесе итеп һайлана. Һуңыраҡ Шәйехзада Бабич «Нуктаһыҙ» сатирик журналын баҫтырыуҙы ойоштора.

Шәйехзада Бабичтың 1912 йылда төҙөлгән шиғри ҡулъяҙма йыйынтығы һаҡланып ҡалған. Уның тәүге баҫмалары 1913 йылда «Шура» һәм «Аҡмулла» журналдары биттәрендә Бәбәйчуб, Сытырман, Шөпшә псевдонимдары аҫтында баҫылып сыға.

Шәйехзада Бабич шиғырҙарының үҙенсәлеге — мотлаҡ рәүештә биш ижекле юл ҡулланылған дүрт юллыҡ шиғыр. Һуңыраҡ шиғри әҫәрҙең бындай ритмик төҙөлөшө «Бабич строфаһы» тип атала, һәм уны башҡорт шиғриәтендә Мәжит Ғафури, Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәрим, Хәй Мөхәмәтйәров һәм тағы ҡайһы берҙәр уңышлы ҡуллана.




#Article 45: Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (929 words)


Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (1 ноябрь 1944 йыл — 14 октябрь 2006 йыл) — шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты. 

Рәшит Назаров — башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай.

Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында Фатима менән Сәйетбаттал Назаровтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуа.

Уның тормош юлы үтә лә ябай. Ауылда ун класс тамамлап колхозда эшләй, 1963—1966 йылдарҙа хеҙмәт итә. Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1962 йылдан башлап шағирҙың шиғырҙары, нәҫерҙәре, хикәйәләре республика матбуғаты биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. Шулай итеп, алтмышынсы йылдар урталарында башҡорт әҙәбиәтендә күренгән Рәшит Назаров тәүге әҫәрҙәре менән үк иң өлгөргән, киң танылған шағирҙарҙың алғы сафына баҫа. Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1765 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана.

Һалдат йәше еткәс, Рәшит Назаров 1963 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт урыны Башҡортостанға йәнәш Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына тура килә. Ауыр һалдат тормошонда ла шағир бер генә көнгә лә тип әйтерлек ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ижад усағын һүндермәй. «Шағирҙың һағынышлы уйланыуҙары тағы ла һағышлыраҡ, һалдат тормошо, бурысы, ил, Ватан яҙмышы хаҡындағы уй-фекерҙәре тәрәнерәк, буяуҙарға ла, хыялдарға ла сағыуыраҡ, тосораҡ була бара», — тип күрһәтә автор шағирҙың ижадына байҡау яһап. Бигерәк тә «Бәхет йыры», «Билдәһеҙ һалдат», «Мин һалдатмын…», «Учениеларҙан һуң», «Оҙон юлға сыҡтым…» һәм башҡа күпләгән шиғырҙары быға дәлил булып тора. Хеҙмәтенең тәүге йылдарында уҡ Рәшит Назаров бығаса «Әсә һүҙҙәре» тип исемләнгән атаҡлы шиғырҙар циклын яҙа. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев, ошо төркөмгә ингән әҫәрҙәргә музыка яҙып, Глинка исемендәге оло премияға лайыҡ була.

Эйе, аңлы тормош юлы ла, ижады ла Рәшит Назаровтың бигерәк ҡыҫҡа булды. Мәңгелек ғаләм аҫтында сәйер донъяға һоҡланып бағып, ел иҫкәнгә, ҡош талпынғанға, ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ул ни бары егерме бер йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала, шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш, уҙа-барһа алты йылын ғына тотошлай ижад эшенә-шиғриәткә арнарға өлгөрә.

Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә … ҡараңғылыҡҡа убыла, йырып үткеһеҙ томанға сорнала.

Эйе, көйҙөрҙө, әммә өҙмәне … 1966 йылдың яҙынан бирле шағир зәхмәтле йән ауырыуына юлыға. Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына килтереп ҡуялар. Уны, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, больницаға һалалар … Тәүге мәлдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән тыуған ауылына ҡайтарғылап торһалар ҙа, аҙаҡ Бөрө, Благовещенск ҡалаларының махсус дауалау йорттарына күсерәләр. 1993 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса Ишембай дауахана-интернатына ҡайтарыла.

Дауаханала ятҡанда ла ул шиғыр яҙыуын ташламай, үҙен тотҡонлоҡта кеүек хис итеүен шиғыр юлдарына һала шағир:

Эйе, һуңғы осор шиғриәтендә, «ер аҫтынан» яҙған хаттарында поэтик ялҡын һүрелеп, һалҡын ялҡынға әүерелһә лә, шағирҙы поэтик һәләте барыбер ташламай, ул ҡара һөрөм һирпеп булһа ла дөрләүен белә, тик һүрәтләү биҙәктәре, шиғри тоны һәм моңо ғына үҙгәрә һәм үҙгәләнә. Ҡара буяуҙар, үҙәк өҙгөс һағыштар, ялбарыуҙар өҫкә ҡалҡып сыға. Сөнки ер аҫты донъяһы — үҙе бөтөнләй икенсе донъя. Шағир йөрәге лә элеккесә ярһыу түгел — арыған, йонсоған, ярым тилмергән.

Эйе, хатта пәйғәмбәр дәрәжәһендәге шағир ҙа ҡаты сиргә, аяуһыҙ тәҡдиргә ҡаршы тора алмай икән шул. Шағир хәҙер инде ҡаты ауырыу, башлыса пессимистик уй-хисле, йөрәге туҙған, әммә өмөтөн, йәшәү рухын юғалтмаған. Тик үтә һағышлы, ялбарыулы, асыулы тибә инде был ҡаты яралы сырхау йөрәк.

Таланттың ҡөҙрәте ниҙәлер, әммә ер аҫтында, ҡәберҙәй тарлыҡта йөрәге күпме тарыҡһа ла, өмөт менән тибеүен дауам итә әле ул. Шағирҙың ижади ғүмере ифрат ҡыҫҡа булды. ммә һәр әҫәре башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ өлгөһөнә әүерелде. Шағирҙың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә:

Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәррирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана. Артабан, әҙиптең бер-бер артлы: «Ҡояш юлы буйлап» (1970), «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991), «Йәшен» (1994) исемле китаптары донъя күрә. Был әҫәрҙәр, тотошлайы менән, бөйөк шиғриәт үрнәге. Сөнки егерме берҙә генә күкрәп туҡтаған йәш даһи тарафынан тыуҙырылған шиғырҙар улар! Улар — Р.Назаровтың исемен быуаттарҙан быуаттарға яңғыратасаҡ, ғәзиз халҡыбыҙға һүнмәҫ-һүрелмәҫ дандар өҫтәйәсәк күңел аҫылташтары, күңел гәүһәрҙәре!…

Үкенескә ҡаршы, таланттарға һәр саҡ ҡаршылыҡтар тыуып тора. Р.Назаров менән дә шулай булды. Ләкин талантлы ижад юғалмай: һуңғы йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағирҙың ике томдан торған әҫәрҙәре донъя күрҙе, шағирға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Шулай уҡ Ҡазан ҡалаһында шағир Риф Мифтаховтың тырышлығы менән Рәшит Назаровтың «Йөрәк» исемле китабы татар телендә баҫылып сыҡты.

Шағирҙың исеме, образы бөгөн шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Риф Мифтахов та, күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов та: «Рәшит Назаров башҡорт —шиғриәтендә иң яҡты йондоҙ» , — тинеләр. Ә бөйөк шиғриәт аҡһаҡалы Мостай Кәрим «Рәшит Назаров — иҫ киткес талантлы шағир» — тине.

Байтаҡ күренекле әҙәбиәтселәребеҙ Р.Назаровты бөйөк талант эйәһе, йөҙәр йылға бер генә тыуа торған шағирҙарҙың береһе, тинеләр.

Композиторҙарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡа бик күптәр Рәшит Назаров һүҙҙәренә хор йырҙары циклы, кантаталар, йырҙар ижад итте. Улар Өфө, Ҡазан, Мәскәү сәхнәләрендә башҡарылып, юғары баһа алды. Шиғырҙары рус, сыуаш һ.б. телдәргә тәржемә ителде.

Шулай итеп, тарих биттәре бөйөк ижадсыларҙың мәңге үлмәҫ һоҡланғыс илаһи ижадын һаҡлай. Уның яңылары яҙыла. Талантлы, йәйғор булып, донъя күләменән күренер шәхестәребеҙ бар. Ана шундайҙарҙың береһе — Рәшит Назаров… Ул беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, әҙәбиәтебеҙ йыһаны күгенән күренер балҡыш, яңы яҡтылыҡ, беҙҙең йөрәктәргә күскән йондоҙ!




#Article 46: Төрки халыҡтар (103 words)


Төрки телле халыҡтар.
Төрки телле халыҡтарҙың һан иҫәбе. Төрлө илдәрҙең мәғлүмәттәрен дөйөмләштереү өсөн төҙөлгән таблица. Халыҡ иҫәбен алыу төрлө илдәрҙә бер ваҡытта булмау сәбәпле дөйөм һан иҫәбе яҡынса баһалана. Беренсе бағанала төркөм һәм халыҡтар исеме. Икенсе бағанала дөйөм баһалау һөҙөмтәһе. Ҡалған бағаналарҙа ил исеме, мәғлүмәттәрҙең аныҡланған йыл, иҫәп берәмеге (кеше йәки мең кеше). Дөйөм баһалау һөҙөмтәһен «кеше» берәмегендә иҫәпләү, мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йылдары араһы бик ҙур булмауы урынлы.

This list includes dependent territories within their sovereign states (including uninhabited territories), but does not include claims on Antarctica.  EEZ+TIA is exclusive economic zone (EEZ) plus total internal area (TIA) which includes land and internal waters.




#Article 47: Ҡошсо (181 words)


Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.

аҡ-ай • буранғол • ғөҙәир • ҡаҙыр • ҡалмаҡ • ҡулсыҡай • күҫәкбирҙе • мөслим • мәтәй • сирмеш • солтан • сәкетә • төлкө • туғыҙ • үмәртәй • һабанаҡ • һарт.

Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Ревиз яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса

Мәсетле районының хөрмәтле гражданы

Академиктар

Фән докторҙары




#Article 48: Икенсе донъя һуғышы (562 words)


Икенсе бөтә донъя һуғышы (1 сентябрь 1939 — 2 сентябрь 1945) — кешелек тарихында иң ҙур һуғыш. Был һуғышта 72 дәүләт һәм Ер шары халҡының 80 % ҡатнашҡан, һуғыш хәрәкәттәре 40 дәүләт территорияларында булған, 57 миллион тирәһе кеше һәләк булған.

Версаль килешеүе Германияның ҡораллы көстәрен үҫтереү мөмкинлеген ныҡ сикләгән. Ләкин, Гитлер власҡа килгәндән һуң, Германия Версаль килешеүенең бөтә сикләнеүҙәрен дә боҙа башлаған — атап әйткәндә, армияға алыныу тергеҙелгән һәм тиҙ генә төрлө хәрби техника эшләп сығарырға тотонған. 1936 йылда Германия ғәскәрҙәре Рейн демилитаризацияланған зонаһын баҫып алған. 1938 йылда Германия Австрияны һәм Чехословакияның бер өлөшөн үҙенә ҡушҡан.

Икенсе донъя һуғышы 1939 йылдың 1 сентябрендә Германияның Польшаға һөжүм итеүе менән башланған. 3 сентябрь Бөйөк Британия һәм Франция Германияға һуғыш иғлан иткәндәр. 17 сентябрь совет ғәскәрҙәре Польшаның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған (1939 йылғы Совет-герман килешеүҙәрен ҡара). 30 ноябрь совет ғәскәрҙәре Финляндия территорияһына ингән (Ҡышҡы һуғыш 1940 йылдың 12 мартына тиклем дауам иткән һәм формаль яғынан совет сығанаҡтарҙа Икенсе донъя һуғышының өлөшө тип иҫәпләнмәй). 1940 йылдың апрель һәм май айҙарында Германия ғәскәрҙәре Дания, Норвегия, Бельгия, Нидерланды, Люксембург, июнь айында Францияны баҫып алғандар. 1940 йылдың июнь айында СССР Литва, Латвия, Эстония һәм Румынияның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған. 1940 йылдың 10 июлендә Германия яҡлап Италия һуғышҡа ингән, уның ғәскәрҙәре август һәм сентябрь айҙарында Британия Сомалийы, өлөшләтә Кения һәм Судан баҫып алғандар, Мысыр территорияһына ингән. Декабрь айында улар Британия ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителеп, 1941 йылдың ғинуар — май айҙарында Көнсығыш Африканан ҡыуылған. 1941 йылдың апрелендә Германия Греция һәм Югославияны баҫып алған. Япония Ҡытайҙың көньяҡ төбәктәрен һәм француз Һиндоҡытайының төньяҡ өлөшөн оккупациялаған.

Ҡыҙыл Армияның Сталинград (1942—1943), Курск (1943) һәм Днепр (1943) яуҙарындағы еңеүҙәре Икенсе донъя һуғышының боролошон билдәләгән. 1943 йылдың майында Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Төньяҡ Африканы азат иткәндәр. 1943 йылдың июлендә Италияның фашист режимы емерелгән, октябрь айында Италия Германияға һуғыш иғлан иткән. Германия ғәскәрҙәре Италия территорияһын баҫып алған. 1943 йылдың июль-август айҙарында коалиция ғәскәрҙәре Италияға, 1944 йылдың июнендә, икенсе фронт булдырып, Нормандияға ингәндәр. 1944—1945 йылдарҙа совет ғәскәрҙәре Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәрен азат иткән. 1945 йылдың апрелендә союздаш ғәскәрҙәр Төньяҡ Италияны азат иткән, Көнбайыш Германияны баҫып алған. 1945 йылдың 2 майында Ҡыҙыл Армия Берлинды яулап алған. 8 май Берлин янындағы Карлсхорст тигән урында Германия ғәскәре башлыҡтары шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйғандар. СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия хөкүмәт башлыҡтарының Берлин конференцияһы (17 июль — 2 август, 1945, Потсдам) Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролошоноң нигеҙҙәрен билдәләгән.

Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан Бөйөк Британияның Хәрби диңгеҙ көстәре Германияныҡынан күпкә көслөрәк ине.
Бөйөк Британияның хәрби флотына ҡаршы көрәшеү өмөтһөҙ эш тип иҫәпләп, Германияның хәрби диңгеҙ флотының баш сардары Редер крейсер һуғышы стратегияһын һайлаған, йәғни дошмандың транспорттарын юҡ итеү стратегияһын. Был идеяны ғәмәлғә ашырыр өсөн утыҙынсы йылдар аҙағында «Дойчланд», «Адмирал Шеер», «Адмирал граф Шпее» исемле «кеҫә линкорҙары» төҙөлгән. Шул уҡ маҡсатҡа «Бисмарк» һәм «Тирпиц» исемле линкорҙар арналған.

Шунан һуң Гитлер ҙур караптарға ышыныс юғалтып, хәрби флот башлығы итеп Дёницты тәғәйенләнгән. Дёниц иһә үҙенең һыу аҫты кәмәләре ярҙамында һуғыш алып барыу тактикаһын айырыуса уңышлы ҡулланған.

Германия күпләп һыу аҫты кәмәләре төҙөй башлаған. Тәүҙә уларҙың хәрби хәрәкәттәре уңышлы булған, ләкин 1943 йылдың апреленән алып Германияның һыу аҫты кәмәләре ауыр юғалтыуҙар кисерә башлаған.

Атлантика өсөн һуғыш осоронда, 1939 йылдан алып 1945 йылға тиклем, Германия 340 һыу аҫты кәмәһен юғалтҡан. Гитлерга ҡаршы коалиция көстәре 4 245 транспорт карабы юғалтҡан.

Атлантика өсөн һуғышта Германияның хәрби флоты ныҡ көсһөҙләнгән. Һөҙөмтә булараҡ, Германия хәрби диңгеҙ көстәре, коалиция көстәре Нормандияға диңгеҙ яғынан ингәндә, етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған.

Тымыҡ океандағы һуғыш Мидуэй атоллы янындағы яуҙан һуң боролош алған.




#Article 49: Хоҡуҡ (736 words)


Хоҡуҡ — юриспруденция төшөнсәһе, йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүҙең бер төрө; йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, йәмғиәттәге мотлаҡ үтәлергә тейешле, формаль рәүештә билдәләнгән, тәғәйен тәртиптә ҡабул ителгән, дәүләт тарафынан гарантияланған тәртип ҡағиҙәләре системаһы .

Хоҡуҡтың конкрет билдәләмәһе теге, йәки был ғалимдың хоҡуҡты аңлау төрөнә бәйле. Төрлө мәктәптәр биргән билдәләмәләр хоҡуҡты тулыраҡ күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә хоҡуҡ фәненең үҫеше өсөн плюрализмдың әһәмиәте бик ҙур, ләкин был
фән өлкәһенең дәүләт власына яҡын тороуы сәбәпле быға өлгәшеүе бик ауырға тура килә.

Ҡайһы бер билдәләмә йәки контекстарҙа хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы (объектив хоҡуҡ йәки ҡануниәт) менән ҡушылып китә. Был осраҡта хоҡуҡ хоҡуҡ системаһы булараҡ хоҡуҡ сығанаҡтарында сағылыш таба , ә уның хоҡуҡи эстәлеге хоҡуҡ нормалары менән билдәләнә . Хоҡуҡты хоҡуҡ ситемаһы итеп күҙ алдына килтергәндә, хоҡуҡ системаһынан тыш ғәҙәттә башҡа хоҡуҡи күренештәр ҙә: хоҡуҡи мәҙәниәт, хоҡуҡи аң һәм хоҡуҡты тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола.

Ғалимдар түбәндәге хоҡуҡ билдәләрен атай:

Юриспруденцияның (хоҡуҡ ғилеме) меңәр йыллыҡ тарихында универсаль аңлатмалар табырға тырышмаҫҡа кәрәклеге әйтелеп килә, хәҙерге заман фәнендә лә бөтәһенә лә оҡшаған бер аңлатма булдырылмаған.

Брокгауз һәм Ефрон һүҙлегендә бирелгән аңлатма буйынса:

Ҙур совет энциклопедияһында марксизм-ленинизм хоҡуҡ фәнендә ҡабул ителгән аңлатма бирелә (норматив- позитивистар позицияһынан сығып):

Либертар-юридик концепция:

Хоҡуҡҡа формаль-юридик ысул ҡулланып, уның бөтә төп билдәләрен һанап, аңлатма биреп була.

Ғалимдарҙың хоҡуҡты аңлауын бер системаға һалыу өсөн, хоҡуҡты аңлауҙың һәм төшөнсәләрҙең системаһы төҙөлә.

Был классификацияларҙың күбеһе хоҡуҡҡа позитивистар һәм хоҡуҡ философияһы күҙлегенән ҡарауға бәйле. В. А. Четвернин уларҙы потестар һәм потестар булмағанға бүлеп ҡарай, О. Э. Лейст хоҡуҡты норматив һәм әхлаҡи аңлау, В. С. Нерсесянц хоҡуҡты легистик һәм юридик аңлау яҡлы .

Позитивистар өсөн хоҡуҡ- власть тарафынан билдәләнгән, мәжбүри нормалар, власть ул нормаларҙы үтәргә мәжбүр итеү сараларына эйә . Был нормаларҙың айырым эстәлеге түгел, ә мәжбүрилеге позитивистар тарафынан хоҡуҡтың иң мөһим билдәһе тип атала.

Позитивистар фекеренсә,хоҡуҡ— формаль- йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләүсе, дәүләт системаһы тарафынан мәжбүрләү менән тәьмин ителгән, дәүләт тарафынан билдәләнгән, йәки санкцияланған дөйөм мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре (хоҡуҡ нормалары) системаһы.

Мәҫәлән, Марксистар мәктәбе хаҡимлыҡ итеүсе синыфтың ҡанунға әйләндерелгән ихтыяры һәм шулай уҡ хоҡуҡ нормалары тураһында фекер йөрөтә. Хоҡуҡ — дәүләт эшмәкәрлеге продукты, дәүләт власы тарафынан билдәләнә һәм дәүләттең мәжбүр итеү ихтыяры аша һаҡлана, хоҡуҡ һәм ҡанун (хоҡуҡ уның сығанағы, формаһы) позитивистар өсөн бер үк әйбер.

Позитивистар күҙлегенән ҡарағанда, власть тарафынан мәжбүрилек — хоҡуҡтың берҙән-бер төп билдәһе . Томас Гоббс әйткәнсә: « Ҡанундың хоҡуҡи көсө суверендың бойороғо булыуынан ғына тора». Ошондай уҡ фекерҙе XIX быуатта юрист Д. Остин, , Г. Ф. Шершеневич яҡлай.

Властың тәүге институт формалары һәм дөйөм мәжбүри тәртип ҡағиҙәләре йәмғиәт үҫешенең тәүтормош осоронда формалашҡан. Был дәүерҙә сәйәси власть һәм дәүләт институттары булмаған. Был осорҙа ижтимағи нормалар йола, традициялар, йола ғәҙәттәре һәм тыйыуҙар (табу) формаһында йәшәй. Был нормаларҙы хоҡуҡ тип, йәки хоҡуҡҡа тиклемге тип иҫәпләргәме тигән һорау фәндә әле булһа бәхәсле булып иҫәпләнә.

Тәүтормош йәмғиәте ағзалары бер тигеҙ булған, улар идара итеүселәргә һәм идара ителеүселәргә бүленмәгән, шуға ла бындай йәмғиәттә беҙ белеп-аңлаған сәйәси власть бөтөнләй булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, тәүтормош йәмғиәтендә лә власть институттары бары бер булған: йәмғиәт ағзалары ырыу башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға (юлбашсыларға, ҡорбаштарына, башлыҡтарға) бойһонғандар. Әммә бындай бойһоноу тәү сиратта был кешеләрҙең шәхси авторитетына һәм абруйына нигеҙләнгән булған, икенсе яҡтан уларҙың был сифаттары бойһонорға теләмәгәндәргә  ҡарата көс ҡулланыу мөмкинлеге менән дә нығытылған булған.

Тәүтормош йәмғиәтендәге көндәлек тормош уның бар яҡлы сағылышында ла (аҙыҡ-түлек табыу, кешеләр араһындағы төрлө мөнәсәбәттәр, шул иҫәптән ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ғаилә, беҙҙең замандағы никах килешеүенең нәҡ ул ваҡыттағы формалары) бер нисек тә тәртипһеҙ, сыуалсыҡ һәм буталсыҡ булмаған, улар билдәле йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә бойһонған. Уларҙа кешелектең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә алда әйтелгән теге йәки был йола-ғәҙәттәр менән бергә ҡаты ғына тыйыуҙар (табу) һәм кешеләрҙең төрлө шарттарҙағы тәртип ҡағиҙәләре нығытылып килгән.

Был нормалар, ҡағиҙә булараҡ, һәр ерҙә һәм һәр кем тарафынан ирекле нигеҙҙә үтәлгән: бер яҡтан был ғәҙәт һымаҡ  булһә, икенсенән, һәр кем уларҙы үтәгән йәмғиәттең башҡа ағзаларынан өлгө һәм үрнәк алған, һәм инде, өсөнсөнән, дөйөм алғанда улар көндәоек эшмәкәрлек өсөн кәрәкле һәм файҙалы булған. Был нормаларҙы үтәмәй йә тупаҫ боҙоу ниндәйҙер язаға алып килгән, уларҙың иң ауыры, әлбиттә, тәртип боҙоусыны йәмғиәттән ситкә ҡыуыу булған, был иһә ғәмәлдә ул шарртарҙа ҡыуылыусының үлемен аңлатҡан.

Традицияға нигеҙләнгән был ҡағиҙәләрҙе Рәсәй ғалимдары ниндәйҙер хоҡуҡ системаһы барлыҡҡа килтерә тип һанамағанда, башҡа илдәрҙең был өлкә белгестәре был үҙенсәлекле нормалар системаһын хоҡуҡ аңлатмаһына индерә.

Хоҡуҡ нормаһы айырым төр ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләй, дәүләт тарафынан билдәләнгән, йәки санкцияланған, үҙенең тәьҫир итеү өлкәһендә дөйөм мәжбүри, дәүләттең мәжбүр итеү көсө менән тәьмин ителгән һәм хоҡуҡ сығанағында теркәп ҡуйылған тәртип ҡағиҙәләрен үҙ эсенә ала.

 Хоҡуҡ нормалары билдәләре:

Хоҡуҡ нормаһының структураһы:

Хоҡуҡ нормалары барыһы бергә хоҡуҡ системаһын , ә айырым ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе нормалар— хоҡуҡ өлкәһен тәшкил итә. Хоҡуҡ өлкәһе эсендәге нормалар хоҡуҡ институттары тип атала.




#Article 50: Силәбе өлкәһе (606 words)


Силәбе өлкәһе () — өлкә, Рәсәй Федерацияһы субъекты, Көньяҡ Уралда урынлашҡан. Административ үҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны 87 900 км².

Урал федераль округына инә. Свердловск, Ҡурған һәм Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан республикалары менән сиктәш.

Халҡы — 3,6 млн кеше, ш. иҫ. 166,4 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 41 кеше/км². Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 23,9 мең кеше. Урбанизация — 81,8 %; ҙур ҡалалары — Силәбе, Магнитогорск, Златоуст, Озёрск, Мейәс, Троицк, Копейск, Снежинск. Иҡт. әүҙем кешеләр иҫәбе — 1,7 млн кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 82,3, татарҙар — 5,7, башҡорттар — 4,6, украиндар — 2,1 һ.б.

Силәбе өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Силәбе өлкәһе Губернаторы — өлкә башлығы һәм өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Силәбе өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Силәбе өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.

Силәбе өлкәһе суд системаһы составында:

Өлкә Парламенты — Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы.

Өлкә Тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Cиләбе өлкәһенең территорияһы 1744 −1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы составында (1737—1781 йылдарҙа күпселек территорияһы губернаһының Иҫәт провинцияһы составында). 1919 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур һәм Силәбе губерналарына бүленә. 1923 йылдың 3 ноябрендә Силәбе губернаһы бөтөрөлә һәм уның территорияһы үәге Свердловск ҡалаһында булған Урал өлкәһенә индерелә. 1934 йылдың 17 ғинуарында Силәбе өлкәһе ойошторола, уның территорияһы ғәмәлдәге Урал өлкәһенән бүленеп алына. Силәбе өлкәһе составында шул уҡ көндә башлыса башҡорттар йәшәгән райондарҙы үҙ эсенә алған Арғаяш милли округы ойошторола, 1934 йылдың 17 ноябренән был милли округ бөтөрөлә.

Өлкә иҡтисадында метталлургия (эске тулайым продукттың 60 проценты) һәм машиналар төҙөү (эске тулайым продукттың 15 проценты) сәнәғәт өлөшө ҙур. Эре предприятилар: Магниторск металлургия комбинаты, Мечел, Силәбе трактор заводы, Урал автомобиль заводы һәм башҡалар. Өлкә илдең металлургия һәм тау сәнәғәте үҙәктәренең береһе. Силәбе сәнәғәтенең тарихы XVII быуаттан башлана.
Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, Силәбе өлкәһе — Рәсәйҙен сәнәғәт йөрәге.
 Проблем, я сказал, много, но регион очень важный для нас, это промышленное сердце России, можно сказать.
 Тәғәйенләнғән губернатор Борис Дубровский менән осрашыу ваҡытында. 15.01.14

Силәбе өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай, Оло Иркәбай, Оло Усман, Кесе Ҡаҙаҡбай, Кесе Ултыраҡ, Ялтыр (бөтәһе — 99), Кесе Ҡаҙакбай, Ләүәш, Нөркә (ауылсоставныда башҡорттар— 100 %) һәм башҡа торама пункттарҙа тупланып йәшәй.

Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы, «Башҡорт халыҡ үҙәге» Силәбе өлкә йәмәғәт ойошмаһы (1991 й. алып), «Башҡорт йәштәре иттифағы» төбәк ойошмаһы (2006 й. алып; икеһе лә Силәбелә) эшләй. С.ө. Башҡорт драма театры, Башҡорт филармонияһы, Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡурсаҡ театры, Салауат драма театры, Сибай драма театры, «Сулпан» театры һ.б. гастролдәре үтә; рәссамдар Б. Ф. Домашников, С. Б. Краснов, Ә.Ф.Лотфуллин, А. Н. Романов, Й.Ә.Сөләймәновтарҙың «Һары бейә» һынлы сәнғәт төркөмө ағзаларының эштәре күрһәтелә һ.б.

Арғаяш һәм Ҡоншаҡ р ндары мәктәптәрендә башҡорт теле мотлаҡ предмет булараҡ өйрәнелә; Силәбе университетында һәм 1-се Силәбе пед. колледжының Арғаяш филиалында башҡ. теле уҡытыусылары әҙерләнә, башҡорттар тупланып йәшәгән райондарҙа «Башҡорт юлдаш телевидениеһы» тапшырыуҙары күрһәтелә, Силәбе өлкәһе торама пункттары китапханалары башҡ. телендәге дәреслектәр, уҡыу әсбаптары м н тәьмин ителә.

Силәбе өлкәһе башҡорт ауылдары — Силәбе өлкәһендә милләт буйынса башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдар. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 174 ауылда башҡорттар күпләп йәшәй.

Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе араһында тиҫтәнән ашыу докуменнтарға ҡул ҡуйылған:

БР һәм Силәбе өлкәһе сауҙа әйләнеше 2009 й. 25,2 млрд һум тәшкил итә.

Силәбе өлкәһе делегаттары 1—3 сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары эшендә ҡатнаша. Силәбе органик быяла з дында буялған органик быяла алыу өсөн Органик химия институтында эшләнгән технологиялар индерелгән; Силәбе цинк заводында Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары эшкәртелә.

БР һәм С.ө. иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре (Магнитогорск, 2001), Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арнап, «Силәбе өлкәһендә Өлкә Һабантуйы» халыҡ байрамы уҙғарыла (Арғаяш р ны, 2007); башҡ. әҙәбиәте һәм сәнғәте декадалары һәм көндәре, ҡоролтайҙары (1993 й. алып), йыл һайын өлкә һәм ҡала һабантуйҙары үткәрелә.

Бикбулатов Наил Вәли улы, Д. Ж. Вәлиев, Х. Ш. Заимов, З. Ә. Ихсанов, К. К. Кинйәбулатова, Р. Ф. Көсөков, Х. Ҡ. Ҡушаев, Д. Н. Лазарева, В. М. Перчаткин, О. А. Пономарёв, Х. Ш. Самохужин, Ҡ. Р. Тимерғәзин һ. б. эшмәкәрлеге Башҡортостан менән бәйле.




#Article 51: Алгебра (1435 words)


А́лгебра («аль-джабр» ғәрәп һүҙенән, «тулыландырыу», «бәйләнеш», «йомғаҡлау» аңлата) — математиканың бүлеге, уны арифметиканы дөйөмләштереү һәм киңәйтеү тип атап була.

А́лгебра математика фәненең бер бүлеге, һанлы системаларҙың дөйөм үҙсәнлектәрен, хәреф тамғалары ҡулланып төҙөлгән тигеҙләмәләр ярҙамында мәсьәләләр сисеүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнә. Баштарак хәрефле аңлатмалар, хәрефтәрҙән торған формулаларҙы үҙгәртеү гилеме булараҡ үҫкән. XVII быуат ахыры — XIX быуат баштарында алгебра, беренсе сиратта, тигеҙләмәләр тураһындағы фән булып формалаша. Хәҙерге заман алгебраһы үҙсәнлектәре рациональ һандарҙы ҡушыу һәм ҡабатлау ғәмәлдәренә аҙмы-күпме дәрәжәлә оҡшаған төрлө тәбиғәтле объекттар системаһын өйрәнә. Ундай ғәмәлдәр — алгебраик ғәмәлдәр тип, улар буйһына торған закондар аксиомалар тип атала. Ҡағиҙә булараҡ, аксиомалар геометрия, математик анализ, физика, алгебраның уҙ мәсьәләләрен сискәндә барлыҡҡа килә. Ул алгебраик ғәмәлдәре билдәләнгән системаларҙы үҙсәнлектәренә ҡарап классификациялай һәм шул системаларҙа тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгән төрлө мәсьәләләрҙе өйрәнә.

Алгебраны түбәндәге бүлектәргә бүлеп була:

Был термин тәүге тапҡыр 825 йылда ғәрәп ғалимы Аль-Хорезми хеҙмәтендә осрай. Унда «аль-джабр» һүҙе алыусыларҙы бер өлөштән икенсе өлөшкә күсереүҙе аңлата, уның тура мәғәнәһе — «тулыландырыу».
  

Элементар алгебра — алгебраның иң төп төшөнсәләрен өйрәнеүсе бүлеге. Ғәҙәттә арифметиканың төп төшөнсәләрен өйрәнгәндән һуң өйрәнелә. Арифметикала һандар һәм улар өҫтөндә иң ябай ғәмәлдәр (+, −, ×, ÷) өйрәнелә. Алгебрала һандар үҙгәреүсәндәр менән ( һәм башҡалар) алмаштырыла. Ошолай эшләү бик уңайлы, сөнки:

 

Һыҙыҡлы алгебра — алгебраның векторҙарҙы, векторлы, йәки һыҙыҡлы арауыҡтарҙы, һыҙыҡлы сағылыштарҙы һәм һыҙыҡлы алгебраик тигеҙләмәләр системаларын өйрәнеүсе бүлеге. билдәләүселәр теорияһын, матрицалар теорияһын, формалар теорияһын (мәҫәлән, квадратик формалар), инварианттар теорияһы (өлөшләтә), тензорлы иҫәпләмә (өлөшләтә) шулай уҡ һыҙыҡлы алгебраға индерәләр. Хәҙерге заман һыҙыҡлы алгебраһы векторлы арауыҡтарҙы өйрәнеүгә төп баҫым яһай.

шуның менән бергә бирелгән ғәмәлдәр түбәндәге аксиомаларҙы — һыҙыҡлы (векторлы) арауыҡ аксиомаларын ҡәнәғәтләндерә:

Геометрияла өйрәнелгән Евклид арауыҡтарына, аффинлы арауыҡтарға, шулай уҡ бик күп башҡа арауыҡтарға билдәләмә векторлы арауыҡтар аша бирелә. Ялан өҫтөндә векторлы арауыҡтың автоморфизмдары ҡабатлауға ҡарата төркөм, үҙенсәлекле булмаған квадрат матрицаларҙың изоморфлы төркөмөн төҙөйҙәр, был һыҙыҡлы алгебраны төркөмдәр теорияһы, атап әйткәндә, төркөмдәрҙең һыҙыҡлы күрһәтмәһе теорияһы менән бәйләй

Һыҙыҡлы алгебрала ҡулланылған n-үлсәмле векторлы арауыҡтарҙан сикһеҙ үлсәмле һыҙыҡлы арауыҡтарға күсеү функциональ анализдың ҡайһы бер бүлектәрендә сағылыш таба. Унан башҡа тәбиғи дөйөмләштереү булып ялан урынына ирекле ҡулсаларҙы ҡулланыу тора. Ирекле ҡулса өҫтөндә модуль өсөн һыҙыҡлы алгебраның төп теоремалары үтәлмәй. Ялан өҫтөндә векторлы арауыҡтарҙың һәм ҡулса өҫтөндә модулдәрҙең дөйөм үҙсәнлектәре  өйрәнелә.

Дөйөм алгебра төрлө алгебраик системаларҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. Унда объекттар өҫтөндә ғәмәлдәрҙең үҙсәнлектәре асылда объекттарҙың тәбиғәтенә бәйһеҙ рәүештә өйрәнелә. Ул тәү сиратта төркөмдәр һәм ҡулсалар теорияһын үҙ эсенә ала. Алгебраик системаларҙың икеһе өсөн дә хас булған дөйөм үҙсәнлектәр яңы алгебраик системалар: рәшәткәләр, категориялар, универсаль алгебралар, моделдәр, ярымтөркөмдәр һәм квазитөркөмдәр ҡарауға килтерә. Тәртипкә килтерелгән һәм топологик алгебраларҙы, өлөшләтә тәртипкә килтерелгән һәм топологик төркөмдәр һәм ҡулсаларҙы, шулай уҡ дөйөм алгебраға индерәләр.

Дөйөм алгебраның теүәл генә сиге юҡ. Уға шулай уҡ яландар, сикле төркөмдәр теорияларын, сикле үлсәмле Ли алгебраларын индерергә мөмкин.

Буш булмаған  күмәклеге унда бирелгән  бинар операцияһы менән, әгәр түбәндәге аксиомалар үтәлһә,  төркөмө тип атала:

Төркөм төшөнсәһе симметрияны һәм геометрик объекттарҙың эквивалентлығын рәсми тасуирлау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Төркөм төшөнсәһенә башланғыс биргән Галуа теорияһында төркөмдәр, тамырҙары булып ниндәйҙер полиномиаль тигеҙләмәнең тамырҙары торған тигеҙләмәләр симметрияһын тасуирлау өсөн ҡулланыла. Төркөмдәр математикала һәм тәбиғәт фәндәрендә һәр ерҙә, йыш ҡына (автоморфизмдар төркөмө) объекттарының эске симметрияһын күрһәтеү өсөн ҡулланыла. Дөйөм алгебраның бөтә структуралары тиерлек — төркөмдәрҙең айырым осраҡтары.

Ҡулса — ул, түбәндәге үҙсәнлектәргә эйә булған, (ҡушыу һәм ҡабатлау тип аталған) ике бинар операция: + һәм × бирелгән R күмәклеге:

Универсаль алгебра дөйөм алгебраның бөтә алгебраик системалар өсөн хас булған үҙсәнлектәрҙе өйрәнеүсе махсус бүлеге булып тора. Алгебраик система бирелгән сикле арлы (сикһеҙ булырға ла мөмкин) ғәмәлдәр һәм сикле арлы бәйләнештәр йыйылмаһы менән ирекле буш булмаған күмәклектән ғибәрәт: , , .  күмәклеге был осраҡта системаның эйәһе (йәки төп күмәклек) тип атала, ә функциональ һәм предикатлы символдарҙың уларҙың арлыҡтары менән йыйылмаһы  — уның сигнатураһы тип атала. Бәйләнештәр күмәклеге буш булған система универсаль алгебра (предмет контексында — йышыраҡ ябай ғына алгебра) тип атала, ә ғәмәлдәр күмәклеге буш булған система — модель йәки бәйләнештәр системаһы, реляцион система тип атала.

Универсаль алгебра терминдарында, мәҫәлән, ҡулса — ул шундай универсаль алгебра , бында  алгебраһы — Абель төркөмө, һәм  ғәмәле  ҡарата уңдан һәм һулдан дистрибутив. Ҡулса, әгәр мультипликатив группоид ярымтөркөм булһа, ассоциатив тип атала.

Бүлек асылда универсаль алгебраларҙы ла, шулай уҡ бер үк ваҡытта булған структураларҙы:  бөтә эндоморфизмдарҙың моноидын,  бөтә автоморфизмдар төркөмөн,  бөтә аҫалгебралар рәшәткәһен һәм  бөтә конгруэнцияларҙы ҡарай.

Универсаль алгебра логика һәм алгебраның тоташҡан урыны.

Алгебраның башланғысы бик боронғо замандарға барып тоташа. Натураль һандар һәм кәсерҙәр өҫтөндә арифметик ғәмәлдәр — иң ябай алгебраик ғәмәлдәр — тәүге математик текстарҙа осрайҙар. Б.э. тиклем 1650 йылда уҡ Египет күсереп яҙыусылары ситләштерелгән беренсе дәрәжә тигеҙләмәләрҙе һәм иң ябай икенсе дәрәжә тигеҙләмәләрҙе эшләй белгәндәр, уларға Ринд папирусынан 26-сы һәм 33-сө мәсьәләләрҙе һәм Мәскәү папирусынан 6-сы мәсьәләне индерәләр. Мәсьәләләрҙең сығарылышы ялған фекер ҡағиҙәһенә нигеҙләнгән тип фаразлана. Ошо уҡ ҡағиҙәне, бик һирәк булһа ла, Вавилонлылар ҡулланғандар.

Вавилон математиктары квадрат тигеҙләмәләрҙе сығара белгәндәр. Улар тик ыңғай коэффициенттар һәм тигеҙләмә тамырҙары менән эш иткәндәр, сөнки тиҫкәре һандарҙы белмәгәндәр. Төрлө реконструкциялар буйынса Вавилонда йә сумманың квадраты ҡағиҙәһен, йә сумма һәм айырма ҡабатландығы өсөн ҡағиҙәне белгәндәр, шуның менән бергә тамырҙы иҫәпләү ысулы тулыһынса хәҙерге формула менән тап килә. Өсөнсө дәрәжә тигеҙләмәләр ҙә осрай. Бынан тыш, Вавилонда махсус терминология индерелгән була, беренсе билдәһеҙҙе («оҙонлоҡто»), икенсе билдәһеҙҙе («киңлекте»), өсөнсө билдәһеҙҙе («тәрәнлекте»), шулай уҡ математик символдар тип иҫәпләп булған төрлө сығарылма дәүмәлдәрҙе («оҙонлоҡ» һәм «киңлек» ҡабатландығы булған «яланды», «оҙонлоҡ», «киңлек» һәм «тәрәнлек» ҡабатландығы булған «күләмде») тамғалау өсөн шумер шына яҙыулы тамғалары ҡулланыла. Мәсьәләләр һәм терминдарҙың геометрик сығышына ҡарамаҫтан, улар абстрактлаштырып ҡулланыла, атап әйткәндә, «майҙан» һәм «оҙонлоҡ» бер иш тип һанала. Квадрат тигеҙләмәләрҙе сығарыу өсөн төрлө тождестволы алгебраик үҙгәртеүҙәр башҡара, билдәһеҙ дәүмәлдәр менән эш итергә белергә кәрәк була. Шулай итеп, сығарыу өсөн алгебраик ысулдар менән ҡуллана белергә кәрәк булған тотош мәсьәләләр класы бүленеп сыға.

Квадраттың яғы менән диагонале сағыштырғыһыҙ булыуы асыҡланғандан һуң, грек математикаһы кризис кисерә, уны хәл итеүгә геометрияны математиканың нигеҙе итеп һайлау һәм алгебраик ғәмәлдәрҙе геометрик дәүмәлдәр өсөн билдәләү булышлыҡ итә. Евклидтың «Башланғыстарының» икенсе китабы, Архимедтың һәм Аполлонийҙың хеҙмәттәре Геометрик алгебраға бағышланған. Киҫектәр, тура дүртмөйөштәр һәм параллелепипедтар ҡулланыу менән ҡушыу, алыу һәм ҡабатлау (ике киҫектә төҙөлгән тура дүртмөйөш) билдәләнә. Бындай күҙаллау ҡабатлауҙың ҡушыуға ҡарата дистрибутивлыҡ законын, сумманың квадраты өсөн тождествоны иҫбатларға мөмкинлек бирә. Алгебра башта планиметрияға нигеҙләнә һәм тәү сиратта квадрат тигеҙләмәләрҙе сығарыу өсөн ҡулайлаштырыла. Шуның менән бергә Пифагорсылар тарафынан әйтеп бирелгән кубты икеләтеү һәм мөйөштөң трисектрисаларын төҙөү, төҙөк күпмөйөштәр төҙөү тураһында мәсьәләләр алгебраик тигеҙләмәләргә ҡайтып ҡала. Куб тигеҙләмәләрҙе сығарыу Архимедтың хеҙмәттәрендә үҫеш ала («Шар һәм цилиндр тураһында» һәм «Коноидтар һәм сфероидтар тураһында» яҙмалары), ул дөйөм күренештә  тигеҙләмәһен тикшерә. Айырым мәсьәләләр конус киҫелештәре ярҙамында сығарыла.

Көтөлмәгән, арифметикаға нигеҙләнгән алгебраға күсеү Диофанттың хеҙмәттәрендә барлыҡҡа килә, ул хәреф тамғалауҙар индерә: Билдәһеҙ һанды ул «һан» тип, билдәһеҙҙең икенсе дәрәжәһен — «квадрат», өсөнсө жәрәжәһен — «куб», дүртенсе дәрәжәһен — «квадрато-квадрат», бишенсе дәрәжәһен — «квадрато-куб», алтынсы дәрәжәһен — «кубо-куб» тип атай. Шулай уҡ ул тиҫкәре дәрәжәләр, ирекле быуын, тиҫкәре һан (йәки алыу) өсөн тамғалау һәм тигеҙлек тамғаһын индерә. Диофант кәметеүсене тигеҙләмәнең бер яғынан икенсе яғына күсереү ҡағиҙәһен һәм тигеҙ быуындарҙы ҡыҫҡартыу ҡағиҙәһен белгән. Өсөнсө һәм дүртенсе дәрәжә тигеҙләмәләрҙе тикшереп, Диофант, кәкре һыҙыҡта рациональ нөктәне табыу өсөн геометрик алгебраның, кәкре һыҙыҡтың рациональ нөктәһендә тейеүсе үткәреү йәки ике рациональ нөктә аша тура һыҙыҡ үткәреү кеүек ысулдарын ҡуллана. X быуатта Диофанттың үҙенең ысулдарын тасуирлаған «Арифметика» китабы ғәрәп теленә тәржемә ителә, ә XVI быуатта Көнбайыш Европаға барып етә, ул Ферма һәм Виеттың хеҙмәттәренә йоғонто яһай. Диофанттың идеяларын шулай уҡ Эйлерҙың, Якоби, Пуанкаре һәм башҡа математиктарҙың хеҙмәттәрендә XX быуат баштарына тиклем күрергә мөмкин. Хәҙерге ваҡытта Диофант мәсьәләләрен алгебраик геометрияға ҡайтарып ҡалдырыу ҡабул ителгән.

Хәҙерге заманға тиклем 2000 йыл элек Ҡытай ғалимдары беренсе дәрәжә тигеҙләмәләрҙе һәм уларҙың системаларын, шулай уҡ квадрат тигеҙләмәләрҙе эшләй белгәндәр (ҡарағыҙ. Математика в девяти книгах). Улар хатта тиҫкәре һәм иррациональ һандарҙы белгәндәр. Ҡытай телендә һәр символ төшөнсәне аңлатҡанлыҡтан, ҡыҫҡартыуҙар булмай. XIII быуатта ҡытайлылар биномиаль коэффициенттарҙы төҙөү законын асҡандар, ул хәҙерге ваҡытта «Паскаль өсмөйөшө» булараҡ билдәле. Европала ул тик 250 йыл үткәс кенә билдәле була.

XII быуатта алгебра Европаға килеп эләгә. Ошо ваҡыттан алып уның йылдам үҫеше башлана. 3 һәм 4 дәрәжә тигеҙләмәләрҙе сығарыу ысулы асыла. Тиҫкәре һәм комплекслы һандар киң танылыу ала. Теләһә ниндәй 4 дәрәжәнән юғары тигеҙләмәләрҙе алгебраик ысул менән сығарыу мөмкин түгел икәне иҫбат ителә.

XX быуаттың икенсе яртыһына тиклем алгебраны практик ҡулланыу, башлыса, бер нисә үҙгәреүсәнле алгебраик тигеҙләмәләрҙе һәм тигеҙләмәләр системаһын сығарыу менән сикләнә. XX быуаттың икенсе яртыһында техниканың яңы тармаҡтарының йылдам үҫеше башлана. Электрон-иҫәпләү машиналары, мәғлүмәтте һаҡлау, эшкәртеү һәм тапшырыу ҡоролмалары, радар тибындағы күҙәтеү системалары барлыҡҡа килә. Техниканың яңы төрҙәрен проектлау һәм уларҙы ҡулланыу хәҙерге хәҙерге заман алгебраһын ҡулланмайынса мөмкин түгел. Шулай, электрон-иҫәпләү машиналары сикле автоматтар принцибы буйынса төҙөлгән. электрон-иҫәпләү машиналарын һәм электрон схемаларҙы проектлау өсөн Буль алгебраһы ысулдары ҡулланыла. ЭВМ өсөн хәҙерге программалау телдәре алгоритмдар теорияһы принциптарына нигеҙләнгән. Күмәклектәр теорияһы компьютерҙа мәғлүмәтте эҙләү һәм һаҡлау системаларында ҡулланыла.
Категориялар теорияһы образдарҙы таныу мәсьәләләрендә, программалау телдәре семантикаһын аныҡлағанда, һәм башҡа практик мәсьәләләрҙә ҡулланыла.
Мәғлүмәтте кодлау һәм кодты алыу төркөмдәр теорияһы ысулдары менән башҡарыла. Рекуррент эҙмә-эҙлелектәр теорияһы радарҙар эшендә ҡулланыла. Экономик иҫәпләүҙәр графтар теорияһын ҡулланмайынса мөмкин түгел. Математик моделдәрҙе алгебраның бөтә бүлектәре лә киң ҡуллана.




#Article 52: Химия (432 words)


Хи́мия, Химейә (ғәр. خيمياء‎‎, «chemi» – ҡара, ҡара ер, Мысырҙың боронғо атамаһына бәйле) – матдәләр, уларҙың үҙенсәлектәре, матдәләрҙең төрлө әүерелеүҙәре  һәм был әүерелеүҙәргә хас күренештәр тураһындағы фән исеме. Иң ҙур әһәмиәткә эйә булған тәбиғәт фәндәренең береһе .

Хәҙерге химия фәне атамаһы һуңғы осор латин телендәге chimia һүҙенән алынған,  донъялағы бик күп телдәргә ингән: мәҫәлән, инглиз телендә - chemistry,  немец телендә- Chemie, француз телендә - chimie. Рус теленә был термин Петр I осоронда ингән.

Фәнни-техник прогреста химия бик ҙур  роль уйнай.

Химия халыҡ хужалығының бөтә өлкәләренә лә инә. Химия файҙалы ҡаҙылмаларҙы кәрәкле продуктҡа әйләндерә: металдарҙы, уларҙың иретмәләрен, яғыулыҡ эшкәртеүҙе тәьмин итә.

Ауыл хужалығы етештереү тармағының эш һөҙөмтәһе күп осраҡта химия сәнәғәтенең уны минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары менән тәьмин итеүгә бәйле. Химияның роле төҙөлөш материалдары, синтетик туҡымалар, пластмассалар, һабын һәм кер порошоктары, медикаменттар етештереүҙә лә бик ҙур.

Химик матдәләрҙе һәм уларҙың әүрелешен белекһеҙ, контролһеҙ ҡулланыу йыш ҡына әйләнә-тирә мөхиттең бысраныуына китерә, ә был  үҫемлектәр, хайуандар һәм кешенең йәшәйешенә тиҫкәре йоғонто яһай.

Был термин медицина һәм фармакология буйынса ҡулъяҙмаларҙа осрай .

Боронғо Мысыр мәҙәниәтендә технологиялар бик ныҡ үҫешә,  быны ошо илдә төҙөлгән объекттар һәм ҡоролмалар күрһәтә, сөнки уларҙы тик яҡшы теоретик һәм практик нигеҙ булғанда ғына төҙөп була икәне бик яҡшы аңлашыла. Был фәндең тәүге теоретик белем сығанағы Мысырҙан килә икәне тураһында һуңғы ваҡытта күп яҙыла. Боронғо осорҙа  эзотерикаға ныҡ бәйле, теорияға оҡшап торған алхимия  — ниндәйҙер кимәлдә хикмәтле    сәнғәт менән, ниндәйҙер кимәлдә,  тәбиғәт фәндәренең иң тәүгеләренән булған — химия симбиозы.  Тик химия   был белем һәм тәжрибә комплексынан тик формаль рәүештә генә башлана . Ошондай сығанаҡтарҙың береһе — хатта  XVII быуатта ла   маг һәм тылсымсылар араһында иң хөрмәтлеһе тип һаналған Гермес Трисмегистың «Изумрудная скрижаль» () трактаты , шулай уҡ уның хеҙмәттәре тип йөрөтөлгән «Большой алхимический свод» китабындағы трактаттар (Герметический свод).

XVI—XVII быуаттарҙа донъяның механистак төҙөлөшөн асыҡлаған фәнни асыштар булғас, сәнәғәт үҫешкәс, буржуазия формалашҡас химия үҙалла фән тип ҡабул ителә. Тик физиканан айырмалы булараҡ химияны төҙөлөш-үҙенсәлек миҡдары менән аңлатып булмай, шуға күрә химия миҡдарға бәйлеме, әллә башҡа төрлө белемме тигән бәхәстәр тыуа.

Ван Гельмонт  яныу процессын өйрәнеп матдәнән газ барлыҡҡа килә тип газ төшөнсәһен керетә. Ул углекислый газ булыуын аса.

М. В. Ломоносов беренсе иң билдәле  «Математик химия элементтары» (1741) тигән хеҙмәтендә шул замандағы был өлкәләге эшмәкәрлекте сәнғәт тип иҫәпләгән башҡа ғалимдарҙан айырмалы булараҡ химияны фән тип атай:

XVIII быуат башында  Шталь яныу ваҡытында  флогистон тигән матдә барлыҡҡа килә тип яңы теорияға нигеҙ һала.

Пруст  1799—1806 йылдарҙа составтың даими булыуы тураһында законды аса.

Гей-Люссак  1808 йылда газ күләме тураһында  Авогадро законын аса. Дальтон  «Химик философияның яңы системаһы» тигән хеҙмәтендә  (1808—1827)  атомдар барлығын иҫбат итә, бер төрлө атмдарға  атом ауырлығы, элемент тигән төшөнсәлер керетә.

Ете быуынлы гетероциклдар




#Article 53: Учалы районы (269 words)


Учалы районы — Башҡортостандың көнсығыш (Урал тауы аръяғы) өлөшөндә урынлашҡан район. Үҙәге — Учалы ҡалаһы.

Учалы районы Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондары, Силәбе өлкәһенең Златоуст һәм Мейәс ҡала округтары, Верхнеурал, Уй һәм Сыбаркүл райондары менән сиктәш.

Ландшафты күбеһенсә таулы-урманлы. Майҙаны — 4549 км², республика райондары араһында 4-се урын.

Егерменән ашыу күл бар. Шуға ла Учалыны «күлдәр иле» тип атайҙар. Район биләмәһендә Әүәләк, Кесе Ирәндек тау һырттары урынлашҡан. Райондағы иң бейек тау — Ирәмәл, уның итәгенән Ағиҙел йылғаһы башлана. Район ерҙәренән шулай уҡ Яйыҡ, Уй һәм Мейәс йылғалары ағып сыға.

Учалы районында бик күп төрлө ер аҫты байлыҡтары бар (баҡыр, цинк, көкөрт, йәшмә, алтын, гранит, төҙөлөштә ҡулланылған тау тоҡомдары һ.б.), шуға ла бында уларҙы сығарыу һәм эшкәртеү тармаҡтары етерлек кимәлдә үҫешеү алған.

Учалы районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, уның составына Тамъян-Ҡатай кантонына ҡараған улустар индерелә.

Улар иҫәбенә 1919 йылға тиклем Ырымбур губернаһына ингән Үрге Урал өйәҙенең Тамъян, Ҡатай, Түңгәүер, Күбәләк, Теләү (үҙәге — Ҡарағужа), Көҙәй (үҙәге — Һөйәрғол), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — Учалы) һәм Троицк өйәҙе Ҡара-Табын, Барын-Табын, Ҡыуаҡан улустары инә.

Ҡала шарттарында (Учалы ҡалаһы) район халҡының  % йәшәй.

Район аша Белорет — Учалы — Мейәс — Силәбе, Учалы — Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозёрный аша), Учалы— Ҡорама — Ларино — Силәбе автомобиль юлдары үтә.

Район аша Рәсәй тимер юлдары Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный — Учалы — Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем ошо юл буйынса Учалы—Мейәс—Өфө—Күмертау—Ырымбур поезы йөрөнө. 2000 йылда поезд Күмертауға тиклем, 2005 йылдан — Өфөгә тиклем, 2010 йылдан — Мейәскә тиклем йөрөнө. 2012 йылдан был йүнәлештә пассажирҙар йөрөтөү туҡтатылды. Учалы ауылында билет кассаһы ябылды. Тимер юлға билет алыу өсөн учалылар күрше ҡалаларға барырға йәки «Баштрансагентлығы» аша (1 билет өсөн 200 һум хеҙмәтләндереү хаҡын түләп) алырға мәжбүр.




#Article 54: Яңы Байрамғол (465 words)


Яңы Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 444 кеше. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855001.

Яңы Байрамғол ауылы Миндәк йылғаһының һул яҡ ярында Бүкәндәр һәм Ушанғол (Ишанғол) тауҙары араһында һыйынған. Миндәк йылғаһы саҡрымдағы ғына Урал йылғаһына ҡушыла. Урындағы халыҡ ауылды Байрамғол, ә Урал йылғаһын Яйыҡ тип боронғо исемдәре менән атай.

Миндәк тамағында Яйыҡтың уң яҡ ярында бынан ун — биш мең йылдар элек йәшәгән кешеләрҙең ҡәберлеге табылды. Ундағы таш ҡоралдар, бысаҡтар, балсыҡтан яһалған көршәктәр таш быуаттың неолит дәүерен һәм унан һуң еҙ быуат кешеләренең торлағы булыуын күрһәтә.

Яңы Байрамғол ауылы янында шулай уҡ беҙҙең эраға тиклем 2 мең йыл элек йәшәгән халыҡтарҙың боронғо ҡаласыҡтары «Яңы Байрамғол—1», «Яңы Байрамғол—2» табылған. Ул ҡаласыҡтарҙа ҡаҙып алынған материалдар Учалы ҡалаһының төбәкте өйрәнеү музейында һаҡлана.

Ауылдың көнбайышындағы тауҙың башында яңғыҙ ҡәбер бар. Ошо тирәлә ырыуҙаштарының баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшен Ушанғол батыр етәкләгән. Яуҙа һәләк булһам, ошо тау башында ерләгеҙ, тигән ул. Баҫҡынсылар менән бер һуғышта батыр яугир һәләк була. Уны ерләп, ҡәберен таш менән уратып кәртәләйҙәр. Тауҙы шунан башлап «Ушанғол» тип атайҙар. Халыҡ телендә хәҙер ул тау атамаһы Ишанғол булып яңғрай.

Бүкәндәр тауы атамаһы бында бүкәнгә оҡшаған таштар булыуы менән бәйләйҙәр.

Ауылда бер нисә аймаҡ бар: ҡуяндар, таҙҙар, онтаҡтар, айыуҙар, башҡаптар, ыҫты кейеҙҙәр, ҡалпаҡтар, бүҫкәләр, өс мөйөштәр, алтаяҡтар, ҡуҡыйҙар.

II Дәүләт Думаһында өс башҡорт депутатының береһе беҙҙең яҡташыбыҙ Шаһибал Сәйфетдинов булған. Ул Думала Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән тәрән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаған. Үҙенең телмәрендә ул батша администрацияһын тәнҡитләгән һәм дөйөм демократик позицияларҙан сығып, ябай халыҡ массаларының мәнфәғәтен яҡлаған.

Ауылда мәсет 1905 йылда ҡарағастан яңыртып һалына. Ул мәсетте һалдырыуҙа Мөжәһетдин Маликов, Шаһыбал Сәйфетдинов, Лоҡман байҙар, Троицк ҡалаһынан Әхмәт бай, Латиф Байғаҙы улы Ғәйсин (Латыф хәҙрәт) булышлыҡ итәләр. Мәсетте Үрге Яйыҡ (Верхнеуральск) ҡалаһынан яллап килтерелгән балта оҫталары һала. Мәсет янында ике биналы мәҙрәсә лә була. Береһендә шәкерттәр йәшәй һәм белем ала, икенсеһе — ашхана. Шәкерттәр төрлө яҡтан килә: Ҡатай, Күбәләк ырыуынан. Заманына күрә бик данлыҡлы мөғәлимдәр белем бирә был мәҙрәсәлә Минһажетдинов (Ҡобағош ауылынан), Әхмәҙиә Мамилин (Сораман ауылынан), Ғабдуллатиф Байғаҙы улы Ғайсин (Байрамғол ауылынан, уның бик бай китапханаһы ла була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул китапхана, 1930 йылда, мәсеттең манараһын алап ташлаған ваҡытта, яндырыла) шәкерттәргә төплө белем бирәләр. Шәкерттәр араһында башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре лә бар: Солтанов Исмәғил Хөсәйен  улы (Ҡотой ауылынан), Муса Мортазин уҡый.

Мотаһар Мортаза улы Мортазинда Байрамғол ауылынына нигеҙ һалыусы Байрамғол олатайҙың шәжәрәһе һаҡланған. Байрамғол менән Ҡәйепҡол — бер туғандар. Байрамғолдоң улы Йәноҙаҡ (уның 7 улы булған), уның улы Салих, Салихтың улы Йыһанша (Волость старшинаһы булған), уның улы Вәлиулла, Вәлиулланың улы Мортаза, Мортазаның улы Мотаһар, Мотаһарҙың улдары; Мозафар, Радик (Мәғәфүр), Нил һәм Әхәт.

Ауылда урта мәктәп, клуб, медпункт, китапхана бар.

республиканың билдәле композиторы, Башҡортостандың халыҡ артисы Абрар Ғабдрахмановтың тормош иптәше.

Ауыл янында, Яйыҡ йылғаһы буйында арехологик ҡомартҡы — боронғо кеше ҡаласығы урынлашҡан.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 55: Христианлыҡ (355 words)


Христиа́нлыҡ ( — «май буялған», «ҡотҡарыусы») —
Инжилдә (Новый Завет) яҙылған Иисус Христ тормошо һәм тәғлимәттәренә нигеҙләнгән донъяла киң таралған ибраһими дин. Назареттан Иисус кешелекте ҡотҡарыусы булыуына христиандар ышана. Иисус Христостың тарихи шәхес булыуына христиандарҙың шиге юҡ.

Христианлыҡ — 2,1 млрд тарафдары булыуы менән дә, географик таралышы буйынса ла донъяла иң таралған дин; донъяның һәр илендә бер генә булһа ла христиан общинаһы бар.

I быуатта Рим империяһы власы аҫтында булған Палестинала Ике йылға араһында йәшәгән арамеоз телле халыҡтар араһында барлыҡҡа килә; беренсе ун йыллыҡта уҡ башҡа этник төркөмдәр араһында тарала..

Христос тыуғандан 150 йылда батшалары яңы динде ҡабул иткән беренсе дәүләт Осроена дәүләте була, баш ҡалаһы Эдуссе.
Христианлыҡты беренсе булып рәсми рәүештә ҡабул иткән дәүләт Әрмәнстан була, 301 йылда батша Трдат III христианлыҡты «Әрмәнстандың берҙән бер рәсми дине» тип ҡабул итә. Император Константин I хакимлеге ваҡытында, н 313 йылдан һуң Рим империяһында дәүләт дине статусын ала.

Христианлыҡ I быуатта Тәүрат (Ветхий Завет) таратыусы йәһүҙилек миссионерҙар хәрәкәтенең бер өлөшѳ булараҡ Палестинала йәһүдтәр мөхитендә барлыҡҡа килә. Нерон хакимлығы осоронда уҡ христианлыҡ Рим империяһының күп кенә провинцияларында билдәле була.

Христиан дине ҡағиҙәләре тамыры йәһүҙи Тәүрат менән бәйләнгән.

Иҫке Ғәһедтә яҙылғанса Иисус сөннәтләнгән, йәһүд булараҡ тәрбиәләнгән, Апостолдар һәм Иисустың тәғлимәтен башҡа дауам итеүселәр йәһүдтәр була. Христосты киреп ҡаҙаҡлағандан һуң, (Стефандың тибешенән һуң) өс йыл үткәс христианлыҡ башҡа халыҡтарға тарала.

Иң тәүҙә христианлыҡ Палестина һәм Урта диңгеҙ буйындағы йәһүдтәрҙә, ун йыл эсендә апостол Павел эшмәкәрлеге һѳҙѳмтәһендә башҡа халыҡтар («мәжүсиҙәр») араһында киң тарала. V быуатҡа тиклем христианлыҡ Рим империяһы географик сиктәрендә һәм уның мәҙәни йоғонтоһо даирәһендә тарала (Әрмәнстан, көнсығыш Сирия, Эфиопия), артабан (1 мең йыллыҡтың 2-се яртыһы) — герман һәм славян халыҡтары араһында, һуңырыҡ (XIII—XIV б.) — балтик буйы һәм фин халыҡтарында тарала.

Хәҙерге заманда христианлыҡтың Европанан ситтә таралыуы колониаль экспансия һәм миссионерҙар эшмәкәрлеге менән бәйле.

Хәҙерге ваҡытта христиан динендә булыусылар һаны 2 млрдтан артыҡ, шул иҫәптән:

Яҡынса төрлө христиан конфесияларында тороусылар һаны:

Беҙҙең көндәрҙә христианлыҡта түбәндәге йүнәлештәр бар:

 

Христианлыҡ өс аллалыҡҡа ышаныуҙан тора: Алла-Ата, Алла-Ул һәм Алла-Изге-Рух. (I Ио. 5, 4-5).

Христианлыҡ Авраамдан башланған Инжилдә яҙылғанса (монотеизм), йәғни Донъяны һәм кешене ижад иткән Аллаһ берҙән бер тигән ҡарашта. Шул уҡ ваҡытта христианлыҡ йүнәлеше монотеизмға троица идеяһын өҫтәп ҡуша: тәбиғәте менән бер үк Аллаһ-Ата, Аллаһ-Ул һәм Аллаһ-Изге-Рух.




#Article 56: Библия (316 words)


Библия, Мөҡәддәс китап — йәһүд һәм христиан диненең изге китаптары тупланмаһы. Уртаҡ бүлеме — Тәүрат, тик христианлыҡта ғына изге һаналғаны — Инжил. Ислам динендә Тәүрат, хөрмәт ителһә лә, Аллаһтың хаҡ һүҙе тип танылмай.

Библия — йәһүдилек һәм христиан диндәрендә Изге Китап сифатында ҡанунлаштырылған яҙмалар йыйынтығы. Ислам Библияны Изге Китап булараҡ таный, ләкин уны «көфөр», йәғни боҙолған, тип һанай. Библия Иҫке Ғәһед (Ветхий Завет; ҡанундар − Тәүрат, ) һәм Яңы Ғәһед (Новый Завет; 4 Инжил һәм Илселәр ғәмәлдәре) тип аталған өлөштәрҙән тора. Беренсеһе христиан дине барлыҡҡа килгәнсе үк яҙылған китаптарҙы берләштерә, ул беҙҙең эраға тиклем III быуатта яҙылған.

Иҫке Ғәһед бер нисә өлөштән тора. Тәүрат (йәһүдсә — Тора) тип аталған өлөшөн Муса пәйғәмбәрҙең 5 китабы тәшкил итә, тағы бер ҙур ғына өлөшө йәһүд халҡының боронғо тарихын бәйән итеүсе 13 китапты берләштерә, Зәбүр (Псаломдар) тигән өсөнсө өлөшөндә христиандарҙа һәм йәһүдиҙәрҙә ғибәҙәт ҡылғанда уҡыла  торған дини шиғырҙар тупланған. Иҫке Ғәһед ун бер йәһүд пәйғәмбәренең асылмыштарын бәйән иткән Пәйғәмбәрҙәр китабы менән йомғаҡланған. Йәһүдиҙәр Иҫке Ғәһедтең йәһүд телендәге текстын изге тип иҫәпләй. Христиандар иһә беҙҙең эраға тиклем II быуатта Александрия ҡалаһында тәржемә ителгән тексты (уның төҙөлөшө һәм тексы йәһүдиҙәрҙекенән бер аҙ айырала) ҡануни тип таный. Иҫке Ғәһед латин, боронғо славян һәм башҡа телдәргә грек теленән тәржемә ителгән. Яңы Ғәһед фәҡәт христиандарҙа ғына изге тип һанала. Ул 27 китаптан — Ғайсаның тормошо һәм тәғлимәте, Изге илселәр ғәмәлдәре менән бәйән ителгән 4 Инжилдән (Евангелие; мәғәнәһе — «изге хәбәр»), илселәрҙең 21 хатынан һәм Иоанн Богослов асылмышынан ғибәрәт. Яңы Ғәһед тексты грек телендә яҙылған.

Рус православие сиркәүе Библияның IX Кирилл һәм Мефодий тарафынан тәржемә ителгән боронғо славян телендәге текстын файҙалана. Христиан динендәге башҡа милләт вәкилдәре үҙ теленә тәржемә ителгән Библияны ҡуллана. Библияны урыҫ теленә XVI быуат башында тәржемә итә башлайҙар. 1822 йылда Яңы Ғәһедтең урыҫ телендәге тексы  тәүге тапҡыр тулыһынса баҫылып сыға. 1876 йылда Урыҫ православие сиркәүенең юғары идаралығы Синод етәкселегендә тәржемә ителгән тулы Библия (Иҫке һәм Яңы Ғәһед) баҫып сығарыла һәм сиркәү тарафынан рәсми раҫлана. Был баҫманы  урыҫ протестанттары ла ҡуллана.




#Article 57: Йылайыр районы (260 words)


Йылайыр районы () — Башҡортостан Республикаһының кѳньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 5 783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.

Район үҙәге — Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһындағы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Райондың 14 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше йәшәй), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡананикольский (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр (596 кеше).

Район территорияһы Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр платоһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында — балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында — балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә — ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала — тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле.

Климаты — континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ — тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта — ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.

Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр — 56,8, сабынлыҡтар — 38,6, кѳтѳүлектәр — 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.

Район территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй.
Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Зилаирские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзиттәре сыға.




#Article 58: Әхмәтзәки Вәлиди Туған (481 words)


Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов (, 10 (22) декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).

Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.

Әхмәтзәки сығышы менән дин эшмәкәрҙәре Вәлидовтар — Суҡлыҡай ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе иҫкә алғандарҙан билдәле иң элекке ата-бабалары Иштуған булған. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт тарихи архивында һаҡланған мәғлүммәттәр буйынса, беҙгә уның ҡарт-ҡарт-ҡартатаһының Тайып Иштуған (1750—1837) һәм ҡарт-ҡарт-өләсәһе Гөләндән Мортазина булыуы билдәле, улар икеһе лә типтәр ҡаталамынан сыҡҡандар тип яҙылған. Тайыптың өс улы булыуы билдәле — Әйүп, Хәлит һәм Вәлит (Әхмәтзәкинең ҡарт-ҡартатаһы). Вәлиттең өс ҡатыны һәм ун бер улы булыуы билдәле, улар араһында Әхмәтзәкинең ҡартатаһы — Әхмәтйән дә була. Документтар буйынса Әхмәтйән Вәлидовтың башҡорт булыуы һәм уның ҡатыны Мөхәбъямал Уйылданова булыуы билдәле.

Әхмәтзәкиҙең атаһы — Вәлидов Әхмәтшаһ Әхмәтйән улы (19.07.1860, Көҙән а. — 20.07.1937, Өфө ҡ.) — имам-хатип, мөҙәрис. Милләте буйынса башҡорт. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһен тамамлай. Көҙән ауылының 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы була. 1890-се йылдар башында мәсет янында мәҙрәсә аса, унда 200-гә яҡын шәкерт белем ала. Зәйнулла Рәсүлевтың мөриды була, унан 1907 йылда шәйех дәрәжәһен ала. 1937 йылдың 15 июлендә ҡулға алына һәм 20 июлендә атыла. Әхмәтзәкиҙең әсәһе — Өммөлхаят Мөхәммәткафи ҡыҙы Вәлидова (1873—1946) Көҙән ауылы мәҙрәсәһенең ҡыҙҙар синыфтарында мөғәллимә булған. Үтәк мәҙрәсәһен тамамлаған. Ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрен белгән.

Әхмәтзәки Вәлидинең ике ҡатыны булған. Тәүге ҡатыны Әбйәлил ауылында тыуған Зәйнулла Рәсүлевтың ейәнсәре — Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы Яҡшымбәтова менән 1919 йылдың авгусында никахлаша. Уларҙың Ырыҫмөхәммәт исемле улдары 1920 йылда Хиуала бер йәшлек сағында тапма ауырыуынан вафат була. Вәлиди эмиграцияға киткәндән һуң, Нәфисә Хажимөхәммәт ҡыҙы ауырыу сәбәпле СССР-ҙа тороп ҡала. Икенсе ҡатыны Нәзмиә Туған (Унгар) менән 1940 йылда никахлаша. Уларҙың ике балалары була — ҡыҙы Иҫәнбикә (1940 йылғы, тарихсы, фәлсәфә докторы (1973), профессор (1995)) һәм улы Сүбиҙәй (1943 йылғы, тарихсы, фәлсәфә докторы (1972), профессор (1986)).

Башҡортостан автономияһының РСФСР составына инеүе тураһында В. И. Ленин һəм И. В. Сталин менән һөйлəшеүҙəрҙе ойоштора. 1919 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт ғəскəрҙəренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуына етəкселек итə һәм 1‑се Бөтə башҡорт хəрби съезында ойошторолған Башҡортостан хəрби-революцион комитетының Рəйес урынбаҫары һəм республикаһының Хəрби эштəре буйынса халыҡ комиссары итеп һайлана. 1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» тексын төҙөүҙə ҡатнаша һәм Мәскәүҙә В. И. Ленин һәм И. В. Сталин менән осраша.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылдың 26 июлендә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында вафат була. 28 июлдә Ҡаражаәхмәт зыяратында ерләнә. Һуңыраҡ ғаилә кәшәнәһенең таҡтаташына шундай һүҙҙәр яҙыла: «Kөҙән башҡорто Әхмәтша улы ординар профессор доктор Әхмәтзәки Вәлиди Туған рухына фатиха 1890—1970» ().

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың фəнни тикшеренеүҙəре иран, монгол, төрки халыҡтарының тарихына һəм мəҙəниəтенə, Көнсығышта милли-азатлыҡ хəрəкəте проблемаларына, археографияға, сығанаҡтар өйрəнеүгə, этнографияға, тарихи тикшеренеүҙəр методологияһына арналған. 1923 йылда Мəшхəд ҡалаһы китапханаһының ҡулъяҙмалары араһында табылған Ибн Фаҙландың «Сəйəхəтнамə»һен нимес теленә тәржемә итеп һәм уға аңлатмалар биреп, 1939 йылда Лейпциг ҡалаһында уны баҫтырып сығара.




#Article 59: Өфө (218 words)


Өфө (, ) — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан.

Рәсәйҙең эре мәҙәни, фән һәм иҡтисад үҙәге. Халыҡ һаны буйынса Европала 31-се урында тора.

Өфө ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан. Көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 28, ә төньяҡтан көньяҡҡа — 53 километр..

Өфө ете административ райондан тора:

Киров һәм Октябрь райондары составында анклавтар бар.

Өфө ҡалаһының ер бүлеү һәм ҡулланыу ҡәғиәләре буйынса ҡала зоналарға буленә:

Рәсми булмаған райондар: Аэропорт, Глумилино, Дёма, Затон, Зелёная Роща, Инорс, Молодёжный, Нижегородка, Новостройка, Октябрь Проспекты, Сипайлово, Иҫке Өфө, Өфө үҙәк, Черниковка, Шакша.

Өфөлә 8 юғары федераль дәүләт уҡыу йорто һәм уларҙың 8 филиалы бар.

Өфө сәнәғәте XIX быуатта булдырыла. XIX быуатта тире һәм күн эшкәртеү заводтары һаны 10-дан ашып китә.

Өфө водоканалы — дәүләт унитар предприятиеһы, Өфөләрҙе һыу менән тәьмин итеүсе ойошма.

Составында:

Өфөлә беренсе күпер Ағиҙел аша көньяҡ йүнәлештә 1795 йылда ағастан төҙөлгән.

()

Өфөләге һәйкәлдәр исемлеге.

 Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы батырҙарына һәйкәл — Өфөнөң Минһажев, 8-се март, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары араһында  1975 йылда ҡуйылған скульптура монументы. 

Бейеклеге — 12 м, ауырлығы — 95 тонна.

Авторҙары: скульптор — Кузнецов Л. В., архитектор — Семёнов А. В., инженер-конструктор — Коткин А.

Заһир Исмәғилев һәйкәле 2008 йылда ҡуйыла. Скульпторы — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты . Архитекторы — Сергей Анатольевич Голдобин, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

 1830 йылда асыла.




#Article 60: Дәүләт (Платон) (229 words)


Дәүләт (грек телендә — Πολιτεία) — Платондың китабы.

Платон йәмғиәттең һау-сәләмәт һәм бәхетле йәшәүе өсөн кәрәкле дәүләт моделен аңлата. Хәҙерге дәүләт фәлсәфәһе өсөн нигеҙ ташы булыуы менән мөһим. Шул уҡ ваҡытта бәхет фәлсәфәһе тураһында ла яҙылған.

Сәяси өлкәлә Платон йәмғиәттең өс ҡатлауҙан тороуы тураһындағы теорияһын дәлилләргә тырыша. Уныңса, философтар дәүләт менән идара итә; һуғышсылар дәүләтте эске һәм тышҡы дошмандарҙан һаклай; крәҫтиәндәр менән һөнәрселәр — дәүләтте материаль яҡтан тәъэмин итеүселәр. Платон дәүләттең килеп сығуы тураһында ла иғтибарға лайык фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж, ти ул. Был, әлбәттә, материализм уҡ түгел, шулай ҙа идеализмдың да иң сик варианты түгел. Платон дәүләт менән идара итеүҙә өс форманы атай:

Ошо өс форманың һәр ҡайһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хакимлеге. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркем) кешенең хакимлеге. Уның варианттары: яҡшы кешеләрҙең һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хакимлеге. Демократия — күптәрҙең хакимлеге. Ул шулай ук ике варианттан торорға мөмкин: законлы һәм законһыҙ (һуңғыһы көсләү ысулы менән). Ошо формаларҙың иң ғәҙеле, Платонса, аристократия. Монархия тураһында шундай фекер әйтелә: батшалар философ булырға, философтар батша булырга тейештәр… Платон һәр саҡ бик ныҡ асыулы, ярһыулы «ҡара халыҡҡа» ҡаршы сыға. Һуғышсыларҙы ла ул, «өсөнсө ҡатлау кешеләре» тип ҡарамаһа ла, уларҙың «игелеген» идара итеүсе философтарга баш эйеп, бойһоноп хеҙмәт итеүҙә күрә. Платондың был ҡарашын K. Маркс үзенең «Капитал» тигән хеҙмәтендә тәнҡит итә.




#Article 61: Бикбаев Рауил Төхфәт улы (308 words)


Бикбаев Рауил Төхфәт улы (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый.

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт шиғриәтенең үҫеш проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу өсөн башҡарған эштәре ҙур.

Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙип оҙайлы ауырыуҙан һуң 2019 йылдың 23 апрелендә Өфөлә вафат булды һәм 25 апрелдә ҡаланың Мосолмандар зыяратына ерләнде.

 




#Article 62: Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы (134 words)


Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы (15 сентябрь 1928 йыл — 19 октябрь 1984 йыл) — башҡорт актёры, атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1973) артисы.

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып үҫешеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарының береһе, бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.

Уның ижады менән ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. И. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре инә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна» һ. б.

Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтен Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, Германияла, Польшала, Венгрияла, Афғанстанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.

Шакур Р. Ишмулла Дильмухаметов //Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. Уфа, 1987.




#Article 63: Статистика (149 words)


Статистика — йәмғиәт тормошонда булған күренештәрҙең һан күрһәткестәрен билдәләүсе фән һәм ғәмәли эшмәкәрлек тармағы. Бер үк ваҡытта шул һан күрһәткестәрҙе статистика тип атайҙар.

Статистика (латынса Status) һүҙенең мәғәнәһе ниндәйҙер нәмәнең торошон аңлата.

Йәмғиәт тураһында мәғлүмәтте теркәү кәрәклеген тәү-тормош кешеләренең дә аңы еткән. Быны мәмерйә һүрәттәре дәлилләй. Ул ваҡыттағы тормош күренештәрен (ҡырағай йәнлектәргә һунар) генә һүрәтләү түгел, ә уның һан күрһәткестәре булған таяҡсалар һыҙып ҡалдырғандар. Фәнни әйләнешкә статистика һүҙе XVIII быуатта Готфрид Ахенфель (1719—1772) тарафынан индерелгән тип иҫәпләнә.

Рәсәй дәүләте кимәлендә рәсми рәүештә ғәмәли эшмәкәрлек булараҡ статистика 1802 йылдың 20 (яңыса)
сентябрендә барлыҡҡа килгән тип фаразларға була. Был көндө император Александр I «…министерлыҡтар тарафынан мәғлүмәттәр бирергә…» тигән фарманға ҡул ҡуя. Һәр йылдың 20 сентябре, рәсми рәүештә иҫтәлекле көндәр исемлегенә индерелмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең статистика тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тарафынан байрам итеп билдәләнә.

Тарихи Башҡортостанда статистиканың губерна комитеты 1835 йылдың 9 (21) мартында асыла. 1917 йылға тиклем губерна статистика комитетының рәсми етәксеһе губернатор булған.




#Article 64: Асылыкүл (314 words)


Асылыкүл — Башҡортостандағы иң ҙур күл, Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш — төньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Урал алдының урман-дала зонаһына керә. Күл өҫтөнөң майҙаны — 23,5 км2 , тәрәнлеге иһә — 5,1 метр. Уның буйы — 8, киңлеге — 5 км. Күл урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған.

Заятүләк менән Һыуhылыу

Бынан бик күп йылдар элек был күл булмаған. Буранғол ауылы аша Асылы тигән йылға ағып ятҡан. Ул Сәрмәсәнгә ҡойған. Күл урынында Ташлытау ҡалҡып торған. Бөтә тирә-яҡ урман булған.

Бынан бер нисә йөҙ йыл элек, йәйге көндәрҙең береһендә, тау артынан ҡара болот ҡалҡҡан. Бик ныҡ күк күкрәгән, ямғыр ҡоя башлаған. Ямғыр шул хәтле көслө ҡойған — Асылы йылғаһы ауылды баҫып киткән. Кешеләр аяҡтан йығылған, хайуандар үкергән.

Иртәгеһенә ҡараһалар — Ташлытауҙың уртаһы убылған, шул урында ҙур күл барлыҡҡа килгән. Асылы йылғаһы ағышын бороп, шул күлгә ҡоя башлаған. Ана шуға был күлде Асылыкүл тип атағандар.

Күл соҡоро Олотау, Тоболғаҡ, Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты араһында урынлашҡан.

Яҙ миҙгелендә Асылыкүлгә Шарлама шишмәһе ағып төшә. Һыу кимәле күтәрелгәндә күлдән Асылы Өйҙөрәк инеше ағып сыға һәм Кесе Өйҙөрәк йылғаһына (Димдең уң ҡушылдығына) ҡоя.

Асылыкүл атамаһының килеп сығышына бәйле фекерҙәр төрлөсә. В. И. Даль уны Ассулы рәүешендә яҙып ҡалдырған һәм шулай аңлатҡан: «Асыҡ, төпһөҙ, бәлки, дөрөҫөрәге асыулы, сөнки, ысынлап та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күл үҙгәреп тора, йәйелә һәм кире тайта, арта һәм кәмей». Башҡортса Аслыкүл — «ике төплө күл», Аҫылкүл — «матур күл» була, тип тә фараз ҡылғандар. А. Г. Бессонов менән Ж. Ғ. Кейекбаев иһә атаманы «горько-соленое озеро» тип тәржемә иткән. Р. 3. Шәкүров та шундай ҡарашта.

Күлдең борон Ҡаратабын күле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған.

Асылыкүлдең тирә-яғында шырт еҙүлән, аҡтамыр, быуын япраҡлы шалфей, сел үләне кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр һаҡланып ҡалған.

Яр буйҙарындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа һайраусы ҡоштар моң һуҙа, күл фаунаһында ондатра, үлән араларында тәлмәрйен, кеҫәртке кеүек ер-һыу хайуандары осрай.

Күлдең һыуы ҡаты, тоҙло, химик составы буйынса сульфат синыфының натрий төркөмөнә ҡарай.

Сәмийән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.




#Article 65: Тау (407 words)


Тау — бейеклеге менән тирә-яҡтағы кимәлдән айырылып торған ҡалҡыу урын.; ер рельефынын тигеҙлек өҫтөнән ыңғай яҡҡа үҙгәргән формаһы, ер өҫтөнөң төрлө бейеклектә (бер нисә метрҙан бер нисә километрға тиклем) айырылып торған өлөшө. Эргәһендәге тигеҙлектән тау итәге айырып тора.

Тау түбәһе формаһы буйынса , плато һымаҡ, көмбәҙ һымаҡ булыуы мөмкин. Һыу аҫтындағы тауҙар утрауҙар кеүек ҡалҡып сығауы мөмкин.

Барлыҡҡа килеүе буйынса тауҙар тектоник күренештәрҙән һәм вулкандан барлыҡҡа килгән тауҙарға айырыла .

Тауҙарҙа ер өҫтөндәге тигеҙлек өсөн хас булмаған микрорельеф формалары булыуы хас.
Микроэлемент формалары:

Сағыштырмаса һәм абсолют бейеклеге буйынса тауҙар түбәндәгесә төркөмдәргә бүленә:

Сағыштырмаса һәм абсолют бейеклеге буйынса тауҙарҙы ошолай бүлеү ҡабул ителгән :

Тауҙарҙың айырым параметрҙарына  ярашлы рәүештә климат үҙгәрештәре кеше өсөн һәр ваҡыт кире күренеш түгел. Бейеклеккә күтәрелеһгә бәйле һауа температураһы төшә, ә билдәле бейеклеккә тиклем яуым-төшөм һаны арта. Тауҙар уртаса климат булған ерҙә - һалҡын, эҫе улиматта  — уртаса, ҡоро климатта дымлы климат барлыҡҡа килтерә. Шунлыҡтан — [Урта Азияның  таулы болондарында, Үҙәк һәм Көньяҡ Американың, Африканың (Эфиопия, Кения, Уганда, Бурунди, Руанда һ. б.) таулы төбәктәрендә, Азияла һәм Яңы Гвинеяла  игенселек, ауыл хужалығы үҫешкән.

Орографияның төрлөлөгө төрлө климат шарттары барлыҡҡа килеүгә ыңғай тәьҫир яһай. Мәҫәлән, Һиндостандың төньяғында, Америка тропик өлкәләрендә тауҙарҙың бейеклеге үҙҙәренең үк төрлө өлөшөндә эҫе, уртаса һәм һалҡын һыҙаттар барлыҡҡа килтерә. 

Орография һауа ағымына ла, ҡояш яҡтылығына ла йоғонто яһай. Елле яҡтан яуым-төшөм арта, елһеҙ яҡта кәмей. Елдәргә юлды кәртәләп, улар битләүҙәрҙә айырым климат булдыра.

Башҡортостан, шулай уҡ тарихи башҡорт ерҙәре тауҙарынан айырылғыһыҙ. Урал, таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40-60 км, урыны менән 100 км-ға етә.

Урал төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡтарға бик бай. СССР-ҙа сығарылған 55 төрлө ҡаҙылдыҡтың 48 төрө Уралдан булған. 

Иң бейек түбәләре: Пай-Хой — Мореиз (Вэсэй-Пэ) тауы (423 м).
Поляр Урал — Пайер тауы(диңгеҙ кимәленән 1472 м ).
Поляр түңәрәк яны Уралы — Народная тауы (1895 м), Манарага тауы (1662 м).
Төньяҡ Урал — Тэлпосиз тауы (1617 м).
Урта Урал — Конжаковский Камень тауы (1539 м).
Көньяҡ Урал — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м).
Мугоджары — Боктыбай тауы (567 м).

Көньяҡ Уралдағы иң бейек түбә - Ямантау (1640 м) - Башҡортостаның Белорет районы Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.

Башҡорт тарихы Урал тауҙары менән тығыҙ бәйле, һәм был халыҡтың ауыҙ-тел ижадында ла асыҡ күренә. Тауҙар менән бәйле мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар
бик күп, фольклорсылар тарафынан байтаҡ йырҙар ҙа яҙып алынған. Киң билдәлеләренән Ирәндек ,Ирәмәл, Ҡағы ташы, Ҡалды һәм башҡалар, ә мәшһүр Урал йыры иһә башҡорт халҡының милли гимны тип һанала.

 




#Article 66: Урал тауҙары (505 words)


Урал, таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40-60 км, урыны менән 100 км-га етә.

Антик сығанаҡтарҙа Уралды йыш ҡына Рифей тауҙары йәки Гиперборея тауҙары атамаһында бирәләр.
Клавдий Птолемей мәғлүмәттәре буйынса,  Урал тауҙары  өс өлөшкә бүленә: Римнус, Норостар  һәм Гиперборея. Римнус (Көньяҡ Урал) - Яйыҡ йәки Ҡариҙел йылғалары аҡҡан яҡ; Урта Уралда (Норостар)  Яйыҡ (Урал) аға, Төньяҡ Урал (Гиперборея) йылғалары күрһәтелмәгән
Рифей тауҙары — һис шикһеҙ Каспий, Ҡара диңгеҙ һәм Балтика (Сармат океаны) араһындағы һыу айырғыс тип таныла и др.

Беренсе йылъяҙмаларҙан уҡ («Повесть временных лет» - б.э. XI  быуат) — урыҫтар  Урал тауҙарын Билбау, Себер тауы, Ҙур таш, йә иһә Ер Билбауы тип атағандар.

Рус дәүләтенең  XVI быуаттың икенсе яртыһында эшләнгән тәүге картаһында («Большой Чертёж»), Урал  «Ҙур Таш» атамаһы менән билбауға оҡшаған тау рәүешендә төшөрөлгән, унан әлеге  Златоуст заводтарына ингән өлөштә, бер аҙ көньяҡтараҡ һәм төньяҡтараҡ  күп йылғалар ағып төшөүе күренә; урыҫтар ҙа башта тик ошо өлөштө генә Урал тип атаған

Башҡорт телендә  «Урал» топонимы бик боронғо, бәлки тәүтөрк хәлдә саҡҡа ҡайтарып ҡалдырыла.  Уны  ~ др.-тюрк. *ör «бейеклек, ҡалҡыулыҡ» тигән һүҙ менән бәйләйҙәр. Бынан тыш, «Урал» башҡортса «урау», йәғни «билбаулау», «уратыу» тигәндән килеп сыҡҡан тигән икенсе фараздар ҙа бар.

Хәҙерге заман топонимикаһы ике төп версияны килтереп сығарҙы. Манси  версияһы авторы Э. К. Гофман  Урал атамаһын мансиҙағы «ур» (тау) һүҙе менән бәйләй. XX быуатта был теорияны венгр ғалимдары —  (тау үре) тигән менән бәйләп, дауам итә. Әммә  мансиҙар үҙҙәре  Уралды Нөр (Таш) тип атай һәм бер ваҡытта ла  «ур ала» төшөнсәһен ни  Уралға, ни уның айырым тауҙарына ҡарата ҡулланмаған. Икенсе версия  топонимдың башҡорт теленән килеп сығыуын тәҡрарлай. Ысынлап та, Уралдың автохтон халыҡтарынан тик  башҡорттар ғына уны шулай атаған һәм был телдә, легендаларҙа һәм ғәҙәт-йолала һаҡланып килә (Урал-батыр эпосы). Уралдың башҡа халыҡтары - (хант, манси, коми, ненец) Урал тауҙарын ҡәҙимдән икенсе төрлө атай: , , , .

Урал — төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡтар хазинаханаһы. СССР-ҙа сығарылған 55 төрлө ҡаҙылдыҡтың 48 төрө  Уралдан булған.
Уралдың көнсығыш райондарына  баҡыр колчеданы мәғдәне хас (Гай, Сибай, Дегтяр, Кировград һәм Красноурал ҡаҙылдыҡ сығарылған урындары), скарн-магнетит ҡаҙылдыҡтары (Гороблагодатское, Высокогорск). Бокситтар һәм асбест күбеһенсә Төньяҡ-Уралда сығарыла.

Уралдың көнбайыш битләүендә һәм Урал янында ташкүмер алына (Печора күмер бассейны, Кизел күмер бассейны), нефть һәм газ (Волга-Урал нефть-газ өлкәһе, Ырымбур газ-конденсат етештереү майҙаны), калий тоҙҙары (Үрге Кама бассейны). Урал бигерәк тә аҫылташтары менән данлы (зөбәржәт, аметист, аквамарин, йәшмә, родонит, малахит һәм башҡалар).
Тау ҡуйынында ике йөҙләп төрлө минерал осрай.Урал малахитынан һәм йәшмәһенән Петербург Эрмитажына ҙур һауыт эшләнгән, шулай уҡ ҡабырғалары һәм  алтарь ошо таштар менән биҙәлгән.

Файл:UralOb.png|thumb|250px|Урал тауҙары рельефы. Көнсығышта Көнбайыш Себер уйһыулығы,  көнбайышта - Көнсығыш Европа тигеҙлеге
Урал тауҙарының көнсығыш итәгендә шартлы Европа-Азия сиге үтә.

Географик яҡтан Урал тауҙары 5 өлөшкә бүленә:

Төньяҡта Урал һырты дауамы итеп  Пай-Хой тау системаһын, көньяҡта  Мугоджарыны һанарға мөмкин.
Файл:Ural mountains 3 448122223 93fa978a6d b.jpg|thumb|250px|Поляр түңәрәк эргәһендәге Урал — иң бейек ҡаялары ошонда

Иң бейек түбәләр:

Күлдәре күп,  билдәлеләрҙән - Таватуй (Екатеринбургтан 50 км төньяҡтараҡ), шулай уҡ Силәбе өлкәһенең төньяғында йөҙҙәрсә эреле-ваҡлы күлдәре, бер аҙы Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында. Ҡайһы берҙәренең - мәҫәлән, Өйәлгенең (Иртәш тип тә йөрөтәләр) оҙонлоғо 10 км-ға етә. Силәбе күлдәренә Түрғәяҡ, Оло Кәҫле  һәм башҡа күлдәр инә.




#Article 67: Урал (285 words)


Урал — Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Себер тигеҙлектәре араһында һуҙылған Рәсәй Федерацияһында һәм Ҡаҙағстандағы географик төбәк. Урал тау системаһы был төбәктең төп өлөшө булып тора.

Урал Европа менән Азия сиктәрендә урынлашҡан. Урал тауҙары һәм уға яҡын булған ҡалҡыулыҡтар төньяҡта Төньяҡ Боҙло океандан алып көньяҡта Ҡаҙағстандың ярым сүл райондарына тиклем һуҙылған.

Урал 5 географик зонаға бүленә — Поляр Урал, Поляр тирәһендәге Урал, Төньяҡ Урал, Урта Урал һәм Көньяҡ Урал. 

Һыу айырғыс булған төп һырттан һәм киң уйһыулыҡтар менән айырылған һырттарҙан тора. Уралдың иң бейек түбәһе — «Исследовательский» һыртындағы «Народная» тауы (1859 м). Төньяҡ-көнбайышта Урал Пай-Хой һырты һәм Вайгач утрауы аша Яңы Ер утрауҙары тауҙарына күсһә, көньяҡта иһә бейеклеге 657 метрға тиклем еткән Мугоджары тауҙары теҙмәләре дауам итә.

Көньяҡ Уралда тау рельефының киңлеге 120 саҡрымға етә. Уралып ятҡан Урал-тау мөһим һыу айырғыс булып, Башҡортостан еренән 300 саҡрым самаһы һуҙыла. Иң бейек тауҙары — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м).

Урал — йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла. Печора, Уса, Тубыл, Иҫәт, Тура һәм башҡалар — Төньяҡ Боҙло океан бассейнына, Кама менән Чусовая, Ағиҙел һәм Яйыҡ Каспий диңгеҙенә ҡарай. Күлдәре йәйрәп ята: Тауатуй, Арғужа, Уйылды, Иртәш, Ишкүл, Сыбаркүл, Торғаяҡ, Өргөн, Оҙонкүл, Яҡтыкүл...

Төньяҡ Уралда — тау тундраһы, көньяҡтараҡ — тау-тайга урмандары. Ылыҫлыларҙан кедр, ҡарағас, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы үҫә. Көньяҡ Уралда имән, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, саған да бар.

Үҫемлектәр донъяһы ла, йәнлектәр донъяһы ла төрлө. Башҡортостан йәнлектәре генә лә бихисап: айыу, бүре, төлкө, мышы, ҡоралай, аҫ, бурһыҡ, һыуһар, әлгәнйәк, кеш, һеләүһен, тейен, шәшке, ҡуян, янут, ҡама, көҙән, йофар, йәтсә... 

Ҡоштары иһә өс йөҙләп төр: бөркөт, шоңҡар, ҡыйғыр, ҡарсыға, ҡарағош, ябалаҡ, һупайҙы, тумыртҡа, кәкүк, ҡарлуғас, күгәрсен, торна, ҡауҙы, бүҙәнә, ҡор, һуйыр, сел, сөрәгәй, сәпсек... 

Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау өсөн Урал биләмәләрендә Печора-Илич, Висим, Илмән, Башҡорт ҡурсаулыҡтары булдырылған.




#Article 68: Урыҫтар (161 words)


Урыҫтар йәки рустар (үҙ атамаһы  ) — Рәсәй Федерацияһында иң күп һанлы халыҡ, төп халҡы. Көнсығыш словян халыҡтары төркөмөнә керә. Урыҫ телендә һөйләшәләр. Диндарҙарҙың төп өлөшө православие динен тота.

Ғаилә башлығы булып атай йәки иң өлкән ир бала (большак, старшой) торған. Ғаиләлә бала тыуыуы тантаналы билдәләнгән, Суҡындырыу байрамынан һуң, көҙөн йәки ҡышын, туй үткәрелгән.

Михаил Ломоносов Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы.
XIX быуатта рус фәне донъя кимәленә сыға. Математиктар М. В. Остроградский, Н. И. Лобачевский күп илдәрҙә танылыу таба.

Башҡортостан урыҫтары — Башҡортостанда йәшәгән урыҫ халҡы. 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәп алыу буйынса республикала 1 миллион 432 мең 906 кеше йәшәй (республика халҡының 35,19 % өлөшө).

Төбәккә урыҫтарҙың күпләп күсеп ултырыуы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башланған. Иң беренсе урыҫтар Өфө тирәһендәге ерҙәрҙе биләп, Башҡортостандың үҙәк төбәктәрендә, һуңыраҡ — төньяҡ-көнбайышында, Кама аръяғы сик һыҙығы буйлап таралып ултырған.

Уралдағы беренсе урыҫ тораҡ пункттары (торамалары):

Төрлө сығанаҡтар буйынса урыҫтарҙың республикаға күсеү процессы колониализм тип иҫәпләнә.

Республикала урыҫтарҙы берләштерғән күп ойошмалар эшләй. Иң эреһе — Собор русских Башкортостана.




#Article 69: Башҡортостан ауылдары (588 words)


Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән торамалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала.

Ауыл һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре аңлатмаһында: Ауыл — ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүсе йәшәгән урын, боронғо төрки һүҙе Ағыл менән бәйле.

Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала.

Әлбиттә, һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары X—XV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа халыҡтар төҙөгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр төҙөгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгәндәр. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған.

Ауылдарҙың исемдәре башлыса ауылға нигеҙ һалыусының исеменән йәки ер-урындың, йылғаның атамаһынан алынған. Ауылдарҙың берәү генә түгел, бер нисә исемлеләре лә булған. Ауыл исеменә «Яңы», «Иҫке», «Оло», «Кесе», «Үрге», «Түбәнге», «Баш», «Тамаҡ» һымаҡ өҫтәмәләр бындай исемле ауыл булған осраҡта ҡулланыла. Әгәр бөгөн өҫтәмәле исемле ауыл булып, шундай уҡ исемле (әммә өҫтәмәһеҙ) ауыл булмаһа, бындай ауылдың элек булыуы бик ихтимал. Башҡорт ихтилалдарынан һуң, башҡорттарҙы ауылдары менән икенсе урынға ҡыуып, был урынға күскенселәрҙе ултыртыу осраҡтары бик күп булған. Күсеп килеүсе башҡа халыҡтар, башҡорттар йәшәгән урында ауыл төпләһәләр, башҡорт ауылының исемен үҙгәртмәгәндәр. Әлбиттә бындай осраҡ һәр ваҡыт булған тип иҫәпләргә ярамай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарға шул ваҡыттағы тәртип буйынса колхоз, совхоз исемдәре бирелгән. Ҡолаҡҡа ятмаған ауыл исемдәре шунан килә. Ауыл топонимикаһына бәйле иң борсоулы мәсәлә булып, башҡорт ауылдарының исемдәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндәге боҙоуҙар тора. Үткән быуаттарҙағы исемлектәрҙе төҙөгәндә теркәүселәр (башлыса урыҫтар) ауыл исемен нисек ишетһәләр, шулай яҙғандар. Өҫтәүенә урыҫсалаштырып «-ово», «-ево», «-ое», «-но» ялғауҙарын ҡушҡандар.

Башҡортостандағы ауылдарҙың һан нисбәте төрлө йылда төрлөсә. Был үҙгәреүсән күренеште аңлатыусы сәбәптәре бар. Әйтәйек, 41 ҡала тибындағы ҡасабаның 38-е 2004 йылда, 1-әүһе 2005 йылда ауыл статусына күсерелде. Йәки кеше йәшәмәгән ауылдар махсус ҡарар менән рәсми иҫәптән алына.

Башҡортостан ауылдарының тулы исемлеген төҙөү тәү ҡарауҙа ғына ябай эш. Ауылдарҙың күплеге исемлекте төҙөгәндә ниндәйҙер тәртипкә һалыуҙы талап итә. Район, ауыл советы сиктәре үҙгәреп тороусан булғанлыҡтан, бындай тәртип бик уңай түгел. Бөгөнгө Башҡортостан сиктәре тарихи Башҡортостан сиктәре менән тура килмәүен дә оноторға ярамай. Алфавит тәртибе буйынса төҙөһәң, ауыл исемдәрен үҙгәрткән осраҡтар ҙа йыш була. Төрлө райондарҙа ғына түгел, бер үк район эсендә лә исемдәре бер төрлө булған ауылдар бар.

Башҡортостан ауылдары (алфавит тәртибендәге исемлек)

I. БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһындағы рәсми баҫмалар

II. Рәсми статистик мәғлүмәт йыйынтыҡтары 

III. Башҡа баҫма сығанаҡтар

III. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр




#Article 70: Википедия (759 words)


Википедия ( ) — төрлө телдә яҙылған, сикләүһеҙ ҡулланыуҙа булған ирекле интернет энциклопедия. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилемде һәр халыҡтың туған телендә ирекле ҡулланыу урыны. интернет-сайтында урынлашҡан. Һәр тел бүлеге үҙ аллы проект, айырым URL адресы бар. Башҡорт телендәге бүлек адресында урынлашҡан.

Википедия 2001 йылдың 10 ғинуарында Нупедия (Nupedia) исеме менән донъяға килә, 15 ғинуарҙа Википедияның беренсе версияһы уҡыу өсөн асыла. Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедиа фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штатындағы Сан-Франциско ҡалаһында теркәлгән. Фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар. Был ижтимағи ойошма Википедия проектының эшмәкәрлеген техник яҡтан ғына ҡурсалай. Башҡа төр йүнәлештәге эшмәкәрлеккә фонд ҡыҫылмай һәм үҙ сәйәсәте менән баҫым яһамай. Википедияның эстәлеге ирекле һәм уға бөтә донъя кешеләре хужа булып тора. Википедия эсендә алып барылған эшмәкәрлеккә ҡулланыусылар үҙ аллы идара итә.

Википедияның иң мөһим үҙенсәлектәре — уның асыҡ эстәлекле булыуы, мәғлүмәтен һәр кем төрлө маҡсатта ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата алыуы. Бер үк ваҡытта Википедия мәғлүмәтен һәр кешегә тулыландырыу һәм камиллаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй. Шулай уҡ Википедия сайтында теркәлеү мотлаҡ түгел. Әммә иҫәп яҙыуын теркәгән осраҡта ҡулланыу уңайлыҡтары арта.

Википедияның тағы бер мөһим, башҡорт халҡы өсөн иң мөһиме тип тә иҫәпләргә булған үҙенсәлеге — Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙа алыу мөмкинлегендә. Донъя күләмендә тупланған барлыҡ ғилем, барлыҡ мәғлүмәт һәр кешенең туған телендә ирекле ҡулланыуҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Википедия ирекмәндәре. Берҙән, бындай ҡараш Ер йөҙөндәге һәр бер кешегә ғилем туплау өсөн бер тигеҙ мөмкинлек бирә һәм һәр яңы быуын вәкилдәренең икенсе телде өйрәнеүгә тотонолған сығымдарын кәметә. Икенсенән, үҙ телендә сит ҡәүемдәрҙең мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын өйрәнгән кешенең сит телдәрҙе өйрәнеүгә теләге көсәйәсәк. Өсөнсөнән, туған телен ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән халыҡтар өсөн телде ҡулланыу даирәһе арта.
 
Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 304 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 81 миллионға яҡын теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 50 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Иң күбеһе инглиз телендә — 4 миллиондан, унан ҡала немец, француз һәм нидерланд телдәрендә берәр миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Урыҫ телендәге бүлек иң ҙур күләмле ун тел бүлек исемлегендә, ундағы мәҡәлә һаны бер миллион ярымдан артты.

Википедияның башҡорт теле бүлегендә «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним автор тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә. Шул ваҡыттан алып ете меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән, һуңғы утыҙ көндә 50-нән ашыу теркәлгән мөхәррир бер һәм унан күберәк өҫтәмә индергән. Википедияның башҡорт теле бүлегендә әлеге ваҡытта  мәҡәлә бар. Һуңғы йылда бүлектә мәҡәләләр һанының һәм уларҙы тулыландырыу күрһәткесенең әүҙем үҫеше күҙәтелә.

Википедияла һәр телдәге бүлек өсөн мотлаҡ булған төп  бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән, һәм һәр телдәге бүлек өсөн үҙенсәлекле.

Википедия ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө -энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның төп биш ҡағиҙәнең беренсеһе.

Теләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра, әлегә тиклем булмаған яңы мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия йөкмәткеһен камиллаштырғанда мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был иһә Википедияның икенсе төп ҡағиҙәһе.

Википедиялағы мәғлүмәт һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла һәм камиллаштырыла ала, шуға күрә мәҡәләләрҙең тәғәйен авторы юк. Мәҡәләгә ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы уның авторы (авторҙашы) булып иҫәпләнә. Мәҡәләләр даими рәүештә тулыландырылып, камиллаштырылып торғанлыҡтан, тәғәйен бер автор яҙған мәғлүмәттең һүҙмә-һүҙ күсермәһен ҡуйырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта, авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап, Википедияға яңы йөкмәтке өҫтәргә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтарына эйә әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айырым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ — был Википедияның төп биш ҡағиҙәһенең өсөнсөһө.

Ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә Википедияны ҡулланған кешеләрҙең ҡылығын тик яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. «Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ» тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.

Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һәр кеше үҙ тәҡдимен индереп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырға тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы.

Википедия иң алда Нупедияға ҡәрҙәш проект булып башланған. Ә Нупедия ул саҡта инглиз телендәге бушлай, он-лайн энциклопедия проекты булған. Нупедиялағы бөтә мәҡәләләр Bomis inc. тарафынан яҙылған һәм ул хужа булған. Ошо компанияның төп кешеләре булып Джимми Уэльс, Bomis (башҡарыусы директор) һәм баш мөхәррир — Лари Сэнгер торғандар. Шунан Нупедияның лицензияһы асыҡ контентлы лицензияға үҙгәртелгән булған — GNU Free Documentation License.

Лари Сэнгер һәм Джимми Уэльс Википедияға нигеҙ һалыусылар.

Башҡорт телендәге Википедияның мәҡәлә һаны .




#Article 71: Тарихи Башҡортостан (933 words)


Тарихи Башҡортостан  — тарихи тәңгәл, башҡорт халҡының тарихи биләгән ере.

Терминдың синонимдары — был ерҙең иртәрәк барлыҡҡа килгән исемдәре: «Башгурд», «Башгирд», «Башгирд», «Баскардия», «Башгирдия», «Фийафи Башкырт/Башкырт далалары», «Башҡорттар иле», «Бастарктар иле», «Башкырд», «Башджарды», «Башҡортостан», «Pascatir», «Bashirdi». Төбәкте «Башгурд» тип исемләгән иң тәүге хәбәр (VIII б.) Фазылуллаһ Рәшид әд-Диндың «Уғыҙнамә» хеҙмәтендә осрай.

Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренсә «Тарихи Башҡортостан» төшөнсәһе «Бөйөк Венгрия» (Major Hungaria, Magna Hungaria — венгрҙарҙың ата-бабалары торған ере тип фаразлана) төшөнсәһе менән уртаҡ. XIII б. Франциск монахы Джованни да Плано Карпини сәйәхәтенән һуң яҙған эшендә телгә алына. Хәҙерге ғалимдар быны дәлилләгән нигеҙҙәрҙең булмауы тураһында раҫлайҙар.

Географик урыны Көньяҡ Урал һәм уның тирәһенә тап килә. Рәсми яҡтан сиктәре билдәләнмәгән. Һәр бер тарихи осорҙа сиктәре яҡынса ғына күрһәтелгән.

Иң боронғо мәғлүмәттәрҙе «Диуану әл-лөғәт әт-төрк» (1072—1074) авторы Мәхмүд Ҡашғари күрһәтә. Китаптағы һыҙмаға ярашлы был урындар «Фийафи Башҡырт» йәки «Башҡырт далалары»[7] тип атала. Һыҙма дөрөҫ географик урынды тасуирламай, ләкин көнбайыштан Каспий диңгеҙе һәм Волганың Этиль үҙәненең, көнбайыштан һәм төньяҡтан — Урал тауҙарының, көнсығыштан — Иртыш үҙәненең булыуы Башҡырт далаларының урынын билдәләргә ярҙам итә. Унан алда X б. Ибн Фаҙлан исемле сәйәхәтсе Әл-Башгирд дәүләте тураһында яҙа һәм сәйәхәт иткән саҡта үткән йылғаларҙы һанап китә [8].

Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙлегенә ярашлы:

Ошо уҡ ваҡыттағы икенсе сығанаҡҡа ҡарағанда, территорияға «…Кама, Ағиҙел, Яйыҡтың ике яғынан бөтә урман һәм дала ерҙәр …» [10] инәләр.

Төрлө тарихи сығанаҡтар һәм рәсми документтарҙы, шул иҫәптән, Ҙур һыҙым китабын, ҡулланып, заман тарихсылары тарихи территорияны XVII—XIX бб. ошолай тасуирлайҙар:

Көньяҡ Урал башҡорттарында тәүге осорҙа дәүләтселектең булыуы тураһында хаҡ дәлилдәр юҡ. Шул уҡ ваҡытта, Ибн Фаҙлан, Джиованни дель Плано Карпини[13], Гийом де Рубрук[14], башҡорт шәжәрәләре һәм эпостары бында XIII б. тиклем уҙ аллы идара итеү формаһы булыуы тураһында һөйләй. С. И. Руденко, Әбү Заид әл-Балхи ға һылтанып, Башҡортостандың көнбайыш райондары Болғар дәүләтенә инеүе тураһында яҙа. З. И. Йәнекәев, Р. Ғ. Кузеев ҡа һылтанып, «…бүләр (биләр), йәнәй, меңле, әйле ырыуҙары башҡорттары шәжәрәләрендә үҙ хакимдары итеп булғар хандарын Айҙар, Сәйет, Әмир, Сәлим, Илһам, Ғабдуллаларҙы яҙғандар…». З. И. Йәнекәев үҙ эшендә татар-монголдарҙың баҫып инеүенә тиклем төрки телле дәүләттәр конфедерацияһы Дешт-Ҡыпсаҡ составында көслө башҡорт дәүләте — Табын ханлығы булыуы тураһында яҙа. Автор Р. Ғ. Кузеевтың ғилми эшенә нигеҙләнә. Венгр монахы Юлиан [20] 1235—1236 йй. башҡорттарҙың үҙ хакимы — ханы — тураһында яҙа.

XIII быуатта Тарихи Башҡортостан Монгол дәүләтенең йоғонтоһона әләгә. Джиованни дель Плано Карпини һәм С. И. Руденко кеүек авторҙарға ярашлы, Башҡортостан Волга Булғары дәүләтенең тарҡалыуынан һуң монголдар тарафынан яулап алына. С. И. Руденко фекеренсә, Болғар ханлығын яулау 1229 йылда булһа, 1236 йылда «…бар Башҡортостан яуланған…». Л. Н. Гумилев тасуирламаһында «… монгол-башҡорт һуғышы 14 йыл барған… Башҡорттар яуҙарҙа еңгәндәр һәм, ахырҙа, дуҫлыҡ һәм берләшмә тураһында килешеү төҙөп, артабанғы яулап алыуҙарҙа бергә ҡатнашҡандар…». Уныңса был хәл 1220—1223 йй. булған

З. И. Йәнекәев ҡарашынса, был ике фекер бер-береһенә ҡаршы килмәй. Волга Булғары йоғонтоһо аҫтында булған башҡорт ырыуҙары, Биләрҙең ҡолауынан һуң, бойондороҡто танырға мәжбүр була. Мөйтән бей башлығында башҡорт ырыуҙарының күпселеге Монгол дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушыла. «Башҡортостан тарихы» авторҙары «…башҡорттарҙың монгол дәүләтенә ҡушылыу…» 1207—1208 йй. булған, тип һанайҙар. Шул уҡ ваҡытта «…башҡорттарҙың ҡушылыуында мәжбүр итеү һәм таныу акты ла бар…». Шуға күрә, Алтын Урҙа тарихын өйрәнеүсе Г. А. Федоров-Давыдовтың фекере иғтибарға лайыҡ. Монголдар яуланған ерҙәрҙә урындағы хакимдарҙы бер ҡасан да ҡалдырмағандар. Башҡорттарға ғына үҙ ханын ҡалдырыу мөмкинселеге бирелгән, сөнки үҙ иректәре менән монголдарҙың башлығын танығандар…. Тарихи Башҡортостандың урындағы халҡы һәм буйһондороусылар араһындағы мөнәсәбәттең үҙенсәлекле булыуы тураһында башҡорттарҙың үҙ аллы халыҡ булып ҡалыуы һөйләй.

Билдәле булыуынса, XIII быуатта Батый-хан ҡорған үҙ аллы Алтын Урҙа дәүләте барлыҡҡа килгән, тарихи Башҡортостан уның эсенә ингән. В. Л. Егоров  хеҙмәтендә, Әл-Омари һәм Рубрукка һылтанып, Алтын Урҙаның территорияһын (Башҡортостан өлкә тип әйтелгән ерен) шулай итеп тасуирлай — «…дәүләттең территорияһын тотош тасуирлағанда, иң билдәле ҡалаларҙың исемен килтерә. Улар араһында Хорезм, Сыгнак, Сайрам, Яркенд, Дженд, Сарай, Маджар, Азак, Акчакерман, Кафу, Судак, Саксин, Укек, Булғар, Дербент, шулай уҡ Себер һәм Ибирь өлкәләре, Башкырд, Чулыман» (С.29) һәм империяның төньяҡ сиге — «… төньяҡ сик булып  Булғар һәм Башкырд (Башҡортостан) өлкәһе күрһәтелгән…» (с. 30).

Ғәрәп тарихсыһы әл-Омариға һылтанып, шулай уҡ Греков һәм Якубовский «Алтын Урҙа һәм уның ҡолауы» тигән хеҙмәтендә: «…Джейхун яғынан был дәүләттең сиктәре — Хорезм, Саганак, Сайрам, Яркенд, Дженд, Сарай, Маджар ҡалаһы, Азак, Акча-кермен, Кафа, Судак, Саксин, Укек, Булгар, Себер өлкәһе, Ибирь, Башкырд һәм Чулыман… Баку ҡалаһы… — Ширван крайы ҡалаларының береһе, уның эргәһендә „Тимер ҡапҡалар“, уларҙы төрөктәр Димиркапу» тип атайҙар[24] .

Сәйәси-административ төҙөлөш тураһында: «…сығанаҡтарҙа Алтын Урҙаның уң һәм һул яҡ сигенең барлыҡҡа килеү сәбәптәре аныҡ билдәләнмәгән, ти автор  . Г. А. Федоров-Давыдов ике яҡты Волга бүлгән тигән фекер менән ризалашмай.  Моғайын, был сик Яйыҡ (Урал) й. тирәһенән үткәндер…» (160 б.).  Яика (Урал) … (С.160). «… Алтын Урҙаның ерле-административ бүленеше нигеҙендә улус системаһы булған.  Уның асылында феодалдарҙың хандан биләмә (улус) алыу хоҡуғы тора, шуның өсөн биләүсе үҙенә хәрби һәм иҡтисади бурыстары алған…» (С. 162). Улустарҙың урынлашыу тасуирламаһын алғанда (163б.), тарихи Башҡортостан туғыҙынсы һәм унынсы улустарға (Яйыҡтың (Урал) уң һәм һул ярҙары буйында) буленгән, тип фаразларға була. Бәлки ҡайһы бер ерҙәр Волганың һул яры буйлап урынлашҡан һигеҙенсе улусҡа (Батый-хандың шәхси ере) ингәндер.  китабындағы карталарға ярашлы, тарихи Башҡортостан ерҙәре Сарай һәм Шибан улустары ҡарамағында булған.

XIII—XIV бб. ерҙәр төрлө улустарға, йәғни урындағы хакимдарға, буйһонған. Олоҫтарҙың аныҡ сиктәре булмаһа, Урал һырты йәки Ағиҙел йылғаһы буйлап үткәндер, тип фаразларға мөмкин.

Алтын Урҙа тарҡалғас, тарихи Башҡортостан ерҙәре Нуғай урҙаһы, Ҡазан, Себер ханлыҡтарына ингән.

XVI б. икенсе яртыһында башҡорттар Рәсәйгә ҡушылалар .

Башҡорттар Рәсәй дәүләтенә ҡушылғас, тарихи Башҡортостан ерҙәре Ҡазан өйәҙенә инә.

Пётр батша реформаһы (1708 й.) нигеҙендә Рәсәй 8 ҙур губернаға бүленә. Башҡортостан ерҙәре бүленеп, Ҡазан, Себер губерналарына буйһона.
Киләһе Петр реформаһы (1744 й.) ваҡытында Ырымбур губернаһы барлыҡҡа килә, ул тәүҙә Өфө, Иҫәт, Ырымбур провинцияларынан, ә 1781 й. — Ырымбур, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Минзәлә, Верхнеуральск, Троицк, Силәбе, Бөгөлмә өйәҙҙәренән тора.

Февраль революцияһына тиклем башҡорттарҙың Рәсәй империяһы составындағы хоҡуҡи статусы 1863 йылдың 14 майында ҡабул ителгән «Положение о башкирах» исемдәге акт менән көйләнеп килә. Революциянан һуң республиканың дәүләт структураһын төҙөү процестары башлана.




#Article 72: Мең (1206 words)


Мең (меңле) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көньяҡ диалектының дим һәм өршәк һөйләштәренә ҡарай.

Мең этнонимы шулай уҡ ҡырғыҙҙар, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән.

Р. Ғ. Кузеев буйынса мең ҡәбиләһе 7 ырыуҙан тора:

Хәҙерге тикшеренеүселәр ҡыбау һәм меркеттәрҙе айырым башҡорт ҡәбиләләре тип билдәләй.

Меңлеләр ҡәбилә булып боронғо төрки дәүерҙә (VI—VIII бб.), уғыҙ берләшмәһе тупланған Саян-Алтай төбәгендә ойошҡан.

Боронғо төрки мифологияһына ярашлы, төркиҙәрҙең ата-бабаһы Яфестың (Яфаның) 8 улдарының береһенең исеме Мең булған. Риүәйәттәрҙә меңлеләрҙең боронғо ата-бабаларының (Төклө-ата, Сәсле-ата, Ҡорсоба-ата) Алтайҙағы эпик батырлыҡтары, «оло һуғыштар» арҡаһында яңы ерҙәргә күсенеүе сағыла. XIX быуатта С. Ғ. Мирасов тарафынан табылған шәжәрәгә ярашлы, меңлеләр һундарҙың Баламир ханын үҙенең ата-бабаһы тип иҫәпләгән.  Меңлеләрҙең фольклоры уларҙың ата-бабалары Мәүернаһрҙан килгән тип хәбәр итә. «Мең һаҙаклы Урҙас бей» ҡушаматлы меңлеләрҙең башлығы Санаҡлы яҡынса XIV быуаттың уртаһында Мәүернаһр хакимдарының береһе булған, ул үҙ-ара һуғыштар арҡаһында үҙенең ҡәбиләһе менән Уралға күскән. Ауыҙ-тел ижадында Урҙас бейҙең исеме Урта Азия, Сырдаръя йылғаһы үҙәне менән бәйләнә. Р. Ғ. Кузеев буйынса Санаҡлының ҡушаматы «Урҙа» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Бынан сығып уның ғәскәре Мең һаҙаҡлы урҙа — Мең уҡсылы ғәскәр тип аталырға һәм ваҡыт үтеү менән «Урҙа» һүҙе халыҡ телендә Урҙас исеменә әүерелергә мөмкин тип фараз итергә була.

XII—XIII быуаттарҙа меңлеләр күп ҡәбиләле ҡыпсаҡ донъяһының бер өлөшө булып торған. XIII быуатта киң территорияла Алтын Урҙа дәүләте барлыҡҡа килә. XIV быуатта меңлеләр ҡатай ҡәбиләһе менән тығыҙ бәйләнештә була. Был осорҙа улар бергәләп көнбайыш Башҡортостанда, башлыса Ыҡ йылғаһының түбәнге ағымы буйында, шулай уҡ Зәй, Минзәлә һәм Сөн йылғалары буйлап көн итәләр. Ҡыбау ырыуы башҡорттары үҙҙәренең туған яғы тип, ҡатайҙар һәм ҡошсолар кеүек, Мәләкәҫ тигән урынды атайҙар. Улар буйынса был урын Ыҡ йылғаһы аръяғында урынлашҡан. Ҡыбауҙарҙың бер араһы мәләкәҫ-ҡыбау тип атала. Күл һәм суби ырыуҙары риүәйәттәре ата-бабаларының «боронғо ерҙәре» тип Ыҡ буйы үҙәнен күрһәтә. Риүәйәттәр буйынса күл-меңлеләр Дим буйына Ҡунҡас һәм Иштәкә аҡһаҡалдар етәкселегендә күсә.

XIV быуаттан, башҡорт ҡәбиләләре Бөгөлмә ҡалҡыулығынан әүҙем күсеше осоронда, мең ырыуҙары ҡатайҙар артынан Ағиҙел аша үтеп Ағиҙел-Ҡариҙел йылғалары араһының көньяҡ өлөшөн биләй, артабан Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙелгә ҡойған ерҙәр тирәһендә төйәкләнә. Риүәйәттәргә ярашлы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының үҙәк өлөшө, Өфө ҡалаһы тирәһе менән бергә, меңлеләрҙең аҫаба ерҙәре була. 1480-се йылдарҙан Башҡортостандың күп өлөшө Нуғай Урҙаһы составына буйһона башлай, нуғай наместнигы башҡорттар менән Имән (Өфө) ҡалаһынан идара иткән. XV быуатта меңлеләр Дим үҙәнендә йәшәһәләрҙә, Нуғай Урҙаһы хакимлыҡ итеүе осоронда был ерҙәр өсөн низағтар булғылай һәм бында хәл тотороҡһоҙ була. XVI быуат уртаһында меңлеләр, юрматылар һәм башҡа башҡорт ҡәбиләләре менән берлектә нуғайҙарға ҡаршы асыҡ көрәш юлына баҫалар. Был көрәш барышында меңлеләр тулыһынса Дим һәм Өршәк йылғалары үҙәндәрендә урынлашалар. Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда, Минзәлә йылғаһы буйында йәшәүсе ҫарайлы-мең ырыуы вәкилдәре Ҡазан ханына хеҙмәт иткән.

Дим буйында йәшәүсе меңлеләр көньяҡ-көнбайышта — йылан, көнбайышта — ҡаңлы, төньяҡ-көнбайышта — ҡаршын, төньяҡта — көҙәй һәм ҡыбау, төньяҡ-көнсығышта — табын (бишул, табын, йомран-табын һәм дыуан-табын), көнсығышта — меркет, көньяҡ-көнсығышта — юрматы ҡәбиләләре уларға күрше була. Минзәлә үҙәнендә йәшәүсе ҫарылы-мең ырыуының күршеләре — байлар һәм ирәкте ҡәбиләләре.

Көньяҡ-көнбайыш йәғни Дим башҡорттарына меңлеләрҙән башҡа ырыуҙарҙа ҡарай. Күл-мең башҡорттары 1706 йылда Иҫәт провинцияһынан үҙҙәренең «боронғо ерҙәренә» ҡайтҡан һалйоттарҙы керҙертәләр. Ил-күл-мең ырыуы ерҙәрендә бөрйәндәр Сәтәй-Бөрйән һәм Миәкәбаш ауылдарын нигеҙ һалалар, шулай уҡ Илсеғол һәм Түбәтәй ауылыдары халҡының бер өлөшө бөрйән ҡәбиләһе вәкилдәре тәшкил иткән. Ҡырҡ-өйлө-мең ырыуы ерҙәрендә бөрйәндәр Дүртөйлө, Көрмәнкәй, Итҡол, Исмәғил ауылдарын нигеҙләйҙәр. Яйыҡ-cуби-мең ырыуы ерҙәрендә ҡыпсаҡтар тарафынан Ҡыпсаҡ-Асҡар, Бәләкәй Ҡыпсаҡ һәм Һарыш ауылдарына нигеҙ һалалар. Асылыкүл тирәһендәге ҡырҡ-өйлө-мең ырыуы һәм ҡаңлы ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәрендә табындар Мәкәш, Буранғол, Ҡыҙрас ауылдарын нигеҙләйҙәр. Ил-күл-мең ырыуының аҫаба ерҙәрендә тамъяндар — Тамъян-Таймаҫ, Ҡолтай-Ҡаран һәм Ереклекүл ауылдарына нигеҙ һала, ә һуңғыһына Минзәлә өйәҙенән килгән ҫарайлы-мең башҡорттары керҙәш булып төйәкләнгәндәр. XVIII быуаттың беренсе яртыһында ил-күл-меңлеләр үҙ аҫаба ерҙәренә ғәйнә башҡорттарын керҙерәләр, улар Гәйнәямаҡ һәм Мәнәүез-Мәскәү ауылдарына нигеҙ һалалар.

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, XVI быуатта мең башҡорттары Башҡортостандың барлыҡ тиерлек көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләүҙәрен раҫлаусы аҫабалыҡ грамоталар алалар. Ҡәбиләнең ерҙәре Нуғай даруғаһы составында Мең улусын барлыҡҡа килтерә. Дим башҡорттарының мөрәжәғәте буйынса батша Алексей Михайловичтың 1646 йылдың 15 авгусындағы грамотаға ярашлы Мең улусы 11 өлөшкә бүленә. Һәр бер түбәгә етәкселек иткәндәр: 1) Тепергул Асанов «с товарищи», 2) Ураҙлы Урманов, 3) Айымбәт, Баҡый, Байымбәт Теренғоловтар, 4) Кумары Курясмаков, Кельтей Узряк, 5) Сихамбет, 6) Ахымбет Теперғолов, 7) Токомчик Супин, 8) Тоҡомбәт Теренғолов, 9) Ҡәҙерғол Баҡаев, 10) Аҡымбәт, 11) Кулка, Баҡай Нәҙерғоловтар.

Әммә аҫаба биләмәләр сиктәренең аныҡ итеп билдәләнмәлеүе, бихисап бәхәстәр тыуҙырған. Шунлыҡтан меңле башҡорттары үҙ ерҙәрен үҙ-ара килешеп яңынан 11 өлөшкә бүлгән. Был бүленеш 1671 йылдың 9 февралендә батша Алексей Михайлович тарафынан раҫлана. Уртаҡ аҫаба ерҙәрҙе бүлеүҙә Мең улусы башлығы кенәз Ҡәнзәфәрҙең 4 улы — Козябахты, Дистан, Кудабахты, Ҡоҙаш-кенәз һәм Сөплөктең 4 улы — Яйыҡ-Ҫыбы, Ҡадир-Ҫыбы, Меңле-Ҫыбы һәм Иҙел-Ҫыбы, һәм шулай уҡ Ураҙлы Урманов, Мәмбәтҡол Теникеев һәм Аҡҡонды Аҡманов ҡатнашҡан. Һуңыраҡ Кузябахтының ерҙәре — Мең улусы, Дистандың ерҙәре — Ҫарайлы-Мең улусы, Ҡоҙабахтының ерҙәре — Суби-Мең улусы, Ҡоҙаштың ерҙәре — Өршәк-Мең улусы, Яйыҡ-Ҫыбының ерҙәре — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, Ҡадир-Ҫыбының ерҙәре — Бәғәнәш-Мең улусы; Иҙел-Ҫыбының ерҙәре — Слю-Мең улусы; Аҡҡондо Аҡмановтың ерҙәре — Меркет-Мең улусы; Меңле-Ҫыбының ерҙәре — Күл-Ил-Мең улусы; Мәмбәтҡол Теникеевтың ерҙәре ерҙәре — Илекәй-Мең улусы тип атала башлай.

Мең башҡорттарының аҫаба ерҙәре заводчиктар, аҡһөйәктәр, чиновниктар, крәҫтиәндәрҙең баҫып алыуы һәм хөкүмәт тарафынан конфискациялау һөҙөмтәһендә, һәм тағы ла керҙәшлеккә биреү арҡаһында, йылдан йыл кәмей бара. Әүҙем баш күтәреүселәрҙең дә аҫаба ерҙәрен тартып алалар.

XVIII быуат уртаһында П. И. Рычков Мең улусы составында 11 аймаҡты теркәй: Ҫыбы (Субинский), Ҡырҡ-Өйлө (Кыркулинский), Яйыҡ-Ҫыбы (Яиксубинский), Күл-Ил-Мең (Кули-Минский), (Слы-Минский), Нуғай-Мең (Нагайляр-Минский), Меркет (Меркитский), Өршәк-Мең (Уршак-Минский), Ҫарайлы (Саралинский), Ҡыбау (Кубовский), Ыҡ-Мең (Ик-Минский). Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай, мең башҡорттары улустары составында 1102905 дИҫәтинә ер була.

Меңлеләр барлыҡ башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашалар. Ҫыбы-Мең аймағы башлығы Ишәле Ҡайҙалин, шулай уҡ Әлшәй батыр 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙың етәксеһе Килмәк Нурышевтың көрәштәштәренең береһе булғандар. Аса Атаев баш күтәреүселәрҙең лидерҙарының береһе Төлкөсура Алдағоловтың көрәштәше булған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, ихтилал етәкселәре араһында Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы тарханы һәм старшинаһы Әлибай Мырҙағолов була, ә Ҫыбы-Мең улусы старшинаһының ярҙамсыһы Тура Ишәлин Өфөнө ҡамауға алыуҙың етәкселәренең береһе була. Баш күтәреүселәр араһында Өршәк-Мең улусы старшинаһы Ибраһим Мираҫов, Илекәй-Мең улусы старшинаһы Илсеғол Таймаҫов, Бәгәнәш-Мең улусы старшинаһы Рахманғол Яҡупов, Күл-Иле-Мең йөҙбашы Буҙан Смаҡов була. Шулай уҡ меңлеләр Рус дәүләте ғәскәре составында күп кенә һуғыштарҙа, шул иҫәптән Азов һәм Ҡырым яуҙарында, Төньяҡ һәм Ете йыллыҡ һуғыштарҙа, 1771—1773 йылдарҙағы Польша походында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм башҡаларҙа ҡатнашалар. Наполеон һуғыштарында ҡатнашҡан иң данлыҡлы башҡорт яугиры мең ҡәбиләһе вәкиле подпоручик Әйүп Ҡәйепов була. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан Әйүп Ҡәйепов күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө бүләктәргә лайыҡ була, шул иҫәптән императорҙың үҙенән орден ала, ә һуғыш тамамланғандан һуң уға дворянлыҡ хоҡуғы бирелә.

Һуңыраҡ Мең улусы ерҙәре Ырымбур губернаһының Бәләбәй, Минзәлә, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙҙәр Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 2-се, 3-сө (4-се), 5-се, 7-се (8-се, 9-сы), 8-се (7-се, 8-се), 9-сы (10-сы) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡарай.

Меңле ҡәбиләһе башҡорттары Дим йылғаһы бассейнының киң территорияһын биләй. Йәнә Өршәк йылғаһы үҙәне, Асылыкүл һәм Ҡандракүл күлдәре араһындағы Сәрмәсән йылғаһының үрге ағымы, Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының түбәнге ағымы ерҙәрендә йәшәй. Хәҙерге ваҡытта был территория административ рәүештә Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондарына ҡарай. Минзәлә йылғаһының үҙәне шулай уҡ мең ҡәбиләһе тупланып йәшәгән урындарының береһе булып тора. Хәҙерге ваҡытта был ерҙәр административ рәүештә Татарстан Республикаһының Сарман һәм Туҡай райондары составына керә. Меңлеләр башҡа башҡорт ҡәбиләләре вәкилдәре менән берлектә Туҡ, Оло һәм Кесе Соран, Һамар, Быҙаулыҡ, Кәмәлек һәм Оло Ырғыҙ йылғалары территорияһын биләй. Хәҙерге ваҡытта был ерҙәр административ рәүештә Һамар өлкәһенең Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондары, Һарытау өлкәһенең Перелюб һәм Пугачёв райондары, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районына ҡарай.




#Article 73: Сыуаш теле (377 words)


Сыуаш теле () — сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителгән.

Сыуаш теле төрки телдәренең Иҫке Болғар бүлегенә ҡарай.

Сыуаш теле — төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө), Сыуашстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар,  Ульяновск өлкәләрендә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1 млн 300 меңдән ашыу. Башҡортостанда 98 меңдән күберәк кеше сыуаш телен белә, шул иҫәптән уларҙың 91 меңдән ашыуы — сыуаштар (2002).

Тарихи нигеҙҙә болғар теленә барып тоташа. Сыуаш телендә 2 төп диалект айырып ҡарала: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙерге әҙәби сыуаш теле XIX быуаттың икенсе яртыһында үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. Сыуаш теле башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла.

Сыуаш телендәге [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] — [ш] өндәренә тап килә, мәҫәлән, сыуашса «хур» (ҡаҙ) ху[р] — дөйөм төрки «ҡаз» ҡа[з], «утмãл» (алтмыш) утмã[л] — «алтмыш» алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «тымар» — башҡортса «тамыр», ҡалған һуҙынҡылар бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа була ала; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы менән билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы ғына позицион яҡтан сикләнмәгән — уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л'], [н'], [т']: «халь» (хәҙер) — «хал» (көс), «юрать» (ярай, бара) — «юрат» (яратырға) һ. б.

Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән -лар урынына эйәлек аффиксы менән бер үк ваҡытта ҡулланылғанда, унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә — уға тиклем) -сем ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «сěтел-ěм-ěр-сем» — башҡортса «өҫтәл-дәр-ебеҙ»; алмаш һүҙҙәр яһаған та-/те- һәм ни- префикстары ҡулланыла, мәҫәлән, «такам» (кемдер), «никам» (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫәлән, сыуашса «пěррě» һәм «пěр» — башҡортса «бер», «виҫҫě» һәм «виҫě» — «өс». Сыуаш теле синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: «эпир студентсем» (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу менән характерлана: «пичче ыран яла каять» (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), «пичче яла ыран каять» (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б.

Сыуаш теле хәрефтәре кириллицаға нигеҙләнгән. Милли алфавитта улар 37.

Башҡортостан Республикаһында cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. Сыуаш теле буйынса белгестәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. «Аургаза хыпарси» («Аургазинский вестник», «Урал сасси», «Щуда щул» гәзиттәре сыуаш телендә сыға).




#Article 74: Һиндостан (775 words)


Һиндостан (деванагари яҙмаһында: भारत Bhārat), рәсми атамаһы Һиндостан Республикаһы (Bhārata Gaṇarājya), Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла етенсе, халыҡ һаны буйынса икенсе ил, шулай уҡ ул либераль демократия дәүләттәре араһында иң ҙуры. Һиндостандың диңгеҙ ярҙары ете мең саҡрымдан күберәк. Һиндостан көнбайышта Пакистан менән, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай, Непал һәм Бутан менән, көнсығышта Бангладеш һәм Мьянма менән сиктәш.

Арий тамырлы ырыуҙар халҡы менән һуғыша -?.

Хоҡуҡ сығанағы — Изге Ведалар — «Ригведа» (гимндар йыйылмағы); Атхарваведа (өшкөрөү доғалар йыйылмаһы); упанишады (дин-фәлсәфә трактаттар).

Индуизм — яңыртылған Буддизм. Индуизм власҡа оппозицияла булманы.
Дәүләт идеалы — «Артхашастра» трактатта яҙыла .

Һиндостан Ҡытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халҡының ҙур өлөшө ауылда көн итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат күберәк. Был иртә никахтарға (ҡыҙҙарҙы 15 — 17 йәштә үк кейәүгә бирәләр) һәм күп балалар тыуыуына (табыуы­на) бәйле ҡатын-ҡыҙ араһында үлем кимәленең юғары булыуы менән аңлатыла.

Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урындарҙа торһа ла, һиндтарҙың күбеһе ярлылыҡтан интегә һәм белемһеҙ. Хәҙерге көндә былар иң киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Белемле кешеләргә кемдәр инә, ти­һегеҙме? Кем тексты уҡый һәм бер нисә һөйләмде аңлайышлы итеп яҙа белә — шулар.

Һиндостан — күп милләтле ил. Унда йәшәгән халыҡтар бер-береһенән тышҡы йөҙө, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә айырыла. Һиндттарҙың 70 проценттан ашыуы һинд-арий телдәре төркөмөнә ингән­гә күрә, бында күпселек кеше һинд телендә аралаша. Уға дәүләт статусы ла бирелгән. Ярҙамсы рәсми тел булған инглиз теле башлыса эшҡыуар­лыҡта һәм хакимиәттә киң ҡулланыла. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә, айырыуса урта һәм юғары белем биреүҙә ҙур урын алып тора.

Дөйөм алғанда, ил конституцияһында халҡының күпселек өлөшө һөйләшкән 21 рәсми тел билдәләнгән.

Һиндостан — федератив республика, 28 штат, 6 союз биләмә һәм Дели баш ҡала милли округынан тора. Барлыҡ штаттарҙа, Джама һәм Кашмир, Пондичерри союз биләмәләрендә, Дели баш ҡала милли округында өлөшләтә дәүләтселек, үҙ аллы ҡанун ҡабул итеү һәм идара итеү мөмкинлеге бар. Башҡа биш союз биләмәһендә Һиндостан Президенты тәғәйенләнгән хакимиәт идара итә. Һиндостан штаттары 1956 йылда тел ҡулланыу буйынса төҙөлә. Шул ваҡыттан алып, Һиндостандың административ структураһы үҙгәрмәгән тиерлек.

Һиндостан штаттары: Андһра Прадейш, Аруначал Прадейш, Ассам, Биһар, Гоа, Гуджарат, Джамму һәм Кашмир, Джаркэнд, Көнбайыш Бенгал, Карнатака, Керала, Мадһья Прадейш, Манипур, Маһараштра, Мекһалия, Мизурәм, Нагалэнд, Орисса, Пенджаб, Раджестан, Сикким, Тамиладу, Телингана, Трипура, Уттаркэнд, Уттар Прадейш, Һарьяна, Һимачал Прадейш, Чһаттисгарһ.

Һиндостан союздаш биләмәләре: Андаман һәм Никобар утрауҙары, Дадра һәм Нагар Һәвели, Даман һәм Диу, Лакшадвип, Пондичерри, Чандигарһ.

Һиндостан милли округтары: Дели баш ҡала милли окгругы.

Штаттар, союз биләмәләре 642 округка, улар үҙ сиратында төрлө округтарҙа «талуҡ», «техсил», «мандал» тип аталған ваҡ административ берәмектәргә бүленә.

Һиндостанда мәктәп тормошо бик иртә башлана. 3 йәш ярымда уҡ бала форма кейеп, сумка аҫып, әсәһе менән тәүге дәрескә килә. Унда беҙҙәге ке­үек балалар баҡсаһы юҡ. Бер мәктәп ҡыйығы аҫтында кескәйҙәр ҙә, бәләкәй һәм өлкән төркөм уҡыусылары ла белем ала. Иң бәләкәстәр 2-4 сәғәт уҡый: инглиз алфавитын, иҫәп-хисапты һәм яҙыр­ға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар.

Беренсе синыфҡа 6-7 йәштә баралар. Мәктәпкә йөрөүселәрҙең күптәре был ваҡытта инде уҡый белә. Һинд балаһы X синыф белемле булырға тейеш. XI һәм XII синыфтарҙы йә мәктәптә, йә колледжда тамамлай ала. Колледжда тәүге ике йылда дөйөм фәндәрҙе өйрәнәләр, шунан ғына йәштәр белгеслеген билдәләй ала.

Һәр мәктәптең — үҙ формаһы: уға күлдәк, юбка, жакет һәм салбар ғына түгел, шулай уҡ ойоҡ, галстук, ботинка ла инә. Иң бәләкәйҙәр мотлаҡ исеме һәм йәшәгән адресы яҙылған бейджик йөрөтә. Бындай һаҡлыҡ сараһы күреү уҡыусы мәктәп ихатаһынан сығып тайғанда йә ул аҙашҡанда табыуҙа ныҡ ярҙам итә.

Шулай уҡ үҙен ихтирам иткән һәр белем усағының үҙ транспорты бар — билдәле бер хаҡҡа уҡыусы уның менән файҙалана ала. Автобустар ҙурлығы, сыҡ­ҡан йылы буйынса айырылырға мөмкин, әммә мотлаҡ һары төҫтә булырға тейеш. Уларҙы шулай ҡала маршруттарындағы ҡыҙыл автобустарҙан айырыр­ға була.

Мәктәптә ниндәй дәреслектәр өйрәнәләрме? Рәсәйҙәге уҡыусылар кеүек тарихты, географияны, хоҡуҡ нигеҙҙәрен, химияны, физиканы, биологияны, математиканы һәм информатиканы. Шулай уҡ инг­лиз, һинд һәм шул штаттың урындағы теле, рәсем инә уҡытыу программаһына. Әҙәбиәтте айырым дәреслек булараҡ түгел, ә инглиз телен өйрәнгәндә генә үтәләр. Беҙҙәге ке­үек физкультура ла дәрестәр теҙмәһендә юҡ, ләкин «быуын­дарҙы яҙып алырға», форманы спорт кейеменә алыштырып, йүгереү, күнекмәләр яһау, ярат­ҡан крикет уйынын уйнау өсөн махсус ваҡыт бүленә. Сәйер тойолһа ла, хеҙмәт дәресе лә ҡаралмаған. Был да һинд йәм­ғиәтенең үҙенсәлеге: касталар­ға бүлеп ҡарау әллә ҡасан ҡанун менән тыйылһа ла, әле бул­һа күптәр ҡулына эш ҡоралы алыуҙы дәрәжәһен кәмһетеү тип ҡарай.

Өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн ата-әсә репетитор яллай. Берҙән, балаға үҙаллы эшләргә ауыр, икенсенән, тел ҡаршылығы арҡаһында уға ғаилә лә ярҙам итә алмайҙар. Мәктәптә бит күберәк инглиз телендә уҡыталар, ә өйҙәгеләр башҡа телдәрҙә һөйләшә.
Уҡыусының белемен баһалау иһә беҙҙекенән айырыла. Телдән яуаптарға билдә ҡуйылмай, бер уҡытыусы 60 — 70 баланан нисек һорап өлгөрһөн инде. Иң абруйлы мәктәптәрҙә лә һәр синыфта шунсама уҡыусы булыуы ғәҙәти хәл һанала. Шу­ға күрә һәр теманан һуң үткәрелгән яҙма контроль эштәргә генә билдә ҡуйыла. Семестр аҙағында имтихандар ҙа тапшыралар.
Шуныһы ла ҡыҙыҡ: иң юғары балл йыйған сығарылыш синыфы уҡыусыларының портреттарын махсус реклама таҡталарына, метро туҡталыштарына, шулай уҡ ҡала транспортына эләләр.




#Article 75: Мортазин Муса Лот улы (710 words)


Мортазин Муса Лот улы (20 декабрь 1891 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе (1921—1922), Айырым башҡорт кавалерия бригадаһы командиры (1919—1920). Комбриг (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.

Муса Лот (Лотфулла) улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Милләте буйынса башҡорт.

Әсәһе — Орҡоя Собханғол ҡыҙы. Шәжәрәһе: Мортаза → Көсөк → Моратшаһ → Лот → Муса. Моратшаһ Көсөков (1796—?) Башҡорт ғәскәрендә зауряд-есаул булып хеҙмәт итә. Көсөк Мортазин 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнаша һәм Пугачёв есаулы була, уның исеме буйынса Көсөк ауылы атала.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың сентябрендә 9-сы Себер артиллерия бригадаһының 1-се батарея составында Варшава тирәһенә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 1914 йылдың сентябрендә вице-фейерверкер (кесе унтер-офицер) званиеһын ала. 1915 йылдан Румыния фронтында һуғыша. 1916 йылдың 15 авгусында башы яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1916 йылда уға фейерверкер (унтер-офицер) званиеһы бирелә.

Ҡыҙыл Армия командованиеһы Муса Мортазиндың шарттарына ризалаша. Ҡыҙылдар яғында уның бригадаһы Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы статусын ала, ә команда составы һәм полктар үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла. Зәки Вәлиди был бригаданы башҡорт ғәскәрҙәренә ҡушыу ниәтенән уны Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 2-се бригадаһы тип иғлан итә. Әммә Ҡыҙыл Армияның 1-се армия командованиеһы башҡорт ғәскәрҙәренең бер урынға тупланыуына ҡаршы була, һәм 1919 йылдың август аҙағында Мортазин бригадаһы, 24-се уҡсы дивизияһы составына ҡушып, аҡтарҙың Көньяҡ армияһына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә.

Башревкомдан алыҫлатыу маҡсатында, 1920 йылдың 29 апрелендә бригада Совет-поляк һуғышына ебәрелә. Башҡорт айырым кавалерияһы бригадаһы 12-се армия составында 9 майҙан Киев ҡалаһы тирәһендә поляктарға ҡаршы һуғыша башлай. Бровары тирәһендә башҡорт атлылары һөжүм ойоштора, әммә фронтта буталсылыҡ арҡаһында улар ҡыҙылдарҙың уты аҫтына эләгә, һөҙөмтәлә 50 яугир һәм 27-се Башҡорт кавалерия полкы командир К. Әйләров һәләк була. 16 майҙа Мортазиндың бригадаһы Новогород губернаһынан ебәрелгән 1-се Башҡорт кавалерия полкы (элекке Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы) менән көсәйтелә. 4 июндә бригада полктары Днепрҙың уң яҡ ярында нығына һәм 6 июндә Пилява ауылы янында 6-сы поляк пехота полкын һәм «Татар язда» полкының эскадронын тар-мар итә: 440 әсир, 18 пулемёт, 2 орудие һәм 200 ат алына. 7 июндә Богданы ауылы янында алышта бригада 40 яраланған һәм һәләк булған яугирен юғалта, был алышта Мортазин да яралана. 11 июндә поляктарҙың сигенеү юлы булған Киев—Коростень тимер юлын ябыу маҡсатында, бригада Тетерев станцияһында тимер юлды һәм күперҙе емерә. Шул уҡ көндө Польша ғәскәрҙәре Киевты ташлап китә, бының төп сәбәбе ҡалаға Мортазиндың бригадаһының яҡынлашыуы булып тора. 14 июндә Зарудье ауылы янында алышта, башҡорт атлылары 60-сы Краков пехота полкын ҡамауға ала, 250 поляк һалдатын юҡ итә, 18 пулемёт һәм бер батальон штабы бригаданың ҡулына эләгә. 21 июндә Игнатополь ауылы янындағы алыш барышында 28-се Башҡорт кавалерия полкы командиры Ибраһим Мортазин һәләк була, 27-се полктың штабы поляктарҙың ҡулына эләгә. 22 июндә бригада Игнатополде биләй һәм алыш барышнда 7-се полк штабын командиры менән бергә ҡайтарыуға өлгәшә. 

Артабан Мортазиндың бригадаһы сигенеүсе поляктарҙы эҙәрлекләй башлай: 26 июндә Зубковичи ауылы янында, 3 июлдә — Липино ауылы янында, 4 июлдә — Ҙур һәм Кесе Глумча ауылдары янында алыштар була. 11 июлдә бригада дошман артынан Горынь йылғаһы аша үтә. 1920 йылдың 13 июлендә Муса Мортазин командалығында 12-се армияның атлы төркөмө ойошторола, был төркөм составында Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы, 25-се кавалерия бригадаһы, Дон-Кубань, Суров, 7-се Йыйылма һәм 59-сы кавалерия полктары була. 23 июль был атлы төркөм менән етәкселек итеү Голиковҡа тапшырыла. 5 август Мортазин бригадаһы атлы төркөм составында Ковель ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. Совет-поляк һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Мортазин алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнә, ике тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ орденына (1920, 1921) лайыҡ була. Башҡортостанда ихтилал тоҡанғанын ишеткәс, отпуск алып, 12 августа тыуған яғына ҡайта.

Башҡортостанға ҡайтас, ихтилалды тиҙерәк артыҡ ҡорбандарһыҙ туҡтатыу өсөн күп көс һала. 1920 йылдың декабренән Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһының Хәрби һәм диңгеҙ эштәре буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, уның урынбаҫары Сөләймән Мырҙабулатов тәғәйенләнә. 1920 йылдан РКП(б) ағзаһы. Башҡортостан ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе И. Каширин үҙәк властарға йәнәһе Муса Мортазин етәкселегендә советтарға ҡаршы ихтилал әҙерләнеүе һәм уны республиканан ситләтеүҙе һорап яҙа, әммә был ғәйепләүҙәр провокация булыуын аңлағас үҙәк властары 1921 йылдың 7 майында Каширинды Мәскәүгә саҡыртып ала.

Советтарҙың 8-се һәм 9-сы Бөтә Рәсәй съездарына (1920, 1921, Мәскәү), Эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советтарының 10-сы һәм 11-се Бөтә Рәсәй съездарына (1922, 1924, Мәскәү), 1922 йылдың декабрендә СССР Советтарының I, 1924 йылдың ғинуарында II съездарына делегат итеп һайлана.

Ғаиләһе: ҡатыны — Фәтихә, ҡыҙҙары — Зөбәржәт, Шәүрә, Ынйы, Ләйлә, Наилә, улы Асҡар




#Article 76: Күсимов Таһир Тайып улы (121 words)


Күсимов Таһир Тайып улы (14 февраль 1909 йыл — 10 май 1986 йыл) — башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы (1944).

Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете,  буласаҡ лётчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да егеткә райондың хәрби комиссары бирә:Күсем ауылынан, тимәк Күсимов булырһың,-ти, уға йәше етмәгәнлектән, бер йәш өҫтәп тә яҙыла . 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы  бер йыл әҙерлек курсында уҡый.




#Article 77: Туҡтамыш Ишбулатов (129 words)


Туҡтамыш Ишбулатов (1730—?) — Уложенная комиссия (1767—1768) депутаты.

Мәғдән сәнәғәтен етәкләүсе ҙур шәхес, 20 йыл тиерлек башҡорттарҙың иң күп халыҡлы, иң алдынғы Ғәйнә өлкәһе старшинаһы була. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Башҡортостандың Рәсәйгә ингәндән алып XVII быуатҡа тиклемге тарихын һәм закондарын үҙләштергән. Башҡорт һәм рус телдәрендә уҡый-яҙа белгән. Наказдарҙы ул рус телендә әҙерләгән.

Өфө дворяндары башҡорт ерҙәренә дәғүә иткәндә: «Башҡорт ерҙәрен талау етер һеҙгә! Һеҙ шул тиклем күп таланығыҙ, хатта, башҡорттарҙың үҙҙәренә ер ҡалманы», — тип белдерә. Күҙ алдына килтерегеҙ: XVIII быуат, Екатерина Икенсе заманы. Ниндәйҙер башҡорт, Петербургка килеп, шулай сығыш яһаһын әле!

Өфө сауҙагәрҙәре Өфө провинцияһында сауҙала монополияға эйә булыуҙы талап иткәндә: «Һеҙ Өфөнө хеҙмәтләндереп өлгөрмәйһегеҙ. Бер генә рус сауҙагәре лә беҙҙең Ғәйнә өлкәһенә килеп етә алғаны юҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ продукттары менән үҙебеҙгә сауҙа итергә рөхсәт бирегеҙ!» — тип шарт ҡуя.




#Article 78: Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы (143 words)


Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы (30 март 1974 йыл) — «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышының вице-чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре, актёр.

Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Субар ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе төҙөлөш училищеһендә, индустрия техникумында уҡый. Аҙаҡ Урал физик культура академияһын тамамлай. Силәбенең «Атлет» Спорт клубына йөрөй, пауэрлифтинг һәм армрестлинг менән шөғөлләнә башлай. 2000 йылда ул армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы исемен, ә 2001 йылда «Силәбенең иң көслө кешеһе», «Урал титаны» — титулдарын яулай.

Эльбрус үҙенең тағы ла бер ҙур ҡаҙанышына Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй турнирында өлгәшә. 18 баһадир араһында башҡорт батыры еңеп сыға. Шулай уҡ баш ҡалала уҙғарылған «Толстяк» турнирында беренсе була. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһа ла, Эльбрус батырҙың даны, милләте үҙенән алда йөрөй. Уны бөтө донъя баһадирҙары араһында «Башҡорт» тип беләләр.




#Article 79: Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (142 words)


Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (21 февраль 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.

Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .




#Article 80: Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы (685 words)


Биксурин Мирсәлих Мирсәлим улы (16 февраль 1819 йыл — 7 март 1903 йыл) — тел белгесе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Статский советник, генерал. Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәр. Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы. Рәсәй империяһының 3‑сө (1873) һәм 4‑се (1867) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна (1869), 2‑се (1866) һәм 3‑сө (1864) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры.

Мирсәлих Мирсәлим улы Биксурин 1819 йылдың 16 февралендә тыуған. Уның тыуған урыны тураһында дөйөм фекер юҡ. Әнүәр Әсфәндиәров уны 1820 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлетамаҡ ауылында ерһеҙ башҡорт ғаиләһендә тыүған тип иҫәпләһә, Рәшит Шәкүр 1819 йылда Ырымбур ҡалаһында бөлгөнлөккә төшкән дворян ғаиләһендә тыуған тип иҫәпләй.

Атаҡлы башҡорт мәғрифәтсе ғалимы һәм шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1887 йылдың 12 ғинуарында Өфөнән Ҡырымға барышлай, Ырымбурға кереп, остазы генерал Биксурин менән күрешеп, аҙаҡ, уға арнап, «Остаз Мирсалих Биксуринға» тигән шиғырын яҙа.

Ырымбур йортона керһәм, ул шәһрә

Ни булған инде, алһам чәнд бәһрә.

Шул ғилем баксаһында һин сәрри әфраз,

Ярҙамыңды курһәт беҙгә, серең ас, —

тип, М. Өмөтбаев М. Биксуриндың ғилемлелеген, уҡымышлылығын юғары күтәреп маҡтай, уға дан йырлай.
Мирсалих Биксуриндың ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә айырыуса ҡиммәтле бер хеҙмәт бар. Уның төп нөсхәһендә тулы исеме ошондай:

 «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана с русско-персидско-татарскими словами, расположенными по предметам, разговорами и прописями».

Китап ике мәртәбә нәшер ителә: 1-се баҫмаһы Ырымбурҙа, 1859 йылда; 2-се баҫмаһы Ҡазанда, 1869 йылда баҫылып сыға. (Тикшеренеүселәр уны, ғәҙәттә, ҡыҫҡаса «Начальное руководство…» йәки «Башланғыс ҡулланма…» тип йөрөтәләр.)

Хеҙмәт был йәһәттән башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе иҫәпләнә. Күргәҙмә материалдар сифатында М. Биксурин һәр телдең үҙенә генә хас фольклор һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләренә мөрәжәғәт итә, китапта бер юлы ике һүҙлексә урынлаштыра. Һүҙлексәлә, башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә, башҡортса 53 һүҙ килтерелә, улар ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла. Ҡулланмала һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә русса, фарсыса һәм төркисә текстар тәҡдим ителә. Китапта саф башҡорт телендә «Батыр батшаның әкиәте» тигән халыҡ хикәйәтенең баҫылыуы ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Иҫке ғәрәп имләһе менән яҙылған был хикәйәткә, профессор Ж. Ғ. Кейекбаев билдәләгәнсә, тел ғилеме күҙлегенән ҡарағанда «ниндәйҙер дәрәжәлә бөтөн башҡорт һөйләштәренең элементтары индерелгән».

Мирсәлих Биксурин «Ҡазан университетының ғилми яҙмалары»нда «Өс туған» тигән башҡорт әкиәтен баҫтырып сығара. «Ике әҫәрҙең дә теле беҙҙең быуаттың 20-се йылдарында ғәрәпсә шрифт менән башҡортса яҙылған текстарҙан стиль яғынан да, лексик һәм грамматик йәһәттән дә әллә ни айырылмай. Был күренеш ниндәйҙер дәрәжәлә М. Биксуринды башҡорттоң яңы (милли) яҙмаһын башлап ебәреүселәрҙең береһе тип ҡарарға хоҡуҡ бирә».

Мирсәлих Биксуриндың «Башланғыс ҡулланма»һын академик А. Н. Кононов тәү башлап «башҡорт грамматикаһын билдәле дәрәжәлә системалы тасуирлаусы» хеҙмәт булараҡ баһаланы.

Был хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ эшмәкәрлеге М. Биксуринды талантлы ғалим-педагог, лингвист, фольклорсы булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Үҙ халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу эше менән ул йәш сағынан, 1840 йылдарҙа уҡ, ҡыҙыҡһына һәм башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып башлап ебәрә. Башҡорт иленең төрлө төбәктәренән ул йырҙар, әкиәттәр, хикәйәттәр, легендалар яҙып ала. Уның тарафынан яҙып алынған фольклор материалдарының бер өлөшө ҡулъяҙма хәлендә хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге китапханаһында һаҡлана. М. Биксуриндың фольклорсылыҡ эшмәкәрлеге махсус өйрәнеүҙе, ул йыйған материалдар һәм, ғөмүмән, уның күп яҡлы ғилми мираҫы айырым том итеп туплап, баҫып сығарыуҙы көтә.

Мирсәлих Биксуриндың ижадында Төркөстан төйәгенә арналған тарихи-этнографик һәм публицистик хеҙмәттәре үҙенсәлекле урында тора. Рәсәй армияһы составында Урта Азияға походтарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә яҙылған бындай мәҡәләләрҙен, бер өлөшөн ул, айырым йыйынтыҡ итеп туплап, баҫтырып сығара. М. Биксурин яҙмалары Урта Азияның географияһы, тәбиғәт үҙенсәлектәре, унда йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, хужалыҡ системаһы, ижтимағи мөнәсәбәттәре, матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса күркәм бер әҙәби-тарихи ҡомартҡы һанала. Был китапҡа ингән мәҡәләләр, академик Ғайса Хөсәйеновтың баһалауы буйынса, «мәғлүмәттәр байлығы, зирәк күҙәтеүсәнлеге, практик тәҡдимдәре, энциклопедик киң ҡараштары менән хәҙер ҙә хайран итә».

Атаҡлы мәғрифәтсе, педагог һәм ғалим Мирсалих Биксуриндың ишле ғаиләһендә дүрт ул, дүрт ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫеүе тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Улдары Мирйософ, Мирәбүбәк, Мирмәхмүт, Миряҡуп, ҡыҙҙары Зөләйха, Хәҙисә, Фатима, Зөһрә исемле булып, өс улы Неплюев кадетлыҡ корпусын тамамлай һәм офицерҙар булып китә, бер улы — Мирйософ — ғилем юлын һайлап, Ырымбур Ғилми архив комиссияһының хәҡиҡи ағзаһы тигән дәрәжәле исем алыуға өлгәшә.

Мирсәлих Мирсәлим улы Биксурин, 84 йәшкә етеп, 1903 йылда тыуған ҡалаһы Ырымбурҙа донъя ҡуя.

Уның исеме башҡорт фәне һәм мәҙәниәте тарихында ғәйәт ҙур һәм маҡтаулы урында тора.




#Article 81: Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улы (199 words)


Ҡадиров Ғабдрахман Фәйзрахман улы (27 ғинуар 1941 йыл — 31 июль 1993 йыл) — Башҡортостанда йәшәгән билдәле совет спортсыһы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965), халыҡ‑ара категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1991). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).

Ғабдрахман Фәйзрахман улы Ҡадиров 1941 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Әсәһе ғүмер буйы ташсы-төҙөүсе булып эшләй, улар 1946 йылдан Архангельск өлкәһе «Ҡыҙыл маяҡ» балыҡсылыҡ колхозында, артабан Башҡортостандың Туймазы районы Илсембәт ауылында, 1948 йылдан Белорет ҡалаһында йәшәй.

Юғары белемде Ленинградтағы П. Лесгафт исемендәге физик культура институтында ала.

Донъя чемпионы исемдәрен ул 1966 йылда — Мәскәү, 1968 йылда — Өфө, 1969 һәм 1971 йылдарҙа — Инцель (Германия), 1970 һәм 1974 йылдарҙа Несше (Швеция) ҡалаларында яулай. Ер йөҙөндә спортта бындай юғары ҡаҙаныштарға башҡа бер кемдең дә өлгәшкәне юҡ.

Артабанғы йылдарҙа Ғабдрахман Ҡадиров үҙен яҡшы тренер һөм ярыштар судьяһы итеп тә күрһәтә. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан берҙән-бер судья ул булған.

Мотоцикл спортын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм шәхси уңыштары өсөн мотоуҙышсы «Почёт Билдәһе» ордены һәм «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградлана.

Спортсының ҡатыны — Башҡортостандың популяр эстрада йырсыһы Нәзифә Ҡадирова.

,




#Article 82: Әхмәт ибн Фаҙлан (296 words)


Ибн Фадлан (Әхмәт ибне Фаҙлан ибн әл-Ғәббәс ибне Рәшид ибне Хаммад, أحمد بن فضلان بن العباس بن راشد بن حماد) — X быуаттың беренсе яртыһындағы ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе.

Әхмәт ибн Фаҙландың X быуаттағы тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы «Яҙмалары» мөһим сығанаҡ булып тора. Ибн Фаҙлан 921—922 йылдарҙа ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Моҡтадир илселеге менән бергә Волга буйы Болғары иленә сәйәхәттә булған. Ул илселектең унда башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе мәғлүм түгел, сөнки «Яҙмаларҙың» аҙағы табылмаған.

Ибн Фаҙландың ошо «Яҙмаларын» 1920-се йылдарҙа Мешхедта (Иран) имам Али Ибн Реза кәшәнәһе янындағы китапханан күренекле шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған табып алған.

Был «Яҙмаларҙа» уғыҙҙар, башҡорттар, болғарҙар, бәшнәктәр һәм хазарҙар тураһында уникаль этнографик мәғлүмәттәр килтерелгән.

Ибн Фаҙлан «Яҙмалары» үҙендә хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә генә түгел, ғөмүмән, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә иң боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр һаҡлаусы иң боронғо сығанаҡтарҙың береһе.

Бағдад хәлифәһе һарайында хеҙмәт итә. 921-22 йылдарҙа Болғарга әл-Моктәдир илселеге сәркәтибе. Юл яҙмалары алып бара, һуңынан шулар нигеҙендә «Волга буйы Болғары дәүләте»нә барыуҙары тураһында сәйәхәтнамә төҙөй.

Бағдадтан 921 йылдың 21 июнендә сығып киткән ҙур илселек башта Шәреҡтең кесе һәм ҙур ҡалалары аша үтә, унан һуң Бохараға килеп етә, әмир тарафынан ҡабул ителә. Тик Бохара әмире уларға юлды дауам итергә рөхсәт бирмәй, илселеккә 28 көн Бохарала тотҡарланырга тура килә. Унан илселек каруаны Харәземгә килеп керә һәм әл-Жөржанда (Иҫке Үргәнестә) туҡтала. Һыуыҡтар башланыу сәбәпле, илселек ҡышты шул ҡалала үткәрергә мәҗбүр була.

Яҙ еткәс, илселек ҡабат юлга ҡуҙғала. Харәзем өлкәһе сигендә урынлашҡан Төрктәр ҡапҡаһын (Баб ат-Төрк) уҙып, төрки-уғыҙҙар йәшәгән далаға килеп керә. 15 көн дауамында буш даланан барғас, төрки-уғызҙар ҡәбиләһе менән осраша. Юлда осраған бер нисә йылға аша сығып, бәжәнәктәр янында бер төн ҡунғандан һуң, илселек ҙур юғалтыуҙар менән Яйыҡты кисә һәм башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән ергә аяҡ баҫа.

Көндәлек-сәйәхәтнамәлә Ибне Фаҙландың Волга буйы Болғар дәүләтенән шул уҡ йылда, «көндәр ҡыҫҡара башлағас» китеүе тураһында хәбәр ителә. Уның шунан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.




#Article 83: Ғәйнә (608 words)


Ғәйнә — төньяҡ башҡорттары ҡәбиләһе. Иң боронғо һәм күп һанлы ҡәбиләләр иҫәбендә булған. Ырыуҙың составы: тул-ғәйнә, тур-ғәйнә, бисер-ғәйнә, мул-ғәйнә. Әлеге ваҡытта ғәйнәләр Башҡортостандың Асҡын, Әлшәй һәм Тәтешле, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе һәм Пермь райондарында йәшәй. Барҙы районының Тол йылғаһы буйында, мәҫәлән, халыҡтың иҫәбен 1979 йылда алғанда 49 мең башҡорт йәшәүе асыҡланды.

Төньяҡ башҡорттарының тарихын яҡшы белгән титуляр советник Н. Попов ғәйнәләрҙең Болғар өлкәһендә йәшәгән тархандарҙан сығыуын раҫлай. Әйткәндәй, ырыуҙың тархандарҙан килеп сығыуы хаҡындағы атама бер башҡорт халҡы өсөн генә хас түгел, ул башҡа халыҡтарға ла ҡағыла. Ғәйнәләрҙең сығышы хаҡында профессор Р. Ғ. Кузеевтың ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Уның фекеренсә, тархан этнонимы Дунай болгарҙары — венгрҙар — Волга буйҙары болғарҙары — башҡорттар бәйләнешен аңлата. Был берләшмәләр араһында бәйләнеш күптән йәшәгән. Волга буйынан был этноним көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа таралған. Күсеп килгән болғарҙар араһында хәҙерге Башҡортостан ерендә тархан ғәйнәләр ҙә булған. Юрматы, йәнәй һәм башҡа ырыуҙар менән бергә тархан ғәйнәләр боронғо башҡорт этносының үҙәген тәшкил иткән. Ғәйнәләр үҙҙәренен боронғо иле — Болғар өлкәһен ташлап киткән. Сығанаҡтар буйынса, Кама буйында башҡорттар XIII—XIV быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ләкин XII быуатта уҡ ғәйнәләрҙең Көньяҡ Уралға күсеүе күрһәтелгән. Башҡортостанға ғәйнәләр Танып йылғаһы буйлап төшкән. Артабан ҡатайҙар һәм ҡыпсаҡтарҙың төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе арҡаһында ғәйнәләр төньяҡҡараҡ киткән. Ошо мәлдә ғәйнә ҡәбиләһенең ҡыпсаҡтар менән ныҡ аралашыуы булған.

Ҡуян һәм Ҡолтай ауылында йәшәгән ғәйнәләрҙең игенселек менән шөғөлләнеүе хаҡында яҙма документ бар. Бынан 350 йыл элек яҙылған документ башҡорттарҙың шөғөлө хаҡында тулыһынса күҙалларға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр яғынан бик ҡиммәт. Ғәйнәләр ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә башҡаларҙан иртәрәк күскән. Көнгөр бургомистры Юхнев яҙған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй: «Уҫы даруғаһы башҡорттары йорттарҙа йәшәй. Уларҙың сәсеүлеге һәм игене күп, йәйге мәлдә дала буйлап күсеп йөрөмәйҙәр, урыҫтар кеүек өйҙәрҙә йәшәйҙәр. Башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек, уларҙың да малы ишле, бесәнде күп сабалар».

Башҡорттар игенселектән башҡа малсылыҡ, ағас әҙерләү, һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Н. Попов ғәйнәләрҙең көнкүреше хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған. Башҡорттар, ти ул, малдарын ҡыш мәлендә үҙ йортонда тота, шулай ҙа игенселек — уларҙың йәшәүенең төп сығанағы. Улар ер эшкәртеү өсөн һуҡа, тырма, ураҡ һәм салғы ҡулланған. Йәйге осорҙа ғәйнәләр төп йәшәгән урынынан алыҫ түгел йәйләүҙәргә күсә торған булған. Бында инде торлаҡты ваҡытлыса ғына иҙәнһеҙ, тәҙрәһеҙ, түбә таҡтаһыҙ төҙөгәндәр.

Архив сығанаҡтары ер участкаларының күләме хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Байтаҡ ҡына ауылдарҙа (Ишмән, Барҙы, Ҡыҙылъяр, Шлыҡ, Иҫке Ашап, Танып) ни бары берәр дисәтинә иген сәсһәләр, башҡа ауылдарҙа ике-өс дисәтинә, ә бына Ишем ауылында 12,7 дисәтинә сәскәндәр.

Игенселектең алға китеүе арҡаһында уны эшкәртеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы үҫеш алған. Бында тирмәндәр бик күп булған, һәр ауылдың үҙенең, ҡайһы берҙәренең икешәр-өсәр тирмәне булған. 189 йорттан торған Елпачиха ауылында Әмзе йылғаһында өс тирмән булған. Тирмән өсөн йылға һәм быуалар бик оҫта файҙаланылған.

Ғәйнәләрҙең малсылығы хаҡында ла документтар байтаҡ мәғлүмәттәр килтерә. Уҫы өйәҙе хужалыҡтары буйынса фекер йөрөткәндә ҡайһы бер ауылдарҙа һәр ихатаға бер-ике һыйыр малы, ҡайһыларында 3—4, бер нисәһендә бишәр баш тура килеүе хаҡында әйтелә, һәр ихатала 1—2 ат, бынан тыш, һәр ғаиләнең һарыҡ-кәзәһе булған. Документтар буйынса фекер йөрөткәндә, һыйыр малдары төп урынды биләгән, артабан — йылҡы һәм һарыҡ-кәзә. Малсылыҡта ошондай структура — бөтә урында ла бер сама тиерлек.

Ғәйнәләрҙең хужалығында ағас эше байтаҡ урынды биләгән. Улар төҙөлөш өсөн ағас киҫкән, һал ағыҙған, йүкә әҙерләгән, ыҫмала һәм дегет ҡайнатҡан. Пермь өйәҙендә документтар буйынса, бер йылда нисә күнәк дегет ҡайнатылыуы, купме тал ҡайырыһы, күпме һала-баш һалыныуы хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән. Улар металлургия заводтарында үҙләштерелгән.

Ғәйнәләр умартасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнгән. Бигерәк тә тәүге осорҙа солоҡсолоҡ киң таралған булған. Ләкин артабан экономик яктан файҙалыраҡ ысулға күскәндәр — рамлы умарталарҙа күс тоторға өйрәнгәндәр. Бында йәшәгән халыҡтың көнкүреше һәм мәҙәниәте лә үҙгәреп ҡоролған. Игенселек уларҙың эшмәкәрлегенә төп йүнәлеш биргән. Малсылыҡтан игенселеккә күсеү уларҙың көнкүрешен үҙгәрткән. Хәҙер башҡорт ауылдары урыҫ ауылдарынан бер ни менән дә айырылмай башлаған. Йорттар, элекке кеүек, ойҡашып түгел, ә туп-тура урамдар булып урынлаштырыла, урыҫ мейесе менән йылытыла башлай.




#Article 84: Фән (2291 words)


Фән (шулай уҡ ғилем) — кеше эшмәкәрлегенең ысынбарлыҡ тураһындағы объектив белемдәрҙе булдырыусы һәм системалаштырыусы өлкәһе. Факттарҙы йыйыу, даими яңыртыу һәм системалаштырыу, тәнҡитле анализ һәм ошоноң нигеҙендә яңы белемдәр йә дөйөмләштереүҙәр синтезлау был эшмәкәрлектең нигеҙе булып тора, быларҙың һәммәһе күҙәтелеүсе тәбиғәт йә йәмғиәт күренештәрен тасуирлап ҡына ҡалмай, прогнозлауҙың һуңғы маҡсаты менән бәйләүсе сәбәп-эҙемтә сынйырын да төҙөшә. Факттар йә тәжрибәләр менән раҫланған гипотезалар тәбиғәт йә йәмғиәт ҡанундары булараҡ формалаштырыла . 
Фән киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлектең бөтә шарттарын һәм компоненттарын үҙ эсенә ала:
фәнни хеҙмәттең бүленешен һәм кооперациялашыуын;
фәнни учреждениеларҙы, эксперименталь һәм лаборатор ҡорамалдарҙы;
ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген;
төшөнсә һәм категориялар аппаратын;
фәнни мәғлүмәт системаһын;
быға тиклем йыйылып килгән бөтә фәнни белемдәр тупланмаһын.
Фән ғилеме — фәнде өйрәнеүсе фән.

Фән — ул теүәл ҡағиҙәләр нигеҙендә төҙөлгән билдәләр системаһы менән нығытылған ғилем.
Фән һәр ваҡыт (һәр тарихи кимәл өсөн)  киң билдәле телдә нығытыла.
Фән — объекттарҙың эшмәкәрлеге һәм үҫеш закондары тураһындағы ғилемдәр системаһы.
Фән — эмпирик тикшерелеүсе һәм раҫланыусы ғилем.
Фән — өҙлөкһөҙ үҫеүсе һәм тулыланыусы ғилемдәр системаһы. Был тулыланыу иң камил ысулдар ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фән предметтан, теория һәм гипотезанан, метод һәм факттан, эмпирик материалды тасуирлауҙан тора.

Боронғо цивилизациялар илдәрендә яҙма барлыҡҡа килеү һәм үҫеү менән тәбиғәт, кеше һәм йәмғиәт тураһындағы эмпирик белемдәр ҙә туплана бара. Математика, логика, геометрия, астрономия, медицина моронлай. Боронғо Грецияның һәм Римдың фекер йөрөтөү һәм хәҡиҡәт эҙләү менән шөғөлләнгән фәйләсүфтәре хәҙерге ғалимдарҙың элгәрҙәре була. Боронғо Грецияла ғилемдәрҙе классификациялау варианттары барлыҡҡа килә.

Хәҙерге аңлауҙа фән XVI—XVII быуаттарҙа тыуа. Тарихи үҫеш барышында уның йоғонтоһо техника һәм технология үҫеше сиктәренән сығып китә. Фән йәмғиәттең һәм мәҙәниәттең бөтә өлкәләренә ҙур йоғонто яһаған мөһим социаль, гуманитар институтҡа әйләнә. Фәнни эшмәкәрлектең күләме XVII быуаттан башлап 10—15 йыл һайын ике тапҡырға арта бара (асыштар, фәнни мәғлүмәт, ғилми эшмәкәрҙәр һаны үҫеше).

Фән үҫешендә экстенсив һәм революцион осорҙар сиратлашып килә — фәнни революциялар уның структураһын, танып белеү принциптарын, категорияларын һәм методтарын, шулай уҡ уны ойоштороу формаларын үҙгәртә. Фәнгә уны дифференциациялау һәм интеграциялау процестарын, фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәрҙе диалектик берләштереү хас.

Фән менән шөғөлләнгән кешеләр тупланмаһы фәнни берләшмәне тәшкил итә. Фәнни берләшмә үҙ-үҙен ойоштороусы ҡатмарлы система булып тора, унда дәүләт учреждениелары ла, йәмәғәт ойошмалары ла, формаль булмаған төркөмдәр ҙә эш итә. Фәнни уңыштар аша яуланған абруйҙы юғары баһалау һәм власть абруйын түбән баһалау был берләшмәне айырып тора, ошо арҡала ҡайһы берҙә дәүләт менән фәнни берләшмә араһында конфликт тыуа. Шулай уҡ формаль булмаған төркөмдәрҙең һәм айырыуса айырым шәхестәрҙең башҡа социаль төркөмдәргә ҡарағанда һөҙөмтәлерәк булыуын билдәләргә кәрәк. Фәнни берләшмәнең иң мөһим бурыстары — яңы идеяларҙы һәм теорияларҙы таныу йә инҡар итеү аша фәнни ғилемде үҫтереү, шулай уҡ белем биреү һәм ғилми эшмәкәрҙәрҙе әҙерләү системаһына булышлыҡ итеү.

Фәнни берләшмәләге кешеләрҙең йәшәү рәүеше һәм донъяға ҡарашы йәмғиәттә таралғандан ныҡлы айырылырға мөмкин. Әле фәнни берләшмәлә атеистик һәм скептик ҡараштар өҫтөнлөк итә. 1990-сы йылдарҙа үткәрелгән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Америка Милли фәндәр академияһы ағзаларының 7 проценты һәм Бөйөк Британия Фәндәр академияһы ағзаларының 3,3 проценты Аллаға ышана. Шул уҡ ваҡытта, дөйөм милли һорашыуға ярашлы, Бөйөк Британия халҡының 68,5 проценты үҙен Аллаға ышаныусы тип һанай . В. Л. Гинзбург  сайтындағы мәҡәләһендә билдәләүенсә, «Изингтың мәҡәләһендә („Поиск“, № 25, 1998) элек Nature'ҙа баҫылған (т. 386, 435-се б., 1997) таблица килтерелә, ул 1916 йылда Америка ғалимдары араһында Аллаға ышаныусылар 42 процент, ә 1996 йылда 39 процент булыуы тураһында шаһитлыҡ итә, йәғни уларҙың һаны бик әҙгә генә кәмегән. Был ошо һорашыуҙар араһында үткән 80 йыл эсендәге бик ҙур фәнни ҡаҙаныштар яҡтыһында сәйер күренә», ул бының сәбәбе, бәлки, «коммунистарҙың һуғышсан атеизмына реакциялыр» тигән фекер әйтә . Социолог Элайн Говард Экланд элиталы АҠШ университеттарында эшләгән 1646 уҡытыусынан һорашыу үткәрә, динлелек тураһында 36 һорау бирә һәм тәбиғәт ғилемдәре (биология, физика һәм химия) йүнәлешендә эшләгән ғалимдар араһында ышанмаусылар һәм атеистар 38 процент булыуын асыҡлай, ышанмаусыларҙың иң күбе — 41 процент — биологтар араһында була, ә социологтарҙа — 31 процент, политологтарҙа — 27 процент . 2005 йылдың июнендә Чикаго университеты тикшеренеүселәре баҫтырған мәғлүмәттәр буйынса, Америка докторҙарының 76 проценты Аллаға ышана, ә 59 проценты теге донъя барлығына инана .

Ғалим — донъяның фәнни күренешен барлыҡҡа килтереүсе фән вәкиле, уның ғилми эшмәкәрлеге һәм квалификацияһы билдәле бер кимәлдә фәнни берләшмә таныуын тапҡан булырға тейеш. Квалификацияны таныуҙың төп формаль билдәһе — тикшеренеү материалдарын абруйлы ғилми баҫмаларҙа сығарыу һәм абруйлы ғилми конференцияларҙа докладтар яһау. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ғилми конференцияларҙағы доклад ғилми публикацияға тиңләнә, ләкин ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр өсөн сикләүҙәр бар. Рәсәйҙә Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) таныған абруйлы ғилми баҫмаларҙы башҡа баҫмаларҙан айырыу өсөн уларҙың исемлеген төҙөргә тырышыла. Ләкин хатта абруйлы баҫмалар һәм конференциялар араһында ла бигүк аңлашылып бөтмәгән приоритеттар системаһы бар. Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ-ара баҫмалар һәм конференцялар юғарыраҡ өҫтөнлөккә эйә. Ғалимдың абруйы һәм квалификацияһын таныу белгестәрҙең тар даирәһендә танылыу табыуға бәйле. Ғалимдың хеҙмәттәренә башҡа ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә һылтанмалар һанына ҡарап, рейтинг төҙөргә тырышыла. Мәҫәлән, бер үк фән өлкәһендәге профессорҙар араһында был өлкәләге баҫмалары булғаны иң яҡшы эксперт тип һанала. Ә ике автор ҙа (бер үк ғилми дәрәжәлә) бер үк йүнәлештә эшләһә, ҡайһыһының хеҙмәттәренә һылтанмалар күберәк булһа, тимәк, башҡа авторҙар уның квалификацияһын таный һәм ул иң яҡшы эксперт тип табыла. Фәнни берләшмәлә белгестең абруйы шулай барлыҡҡа килә.

Ғалимдар араһында теге йәки был тема буйынса ярайһы уҡ оҙаҡ барған эш ғәҙәттә монография баҫтырыу менән тамамлалана, унда тикшеренеү методикаһы ентекле тасуирлана, эш һөҙөмтәләре һүрәтләнә һәм уларҙың интерпретацияһы бирелә.

Фәнни берләшмәлә педагогик эш юғары баһалана. Абруйлы уҡыу йортонда лекциялар уҡыу хоҡуғы ғалимдың кимәлен һәм квалификацияһын таныу булып тора. Үҙ фәнни мәктәбен булдырыу, йәғни остазының фекерҙәрен дауам иткән йәш ғалимдарҙы әҙерләү, бик юғары баһалана.

Ғалимдың профессиональ фән вәкиле булыуы һәм квалификацияһы формаль йәһәттән урындағы һәм милли квалификация комиссиялары (диссертациялар яҡлау советы, аттестация комиссияһы, ВАК) тарафынан да билдәләнә ала. СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә ғалимдың квалификацияһы формаль йәһәттән ғилми дәрәжә (фән кандидаты йә докторы) һәм ғилми исем (доцент йә профессор) менән раҫлана. Ғилми дәрәжәләр һәм исемдәр биреүҙе ВАК күҙәтә. Ғилми дәрәжәләр фән йүнәлеше буйынса бирелә, мәҫәлән, физика-математика фәндәре кандидаты, юридик фәндәр кандидаты һ. б. — әлеге ваҡытта ВАК ошондай 22 йүнәлеште таный. Тейешле ғилми дәрәжәне алыр өсөн махсуслаштырылған советта диссертация яҙып яҡларға кәрәк. Иҫкәрмә рәүешендә һәм бик ҙур фәнни хеҙмәттәр эшләнгән булһа, диссертация башҡарылған эштәр тураһында доклад менән дә алмаштырыла ала. Иҫкәрмә үтә лә һирәк яһала, мәҫәлән, Генераль конструкторҙарға ҡарата ҡулланыла. Уңышлы яҡлауҙың мотлаҡ шарты булып ғилми эш һөҙөмтәләрен баҫтырыу һәм апробациялау тора. Апробация тигәндә ғәҙәттә конференцияларҙа сығыш яһау күҙҙә тотола, сөнки был форма һөҙөмтәләр буйынса бәхәсләшеп фекер алышыу һәм фәнни берләшмә ризалашмаған хәлдә асыҡ тәнҡитләү мөмкинлеген бирә. Ғилми исем (доцент йә профессор) өсөн, ғилми дәрәжәнән тыш, педагогик эш алып барыу ҙа мөһим, атап әйткәндә, уҡытыу-методик публикацияларҙың булыуы кәрәк. Квалификацияны таныуҙың вағыраҡ формаль билдәләре лә бар, мәҫәлән, аспиранттарҙың ғилми эшенә етәкселек итеү кандидатлыҡтан докторлыҡҡа күсеүҙең мөһим баҫҡысы булып тора.

Юғарғы баҫҡыс — Фәндәр академияһында ағзалыҡ. Рәсәйҙә, элекке СССР-ҙағы кеүек үк, ағзалыҡтың ике баҫҡысы бар: беренсеһе — Академияның мөхбир-ағзаһы, юғарғыһы  — академик. Академиялар  — үҙ-үҙен ойоштороусы фәнни берләшмәләр, йыйылыштарында академиктарҙы һәм мөхбир ағзаларҙы һайлайҙар. Кандидаттарҙы вуз йә ғилми-тикшеренеү ойошмаһы күрһәтә. Һайлау күп альтернативалы нигеҙҙә үтә. Рәсәйҙә әле, Фәндәр академияһынан тыш (аныҡлаусы билдәләмәләрҙән башҡа), тармаҡ Академиялары эшләй, уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Медицина фәндәре академияһы, күп йыллыҡ тарихҡа эйә, икенселәре яңыраҡ барлыҡҡа килә. Уларҙың ойошторолоуы Фәндәр академияһынҡы кеүек, тик статустары түбәнерәк.

Фәнни берләшмәлә төрлө ғилми ойошмалар күп. Улар араһында ирекле ғилми ойошмалар фәнде үҫтереүҙә әүҙемлек күрһәтә, конференцияларында һәм үҙе сығарған баҫмаларҙағы публикациялар аша фәнни мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Ғилми ойошмаларҙа ағзалыҡ ирекле булып тора, ағзалыҡ иғәнәләрен түләү талап ителеүе мөмкин. Дәүләт — был ойошмаларға төрлөсә булышлыҡ күрһәтергә, ә ойошма властарға килешеүсән позицияһын белдерергә мөмкин. Айырым осраҡтарҙа ирекле йәмғиәттәр эшмәкәрлеге киңерәк мәсьәләләрҙе, мәҫәлән, стандартлаштырыу мәсьәләләрен солғай. Абруйлы һәм күп кешеле ирекле йәмғиәттәрҙең береһе — IEEE. Халыҡ-ара ғилми берлектәрҙә коллектив менән дә, айырым да ағза булыу рөхсәт ителә. Европаның ҡайһы бер илдәрендә милли фәндәр академиялары милли ғилми йәмғиәттәрҙән үҫеп сыҡҡан. Бөйөк Британияла, мәҫәлән, Король фәнни йәмғиәте Академия ролен башҡара.

Беренсе ғилми йәмғиәттәр 1560-сы йылдарҙа Италияла барлыҡҡа килә — Неаполдә «Тәбиғәт серҙәре академияһы» (Academia secretorum naturae) (1560), Римда «Линчейҙар академияһы» (Accademia dei Lincei — һүҙмә-һүҙ «һеләүһен күҙлеләр академияһы», йәғни айырыуса осҡор күҙлеләр) (1603), Флоренцияла «Тәжрибә белемдәре академияһы» («Тәжрибәләр академияһы», 1657) асыла. Был итальян академияларында саҡырып килтерелгән почётлы ағза Галилео Галилей етәкселегендә билдәле фекер эйәләре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Академиялар даими осрашыуҙар һәм тәжрибәләр үткәреү нигеҙендә физика өлкәһендә фәнни ғилемдәрҙе киңәйтеү һәм таратыу маҡсатында ойошторола. Улар тотош Европа фәне үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.

Фәнде һәм техниканы йылдам үҫтереү ихтыяжы дәүләттән уны үҫтереүҙә ҡатнашыуҙы талап итә. Шунлыҡтан ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Рәсәйҙә, Академия өҫтән ҡушыу буйынса ойошторола. Ләкин Фәндәр академияһының күбеһендә демократик уставтар ҡабул ителгән, улар дәүләттән сағыштырмаса бойондороҡһоҙлоҡ тәьмин итә. 

Фәнни ойошмалар:

ЮНЕСКО (халыҡ-ара ойошма, бөтә донъяла ғалимдарҙың һәм башҡа ғилми ойошмаларҙың хеҙмәттәшлеген ойоштора).
ИЮПАК (халыҡ-ара ойошма, химия өлкәһендә үҫеш мәнфәғәтендә эш итә).
Халыҡ-ара астрономия берлеге (астрономик есемдәргә һәм уларҙағы деталдәргә атама биреү кеүек хеҙмәттәшлек һәм стандартлаштырыу талап иткән астрономик мәсьәләләрҙе сисеүҙә иң юғарғы халыҡ-ара инстанция тип танылған).

Фәнни институттар — академиялар һәм ғилми-тикшеренеү институттары — халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлек итә. Хәҙерге ҙур күләмле фәнни проекттар, мәҫәлән, кеше геномының шифрын сисеү йәки Халыҡ-ара йыһан станцияһы, бик ҙур матди сығымдар һәм бик күп фәнни һәм производство коллективтарының эшмәкәрлеген берләштереүҙе талап итә. Күп осраҡта быны халыҡ-ара кооперациялашыу юлы менән эшләү һөҙөмтәле.

Халыҡ-ара фәнни институттар:

Нобель премияһы — иң абруйлы һәм билдәле ғилми премия, бер нисә номинацияла тапшырыла. Шнобель премияһы уға пародия булып тора.
Филдс премияһы һәм миҙалы  — математика өлкәһендәге уңыштар өсөн.
Неванлинна премияһы — информатиканың математик аспекттарындағы эре ҡаҙаныштар өсөн.
Гаусс премияһы — башҡа фәндәрҙәге асыштар аша математикаға ҙур өлөш индергән өсөн.
Крафорд премияһы — тапшырылыу йүнәлештәре: Астрономия һәм Математика, Биология фәндәре һәм Ер тураһындағы фән.
Абель премияһы — математикалағы ҡаҙаныштар өсөн.
Шао премияһы — астрономияға, математикаға һәм медицинаға йә тормош тураһындағы фәндәргә индергән өлөш өсөн.
Тьюринг премияһы — информатикала иң абруйлы премия, Хисаплау техникаһы ассоциацияһы тарафынан бирелә.
Декарт премияһы  — фән һәм техникалағы оло ҡаҙаныштар өсөн.
М. В. Ломоносов исемендәге Ҙур алтын миҙал — Рәсәй Фәндәр академияһының иң юғары наградаһы.
Д. И. Менделеев исемендәге Алтын миҙал — Рәсәй Фәндәр академияһының химия фәне һәм технология өлкәһендәге әһәмиәтле ғилми хеҙмәттәр өсөн тапшырыла торған наградаһы.

Донъяны танып белеүҙең ғәҙәти, нәфис, дини, мифологик, эзотерик, фәлсәфәүи һәм башҡа ысулдарынан фән донъяны тикшереүҙең предметлы һәм объектив ысулы булараҡ айырылып тора. Мәҫәлән, сәнғәттә ысынбарлыҡтың сағылышы субъективтың һәм объективтың суммаһы булараҡ күренә, унда ысынбарлыҡты тергеҙеү хис-тойғоло баһаны йә реакцияны көтә. Фәнни метод иһә фекерләүҙең фәнни рәүешен барлыҡҡа килтерә.

Хәҙерге фәнни метод структураһына, йәғни яңы ғилемдәрҙе төҙөү ысулына, түбәндәгеләр инә:

Факттарҙы күҙәтеү һәм күҙәтеүҙәрҙе үлсәү, сифат һәм һан яғынан тасуирлау. Бындай тасуирламаларҙа төрлө абстракциялар ҡулланыла.

Күҙәтеү һөҙөмтәләрен анализлау — уларҙы системаға һалыу, төп әһәмиәтлене һәм икенселде айырыу.
Гипотезаларҙы, теорияларҙы дөйөмләштереү (синтезлау) һәм формаға һалыу.
Прогноз: тәҡдим ителгән гипотезанан йә ҡабул ителгән теориянан дедукция, индукция йә башҡа логик методтар ярҙамында эҙемтәләрҙе формалаштырыу.
Прогнозланған эҙемтәләрҙе эксперимент (Карл Поппер  терминологияһы буйынса — сикке эксперимент, йәғни experimentum crucis) ярҙамында тикшереү.

Һәр этапта бирелмәләргә лә, теләһә ҡайһы кимәлдә алынған һөҙөмтәләргә лә тәнҡитле мөнәсәбәт принципиаль әһәмиәткә эйә. Бөтә нәмәне иҫбат итеү, тикшерелеүсән бирелмәләр менән нигеҙләү, теоретик һығымталарҙы эксперименттар һөҙөмтәләре менән нығытыу кәрәклеге фәнде танып белеүҙең башҡа формаларынан, шул иҫәптән инаныуға һәм догматтарға нигеҙләнгән диндән айыра.

Фән һәм фәнни метод тураһында ҡараштар  — фән методологияһы — ваҡыт үтеү менән үҙгәрә.

Ғилми тикшеренеүҙәрҙә өс төп йүнәлеште айырырға була:

Фундаменталь фәнни тикшеренеүҙәр  — ул яңы нигеҙ ғилемдәр алыу, шулай уҡ өйрәнелеүсе күренештәрҙең законсалыҡтарын асыҡлау маҡсатында предметты тәрәндән һәм бөтә яҡлап тикшереү. Фундаменталлек термины ( — «нигеҙләү») был фәндәрҙең тәбиғәттәге тәүсәбәпте, төп ҡанундарҙы тикшереүгә йүнәлгәнлеген күҙҙә тота.

Ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәр — фундаменталь фән ҡаҙаныштарын ҡулланма мәсьәләләрҙе сисеү өсөн файҙаланған тикшеренеүҙәр. Яңы технологиялар булдырыу һәм камиллаштырыу тикшеренеүҙең һөҙөмтәһе булып тора.
Ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эшләнмәләре  — бында фән етештереү менән берләшә, шулай итеп, проекттың ғилми, техник һәм инженерлыҡ эшләнеше тәьмин ителә. Ҡайһы берҙә алынған һөҙөмтәләр фәнни-техник революцияға килтерә.   

Антик осорҙа уҡ кеше белемдәрен төрлө өлкәләргә берләштерергә тырышыуҙар булған.  

Әйтәйек, Аристотель фәндәрҙе өс төргә бүлгән, уларҙы түбәндәге эҙмә-эҙлелектә урынлаштырған:

Үҙе хасил иткән формаль логиканы Аристотель фәлсәфәгә индермәгән, ә бөтә танып белеүҙең ҡоралы итеп ҡараған.

Рим энциклопедисы Марк Варрондың классификацияһына  түбәндәге фәндәр ингән: грамматика, диалектика, риторика, геометрия, арифметика, астрология, музыка, медицина һәм архитектура.

Мосолман ғәрәп ғалимдары фәндәрҙе ғәрәп (поэтика, ораторлыҡ сәнғәте һәм сит ил фәндәренә (астрономия, медицина, математика) бүлгән.

Классификациялау ынтылыштары урта быуаттарҙа ла дауам итә. Гуго Сен-Викторский  Дидаскаликонында фәндәрҙе 4 төркөмгә бүлә:

Френсис Бэкон фәндәрҙе 3 төркөмгә бүлә:

Роджер Бэкон да фәндәрҙе 4 класҡа бүлә: грамматика һәм логика, математика, натурфилософия, метафизика һәм этика. Тәбиғәт тураһындағы фәндәрҙең нигеҙе итеп математиканы һанай.

Совет фәйләсүфе, тарихсыһы һәм фән методологы Б. М. Кедров фәндәрҙең ентеклерәк классификацияһын төҙөй. Кедров бөтә ысынбарлыҡты тәбиғәткә һәм кешегә бүлә. Кешелә ул йәмғиәтте һәм фекерләүҙе айыра. Тәбиғәт тураһындағы фәндәр — тәбиғәт фәндәре, йәмғиәт тураһында — социаль фәндәр,   фекерләү тураһында — фәлсәфә фәндәре.

Фәнде популярлаштырыу — фәнни белемдәрҙе халыҡтың киң ҡатламдары өсөн аңлайышлы итеп таратыу.

Фәнде популярлаштырыу, махсус мәғлүмәттәрҙе әллә ни әҙерлеге булмаған тыңлаусы, уҡыусы теленә  «тәржемә итеү»  —  популярлаштырыусы ғалимдар алдында торған мөһим мәсьәләләрҙең береһе.

Фәнде популярлаштырыусының бурысы  —   «күңелһеҙ, ҡоро» фәнни мәғлүмәтте бөтәһенә лә аңлашылған ҡыҙыҡлы  мәғлүмәткә әйләндереү. Был мәғлүмәт бөтә йәмғиәткә, уның айырым бер өлөшөнә йә үҫеп килеүсе быуынға — талантлы балаларға тәғәйенләнергә мөмкин.

Фәнде популярлаштырыуҙа фәнни фантастика ҙур урын биләй. Күп кенә фәнни асыштарҙы нәҡ ул алдан әйтә. Был йәһәттән фантаст Жюль Верн айырылып тора.

Йәштәрҙең фәнгә һәм производствоның юғары технологиялар өлкәһенә килеүе, йәмғиәттең фәнни мәсьәләләргә иғтибары популярлаштырыу кимәленә бәйләнгән.

Ғалимдар фәнни мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙе ҡайғырта. Фәнде популярлаштырыу йәмғиәттә фән менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра  һәм фәнгә яңы көстәрҙе ылыҡтыра.

Ҡайһы берҙә фәнни мәғлүмәтте популярлаштырғанда ул үтә ябайлаштырыла һәм яйлап фәнни мифҡа әүерелә.

Фәнде популярлаштырғанда фәнни-популяр клишелар ҙа барлыҡҡа килгеләй: донъя яралыу серҙәре, «ғалимдар асты» һ. б. 

ВЦИОМ үткәргән һорашыуҙарға ярашлы, рәсәйҙәрҙең 81 проценты үҙ замандашы булған Рәсәй ғалимдарынан берәүҙе лә атай алмаған.

Ялған фән — фәнни эшмәкәрлек булып күренгән, әммә асылда улай булмаған эшмәкәрлек. Ялған фән теорияларына факттарҙы һанға һуҡмау, боҙоп күрһәтеү хас, был теориялар шулай уҡ  фальсификацияланмай  (йәғни Поппер критерийына тап килмәй), теоретик  хеҙмәттәр күҙәтеүҙәр  һөҙөмтәләренә нигеҙләнеү урынына  «айыҡ аҡыл менән ҡарауға», «былай ҙа күренеп тороуға» йәки «абруйлы фекергә» һылтана, теория нигеҙе итеп бойондороҡһоҙ  эксперименттар менән раҫланмаған бирелмәләр алына, тикшеренеү һөҙөмтәләрен бойондороҡһоҙ тикшереү йә ҡабатлау мөмкинлеге булмай, фәнни хеҙмәттә сәйәси һәм дини күрһәтмәләргә һәм догмаларға һылтаныу күҙәтелә.

Фәнни йәмғиәт тарафынан танылмаған теорияларҙы эшләүселәр йыш ҡына үҙҙәрен «ҡатып ҡалған рәсми фән менән көрәшеүселәр» итеп иғлан итә.  «Рәсми фән» вәкилдәрен, мәҫәлән, ялған фән менән көрәш комиссияһы ағзаларын, айырым бер төркөм мәнфәғәттәрен яҡлаусы, сәйәсәткә буйһоноусы, хаталарын танымаусы  тип атай,  «иҫкергән» ҡараштарҙы яҡлауҙа  ғәйепләй.

Фәнни булмаған концепцияларҙың ҡайһы берҙәре парафән тип йөрөтөлә.




#Article 85: Биология (267 words)


Биология (грек телендә Βìο — йәшәү һәм Λoγος — өйрәнеү) — йәнле тәбиғәт тураһында фән. Биология тере организмдарҙы характеристикалау һәм классификациялау, организм төрҙәренең барлыҡҡа килеүен, уларҙың бер-береһе менән һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Хәҙерге ваҡҡытта бөтә тере организмдарҙы дүрт батшалыҡҡа берләштергәндәр: хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр.

Биологияға кергән ботаника, зоология, медицина һымаҡ фәндәр — боронғо фәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, биология айырым фән булараҡ 19-сы быуатта, фән эшмәкәрҙәре бөтә тере организмдар өсөн дөйөм булған ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе асҡас, үҫешә башлаған. 

Бөгөнгө көндә биология — алдынғы фәндәрҙең береһе. Биология һәм медицина журналдарында йыл һайын миллиондан ашыу мәҡәләләр баҫыла, шулай уҡ биология мәктәптәрҙә стандарт уҡыу предметы булып тора.

Биология фәне үҙ эсенә киң дәирәне ала. Шуға ул төрлө йүнәлештәрҙә эшмәкәрлек  йәйелдергән бик күп үҙ-аллы фәндәрҙе берләштерә. Үҙ сиратында, был  фәндәр тағы ла тарыраҡ өлкәлә махсуслашҡан  айырым дисциплиналарға бүленгән.  

Өйрәнеү объекттарына ҡарап  фәндәр:

Биология эсендә тикшеренеүҙәр өлкәһенә һәм тикшереү методтарына ҡарап фәндәр:

Биологияның төрлө фәндәр   менән берләшеүе һөҙөмтәһендә  биомедицина, биофизика (тере тәбиғәтте  физик методтар ярҙамында өйрәнә), биометрия һәм ғәмәли ихтияждарға бәйле  космик биология, социобиология, хеҙмәт физиологияһы, бионика тигән дисциплиналар барлыҡҡа килгән

Акарология — Анатомия — Альгология — Антропология — Арахнология — Бактериология — Биогеография — Биогеоценология — Биотехнология — Биоинформатика — Океан биологияһы — Биометрия — Бионика — — Биоспелеология — Биофизика — Биохимия — Ботаника — Биомеханика — Биоценология — Биоэнергетика (фән) — Бриология — Вирусология — Генетика — Геоботаника — Герпетология — Гидробиология— Гистология — Дендрология — Зоология — Зоопсихология — Иммунология — Ихтиология — Колеоптерология — Космик биология — Ксенобиология — Лепидоптерология — Лихенология — Малакология — Микология — Микробиология — Мирмекология — Молекуляр биология — Морфология (биология) — Нейробиология — Орнитология — Палеонтология — Палинология — Паразитология — Радиобиология — Систематика — Синтетик биология — Спонгиология — Геоботаника — Теоретик биология — Териология — Токсикология — Фенология — Физиология — ҮНС-һы физиологияһы — Хайуандар һәм кеше Физиологияһы — Үҫемлектәр физиологияһы — Фитопатология — Цитология — Эволюцион биология — Экология — Эмбриология — Эндокринология — Энтомология — Этология.

Шулай итеп, биология фәненең төп өйрәнеү объекты — йәнле тәбиғәт, тере организмдар.

.




#Article 86: Геология (307 words)


Геология — (грек телендә γη- (ge-) — ер һәм λογος (logos) — өйрәнеү) — Ерҙең төҙөлөшөн, физик үҙенсәлектәрен, уның формалашыу тарихын өйрәнеүсе фән. Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә.

Геология Ер һәм Ер ҡабығының составы, төҙөлөшө, үҫеш тарихы, файҙалы ҡаҙылмалар хасил булыу һәм уларҙың урынлашуын өйрәнеүсе фәндәр комплексы. «Геология» термины 1657 йылда Норвегия ғалимы М. П. Эшольт тарафынан тәҡдим ителә. Геологияның төп объекты- Ерҙең тышҡы таш ҡатламы — литосфера һәм, беренсе сиратта, Ер ҡабығындағы файҙалы ҡаҙылмаларҙы өйрәнеү һәм сығарыу өсөн уңайлы горизонттар.

Хәҙерге геология стратиграфия, тектоника, региональ геология, минералогия, петрография, литология, геохимия, файҙалы ҡаҙылмалар өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Геология физик география, геофизика, кристаллография, палеонтология менән тығыҙ бәйләнештә. Ғәмәли әһәмиәткә эйә булған тармаҡтары — гидрогеология, инженер геологияһы һәм шулай уҡ яңы юнәлештәр — петрохимия, петрофизика һ.б. үҙенә бер төркөм хасил итә.

Джеймс Геттон (Хаттон) (, (1726, Эдинбург —  1797) — Шотландия  геологы, физигы һәм химигы. Дж.Хаттон геология һәм геохронологияға нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә. Ул геологик актуализм һәм плутонизм теорияларын булдыра. Геолог  Хаттон исеме  хаттонит тигән минералға бирелгән.

Геология XVIII быуаттың 2-се яртыһы — XIX быуат башында тәбиғәт белеменең мөстәҡил тармағына әүерелә (Н. Стено ҡатламдарҙың өҙлөкһөҙ суперпозиция принциптарын билдәләй; В. Смит һәм Ж. Кювье киҫелеште биостратиграфик бүлемдәргә айырыу һәм тоҡомдарҙың сағыштырмаса йәшен билдәләү ысулын эшләй). 1840 йылдар башында фанерозойҙың стратиграфик шкалаһы төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта, беренселәрҙән булып, XIX быуаттың 1-се яртыһы геологтары өсөн парадигма булған «күтәрелеш кратерҙары» тигән беренсе тектоник концепция барлыҡҡа килә (Л. Бух һәм А. Гумбольдт). Рәсәйҙә был теория яғында булыусылар булып Д. И. Соколов, Г. Д. Романовский, Н. А. Головкинский һ.б. тора. Күп илдәрҙә геология йәмғиәттәре ойоша, улар геология фәненең яңы ҡаҙаныштары тураһында фекер алыша, эҙләнеүҙәр тураһында материалдар баҫтырып сығара һәм ҡайһы бер эштәрҙе финанслай. 1805 йылда Мәскәүҙә тәбиғәтте тикшереү, 1807 йылда — Лондонда геология, 1917 йылда Рәсәйҙә минералогия йәмғиәттәре ойошторола. Системалы рәүештә план төшөрөү һәм эҙләтеү эштәре үткәреү зарурлығы һуңыраҡ милли геология хеҙмәттәре ойошторолоуға килтерә. 1882 йылда Рәсәйҙә геология комитеты ойошторола.




#Article 87: Грек теле (149 words)


Грек теле (юнан теле (иҫке.)) — Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе тел — документтар буйынса, уның ғүмер оҙонлоғо — 3500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, Микен яҙмалары фрагменттары беҙҙең эраға тиклемге XV беҙҙең эраға тиклемге XIV быуаттарға ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә Грецияла, Кипрҙа, Албанияла, Австралияла, Болгарияла, Македонияла, Италияла, Төркиәлә, Әрмәнстанда, Грузияла, Украинала, Молдовала, Румынияла , Мысырҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12—15 миллион кеше һөйләшә.
Грек теле беҙҙең эраға тиклемге 9-сы быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуаттан алып Кипрҙа грек алфавиты ярҙамында яҙыла. Грек әҙәбиәте тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра.

Грек теленең тарихы шартлы рәүештә һанап үтелгән осорҙарға бүленә:

Урта быуат аҙағынан грек теленең ике төп формаһы ҡулланыла: аралашыу теле һәм XIX быуат, XX быуат башында әҙәби, юридик, административ һәм ғилми өлкәләрҙә ҡулланылған классик грек теле. 1976 йылда аралашыу теле Грецияның рәсми теле итеп иғлан ителә.




#Article 88: Эсперанто (437 words)


Эсперанто теле — яһалма телдәр араһында иң киң кулланылған тел. Был телдең исеме 1887 йылда тәү башлап Unua Libro (Беренсе китап) мәҡәләһен баҫтырыусы Лазарь (Людвиг) Марк улы За́менһофтың псевдонимынан (Доктор Эсперанто) алынған. Эсперанто «өмөтләнеүсе» тигәнде аңлата. Заменгофтың маҡсаты — халыҡ-ара аңлашыу өсөн өйрәнеүгә еңел булған тел барлыҡҡа килтереү булған. Уның уйынса, был тел туған телдәрҙе алмаштырырға түгел, ә ярҙамсы тел булараҡ хеҙмәт итергә тейеш була.

Рәсми рәүештә бер ил дә был телде ҡабул итмәһә лә, 100 000-дән алып 2 миллионға тиклем кеше эсперантоны ҡуллана, яҡынса 1 000 кеше өсөн был тел — туған тел.

Бөгөнгө көндә эсперанто теле донъя сәйәхәттәрендә, киң мәғлүмәт сараларында, әҙәбиәттә, телевидениела һәм радиола ҡулланыла. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең уҡыу системаһы һайланма рәүештә уҡытыу курстарын эсперанто телендә тәҡдим итә.

Эсперанто 1870-се йылдар аҙағында — 1880-се йылдар башында поляк офтальмологы Людвиг Заменгоф тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Эсперанто телен уйлап сығарғандан һуң ун йыл дауамында Заменгоф әҙәби әҫәрҙәрҙе был телгә әйләндергән һәм шулай уҡ ошо телдә прозаик әҫәрҙәр һәм шиғырҙар ижад иткән, ә 1887 йылдың июлендә Варшава ҡалаһында эсперанто теленең грамматикаһы баҫылып сыҡҡан. Артабанғы 50 йыл эсендә был телдә һөйләшеүсе кешеләр һаны Рус империяһы һәм Көнсығыш Европала, һуңынан Америкала, Ҡытайҙа һәм Японияла бик тиҙ артҡан. Тәүге йылдарҙа эсперанто телендә һөйләшеүселәр почта һәм матбуғат аша аралашҡан, ә 1905 йылда Францияның Було́нь-сюр-Мер ҡалаһында беренсе донъя Эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресы үткәрелгән. Шунан алып, бындай донъя конгрестары биш континентта, ике Донъя һуғышын һанамағанда, йыл һайын уҙғарылып, 6000-гә тиклем кеше йыйған.

Эсперанто ҡайһы бер халыҡ-ара ойошмаларҙа ҡулланыла, тик был ойошмаларҙың күбенеһе — эсперантоның үҙенә арналған ойошмалар. Шуларҙың иң ҙуры — Эсперанто донъя ойошмаһы, был ойошма БМО һәм ЮНЕСКО менән рәсми бәйләнеш тота.

Эсперанто телендә һөйләшеүселәр Америка, Африка һәм Океанияға ҡарағанда Европа һәм Көнсығыш Азияла күберәк һәм ауылдарға ҡарағанда ҡалаларҙа күберәк. Бигерәк тә ул Европаның төньяҡ һәм көнсығыш илдәрендә, Азияның Ҡытай, Корея, Япония, Иран илдәрендә, Американың Бразилия, Аргентина һәм Мехико илдәрендә, Африканың Того һәм Мадагаскар илдәрендә киң таралған.
Төрлө сығанаҡтар буйынса, эсперантола һөйләшеүселәр һаны — 2 миллион кеше. 200—2000 кеше өсөн эсперанто — туған тел, улар был телде эсперантола һөйләшеүсе ата-әсәһенән өйрәнгән (ҡайһы берҙә ҡатнаш ғаиләләрҙә һәм эсперанистар ғаиләһендә эсператно ғаилә теле булып тора).

Эсперанто телендә ижад ителгән һәм тәржемә ителгән әҙәбиәт йыйынтығы байтаҡ — 25 меңдән ашыу китаптар менән бер рәттән 100-ҙән ашыу журналдар даими баҫыла. Эсперанто телендә һөйләшеүселәрҙең күбеһе был телде донъя сәйәхәттәрендә ҡуллана. Йыл һайын эсперантола һөйләшеүсе 1500 — 6000 кеше эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресында осраша. Эсперанто телендә яҙылған музыканың күбеһе төрлө халыҡ йолаларына нигеҙләнә, ә аҙаҡҡы йылдарҙа әҫәрҙәр рок һәм башҡа жанрҙарҙа ижад ителә. Эсперанто телендә ике нәфис фильм төшөрөлгән.

Эсперанто теленең барлыҡҡа килеүенән алып тиерлек был тел ғилми мәҡәләләр баҫтырыу өсөн ҡулланыла. Эсперанто — «Эсперанто Университеты» булараҡ билдәле Сан-Марино халыҡ-ара фәнни академияһының тәуге уҡытыу һәм етәкселек итеү теле булып тора.




#Article 89: Мореснет (306 words)


Мореснет (Морне) йәиһә Нейтраль Мореснет (Нейтраль Морне) – 3,5 кв. км. ҙурлығындағы 1816 йылдан 1919 йылға тиклем йәшәгән кес кенә Европа иле. Уның ике ҙур күршеһе – Нидерланд һәм Пруссия - был ерҙәр кемгә тейеш булыуында уртаҡ фекергә килә алмай, һөҙөмтәлә, уны ике ил дә тигеҙ етәкселек иткән нейтраль өлкә яһарға ҡарар итә. Һуңынан был өлкә үҙаллылыҡ ала. Төрлө илдәрҙән ҡасҡалаҡтар Мореснетҡа ағыла, бында полиция булмай, бында йәшәүселәр гражданлығы булмаған кешеләр булып һанала, әммә уның үҙ гербы һәм флагы була. Тик 1919 йылдан һуң ғына – Беренсе донъя һуғышынан һуң – Версаль Килешеүе буйынса Нейтраль Мореснет Бельгия ҡарамағына күсә.

Нейтраль Мореснет формаһы менән нигеҙе Ахендан Льежға барған төп юлда булған өсмөйөшкә оҡшаш була. Ауыл һәм шахта ошо юлдың нәҡ төньяғында урынлашҡан. 1830 йылда, Бельгия Нидерландтан бойондороҡһоҙ дәүләткә әүерелгәс, Мореснет менән идара итеүҙә ҡатнашыу Нидерландтан Бельгияға күсә.

Нейтраль Мореснетта йәшәүселәрҙең төп эшмәкәрлек урыны цинк шахтаһы була, һәм ул күрше илдәрҙән күп кенә эшселәрҙе үҙенә йәлеп итә, шулай ҙа был өлкәлә йәшәүселәр һаны бер ҡасан да 3000-дән артмай. Бында йәшәүҙең ҡайһы бер өҫтөнлөктәре була, мәҫәлән, түбән һалымдар, ике күрше ил өсөн дә тауар керетеү өсөн һалымдарҙың бөтөнләй булмауы, хаҡтарҙың түбәнлеге. Почта хеҙмәте һымаҡ күпселек хеҙмәттәр Бельгия һәм Пруссия араһында бүленгән була. Урындағы халыҡтың шулай уҡ ҡайһы илдең хәрби хезмәтен үтергә һем ҡайһы илдең юрисдикцияһына ҡарарға икәнен һайлау мөмкинселеге була. Бында йәшәүҙең кире яғы – Нейтраль Мореснетта йәшәүселәр бер илдең дә гражданы булып һаналмай, һәм Мореснеттың үҙ хәрби көстәре булмай.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ҙур булмаған илдең үҙаллылығы аҙағына яҡынлаша. Бельгия ла, Германия ла уға булған дәғүәһенән бер ҡасан да баш тартмай. 1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, Германия Бельгияны баҫып ала һәм 1915 йылда был өлкәне үҙ биләмәләренә ҡуша.

Бөгөнгө көндә донъя эсперантистарында был өлкәнең тарихы Доктор Молли тәҡдим иткән Эсперанто иле булараҡ ҡыҙыкһыныу уята. Яңы Мореснеттағы ҙур булмаған музей Нейтраль Мореснетка арналған экспонаттарҙы ла үҙ эсенә ала.




#Article 90: Совет Социалистик Республикалар Союзы (191 words)


Советтар Союзы, Совет Социалистик Республикалар Союзы (, СССР, Советский Союз) — 1922—1991 йылдар араһында булған күп милләтле социалистик дәүләт. Илдең территорияһы Көнсығыш Европа, Төньяҡ һәм Урта Азияға тиклем таралған булған һәм үҙенең ҡырылыу көнөнә донъялағы иң ҙур иле булып һаналған.

Советтар Союзының нигеҙе 1917 йылдың 25 октябрендә Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы менән һалына. Уның биләмәләре элекке Рәсәй империяһы территорияһын (Финляндия, Польша һәм 1940 йылдарға тиклем Прибалтика, Молдова, Тыванан башҡа) алып торған. СССР-ҙың сәйәси территориаль нигеҙе иң тәүҙә үк  берҙәм булып һалынмай. 1917 йылдың октябренән Рәсәй Совет Федератив Республикаһы иғлан ителһә лә, уның составынан Украина (1917 йылдың октябре), Беларус Халыҡ Республикаһы (1918 йылдың марты), Финляндия (1917 йылдың декабре) һәм башҡа территориялар айырылып сығырға маташа. Шул уҡ ваҡытта бөтә илдең территорияһында парралель хөкүмәттәр төҙөлә, һәр бер хөкүмәттең үҙенең ҡораллы көстәре килеп булдырыла. Шул ыңғайына 1917—1923 йылдар Рәсәй тарихында Граждандар һуғышы һымаҡ билдәләнгән. Граждандар һуғышы тамаланыу алдынан элекке Рәсәй империяһында реинтеграция процесстары башлана, сөнки Украина, Беларусь, Кавказ аръяғы Федератив республикаларында Коммунистәр партияһы власҡа килә. Шул процесстар тамамланғас, 1922 йылдың 30 декабрендә СССР төҙөлөүе тураһындағы договор ҡабул ителә. Ул договорҙа 4 республиканың (БССР, УССР, КАСФСР, РСФСР) вәҡилдәренән ҡултамғалары алына. РСФСР исеменән АССР вәҡилдәре лә ҡултамғаларын ҡуйған.




#Article 91: Техника (234 words)


Те́хника (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт») — Ижтимағи хеҙмәттә ҡулланылған төрлө эш ҡоралы, ҡорамалы, саралары, шулай уҡ кеше эшмәкәрлегенең уларҙы яһау, ҡулланыу һәм камиллаштырыу менән бәйле өлкәһе; тәбиғәттә булмаған һәм кеше тарафынан эшләнгән төрлө ҡорал, механизм һәм ҡулайламаларға бирелгән дөйөм исем. Бынан тыш «техника» һүҙе «бер нимә эшләү методы»н аңлата — мәҫәлән: живопись техникаһы, бәрәнге(картуф) үҫтереү техникаһы, һ.б.

Техниканың төп тәғәйенләнеше — кешене ауыр бер төрлө эштән азат итеү, уға ижад эше өсөн күберәк ваҡыт ҡалдырыу, көндәлек тормошто еңеләйтеү.

Төлө техник ҡоролмалар эштең эффектлылығын, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, тәбиғәт ресерстарын рациональ файҙаланырға, төрлө ҡатмарлы эш барышында хаталаныуҙы кәметергә булышлыҡ итә.

Техникағв ҡуйылған мәсьәләләр:

Техника сараларын универсаль классификациялау әлегә эшләнмәгән, һәм киләсәктәлә булмаясаҡ. Хәҙерге ваҡытта техника ҡуланыу өлкәһе буйынса классификациялана, мәҫәлән: сәнәғет техникаһы, транспорт, көнкүреш техникаһы, иҫәпләү техникаһы һ.б. Өҫтәмә рәүештә етештереү техникаһын бүлергә мөмкин, мәҫәлән: станоктар, эш ҡоралдары, үлсәү саралары һ.б. һәм етештереү менән бәйле булмаған техника  — көнкүреш техникаһы, еңел транспорт, күңел асыу техникаһы.

Хәрби техниканы айырым класс тип ҡарарға мөмкин, был класҡа оборона һәләтенә булышлыҡ итеүсе һәм ҡоро ерҙә, диңгеҙҙә, һауала, космоста һуғыш хәрәкәтен алып барыусы техник ҡорамалдар һәм машиналар керә.

Техника  — кешенең фекерләү һәләте барлыҡҡа килгәндән алып уның яҙмышы. Таш быуат дәүерендә техника ултереү ҡоралы һәм һөңгө, бумеранг, таш балта, энә,беҙ эшләү ҡоралы булған. Неолит осоронда  агротехника, транспорт и {2}гидротехник ҡорамалдар, һәм шулай уҡ, рычаг, шына, сығыр, блок, тәгәрмәс.кеүек ябай механизмдар барлыҡҡа килә.

Хәҙерге торошона ҡарап, түбәндәге үҫеш этаптарын билдәләрге мөмкин:




#Article 92: Технология (1346 words)


Технология ( — сәнғәт, оҫталыҡ, таһыл;  — «һүҙ», «фекер», «мәғәнә», «төшөнсә») — һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн кәрәкле ысулдар һәм ҡорал-ҡорамалдар йыйылмаһы; киң мәғәнәлә — ғәмәли бурыстарҙы хәл итеү өсөн ғилми белемдәрҙе файҙаланыу. Технологияға эш ысулдары, режимы, эш-ғәмәлдәр эҙмә-эҙлелеге инә.

Технология сағыштырмаса яңы, күп ҡырлы термин булып тора, был төшөнсәнең мәғәнәһе даими үҫештә булғанға уға аныҡ ҡына билдәләмә биреү ҙә еңел түгел. XX быуат башына   «технология» термины ҡорамалдар  һәм машиналар, шулай уҡ уларға ҡағылышлы  саралар, процестар һәм фекерҙәр йыйылмаһын да үҙ эсенә ала. Быуат уртаһына төшөнсәгә «кеше үҙе йәшәгән мөхитте үҙгәртеү йә ҡулайлаштырыу өсөн ҡулланған саралар йәки эшмәкәрлек йыйылмаһы» тигән билдәләмә бирелә.

И. Т. Фролов редакцияһындағы һүҙлек ошондай аңлатма бирә: «технология артефакттарҙың, етештереү операцияларының һәм процестарының, ресурс сығанаҡтарының, мәғлүмәттең социаль  системаларының, идара итеүҙең, финанслауҙың һәм башҡа технологиялар менән бәйләнештәрҙең ҡатлаулы үҫеш кисерә торған системаһынан ғибәрәт».

Ушаковтың 1940 йылғы аңлатмалы һүҙлегендә «Технология — теге йәки был сеймалды фабрикат,  әҙер продукция иткәнсе эшкәртеү ысулы; эшкәртеү процестары  йыйылмаһы» .

Ожегов һүҙлеге «билдәле бер етештереү тармағында етештереү ысулдарының һәм процестарының  йыйылмаһы, шулай уҡ етештереү алымдарының фәнни тасуирламаһы» тип аңлата.

Башҡорт телендәге һүҙлектәр ҙә технология төшөнсәһенә аңлатма бирә. Ураҡсин һүҙлегендә «Төрлө нәмәне эшләү һәм эшкәртеү ысулдары тураһындағы белем, материалдарҙы эшкәртеү юлдары һәм саралары тураһындағы фән», Экология терминдары һүҙлегендә «билдәләнгән маҡсатҡа ирешеү, практик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн фәнде файҙаланыу», Ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлектә «етештереү процесында сеймал, материал йәки ярымфабрикатты эшкәртеү, әҙерләү, уның торошо, билдәләре, формаларының үҙгәреүе алымдары йыйылмаһы» тигән аңлатмалар бар.

Хәҙерге замандағы яңы алдынғы технологияларҙы юғары технологияларға () индерәләр. Юғары технологияларҙы һәм уларға ярашлы техниканы ҡулланыуға күсеү хәҙерге осорҙа фәнни-техник революцияның (ФТР) мөһим сынйыры булып тора. Юғары технологияларға фән ҡаҙаныштарын күпләп ҡулланған сәнәғәт тармаҡтары  — микроэлектроника, хисаплау техникаһы, робот техникаһы, атом энергетикаһы, самолёттар эшләү, космос техникаһы, микробиология сәнәғәте — ҡарай.

Технологиялар йә ниндәй ҙә булһа производство тармағына, йә аныҡ материалдарға һәм уларҙы алыу һәм эшкәртеү ысулдарына бәйле классификациялана. Мәҫәлән, тау эштәре технологияһы, машиналар эшләү технологияһы, төҙөлөш технологияһы, материалдарға бәйлеләре — металдар  технологияһы, сусле матдәләр технологияһы, туҡымалар технологияһы.

Химик технологиялар нигеҙендә   химик реакциялар барышындағы процестар ята, улар продукттарҙың  составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен үҙгәртә.

Металдар технологияһы сеймалдан уның химик составын, химик һәм физик үҙенсәлектәрен үҙгәртеү юлы менән металдар алыуҙы, шул иҫәптән металлургияны, эшкәртелеүсе әҙерләмәләрҙең һәм деталдәрҙең формаһын, структураһын, физик үҙенсәлектәрен үҙгәртеүҙе, шул иҫәптән ҡойоу производствоһын, металдарҙы иретеп йәбештереүҙе,  йәбештереүҙе, механик эшкәртеүҙе, металл эшкәртеүҙең электрофизик һәм электрохимик ысулдарын, металға һаҡлаусы япмалар  ҡаплауҙы үҙ эсенә ала.

Металлургия — фәндең һәм  техниканың мәғдәндәрҙән һәм башҡа металдарҙан металдар алыуҙы, шулай уҡ металл иретмәләренең химик составын, структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү менән бәйле  процестарҙы солғаған өлкәһе. Башланғыс тар мәғәнәһендә — мәғдәндәрҙән металдар алыу оҫталығы. Уға сеймал әҙерләү (байытыу һ.б.) һәм сеймалдарҙан металдарҙы алыу, уларҙан иретмәләр етештереү, металдарҙы термик эшкәртеү, химик-термик эшкәртеү, термомеханик эшкәртеү, металдарҙы баҫым менән эшкәртеү, шул иҫәптән  сүкеү, штампылау, йәйеү, һуҙыу һ.б. инә.

Химик технология — «сеймалды һәм аралыҡ продукттарын күпләп химик эшкәртеү процестары, ысулдары һәм саралары тураһындағы фән».

Химик технология  XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә, ул саҡта был фән айырым химик производстволарҙы, уларҙың төп ҡорамалдарын, матди һәм энергия баланстары тасуирлау менән шөғөлләнә. XX быуаттың 30-сы йылдарына химия сәнәғәте ныҡлы үҫә, химик технологиялар барышын, уларҙың ҡулай варианттарын эшләү һәм ғәмәли ҡулланыу законсалыҡтарын өйрәнеү ихтыяжы тыуа. Химик технология төрлө химик, физик-химик һәм механик процестарҙы берҙәм комплексҡа берләштерә һәм тормошҡа ашыра:

Машиналар эшләү технологияһы төрлө машиналарҙың һәм приборҙарҙың технологик процестарын, шул иҫәптән уларҙы конструкциялауҙы һәм етештереүҙе үҙ эсенә ала. Техник хисаплауҙар,   материалдарҙы һәм уларҙы эшкәртеү ысулдарын һайлау, сифат контроле, деталдәрҙе һәм узелдарҙы эшләү һәм тоташтырыу ысулдары, машиналар эшләү заводтарын проектлау һәм уларҙа производстволарҙы ойоштороу ҙа ошонда инә.

Төҙөлөш — матди етештереү тармағы, файҙаланыу өсөн әҙер биналар һәм ҡоролмалар уның продукцияһы булып тора, шулай итеп, был тармаҡ биналар төҙөү, реконструкциялау, шулай уҡ уларҙы һүтеү һәм күсереү менән шөғөлләнә.
Төҙөлөштә технологик процестар ике төп төркөмгә — майҙансыҡтан ситтәгеләргә  һәм майҙансыҡтағыларға — бүленә.
Төҙөлөш барышы  — ул төҙөлөш майҙансығындағы  етештереү барышы.  
Төҙөлөш майҙансығы — төҙөлөш  объекты һәм уның тирәһендәге ярҙамсы территориялар урынлашҡан ер. Төҙөлөш  барышында унда ҡатнашыусылар эш ҡоралдары (инструменттар, механизмдар һәм ҡулайламалар) ярҙамында яйлап эш предметтарын (материалдар, изделиелар һәм конструкциялар) төҙөлөш продукцияһына (төҙөлөш объекты) әйләндерә.

Эш бик күп өлөштәрҙән тора, уларҙың иң ябайы — ойоштороу йәһәтенән бүленмәй торған  һәм технологик бер төрлө эш операцияһы.
Тулайым төҙөлөш барышына  етештерелеүсе конструктив  элементтар (ҡыйыҡ ябыу, изоляциялау), эш барышында ҡулланылған  материалдар (ер эштәре, таш эштәре, бетон эштәре) буйынса атап йөрөтөлгән эш төрҙәре инә.
Төҙөлөш барышында башҡарылған эштәр комплекстары  нулле, ер өҫтө, биҙәү йә махсус циклдарға ҡарай. Нулле циклға — аҫҡы ҡаттың иҙәненән түбәндә барған төп эштәр, ер өҫтө эштәренә — унан өҫтәгеләр, биҙәү циклына  — тышҡы күренешкә ҡараған эштәр, махсусҡа — эске селтәрҙәрҙе ҡороу һәм  приборҙар урынлаштырыу менән бәйле эштәр инә.

Электр зарядтарының барлығы, үҙ-ара тәьҫирләшеүе һәм хәрәкәте менән бәйле күренештәр тупланмаһы. Термин инглиз тәбиғәт фәндәре белгесе  Уильям Гилберт тарафынан  «Магнит, магнит есемдәре һәм ҙур магнит — Ер тураһында» (1600 год) тигән хеҙмәттә индерелә, был хеҙмәттә магнит компасының эш итеүе тураһында һөйләнелә һәм электрланған есемдәр менән ҡайһы бер тәжрибәләр тасуирлана. Ғалим башҡа матдәләрҙең дә электрланыу мөмкинлеген асыҡлай.

Тауыш тураһында фән, тауыштың физик тәбиғәтен һәм уның барлыҡҡа килеүе, таралыуы, ишетелеүе һәм тәьҫире менән бәйле проблемаларҙы өйрәнә. Акустика   физиканың (механика) һығылмалы тауыш тирбәлештәрен һәм түбәнгенән башлап юғарғыға тиклем йышлыҡтағы тулҡындарын  өйрәнеүсе йүнәлеше  булып тора.

Электрондарҙың электромагнит ҡырҙар менән тәьҫирләшеүе һәм электромагнит энергияһын үҙгәртеү өсөн (башлыса мәғлүмәт ҡабул итеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн) электрон приборҙар һәм ҡулайламалар эшләү ысулдары тураһындағы фән.

Фундаменталь һәм ҡулланма фәндең һәм техниканың дисциплина-ара өлкәһе, бирелгән атом структуралы продукттарҙы айырым атомдарға һәм молекулаларға идара итеү юлы менән  етештереү һәм ҡулланыу ысулдары, шулай уҡ теоретик нигеҙләү, тикшеренеүҙәрҙең, анализдың һәм синтездың  ғәмәли ысулдары тупланмаһы менән эш итә.

Тере организмдарҙы, уларҙың системаларын йә булмаһа уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарын  технологик бурыстарҙы үтәү өсөн ҡулланыу мөмкинлектәрен,  шулай уҡ ген инженерияһы ысулы менән кәрәкле үҙенсәлектәргә эйә булған тере организмдарҙы хасил итеү мөмкинлектәрен өйрәнеүсе дисциплина. Биотехнология генетикаға, молекуляр биологияға, биохимияға, эмбриологияға һәм  күҙәнәк биологияһына, шулай уҡ ҡулланма дисциплиналарға — химик һәм мәғлүмәт  технологияларына,  робот техникаһына нигеҙләнә.

Космос техникаһы   объекттарҙы йә тере йән эйәләрен космосҡа осороу,  Ергә төшөрөү, космоста эшләү менән бәйләнгән. Бөтә космос аппараттары, шул иҫәптән яһалма Ер юлдаштары, космос телескоптары, планета-ара автоматик станциялар, орбиталь станциялар, шулай уҡ  уларҙа урынлашҡан ҡорамалдар космос техникаһы булып тора.  Йөрөткөс ракеталар, шаттлдар, төшөрөлөүсе аппараттар һәм туранан-тура космоста эшләмәгән, әммә уның менән бәйләнгән башҡа техника ла космос техникаһына инә.

Хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыу һәм тәьмин итеү, ғәскәрҙәрҙе күнектереү һәм техниканың тейешле кимәлдәге әҙерлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән технологиялар.

Кешене һәм матди әйберҙәрҙе күсереп йөрөтөү өсөн ҡулланылған  транспорт саралары менән бергә транспортлау барышында ҡатнашҡан ҡорамалдар, ысулдар һәм ғилми белемдәр тупланмаһын өйрәнеүсе фән.

Мәғлүмәт технологиялары (МТ, шулай уҡ  — мәғлүмәт-коммуникация технологиялары) — мәғлүмәтте йыйыуҙы, туплауҙы, эшкәртеүҙе, һаҡлауҙы, күрһәтеүҙе һәм таратыуҙы тәьмин итеүсе ысулдар, программа-техник һәм технологик саралар йыйылмаһы; бирелмәләрҙе йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм файҙаланыу барышында хисаплау техникаһы сараларын ҡулланыу алымдары, ысулдары һәм методтары (34.003-90 ГОСТ-ы); ресурсы, необходимые для сбора, обработки, хранения и распространения информации (ISO/IEC 38500:2008).

XX быуат аҙағында һәм  XXI быуат башында мәғлүмәт  технологиялары кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә киң ҡулланыу таба, улар араһында:

Мәғлүмәт технологияларына техник саралар, программа саралары, ойоштороу-методик тәьминәт һәм стандартлаштырыу инә.

Компьютер техникаһы һәм коммуникация техникаһы сараларын айыралар.

Компьютер техникаһы саралары бирелмәләрҙе индереү, эшкәртеү, сығарыу һәм һаҡлау өсөн кәрәк. Мәғлүмәт индереү өсөн баҫмаҡтар, цифрлы камералар, аудио- һәм видеобирелмәләр индереү ҡорамалдары ҡулланыла, . Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсуслаштырылған ҡулайламалар бар.

Процессорҙар бирелмәләрҙе эшкәртә һәм һөҙөмтәләрҙе ҡулланырлыҡ хәлгә килтереп үҙгәртә. Уларға текстар, һүрәттәр, аудио һәм видео мәғлүмәттәр инә. Мәғлүмәтте сығарыу өсөн башлыса дисплейҙар, принтерҙар, динамиктар һәм ҡолаҡсындар, факс-машиналар, һәр төрлө күп функциялы ҡулайламалар ҡулланыла.

Мәғлүмәтте һаҡлау өсөн  магнитлы дискылар, таҫмалар, флеш-хәтер ҡулайламалары һ.б. ҡулланыла.

Коммуникация техникаһы мәғлүмәтте алыҫ араға тапшыра.  Коммуникация саралары үҙ аллы ла, компьютер техникаһы саралары менән берлектә лә эшләй ала.

Социаль технологиялар кешеләрҙең социаль тәртибенә идара итеү мәсьәләләрен сисеү буйынса ҡулланма белемдәр һәм ысулдар системаһынан ғибәрәт, улар социаль планлаштырыу һәм социаль проектлау барышында эшләнә һәм файҙаланыла.  Социаль технологиялар социаль структураларҙы булдырыу һәм үҙгәртеү менән шөғөлләнә. Социаль технологиялар социология, социаль ойоштороу һәм идара итеү теорияһы, шулай уҡ психология кеүек социаль фәндәрҙең теоретик эшләнмәләренә нигеҙләнә, ижтимағи системаларҙың эш итеүендәге ғәмәли тәжрибәләрҙе  файҙалана.  Социаль технологиялар шәхси социаль бурыстар менән шөғөлләнә, глобаль ижтимағи үҙгәрештәр менән шөғөлләнмәй.  «Социаль технология»  төшөнсәһе түбәндәге өлкәләргә ҡағылғанда тар мәғәнәлә ҡулланыла: 

Киң мәғәнәлә социаль технология был махсуслаштырылған технологиялар йыйылмаһын билдәләй.

Элемтә төрө,  мәғлүмәтте  электромагнит сигналдар ярҙамында, мәҫәлән, тимер сым аша, сүсле-оптик кабель йә радио аша тапшырыу ысулы.




#Article 93: Бөтә Донъя Селтәре (182 words)


Бөтә Донъя Селтәре (йәки веб, аббревиатуралары — WWW, W3,  һүҙбәйләнешенән) — Интернет инфраструктураһын һәм HTTP мәғлүмәт үткәреү протоколын ҡулланған глобаль мәғлүмәт арауығы.

Бөтә донъя селтәрендә урынлаштырылған гипертекслы документтар веб-биттәр исеме аҫтынла билдәле. Веб-браузер тип аталған махсус программмалар ярҙамында текст, рәсемдәр, видео һәм башҡа мультимедиа булған веб-биттәрҙе ҡарап һәм уларҙың береһенән икенсеһенә гипер-һылтанмалар аша күсеп була.

Был системаны ултап табыусы тип Бөйөк Британия инженеры, компьютер фәндәре ғалимы, әлеге көндә Бөтә Донъя Селтәре консорциумының (, ) директоры Тим Бернерс-Ли һанала. Нәҡ ул 1989 йылдың мартында хәҙер Бөтә донъя селтәре исеме аҫтында билдәле проектты тәкдим итә.

Бөтә Донъя Селтәре мәғлүмәт технологияларында ысын революция яһаны һәм Интернеттың үҫешен тиҙләтте. Күп ваҡыт Интернет тураһында һөйләгәндә Бөтә Донъя Селтәре күҙ уңында тотола.

Бөтә Донъя Селтәрен бөтә донъянан Интернет селтәренә бәйле миллионлап веб-сервер ойоштора. Веб-сервер селтәр аша HTTP-талап ала, локаль ҡаты дискта кәрәкле файлды таба һәм уны талап иткән компьютерға ебәрә. Селтәрҙәге ресурстарҙы (файлдар) табыу өсөн Бер төрлө Ресурс Локатор () ҡулланыла. Был URL адрестар веб-сервер урынлашҡан компьютерҙы — домен исеме системаһы DNS () ҡулланып домен исемен (йәки туранан һандар менән язылған IP-адресын) һәм ул компьютерҙа урынлашҡан файлдын урыны менән исемен тота.




#Article 94: Искәндәр Зөлҡәрнәй (1963 words)


Искәндәр Зөлҡәрнәй (грек. Μέγας Aλέξανδρος, шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле, — беҙҙең эраға тиклемге 336—324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора.

Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр үҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй.

Искәндәр Македонияның баш ҡалаһы Пеллала б. э. т. 356 йылдың 21 июлендә тыуа. Уның атаһы — Македонияның хакимы Филипп II, әсәһе — Филипптың дүртенсе ҡатыны, Эпир принцессаһы Олимпиада. Әсәһе яғынан ул Пиррҙың ике туғаны — был уға атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да хәрби һәләттәр күсеүенә асыҡ миҫал. Плутарх әйтеүенсә, уның атаһы Каран аша Геракл нәҫеленән, ә әсәһе Неоптолем һәм Ахиллес аша Эак нәҫеленән булып сыға.

Бала сағында Искәндәрҙе әсәһе Олимпиаданың туғаны Леонидас уҡыта. Леонидас Искәндәрҙе үҙен үҙе яратҡан ахмаҡ тип уйлай, шуға ла уны бөтөнләй яратмай. Төрлө фараздар буйынса, Искәндәр күп күләмдә хуш еҫле матдәләрҙе утҡа ташлай, бының өсөн Леонидас уны ҡаты шелтәләй һәм хуш еҫле тауарҙарға бай илде баҫып алғас, йәне теләгәнсә сарыф итә аласағын әйтә. Йылдар үткәс, Искәндәр Газаны — Фарсы империяһының хуш еҫле тауарҙар үткән сауҙа юлын баҫып ала, бынан ул Леонидасҡа яуап итеп 15 тонна мирра ҡайтара. Аристотель иһә Искәндәрҙең уҡытыусыһы булараҡ уның үҫешеүендә иң мөһим ролде уйнай, ул Искәндәргә риторика һәм әҙәбиәт буйынса тулы белем бирә. Искәндәрҙә фәнгә, медицинаға һәм фәлсәфәгә ҡыҙыҡһыныу уята. Аристотель уға Илиаданың күсермәһен бирә, уны Искәндәр һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә һәм йыш ҡына уҡыр була.

Искәндәрҙең ун йәшлек сағында, Филиппҡа ҡара ат килтерәләр. Был ҡырағай атты берәү ҙә менә алмай. Искәндәр аттың үҙ күләгәһенән ҡурҡыуын аңлап ҡала, атты ҡояшҡа ҡаршы әйләндерә һәм атҡа менә. Быны күргәс, атаһы һәм башҡалар таң ҡала, Искәндәр әйләнеп килеп аттан төшкәс, Филипп уны үбеп ала һәм: «Улым, үҙеңә тиң мәмләкәт тап, Македонияла һиңә урын юҡ», — ти. Был һүҙҙәр, бәлки ғорурлыҡ менән бер рәттән ҡурҡыуҙан да әйтелгәндер, сөнки Филипп II Македония хакимдары һәм уларҙың күпкә ынтылған улдары менән нимә булыуы тураһында бик яҡшы белә.

Атын ул Буцефал тип атай. Буцефал егерме йыл дауамында уның юлдашы һәм иң яҡын дуҫы була. Аты, Плутарх әйтеүенсә, ҡартайып, бүтән фараздар буйынса, Һиндостанда барған һуғышта алған яраларҙан үлә. Искәндәр уның үлеменән һуң ике ҡаланы Буцефала тип атай.

Б.э.т. 340 йылда, Филипп Византияға ҡаршы һөжүмде етәкләгәс, Искәндәр 16 йәшлек сағында Македонияның хакимы булып ҡала. Б.э.т. 339 йылда Филипп бишенсе мәртәбә Клеопатраға өйләнә. Искәндәрҙең әсәһе Олимпия Эпирҙан (Грек утрауының көнсығыш өлөшөндә, ул Македонияға кермәй), ә Клеопатра Македонияның үҙенән була, был Искәндәрҙең тәхеткә хоҡуғын бәхәсле итә. Төрлө фараздар буйынса, туй мәжлесе ваҡытында кәләштең ағаһы Аттал үҙенең Македония тәхетенә хоҡуҡ алыуы хөрмәтенә тост тәҡдим итә. Искәндәр уға үҙенең бокалын елләй һәм: «Мин кем улайһа, никахтан тыш тыуғанмы?» — тип ҡысҡыра. Искәндәрҙең байтаҡҡа иҫергән атаһы ҡылысын сығарып Искәндәргә табан бара башлай, әммә ҡолай. Искәндәр шунда: «Был кеше Грециянан алып Азияға тиклемге ерҙәрҙе баҫып алырға ниәтләй, әммә бер өҫтәлдән икенсеһенә барып етә алмай», — ти. Искәндәр һәм уның әсәһе асыуынан Македониянан китә, ә уның һеңлеһе Клеопатра тороп ҡала.

Филипп улы менән яраша һәм Искәндәр кире ҡайта, Олимпиада иһә Эпирҙа ҡала. Б.э.т 338 йылда Искәндәр атаһына Афина һәм Фива ҡала-дәүләттәренә ҡаршы хәл иткес Хероней яуында ярҙам итә. Грек ҡала-дәүләттәре биш айға Македония хакимлығы аҫтында ҡала, һуңынан Коринф лигаһы булдырыла.

Б.э.т. 336 йылда Филипптың үлеменән һуң Искәндәр Македонияның яңы хакимы тип иғлан ителә. Яңы хаким тәхеткә ултырыу менән, Афина һәм Фива һымаҡ ҡала-дәүләттәр үҙаллылыҡ алыу мөмкинлегенә өмөт итә. Бигерәк тә Фива Искәндәргә ҡаршы әүҙем күтәрелә, әммә Искәндәр уның ҡапҡаһы төбөндә пәйҙә булғас, бер һүҙһеҙ буйһона. Коринф йыйылышында гректар Искәндәрҙе Фарсы империяһына ҡаршы яуҙа етәксе итеп һайлай.

Б.э.т. 335 йылда Искәндәр Македонияның төньяҡ сиген нығытыр өсөн фракия һәм иллирия ҡәбиләләренә ҡаршы ҡуҙғала. Уның уңышлы хәрәкәте ваҡытында Афина, Фива һәм бүтән ҡалалалар тағы баш күтәрә. Искәндәр тиҙ арала килеп етә, башҡа ҡалалар икеләнгән арала, Фива ҡаршылашыуын дауам итә. Һөҙөмтәлә Фива ҙур ҡан ҡойош менән буйһондорола, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа һатыла.

Искәндәрҙең ғәскәре — Македония һәм төрлө грек ҡала-дәүләттәренән 42 000 яугир Геллеспонт аша сыға. Граник яуында Искәндәрҙең Фарсы империяһының ғәскәрен еңгәндән һуң, Кесе Азияның күп ҡалалары ҡаршылыҡһыҙ бирелә, Галикарнас ҡалаһы оҙаҡ һәм ныҡышмалы ҡаршылаша, әммә бер нисә ҡаты һөжүмдән һуң ул да еңелә. Артабан ул юлында осраған бөтә ҡалаларҙа хакимлығын ойоштороп, Ликия тауҙарына һәм Памфилия тигеҙлектәренә юллана.

Б.э.т. 333 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Кикилия аша үтеп, Фарсы иленең Дарий III етәкселегендәге төп ғәскәре менән бәрелештә уны еңә. Дарий үҙе, ғаиләһе менән мөлкәтен ҡалдырып, яуҙы ташлай. Һуңынан ул Искәндәргә ғаиләһе өсөн байтаҡ ерҙәр тәкдим итә, ләкин Искәндәр, Фарсы империяһының яңы хакимы булараҡ, ул ерҙең хужаһы кем икәнен үҙе хәл итәсәген белдерә.
Артабан ул Урта диңгеҙ буйындағы ҡалаларға һөжүм итә һәм Тир, Газа ҡалаларын ала.

Б.э.т. 332—331 йылдарҙа Искәндәрҙе Мысырҙа азат итеүсе тип ҡабул итәләр һәм Мысыр руханиҙары уны Зевс улы тип иғлан итә. Искәндәр Мысырҙа Александрия ҡалаһына нигеҙ һала, был ҡала ул үлгәндән һуң Птолемей династияһының баш ҡалаһы булараҡ үҫеш ала. Мысырҙан һуң Искәндәр көнсығышҡа — Ассирияға табан юллана һәм Гавгамел яуында Дарий етәкселегендәге фарсы ғәскәрен тармар итә. Дарий тағы ла ҡаса, Искәндәр уны Эрбилгә ҡәҙәр ҡыуалап бара.
Артабан Искәндәр Вавилонға, унан Сузаға табан юллана. Б.э.т. 330 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Фарсы империяһының баш ҡалаһы Персеполде баҫып ала. Ҡала талана, ә һуңынан яндырыла.

Артабан Искәндәр Дарийҙы тағы ла эҙәрлекләй башлай. Дарий Бесс тарафынан үлтерелә, Бесс үҙен Фарсы иленең яңы хакимы Артаксеркс тип иғлан итә һәм Искәндәргә ҡаршы көрәш башлай.
Өс йыл дауамында Искәндәр Бесс һәм уның яҡлылары менән яу алып бара, шул арала ул Герат һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларын баҫып ала, Бер нисә Александрия ҡалаларына, шул иҫәптән хәҙерге Кандагар (Афғанстанда), Худжант (Тажикстанда) ҡалаларына нигеҙ һала. 329 йылда Бессты үҙ кешеләре һата.

Б. э. т. 326 йылда Искәндәр сатраптар менән бәйләнешен нығытыр өсөн Роксанаға өйләнә. Артабан ул иғтибарын Һиндостанға йүнәлтә. Искәндәр бөтә Гандхара сатраптарының башлыҡтарын уның хакимлығын ҡабул итергә саҡыра. Ҡайһы берҙәр ҡаршылыҡһыҙ ризалашһа ла, Камбоджа ҡәбиләләрелең башлыҡтары уның хакимлығын танырға баш тарта. Искәндәр был ҡәбиләләргә ҡаршы яу аса. Был ҡаты алыштарҙа Искәндәр үҙе лә яралана, ахырҙа урындағы ҡәбиләләр еңелә.

Артабан Искәндәр Һинд йылғаһы аша үтә һәм б.э.т. 326 йылда Панджаб дәүләтенең хакимы Порға ҡаршы яуҙа еңеп сыға. Был яуҙан һуң ул Порҙың батырлығына һоҡланып, уның менән килешеү төҙөй һәм Порҙы үҙ ерҙәренә сатрап итеп билдәләй, бынан тыш, уның биләмәләлен киңәйтә. Бында уның яратҡан аты үлеп ҡала һәм Искәндәр нигеҙ һалған ике ҡалаһына Буцефала исемен бирә.

Пор дәүләтенең көнсығыш яғында, Ганг йылғаһы буйында Нанда династияһы хакимлығы аҫтында ҡеүәтле Магадха дәүләте була. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ яуҙарҙан йонсоған Искәндәрҙең ғәскәре, был дәүләттең оло ҡеүәтен ишетеп, артабанғы яуға ҡаршы килә. Шулай итеп, Искәндәрҙең ғәскәре, көнсығышҡа табан бармай, көньяҡҡа юл ала. Юлында ул Малла ҡәбиләләрен осрата. Был ҡәбиләләр Көньяҡ Азияның шул осорҙағы иң һуғышсан ҡәбиләләре була. Искәндәрҙең ғәскәре маллаларға ҡаршы яу аса. Был яу ваҡында Искәндәр үҙе уҡ менән күкрәгенә ҡаты яралана. Искәндәрҙең ғәскәре маллаларҙың ҡәлғәһен алып, был ҡәбиләне аяуһыҙ ҡыра.
Һиндостанда ғәскәренең өлөшөн ҡалдырып, Искәндәр Гедрозия сүллеге аша кире Фарсы иленә табан юл ала.

Б. э. т 324 йылдың 10—11 июнь төнөндә Искәндәр Вавилондың батшаһы Навуходоносор II-нең һарайында үлә. Уға 33 йәш тулыуға бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалған була. Уның үлеме сәбәбенә ҡағылышлы төрлө фараздар бар, шул иҫәптән Антипатрҙың улдары тарафынан ағыуланыу, мәжлес ваҡытында хәле насарланыуы, б.э.т 336 йылдан алып ауырыған биҙгәк ауырыуының ҡабатланыуы һ.б.

Билдәле булыуынса, марттың 29-нда Искәндәр мәжлес ваҡытында үҙен насар тоя башлай. Уның ауырыуы тураһында хәбәр ғәскәрендә таралып, уны көндән-көн нығыраҡ борсоуға һала. 9 июндә ғәскәр башлыҡтары яугирҙәргә Искәндәрҙе һуңғы тапҡыр тере килеш күрергә мөмкинлек бирә. Искәндәр, һөйшләшергә хәле булмағанлыҡтан, ҡулы менән ишаралар яһау менән генә сикләнә. Бер көндән ул үлә.

Искәндәрҙең үлеме алдынан ғәскәр башлыҡтары унан вариҫы итеп кемде ҡалдырасағы тураһында һорайҙар. Тулы хоҡуҡлы вариҫтары булмағанлыҡтан (уның улы Искәндәр IV уның үлеменән һуң ғына тыуа, ә икенсе улының әсәһе уның законлы ҡатыны булмай), был һорауға яуап бик мөһим була. Ҡайһы бер фараздар буйынса, Искәндәр «Kratisto» («Иң көслөһө») тип яуап ҡайтара.

Искәндәр «Krater’oi» (Кратер) тип әйткән булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер ғалимдар Искәндәр вариҫы итеп ғәскәр етәкселәренең береһен ҡалдырырға теләүе тураһында раҫлай. Уның Кратер булыуы ла мөмкин, сөнки ул ғәскәрҙең күпселек өлөшө менән етәкселек итә һәм үҙен бик яҡшы башлыҡ итеп күрһәтә. Әммә Кратер был ваҡытта яҡында булмай, ә бүтәндәр «Иң көслөһө» тип ишетеүҙе уңайлыраҡ күрә. Искәндәрҙең нимә тип яуаплауына ҡарамаҫтан, Кратер үлтерелә, ә империяны ғәскәр башлыҡтары бүлгеләй (диадохтар).

Диадох (Птолемей I Сотер) б. э. т. 322 йылда  Искәндәрҙең бәлзәмләнгән кәүҙәһен Мысырға - Мемфис ҡалаһына күсерткән. Мумия унда, бәлки, Серапейон ҡорамында һаҡланғандыр, ә һуңынан, ихтимал Птолемей II Филадельф инициативаһы менән, Искәндәриә ҡалаһына алып барылған.

Б.э.т. 30 йылда беренсе Римс императоры Октавиан яңылыш ҡағылып, уның танауын емергән.

Һуңғы тапҡыр Искәндәр мумияһы 215 йылда император Каракалланың Искәндәриә ҡалаһында булыуы айҡанлы телгә алына. Император Искәндәргә айырата ихтирамы билдәһе итеп төрбәгә үҙенең туникаһын һәм йөҙөгөн һалып ҡалдыра.

Наполеон I-нең экспедиция корпусы Мысырҙа саркофаг таба һәм ул инглиздәргә тапшырыла. Саркофаг Нектанеб II-неке тип фараз итәләр Уны ваҡытлыса Искәндәрҙе ерләр өсөн тотонған булғандарҙыр.Птолемейҙар йыш ҡына фирғәүендәрҙең төрлө артефакттарын үҙ маҡсаттарында файҙаланған, шул уҡ ваҡытта Птолемей Беренсенең  бөйөк яулаусыны лайыҡлы ерләү ойоштороу өсөн  ваҡыты ла булмаған. Хәҙер был саркофаг  Британия музейында Лондонда һаҡлана.

Искәндәриә Искәндәриә (, , мысыр ғәрәп телендә اسكندريه, , , , Rakotə, Rakoda) ҡалаһына б.э.т. 332 йылда Искәндәр Зөлҡәрнәй нигеҙ һалған һәм ҡала бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Байтаҡ быуаттар ул үҫешә алмай торһа ла  XIX быуатта тергеҙелә башлай. Нил дельтаһында урынлашҡан , Мысырҙың икенсе иң ҙур ҡалаһы һәм төп диңгеҙ порты.

Мосолман донъяһында - төрлө милләттәрҙә, төрлө телдәрҙә Искәндәр Зөлҡәрнәй ҙурлана, уның тураһында әҫәрҙәр, төрлө риүәйәттәр ижад ителә. Мәҫәлән,  фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүиҙең киң билдәле Искәндәрнамә поэмаһы (,  Автор Искәндәр Зөлҡәрнәй тураһындағы төрлө сюжеттарҙы һәм риүәйәттәрҙе әҙәби йәһәттән эшкәртеп, донъя хазинаханаһына ингән поэма ижад иткән  Уны Гәнжәүи фарсыларҙың камил батшаһы, зороастризмды еңгән һәмхаҡ дин килтергән шәхес итеп һүрәтләй. Әҫәр европа рыцарь романдарына  яҡын, әммә Низами үҙ фәлсәфә йүнәлешен  эҙмә-эҙлекле үткәрә, ә Зөлҡәрнәй грек һәм һинд аҡыл эйәләре менән фәнни кимәлдә әңгәмәләр алып бара. Бынан тыш, поэмала утопик элемент бар: Искәндәр төньяҡҡа сәйәхәт ваҡытында батшалар ҙа, ярлылар ҙа, боҙоҡлоҡтар ҙа булмаған ер тапҡан була.

Бөтә мосолман донъяһында Искәндәр тураһында төрлө легендалар йөрөгән.  Иң киң таралған сюжеттарҙың береһе - Искәндәрҙең бөтәһенән йәшереп йөрөгән ике мөгөҙө булыуы тураһында легендалар; бер сәстараш уның был  серен һыбыҙғыһына һөйләй, ә ул был турала бөтә донъяға белдерә. Был сюжетты  Мидас тураһындағы грек мифы менән бәйләй торған булғандар, тик ХХ быуат уртаһында легенда башлап Шәреҡтә барлыҡҡа килгән, тигән фараз тыуа. Әйткәндәй, Ҡурай тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә лә мөгөҙлө хан тураһында бәйән ителә, тик унда Искәндәр исеме аталмай. Хандың мөгөҙө булыуын ҡурай бөтә донъяға яңғырата.

Сүриә әҙәбиәтендә Искәндәр тураһында бер нисә әкиәт була, уны ауыл баһадиры итеп, ғәйрәте менән иң яҡшы ат, иң матур ҡыҙҙы һәм иң яҡшы ҡылысты үҙенеке итеүен һүрәтләйҙәр.  Киң таралған «Ҡушмөгөҙ» ҡушаматы Искәндәрҙең торҡаһына мөгөҙ кеүек итеп ике ҡылыс беркетеп дошмандарын ҡырыуы менән бәйле бирелгән . 

Грузин һәм тажик фольклореында Искәндәр исеме ҡарттарҙы үлтереү   (геронтоцид) йолаһын бөтөрөүсе итеп ҡабул ителә .

Әзербайжан  фольклорында Искәндәр батшанан яһаҡ алыр өсөн диңгеҙҙе яндырыуы һүрәтләнә.

Төрөк әҙәбиәтендә  Искәндәр тураһындағы сюжетты батша һарайы шағиры  Әхмәҙи «Искәндәрнамә» әҫәрендә яҙа (1400 йыл). Уның поэипһы Низамиҙыҡына оҡшатып яҙылған булған, шул уҡ ваҡытта уға яуап биреү кеүек тә булып сыҡҡан. Дөйөм алғанда фантазия һәм мажаралылыҡ йәһәтенән  Әхмәҙи  Низами менән Фирдоусиҙан көслөрәк яҙҡан, етмәһә автор суфыйлыҡ менән мауыҡҡан, был поэманың йөкмәткеһендә сағылмай ҡалмаған. «Искәндәрнамә»нең ябайыраҡ яҙылған  прозаик версияһы ла булған, уны Әхмәҙиҙең туғаны Хамзави яҙған булған.

Урта Азия төрки шағиры  тюркский поэт Ғәлишәр Нәваи (XV быуат) «Искәндәр диуары» тигән әҫәрендә Искәндәр тормошондағы фантастик сюжеттарҙы файҙаланып яҙылған (тере һыу эҙләү, илбаҫарҙарҙан һаҡланыу өсөн диуар төҙөүе һәм башҡалар).

Башҡорттар ҙа, мосолман булараҡ, Александр Искәндәр Зөлҡәрнәйҙе Ҙү-л-Ҡәрнәйн (ҡуш мөгөҙлө)  тип белә( ) — тәҡүәлек өлгөһө һәм бөйөк батша,  халыҡтарҙы Аллаһы тәғәләгә ҡаршы булыусыларҙан, Йәьжүж үә Мәъжүждән  һаҡлаусы диуар төҙөткән, тип таный. Ҡөрьән Кәримдең Әл-Кәһф сүрәһендә Ҙү-л-Ҡәрнәйн исеме  дүрт тапҡыр телгә алынған.

Искәндәр Зөлҡәрнәйгә башҡорттарҙың оло ихтирамы  исеме лә, ҡушаматы ла айырым исемдәр булып ҡулланышҡа инеп китеүенән күренә. Искәндәр исеме лә, Зөлҡәрнәй исеме лә иң йыш осраған исемдәрҙән булған. Хәҙер ҙә балаларына Искәндәр тип йыш ҡушалар.




#Article 95: Тауҙар (279 words)


Тауҙар — ҡоро ҡоро ерҙең шаҡтай ныҡ бүлгеләнгән, йәнәшәләге тигеҙлектәр өҫтөнән 500 метрға һәм унан да күберәккә күтәрелгән өлөштәре. Тигеҙлектәрҙән тауҙар итәк йәки үңерҙәр менән бүленә. Тауҙарҙы ҡалҡыулығына ҡарап бейек, уртаса һәм тәпәш төрҙәргә айыралар.

Тауҙар тектоник әүҙем өлкәләрҙә формалаша; килеп сығышы буйынса тауҙар тектоник, эрозиялар, вулкандар тәьҫирендә хасил булған төрҙәргә бүленә. Тектоник тауҙар ер ҡабығының деформацияларға бирелеү характерына бәйле йыйырсыҡлы, эре киҫәкле һәм йыйырсыҡлы-эре киҫәкле тип атала.

Тау системалары Азия ер өҫтөнөң — 64 % , Төньяҡ Американың — 36 %, Европаның —25 %, Көньяҡ Американың —22 % , Австралияның —17 % һәм Африканың3 %.биләй Дөйөм алғанда, тауҙарға тура килгән ер 24 процент тәшкил. Кешеләрҙең 10 проценты тауҙар территорияһында йәшәй . Күпселек йылғалар тауҙарҙа баш ала.

Тауҙар Һыу айырғыс булып та тора.

Тау рельефының төп формалары: тау теҙмәләре, һырттар, армыттар, ҡырластар, тауҙар араһындағы уйһыулыҡтар, уйпатлыҡтар һ.б. Һырт ҡырластары йәки теҙмәләренең айырым ҡалҡыу урындары сусаҡ, манара, «аҡтау», «яланғас» түбә, «таш» һ.б. тип атала.

Башҡортостан Уралында тауҙар башлыса тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө буйынса — йыйырсыҡлы һәм ҙур киҫәкле‑йыйырсыҡлы, тәпәш һәм уртаса бейеклектәге тауҙар өҫтөнлөк итә.

Ғалимдарҙың бер өлөшө Башҡортостан Уралын шарьяж төҙөлөшлө тип һанай.

Башҡортостанда иң бейек тау түбәһе — Ямантау, ул диңгеҙ кимәленән 1640 м-ға күтәрелгән. Уралтау һырты иһә төп һыу айырғыс булып тора.

Һырттар араһында бейеклеге буйынса Егәлге беренсе урында — уның Оло Шелом тауының абсолют бейеклеге 1427 м, 1382 м — Машаҡ, 1327 м — Нәре, 1271 м — Баштау һ.б. һырттар айырыла.

Тау түбәләре күберәк көмбәҙ рәүешле, урмандар менән ҡапланған. Ҡайһы бер тау түбәләре текә яланғас ҡая рәүешле — Ҡараташ тауы, тау тоҡомдарының элювиаль һыныҡтары Оло Ирәмәл тауында, Ямантауҙа күҙәтелә. Әрүәкрәз тауы осло түбәле сусаҡ рәүешендә.

Башҡортостандың Урал алдында ҡалдыҡ тауҙар — Балҡантау (319,6 м); шихандар — Ҡуштау (357 м) һ.б. осрай.

Йылы ҡоро боҫ бүлеп сығарған Янғантау(504 м) шифаһы менән киң билдәле




#Article 96: Кармен (опера) (118 words)


Рoмантизм йылдарынан башлап күп һанлы яҙыусыларҙы, кoмпoзитoрҙарҙы һәм сәнғәт әһeлдәрeн Испания үҙeнә тартҡан. Шуларҙың бeреһe — француз яҙыусыһы Прoспeр Mеримe. Ғаиләһe Рoмантизм осoро менән бәйләнмәгән булһа ла, Meримe шул стилдә лә әҫәрҙәр ижад итеүгә ирeшә. Иң танылған әҫәрҙәрe араһында «Кoлoмба» һәм «Кармeн».

Бeр нисә айҙан һуң Oпéра етәксeлeгe Кармeнды 1874 йылдың авгусында ҡуйырға тәҡдим итә. Шунан Бизe oпeраны тиҙ арала (икe ай эсeндә) oркeстрлаштыра. Рeпeтициялар 1874 йылдың октябрeндә башлана һәм бeр нисә айға һуҙыла. «Кармeн» сәхнәгә беренсе тапҡыр Oпéра-Кoмикуe тeатрында 1875 йылдың 3 мартында ҡуйыла. Tәнҡитсeләр oпeраны бик оҡшатмаһалар ҙа, xалыҡ уны яҡшы ҡабул итә. Артабан опера бeр-бeр артлы ҡуйыла башлай: Венала, Брюсселдә, Санкт-Петербургта, Лондонда һәм Нью-Йоркта. Шулай итeп, «Кармeн» П. И. Чайковский әйтеүенсә, донъяның иң пoпуляр oпeраһына әүeрeлә.




#Article 97: Өфө эсперанто клубы (335 words)


Өфө эсперанто клубы 1968 йылда Өфө педагогика институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Эсперанто  түңәрәктәре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Уның тәүге етәксеһе Б.Г. Колкер, артабан Өфө эсперанто клубының рәйесе - әлеге мәлдә Эсперанто хәрәкәтенең алдынғы эшмәкәре.

Клубтың иң әүҙем йылдары 70-се, 80-се йылдарға тура килә. Клуб бер нисә мәртәбә күсә килгән Заменгоф кубогына эйә була — был кубок йыл һайын илдең эштәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән клубына тапшырыла.

Әлбиттә, түңәрәктә ҡатнашҡандар  барыһы ла клубтың актив ҡатнашыусылары булып китмәй, һәм барыһы ла эсперанто хәрәкәтендә ҡатнашыуын дауам итмәй. Әммә бөтә Союз күләмендә үткәрелгән — Совет эсперанто йәштәре лагеры (эсперанто телендә — Sovetiaj Esperantistaj Junularaj Tendaroj, SEJT) слеттарында ҡатнашҡандар һис шикһеҙ был хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашыусыларға әйләнә, тиергә мөмкин. Был слеттар йыл һайын туристик шарттарҙа (tendaro — палата лагере исеме лә шунан килә) үткәрелә. Йыл һайын был слетты ойоштороу теләге һәм мөмкинлеге булған теге йәки был эсперанто клубына тапшырыла. Шулай итеп, эсперантистар яңы ижади, йылы мөнәсәбәтле, ғәҙәти булмаған атмосфераға эләгеп, тулыһынса эсперанто теле мөхитенә сумып ҡына ҡалмай, (был слеттарҙа аралашыу эперанто телендә генә бара), шулай уҡ күп сәйәхәт итеп, яңы урындар менән дә таныша.

Мәҫәлән, 1986 йылда Алтайҙың Телецк күле буйында йыйылған лагерь Өфө эсперантистарының хәтерендә оҙаҡҡа ҡала. Киләһе йылда лагерҙы украин эсперантистары Карпат тауҙарында Славско ауылы янында ойоштора. Бында Өфөнән килгән төркөм иң күләмлеһе була. Ә 1970 йылда Өфө клубы үҙе Кушнаренко ауылы янында Бөтә Союз слетын ойоштора. Өфө клубы шулай уҡ Урал эсперантистары, Башҡортостан ҡалалары эсперантистары осрашыуҙарын даими рәүештә ойоштора. 

Өфө эсперанто клубы ҡатнашыусылары йыл һайын уҙғарылған ижади ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, эсперанто теленә иң яҡшы тәржемә, иң яҡшы башҡарыу һымаҡ төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып сыға. Эсперанто телендә яҙыусы  билдәле шағир Ғ. Ғәзизов (Ғәфүр Ғәзизи) эшмәкәрлеген Өфө эсперанто клубында башлай. Әлеге мәлдә Францияла йәшәүсе Өфө эсперантисты Н. Корженевская әлеге көндә Сан-Марино халыҡ-ара фәндәр академияһының ағзаһы булып тора. Шулай уҡ Өфө эсперанто клубының бүтән ҡатнашыусылары (мәҫәлән, Н. Шигаев, Н. Цвиленева) эсперанто телен ҡулланыусы фәнни эшмәкәрҙәр йәмғиәтендә тора.

Бөгөнгө көндә эсперантистар аралашыу өсөн Интернет селтәрен ҡуллана, эсперанто телендәге төрлө интернет-форумдарҙа ҡатнаша, ә ижади ярыштар слеттарҙа ғына түгел, Интернет аша ла үткәрелә.




#Article 98: Колкер Борис Григорий улы (159 words)


Борис Григорий улы Колкер (1939 йылдың 15 июлендә тыуған) – совет эсперантологы, телдәр уҡытыусыһы һәм тәржемәсе. Бер нисә эсперанто теле дәреслектәренең авторы. 1993 йылдан Кливлендта (Огайо штаты, АҠШ) йәшәй.

Төрлө ваҡыттарҙа Борис Колкер Совет эсперанто йәштәре хәрәкәте (Sovetia Esperantista Junulara Movado, SEJM), Өфө эсперанто клубы, Совет эсперантистары берләшмәһе (Asocio de Sovetiaj Esperantistoj, ASE), Совет республикалары эсперантистары союзы (Sovetrespublikara Esperantista Unio, SEU), Рәсәй эсперантистары союзының (Rusia Esperantista Unio, REU) нигеҙ һалыусыларының һәм етәкселәренең береһе була, СССРҙа һәм Рәсәйҙә эсперанто телен өйрәтеү буйынса вәкил, Бөтә донъя эсперантист йәштәр ойошмаһы (Tutmonda Esperantista Junulara Organizo, TEJO) комитетының ағзаһы, Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең (Universala Esperanto Asocio, UEA) ағзаһы һәм СССРҙа төп вәкиле, Эсперанто телендә яҙыусылар ойошмаһының (Esperantlingva Verkista Asocio, EVA) нигеҙ һалыусыһы һәм ағзаһы. Бөтә донъя эсперантистары конгрестарында 1963 йылда София ҡалаһында үткән 48-се конгрестан алып докладтар менән сығыш яһай, 2000 йылда Тель-Авивта үткән 85-се Конгрестың темаһын билдәләй.

  Мәскәү: СССР Фәндәр Академияһы, Тел белеме институты, 1985. – 23 бит. Диссертацияға автореферат

Борис Колкер тураһында:




#Article 99: Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы (146 words)


Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы  (Александр Матвеевич Матросов; 5 февраль 1923 йыл — 27 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец, ВЛКСМ ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). 

Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәнов 1923 йылдың (башҡа сығанаҡтар буйынса 1924 йылдың) 5 февралендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Учалы районына ҡарай) тыуған. Рәсми сығанаҡтарҙа Екатеринослав (Днепропетровск) ҡалаһында тыуған тип иҫәпләнә. Милләте башҡорт.

Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфөләге НКВД ҡарамағында булған хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем һәм фамилия ала. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Ырымбур янындағы Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына уҡырға алына. 1943 йылдың ғинуарында Калинин фронтына 91-се айырым уҡсылар бригадаһына хеҙмәткә ебәрелә.

Батырҙы башта Чернушки ауылы янында ерләйҙәр, һуңынан Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә.




#Article 100: Исмәғилев Заһир Ғариф улы (542 words)


Заһир Ғариф улы Исмәғилев (8 ғинуар 1917 йыл — 30 май 2003 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.

Заһир Исмәғилев 1917 йылдың 8 ғинуарында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Сермән ауылында тыуған.

Түбәнге Сермән ауылында ете йыллыҡ башҡорт мәктәбендә уҡый. Бала саҡтан милли музыка менән мауыға, ҡурайҙа уйнай. Атаһы улының урмансы булыуын теләй. 1932 йылда Инйәр урман-химия техникумына уҡырға инә, уны ваҡытынан алда тамамлай һәм Белорет леспромхозында таксатор булып эш башлай. 1934 йылда Белоретҡа гастролдәр менән Өфө артистары килеүе тураһында ишеткәс, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. Осраҡлы рәүештә генә Заһир Исмәғилевкә ауырып киткән артист-ҡурайсыһын алмаштырырға тура килә. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! — тип, Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының башҡорт төркөмөнә (педагогы В. А. Белый) уҡырға инә.

Һуғыш ваҡытында Өфөлә эшләй, фронт бригадалары концерттарында ҡатнаша, патриотик йөкмәткеле йырҙар яҙа.

Композиторҙың ижады киң күләмле. Милли опера, камера-вокал, хор һәм инструменталь музыканы үҫтереүгә ифрат ҙур өлөш индерә. Әҫәрҙәренең идея йүнәлеше һәм тематикаһы замана талаптарына тап килә һәм дуҫлыҡ һәм мөхәббәт темаларын раҫлаған гражданлыҡ-патриотик, ижадының милли йүнәлешен сағылдыра. Үҙенең ижадында урыҫ музыкаль мәҙәниәте классиктары традицияларын, уларҙың тарихи һәм музыкаль-драматик концепцияларын үҫтереү буйынса эшен дауам итә (М. Глинка, М. Мусоргский, Н. Римский-Корсаков, А. Бородин).

Операларҙа милли-тарихи тематикаға, билдәле тарих шәхестәр образдарын кәүҙәләндереүгә тартыла. Улар араһында милли батыр тураһында бәйән иткән «Салауат Юлаев» тарихи-героик операһы, «Урал илселәре» һәм «Ҡаһым түрә» героик-эпик опералары. «Аҡмулла» операһының үҙәгендә — XIX быуаттағы башҡорт шағир-мәғрифәтсеһе образы. «Шәүрә» һәм «Ағиҙел тулҡындары» опералары, «Ҡоҙаса» һәм «Алмаҡай» музыкаль комедиялары лирик-драматик әҫәрҙәре төрҙәренә инә.

Милли хор кантатаһы, оратория («Мин — рәсәйле», «Әсә һүҙе» һәм башҡалар), симфоник музыкаһы (оркестр менән фортепьяно өсөн Концерт һәм Концертино, «Байрам увертюраһы», Симфоник сюита) жанрҙарын үҙтереүгә байтаҡ өлөш индерҙе. Композиторҙың камера-вокал ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә 300-ҙән ашыу йыр һәм романстар тәшкил итә. Йырҙар ижад иткән композиторҙарҙың береһе була, уларҙа нескә субъектив лирик ҡараш, тәбиғәт һүрәтләмәләре, юмористик жанрлы йырҙар сағылыш таба («Һандуғас» (Я. Ҡолмой һуҙ.), «Котелок» (Н. Нәжми һүҙ.), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш һүҙ.) һәм башҡалар.

Заһир Исмәғилевтың әҫәрҙәре Рәсәйҙә, СССР-ҙың элекке милли республикаларында һәм сит илдәрҙә (Болгария, Ҡытай, Румыния, Төньяҡ Корея, Югославия, Эфиопия) башҡарыла, даими рәүештә нәшер ителә һәм «Мелодия» Бөтә Союз грампластинкалар фирмаһында яҙҙырыла, Бөтә Союз, башҡорт радиоһы һәм телевидение фондарында һаҡлана.

Өфө сәнғәт институтын ойоштороусыһы һәм тәүге ректоры (1968—1988) (доцент с 1973 йылдан 1973 йылдан доцент, 1977 йылдан профессор).

СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1941—1944 йылдарҙа — яуаплы секретарь, 1954—1978 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Композиторҙар союзы рәйесе, РСФСР-ҙың Композиторҙар союзы секретары (1960 йылдан).

Опералар

Бөтәһе лә Башҡорт опера һәм балет театрында ҡуйыла.

Балеттар

Музыкаль комедиялар

Кантаталар

Хорҙар

Йырҙар һәм романстар

Барыһы 300-ҙән ашыу, улар араһында «Батырҙар йыры» (Н. Нәжми), «Генерал Шайморатов» (Ҡ. Даян), «Ел, ерәнем» (Н. Иҙелбай), «Дан һиңә, Башҡортостан» (Р. Ниғмәти), популяр шаян йырҙар — «Котелок» (Н. Нәжми), «Грузин сәйе, башҡорт балы» (С. Ҡудаш), лирик йырҙар һәм романстар — «Һандуғас» (Я. Ҡолмой), «Былбылым» (Я. Ҡолмой), «Мин яратам» (Ҡ. Даян), «Тыуған ер» (X. Ғиләжев), «Ватаныма» (Б. Бикбай), «Айлы юл» (М. Кәрим), вокаль циклы — «Уралым» (Б. Бикбай), «Тау шишмәһе», «Уралға маҡтау» (Ҡ. Даян), «Тауҙар йырҙары», «Күтәрелдем Урал башына» (Н. Нәжми), «Ватаным-Урал» (С. Юлаев), «Кәкүк», «Урал ҡыҙы», «Фәйрузәкәй», «Мәжлес йыры», «Ватаным улдарына», «Байғужа», «Еңеүселәргә дан» һәм башҡалар) (башҡорт һәм татар шиғырҙарына).




#Article 101: Һағыҙ (390 words)


Ҡара һағыҙ — ҡайын туҙынан ҡайнатылған сәйнәгес.  Һағыҙҙы йоторға ярамай.
Башҡа төр һағыҙҙар ҙа бар, уларҙы  сәйнәй торған нигеҙгә төрлө тәмләткес ҡушылмалар өҫтәп яһайҙар. Һағыҙҙы  каучук, резина, төрлө ыҫмалаларҙан эшләргә мөмкин. Һағыҙҙы стоматологтар ауыҙ эсен таҙартыу һәм сәйнәү мускулатураһын көсәйтеү өсөн тәҡдим итәләр. Һағыҙ сәйнәгәндә ауыҙ һуты (шайыҡсаһы) бүленеп сыға, шуға күрә уны ашағандан һуң сәйнәргә кәрәк.

Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын туҙы кәрәк. Уны урманға барып йәки берәй төҙөлөш барған урында бысылған ҡайын ағасынан йыйып алырға мөмкин. Ҡайын туҙын ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алырға. Уны көнө буйы ла һыҙырырға тура килә. Туҙҙарҙы ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап һалырға. Ҡаймаҡ иҫке түгел, ә яңы ғына айыртылған булһын.

Ут сыҡмаһын өсөн һағыҙҙы йылға буйында ҡайнаталар. Суйынды таба менән ябып, өстағанға ултыртып, усаҡҡа ҡуяһың. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы уҡлау кеүегерәк йоморо таяҡ менән һаҡ ҡына болғатырға. Эрегән туҙ усаҡҡа сәсрәмәһен. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура киләсәк. Таяҡты бысратмау мөһим, сөнки ҡом-фәлән йәбешһә, һағыҙҙың сифаты юғала. Таяҡты таҙа сепрәккә һалып тороу фарыз.

Суйын эсендәге иҙмәне мөмкин тиклем йышыраҡ болғатып, туҙҙары һағыҙға эйләнеп эреп бөткәс, уға таҙа һалҡын һыу ҡойоп, күләгәгә ултыртырға. Һыуынғас, ҡулды ҡаймаҡлап, суйын эсендәге һағыҙҙы һыпырып йыйып йомғаҡлап, еүеш сепрәккә төрөп һалаһың. Һағыҙ әҙер.
Усаҡты яҡшылап һүндергәс, эш тә тамам.

Бысылған ҡайын өйөмөнән таҙа ғына итеп ос яғынаныраҡ туҙын һыҙырып алалар, ҡайтыу менән тетәләр. Нәҙек кенә иң өҫкө ҡатлам да бармай, аҫҡы һары ҡаты ҡатламы ла алынмай. Туҙҙы туҡмас һымаҡ булғансы тетәһең. Унан суйынға  тыңҡыслап тултырып өҫтөн таба менән ябаһың, туҙға ут тоҡанмаһын өсөн ауыҙы ныҡлы ябылырға тейеш. Мунса мейесендә йә урамда ҡайнатыуы йәтешлерәк. Тандыр ғына ҡуҙҙа ҡайнатыла. Көйөп китмәһен өсөн әҙләп һыу һалып торорға ла кәңәш ителә. Ярты сәғәттән уттан алып суйынды болғатырға кәрәк, бының өсөн алдан йыуып таҙа таяҡ әҙерләргә. Ут ҡыҙыулығына ҡарап туҙ иреп бөтә. Иреп бөткәс, эҫе сағында  ярты йомғаҡтай май өҫтәп бер суйынға, тағы әҙгә генә утҡа ҡуйып алына.Ныҡ майлы булһа, сәйнәп булмай, тешкә йәбешә. Һыйыр майы алына.   Уттан алғас, ҡатылығына ҡарап май өҫтәлә. Әҙер булғас,һыуыҡ һыуға һалып әүәләп алаһың, оҡшағанса рәүешкә килтереп ҡатыраһың.

Еүеш сепрәккә терөлгән хуш еҫле ҡайын туҙы һағыҙын өҙөп алып ҡына сәйнәргә. Бындай һағыҙ таҙа. Һаулыҡҡа зыяны юк. Ул урттағы насар еҫте бөтөрә, теште таҙарта, нығыта, аппетитты аса.
Теләһә ниндәй химик ҡатнашмаларҙан әҙерләнгән ашҡаҙанға зыянлы сит ил һағыҙҙарын файҙаланғансы, әсәй-оләсәйҙәребеҙҙең бай ижади фантазияһы нигеҙендә ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатып сәйнәү, мең тапҡыр яҡшы буласаҡ.




#Article 102: Эйфель башняһы (115 words)


Эйфель башняһы – Париждың иң билдәле һәм иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы. Башня үҙенең конструкторы Эйфель, Гюстав исемен йөрөтә һәм донъяға Францияның символы булараҡ билдәле. Туризмдың иң популяр урыны – йыл һайын ул 5,5 миллионға яҡын кеше ҡабул итә.

Төҙөлөш 1886 йылда башлана. Терлө ҙурлыҡтағы 12 мең деталь әҙерләп, өс быуынлы башняны 8 ай эсендә ҡоралар. Был ул замандарҙа иң ҡыҫҡа срок була. Көслө елгә бирешмәһен есөн Эйфель ян-яҡ таяуҙарҙы салыш итеп эшләй, шуға күрә дауылда ла ул вертикаль кимәленән ни бары 15 сантиметрға ғына ауыша. Корос рәшәткәле был хоролманы төҙөү өсөн 8600 тонна металл тотонола. Төҙөлөш 1889 йылдың 31 мартында тамамлана. Уны күреп таң калған сит ил кешеләре алдағы күргәҙмәне лә фәҡәт Парижда үткәрергә харар итә.




#Article 103: Сәлимов Ниязбай Булатбай улы (123 words)


Сәлимов Ниязбай Булатбай улы (27 сентябрь 1958 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992).

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов ( Нияз Сәлимов ) 1958 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының  Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була.

Тиҙ арала абруй ҡаҙанған «Табын» гәзите мөхәррирен «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына эшкә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапкырға тиерлек арттырыуға ирешә.

Бер монография, ике брошюра, балалар өсөн дүрт китап авторы, фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән хеҙмәте донъя күргән.




#Article 104: Арҡайым (189 words)


Был археологик ҡомартҡы тураһында мәҡәлә. Авиакомпания тураһында Арҡайым (авиакомпания) битен ҡарағыҙ

Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс.
 

Арҡайым Уралдың көнсығыш һырттары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа — 400, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 100—150 саҡрымға һуҙылған. Әлеге көндә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе өлкәһе көньяғының ҙур ғына майҙанында Арҡайым цивилизацияһына ҡараған 21 ҡаласыҡ асылған. Уларҙың яҡынса йәше — 4000 йыл.

Арҡайымдар күпләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр эшләү, ҡорал яһау, тукыу һ.б. төр эштәр менән шөғөлләнгән.
Тикшеренеүселәр шуныһына хайран ҡала: Арҡайымды кешеләр ҡапыл ташлап киткән, бынан һуң унда ҙур янғын сығып, ҡала янып бөткән. Ҡалаларҙағы ҡоролмалар ағас менән үҙенән-үҙе цементҡа әйләнә торған ләмдән төҙөлгән. Ә күмергә әйләнгән ағас быуаттар буйына һаҡлана ала. Әллә нисә мең йыллыҡ үткәс ғәжәп ҡалаларҙы асыуға ошо булышлыҡ итә лә инде. Кешеләрҙең ҡаланы ҡапыл ғына ташлап китмәгәнен, уларҙың үҙҙәре менән барлыҡ кәрәк-яраҡтарын да алып китеүен асыҡлай ғалимдар. Улар фекеренсә, арҡайымдар ут ғәрәсәте хаҡында алдан иҫкәртелгән һәм хәүефһеҙ урынға күсеп киткән булырға тейеш. Был иһә унда йәшәгән халыҡтың һәләкәттәрҙе алдан күрергә һәләтле булыуҙары хаҡында һығымтаға килтерә. Тимәк, арҡайымдар үҙенсәлекле белемгә эйә булған, тигән һүҙ.
Ғалимдар фаразлауынса, кешелектең иң боронғо тарихы тап Урал менән бәйле.




#Article 105: Учалы Стоунхенджы (233 words)


Учалы Стоунхенджы (Бағышай, Баҡшай) — Башҡортостандың Учалы районында табылған Англияның бөтә доняға билдәле Стоунхенджына оҡшаған археологик ҡомартҡы.
Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы янындағы Баҡшай тигән урын 1956 йылда осраҡлы рәүештә тиерлек (һауанан фотоға төшөргән ваҡытта) табылған. 1998 йылда яланда ниндәйҙер түңәрәк «йәшерелеүе» асыҡланған. 2004 йылда Көнсығыш итстисади-гуманитар университеты, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм Учалы районы хакимиәте тырышлығы менән был объектта археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә башлаған.

Әлеге ваҡытта бында «халыҡ календары», йәғни түңәрәк рәүешендә эшләнгән астрономик обсерватория урынында ҡазыу эштәре алып барыла. Тауға менеп ҡараһаң, ул ап-асыҡ күренә, сөнки үләне икенсе төрлөрәк үҫә. Был серле урынды «Учалы Стоунхеджы» тип тә йөрөтәләр. Оҡшаш объекттар донъяның тағы бер нисә урынында — Австрия, Чехия, Рәсәйҙең Курған һәм Рязань өлкәләрендә бар, тик улар Баҡшайзан бәләкәйерәк.

Археологтар һәм ғалимдар фекеренсә, учалыларҙың Баҡшайы — электән ҡалған табыныу урыны ла, ҡиммәтле археологик ҡомартҡы ла. Боронғолар был яланды юҡҡа һайламаган — бында Урал, Миндәк йылғалары һәм Баҡ-шай шишмәһе бергә ҡушыла. Икенсенән, ялан фәҡәт Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Өсөнсөнән, боронғо ауыл диаметры бер саҡрым самаһы булған «тәрилкә» рәүешендә йәйелгән, ситтән тау һырттары менән уратылған. Ҡаҙылган урындарҙа күпләп уҡ баштары, һауыт-һаба ярсыҡтары, баҡыр әйберҙәр һәм башҡа ҡомарткылар табыла.

Археологтар был урында ҡасандыр булған боронғо ҡорамды ла ҡазып сығармаҡсы. Ҡорам торған урындағы түбәнге ҡатламында боронғо таш быуат, хатта палеолит дәүеренә ҡараған әйберҙәр табылған. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҡорамдар Һиндостан, Мысыр, Италия һәм Чехияла бар. Боронғо ауыл 12 мең йыллыҡ тарихҡа эйә булһа, ҡорамға иһә биш мең йыл самаһы, тип күҙаллана.
 




#Article 106: Стоунһендж (410 words)


Стоунхендж — () Бөйөк Британияла тиҫтәләгән йылдар буйына тикшереүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе боронғо таш ҡоролма. Ул Лондон ҡалаһынан 130 км көньяҡ-көнбайышта Солсбери тигеҙлегендә урынлашҡан. Күп тикшереүселәр Стоунхенджды боронғо британлыларҙың таш быуаттағы күк есемдәрен күҙәтеү өсөн төҙөлгән астрономик обсерватория тип иҫәпләй. Археологтар фекеренсә, ул өс этапта, б.э.т. 3500 йылдан алып 1100 йылға тиклем төҙөлгән.

Стоунхендж — ул биш тонналы 82, егерме биш тонналы 30 һәм илле тонналы 5 ташты билдәле бер тәртиптә түңәрәк буйынса урынлаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ҡоролма. Бер-береһенә «П» хәрефе рәүешле теҙелгән блоктарҙан арҡалар барлыҡҡа килә. Ҡасандыр улар донъя тарафтарын бик дөрөҫ күрһәтеүсе компас булараҡ файҙаланылған, тигән фекер бар. Башҡа тикшереүселәр фекеренсә, был монумент б.э.т. 3100 йылда Британия утрауҙарында йәшәгән ҡәбиләләр тарафынан Ҡояш һәм Айҙы күҙәтеү өсөн төҙөлгән.

Әммә һуңғы йылдарҙағы фәнни тикшеренеүҙәр нәтижәләре быға ҡәҙәр йәшәп килгән фекерҙәрҙе шик аҫтына ҡуя. XX быуаттың егерменсе йылдарында уҡ билдәле геолог Х. Томас таштарҙың хәҙерге Стоунхендж урынлашҡан ергә өс йөҙ саҡрым йыраҡлыҡтан килтерелеүен асыҡлаған. Илле, егерме биш, хатта биш тонна ауырлыҡтағы йөктө бындай ҙур араға күсереү бөгөнгө көндә лә бик еңел эш түгел. Ул замандарҙа бының өсөн техника ла, технологиялар ҙа булмаған.

Тап ошо билдәһеҙлек киң йәмәғәтселектең Стоунхенджға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята ла инде. Англияла ул күптән мифтар, риүәйәттәр менән уратып алынған изге урынға әүерелгән. Таштарҙан кешене барлыҡ ауырыуҙарҙан да һауыҡтыра алырлыҡ энергия бөркөлә, тигән ышаныс йәшәй. Шул сәбәпле, боронғо ҡоролмаға доньяның барлыҡ илдәренән дә сәфәр ҡылыусылар һаны йылдан-йыл арта.

Стоунхендж менән ҡыҙыкһыныуҙы көсәйтеүсе яңылыҡтар ҙа ваҡыт үткән һайын күбәйә генә. Әйтәйек, билдәле астроном Фред Хойл, ҡоролманың барлыҡ геометрик үҙенсәлектәрен дә тикшергәндән һүң, уны төҙөүселәрҙең йыһан тураһында бик күп белеүҙәрен белдергән. Ни өсөн тигәндә, уның структураһында Ҡояштың галактика буйлап хәрәкәтенә ишара бар икән. 1998 йылда ғалим-астрономдар компьютер ярҙамында Стоунхендждың боронғо күренешен асыҡлаған һәм уны төрлө яҡтарҙан тикшергән. Нәтижәләр шаҡ ҡатырлыҡ. Боронғо монолит Ай һәм Ҡояш календары ғына түгел, Ҡояш системаһының теүәл моделе лә икән ул! Әммә бер генә айырма бар: был моделдә туғыҙ түгел, ә ун ике планета. Уларҙың икеһе бөгөнгө көндә билдәле булған Ҡояштан иң йырак планета —- Плутондан һуң урынлашкан. Тағы берәүһе— Юпитер менән Марс орбитаһы араһында. Астрономия китабынан һәр мәктәп уҡыусыһына мәғлүм булыуынса, ошо урында астероидтар сылбыры һуҙылған. Ҡасандыр бик элек ул планета булған, тик ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тарҡалған, тигән фараз да бар. Тимәк, Стоунхендж картаһы алдамай?!

Ғалимдар әлегә боронғо таш ҡоролманың кем тарафынан төҙөлгәнен белмәй. Әммә тикшеренеүҙәрҙән шул мәғлүм: уны төҙөүселәр -беҙҙең эраға тиклем яҡынcа 3000-2000 йылдарҙа Англия территорияһында йәшәгән друид ҡәбиләләре түгел. Уларҙың астрономия, математика, геология, архитектура буйынса бындай дәрәжәләге белемдәре булмаған. Ысын архитекторҙары кем икәнлеген фаразларға ғына ҡала.




#Article 107: Азатлыҡ статуяһы (224 words)


Азатлыҡ статуяһы (ингл. Statue of Liberty, Liberty Enlightening the World) — тулы исеме «донъға нур һибеүсе Азатлыҡ» — АҠШ-тың бөтә донъяға билдәле скульптураһы, Президент Кливленд ҡатнашлығында 1886 йылдың 28 октябрендә Америкала, Нью-Йорктан яҡынса 3 км алыҫлыҡта асыла.

Был статуя Нью-Йоркҡа океандан килеүсе пассажирҙарҙы уң ҡулындағы Азатлыҡ факелын тотҡан мөһабәт ҡатын-ҡыҙ статуяһы ҡаршылай. Һул ҡулындағы таҡтаға Американың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул иткән көн «1776 йыл, 4 июль», тип яҙылған.

Шул датаның йөҙ йыллығына арнап, статуяны француз демократтары уйлап сығара. Улар Азатлыҡ статуяһында Америкалағы демократияға һоҡланыуын сағылдырырға теләй. Скульптураны француз скульпторы Фредерик Бартольди, ә пьедесталын Америка архитекторы Ричард Хант эшләй. Статуяны эшләү өсөн аҡсаны Францияла төрлө мәрхәмәтлек саралары, күңел асыү, лотерея үткәреп йыялар. Американың үҙендә төрлө күргәҙмәләр, бокс уйындары үткәрәләр.

Статуяны ҡойоуға ғына 31 тонна баҡыр тотонола. Ауырлығы 125 тоннаға еткән статуяны Америкаға 350 өлөшкә бүлеп, 214 йәшниктә 1885 йылда «Изэр» фрегаты менән килтереп, 27 мең тонна цементтан эшләнгән пьедесталға урынлаштыралар.

Азатлыҡ статуяһының бейеклеге ерҙән алып ҡулындағы факелдың осона тиклем 93 метр. 1972 йылда Америкаға килеп төпләнеүсе халыҡтарға бағышланған музей асыла. Музейға килеүселәр 354 күтәрмәнән тажына тиклем менәләр.

Башына ете нурлы таж — ете диңгеҙ һәм ете континенттың символы, ул тажда 25 тәҙрә — ерҙәге 25 ҡиммәтле таштың символы. Өҫтөнә оҙон күлдәк кейгән ҡатындың аяҡ аҫтында ҡоллоҡ бығауының өҙөлгән сынйырҙары һибелеп ята.Меңәрләгән эмигранттар есөн Тыуған илендә кисергән иҙелеүҙән ҡотолоу билдәһе булған Азатлыҡ Статуяһы Американың төп символына әйләнә.




#Article 108: Рәсәй Федерацияһы (192 words)


Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй () — көнсығыш Европала һәм төньяҡ Азияла урынлашҡан федератив республика системаһы буйынса ойошҡан күп милләтле дәүләт. Территорияһының майҙаны 17 125 407 км². Халыҡ һаны 146 267 288 кеше. Баш ҡалаһы — Мәскәү. Дәүләт теле — урыҫ теле.

Рәсәй егерме дәүләт менән сиктәш (донъяла иң ҙур күрһәткес), уларҙың араһында дүртәүһе өлөшләтә танылған, ҡоро ер буйынса Норвегия, Финляндия, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Белоруссия, Украина, Абхазия, Грузия, Көньяҡ Осетия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Монголия, Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы, ДХР, ЛХР менән, диңгеҙ буйынса Япония, АҠШ менән сиктәре бер.

Халыҡтың күп өлөшө (75 % тирәһе) үҙен православие диненә ҡағылышлы, тип күрһәтә.

Аҡса берәмеге — Рәсәй һумы.

Йәҙрә ҡоралы булған дәүләт, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Именлек Советының даими ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт власы закондар сығарыу, башҡарма, суд йүнәлештәренә бүленә.

Рәсәй Парламенты — Федераль Йыйылыш — ике палатанан тора:

Рәсәй Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 6-сы статьяһында һәм «Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәте тураһында» федераль законы менән билдәләнгән.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе —.

Рәсәйҙен суд системаһы составында:

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 65-се статьяһына ярашлы, Рәсәй республикалар, крайҙар, өлкәләр, федераль әһәмиәттәге ҡалалар, автономиялы өлкә, автономиялы округтарҙан тора.

  Рәсәй Федерацияһының административ бүленеше
  

  

Рәсәйҙең иң эре компаниялары (Forbes Global 2000 буйынса, 2014 йыл).

  Рәсәйҙең иң эре компаниялары
  

  




#Article 109: Ырымбур экспедицияһы (252 words)


Ырымбур экспедицияһы — 1734 йылдың 1 майында императрица  Анна Иоанновнаның Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереү, башҡорт ерҙәрен үҙләштереү өсөн комиссия төҙөү тураһындағы ҡарары (указы). Экспедицияның бурыстары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өcөy Ырымбур ҡалаһы төҙөлөргә тейеш булған. Был пландың начальнигы Сенаттың обер-секретары И. К. Кирилов былай тигән: «Ырымбур Башҡортостандың сигендә төҙөлә. Ул башҡорттарҙы буйһондороу өсөн кәрәк. Башҡорттар йәшәгән ерҙәр стена менән уратылып алынған кеүек була».
Экспедиция начальнигы итеп И. К. Кирилов үҙе тәғәйенләнә. Уға ошо уңай менән статский советник титулы бирелә. Был дәрәжә хәрбиҙәрсә бригада генералы тигән исемгә тиң. Кириловтың урынбаҫары итеп православие диненә күскән, суҡынмыш татар мырҙаһы А. И. Тевкелев билдәләнә. Башҡорттар был палачты Тәфтиләү тип атаған. 1734 йылдың 15 июнендә экспедиция Петербургтан юлға сыға, 10 ноябрҙә И. К. Кириловтың 3,5 меңлек отряды Өфөгә килеп етә, 1735 йылдың15 авгусында И. К. Кирилов Ур йылғаһының (урыҫса — Орь) Яйыҡҡа ҡойған урынында Оренбург ҡәлғәһенә (башҡортса — Ырымбур) нигеҙ һала. Ырымбур 1740 йылда Красная Гора тигән икенсе урынға, ә 1743 йылда өсөнсө (хәҙерге) урынға, Һаҡмар йылғаһының  Яйыҡҡа ҡушылған еренә күсерелә. Тәүге Ырымбур Орск ҡәлғәһе тип атала башлай, хәҙер — ҡала.

XVIII быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен Яйыҡ йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен башҡорттар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.




#Article 110: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы (141 words)


Башҡортостан Республикаһының Милли музейы — Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губернаһы музейы буларак ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала.

Губерна музейын ойоштороуҙа Н. А. Гурвич. А. Б. Иваницкий, В. И. Власов, К. А. Бух, А. А. Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә.

Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа 3. Ш. Шакиров, Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Уйылданов, К. С. Никифорук, М. И. Касьянов, Д. Ғ. Йыһановтар күп көс һала.
Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалдарҙы берләштерә. 1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14).

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин.

В. Потаниндын хәйриә фондының музейҙарға ярҙам итеү программаларында ҡатнашҡаны юҡ.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм Милли политика министрлығының 50 йыллығына арнап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фотостенд булдырыла.




#Article 111: Жанна д’Арк (734 words)


Жанна д’Арк (хәҙерге , 1412 йыл — 1431 йылдың 30 майы) — Францияның 15-се быуат батыр ҡыҙы.

Жанна тыуған саҡта тәхеттә ултырған француз короле Карл VI, аҡылға камил булмауы арҡаһында, йыш ҡына хакимлыҡ итә алмай. Королдең туғандары Орлеан герцогы Людовик һәм Бургундия герцогы Иоанн II араһында регентлыҡ өсөн бәхәс ҡуба. Был бәхәс королева Изабелла менән никахтан тыш мөнәсәбәттәрҙә ғәйепләүгә тиклем барып етә. Ахыр сиктә, 1407 йылда Бургундия герцогы Орлеан герцогы өсөн үлтереүселәр яллай.

Инглиз колроле Генрих V ошо ыҙғыш менән файҙаланып, 1415 йылда Францияға бәреп инә һәм Азенкур яуында еңеп сығып, Францияның төньяҡ ҡалаларын баҫып ала. Буласаҡ француз короле Карл VII 14 йәшендә, уның дүрт ағаһы ла үлгәндән һуң, француз тәхетенең вариҫы — дофин титулын ала. Ул башҡарған рәсми ваҡиғаларҙың тәүгеләре — 1419 йылда Бургундия менән тыныслыҡ килешеүен төҙөү була. Был килешеү шул уҡ йылда Иоанн II-нең үлтерелеүенән һуң юҡҡа сыға. Бургундияның яңы герцогы Филипп III, атаһының үлемендә Карлды ғәйепләп, Англия менән берләшә һәм Францияның ҙур өлөшө баҫып алына.

Генрих V һәм Карл VI бер-бер артлы ике ай айырма менән 1422 йылда үлеп китәләр. Ике короллектең дә монархы булып бала ғына килеш Англиянан Генрих VI ҡала. Генрих V-нең туғаны, Бедфорд Иоанн Ланкастрский уның регенты вазифаһын биләй.

Үлтерелгән ваҡытында Жаннаға 19 йәш була, тимәк ул 1412 йылдар тирәһендә тыуа. 1424 йылда, 12 йәшлек сағында, ул беренсе мәртәбә сит тауыштар ишетә. Һуңынан яҙыуынса, ул Изге Михаил, Изге Екатерина, Изге Маргаританың тауыштарын ишетә һәм улар Жаннаға дофинды Реймсҡа уны тәхеткә ултыртыу өсөн килтерергә бойора.

Жаннаның күрәҙәһе бойомға ашҡандан һуң, Робер де Бодрикур уға тамам ышанып, король һарайына үтергә рөхсәт бирә. Бургундия аша ул ирҙәр кейемендә үтә. Жанна дофинға хат яҙғанында, уны мотлаҡ таныясағын яҙған була, дофин быны тикшермәк булып, тәхеткә бүтән кешене ултырта һәм үҙе халыҡ араһына барып баҫа. Жанна был һынауҙы үтә — Карлды таный. Шунан ул үҙенең Хоҙай тарафынан илде инглиз баҫымынан ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгәнен әйтә һәм Орлеанды ҡамауҙан ҡотҡарыу өсөн ғәскәр һорай. Артабан ул Пуатье ҡалаһында теологик тикшереү үтә. Карл ҡыҙҙы ғәскәр башлығы итеп ҡуйырға ҡарар итә. Жаннаның Хоҙай исеме менән Карлдың тәхеткә тулы хоҡуғы булыуын раҫлауы был ҡарарға килеүҙә мөһим роль уйнай.

Жаннаны ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләгәндән һуң, Жаннаға хәрби кейем әҙерләйҙәр — Пуатьела ул ирҙәр кейеме кейеүгә махсус рөхсәт ала. Жанна өсөн ҡылысты Сент-Катрин-де-Фьербуа сиркәүенән килтерәләр. Был ҡылыс, халыҡ әйтеүе буйынса, Карл I-неке була.

Карлдың икеләнеүе сәбәпле, Жанна Луара ҡалаһына табан 9 июндә генә ҡуҙғала. Был юлы Жанна етәкселек иткән ғәскәр тиҙ, тәүәккәл һәм уғата уңышлы эш итә. 12 июндә ғәскәр Жаржоны, 15 июндә Мён-сюр-Луарҙы, 16 июндә Божансины ала, 18 июндә хәл иткес Пате яуы инглиз ғәскәрҙәренең тар-мар ителеүе менән тамамлана.

Тантананан һуң Жанна Карлды, яҡшы мөмкинлек менән файҙаланып, Парижға һөжүм итергә саҡыра, әммә ул яңынан икеләнә башлай. Баш ҡалаға һөжүм сентябрҙә генә башлана, әммә тиҙ арала туҡтатыла. Король ғәскәрҙе Луараға табан борорға бойора, ә 21 сентябрҙә ғәскәр таратыла.

Жаннаның дингә ҡаршы килеүе өсөн хөкөм ителеүе сәйәсәткә нигеҙләнә. Королде тәхеткә ултыртыу Жанна арҡаһында үтә, шуға күрә, уға ғәйеп тағыу — ул ултыртҡан королдең тәхеткә хоҡуғын икеле итә. Хөкөм 1431 йылдың 9 ғинуарында Руан ҡалаһында башлана. Был хөкөм билдәләнгән тәртипкә бер нисә урында тап килмәй. 1456 йылда Рим папаһы Каликст III Жаннаны ғәйепһеҙ тип иғлан итә.

Англия хөкүмәте был хөкөмгә ҙүр әһәмиәт бирә һәм бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Жаннаға ҡаршы хөкөмдө башлар өсөн нигеҙ булырлыҡ бер ниндәй ҙә дәлил табылмай. Шулай ҙа хөкөм башлана, Жаннаның, сиркәү ҡанундары ҡушыуына ҡарамаҫтан, хоҡуҡтар буйынса кәңәш биреүсеһе лә булмай. Жаннаны сиркәү ҡанундары буйынса сиркәү төрмәһендә ҡатын-ҡыҙҙан торған һаҡ аҫтында тоторға тейеш булалар, әммә уны һаҡ аҫтында әсир рәүешендә тоталар.

Жанна хөкөмдәге һорауҙарға ҡыйыу һәм оҫта яуап бирә. Әммә хөкөм һөҙөмтәһе алдан билдәләнгән була. Алдау һәм баҫым ярҙамында унан дингә ҡаршы килеүен таныуы тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыралар һәм ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итәләр. Һуңынан, Жанна ғәйепте таныуҙан баш тартҡас, уның ирҙәр кейемен ҡабаттан кейеүен һылтау итеп (үҙ кейеме Жаннанан көс менән тартып алына), дингә ҡайтанан ҡаршы килеүендә ғәйепләп, Орлеан ҡыҙын улем язаһына хөкөм итәләр. 1431 йылдың 30 майында Жанна д’Арк Руан ҡалаһында тереләй яндырыла.

Йөҙ йыллыҡ һуғыш Жаннаның үлемененән һуң тағы 22 йыл дауам итә. Англия 1429 йылда юғалтҡан өҫтөнлөгөн ҡайтара алмай. 1435 йылда үткән Аррас килешеүендә Бургундия менән Франция ҡайтанан берләшә. Шул уҡ йылда Бедфорд Филипп III үлә һәм Генрих VI йәшләй регентһыҙ ҡала. Был Франция тәхетенә бәйле бәхәстең тамамланыуына төп сәбәп була.

Һуғыш тамамланғандан һуң, Карл VII Жаннаның хөкөмөн ҡайтанан ҡарарға бойора. Был ҡарау ваҡытында хөкөмдөң тәртип буйынса үтеүе тикшерелә. Хөкөмдә бөтә Европанан руханиҙар ҡатнаша, 115 шаһиттан һорау алына. 1456 йылдың июнендә йомғаҡ яһала, 1456 йылдың 7 июлендә Жанна ғәйепһеҙ тип иғлан ителә.




#Article 112: Аҙна (237 words)


Аҙна — ваҡыт берәмеге, ете тәүлектән торған ваҡыт араһы. Бер көндән күберәк, бер айҙан кәмерәк. Хәҙерге ваҡытта ҡулланылған тәртип буйынса, шул иҫәптән мосолман һәм григориан календарҙары буйынса, ете көндән тора.

Аҙнаның ете көн дауамлығы   ISO 8601 Халыҡ-ара стандартында раҫланған:
аҙна — ете тәүлек ваҡыт арауығы (ISO 8601, пункт 2.2.9)
календар аҙна —  дүшәмбенән башланған көндәр арауығы (ISO 8601, пункт 2.2.8.).

Бер йылда 48 аҙна була. Аҙнаның һәр көнөнә исем бирелгән.

Башҡорттар ISO 8601, пункт 2.2.8. буйынса календар аҙнаны дүшәмбенән башлап һанай. Мосолман календары буйынса иһә аҙна йома көн менән тамамлана  һәм шәмбенән башлана. Шуға күрә башҡорт телендә йома һүҙе аҙна тигәндең синонимы ла булып тора. 

Башҡорттар, мосолман булһалар ҙа, кесе йома һәм йоманан башҡа аҙна көндәренең атамаларын ғәрәптән түгел, фарсы теленән алған. Фарсы телендәге пәнжешәмбе һүҙен генә башҡорт телендә элгәре «кесаҙна» тип йөрөтһәләр, һуңғы йылдарҙа «кесе йома» тип атауға күстеләр. Кесаҙна — кесе аҙна тигәндән алынған булған. Билдәле булыуынса «аҙна» һәм «йома» һүҙҙәре синоним булараҡ йәшәп килгән.

Иран календары буйынса аҙна шәмбе көн башлана һәм йома көн менән тамамлана.

Йәкшәмбенән алып кесе йомаға тиклем көн атамалары «шәмбе» һүҙенә фарсыса рәт һандарын ҡушыу юлы менән яһалған: йәкшәмбе — «бер-шәмбе», дүшәмбе — «ике-шәмбе» һәм башҡалар. Йома көнөнөң атамаһы ғәрәп телендәге «йыйылыу» — йәмәғәт менән уҡылған йома намаҙы менән бәйле килеп сыҡҡан

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында иң күбеһе - аҙна һүҙенән.

Аҙнабай, Аҙнабикә, Аҙнағол, Аҙнай, Аҙнаҡай, Аҙналы

Йәкшәмбәт, Йәкшәмбикә

Дүсәмбәт, Дүсәмбикә

Сисәмбай, Сисәмбикә

Шаршамбикә

Йомабай, Йомаш, Йомагилде, Йомабикә 




#Article 113: Дүшәмбе (177 words)


Дүшәмбе — аҙнаның йәкшәмбе менән шишәмбе араһындағы беренсе көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң икенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы,  дүшәмбе аҙнаның беренсе көнө, ялдан һуң эш аҙнаһы башланған көн һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның өсөнсө көнө.

Урыҫ телендә аҙна  йәкшәмбе (воскресенье) менән тамамлана, шуға күрә понедельник атамаһы аҙна тамамланғандан һуңғы көн мәғәнәһендә ҡулланыла. 

Төрөк телендә  pazartesi  «баҙар көнөнән һуңғы көн» тигән мәғәнәлә. Уларҙа йәкшәмбе - баҙар көнө. 

Боронғо йәһүдилек-христианлыҡта көндәр шәмбенән башланған, шуға күрә: Грек телендә Δευτέρα («икенсе көн (шәмбенән)»), Латин телендә feira segunda, Грузин телендә ორშაბათი (оршабати), тажик телендә душанбе, Башҡорт телендә һәм татар телендә дүшәмбе, әрмән телендә Երկուշաբթի (йеркушабти́),   ивритта — «Йом бет».

Совет космонавтикаһында дүшәмбе башта ябай эш көнө һаналған, әммә  1960 - 1965 йылдар киҫемендә дүшәмбелә  11 осороу  авария менән тамамланыуға бәйле 1965 йылдан «юғарынан ҡушыу буйынса» был көн  космонавтар өсөн ял тип иғлан ителгән.

Исламда дүшәмбе ураҙа тотоу өсөн ҡулай һанала, сөнки был көндә  Мөхәммәт Пәйғәмбәр ураҙа тота торған булған

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында дүшәмбе лә бар - Дүсәмбай, Дүсәмбикә 




#Article 114: Шишәмбе (239 words)


Шишәмбе — аҙнаның дүшәмбе менән шаршамбы араһындағы көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң өсөнсө көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы,  шишәмбе аҙнаның икенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның дүртенсе  көнө.

Әрмән телендә (Երեքշաբթի — ерекшабти́), грузин телендә (სამშაბათი — самшабати), башҡорт телендә (шишәмбе), тажик телендә (сешанбе) һәм татар телендә (сишәмбе), барыһы ла   «шәмбенән өсөнсө көн» тигәнде аңлата.

Боронғо Римда был көн мифологик Марсҡа бағышланған булған (, итальянса - Martedì), төньяҡ герман ҡәбиләләрендә — шуға оҡшаш - Тиу (норвег. -Tysdag).

Латин телендә шишәмбе көн  имя вторника dies Martis («Марс көнө»), гречксао ἡμέρα Ἄρεως Арес көнө тигәндән алынған. Tiw —  протогерман илаһының боронғо инглиз рәүешендә *Tîwaz, йәки Týr боронғо норвег телендә - һуғыш һәм ҡануниәт илаһы .

Һиндостандың классик телдәрендә -пали һәм санскритта, Таиландта был көн Ангарака тип атала («ҡыҙыл төҫкә эйә»)

Башҡорттарҙың мәжүси инаныстары араһында шишәмбегә бәйле хөрәфәттәр ҙә булған, был көндә әһәмиәтле эштәрҙе башламаҫҡа йә эшләмәҫкә кәңәш ителгән, тырнаҡ ҡырҡыу өнәлмәгән. Исламда  бындай хөрәфәттәр тыйылыуға ҡарамаҫтан, улар беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән.

Шуныһы ҡыҙыҡ, был көн грек һәм испан мәҙәниәттәрендә лә уңышһыҙ көн һанала.  Гректар өсөн был — Константинополде  (Истанбул) юғалтҡан, төрөктәр яулап алған көн,  испандарҙа иһә «Шишәмбе өйләнмә һәм сәфәргә сыҡма» тигән хөрәфәт йәшәй (исп. En martes, ni te cases ni te embarques). Бынан тыш, испандарҙа айҙың 13-сө көнө шишмбегә тап килеү насар һанала, ә йомаға тура килһә - яҡшы. 

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында шишәмбе лә бар - Сисәмбай, Сисәмбикә 




#Article 115: Шаршамбы (126 words)


Шаршамбы — аҙнаның шишәмбе менән кесаҙна араһындағы көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң дүртенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы,  шаршамбы аҙнаның өсөнсө көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның бишенсе көнө көнө.

Урыҫ телендә был көн среда тип атала, йәғни урталыҡ, был славяндарҙың 5 көнлөк эш аҙнаһынан сығып бирелгән. 

Ҡайһы бер ибраһими диндәрҙә был көн аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Португал телендә quarta-feira («дүртенсе көн»),   грек телендәΤετάρτη «дүртенсе» генә. ТШул уҡ мәғәнә ғәрәп телендә (أربعاء), ивритта (רביעי - ревии). Әрмән телендә (Չորեքշաբթի — чорекшабти́), грузин телендә (ოთხშაბათი — отхшабати), , тажик телендә (чоршанбе) һәм татар телендә (чәршәмбе) шулай уҡ  «шәмбенән дүртенсе көн» тигәнде аңлата.

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында шаршамбы ла бар, ул ҡатын-ҡыҙ исемендә генә осрай -  Шаршамбикә 




#Article 116: Кесаҙна (235 words)


Кесаҙна (Кесе йома) — аҙнаның шаршамбы менән йома араһындағы  көн. Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, кесаҙна (кесе йома) аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның алтынсы көнө.

Урыҫ телендә кесаҙна четверг тип атала, ул четыре һүҙенән алынған. Башҡа славян телдәрендә лә көн атамаһы оҡшаш атала. Шулай уҡ урыҫ телендә после дождичка в четверг тигән әйтем бар, ул бер ҡасан да булмаясаҡ тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Был мәжүсилек осорондағы инаныс менән бәйле тип һанала. Христианлыҡ ҡабул иткәс, инанысты тәләкәгә әйләндергәндәрҙер. 

СССР-ҙа  1932 йылда Наркомснаб Ҡарары менән дөйөм туҡланыу урындарында кесаҙнала балыҡ көнө индерелгән булған .

Башҡорттар, мосолман булараҡ, көн атамаларының күбеһен фарсы теленән алған, бары йома һәм кесаҙна (кесе йома) атамалары  ғәрәп телендәге «йома-джум'а» - «йыйылыу», «мәжлес» тигән һүҙҙән килеп ингән. Билдәле булыуынса, мосолмандар йома көнө мәсеттәрҙә йәки күмәкләп намаҙ уҡырға мөмкин булған урындарҙа йәмәғәт намаҙына йыйыла.

Исламда яңы көн ҡояш байыу менән, йәғни,аҡшамдан  башлана - календар тәүлек бөтөп өлгөрмәгән була. Аҙнаның дүртенсе көнөндә ҡояш байыу менән йома башланып өлгөрә, шуға ла халыҡ уны кесаҙна йәки кесе йома тип атаған. Йома һәм аҙна һүҙҙәре синоним булараҡ та билдәле, шуға күрә  кесаҙна ла,  кесе йома ла бер үк мәғәнәле һүҙҙәр булып тора.

Был көндөң кисендә йома көнөнә ҡағылышлы ҡағиҙәләр үтәлә.

Фарсы телендә иһә был көн пәнжешәмбе тип атала, татар телендә лә ул пәнҗешәмбе, йәғни, шәмбенән һуң бишенсе көн тигәнде аңлата. 

Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар Берлегендә Әҙәби кесаҙна үткәреү традицияға ингән. Был көндә яҙыусылар, шағирҙар уҡыусылары менән осраша 




#Article 117: Йома (294 words)


Йома — кесаҙна менән шәмбе араһындағы көн. Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, йома аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның етенсе көнө.

Исеме ғәрәп теленән килә. Ғәрәпсә «йома-джум’а» — «йыйылыу», «мәжлес» мәғәнәһен аңлата һәм шул көнө ҡылынған Йома намаҙына ишаралай.

Кесе йома (кесаҙна) кисендә ҡояш байығас та, йома башлана һәм ул киләһе көндөң ҡояшы байығансы дауам итә. Шуның өсөн ул «кесе йома» тип атап йөрөтөлә, изге көн һанала.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: «Йома — Аллаһ алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, — тип әйткән. — Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яралтыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә — йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Аллаһ әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ».

Йома көн юлға сығыр­ға, йәиһә, бер ниндәй ҙә эш эшләргә ярамай тигән һымағыраҡ тыйыуҙар ҙа һаҡланып килә. Был тыйыу тотош йома көнөнә түгел, ә йома намаҙы (төш мәле) ваҡытына ғына ҡағылышлы һәм уны нин­дәй­ҙер берәй хөрәфәт менән бәйләмәй.

Башҡорттар, башлыса мосолман булараҡ, йома көнө мәсеткә йома намаҙына йөрөй. Йома намаҙы (ғәр.صلاة الجمعة — саләт әл-жумғә) — йома көн төштән һуң, өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла торған йәмәғәт намаҙы. Йома намаҙына барыу ир-ат өсөн мотлаҡ.

Мөхәммәт с.ғ.с. хәҙисенән: «Кем дә кем яҡшы итеп тәһәрәт алғандан һуң, йома намаҙына барып, шым ғына хөтбә тыңлаһа, бер йоманан икенсе йомаға тиклем ваҡыт эсендә ҡылынған гонаһтары артығы менән ғәфү ителер».

Башҡорт халҡында «йома» һүҙе «аҙна» мәғәнәһендә лә йөрөй

Башҡорт исемдәре араһында «Йома» һүҙе менән яһалғандары байтаҡ. Бындай исемдәр йома көн донъяға килгән ир балаға ла, ҡыҙ балаға ла бирелә торған булған: Йомабай, Йомабикә, Йомаш




#Article 118: Шәмбе (278 words)


Шәмбе — аҙнаның йома менән йәкшәмбе араһындағы көнө. Йәһүд һәм христиан йолаһы буйынса иң һуңғы (етенсе) аҙна көнө булып тора.
Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы ла, шәмбе аҙнаның етенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның беренсе көнө.

Йәһүдилектән килгән йола буйынса, шәмбе — аҙнаның һуңғы көнө. Был килешеү Израиль һәм АҠШ-та стандарт булып тора, әммә  Европала күптәр уны аҙнаның алтынсы көнө тип һанай. Улар йәкшәмбе көндө аҙна һуңы тип иҫәпләй   

Христианлыҡ йолалары көслө булған илдәрҙә шәмбене аҙнаның етенсе көнө тип ҡарауҙы дауам итәләр. Был антик осорҙон һуңғы киҫемендәге инаныстарға ла тап килә, улар аҙна көндәрен ете классик  планета   менән бәйләгән , Ай, Марс, Меркурий, Юпитер, Венера, Сатурн).

Инглиз телле   квакерҙар ғәҙәттәгесә шәмбене «етенсе көн» һанай, мәжүсиҙәрҙең  — Saturday һүҙен танымай.

Ислам дине тотҡан күпселек  ғәрәп илдәре шәмбене аҙнаның беренсе көнө тип һанай.

Шәмбе — күпселек илдәрҙә ял көнө.

Урыҫ халҡы был көндө мунса көнө тип тә атай 

Шәмбе көн бурыс ҡайтарыу йолаһы ла булған. Батша Рәсәйендә мәктәп һәм  семинарияларҙа аҙна эсендә эш боҙған уҡыусыларға экзекуцияуткәрелә торған булған, улар субботка тип аталған.  Пасх буйынса етенсе аҙнала көньяҡ  губернияларҙа  киндер сәскәндәр.

Рәсәйҙә  һәм элекке СССР илдәренең ҡайһы берҙәрендә  совет осоронан (1919 йылдың 10 майынан) шәмбе өмәләре үткәрелеп килә. Был эш түләүһеҙ, ирекмәндәр тарафынан башҡарыла.  Ғәҙәттә ул яҙ көнө  йәмәғәт урындарында таҙалыҡ булдырыу, төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу кеүек эштәр менән үткәрелә.  

Башҡорттар, мосолман булараҡ, йоманы аҙнаның етенсе көнө, ә шәмбене беренсе көнө тип һанаған. Дин тотоусылар өсөн был әле лә шулай. Шәмбе көн менән бәйле ҡайһы бер хөрәфәттәр ҙә йәшәп килгән. Халыҡ телендә шәмбеләр тигән ғибәрә бар, ул йәһүдилек динендәгеләр тигәнде аңлата

Бөгөн генә йома, иртән - шәмбе,

Береһе көнгә - урыҫ аҙнаһы,

Көндәр юрта шулай бер-бер артлы,

Асыла, ябыла ғүмер ҡапҡаһы.

Ғ. Амантай




#Article 119: Йәкшәмбе (130 words)


Йәкшәмбе — аҙна эсендә шәмбе менән дүшәмбе араһындағы көн исеме. Мәғәнәһе — фарсы теленән «бер-шәмбе» тип тәржемә ителә.

Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, йәкшәмбе аҙнаның етенсе көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның икенсе көнө.

Йәкшәмбе көн Рәсәйҙә — ял көнө. Илдәге һайлауҙар йәкшәмбе көнө үткәрелә.

Етештереү күләме түбәнәйеү сәбәпле, 1931 йылдың 1 сентябрендә алты көнлөк эш аҙнаһы иғлан ителә.

 

Күп кенә христиан илдәрендә йәкшәмбе байрам тип һанала, динлеләр был көндә сиркәүгә бара. Күп ерҙәрҙә был көндә эшләргә ярамай тип иҫәпләнелә. Урыҫ теленә был көн «воскресенье» тип ингән, улар инаныуынса, тап аҙнаның ошо көнөндә Ғайса Пәйғәмбәргә яңынан йән ингән Халыҡ телендә «йәкшәмбеләр» тип һөйләшеү бар, был христиан динен тотоусылар тигәнде аңлата .

Башҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында йәкшәмбе лә бар, ул фамилияларҙа осрай — Йәкшәмбәт, Йәкшәмбәтов




#Article 120: Иман шарттары (2365 words)


Иман шарттары

Мосолмандың беренсе бурысы - Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм бер булыуына, Хәҙрәти Мөхәммәт салал-лаһу ғәләйһис-сәләмдең Пәйғәмбәрлегенә ышаныу. Аҡылы камил булған һәм бәлиғ булыу осорона еткән һәр кеше беренсе сиратта иман нигеҙҙәрен белергә тейеш. Уны «Иман шарттары» тип тә әйтәләр.

Иман шарттары

Был Уның барлығына, берлегенә ышаныу, тигән һүҙ. Беҙ был турала алдағы дәрестәрҙә күп һөйләштек. Был дәрестә тағы ла ҡайһы бер аяттарҙы ҡарап үтербеҙ. Күп кеше Аллаһы Тәғәләнең барлығын инҡар итмәй. Ләкин Уның тураһында бик аҙ беләләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына ябай халыҡ араһында, мәҫәлән, «Аллаһ бабай» тигән һүҙ ишетергә тура килә. Ә бит Аллаһы Тәғәләне кеше сүрәтендә күҙ алдына килтереүсе - ул инде мосолман түгел. Беҙ бының турала ла һөйләштек. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Уның шикелле бер нәмә лә юҡ» («Кәңәш» сүрәһе, 42:11). Йәғни, Аллаһы Тәғәлә Үҙе яратҡан нәмәләрҙең береһенә лә оҡшамаған. Ул тыуҙырылмаған, тыуҙырмаған, Уның ҡатыны ла, балаһы ла юҡ, Ул һәр ваҡыт булған, бар һәм буласаҡ. Уны был донъяла бер кеше лә күрмәгән һәм күрмәйәсәк тә. Ул, ҡайһы бер ябай кешеләр әйтеүенсә, ниндәйҙер нур, утлы туп йә Ҡояш формаһында ла түгел. Мосолман кеше Аллаһы Тәғәләгә ышана, ләкин Уны күҙ алдына килтермәй. Һәм, шулай уҡ, кешегә хас самалы аҡылы менән Уны аңларға тырышмай. Мәҫәлән, беҙгә Аллаһы Тәғәлә биргән күҙҙәр нисәләр километрҙан ары күрә алмайҙар, ҡолаҡтарыбыҙ иһә ниндәйҙер тауыштарҙы ишетмәй һәм ишетергә һәләтле лә түгелдәр, ә ҡулдар иһә ниндәйҙер ауырлыҡтан арыны күтәрә алмайҙар. Шуның шикелле, беҙҙең аҡылыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең мәңге булыуын, бер нәмәгә лә оҡшамауын, бөтә ваҡиғаларҙы ла алдан белеүен һәм Уның тағы ла башҡа күп сифаттарын тулыһынса аңлап етмәҫкә мөмкин. Һәм был тик беҙҙең көсһөҙлөгөбөҙҙө генә иҫбатлай, ә Аллаһы Тәғәләнең юҡлығына дәлил түгел.

Был донъяла кешеләр берҙән-бер аҡыл эйәләре түгелдәр. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән тыш тағы ла фәрештәләрҙе һәм ендәрҙе бар иткән. Кешеләр менән ендәрҙән айырмалы рәүештә, фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә бер һүҙһеҙ буйһоналар һәм бер ниндәй ҙә гонаһ эш эшләмәйҙәр. Улар Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәрен үтәр өсөн яратылғандар. Мәҫәлән, ҡайһы бер фәрештәләр ямғырҙар менән эш итә, ҡайһылары тауҙарҙы аҫтын өҫкә килтерә ала, ҡайһылары иһә, кеше сүрәтенә инеп, Аллаһы Тәғәләнең әмере буйынса кешеләр менән һөйләшә. Ҡайһылары беҙҙең ҡылған эштәребеҙҙе яҙып ултыралар. Ҡайһы бер ферештәләр Ҡөрьән уҡып ултырыусыларға ҡанаттарын һалып, уларҙы хөрмәт итеп тора. Ҡайһылары Ҡиәмәт көнөндә кафырҙарҙы Йәһәннәмгә ташлар өсөн яратылған. Ә ҡайһылары иһә шул Йәһәннәмдең һаҡсылары булып торасаҡ. Фәрештәләр бик күп, уларҙың һанын Аллаһы Тәғәлә генә белә.

Беҙ ҡайһы бер фәрештәләрҙең исемдәрен беләбеҙ. Мәҫәлән, Джибрил фәрештәне, ғаләйһиссәләм. Башҡортса әйтелеше - Ябраил. Аллаһы Тәғәләнән Пәйғәмбәрҙәргә вәхи килтереүсе һәм әмер-бойороҡтар еткереүсе фәрештә ул. Ул, шулай уҡ, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) яҡын дуҫы ла. Ябраил фәрештә уға бер нисә сүрәттә күренгән ине. Тағы ла Микәил тигән фәрештә бар. Был фәрештә ямғырҙар менән эш итә. Тағы ла Исрафил тигән фәрештә бар. Ул фәрештә, Ҡиәмәт көнө етһә, борғоға өрәсәк. Әлеге ваҡытта ул борғоһон ауыҙына алып, Аллаһы Тәғәләнең әмерен көтөп тора.

Әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйын эш юҡ. Һәм Ул бар эштәрҙе лә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ Үҙе генә лә башҡара алыр ине, сөнки Ул бер кемдең дә ярҙамына мохтаж түгел. Аллаһы Тәғәләнең сифаттарының береһе - Әл-Ҡәүүий, йәғни «Көслө». Аллаһы Тәғәлә, шулай уҡ, Әл-Ғәний, йәғни «Мохтаж булмаған». Аллаһы Тәғәлә: «Бул!» - тиһә, Ул теләгән нәмә буласаҡ. Әммә ләкин Ул фәрештәләрҙе барлыҡҡа килтергән һәм уларҙың һәр береһенә билдәле бер эштәр ҡушҡан. Ни өсөн? Фәрештәләрҙе Ул Үҙенең барлығын, берлеген һәм бөйөклөгөн күрһәтер өсөн яратҡан.

Аллаһы Тәғәлә ҡайһы бер Пәйғәмбәрҙәр аша кешелеккә бер нисә китап ебәргән. Мәҫәлән, Тәүрат (урыҫса - Тора) китабы Муса Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм аша бирелгән, Инжил китабы (Евангелие) - Ғайса Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм (ғәрәпсә - (Ғ)Иса, урыҫса - Иисус) аша, Забур (Псалтырь) - Дауыт Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм аша, һәм һуңғы китап - ул Ҡөрьән, был китап Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) бирелде. Был китаптарҙа Аллаһы Тәғәлә Үҙенең барлығын, берлеген, иман шарттарын, Ахирәт хәлдәрен, әхләҡ төшөнсәләрен, ғибрәтле тарихи ваҡиғаларҙы, киләсәк хәбәрҙәрен, шәриғәтте аңлатты. Атап үткән китаптарҙың барыһы ла тура юлды күрһәтер өсөн индерелгән ине. Һәм беҙ, мосолмандар, уларға ышанырға тейешбеҙ.

Әммә шундай һорау тыуыуы бар: әгәр был китаптар барыһы ла Аллаһы Тәғәләнән икән, ни өсөн беҙ тик Ҡөрьән буйынса ғына йәшәргә тейешбеҙ һуң? Эйе, был һорау йыш бирелә. Һәм уға яуап ошолай: Ҡөрьъәндән алда булған китаптар кешеләр тарафынан үҙгәртелгәндәр. Уларҙы күпләп тәржемә итеү һәм күпләп күсереп яҙыу һөҙөмтәһендә уларға сит һүҙҙәр - кеше һүҙҙәре - килеп ингән. Был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Әллә һеҙ уларҙың (йәһүдиҙәрҙең һәм насраниҙарҙың) һеҙгә ышаныуына өмөт итәһегеҙме? Улар араһында бит Аллаһ һүҙҙәрен аңлағандаң һуң да, уларҙы күрәләтә үҙгәртеп яҙыусылар булды...» («Һыйыр» сүрәһе, 2:75). Йәғни Аллаһы Тәғәләнең Ҡөрьәндән алда бирелгән китаптары үҙгәртелгәндәр. Тимәк, әлеге көндә йөрөгән Тәүрат (Тора), Инжил (Евангелие) кеүек китаптар тәү хәлендә һаҡланып ҡалмағандар. Һәм бөгөн ул китаптарҙа Аллаһы Тәғәләнең нисә процент һүҙҙәре һаҡланып ҡалғанын беҙ белмәйбеҙ. Бәлки, яртыһынан күберәге лә хатта үҙгәртелгәндер. Шуға күрә ул китаптар инде тура юл күрһәтә алмайҙар. Иң һуңында Аллаһы Тәғәлә кешелеккә Үҙ Рәхмәте менән Ҡөьән-Кәримде индерҙе. Ҡөрьән - Аллаһы Тәғәләнең Ҡиәмәт көнө алдынан кешелеккә ебәргән һуңғы китабы. Ул ғәрәп телендә ғәрәп Пәйғәмбәренә бирелгән булһа ла, бөтә кешеләргә лә берҙәй йүнәлтелгән. «Беҙ һине барлыҡ кешеләргә һөйөндөрөүсе һәм иҫкәртеүсе-өгөтләүсе итеп ебәрҙек...» - ти Аллаһы Тәғәлә. Шулай итеп, донъялағы бөтә кешеләр ҙә Аллаһы Тәғәлә тарафынан индерелгән нурға, Ҡөрьәнгә, эйәрергә тейеш. Быны аңлаған кешеләр, ниндәй генә милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ислам динен ҡабул итәләр. Һәм шуға күрә лә бөгөн мосолмандар һаны немец, француз, инглиз, урыҫ, ҡытай, япон һәм башҡа халыҡтар араһында арта бара.

Аллаһы Тәғәлә китаптар бирә, тип әйттек, ләкин Аллаһы Тәғәлә китаптарҙы кемдәр аша бирә? Пәйғәмбәрҙәр аша (ғәрәпсә - нәбий, рәсүл, урыҫса - пророк). Мөхәммәт Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйткәнсә, йәмғеһе 124 000 Пәйғәмбәр булған.

Эйе, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаған. Уларға әленән-әле, тура юлды аңлатыр өсөн, Үҙенең илселәрен - Пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торған. Ошо донъяла ҡайҙа ғына кеше йәшәмәһен, ҡасандыр уларға Пәйғәмбәр килеп, Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген һәм ахыр сиктә беҙҙең Уға ҡайтасағыбыҙҙы аңлатып киткән. Тик беҙ был Пәйғәмбәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре тураһында ғына яҡшылап беләбеҙ. Ҡөрьәндә, мәҫәлән, 25 Пәйғәмбәрҙең исемдәре телгә алынған: Әҙәм, Нух, Сәлих, Һуд, Иҙрис, Ибраһим, Лут һәм башҡалар, ғаләйһим сәләм (уларға сәләм). Пәйғәмбәрҙәр барыһы ла бер хаҡиҡәт - иман хаҡиҡәтен килтергән. Улар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә тураһында аңлатҡандар, барыһы ла Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген һәм Уға ғибәҙәт итеү кәрәклеген һөйләгәндәр.

Мосолман кеше бөтә Пәйғәмбәрҙәргә лә ышанырға тейеш. Һис бер ҡасан да мосолман, мәҫәлән: «Мин Муса Пәйғәмбәргә (урыҫса - Моисей) ышанмайым», - тип әйтә алмай. Былай тип әйткән кеше Исламдан сығып китә. Әгәр мосолман ниндәйҙер Пәйғәмбәрҙе Пәйғәмбәр тип танымай икән, тимәк ул Аллаһы Тәғәләнең һүҙҙәрен инҡар итә. Шул уҡ Муса Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм, мәҫәлән, Ҡөрьәндә күп кенә урындарҙа атап әйтелгән. Пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар итергә ярамай.

Әгәр барлыҡ Пәйғәмбәрҙәр ҙә бер үк нәмәне аңлаткан икән, ниңә беҙ Мөхәммәт Пәйғәмбәргә генә (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) эйәрергә тейешбеҙ, тип һорар кемдер. Яуап бирәбеҙ. Әйтәйек, хәҙерге көндә христиандар (насраниҙар), Ғайса Пәйғәмбәр (Иисус) артынан эйәрәбеҙ, тиҙәр. Ләкин ысынында улар уның артынан тейешенсә эйәрмәй. Ғайса Пәйғәмбәр үҙенә ғибәҙәт итеүҙе, табыныуҙы талап итмәне. Ә христиандар иһә бөгөн туранан-тура уға табыналар, шул рәүешле улар ширк (иң ҙур гонаһ!) эшләйҙәр. Ҡөрьәндә әйтелгән: «Аллаһы Тәғәлә Ғайса Пәйғәмбәрҙән: «Эй Ғайса! Һин кешеләргә: «Миңә һәм минең әсәйемә ғибәҙәт итегеҙ», - тип әйттеңме?» - тип һораясаҡ. Ғайса Пәйғәмбәр: «Дан Һиңә, Аллаһ! Мин быны әйткән булһам, Һин белер инең. Мин бит уларға: «Тик Аллаһҡа ғына ғибәҙәт итегеҙ!» - тип әйттем», - тиер». Эйе, христиандар үҙ диндәрен ҡурҡыныс итеп боҙҙолар. Ә Ғайса Пәйғәмбәрҙең өйрәткән нәмәләре иһә дөрөҫ хәлдә һаҡланып ҡалманылар. Шуға Аллаһы Тәғәлә кешелеккә яңы Пәйғәмбәр - Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) ебәрҙе. Уға эйәреү - кешенең берҙән-бер ҡотолоу юлы. Ә'башҡа кешеләргә эйәргән бәхетһеҙҙәр Ҡиәмәт көнөндә бик ныҡ үкенерҙәр, ләкин ул көндө үкенес һәм илау-аҡланыуҙар ярҙам итмәҫ. Был турала Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай ти: «Ул көндө залим кеше ҡулдарын тешләр һәм: «Аһ! Әгәр мин Аллаһ рәсүле менән бер юлды тотҡан булһам икән! Ниндәй ҡайғы миңә! Әгәр мин фәлән-фәләнде үҙемә дуҫ итмәгән булһам ине!» - тип әйтер».

Эй, кешеләр! Ошо аятта әйтелгән фәлән-фәләндәр - ялған юл өйрәтеүселәр, алдаҡсылар артынан эйәрмәгеҙ! Ҡурҡыныс Ҡиәмәт көнөндә Фирғәүен, Будда, Рим папаһы, Ленин, Сталин, Гитлер, Саи-баба кеүек әҙәмдәр артынан эйәреүселәр шул үҙ кумирҙары менән Мәхшәргә йыйылыр. Ә'ҡотолоусы кешеләр - улар Пәйғәмбәрҙәргә эйәргән бәндәләр булырҙар. Беҙҙең заманда күп кешеләр, диндәр араһында, Пәйғәмбәрҙәр араһында айырма юҡ, улар барыһы ла яҡшылыҡҡа өйрәтә, шуға күрә беҙ диндәрҙе айырырға тейеш түгелбеҙ, һәр кемдең үҙ юлы, тиҙәр. Уларға яуап итеп беҙ шулай тиербеҙ: эйе, юлдар күп, быны Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) дә әйткән ине, ләкин был юлдарҙың барыһы ла Аллаһы Тәғәләгә илтәме? Юҡ! Әгәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән алда йәшәгән ниндәйҙер Пәйғәмбәрҙең береһе ул заманда тере булһа, ул үҙе лә бары тик Мөхәммәт ғаләйһиссәләм артынан эйәрер ине. Быны ла Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйтте: «Әгәр Муса тере булһа һәм минең Пәйғәмбәр булған ваҡытыма тура килһә, ул тик минең артымдан эйәрер ине». Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Был - Минең тура юлым, ошо юлдан барығыҙ!.. Быны һеҙгә Ул васыят ҡылды. Моғайын, һеҙ тәҡүәле булырһығыҙ». Йәғни, ислам дине - Аллаһы Тәғәләнең тура юлы, һәм ошо юлдан барыуҙы, башҡа юлдарға тайпылмауҙы Аллаһы Тәғәлә беҙгә васыят иткән.

Алдағы дәрестәрҙә беҙ, Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе Ҡиәмәт көнөнә йыясаҡ, тип әйткән инек. Әгәр кемдер, Аллаһы Тәғәләгә ышанам, ти икән, ул Ҡиәмәт көнөнә лә ышанырға тейеш. Ҡиәмәт көнө - ул Аллаһы Тәғәләнең бөтә кешеләрҙе лә терелтеп, тергеҙеп, Мәхшәр майҙанына йыйыуы. Ул көндө Аллаһы Тәғәлә бөтә кешеләрҙән дә яуап аласаҡ: «Ниңә һин шул эште эшләнең? Ниңә был гонаһты ҡылдың? Ниңә шул нәмәне эшләмәнең? Ниңә намаҙ уҡыманың? Ниңә ураҙа тотманың? Ниңә зәҡәт бирмәнең?» һәм башҡа. Йәғни, Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ. Аллаһы Тәғәләгә ышанам, ләкин Ҡиәмәт көнөнә ышанмайым, тигән кешенең иманы камил түгел, ул кеше иман рөкөндәренең береһен инҡар итә. Иман рөкөндәре - өйҙөң нигеҙ таштары кеүек. Әгәр нигеҙҙән төп таштарҙың береһен алһағыҙ, өй емерелеп төшәсәк. Иман менән дә шулай уҡ: әгәр кеше имандың ниндәйҙер бер шартын инҡар итә икән, был иман камил булмаясаҡ, йығыласаҡ. Ысынлап та, нисек инде кеше Аллаһы Тәғәләгә ышанһын да, Ҡиәмәт көнөнә ышанмаһын? Әллә Аллаһы Тәғәлә үлеп сереп бөткән кешеләрҙе ҡабаттан тергеҙә алмай, тиһегеҙме? Тирә-яғығыҙға ҡарағыҙ: мәҫәлән, яҙ көнө бөтөн донъя ҡабаттан терелә. Ә'Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйткән: «Шулай уҡ беҙ кешене лә терелтәсәкбеҙ», - тип. Беҙ ергә ташлаған орлоҡ Аллаһы Тәғәләнең әмере менән үҫеп сыға һәм үҙенә оҡшаш күпме яңы орлоҡтар бирә. Һәм былар барыһы ла Аллаһтың әмере һәм ихтыяры менән генә була. Әллә Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙе шулай уҡ тергеҙә алмаймы ни? Әлбиттә, тергеҙә ала. Ҡөрьәндә әйтелгән: «Кешеләрҙе тергеҙеү уларҙы тәүге тапҡыр юҡтан бар итеүгә ҡарағанда еңелерәк...». Ҡасандыр элек донъяла бер нәмә лә булмаған - бер тере молекула ла, бер тере атом да. Һәм Аллаһы Тәғәлә бар тереклекте яратҡан, шул иҫәптән - кешене лә. Иң тәүҙә уны юҡтан бар итеп тә, аҙаҡ миллион-миллиард молекулаларға тарҡалған кешене Аллаһы Тәғәлә ҡабаттан йыя алмаймы ни? Әлбиттә, йыя ала.

Тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышанмаған кеше мосолман булып һаналмаҫ. Тәҡдир - Аллаһы Тәғәләнең бөтөн барлыҡ нәмә өсөн алдан әҙерләгән яҙмышы. Ҡөрьәндә лә, Сөннәттә лә тәҡдиргә ышаныу кәрәклеге тураһында күп әйтелгән. Мәҫәлән, Аллаһы Тәғәлә шулай ти: «Беҙ һәр нәмәне тәҡдир менән барлыҡҡа килтерҙек». Шулай уҡ: «Аллаһтың бойороғо тәҡдир булды», йәғни, алдан билдәләнде. Шулай уҡ Ҡөрьәндә әйтелә: «Ниндәй генә бәлә-ҡаза килһә лә, ул тик Аллаһтың рөхсәте менән генә килә. Аллаһҡа иман килтергән кешенең күңелен Аллаһ тура юлға ебәрә. Ул бар нәмәне лә белә».

Бер көн Ғүмәр ибн Хаттабтың улы Абдуллаһҡа (Аллаһ уларҙан риза булһын) бер төркөм кешеләр тураһында һөйләнеләр. Ул кешеләр белем арттырырға теләп Ҡөрьән уҡыйҙар икән, ләкин тәҡдиргә ышанмайҙар, яҙмыш юҡ, тиҙәр. Былар тураһында Абдуллаһ ибн Ғүмәр шулай ти: «Уларҙы осратһаң, әйт: «Ғүмәр улы Абдуллаһ ант итә: әгәр улар Өхөд тауы ҡәҙәр алтын сарыф итһәләр ҙә, әммә тәҡдиргә ышанмаған булһалар, Аллаһ уларҙың бер эшен дә ҡабул итмәйәсәк».

Тәҡдиргә (яҙмышҡа) ышаныу бер нисә төшөнсәнән барлыҡҡа килә:

Беренсенән, Аллаһы Тәғәләнең белеме бар нәмәне лә солғап алған. Аллаһы Тәғәлә белмәгән бер нәмә лә юҡ. Аллаһы Тәғәлә бөтә нәмә тураһында ла уларҙың бөтә нескәлектәренә тиклем белә. Һәм Аллаһы Тәғәлә ошо белгән нәмәләрен билдәле урынға яҙып ҡуйған, был урын «Һаҡлаулы таҡта» («Әл-ләүхүл-мәхфүз») тип атала. Мәҫәлән, минең ошо дәрестәрҙе яҙып ултырыуым, һеҙҙең уҡып ултырыуығыҙ - былар шул таҡтаға алдан уҡ яҙылған булған, тимәк. Һеҙҙең кисә нимә ашағанығыҙ, иртәгә һеҙҙең менән нимә буласаҡ - былар ҙа шунда яҙылып ҡуйылған, былар барыһы ла Аллаһҡа күптән билдәле.

Икенсенән, бөтөн булған нәмә фәҡәт Аллаһы Тәғәләнең әмере менән генә була. Бер нәмә лә Аллаһы Тәғәләнең ихтыярынан тыш булмай. Бер япраҡ та, Аллаһтың әмере булмайынса, ағастан өҙөлөп төшмәй. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә: «Аллаһтың күктәрҙә һәм ерҙә булған нәмәләрҙе белгәнен һин белмәйһеңме ни? Ысынлап, улар барыһы ла китапҡа (йәғни, Һаҡлаулы таҡтаға) яҙылып ҡуйылған. Ысынлап, был Аллаһҡа бик еңел». Беҙ бер ҡасан да, Аллаһ теләмәгән нәмә булды, тип әйтергә тейеш түгелбеҙ (бынан Аллаһ Үҙе һаҡлаһын!). Кемделер үлтерҙеләрме, кемдер үлдеме, нимәлер урландымы, кемдер ауырып киттеме - былар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса, Уның ирке, Уның ихтыяры менән. Ләкин, шул уҡ ваҡытта, кешенең дә ихтыяры бар. Беҙ, тәҡдиргә һылтанып, кәрәкле нәмәләрҙе эшләмәй ултырырға тейеш түгелбеҙ. Улай иткән кешеләр, тимәк, динде дөрөҫ аңламай. Мәҫәлән, мин ниндәйҙер насарлыҡ эшләйем икән, «Миңә был яҙылған» тип, тәҡдиргә һылтанып ултырыуым ярамай. Был шайтан беҙҙе шулай алдай. Беҙ бит тәҡдиребеҙгә нимә яҙылғанын белмәйбеҙ, тимәк, бер нәмәгә ҡарамай, яҡшы эштәр эшләргә, хәлебеҙҙе яҡшыртырға ынтылырға тейешбеҙ. Тәҡдир - ул Аллаһы Тәғәләнең сере, һәм беҙгә уны аңларға тырышып, төпкә ҡаҙынырға ярамай (был турала Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғаләйһиссәләм ҡаты киҫәткән). Беҙгә тейешле нәмә - ул тырышыу, ә ҡалғанын Аллаһ бирә.

Эйе, Аллаһы Тәғәләгә барыһы ла билдәле, һәм барыһы ла яҙылып ҡуйылған. Ләкин был, кешене нимәгәлер көсләү, тигәнде аңлатмай. Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн Хаттаб (Аллаһ унан риза булһын) тураһында шундай бер хикәйә һөйләнелә. Ул бер мәл бер бурҙы тотоп алып килде һәм шәриғәт ҡушҡанса уның ҡулын киҫергә әмер итте. Был бур: «Эй хәлифә! Мин бит быны Аллаһтың тәҡдире менән эшләнем, минең урлауым - ул Аллаһтың ҡушыуы», - тип аҡланырға тырышты. Ғүмәр хәлифә уға шулай тине: «Һин Аллаһ тәҡдире менән урлағанһың икән, мин һинең ҡулыңды Аллаһ тәҡдире менән киҫәсәкмен». Уйлана белгәндәр был хикәйәнән, әлбиттә, ғибрәт алыр.

Аллаһы Тәғәлә беҙгә нимә ҡушҡан, беҙ, бер нәмәгә лә һылтанмайынса, шуларҙы эшләргә ынтылырға тейешбеҙ: намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, төрлө яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға, харамдан тыйылырға. Ә'тәҡдир - ул Аллаһтың сере. Бер ғалим әйткән: «Мин тәҡдир (яҙмыш) тураһында күп уйланым һәм шуны аңланым: уның турала күберәк һөйләгән кеше уны, тәҡдирҙе, әҙерәк аңлай, ә уның турала әҙерәк һөйләгән кеше уны яҡшыраҡ аңлай».

Шулай итеп, беҙ имандың алты рөкөнөн үттек. Беренсеһе - Аллаһы Тәғәләгә ышаныу, икенсеһе - Уның фәрештәләренә, өсөнсөһө - Уның китаптарына, дүртенсеһе - Пәйғәмбәрҙәренә, бишенсеһе - Ҡиәмәт көнө буласағына, һәм алтынсыһы - Аллаһы Тәғәләнең тәҡдиренә, йәғни яҙмышҡа. Ошо алты шартты беҙ яттан белергә тейешбеҙ һәм быларҙың береһен дә инҡар итергә тейеш түгелбеҙ.




#Article 121: Ризаитдин Фәхретдинов (169 words)


Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов; 4 ғинуар 1859 йыл — 11 апрель 1936 йыл) — күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле. Эске Рәсәй һәм Себер Үҙәк диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе (1923—1936).

Ризаитдин Фәхретдин 1859 йылдың 4 ғинуарында Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙе Варварин улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Әлмәт районында) Кисеүсат (Юлдаш) ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған.

Ризаитдиндың шәжәрәһе артабанғыса булған: Тансар → Ҡармыш → Бәхшәнди → Ҡайбулла → Йәнгилде → Туймөхәммәт → Ишмөхәмәт → Юлдаш → Бикмөхәмәт → Собханғол → Сәйфетдин → Фәхретдин → Ризаитдин. Ризаитдиндың ҡартатаһы Сәйфетдин һәм атаһы Фәхретдин (1818—1891) — Кисеүсатта имам хатип булғандар. Фәхретдиндең ике ҡатыны һәм ун бер балаһы булған, улы Ризаитдиндең тыуыу тураһындағы метрик яҙмаларында башҡорт тип күрһәтелгән. Ризаитдиндың әсәһе — Мәхүбә Рымҡул ҡыҙы (1821—1873). Ризаитдиндың ата-әсәһе 1920 йылдың 18 апрелендә бирелгән метрик белешмәлә башҡорт тип күрһәтелгән.

Ризаитдин Фәхретдиновтың 1906 йылғы һәм 1912 йылғы паспорттарында сығышы буйынса башҡорт тип күрһәтелгән. Фәхретдиновтың үҙенең анкетаһында ла милләте башҡорт-типтәр тип яҙылған, 1930-сы йылдарҙа төҙөлгән икенсе анкетаһында Ризаитдин Фәхретдин үҙенең, ҡатынының һәм балаларының милләттәре башҡорт тигән.




#Article 122: Салауат (ҡала) (247 words)


Салауат  — Башҡортостан Республикаһының көньяҡ өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан республика әһәмиәтендәге ҡала, ҙур сәнәғәт (башлыса нефть химияһы) үҙәге.

СССР Министрҙар Советының 1948 йылдың 30 мартындағы ҡарары нигеҙендә Ағиҙелдең һул яҡ ярынан 7—8 саҡрымда ятҡан Оло Аллағыуат ауылы янында мазут эшкәртеп, бензин алыу өсөн, Германиянан ҡайтарылган ҡоролмалар нигеҙендә «18-се комбинат» (хәҙер Газпром Нефтехим Салауат берекмәһе) төҙөлә башлай.

Производствола эшләүселәргә йәшәү өсөн административ яҡтан Ишембайға ҡараған махсус ҡасаба төҙөү күҙ уңында тотола. Был төҙөлөш эштәрен атҡарыу «Ишембайгазстрой» тресына йөкмәтелә. И. В. Сталин приказы буйынса төҙөлөшкә иркенән мәхрүм ителгән 25 мең тотҡон ебәрелә. Ҡалала бөгөн дә дүрт холоҡ төҙәтеү колонияһы бар.

Салауат — ҙур нефть химияһы үҙәге. Газпром Нефтехим Салауат акционерҙар йәмғиәте яғыулыҡ, полиэтилен, азот ашламалары һәм башҡа күп төрлө продукция етештерә. «Салауатстекло» акционерҙар йәмғиәте, оптика-механика заводы тормоштоң төрлө өлкәһендә ҡулланылған тауарҙар — тәҙрә быялалары, быяла сүс, быяла һауыт-һаба, гәлсәр, биноклдәр, медицина приборҙары эшләп сығара. Нефть эшкәртеү заводтары өсөн ҡорамалдарҙы «Салауатнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе, ә сәнәғәт предприятиелары һәм төҙөлөш комплекстары өсөн — «Салауатгидромаш» акционерҙар йәмғиәте етештерә. Авторемонт, тәжрибә-эксперимент, тимер-бетон һәм минераль мамыҡ етештереү заводтары эшләй.
Еңел сәнәғәт тауарҙарын «Содис» тегеү фирмаһы, һунар ҡорамалдары һәм трикотаж әйберҙәр фабрикалары сығара.

Ҡалала «Салауатгипронефтехим», Нефть машиналары эшләү институттары бүлеге, Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы, индустриаль һәм педагогик колледждар, медицина һәм музыка училищелары, бер юғары һәм биш урта профессиональ училище, 25 дөйөм биреү мәктәбе бар.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры эшләй.

Урыҫ телендә «Выбор», башҡорт телендә «Салауат» гәзиттәре сыға.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 123: Мәләүез (200 words)


Мәләүез — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 61 390 кеше, 2018 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 58 004 кеше булған. Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.

Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала.

Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә.
Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән.

Ҡалалағы төп предприятиелар:

Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре (шулар араһында Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы), музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, һөнәри белем биреү училищелары бар.

Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй.

Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә.
Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан. 

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 124: Ҡала (1489 words)


Ҡала — ҡағиҙә булараҡ, ауыл хужалығынан тыш башҡа эштәр менән шөғөлләнеүселәр йәшәгән урын.

Ҡала — халыҡ йәшәгән эре тораҡ пункт, унда йәшәгән кешеләр ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәй. Үҫешкән хужалыҡ комплексы, иҡтисады бар, архитектура һәм инженер ҡоролмалар тупланмаһы булып һанала.

Ҡала термины ултыраҡ тирәләй һаҡланыу ҡоймаһы ер ҡулсаһы йәки ҡала стенаһы булыуҙан килеп сыҡҡан. Боронғо рус дәүләтендә ҡала тип ошондай ҡойма менән уратып алынған һәм халыҡ йәшәгән һәр эре пункт аталған. Ҡалалар сәнғәт һәм һөнәрселек, техник ҡаҙаныштар үҫеше үҙәге булып хеҙмәт иткән.

Үҫә килә, ҡалалар ҡала агломерациялары булдыра. Континенттар һәм илдәр өсөн айырыуса мөһим ролде баш ҡалалар һәм миллиондан ашыу халҡы булған агломерациялар, шул иҫәптән мегалополистар һәм глобаль ҡалалар уйнай.

Дөрөҫ ҡала төҙөлөшөн өйрәнеү менән махсус дисциплина — ҡала төҙөлөшө шөғөлләнә. Ул ҡала төҙөлөшө ҡағиҙәләрен, закондарын өйрәнә. Ҡала төҙөлөшө архитектура өлкәһендә барлыҡҡа килә. Тора-бара ҡалалар ҙурая төшә һәм уларҙы планлаштырыу өсөн гигиена, иҡтисад, экология, транспорт һ.б. тураһында өҫтәлмә белем кәрәк була..

Тарихи фән контексында ҡала ун билдәгә эйә. Бының буйынса ул тәүге ваҡыттарҙағы ауылдарҙан, атап әйткәндә, һөнәрселәр оҫтаханаһы, сауҙа билдәләре (килтерелгән әйберҙәр, аҡса) һәм административ идаралыҡ — раҫлаусы мисәт һәм пломба), хәрби йыһазландырыу предметтары (ҡорал, хәрби ҡорамалдар), төрлө нығытмалар, таш төҙөлөш сәнғәте объекттары зодчество, яҙмалар, ҡиммәтле көндәлек тормош предметтары, биҙәүестәр, ҡала төҙөлөш усадьбалары, уратып алған ҡоймалар буйынса айырыла.

Хәҙерге тораҡ пункттарҙы ҡала категорияһына индереү законлы рәүештә башҡарыла; был осраҡта ҡала халҡы иҫәбе айырыла: 250 кешенән — Данияла, 50 мең кеше — Японияла.

Бөтә ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың тарихы уларҙың барлыҡҡа килеүенән, ошо территорияла тәүге кешеләрҙең барлыҡҡа килеүенән һәм уларҙың туҡтауһыҙ ошонда йәшәүенән башлана. Традиция буйынса тораҡ пункттарҙың тарихын уларҙың тәү башлап телгә алыныуынан һанайҙар (дөрөҫ мәғлүмәт тапшырыусы башҡа ысул әлегә тиклем юҡ). Ҡала булғандан алып бер нисә тапҡыр уның статусы һәм исеме лә үҙгәрергә мөмкин. Бөгөн археологтар тарафынан табылған меңләгән реаль, боронғо һәм урта быуат ҡалалары билдәле. Ҡайһы берҙәренең территорияһына яңы ҡалалар төҙөлгән, икенсе берҙәрендә тормош өҙлөкһәҙ дауам итә. Тарих белгәнде, тикшергәнде хикәйәләү. Шуға күрә, ҡала тарихын уларҙың тәүге тапҡыр яҙма рәүештә иҫкә алыу ваҡытынан алып һанайҙар.

Әлеге ваҡытта планетаның иң боронғо ҡалаһы булып беҙҙең эраға тиклем 8 мең йыллыҡтағы Чатал-Хююк ҡалаһы һанала. Башҡа ҡалалар беҙҙең эраға тиклем 5 мең йыллыҡтағылары ла мәҙәниәте буйынса ла, дәүмәле буйынса ла тура килмәй.
Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 5 меңенсе йылдан Дунайҙан буласаҡ Греция һәм Днепр яғына эре территориаль үҙәктәр тарала.

Триполь мәҙәниәте буйынса прото-ҡалалар (нығытылған ҡалалар), 5-12 мең халыҡ йәшәгән (Доброводтар, Майданецк, Петрендар һ.б. 250—400 гектар майҙанға эйә; Румыния, Молдавия, Украина).

Рәсәй территорияһында был осорҙоң иң эре ҡалаһы булып әҙ тикшерелгән Вожмариха тора. Арҡайым һәм Урал буйы территориаль үҙәктәре беҙҙең эраға тиклем 3-2 мең йыллыҡтан үҫешә. Археологик мәғлүмәттәр буйынса, Дербент (Дағстан) 5000 йыллығын билдәләне. Беҙҙең эраға тиклем 4-3 мең йыллыҡтар менән донъяға билдәле булған боронғо территориаль үҙәктәр даталана: Боронғо Месопотамияла — Ур, Урук, Ницер; Боронғо Египетта— Мемфис, Фивы; Һиндостанда — Мохенджо-Даро, Хараппа; Грецияла — Спарта, Афина.

Европа ҡалаларының дөйөм билдәле тарихын беҙҙең эраға тиклем 8-7 быуаттан Ереван (Әрмәнстан), Гадес (Испания), Массилия (Франция), Рим (Италия), Ольвия, Пантикапей (Керчь, Ҡырым) һ.б. башлай. Беҙҙең эраға тиклем VI быуатта — беҙҙең эраға тиклем V быуатта уҡ хәҙерге Рәсәй территорияһында Фанагория, Гермонасса, Танаис һәм башҡа антик ҡалалар барлыҡҡа килә. Тәүге ҡалалар промыслалар һәм ауыл хужалығы менән тығыҙ бәйләнгән була, сөнки йыш ҡына улар ултыраҡ игенселәр һәм малсылар тарафынан булдырыла. Күп илдәрҙә бәләкәй ҡалалар был бәйләнеште әлегә тиклем һаҡлай, ауыл хужалығы хеҙмәтенә эре ҡалалар халҡы ла тартыла.

Рим, Константинополь, Херсонес Таврический (Севастополь, Ҡырым) тарихы күрһәтеүе буйынса, V быуаттан урта быуат ҡалалары антиклыҡ ваҡытында уҡ булдырылған традицион йәмғиәт тенденцияһын дауам итә. XI быуат—XII быуатрҙа Европа өлөшөнөң иң эре ҡалалары: Флоренция, Рим, Париж, Лондон, Кёльн, Киев һәм башҡалар.

Ҡалалар йыш ҡына һаҡланыу нығытмалары (замоктар, ҡәлғәләр һ.б.) булған урындарҙа һәм улар тирәләй үҫешә. Быны этимология ла сағылдыра: «ҡала» (сиркәү-славян телендә «градъ») уратып алынған, һаҡланған урын, тигәнде асыҡ аңлата (поляк һүҙе gród— крепость) ).

Русьтың Скандинав телендәге Гардарика лар атамаһы ҡушма һәм «ҡалалар дәүләте» тигәнде аңлата. Бында garđ шул уҡ индоевропа тамырынан килеп сыға — «городить», «огораживать».

Кешеләр баштан уҡ ҡалалар тирәһенә урынлашырға тырышҡан, сөнки улар кәрәк ваҡытта ошо стеналар артында ышыҡ тапҡан.

XIX быуатта ҡалаларҙың ҡыҙыу үҫеше сәнәғәт революцияһы арҡаһында була.
Эре ҡала биҫтәләрендә башта ярлы ҡатлам вәкилдәре йәшәгән.

Әммә XIX быуатта уҡ Европала һәм АҠШ-та тимер юлы транспортының үҫеше арҡаһында, эре ҡалаларҙың абруйлы биҫтәләре барлыҡҡа килә, унда бай ҡатлам кешеләре йәшәй.

Ҡыҙыу субурбанизация (эре ҡалаларҙың биҫтәләр үҫеше) АҠШ-та Икенсе донъя һуғышынан һуң башлана. Халыҡтың ҡала янына күсеүенә шәхси автомобилдәрҙең күбәйеүе һәм юл селтәрҙәренең, шул иҫәптән, тиҙ йөрөшлө магистралдәрҙең үҫеше нигеҙ булып тора. Ошо уҡ ваҡытта АҠШ-тың ҙур ҡалалары үҙәгендә күп фатирлы иҫке өйҙәрҙә йәшәгән фәҡирҙәр күбәйә.

Субурбанизация ҡала агломерацияһын барлыҡҡа килтерә. (). Донъяла майҙаны буйынса иң эре ҡала агломерацияһы — Нью-Йорк. Ул өс штат территорияһында урынлашҡан. Халҡы буйынса иң ҙур агломерация — Токио. Унда 35 млн кеше йәшәй.

Европа ҡала агломерацияһы АҠШ һәм Канада агломерацияһынан ҡала биҫтәләренең артыҡ ҙур булмауы һәм үҙаллы ҡала йәки ауыл булыуы менән айырыла. Уларҙың күбеһе йоҡо райондарына әйләнгән. Ундағы халыҡ көн һайын яҡындағы эре ҡалаға автобустарҙа эшкә йөрөй.

Күп кенә үҫешкән илдәр юғары урбанизация темпы менән айырылып тора. Бындай илдәрҙә күп миллионлы ҡала агломерацияларын булдырыу бара, мәҫәлән, Мехико, Буэнос-Айрес, Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Калькутта, Мумбай һәм башҡалар. Әммә ауыл халҡының ҡалаларға килеүе, эшсе ҡулдарға мохтажлыҡты уҙып китә һәм урбанизация эшһеҙлек, ярым эшһеҙлек иҫәбен арттыра, төпкөл ҡала райондарын киңәйтә.

Индустриаль дәүер башланыу менән ҡала халҡы ҡыҙыу арта, сөнки күп кенә ауыл кешеһе юғары эш хаҡы һәм комфортлы тормош артынан эре ҡалаларҙа йәшәргә ынтыла.

XIX быуатта сәнәғәт ҡалалары һаны арта, ләкин XX быуат урбанизация быуаты тип һанала. Быны түбәндәге мәғлүмәттәр дәлилләй:

Тикшереүселәр, әлеге тенденция дауам иткән осраҡта, ҡала халҡы һәр 38 йыл һайын икеләтә артып торасаҡ, тип раҫлай.
Европала 50 % ҡала халҡы ҙур булмаған ҡалаларҙа йәшәй (5-10 мең кеше) , 25 % -ы — 10-250 мең кеше, һәм 250 меңдән ашыу кешеһе булған ҡалаларҙа йәшәгән.

Әлеге ваҡытта бөтә ҡалалар 1 % — тай ҡоро ер майҙанын алып тора.

Хәҙерге ҡалалар төрө: бәләкәй (50 мең кеше), уртаса (50-1000 мең кеше), ҙур (100—250 мең кеше), эре (250—1000 мең кеше), иң эре (1миллион-дан — 3 млн-ға тиклем) һәм бик ныҡ эре (3 млн.-дан ашыу). 1980 йылдарҙа донъяла 220 миллионлы ҡала иҫәпләнгән.

Күп кенә эре ҡалаларҙың юлдаш ҡалалары барлыҡҡа килә. Йыш ҡына ҡалалар һәм юлдаш-ҡалалар берләшә һәм ҡала агломерацияһын барлыҡҡа килтерә. Уларҙың, үҙ сиратында, мегалополистарға берләшеүе ихтимал.

Рәсәйҙә ҡала статусы Рәсәй Федерацияһының субъекттары ҡануниәте менән билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта, ҡалалар ике төргә бүленә: төбәк (өлкә, край, республика һ.б.) һәм район әһәмиәтендәге.

Мәҫәлән, Волгоград өлкәһендә халыҡ йәшәгән пунктты район әһәмиәтендәге ҡала тип атау өсөн ошондай шарттарҙы үтәргә кәрәк:
халыҡ 10 меңдән кәм, эшселәре, хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары 85 проценттан кәм булмаҫҡа (формаль критерийҙар) тейеш; сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәк булырға тейеш (баһалау критерийы).. Әлбиттә, өлкә ҡарамағындағы ҡалалар өсөн талаптар юғарыраҡ.

Әммә был талаптар ҡәтғи тип һаналмай. Тораҡ пункттың ниндәйҙер критерийға (тәү сиратта формаль, айырыуса халыҡ иҫәбе буйынса) тура килмәүе, уның автоматик рәүештә ҡала статусын юғалтыуына килтермәй, сөнки бының өсөн тейешле норматив хоҡуҡи акт (өлкә законы) ҡабул ителергә кәрәк, ә халыҡтың һиҙелерлек булмаған үҙгәреше тәбиғи һанала.

Мәҫәлән, 2013 йылда Волгоград өлкәһе Серафимович ҡалаһының ни бары 9300 халҡы була. Бынан тыш, ҡала статусы ниндәйҙер сәйәси көс файҙаһына (Ингушетияның баш ҡалаһы Магас – Рәсәйҙең иң бәләкәй ҡалаһы, Федерация субъектының административ үҙәге һанала) ярашлы, ҡала тарихының һәм мәҙәниәтенең баһаһы кеүек  (Чекалин (Рәсәйҙең иң бәләкәй ҡалаһы), Верхотурье, Верхоянск) булырға мөмкин.

Рәсәйҙә тораҡ пункт, унда 12 меңдән дә кәм булмаған кеше йәшәгән һәм халыҡтың 85%-ы ауыл хужалығында шөғөлләнмәгән осраҡта рәсми рәүештә ҡала статусын алырға мөмкин. Әммә Рәсәйҙә халҡы 12 меңдән кәмерәк булған бик күп ҡалалар (1092-нән 208) бар. Уларҙың ҡала статусы тарихи факторҙар һәм халыҡ иҫәбе үҙгәреү менән бәйле.

Ҡалаларҙы бер-береһе менән юлдар тоташтыра. Ҡала эсендәге юл урам йәки проспект тип атала. Урамдар буйлап биналар, торлаҡ йорттар һәм башҡа ҡоролмалар төҙөлә. Биналар комплексы торлаҡ һәм эш кварталдарына берләштерелгән
Өйҙәр тирәләй кешеләргә йөрөү өсөн тротуарҙар һалынған.
Ҡалаларҙа биналар һәм ҡаралтылар төҙөү төрө:

Һәр ҡала юридик сиккә йәки ҡала һыҙығына эйә. Халыҡ һаны артыуына ҡарап, ҡала төҙөлөшө был юридик сик аша сыға. Юридик һәм фактик сиктәрҙең тура килмәүе ҡала хужалығы менән идара итеүҙе ҡатмарлаштыра. Ҡала администрацияһы транспорт һәм коммуналь хеҙмәттәр менән үҙ сигендә йәшәгән ҡала халҡын ғына түгел, ә ҡала янында йәшәүселәрҙе һәм көн һайын ҡалаға эшкә килеүселәрҙе лә хеҙмәтләндерергә мәжбүр.

Маятниклы миграция транспорт инфораструктураһына  - яңы магистралдәр төҙөүгә, шул иҫәптән ҡаланың тарихи урындарына ла, транспорт ҡоролмаларына, тиҙ йөрөшлө транспорт линияларына ҙур аҡса һалыуҙы талап итә. Был проблеманы ҡала һәм ҡала яны халҡының сығымдарында уртаҡ ҡатнашып, йәки административ сикте киңәйтеп кенә хәл итеп була.

Төп милли йәки халыҡ-ара сауҙа юлдары киҫешкән ерҙәге урын үҙ мәлендә төрлө ваҡытта Генуя, Венеция, Париж, Амстердам, Бөйөк Новгород, Данциг ҡалаларының үҫешенә килтерә.
Шулай уҡ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылығы урыны ла ҙур әһәмиткә эйә була.

Ҡалаларҙа айырым микроклимат була. Бындағы һауа температураһы һәр ваҡытта ла тирә-яҡ мөхиттәге уртаса температуранан юғарыраҡ була. Ҡала атмосфераһының йылыныуы яғыулыҡ яныуынан, биналарҙы йылытыуҙан һәм уларҙан килгән йылылыҡтан килә. Ҡалаларҙа ҡар иртә ирей, үҫемлектәр иртә йәшәрә, йыш ҡына икенсе өлкәләргә ҡышларға киткән күсмә ҡоштар, үҙ инстинкттарын онотоп, ошонда ҡышларға ҡала.

Ҡалалар сәнәғәт производстволары һәм автомобиль транспорттары арҡаһында тирә-яҡ мөхитте бысратыусы мөһим сығанаҡ булып тора. Торлаҡ йорттар төҙөлөшө елдең тиҙлеген кәметә, был иһә бысратыусы матдәләрҙең һауала йыйылыуына килтерә.  Ҡалаларҙың һәм ҡала яны биҫтәләренең киңәйеүе ауыл хужалығы биләмәләрен ҡыҫҡарта.

Ғәҙәттә, ҡала атамалары түбәндәгеләрҙән барлыҡҡа килә:




#Article 125: Континент (1339 words)


Континент ( — күләмле, өҙлөкһөҙ) — ҙур өлөшө океан менән ҡапланмаған, ситтәре океан кимәленән түбән урынлашҡан ер ҡабығының ҙур массивы.

Геологик мәғәнәлә континент материк ситен, шельф һәм тирә-яҡтағы утрауҙарҙы үҙ эсенә ала. Континет формаһы геологик ваҡыт арауығында үҙгәрә. Ерҙәге элекке дәүерҙәге континенттар палеоконтиненттар тип атала.

Континент  төшөнсәһенә яҡын мәғәнәлә «матери́к» һүҙе лә ҡулланыла.

Материк — диңгеҙ һәм океандар менән йыуылыусы ҙур ҡоро ер өлөшө.
Материк — геология төшөнсәһе. Материктар сиге ҡоро ерҙә муйын (ҡоро ерҙәрҙе йәки ярымутрау менән материкты тоташтыра торған ҡоро ер) аша үтә: Панама муйыны —  Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы, һәм Суэц муйыны Африканы һәм Евразияны бүлеп тора. Ерҙә алты материк бар:

Геологияла йыш ҡына уртауҙарҙы ла иҫәпләп материктың һыу аҫты өлөшөн дә материкка керетәләр.Тектоник күҙлектән ҡарағанда, материк — континенталь төҙөлөшлө ер ҡабығының литосфера өлөшө.

.

Ҡитға һәм донъя тарафтары тигән тарихи-мәҙәни төшөнсә лә бар. Евразияла ике ҡитға — Европа һәм Азия, ә Америка тигән донъя тарафы  Көньяҡ һәм Төньяҡ Американы берләштерә. Донъя алты ҡитғаға бүленә:

Ҡайһы берҙә Океания һәм Арктиканы айырым ҡитғаға бүләләр.

Европа менән Азия араһындағы сик төньяҡтан көньяҡҡа Урал тауҙары аша үтә, артабан Эмба йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем, Кавказдың төньяғынан Кума һәм Маныч йылғалары буйылап Азов диңгеҙенә тиклем, артабанҠара, Мәрмәр һәм Урта диңгеҙҙере буйлап үтә. Юғарыла әйтелгән сик бәхәсле  — был сик билдәләүҙең бер генә варианты.

Донъяла ерҙе материк һәм донъя тарафтарына бүлеүҙең бер нисә юлы бар.

Евразия — Ерҙә иң ҙур һәм берҙән бер дүрт океан менән йыуылған материк: көньяҡтан — Һинд, төньяҡтан — Төньяҡ боҙло, көнбайыштан — Атлантик, көнсығыштан — Тымыҡ океан. Континент төньяҡ ярымшарҙа  9° һәм  169° көнбайыш оҙонлоҡ араһында, шул уҡ ваҡытта контененттың ҙур өлөшө көньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан. Евразияның ҙур континенталь өлөшө Көнсығыш ярымшарҙа, шул уҡ ваҡытта ҡырыйҙағы көнсығыш һәм көнбайыш сиктәре Көнбайыш ярымшарҙы урынлашҡан.

Евразия көнбайыштан көнсығышҡа 10,5 мең километрға, төньяҡтан көньяҡҡа 5,3 мең километрға һуҙылған, майҙаны 53,6 млн.км². Был планеталағы ҡоро ерҙәрҙең өстән бер өлөшө. Евразия утрауҙары майҙаны 2,75 млн км² яҡын.

Евразия ике донъя киҫәген берләштерә: Европа һәм Азияны.Йыш ҡына сик линияһын Урал тауҙарының көнсығыш битләүенән, Урал йылғаһы, Эмба йылғаһы, Каспий диңгеҙенең төньяҡ-көнбайыш яры, Кума йылғаһы, Маныч йылғаһы, Ҡара диңгеҙҙең көньяҡ яры, Босфор боғаҙы, Мәрмәр диңгеҙе, Дарданеллы боғаҙы, урта диңгеҙ аша үткәрәләр. Был бүлеү тарихи яҡтан килә. Тәбиғи яҡтан Европа менән Азия араһында ҡырҡа айырма юҡ.Контитент бер бөтөн ҡоро ерҙә урынлашҡан.

Африка менән ҡоро ер сиге Суэц муйыны аша үтә.

Төньяҡ Америка — Көнбайыш ярымшарҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан континент. Төньяҡ Америка көнбайыштан Аляска һәм Калифорния ҡултыҡтары Тымыҡ океандың Бренг диңгеҙе менән йыуыла. Көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб, диңгеҙҙәре менән, төньяҡтан Төньяҡ боҙло океанының Бофорт, Баффин диңгеҙҙәре, Гренланд һәм Гудзон ҡултыҡтары менән йыуыла. Көнбайыштан континентты  Евразиянан Беринг ҡултығы айырып тора. Көньяҡта Төньяҡ һәм Көньяҡ Американы Панама муйыны айырып тора.

Төньяҡ Америка составына шулай уҡ күп һанлы утрауҙар керә: Гренландия, Канаданың арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡалар. Майҙаны буйынса континенттар араһында Төньяҡ Америка 3-сө урында, уның майҙаны 24,25 млн км², утрауҙырҙы иҫәпкә алмағанда — 20,36 млн км².

Көньяҡ Америка — был континенттың ҙур өлөшө планетаның көнбайыш һәм көньяҡ ярымшарҙырында урынлашҡан, бәләкәй генә өлөшө төньяҡ ярымшарҙа. Көнбайыштан Тымыҡ, көнсығыштан Атлантик океан менән йыуыла. Төньяҡтан Төньяҡ Америка менән сиктәш, Америкала араһында сик Панама муйыны һәм Кариб диңгеҙе аша үтә.

Көньяҡ Америка составына шулай уҡ төрлө утрауҙар керә, шуларҙың күпселеге  ҡитға илдәренә ҡарай. Кариб  территориялары Төньяҡ Американыҡы. Кариб диңгеҙе менән сиктәш , Колумбия, Венесуэла, Гайана, Суринам һәм Француз Гвианаһы кеүек Көньяҡ Америка илдәре Кариб Көньяҡ Америкаһы тип атала.

Дөйөм бассейны 7 млн км² (Көньяҡ Америка майҙаны 17.8 млн км²) булған Амазонка, Ориноко һәм Парана  материктың иң мөһим йылға бассейны булып тора. Көньяҡ Американың күпселек күлдәре Анд таулығында,Боливия һәм Перу сигендә урынлашҡанТитикака күле донъяла суднолар йөрөй торған иң ҙур күл. Был күл майҙаны  буйынса иң ҙур күл, ул шулай уҡ планеталағы иң боронғо күлдәрҙең береһе.

Көньяҡ Америкала донъялағы  иң бейек шарлауыҡ  Анхель шарлауығы урынлашҡан. Иң ҡеүәтле  Игуасу шарлауығы ла был материкта урынлашҡан.
Көньяҡ америка майҙаны — 17,8 млн км², был континенттар араһында дүртенсе урын.

Африка — майҙаны буйынса Евразиянан ҡалышып икенсе материк, төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көнбайыштан Атлантик океан, көнсығыштан һәм көньяҡтан Һинд океаны менән йыуыла. Материк һәм сиктәш утрауҙар Африка метеригы тип атала.

Африка континенты экваторҙы һәм бер нисә климат зонаһын киҫеп үтә, был төньяҡ субконтиненталь климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәткә һуҙылған континент. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәү сәбәпле, шулай уҡ боҙлоҡ һәм  тау системаһының дымлы горизонты булмау сәбәпле, яр буйынан башҡа климатты тәбиғи көйләү күҙәтелмәй. Утрауҙар менән бергә Африканың майҙаны 30,3 млн км², утрауҙарҙы иҫәпләмәгәндә 29,2 млн км², был ҡоро ерҙәң 20,4 % .

Австралия — Ерҙең көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарында урынлашҡан континент. Материктың бөтә территорияһы Австрия Союзы дәүләтенең ере. Материк Австрия һәм Океания тигән донъя ҡитғаһына ҡарай. Австрияның төньяҡ һәм көнсығыш ярын  Тымыҡ океан: Ғәрәбстан, Мәрйен, Тасманово, Тимор диңгеҙе; көнбайыш һәм көньяҡ ярын — Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания тигән эре утрауҙар урынлашҡан. Австрияның төньяҡ-көнсығыш  яры буйлап 2000 км ашыу  донъялағы иң ҙур мәрйен рифы — Оло Барьерлы риф һуҙылған.
Австралия — ер йөҙөндә иң бәләкәй ҡитға, уның майҙаны 7,66 млн км², был ҡоро ерҙең 5 % самаһы.

Антарктида — Ерҙең иң көньяғындағы континент, Антарктиданың үҙәге яҡынса көньяҡ географик полюста ята. Антарктиданы Көньяҡ океан һыуҙары йыуа. Антарктида материгы һәм сиктәш утрауҙарҙы Антарктида тип атайҙар.

Антарктида — Ерҙә иң бейек материк, уның уртаса бейеклеге 2040 метр. Шулай уҡ материкта боҙлоҡтарҙың  85 % урынлашҡан.Антарктидала даими йәшәгән кешеләр юҡ, әммә унда төрлө илдән континентты ентекләп өйрәнеүсе 50 фәнни станция эшләй.

Антарктида тулыһынса тиерлек боҙлоҡ ҡатламы менә капланған, боҙҙоң уртаса ҡалынлығы 2500 метрҙан артыҡ. Шулай уҡ боҙ аҫтында күлдәр булыуы билдәле (140-тан ашыу), улар араһында иң ҙур күл рәсәй ғалимдары 1990 йылда асҡан Восток күле.

Антарктида яҡынса майҙаны14,1 млн км²   тәшкил итә (ҡоро ер өҫтөнөң 10.5 %), был континенттар араһында 5-се урын.

Кенорленд —  суперконтинент, геофизиктар фекере буйынса неоархей осоронда булған (2,75 миллиардҡа яҡын йыл элек). Палеомагнит  тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  Кенорленд түбән киңлектәрҙә урынлашҡан булған.

Нун (Колумбия, Хадсонленд) —  1,5 млрд йылдан алып  1,8 млрд (максималь   ~1,8 млрд йыл элек) йыл элек булған суперконтинент. Унда барлы тураһындағы фаразды  Дж. М. роджерс һәм2002 йылда Сантош тәҡдим иткән. Нунаның йәшәү осоро палеопротерозой эраһына тип, был фаразға яраҡлы Нунаны иң боронғо суперконтинент тип иҫәпләргә була. Ул Лаврентия, Фенносарматия, Украин ҡалҡаны, Амазония, Австралия һәм, бәлки, Себер, Сино-Корея  платформаларынан тора. Колумбия ҡитғаһы барлығы нгеология һәм палеомагнит мәғлүмәтенә нигеҙләнгән.

Родиния («тыуған ерем» тора йәки «тыуҙырыу») — гипотезаға нигеҙләнгән суперконтинент, протерозоя осоронан кембрийғаса осорҙа булған континент. Яҡынса  1,1 млн йыл элек барлыҡҡа килгән һәм яҡынса 750 млрд йыл элек  тарҡалған. Ул дәүерҙә Ер бер ҙур ҡоро ерҙән һәм бер океандан торған.

Родиния тарҡалғандан һуң континенттар Пангеяға берләшә һәм тағы ла тарҡала.

Лавруссия (Еврамерика) — палеозой осорондағы суперконтинент, Төньяҡ-Америка (боронғо континент Лаврентия) һәм Көнсығыш-Европа (Балтика боронғо континенты)  платформаһынан барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ  Каледония, «Боронғо ҡыҙыл китға» (), «Боронғо ҡыҙыл ҡомташ материгы» (Old Red Sandstone Continent) исемдәре менән билдәле. Пермь осоронда  Пангея менән ҡушыла һәм уның бер өлөшө булда. Пангея  тарҡалғандан Лавразия өлөшө була. Палеогон осоронда тарғала.

Гондвана  — боронғо суперконтинент, 750-530 яҡынса миллион йыл элек барлыҡҡа килгән, көньяҡ ярымшарҙағы континенттарҙы (Африка, Көньяҡ Америка, Антарктида, Австралия) Көньяҡ полюс тирәләй берләштергән, шулай уҡ  хәҙер Евразияға күскән Һиндостан һәм Ғәрәбстан тектоник блоктары ла суперконтинеттың бер өлөшө булған.

Иртә палеозой осоронда Гондвана төньяҡта яйлап шыуышҡан, һәм таш күмер осоро (360 млн йыл элек) Пангея континенты менән тоташҡан.

Һуңынан, юра осоронда (яҡынса 180 млн йыл элек) Пангея  континенты Гондвана һәм Лавразия континенттарына бүленә, контитенттарҙы Тетис  океаны бүлеп тора. 30 миллион йыл үткәс, шул уҡ Юра осоронда Гондвана яйлап хәҙерге материктарға тарҡала башлай. . Хәҙерге замандағы бөтә материктар т — Африка, Көньяҡ Америка, Австралия, Антарктида һәм Һиндостан ярымутрауы  — тулыһынса Гондвананан Аҡбур осоро аҙағында, йәғни 70—80 млн йыл бүленгән.

Пангея ( — «бөтә ер») — палеозой осоронда барлыҡҡа килгән суперконтинент. Исемен Альред Вагнер биргән.  Пангея пермь осоронда барлыҡҡа килгән, һәм триаса осоро аҙағында  (яҡынса 200-210 млн йыл элек) ике континентҡа ярылып төньяҡ — Лавразия һәм көньяҡ — Гондвана континенттары барлыҡҡа килгән. Боронғо континентының формалашыу процесында тау системалары барлыҡа килгән (мәҫәлән, Урал һәм Аппалачи).

Лавра́зия — Мезозой осоро аҙағандаға Пангея суперконтинентының төньяҡ өлөшөндәге (көньяғы — Гондвана) суперконтинент. Төньяҡ ярымшарҙағы хәҙерге Евразия һәм Төньяҡ Америкны берләштергән һәм 135—200 млн йыл элек тарҡалған материк.

Яңы континенттың исеме Пангея Ультима, Новопангея и Амазия буласаҡ тип фаразлана.




#Article 126: Америка Ҡушма Штаттары (179 words)


Америка Ҡушма Штаттары (ингл. The United States of America, USA) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла дүртенсе (9 518 900 км²), халыҡ һаны буйынса өсөнсө (304 млн кеше) урында тора. Баш ҡалаһы — Вашингтон.

Америка Ҡушма Штаттары төньяҡта Канада, көньяҡта Мексика менән сиктәш. Көнбайыш яры Тымыҡ океан, көнсығыш яры Атлантик океан менән йыуыла. Административ яҡтан ил 50 штатҡа һәм 1 федераль округҡа (Колумбия) бүленә.

АҠШ-ла юридик рәүештә рәсми тел юҡ.

АҠШ ҙур иҡтисад ҡеүәте, иң ҙур армия менән донъяла тәьҫир итеү үҙәге булып тора. Башҡа илдәргә мәҙәни, фән, йәмғиәт, сәйәсәт яҡтан ҙур йоғонто яһай.

АҠШ Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

АҠШ Президенты — ил башлығы һәм иң юғары вазифалы кешеһе.

Парламенты — АҠШ Конгрессы.

Америка Ҡушма Штаттары штаттарға, штаттар округтарға бүленәләр.

  АҠШ-тын иң эре компаниялары 
  

  

АҠШ-ның виза сәйәсәте донъяла иң ҡаты булып һанала.

Канада граждандары АҠШ-а 180 көнгә визаһыҙ инергә мөмкин:

Ошо илдәрҙен граждандар ESTA сайт аша, 14 USD түләп 90 көнгә визаны алырға мөмкин:

Ошо граждандарға виза ESTA аша алына, ләкин биометрия паспорт кәрәк

 АҠШ-тың Рәсәйҙәге  илселеге () — АҠШ дипломатия миссияларының береһе.

СССР

РФ




#Article 127: Бөйөк Британия (846 words)


Бөйөк Брита́ния (), рәсми исеме — Бөйөк Британияның һәм Төньяҡ Ирландияның Берләшкән Короллеге (), инглиз телендә Берләшкән Короллек тип аталыуы ла осрай () — Төньяҡ-көнбайыш Европалағы дәүләт, БМО Именлек Советы ағзаһы.

Баш ҡалаһы — Лондон. Идара итеү формаһы — парламентлы (конституцион) монархия.

Административ-территориаль бүленеүе формаһы буйынса унитар дәүләт булыуына ҡарамаҫтан, Англиянан тыш бөтә Берләшкән Короллек өлөштәренең ҙур автономияһы бар.

Берләшкән Короллек Бөйөк Британия утрауында һәм өлөшләтә Ирландия утрауында урынлашҡан. Шулай уҡ Берләшкән Короллеккә инмәгән әммә уның өлөшө булған Британиянан бойондороҡло территориялар һәм Британияның Корона биләмәләре бар.

Майҙаны — 244,9 мең км². Дәүләт башлығы — королева (король). Халҡы — 60,4 млн кеше (2005): инглиздәр (83 %), шотландтар (8,6 %), валлийҙар (4,9 %), ирландтар (2,9 %). Рәсми тел — инглиз теле. Диндарҙарҙың күпселеге — протестанттар.

Ил Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы.

Британ утрауҙарҙарында кешеләр 30 мең йыл элек йәшәгән (Стоунһендж).

Б. э. тиклемге 800—500 йылдарҙа утрауҙа бриттар, кельттар һәм гэлдар йәшәү тураһында мәғлүмәт бар.

Б. э. тиклемге 43 йылда Кентта 4 рим легионы корабльдәрҙән төшә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рим ғәскәрҙәре бриттарҙы һәм кельттарҙы .Рим власы утрауҙарҙа IV быуатҡа тиклем һаҡлана.

V быуатта утрауҙарға герман ырыуҙарҙын береһе — англосакстар күсеп ултыра. Улар бриттарҙы һәм кельттарҙы хәҙерге Уэльс һәм Шотландия территорияһына ҡыуып сығарҙа.

Бөйөк Альфре́д  (англо-сакс Ælfrēd se Grēata; ; ян. 849 — 26 октябрь 899 / 28 октябрь 901) — 871—899 йылдарҙа Уэссекс Короле.

Вильге́льм I Яулап алыусы (Вильгельм Нормандиянан йәки Вильгельм Законға ярашлы тыумаған); (, ; 1027/1028,Фалез — 09.09.1087) — Нормандия герцогы, (1035 йылдан) һәм 1066 йылдан Англия короле. Норманд Яулап алыуын ойоштороусы, Европаның XI быуаттағы иң эре сәйәси эшмәкәре.

Стефан ( (ок. 1092/6, Блуа — 25 октябрь 1154, Дувр), шулай уҡ Стефан Блуаский (), — 1135—1154 йылдарҙа Англия короле. Вильгельм I Яулап алыусының ейәне.

Иоа́нн (Джон) Ерһеҙ (; 24.12.1167, Оксфорд — 19.10.1216, Ньюарк) — 1199—1216 йылдарҙа Англия Короле.

Уның етәкселегендә:

Англия дәүләтең иң уңышһыҙ Король тип һанала. Унын арттан бер ниндәй ҙә инглиз, француз, шотланд монарх улға «Иоанн» исемде бирмәне.

Ил үҫә. XVII быуатта ысын империяға әүерелә. Британ Империяһы кешелек тарихында иң ҙур дәүләт булған.

Англия Короле — Англия короллығының юғары титул. Англия монархияһының рәсми мәғлүмәте буйынса беренсе Англия короле Бөйөк Альфред тип һанала. Ул 871—899 йылдарҙа сакстарҙын иң эре дәүләтте (Уэссекс) короле булған. Иң һуңғы Англия королеваһы — Анна. 1707 йылда Шотландия менән берләшкәс уның вазифа исеме — Бөйөк Британия королеваһы тип үҙгәртелә.

Европа

Америка

Латин Америка, Атлантика

Африка

Азия

Австралия, Океания һәм Антарктика

Бөйөк Британия Короллеге кодификацияланмған Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Бөйөк Британия - Конституцион монархия. 

 Премьер-министр — илдең иң юғары вазифаһы.  Премьер-министр хөкүмәт министрзар тәғәйенләү хоҡуғына эйә.

Парламент ()— Бөйөк Британия Короллегенең юғары закондар сығарыу органы.

Юғары суд составында:

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһының Бөйөк Британияға визиттар 2000, 2001, 2003—2008 йылдарҙа булды.

Бөйөк Британияның делегацияһы Башҡортостанға 1 тапҡыр ғына 2003 йылда килде (Рәсәйҙәге Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Ҡушма Короллеге илселегенең 1-се секретары һәм Бөйөк Британияның Сит ил эштәре министрлығының Иҡт. сәйәсәт департаменты вәкиле составында).

Бөйөк Британияның делегаттары 2—3 сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһының БДБ-нан башҡа илдәр м н тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә Бөйөк Британия өлөшөнә 0,9 % тура килә (2009). Башҡортостан Республикаһы һәм Бөйөк Британияның тышҡы сауҙа әйләнеше 39,3 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 10 тапҡырға кәмерәк).

Башҡортостандан Бөйөк Британияға экспорты — 35,5 млн доллар (2000 йылда — 393,1 млн доллар);
Тауар структураһы:

Бөйөк Британия Башҡортостанға импортлай:

Дөйөм импорты 3,8 млн доллар тәшкил итә (2000 й. — 5,2 млн доллар).

Башҡортостан Республикаһында, Бөйөк Британияның капитал йәлеп итеп, 12 берлектәге предприятие эшләгән.
Башҡортостан Республикаһы Сауҙа сәнәғәт палатаһында Бөйөк Британияның мәғлүмәт бюроһы бар.

Математика институты ғалимдары Бөйөк Британияның ғалимдары менән INTAS программаһы сиктәрендә бәйләнеш тота;

Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институты Уорвик ун тының Масс-спектрометрия ин ты, Биохимия һәм генетика институты Уэльс ун тының Биология фәндәре ин ты һәм Уорвик ун-тының Үҫемлектәр генетикаһы һәм биотехнологияһы бүлеге, Механика институты Лавборо ун ты м н фәнни бәйләнештәр тота, Авиация техник университеты Шеффилд ун-ты, Радиоэлектроника колледжы Блекпул колледжы м н хеҙмәттәшлек итә. 1997 й. БДУ ла инглиз студенттары һәм аспиранттары уҡый.

Башҡортостан менән Бөйөк Британияның күптәнге тарихи бәйләнештәре бар.

Лондонда Бөтә донъя күргәҙмәһендә (1862) П. М. Обуховтың Златоуст (Косотур) заводында ҡойолған ҡорос пушкалары (алтын миҙалға лайыҡ була) һәм Ырымбур дебет шәлдәре күрһәтелә.

Фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек алып барыла.

Инглиз тикшеренеүселәре Э.Карр, У.Коларз, Т.Ланкина, О.Файджестың хеҙмәттәре Башҡортостан тарихы проблемаларына арналған. Д.Байрондың «Шильон тотҡоно» (1924), У.Шекспирҙың «Отелло» (1946), «Макбет» (1961), «Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу» (1983), Э. Л. Войничтың «Күгәүен» (1968), Д.Дефоның «Робинзон Крузо» (1980, 1990) әҫ. башҡ. теленә тәржемә ителгән һәм баҫылған, Ә.Һ.Бикчәнтәевтең «Ҙур оркестр» (1958) повесы инглиз телендә донъя күрә. Респ. театрҙары репертуарына инглиз яҙыусылары әҫ. б са спектаклдәр [Шекспирҙың «Гамлет», «Макбет», «Отелло», «Ромео һәм Джульетта», А.Кристиҙың «Ҡапҡан» («Мышеловка»), О.Уайльдтың «Кентервиль өрәге» («Кентервильское привидение»), Р.Киплингтың «Джунглиҙар китабы» мотивы б са «Беҙҙең ҡаныбыҙ бер» («Мы с тобой одной крови») һ.б.] инә.

Берләшкән Короллек 4 «тарихи провинция»-ға бүленә: Англия, Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландия. Итглизсә улар countries () йәиһә constituent parts/constituent countries тип атала.

Англия () — Бөйөк Британияһы тарихи провинцияларынан иң ҙурыһы. Баш ҡалаһы — Лондон, майҙаны 130 395 квадрат километр, бөтә дөнъя майҙанынан 1/1000-гә яҡын. Халыҡ һаны — 50.762.900 кеше. Англияның үҙ власть органдары (йәғни парламент һәм хөкүмәт) юҡ, Бөйөк Британия Хөкүмәте һәм Бөйөк Британия Парламенты Англияның төп власть органдары булып һанала. Берҙән-бер рәсми тел — инглиз теле. Иң ҙур ҡалалары — Лондон, Манчестер, Лидс һ.б.

Уэльс — Бөйөк Британияның 4 иң әһәмиәтле булғандарҙын административ өлөшө. Күптән үткән заман кельт ырыуҙарҙын конгломераты.




#Article 128: Франция (252 words)


Франция ( ), рәсми атамаһы — Франция республикаһы ( ) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Баш ҡалаһы — Париж ҡалаһы. Ил исеме боронғо алман (герман) ҡәбиләһе франктар исеменән килә.

Франция халҡының һаны — 65,4 млн кеше (2010 йылдың ғинуарына ҡарата), уларҙың 90 проценты Франция граждандары. Ҡанун сығарыу органы — ике палаталы парламент. Административ яҡтан 26 төбәккә бүленә.

Европа берлеге һәм НАТО ағзаһы булып тора.

Боронғо Рим ваҡытында Франция империяның провинцияһы — Галлия. Рим хоҡуғы эшләй.

V—VI быуаттарҙа Францияның төньяғына франк ырыуҙары килә. Салик ябай хоҡуғы рим хоҡуғын алмаштыра.

Бөйөк Карл етәкселегендә франктар дәүләте иң юғары үҫеш нөктәһенә етә.

XVII—XX быуаттарҙа Франция колониаль империяға әүерелә.

Хәҙерге Марокко, Алжир, Тунис, Сенегал, Мавритания, Судан, Нигер, Гвинея, Кот-д’Ивуар,Габон, Конго, Уганда, Камерун, Того, Сомали — эллекке француз колониялары.

Францияның күпселек өлөшө Көнбайыш Европаға ҡарай. Ҡоро ер буйынса ул төньяҡ-көнсығышта Бельгия, Люксембург һәм Германия менән, көнсығышта Германия һәм Швейцария менән, көньяҡ-көнсығышта Монако һәм Италия менән, көньяк-көнбайышта Испания һәм Андорра менән сиктәш. Көнбайышта һәм төньяҡта ил территорияһы Атлантик океан (Бискай ҡултығы һәм Ла-Манш боғаҙы), көньякта Урта диңгеҙ тарафынан йыуыла.

Шулай уҡ дәүләт составына Урта диңгеҙҙә урынлашҡан Корсика утрауы һәм егерменән артыҡ департаменттар һәм буйһонған биләмәләр инә.

Илдең дөйөм майҙаны 547 мең км² (буйһонған территориялар менән 643,4 мең кв. км). Был Европа берлегенә ингән иң ҙур дәүләт.

Францияның ҡитға өлөшөндә климат уртаса диңгеҙле, көньяҡта субтропик. Йәй көндәре ғәҙәттә эҫе һәм ҡоро, июль айында уртаса температура + 23-25 градус тәшкил итә, ғинуар айында иһә уртаса температура + 7-8. Ҡыш көндәре өсөн ямғырҙар тәбиғи хәл.

Яуым-төшөм күләме яҡынса 600—1000 мм. Таулы райондарҙа был күрһәткес 2000 мм-ҙан да юғарыраҡ булырға мөмкин.




#Article 129: Италия (516 words)


Ита́лия ( ), рәсми исеме Ита́лия Республикаһы () — Көньяк Европала урынашҡан дәүләт.

Төньяҡ-көнбайышта Франция, төньяҡта Швейцария һәм Австрия , һәм төньяҡ-көнсығышта Словения менән сиктәш. Шулай уҡ эсендә Ватикан һәм Сан-Марино тигән анклав дәүләттәр урынлашҡан.

Италия Аппенин ярымутрауы Аппенин, Балкан ярымутрауҙарын, Сардиния һәм Сицилия утрауҙарын, Падан тигеҙлеге, Альп тауҙарының көньяҡ битләүҙәрен берләштерә.

Италиянең баш ҡалаһы — Рим. Ил 20 өлкәгә бүленгән — Валле-д’Аоста, Ломбардия, Трентино-Альто Адидже, Фриули-Венеция Джулия, Пьемонт, Лигурия, Венето, Тоскана, Умбрия, Эмилия-Романья, Марке, Абруццо, Лацио, Молизе, Базиликата, Кампания, Калабрия, Апулья, Сардиния һәм Сицилия, (шуларның бишесе — Сицилия, Сардиния, Трентино-Альто-Адидже, Валле-д’Аоста һәм Фриули-Венеция Джулия — айырым статуска эйә). Өлкәләр 110 административ-территориаль берәмлек — провинцияға бүленә. Провинциялар коммуналарға бүленә, коммуналар иҫәбе 8101. Автономиялеы өлкәләрҙең үҙ парламенты — өлкә шуралары һәм хөкүмәттәре бар.

Италия — донъялағы иң боронғо дәүләттәрҙең береһе. Илдең бтә территоряһын тауҙар биләй. Илдең төньяҡ өлөшөн бөтә Европала һәм Италиялағы иң ҙур тау системаһы − Альп тауҙары алып тора. Тау түбәләре бейеклеге уртаса 5 мең метр. Монбланда тауы — 4807 м. Ил Европа -Азия сейсмик бүлкәтенә урынлашҡан, шуға күрә ер тетрәүҙәр һәм вулкан урғылыуҙар йыш була. Иң билдәле вулкан — Везувий. Сицилия утрауында Этна вулканы бар.

Италияла уйһыулыҡтар тар һыҙат булып яр буйлап урынлашҡан. Иң ҙур уйһыулыҡ По йылғаһы буйлап урынлашҡан Подан тигеҙлеге. Был тигеҙлектә емеш һәм виноград баҡсалары, бөртөклө күльтуралар, шәкҡр һәм иген культуралары үҫтерелә.
Италия файҙалы ҡаҙылмаларға ярлы. Илдә терегөмөш һәм көкөрт рудалары табыла, ҙур булмаған полиметалл рудалары ятҡылыҡтары бар. Илдә төҙөлөш материалдары мәрмәр, гранит, вулкан туфтары күпләп табыла.

Илдең төньяҡтан бейек тауҙар ышыҡлап тороуы, йылы һәм туңмай торған диңгеҙҙең йоғонтоһо уның климатын билдәләй. Көньяҡҡа табаныраҡ климат йылыраҡ. Падан тигеҙлегендә уртаса йылы, йәйе эҫе, ҡышы һалҡын һәм томанлы.
Илдә Урта диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Йәй оҙаҡҡа һуҙылған эҫе, ҡыш дымлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы 0°С -тан юғары. Ҡышын ямғырҙар йыш яуа. Һирәк кенә ҡар яуа.
Альп тауҙарында яуым-төшөм күп, 3000 миллиметрға етә. Яуым-төшөмдө дымлы көнбайыш елдәре алып килә. Тау түбәләре мәңгелек ҡар менән ҡапланған. Климат тау итәгенән тау түбәһенә тиклем уртаса йылынан һалҡынға тиклем үҙгәрә.
Иң оҙон һәм таулы йылға — По. Был таулы йылға бик күп миҡдарҙа ултырма тоҡом алып килә һәм Адриатик диңгеҙгә ҡойған урында дельта яһай.
Тибр йылға Апенин ярымутрауындағы иң ҙур йылға. Илдең баш ҡалаһы Рим шунда урынлашҡан.
Илдә боҙлоҡ барлыҡҡа килтергән ҙур күлдәр күп. Ул күл буйҙарында донъя әһәмиәтендәге курорттар урынлашҡан.

Төп халҡы — итальяндар, уларҙың теле роман төркөмөнә ҡарай. Халыҡ һаны буйынса Италия Европала Германиянан ғына ҡалыша. Ҡалалар күп булған төньяҡта һәм Неаполь тирәһендә халыҡ тығыҙ урынлашҡан. Тауҙарҙа халыҡ сағыштырмаса һирәк. Халыҡтың байтағы күрше Швейцария һәм Германияла йәшәй һәм эшләй.

Илдә файҙалы ҡаҙылмалар күп булмағанлыҡтан, завод-фабрикалар ситтән килтерелгә сеймалды ҡулланалар. Илдә төрлө машиналар, автомобильдәр эшләп сығаралар. Автомобильдәр эшләү буйынса Италия донъяла алдынға илдәр рәтендә. Нефтте химия тауарҙарына — пластмассаларға, лак, буяуҙарға, синтетик сүстәргә эшкәртеүсе заводтар күп. Бөтә нефть сит илдән, башлыса Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан һәм Төньяҡ Африканан килтерелә.

Эҫе йәй һәм йылы дымлы ҡыш төрлө ҡультуралар үҫтерергә уңайлы. Бөртөклө күльтуралар йылына ике уңыш бирә. Йәйҙең ҡоро булыуы күп урындарҙа һуғарыуҙы талап итә.
Бойҙай — бөтөклө төп культура. Итальяндарҙың ғәҙәттәге ризығы бойҙай ононан яһалған макарон. Уның бер нисә төрө бар. Йәшелсә, дөгө културалары ҙур майҙанды алып тора.
Илдә алма, груша, персик, әфлисун, һары сәй, инжир үҫтерелә. Сицилияла әфлисун, мандарин, лимон, виноград, зәйтүн емеше плантаиялары бар.




#Article 130: Бразилия (952 words)


Брази́лия (Brasil), рәсми исеме Брази́лия Федерати́в Республика́һы (República Federativa do Brasil) — Көньяҡ Америкалағы иң ҙур ил.

Бразилия — Латин Америка­һының иң ҙур дәүләте, Көньяҡ Америка ҡитғаһының яртыһын тиерлек алып тора. Төньяҡтан — Венесуэла, Гайана, Суринам, көньяҡтан — Уругвай, көнбайыштан — Аргентина, Парагвай, Боливия һәм Перу, төньяҡ-көнбайыштан Колумбия илдәре менән сиктәш. Төньяҡ һәм көнсығыш ярҙарын Атлантик океан йыуа. 8,5 миллион квадрат километрҙан ашыу, был донъялағы бөтә ҡоро ер майҙанының 5,7 процентын тәшкил итә. Бразилия — ҙурлы­ғы буйынса Ер шарында бишенсе ил. Рәсәй, Канада, Ҡытай һәм Америка Ҡушма Штаттарынан ғына ҡалыша.

Был ил территорияһында тәүге кешеләр 17 мең йыл элек йәшәгән. Ә цивилизация вәкилдәре тарафынан ул 1500 йылда асыла. Әгәр Христофор Колумб Һиндостанға ниәт иткән сәйәхәте барышында Американы осраҡлы рәүештә генә асһа, португал диңгеҙсеһе Педру Алвареш Кабрал иһә (европалыларҙан иң тәүҙә шул аяҡ баҫа был биләмәгә) көнбайыш йүнәлеште һайлағанға күрә Көньяҡ Америка ярҙарына килеп сыға. Ул шулай шомло Африканы урап үтергә теләгән. Һөҙөмтәлә картала Бразилия пәйҙә була. Өс йылдан да һуңламай был дәүләт Португалияның колонияһына әйләнә. Португалдар Педру Кабралдың асышының мөһимлеген шунда уҡ аңлай: Бразилия тиҙ арала буяу, мебель, музыка ҡоралда­ры эшләү өсөн ҡулланылған ҡиммәтле ағас менән тәьмин итеүсе ҙур илдәрҙең береһе булып китә. Әйткәндәй, юрау­ҙарҙың береһе буйынса, илдең исеме лә ошо сеймалға бәйле килеп сыҡҡан. Португалдар был ағасты пау-бразил (йәғни «бразил ағасы») тип атаған.

Биләмәһен ярайһы уҡ үҙләштергәс, бынан шәкәр ҡамышы һәм ҡәһүә, һуңғараҡ бик сифат­лы алтын сығарыла башлай. Бөгөнгәсә Бразилия — ҡәһүә менән сауҙа итеүсе донъялағы иң ҙур дәүләт.

Был илдең тәбиғәте йылға-күлдәргә, тау-урмандарға, үҙенсәлекле үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына бай. Брази­лия тәбиғәте йылдың телә­һә ҡайһы миҙгелендә лә матур һәм ҡабатланмаҫ, хатта ожмах мөйөшөнә тиңләй­ҙәр уны. Илдең төньяғынан экватор һыҙығы үтә, көньяғында — тропик климат. Майҙанының шаҡтай ҙур өлөшөн Амазонка уйһыу­лығы алып тора.

Археологтар тикшеренеүҙәренә ярашлы, Амазония ҡасан­дыр ҙур диңгеҙҙең төбө булған. Әлеге ваҡытта ла бында кеше аяғы баҫмаған урындар бар.

Бразилия экваторға яҡын булғанға, йыл әйләнәһенә йәй тора тиерлек: уртаса йылы­лыҡ — 25 — 28 градус. Көньяҡта, тауҙарҙа, һалҡыныраҡ, урта өлөшөндә күберәк ҡоролоҡ кү­ҙәтелә. Ҡыш йәйҙән ныҡ ям­ғырлы булыуы менән айырыла.

Көньяҡ ярымшарҙа урынлаш­ҡанға күрә, бында миҙгелдәр ҙә аҫтан өҫкә түңкәрелгән. Мә­ҫәлән, көҙ март-апрелгә тура килә. Был осорҙа байрамдар аҙ икән, сөнки бар халыҡ ҡәһүә уңышы йыя. Ҡыҙыҡ: бразилиялар үҙҙәре какао ярата. Шулай уҡ улар күпләп алма һәм башҡа экзотик емештәр үҫтерә.

Майҙан авгусҡа тиклем ҡыш һуҙыла. Тап ошо ваҡыт джун­глиҙар буйлап сәйәхәт ҡылыу өсөн иң уңайлы мәл һанала. Ҡышҡыһын ягуар, пума, оцелот һымаҡ йыртҡыс йәнлектәр йыуашыраҡ була, шырлыҡтарҙа йәшенә. Ә маймылдарҙың күплегенә, ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ: мартышка, баҡраҡ маймыл (ревун), кәрлә, таҡырбаш уакари һәм башҡалар. Быларҙан тыш джунглиҙа иң йырт­ҡыс ҡош гарпияны, кайманды һәм дәү анаконданы осратырға мөмкин.

Төньяҡ ярымшар­ға көҙ сентябрҙә аяҡ баҫҡанда, Көньяҡ ярымшарҙа яҙ килә. Йәшенле ҡойма ямғыр­ҙар башлана. Тәбиғәт яңыра, ә тропиктар сәскәле балаҫҡа әүерелә. Айырыуса орхидей еҫе иҫертә, йөҙҙән ашыу төрлө кактус һәм пальмалар, гевея һәм ғәжәйеп матур аҡ томбойоҡтар күҙҙең яуын ала.

Бразилияла декабр­ҙән мартҡа тиклем йәй мәлендә һыу инәләр. Яңы йыл миҙгелдең иң төп байрамы булып иҫәплә­нә. 31 декабрҙә аҡтан кейенәләр, бер-береһенә бүләк бире­шәләр, кисә үпкәләшһәләр — бөгөн ярашалар.

Риола­ғы карнавал — февралдә уҙа, был ҙур ваҡиға. Донъя күләмендәге ваҡиға, сөнки самба, тыйылғыһыҙ кү­ңел асыу байрамына миллионлаған турист йыйыла

Бразилияла хәҙерге көндә 201 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Халҡының һаны буйынса Ер шарында 5-се урынды биләй. Этник составына килгәндә, бразилиялыларҙың яртыһынан күберәге — аҡ тәнлеләр, 40 процент тирәһе — мулаттар, ҡалғандары — индейҙар, негрҙар һәм Азиянан күсеп килеүселәр.

Бразилия — күп телле ил, хә­ҙерге ваҡытта бында, күсеп килеүселәрҙе лә, ерле халыҡ индейҙарҙы ла иҫәпкә алғанда, 175-тән ашыу телдә һөйләшәләр. Әммә төп, берҙән-бер рәсми теле булып португал теле һанала. Ҡайһы бер ҡәбиләләрҙән тыш, бразилиялылар­ҙың барыһы ла португалса белә.

Европа иммигранттарының теле башлыса герман (немец), роман (француз, итальян, испан) һәм славян (поляк, украин, урыҫ) төркөмдәренә ҡарай. Һуңғы осорҙа япондар, корей­ҙар һәм ҡытайҙар төйәк итә башлаған.

Илдә мәктәпкәсә белем алыу мотлаҡ түгел. Ә башланғыс (төп) белемгә эйә булыу өсөн 8 йыл уҡырға кәрәк. Мәғариф буйынса мәсьәләләр­ҙе көйләгән ил Конституцияһына ярашлы, һәр кем башланғыс белем алырға тейеш, һәм ул бушлай. Ҡуйылған талаптарҙың үтәлешенә ата-әсә генә түгел, дәүләт үҙе лә яуап бирә. Өлкән­дәр яғынан күҙәтеү етешмәгән­гә йә булмағанға күрә, балалар мәктәпкә йөрөмәһә, был ҙур бәләгә әүерелә. Шулай уҡ ярлы ата-әсәнең балаһын уҡыу йылына әҙерләргә һәм белем йортона ебәрергә аҡсаһы булмаһа, етди мәсьәлә килеп тыуа. Ошо сәбәптәр арҡаһында белем алырға ярҙам итеү урынына, киреһенсә, эшкә егәләр кесе бразилиялыларҙы. Закон буйынса 16 йәштән бәләкәй булғандарҙы хеҙмәткә йәлеп итергә тыйылһа ла.

Бразилияла урта белем алыу өсөн тағы 3 йыл уҡырға кәрәк, әммә был мотлаҡ түгел. Бындай мәктәптәргә аҡсаны башлыса штаттар һәм муници­палитеттар бүлә. Шу­ға күрә белем сифаты ла финанс мөмкинлеккә бәйләнгән.

Юғары белемде лә барыһы ла алмай, сөнки ул теләк буйынса. Дипломлы белгес булыу өсөн 4 — 6 йыл уҡырға кәрәк. Дәүләт учреждениелары менән бер рәттән шәхси уҡыу йорттары ла байтаҡ бында. Ләкин улар түләүле һәм белем алыу бик ҡиммәткә төшә: хаҡтар 50-нән алып (бәләкәй ҡалалар­ҙа) 500 долларға тиклем (ҙур ҡалаларҙа) тирбәлә.

Төрлө этник төркөмдәр һәм халыҡтарҙың — американлылар, европалылар, бразилиялылар — мәҙәниәттәренең ҡушылмаһы Бразилияға уникаль мәҙәни мираҫ алып килгән. Шулай ҙа португалдарҙың йо­ғонтоһо әле булһа һиҙелерлек. Илдә ҡатнаш мәҙәниәттәрҙән барлыҡҡа килгән халыҡ ижады көслө үҫешкән. Әҙәбиәткә ҙур урын бирелә, шағирҙары күп. Һынлы сәнғәт, көршәк яһау сән­ғәте лә киң таралған. Төрлө йүнәлештәге йыр-моңдо үҙ итәләр. Иң таралған бейеүҙәре — самба (индейҙар, португалдар һәм африкандарҙың төрлө ритм­дары һәм йырҙары ҡушылмаһы).

Иң таралған спорт төрө булып, әлбиттә, футбол (мини-футбол, пляж футболы, футзал һәм башҡалар) һанала. Халыҡтың яртыһынан күберәге ошо уйын менән мауыға. Бразилияның футбол командаһы бөтә донъя чемпионаттарында (21 тапҡыр) ҡатнашҡан, биш мәртәбә еңгән.

Икенсе урында — волейбол. Волейболсылары ике тапҡыр — Олимпия, ун бер мәртәбә донъя чемпионы исемен яулай.

Автоспортты ла яраталар бында. «Формула — 1» бәйгеһендә төрлө йылдарҙа илдең өс уҙышсыһы пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелә.

Бразилия 26 штатҡа һәм 1 федераль округҡа бүленә

Унан башҡа Бразилия 5 регионға бүленә.

Бразилия — юғары урбанизациялы дәүләт. Бразилия география һәм статистика институтының (БГСИ) мәғлүмәттәре буйынса — ундан һигеҙ кеше ҡалала йәшәйҙәр. Ҙур ҡалалары Сан-Паулу, Рио-де-Жанейро, Сальвадор, Белу-Оризонти, Форталеза, Бразилия.




#Article 131: Канада (235 words)


Кана́да ( ,  ) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында. Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге —донъялағы иң оҙон ил сик.

Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил.

Бөгөнгө көндә Канада 10 провинция һәм 3 территорияны берләштергән федератив дәүләт.

Иҫкәрмәләр:

Квебе́к (, МФА:  или ,  МФА: ) — Канаданың майҙан буйынса иң эре провинция. Башҡала — Квебек, 735 мең кеше. Иң эре ҡала — Монреаль.

Халыҡ — 7,8 миллион кеше.

Файл:Canada immigration graph ru.png|300px|thumb|right|Иммиграция һәм тыуыу Канадала. Ҡыҙыл – тыуыу. Күк – иммгранттар инеү 

Канадаға Иммиграция — Канадаға халыҡтын күсеүе, иммиграция процессы.

Канада — иммигранттар иле. Канаданың юғары үсешле, этник дискриминацияһыҙ һәм конфликтһыҙ ил тип глобаль репутацияһы бар.

Артабан Франция (4026), Марокко (4025), Румыния, Рәсәй, Алжир бара. Һәр ил  3500 иммигрант бирҙе.

Второй мировой войны, в дополнение к Великой депрессии.

Иҡтисад иммигранттар..

Ғәйлә.
Ҡасаҡтар .
Иммигрант Канадала  1095 көн йәшәһә (3 йыл)  Канада гражданы булырға мотлаҡ.

 Рәсәйҙә Канада Илселеге  — Канаданың РФ-ла дипломатик миссияһы. Илсе: Джон Слоан (John C. Sloan).
Илселек йорто Хамовникила,  Староконюшенный тыҡрығында Н. И. Казаков йортонда тора. 1898 йылда мәскәй архитекторы К. К. Гиппиус (1864—1941) проекты буйынса төҙөлә, эклектика һәм модерн стиле.

РФ-ла ислесләр




#Article 132: Индонезия (185 words)


Индоне́зия (индон. Indonesia), рәсми исеме — Индоне́зия Республикаһы (индон. Republik Indonesia) — Көньяҡ-көнсығыш Азияла иң ҙур дәүләт, майҙаны буйынса донъяла 16-сы урында. Зонд архипелагы утрауҙарында урынлашҡан һәм иң ҙур утрау дәүләте булып һанала. Халыҡ һаны буйынса (230,5 млн кеше) донъяла дүртенсе урында. Бай тарихлы дәүләт.

Баш ҡалаһы — Джакарта. Дәүләт теле — индонезия теле.

Унитар ил, президент республикаһы. 2014 йылдың 20 октябренән Джоко Видодо президент, вице-президент — Юсуф Калла (уларҙың тандемы 2014 йылдың 9 июлендә сираттағы президент һайлайҙарында еңеп сыға).

Ил 34 административ берәмеккә бүленгән, шуларҙың 32-һе провинциялар, икеһе — провинция статусына тигеҙлән айырым округ.

Индонезия Малай архипелагы утрауҙарында һәм Яңы Гвинея утрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Тымыҡ һәм Һинд океандары һыуҙары менән йыуыла. Донъяла ҙур ил-утрауҙарҙан һанала. Ҡоро ерҙәге сиге Малайзия менән Калимантан утрауында, Папуа — Яңы Гвинея менән — Яңы Гвинея утрауында һәм Көнсығыш Тимор менән Тимор утрауында.

Ил халҡының 88 проценты мосолмандар, һәм уларҙың һаны буйынса Индонезия донъяла беренсе урында тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер айырым утрауҙарҙа башҡа дин вәкилдәре лә бар.

Иҡтисады йылдам үҫкән аграр-индустриаль ил. Эске тулайым продукт 2011 йылда 1,125 триллион АҠШ доллары булып, йән башына уртаса 4700 Америка доллары тирәһе тәшкил итә. Аҡса берәмеге — индонезия рупийы.




#Article 133: Берлин (2121 words)


Берли́н () — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса Германиялағы иң ҙур ҡала. Лондондан һуң Берлин — майҙаны буйынса Европа Берләшмәһендә икенсе урында.

Берлин — ГФР составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала Шпрее (шул арҡала Берлинды «Шпреелағы Афина» тип тә йөрөтәләр) һәм Бранденбург федераль ерҙең үҙәгендәге Хафель йылғалары ярында урынлашҡан.
 

Берлин 1417 йылдан Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығының һәм Пруссияның (Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас) баш ҡалаһы, Германия империяһы булдырылғас, уның баш ҡалаһы була.

Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.

Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойошмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.
  
Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте, халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.

Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылға тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның баш ҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бонн ҡалаһынан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.

Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт үҙәге. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, дипломаттар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.

Берлин Германияның көнсығышында, Польша сигенән 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Берлин тулыһынса Бранденбург федераль ерендә урынлашҡан, үҙе лә  федераль ер хоҡуҡтарына эйә. Ҡаланың тарихи үҙәге уйһыу ерҙә Шпрее йылғаһы туғайының Барним һәм Тельтов ҡалҡыулыҡтары араһында ята. Хәҙерге ҡаланың байтаҡ ҙур өлөшө шул ике ҡалҡыулыҡта урынлашҡан: Барнимда – Райникендорф, Панков, Лихтенберг һәм Марцан-Хелерсдорф, ә Тельтов ҡалҡыулығында — Шарлоттенбург-Вильмерсдорф, Штеглиц-Целендорф, Темпельхоф-Шёнеберг, Нойкёльн. 

Ҡала уртаса климат зонаһында урынлашҡан. Йылдың уртаса температураһы +9,2 °C тәшкил итә. Иң йылы айҙар булып — +16,6 — нан +18,4 °C уртаса тәүлек температураһына эйә булған июнь, июль, август айҙары һанала. Ә иң һыуыҡ айҙар — 1,3 °C уртаса тәүлек температуралы декабрь, ғинуар, февраль. Ҡышҡыһын ҡалалағы температура яҡын тирә-яҡҡа ҡарағанда уртаса 2-3 градусҡа юғарыраҡ була.

Берлин ҡалаһы Берлин — Кёльн парлы ҡалаһынан барлыҡҡа килә. Кёльн Шпрее йылғаһының утрауында, ә Берлин уға ҡаршы көнсығыш ярҙа урынлашҡан. Кёльн беренсе тапҡыр 1237 йылда, Берлин 1244 йылда телгә алына. 1307 йылда ҡалалар ҡушылып, уртаҡ ратуша (ҡала идараһы) төҙөлә. «Берлин» һүҙенең килеп сығыуы тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй: ул полаб теленең berl/birl (һаҙлыҡ) һүҙенән барлыҡҡа килгән, тигән версия ла бар. Әммә Германияла башҡаса фекер йөрөтәләр, мәҫәлән, Теодор Целль (Theodor Zell) ҡала исемен «айыу» (Bär) һүҙенән килеп сыҡҡан, тип һанай. Билдәле булыуынса, кәмендә 1280 йылдан алып айыу Берлин ҡалаһының символы ла булып тора.

  

 

  

Көнбайыш союздаштар менән Советтар Берлеге араһында булған ҡаршылыҡтар 1948—1949 йылдарҙа Көнбайыш Берлиндың иҡтисади блокадаһына килтерә. Унан сығыу, халыҡты тәьмин итеү өсөн һауа күпере тип аталған һауа юлы ойошторола. Ахыр сиктә был ҡаршылыҡтар оккупацияланған ерҙәрҙә ике Герман дәүләте ойоштороуға килтерә: башта көнбайыш зонала — Германия Федератив Республикаһы, һуңғараҡ — Германия Демократик Республикаһы (икеһе лә 1949 йылда). 1953 йылда Көнсығыш Берлинда хөкүмәткә ҡаршы күпләп халыҡ ҡатнашҡан борсолоуҙар уҙа. ГДР дәүләте һорауы буйынса, ул Советтар берлеге тарафынан баҫтырыла.

Көнбайыш Берлин «Көнбайыш витрина»һына һәм юғары йәшәү кимәле, социаль яҡлауы, демократик иреге булған ҡалаға әйләнә. Ул ваҡытта ФРГ үҙенең «ваҡытлыса баш ҡала»һы итеп Бонн ҡалаһын, ГДР Көнсығыш Берлинды һайлай. Берлиндың көнсығышы һәм көнбайышындағы ҡаршылыҡтар көсәйеүе, 1961 йылда ҡаланы бүлеп, стена төҙөүгә сәбәпсе була. Уның инициаторы булып социалистик ГДР тора.

Граждандарҙың бер территориянан икенсеһенә күсеүе сик контроль-үткәреүе буйынса ғына рөхсәт ителгән. 1971 йылда Көнбайыш Берлин статусын көйләүсе дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

 
Мәҫәлән, 1965—1978 йылдарҙа булдырылған «Көнбайыш Берлин территорияһын файҙаланыу планы» бөтә Берлин территорияһының демографик гипотезаһын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ла. 1984 йылда ғына әлеге пландың яңы редакцияһында уның проект ҡарарҙары ҡәтғи рәүештә ҡаланың көнбайыш өлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелә һәм бөтә ҡала райондың, көнсығыш өлөштөң проблемаларына ҡағылмай.
 
Ошондай уҡ тенденция Көнсығыш Берлиндың генераль планын төҙөгәндә лә күҙәтелә. 1949 йылда ук төҙөлә башлаған ошо планда ла, «Ҙур Берлин территорияһын булдырыу планы»нда ла (1955 йылда төҙөлә башлай) һүҙ берҙәм ҡала районы тураһында бара.

Көнсығыш Германияның халҡы баҫымы аҫтында Советтар Берлегенең ГДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылмауы һөҙөмтәһендә, 1989 йылда Берлин стенаһы емерелә. 1990 йылдың 3 октябрендә Германия Демократик Республикаһы Германия Федератив Республикаһының төп законына буйһона. Германия берҙәм илгә әйләнә. 1991 йылда бундестаг Берлинға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм шуның менән Германия хөкүмәтенең ҡайҙа урынлашыу бәхәсенә нөктә ҡуя. 1999 йылдың 1 сентябрендә Германия хөкүмәте һәм парламенты Берлинда үҙ эшенә тотона. Берлинда 147 илдең илселеге урынлашҡан. 
 

Закондар сығарыу органы—Депутаттар Палатаһы (Abgeordnetenhaus) 5 йылға һайланған 149 депутаттан тора, башҡарма орган — Сенат (Senat) — идара итеүсе бургомистрҙан (Regierenden Bürgermeister) һәм сенаторҙарҙан (Senatoren) тора, конституцион күҙәтеү органы— Берлин еренең суд эшмәкәрлеге (Verfassungsgerichtshof des Landes Berlin), юғары суд инстанцияһы — Камерный суд (Kammergericht).

Берлин — Германия составындағы 16 ерҙең береһе. 12 административ () округка һәм уға ингән 95 районға () бүленә.

Райондарға статистик маҡсаттан дүрт һанлы индентификация һандары бирелгән. Беренсе ике һаны округты билдәләй. Райондарҙан тыш, Берлин шулай уҡ «статистик территориялар»ға () бүленгән. Улар кеше йәшәгән райондарға торошло була һәм өс һанлы номер менән билдәләнә. Статистик территориялар миҫалына Шёнеберг районының Бавария кварталын индерергә була (райондың күпселек урамдары Бавария ҡалаларының исемен йөрөтә). Статистик территориялар райондар менән тура килмәҫкә лә мөмкин, мәҫәлән, Рудов статистик территорияһы Рудов һәм Громиусштадт райондарында урынлашҡан.

Дингә ышаныусыларҙың күбеһе — лютерандар, эре лютеран деноминацияһы — Берлин-Бранденбург-Силезий Үрге Лужицаның (Evangelische Kirche Berlin-Brandenburg-schlesische Oberlausitz) Евангелий Сиркәүе.

Берлин халҡы һаны:

Берлин метрополияһында 3 950 887 кеше 5370 квадрат саҡрым майҙанлы территорияла йәшәй. Төбәктә халыҡ тығыҙлығы 1 квадрат метрға 736 кешегә барып етә, ә ҡаланан ситтә бер квадрат метрға яҡынса 123 кеше тәшкил итә. Берлинлыларҙың уртаса йәше 41,7 йыл. Бында 185 дәүләттән килгән яҡынса 450 900 сит ил кешеһе йәшәй. Шулай итеп, ситтән килеүселәр Берлин халҡының 14 процентын тәшкил итә. Уларҙың 36 000 гражданы — Польшанан, яҡынса 119 000-ы Төркиәнән. Берлин Европалағы этник төрөктәр общинаһының иҫәбе буйынса Төркиәнән ҡала икенсе урында тора. 60 процент төрөк немец гражданлығы алған. Урыҫ телле халыҡ яҡынса 3 процент. Улар социаль торлаҡлы, күп ҡатлы йорттарҙан торған Марцан и Хеллерсдорф райондарында йәшәй.

Статистик мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 60 процент Берлин халҡы бер дини ойошманың да ағзаһы булып тормай. 22 проценты — Евангелий христианы, 9 проценты — католик, 6 проценты — ислам динен тота.

Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күберәк. 50 проценттан ашыу берлинлы ғаиләһеҙ йәшәй. Фатир арендаһы һәм түләүҙәренә әҙерәк түләү өсөн өйҙәш менән тороу ғәҙәти күренеш һанала. Ир менән ҡатын айырым йәшәгән ғаиләләр киң таралған.

Берлин — Германияла ғына түгел, ә бөтә Евро Союзда иң эре иҡтисади-финанс үҙәге. Радиоэлектрон сәнәғәт, машиностроение, транспорт төҙөлөшө үҫешкән. Ҡала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып һанала.

Ул 2008 йыл менән сағыштырғанда 1,7%-ҡа артҡан . Берлинда эшһеҙлек кимәле юғары. 2010 йылдың майында 13,6 %, бөтә ил буйынса 7,7 % булған. Яҡынса 17 % халыҡ Социаль кодексҡа ярашлы ярҙам ала.
Берлиндың яҡынса 80 % компанияһы хеҙмәтләндереү секторында эшләй.

 
Берлин — эре транспорт үҙәге; каналдар селтәре ҡаланы Эльба һәм Одер йылғалары менән тоташтыра. Тегель — Берлиндың халыҡ-ара аэропорты. Берлиндың үҙәк вокзалы Европалағы иң ҙур вокзал һанала.

Берлинда 5334 км юл, шуларҙың 66 километры магистраль, 979 күпер бар. 2004 йылда 1428 мең автомобиль теркәлгән, шул иҫәптән 6800 такси.

Урындағы йәмәғәт транспортын BVG һәм Deutsche Bahn компаниялары тәьмин итә. Ул 1626 саҡрым автобус маршрутына, 187 саҡрым трамвай линияһына, 150 саҡрым Берлин метрополитенына һәм 328 саҡрым ҡала тимер юлына эйә. 2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына ҡарата яңы тимер юл вокзалы асыла.

Берлинды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Бранденбург федераль ере сигендә урынлашҡан Берлин-Тегель һәм 2010 йылда 15,7 млн кеше файҙаланған Берлин-Шёнефельд аэропорты.

Берлин метрополитены () — ҡаланың мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул 1902 йылда асыла. Бөгөн метро 151,7 саҡрымлыҡ юлы һәм 173 станцияһы булған төп 9 линияға эйә. Иң оҙон линия — U7, уның оҙонлоғо 32 саҡрым. Ул Германияның иң оҙон ер аҫты юлы булып һанала. U4 линияһы иң ҡыҫҡаһы, бары тик 3 саҡрымлыҡ ҡына. 2003 йылдан алып U4 линияһынан башҡа бөтө маршруттарға ла төнгө линиялар индерелә. Юлдың 80 % -ы ер аҫтында.
Берлин ҡала электричкаһы () — йәмәғәт транспортының бер төрө. Берлин ҡала электричкаһының тимер юлы селтәре 331 саҡрым оҙонлоҡта, 166 станцияға эйә. Тимер юл селтәренең үҙәк өлөшө өс магистральдән тора:Stadtbahn — көнбайыштан көнсығышҡа үтә, ер аҫты һәм өҫтө юлдары бар; Nord-Süd Bahn — төньяҡтан көньяҡҡа, күбеһенсә туннельдән үтә; Ringbahn — түңәрәк маршрут.

Берлинда шулай уҡ Берлин трамвай линияһы ла бар (). Ул донъялағы иң эре һәм боронғо трамвай системаһы. Ҡалала тәүге трамвай линияһы 1865 йылда уҡ барлыҡҡа килә. 1967 йылда Көнбайыш Берлинда һуңғы трамвай линияһы ябылып, өҫтөнлөк метрополитенды үҫтереүгә бирелә. Көнсығыш Берлинда иһә киреһенсә трамвай элемтәһе әүҙем үҫешә. Германия берләштерелгәс, көнсығыш һәм көнбайыш транспорт системаһы ла ҡушыла. 1994 йылда Берлин власы трамвай хужалығын модернизацияларға хәл итә. Бөгөн был селтәр 293, 7 саҡрым рельстан, 374 туҡталыштан һәм 22 маршруттан тора..

Ҡала үҙенең урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап ҡала алған. 18-19 быуаттарҙа дөрөҫ һыҙыҡлы майҙандар (Жандарменплатц), киң урамдар (Унтер-ден-Линден), барокко стилендәге биналар төҙөлә.

Брайтшайдтплатц майҙанында император Вильгельм сиркәүе харабалары һуғышты иҫкәртеүсе һәйкәл булараҡ һаҡланған.
Трептов паркында Берлин өсөн көрәштә һәләк булған Совет армияһы яугирҙәрына бағышланған тарихи мемориаль зыярат урынлашҡан. Унда мавзолей һәм азат итеүсе яугирға һәйкәл дә бар (скульпторы Е. В. Вучетич). Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы яңы төҙөлөштәргә төрлө милләт архитекторҙар коллективы төҙөгөн Ганза кварталын, Олимпия кварталы янындағы торлаҡ кварталды (архитекторы Ле Корбюзье,) Карл-Маркс-аллеяһын, Берлин филармонияһын, Яңы милли галереяны (архитекторы Л. Мис ван дер Роэ) һ.б. индерергә була.

Берлиндың визит карточкаһы булып бөтә донъяға билдәле Бранденбург ҡапҡаһы һәм Еңеү колоннаһы тора. Әммә ҡаланың быларҙан тыш та, Германияның толерантлығын, асыҡлығын күрһәтеүсе сағыу символы бар — берлин айыуы.

Ҡаланың көнбайышын һәм көньяҡ-көнсығышын киң урмандар алып тора. Һәр урам тиерлек ағастар менән биҙәлгән. Шуға күрә Берлинды Германияның иң йәшел метрополияһы тип әйтергә була. Бында 2500-ҙән артыҡ парк һәм ял итеү урыны бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 5500 гектар. Парктар, урмандар, йылғалар, күлдәр һәм каналдар ҡала майҙанынынң 30%-ын алып тора.

Ҡала уртаһында Тиргартен паркы урынлашҡан. Ул 500 йыл дауамында ҡаланың иң оло һәм ҙур (210 гектар) паркы булып һанала.
Тиргартен паркынан тыш, Трептов паркы ла ҙур майҙанды алып тора. Ул 1876—1882 йылдарҙа Берлиндың беренсе бакса төҙөлөшө директоры Иоганн Генрих Густав Мейер етәкселегендә төҙөлә. 1896 йылда Трептов-паркында һөнәрселек күргәҙмәһе үтә.

Берлин ботаника баҡсаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ҡаланың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм ҡала халҡы араһында ял итеү урыны булараҡ популяр.

Бынан тыш, Берлинда ике зоопарк бар: Берлин зоология баҡсаһы һәм Фридрихсфельде. 1844 йылда нигеҙ һалынған Берлин зоопаркы Германияла иң боронғоларҙан һанала һәм ул иң ҙур коллекцияға эйә (14000 хайуан, 1500 төр). Икенсе зоопарк Көнсығыш Германияла төҙөлә һәм майҙаны буйынса Европала иң ҙур зоопарк булып иҫәпләнә (160 гектар).

Көнсығыш-көнбайыш юл һәм 17 июнь урамы киҫешендә Еңеү колоннаһы бар. Уның бейеклеге 69 метр, 1864—1873 йылдарҙа төҙөлгән, 285 баҫҡыслы, унан Берлин панорамаһы яҡшы күренә.

Берлин — музейҙар ҡалаһы. Уларҙың тарихы — Германия тарихы, уларҙың бүленеше менән тығыҙ бәйле. Элекке Пруссия батшалары йыйынтығы һуғыш вакытында өлөшләтә эвакуациялана, өлөшләтә йәшерелә. Һуғыш тамамланғас, коллекцияның бер өлөшө Көнсығышта, икенсеһе Көнбайышта булып сыға. Хәҙерге Берлинда бер нисә музей үҙәге бар. Тәү сиратта көнсығышта урынлашҡан, үҙенә Боде һәм Пергам музейҙарын, Иҫке милли галереяны һыйындырған Музейҙар утрауы. Көнбайыштағы музейҙар Европа рәсем сәнғәте һәм башҡа әҫәрҙәрҙең байлығы менән дан тота. Башҡа музей үҙәктәре — Мысыр һәм Далем музейҙары (этнологик музей, Һиндостан сәнғәт музейы һ.б.) Далемда урынлашҡан. Улар шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Музейҙар утрауында һуғышҡа тиклемге Берлиндың мәҙәни ҡиммәттәре һаҡланған. Һуғыш ваҡытында ҙур зыян күрһә лә, төп коллекция һаҡланып ҡала.

Берлин дәүләт музейҙарының үҙенсәлеге — һәр кесаҙна 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем инеү бушлай.

Иҫке милли галерея боронғо Рим храмына оҡшаған бинала урынлашҡан. Бында төрлө художество йүнәлештәре — реализм, импрессионизм, дадаизм, экспрессионизм тупланған. Баҫҡыста бронза «Бейеүсе» Георг Кольбе тора, залда К. Шмидт-Ротлуф, Э. Л. Кирхнер, О. Мюллер һүрәттәре күргәҙмәгә ҡуйылған.

Театрҙар араһында: Немец операһы, Берлин дәүләт операһы, Комиш опер, Шиллер исемендәге театр, Берлинер ансамбль, Немец театры, Курфюрстендамдағы театр, Берлин драма театры, Фридрихштадтпаласт, Метрополь халыҡ театры, бик күп варьете һәм кабарелар һ.б. бар. Үҙ ваҡытында Вильгельм Фуртвенглер һәм Герберт фон Караян етәкселек иткән Берлин филармония оркестры ҙур билдәлелек яулаған.

Театр тормошо Берлинда бер ваҡытта ла туҡтап тормай. Уға сәйәси ваҡиғалар ҙа, һуғыш та кәртә була алмай. Ул хатта бүленгән ике ҡаланы берләштереүсе лә булып тора.

Берлин үҙәгенән 30 минут алыҫлыҡта урынлашҡан Ҙур Ванзее күлендәге пляж да ял итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә.
Берлин территорияһында урынлашҡан иң ҙур урман — Отто фон Бисмарк ваҡытында төҙөлгән торлаҡ квартал буйлап һуҙылған билдәле Грюневальд һәм шулай уҡ, боҙлоҡ дәүерендәге Халензее Кёнигсзе, Дианазее Хундекельзее (хәҙер унда каштан, ҡайын, бук ағастары үҫә) күлдәре сылбыры халыҡтың яратҡан ял итеү урыны.

Берлиндың Пруссия, һуңырак Герман империяһының баш ҡалаһы булыуы, уның фәнни үҙәккә әүерелеүен алдан уҡ билдәләй. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, ҡала икегә бүленә. Көнсығыш өлөштә ҙур фәнни ойошмалар яңынан тергеҙелә. Улар араһында Германия фәндәр академияһы, Гумбольдт исемендәге Берлин университеты, Берлин техник университеты, Берлин сәнғәт университеты бар.

Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында Берлин ирекле университеты асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Макс Планк ойошмаһы булдырыла.

Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.




#Article 134: Башҡорт ихтилалдары (366 words)


Башҡорт ихтилалдары — XVI—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше.

Башҡорт ихтилалдары тарихи феномен булып һанала, сөнки азатлыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеү миҫалдары тарихта һирәк осрай. Башҡорттар үҙ хоҡуктары өсөн көрәшеп кенә ҡалмай, батша хөкүмәтен етди ташламалар яһарға мәжбүр иткән. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнмәйенсә, башҡорттарҙың һәм тотош Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихын күҙ алдына тулы баҫтырыу мөмкин түгел.

XVI быуаттың ҡатмарлы осоронда башҡорттар үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылыу тураһында ул заман өсөн аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул итә. Урыҫ хөкүмәте уларға тыныс тормош, сит баҫҡынсыларҙан яҡлау гарантиялай, ер биләмәләренә хокуҡты ҡалдырыуға ризалаша, эске үҙидаралыҡты һәм дин тотоу иреклеге бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Урыҫ дәүләтенең гражданы итеп таный, ер өсөн яһаҡ түләргә, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт итергә ризалаша. Башҡортостандың Тубылдан алып Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге ҙур территорияһы Рәсәй составында тороп ҡала.

Килешеү башҡорттарҙың да, Урыҫ дәүләтенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә.
XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуаттың башында урыҫ хөкүмәтенең сәйәсәте килешеү буйынса бара.

Әммә XVII быуаттың тәүге яртыһынан батша власы Башҡортостанда ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә башлай: ҡушылыу шарттарын рәсми рәүештә таныһа ла, ғәмәлдә уны боҙоуға юл ҡуя. Ерҙәрҙе тартып алыуҙар башлана, яһаҡтар арта, христиан диненә дүндереү ынтылышы яһала. Өфө воеводалары баш-баштаҡлыҡ һәм йәбер-золом ҡыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан урыҫ батшалығы иҙеү сәйәсәтен нығыраҡ көсәйтә, ул колониаль төҫ ала. Яуап итеп башҡорттар ҡоралға тотона. Ике йөҙ йыл дауам иткән башҡорт ихтилалдары ошолай башланып китә.

XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында батшалыҡ сәйәсәтенең ҡайһы бер яҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән башҡорттар башҡа күрше халыҡтарҙың Рәсәй батшалығына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Волга буйы халыҡтарының 1572, 1581 һәм 1616 йылдарзағы ихтилалдарында уларзың әүҙем ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Артабан башлап йөрөүселәре һәм төп әйҙәүсе көсө башҡорттар булған күтәрелештәр китә. Шундайҙарҙың береһе 1645 йылдағыһы була. Уға батша властарының, башҡорттар менән иҫәпләшмәйенсә, улар ерендә Минзәлә ҡәлғәһен төҙөү сәбәпсе була.
Тубылдан Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге Башҡортостан еренә йәйелгән дөйөм башҡорт ихтилалдары XVII быуаттың уртаһында башлана.

Башҡорт ихтилалдары Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ һыҙатлы көрәш булыуы менән тарихи әһәмиәткә эйә. Куп юғалтыуҙар кисерһә лә, башҡорттар заманында шәхси иреген һәм ер биләмәләренә хоҡуғын һаҡлай алды.

XVIII быуаттың һуңғы сирегендә башҡорт көрәшенең яңы этабы башлана. Улар урыҫ һәм башҡа халыҡтар менән бергәләп күтәрелә. Уның асыҡ миҫалы — 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм 1835 йылғы ихтилал.




#Article 135: Лондон (408 words)


Лондон (инг. London) — Англияның һәм Бөйөк Британияның башҡалаһы һәм иң эре ҡалаһы.  Темза йылғаһы ярында, римляндар менән яҡынса 43 йылда Лондиниум тип нигеҙләнғән, ике быуат ваҡытында ул эре тораҡ пункты. Лондондын боронғо ядроһы   Лондон Сити  2,9 км² майҙанында урынлашҡан һәм 2011 йылда унда 7,375 кеше йәшәғән. 19 быуаттан башлап Лондон термины - боронғо ядро уратып алған метрополиялар исеме. Был конурбацияның ҙур өлөшө Ҙур Лондон (майҙаны - 1572 км²),  Англияның регионы; Лондон мэры һәм Лондон Ассамблеяһы менән идара ителә.  Конурбацияға тағы ла ике округтар инә: Лондон Сити һәм Бөйөк Лондон, ләкин тарихтан улар Сити, Мидлсекс, Эссекс, Суррей, Кент һәм Хардфордшир графлыҡтар араһында бүленде.

Лондон алдынғы глобаль ҡалаһы. Сәнғәт, коммерция,мәғариф, күңел асыу, мода, финанс, һаулыҡ һаҡлау, матбуғат, махсус хеҙмәтләштереү, фән тикшеренеүҙәр, туризм, транспорт яҡтан көслө һәм был яҡшы яҡтар уны бик данлыҡлы ҡала тип эшләйҙәр. Донъяның беренсе финанс үҙәге,  Эске тулайы продукт буйынса башҡалалар араһында иҫәпләү ысулы буйынса 5-се ләкин 6-сы урында тора. Лондон донъя мәҙәниәт үҙәге. Донъяла иң күп туристар йыйған ҡала һәм донъяла иң ҙур аэропорт системаһы эргәһендә ҡала. Инвестициялар бирелғән буйынса донъяла иң алдынғы урын, донъяның топ-10 ритейлдары һәм шәхси бизнесмендар  бында. 
Лондонда 43 университет бар. Программалар төҙөү сәнәғәтенең донъя лидеры. 2012 йылда Лондонда өсөнсө тапҡыр Йәйге Олимпия уйындары үткәрелде. 

Лондонда куп спектрлы милләттәр йәшәғән ҡалаһы. Ҙур Лондонда 300 телдәрҙә һөйләшәләр.   мәғлүмәте буйынса 2014 йылда Лондондын халҡы- 8,538,689, Европа Берләшмәһенең халыҡ һаны буйынса иң эре муниципалитет, һәм Бөйөк Британияның 12.5 % халҡы. Лондон ҡалаһы халыҡ һаны буйынса  Европа Берлешмәһендә икенсе урында тора, Париждан һуң (конурбация 9,787,426 кеше). Ҙур Лондон 13,879,757 халҡы менән Европа Берләшмәһендә иң эре конурбация.

Лондонда дүрт бөтә донъя мираҫы объекттары бар:; ; Вестминистер графлығы: ,  һәм  индерә; Гринвич ( беренсе 0° Гринвич меридианы үткән урын). Башҡа иҫтәлекле урындар , Лондон күҙе, , , , , ,, , , Тейт Модерн һәм Британ китапханаһы. Лондон метрополитены донъяның беренсе булып төҙөлдө.

London исеме этимологияһы куп спектрлы, күп вариантлы. Был боронғо исем 2-се быуатта сығанаҡтарҙа табылды. Ул 121 йылда Лондиниум тип йөрөтөлә, роман-британ сығышы менән. Был иң беренсе аңлатма Гальфрид Монмутский менән Historia Regum Britanniae эшендә бирелде. Ошо версия буйынса ҡаланы Люд короле баҫты һәм уға Kaerlud исемен бирҙе.. 1898 йылдан ҡала исеме *Londinos бер кельт кеше буйынса бирелде тип аңлатма йөрөй башланы.

Лондондын ҙурая барыуын туҡтатыу өсөн Икенсе донъя һуышындан һуӊ Л. Аберкромби проекты буйынса Лондондын йәшел поясы () төҙөлә. Хәҙер ул Ҙур Лондонда (10 %) һәм сиктәш графлыҡтарҙа (90 %) урынлашҡан. Майҙан — 554,7 меӊ га (2011 йыл), Лондондын территорияһынан өс тапҡырға ҙурырраҡ .




#Article 136: Рим (1365 words)


Рим ( ) — ҡала, 1870 йылдан Италияның баш ҡалаһы, Лацио өлкәһенең һәм Рим провинцияһының административ үҙәге. Тибр йылғаһында урынлашҡан. Халҡы — 2,73 млн кеше.

Рим — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Рим империяһының боронғо баш ҡалаһы. Төрлө сәйәси шарттарҙа кеше йәшәй торған ҡала булып ҡалыуы сәбәпле, Римде беҙҙең эраға тиклем III быуатта, Антиклыҡ дәүерендә үк «Мәңгелек ҡала»( тип атайҙар. Уны тәү башлап, беҙҙең эраға тиклем I быуатта Рим шағиры Альбий Тибулл шулай тип атай. Ҡаланың шулай уҡ «ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала» тигән рәсми булмаған исеме лә бар. Иң беренсе, ауылдар Палатин ҡалҡыулығында урынлаша, һуңынан күрше Капитолий һәм Квиринал ҡалҡыулыҡтарына ла күсеп ултыра. Тағы ла һуңғараҡ ҡалған дүрт (Целий, Авентин, Эсквилин һәм Виминал ҡалҡыулыҡтарына ла халыҡ күсеп ултыра.

Рим Тибр йылғаһының һул ярында, 25 саҡрым алыҫлыҡта Тиррен диңгеҙе-нән һәм Апениндан диңгеҙгә төшөүсе Апеннин тау һыртынан, шулай уҡ 25 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Күп кенә Европа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, ҡала төҙөлөшө майҙаны ҡала һыҙаты майҙанының бары тик дүрттән бер өлөшөн генә алып тора.

Хәҙерге Рим урынына тәүге күсеп ултырыуҙар ҡалаға нигеҙ һалғанға тиклем була.

Иң билдәле легендаға ярашлы, Альба-Лонга батшаһының ҡыҙы Рея Сильвия- нан һәм Марс (мифология) аллаһынан тыуған ағалы-ҡустылы Ромул һәм Рем Тибр йылғаһы яры буйында үҫә.
Альба-Лонги тәхетенә уның законлы хакимы — олаталары Нумиторҙы кире ҡайтарып, Ромул менән Рем колония булдырыу өсөн Тибрға ҡайта. Егеттәр араһында бәхәс сыға: Ромул Ремды үлтереп, Палатинала нығынған ауыл төҙөй. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Римгә нигеҙ һалыныуы тураһында бер нисә дата иҫәпләп сығарыла. Уларҙың иң билдәлеһе — 21 апрель беҙҙең эраға тиклем 753 йыл .
Ромул Римдең тәүге батшаһы була. Традиция Боронғо Римдең 7 баташаһы булыуын әйтә. Батша Сервий Туллий традицион рәүештә билдәле Сервиев стена- һының төҙөүсеһе тип атала. Батша осоронда Римдә тәүге храмдар барлыҡҡа килә, шул иҫәптә Веста храмы һәм Янус храмы.
Тарихсы Тит Ливий мәғлүмәте буйынса, Сервий Туллий иҫәп алыу ваҡытында Римдә 80 мең граждан бар, тип һанаған.

Ҡала оҙаҡ ваҡыт физик ҡына түгел, ә сакраль сик тә булып тороусы Сервиев стена -һы менән сикләнгән. Римдең сиген билдәләү өсөн померий) термины ҡулланылған. Рим дәүләте киңәйгәс, юлдар һалынған. Башта был юлдар ҡаланы Италия колониялары, һуңғараҡ төпкөл провинциялар менән бәйләгән.
Римдең үҙәк өлөшө булып, Палатин һәм Квиринал араһындағы үҙән һанала. Ул Рим форум -ы булараҡ билдәле. Бынан мөһим урамдар таралған: Римдең төп изге Юпитер храмына күтәрелеүсе Via Sacra, уға параллель рәүештә Палатин итәгенән via nova һ.б. китә.
Ҡала эсендә икенсе бер мөһим майҙан булып Тибр— Бычий форум мал баҙары тора. Ул ҡаланың иң йәнле сауҙа барған өлөшөндә урынлашҡан. Күршелә, тик ҡала стенаһынан тыш, йәшелсә баҙары ятҡан Forum Holitorium.
Республика Римендә храмдар иҫәбе Рим халҡының юғары динле булыуын күрһәткән; тулы булмаған риүәйәттәр нигеҙендә ҡаланың һәр бер өлөшөндә изге урындар булған. Шулай уҡ ҡалала Ceres, Liber, Libera боронғо триада храмы урынлашҡан. Риүәйәттәр буйынса, ул беҙҙең эраға тиклем 496 йылда төҙөлгән.
Рим дәүләте үҫкән һайын ҡала ла ҙур үҙгәрештәр кисерә.
Померий -ҙы Луций Корнелий Сулла тарафынан киңәйтеү һәм яңы Гней Помпей биналарын төҙөүҙе Цезарь һәм Август эшмәкәрлеге алып барған. Аппиева юлы буйлап, Тибр янында, Марс майҙанында, porta Capena аръяғында барлыҡҡа килгән тотош ҡаласыҡтарҙы ҡаланың юридик өлөштәре итеп эшләргә кәрәк була (факттар буйынса улар был ҡала составына ингән була). Бары тик ошо юл менән генә ҡала үҙәгендә йәшәү өсөн түҙерлек шарттар булдырырға, тормошто ҡаланан ситкә йүнәлтергә һәм үҙәктәге йәмәғәт зданиеларына иркенлек бирергә була.

Цезарь Гай Юлий сенаттың яңы зданиеһын төҙөй һәм форумдың көнбайышы яғында уның исеме менән аталған яңы ғәйәт ҙур базиликаға (урта быуаттағы төҙөлөш тибы) нигеҙ һала. Марс майҙаны -нда йәмәғәт зданиелары өсөн яңы территория булдырыу ҙа уның идеяһы була. Тәүге идея Марс майҙаны — нда () тауыш биреү портигы төҙөлөшөндә, икенсеһе (fora) яһалма майҙандар булдырыуҙа сағылыш таба. Уларҙың тәүгеһе булып, Юлий Цезарь форумы менән ырыу башлығы Венера храмы тора. Цезарҙың бөтә пландары бары тик, 14 квартал ҡалаһы — н булдырған Октавиан Август ваҡытында ғына тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыттан алып, Рим үҙенең нығытылған ҡала үҙенсәлеген юғалта. Сервиево стенаһы киңлеге тулыһынса төҙөлөп бөтә, ҡала эсенә биҫтәләр ҙә инә.

Рим форум — ында, Курия Юлия һәм Базилика Юлия храмдарын реставрациялау һәм яңынан төҙөүҙән башҡа, Цезарь храмын һәм Римдең яңы сәйәси тормошо үҙәген төҙөү ҙә Августаға тура килә.
Шулай уҡ беҙҙең көндәргәсә һаҡланған Пантеон (Рим) төҙөлә.

Нерон императоры идаралығында «Оло янғын» сыға. Флавии династияһының раҫлауы буйынса ғына ҡала тулыһынса яңынан төҙөлә һәм был юлы тағы ла матурыраҡ итеп. Полиция характерындағы саралар ҡаланың күренешен үҙгәртә. Яңы өйҙәр тағы ла күркәмерәк төҫ ала: һәр өй ҡыйыҡлы булырға тейеш була. Шул арҡала ҡала ябыҡ галерия төҫөн ала. Янғындан һуң Флавийҙар буш арауыҡтарҙы үҙҙәренең монументаль зданиеларына файҙалана. Палатин һәм Эсквилин үҙәнендә Колизей барлыҡҡа килә, уның тирәләй — бик күп эш йорттары төҙөлә.

Беренсе императорҙарҙың эшмәкәрлеген Траян тамамлай. Ул император майҙандарын ғәйәт ҙур майҙанлы Марс майҙаны менән бәйләй. Ошо ваҡытта төҙөлгән Траян колоннаһы бөтә донъяға билдәле. Адриан- дың төп хеҙмәте булып, Велийҙағы Венеры һәм Ром храмы тора. Тибр аръяғында Адриан үҙенә мавзолей төҙөй. Ошо ваҡытта шунда уҡ яңы цирк төҙөлә. Императорҙар бик ҙур Терм (йәмәғәт мунсалары) төҙөүҙә лә әүҙем эш алып бара.

Иң һуңғы зданиелар төҙөлөшө Рим империяһы ҡатмарлашҡан хәл арҡаһында яй бара. III быуат аҙағында Аврелиан стенаһы булараҡ билдәле булған яңы нығытма төҙөлә. Ул Тибр аръяғындағы өлөштө һәм бөтә ҡаланы уратып ала. Стена таможня һыҙығы һәм померий сиге менән тура килә. Тик күп осраҡта стена эсенә кәшәнәләр индерелгән, шул иҫәптә Цестия пирамидаһы һәм . IV быуат -та христиан храмдарын төҙөү башлана.
V быуат-та ҡала өсөн ауыр ваҡыттар башлана. 410 йыл — да Римде башлыҡ вестгот Аларих баҫып ала һәм талай. Ә 455 йыл — да уны вандал — дар вәхшиҙәрсә талай.

Византияла остготтар менән һуғышта (536—552) Рим алты тапҡыр ҡамауға эләгә һәм ҡулдан-ҡулға күсә. Шул уҡ ваҡытта остгот батшалары, иң элек Тотила, Рим халҡы араһынан бик күп аманат ала. Был иң билдәле фамилияларҙың юғалыуына һәм Рим халҡының 30-40 меңгә кәмеүенә килтерә.
Сираттағы ике быуат (570—750) дауамында, италияның күп кенә өлөшө лангобард — тар тарафынан Византиянан көсләп тартып алынғас, папалар ҡаланың донъяуи эштәрендә тәүге ролде уйнай башлай.
Римде ҡалдырған императорҙар айырым зданиеларҙы тотоп торһа ла, был реставрациялар бары тик ташлама ғына; күп кенә йәмәғәт зданиелары емерелә. Бөйөк Теодорих ҡына киң реставратор эшмәкәрлеге алып барырға маташып ҡарай, ләкин был оҙаҡҡа ярҙам итмәй. Зданиеларҙың емерелеүе ундағы бронза, мрамор һәм башҡа ҡиммәтле материалдарҙың сираттағы баҫып алыусылар тарафынан урланыуға килтерә.
Иҫке биналар ҡаршылыҡһыҙ емерелә, христиан сиркәүҙәрендә йәки феодаль крепостарҙа ышыҡ тапҡандары ғына һаҡланып ҡала. Ватикан ҡалҡыулығы янында уңайлы урынлашҡан Адриана мавзолей — ы, Аврелиан стенаһын төҙөгәнгә тиклем ҙур крепость була, яйлап ул папаның алып булмаҫлыҡ Изге фәрештә замогы — на әйләнә. Бер нисә ҡамауҙы күтәрә Римде талау (1527 йыл)).

Латеран килешеүе һөҙөмтәһендә Рим территорияһында Ватикан дәүләте төҙөлә.
Икенсе Бөтә Донъя һуғышы вҡытында Рим, башҡа күп кенә Европа ҡалаларынан айырмалы рәүештә, емерелеүҙәрҙән ҡаса ала, ләкин 1943-44 йылдарҙа немец оккупанттарына эләгә һәм 1944 йылдың 4 июнендә генә англо-американ ғәскәрҙәре тарфынан азат ителә. Анцио-Неттунск операцияһы

Һайланған орган — 48 советниктан (consiglieri) торған Баш ҡала йыйыны (assemblea capitolina), башҡарма комитет — Баш ҡала идаралығы (giunta capitolina), синдиктан (sindaco) һәм 12 асессорҙан (assessori) тора.

Рим 19 Рим муниципиенаға (элек округтар), 22 Рим районына, 35 Рим кварталына, 6 Рим биҫтәһенә һәм 53 Рим зонаһына бүленә.

Римдә субтропик, урта диңгеҙ климаты. Яуым-төшөм ҡышҡыһын күберәк, йәйгеһен сағыштырмаса һирәк. Климатик ҡыш (уртаса тәүлек температураһы нульдән түбән торған осор) булмай; ҡышҡы айҙарҙа температура ғәҙәттә 5-10 градус була. Дөйөм алғанда ҡыш йомшаҡ һәм ямғырлы, йәй бик оҙон һәм эҫе. Ҡышҡыһын ҡырау һәм ҡар яуыу бик һирәк осрай, ә температураның 40 градусты ашып китеүе бар.

Римдең заманса халыҡ-ара аэропорт — ы бар — Леонардо да Винчи исемендәге халыҡ-ара аэропорт. Элек ул Римдең бер үк исемле спутник-ҡалаһында урынлашҡанлыҡтан Фьюмичино булараҡ та билдәле булған. Тағы бер Рим аэропорты Чампино башлыса чартер һәм дискаунтер-авиакомпанияһы рейстарын хеҙмәтләндерә.

Рим, яҡынса Боронғо Рим юлы селтәрен ҡабатлаған автоюлдың (Капитолий ҡалҡыулығынан башланып, Римде бөтә империя менән тоташтырыусы) түңәрәк селтәре үҙәгендә урынлашҡан

Ҡалала автобус (350 маршрут, 8000-дән ашыу туҡталыш), трамвай (39 саҡрым юл, 192 туҡталыш) маршруттары үҫешкән.

Апеннин ярымутрауы-ның үҙәгендә урынлашҡанлыҡтан, Рим үҙәк Италияның төп тимер юлы селтәре булып китә. Римдең төп тимер юл вокзалы Термини — Европалағы иң ҙур вокзалдарҙың береһе. Ул яҡынса 400 000 пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Икенсе мөһим тимер юлы вокзалдарының береһе — Тибуртина. Әлеге ваҡытта тиҙ йөрөшлө поездар өсөн терминал итеп реорганизациялана.
Римдә ҡала яны бәйләнеше яҡшы үҫешкән. Әлеге ваҡытта 8 маршрут бар. Линияларҙың дөйөм оҙонлоғо — 672 саҡрым, станциялар иҫәбе — 128. Күп маршруттар Термини вокзалынан башлана. . Шулай уҡ, АТАС компанияһының 3 бойондороҡһоҙ линияһы бар: Рим-Лидо линияһы, Рим-Витербо линияһы һәм Рим-Джардинетти линияһы.

Термини вокзалынан ҡаланы Леонардо да Винчи аэропорты менән тоташтырыусы экспресс Леонардо маршруты йөрөй. Юлдағы ваҡыт — 30 минут.

Римдә ошондай университеттар бар:

Партнер-ҡалалар:




#Article 137: Амазонка (1064 words)


Амазо́нка (исп. һәм )  — Көньяк Америкала урынлашҡан донъялағыиң тулы һыулы йылға. Мараньон һәм Укаяли йылғалары ҡушылыуҙан барлыҡҡа килә. Амазонканың оҙонлоғо фәнни йәмғиәттә бәхәсле мәсьәлә булып тора һәм төрлө үлсәүҙәр буйынса төрлөсә: Мараньон йылғаһының инешешән - 6400 км, от истока реки Апачет — 6992 км, Апас йылғаһының шишмәһенән - 6992 км, Укаяли шишмәһенән 7100 км самаһы. Амазонка үҙенең оҙон сығанаҡтары менән Нил менә бергә донъялағы иң оҙон һыу ағымы статусына дәғүә итә, шулай уҡ бассейн майҙаны һәм тулылығы буйынса донъяла иң ҙур йылга булып тора. Йылғаның йыллыҡ ағымы 6937,92 км³ тәшкил итә, йәғни ул тәүлегенә яҡынса 19 км³ һыу сығара.

Бассейн майҙаны ,Токантинс ҡушылдығын иҫәпкә алғанда — 7180 мең км². Был Уругвай һәм Паран йылғалары бассейндарынан шаҡтай артыҡк (4140 мең км²) һәм Конго (яҡынса 3700 мең км²).

Амазонка бассейнының иң ҙур өлөшө Бразилияла, көньяҡ-көнбайыш өлөшө Боливия, Перу, Эквадор һәм Колумбияла. Күпселек өлөшө Амазонка түбәнлеге буйынса экватор йүнәлешендә ағып, 
Амазонка Атлантик океанға ҡоя һәм доньяла иң ҙур дельта (100 меңдән артыҡ км² майҙаны һәм донъяла иң ҙур йылға утрауҙарының береһен  - Маражо утрауын барлыҡҡа килтерә.

Амазонканы күп һанлы ҡушылдыҡтар туйындыра;  20 ҡушылдыҡтың оҙонлоғо  1500 км-ҙан  артыҡ түгел. Иң эре ҡушылдыҡтары уң яҡтан - Журуа, Пурус, Мадейра, Тапажос, Шингу, Токантинс; һул яҡтан - Иса, Жапура, Риу-Негру.

Бразилия Милли обсерваторияһының геофизика департаменты мәғлүмәттәре буйынса, Амазонка менән бер йүнәлештә, әммә 4 км тирәнлектә ер аҫты һыуҙары мелән туйына торған Хамза (Hamza) йылгаһы аға. Уның ағымы 3 мең м³/с[6] тип билдәләнә.

Һыуҙың уртаса йыллыҡ сығымы 7280 км³ (яҡынса 230 мең м³/с) (70 тән алып 300 мең м³/с -ҡа тиклем һәм күберәк). Был  бөтә донъя  океанына ҡоя торған бөтә йылғаларҙың дөйөм ағымының 18 %- ын тәшкил итә. Амазонка йыл буйы мул һыулы, сөнки ағымдың миҙгелле тирбәләнеше уның уң һәм һул ҡушылдыҡтарында ямғырҙар осоро етеү менән тигеҙләшә. Тотороҡло аҡымы 900 млн тоннаға яҡын. Һыу күтәрелештәре йылға буйлап 1000 км самаһы бейеклеккә үтеп керә. Инешенең бейеклеге  диңгеҙ өҫтө тигеҙлегенән 110 м. Йылғаның ауышлығы — 0,016 м/км.

Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары 25 мең км-ҙан артыҡ оҙонлоҡтағы эске һыу юлдарының донъялағы иң эре һык системаларының береһен барлыҡҡа килтерә.

Океан суднолары Манаус ҡалаһына тиклем күтәрелә (тамағынан 1690 км).

Йылғаның төп порттары (түбәндән өҫкә табан): Белен, Сантарен, үпкә, Манаус (Бразилия), Икитос (Перу) [3].

Бассейн майҙаны Австралия менән сағыштырғанда бер аҙ бәләкәйерәк. Амазонканың төньяҡ һәм көньяҡ ҡушылдыҡтарында һыуҙың күтәрелеүе йылдың төрлө миҙгелдәрендә була. Был бер ни ҡәҙәр һыу кимәле тирбәлешен тигеҙләй, шуға күрә Амазонка йыл әйләнәһенә тулы һыулы була. Һыу күтәрелгәндә йылға киң далаларҙы баҫа, үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡтар барлыҡҡа килтерә.

Бразилия университеты ғалимдары йылғаның йәше 9 млн йыл тип билдәләй.

Амазония фауна һәм флораның байлығы менә гәжәпләндерә. Ғәйәт ҙур киңлектә үҫемлек һәм хайуандарҙың миллиондан артыҡ төрө йәшәй, һәм был урында һис тә арттырыуһыҙ, донъяның генетик фонды тип атарға мөмкин. Ғалимдар раҫлауынса,  10 км² тропик урманына сәскәләрҙең 1,5 төрө, ағастарҙың 750 төрө, имеҙеүселәрҙең 125 төрө, 400 төр ҡош һәм бихисап умыртҡаһыҙ хайуандар тура килә. Уларҙың күп төрө тасүирланмаған да һә идентификицияға инмәгән.

Амазонка бассейнында доньялағы иң ҙур дымлы тропик урман да йәйелеп ята. Был иҫкиткес тәбиғәтте 1799—1804 йылдарҙа Александр фон Гумбольдт Көньяҡ Америка буйлар сәйәхәт иткәндә яҙып ҡалдыра, ул был урманды гилееен (грекса «гилестон» - урман) дип атап тасуирлаған. Мәңге йәшел экваториаль урман климаты эҫе һәм дымлы; температура йыл буйынса 25-28 °C сиктәрендә тирбәлә, хатта төндә дә 20 °C тан түбән төшмәй. Яуым-төшөм иҫкитсес мул: йыллыҡ суммуһы 2000-4000 мм тәшкил итә, ҡайһы ваҡыт унан да артыҡ була. Урман эсе елһеҙ, тик ағас баштары ғына һелкенә. Ҡуйы япраҡтар һәм лианалар яҡтылыҡты үткәрмәй тийәрлек. Ҡотороп үҫкән үҫемлектәр хәрәкәтте ҡыйынлаштыра һәм ориентацияны бөтөнләй юғалта. Әҙ генә хәрәкәт итеү өсөн дә юлды ярырға кәрәк.

Оҙонлоғо йөҙәр метрға еткән тиҙ үҫә торған лианалар был урмандарға хас. Был үҫемлектәр ағас олонон һәм ботаҡтарын уратып алалар, өҫкә үрмәләп кәрәкле яҡтылыҡта табалар. Шунда уҡ тармаҡланып сәскә аталар һәм емеш бирәләр. Ағастарға үрмәләп үҫергә төрлө яймаҡтар (мыйыҡсалар, сәснскеләр, тырнаҡтар) булышлыҡ итә. Һыу ләләһе Victoria regia үҫемлек донъяһының ысын мөғжизәһе булып тора, ул шул тиклем ныҡлы, хатта кеше ауырлығын да күтәрә ала.

Пальмалар ҙур төркөмдәр менән дә, айырым да үҫә. Ул былый тип яҙа: 

Йылғаға яҡын урындарҙа донъялағы иң ҙур кимереүсе, тән аурлығы 50 кг самаһы булған, диңгеҙ сусҡаларын хәтерләткән капибарҙы осратырға мөмкин. Һыу эсергә килгән хайуандарҙы яр буйында иң ҙур йыландар анакондалар һағалап тора. Был йыландар һыуҙа ла, ерҙә лә хайуандарҙы аулауҙар, хатта кайманда ла быуып үлтерәләр. Амазонканың бай хайуандар донъяһын сөсө һыу дельфиндары инея һәм нутрия ла байытып тора. Европала был йәнлекта мамыҡ фермаларында үрсетәләр. Амазонка ярһары буйында ауырлығы 200 кг-ға еткән иҫ киткес йөҙөүсе тапирана осратырға мөмкин. Йыш ҡына ул самкалылыр менән яр буйында йөрөй, япраҡтар, ағас ботаҡтары, емештәр һәм һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Джунглиҙа иң ҡурҡыныс йәнлектәрҙең береһе, бесәйҙәр ғаиләһе вәкиле, һыуға сумарға ла һәләтле  — ягуар.  Гуарани ҡәбиләһе индеецтары уны d’iaguar тип атай.

Амазонка һәм уның ҡушылдыҡтары балыҡтарҙың төрлөлөгөнә ғәжәйеп бар, балыҡтарҙың 2 меңдән ашыу төрө йәшәй. Бында  гуппи, меченосецлар, скаляриялар һәм бронялар кеүек популяр аквариум балыҡтары тереклек итә. Бары тик бында ғына тамбак балыҡтары (Colossoma macropomum) бар, улар һыуға төшкән емеш орлоҡтары һәм ағас емештәре менән туҡлана. Ике төрлө һулыш алыға һәләтле хайуандарҙың иң һуңға төрҙәренең береһе пропротоптертар ҙа осрай. Шулай уҡ оҙонлоғо бер метрға еткән, һыуҙан һикереп сығып һыу өҫтөндә эленеп торған бөжәктәрҙе йойтоусы араваналар тереклек итә. Пираньялар — Амазонканың иң билдәле тереклек эйәләре булып тора.13 - 40 см оҙонлоғондағы балыҡтар йыртҡыс тормош алып баралар һәм ғәйәт . Йылғаны кисеүсе эре хайуандарға (йыландарға һәм имеҙеүселәргә) ла һөжүм итәләр. Пираньялар кешеләр өсөн дә хәүефле. Ҡан еҫен һиҙеп ҡалған балыҡтар төркөмө менән һөжүм итеп ҡорбандың ит кәҫәктәрен йоталар һәм ҡорбандың һөйәктәрн генә ҡалдыралар.

Яҫы башлы йәйен һәм харак кеүек балыҡтар йылға өҫтөндә ишетелерлек тауыштар сығара. Харак Амазонканың төп промысл балығы булып тора. Амазонкала «йырлай» тоҡан балыҡтарҙың күплеге һәм төрлөлөгө йылғаның избәс һәм төрлө серемтәләр менән болғансыҡ һыйлы булыуы менән аңлатыла. Бындай шарттарҙа балыҡтарға күреп аралашыу мөмкинлеге юҡ, шуға күрә улар тауыш ярҙамында аралаша.

Амазонка сельваһы — башҡаса тиңе булмаған экосистема. Был экосистемаға ағастарҙы күпләп киҫеү хәүефе янай. Йылға тамағы менән Манус йылғаһы араһындағы урындар бушап ҡалды. ХХ быуаттың 70-се йылдарында шаҡтй ғына урман булған урындар көтөүлектәргә әүрелдерелде. Был тупраҡтыҡ эрозияһына килтерә. Был биләмәләрҙә ҡырағай джунгли хәҙерге көндә юҡ. Киҫелгән йәки яндырылған урманды яңынан тергеҙергә тырышһалар ҙа, был урмандарҙа тереклектең күплелегенең бер өлөшө генә бар.

Урманды файҙаланыуҙан үҫемләктәрҙең һәм хайуандарҙың күпселеге юҡҡа сыға. Ptesonura brasilensis  хәҙер бик һирәк осрай. Юғалыусы төрһәр исемлегенә Rio Palenque ҡыҙыл ағасы ҡиммәтле мебель эшләй тоҡан палисандра ағасы ла эләккән.

Ағас киҫеү Амазонканың тропик урмандарын көсһөҙләндерә һәм киптерә. 2016 йылғы спутник күҙәтеүҙәре Амазонка урмандарында янғын 80 процентҡа артҡан тип күрһәтә.




#Article 138: Белорет (340 words)


Белорет — Башҡортостан Республикаһындағы ҡала, Белорет районының административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы (2020). Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстан биләмәләрендә йәшәгән Арский фамилиялы помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде.

Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е. Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачёв була.

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге завод тураһында:
Ырымбур губерняһы Верхнеуральск өйәҙендә, Верхнеуральскиҙән көнбайышҡа 60 саҡрымда, Ағиҙелгә Нура йылғаһы ҡойған ерҙә, 1628 р. фут абсолют бейеклектә, 53°58' төньяҡ киңлектә һәм 53°49' көнсығыш оҙонлоҡта. 1762 йылда Твердышев менән Мясников, Балаҡатай волосынан башҡорттарҙан һатып алынған ерҙә заводҡа нигеҙ һалалар. Әлеге ваҡытта Тирлән заводы менән бергә Белорет заводтары йәмғиәтенә ҡарай. Заводҡа бүленгән 170041 дисәтинә ерҙең 152020 дисәтинаһы һирәк осраған уҫаҡ һәм ҡайын, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы урманынан тора. Таулы ер; үҙәндәре балсыҡлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уңдырышлы. Рудниктары Урал йылғаһы аръяғында, заводтан 90 саҡрым алыҫлыҡта, Ҡырғыҙ далаһындағы Атач тауында урынлашҡан. Заводта домна, металл ҡойоу мейестәре бар, тимер эшкәртелә һәм сым етештерелә. Бында һыу ярҙамында әйләнеүсе 20 тәгәрмәс, 6 турбина, 6 пар машинаһы һәм локомобиль эшләй (дөйөм көс һаны - 1232). 1888 йылда 728453 бот сөгөн иретелә, 419906 бот тимер һәм 11081 бот тимер әйберҙәр эшкәртелә.

Бөгөн Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 мең самаһы кеше йәшәй. Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығы — Иванюта Андрей Иванович (2020 йылдың февраленән).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Куйбышев һәм Көньяҡ Урал тимер юлдарының Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап үткән 310 километрлыҡ өлөшө, шул иҫәптән «Ҡарлыман–Белорет–Магнитогорск» арауығы. Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Белорет, Учалы, Әбйәлил райондары аша үтә. Рәсәйҙең үҙәк райондарын Урал аръяғы һәм Урта Азия менәнн тоташтыра. 1961 йылда «Магнитогорск–Белорет» линияһы (105) төҙөлә, 1977 йылда «Ҡарлыман–Белорет» линияһы (205 км) ҡушыла. Электрлаштырылған.

Ҡалалағы төп иҡтисад предпиятиелары:




#Article 139: Яңауыл (141 words)


Яңауыл — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы ҡала.

Өфө ҡалаһынан 218 км алыҫлыҡта, Яңауыл һәм Беүә йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан. Ҡала аша Горький тимер юлы (Ҡазан—Екатеринбург участкаһы) үтә, бында уның Ижевск бүлексәһенә ҡараған Яңауыл тимер юл станцияһы урынлашҡан. .

Яңауыл — бай тарихлы ҡала. Уның тамырҙары алыҫ XVI—XVII быуаттарға барып тоташа. Ул бәләкәй генә ауыл булып барлыҡҡа килә. 1770 йылдарға тиклем ауылды урыҫтар «Новая» тип йөрөтәләр, халыҡ «Яңауыл» тип атағанға күрә, тарихҡа ул «Янаево» булараҡ ингән. Документта уның исеме тәүге тапҡыр 1750 йылда телгә алына. Телгә алыныу нигеҙ һалынған йылды аңлатмай. Уның тарихы күпкә алдараҡ башланған тигән һүҙ. 1795 йылда бында 30 йорт булып, 173 кеше йәшәй. 1920 йылда 105 йортта 685 кеше көн иткән.

Ҡала паркында гармунға махсус һәйкәл ҡуйылған.

.

Ҡалалағы төп сәнәғәт предприятиелары:

Ҡазан–Екатеринбург (Горький тимер юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 69 км). Дөйөм йүнәлеше – көнбайыштан көнсығышҡа. Яңауыл ҡалаһы һәм районы аша үтә. 




#Article 140: Изге Валентин көнө (235 words)


Ғашиҡтар көнө (Изге Валентин көнө) — 14 февралдә бөтә донъяла үткәрелгән ғашиҡтар көнө. Был көндә яратҡан һәм ҡәҙерле кешеләргә йөрәк формаһындағы открыткалар — валентинкалар бүләк итеү ҡабул ителгән. Валентинкалар етештереүсе компаниялар үткәргән маркетинг сәйәсәте был байрамды Рәсәйгә бөтә доняъға таратты. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.

Беҙҙең эраның 269 йылында Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы Указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. «Законһыҙ өйләнешеүҙәр» тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша.

Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Ауыр мәлдәр һәм үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың февралендә, егет ҡыҙға «Валентиндан» тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн Римдәге Изге Плаксидис сиркәүенә ерләйҙәр, ә ҡапҡаларын «Валентин — ҡапҡалары» тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә.

Был көн бөгөн дә онотолмаған, киреһенсә, халык, бигерәк тә йәштәр араһында киң тарала. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләктәр бирешә, валентинкалар менән алмаша.

Изге Валентин байрамының сәскә эмблемаһы — ҡыҙыл рауза. Сөнки, антик легенда буйынса, ҡыҙыл рауза мөхәббәт аллаһы Афродита арҡаһында барлыҡҡа килгән, имеш. Алиһә үҙенең яраланған һөйгәне янына йүгергәндә, аҡ рауза ҡыуағына баҫа һәм энәләренә аяғын йәрәхәтләй. Уның илаһи ҡаны сәскәне ҡыҙыл төҫкә буяй.




#Article 141: Учалы (207 words)


Учалы́ ()  — республика әһәмиәтендәге ҡала. Башҡортостандың көнсығышында,
Урал тауҙары итәгендә, Өфөнән 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Учалы районының административ үҙәге (1965 йылдан алып).

Өфөнән көньяҡ көнсығышҡа табан 376 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал аръяғы төньяғында, Ҡарағастүбә (586 м) һәм Олотау (659 м) тауҙары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан.

Учалы атамаһының башҡа варианттары — Асыуҙы, Ушалы. 

Бер риүәйәт буйынса, Учалы исеме «Үс алды» һүҙенән килә. XIV быуатта Аҡһаҡ Тимер Туҡтамыш ханды еңеп, уның союздаштары булған бер-нисә башҡорт ырыуын юҡҡа сығарған урын тип аңлатыла.

Учалы төбәге төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай булғанлыҡтан, бында XVIII быуатта уҡ рудниктар барлыҡҡа килә. Был ерҙәрҙә борон-борондан төрлө төҫлө һәм ҡара металл рудалары, шул иҫәптән алтын һәм баҡыр сығарыла. Төрлө биҙәкләү таштары ла, айырыуса йәшмә күп табыла.

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1963 йылдың 1 февралендәге Указы менән, Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы ҡасабалары «Учалы» исеме бирелгән яңы ҡалаға берләштерелә.

Ҡаланың иҡтисад нигеҙе — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте, эшкәртеү сәнәғәте. 

Район биләмәләре аша Белорет—Учалы—Мейәс—Силәбе, Учалы—Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозерный аша), Учалы—Ҡорама— Уй—Силәбе автомобиль юлдары үтә.

Тимер юлы. Район аша Рәсәй тимер юлдарының Көньяҡ Урал бүлексәһенә ҡараған Межозерный—Учалы—Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем бынан Учалы—Өфө—Күмертау—Ырымбур поезы йөрөнө.

Учалы ҡалаһы гербында Кеҫәртке урынлашҡан.

Халҡы 37,9 мең кеше.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 142: Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (167 words)


Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (5 февраль 1913 йыл — 4 апрель 1963 йыл) — ғалим-нефтсе-геолог. Башҡорттарҙан тәүге геология-минералогия фәндәре докторы, БАССР-ҙың йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе.

Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзин 1913 йылдың 5 февралендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Аҡсыуаш (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Сабаҡкүл (Аҡсабаҡ) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып тыуған. Бала сағынан уҡ көтөүсе, батрак була. 14 йәшендә ата-әсәһенән ҡасып китеп, Арғаяштағы интернат-мәктәпкә уҡырға инә.

Һуңыраҡ — Тау геологияһы институтының нефть һәм газ лабораторияһы мөдире (хәҙерге Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Геология институты).

Тәүгеләрҙән булып, Ишембай нефть ятҡылығы тау тоҡомдарының литология, карбондың коллектор сифаттарын, Көньяҡ Уралдың көнбайыш һыртындағы Нөгөш киҫелешендә ҡыҙыл төҫтәге өфө ҡатламдарының характеристикаһын бирә.

Башҡортостандың Туймазы районындағы пермь осоро ташкүмер һәм девон ҡатламдарының комплекслы (төрлө яҡлап) тикшерә. Был эштәрҙең һөҙөмтәһендә: нефть һәм газ ятҡылыҡтарында эҙләнеү-разведка эштәренең эффекты арта, Башҡортостан нефть табыу буйынса СССР-ҙа беренсе урынға сыға.. Ул девондың терриген ҡатламының үҫеү майҙанында скважиналар быраулауҙы тәҡдм итә. Туймазы, Баулы, Шкапов, Серафимовка нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 70 фәнни хеҙмәт авторы.




#Article 143: Бәләбәй (147 words)


Бәләбәй — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы. Бәләбәй районының административ үҙәге. Ҡала Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнбайышында, Үҫән йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 61,2 мең кеше (2005), 1926 йылда 11,3 мең, 1959 йылда 26,2 мең, 1979 йылда 43,2 мең, 1995 йылда 57,2 мең кеше йәшәгән.

Халыҡ риүәйәттәре, архив мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй ауылына припущенник сыуаштар нигеҙ һала.

Ҡала Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе үҙәге була.

Ҡаланың Өфөгә, Ырымбурға, Ҡазанға, Белоретҡа илтеүсе юлдар сатында — бик уңайлы ерҙә урынлашыуы уның уҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Шулай ҙа ҡала ифрат яй үҫкән. Иген үҫтереүҙән һәм мал аҫрауҙан тыш, ҡала халҡы урмансылыҡ кәсептәре менән дә шөғөлләнгән.

Хәҙерге Бәләбәй — Башҡортостандың индустриаль һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Шкапов нефть ятҡылығы асылғандан һуң Бәләбәй нефтселәр ҡалаһы булып китһә, «Автонормаль» заводы төҙөлгәндән һуң уға машина эшләүселәр ҡалаһы тигән атама өҫтәлә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

Ҡаланың төп белем биреү учреждениелары:




#Article 144: Ҡурай (900 words)


Был мәҡәлә башҡорт ҡурайы тураhында. Төрлө сығанаҡтарҙа һәм төрлө сәбәптәр менән «ҡурай» исеме менән аталған һыбыҙғы, һыҙғыртҡыс хаҡында айырым мәҡәлә бар: Һыбыҙғы.

Ҡурай — башҡорт халҡының милли музыкаль уйын ҡоралы. Башҡортостан Республикаһының ил кимәлендә рәсми теркәлгән территориаль бренды.

Ҡурай төрҙәре: ҡыйыҡ-ҡурай (ғәйнә ҡурай), сор-ҡурай — һыҙғыртма ҡурай, һыбыҙғы — бәләкәй арҡыры ҡурай.

Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла.

Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай тартып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар.

XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш ала. Был төр ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570—810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай көпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса «Соль»-дән алып «До»-ға тиклем араны тултыра: Ля бемоль (Аs), Ля (A), Си бемоль (B), Си (H).

Башҡорт милли көйҙәре пентатоник үлсәмдәге көйҙәр булып тора, һәм ҡурайҙа бөтә нескәлектәре менән биреп була. Диатоник өн теҙмәһе өсөн иһә ҡурайҙарҙы төрлө тоналлектә эшләйҙәр, йәғни ундай көйҙәрҙе башҡарғанда бер нисә ҡурайҙы алмаштырып уйнарға тура килә.

Уйнағанда ҡурайҙың баш яғын өҫкө тештәр уртаһына, уң йәки һул яҡҡа терәп, ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ауыҙҙың ярылары һәм аңҡау тауыш бәүелткесе итеп ҡулланыла. Ҡурайҙа оҫта уйнаусылар күкрәктән сыҡҡан тын менән көпшәгә өрөп моң сығара. Ауыҙ эсендәге тын менән ҡурай уйнау, өйрәнә башлаған осорҙа ғына хата һаналмай.
Ҡурай моңо нигеҙендә төп өндән кварта аралығында ике мажор пентоника бәйләнеше ята. Ҡурай тауышы киңлеге өс октаваға яҡын, яңғырашы нәфис һәм эпик яҡтан күтәренке, тембры йомшаҡ.
Ҡурайҙа бейеү көйҙәре, марштар, тәбиғәт тауыштарын тасуирлаған көйҙәр, хатта донъя күләмендәге классик әҫәрҙәр ҙә уйнала. Шулай уҡ йыр оҙатыусы ҡорал булараҡ та ҡулланыла.
Ҡурай моңон яҙмаларҙа тыңлау менән ысын уйнауҙы тыңлау араһында бик ҙур айырма бар. Шул сәбәпле, ҡурайҙың илаһи моңон мотлаҡ «тере» килеш тыңларға кәрәк.

Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көй килгән урынды эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән ел өргәндә көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай тартырға, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы илаһи көскә эйә.
Ҡурай тураhында риүәйәттән белеүебеҙсә, был үҫемлектең ҡыуарған, йәки ҡояшта ҡураған көпшәhендә ел өрөүҙән барлыҡҡа килгән моңға яҡын наҙлы тауышын оҡшатып, беренсе башлап ишеткән егет ҡырҡып ала. Тәү башлап ҡолаҡҡа яғымлы был тәбиғи ауаз ата-әсәhен, тыуған ерен hағыныу хистәренән тулышҡан күңелде бушатыу хеҙмәтен үтәй. Ул моң күңелдә ярала, тын менән буш көпшәләге hауаның көсөн яңғыратып, тирә-йүнгә тарала. Беренсе ҡарашҡа был илаhи моң яралыу шул тиклем ябай тойола — тәбиғи үлән көпшәhен ҡырҡып ал да уйна! Ләкин бөйөклөк — ябайлыҡтың үҙендә, тиҙәр. Ҡурай — күңелдәге моңдо көсәйтеп, тышҡа сығарыуҙа ярҙамсы ҡорал ғынамы ни? Ҡурай тауышы — эске моңдоң тышҡы ауазы, эҙемтәhе бит. Юҡ, әлбиттә! Былай бүлеп ҡарау — илаhи моңдоң бөтөнлөгөн бүлгеләүгә тиң булыр ине, уларҙы бер-береhенән былай айырыу мөмкин түгел. Ошо күҙлектән аңлатҡанда, тар мәғәнәлә ҡояшта ҡурап кипкән үләнде атар өсөн генә түгел был һүҙ. Киңерәк мәғәнәhендә, уйнаусының күңелендә яралған моңон (сәбәп) уның тыны аша көпшә эсендә көсәйтеп яңғыратыусы, моң ҡеүәтен тыңлаусыға еткереүсе, шуның менән уны илһамландырыусы, рухын күтәреүсе (һөҙөмтә), йәғни моңдо көйләү өсөн яратылған иң боронғо hәм тәүге уйын ҡоралы булған өсөн ул ҡурайыбыҙҙың исеме! Ә ул моңдо ҡурай аша тыуҙыра алыу hәләте тик иң боронғо халыҡтарҙан hаналыр башҡортҡа ғына хас, тәбиғи үләндән моң ҡоралын яhауҙы Аллаhы Тәғәлә тик уға тәғәйен иткән. Тимәк, уның ябайлығы боронғолоғонда! Боронғолоғона, тәбиғилегенә күрә, ошо моң бер күңелдән икенсеһенә тотҡарлыҡhыҙ үтеп инә ала. Моң һәм гармония (үҙ-ара ярашлы, килешле бәйләнеш) һүҙҙәре лә тамырҙаш булып сыға! Ҡурай моңоноң бөгөн бөтөн Ер шары халыҡтары күңеленә хуш килеүе өҫтә һаналған барса миҫалдарыбыҙға дәлил.
Туған телебеҙҙә «ҡур» тамырлы hүҙҙәрҙең бик күп hаҡланыуы — ошоға миҫал: Башҡорт теленең hүҙлегендә «ҡур» hүҙе түбәндәгесә аңлатыла:

Был осраҡта «ҡур» — «башлап ебәреүсе», «тоҡом башлаусы», «нигеҙ hалыусы», «барлыҡҡа килтереүсе», «күбәйеүгә, таралыуға сәбәп булдырыусы» тигән мәғәнәлә ҡулланыла. Тимәк, кемдеңдер-нимәнеңдер тәүбулмышына хас булған тик тороу, ойоғанлыҡ, һиллек хәленән сығарып, ҡыбырлатыу, йәшәтеү, тереклек итеүгә килтереү. Ҡур һүҙе туранан-тура Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо арийҙарҙың дини ҡараштарына тап килгән йога тәғлимәтендәге сәбәп-эҙемтә бәйләнешенә ишаралай, сөнки уның ҡапма-ҡаршы мәғәнәләге икенсе төшөнсәнең атамаһы булыуы ла билдәле: ҡур — ниндәйҙер эш-хәлдән ҡалған эҙемтә; шауҡым. // Ҡыйыш уҡ атҡан менән тура китмәҫ, күңелдән яман hүҙҙең ҡуры китмәҫ (Аҡмулла).

XX быуатта ҡурай менән ҡыҙыҡһыныу бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмей. Һуңғараҡ ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторола. Йыл һайын республика күләмендә ҙур күләмле ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов.




#Article 145: Бөрө (ҡала) (145 words)


Бөрө ҡалаһы — Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы — 41635 кеше.

Ҡаланы 1663 йылда батша Алексей Михайлович әмере буйынса Өфө воеводаһы Ф. И. Сомов һалдыра башлай. Ҡала, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуынан һуң, хозур тәбиғәтле был төбәктәргә күпләп килеп ултыра башлаған урыҫтарҙың яңынан-яңы ерҙәргә хужа булып, унда ауылдар, сиркәүҙәр һалдырыуына ризаһыҙ башҡорттар яндырған Архангельский ауылы урынында ҡалҡып сыға. Өфөнән 98 км төньяҡта урынлашҡан ҡәлғә-ҡала төбәктәге һыу юлдарын да, ҡоро ер юлдарын да контролдә тота.

XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул батша дәүләтенең көнсығыштағы форпосы була.

Ҡала Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе  үҙәге булды.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡалала еңел, урман эшкәртеү, аҙыҡ етештереү сәнәғәте тармаҡтары үҫеш алды. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап, ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында нефть-газ эҙләү базаһына әйләнде.

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

Барлыҡ предприятияларҙа банкрот хәлендә.




#Article 146: Ҡатыҡ (102 words)


Ҡатыҡ (, , , , , , , , , ) — әсетелгән һөттән эшләнгән эсемлек.

Айыртылмаған һөттө ҡайнатып, +40 °C тиклем һыуыталар, шунан өҫтөнә ойотҡо (һалҡын ҡатыҡ) ҡоялар. Йылы урында 6-8 сәғәттә әҙер була.

Ҡатыҡ(ойотҡан)— башҡорт халҡының төп һөт аҙыҡтарының береһе.
Башҡорт халҡының тормошон малсылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Һыйырлы көнөң -һыйлы тигән мәҡәл тап шуны һөйләй ҙә. Һөт ризыҡтарын халыҡ ололап « аҡ» тип тә атай. Аҡты түгеү, әрәм-шәрәм итеү, тәләфләү -оло гонаһтарҙан һаналған һәм һанала. Ит-һөт ризыҡтары -башҡорттарҙың элек-электән төп ризыҡтары булған.Ә был продукттар тиҙ боҙола. Шуға ла, халыҡ быуаттар төпкөлөнән уларҙы һаҡлау серҙәрен, ысулдарын бөртөкләп йыйып килгән.




#Article 147: Һөт (987 words)


Һөт — туҡлыҡлы эсемлек, инә һөтимәрҙәрҙең  биҙҙәре эшләп сығара. Тәбиғи тәғәйенләнеше — башҡа ризыҡ менән туҡланырға һәләтле булмаған үрсемен (шул иҫәптән кеше балаһын) туйындырыу. Хәҙерге ваҡытта һөт кеше ҡулланған күп кенә һөт аҙыҡтары составына инә, ә уны етештереү эре сәнәғәт тармағына әйләнгән.

Һөт — күп компонентлы политарҡалыусан система, уның составындағы матдәләрҙең ваҡ ҡына бөртөксәләргә тарҡалған хәлдә булыуы һөттөң шыйыҡ консистенцияһын тәьмин итә.

Техник регламенты һөттө ауыл хужалығы хайуандарының һөт биҙҙәренең физиологик секрецияһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән аҙыҡ тип билдәләй. Ул бер йөки бер нисә хайуандан һөт биреү (лактация) осоронда һауып алына, был шыйыҡ аҙыҡҡа бер ниндәй өҫтәмә лә ҡушылмай.

Һыйыр һөтө — һыйырҙарҙың әсә һөтө — ҙур күләмдәрҙә етештерелә һәм хайуан һөтөнөң иң күп һатылған төрө.

Полярография, ионометрия, атом-абсорбция спектрометрияһы һәм башҡа заманса ысулдарҙы ҡулланып, һөт көлөнөң минераль составы тикшерелә, ул һөттә 50-нән ашыу элемент булыуын күрһәтә. Был элементтар макро- һәм микроэлементтарға бүленә.

Концентрациялары әллә ни ҙур булмаған һәм 1 кг продуктҡа микрограмдарҙа үлсәнгән минераль матдәләр микроэлементтар тип иҫәпләнелә. Тимер, баҡыр, цинк, марганец, кобальт, йод, молибден, фтор, алюмин, кремний, селен, аҡ ҡурғаш, хром, ҡурғаш һ. б. микроэлемнттарға ҡарай.

Микроэлементтар йәшәү өсөн мөһим булған ферменттар, витаминдар, гормондарҙың төҙөлөшен һәм әүҙемлеген тәьмин итә, шунһыҙ хайуандың (кеше) организмына ингән аҙыҡ матдәләрен үҙләштерелеүе мөмкин түгел. Шулай уҡ көйшәүсе малдарҙың оло ҡарынындағы микроорганизмдарҙың эшләүе уларҙың организмына күп кенә мироэлементтарҙың инеүенә бәйле.

Әгәр ҙә селен етешмәһә, хайуандар бик яй үҫә, уларҙа ҡан тамырҙары патологияһы, ашҡаҙан аҫты биҙенең һәм репродуктив органдарҙың дегенератив үҙгәреше күҙәтелә. Селендың бик мөһим антиоксидант булыуы билдәле — ул глутатионпероксидаза ферменты составына инә һәм күҙәнәк мембраналарында липидтарҙың пероксид окисланыуына юл ҡуймай һәм ирекле радикалдарҙы бөтөрә.

Йод етешмәгән осраҡта хайуандарҙың ҡалҡан биҙе ғәйәт тиҙ эшләй башлай, был һөттөң сифатына кире йоғонто яһай. Калий йодидын, диңгеҙ ылымыҡтары онон һыйырҙарҙың көндәлек рационына индереү ҡалҡан биҙенең эшен яҡшырта һәм һөттә йон миҡдарын арттыра.

Цинк дефициты малдарҙа үҫеште һәи енси өлгөрөштө әкренәйтә, аш һеңдереү процесы боҙола.

Хайуанды һауыуҙа ҡулланылған ҡорамалдарҙан, һауыттарҙан һәм ул ҡорамалдарҙы йыуғанда ҡулланылған һыуҙан һөткә төрлө сит микроэлементтар эләгеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә һөттә сит тәм, еҫ барлыҡҡа килә, һөттө һаҡлау ҡыйынлаша, өҫтәүенә һөттөң ағыулы элементтар һәм радионуклидтар бысраныуы кеше һаулығына ҡурҡыныс менән янай.

Һөт продукттарында холестерин

Һөттө контаминанттарҙың — гормондарҙан алып пестицидтарға тиклем төрлө ҡушылмаларҙың булыуы ихтимал. Атап әйткәндә, һөттә һыйыр тәнендә эшләп сығарылған гормондар һәм үҫеш факторҙары була; һөткә эстрогендарҙың һәм уға оҡшаш гормондарҙың эләгеүе мөмкин; улар тик яңы һауылған һөттә генә үтә күп миҡдарҙа була, шуға күрә яңы һауылған һөттө үтә йыш ҡулланыу ҡыҙҙарҙың бик иртә енси өлгөрөүенә, ә малайҙарҙа енси өлгөрөүҙең тотҡарланыуына килтерә. Бынан тыш, һөткә һыйыр малында булған рекомбинант үҫеш гормоны кеүек синтетик гормондың эләгеүе ихтимал, сөнки ул фермаларҙа йыш ҡына һауым арттырыу өсөн ҡулланыла. Заводтарҙа эшкәртеү үткәндән һуң һөттә был гормон миҡдары бик ныҡ түбәнәйә.

Һыйырҙарҙы төрлө сирҙәрҙән (мәҫәлән, маститтан) дауалағанда антибиотиктар (левомицетин, тетрациклин төркөмө, стрептомицин, пеницилин, низин) ҡулланыла, уларҙың эҙе һөт һәм һөт аҙыҡтары өлгөләрендә осрай)

Пестицидтар, полихлорирланған бифенилдар (ПХД) һәм диоксиндар ҙа һөт составында булыуы ихтимал. Һөт аҙыҡтары аша дөйөм диоксиндарҙың байтаҡ өлөшө кеше организмына инеүе ихтимал.

Һөт аҙыҡтарын эшкәрткәндә ҡулланылған матдәләр араһында — меламин да бар, уны ҡулланыу бөйөрҙөң һәм һейҙек юлдарының эшенә кире йоғонто яһай, сөнки меламин составында азот бар. Шулай уҡ һөттө эшкәрткәндә уның составына канцероген афлатоксиндарҙың (атап әйткәндә, M1 афлотоксин) эләгеүе ихтимал, улар пастеризация мәлендә таркалып юҡҡа сыҡмай.

Башҡа төрлө контаминанттар

Лактация осоро — ул һөттөң барлыҡа килеү һәм һөт биҙҙәренән бүлеп сығарылыу процесы. Һыйырҙарҙа ул уртаса 305 көн дауам итә. Уны өс стадияға айыралар:

Яңы һауылған һөт өҫтөнә бер ике сәғәттән һуң ҡаймаҡ ултыра, ул үҙе айырым һөт аҙығы булып тора.

Һөт аҙыҡтары:

Эвенкылар борондан һәм өле лә боландарҙы һауа, уларҙың һөтө аҙыҡ булараҡ та, йола үтәү маҡсаттарында ла ҡулланыла.

Төньяҡ боланы һөтөнөң составы:

Рәсәйҙә һәм Скандинавия илдәрендә мышыларҙы ҡулға эйәләштерергә тырышып ҡарайҙар, әммә аҫырау бик ауыр булғанға был идеянан баш тарталар. СССРҙа 7 мышы фермаһы була, әлеге ваҡытта тик береһе генә һаҡланып ҡалған — Кострома өлкәһендәге «».

Тәме буйынса мышы һөтө һыйыр һөтөнә яҡын, ләкин ул ҡуйыраҡ һәм шәкәрһеҙерәк. Дауалау туҡланыуында ҡулланыла. Туңдырып һаҡлана.

Кәзә һөтөнөң химик составы һәм үҙенсәлектәре һыйыр һөтөнөкөнә яҡын. Тик аҡһым, май һәм кальций күп булыуы менән генә айырыла; каротин да күп, шуға күрә ул аҡһыл һары төҫтә була. Кәзә һөтөнөң майында каприн кислотаһы  һәм линолй кислотаһы күп, май бөртөксәләре лә вағыраҡ, был кеше организмының уны яҡшыраҡ үҙләштереүенә булышлыҡ итә. Уның аҡһымындағы аминокислоталар составы его белков близок к аминокислотному составу белков әсә һөтөндәге аминокислоталар составына яҡын, ләкин казеин мицеллалары эрерәк, 133 нм һәм унан да юғарыраҡ. Кәзә һөтө казеинында α-фракцийлар аҙыраҡ (10—15 %), шуға ла ҡаты булып эремәй. Кәзә һөтөнөң ҡуйылығы 3,6 проценттан 6 процентҡа етә һәм малдың тоҡомона ҡарап унан да артығыраҡ булып китә.

Кәзә һөтө А витаминына һәм ниацинға бай, һыйыр һөтөндәгенә ҡарағандан унда тимер һәм магния ҙа байтаҡҡа күберәк.

Кәзә һөтөнөң әселеге — 17—19 °Т (рН = 6,4÷6,7), тығыҙлығы — 1033 кг/м³. Составында ионлаштырылған кальций булғанға күрә кәзә һөтө тиҙ генә йылына.

Бейә һөтө күкһел-аҡ төҫтәге эсемлек, тәме үҙенсәлекле — теште бер аҙ ҡамаштыра. Уны диетик һәм ҡиммәтле дауалау аҙығын — ҡымыҙ етештереү өсөн файҙаланалар.

Бейә һөтөндә аҡһым, майҙар һәм минераль матдәләр һыйыр һөтөндәгенә ҡарағанда ике тапҡырға тип әйтерлек аҙыраҡ, ә бына лактоза яҡынса 1,5 тапҡырға күберәк. Бейә һөтө юғары биологик ҡиммәткә эйә. Уның аҡһымдарын һәм майын организм тиҙ үҙләштерә. Аҡһымдарында аминокислоталар составы бик яҡшы балансланған.

Дөйә һөтө — продукт, көнсығыш илдәрендә ул көн дә ҡуллана торған аҙыҡ (Урта Азия, Яҡын Көнсығыш, Ғәрәп ярымутрауындағы ғәрәп илдәрендә мәктәптәрендә һәм Берләшкән ғәрәп әмирлектәрендә балалар баҡсаларында туҡланыу рационына индерелгән). Шулай уҡ сырҙар, туңдырма, какао һәм башҡа аҙыҡтарҙы әҙерләүҙә ҡулланыла. Ҡаҙағстане, Төркмәнстан дөйә һөтө нигеҙендә милли ризыҡ һәм эсемлек шубат әҙерләнелә.

Микроэлементтар үтә күп булғанға күрә дөйә һөтө һыйыр һөтөнә ҡарағанда тәмлерәк, бер аҙ тоҙ тәме лә килә унан.

Ул бик файҙалы: составына кальций, фосфор, тимер, көкөрт һәм башҡа бик күп микроэлементтар инә, дөйә һөтөндә шөкөр лактозаһы һәм аминокислоталар күберәк, казеин аҡһымы аҙыраҡ. Дөйә һөтө.

Ғәҙәттә һарыҡ һөтөн сыр етештереүҙә ҡулланалар. Һарыҡ һөтөнән етештерелгән сыр һыйыр һөтөнән етештерелгәнгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ баһалана.

Ишәк һөтө аҙыҡ булараҡ ҡына ҡулланылып ҡалмай, ә кремдар, майҙар, һабын һәм башҡа кометика саралары әҙерләүҙә лә файҙаланыла.

Файл:Biggest-cup-of-milk.jpg|мини|справа|Иң ҙур һөт көрөшкәһе




#Article 148: Ҡорот (437 words)


Ҡорот — байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы.

Ҡорот ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һыры май ҡушып, ҡайнар һыуға һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Борон заманда сәс ебәк кеүек ялтырап торһон өсөн эркет һыуында йыуғандар.

Мәрйәм апай Бураҡаевның «Тормош һабаҡтары» дәреслегендә яҙылғанса, ҡоротто башҡорттар әллә ҡайһы замандарҙан бирле һыуыҡ тейеүҙән дә. эсәктәге паразит селәүсендәрҙе ҡыуыу өсөн дә, тамаҡҡа аш бармаған саҡта ла файҙаланғандар. Ҡайһы бер йәрәхәттәрҙе лә ҡорот менән ыуып дауалағандар. Эренле яраны, ҡутырҙы ҡорот йәки эркет өҫтөндәге үңеҙ йә ҡаҫмаҡ һөртөп бөтөргәндәр. Ҡорт саҡҡан, йылан саҡҡан урынға ла, йәш баланың кендеге уңалмаһа ла ҡорот һөрткәндәр. Баланың ауыҙы ҡутырлаһа ла ҡорот һөртөп дауалағандар. Юҡҡа ғына ҡоротто «башҡорт пенициллины» тип әйтмәйҙәрҙер.

Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән. Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Берҙән ҡаймағы айыртылған һөттө әрәм-шәрәм итмәйһең, икенсенән, киптерелгән ҡоротто оҙаҡ, хатта йылдар буйына һаҡларға мөмкин. Ҡорот яһау мәшәҡәтле эш. Хәҙер ауыл ерҙәрендә оло йәштәге апайҙар һәм инәйҙәр генә яһай белә.

Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Баҡһаң, ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм өсөн ағыулы булған матдәләрҙе нейтралләштерә икән. Һимеҙ ит шулай итеп ҡорот арҡаһында еңелерәк үҙләштерелә. Ҡоротто кәнфит урынына һурып, имеп йөрөгән монгол халҡының тештәре ап- аҡ сәләмәт. Был ҡороттоң кальцийға бай булыуына бәйле.

Ҡорот эшләүе ярайһы ғына мәшәҡәтле. Башта айыртылған һөттө ойотоп, ҡатыҡ яһарға кәрәк. Ошо ҡатыҡ ағас батманға йыйыла бара. Шунан һуң уны ҡаҙанға йәки башҡа һауытҡа һалып өҫтөнә күбеге сыҡҡансы ҡайнаталар.
Ҡайнатылған эркеттең күбеген һөҙөп алғас, уны таҙа тоҡҡа ҡойоп элеп ҡуялар. Бер нисә көн үтеүгә уның һыуы ағып бөтә һәм барлыҡҡа килгән ҡоротто тоҙлап баҫып йомғатстар яһарға мөмкин. Дөрөҫ, был әле йәш ҡорот ҡына була. Бында иң мөһиме — уны киптерә белеү.

Н. Сафиндың «Башҡорт аштары» тигән китабында йәш ҡоротто йомғаҡлап таҡтаға һалырға ла өҫтөнә сепрәк ябып бер нисә көн ҡояшта киптерергә мөмкин. Ләкин ҡорот таш кеүек ҡатмаһын һәм артыҡ әсе булмаһын тиһәң, уны төтөнгә ҡуйып ыҫлау яҡшы. Элегерәк ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Бының өсөн ихаталағы асыҡ усаҡ өҫтөнә 2 метр самаһы бейеклектә тар ғына ағас таҡталарҙан ылаш яһап ҡуйыла һәм баш-баш итеп йомарланған ҡорот шунда теҙеп һалына. Яңы яһалған ҡорот кәмендә аҙна-ун көн төтөндә ыҫланьп торорға тейеш. Тик шунан һуң ғына уны ашарға ла, ҡатыҡ итеп ашҡа һалырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була.
Ҡыҙыл борос ҡушып тоҙланған ҡоротто, йомарлап, яҡшы итеп киптергәс ҡул тирмәнендә тарттырып, он кеүек ваҡлап алырға була.Бындай онтаҡ һаҡлауға ла, ҡулланыуға ла бик уңайлы.Яҡшы итеп ябылған быяла банкаларҙа, елләтелгән ҡоро урында сепрәк тоҡсайҙарҙа элеп һаҡларға була.Кәрәк ваҡытта эҫе һурпаға өҫтәргә, йә булмаһа, эҫе һыу менән иҙеп эсергә мөмкин.




#Article 149: Француз теле (523 words)


Француз теле (français, la langue français) — француздарҙың теле (Францияның рәсми теле).Яҙмаһы латин алфавиты нигеҙендә.
Француз теле 29 илдә дәүләт теле булып тора: Франция, Канада, Бельгия, Швейцария, Ливан, Люксембург, Монако, Марокко, Алжир, Туниста һәм Африканың бер-нисә илендә.

Һинд-европа телдәре ғаиләһенә ҡарай (роман төркөмө, галл-роман төрө). Ябай латин теленән сыҡҡан, башҡа роман телдәренә ҡарағанда унан ныҡ алыҫлашҡан.
БМО (ООН) һәм ЮНЕСКО-ның рәсми телдәренең береһе. Француз теле- бик күп халыҡ-ара ойошмаларҙың рәсми теле һәм сит ил теле булараҡ иң күп өйрәнелгән телдәрҙең береһе. «Франкофония» халыҡ-ара ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, француз телендә ысынлап аңлаша алған кешеләр һаны— 274 миллион.

Ябай һөйләш латин теленең айырым француз теленә әүерелеү процесы VI быуаттан VIII быуатҡа тиклем осорҙо ала.
Иң боронғо француз телендәге текстар— Страсбург анттары (842 йыл) һәм Изге Евлалия тураһында секвенциялар (IX быуат аҙағы). Урта француз теленә классик латин теле көслө йоғонто яһай.

XII—XIII быуаттарҙа француз теле Германия, Фландрия, Нидерландтарҙа юғары ҡатлам араһында тарала. XIII быуат аҙағында ҡайһы бер Италия яҙыусылары французса яҙышҡан, Марко Поло, мәҫәлән, үҙ сәйәхәтен француз телендә һүрәтләгән.

Вилле-Котре ордонансы 1539 йылда француз телен Францияла берҙәм дәүләт теле итеп нығыта һәм урындағы администрацияларға административ документтар төҙөгәндә латин теле урынына Париж нормаһына таянырға ҡуша. 1635 йылда кардинал Ришелье Франция академияһын булдырыуы тел тарихында бик мөһим ваҡиға була. XVII быуат уртаһынан француз телен халыҡ-ара тел итеп ҡуллана башлағандар, ләкин уның иң киң таралған ваҡыты- XVIII быуат була. Француз теле дипломатияла, фәндә, халыҡ-ара мәҙәни мөнәсәбәттәрҙә, әҙәбиәттә латин телен ҡыҫырыҡлап сығара. Ул Бөйөк Британия, Германия], Австрия, Нидерландтар, Италия, Скандинавия илдәрендә, Рәсәйҙә, Польша, Венгрияла ҡулланыла. француз булмаһалар ҙа үҙ әҫәрҙәрен Лейбниц, Галиани, Фридрих II, Екатерина II, Казанова француз телендә яҙғандар. Француз теле Беренсе донъя һуғышына тиклем берҙән-бер рәсми танылған халыҡ- ара тел була.

Франция конституцияһы буйынса француз теле 1992 йылдан рәсми тел тип иҫәпләнә. Бөтә рәсми документтар һәм килешеүҙәр француз телендә яҙылырға тейеш. Әгәр рекламала сит телдәге һүҙҙәр булһа, уларҙың тәржемәһе бирелергә тейеш.

Францияла хәҙерге заманда түбәндәге диалект төркөмдәре бар:

Хәҙерге Францияла диалекттар бик аҙ ҡулланыла. Төньяҡ диалекттары нығыраҡ һаҡланған (Валлон һәм Пикардия диалекттарының үҙ орфографияһы бар, был диалекттарҙа әҙәби әҫәрҙәр яҙыла, көндәлек баҫмаларҙа материалдар сыға).

Француз алфавитында 26 латин хәрефе,уларға диакритик билдәләр һәм латин лигатуралары (ҡущылған хәреһтәр) Æ æ, Œ œ өҫтәлә.

Сит телдән ингән һүҙҙәрҙә ҡулланылған хәрефтәр һәм хәрефтәр бәйләнеше: k (инглиз, грек, ғәрәп: kilo), w (wagon ), әйтелмәй торған h ( герман, төрки телдәр, ғәрәп), ch (chœur ), ph ( грек: philologue ). Лигатуралар латин теленән ингән һүҙҙәрҙә осрай : nævus , cæcum , œsophage , Œdipe .

 A, E, I, O, U, Y, C хәрефтәрендәге билдәләр әйтелеште белдерә һәм  бер иш  төрлө яңғыраған һүҙҙәрҙе яҙмала айырыр өсөн ҡуйыла  (омофондар).

Диакритикалы хәрефте диакритикаһыҙға алмаштырып яҙыу-хата була. Инициал аббревиатуралары диакритикаһыҙ яҙыла: CEE (Communauté Économique Européenne); график ҡыҫҡартыуҙарҙа улар һаҡлана: É.-U. (États-Unis).

 Апостро́ф билдәһе һүҙ аҙағындағы әйтелмәй торған һуҙынҡы өндәрҙе алмаштыра, һәм уны арттараҡ килгән һуҙынҡы өнгә, йәки 
әйтелмәй торған h хәрефенә бөткән һүҙ менән  тоташтыра  ( элизия күренеше):

Орфография  X—XIV  быуаттағы иҫке француз теле фонетикаһының ҡағиҙәләрен һаҡлай ( ул саҡта дифтонгтар, трифтонгтар, аффрикаталар, әйтелә торған флексиялар булған), хәҙерге фонетика бик ныҡ үҙгәргән. Шуға күрә бик күп уҡыу ҡағиҙәләре һәм уларҙан ташламалар индерелгән.

Әйтелмәй торған хәрефтәр:

Икеләтелгән хәрефтәр бер өн итеп уҡыла: pomme , addition .

Түбәндәге таблицаларҙа тик төп ҡағиҙәләр килтерелә:




#Article 150: Латин алфавиты (127 words)


Латин алфавиты — латин яҙмаһының хәрефтәр системаһы. Латин алфавиты грек яҙмаһы (көнбайыш-грек варианты) базаһында беҙҙең эраға тиклемге 4—3 быуаттарҙа Боронғо Римда барлыҡҡа килә, грек яҙмаһының күпселек хәрефтәре үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һәм яҙылышын һаҡлап ҡалған. «G» (ге) латин хәрефе грек яҙмаһының «К» (каппа), «Q» (ку) — «S» (коппа), «V» (ве) — «Y» (ипсилон) хәрефтәрен үҙгәртеү юлы м‑н яһала, «С» (це) грек яҙмаһындағы «Г» (гамма) хәрефенең архаик яҙылышы булып тора; «ЈJ» (йот) һәм «U» (у) хәрефтәре 16 б. индерелә. Л.а. 2 баҫма шрифты бар: латиница (антиква) һәм готика (фрактура).

Герман телдәренең, кельт, роман телдәренең, байтаҡ славян телдәренең (поляк, словак, словен, чех, лужица телдәре), албан теленең, венгр теленең, яңы грек теленең, шулай уҡ төрки телдәрҙең (төрөк теле, төрөкмән теле, үзбәк теле, әзербайжан теле һ.б.) хәҙерге алфавиттары латин алфавиты нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Латин хәрефтәре




#Article 151: Немец теле (1633 words)


Немец теле́ , () — герман төркөмөнөң көнсығыш герман төркөмсәһенә ҡараған тел. Германия, Австрия, Швейцарияла немец теле дәүләт теле, ә Люксембург, Лихтенштейнда һәм Көнсығыш Бельгияла рәсми тел булып һанала. 100 миллион тирәһе кеше өсөн немец теле- туған тел.

Хәҙерге немец теле үрге (әҙәби тел нигеҙе) һәм түбәнге диалекттарға(Германияның төньяҡ- көнбайышында һәм ҡайһы бер илдәрҙә бер аҙ һаҡланған) бүленә. Яҙмаһы — латин әлифбаһы. Грамматик төрө буйынса немец теле— флектив-аналитик тел.

Инглиз теленә яҡын. Көнбайыш герман ҡәбиләләре (алеман, баювар, сакс, туринг, франк, хат) теленә барып тоташа. Немец теле түбәнге-немец, урта-немец һәм көньяҡ‑немец төркөмдәре диалекттарын айырып йөрөтәләр, уларҙың һәр береһе көнбайыш һәм көнсығыш төркөмсәләргә бүленә; Швейцарияла — алеман, Люксембургта мозель-франк диалекттары бар. Әҙәби теле XVIII быуат аҙағында көнсығыш‑урта‑немец һәм көньяҡ‑немец диалекттары нигеҙендә формалаша. Немец теле фонетикаһында һүҙ башында һуҙынҡылар ҡаты итеп әйтелә; морфема аҙағында яңғырау тартынҡылар һаңғыраулана: [ä], [ö], [ü], [äu] һуҙынҡылары өсөн умлаут күренеше хас. Һүҙьяһалышта аффиксация һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу өҫтөнлөк итә; субстантивациялары киң таралған: «laufen» (йүгерергә) — «das Laufen» (йүгереү), «alt» (ҡарт) — «der Alte» (ҡарт кеше), «die Alte» (ҡарсыҡ), «das Alte» (иҫке) һәм башҡа Һүҙлек составында инглиз, итальян, латин телдәренән, француз теленән, шулай уҡ славян телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Һөйләмдәрҙең төп тибы — ҡылымлы. Яҙыу латин алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Хәҙерге немец алфавиты 26 хәрефтән тора.

Немец теленең бөтә диалекттары ла көнбайыш герман диалект мөхитенә ҡарай, унда шулай уҡ нидерланд теле лә инә. Хәҙерге Германия, Австрия, Швейцария, Люксембург, Лихтенштейн, Италия һәм Нидерланд биләмәләрендә өс диалект төркөмөн айырып йөрөтәләр: Түбәнге немец (Niederdeutsch), Урта немец (Mitteldeutsch) һәм Үрге немец (Oberdeutsch), һуңғы икеһе Үрге немец диалекты төрҙәре итеп ҡарал (Hochdeutsch).Түбәнге һәм Үрге немец диалекттары араһындағы сик Бернарт һыҙығы тип йөрөтөлә. Был төрөкмдәргә ингән айырым һөйләш һәм милли варианттарҙа географик үҙенсәлектәрҙән тыш оҙайлы мәҙәни, географик һәм тарихи факторҙар йоғонтоһонда телдә һиҙелерлек айырма бар. Австрия һәм Швейцария варианттарының фонетика һәм лексикала үҙ үҙенсәлектәре бар, уларға һүҙ башында p-, t-, k- әйтелешендә айырма,әҙәбәи немец телендә булмаған сит ил телдәренән ингән һүҙҙәр ҡулланыу хас. Ерле һөйләштәрҙе диалекттарҙан айырып ҡарамайҙар. Улар барыбер бавар һәм алеманн диалекттарына ҡарай.

Герман ҡәбиләләре Эльба менән Одер йылғалары араһындағы тигеҙлектең төньяғына, Ютландия һәм Скандинавияға, VI—V б.э.т.быуаттарҙа күсеп килгән. Улар боронғо һинд-европа ҡәбиләләре берлегенән айырылып сыҡҡан. Башҡа һинд-европа телдәренән айырылып сыҡҡан боронғо герман теле герман теленең нигеҙен тәшкил итә. Быуаттар буйы германдар теленә күрше халыҡтар телдәре йоғонто яһай (күбеһенсә — кельттар, һуңыраҡ римляндар- латин теле).

Беҙҙең эра башында телдең үҫеше күп осраҡта ҡәбилә телдәрендә һөйләшеүселәрҙең миграцияһына, шулай уҡ бәләкәйерәк ҡәбиләләрҙең ҙурыраҡтары тарафынан йотола барыуына бәйле. Шулай итеп, франк, сакс, тюринг, алеманн һәм бавар ҡәбилә берләшмәләре һәм уларҙың диалекттары барлыҡҡа килә. V—IX быуаттарҙа улар Меровингтар (Хлодвиг етәкселегендәге һуғыштар), ә һуңыраҡ Каролингтар (Бөйөк Карлдың баҫып алыу һуғыштары) ҡулы аҫтында берләшә. Карл империяһына хәҙерге Франция, Италия, Германия ерҙәре инә. Был Рейн йылғаһынан көнсығыштағы германдарҙың Галлия һәм Апеннин ярыумутрауындағы роман халыҡтарынан айырылыуына  килтерә.

Восточнофранкское королевство было неоднородным, многоплеменным, однако осознание его жителями своего этнического и отчасти языкового единства пришло уже в конце Көнсығыш франк дәүләтендә төрлө ҡәбиләләр йәшәй, шуға ҡарамаҫтан унда йәшәгән халыҡ  үҙен бер үк телдә һәөйләшәкән бер халыҡ итеп X  — XI баштарында , урта немец осоро башында уҡ, хис итә башлай.  Deutsch һүҙе diutisc (, ) һүҙенән алынған,  «халыҡ телендә һөйләшеүсе» ( латин телендә һөйләшкәндәрҙән айырмалы) тигәнде аңлатҡан сифат һүҙ. Латинса theodisce (theodisca lingua) латин сығанаҡтарында  VIII быуат аҙаҡтарында күренә башлай һәм латин телендә һөйләшмәгән, мәҫәлән, герман халыҡтары тигәнде аңлатҡан .  IX быуаттың икенсе яртыһында Отфрид фон Вейсенбург яҙмаларында thiufrenkiska zunga осрай,  был дөйөм франк теле  тигәнде аңлата,  XI быуат башында diu diutisca zunge тип  Ноткер Немецкий бөтә герман халыҡтары телен атай.  Тотош халыҡты diutisc  тик  XI быуат аҙағында ғына атай башлайҙар .

Күрше роман һәм славян халыҡтарынан айырмалы урта быуаттарҙа немец телендә һөйләшеүселәр төрлө дәүләттәрҙә йәшәй.Шуға күрә немец теленең бик күп диалекттары формалаша. Урта үрге немец теленең ерле һөйләштә ҡулланыш үҙенсәлектәре мәҙәни берлекте нығытыуға ҡамасаулай һәм   XIII быуат башынан алып, шағирҙар диалект һүҙҙәрен ҡулланмаҫҡа тырыша башлай-улар үҙ әҫәрҙәрен уҡыусылар һанын арттырырға тырыша, был дөйөм немец телен булдырыуға табан яһалған тәүге аҙым тип ҡарала. Ләкин бының өсөн  халыҡ араһында Урта быуаттың һуңғы осоронда һәм Яңырыш осоронда уҡый-яҙа белеүселәр һаны артыуы кәрәк була..

XIII—XIV быуаттарҙа немец теле үҫеше  әкренләп латин теленең рәсми эшмәкәрлек өлкәһенән ҡыҫырыҡлап сығарыла башлай (  быға тик XVI—XVII быуаттарҙа ғына өлгәшелә).  Эльба  йылғаһының көнсығышында ятҡан славян ерҙәрен баҫып алыу  көнсығыш немец һөйләшен барлыҡҡа килтерә, был тел төп урынды биләй башлай һәм көньяҡ немец әҙәби традициялары менән байытылып, немец әҙәби теленә нигеҙ һала.

Башҡа илдәрҙән айырмалы (уларҙа әҙәби тел- баш ҡала диалекты теле), немец әҙәби теле- урта һәм үрге немец теленең ҡатнашмаһы, ул тик   Ганноверҙа ғына туған тел булып иҫәпләнә.Германияның төньяғында был тел тик дәүләт менән идара итеү һәм мәктәп мәғарифы өлкәһендә   Реформация осоронда тарала.  Ганза ҡалалары сәскә атҡан осорҙа  Германияның бөтә төньяғында түбәнге немец диалекттары  һәм  нидерланд теле өҫтөнлөк итә. Ваҡыт үтеү менән  әҙәби немец теле Германияның төньяғында ерле диалекттарҙы ҡыҫырыҡлап сығара, улар бөгөнгә тиклем бик аҙ һаҡланып ҡалған (Нидерландтарҙа,Дания, элекке СССР өлкәләрендә йәшәгән немецтарҙың күбеһенең туған теле, Plattdeutsch). Үҙәк һәм көньяҡ Германияла тел әҙәби телгә яҡын булғанлыҡтан, халыҡ үҙ диалектын һаҡлап ҡалған .

Немец алфавитында 26 пар латин хәрефтәре ҡулланыла (бәләкәй һәм ҙур хәрефтәр); умлаут билдәһе ҡуйылған хәрефтәр (ä, ö, ü) һәм лигатура (ҡушма хәреф) ß (эсцет) алфавитҡа инмәй. Алфавитта умлаутлы ä, ö, ü яҙыу билдәләре a, o, u хәрефтәренән айырылмай; умлаут менән генә айырылған һүҙҙәрҙән тыш булғандарында умлаутлы һүҙ аҙаҡтараҡ яҙыла; ß оҙон һуҙынҡыларҙан һәм дифтонгтарҙан һуң яҙыла (1996 йылғы орфография реформаһынан һуң) ss-ҡа тиң. Немец хәрефтәрен атаған саҡта ä, ö, ü хәрефтәрен a, o и u хәрефтәре менән бергә атамай, хәрефтәр теҙмәһенең аҙағында ғына атайҙар. Һүҙлектәрҙә немец һүҙҙәре умлаутты иҫәпкә алмай ғына ҡуйыла .

Латин хәрефтәрен индергәнсе немец телендә рун тамғалары ҡулланылған, улар германдар христиан диненә күскәндән һуң бөтөнләй ҡулланылмай башлаған. XX башына тиклем рәсми ҡулланышта гот шрифты йөрөгән (башҡа илдәрҙә баҫтырылған һүҙлектәрҙә лә). Айырым гот ҡулъяҙмаһы һәм фрактура булған (1941 йылға тиклем мәктәптә өйрәтелгәндәр). Антиква XIX быуаттан башлап башта рәсми ҡулланышта булмай , 1918 йылғы ноябрь революцияһынан һуң рәсми рәүештә индерелә. Нацистар власҡа килгәс, гот шрифты рәсми рәүештә индерелә, һуңыраҡ нацист пропагандаһы гот шрифтын, еврейҙарҙың квадратлы яҙмаһына оҡшатып, эҙәрлекләй башлай,. Хәҙерге заманда был шрифт биҙәү маҡсатында, йә иһә китап нәшер иткәндә ҡулланыла .

Боронғо немец һүҙҙәре тип боронғо герман телендә булған лексемалар атала. Ул телдең төрлө диалекттарынан хәҙергә герман телдәре, шул иҫәптән хәҙерге әҙәби немец теле лә барлыҡҡа килгән. Ул һүҙҙәрҙең күбеһе боронғо герман теленә үҙ сиратында боронғо һинд-европа теленән ингән. Уларға: алмаштар ich (прагерм. *ek), du (*þū), mein (*mīnaz) и т. д.; һандар ein (прагерм. *ainaz), zwei (*twai), hundert (*hundaradą)һ.б..; исем Vieh (прагерм. *fehu), Haus (*hūsą), Feuer (*fōr) иһ.б.; ҡылымдарҙан gehen (прагерм. *gāną), stehen (*stāną), sehen (*sehwaną) кеүектәр инә

Башҡа һинд-европа телдәренән немец теленә ингән һүҙҙәр Германияның күрше илдәр менән тарихи мәҙәни, сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәре менән аңлатыла. Һинд-европа һүҙҙәренән тыш немец телендә башҡа һинд-европа теле булмаған телдәрҙән дә ингән мәҙәни лексика бар.

Башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәр өлөшөләтә баштағы әйтелешен һәм орфографияһын һаҡлап ҡалыуы мөмкин. Латин теленән ингән һүҙҙәр: Koch (), Wein (vīnum), Straße (strāta),Prozess (processus), schreiben (scrībere) и др.. Боронғо грек теленән фән, дин, мифология һәм ижтимағи- сәйәси ҡоролошҡа бәйле һүҙҙәр ингән : Meter (др-греч. μέτρον), Elektron (ήλεκτρον), Mathematik (μαθηματική), Historie (ἱστορία), Theologie (θεολογία), Liturgie (λειτουργία), Mythos (μῦθος), Thron (θρόνος), Demokratie (δημοκρατία) һәм башҡа. Латин һәм грек телендәге күп кенә һүҙҙәр, уларҙан яһалған һүҙҙәр немец теленә тарих дауамында башҡа телдәр аша ингән.

Итальян теленән иҡтисади терминдар һәм сәнәғәткә бәйле һүҙҙәр ингән: Bank (), Bankrott (banca rotta), Bilanz (bilancia), Risiko (risico, risco), Kapital (capitale), Arie (aria), Oper (opera), Sinfonie (sinfonia). Француз теленән мода һәм көнкүрешкә
ҡағылышлы һүҙҙәр ингән: Figur (), Garderobe (garde-robe), Toilette (toilette), Friseur (friser). Немец теленә инглиз теленән, бигерәк тә XX ьыуаттың икенсе яртыһында, бик күп технологиялар, медиа, шулай уҡ йәштәр мәҙәниәтенә ҡағылышлы һүҙҙәр ингән (англицизм һәм американизмдар): E-Mail (), Show (show), Keyboard (keyboard), Ticket (ticket), T-Shirt (T-shirt), Party (party), Date (date), Baby (baby), Story (story).

Немец теленә ғәрәп теле лә һиҙелерлек йоғонто яһаған: Matratze (ғәрәпсә. مطرح), Elixir (الإكسير), Arsenal (دار الصناعة), Ziffer (صفر) һ.б.. Немец телендә еврейҙар теленән — иврит менән идиштан ингән һүҙҙәр ҙә күп: betucht (), koscher (ככּשר), dufte (טוֹב), mauscheln (מֹשֶׁה или מָשָׁל), zocken (צחוק), Chuzpe (חֻצְפָּה), Schlamassel ().

Милли мәҙәниәткә ҡағылышлы һүҙҙәр айырым бер ҡатлам тәшкил итә. Мәҫәлән, Ҡытай теленән Feng Shui (), Mahjong (麻將), Kungfu (功夫), Ketchup (茄汁), Tee (茶). Япон теленән: Kamikaze (), Ninja (忍者), Aikido (合気道), Origami (折り紙), Karaoke (カラオケ), Tsunami (津波). Урыҫ теленән: Sputnik (спутник), Sowjet (), Pogrom (погром), Datsche (дача), Kosaken (казак) һәм башҡалар.

Немец теленә төрлө ваҡытта герман, славян, роман телдәренән, шулай уҡ (башҡа телдәр аша) төрки , фин-уғыр, һинд, иран, Полинезия, Африка  телдәренән һәм башҡа телдәрҙән һүҙҙәр ингән.

Немец теле буйынса белгестәрҙе 1930 йылдар аҙағында Бәләбәй педагогия училищеһы базаһында һәм һуңыраҡ  Өфө сит ил телдәре уҡытыусылары институтында әҙерләй башлайҙар. 1941 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия институтына факультет булараҡ ҡушыла. Немец теле кафедраһын ул йылдарҙа Г.Н.Белова, Елизавета Фе етәкләй. Кафедрала Мәскәүҙә сит телдәр институтын тамамлап ҡайтҡан Жәлил Кейекбаев, Ленинград педагогия институтын тамамлап, йүнәлтмә буйынса килгән Генрих Классен эшләй.

Һуғыштан һуң кафедраны Генрих Николавевич Классен һәм Яков Иосифович Гельблу етәкләй. Генрих Классен Рәсәй немецтары һөйләшкән (шулай уҡ Башҡортостан немецтары) түбәнге немец диалекты буйынса эҙләнеүҙәр алып бара, 1957 йылда Советтар Союзында йәшәгән немец балалары өсөн тәүге әлифбаны нәшер итә (Fibel), һуңыраҡ Башҡорт дәүләт педагогия институты (Башҡорт дәүләт педагогия университеты) доценттары Е. И. Гутрова, И. А. Сухова менән берлектә немец (әсә теле) теле буйынса башҡа дәреслектәр сығара.

Һуңғы йылдарҙа немец теле Башҡортостан мәктәптәренең күбеһендә икенсе сит тел булараҡ уҡытыла башланы.

Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәм башҡа юғары уҡыу йорттарында немец теле буйынса белгестәр әҙерләйҙәр. А. Н. Антышев, Р. Ғ. Ғатауллин, А. П. Майоров, Р. З. Мерәҫов һәм башҡа ғалимдар етәкселегендә немец филологияһы буйынса фәнни‑тикшеренеү эштәре алып барыла. Немецса‑урыҫса‑башҡортса уҡыу‑уҡытыу һүҙлектәре, белешмәләр нәшер ителә, Германияла Эрсен‑Раш Маргарет башҡорт телен уҡытыуҙы ойошторған.

СССР-ҙа, шулай уҡ Башҡортостан мәктәптәрендә сит ил теле булараҡ башлыса немец теле уҡытылған. Быға ГДР менән тығыҙ мөнәсәбәттәр булыуы ла булышлыҡ иткән — иҡтисади бәйләнештәр, был илгә армия хеҙмәтенә ебәрелеү практик әһәмиәткә эйә булған.

Рәсәйҙә әле лә немец телен мәктәптәрҙә өйрәнеү дауам итә. Ундай мәктәптәр инглиз телен өйрәнелгәндәренән ҡала икенсе урында тора. Шулай уҡ немец телен тәрән өйрәнгән мәктәптәр ҙә бар.




#Article 152: Татарҙар (250 words)


Татарҙар — Рәсәй Федерацияның Волга-Урал буйында йәшәгән төрки халыҡ. Күпселек өлөшө Татарстанда һәм Башҡортостанда, шаҡтай өлөшө Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә йәшәй.

Татар халҡы 3 төп төркөмгә бүленә.

Польша-Литва татарҙары төркөмө лә бар. Волга-Урал төбәге төркөмө иң ҙурыһы, унда 4 млн артыҡ татар иҫәпләнә.

Татарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр. Милләт вәкилдәре араһында көсләп суҡындырылған өлөш тә бар: керәшен татарҙары, нуғайбәктәр. Шул уҡ ваҡытта фәндә «Был халыҡтар көсләп суҡындырылмаған, электән христиан динен ҡабул иткән» тигән ҡараш та бар.

Татар халҡының килеп сығышы тураһында фәндә 3 төп концепция йәшәй.

Уның буйынса татарҙың килеп сығышының төп нигеҙе — болғарҙар һәм төркиләшкән ерле Фин-Уғыр халҡы. Ә. Вәлиди, Х. Ғәбәши, М. Зәки, Ф. Урмансы х. б. ғәлимдәр Болғарҙарҙың килеп сығышында иң боронғо осорҙан билдәле күсмә Скиф, Сармат, Алан һәм башҡаларҙың ҡатнашы бар тип иҫәпләйҙәр.

Был концепция Көнсығыш Европаға татар-монгол ҡәбиләләре менән бергә күсеп килеп, ерле ҡыпсаҡтар менән ҡушылып һәм Алтын Урҙа дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеп татар мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген барлыҡҡа килтергәндәр тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Был ҡараш ҡайһы бер урыҫ, башҡорт, сыуаш ғәлимдәре Н. А.Мәзитов, В. Ф. Кахавский, В. Д. Дмитриев, Н. И. Егоров, М. Р. Федотов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан.

Был концепция татар халҡының килеп сығышында болғарҙар менән бергә Ҡыпсаҡ дәүләте берләшмәләренә кергән халыҡтар ҡатнашыуына ҙур урын бирә.

Татар халҡының милли тарихының төп үҫеш дәүере Алтын Урҙа осорона тура килә. Был ваҡытта урындағы Болғар һәм Ҡыпсаҡтар менән Төрки ҡәбиләләргә ҡушыла. Төрки нигеҙҙә уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килә.

Татарҙарҙың тормош һәм көнкүрештә иң мөһим урын тотҡан тотҡан шөғөлдәре: игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ.

Хәҙерге көндә татарҙар бөтә донъяла йәшәй тип әйтергә була. Германияла, Финляндияла, Польшала, Литвала, Эстонияла татарҙар күп.




#Article 153: Оло Эйек (Һаҡмар ҡушылдығы) (109 words)


Оло Эйек — Башҡортостандағы йылға, Йылайыр районында башлана.

Башҡортостандың Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Ырымбур өлкәһе аша аға. Һаҡмарға уң яҡтан ҡушыла.

Оҙонлоғо 341 км, бассейнының майҙаны 7 670 км².. Йылайыр платоһы буйлап ағышында йылға ярҙары текә, йырғыланып бөткән ҡаяларҙан ғибәрәт. Йылға тамағы диңгеҙ кимәленән 133 м.

Башҡортостандың Йылайыр районы,Йылайыр платоһы буйлап, Кананикольский ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышҡа 12 км алыҫлыҡта, Ейәнсура районы, Күгәрсен районы буйлап, шунан Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы буйлап аға.

Йылға ирегән ҡар һыуы иҫәбенә тулылана. Йылға тамағынан 36 км алыҫлыҡта уртаса йыллыҡ һыу тотоноу (секундына)- 56,8 м³/с — 61 м³/с..

Оло Эйек ҡушылдыҡтары: Кесе Эйек — уң ҡушылдығы, Инәк, Оло Һүрәм- һул ҡушылдыҡтары.

Мораҙым тарлауығында шул уҡ исемдәге тәбиғи парк ойошторолған.

(тамағынан алып ара км)




#Article 154: Ҡаҙаҡ теле (279 words)


Ҡаҙаҡ теле — ҡаҙаҡ халҡының милли теле, Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт теле. Шулай уҡ Ҡаҙағстан менән күрше булған Рәсәй Федерацияһы өлкәләрендә, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, Афғанстанда, Иранда, Ҡытайҙа, Монголияла, Паҡстанда, Төркиәлә һ. б. таралған
Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһенә ҡарай.
Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.

Донъяла ҡаҙаҡ телендә һөйләшеүселәр һаны 16 миллиондан ашыу; Башҡортостан Республикаһында — 4 меңдән ашыу (2010). Ҡарағалпаҡ һәм нуғай теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Әҙәби ҡаҙаҡ теле 16 быуатта үҫешә башлай, ҡаҙаҡ йәнле һөйләү теле һәм Урта Азия төрки теле нигеҙендә 19 быуаттың икенсе яртыһында тулыһынса формалаша. Ҡаҙаҡ теленең аныҡ ҡына диалект бүленеше юҡ.

Ҡаҙағстанда 4 һөйләш төркөмөн айырып йөрөтәләр:

Ҡаҙаҡ теле фонетикаһы өсөн, башҡорт телендәге кеүек үк, палаталь гармония хас, сағыштырыу: ҡаҙаҡса «жазушыларымыз» — башҡортса «яҙыусыларыбыҙ»; [с] һәм [ж] тартынҡылары башҡорт телендәге [ш] һәм [й] тартынҡыларына тура килә, сағыштырыу.: ҡаҙаҡса «бас» ба[с] — башҡортса «баш» ба[ш]; «жақсы» [ж]аҡсы — «яҡшы» [йа]ҡшы һ.б. Ҡайһы бер ғәрәп һәм фарсы сығанаҡлы һүҙ яһаусы аффикстар (‑кар/‑кер, ‑ғар/‑гер, ‑кор, ‑паз һ. б.) төрки сығанаҡлы нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһауҙа ҡулланыла: «iскер» (эшлекле), «арбакеш» (ылаусы), «бiлiмпаз» (ғалим) һ.б.

Морфологияла башҡорт телендәге бергәлек, ниәт-маҡсат һәм ҡорал мәғәнәләрен белдереүсе «менән» бәйләүесе ‑мен/‑пен һәм ‑менен/‑пенен аффикстары аша бирелә, улар параллель ҡулланыла: ҡаҙаҡса «атпенен» һәм «атпен» — башҡортса «ат менән», «менiменен» һәм «менiмен» — «минең менән». Юҡлыҡ формалары башҡорт телендәге «түгел» модаль һүҙенә тура килгән «емес»(ҡырғ. «эмес», үзб. «эмас») киҫәксәһе менән бирелә, сағ.: ҡаҙаҡса «қарт емес» — башҡортса «ҡарт түгел» һ.б.

Ҡаҙаҡ теле һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп, иран, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксиста сифат ҡылым, хәл ҡылым менән төҙөлгән конструкциялар киң ҡулланыла. 1929 йылға тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1929 йылдан алып латиницала, 1940 йылдан кириллицала башҡарыла. Хәҙерге ҡаҙаҡ алфавиты 42 хәрефтән тора.




#Article 155: Ҡырмыҫҡалы (Ҡырмыҫҡалы районы) (128 words)


 

Ҡырмыҫҡалы — Ҡырмыҫҡалы районының үҙәге (1930). Өфөнән көньяҡҡа 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Почта индексы — 453020, ОКАТО коды — 80235835001.

Билдәле яҙма мәғлүмәттәр буйынса ауылды мишәрҙәр 1758 йылда ойошторған. 
XIX быуат һуңында ауылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә булған.

Ни өсөн был ерҙәргә ҡырмыҫҡалы исемен биреүҙәре тураһында риүәйәт бар. Ауыл төҙөр өсөн ер һайланғандан һуң бәхәс ҡуба. Буласаҡ ауылға ниндәй исем бирергә һуң? Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, ололарҙың береһе ергә аҡ кейеҙ йәйергә тәҡдим итә. Беренсе булып кейеҙгә ниндәй йәнлек баҫа, шуның исемен алырға булалар. Кейеҙгә ҡырмыҫҡа килеп менә. Шунан һуң ауылға ҡырмыҫҡа исемен бирергә булалар. Ҡырмыҫҡалы районы биләгән ерҙәр Башҡортостандың иң уңдырышлы ерҙәре булып иҫәпләнә. Бәлки шуғалыр ҡырмыҫҡалылар тураһында ҡырмыҫҡа һымаҡ егәрлеләр тигән фекер йөрөй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 156: Туймазы (204 words)


Туймазы — Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы районы үҙәге. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Өсән йылғаһы буйында урынлашҡан.

Туймазы ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе 1912 йылда Сембер (Ульяновск) ҡалаһын Шишмә станцияһы менән тоташтырған тимер юлға бәйле. 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығы асылыуы уның үҫешенә йоғонто яһай. 1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогы РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелде. Туймазы — Башҡортостандың көнбайышында эре сәнәғәт үҙәге.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Туймазы нефть ятҡылығын разведкалау эшен Ҡандры быраулау эштәре идаралығы башҡара.
Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй.
Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.

Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреү мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреү (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриаль техникум, юридик колледж) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты,  Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Көнсығыш гуманитар университетының филиалдары эшләй.

Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар.




#Article 157: Сыңғыҙхан (1560 words)


Сыңғыҙхан (монгол телендә — Чингиз хаан, үҙ исеме — Темуджин; 1162 йылдар тирәһе — 1227 йылдың 18 авгусы) — донъя тарихында иң ҙур империя — Монгол империяһын нигеҙләүсе.

Темуджин төньяҡ-көнсығыш Азияның күсмә ҡәбиләләрен берләштереп, Сыңғыҙхан исемен алғандан һуң, сит илдәрҙе баҫып алыу сәйәсәтен башлай. Үҙ ғүмере эсендә ул Азияның күпселек өлөшөн баҫып алыуға өлгәшә.

Темуджин 1162 йылдар тирәһендә Монгол ҡәбиләһендә Бурхан Халдун тауы, Онон һәм Керулен йылғалалары эргәһендә, Монголияның хәҙерге башҡалаһы Улан-Баторҙан йыраҡ түгел урында тыуа. Монгол тарих китабы буйынса, ул ҡулында ҡан төйөрө менән тыуа, был уның киләсәктә ҙур юлбашсы булыуына ишара була. Уның атаһы Есугей — тайчиут ҡәбиләһе нойондарының береһе — һәм әсәһе Оэлундың тәүге улдары була.

Темуджиндың атаһы яғынан туғандары — Хабул хан, Амбахай, Хотол хан — монгол ҡәбиләһенең хандары була. 1161 йылда, Цзинь династияһы — ул ваҡытта Азияла иң ҡеүәтле империя Ҡытайҙа хаким иткән династия — үҙ ҡурсауын монголдарҙан татарҙарға күсергәс, татарҙар Хабул ханды үлтерә. Сыңғыҙҙың атаһы Есугей (Боржигиндарҙың нойоны, Амбахай һәм Хотол хандың ҡустыһы) Монгол ҡабиләләренең юлбашсыһы булып ҡалҡып сыға, әммә уның хакимлығына Амбахайҙың тура вариҫы тайчиуттар ҡаршы сыға.

Темуджин һәм уның ғаиләһе бер нисә йыл бик ярлы, төрлө емештәр менән, Темуджин һәм уның ағалары, ҡустылары ара-тирә һунарҙар ваҡытында алып ҡайтҡан ваҡ йәнлектәр менән туҡланып йәшәй.

Шул йылдарҙа Сыңғыҙхандың буласаҡ тоғро дуҫтары Джелме һәм Боорчу уға ҡушыла.

Урта Азия халҡы Темуджин йәшәгән осорҙа бер нисә ҡәбиләгә бүлгеләнгән була. Йыш ҡына был ҡәбиләләр бер береһенә ҡаршы барымталар, ҡарымталар менән барып, бер-береһен талар була.

Темуджиндың әсәһе Оэлун уны ҡырыҫ шарттарҙа тере ҡалырға өйрәтә, Монголияның сәйәси хәле менән таныштыра, башҡа ҡәбиләләр менән берлек кәрәклеген дә аңлатыусы була, әсәһенең һабаҡтары уның ҡәбиләләрҙе берләштереү сәйәсәтен башлауына булышлыҡ итә.

Темуджин Тоорил хан менән берләшкәндән һуң, ҡеүәт йыя башлай. Уның нүкәрҙәре ла, малдары ла ишәйә. Меркеттәргә ҡаршы яуҙан һуң Джамуха менән Темуджин берҙәм урҙала йәшәй башлай, әммә оҙаҡ та тормай, Темуджин үҙенең нүкәрҙәре менән айырылып китә. Был ваҡытта Джамуханың ҡайһы бер нүкәрҙәре лә Темуджинға ҡушыла. Был андаларҙың аралары боҙолоуына сәбәпсе була.

Джамуха менән Темуджиндың тәүге бәрелешенә Джамуханың ҡустыһы Тайчарҙың ултерелеүе һылтау була. Тайчар дуҫтары менән Темуджин көтөүенән аттарҙы ҡыуып алып китергә маташа, был ваҡытта көтөүселәрҙен береһе Тайчарҙы уҡ менән атып үлтерә. Джамуха Темуджиндан ҡустыһының үлтереүсеһен уға биреүен талап итә, һәм кире яуап алып, яу менән килә. Был яу ваҡытында Темуджин еңелә һәм уның ғәскәре ярайһы ғына хәлһеҙләнә.

Унан һуңғы яуҙа — 1196 йылда Тоорил хан менән берлектә, Ҡытайҙан Цзинь ғәскәренә ҡушылып, татарҙарға ҡаршы барғанда, улар татарҙарҙы ҡыйратып, мул табыш алып ҡайтыуға өлгәшә. Цзинь хакимдары татарҙарҙы еңеү хөрмәтенә Темуджинға ҡытай титулы — Джаутхури, Тоорилға Ван титулын бирә. Темуджин үҙенең Ҡытай хакимдарынан алған титулын бер тапҡыр ҙа ҡулланмай, Тоорил иһә был яуҙан һуң Ван-Хан исемен йөрөтә.

Тоорилдың улы Нилх Темуджиндың ҡеүәте үҫә барыуынан һәм уның атаһы менән йылы мөнәсәбәттә булынынан көнләшә. Ул кирәй ханлығы үҙенә түгел, Темуджинға бирелеүенән ҡурҡып, атаһын Темуджинға ҡаршы көйләй. Ван-Хан ҡыҙын Темуджиндың оло улы Джучиға бирергә риза булмауы ике хан араһы тулыһынса өҙөлөүгә һәм хатта араларында һуғыш тоҡаныуға килтерә. Тоорил Темуджиндың сәйәсәтен күптән ҡабул итмәй килгән Джамуха менән берләшә. Башта еңелеп, ҙур юғалтыуҙарға тарыһа ла, Темуджин тиҙ арала көс йыйып, Джамуха менән Тоорил ғәскәренә көтөлмәгәндә ябырыла. Шулай итеп, Тоорил еңелә, ә Джамуха ҡасып өлгөрә. Был һуғыштан һуң кирәй ҡәбиләһе тулыһынса тар-мар ителеп, юҡҡа сыға.

Артабан Темуджинға найман ҡәбиләһенән ҡурҡыныс янай — Джамуха һәм уның яҡлылары уларҙан яҡлау таба. Найман башлығы Таян хан Темуджинды юҡ итеп, монгол далаларында берҙән-бер ҡеүәтле көс булырға ниәтләй, Темуджин, быны күҙаллап, наймандарға ябырыла. Ҡаты яуҙан һуң наймандар еңелә, ә Джамуха яу барышында уҡ наймандарҙың еңелеүен һиҙемләп, ғәскәре менән ҡаса. Шул уҡ йылда Темуджин ғәскәре меркеттәрҙе ҡыйрата.

Бер нисә яуҙан һуң, 1206 йылда Джамуханы үҙ кешеләре Темуджинға тотоп бирә. Темуджин Джамухаға ҡайтанан дуҫлыҡ тәҡдим итә һәм үҙенең яғына сығырға әйҙәй. Джамуханы һатҡан кешене ул үлтерергә бойора — үҙенең ғәскәренә ул һатлыҡтарҙы ҡабул итмәй. Джамуха, күк йөҙөндә бер генә Ҡояш балҡый ала, тигән һүҙҙәр менән, Темуджиндың берләшеү тәҡдименән баш тарта һәм үҙен Темуджин үҙ ҡулдары менән ҡанһыҙ үлтереүен һорай. Монгол ҡанундары буйынса, Темуджин уны ҡан ҡойоуһыҙ, умыртҡа һөйәген һындырып үлтерә.

Шулай итеп, Темуджин монгол далаларында берҙән-бер хан булып ҡала, даланың меркет, найман, уйғур, кирәй, татар һәм башҡа ҡәбиләләре уға буйһондорола. Был оҙаҡ йылдар бер-береһе менән дошманлашып, Ҡытай династиялары тарафынан ҡыҫылып, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ кисергән монголдар өсөн оло уңыш була. Артабан монгол хандары Ҡоролтайында Темуджин Сыңғыҙхан тип иғлан ителә.

Темуджин иң беренсе нәүбәттә ғәскәрен монгол ерҙәренә яҡыныраҡ торған Көнбайыш Си Ся империяһына ҡаршы алып бара. Ҡеүәтлерәк Цзинь династияһы Си Ся императорына ярҙамға килмәйәсәген ул алдан күремләй. Ысынлап та, танғуттар цзиндарҙан ярҙам һорай, ләкин уларҙың үтенестәре кире ҡағыла. Сыңғыҙхан 1209 йылда Көнбайыш Си Сяны баҫып ала.

Был арала Кучулук — Темуджин баҫып алып, монголдарға буйһондорған найман ханы Таян хандың улы — көнбайышҡа ҡаса һәм һәм шунда яңы көс йыя. Сыңғыҙхан Ҡара Ҡытайҙы баҫып алып, Кучулукты еңеп сығырға ниәтләй. Был ваҡытҡа монгол ғәскәре унлап йылдар дауамында барған Көнбайыш Си Ся һәм Цзинь династияһына ҡаршы һуғыштан йонсоған була. Шуға Сыңғыҙ Кучулукҡа ҡаршы йәш ғәскәр башлығы Джебе етәкселеге аҫтында ике генә төмәнен ебәрә (20 000 һуғышсы).

Һуғышсыларҙың аҙлығы арҡаһында, монголдар һуғыш алымдарын үҙгәртергә мәжбүр була — улар Кучулук яҡлылар араһында ризаһыҙлыҡ ойоштора, был Ҡара Ҡытайҙы көсһөҙләндерә. Кучулук ғәскәре Ҡашҡарҙың көнбайышында монголдарҙан еңелә. Кучулук тағы ҡаса, әммә Джебенең ғәсҡәре уны ҡыуып етә һәм үлтерә. 1218 йылда, Ҡара Ҡытай ҡолағас, Монгол империяһы көнбайышта Балхаш күленә тиклем киңәйеп, Хәрәзм империяһы менән сикләнә.

Башҡорт иленең монгол ханлығына инеү үҙенсәлектәре төплө өйрәнелмәгән. Был хәрәкәтте тасуирлаған бер нисә фекер йәшәп килә. Шуларҙың береһе буйынса башҡорт иле монголдар тарафынан 1136—1242 йылдар араһында баҫып алынған. Л. Н. Гумилев фекеренсә «монгол-башҡорт һуғышы 14 йыл дауам итә… Башҡорттар байтаҡ һуғыштарҙы еңеп сыға, һәм ниһайәт дуҫлыҡ һәм берҙәмлек килешеүе төҙөп, артабан монголдар яуына ҡушылып китә». Венгр монахы Юлиандың юл яҙмаларына таянып, был ваҡиға 1220—1223 йылдар тирәһендә булыған тип иҫәпләнә. Шулай уҡ Алтын Урҙа тарихы буйынса күренекле белгес Г. А. Федоров-Давыдов башҡорттар монгол дәүләтенә иҙ ирке менән ҡушылыуы, һәм шул арҡала тархандары һәм бейҙәре юҡ ителеүҙән ҡотолоуҙыры тураһында фараз итә. Үҫәргән башҡорттары шәжәрәһендә Мөйтән бейҙең Сыңғыҙған менән Иртыш буйында осрашыуы тасуирлана. Был ваҡиғаның аныҡ ваҡыты билдәле түгел, шулай ҙа 1219 йылдың йәйендә булған тигән фекер бар. Әхмәтзәки Вәлиди Туған фекере буйынса башҡорттар монгол дәүлетенә 1207—1208 йылдарҙа ҡушылған булырға тейеш. Башҡортостан дәүлетеселеге буйынса билдәле ғалим Зөфәр Еникиев фаразлауынса, был фекерҙәр барыһы ла урынлы. Сөнки Иртыш—Урал—Волга буйында төплөнгән, күп һанлы башҡорт ырыуҙарынан торған Башҡорт иле Алтын Урҙаға үҙ ирке менән дә һәм көс ҡулланып, баҫып алынып та ҡушылған. Көнсығыштағы башҡорт ырыуҙары берләшмәһе үҙ ирке менән ҡушылған булһа, Көнбайыштағы башҡорттар оҙаҡ ваҡыт ҡаршылыҡ күрһәтеп, Волга буйы Болғары ханлығы ҡолатылғас ҡына, монгол дәүләтенә инергә мәжбүр булғандар. Сынғыҙхандың баҫып алыу сәйәсәте менән башҡорттарҙың сәйәсәте араһындағы мөнәсәбәттең төп үҙенсәлеге булып, башҡорттарҙың халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалауҙары, баҫып алыусылар менән килеп төпләгән милләттәрҙе артабан башҡортлаштыра алыуы ихтибарға лайыҡ.

Был ваҡытта Хәрәзм династияһы башында шаһ Ала әд-дин Мөхәммәт тора. Сыңғыҙхан Хәрәзм менән иҡтисади бәйләнеш тотоуҙы хуп күреп, империяға 500 кешелек каруан ебәрә. Әммә Хәрәзмдең Отрар ҡалаһы башлығы Иналха хан ҡарауанды Хәрәзмгә ҡаршы мәғлүмәт йыйырға иҫәп тотҡан монгол кешеләре тип, уға һөжүм итә. Сыңғыҙхан икенсе мәртәбә шаһтың үҙеңә илселәр ебәрә. Шаһ уларҙың береһен генә иҫән ҡалдыра, ҡалғандарының башын киҫтерә. Асыуланған Сыңғыҙхан иң ҙур баҫып алыу яуҙарының береһен башлай, был яуға ул 20 төмән — 200 000 кешене, иң оҫта ғәскәр етәкселәрен, үҙенең ҡайһы бер улдарын йыя. Хәрәзм

Сыңғыҙхандың үҙенең, ғәскәр башлыҡтарының һәм улдарының етәкселеге аҫтында монгол ғәскәре Тянь-Шань тауҙары аша үтеп, Хәрәзм ерҙәренә керә. Сыңғыҙхан ғәскәрен өс өлөшкә бүлә. Тәүге өлөшөн улы Джучи Хәрәзмдың төньяҡ-көнсығышына алып китә. Икенсе өлөшө Джебе етәкселеге аҫтында Хәрәзмдең көньяҡ-көнсығышына табан, Сәмәрҡәнд ҡалаһына табан юллана. Өсөнсө өлөшөн Сыңғыҙхан һәм Тулуй Хәрәзмдең төньяҡ-көнбайышына табан алып китә.

Шаһ үҙенең ғәскәрен бер нисә кесе өлөшкә бүлеп, төрлө ҡалаларға ебәрә. Төп ғәскәрҙең бүлгеләнеүе Хәрәзмдең еңелеүенә төп сәбәпсе була. Оҙон юлдан йонсоған монголдар оло ғәскәргә ҡаршы тороу урынына, Хәрәзмдең кесе өлөштәргә бүлгеләнгән ғәсҡәрен берәмләп тар-мар итә. Монгол ғәскәре Ортарҙы тиҙ арала баҫып ала, ҡала кешеләре ҡырыла, башлығы Иналханы Сыңғыҙ ҡолағына һәм күҙҙәренә иретелгән көмөш ҡойоп язаларға бойора. Шаһ үҙе ҡалаһынан ҡаса һәм билдәһеҙ сәбәптәр менән, империяһындағы кескәй генә утрауҙа үлә.

Монголдарҙың был яуы уғата ҡырағай алып барыла. Хәрәзмдең баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд ҡолағас, ҡала башлыҡтары, ябай кешеләрҙе ҡалдырып, Бохараға ҡаса. Сыңғыҙхан шаһ биләмәләрен генә түгел, ҡалаларҙы, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙы тулыһынса юҡ итергә бойора.

Шаһтың улы Джәләл әд-Дин атаһының ғәскәрен етәкләп, күпмелер ваҡыт монголдарға ҡаршы тора. Әммә үҙ-ара килешә алмау сәбәпле, ғәскәр тағы бүленә һәм улар, тар-мар ителеп, Бохараға тағы ҡасырға мәжбүр була. Шулай итеп, Хәрәзм империяһы юҡҡа сыға.

Сүбәдәй һәм Джебе был киң билдәле сәйәхәт ваҡытында бөтә Каспий диңгеҙе буйын урап үтә һәм юлында осраған бөтә ғәскәрҙе лә тиерлек ҡырып һала. Сыңғыҙхандың ейәне Батый етәкселеге аҫтында монголдар был ерҙәргә тағы килә һәм 1237 йылда Волга Булғарҙарын һәм Киев Русияһын баҫып алып, 1240 йылда кире борола.

Монгол ғәскәренең төп көсө Сыңғыҙхан һәм уның ғәскәр башлыҡтары менән Хәрәзм империяһына ҡаршы яу башлағас, Көнбайыш Си Ся Цзинь менән монголдарға ҡаршы берләшә. Улар Хәрәзмгә иғтибарын йүнәлткән монголдар берләшкән ғәскәргә ҡаршы тора алмаҫына иҫәп тота.

Сыңғыҙхан үҙен үҙ ҡәбиләһе ҡанундары буйынса, йәшерен ерләүҙәрен һорай. Үлеменән һуң уның кәүҙәһен Монголияға, фараздар буйынса, тыуған урынына ҡайтаралар.

Сыңғыҙхан дәүерендә һәм унан һуң Монгол ерҙәрендә ул сығарған закондар йыйынтығы — Яса хөкөм итә. Монгол империяһы үҙенең ҙурлығы арҡаһында милләттәрҙең, мәҙәниәт, диндәрҙен күп төрлөләрен үҙ эсенә һыйҙыра, шаманизмдан башҡа диндәр ҡыҫырыҡланмай ғына түгел, Сыңғыҙхан хатта буддизм, даосизм кеүек диндәр менән үҙе лә ҡыҙыҡһына. Баҫып алыу яуҙары ваҡытында дини йорттарҙы таларға рөхсәт ителмәй, дин әһелдәре, уҡытыусылар яһаҡ түләүҙәрҙән азат ителә. Наймандарҙы баҫып алғандан һуң ул уҡыу — яҙыу менән ҡыҙыҡһына, үҙенең улдарына һәм ейәндәренә уҡытыусылар итеп найман кешеләрен тәғәйенләй.

Быуаттар буйына Сыңғыҙхан исеме монгол, төрөк халҡы араһында бөйөк еңеүсе, монгол дәүләтен ойоштороусы булараҡ ололап телгә алына, ә монгол ғәскәре үткән рус ерҙәрендә һәм Ираҡ, Иран кеүек илдәрҙә ул ҡан ҡойоусы, ҡыйратыусы булараҡ хәтерҙә ҡалған.




#Article 158: Ҡояш (180 words)


Ҡояш — Ҡояш системаһындағы берҙән-бер йондоҙ. Ҡояш тирәләй юлдаштары менән планеталар, кәрле планеталар, астероид, метеороид, комета һәм космос туҙаны әйләнә. Ҡояш массаһы бөтә ҡояш системаһының 99,866 % тәшкил итә.
Ҡояш — Ергә иң яҡын йондоҙ. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙар кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ғибәрәт, ул нигеҙҙә водород менән гелийҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтан бер өлөшө генә Ергә килеп етә.

Ҡояш — Ҡояш системаһының үҙәге. Ҡояштың массаһы үҙе тирәләй әйләнгән бөтә планеталар массаһынан 750 тапҡырға артығырак.
Бөтә йондоҙҙар кеүек үк Ҡояш та янар шар. Эсендә температура 15 миллион градусҡа етә. Ул иҫ киткес йылылыҡ һәм яҡтылыҡ сығанағы. Ергә уның 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. Әммә хатта шул өлөшө лә Ерҙәге ҡатмарлы процестарҙы тыуҙыра: һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар, штормдар.

Ҡояш Ерҙәге тереклекте тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында фотосинтез процесы башҡарыла.
Ерҙәге ҡаҙылма байлыҡтар (таш күмер, нефть, торф һ.б.) миллион йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеүе, болоттар барлыҡҡа килеүе Ҡояш энергияһы ярҙамында башҡарыла.




#Article 159: Ҡара диңгеҙ (617 words)


Ҡара диңгеҙ (, , , , , , , , )-- Атлантик океан бассейнындағы эcке диңгеҙ. Босфор боғаҙы аша Мәрмәр диңгеҙе, артабан Дарданелдар боғаҙы аша Эгей һәм Урта диңгеҙ менән тоташа; Керчь боғаҙы аша — Азов диңгеҙе менән тоташа. Төньяҡтан диңгеҙгә Ҡырым ярымутрауы уйылып кергән. Ҡара диңгеҙ аша Европа менән Кесе Азия сиге үтә.

Ҡара диңгеҙ Рәсәй, Украина, Румыния, Болгария, Төркиә, Абхазия һәм Грузия илдәренең ярҙарын йыуа.

Ҡара диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа 1150 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа 580 км-ға һуҙылған.

Утрауҙар һаны бик аҙ. Иң ҙуры — Украиналағы Джарылгач утрауы, майҙаны 62 км². Башҡа утрауҙар 1 км²-ҙан да артыҡ түгел.

Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы иң эре йылғалар: Дунай, Днепр, Днестр һәм бәләкәйерәктәре — Мзымта, Псоу, Бзыбь, Риони, Кодори, Эшли-Ирмак, Сакарья, Көньяк Буг йылғалары.

Диңгеҙ порттары булған ҡалалар:

Диңгеҙҙең иң элекке атамаларының береһе -  боронғо грузинсанан Спериса диңгеҙе ( [згва спериса]), ул боронғо Колхидала Спери тигән төбәктә йәшәгән халыҡ исеменән алынған. Боронғо грек атамаһы иһә — Понтос Аксенос (, «Ҡырыҫ ддиңгеҙ»),  «Скиф диңгеҙе» тигән атама ла осрай. Страбон «География»һында  (7.3.6) атама диңгеҙҙең навигация өсөн ауыр булыуы, шулай уҡ ярҙарында ҡырағай, яуыз холоҡло ҡәбиләләр йәшәүенә бәйлелер тип фараз итә.

Шулай ҙа гректар урындағы скиф-сармат телендәге  *axšaina — «ҡараһыу күк», «ҡарағусҡыл» һәм грек телендәге «ҡырыҫ» һүҙҙәренә лә таянып атағандарҙыр. Һуңғараҡ,грек колонистары үҙҙәре уңышҡа өлгәшкәс, диңгеҙҙе Понтос Эвксиоконос (, «Ҡунаҡсыл диңгеҙ») тип исем бирә. 

Тора бара,  X—XIV быуаттарҙа, боронғо рус, ғәрәп һәм көнбайыш сығанаҡтарында инде «Урыҫ диңгеҙе» () тигән атама күренә башлай

Хәҙерге замандағы «Ҡара диңгеҙ» () атамаһы бында Урта Азиянан килеп сыҡҡан күсмән төркиҙәрҙең «Кара Дениз» тигән һүҙҙәренән килеп сыҡҡан . Ул күп кенә телдәрҙә сағылыш тапҡан: , , , , , , , , ,  (төрөктәр Урта диңгеҙҙе Akdeniz «Аҡ диңгеҙ» тип атай),  һәм башҡалар Атаманың шундай вариантта килеп сығыуы тураһында төрлө фараздар йәшәп килә:

Диңгеҙҙең үҫемлектәр донъяһы 270 төр күп күҙәнәкле  йәшел, көрән, ҡыҙыл һыу төбө ылымыҡтарынан тора.  Фитопланктон  составында — алты йөҙҙән кәм түгел төр.

Ҡара диңгеҙ фаунаһы Урта диңгеҙгә ҡарағанда һиҙелерлек ярлы, атап әйткәндә, бында юҡ диңгеҙ йондоҙо, диңгеҙ терпеһе, |лилия диңгеҙ ләләһе, губка, каракатица, кальмар, мәрйендәр юҡ. 

Ҡара диңгеҙҙә 2500 төр хайуан тереклек итә(уларҙың 500 төрө бер күҙәнәкле, 200 төрө умыртҡалылар — балыҡтар һәм һөтимәрҙәр, 500 төр  ҡыҫала кеүектәр, 200 төр моллюскылар, башҡалары — төрлө умыртҡаһыҙҙар), сағыштырыу өсөн, Урта диңгеҙҙә —  9000 тирәһе төр. Диңгеҙҙең хайуандар донъяһының сағыштырмаса ярлы булыуында бер нисә сәбәп бар. Төп сәбәптәр араһында :

Ҡара диңгеҙҙә ағыулы балыҡтар ҙа бар — диңгеҙ аждаһаһы, скорпена, диңгеҙ бесәйе кеше өсөн хәүеф тыуҙыра. Диңгеҙ төлкөһө ағыулы түгел, мәгәр ҡойроғонда сәнскәктәре менән яралай ала

Ҡара диңгеҙ климаты уның континенталь торошо, башлыса континентальн климат мөхитендә урынлашҡан булыуы менән бәйле. Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры һәм Ҡырымдың көньяҡ яры тауҙар менән уратылыу арҡаһында төньяҡ һалҡын елдәрҙән ҡурсыулы һәм йомшаҡ Урта диңгеҙ климатына эйә, ә Туапсенан көньяҡ-көнсығыштараҡ   — дымлы  субтропик климат хөкөм һөрә.

Ҡара диңгеҙҙең һауа торошона Атлантик океан да йоғонто яһай. Йәй көнө диңгеҙ өҫтөндә Азор антициклоны һауа торошона тәьҫир итә. Шуға күрә диңгеҙҙең күпселек өлөшөндә ҡышын һауа йылы, дымлы, ә йәйгеһен эҫе, ҡоро.

Ҡара диңгеҙ һыуы, ҡағиҙә булараҡ, туңмай. Әммә оҙайлы һалҡын ҡыштарҙа ярҙарында сыйҙым барлыҡҡа килгеләй, әммә был бер нисә тиҫтә йылға бер була.  Һыу температураһы уртаса   +7…+8 °C-тан артыҡ төшмәй ..  2011—2012 йылдар арауығында һыу өҫтө температураһы  6 °C-тан түбәнерәк төшә.

Ҡара диңгеҙ, Ҡырым тәбиғәте  билдәле урыҫ рәссамы, маринист Иван Айвазовский  өсөн илһам сығанағы булған  . Штормдар  һәм тымыҡ һыу, пляждар, ҡаялар, аулаҡ бухталар рәссамдың күп эштәре өсөн натура булып хеҙмәт итә. В Феодосии действует Национальная картинная галерея имени И. К. Айвазовского.

Элекке СССР-ҙың күп һанлы кинематографистары ҡояшлы климаты өсөн Ҡара диңгеҙ яры буйын һайлай. Одесса, Ялта киностудиялары, шулай уҡ  совет осоро тарихына инеп ҡалған киностудиялар төшөргән фильмдар ошонда ижад ителгән .

Ҡара диңгеҙ тематикаһы әҙәби, музыкаль әҫәрҙәрҙә лә сағылыш таба: миҫалға Валентин Катаев;Михаил Булгаков; Константин Паустовский; Юрий Кузнецов; Леонид Утёсов; Юлий Ким; Георг Отс ижадын килтерергә мөмкин. 




#Article 160: Балыҡтар (1147 words)


Балыҡтар () — хайуандар донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һыуҙа эрегән кислород менән һулыш алыусы умыртҡалыларҙың ҙур төркөмө; йөҙгөстәр ярҙамында хәрәкәт итәләр. Һалҡын ҡанлы һыу хайуандары.

Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә.

Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора.
Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып (Paedocypris progenetica) 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы).

Донъяла 25 000—31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә, шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы.

Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала.

Төҙөлөшө, туҡланыуы, үрсеүе һәм йәшәү реүеше буйынса 2 класҡа: кимерсәклеләргә һәм һөйәклеләргә буленә.

Күпселек кимерсәкле балыҡтар диңгеҙҙәрҙә йәшәй, айырым төрҙәре генә сөсө һыуҙа осрай.

Хәҙер йәшәгән кимерсәкле балыҡтарҙың төҙөлөшөндә ҡайһы бер боронғо билдәлер: кимерсәкле һөлдә; йөҙөү ҡыуығы юҡ; айғолаҡ ҡапҡастары юҡ, шуға ла, айғолаҡ тишектәре (5-7) тыштан күренеп тора; башының аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан арҡыры ауыҙ тишеге һәм башҡалар һакланған.

Был төркөмгә акулалар һәм скаттар инә.

Балыҡтарҙың иң күп төркөмө. Океандарҙа, диңгеҙҙәрҙә, йылғаларҙа, күлдәрҙә, даими һәм вакытлыса булған һыу ятҡылыҡтарында тереклек итәләр. Хәҙерге балыктарҙың 96%-ын һөйәкле балыҡтар тәшкил итә. Уларҙың тән формаһы төрлөсә: оҙонса, түңәрәк һымаҡ, торпедо һымаҡ, япраҡ һымаҡ, йылан һымаҡ була.

Һөйәкле балыҡтар класы, нур ҡанатлылар ярым-класы вәкилдәренең тышҡы ҡиәфәте бик төрлө, ләкин барыһының да уртаҡ билдәләре бар. Уларҙың тәне ян-яҡтан ҡыҫылған һәм баш, кәүҙә, ҡойрок өлөштәренә бүленә. Балыҡтар, береһе өҫтөнә береһе ятҡан, һөйәк пластинкалар (тәңкәләр) менән ҡапланған. Тәңкәләр ярым үтә күренмәле, ҡырыйы шыма йәки тешле була. Тәңкәләр тиренән (дермадан) барлыҡҡа килә. Тәңкә япманың өҫтө лайла менән ҡапланған.
 
Балыҡтың һөлдәһе тулыһынса тейерлек һөйәктәрҙән тора. Умыртҡалыҡ һөйәк умыртҡаларҙан төҙөлгән һәм кәүҙә, ҡойроҡ өлөштәренә бүленә. Умыртҡаларҙың үҫентеләре — өҫкө һәм аҫҡы дуғалары була. Кәүҙә өлөшөндә өҫкө дуғалар ҡушылып арҡа мейе каналын барлыҡҡа килтерә. Тән ҡыуышлығын өҫтән һәм йән-яҡтан ҡабырғалар сикләй. Баш һөйәгенең күп өлөшө — һөйәк, ул мейе тартмаһынан, ҡаҙналык һөйәктәренән, һаңаҡ йәйәләренән һәм һаңаҡ ҡапкасынан тора. Парлы күкрәк һәм ҡорһаҡ йөҙгөстәре бик күп ваҡ һөйәктәрҙән яһалған.

Мускулдары һөйәктәргә беркетелгән. Иң көслө мускулдар кәүҙәһенең арҡа яғында һәм ҡойроҡ бүлегендә була. Кәүҙә мускулатураһы тоташтырғыс туҡыманан торған бүлгеләр менән сегменттарға бүлгәләнгән.
 
Башында һәм йөҙгөстәре янында яңаҡтарҙы, айғолаҡ ҡапҡастарын һәм йөҙгөстәрҙе хәрәкәткә килтерә торған мускулдар урынлашҡан.

Балыҡтарҙың нерв системаһы баш һәм  арҡа мейеһенән, уларҙан китеүсе нервыларҙан тора. Баш мейеһе мейе ҡумтаһында урынлашҡан һәм биш бүлектән тора: алғы мейе, аралыҡ мейе, урта мейе, оҙонса мейе һәм кесе мейе.

Кесе мейе хәрәкәт координацияһы өсөн яуап бирә. Һыу мөхитендә тигеҙлекте һаҡлау зарурлығына һәм хәрәкәт ҡатмарлылығына бәйле, кесе мейенең ныҡ ҡына үҫешкән.

Оҙонса мейе арҡа мейеһенә күсә. Ул умыртҡаларҙың өҫкө йәйәләре барлыҡҡа килтергән тишектәрҙән яһалған умыртҡалыҡ каналы эсенән оҙон аҡ таж булып һуҙылған. Күп һанлы нервтар баш һәм арка мейеһен балыҡтың төрло органдары менән бәйләнештә тота.

Балыҡтарҙың үҙ-үҙҙәрен тотоуында шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар күҙәтелә.

Һиҙеү ағзалары күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү һәм һиҙеү ағзаларынан тора. Күҙҙәр баштың ике яғында урынлашҡан һәм яҡындағы предметтарҙы яҡшы күрергә яраҡлашҡан. Ишетеү ағзаһы эске ҡолаҡтан, йәғни, баш һөйәктең артҡы өлөшөндә урынлашҡан лабиринттан ғибәрәт.

Еҫ һиҙеү ағзаһы томшоғоноң осонда урынлашҡан танау тишектәренән ғибәрәт. Танау тишектәренең төбө йомоҡ һәм стенкаларында нервылар остары бар. Балыҡтар һыуҙа төрлө еҫтәрҙе һиҙәләр.

Тәм ағзалары ауыҙ ҡыуышлығында, тиреһендә, хатта ҡойроғанда ла бар. Балыҡтар әсе, татлы, тоҙло тәмдәрҙе айыра. Ауыҙ эргәһендә мыйыҡтары булған балыҡтар (мәҫәлән, йәйеләр һәм шамбылар) аҙыҡҡа ҡағылмайынса ла аҙыҡтың тәмен беләләр.

Тәм тойоу ағзалары хеҙмәтен тәм төйөрсөктәре үтәй. Улар нерв остары менән сорналған күҙәнәктәр төркөмөнән тора. Тәм төйөрсөктәре ауыҙ ҡыуышлығында ғына түгел, бәлки, тәндең күп кенә өлөштәрендә тиренең тышҡы ҡатлауында ла урынлашҡан. Күреү органдары — яҫы мөгөҙҡатлау менән түңәрәк хрусталиктан торған күҙҙәр. Ишетеү анализаторы — баш һөйәгендә урынлашҡан эске ҡолаҡ ҡына; ҡолаҡ япрағы һәм ишетеү юлы юҡ.
 
Балыҡтарға һыуҙың хәрәкәтен тойоусы, үҙенә бер төрлө һиҙеү органы — ян һыҙыҡ булыу хас. Ул ҡабырғала һәйбәт күренә һәм тәндең алғы осонан артҡы осона тиклем дауам итә. Ҙурайтып ҡарағанда, ян һыҙығы теҙелеп киткән күп һандағы тишектәрҙән тороуын күреп була. Улар барыһы ла эс яҡтан тотош бер ҡаналға асылалар. Уның эсе һиҙгер күҙәнәктәрҙән тора.

Ян һыҙығы — ағымдың йүнәлешен һәм тиҙлеген ҡабул итеүсе үҙенсәлекле ағза.
Һыу ағымы, һиҙгер эпителийҙың теге йәки был нөктәһен тынысһыҙлап, балыҡҡа ориентлашырға, хатта яҡынлашыусы дошманын һиҙергә лә мөмкинлек бирә. Болғансыҡ һыулыҡтарҙа, тәндең пространстволағы торошон билдәләү өсөн, ян һыҙыҡ органдары күҙгә һәм башҡа һиҙеү органдарына ҡарағанда йыш ҡына кәрәклерәк тә була.

Ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ. Ул йөрәк һәм бер ҡан әйләнеше түңәрәгенән тора. Йөрәге тәндең алғы өлөшөндә урынлашкан. Ике камералы: йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтан тора.

Ҡан ҡарынсыҡтан ҡорһаҡ аортаһына керә. Аорта артерияларға бүленә. Улар буйлап ҡан айғолаҡтарға килә.

Айғолаҡтарҙа артериялар күп һанлы ваҡ ҡан тамырҙарына — капиллярҙарға тармаҡлана. Айғолаҡ капиллярҙарындағы ҡан, углекислый газдан арынып, кислородҡа байый һәм был ҡан, арҡа артерияһына йыйылып, тәндең бөтә органдарына, шулай уҡ мускулдарына китә.

Бирелә ҡуйы капиллярҙар селтәре аша ҡандағы кислород һәм туклыҡлы мәтдәләр — туҡымаларға, ә уларҙан углекислый газ һәм тереклек эшсәнлегенең башҡа продукттары ҡанға күсә.

Туҡымаларҙан ҡан йөрәккә барыусы тамырҙарға — веналарға йыйыла һәм улар буйлап йөрәк алдына килеп керә.

Һулыш алыу ағзаһы — айғолаҡтар. Улар баштың ике яғында урынлашкан һәм айғолаҡ ҡапҡастары менән ҡапланған.

Айғолаҡтар һыу һәм организмдың ҡан тамырҙары системаһы араһында газ алмашыныуҙы башҡара.

Һулыш алыу процессы айғолаҡтарҙы йыуыусы һыу хәрәкәте арҡаһында башҡарыла. Айғолаҡ ҡапҡастары һәм ауыҙ ҡыуышлығы һыуҙы ауыҙ ҡыуышлығына һүрып ала һәм этеп сығара.

Балыҡтарҙың күпселек төрҙәренең ауыҙ ҡыуышлығында күп һанлы конус һымаҡ тештәр була. Ауыҙ ҡыуышлығы менән ҡыҫҡа үңәскә илтеүсе йотҡолоҡ араһында сик беленмәй.

Ашҡаҙаны төрлө формала һәм төрлө ҙурлыҡта була, ҡайһы бер төрҙәренең ашҡаҙаны зәғиф үҫкән.

Тәрән һыуҙарҙа тереклек итеүсе йыртҡыс балыҡтарҙың ашҡаҙаны һуҙылыусан. Улар үҙҙәренән ҙурыраҡ табышты тулайым йота ала. Был — оҙаҡ ас торорға яйлашыу, сөнки бик тәрәндә табыш һирәк эләгә. Шуның өсөн, уларҙың ҡорбанын йәлеп итеү өсөн яҡтыртҡыстары була.

Эсәклектең нәҡ башланған урынында аш ҡайнатыу өҫлөгөн арттырыусы һуҡыр үҫентеләр була. Бауырҙа эшләнгән үт шыйыҡсаһы үт ҡыуығына йыйыла, һуңынан эсәктең алғы бүлегенә керә. Ашҡаҙаны аҫты биҙҙәренең юлдары эсәклектең башланғыс бүлегенә асыла.

Күпселек һөйәкле балыҡтарҙың һауа тулған йөҙөү ҡыуығы була. Ул аш ҡайнатыу көпшәһенең арҡа яғы үҫентеһе кеүек үҫеш ала. Һуңырак күп кенә төрҙәрендә йөҙөү ҡыуығы үңәс менән бәйләнешен юғалта, ләкин ҡайһы берҙәрендә бәйләнеш ғүмөр буйына һаҡлана.

Йөҙөү ҡыуығы, нигеҙҙә, гидростатик функцияны үтәй, йәғни, вертикаль яҫылыҡта балыҡтың ирекле хәрәкәтен тәэмин итә.

Уның стенаһы капиллярҙар селтәре менән яҡшы тәьмин ителгән. Бик тиҙ тәрәнгә төшкәндә, балыҡ тәненә баҫым кинәт арта, һәм һауа ҡыуыҡтан ҡанға күсә. Нәтижәлә балыҡтың сағыштырма ауырлығы арта, был уның сумыуына булышлыҡ итә.

Өҫкә йөҙөп сыҡҡанда, киреһенсә, һыуҙың баҫымы һәм газдарҙың ҡанда эреүсәнлеге кәмей һәм газ ҡан тамырҙарынан һауа ҡыуығына сыға.

Бүлеп сығарыу системаһы оҙон таҫма һымаҡ бөйөрҙәрҙән тора. Улар умыртҡалыҡтың ике яғында йөҙөү ҡыуығы өҫтөндә ята.

Бөйөрҙәрҙең эске ҡырыйынан һейҙек юлдары һузылған, улар бер каналға тоташып, аналь асыҡлыҡ артында, енес юлынан айырым, тышҡа асыла. Ҡайһы бер төрҙәрендә һейҙек ҡыуығы ла була.

Үрсеү органдары айырым каналдар менән енес юлы булып тышҡа асыла. Күкәй күҙәнәктәр (ыуылдыҡтар) ваҡ, йоҡа ҡойҡа һымаҡ тышсалы; балыҡтарҙа, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы аталаныу.

Балыҡтарҙың тәбиғәттәге роле уларҙың һыу организмдарының туҡланыу сынйырына инеүе менән билдәләнә.

Балыҡтар һыу ағымына ҡаршы йөҙгәндә, тыныс һыуҙа йөҙөүгә ҡарағанда аҙыраҡ көс сарыф итә. Был күренеш балыҡтарҙың һыу әйләнмәләрен яҡшы һиҙемләү һәм уларҙы ҡуллана белеү менән аңлатыла. Шундай уҡ ысул менән паруслы яхта елгә ҡаршы йөҙә.




#Article 161: Аҡҡоштар (152 words)


Аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош () — һыу ҡошо.

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта-һорғолт көрән, ҙурайғас-бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә муйынын туры тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы ҡыҙғылт һары. Тауышы яңғырауыҡлы: «Ҡаңҡ» йәки «ҡаң-ға». Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән, төрлө орлоҡ, иген менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ҡуйы ҡамышлыҡтарҙа. 4—6 бөртөк аҡ йомортҡа һала.

Ҙур ҡоштар, кәүҙәләре 150 см-ға ҡәҙәр оҙонлоҡта, ауырлығы 12 кг-ға ҡәҙәр. Кәүҙәһе һуҙынҡы, муйыны оҙон. Ҡаурыйҙары аҡ төҫтә. Башы уртаса ҙурлыҡта. Аяҡтары ҡыҫҡа, бармак араһындағы йөзү ярылары ҙур. Йәш ҡоштарҙың томшоҡтары алһыу төҫтә, осо ҡара. Ыҫылдауыҡ акҡоштоң кәүҙәһе, муйыны оҙон, ҡыҙғылт һары томшоҡ төбөндә ҡалынайған ҡара урыны бар. Һары моронло аҡҡош тәбәнәк формаһы һәм ҡыҫҡа муйыны менән айырылып тора, томшоҡ төбө һары. Аҡҡоштар бер миҙгелдә һорғолт-зәңгәр төҫтәге 5-9 ҙур йомортҡа һала. Һыу үҫентеләре, шулай уҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡурсаҡтары, селәүсендәр, ҡабырсаҡар, балыҡтар менән туҡланалар.
Башҡорттарҙа изге ҡош тип иҫәпләнелә. Уны ауларға ярамай. Ҡарғышы ҡаты була, тиҙәр.




#Article 162: Мәскәү (217 words)


Мәскәү () — Рәсәйҙең баш ҡалаһы, федераль әһәмиәттәге ҡала, Мәскәү өлкәһенең составына инмәй, Федераль округы үҙәге. Герой ҡала (1965), ике Ленин ордены (1974, 1965) һәм Октябрь Революцияһы ордены (1967) менән бүләкләнгән. Ҡалала урынлашҡан театр Рәсәйҙең 100 һумлыҡ аҡсаһында һүрәтләнгән.

Халҡы — 12 325 387 кеше (2016). Мәскәүҙә 1989 йылда — 5417, 2002 йылда — 5941 башҡорт йәшәгәне теркәлгән.

Эре мәсеттәр тип Мәскәү йәмиғ мәсете һәм Мәскәү тарихи мәсете һанала.

Мәскәү ҡалаһында дәүләт һәм дәүләттеке булмаған юғары уҡыу йорттары эшләп килә. Беренсеһе бер нисә төркөмгә бүленә: университеттар, академиялар, иниституттар, консерваториялар, Оборона министрлығы, Эске эштәр министрлығы уҡыу йорттары бар.

Мәскәү иҡтисады Рәсәй төбәктәре араһында иӊ ҡеүәтле иҡтисад. Мәскәүҙен Эске тулайым продукт 2014 йылда 12,809 трлн һум тәшкил итте (РФ-ӊ Эске тулайым продуктыныӊ 21,5 %).

PricewaterhouseCoopers прогнозы буйынса 2020 йылда Мәскәү донъя ҡалалары араһында 23-сө урында буласаҡ һәм уныӊ ЭТП $325 млрд булыр. 2020 йылға тиклем иҡтисад үсеше 4 %, Һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса бер кешенеӊ килеме йылына $17 меӊдән (1 млн. һум) $29,8 меӊғә (1,8 млн. Һум) тиклем артыр (сағыштырыу өсөн, 2020 йылда бер кешенеӊ килеме йылына:  Сан-Францискола — $91,1 меӊ (5,4 млн.һум), Лондонда — $82,3 меӊ (4,9 млн.һум), Нью-Йоркта — $76,9 меӊ, Мадридта — $49 меӊ, Токиола — $45,1 меӊ, Стамбулда — $24,3 меӊ).

Ҡалала хәрби ойошмалар байтак:

Эре граждан сәнәғәте предприятиялар:

Мәскәү — эре инженер үҙәге. Бында авиация, космос, ядер һәм ҡорал байтак проектлана. Унда етештереүсе технологиялар һәм материадар өйрәнелә.
Проект ойошмалар:

Сауҙа селтәре:

 




#Article 163: Бөркөт (602 words)


Бөркөт () — ҡарағоштар араһында иң эре йыртҡыс ҡош. 

Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Тәненең дөйөм оҙонлоғо 80-95 см. Уның оҙон, сағыштырмаса тар ҡанаттарының оҙонлоғо 72,5 см, ә йәйгәндә 211 см-ға тиклем етә. Осҡанда ҡанат осондағы оҙон ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ, һорғолт ҡойроғо төбөндә арҡыры аҡ һыҙат күренә. Ҡойроғо сағыштырмаса оҙон, бер аҙ түңәрәкләнгән. Танау тишеге ҡауырһын менән ҡапланмаған, «һаҡалы» юҡ, тәпәйҙәре бармаҡтарына саҡлы бөтә яҡлап ҡауырһын менән ҡапланған. Елкә ҡауырһындарының остары осло.  Тырнаҡтары ҡара, үткер, ырғаҡ кеүек бөгөлгән, урта бармағы 7 см оҙонлоғонда. 
Дөйөм төҫө ҡара-көрән. Ләкин төҫө йәшенә ҡарап ҡарая бара: йәш бөркөттөң ҡойроғо аҡ, осо ҡара, ә 4 йәшенән тулыһынса ҡара-көрән төҫкә әйләнә. Тик ҡорһағында һәм ҡойроҡ аҫтында ғына ерән-һарғылт төҫ ҡатнашлығы күҙгә салына. Оло ҡоштарҙың елкә һәм яурын ҡауырһындары һарғая төшә. Уларын сал бөркөт тиҙәр. Төҫ буйынса ата һәм инә ҡоштар айырылмай. Суҡышы ҡара, төбө аҡһыл-күгерәк, суҡыш өҫтөндәге ҡалын тиреһе һәм аяғы сағыу һары төҫтә. Күҙе һарғылт-һор.

Үҙенсәлекле саңҡылдай: «ҡйыңҡ – ҡйыңҡ- ҡйыңҡ». 

Бөркөттөң ареалы бер нисә континентты үҙ эсенә алған. Башҡортостан биләмәләрендә төньяҡ Европалы A. chysaetos chysaetos йәшәй. 
Көньяҡ Уралда  52º төньяҡ киңлеккә ҡәҙәр оя ҡора. Оя ҡороу урыны итеп, бөркөт эре ағаслы ҡая-ташлы тауҙар итәген һайлай. Шуға күрә республиканың таулы-урманлы зоналарында (Белорет, Бөрйән, Учалы райондарында, Ирәмәл тауында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, “Шүлгәнташ”ҡурсаулығы биләмәләрендә) һәм көньяҡ убалы тигеҙлектең урманлы-далаларында (Мәләүез, Күгәрсен, Йыйансура райондары) оя ҡороп йәшәгәне аныҡ билдәле. 
Эксперт баһалауҙарға ҡарағанда, Башҡортостан биләмәләрендә ҡөҙгә бөркөттәрҙең һаны 45-50 затҡа етә. 
Бөркөттәр әҙ һанда булғанлыҡтан, улар Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына юғалып барыусы төр булараҡ индерелгән. Бөркөттәрҙең кәмеүенең төп сәбәбе – кешеләрҙең уларҙы эҙәрлекләүе.

Бөркөт көндөҙ һунар итеүсе яңғыҙаҡ йыртҡыс ҡош. Аҙыҡ эҙләп ул асыҡ ландшафтлы ерҙәрҙе осоп әйләнә. Йылға, күл үҙәндәренә ҡарағанда дала һәм баҫыуҙарҙы өҫтөн күрә. Йылға буйы урмандарҙа һәм Ағиҙел йылғаһы буйында бөркөт бөтөнләй юҡ. Парлашып оя ҡоралар һәм икенсе парҙы яҡынлатмайҙар, ояларын икенсе ғаиләнән 10-15, хатта 20 км алыҫлыҡта урынлаштыралар. Ғәҙәттә ғаиләнең сиратлап ҡулланған 2-нән 4-кә тиклем ояһы була.
Туҡланыуы буйынса ит ашаусыларға ҡарай, үләкһәнән дә баш тартмай. Эре йыртҡыс ҡошҡа тәүлегенә 1 кг аҙыҡ талап ителә, әммә аҙыҡһыҙ 5 аҙна йәшәй ала. Бөркөт төлкө, ҡоралай, ҡуян, алйырҙан кеүек эре йәнлектәргә һөжөм итә. Ғәҙәти аҙығы булып шулай уҡ йомран, элгәнйәк, тейен, терпе һанала. Ҡоштарҙан да эреләрен һайлай: һуйыр, ҡор, өйрәк, бүҙәнә, ҡауҙы, торна, өй ҡаҙҙары, ҡарға һәм башҡалар. Аҙыҡ етешмәгәндә үләкһә менән туҡлана, ҡыш йорт ҡоштарына, эткә, бесәйгә һөжүм итә. Йыш ҡына бөркөттөң ваҡ кимереүселәр, турғайҙар менән туҡланыуы ла күҙәтелгән. Ҡайһы бер һөйрәлеүселәр ҙә уның аҙығы. Һай урындарҙа балыҡтарҙы ла эләктереп ала.
Бөркөт 4-5 йәшендә үҫешеп етә һәм ғаилә булдыра, парҙар ғүмерҙәре буйына айырылмай. Ояны ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә 12ү20 метр бейеклектә яһай. Төҙөлөш материалы булып йыуан ботаҡтар хеҙмәт итә. Оялар гел генә төҙәтелеп, яңыртылып торғанлыҡтан бик ҙур булып китәләр - диаметры 3 м һәм бейеклеге 2 м.
Инә бөркөт апрелдең тәүге яртыһында 3-5 көн аралыҡта көрән таптар менән ҡапланған 1-3, йышыраҡ 2 аҡ йомортҡа һала. Йомортҡаны ата һәм инә ҡош 43-45 тәүлек алмашлап баҫалар. 
Ҡошсоҡтарын икәүләшеп ашаталар, әммә ата ҡош аҙыҡты килтерә генә, ә инәһе бүлеп бирә.Оялары янында ҡоштар һунар итмәйҙәр, ә ҡайһы саҡ 10-ар км-ға йыраҡҡараҡ осалар. Ҡошсоҡтарҙың көслөрәктәре көсһөҙҙәрен ашаған осраҡтары ла була. Ҡошсоҡтар 75-80 көндән оянан китәләр, әммә август аҙағына – сентябрь башына ҡәҙәр ата-инәләре менән бергә булалар, аҙаҡ айырылалар. Ҡайһы саҡ икенсе яҙғаса ла ғаиләлә ҡалалар. 
Бөркөт ултыраҡ ҡош. Оя ҡорған осорҙа пар менән, йәш ҡоштар яңғыҙ йөрөйҙәр. Оя ҡорған урындарына ныҡ бәйле булалар. Бөркөттәр хәүефкә үтә һиҙгерҙәр: оялары янында уларҙы бер нисә мәртәбә тынысһыҙландырһаң, баҫып ултырған йомортҡалары менән ояларын ташлап китәләр. Улар ҡурсаулыҡтарҙа һәм вольерҙарҙа һәйбәт йәшәйҙәр. Яһалма ояларҙы ла хуп күрәләр. Тимәк яңы уңайлы урындарҙа яһалма оялар урынлаштырып, яңы парҙарҙы эйәләтеп була.
Бөркөттәрҙе элек-электән төлкөгә, ҡуянҡа, бүрегә ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр.




#Article 164: Ташбаш (453 words)


Ташбаш, ҡомтөркөс, ҡомай, хөмәй (, ) — ҡара-йәшел, һоро йәки һорғолт-йәшел төҫтә, сыбар ваҡ йылға балығы. Оҙонлоғо 7-22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең көмөш төҫтәге ян-яҡтары, айғолаҡҡа яҡын уҡ башланып ҡойроғона тиклем теҙелгән 12-шәр ҡара йәки зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған. Аҫҡа ҡараған ауыҙының мөйәштәрендә ҡуш мыйыҡсаһы бар. Күкрәк йөҙгөстәре ян-яҡҡа тырпайып тора. Шуға, өҫтән ҡарағанда кәүҙәһе өскөл булып күренә.. Европала, төньяҡ һәм көньяҡ диңгеҙҙәренән башҡа, киң таралған. Балыҡ тотоу тармағында ҡулланылмай, башҡа йыртҡыс балыҡтарҙың ризығы булып тора.

Киң таралған төр. Промысла әһәмиәтенә эйә түгел. Йыртҡыс балыҡтарға аҙыҡ булып тора. Шулай ҙа, балыҡсылар яратып ҡармаҡлай.
Һалҡын аквариумда аҫырарға була..

Балыҡтың төрлө исемдәре бар: ташбаш, ҡомтөрткөс, хөмәй, ҡомай, ҡомтой, ҡомоҡа, һөмбаш, тәрбе, таран. Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәнә утыҙлап исеме билдәле.

Ташбаш иң киң таралған һәм һәр кемгә билдәле балыҡтарҙың береһе. Беҙҙең илдә ташбаш һәм уның төрҙәре, Европа өлөшөнән башҡа, бөтә Себерҙә тиерлек таралған. Ташбашты, бигерәк тә, Башҡортостандың ваҡ йылғаларында осратып була. Бында ҡомайҙың ике төрө осрай.

Көнсығышта нәҡ бындай ваҡ йылғаларҙан Краснахты тигәнен күрһәтеп була. Ул Уйға ҡояр йылға (Учалы төбәгендә). Көньяҡта шундайҙарҙан Инәк, Абысҡан, Наҡаҫ, Урманка һәм бүтән ваҡ йылғаларҙа ташбаш айырыуса күп. Өршәккә ҡойған Үҙән дә — ҡомай төйәге.

Был ваҡ балыҡ, ғәҙәттә төбө ҡомло булған урындарҙа йәшәй. Шулай ҙа, ташбаштар ҡырсынташлы, йә төбө ташлы булған йылға-күлдәрҙә лә булалар.

Был ваҡ балыҡ йәшәгән урында һыу төбө ҡомло булмаҫҡа ла мөмкин (мәҫәлән, Шәмәҡ быуаһы).
 
Ташбашҡа ентекләберәк ҡараһаң, ул үҙенең һыны һәм төҫмөрләнеше менән йәшәгән урынға бик камил яраҡлашҡан: балыҡтың кәүҙәһе өҫтән ҡарараҡ, ян-яҡтары тимгел-тимгел.

Уның өсөн һыу таҙа булырға тейеш. Әммә ҡомай артыҡ һалҡын һыуҙы ла яратмай. Ул затлы балыҡ түгел. Үҙе һымаҡ уҡ балыҡтар менән бергә көтөү-көтөү булып йөрөй.

Ул һыу төбөндәге ҡомға һыйынып ята, шуның өсөн дә уны ҡомай, ҡомоҡа, ҡомбәрә тип тә йөрөтәләр.

Ташбаш бик үк йылғыр балыҡ түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шаҡтай тиҙ үҫә. Ашаған аҙығы — бөжәк ҡарышлауыҡтары, һыуҙағы ҡорт-маҙар. Ҡайһы берҙә үҙенең һәм башҡа балыҡтарҙың ыуылдырығынан да баш тартмай. Ә үҙе ыуылдырығын яҙ аҙағынан алып авгусҡа тиклем сәсә. Ташбаш көндөҙ генә йөҙөп йөрөй, төндә йөҙгөстәренә таянған хәлдә һыу төбөндә ята.

Үрсеү дәүере 3-4 йәшендә башлана. Был мәлдә оҙонлоғо 7-8 см-ҙан кәм булмай.
Ыуылдырыҡ сәсеү һыу +7 °C-ҡа йылынғас башлана һәм яҙ аҙағынан алып авгусҡа тиклем дауам итә (1,5—2 ай тирәһенә һуҙыла). Үрсеме 10—12 мең ыуылдырыҡ тәшкил итә.
Ыуылдырыҡтарын һайлыҡтарға сәсәләр. Һыу төбөндәге таштарға йәки башҡа ҡаты ерлеккә лайла менән беркетеп ҡуялар. Лайлаға ҡом йәбешә. Шуға, ыуылдырыҡтар күҙгә салынмай.

Личинкалары сыҡҡас, бер нисә көн һыу төбөндә боҫоп ята. Ныҡ пигментлы күҙҙәре тәүге мәлдә яҡтылыҡты һиҙмәй. Күкрәк йөҙгөстәре ҙур була.

Вегетацияның тәүге йылына ташбаш 5 см оҙонлоҡҡа етә. Туҡланыу үҙенсәлеге буйынса бентофаг булып торалар: личинкалары өсөн һыу төбөндәге ваҡ умыртҡаһыҙҙар аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Йәш һәм өлкән балыҡтар бөжәк ҡарышлауыҡтары, һыуҙағы ҡорт-маҙар, ваҡ ҡусҡарҙар, башҡа балыҡтарҙың ыуылдырыҡтары менән туҡлана.




#Article 165: Аҡ (104 words)


Аҡ - төҫ

Башҡорттарҙа аҡ сафлыҡ,изгелек, яҡтылыҡ образы.
Аҡ һүҙе башҡорт телендә бына нисек ҡулланыла:

Һүҙбәйләнештәр күрһәтеүенсә, аҡ һүҙе ысынлап та яҡшы тойғолар менән бәйле. Мифологияларҙа аҡ һүҙе булған заттар изге кешегә бәхет килтереүсе, уны ҡурсалаусы итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән: аҡ йылан алдына яулыҡ һалһаң ул мөгөҙөн һала. Шул мөгөҙҙө тотҡан, күргән кеше бәхетле була тип ышаныу әле лә йәшәй.
Аҡ менән бәйле бик күп тыйыуҙар ҙа бар: аҡты, йәғни һөт- ҡатыҡты, түгергә, сәсергә, тапарға ярамай; аҡ йыланда, аҡҡошто үлтерергә ярамай.

Төш юрауҙарында ла аҡ тун кейһәң һөйөнөрһөң, аҡ әйбер алһаң ҡыуанырһың тип юрағандар.

Килеп сығышы яғынан аҡ боронғо ҡомартҡыларҙағы төрки аҡ һүҙе менән бәйле. 




#Article 166: Болан (130 words)


Бола́н () — ҡуш тояҡлы, тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан.
ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе.

Евразияла, Төньяҡ Америкала, Төньяҡ‑көнбайыш Африкала таралған.

Кәүҙә оҙонлоғо 240 см, мундаһының бейеклеге 155 см, ауырлығы 300 кг, инә зат вағыраҡ. Төҫө йәйен ерәнһыу‑көрән, ҡышын — һорғолт йәки көрән, өҫкө ирене, ҡорһағы, аяҡтары һәм ҡойроҡ эргәһе «көҙгөһө» аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, асығыраҡ төҫтә, ата М. тармаҡлы мөгөҙлө (9 тармаҡҡа тиклем), улар март—апрель һалына, яңылары июлгә үҫеп сыға. Ҡолаҡтары ҙур, овал формала. Муйыны ҡыҫҡа, аҫ яҡтан оҙон төк м‑н ҡапланған. Аяҡтары оҙон, тояҡтары киң. Ҡойроғо 15 см.

Полигам. Енси яҡтан 15—16 айҙа өлгөрә. Тимгелле 1, һирәк осраҡта 2 быҙау тыуҙыра. 15—16 (һирәк осраҡта 20) йыл йәшәй.

Башлыса иртән һәм кисен туҡлана. Үлән һәм ағас‑ҡыуаҡ үҫемлектәр, лишайниктар, бәшмәктәр, ҡышын — ағас ҡабығы, бесән, имән сәтләүеге менән туҡлана. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.




#Article 167: Арыҫлан (102 words)


Арыҫлан () — ҙур һөтимәр йыртҡыс төрө, пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Арыҫландар башлыса Африкала йәшәй. Шулай уҡ боронғо арыҫландар Азияла көн итә. Юлбарыҫ менән бер рәттән әлеге көндә йәшәүсе иң ҙур бесәй булып тора, ҡайһы бер ата арыҫландарҙың ауырлығы 250 кг тәшкил итә.

Борон арыҫландарҙың таралыу өлкәһе күпкә киңерәк булған. Урта быуаттар башында арыҫлан Африканың бөтә территорияһында , Яҡын Көнсығышта, Иранда һәм хатта Европаның көньяғында ла осраған. Төньяҡ һәм Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанда ул ғәҙәти йыртҡыс булған. Әммә кешенең эҙәрлекләүе һәм йәшәү мөхите тарайыу арҡаһында хәҙер Африкала Сахаранан көньяҡҡараҡ ҡына һаҡланып ҡалған. Азияла бәләкәй генә популяция Һиндостандың Гуджарат штатындағы Гир урманында бар.




#Article 168: Алмағас (507 words)


Алмағас () — роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҙур булмаған ағастар йәки ҡыуаҡтар ырыуы. Был ағастың емештәренең формаһы йоморо, шәрбәт йәки асы тәмле. Тикшереүҙәр алмағас ырыуында 55 тирәһе төр бар тигән мәғлүмәт бирә. Алма ағасының киң таралған төрҙәре: өй алмаһы (йәки культур — Malus domestica), ҡытай (Malus prunifolia), һәм тәпәш алмағас (Malus pumila).

Алмағастың ҡайһы бер төрҙәрен парктарҙа һәм баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерәләр. Алмағастың бөтә төрҙәре лә һәйбәт бал биреүсе үҫемлектәр. Алама ағасы ныҡлы, сыҙамлы, еңел юныла һәм шымартыла; столяр һәм токарь эштәрендә ҡулланыла ала.

Алмағастың бейеклеге 4−12 метр тирәһе, ағасы үҙе ныҡлы. Емеш биргән ботаҡтары оҙон түгел; үҫә торған ботаҡтары оҙон була. Ҡырағай алмағастың ботаҡтарында энәләр бар. Япраҡтары 3—10 см тирәһе, япраҡтар ботаҡта бер-бер артлы (сиратлап) урынлашалар, япраҡтың сите ваҡ өсмөйөштәрҙән тора. Сәскәләре махсус ярым сатырҙарҙа йыйылған. Сәсһенең таж япраҡтары бишәү, төҫө аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл, сәскә һеркәләре, күбеһенсә ҡыҙыл төҫтә була. Алмағас яҙын үҫә башлағандан һуң («ҡышҡы йоҡонан уянып») 50—80 көн үткәс сәскә ата башлай (сортына һәм төрөнә ҡарай).

Алмағас аталаныр өсөн, уны бөжәктәр аталандырырға тейеш, сөнки алмағас уҙе аталана алмай; тик махсус рәүештә сығарылған алмағас ҡына үҙе аталана ала. Алмағасты күбеһенсә тик бал ҡорттары аталандыра. Бал ҡорттары алма сәскәһендә сәскә һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғанда, алма сәскәһен аталандыра.

Алмағастың тамырҙары яҡшы үҫә, 3 метрға тиклем тирәнгә китә. Ултыртҡандан һуң 4—7 йылдан алма бирә башлай. 12—18 йылдан һуң тулыһынса уңыш бирә. Сәскә бөрөләре көҙҙән нигеҙләнә, майҙың 3-сө декадасында сәскә ата. Сәскәләре эре, ике енесле, аҡ йәки алһыу төҫтә, сатар һамаҡ сәскә төркөмөнә 5-12 дана булып йыйыла. Емештәре ҙурлығы, формаһы, төҫө (бер төҫлө, төрлө төҫлө, ҡыҙылдың төрлө төҫмөрҙәре) менән айырылалар. Йәйге сорттары − августың 2-се яртыһында, көҙгөләре − сентябрҙың 1-се яртыһында, иртә өлгөрә торған ҡышҡылары − сентябрҙың 2-се яртыһында, ҡышҡылары октябрҙа өлгөрә. Йәйге сорттар 2 аҙна, көҙгөләре 1-1,5 ай, иртә өлгөрә торған ҡышҡылары 2-3 ай, ҡышҡылары март-апрель ахырына тиклем һаҡлана.

Алмала 15—16 % ҡоро матдәләр (10-12 % шәкәр, 0,2-1,6 % органик кислоталар, 10-30 мг% С витамины, пектин, дуплау матдәләре һ.б.) бар. Алмалары яңы өлгөргән килеш һәм эшкәртелеп (киптереп, ебетеп, ҡайнатма, джем, һут, шарап һ.б.) ҡулланыла.

Алмағастың тупраҡ уңдырышлылығына талапсанлығы уртаса. Уртаса һәм ауыр − балсыҡлы һелтеһеҙләндерелгән ҡара тупраҡлы, һоро һәм ҡыҙғылт-һоро урман, кәҫле-көлһыу, әселеге аҙ булған йә иһә нейтраль (рН 6-7) тупраҡ алмағас өсөн иң яраҡлы тип һанала. Алмағасты ялғап үрсетәләр. Ялғанма сифатында «Мәскәү грушовкаһы», эре алмалы ҡытай алмағастарының үҫентеләре алына. Алмағас, башлыса, умарта ҡорттары ярҙамында һеркәләнә. Алмағас уртаса дымлылыҡты ярата, фәҡәт ҡоро йәйҙәрҙә генә һуғарарға мохтаж. Дым һаҡлау өсөн көҙгө һуғарыуҙы йыл һайын үткәрергә кәрәк. Тупраҡта артыҡ дымлылык хлорозға килтерә, япраҡтар ваҡытынан алда ҡойола, актив тамырҙар серей.

Алмағасты ҡайһы бер тәңкәле ҡанатлыларҙың (күбәләк кеүектәр) личинкаларын үрсетеү өсөн ҡулланалар.

Алма — алмағастың емеше. Ҡырағай алмағаста диаметры 1—4 см, ә баҡсала үҫтерелгән культураларҙа диаметры 6 сантиметрҙан башлап һәм унан да ҙурыраҡ була ала. Алманың уртаһында орлоҡтар урынлаша; ошо орлоҡтар махсус емеш эргәлегендә икешәрләп урынлаша (ҡайһы берҙә өсөшәрләп), әгәр алманы арҡыры киҫеп ҡараһаң, емеш эргәлеге һәм ундағы орлоҡтар йондоҙ формаһында урынлашҡан була.
Алмала органик кислоталар (шул иҫәптән алма кислотаһы, лимон кислотаһы, уксус кислотаһы һ. б.), шәкәрҙәр (глюкоза, сахароза), витаминдар (C, A, B1, каротин), микроэлементтар (тимер, калий, кальций, магний һ. б.), эфир майҙары һәм башҡа матдәләр бар.




#Article 169: Эт (124 words)


Эт () — йорт хайуаны. Зоологик рәттә эт һымаҡтар ғаиләһе йыртҡыстар отрядындағы һөтимәр плацентар хайуан. Хәҙерге ваҡытта тышҡы ҡиәфәте һәм характеры менән айырылған бик күп эт тоҡомдары бар. Мәҫәлән, мунда (холка) бейеклеге бер нисә сантимерҙан (чихуахуа) бер метрға (ирланд бүре эте, дог) булыуы мөмкин, төҫө һары, һоро, аҡтан ҡараға тиклем.

Эттәр кешеләргә ҡарата социаль мөнәсәбәте, уйын яратыуы, өйрәнеүгә һәләте булыуы менән билдәле. Махсус рәүештә түбәндәге төрҙәре сығарылған. Эттәр төрҙәренең исемдәре урыҫ телендә бирелгән

Эттәр фәнни маҡсатта файҙаланыла, улар ҡатнашлығында биологик һәм биотехник эксперименттар ҡуйыла (мәҫәлән, Белка менән Стрелка).

Эттәрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында бөгөнгө көндә бик күп гипотезалар бар, иң ышаныслыһы  — уларҙың бүреләрҙән  һәм шакалдарҙан барлыҡҡа килеүе.

Эттәрҙең бүреләрҙән барлыҡҡа килеүен бер нисә сағыштырыу анализы һығымталары , уларҙың хромосомдары, үҙен тотоштары, молекуляр-генетик анализдар күрһәтә.




#Article 170: Һайыҫҡан (119 words)


Һайыҫҡан, һауыҫҡан, һайыҫҡаҡ (, )— ҡарғалар төрөнән булған, оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Кәүҙәһе, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшкелт-ҡара; ҡорһағы, яуырындары аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Бөтә кешегә билдәле.

Яңғырауыҡлы итеп шыҡырыҡлай йәки «ҡыйййҡ-ҡыйййыҡ» тип ҡысҡыра. Һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ, ултыртылған урман һыҙаттарында, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәрҙе, ваҡ ҡоштарҙың йомортҡаларын һәм балаларын, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтарын ашай. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған.
Ояһы ағас баштарында йәки ҡыуаҡтарҙа була.Ҡуйы ботаҡтар араһында ҡоро сыбыҡтарҙан оя яһай. Ояны эстән балсыҡ, йөн менән һылай, төбөнә ҡоро үлән түшәй. Көрән таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк зәнгәрһыу йәшкелт йомортҡа һала. Ваҡ йәнлектәр, ашлыҡ бөртөктәре, орлоҡ һәм емештәр менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ваҡ ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып бер, аҙ зыян итә.




#Article 171: Урта диңгеҙ (116 words)


Урта диңгеҙ — Атлантик океан бассейнына ҡараған һәм уға Гибралтар боғаҙы аша тоташҡан диңгеҙ. Альборан, Балеар, Лигурий, Тиррен, Адриатик, Ионик һәм Эгей диңгеҙҙәрен үҙ эсенә ала. Уның бассейнына шулай уҡ Мәрмәр, Азак һәм Ҡара диңгеҙ инә.

Бөгөнгө көндәге Урта диңгеҙ боронғо Тетис океанының ҡалдығы булып һанала. Тетис океаны Урта диңгеҙҙән күпкә киңерәк һәм көнсығышҡа табан йәйелгән булған. Арал,Каспий, Ҡара диңгеҙ һәм Мәрмәр диңгеҙҙәре шулай ук Тетистың ҡалдыҡтары булып тора.

Борон Тетис океанын бөтә яҡтан да ҡоро ер уратып, Пиреней ярымутрауы Африка менән ҡоро ер аша тоташып тороуы ихтимал.

Урта диңгеҙ 21 илдең ярҙарын йыуа:

Майҙаны 2 500 мең км².

Һыу күләме 3 839 мең км³.

Уртаса тәрәнлек 1 541 м; иң тәрән урыны — 5 121 м.

Иң эре утрауҙар: Балеар утрауҙары, Корсика, Сардиния, Сицилия, Крит һәм Кипр.




#Article 172: Каспий диңгеҙе (2009 words)


Каспи́й диңгеҙе () — Ерҙәге иң ҙур йомоҡ һыу ятҡылығы. Уны иң ҙур тымыҡ күл, йәки ҙурлығына һәм төбөнөң океан тибындағы ер ҡабығы менән көпләнеүенә ҡарап, «диңгеҙ» тип атарға ла тулы нигеҙ бар Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан. Һыуы тоҙло — Волга тамағы янында − 0,05 ‰ алып көньяҡ-көнсығышында 11—13 ‰ тиклем. Һыу кимәле тирбәлеп тора. 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, диңгеҙ кимәленән 27,16 метрға түбән. Хәҙерге көндәге майҙаны — сама менән 371 000 км², иң ҙур тәрәнлеге — 1025 м.

Риүәйәттәрҙең береһендә диңгеҙҙең исеме б. э. т. 1 мең йыллыҡта Каспийҙың көньяҡ-көнбайыш ярында йәшәгән боронғо йылҡысы ҡәбиләләр-каспийҙар атамаһынан алынған тиелә. Төпкөл тарихтан килгән, төрлө халыҡтарҙа йөрөгән атамалары 70-тән артыҡ:

Әзербайжанда һәм Иранда Каспий диңгеҙен хәҙер ҙә Хазар йәки Мазендеран (Ирандың яры буйында йәшәгән халыҡ һәм провинцияның уртаҡ исеме) тип йөрөтәләр.

Каспий диңгеҙе Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай сама менән — 1200 километр (36°34'—47°13' төньяҡ киңлек), көнбайыштан көнсығышҡа — 195-тән 435 километрға тиклем, уртаса 310—320 километр (46°—56° көнсығыш оҙонлоҡ) һуҙылған.

Каспий диңгеҙен физико-географик шарттарына ҡарап шарлы рәүештә 3 өлөшкә: Төньяҡ Каспий, Урта Каспий и Көньяҡ Каспий тип бүлеп йөрөтәләр. Төньяҡ һәм Урта Каспий араһындағы шартлы сик Чечень утрауы — Тюб-Караган мороно һыҙаты аша үтә. Ә Урта һәм Көньяҡ Каспий араһындағыһы — Чилов утрауы — Ган-Гулу мороны буйынса. Төньяҡ, Урта, Көньяҡ Каспий майҙандарының нисбәте − 25, 36, 39 процент.

Яр һыҙатының оҙонлоғо яҡынса 6500—6700 километр,ә утрауҙары менән бергә — до 7000 километр. Каспий диңгеҙенең яры күп өлөшендә тәпәш һәм тигеҙ. Төньяҡ яры ҡушылдыҡтар һәм Волга һәм Уралдың дельтаһындағы утрауҙар менән телгеләнгән һәм һаҙыматлы; һыу өҫтөн күп ерҙәрендә үҫентеләр сырмап бөткән. Көнсығышында-ярымсүлдәргә һәм ярымсүлдәргә барып терәлеүсе эзбизташлы ярҙар.

Ә инде иң бормалы-бормалы ярҙар — Апшерон ярымутрауының көнбайыш һыҙаты менән Ҡаҙаҡ ҡултығының, Ҡара-Боғаҙ-Голдың.көнсығыш һыҙаты. Каспий диңгеҙенә терәлеп торған биләмә Каспий яны тип атала.

Каспийҙың эре ярымутрауҙары :

Каспий диңгеҙендә 50 эре һәм уртаса ҙурлыҡтағы утрау бар. Дөйөм майҙандары — 350 квадрат километр тирәһе.

Иң ҙур утрауҙары:

Көнсыығш ярында тоҙло күл Ҡара-Боғаҙ-Гол ята. Ул 1980 йылға тиклем тар ғына боғаҙ аша тоташып торған Каспийҙың бер ҡултығы булған. Унан Ҡара-Боғаҙ-Голды Каспий диңгеҙенән айырып торған дамба төҙөлгән. 1984 йылда һыу үткәргес ҡоролма эшләгәндәр. Шуның һөҙөмтәһенәдә Ҡара-Боғаҙ-Голдың кимәле бер нисә метрға түбән төшкән.

Каспийға 130 йылға ҡушыла, уларҙың 9-ың дельтаһы бар. Каспийҙың иң эре ҡушылдыҡтары: Волга, Тирәк, Сулак, Самур (Рәсәй), Урал, Эмба (Ҡаҙаҡстан), Кура (Әзербайжан), Атрек (Төркмәнстан), Сефидруд (Иран) һ. б. Волга иң эреләренән булып, йылына уртаса һыу килеме 215—224 кубич километр. Волга, Урал, Тирәк, Сулак һәм Эмба йылғалары аша Каспий йыллыҡ һыу килеменең 88—90%-ын ала.

Каспий яны дәүләттәренең Хөкүмәт — ара ихтисад конференцияһына ярашлы Каспий диңгеҙе биш илдең ярҙарын йыуа::

Баҡы — Каспий янындағы бик ҙур ҡала-порт, Әзербайжандың башҡалаһы. Апшерон ярымутрауының көнъяғында урынлашҡан. 2,5 млн кеше йәшәй(2010).

Тағы ла ҙур ҡалаларҙан — Сумғайыт (Апшерон ярымутрауының төнъяғында) һәм Ләнкәран (Әзербайжандың көньяҡ сигенән алыҫ түгел урынлашҡан). Апшерон ярымутрауынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай нефтселәр ҡасабаһы — Нефтяные Камни урынлашҡан. Уның ҡоролмалары яһалма утрауҙарҙа, таш ҡоролмаларҙа, технологик майҙандарҙа ултыра.

Красноводск ҡултығының төньяҡ ярында төркмән ҡалаһы Төркмәнбашы (элекке Красноводск); шулай уҡ,яр буйында, Төркмәнстан биләмәһендә иң ҙур курорт Аваза; көньяҡ ярындағы (Иран) иң ҙур ҡалаларҙан береһе — Энзели.

Каспийҙың көнсығыш ярында Ҡаҙаҡстандың ҡала-порты Актау, ә төньяҡтан Уралдың дельтаһында, диңгеҙҙән 20 км алыҫлыҡта Атырау ҡалаһы ята.

Рәсәй яғынан ярҙағы ҡалалар — Лагань, Махачҡала, Каспийск, Эҙбербаш, Дағстан Уттары һәм Дербент. Волганың дельтаһында, Каспийҙың төньяҡ ярынан 60 километр алыҫлыҡтағы Әстерхан ҡалаһы почта хеҙмәтен үтәй.

Каспий диңгеҙенең майҙаны менән күләме һыу тирбәлештәренә ҡарап үҙгәреп тора.
Һыу кимәле 26,75 м булғанда Каспий сама менән 371 000 квадрат километр майҙан ерҙе биләй, күләме 78 648 куб километр тәшкил итә.

Был донъялағы күл һыуҙары тупланмаһының 44 % тирәһе була.
Иң тәрән урыны Көньяҡ-Каспий уйпатында — 1025 метр. Был күрһәткес буйынса (иң ҙур тәрәнлек) Каспий Байкалдан ғына (1620 м) (1435 м) ғына ҡалыша. Уртаса тәрәнлеге батиграфик үлсәүҙәр буйынса 208 метр.
Каспийҙың төньяҡ өлөше һай, иң тәрән урыны 25 метр, ә уртаса тәрәнлеге — 4 метр.

Каспийҙа һыу кимәле ныҡ тирбәлеп тора. Фәнни мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы 3 мең йыллыҡта һыу кимәлендәге тирбәлештәр 15 метрға етә. Археология мәғлүмәттәре һәмяҙма сығанаҡтар буйынса Каспийҙың иң тәрән сағы XIV быуаттың башына тура килә.
 
Каспийҙың кимәлен махсус инструментар менән үлсәү, даими күҙәтеүҙәр 1837 йылдан алып барыла. Был арауыҡта иң ҙур тәрәнлек 1882 йылда (−25,2 м), иң һайыҡҡан сағы 1977 йылда (−29,0 м) теркәлгән. 1978 йылдан һыу кимәле арта килеп, 1995 йылда 26,7 метрға еткән. Ә инде 1996 йылдан тағы һайығыуға табан киткән. 2001 йылдан яңынан арта барып 26,3 метр кимәленә еткән. Тирбәлештәрҙең сәбәбен ғалимдар климатҡа, геологик һәм антропоген факторҙарға бәйләй.

Каспий тымыҡ (йомоҡ) диңгеҙ булараҡ, тоҙлолоғо океандыҡынан айырыла. Йылғаларҙан килгән һыу диңгеҙ һыуында хлоридтар нисбәтен кәметеп, карбонат, сульфат, кальцийҙың микдарын арттыра.

Иң даими (консерватив) иондар калий, натрий, хлор һәм магний. Кальций менән гидрокарбонат-ионда был сифат кәмерәк. Каспийҙа кальция менән магния катиондары Азовтыҡына ҡарағанда -ике тапҡыр, сульфат-анион өс тапҡыр күберәк,

Һыуҙың тоҙлолоғо бигерәк тә төнъяғында ныҡ үҙгәрә: Волга һәм Урал тамағы яғында 0,1 берәмек-тән (PSU)Урта Каспийҙа 10—11 берәмеккә(PSU)тиклем. Һай һыулы ҡултыҡтарҙа минералләшеү 60—100 г/кг-ға барып етергә мөмкин.

Төньяҡ Каспийҙа апрелдән ноябргә тиклемге боҙһыҙ ваҡытында тоҙло һыу фронтының үҙгәрә барыу күренеше күҙәтелә(фронт квазиширотного расположения). Йылға һыуҙары тәьҫиренән Каспийҙың бөтөн һуҙымында һыуҙың иң ныҡ сөсөләнеүе июнь айына тура килә.

Төньяҡ Каспийҙа тоҙло һыу яланы яһалыуға ел йүнәлеше яланы ныҡ тәьҫир итә. Урта һәм көньяҡ өлөштәрендә тоҙлолоҡ күрһәткесе улай ныҡ тирбәлеш яһамай. Нигеҙҙә ул, көньяҡ ҙәм көнсығыш йүнәлештәрҙә арта барып, 11,2—12,8 берәмек. PSU тәшкил итә. Ә түбәнгә ҡарай (төбөнә) тоҙлолоҡ бик әҙгә генә арта (0,1—0,2 берәмеккә PSU).

Каспийҙың тәрән ҡатламдарының вертикаль киҫемендә тоҙлолоҡ ҡиммәттәрен күрһәткән бөгөм (прогибы изогалин) һәм көнсығыштан материкҡа ҡараған битләүендә айырым нөктәләге (локальные экстремумы: минимум и максимум значения) иң түбән һәм иң юғары ҡиммәттәре — Көньяҡ Каспийҙың көнсығыш һарҡыуынан диңгеҙ төбөнә тоҙлораҡ һыуҙың шыуып төшөүе тураһында һөйләй.

Һыуҙың тоҙлолоғо, шулай уҡ, диңгеҙ кимәленә һәм материктан килгән һыу күләменә ныҡ бәйле.

Каспийҙың климаты — төньяҡ өлөшендә континенталь, урта өлөшендә — уртаса климат, көнъяғында — субтропик. Ҡышҡыһын һауаның уртаса айлыҡ температураһы төньяҡ өлөшендә − 8…−10-дан көньяғында +8…+10, йәйгеһен — төньяҡ яғында +24…+25-тән көньяҡ яғында +26…+27 араларында үҙгәрә. Иң юғары температура +44 градус — көнсығыш ярында күҙәтелгән.

Яуым-төшөмдең уртаса йыллыҡ миҡдары − 200 миллиметр.
Ҡорораҡ көнсығышында 90—100 миллиметрҙан, көньяҡ-көнбайыш ярына ҡарай(субтропик) 1700 миллиметрға етә.
Каспийҙ өҫкө йөҙөнән һыуының парға әйләнеүе — йылына 1000 миллиметр тирәһе. Иң көслө парға осоу Апшерон ярымутрауында һәм Көньяҡ Каспийҙың көнсығыш өлөшендә — йылына 1400 миллиметр тирәһе.

Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге-секундына 3—7 метр, башлыса төньяҡ елдәре өҫтөнлөк итә(роза ветров). Көҙгө һәм ҡышҡы айҙарҙа ел көсәйә. Тиҙлеге секундына 35—40 метрға еткән саҡтары һәүетемсә генә була. Апшерон ярымутрауы, Махачкала һәм Дербент — ел ныҡ булған урындарҙан һанала. Иң бейек тулҡындар ҙа-11 метр, шул өлкәләрҙә күҙәтелә.

Каспийҙа һыуҙың ағымы (циркуляцияһы)һыу килеменә һәм елдәргә бәйле. Иң ҙур һыу килемеТөньяҡ Каспийға тура килгәнлектән, төньяҡ ағымдар өҫтөнлөк итә. Көслө төньяҡ ағымы Төньяҡ Каспийҙан һыуҙы көнбайыш яр буйлап Апшерон ярымутрауына алып килә. Унда ағым ике тармаҡҡа бүленеп, береһе көнбайыш яр буйлап артабан китә, икенсеһе Көнсығыш Каспийға йүнәлә.

  
Хайуандар донъяһы 1809 төрҙө үҙ эсенә ала. Шуларҙың 415 умыртҡалылар. Каспийҙа 101 төр балыҡ асыҡланған. Унда -мәрсендәрҙең бөтә донъя тупланмаһының(запас) төп өлөше. Шулай уҡ, сөсө һыу балыҡтарынан диңгеҙ сабағы (вобла), һаҙан, һыла тереклек итә.

Каспий — карп, кефаль, килька, кутум, ҡорман, Һөмбаш (лосось), алабуға, суртан балыҡтарының, имеҙеүселәрҙән Каспий тюлененең йәшәү мөхите.

Каспийҙың һәм ярҙарының үҫемлектәр донъяһы үҙ эсенә 728 төрҙө ала. Диңгеҙҙә ылымыҡтар өҫтөнлөк итә: диатом, ҡыҙыл, көрән, хара Һ. б. Сәскәлеләрҙән — зостера һәм руппия. Сығышы буйынса флораһы неоген дәүеренә ҡарай. Ҡайһы бер төрҙәр кеше тарафынан аңлы рәүештә күсерелеп ултыртылған йәки караптар төбөнә йәбешеп килгән.

 
Каспийҙың төбөн океан тибындағы ер ҡабығы көпләп тора.13 млн йыл элек Альп тауҙары барлыҡҡа килеп, Урта диңгеҙҙән Сармат диңгеҙен айырып ала. Сармат диңгеҙе бүленә барып, 1 млн йыл элек Каспий һәм Ҡара диңгеҙҙәренә тамам айырылып ҡуя.

Каспий диңгеҙенең көньяҡ ярындағы Хуто мәмерйәһендәге табылдыҡтар был төбәктә кешеләрҙең 75 йыл элек үк йәшәгәнен күрһәтә.

Каспий тураһында тәүге мәғлүмәттәр, уның ярында йәшәүсе ҡәбиләләрҙә (массагеттар), Геродот яҙмаларында табыла. Б. э. тиклем V—II быуаттарҙа Каспий ярында сак ҡәбиләләре йәшәгән. Һуңғараҡ төрки ҡәбиләләре килгән. IV—V быуаттарҙа бында талыштар йәшәй.

Боронғо иран ҡулъяҙмалары буйынса урыҫтар Каспийҙа IX—X быуаттан күренә башлаған.

Б. э. тиклем 285 и 282 йй. Селевк I ҡушыуы буйынса грек навархы һәм географы Патрокл Македонянин Каспий диңгеҙен өйрәнеү эштәрен башлап ҡарай.

Унан һуң Петр I фарманы буйынса 1714—1715 йй. А. Бекович-Черкасский етәкселегендә гидрографик экспедициялар ойошторола. 1720 йылдарҙа Карл фон Верден һәм Ф. И. Соймонов, һуңғараҡ — И. В. Токмачёв, М. И. Войнович етәкселегендә экспедициялар, һ. б. тикшеренеүселәр артабан өйрәнеүҙе дауам итәләр. XIX быуат башында И. Ф. Колодкин яр буйҙарына инструменталь төшөрөү эшләй.

Каспий диңгеҙендә нефть һәм газ ятҡылыҡтары бик күп. Асыҡланған миҡдары 10 миллиард тонна тәшкил итә. Ә дөйөм нефть и газоконденсат ресурсы 18—20 миллиард тонна тип баһалана.

Каспийҙа нефть табыу 1820 йылда башлана. Бакуға яҡын ғына, Апшерон шельфында иң беренсе нефть скважинаһы төҙөлә.

XIX быуаттың икенсе яртыһынан, тәүҙә Апшерон ярымутрауында, аҙаҡ башҡа биләмәләрҙә лә нефть сәнәғәте киң йәйелдерелә.

Нефть менән газ табыуҙан тыш, Каспий ярында, һайлыҡтарында (шельф) тоҙ, эзбизташ, таш, ҡом, балсыҡ сығарыла.

Каспий диңгеҙендә Баҡы — Төркмәнбаш, Баҡы — Аҡтау, Махачҡала — Аҡтау һ. б паром булдырылған.

Каспий диңгеҙе менән Азов араһында Волга йылғаһы, Дон һәм Волга-Дон каналы аша диңгеҙ юлы бәйләнештәре урынлаштырылған.

Балыҡсылыҡ (мәрсен һымаҡтар, ҡорман, һаҙан, судак, килька), ыуылдырыҡ алыу, тюлень аулау. Каспийға донъялала ауланған мәрсен һымаҡтарҙың 90 проценты тура килә. Рөхсәт ителгән аулауҙарҙан тыш, мәрсен һымаҡтарҙы йәшертен тотоу киң ҡолас алған.

Каспий ҡомло пляждары, минераль һыуҙары һәм шифалы ҡойоһы, тәбиғәте ял һәм дауаланыу өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙыра. Шулай ҙа, курорттары, сәйәхәт индустрияһы (туризм) үҫеше буйынса Ҡара диңгеҙҙән ҡалыша.

Һуңғы йылдарҙа Әзербайжанда, Иранда, Төркмәнстанда һәм Дағстанда был өлкәлә күп эштәр йәйелдерелә. Баҡы эргәһендәәүҙем рәүештә курорт төҙөлә. Әле Амбуранда донъя кимәленә еткереп курорт төҙөлгән дә инде.

Нардаран ҡасабаһы эргәһендә заманса туристик комплекс булдырылған.

Бильге һәм Загульба ҡасабаларындағы санаторийҙар киң танылыу алған.

Әзербайжандың төнъяғында Набрань янында курорт зонаһы үҫешеп килә.

Тик рекламаның булмауы, түбән кимәлдәге хеҙмәт күрһәтеүҙәр, хаҡтарҙың юғары булыуы арҡаһында сит илдәрҙән килеүселәр юҡ тиерлек.

Каспийҙың экологик торошо диңгеҙ эсендә, ярға яҡын һайлыҡтарҙа(континентальном шельфта) нефть табыу, ташыу менән бәйле һыуҙың бысраныуына бәйле.

Бынан тыш уның ҡушылдыҡтары: Волга һәм башҡа йылғалар менән бысраҡ ағып килә.

Яр буйы ҡалаларының эшмәкәрлеге, Каспийҙың һыуы күтәрелеү сәбәпле һыу баҫыуҙар, браконьерлыҡ, мәрсен һымаҡ балыҡтарҙы ҡырағайҙарса аулау — былар ҙа экологик хәлдең тос өлөше булып тора.

СССР емерелгәндән һуң Каспийҙың нефть, газ һәм биологик ресурстарын бүлешеү хәҙергәсә көйләнеп бөтмәгән һәм ниғаз сәбәбе булып тора.

Каспий диңгеҙенең статусы тураһында һөйләшеүҙәрҙә Әзербайжан, Каҙаҡстан һәм Төркмәнстан Каспийҙы урта һыҙат буйынса бүлеү яғында булһалар, Иран Каспийҙың яны илдәр һәр береһе 1/5 өлөшен алырға тейеш ныҡыша.

Каспий — йомоҡ һыу ятҡылығы булып тора. Ул Донъя океаны менән бәйләнеше юҡ.

Каспий диңгеҙенә халыҡ-ара диңгеҙ хоҡуғы нормалары, шулай уҡ, диңгеҙ хоҡуғы буйынса БМО-ның 1982 йылғы Конвенцияһы (Конвенции ООН по морскому праву 1982 г.) ҡағыла алмай. Каспийға ҡарата «территориаль диңгеҙ», «үҙенә бер айырым ихдисади зона», «континенталь шельф» төшөнсәләрен ҡулланып булмай һ. б.

Каспийға ҡарата әлеге хоҡуҡи режим 1921 һәм 1940 йылдарҙағы совет-иран килешеүҙәре менән урынлаштырылған булған. Ә ул килешеүҙәр буйынса Каспий буйлап караптар йөрөүе, балыҡ тотоу Каспий илдәре өсөн ирекле (Каспий илдәре флагы булмаған илдәргә тыйылған). Каспийҙың хоҡуки статусы буйынса килешеүгә һаман да өлгәшеп бөтмәгәндәр.

Рәсәй Федерацияһы менән Каҙаҡстан араһында Каспийҙың төнъяғындағы төбөн ҡулланыуҙа хоҡуҡтар (1998 йылдың 6 июленән, уға ҡарата 2002 йылдың 13 майынан Протокол) һәм сикләүҙәр буйынса килешеү төҙөлә (2002 йылдың 23 сентябренән). Шулай уҡ, рәсәй-әзербайжан-каҙаҡстан өс яҡлы килешеүе нигеҙендә йәнәшәләрендәге диңгеҙ төбөн сикләүсе һыҙаттар асыҡлана (2003 йылдың 14 майынан). Һәр илдең минерал ресурстарҙы эҙләү һәм табыу өсөн хоҡуҡ биргән сиктәрҙең географик координаталары билдәләнелә.

Конвенцияның маҡсаты «Каспийҙың диңгеҙ мөхитен бысраныуҙан һаҡлау, шулай уҡ биологик ресурстарын һаҡлау тергеҙеү, тотороҡло һәм маҡсатҡа ярашлы тотоноуҙы тәъмин итеү». Конвенция 2006 йылдың 12 авгусынан үҙ көсөнә инә.

Каспий — донъя энергетикаһында бик мөһим регион. Шуға ла,Каспий яны илдәренең бындағы көстәр балансы тышҡы көстәр тәьҫиренә, шулай уҡ АҠШ, Ҡытай, ЕС баҫымына дусар. Каспийҙың тәбиғи ресурстарына киң дәирәлә геополитик ҡыҙыҡһыныу тыуыуы Рәсәйҙең милли мәнфәғәтенә ҡаршы сыға.

Энергетика һәм халыҡ-ара хәүефһелек өлкәһендә эксперт (НИУ ВШЭ) Александр Симонов Каспий хеҙмәттәшлек институнына биргән интервьюһында Каспийҙың ресурс потенциалы глобаль хәүефһеҙлектең мөһим факторы тип атаны

Каспий регионы ихтисади һәм геополитик мәнфәғәттәрҙең сеймәлгән йомғағы булып тора. Каспийҙың статусын һәм тәбиғи ресурстарының яҙмышын көйләүҙәге билдәһеҙлек, Каспий яны илдәренең милли мәнфәғәте -регионды халыҡ-ара мәсьәлә кимәленә күтәрә.

Региондың потенциалы материктың энергетик хәүефһеҙлегенә йоғонтоһо әҙ түгел. Европа илдәренең һәм Китайҙың был регион биргән нефть менән газға ҡыҙыҡһыныуы, элекке, Европа өсөн ғәҙәти булған углеводородтар менән тәьмин итеү маршрутына ышаныстың кәмеүе региондан тәьмин итеүселәренә һәм ташыусыларына көсөргәнешле конкуренцияға тыуҙыра.

Шулай итеп, Каспий яны илдәре үҙ-ара килешеп эшләгәндә генә тулыһынса файҙа алырға өлгәшәсәктәр. Ә инде һәр береһе үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртһа, бының эҙемтәләрен әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә файҙаһы ситкә китеүе мөмкин




#Article 173: Бәшмәктәр (366 words)


Бәшмәктәр (лат. Fungi йәки Mycota) — йәнле тәбиғәт батшалыҡтарының береһе. Егерменсе быуат урталарына тиклем бәшмәктәрҙе хлорофилһыҙ үҫемлектәргә индереп, ботаника курсында өйрәнәләр ине. Бәшмәктәр үҫемлектәрҙең айырым бүлеге булып һаналды.

Был төркөм организмдар үҙҙәрендә үҫемлетәргә лә, хайуандарға ла хас билдәләрҙе берләштерә. Әммә уларҙың үҙҙәренә генә хас билдәләр ҙә бар. Шуға, хәҙерге систематика буйынса бәшмәктәр айырым Батшалыҡҡа бүленгән. Бәшмәктәрҙе өйрәнеүсе фән микология тип атала.

Шулай итеп, эукариоттар (ядролылар) өс батшалыҡҡа бүленәләр: Бәшмәктәр, Үҫемлектәр, Хайуандар.

Бәшмәк күҙәнәктәрендә ядролар бар. Целлюлозанан торған үҫемлектәрҙең күҙәнәктәренең стенкаһынан айырмалы рәүештә, уларҙың күҙәнәк стеналары (диуар) хитиндан тора. Был һәм башҡа айырмалар бәшмәктәрҙе, Eumycota (ысын бәшмәктәр) йәки Eumycetes тип аталған берҙәм зат төркөмөнән барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Уларҙың дөйөм ата-бабалары һәм дөйөм монофилетлы төркөмдәре бар.

Уларҙың төп йәшәү рәүеше сапрофитлы: бәшмәк үҙе тирәләй ятҡан үле органик матдәне аҙыҡ урынына ҡуллана һәм шулай итеп уларҙы тарҡата.

Хайуандар менән уртаҡ билдәләре:

Үҫемлектәр менән уртаҡ билдәләре:

Бәшмәктәрҙең үҙҙәренә генә хас билдәләре:

Бөтә бәшмәктәр ҙә гетеротрофтар, йәғни әҙер органик матдәләргә мохтаждар.

Әҙер органик матдәләрҙе ҡайҙан алыуҙарына ҡарап, бәшмәктәр төрлө төркөмдәргә бүленәләр:

Бәшмәктәр енси һәм енси булмаған юл менән үрсейҙәр.

Мейоз ярҙамында барлыҡҡа килгән спораларҙан (гаметангийҙарҙа хасил булған гаметалар ҡушылыу юлы менән хасил булалар) үҫешеү.

Симбиоз бергә йәшәү ысулын аңлата. Ҡайһы бер бәшмәктәр ылымыҡтар менән бергә мүк формаһында килә. Бындай берҙәмлектә, бәшмәк туҡымалары эсендә ылымыҡ күҙәнәктәре йәшәй. Тамамлаусы һөҙөмтә булып яңы, юшҡынға оҡшаш, таштарға һәм башҡа тышҡы йөҙҙәргә йәбешкән тереклек формаһы була. Бөтә бәшмәктәрҙең 20 % тирәһе мүкләнгән (лихенинланған) була.

Башҡа әһәмиәтле симбиоз төрө — микориза. Был осраҡта үҫемлек тамыры эсендә бәшмәк йәшәй; күп ағастар тамырҙарында микориза бар. Был механизм икеһенә лә файҙа килтерә.

Бәшмәктәрҙең ҡайһы берҙәре ауыл хужалығы культураларында төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килтереп кенә ҡалмай, кешеләрҙә лә ҡаты сир тыуҙырыуы мөмкин. Бәшмәктәрҙең бик ағыулылары ла бар, шуға ла уларҙың үҙегеҙ белмәгәндәрен ашау ғына түгел, бөтөнләй йыймағыҙ.

Ашарға яраҡлы бәшмәктәр кешеләр аҙыҡ сифатында киң ҡуллана. Сырҙарҙың ҡайһы бер билдәле төрҙәренә бәшмәк ҡушып әҙерләгән ашамлыҡ үҙенсәлекле була: бәшмәк сырға ҡабатланмаҫ тәм һәм текстура бирә.

Ҡайһы бер бәшмәктәр психотроп (психик) матдәләр эшләп сығарырға һәләтле. Бер нисә төрө, айырыуса, тәнле псилоцибин бәшмәктәре (тылсымлы тәнле бәшмәктәр кеүек әйтелеш аҫтында билдәле), уларҙы галлюциноген үҙенсәлектәре өсөн ҡулланалар.
Хәҙерге ваҡытта ҡайһы бер бәшмәктәрҙе антибиотик сығанағы (мәҫәлән, пенициллин) сифатында файҙаланалар, сөнки был үҫемлектәрҙең күбеһе антибиотиктарҙы бактерияларға ҡаршы тәбиғи һаҡланыу сараһы итеп эшләп сығара.




#Article 174: Айыу һымаҡтар (172 words)


Айыу һымаҡтар () — ауыр кәүҙәле,  ҙур башлы, оҙонса томшоҡло, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы, биш бармаҡлы ҡеүәтле аяҡтарының бөтә табанына баҫып йөрөүсе имеҙеүсе йыртҡыс йәнлектәр ғаиләһе (142). 

Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хауан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һүнарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй.

Рәсәйҙә  уларҙың 3 төрө йәшәй: һоро айыу, аҡ айыу (!) һәм аҡтүш айыу. 

Һоро айыу, Ҡырымдан тыш, Рәсәйҙең бөтә биләмәләрендә урмандарҙа осрай. Массаһы 300 кг-ға еткән был йәнлек бөтә аҙыҡты ла ашай, ҡышын йоҡоға тала. 

Аҡ айыу Арктикала йәшәй. Был — иң эре йыртҡыс, ата айыуҙар 800 кг-ға етә. Аҡ айыуҙар бик шәп йөҙә һәм сума, нигеҙҙә тюлендәр һәм балыҡтар менән туҡлана. 

һоро айыуҙың да, аҡ айыуҙың да балалары бик бәләкәй булып тыуа, массалары 1 кг самаһы була.

Айыу һоро төҫтә була. Төньяҡта йәшәүсе айыуҙар — aҡ төҫтә.




#Article 175: Бүре (1488 words)


Бүре () — эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс йәнлек. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 160, бейеклеге 90 сантиметрға, ауырлығы 40—45 килограмға барып етә. Ата бүре инә бүрегә ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ, маңлайы киң, эре һөйәкле була. Башы, бигерәк тә муйыны ҙур. Тештәре һәм яңаҡтары шул тиклем көслө, хатта ҡапҡанға эләккәндә тимер сымдарҙы һәм пружиналарҙы өҙә. Йөнө ҡуйы. Башлыса бүре һоро төҫтә була. Урыҫтарҙа «серый волк» тигән әйтем дә бар. Һоро төҫлө булыуы менән аңлатылһа ла, араларында аҡ төҫлөләре лә осрай. Башҡорттар уларҙы күк бүре тип йөрөтә. Бүреләрҙең төҫө уларҙың ҡайҙа йәшәүенә лә бәйле. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта — күк төҫлөләре, көньякҡа табан-һоролары осрай.

Бүреләр элек Көньяҡ, Көнсығыш һәм Төньяҡ Американан башҡа бөтә төбәктәрҙә лә киң таралған булған, ләкин кешеләрҙең аяуһыҙ ҡырыуы арҡаһында улар Көнбайыш Европала бөтөнләй бөтөрөлгән. Ҡушма Штаттарҙың күпселек төбәктәрендә һәм Японияның байтаҡ утрауҙарында юҡ ителгән.

Бүре биологик яҡтан бөтә тәбиғәт шарттарында, Ер шарының күпселек өлөшөндә йәшәй. Шуныһы: ул кешеләр булған ергә тартыла. Әммә йылғаларҙан, күлдәрҙән алыҫ китмәй, сөнки һыуға мохтажлыҡ кисерә. Һәр өйөрҙөң һәм парҙың айырым биләмәләре була. Үҙҙәренсә уның сиген дә билдәләйҙәр. Башлыса биләмәләрен һейҙек менән уратып алалар. Сит еҫ аңҡыған ергә башҡаһы инергә тейеш түгел. Биләмә сиктәренең диаметры ҡышын хатта 30—60 саҡрымға барып етә. Яҙын, парлашҡан осорҙа, бүреләр биләмәһенең диаметры 40—50 саҡрым була.

Йәшәү өсөн был йәнлектәр теләһә ҡайҙа оя ҡора. Таулы урындарҙа мәмерйәләрҙе, ҙурыраҡ тишекле ҡаяларҙы үҙ итһәләр, урмандарҙа ҡыуышлыраҡ урынды һайлайҙар, хатта бурһыҡ, төлкө өңдәренән дә тартынмайҙар.

Бүре эт ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала: өйөрҙөң ойошоуы, унда һәр береһенең уҙ урынын белеуе быны иҫбатлай. Ҡулға эйәләштерелгән бүре иһә бөтә нәмәгә лә, эткә ҡарағанда, тиҙерәк өйрәнә, хәрәкәттәрҙе лә тиҙерәк иҫендә ҡалдыра.

Һунарҙа улар шул тиклем дәррәү эш итә, быға хатта белгестәр ҙә аптырай. Табыш артынан барғанда бер-береһе артынан, эҙҙәренә баҫып тигәндәй, сылбыр рәүешендә китһәләр, уға килеп етеү менән тиҙ генә һәр ҡайһыһы уҙ урынына «һибелә». Һунарҙа еҫ тойоу һәм ишетеү һиҙемләүенә ышаналар. Байтаҡ аранан да һунарсы менән мылтыҡһыҙ кешене айыра алалар.

Бүре — хәрәкәтсән йыртҡыс. Сапҡанда сәғәтенә һигеҙ-туғыҙ саҡрым араны үтһә, табышын эҙәрлекләгәндә йәки һунарсынан ҡасҡанда сәғәтенә 60 саҡрымға тиклем 20 минут буйы саба һәм көнөнә 30—50 саҡрым юл үтә ала. Оҙонлоҡҡа иһә биш метрға тиклем һикерә.

Бүреләр үҙ биләмәләренең бер генә мөйөшөндә тормай. Һәр урында 1—6
тәүлек кенә булалар. Һунарға йөрөгәндә лә бүренең айырым «маршруты» була. Быны ул йылдар буйы үҙгәртмәҫкә мөмкин.

Бүре бик көслө йәнлек. Алты йыртҡыстан торған өйөр оло мышыны йыға ала. Хатта ул Һарыҡ-кәзәне елкәһенә һалып та эҙәрлекләүҙән ҡотола. Ике бүренең үҙҙәре йыҡҡан атты һаҙлыҡлыраҡ урындан бейек ярға һөйрәп мендергән осрағы ла була.
Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. Сысҡандар күбәйеп китһә, уларҙы тота, ҡуяндар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, «йыртҡыс» тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.

Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр һунар иткәндә иһә «ҡыуып индереү» ысулын ҡуллана. Был осраҡта йыртҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәр ҙә табыш артынан ҡыуыу 200—300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр.

Өйөргә ярты тонналы мышыны йәки боланды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә. Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалары өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә. Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, ата бүре сей килеш ҡорһағында иҙелгән килеш биш килограмға яҡын ит алып ҡайта ала.

Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ғаиләлә, һуңынан ғаиләнән хасил булған өйөрҙә үткәрә. Был һунар итеү өсөн ҡулайлы булыу менән аңлатыла. Өйөрҙөң төп нигеҙен үрсем биреүсе парҙар тәшкил итә. Был бүреләр тоғролоҡтарын ғумер буйы, береһе үлгәнсә һаҡлай. Тоҡомдарын дауам иттереү ваҡыты етһә, улар өйөрҙән айырылып тора. Ҡышын иһә ололарға һәм көсөктәргә яңы тыуған йәштәр ҡушыла. Шулай итеп, алты — ун ике йәнлектән торған өйөр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ул артыҡ ҙурайып китһә, ике һәм унан да күберәк өлөшкә бүленә. Йәш төркөм иһә яңы ер эҙләп китә.

Бүре өйөрөндә, ғәҙәттә, ике параллель — ата һәм инә бүреләр өсөн айырым иерархия урынлаштырыла. Һәр береһенең башында башлыҡ була. Уны белгестәр «альфа» тип атай. Ата «альфа» бөтә өйөргә лә хужа. Инә башлыҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтә өйөрҙөң иғтибар үҙәгендә була. Мәҫәлән, ҡышын нәҡ ул дөйөм олоуҙы (башҡа өйөр менән аралашыуҙы, ҡурҡыныс янауын, табыш тураһында иҫкәртеүҙе һәм башҡаларҙы аңлата) башлап ебәрә.

Өйөрҙә һәр ваҡыт социаль статус билдәләнеп тора: иерархияның түбәндәрәк баҫҡысында торғандар гелән өҫкәрәк үрләргә тырыша. Шуға башлыҡ һәр саҡ үҙ урынын иҫбатлай, әммә был өйөр эсендә талашҡа килтерә тигән һүҙ түгел. Бөтә мөнәсәбәттәр айырым ымдар, ырылдауҙар һәм йәнлектәрҙең кәүҙәләренең тотошо аша алып барыла. Өйөрҙәр бер-береһе менән бик һирәк осраша. Күрешкәндә лә һуғышып бармайҙар. Аралашыуҙары ым һәм ырылдау менән сикләнә. Хатта һирәк кенә осраҡта өйөрҙәрҙең берләшеүе ихтимал.

Ымдар һәм кәүҙәнең тотошо аша аралаша, тинек. Әллә ҡайҙа китмәй, эттәргә иғтибар менән ҡараһаҡ та, бүреләрҙең үҙ-ара нисек аңлашыуын төҫмөрләргә мөмкин. Мәҫәлән, шатлыҡтарын, сәләмләүҙәрен белдерһәләр, ҡойроҡтарын һелкәләр (ә былай бүреләрҙең ҡойроғо күпселек ваҡытта хәрәкәтһеҙ йөрөй), артҡы аяҡ араһына ҡыҫһалар — ҡурҡыуҙы һәм буйһоноуҙы, арҡаһы менән тигеҙ итеп һуҙылһа, көс һәм бойондороҡһоҙлоҡто аңлата. Бүре ирендәрен һелкеткеләһә, ҡолаҡтарын шымартһа (ҡыҫһа) — асыу билдәһе һ.б.
Олоуҙың да үҙенсәлектәре була. Ата бүре менән инә бүре, бер йәшлектәр һәм унан ҙурыраҡтар, кесерәктәр — һәр береһе төрлөсә олой. Был тауыштарының төрлөлөгөнән генә килмәй, өйөрҙә тотҡан социаль урындарына ла ҡарай.

Бүре көсөктәре инә һөтөн өс-дүрт ай имә. Көсөктәр ике-өс айлыҡ булғас, уларға әсәһе ярым эшкәртелгән итте ашата һәм сей иткә өйрәтә башлай. Көсөктәр өс-дүрт айлыҡ саҡтарынан уҡ өлкәндәрҙең хәрәкәтен ҡабатлай. Ә дүрт-биш айлыҡтары сысҡан һымаҡ ваҡ йәнлектәргә һөжүм итеп ҡарай. Йәштәре тулғансы улар «икенсе ролдә» йөрөй. Бүренең ғүмеренә килгәндә, тәбиғәт шарттарында һирәк кенә һигеҙ-ун йыл йәшәйҙәр, ә зоопарктарҙа егерме йәшкә еткәндәре лә осрай.

Башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыларында бүре боронғо ырыу башлығы булып һүрәтләнә. «Баш», «ҡорт» тамырҙарын башҡорт этнонимының барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр. Бөрйән, тәңгәүер, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында ата-бабаларының Көньяҡ Уралға килеп төпләнеүҙәре, йәшәү өсөн яңы урынды күрһәткән бүре тураһында легендалар бар. Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Башбүре ауылы, Башҡортостандың Хәйбулла районы Һаҡмар Бүреһе (рәсми исеме Һаҡмар — Наҙарғол) ауылы халҡы үҙҙәрен бүре тоҡомо тип иҫәпләй. 17—18 быуаттарҙа тотем бүре башы һүрәте көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында улус старшиналарының тамғаһы булған. Бүренең аҙау тештәре, тырнаҡтары, йөнө сихри көскә эйә, тип иҫәпләнә. Уларҙы күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан һаҡлаусы булараҡ сәңгелдәккә, балаларҙың кейеменә тағып ҡуйғандар. Бүре башын йорт нигеҙе аҫтына күмеү йолаһы ла бар. Бүре үтен күкрәк ауырыуы, йүткергәндә, ҡотороу менән ауырығанда дарыу итеп ҡулланғандар.

Бүре төрлө халыҡ мифологияһында төрлөсә һүрәтләнә: ҡайһы бер милләт вәкилдәре уны изге тип һанай, ҡайһыһы, киреһенсә, ҡара көскә тиңләй. Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар.
Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар.
Украиндар мифологияһына күҙ һалһаҡ, бүреләр йылына бер тапҡыр балалай. Ә биш тапҡыр инә булғандарҙың көсөктәре һеләүһенгә әйләнә. Күп халыҡта һеләүһен һәм айыу ҙа ҡара көс әһелдәре тип йөрөтөлә. Насраниҙарҙың (христиандар) пасхаль Всемощная тип аталған көнөндә олоған бүре ит ашаған Раштыуанан алып Бөйөк постҡа тиклемге көндәр һаны тиклем бала таба икән.
Йәғни ул бүре «сит», «ят» тигән мәғәнәлә лә йөрөй, әҙәм затына ят булған ҡара көстәр (мәйеттәр, шайтандар һ.б.) менән йәнәш тора. Ошо хаҡтағы легендаларҙа, шайтан бүрене балсыҡтан яһаған йәки ағастан юнған, тип әйтелә, әммә уға йән бирә алмай. Аллаһы Тәғәлә генә йән бирә. Был һын ҡапыл шайтандың үҙенә ташлана һәм уның аяғын тешләй. Бүренең балсыҡтан әүәләнеүе уны йыландар менән «туғанлаштыра», сөнки йыландарҙы шайтан бүрене яһағандан ҡалған балсыҡтан, ағас юнысҡыларынан барлыҡҡа килтергән, имеш.

Мифологияла бүрене, ҡара көс булараҡ, тәре менән ҡыуыуҙары ла һүрәтләнә. Шулай уҡ сит ил баҫҡынсыларын да бүре өйөрөнә тиңләйҙәр. Ҡайһы бер милләт вәкилдәре ағас олонондағы ҡара бәшмәкте һәм ағастың ҡара үҙәген «бүре» тип атай. Кеше тәненә сыҡҡан шеште бүре һөйәге менән йәки бүре ите ашаған кеше ярҙамында дауалайҙар. Хатта туйҙағы кейәү йәки килен яғынан килгән туғандарҙы «бүре өйөрө» тип йөрөтәләр.
Мифологияла бүрене ҡара көскә тиңләү ҡапма-ҡаршы итеп һүрәтләнә: беренсенән, ошо көс уны ҡыуа һәм ашай. Икенсенән, шайтан үҙе эргәһендә һәр ваҡыт берәй бүрене эйәртеп йөрөтә.
Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Әйтәйек, сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейҙергәндәр. Ҡойроғон ауырыу кеше тағып йөрөр булған. Шулай уҡ сирләй яҙып йөрөгән кешене бүрегә яҡын исемдәр, ҡушаматтар һаҡлай тип уйлағандар. Ат ҡолонлаһа ла, һыйыр быҙаулаһа ла: «Был быҙау түгел, был — бүре», — тигәндәр. Юрауҙарҙан, әйтәйек, ошондайҙары ла бар: ауылға бүре инһә — уңыш булмай; бүре үрсеһә — һуғышҡа һ.б.
Ҡыҫҡаһы, уның кире яҡтары тураһында донъя халыҡтары мифологияһында мәғлүмәт етерлек..

Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ,
Бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ.

Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар.

Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.

Береккән көтөү бүренән ҡурҡмай.

Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай.

Бүрене аяғы туйҙыра.

Бүренән ҡурҡҡан урманға бармаҫ.

Ҡамаулы ҡуйҙы бүре ашамаҫ.

Эт өрә торор, бүре йөрөп торор.




#Article 176: Европа (1410 words)


Европа (ингл. Europe) — Евразия ҡитғаһында урынлашҡан донъя киҫәге. Азия менән бергә Евразия ҡитғаһын барлыҡҡа килтерә. Европа ҡитғаһының майҙаны — 10 млн км², халыҡ һаны — яҡынса 733 млн кеше.

Европа атамаһын боронғо грек мифологияһындағы Финикия батшаһы ҡыҙы Европа исеменә бәйләйҙәр, уға күҙе төшкән Зевс үгеҙ сүрәтенә инеп, алып ҡасҡан имеш . Тағы бер версия буйынса ereb- Ҡояш байыу, заход тигәнде аңлата.

Европа -боронғо грек мифтарындағы Финикия батшаһы ҡыҙы. Уны үгеҙ ҡиәфәтенә ингән Зевс Крит утрауына алып ҡаса (был эпитет Гера һәм Деметраға ҡарата ла ҡулланылыуы мөмкин). Француз тел белгесе П. Шантрен бл исемдең килеп сығышы билдәһеҙ ти. Берәүҙәр уны ευρύς (еврис)- киң,широкий һәм όψις (опсис)- күҙ, глаз, «широкоглазая» һүҙҙәре менән бәйләй; лексикограф Милеттан Исихий Европия — көнбайыш яҡтағы, ҡараңғы ил, «страна заката, или тёмная», унан һуң йәшәгән тел белгестәре уны көнбайыш семит йәки аккад телендәге ‘rb- Ҡояш байыу («заход солнца») һүҙе менән бәйләй . erebu -шул уҡ мәғәнәләге һүҙ (М. Уэст быны хата тип иҫәпләй).

Донъяның бер яғын билдәләгән Европа атамаһы боронғо грек әҙәбиәтендә осрамай (Гомерҙың Пифия Аполлонына бағышланған гимнында Европа тип тик Төньяҡ Греция атала) һәм тәү тапҡыр Милеттан Гекатейҙың «Ерҙе һүрәтләү» («Описание Земли») тигән хеҙмәтендә осрай (б.э.т. VI быуат аҙағы), беренсе китабы Европаға бағышлана.

Боронғо гректар Европаны Азиянан Эгей диңгеҙе һәм Ҡара диңгеҙ , Африканан — Урта диңгеҙ айырып торған айырым ҡитға тип иҫәпләй. Европаның ғәйәт ҙур ҡитғаның (Евразия) антик авторҙар Европа сиктәрен Дон  (Полибий һәм Страбон да шундай фекерҙә була) йылғаһы менән билдәләйҙәр. Был традиция ике мең йылға тиклем дауам итә. Мәҫәлән, Меркатор Европа сиген Дондан, уның,ул уйлағанса, Аҡ диңгеҙҙә башланған инешенән көньяҡҡа табан тотош ағымынан тип иҫәпләй.

XV быуатта ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Европа христиан донъяһы синонимына әйләнә, ләкин хәҙер христиандарҙың күбеһе унан ситтә йәшәй. XIX быуатта бөтә донъя сәнәғәте тиерлек Европала булған. Хәҙер продукцияның күпселеге унан ситтә сығарыла.

В. Н. Татищев 1720 йылда Европаның көнсығыш сиген Урал тауҙары һырты буйлап, унан ары  Яйыҡ йылғаһы буйлап, Каспий диңгеҙенә ҡойғансы тип билдәләргә тәҡдим итә. Яңы сик башта Рәсәйҙә, һуңыраҡ башҡа илдәрҙә лә ҡулланыла башлай. Хәҙерге ваҡытта Европа сиге: төньяҡта —Төньяҡ Боҙло океан; көнбайышта — Атлантик океан; көньяҡта — Урта диңгеҙ , Эгей диңгеҙе, Мәрмәр диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ;көнсығышта— Урал тауы һыртының көнсығыш яғынан, Мугоджар тауҙары, Эмба  йылғаһы буйлап, Каспий диңгеҙенә тиклем, унан һуң Каспийға ҡойған Кума йылғаһы һәм Маныч йылғаһы (Кумо-Манычской впадине) Дон йылғаһының тамағына тиклем (энциклопедияларҙа күрһәтелгәнсә: Ҙур совет энциклопедияһы һәм  Британника энциклопедияһы) йәки, һирәгерәк, Кавказ һырты буйлап Ҡара диңгеҙгә тиклем). Европа менән Азия араһындағы сигенең ары Ҡара диңгеҙ һәм Ҡара диңгеҙ боғаҙҙары буйлап үткәнен бөтә сығанаҡтар ҙа раҫлай. Яҡында ятҡан утрауҙар һәм архипелагтар ҙа Европа тип, ләкин Грецияның Төркиәләге Анатолия (Кесе Азия) ярҙарына яҡын ятҡан бер нисә утрауы Азия тип иҫәпләнә .

Шуға күрә Әзербайжан һәм Грузияны Европаға индереү сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни ихтыяждан сығып эшләнелә (шулай уҡ география буйынса сик буйында булғанға) .

Европаға теге, йәки был үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, ҡайһы бер Европаның физик сиктәренә инмәгән, ләкин уның менән сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнеше булған илдәр һәм биләмәләр инеүе бар.

Хәҙерге ваҡытта Европаның сиктәре:

Европаға шулай уҡ яҡында ятҡан утрауҙар керә.

Европа илдәрендә йәшәгән халыҡтың көнкүреш кимәле тигеҙ түгел. Иң бай илдәр Көнбайыш һәм Төньяҡ Европала урынлашҡан, Көнсығыш Европа һәм Балкан илдәрендә социализм һәм Югославиялағы һуғыш эҙемтәләре әле булһа һиҙелә. Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәренә ярашлы (2011—2018 гг.) йән башына ВВП (ППС) күрһәткесе буйынса Европалағы иң бай илдәр —Люксембург, Ирландия, Норвегия, Швейцария һәм Нидерланд. Иң ярлы илдәр—Молдова, Украина, Босния и Герцеговина, Албания һәм Сербия.

Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәре буйынса (2018), дүрт Европа иле тулайым эске продукт (ВВП- ТЭП) буйынса донъялағы иң эре иҡтисад иҫәбенә инә: Германия, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия. 2016 йылда Европала йән башына дөйөм ВВП 21 767 АҠШ доллары тәшкил итә.

Европаның төп финанс үҙәктәре — Лондон, Цюрих, Женева һәм Франкфурт.

Европала әле 740 миллион кеше йәшәй. Европа — кеше тығыҙ йәшәгән континент, бигерәк тә Англия, Нидерланд, Бельгия һәм Германия кеүек илдәрҙә: Европала бер квадарт метрҙа уртаса 70 кеше тирәһе йәшәй. Көнсығыш һәм Төньяҡ Европала ул тиклем тығыҙ түгел.

Башҡа ҡитғалар менән сағыштырғанда Европала халыҡ һаны бик әкрен арта, бының төп сәбәбе —тыуымдың әҙ булыуы. Бында ҡарттар һаны йылдам арта: 2005 йылда 65 йәштән олораҡтар 16 % булһа, 2050 йылға 28 % етәсәк тиҙәр.

Европала 230 телдә һөйләшәләр, был донъя телдәренең 3 %.

Европа илдәре— төрлө халыҡ-ара ойошмалар ағзаһы, уларҙың күбеһе- иҡтисади һәм сәйәси ойошмалар. Европалағы төп халыҡ-ара ойошмалар түбәндә килтерелә.

Европа Советы — берҙән-бер дөйөм Европа ойошмаһы, бөтә Европа илдәре тиерлек уның ағзаһы булып тора. Әле 47 дәүләт- Европа Советы ағзаһы . Европа Советының маҡсаты — Европа илдәрендәге хоҡуҡи нигеҙҙәр араһындағы кеше хоҡуҡтары, гражданлыҡ, халыҡ-ара айырым (частное) хоҡуҡ, тирә-яҡ мөхитте һәм мәҙәни ҡомартҡылырҙы, милли аҙсылыҡтағы халыҡтар хоҡуғын һаҡлау кеүек һ.б. өлкәләрҙә ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы әҙәйтеү.

Европа союзы (ЕС) — 27 Европа иленең берләшәмәһе. Союз сиктәрендә бик күп программалар ҡаралған. ЕС сиктәрендә дөйөм баҙар булдырылған, унда таможня һәм валюта союздары булған берҙәм баҙар (берҙәм Европа валютаһы — евро Евросоюздағы 27 ағзаның 19 ҡабул ителгән) йәшәй, ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ өлкәһендә дөйөм сәйәсәт үткәрелә. Европа союзы шулай уҡ унда ағза булған илдәрҙең сәйәси өлкәләге аҙымдарын координациялай. Ул шулай уҡ оборона һәм дөйөм эске сәйәсәт өлкәһендәге аҙымдарҙы ла координацияларға тырыша. Союз иҡтисади ойошманан яйлап дәүләттәрҙән өҫтөн торған ойошмаға әйләнеп бара. Әлеге ваҡытта Европа союзы илдәренең дөйөм ВВП-һы — был донъялағы иң ҙур күрһәткесе, ул 15,849 триллион АҠШ доллар тәшкил итә.

Европала тағы ошо берләшмәләр бар :

Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе — элекке Советтар Союзының 9 дәүләте (Балтик буйы, Украина һәм Грузиянан башҡа). БДБ дәүләттән өҫтөн ойошма түгел һәм был Берләшмәгә ингән дәүләттәрҙең символик ойошмаһы тиергә лә була..БДБ-ның төп маҡсаттары — сәйәси, иҡтисади, экологик, гуманитар, мәҙәнәиһәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү ; илдәр араһындағы бәхәстәрҙе тыныс юл менән хәл итеү; дәүләт-ара кооперация һәм интеграция;был илдәр граждандарының хоҡуғын һәм иркен яҡлау. Төп тикшерелгән темалар— ЕС кеүек дөйөм баҙар булдырыу һәм дәүләт сиктәренән тыш енәйәтселек менән көрәш.

Төньяҡ Атлантик килешеү ойошмаһы— хәрби союз, уның ағзалары булып башлыса Европа илдәре, АҠШ һәм Канада тора. НАТО АҠШ етәкселегендә Европа илдәрен Советтар Союзына һәм уның союздаштарына ҡаршы берләштереүҙе маҡсат иткән союз. Ойошма коллектив оборона тураһында килешеү нигеҙендә төҙөлгән.

Хәүфһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса Европа ойошмаһы — хәүефһеҙлек буйынса иң ҙур төбәк ойошмаһы, унда 56 Европа, Урта Азия һәм Үҙәк Азия, шулай уҡ Төньяҡ Америка илдәре инә.

Ойошманың маҡсаты— төбәктә конфликттар булдырмау, кризислы ситуацияларҙы яйлау, конфликттар эҙемтәләрен бөтөрөү .

Төньяҡ советы (1952 йылда булдырылған) һәм Төньяҡ министраҙар советы (1971 йылда булдырылған) — Төньяҡ Европа илдәренең парламенттары һәм хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлекте координациялау өсөн булдырылған ойошма. Уның ағзалары: Дания, Финляндия (1956 йылдан), Исландия, Норвегия, Швеция. Етәкселеге Копенгагенда урынлашҡан.

Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы —1992 йылдың 21 декабрендә төҙөлгән Вишеград килешеүенең вариҫы,ЕС ағзаһы булмаған илдәрҙең халыҡ-ара ойошмаһы. Әле уның ағзалары: Албания, Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Төньяҡ Македония, Молдавия, Черногория, Сербия,  Косово Республикаһы. ЕС-ҡа ингәнсе Болгария, Чехия, Венгрия, Польша, Румыния, Словакия һәм Словения был ойошмала ҡатнаша.

Бенилю́кс — Бельгия, Нидерланд һәм Люксембургтың сәйәси, иҡтисади һәм таможня союзы,1958 йылдың 3 февралендә булдырылған . Парламенты, суды бар, унда өс илдең дә вәкилдәре инә.

Евразия иҡтисади союзы  — элекке Советтар Союзы республикаларының халыҡ-ара иҡтисади ойошмаһы, дөйөм таможня сиктәре, дөйөм сит илдәр менән иҡтисади бәйләнеш сәйәсәте, тарифтар, хаҡтар һәм башҡа дөйөм баҙар йәшәүе өсөн кәрәк булған нимәләр булдырыу мәсьәләлре менән шөғөлләнә .

Коллектив хәүфһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһы — был ойошмаға Рәсәй, Белоруссия, Әрмәнстан, Каҙаҡстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан инә.

ОДКБ сиктәрендә берҙәм хәрби уйындар үткәрелә.Ойошма маҡсаты — был ойошмала ҡатнашҡан дәүләттәргә ҡаршы агрессия булғанда бергә ҡаршылыҡ күрһәтеү.

Арктика советы — 1989 йылда Финляндия башланғысы менән төньяҡ поляр зонаның ҡаьатланмаҫ тәбиғәтен һаҡлау өсөн булдырылған халыҡ-ара ойошма. Арктика советына һигеҙ Арктика буйы иле инә : Дания, Финляндия, Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй, Швеция, АҠШ. Күҙәтеүсе илдәр: Бөйөк Британия, Франция, ФРГ, Нидерланд, Польша, Испания.

Балти́ка ассамблеяһы — 1991 йылда Эстония, Латви, Литва парламенттары араһында хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшләшеү органы. Ассамблея был илдәрҙең эшмәкәрлеген координациялай, өс ил парламентына консультациялар бирә һәм резолюция, ҡарар һәм тәҡдимдәр аша берҙәм ҡарашын еткерә.

Балтик диңгеҙе дәүләттәре советы— 1992 йылдың 5-6 мартында Копенгагенда Балтик диңгеҙе буйындағы илдәренең сит ил эштәре министрҙары конференцияһында булдырыла. Унда Германия, Дания, Латвия, Литва, Норвегия, Польша, Рәсәй, Финляндия, Швеция, Эстония, һәм шулай уҡ Европа йәмғиәттәре комиссияһы ҡатнаша.

Төбәктә хеҙмәттәшлек итеү форумы. 1993 йылда Совет Баренц диңгеҙе/Евроарктика төбәге советы (СБЕР) булдырыла. Уның даими ағзалары: Дания, Исландия, Норвегия, Рәсәй, Финляндия һәм Швеция, һәмм шулай уҡ Европа йәмғиәттәре комиссияһы (КЕС). Туғыҙ дәүләт— Великобритания, Германия, Италия, Канада, Нидерланды, Польша, Франция, АҠШ, Япония — күҙәтеүсе статусына эйә.

Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы конфедератив союзында әкренләп берҙәм сәйәси, иҡтисади, хәрби, таможня, валюта, хоҡуҡи, гумантиар, мәҙәни мөхит булдырыу эше бара .

Европа футбол ассоциациялары союзы — Европала һәм бер нисә көнбайыш Азия төбәгендә футбол менән идара итеүсе ойошма. Уға Европа илдәренең милли футбол ассоциациялары инә. УЕФА Европалағы бөтә клубтар һәм йыйылма командалар ярыштарын ойоштороу менән шөғөлләнә, уға ингән клубтар һәм милли ассоциациялар араһында рекламанан ингән килемде һәм трансляцияларҙы бүлә.

Был илдәрҙән тыш, УЕФА-ға биләмәләре тотошлай Азияла урынлашҡан Израиль дә инә (Израиль футбол ассоциацияһы).




#Article 177: Ҡайын (218 words)


Ҡайын — ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, беше аҡ туҙ ҡабыҡлы, эре япраҡлы ағас.

Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бейеклеге 20 метрға етә. Апрель-май айҙарында сәскә ата, емеше август-сентябрҙә өлгөрә.

Яҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә ҡайын ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге «һеркә осоралар». Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апрель-июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә.

Һалбыр ҡайын ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ ҡайын — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат районында ғына осраған реликт кәрлә ҡайын гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш ҡайын һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре ҡайын тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә.

Ҡайын төньяҡ ярымшарҙа таралған.

Үҙағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Япраҡтары, бөрөләре, дегете медицинала файҙаланыла, ҡайын һутын поливитаминлы эсемлек итеп ҡулланалар.




#Article 178: Әзербайжан (720 words)


Әзербайжан (әзерб. Azərbaycan Respublikası) — көнсығыш Кавказда һәм Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышындағы ил.

Төньяҡтан — Рәсәй (Дағстан) һәм Грузия (Квемо-Картли һәм Кахети), көнбайыштан — Әрмәнстан, һәм көньяҡтан Иран менән сиктәш.
 
Әзербайжан территорияһының бер өлөшө танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы күҙәтеүе аҫтында, бер өлөшө — Әрмәнстан (Кәрки, Бархударлы, Юғары Әскипара эксклавтары) күҙәтеүе аҫтында. Әзербайжан, үҙ сиратында, Әрмәнстандың Арцвашен эксклавын үҙ күҙәтеүе аҫтында тота.

Илдең баш ҡалаһы — Баҡы ҡалаһы. 1918 йылда Гәнжә ҡалаһы бер нисә ай баш ҡалаһы була. Әзербайжан территорияһында бер нисә тарихи илдең баш ҡалалары урынлашҡан: Шәки, Шуша, Ғабала, Бәрдә, Шәмәхә һәм Нахчиван.

Newsweek журналы фаразлауы буйынса, Әзербайжан «Донъяның иң яҡшы илдәре» исемлегендә 69 урында тора (ингл. The world’s best countries).

Әзербайжан — күп милләтле, күп динле дәүләт. Республикала күпселек халыҡ , әҙерәге —  иудаизм диндәренә ҡарай.

Әзербайжан Демократик Республикаһының үҙаллылығы 1918 йылдың 28 майында иғлан ителә. Уны мосолман илдәре араһындағы беренсе демократик доньяуи республика тип атайҙар.

Әзербайжан гимны «Әзербайжан маршы!» тип атала (әзерб. «Azərbaycan Marşı!» («Азәрбајҹан Маршы»)). Гимн көйөн әзербайжан композиторы Узеир Гаджибеков яҙған, һүҙҙәрен шағир  ( ) 1918 йылда яҙған. Ул советҡа тиклемге осорҙа Әзербайжандың рәсми гимны булған. Гимн рәсми рәүештә (1918 рәсмиләштереп, 1920 кире алыуҙан һуң) 1991 йылда, Әзербайжан үҙаллылығын яулағас, ҡайтарыла.

Герб уртаһында ут «Уттар Илен» һынландыра. Гербтағы төҫтәр Әзербайжан дәүләт флагы төҫтәрендә. Һигеҙ ҡырлы йондоҙ төрөк халыҡтарының һигеҙ тармағын күрһәтә. Аҫта бойҙай башаҡтарынан һәм имән ботаҡтарынан бәйләм. Ул байлыҡ, уңыш билдәһе. Имән ботағы илдең бороңғолоғон күрһәтә.

Әзербайжан ер ҡуйынында ҡиммәтле файҙалы ҡаҙылмалар бар: нефть, тәбиғи газ, , баҡыр мәғдәне, алтын, молибден, һ.б. Республикала шулай уҡ биҙәкләү эштәре өсөн сеймал бар: мрамор, , , доломит.

Каспий тәбиғи сығанаҡтары менән нефть сығарыу, балыҡ сәнәғәте, диңгеҙ транспорты, суднолар ремонтлау кеүек халыҡ сәнәғәте тармаҡтары бәйле.

Хәҙерге Әзербайжан СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң барлыҡҡа килгән (1991). Беренсе президенты . 1991 йылдың 30 авгусында Әзербайжандың Юғары Советы «Әзербайжан Республикаһының дәүләт үҙаллылығын ҡайтарыу тураһында» декларацияһын ҡабул итә, 18 октябрҙә «Әзербайжан Республикаһының дәүләт иреклеге тураһында» конституцион акты ҡабул ителә, ул Әзербайжандың дәүләт, сәйәсәт, иҡтисад ҡоролошон һүрәтләндерә.

Граждандар һуғышынан һаҡланыу өсөн, Эльчибей Баҡыға Нахчиванда йәшәгән Гейдар Алиевты саҡыра.

Дәүләт башлығы — . Әзербайжан — президент республикаһы. Президент халыҡ һайлауҙарында биш йылға һайлана, хөкүмәт ағзаларын тәғәйенләй.

Юғары законодар сығарыу органы — бер палаталы Милли Мәжлес ( Milli Məclis) (125 депутат), бер мандатлы округтар буйынса халыҡ һайлауҙарында биш йылға һайлана.

Әзербайжандың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (2009)  Әзербайжанда йәшәгән халыҡ 8 922 447 кеше булған, ә үҫеш темпына ҡарап иҫәпләүҙәр  2010 йылда халыҡ һаны  9 млн тәшкил итә тип билдәләй.   2019 йылдың 1 ғинуарына Әзербайжандың Дәүләт статистика комитеты халыҡ һанын 9 981 457 кеше тип баһалай.

Ҡала халҡы дөйөм йәниҫәптең 52,8 % , ә ауылдыҡылар — 47,2 % тәшил иткән. Ир-ат дөйөм йәниҫәптең 49,9 % , ҡатын-ҡыҙ — 50,1 % булған.

Халыҡтың гендер составы тигеҙ тиерлек,  1000 ир-атҡа 1039 ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Статистика комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019 йылдың 1 ғинуарына халыҡтың тығыҙлығы 115 кеше/км² тәшкил иткән.

Илдең рәсми теле — әзербайжан теле (төрки телдәр төркөмө). Уғыҙ төркөмсәһенә ҡарай, ләкин  ҡыпсаҡ телдәре һыҙаттары ла хас. Әзербайжанда әзербайжана теле дәүләт теле булып тора. Президент Гейдар Алиев 2001 йылдың 9 авгусындағы указы менән Әзербайжан теле һәм алфавиты көнө билдәләнә .

Мосолман динле әзербайжандарҙың күпселеге - шиғыйҙар,  әммә сөнни мосолмандар ҙа бар (илдең төньяҡ өлөшөндә  башлыса   лезгиндар, цахурҙар, рутулдар), правослауҙар (рустар, грузиндар, украиндар) һәм  йәһүдиҙәр (йәһүдтәр). Төрлө йүнәлешле протестанттар бар.

Ғәмәлдәге Әзербайжан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, Әзербайжан донъяуи дәүләт булып тора. Әзербайжан Республикаһында дин дәүләттән айырылған, ул илдә йәшәгән төрлө этник төркөмдәрҙең төрлө дине, инаныстары менән билдәләнә.

Ислам Әзербайжанда төп дин; халҡының 99,2 % мосолман. Уларҙың күпселеге (яҡынса 85%)  шиғыйҙар  (жафари мәҙһәб), әҙерәк өлөшө (15%) — сөнниҙәр (башлыса хәнәфи мәҙһәб).
Әзербайжанда синагогалар бар, йәһүди йәмәғәттәр - бик йоғонтола ойошмалар. Красная Слобода ҡасабаһы (Губин районы) советтан һуңғы төбәктәрҙә йәһүдтәрҙең  берҙән-бер тупланып йәшәгән урыны.

Республикала правослау динлеләр аҙ, әлеге ваҡытта был илдә 6 правослау ҡорам  эшләй, шуларҙың өсәүһе Баҡыла.

Хәҙерге Әзербайжан территорияһында католиклыҡ  XIV быуат башында тарала башлаған. XVII быуат башында католиклыҡҡа ылыҡтырылған 19 мең әрмән ун  ауылда һәм Нахичевандең    өс ҡалаһында йәшәгән  2002 йылдың майында Әзербайжандың католик сиркәүендә иҫтәлекле ваҡиға була — Баҡыға рәсми визит менән Рим папаһы Иоанн Павел II килә. Әлеге ваҡытта Баҡыла  Әзербайжандың берҙән-бер католик сиркәүе урынлашҡан (Церковь Непорочного Зачатия Пресвятой Девы Марии).

Тәүге протестанттар Әзербайжанда  XIX быуат башында күренгән — былар лютеранлыҡ инанысындағы немец колонистары була. Әлеге мәлдә Әзербайжанда 20 мең тирәһе протестант йәшәй. Иң эре конфессия булып баптистар тора(3 мең ағза) һәм пятидесятниктар (4,4 мең динле). Илдә шулай уҡ адвентистар, лютерандар, инжил христиандары, Яңы апостол сиркәүе адепттары һәм башҡалар йәшәй.




#Article 179: Әрмәнстан (1113 words)


Әрмәнстан Республикаһы () — Кавказ аръяғында урынлашҡан унитарлы президент республикаһы. 2011 йылда үткән халыҡ иҫәбе буйынса Әрмәнстан Республикаһында 2 млн. 871 мең кеше йәшәй йәки Әрмәнстан территорияһынан сит йәшәгән граждандары менән 3 018 854. Халыҡ тығыҙлығы: 110 кеше/км².

Әрмәнстан Республикаһы — Көнсығыш Әрмәнстан тарихи төбәгенең төп территорияһы (Таулы Ҡарабах Республикаһы территорияһы менән бергә). Әрмәнстан Республикаһы — Төркиә, Әзербайжан, Грузия, һәм танылмаған Таулы Ҡарабах илдәре менән ситләшеп тора. Әрмәнстан Рәсәй Империяһының составына 1826 — 28 йй. Рәсәй һәм Иран һуғышынан һуң инә. Хәҙерге Әрмәнстан дәүләтлегенең нигеҙе 1918 йылдың 28 майында Кавказ аръяғы Республикаһынан айырылған Әрмән Демократик Республикаһы барлыҡҡа килеүе менән бәйле.

Әрмәнстан тураһында беренсе тапҡыр Бехистун яҙыуҙарында осрай (б. э. т. 520 йыл). Боронғо ваҡыттың тарихсылары һәм географтары Әрмәнстанды Сүриә, Фәрсистан төбәктәре менән бергә күрһәтелгән. Искәндәр Зөлҡәрнәй империяһы ҡырылғас-Айрарат, Софена исемле әрмән илкәйҙәре барлыҡҡа килә. Бәлки улар аҙ ваҡыт үткәс Селефкид империяһы ул илдәрҙе яулап ала. Әммә ул империяны Рим ҡырып ала. Һәм б. э. т II быуаты тирәһендә Бөйөк Әрмәнстан һәм Бәләкәй Әрмәнстан илдәре барлыҡҡа килә.

Тигран II батшаһы (б.э.т. І быуаты) Әрмәнстандың территорияһын Каспий диңгеҙенән Фәләстанға тиклем ҙур итә. Бәлки Тигран Римдарға яуҙа отолғас Бөйөк Әрмәнстандан Әрмән таулығы, Евфрат, Кура, Урмия йылғалары аралығы ҡалған.
 
Беҙҙең эраның 301-се йылында Донъялағы Христәин динен Дәүләт дине һымаҡ рөсхәт иткән илдәрҙән Әрмәнстан иң беренсеһе булып рөсхәт итә. Бөтә дәүләттең уңыштарына ҡарамаҫтан 387 йылда Әрмән дәүләтенең территорияһын Фәрсистан менән Рим араһына булә. Буленгән ерҙәрән иң күбе Фәрсистандың ҡулына күҫә. Фәрсистанға эләккән әрмән территорияларында 407 йылда бөйөк әрмән ғәлимы Месроп Маштоц әрмән алфавитын барлыҡҡа килтерә.
  
VII б. уртаһында Әрмәнстанды ғәрәптәр баҫып ала һәм бөтә Кавказ ерҙәрендә «Арменийа» әмираты иғлан ителә. 860-сы йылдарҙа Багратид батшалар династияһы Әрмәнстандың күп ерҙәрен ҡайтарып һәм берҙәмләп Ғәрәп хәлифәтенең власын тартып алала Әрмән иленә бойондороҡһоҙлоҡ ҡайтара. 885 йылда Византия һәм Ғәрәптәр Әрмәнстандың бойондороҡһоҙло илен таный. 1064—1826 йылдарға тиклем Әрмәнстан ерҙәре төрлө илдәрҙең составында ингән, Әрмән халҡы ерҙәренән ҡыуылған, ҡолға әйләнгәндәр, күптәргә сит илдәргә эмиграцияға ҡасырға тура килгән (Спюрк). 1828 й. Туркманчай тыныслыҡ договоры менән Эриван, Нахичеван төбәктәре Рәсәй составына инә. Ул территориялар борондан әрмән халҡының артында булһала, Рәсәйгә ҡушылыу ваҡытына әрмән халҡы иҫәбе 20 процент ҡына күрһәткән. Рәсәй составына ингән Әрмәнстан ерҙәре урынында Эриван губернаһы иғлан ителә. Осман империяһында ҡалған әрмәндәр өсөн төрөктәр яғынан 19 быуаттың уртаһынан — 20 быуаттың башына тиклем Әрмән халҡы геноциды үткәрелгән.

Әрмәнстан Әрмән таулыҡтарының көнсығыш яғында урынлашҡан һәм Кесе Кавказ тауҙары менән ситләнгән.

Әрмәнстан территорияһы буйлап 9480 төрлө йылға аға, уларҙан 379 йылғаның оҙонлоғо 10 км артыҡ. Әрмәнстандың төп йылғаһы Аракс.
 
Әрмәнстанда 100-ән артыҡ күл бар, уларҙың иң ҙуры — Севан. Әрмәнстандың һыу ресурстары байтаҡ булһала, илдә һыу дефициты һиҙелә. Шуға Әрмәнстанда 74 һыу һаҡсылығы төҙөлгән. Эсәр һыуҙың 96 проценты ер аҫтынан алына.

Әрмәнстанда баҡыр, ташлы тоҙ, мәрмәр, төрлө мәке породалары, аҫыл таштар ятҡылыҡтары бар. Сәнәғәткә кәрәкле ҡара һәм төҫлө металлдар ятҡылыҡтары бар. Уларҙың иҫәбендә 3 баҡыр, 6-молибден, 5-полиметаллик (Цинк, ҡурғаш), 4-алтын, 2-тимер, һәм уран ятҡылыҡтары.

Әрмәнстандың валютаһы — драм (). 1993 йылдың 22 ноябренән йөрөй башлай. Ошо ваҡытҡа тиклем республикала совет тәңкәләре менән ҡулланғандар. 1 драм 100 луманан () тора Әрмәнстан валютаһының символы Դ — әрмән алфавитының «да» хәрефен аңлата.

Әрмәнстандың замандаш сәнәғәте Советтар Союзы ваҡыттарында төҙөлгән. Ул ваҡытта Әрмәнстан СССР-ҙың төбәктәренә станоктар, текстиль, һәм башҡа продукция еткергән, ул продукция мәҫәлән электроэнергия алмаштырылған.

ӘР ауыл хужалығында малсылыҡтың байтаҡ урыны бәләкәй мал тотоу — һарыҡ һәм кәзә аҫрау менән бәйле. Был тармаҡ ареалы таулы урындарға таралған. Ҙур малды тауҙа тотоуо ҡыйыныраҡ, әммә ошо малсылыҡ төрө бәләкәй малы менән бергә, ҡыйынлыҡтарға ҡарамай районда таралған.

Әрмәнстанда игенселек алып барыуы ауыр сөнки таулы илдә тигеҙ урындары әҙ. Улай булһала Әрмәнстаның күп төбәктәрендә игенселек ҡайһы бер техник культуралары, йөҙөм үҫтереүе генә мөмкин. Бойҙай игенселеге Арарат төбәгендә генә ныҡ үҙләштерелгән.

Әрмәнстан Республикаһының төп документы — Конституция/ 1995 йылдың 5 июлендә ҡабул ителде һәм 2005 йылда үҙгәрештәр теркәлде. ӘР Конституцияһы илде хоҡуҡлы, социаль, демократик дәүләт тип иғлан итте.

ӘР Конституцияһының 49-сы статьяһы буйынса ӘР Президенты — дәүләттең башлығы, бойондороҡһоҙ, территория һаҡлау гаранты һымаҡ таныла. Суд, башҡарма, закон сығарыу властарының нормаль функциялауын ҡарау. ӘР Президенты булып һайланырға теләгән кеше:

ӘР Президенты бер уҡ кешегә ике тапҡырҙан артыҡ һайланырға тыйыла.

Закондар сығарыу власының иң Юғары органы — ӘР Милли Йыйылышы . Ул орган 131 депутаттан тора. Милли Йыйылышы депутаты булып һайланырға теләгән кеше:

ӘР Конституцияһының 85 статьяһы буйынса:

ӘР Төп законының 91 һанлы статьяһы буйынса суд төрәлеген суд органдары менән генә алып барыуы мөмкин.

ӘР Суд системаһында ике суд органына бүленә:

Әрмәнстан Республикаһы — унитар республика, уның составы өлкәләрҙән (), өлкәләр аймаҡтарҙан тора. Аймаҡ бер нисә тораҡ пункттан тора йәки (Еревандағы һымаҡ) округка бүленә. Өлкәләрҙә Дәүләт идараһы алып барыла, аймаҡтар муниципаль власҡа бойһона. Әрмәнстандың баш ҡалаһы — Ереванда муниципаль власҡа бойһона.

Марз губернаторҙарына Әрмәнстан Хөкүмәтенән һәм Президент растификацияланыуынан һуң влас бирелә һәм шулай уҡ азатлана.

Әрмәнстан Республикаһы территорияһы 10 өлкәгә бүленә. Өлкә ситтәре «ӘР Административ Бүленеше», «Урындағы Үҙидара» тураһында Закондарына ҡараш үҙгәртелә. 1999 йылда ӘР 48 ҡала, 953 ауыл, унан 871 ауыл, һәм 61 ҡала аймағынан тора.

Әрмәнстан Республикаһының Ҡораллы көстәре 4 төр ғәскәрҙәрҙән тора:

ӘР Ҡораллы көстәре () 1992 йылда СССР иле юҡҡа сыҡҡас барлыҡҡа килә. Ул Кавказ аръяғы ғәскәр округының 7-се Әрмеһе базаһында төҙөлә. Бөгөн ӘР ҠК 48 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Әрмәнстан ситтәре ғәскәрҙәре бөгөн Әзербайжан һәм Грузия сиктәрен һаҡлай. Ә Иран һәм Төркиә сиктәрен Рәсәй һалдаттары һаҡлауын дауам итә. Әрмәнстан Әрмеһе менән Президент һәм Яҡлау Министрлығы идара итә.
 
Әрмәнстан ҠК составында:

Шул иҫәптән:

Әрмәнстандың милли составы буйынса ул Республика бермилләтле тип әйтергә була. Ул илдең халҡынан 96 % әрмән. Шулай булһала, Әрмәнстанда езидтар, ассириялылар, ҡурдтар, грек халыҡтары йәшәй һәм урыҫ, украин диаспоралары бар.

Әрмәнстан Республикаһында христианлыҡ тарихы ныҡ бай, мәҫәлән Әрмән Дәүләте христиан динен Дәүләт һымаҡ иғлан иткән илдәр араһынан иң беренсеһе. Әммә бөгөн Әрмәнстан Республикаһының Конституцияһы буйынса Әрмәнстанда Дәүләт дине юҡ, әммә Әрмән Апостол Серкәүенең ижтимағи әһәмиәтлелеге танылған, ул диндең яғына бөгөн ӘР 94,4 % халҡы тора. Ҡалғандары: езидтарҙың милли дине (40 000 кеше йәки 1,3 %), йәһүтлек (500—1000 кеше), ислам (Ереванда һәм Абовян районында 1000 кешенән артыҡ).

Әрмәнстан-бойондороҡһоҙ ил һәм үҙенең тыш сәйәсәтен үҙе алып бара. Әрмәнстандың тыш сәйәсәтен ӘР Президенты һәм Хөкүмәте аша алып барыла. Әрмәнстан Республикаһы 1991 йылда суверенитет ала һәм 1992 йылдың 2 мартында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ҡабул ителә. Әрмәнстандың суверенитетын бөгөнгө көндә 1 генә ил танымай — Пакистан. Әрмәнстан Республикаһының вәкиләттәре һәм консуллыҡтары күп илдәрҙә бар. ӘР вәҡилләттәре таралыуына Әрмән халҡының бөтә илдәрҙә әрмән диаспоралары ҙур булыуы менән дә бәйле.

Әрмәнстан Республикаһының вәҡилләтлеге киң булһала уның араһында әрмән халҡы тарихы факттарын ҡайһы бер күрше халыҡтары янынан танымау илдәр менән аралашыуына проблемалар яһай. Мәҫәлән ул Әрмән геноциды таныуы проблемаһы һәм Ҡарабах проблемаһы ошо проблема Әрмәнстандың Әзербайжан, Төркиә илдәре менән аралашыуында ауырлыҡ өҫтәй.

Әрмәнстан Республикаһы бөгөн элекке СССР республикалары менән, Европа, Азия, Африка илдәре менән уңышлы аралашыуы күренә.

Рәсәй Федерацияһы менән ӘР иң яҡын арала. Әйтәйек, Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәренең 102-се Ғәскәри базаһы — Гюмри ҡалаһында урынлашҡан. Унан башҡа РФ менән ҙур союзлыҡ арала торала-ӘР РФ яғынан күп халыҡ-ара геополитик, иҡтисади проекттарында ҡатнаша.

Әрмәнстан Республикаһы ҡатнашҡан ойошмалар:




#Article 180: Имән (230 words)


Имән - төньяҡ ағасы. Имән (русса: дуб черешчатый, латинса: Quercus robur.) — бейеклеге 40 м-ға етә алған ағас. Апрель-май айҙарында сәскә ата, емеше октябрь баштарында өлгөрә. Нигеҙҙә, республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөндә үҫә. 

Дауалау өсөн йәш имәндең ҡайырыһы ҡулланыла. Уның составында ҡамаштырыу матдәләре, кверцетин, пентозон һ. б. биологик актив матдә¬ләр бар. Имән ҡайырын яҙғыһын (ағас япраҡ ярғанға тиклем) әҙерләйҙәр. Алынған ҡайырҙың оҙонлоғо 20-30 см-ҙан артыҡ булмаһын, һыҙырылған ҡайыр көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелеп торған урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайыры даими рәүештә әйләндерел торолһон. Ҡайыры¬ның тиҙ һынып барыуы уның яҡшы кипкәнен аңлата.

Имән ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы эс киткәндә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшсәнлеге боҙолғанда, һейҙек ҡыуығы шешкәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 5-6 аш ҡалағы киптереп ваҡланған имән ҡайырыһын 1 литр һыуға һалып, 30 минут талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Ҡай¬натманы көнөнә 2-3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1 /2 стакан эсергә.
Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите ҡанап шешкәндә был ҡай¬натма менән ауыҙҙы сайҡау файҙалы. Геморрой шешектәре ҡанағанда ла имән ҡайыры ҡайнатмаһын ванна, примочка рәүешендә ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.
Аяҡтар ныҡ тирләүсән булғанда ванна яһап була.
Баш тиреһе тиҙ майланып барһа ла имән ҡайыры ҡайнатмаһы ярҙам итә ала.

Ҡулланыу тәртибе: үрҙә күрһәтелгәнсә әҙерләнгән ҡайнатма шыйығайтыла — 2 аш ҡалағы ҡайнатма киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡ 1 стакан ҡайнар һыуға һалына. Яһалған дауаны төнгә ҡаршы 1/2 стакан эсергә.

Имән ҡаты ағас. Ул төҙөлөш иатериалы булараҡ бик ҡиммәтле. Борон- борондан нығытма өсөн ҡулланылған. Өфөнөң тәүге исеме, ғалимдар иҫбатлауынса Имәнҡала булған.




#Article 181: Һарыҡ (114 words)


Һарыҡ () -- ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһе, ҡуш тояҡлылар төрөндәге һөт имеҙеүсе хайуан. Был хайуан, ҡуйы йөнө һәм ашарға яраҡлы ите булған өсөн, бик боронғо замандан уҡ йортҡа эйәлештерелгән. Хәҙерге заманда йөнө алынған һарыҡ тиреһе (руно) башҡа йәнлек тиреһенә ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла. Һарыҡ ите күп илдәрҙә төп аҙыҡ. Ит һәм йөн алыуҙан башҡа һарыҡты һөт (брынза), кулинар май, тире етештереү өсөн үрсетәләр.

Һәм ниһайәт, һарыҡты фәнни эксперименттарҙа файҙаланалар. Шуларҙың иң билдәлеһе — Долли исемле һарыҡ; ул Бөйөк Британияла 1996 йылда клонлаштырылған тәүге һөт имеҙеүсе хайуан.

Һарыҡсылыҡ — күп илдәрҙең иҡтисадында ҙур өлөш алған малсылыҡ тармағы. Хәҙерге көндә Ҡытай, Австралия, Бөйөк Британия, Яңы Зеландия илдәрендә ныҡ үҫешкән.

Башҡорт телендә һарыҡты төрөнә һәм йәшенә ҡарап төрлөсә атайҙар.




#Article 182: Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (105 words)


Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (7 февраль 1934 йыл) — Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993 — 15.07.2010).

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

Атаһы — Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Рәхимов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер нисә хужалыҡта рәйес булып эшләй һәм 1956 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Мортаза Рәхимов үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, 1964 йылда Өфө нефть институтының киске бүлеген тамамлай.

 

Өфө ҡала Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты.




#Article 183: Тирәк (444 words)


Тирәк (Pópulus) — талдар ғаиләһенә ҡараған ағастар ырыуы.
Был ырыуҙағы ағастар генетик яҡтан ҡарғанда, күп төрлө булалар. Теләһә ниндәй ерҙә үҫә ала, оҙолоғо 15 м-ҙан алып 50 метрға тиклем, ағас олоно диаметры 2.5 мертға тиклем етә.

Тирәк ағасының оҙонлоғо 40 — 45 метр (ҡайһы берҙә 60 метрға тиклем үҫә), ә олоно диаметры 1 метрҙан ашыу. Йәш ағастарҙың ҡабығы шыма, аҡһыл йәшел йәки ҡара һоро төҫтә; ҡарт ағастарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә ҡабыҡтары шыма булып ҡала, ә икенселәрҙә ҡытырша һәм тәрән ярыҡтар менән. Ботаҡтары йыуан (талдан айырмалы рәүештә). Япраҡтары ботаҡта спираль рәүешендә урынлаша, һәм формаһы менән айрылып тора, ҡайһылары өсмөйөштән түңәрәккә йәки көрәк формаһында (һирәк). Һәм оҙон һап менән. Япраҡтарҙын ҙурлығы бер үк түгел: сит ботаҡтарҙа улар бәләкәй, ә үҙәк ботаҡтарҙа улар бик ҙур.

Тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ уҫешкән була, әммә ләкин, тамырҙарҙың өҫкө ҡатламы ғына иң ныҡ үҫешә.

Сәскәләре ике өйлө (бер өйлөләр һирәк була) һәм яҙ башында япраҡтарҙан иртәрәк барлыҡа киләләр. Сәскәләре башаҡҡа оҡшаш сәскәлеккә (һырғаларға) йыйылған.

Тирәктең орлоғо ваҡ, оҙонлоғо 1 — 3 мм, һәм мамыҡ кеүеҡ, нәҙек сәстәр беркетелгән.
Тирәк ағасы 40 — 60 йыл бик тиҙ уҫә, артабан үҫеүе һүлпәнәйә. Тирәктең ғүмер оҙонлоғо 60 — 150 йыл тирәһе.

Тәбиғәттә тирәк ағасының күп төрҙәре йылға буйында һәм дымлы ҡыялыҡтарҙа үҫә. Ә культур рәүештә ултыртылған ағас теләһә ниндәй ерҙә үҫә. Ябай тирәк ағасы һаҙлы урында үҫә алмай, сөнки ошондай ерҙә тамыры менән һулай алмай.

Тирәктәрҙең күбеһен декоратив ағас итеп үҫтерәләр. Улар башҡа ағастарға ҡарағанда бейегерәк һәм бик шәп үҫә. Бик тиҙ тамыр биреүсе ағас, хатта һынып төшкән ботаҡтары тамыр ебәреп уҫә алалар.

Тал ағасы кеүек, тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ үҫешкән, ағастан 40 метрҙан ашыуға тарала, шуға ла ошондай ағастарҙы өй эргәһендә һәм керамик торбалар үткән ерҙә ултыртыуы — яҡшы уй түгел.

Тирәк ағасының уҙағасы бик эре көпшәләрҙән тора, шуға ла ныҡ сыҙамлы булмай.

Тирәкте ҡағыҙ етештергәндә ҡулланалар.
Тирәктән ҡиммәт булмаған ағас материалдары эшләйҙәр, мәҫәлән, осһоҙ фанера, поддон, һ. б.
Тамырында дубиль матдәләр күп булғанлыҡтан, европа идәрендә тире эшкәрткәндә ҡулланылған дубиль матдәләр алалар.

Аүыл хужалығында ел эрозияһынан һаҡлау өсөн трәкте яландарҙа ҡыршау итеп ҡулланалар . Тирәк ағасы түмәрҙәрендә бәшмәк үҫтерәләр.

Был ырыуға 6 секцияға бүленгән 25 — 35 төр ағастар ҡарай. [17]

Үҫеү ареалы — Мексика. Ҡалған тирәктәр секцияһы менән сағыштырғанда Мексика тирәктәренең бөтә органдары ла бәләкәй.

Ҡалғандарҙан үҙенсәлекле дельталы япраҡтары менән айрыла, япраҡ һабаҡтары уҫаҡтаҡы кеүек оҙон. Ошо секцияла сатырҙары пирамида формаһындағы ағастар бар, улар Рәсәйҙең көньяҡ райондарында үҫә.

Тирәктәр төркөмө араһанда иң оло төркөм тип күҙаллайҙар. Был тирәк ағастарының бөрөләре, һырғалары һәм япраҡтары бик ҙур.

Иң киң таралган төркөм. Ҡалған тирәктәр төркөмөнән япрпҡтары һәм бөрөләре сайыр һымаҡ матдә бүлеп сығармауы менән айрыла.

Япраҡтары һәм бөрөләре хуш еҫле ыҫмалаға бай.

Бал секциялағы тирәктәр уҫаҡҡа оҡшаған, үҙағасы йомшағыраҡ. Ҡалған тирәктәрҙән олоно менән айрылып тора, бындай тирәктәрҙең олоно талдыҡы кеүеҡ күп төплө.




#Article 184: Шыршы (359 words)


Шыршы Picea ырыуына ҡараған ылыҫлы ағас. Был ырыуға 35 тирәһе ылыҫлы, мәңге йәшел ҡарағай ғаиләһенә ингән, ағастар бар. Ул ағастар Ерҙең төньяҡ урта климат зонала һәм тайгала үҫә. Шыршы 20 — 60 метр оҙонлоҡтағы ҙур ағас. Ҙурайып үҫкән ағастарҙа ботаҡтар спираль формаһында урынлаша ала, шыршының сатыры конус формаһына оҡшаш. Япраҡтары, йәғни энәләре, шыршы ботаҡтарында спираль рәүешендә махсус төптәрҙә урынлашалар. Әйтеп кителгән энә 4 — 10 йылдан һуң ҡойола, ҡайолғандан һуң төптәре тороп ҡала. Шыршының төп тармыры насар үҫешкән. Уның ян тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламына яҡын урынлаша, шуға күрә көслө елдәр ҡайһы саҡта шыршы ағастарын төбө-тамыры менән аҡтарып ташлай.

Шыршыны ҡайһы бер тәнкәле ҡанатлылар (күбәләк кеүектәр) личинкаларын ашатыу өсөн ҡулланалар.

Ғалимдар көнбайыш Швейцария тауҙарында 9 550 йыллыҡ шыршыны тапҡандар, был шыршы иң ҡарт тере ағастарҙың береһе тигән фараз бар.

Шыршы яланғас орлоҡто үҫемлектәр вәкиллегенә ҡарай. Шаршы урмандары Рәсәйҙә бик ҙур майҙанды алып тора. Шыршы — күләгәгә сыҙамлы тоҡом. Ул тик туҡлыҡлы матдәләргә бай булған дымлы тупраҡта яҡшы үҫә.

Шыршының иң күп таралған төрө европа шыршыһы, йәки ябай шыршы (Picea abies), ошо төр урта Европала, Финляндияла, бөтә Себерҙе солғап алған, Урал яғынан Рәсәйҙең Европа өлөшөндә таралған.

Көнсығыш Себерҙә, Уралда һәм уларға яҡын территорияларҙа себер шыршыһы (Picea obovata) үҫә.

Кавказда көнсығыш шыршы (Picea orientalis) таралған.

Рәсәйҙең далалы өлөшөндә аҡ шыршы (Picea glauca) үҫә.

Шыршының ҡалған төрҙәре Ҡытайҙа, себерҙә һәм Төньяҡ Америкала осрай.

Шыршы ҡағыҙ етештергәндә мөһим материал булып тора, унан эшләнгән кағыҙ бик сыҙамлы була, сөнки уның уҙағасындағы көпшәләре оҙон. Шыршы тағы ла төҙөлөштә ҡүлланылған ағас булып хисаплана, унан төҙөлөштә ҡулланған материалдар эшләйҙәр (таҡта һ.б.), һәм ағас самолёттарҙа, музыкаль инструменттарҙа ҡулланалар.
Шыршынан эшләнгән төҙөлөш материалдары сереп бармай, һәм ағастың үҙендә бөжәктәр булмағанлыҡтан, уны төҙөлөштә ҡулланырға тәҡдим итәләр. Әммә ләкин ул ныҡ сыҙамлы материал түгел, еңел һына.

Орлоҡтары урман ҡоштарына һәм тейенгә, сысҡанға ем булып тора.
Шыршынан медицинала ҡулланылған эфир майҙары һәм шыршы скепидарын етештерәләр.

Элек башҡорттар шыршының сайырын һағыҙ итеп сәйнәгәндәр.
Шыршының энәләрендә күп күләмдә С витамины бар.

Шаршының сайырынан канифоль, ағасынан метил спирты, уксус, дегет эшләйҙәр.

Төньяҡ Америкалағы индецтар шыршының нәҙек тамырҙарынан кәрзинә ишкәндәр.

Был ағас ҡышын да йәйен дә йәшел булғас, баҡсасылыҡта (парктарҙа) ултырталар. Юл ситендә ел ҡамау, иген яландарында ҡар тотоу өсөн ултырталар. Яңы йыл байрамында (раштыуа) шыршыны христандар өйгә индереп биҙәйҙәр.




#Article 185: Миләш (217 words)


Миләш (шулай уҡ мышар, )— ағас, йәки ҡыуаҡ. Төрө миләштәр төркөмөнән, розалар ғаиләһенән.

Таралыу арауығы — бөтә Европа тиерлек, Алғы Азия, Кавказ, хатта Алыҫ Төньяҡҡа тиклем барып еткән, ә тауҙарҙа өҫкө үҫемлектәр донъяһының сигенәсә үҫә. Иң бейек ерҙәрҙә ҡыуаҡлыҡтарға әүерелә.
Рәсәй сиктәрендә Европа өлөшөндә һәм Төньяҡ Кавказда урмандарҙа, урманлы далаларҙа таралған.
Айырым һәм шулай уҡ тотош шырлыҡтар булып үҫә. Урман алдарында, ылыҫлы, ҡатнаш һәм бик һирәк япраҡлы урмандарҙа осрай. Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһын да үҙ итә.
Ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙам, ҡараңғы, күләгәле урындарҙа ла үҫә.

Бөрөләре кейеҙ һымаҡ, йомшаҡ.
Япраҡтары 20 см-ғаса прһыҙ ҡауырһын һымаҡ, 7-15 япраҡсанан ғибәрәт. Улар сиратлашып тора. ланцетлы һәм һуҙынҡы, осланған, ситтәре тешле, аҫҡы өлөштә бысҡы һымаҡ. Төҫө өҫтә тоноҡ йәшел, аҫ яғында төҫһөҙөрәк. Көҙ көнө алтынһыу һәм ҡып - ҡыҙыл төҫкә керә.

Дауаланыу өсөн миләштең емеше ҡулланыла. Уның составында төрлө биологик актив матдәләр: каротин,С, Р,В, РР витаминдары, алма, сорбин кислоталары, шәкәр, гликозид, флавонноидтар һ.б. бар.

Миләш емеше ҡырау төшкәс йыйыла һәм мейестә киптерелә. Унда температура 50-60 градустан артырға тейеш түгел Ғәҙәттәгесә һаҡлана.

Башҡорттарҙа миләш ағасы бер илаһи көскә эйә тип иҫәпләгәндәр. Унан мунсаҡтар эшләгәндәр. Балаға күҙ теймәһен өсөн, башлығына миләштән “Һаҡлағыс” (оберег) эшләп ҡуйғандар.
Өйҙә яман көстәр булмаһын өсөн, миләш ботағын емештәре менән ишек башына элгәндәр.
Миләште өй эргәһенә ултыртыу ҙа йорт тирә яғын яман көстәрҙән һаҡлаған.

Миләш уңған йылы көҙ ямғырлы булыр.




#Article 186: Муйыл (314 words)


Муйыл (, ) — Розалар ғаиләһенән, сливалар төрөнән булған, бейек булмаған ағас, бик һирәк осраҡта ҡыуаҡлыҡ.
Бөтә Рәсәй буйынса таралған. Шулай уҡ көнбайыш Европала һәм Азияла үҫә.
Хуш еҫле сәскәләре өсөн декоратив үҫемлек булараҡ та үрсетелә.

Ярым ағас, ағас йәки эре ҡыуаҡ бейеклеге 0,6—10 м, олоно оҙонса, ҡуйы. Ҡайырыһы һоро, ҡара- һоро, аҡһыл оҙонса таптары бар. Йәш ботаҡтар зәйтүн йәки сейә ҡыҙыл төҫтә.

Япраҡтары ябай, сиратлашҡан, оҙонса түңәрәк йәки һуҙылған — эллиптик, оҙонлоғо 3—10 (һирәк осраҡта 15) см, яланғас, нәҙек, ҡыҫҡаҡ һабаҡлы, ослайып бөтә, ситтәре бысҡы һымаҡ осло; япраҡ яны беҙ һымаҡ, тиҙ ҡойола; һабаҡтарының оҙонлоғо 1—1,5 см, япраҡ төбөнән өҫтәрәк ике ҡаты пластинкаһы бар.

Сәскәләре аҡ (һирәгерәк ал), ҡуйы оҙонса тәлгәшкә йыйылған, оҙонлоғо 8—12 см, ныҡ еҫле, сәскә төптәрендә. Таждары һәм таж япраҡсалары 5-әр, һеркә япраҡтары 20, һеркәлектәре һары, емешлеге берәү.

Емеш — шар формаһында ҡара төшөнөң диаметры 8—10 мм, татлы, ныҡ һуҙылыусан. Төшө оҙонса түңәрәк.

Апрелдән июнгәсә сәскә ата. Емештәре июлдә — августа өлгөрә.

Вегетатив рәүештә үрсей, (сыбыҡсалар, тамырын бүлеү юлы), бик һирәк осраҡта орлоҡтар менән.

Йыл һайын бик көслө сәскә атһа лә, емештәре йыл да булмай, сөнки сәскәләре иртә яҙҙа ҡырауға бирешә. Ә ағастар үҙҙәре төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән яфалана.

Дауалау өсөн муйылдың емеше һәм ҡайыры ҡулланыла. Уларҙың составында С витамины, каротин, алма һәм лимон кислоталары, амигдалин һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.
Муйыл япрағы гигиеник яҡтан файҙалы. Ул бүлеп сығарған фитонцид матдәһе себен-серекәйҙәрҙе өркөтә.
Муйыл емеше эс китеүҙән шифалы. Төнәтмәне былай әҙерләргә: 1 аш ҡалағы кипкән муйылдыбер стакан ҡайнар һыуға һалып,20 минут талғын утта ҡайнатырға. Көнөнә өс тапҡыр яртышар йәки стакандың өстән бер өлөшөн эсергә.
Күҙ ҡабағы шешенгәндә.

Муйылдың ҡайыры иртә яҙ айҙарында һыҙырыла. Емеше ҡояш төшкән урында, мейестә, ҡайыры күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә.

Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙҙең күркәме муйыл бигерәк тә күп зарар күрә. Сәскәһе өсөн аяуһыҙ һындыралар, емештәрен алам тип ҡайһы бер әҙәмдәр муйыл ағастарын балта ҡулланып та йығалар. Бындай ҡаты бәғерлелеккә, вандализмға юл ҡуйылмаһын ине.

Варис Ғүмәров. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. — 78-79 биттәр.




#Article 187: Һыу (835 words)


Һыу (водород оксиды) — тәүторош хәлендә төҫө, тәме һәм еҫе булмаған үтә күренмәле шыйыҡса.
Химик формулаһы: H2O. Температураһы Цельсий буйынса 0 градустан түбән төшһә, ҡаты рәүешкә инә, туңа. Һыу туң хәлдә боҙ, ҡар, бәҫ тәшкил итә. Температураһы Цельсий буйынса 100 градусҡа күтәрелһә, ҡайнап сыға һәм быуға әйләнә. Ер йөҙөнең 71 % тирәһе һыу ятҡылыктары менән ҡапланған. Улар океан, диңгеҙ, йылға, күл, боҙлоҡтарҙан тора.

Һыу көслө иреткес. Тәбиғи хәлдә Һыуҙа һәр ваҡыт ирегән матдәләр бар.
 
Ер йөҙөндә һыу төп йәшәү сығанағы булып тора. Һәр бер тере йәндең һәм үҫемлектең химик төҙөлөшөнә инә, тирә-яҡ мөхиттең торошон билдәләй.

Тере кешенең тәнендә 55—78 % һыу бар, уның күләме кешенең йәше һәм ауырлығына бәйле. Кеше организмында 10 % һыу юғалтыу үлем осрағына килтереүе мөмкин. Тәндә һыу күләмен бер кимәлдә тотоу өсөн кешегә көнөнә яҡынса 3 литр һыу эсергә кәрәк.

Һыу Ер йөҙөндә өс агрегат хәлдә булыуы мөмкин — шыйыҡлыҡ, газ хәлендә һәм ҡаты хәлдә. Улар барыһы ла йәнәш булыуы мөмкин, мәҫәлән: һауала һыу быуы һәм болот, диңгеҙҙә һыу һәм айсберг, ерҙә боҙлоҡ һәм йылға. Һыу бик күп матдәләрҙең тәмен ала, үҙендә иретә ала. Һыуҙы «йәшәү сығанағы» булараҡ мөһимлеген иҫәпкә алып өс типҡа бүлеп йөрөтәләр.

Барлыҡҡа килеү, составы, ҡулланышы һәм башҡа үҙенсәлеген иҫәпкә алып:

Һыуҙың бер нисә химик атамаһы бар:

Һыу нормаль шарттарҙа шыйыҡ агрегат хәлдә, башҡа водород ҡушылмалары киреһенсә газ хәлендә була. Был молекулаларҙың үҙенсәлекле характеристикаһы менән һәм улар араһындағы бәйләнеш менән аңлатыла.

Водород атомдары кислород атомына 104,45° мөйөш яһап ҡушыла, һәм был конфигурация ҡәтғи һаҡлана. 

Водород атомы һәм кислород атомы араһындағы электро тиҫкәрелек айырмаһы ҙур булыу сәбәпле электрон болото кислород яғына күскән. Шул сәбәпле һыу молекулаһы актив диполь булып тора, кислород яғы тиҫкәре, ә водород яғы ыңғай.

Һөҙөмтәлә, молекулалар поляр бәйленеш барлыҡҡа килтереп ҡапма-ҡаршы полюстары менән бер-береһенә тартылалар. 

Уларҙы айырыу өсөн күп энергия сарыф ителә. Водород ионы — протондың тышҡы электрон ҡатламы юҡ һәм ул бик бәләкәй.  Шуға күрә тиҫкәре поляризацияланған күрше кислород электрон тышсаһына башҡа молекула менән водород бәйләнеше барлыҡҡа килтерә. 

Һәр молекула күршеләре менән дүрт водород бәйләнеше менән бәйләнгән — кислород атомы ике бәйленеш барлыҡҡа килтерә һәм водород атомы — ике бәйләнеш. 

Молекулалар араһындағы поляр һәм водород бәйләнеше һыуҙың юғары[ҡайнау температураһын һәм сағыштырмаса парға әйләнеү йылылығын билдәләй.

Ошо бәйләнештәр булыу сәбәпле һыу мөхитендә 15—20 мең атмосфераға тиклем баҫым барлыҡҡа килә, был һыуҙың ҡыйын ҡыҫылыусанлаған аңлата, һыу бары 0,00005 күләмгә ҡыҫыла.

Һыуҙың һәм боҙҙоң структураһы оҡшаш. Һыу һәм боҙҙа структура барлыҡҡа килтереп молекулалар билдәле бер тәртиптә урынлашырға тырыша, тик йылылыҡ хәрәкәте ҡамасаулай. 

Ҡаты хәлгә күскән ваҡытта йылылыҡ хәрәкәте кәмей һәм башҡа төр структура барлыҡҡа килтереүгә ҡамасауламай, һыу молекулалары билдәле тәртиптә урынлаша. 

Был процеста молекулалар араһындағы бушлыҡ арта һәм дөйөм тығыҙлыҡ түбән төшә. Был боҙ фазаһында һыуҙың тығыҙлығы кәмерәк булыуын аңлата. 

Парға әйләнгәндә, киреһенсә бәйләнештәр өҙөлә. Бәйләштәрҙе өҙөү өсөн бик ҙур энергия кәрәк.  Шуға һыу башҡа шыйыҡсалар араһында һәм ҡаты матдәләр араһында  сығыштырмаса иң ҙүр йылы һыйҙырыусанлыҡҡа эйә. 

Бер литр һыуҙы бер градусҡа йылытыу өсөн 4,1868 кДж энергия кәрәк. Ошо үҙенсәлеге булғанға күрә, һыу йыш ҡына йылылыҡ биргес итеп файҙалыныла.

Агрегат хәл буйынса өс төрө бар:

Баҫым артыу менән һыуҙың ҡайнау температураһы күтәрелә:

Ер (планета) йөҙөнөң 3/4 өлөшөн һыу тәшкил итә. Ерҙең гидросфераһы Донъя океанын, ҡоро ер һыуҙарын һәм атмосфералағы һыуҙы үҙ эсенә ала. Гидросферала һыу тәбиғәттәге үҙ-ара һыу әйләнеше процесы менән бәйләнгән.

Донъя океанына планеталағы бөтә һыуҙың 96%-тан ашыуы тура килә. Планеталағы һыуҙы материктар һәм утрауҙар айырым океандарға — Тымыҡ, Атлантик, Һинд һәм Төньяҡ Боҙло океанына бүлә. Антарктиданы уратып алған Көньяҡ океан айырым күрһәтелә. Майҙаны буйынса иң ҙуры — Тымыҡ океан, иң бәләкәйе — Төньяҡ Боҙло океан. Океандарҙың ҡоро ергә инеп торған өлөшө диңгеҙҙәр тип атала. Иң ҙур диңгеҙҙәр: Филлипин,Ғәрәп, Мәрйен диңгеҙҙәре.

Диңгеҙ һәм океан һыуы составында ирегән төрлө матдәләр бар. 1 литр океан һыуында яҡынса 35 г тоҙ(күберәге аш тоҙо) бар. Бындай һыу сәнәғәттә, ауыл хужалығында ҡулланырға яраҡһыҙ.

Йылға, күл, һаҙлыҡ, боҙлоҡ һәм ер аҫты һыуҙары ҡоро ер һыуҙары тип атала. Уларҙын күп өлөшө сөсө, әммә тоҙлолары ла осрай. Йылға, күл, һаҙлыҡтарҙа һыуҙың 0,02 % тупланған.

Боҙлоҡтарҙы һыу туңғанда барлыҡҡа килгән боҙ менән бутарға ярамай. Боҙлоҡтар ҡарҙан барлыҡҡа килә. Ҡар яуып иреп өлгөрмәй, ҡар ҡатламы тығыҙлана һәм боҙға әйләнә. Антарктида материгы ҡалын боҙ менән ҡапланған. Һималай, Памир, Тянь-Шань тау түбәләре боҙлоҡ аҫтында. Боҙлоҡтарҙа барлыҡ һыуҙың 2 % тирәһе тупланған.

Ер аҫты һыуҙары Ер ҡабығының өҫкө өлөшөндә урынлашҡан. Улар сөсө, тоҙло, һыуыҡ, йылы, ҡайнар ҙа булыуы мөмкин. Ер аҫты һыуҙары ҡайһы бер урындарҙа шишмә булып ер өҫтөнә сыға. Ер аҫты һыуҙары бөтә һыуҙың 2 %

Беҙҙең планета атмосфераһындағы һыу ваҡ тамсылар, болот, томан һәм боҫ хәлендә була. Конденсат барлыҡҡа килгәндә һыу атмосферанан яуым-төшөм, ямғыр, ҡар, боҙлауыҡ, ысыҡ рәүешендә ергә төшә. Дөйөм алғанда Ерҙең һыу өлөшө гидросфера, ә ҡоро өлөшө криосфера тип атала. Һыу Ерҙәге бөтә организмдар өсөн иң мөһим матдә булып тора. Ерҙәге тормош һыу мөхитендә барлыҡҡа килгән тигән фараз бар.

Гидрология — ер гидросфераһын, уның үҙенсәлектәрен, унда барған процестарҙы күренештәрҙе өйрәнеүсе фән. Дөйөм, ҡоро ер, диңгеҙ гидрологияһына бүленә. Гидрологияның төп өйрәнеү объекты булып тәбиғәттә һыу әйләнеше, һыу ресурстары, уларҙың барлыҡҡа килеү шарттары һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү, һан һәм сифат яғынан баһалау тора.

Гидргеология — ер аҫты һыуҙарын, уларҙың физик үҙенсәлектәрен һәм химик составын, сығышын, таралыу һәм хәрәкәт итеү үҙенсәлектәрен, ер өҫтө һыуҙары, тау тоҡомдары менән үҙ-ара тәьҫирен өйрәнеүсе фән.

Йомаҡ

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр




#Article 188: Дөйә (275 words)


Дөйә — сүлдә һәм далала йәшәүсе һөт имеҙеүсе хайуан. 

Дөйәләрҙең ике төрө була:

Оло дөйәнең ауырлығы 500—800 кг-ға етә; репродуктив дәүере 2-3 йәштән башлана. Ул 40 йәшкәсә йәшәй ала.

Дөйә ҡоролоҡло һәм ҡаты шартлы төбәктәрҙә тереклек итегә яраҡлы. Ҡуйы йөнлө тиреһе көн эҫеһе менән төнгө һыуыҡтан яҡшы ышыҡлай. Киң ике бармаҡлы тояғы ярмалы ҡом һәм ваҡ таштар буйлап йөрөү өсөн яйлы. Дөйә тирләмәй, ташландыҡ-ҡалдығы менән бик аҙ шыйыҡса сығара. Тын алғанда морононан бүленгән дым тирә-яҡ һауаға сығып юғалмай, махсус йыйырсыҡта йыйылып, кире ауыҙына ағып төшә. 
Дөйә оҙаҡ ваҡыт һыу эсмәй тереклек итә ала - бындай осраҡтарҙа уның ауырлығы 40%-ҡаса кәмей ала. Һыу буйына еткәс, бер юлы 57 литрғаса һыу эсә ала.

Дөйәләрҙең күпселеге һыу ятҡылығын күргәне булмаһа ла, улар бик яҡшы йөҙөүсе.

Дөйәнең сүллектә йәшәүенә үҙенсәлекле яраҡлашыуҙарының береһе — ул май ҡатламдары булған үркәстәр. Дөйә үркәстәрендә булған майҙарҙың әселәнеүе аша һыу ала ала, тигән ярайһы киң таралған фекер йәшәй. Әммә эш шунда — тын алғанда организм май әселәнеүендә барлыҡҡа килгәндәгегә ҡарағанда күберәк дым юғалта. Ысынбарлыҡта иһә дөйәләр бары тик һыуһыҙлыҡты бик яҡшы кисерә. Дөйәләр ике аҙнаға тиклем һыуһыҙ, айға тиклем аҙыҡһыҙ йәшәргә һәләтле. Үркәстәрҙең ысын тәғәйенләнеше башҡа — улар дөйәнең арҡаһын ҡояш эҫеһенән һаҡлаусы үҙенә бер төрлө ҡыйыҡ булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, организмдың бөтә май һаҡламының арҡала тупланыуы йылылыҡтың яҡшы алмашыныуына булышлыҡ итә.

Ҡулға эйәлештерелгән дөйәләр Азия һәм Африканың бик күп өлкәләрендә таралған, дөйәләр егеү һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыла. Дромедарҙар төньяҡ Африканың 1° көньяҡ киңлегендә, Ғәрәп ярымутрауында, Үҙәк Азияла осрай. XIX быуатта Австралия континентына килтерелә, бында урындағы климат шарттарына яраҡлашалар һәм 50 мең башҡа етәләр.

Бактриандар Кесе Азияла һәм Маньчжурияла таралған. Донъяла барлығы 19 млн дөйә иҫәпләнә, шуларҙың 14,5 млн Африкала тереклек итә.




#Article 189: Бесәй (108 words)


Бесәй () — эт менән бер рәттән кешенең иң яратҡан йорт хайуаны.

Зоологик күҙлектән бесәй йыртҡыстар отряды бесәй һымаҡтар ғаиләһендәге һөт имеҙеүсе хайуан.; Элегерәк бесәйҙе айырым биологик төр булараҡ ҡарағандар. Хәҙерге заман биология системаһында йорт бесәйе (Felis silvestris catus) урман бесәйенән бәләкәй төрө булып тора (Felis silvestris).

Кимереүселәргә һәм башҡа ваҡ хайуандарға яңғыҙ һунарсы булһа ла, бесәй социаль хайуан. Ул тирә-яҡтағыларға мөнәсәбәтен белдереү өсөн төрлө тауыштар, феромондар, хәрәкәттәр ҡуллана.

Хәҙерге заманда донъяла 600 млн. йорт бесәйе иҫәпләнә. 200-гә яҡын тоҡомо сығарылған, улар араһында оҙон йөнлө (персид бесәйе) һәм бөтөнләй йөнһөҙ (сфинкс) төрҙәре бар.

Кимереүселәргә һүнар итеү һәләте булған өсөн бесәйҙе кешелек донъяһы 10 000 йыл буйы хөрмәт итә.




#Article 190: Дәүләт (439 words)


Дәүләт — бер географик өлкәлә йәшәүсе халыҡтың сәйәси берләшмәһе. Беренсе боронғо дәүләттәр Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дәүләттең үҙ хөкүмәте, халҡы һәм баш ҡалаһы була.

Дәүләт – сәйәси инститтуар берлеге, уның төп маҡсаты йәмғиәтен берҙәмлекте һаҡлау.
Хәҙерге капиталистик дәүләттәрҙә дәүләтен маҡсаттары ошондай тип әйтелә:

реализация и сохранение общих для членов общества материальных и духовных целей и 

Хәҙерге ваҡытта донъяла 200 яҡын дәүләт бар. Антарктида ерҙә дәүләт юҡ.
Община (ябай йәмғиәт) менән сағыштырғанда дәүләт идара иткән социаль класс бар (чиновниктар). Общинала һәр индивидтын идара итергә хоҡуғы бар..

Нимә ул «дәүләт»? Ошо яуапҡа фәндә һәм халыҡ-ара хоҡуғында берҙәм яуап юҡ.

Иң эре халыҡ-ара Берҙәм Милләттәр Ойошмаһының территория дәүләт булыуын йәки булмауын фиксация итеү хоҡуғы юҡ. Яңы дәүләтте танырға дәүләт мәжбүр. 1993 йылда Конвенция Монтевидео дәүләттен билдәләмәһен бирҙе.Ошо документ буйынса дәүләттен 4 билдәлә булырға тейеш (территория, кеше, хөкүмәт, башҡа дәүләттәр менән бәйләнештәр төҙөү һәләте).
.

Лазарев Валерий Васильевич дәүләтте ошолой тип билдәләй: дәүләт – сәйәси хакимлыҡтын ойоштороуы, идара иткән класстын йәки бөтә халыҡтын хыялдарҙы тормошҡа ашырған махсус аппараты булыуы..

Платон дәүләттең килеп сығуы тураһында ла иғтибарға лайык фекер күтәрә. Дәүләттең ойошоу сәбәбе — ихтыяж. 
Платон дәүләт менән идара итеүҙә өс форманы атай: монархия, аристократия һәм демократия. Ошо өс форманың һәр ҡайһының эсендә ул икешәр вариантты — барлығы алты вариантты күрә. Мәҫәлән, монархия ул — бер кешенең хакимлеге. Ошо форманың бер варианты — законлы монархия (батша), икенсе варианты — көсләү ысуллы монархия (тиран). Аристократия иһә — бер нисә (бер төркем) кешенең хакимлеге. Уның варианттары: яҡшы кешеләрҙең һәм насар кешеләрҙең (олигархия) хакимлеге. Демократия — күптәрҙең хакимлеге.
Демокартия – законда нигеҙләнгән формаларҙан иң насар.

Аристотель буйынса дәүләт ғаиләләр, ырыуҙар араһында имән тормошҡа ынтылыш нигеҙендә төҙөлә.
Аристотель үҙенең «Сәйәсәт» тигән трактатында йәмғиәт һәм дәүләт менән идара итеү хаҡындағы ҡараштарын яҙҙы.

Гегель буйынса дәүләт – объектив Рухтын иң юғары күренеше. Бер кешенең азатлығы бөтә кешеләр берҙәмлектә, был дәүләт – абсолют үҙмаҡсат (Selbstzweck). 
Милли дәүләттәрҙә халыҡ Рухы (Volksgeister) тормошҡа ашырыла.  Уларҙын тарихи яҙмышта Рухтын диалектик кәүете эшләй. Ул алмаштырып үҙ аңлау азатлыҡҡа килә.

Дәүләт – ҙур ғаилә. Ил башлығының маҡсаты халыҡты ашатыу һәм өйрәтеү. Байҙарға һәм ярлыларға бүленеү насар түгел.

Аврелий Августин буйныса дәүләт-кешеләрғә беренсе гөнаһ эшләү өсөн яза, бер кешеләр икенселәрғә буйһона. Дәүләт бәхет өсөн түгел, ә кешеләр тормош кисереү өсөн кәрәк. Ғәҙел дәүләт – христиан дәүләт. Августин Аврелий буйынса свет дәүләте – гөнаһ иле, уның прототибы – Рим.

Георг Пухта (1789 — 1846)  буйынса дәүләт халыҡ рухы менән төҙөлә. Георг Пухта монархия дәүләт төҙөлөшөн яҡланы.

Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәте 58-се һанлы «Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте системһы тураһында» федераль законы буйынса көйләнә.
Һәр чиновник Класс дәрәжәһе  буйынса айырыла.
Класс дәрәжәһе — Рәсәй Федерацияһында федераль, региональ дәүләт хеҙмәткәренең квалификация күрһәткесе.

Юғары тѳркѳмө:

Баш тѳркѳмө:

Башҡарыусы тѳркѳмө:

Баш тѳркѳмө:

Кесе тѳркѳмө:




#Article 191: Ҡытай Халыҡ Республикаһы (1535 words)


Ҡытай, Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) (ҡытайса ғәҙәти 中國/中国，ябай 中华人民共和国) — Көнсығыш Азиялағы социалистик дәүләт. Халыҡ һаны буйынса (1,36 млрд-тан күберәк) донъяла — беренсе, майҙаны буйынса Рәсәй менән Канаданан ҡала өсөнсө урында тора. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; Тайванда һәм Макаола — кантон) теле. Ил халҡының күпселеге — этник ҡытайҙар, үҙатама — хань.

Донъяла юғары бойондороҡһоҙ дәүләт (держава) булып иҫәпләнә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Именлек советының даими ағзаһы. Ер шарында космосты яулау буйынса алдынғы илдәрҙең береһе, хәрби хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса донъялағы иң ҙур армияға һәм йәҙрә ҡоралына эйә.

Ҡытай 14 ил менән сиктәш.

Дөйөм таралған фараз буйынса, «Ҡытай» «Ҡатай» һүҙенән алынған тип иҫәпләнә. Уның сығышы үҙ сиратында кидань (китай) исемле манжур күсмә ҡәбиләләренә барып тоташа. 907 йылда улар Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала һәм унда үҙҙәренең Ляо дәүләтен ойоштора. XII—XIII быуаттарҙа уларҙың урынына башҡа күскенселәр — джурджендәр һәм монголдар килеп ултырһа ла, тәүге этноним Төньяҡ Ҡытай топонимы булып нығынып ҡала. Европа сәүҙәгәрҙәре, атап әйткәндә, Марко Поло, был исемдең «Катай» («Cathay») формаһын урта быуат Көнбайыш Европаһына алып ҡайта, һәм ул унда быға тиклем ҡулланылған латин теленән алынған «China» һүҙен ҡыҫырыҡлап сығара. Артабан был яңы исем славян телдәргә күсә һәм уларҙа «Китай» булып нығына. Көнбайышта «Катай» Ҡытайҙың шиғри исеме булараҡ ара-тирә хәҙер ҙә ҡулланыла.

Ҡытай тарихы яҙма сығанаҡтарҙың төрлөлөгө менән үҙенсәлекле. Улар археологик мәғлүмәттәр менән берлектә сәйәси һәм социаль хәл-ваҡиғаларҙы бик боронғо замандарҙан алып тергеҙеү мөмкинлеген бирә. Изгеләр тип танылған дини-фәлсәфәуи һәм тарихи йөкмәткеле текстар — бигерәк тә Конфуций тәғлимәттәре яҙылғандары — үҙ сиратында ҡытай мәҙәниәтенең (цивилизацияһының) һәм ҡытай халҡын донъяға ҡарашының артабан үҫеүенә йоғонто яһаған.

Һәр кешенең ерҙәге тормошта бәхеткә, байлыҡ һәм муллыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән юғары социаль-сәйәси әүҙемлеге Ҡытай мәҙәниәтенә Конфуций осоронан уҡ хас була. Һәр кемдең яҙмышы хоҙайҙың алдан билдәләүенә түгел, ә уның үҙ тырышлығына бәйле.

Ҡытай мәҙәниәте — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ғалимдәр билдәләүенсә, уның йәше биш мең йылға тиң, ә булған яҙма сығанаҡтар бары 3500 йылдан кәм булмаған осорҙо яҡтырта. Бер-береһен алмаштырған династиялар тарафынан тағы камилләштерелгән административ идара системаһының бик борондан килеүе ҡытай дәүләте өсөн һис шикһеҙ өҫтөнлөк тыуҙырған. Шуға ла уның иҡтисады артта ҡалған күршеләре-күсмә ҡәбиләләр һәм таулы халыҡтар менән сағыштырғанда ныҡ үҫкән ауыл хужалығына нигеҙләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеү һәм б. э. т. II быуатта берҙәм яҙма системаһы индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.

Сәйәси күҙлектән Ҡытай бер нисә мең йыллыҡтар барышында цикл рәүешендә ҡабатланған сәйәси берҙәмлек һәм тарҡалыу осорҙары аша үтә. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер осраҡта өлөшләтә йә тулыһынса сит ил дәүләте составына инә (миҫал өсөн Юань һәм Цин империялары). Ҡытай биләмәләре ситтән һөжүмдәргә даими дусар булһа ла, баҫҡынсыларҙың күбеһе иртәме-һуңмы барыбер «ҡытайлашып», ҡытай этносы эсендә юғала, ә улар дәүләттәрепнең ерҙәре ғәҙәттә Ҡытайға ҡушыла. Бөгөнгө Ҡытай дәүләте һәм йәмғиәте — быуаттар дауамында тирә яҡтағы күп һанлы Азия халыҡтарының миллионлаған вәкилдәренең күсенеп йөрөүе һәм хань ассимиляцияһына бирелеүе, мәҙәни һәм сәйәси үҙ-ара үтеп инеү һәм бер-береһенә йоғонто яһау һөҙөмтәһе. Бында шулай уҡ традицион ҡытай тарихнамәһенең башҡа халыҡтар (монголдар, манжурҙар) тарихын һанға һуҡмайынса, уларҙың үҙаллы дәүләттәрен Ҡытайҙың өлөшө итеп ҡарап, барыһын да Ҡытай хроникаль-династия тарихына индереүен иҫтә тоторға кәрәк.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы — унитар республика, демократик халыҡ диктатураһының социалистик дәүләте. Илдең төп ҡануны — 1982 йылда ҡабул ителгән конституция. Дәүләт власының юғары органы — 2979 депутаттан торған бер палаталы Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы (урыҫса Всекитайское собрание народных представителей — ВСНП). Ул халыҡ вәкилдәренең төбәк йыйылыштары тарафынан биш йыллыҡ срокка һайлана. Йыйылыш сессиялары йыл һайын саҡрыла. Сессиялар араһында Йыйылыш вәкәләтлектәрен уның Даими комитеты атҡара.

Һайлауҙарға бары тик Ҡытай коммунистар партияһы һәм Ҡытайҙың халыҡ сәйәси консультатив советына (урыҫса Народный политический консультативный совет Китая — НПКСК) ингән һәм «демократик» тип аталған һигеҙ сәйәси фирҡә депутаттары ғына үткәрелә. Гонкондағы КҠР-ҙың махсус администртив райондары биләмәләрендә һәм Макаола үҙҙәренең айырым закон сығарыу органдары бар.

Халыҡ вәкилдәренең бөтөн ҡытай йыйылышы депутаттарның барыһы ла — коммунистар партияһы һәм демократтар блогы вәкидәре.

Дәүләт башлығы — Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе (Си Дзиньпин (). Ул ил етәкселәренең бишенсе быуын вәкиле.

Дәүләттең юғары башҡарма органы — ҠХР-ҙың Дәүләт советы (Үҙәк халыҡ хөкүмәте). Уның составы: премьер, уның урынбаҫарҙары, Дәүләт советы ағзалары, министрҙа, комитеттар рәйестәре, генераль ревтизор һәм яуаплы секретарь.

Юғары Халыҡ Суды — юғары суд инстанцияһы, ә халыҡ судтары — беренсе инстанция һәм кассация судтары булып иҫәпләнә. Юғары Халыҡ Прокуратураһы һәм уның урындағы органдары — прокурор күҙәтеүен (надзоры) тормошҡа ашыра.

Дәүләт власының урындағы органдары булып халыҡ вәкилдәре йыйылыштары, ә даими эшләүсе орган булып даими комитеттар һанала (улар волостарҙа юҡ). Урындағы халыҡ хөкүмәттәре башҡарыу-етәксе органдар булып иҫәпләнә.

Ҡытай Көнсығыш Азияла урынлашҡан. Көнсығыштан уны Тымыҡ океандың көнбайыш диңгеҙҙәре йыуа. Төньяҡ-көнсығышта ул Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы һәм Рәсәй менән, төньяҡта — Монголия, төньяҡ-көнбайышта Рәсәй һәм Ҡаҙағстан, көнбайышта — Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Афғанстан менән, көньяҡ-көнбайышта — Пакистан, Һиндостан, Непал һәм Бутан менән, көньяҡта — Мьянма, Лаос һәм Вьетнам менән сиктәш. Ил биләмәләре майҙаны 9,6 млн км². Был йәһәттән Ҡытай Азияла иң ҙур дәүләт булһа, Ер шарында, Рәсәй менән Канаданан ҡалып, өсөнсө урында тора. Ҡытайҙа бер дөйөм сәғәт бүлкәте билдәләнгән — UTC+8.

Ҡытайҙың диңгеҙ буйы ярҙары төньяҡта Төньяҡ Корея менән сиктән башланып, көньяҡта Вьетнамға тиклем һуҙыла һәм дөйөм оҙонлоғо 14 500 киомет тәшкил итә. Ил биләмәләрен Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе, Корея ҡултығы, Һары диңгеҙ Һәм Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе һыуҙары йыуа. Тайвань утрауы материктан Тайвань боғаҙы менән айырылған.

Ҡытайҙың ер өҫтө төҙөлөшө бик төрлө: бында бейек тауҙар ҙа, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар ҙа, сүллек һәм киң тигеҙлектәр ҙә бар. Рельеф буйынса ил биләмәләре өс эре төбәккә бүленеп тикшерелә:

Төньяҡта Пекиндан башлап көньяҡтағы Шанхайға тиклем йәйелеп ятҡан Бөйөк Ҡытай тигеҙлеге, Хуанхэ йылғаһы һәм Янцзы дельтаһы диңгеҙ буйҙарында бергә ҡушыла. Ынйы йылғаһы (һәм уның төп ҡушылдығы Сидзяндең) бассейны Ҡытайҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Янцзы йылғаһы бассейнынан Нанлинг тауҙары һәм Уйишан тау һырттары менән айырылған (һуңғылар ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫының Ҡытай буйынса исемлегенә индерелгән).

Көнбайыштан көнсығышҡа Ҡытайҙың ер йөҙө өс киртләс балыҡҡа килтерә. Уларҙың тәүгеһе диңгеҙ кимәленән 4000 метрҙан бейегерәк тауҙары булған Тибет ҡалҡыулығы. Бейеклектәре 1500 ҙән 3000 метрғаса булған Сычуань һәм Үҙәк Ҡытай тауҙары икенсе киртләсте хасил итә. Бында
үҫемлектәр донъяһы ҡырҡа үҙгәрә: сағыштырмаса ҙур булмаған арауыҡта тәбиғәт зоналарынан бейек тауҙарҙағы һыуыҡ сүллектәрҙән башлап субтропик урманды осратырға мөмкин. Киртләстәрҙең өсөнсөһөнә диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан түбәнерәк ятҡан уңдырышлы тигеҙлектәр инә.

Ҡытай климаты үҙенең төрлөлөгө менән айырыла: көньяҡ-көнсығышта ул субтропик булһа, илдең төньяҡ-көнбайышына ҡырҡа континенталь, сүллектәрҙәң ҡоро климаты хас. Көньяҡтағы яр буйҙарында һауа торошона океан һәм ҡоро ерҙең дымды төрлөсә тартыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән муссондар — йәйен диңгеҙҙән, ҡышын ҡоро ерҙән иҫкән елдәр тәьҫир тә. Нәтижәлә һауа һәм елдәр йәй көндәре үтә дымлы, ҡыштарын, киреһенсә, шаҡтай ҡоро була. Нәҡ ошо муссондарҙың килеп-китеүе юғары дәрәжәлә яуым-төшөм миҡдарын һәм уның ил буйынса бүленешен билдәләй ҙә инде. Ҡытай биләмәләренең күп өлөшө уртаса климат өлкәләренә тура килһә лә, географик киңлек, оҙонлоҡ һәм бейеклек буйынса ҙур айырымлыҡтар температура һәм һауа торошононоң төрлөлөгөн тыуҙыра.
 
Илдең 2/3-нән күберәк өлөшөн тау һырттары, яҫы таулыҡ һәм уйпаттар, сүллек һәм ярым сүллектәр алып тора. Халыҡтың яҡынса 90 % Ҡытайҙың ни бары 10 % майҙанын биләгән диңгеҙ буйы райондарында һәм Янцзы, Хуанхэ (Һары йылға — Жёлтая река) һәм Перл кеүек ҙур йылға үҙәндәрендә йәшәй. Ауыл хужалығы ерҙәрен оҙаҡ һәм көсөргәнешле эшкәртеү һөҙөтәһендә һәм тирә яҡ мөхитте сәнәғәт тармағы бысратыуы нәтижәһендә был биләмәләрҙең экологик хәле үтә ауыр.

Ҡытайҙың иң төньяҡ провинцияһы Хэйлунцзян Рәсәйҙең Владивосток һәм Хабаровск ҡалаларыныҡына оҡшаш уртаса климатта булһа, көньяҡтағы Хайнань утрауы — Тропик климат зонаһында ята. Был ике төбәктең һауа температураһы араһындағы айырма ҡыштары бик ҙур булһа ла, йәйен аҙая төшә. Мәҫәлән, Хэйлунцзяндың төньяғында ҡышҡы һыуыҡ −38 °C етеүе мөмкин. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C тирәһе булһа, июлдеке +20 °C. Гуандун провинцияһының көньяғында уртаса температура ғинуарҙа 10 °C, июлдә 28 °C.

Яуым-төшөм миҡдарындағы айырма температураға ҡарағанда ла күберәк: Циньлин тауҙарының көньяҡ биттәрендә яуған ямғырҙарҙың күбе йәйге муссонға тура килә. Төньяҡҡа һәм көнбайышҡа табан яуым-төшөм аҙая. Илдең төньяҡ-көнбайыш райондары — иң ҡоро һанала, нәҡ бында урынлашҡан Такла-Макан, Гоби һәм Ордос) сүллектәрендә ямғыр бөтөнләй юҡ дәрәжәлә.

Ҡытайҙың көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәре йылыына биш тапҡыр тиерлек емергес диңгеҙ ҡойоно (тайфундан), шулай уҡ һыу баҫыуҙан, муссондан, цунами һәм ҡоролоҡтан ҡаза күрә. Илдең төньяҡ райондарына һәр яҙ һары туҙан дауылдары ябырыла — улар төньяҡ сүлдәрҙә барлыҡҡа килеп, елдәр менән Корея һәм Япония тарафтарына йүнәлә.

Ҡытай 22 провинцияға бүленгән, Тайвань 23-сө итеп иҫәптә йөрөтөлә. Шулай уҡ аҙ һанлы милләттәр йәшәгән биш автономиялы район һәм үҙәк бойһоноуындағы һәм үҙ биләмәләренә эйә дүрт ҡала бар.

Ҡытайҙа үҙ мәҙәниәте, йолаһы, кейемдәре, күп осраҡта айырым теле булған бер нисә тиҫтә милләт халҡы йәшәй, шуларҙың 56-һы рәсми танылыу алған. Шулай ҙа уларҙың барыһы бергә илдә йәшәүселәрҙең ни бары 7 процентҡа яҡынын ғына тәшкил итә. Төп халыҡ — үҙҙәрен хань тип атаусы ҡытайҙар. 2000 йылдың ноябрендә үткәрелгән иҫәп алыу буйынса улар абсолют күпселек йәғни 1 137 386 112 кеше. 2010 йылғы VI иҫәп алыу буйынса, континентта йәшәүселәрҙең һаны 1 млрд 339 млн 724 мең 852 кеше. Был шарттарҙа Ҡытай Коммунистар партияһы ғаиләне планлаштырыу буйынса ҡатғи сәйәсәт алып бара. Был бигерәк тә эшсе ҡулдар талап ителгән ауыл ерендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар менән нисбәте — 106,74:100 (сағыштырыу өсөн донъя буйынса 101,44:100). Дөйөм алғанда, ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо ирҙәргә ҡарағанда күберәк, бөтә илдә ул 71 йәшкә тиң.

Ҡалала йәшәүселәр тәүге тапҡыр 2011 йылда бар халыҡтың 51,27 процентын тәшкил итте.

Һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәр раҫлауынса, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды алып тора. Мәҫәлән, 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә. Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, торбалар, консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә. Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.




#Article 192: Мысыр (1873 words)


Мысыр (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر‎‎ Миср/Miṣr [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر Маср/Maṣr [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә Египет), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә.

Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй.

Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын «асыҡ һауалағы иң оло музей» тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан.

Беҙҙең эраға тиклемге 3150 йылда Минес батша бер-береһенә ҡаршы тороусы ике батшалыҡты — Түбәнге һәм Үрге Мысырҙы — берләштереп, Мысыр батшалығына нигеҙ һала һәм Мысыр менән өс мең йыллыҡ дауамында хакимлыҡ итеүсе династияға башланғыс бирә. Түбәнге Мысырҙағы Мемфис ҡалаһы батшалыҡтың баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 3000—2700 йылдарҙағы беренсе ике династия хакимлығы осоро Тәүге батшалыҡ исемен йөрөтә. Ошо оҙайлы ваҡытта Мысыр мәҙәниәте үҫешеп, дине, сәнғәте, теле һәм ғөрөф-ғәҙәте формалаша.

Боронғо батшалыҡ осоро беҙҙең эраға тиклемге 2700—2200 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Был осор үҙенең Гиза пирамидалары тип аталған бөйөк пирамидалары менән билдәле.

Беренсе үҙгәреш дәүере 150 йыл дауамында бара, был ваҡытта Боронғо Мысыр сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хәлендә була. Әммә беҙҙең эраға тиклемге 2040 йылдан башланған Урта батшалыҡ осоронда идаралыҡ нығынып, Боронғо Мысыр ҡайтанан үҫеш юлына баҫа. Илгә беренсе сит ил династияһы — гискос исемле семит ҡәбиләһе килеүе Икенсе үҙгәреш дәүеренә башланғыс булып тора. Гискос баҫҡынсылары беҙҙең эраға тиклемге 1650 йылдар тирәһендә Түбәнге Мысырҙың күпселек өлөшөн хакимлыҡ аҫтында тота һәм Аварис исемле яңы баш ҡалаға нигеҙ һала. Яхмос I етәкселек иткән Үрге Мысыр ғәскәре уларҙы илдән ҡыҫырыҡлап сығара. Яхмос I ун һигеҙенсе династияға башланғыс бирә һәм баш ҡаланы Мемфистан Үрге Мысырҙағы Фива ҡалаһына күсерә.

Беҙҙең эраға тиклемге 1550—1070 йылдарҙа Яңы батшалыҡ дәүере дауам итә. Был дәүерҙә Мысырҙың ҡеүәте үҫә, биләмәләре баҫып алыу сәйәсәте арҡаһында киңәйә. Яңы батшалыҡ ваҡытында хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме тарихҡа айырыуса билдәле. Ошо осорҙа иң уңышлы фирғәүен-ҡатын — Хатшепсут Мысыр тәхетендә ултыра. Аменхотеп IV үҙенең хакимлығы осоронда Мысырҙа берҙәм дин урынлаштырыуға аҙым яһай — Атон динен Мысырҙың төп дине тип иғлан итә. Әммә был реформа ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуҙырып, Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмеүенә килтерә. Рамсес II-нең 66 йылға һуҙылған хакимлығы ваҡыты — Мысырҙың сәйәси һәм иҡтисади үҫеше ваҡыты булараҡ билдәле.

Әммә был дәүерҙең аҙаҡҡы йылдарында Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара. Илгә Ливия, Ассирия баҫып инә башлай.

Фирғәүендәр дәүерендә утыҙынсы династия — Мысырҙың иң һуңғы хаким иткән үҙ династияһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 343 йылда, һуңғы урындағы фирғәүен Нектанеб II яуҙа еңелгәндән һуң, илде фарсылар баҫып ала. Әммә б.э.т. 332 йылда Мысырҙы Искәндәр Зөлҡәрнәй яулай һәм Македонияның биләмәләренә ҡуша, Искәндәриә ҡалаһын нигеҙләп, Мысырҙың баш ҡалаһын шунда күсерә. Искәндәрҙең ғәскәр башлығы Птолемей I Сотер яңы Птолемей династияһын нигеҙләй, Мысырҙа эллинистик дәүер башлана.

Птолемей династияһынан һуңғы фирғәүен Клеопатра VII, Римдың хакимы Юлий Цезарҙы, уның үлеменән һуң Марк Антонийҙы арбап, үҙенең тәхеттәге урынын нығытыуға ирешә. Әммә, Марк Антоний менән берлектә Октавиан Авгусҡа ҡаршы яуҙа еңелгәс, үҙен-үҙе йыландан саҡтырып үлтерә. Бынан һуң Мысыр дүрт быуат дауамына Рим ҡулына күсә.

Беҙҙең эраның беренсе быуатында апостол Марк тарафынан Мысырҙа христиан дине тарала. Диоклетиан һәм Галерий хакимлығы ваҡытында христиандарҙы эҙәрлекләү көсәйә, был монахтар хәрәкәте үҫешенә килтерә. Артабан Мысырҙа рәсми христиан диненән айырылып, урындағы дини йүнәлеш — копт христиан дине барлыҡҡа килә, 451 йылда Мысыр копт сиркәүе ойошторола. Рим империяһы тарҡалғандан һуң, Мысыр Византия составына керә, Мысырҙа Византия дәүере башлана.

Мөхәммәт Али мәмлүктәрҙең ерен миллиләштереп, Мысырҙа етештерелгән тауарҙарҙың күпселегенә дәүләт монополияһын урынлаштыра. Ошо ваҡытта ул мамыҡ үҫтереү күләмен ҡырҡа арттыра, — АҠШ-та барған Граждандар һуғышы арҡаһында мамыҡтың хаҡы бик юғары була, — был Мысыр иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итә.

Бынан тыш, Мөхәммәт Али баҫып алыу сәйәсәтен башлай. 1820 йылда ул Суданға баҫып инә, 1833 йылда Сүриәне яулай, шулай уҡ Ғәрәп ярымутрауын һәм Анатолияны үҙ биләмәләренә ҡуша.

Николай I ярҙамы менән төрөк султаны һуғышта еңде.

Әммә 1841 йылда Европа илдәре һәм Ғосман империяһы, уның үҫә барған ҡеүәтенән ҡурҡып, ғәскәрен баҫтырыр өсөн берләшә, һөҙөмтәлә Мөхәммәт Али яулап алынған илдәрҙең күпселек өлөшөнән ғәскәрен сығарырға мәжбүр була, әммә Суданды үҙ хакимлығы аҫтында ҡалдыра.

Европаның ил хакимиәтен баҫып алыуы менән ризаһыҙлыҡ арҡаһында, 1879 йылда милли-азатлыҡ хәрәкәте башлана. Был хәрәкәт 1881 йылда ихтилалға әүерелә, һөҙөмтәлә хөкүмәт таратылып, яңы милли хөкүмәт йыйыла, был хөкүмәттә ихтилалдың етәксеһе Араби-паша хәрби министр урынын биләй. Артабан Араби-паша идаралыҡты тулыһынса үҙ ҡулына ала. Үҙәренең Мысырҙа йоғонтоһон юғалтҡан Бөйөк Британия һәм Франция 1882 йылдың июлендә Искәндәриәне утҡа тота. Бынан һуң Араби-паша ғәскәр йыя, әммә Тель Әл-Кәбир ҡалаһы янында британ ғәскәрҙәре уны ҡыйрата. Һөҙөмтәлә, Исмаилдың улы Тәүфиҡ хөкүмәт башына ултыра, тик ғәмәлдә идаралыҡ тулыһынса британдар ҡулында була. 1914 йылда иһә Мысыр рәсми рәүештә Бөйөк Британияның протекторатына әүерелә.

Әммә хакимиәт Британияның туҡтауһыҙ ҡыҫылышы арҡаһында тотороҡһоҙ хәлдә була. Был 1952 йылда революция башланып, монархияның ҡолауына һәм парламент тарҡалыуына килтерә. Хәрби офицерҙарҙан торған «Азат офицерҙар» төркөмө Мысыр короле Фарукты улы Фуад файҙаһына тәхеттән бар тартырға мәжбүр итә.

Мысырҙа йәшәүсе кешеләр һаны, бындағы тарихи ваҡиғалар, илдең хәрби ҡеүәте, килешеү оҫталығы, географик урыны буйынса өҫтөнлөгө арҡаһында Мысырҙың Африкала һәм Яҡын Көнсығышта сәйәси йоғонто бик киң. Ҡаһирә ҡалаһының дини һәм рухи институттары урындағы ижтимағи һәм мәҙәни үҫештең үҙәге булып тора.

Ғәрәп берлегенең үҙәге Ҡаһирәлә урынлашҡан, берлектең генераль секретары вазифаһын шулай уҡ ғәҙәттә мысырлылар биләй. 1978 йылда Ғәрәп берлеге ҡыҫҡа ваҡытҡа, Мысырҙың Израиль менән тыныслыҡ килешеүе төҙөүенән һуң, Тунисҡа күсә, әммә 1989 йылда кире ҡайта.

Мысырҙың башҡа ғәрәп илдәренә йоғонтоһо бик ҙур, һәм ул ғәрәп илдәре араһында тыуған бәхәстәрҙә, шулай уҡ Израиль менән Фәләстин араһындағы конфликт ваҡытында килештереүсе ролен башҡарыусы булараҡ тарихҡа билдәле.

Мысыр БМО-ның 1945 йылда нигеҙләнгән көнөнән алып уның ағзаһы булып тора, һәм хәҙерге көндәрҙә лә был ойошмала төп ролдәрҙең береһен уйнай. 1991 йылдан 1996 йылға тиклем Мысырҙың элекке премьер-министры урынбаҫары Бутрос Бутрос Ғәли БМО-ның генераль секретары вазифаһын биләй.

Мысыр үҙенең Африкалағы күршеләре — Ливия һәм Судан менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә, тик Мысыр һәм Судан сигендәге Ҡыҙыл диңгеҙ буйында «Халаиб өсмөйөшө» тип исемләнгән ҙур булмаған район ике ил араһында бәхәсле район булып тора.

Мысыр — Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәр башлаған беренсе ғәрәп иле. Израиль менән Мысыр араһында төҙөлгән 1979 йылғы килешеү хәҙерге көндәрҙә лә көскә эйә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мысыр хакимиәте, бигерәк тә Израиль менән Фәләстан араһындағы конфликттан һуң, был ил менән мөнәсәбәттәргә шик менән ҡарай.

 Мысырҙың майҙаны 1 001 450 квадрат километр тәшкил итә. Әммә илдәге климаттың ҡоролоғо арҡаһында, кеше башлыса Нил буйында тупланған, икенсе һүҙ менән, бында йәшәүсе халыҡтың 99 процент тирәһе бөтә территорияның яҡынса 5,5 процентын ҡуллана.

Мысыр көнбайыштан Ливия, көньяҡтан Судан, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән сикләнгән. Төньяҡтан ул Урта диңгеҙ, көнсығыштан — Ҡыҙыл диңгеҙ менән уратып алынған. Мысыр биләгән урыны арҡаһында ҙур сәйәси роль уйнай: ҡитға-ара ил булараҡ, ул Синай ярымутрауы ярҙамында Африка һәм Азия араһында күпер булып тора, ә Суэц каналы иһә, Урта диңгеҙ менән Һинд океанын Ҡыҙыл диңгеҙ аша тоташтырып, караптар йөрөү юлын барлыҡҡа килтерә.

Мысырҙың күпселек өлөшө — сүллек. Сүллектә иҫкән елдәр бейеклеге 30 метрҙан ашҡан ҡомло убалар — дюналар барлыҡҡа килтерә. Мысыр Сахара сүллегенең һәм Ливия сүллегенең өлөштәрен үҙ эсенә ала.

Мысырҙың бөтә территорияһы буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан донъялағы иң оҙон йылға — Нил аға. Мысырҙың Асуандан алып Ҡаһирәгә тиклем Нил ярҙары буйлап һуҙылған районы — Үрге Мысыр исеме аҫтында билдәле. Ҡәһирҙән аҫтараҡ, Нил киңәйгән урында, Түбәнге Мысыр башлана.

Мысырҙың климаты эҫе һәм ҡоро. Уның үҙенсәлеге — тәүлек эсендә һауа температураһы ҡырҡа үҙгәрә. Сүллектә көндөҙ температура +50-60°-ҡа тиклем күтәрелеп, төндә 0-гә тиклем төшөүе мөмкин.

Мысырҙа иң эҫе ай — июнь, был ваҡытта уртаса температура төньяҡта +25-26°, көньяҡта +30-34° тәшкил итә. Иң юғары температура +35-40°-ҡа тиклем барып етеүе мөмкин. Иң һалҡын айҙар — декабрь — март айҙары, айырыуса ғинуар айы. Төньяҡта температура +11-12°-ҡа, көньяҡта +15-16°-ҡа тиклем төшә.

Ҡыш ағастарҙың япраҡтары йәшел килеш ҡала. Ямғырҙар бик һирәк, башлыса ҡыш айҙарында ғына яуа. Сүллектә бер нисә йыл дауамында ямғыр яумауы мөмкин. Әммә әгәр ямғыр яуһа, ул ғәҙәттә оло ҡойон була. Мысырҙа был турала «Сахарала кеше эҫенән үлгәндән күберәк батып үлгән», — тигән әйтем бар.

Апрель-май айҙарында көньяҡ-көнсығыштан эҫе ҡоро ел иҫә. Был ел «хәмсин» исеме аҫтында билдәле. Ул 50 көн дауамында иҫә, исеме лә уның оҙайлылығынан алынған. Был ваҡытта температура 40° -ҡа тиклем күтәрелә, ел ҡом, туҙан килтереп, бөтә ергә тарата.

Мысыр 29 губернаторлыҡҡа (провинцияға, мухафазаға) бүленгән, шул иҫәптән дүрт ҡала-губернаторлыҡ: Искәндәриә, Ҡаһирә, Порт-Саид һәм Суэц. Туғыҙ губернаторлыҡ Нил дельтаһында Түбәнге Мысырҙа, һигеҙ губернаторлыҡ Нил үҙәне буйлап Үрге Мысырҙа, дүрт — Ҡаһирә — Асуан линияһында һәм биш сик губернаторлыҡтары Синайҙа һәм Нилдың көнсығыш һәм көнбайышындағы сүллек региондарында урынлашҡан.

Мысырҙың күп өлөшөн сүллектәр ҡаплаған. Эшкәртеүгә яраҡлы майҙаны 35000 км² ҡына — дөйөм территорияның 3,5 %. Илдең күп өлөшө Атлантик океандан Алғы Азияға тиклем һуҙылған сүллек һыҙатында ята.

Мысырҙың геологик тарихы дүрт төп физик-географик регионын билдәләй:

Нил үҙәне һәм Дельта Мысырҙың дөйөм территорияһының 5,5 % ғына биләүенә ҡарамаҫтан, бик мөһим регион тип иҫәпләнә — унда ауыл хужалығы алып барыла һәм халыҡтың 99 % йәшәй.

Майҙан:барыһы: 1 001 450 км²;ҡоро: 995 450 км²;һыу: 6 000 км².

Ҡоро ер сиктәре:барыһы: 2689 км;илдәр менән сиктәре: Ғәззә Секторы — 11 км, Израиль — 255 км, Ливия — 1150 км, Судан — 1273 км.

Яр буйы: 2450 км.

Бейеклектәр:иң түбән нөктә: Каттара сөңгөлө — 133 м;иң юғары нөктә: Изге Екатерина тауы (Синай) — 2629 м.

Тәбиғәт ресурстары:
нефть, тәбиғи газ, тимер рудаһы, фосфаттар, марганец, известняк, гипс, тальк, асбест, ҡурғаш, цинк.

Ер файҙаланыу:һөрөлгән ер: 2 %;монокультуралар: 0 %;даими көтөүлектәр: 0 %;урмандар: 0 %;башҡа: 98 % (1993, баһалау).

Һуғарылған ерҙәр:

Мысыр административ яҡтан 29 мухафазаға ( muḥāfaẓä) бүленгән .

Мухафазалар административ үҙәктәргә йәки райондарға (мәркәздәр) һәм ҡалаларға бүленәләр. Мәркәздәр нахияларға бүленә.

Танылған египтологтар:

Мысырҙа 80 миллиондан артыҡ кеше, уларҙың күпселеге Нил буйында, һәм бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй. Рәсми теле — ғәрәп теленең Мысыр диалекты.

Илдә йәшәүселәрҙең 91 проценты — мысырлылар. Бынан тыш, илдә абазиндар, төрөктәр, гректар, нубийлылар, көнсығыш сүллектәрҙә һәм Синай ярымутрауында бәҙүәндәр, Сива оазисында берберҙар йәшәй.

Илдә йәшәүселәрҙең 90 проценты сөнни йүнәлештәге ислам динен тота. Исламдан һуң иң таралған дин — копт йүнәлешендәге христиан дине.

Мысыр — Төньяҡ Африкала иң иҡтисади үҫешкән ил. Мысырҙың төп экспорт тауары — нефть. Нефть ятҡылыҡтары башлыса Синай ярымутрауы һәм Суэц каналы райондарында урынлашҡан. Нефттән тыш, Мысыр тәбиғи газға бай.

Мысырҙың иҡтисады өсөн Суэц каналы ҙур роль уйнай. Канал аша үткән караптарҙан йыйылған һалым дәүләт ҡаҙнаһына ярайһы өлөш индерә.

Мысырҙа йәшәүселәрҙең күп өлөшө ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бында башлыса дөгө, мамыҡ, бойҙай һәм йәшелсә-емештәр үҫтерәләр. Илдең климаты йыл әйләнәһенә уңыш йыйырға мөмкинлек бирә.

Мысырҙың төп энергия сығанағы — илдә сығарылған нефть. Бынан тыш, СССР ярҙамы менән төҙөлгән Асуан быуаһы янында урынлашҡан ике ГЭС мөһим энергия сығанағы булып тора.

Суэц каналы транспорт системаһы Мысыр иҡтисады өсөн бик әһәмиәтле.

Автомобиль юлдары

Тимер юлдар

Аэропорттар

Мысырҙа төп өс оператор бар:

Мысырҙың глобаль интернет провайдерҙары:

Мысырҙа ике идара итеүсе ойошма бар — Мысыр электрик холдинг компанияһы (Egyptian Electricity Holding Company) һәм Электричество һәм энергетика министрлығы.

Туризим илдең төп килем алыу тармағы иҫәпләнә. Шуға ла уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Диңгеҙ ярҙарында урынлашҡан Шарм-әл-Шәйх, Хургада һәм башҡа ҡалаларҙа курорт комплекстары төҙөлә һәм модернизациялана.
Мысырҙа төрлө дәүерҙең — Боронғо Мысыр, копт заманы (христианлыҡ), Урта быуаттарҙағы ғәрәп цивилизациялары — һәйкәлдәре һаҡлана.

Иң күп кеше йәлеп иткән иҫтәлекле урындар:

Мысыр туризмы ерле халыҡ менән аралашыу үҙенсәлеге менән айырылып тора. Бындағы һатыулашыу ғәҙәте йыш ҡына тәүгә килеүселәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Сит ил кешеһен күреү менән, һатыусылар хаҡты күпкә күтәрә, шуға ла ҡыйыу һатыулашырға кәрәк. Бынан тыш, туристар күп тупланған башҡа урындарҙағы кеүек үҡ, бында ла мутлашыусылар һәм уғрылар булыуын күҙ уңында тотоп, ҡиммәтле әйберҙәрғә иғтибарлы булыу хәйерле. Шулай ҙа мысырлылар сәйәхәтселәргә ҡарата йылы мөнәсәбәттә, Мысыр үҙенең ҡунаҡсыллығы менән дан алған.

Шарм-әш-Шейх (, шулай уҡ Шарм-әл-Шейх, Шарм-әл-Шейх һәм Шарм-аш-Шейх, рәсми — Шарм-әш-Шейх) — Мысырҙың Ҡыҙыл диңгеҙ ярында курорты. Көньяк Синай мухафаза составында.




#Article 193: Һамар (172 words)


Һамар () — Волга йылғаһының һул яҡ бейек ярында, Һамар һәм Сок йылғалары тамағында урынлашҡан Рәсәйҙең ҙур ҡалаһы, Һамар өлкәһенең административ үҙәге.

Совет осоронда, 1935 йылдың 27 ғинуарынан 1991 йылдың 25 ғинуарына тиклем дәүләт һәм партия эшмәкәре Валериан Владимирович Куйбышев хөрмәтенә ҡала Куйбышев тип йөрөтөлә.

Халҡы 2009 йылдың 1 ғинуарына 1,135 млн кеше. Рәсәй Федерацияһындағы Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург һәм Түбәнге Новгородтан ҡала 6-сы урында тора.

 Чапаев һәйкәле — граждандар һуғышы геройы Василий Иванович Чапаев хөрмәтенә 1932 йылда Һамар академия драма театры алдындағы майҙанға ҡуйылған монумент. Һәйкәлдең күсермәһе Санкт-Петербургтың С. М. Будённый исемендәге Элемтә хәрби академияһы алдындағы майҙанда урынлашҡан. Дөйөм бейеклеге 4,5 метр, шул иҫәптән постаменты — 1,3, скульптура төркөм2 бейеклеге — 3 метр.
Бронзанан ҡойолған һәйкәлдең ауырлығы — 12 тонна.

Скульптуры Матвей Генрихович Манизер. Һәйкәлдең күсермәһе 1942—1943 йылдың ҡышында Лениградта ҡуйыла. Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев. Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армеец.
Һамарҙағы оригинал 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойола һәм ошо уҡ әле торған урынына килтереп ҡуйыла.
Ленинград өсөн күсермә 1932—1933 йылда ҡойола.

Ҡаланың төп аэропорты «Рәсәй аэропорттары» холдингына инә («Ренова» составында).




#Article 194: Земфира (103 words)


Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы , ижади псевдонимы Земфира (26 август 1976 йыл) — Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).

Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.

 
Земифираның «Маленький человек» тип исемләнгән «Тур-2016»ның Америкалағы һуңғы концерты Лос-Анджелеста була.




#Article 195: Мышы (157 words)


 
Мышы () — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, яҫы тарбаҡ мөгөҙлө ҡыр хайуаны; төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була. Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ.

Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрь—ғинуар айҙарында мөгөҙө төшә һәм март айында яңынан үҫә башлай.

Мышылар йәшәү урыны итеп урмандағы йылға, күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар.

Инә мышы май, июнь айҙарында ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик һөт менән генә туҡланалар.

Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара. Рөхсәт менән уларға һунар итеү ҡаралған.




#Article 196: Ҡондоҙ (850 words)


Ҡондоҙ () — Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған көрән йөнлө, яҫы ҡойроҡло, тиреһе затлы һыу буйы йәнлеге. Ҡондоҙ имеҙеүселәр класына, кимереүселәр  отрядына ҡараған йәнлек.

ЙЫЛҒА ҠОНДОҘО  кимереүселәр отрядының ҡондоҙҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның урман зонаһынан алып дала зонаһына тиклем таралған.

Ҡондоҙ (бобр) — кимереүселәр араһында иң ҙуры. Кәүҙә оҙонлоғо — 120 см самаһы. Ауырлығы 35 кг тирәһе. Тиреһе ҡуйы йөн менән ҡапланған. Төҫө асыҡ көрәндән алып ҡара көрәнгә тиклем. Йөн япма ике ҡатлы: йылҡылдап торған өҫкөһө һәм ҡуйы, һыу үткәрмәҫ аҫҡыһы.

Ҡолаҡ япраҡтары һәм танау тишектәре һыу аҫтында ябыла.  Алғы тәпейҙәре ҡыҫҡа, кеше ҡулына оҡшаған, хатта бармаҡтарына тиклем кешенекенә тартым. Шул ҡулдар менән ағастар, ташый, быуа төҙөй, өйөнә үлән, аҙыҡ килтерә, балаларын тәрбиәләй. Артҡы аяҡтары оҙон, бик көслө. Бармаҡтары араһында ярыһы бар, йөҙөү өсөн бик уңайлы. Ҡойроғо (30 см тиклем) яҫы, ялпаҡ. Мөгөҙ пластинкалар менән ҡапланған. Ҡойроғо руль булараҡ хеҙмәт итә.  Кәрәк саҡта шул уҡ ҡойроҡ өҫтөнә балаларын ултыртып һөйрәй.

Төп ҡоралы - өҫтән һәм аҫтан берәр пар бысаҡ кеүек үткер тештәре. Оҙон булып алғараҡ сығып тора, бер туҡтауһыҙ үҫәләр. Шуның өсөн бер туҡтауһыҙ кимерергә мәжбүрҙәр. Йыуан ағастарҙы ла тиҙ генә йыға алалар.

Бик һаҡ хайуандар: көндөҙ ял итәләр, төнө буйы эшләйҙәр. Саҡ ҡына шикле тауыш ишетеү менән һыуға сумып юҡ була улар. Кәрәк мәлдә ошо уҡ тештәр менән дошманына ҡаршы үлемесле алышҡа сыға.

 

Ҡондоҙҙар төркөм-төркөм булып йәшәй. Яңғыҙ ғүмер иткәндәре бик һирәк. Тынысыраҡ урында торлаҡ “төҙөйҙәр”. Шуға ла, төйәк иткән ерҙәре тыныслыҡҡа һәм дә йылға ярының уңайлылығына ныҡ бәйле. Аҙыҡ запасын һыуҙа туплайҙар.

Ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Моногамлы һаналалар, йәғни бер генә иш менән ҡауыша. Енси яҡтан 2 йылда өлгөрә. Балалары йәйен донъяға килә. Й ылына 1 тапҡыр 1—5 бала тыуҙыра. 20—26 йыл йәшәй.

Ҡондоҙҙар, башлыса, төнөн “донъя көтә” башлай. Бар мәшәҡәттәре — ағас кимереү, оя ҡороу, бәләкәстәрҙе үҙҙәре белгән һөнәрҙәргә өйрәтеү. Туҡланыу яғына килгәндә, үлән, ағас ботаҡтарының ҡайырыһын, тамырҙарын тәғәм итәләр. Төнөн уларҙың тормошо әүҙемләшә, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән саҡта (көҙөн) көндөҙ ҙә мәшәҡәткә сумалар.

Эңерҙә һәм төндә әүҙем. Ағас ҡабығы, йәш ботаҡтары менән туҡлана. Ярым һыу хайуаны, һыу-һаҙлыҡ үҫемлектәренә бай булған һыу ятҡылыҡтарын төйәк итә.

Ваҡ йылғаларҙа һәм инештәрҙә быуа һикәлтәләре барлыҡҡа килтергән ваҡытлы быуалар төҙөй. Һыуҙағы аҙыҡ һаҡламдарын күсереү осон каналдар яһай.  
Биләмәләренең  сиген ҡондоҙ ағымы (парлы мисек биҙе бүлеп сығарған еҫле матдә) менән билдәләйҙәр.

Текә ярҙарҙа 1—2 м тәрәнлектә һыу аҫтына килеп сыға торған юлы булған 8—10 м оҙонлоғондағы өң ҡаҙый. Түбән батҡыл ярҙарҙа йыуан ботаҡтарҙан, сыбыҡтарҙан һәм ләмдән 1—3 м бейеклектәге өйҙәр төҙөй.

Быуалар ҡора, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы туплай, кеше һымаҡ эшләйҙәр, ял иткәндә бер-береһенә нимәлер һөйләйҙәр. Уларҙың аҡылына һәм эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Хатта һөйләшеүҙәренә тиклем кешенекенә оҡшап ҡуя.

Быуа уртаһындағы ҡалҡыу ергә ағастан өй төҙөйҙәр: ағасты кимереп йығалар, тейешле оҙонлоҡта бүрәнәләргә турайҙар һәм кәрәк урынға алып баралар. Йыуан бүрәнәләрҙән ҡыуыш төҙөп, ярыҡтарына мүк тултырып, тыштан балсыҡ менән һылап ҡуялар. Йылы өй шулай барлыҡҡа килә.

Әҙер өй өҫтөнә арҡыс-торҡос итеп эре ағастар өйәләр. Диаметры - 3, бейеклеге 2 метр тирәһе, кәбәнде хәтерләткән ҙур өй хасил була.

Был өйөмдөң ситтәре һыу эсенә батып тора: ҡоро ерҙән дә, һыу эсенән дә өйгә инерлек түгел. Йәй көнө өйҙө киң быуа һыуы йыртҡыстарҙан һаҡлай, ә ҡыш боҙ өҫтөнән килгән йыртҡыстар һыуға ҡуша туңған ағастарҙы бер нисек тә аҡтара алмай. Шулай ҡондоҙҙар һаҡланыу сараһын да күрә белә. Быуа йырылһа, уларға үлем килә. Сөнки улар йыртҡыс түгел, тыныс хеҙмәтте генә белә, үлән һәм ағас ҡайырыһы менән туҡланып көн итә.
 
Ҡондоҙҙоң өйөнә тик һыуҙан ғына, үҙҙәре генә белгән ерҙән инергә мөмкин. Үҙҙәре һыйырлыҡ ҡына тар тоннель аша  өйҙөң ситенә килеп сыға.

Тышҡа килеп сыҡҡан ерҙә, ҡыйыҡ һымаҡ булып, өй өҫтөнә өйөлгән бүрәнәләрҙең сите сығып тора, ҡапыл ғына табырлыҡ түгел. Запас юлдары ла була.

Һыуҙан тоннель буйлап килеп сыҡҡан ҡондоҙ тәүҙә һыу һарҡыта торған майҙансыҡҡа баҫа. Шунда тиреһенең һыуын һарҡыта, йөнөн һыға, ҡорота, тарай. Оҙаҡ ҡына үҙен тәртипкә килтерә. Ҡороған йөнөн яҡшылап тарау өсөн уның махсус тырнағы ла бар. Тамам таҙарынғас ҡына өҫкәрәк күтәрелә: унда ҡоро хуш еҫле үлән түшәлгән майҙансыҡ. Шунда ял итәләр, йоҡлайҙар, балалары уйнай.

Өй эсе шаҡтай ҙур, хатта эсенә оло кеше бөкләнеп һыя ала. Аҙыҡ запасы ла өй эргәһендә генә, һыуҙа һал кеүек йөҙөп йөрөй. Алыҫ китмәһен өсөн өй ситенә беркетелгән. Өҫтө-өҫтөнә өйөлгән ағас һыуға тәрән батып, һыу өҫтөндәгеһе саҡ ҡына күренеп тора. Шулай кәрәк тә: ағастар кипмәй, һәр ваҡыт яңы булып һаҡлана.

Аҙыҡҡа сыҡҡан ҡондоҙ һал аҫтынан ағасты алып, тоннель буйлап өйгә индерә. Йылы өй эсендә рәхәтләнеп кимерәләр. Ҡайырыһы кимерелгән ағасты өйөм ситенә ҡуялар. Шулай, өйҙө ҡаплаған өйөм аҫтан да үҫә.
 
Башҡортостанда борон ҡондоҙ күп булған. Ҡиммәтле тиреле һунар йәнлеге, кешенең нәфсеһен генә уятҡан. Бынан тыш, ҡондоҙ ағымы парфюмерияла һәм халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Йәнлекте күпләп ҡырыу уларҙы  бөтөү сигенә килтереп  еткергән.  Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Тик үткән быуаттың 60–70-се йылдарында ғына уны тәбиғи шарттарҙа үрсетеү тураһында ҡайғырта башлағандар, һунар итеү ҡәтғи тыйылған. Архангел, Ғафури, Балаҡатай, Өфө райондары биләмәләренә үрсетер өсөн ситтән йәнлектәр алып ҡайтып ебәргәндәр. Әйтергә кәрәк, улар ерһенеп китә. Ебәрелгән райондарҙа һандары кәрәкле кимәлгә етә, башҡа биләмәләргә тарала башлай. Бөгөн ҡондоҙҙар Башҡортостандың 21 районында осрай. Һандары яҡынса 2 меңдән ашып киткән инде.

Беренсе ҡондоҙҙарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары Азияла табыла. Иң билдәле юҡҡа сыҡҡан ҡондоҙҙар − плейстоцен дәүеренән ҡалған себер Trogontherium cuvieri һәм Төньяҡ Америка Castoroides ohioensis гигант ҡондоҙҙары. Баш һөйәгенең ҙурлығына ҡарап буйы 2,75 м, массаһы 350 кг булған.




#Article 197: Санкт-Петербург (462 words)


Санкт-Петербу́рг — Рәсәйҙең федераль әһәмиәтендәге ҡалаһы, Төньяҡ-Көнсығыш федераль округы һәм Ленинград өлкәһе үҙәге. Ҡалала Рәсәй Федерацияһы Конституция суды урынлашҡан.

Ҡаланың һәйкәлдәре һәм ҡайһы бер тарихи биналары Рәсәйҙең 50 һумлыҡ аҡса банкнотында һүрәтләнгән.

Ҡалала күп фәнни һәм тикшереү-проектлау институттары бар (Гипромез, Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институты, Цитология институты, Норильск никеленең Гипроруда институты һәм башҡалар).

Ҡаланың машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле. Рәсәйҙә йыйылған сит ил машиналары заводтары бар.

Сауҙа сәнәғәте (Дикси, Карусель, Спортмастер супермаркеттар).

Финанс тармағы — (Рәсәй Һаҡлыҡ Банкыһының аҡса сығарыу дворы, Финам, Рәсәй Һаҡлыҡ Банкыһы).

Транспорт — Пулково аэропорты

Төҙөлөш. «Мостострой № 6» ПАО — төҙөлөш компанияһы. Бөгөн ойошма Ростов АЭС-2, универсаль оффшор бассейнды һ. б. ҡоролмаларҙы төҙөй. 1979 йылда ойошма Череповецта «Октябрьский күперҙе» төҙөнө.

Константин һарайы, Ҙур Стрельнинск һарайы — XVIII быуаттағы архитектура ҡомартҡыһы. Романовтарҙын элекке йәйге резиденцияһы. Архитектор - Николо Микетти. Барроко стилендэ. Һарайҙа 5.09-6.09.2013 көндәрҙә G20 саммиты үтте. Ошо йортта 2006 йылда ҙур восьмерка илдәре самиты үҙҙы. 2003 йылдан һарайҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты эштәр идаралығының «Конгрестар һарайы» дәүләт комплексы урынлаша. Мәскәү өлкәһенең Бережки ауылында һарайҙын күсермәһе – Миллергоф бар.

 Чапаев һәйкәле — граждандар һуғышы геройы Василий Иванович Чапаев һәйкәле. Санкт-Петербургтың С. М. Будённый исемендәге Элемтә хәрби академияһы алдындағы майҙанда ҡуйылған.
Дөйөм бейеклеге 4,5 м (постамент бейеклеге 1,3 м һәм скульптур төркөмө бейеклеге— 3 м).
Бронза ауырлығы — 12 тонна. М. Г. Манизер скульпторы эше 1942-1943 йылдағы ҡышында ҡуйылды . Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев.  Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армеец.
Һәйкәл Һамарҙа ҡуйылған монументының күсермәһе. Һамарҙағы оригиналы 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойолған. 1932 йылда Һамарҙа ҡуйылған.
Санкт-Петербург өсөн күсермә 1932-1933 йылда ҡойолған.

Смольный институты — Санкт-Петербургта урынлашҡан йорт, архитектура ҡомартҡыһы, Санкт-Петербург Губернаторы резиденцияһы.
XIX — XX  башында йортта ҡатын-ҡыҙар Смольный институты урынлашҡан. 1917-се йылдағы революциянан һуң йортта Ленсовет һәм КПСС-тын ҡала комитеты урынлашҡан.

Исем тураһында. Санкт-Петербургҡа нигеҙ һалынғандан һуң Смольный институты урынында Адмиралтейск верфь һәм флот өсөн ыҫмаланы һаҡлағандар (русса смола).

Партия етәкселеге резиденцияһы. 1925 йылда В. А. Щуко һәм В. Г. Гельфрейх архитекторҙар менән йорт революцияһында әһәмиәтенең күрһәтеү өсөн пропилеялар төҙөлгән.

Дәүләт власы 14.01.1998 көндә ҡабул ителгән Уставына ярашлы эшләй. Юғары вазифаһы — Губернатор. Санкт-Петербургта йәшәгән граждандар тарафынан 5 йылға һайлана.

Санкт-Петербургтын йылғаларының дөйөм  оҙонлоғо 282 км. Ҡала майҙаның 7 %-ы һыу.
Санкт-Петербург һаҙлыҡта төҙөлгәс, биҡ күп каналдар төҙөргә тура килде (ерҙе киптереү өсөн).
XIX быуатында Нева дельтаһы 48 йылға һәм 101 утрауҙан тора. XX быуатта каналдарҙы күмеп, бер нисә йылға бөтөрөлөп, утрауҙар һаны 48 тиклем кәмей.
Ҡаланың иң баш йылғаһы — Нева, Балтик диңгеҙгә аға.

  Неваның дельталары: 
  

  

  Каналдар: 
  

  

  Неваға аҡҡан йылғалар (ҡала сигендә): 
  

  

Утрауҙар:

Санкт-Петербург водоканалы — дәүләт унитар предприятиеһы, Санкт-Петербургсыларҙы һыу менән тьәминь иткән ойошма.
Инфраструктура:

Ҡалала 5 тимер юл вокзалы бар.

Мәскәү вокза́лы  (1924 йылға тиклем — Николаевский) — Санкт-Петербургтың төп тимер юл вокзалы, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү үҙәге, ҡаланың 5 тимер юл вокзалының береһе.
Бина 1847—1851 йылдарҙа төҙөлә, архитекторҙары К. А. Тон, Р. А. Желязевич. Мәскәүҙәге Ленинград вокзалының күсермәһе.




#Article 198: Волга (1412 words)


Волга (боронғо исемдәре Иҙел, Ра йəки Рау; , , , , , , ) — ҙур йылға. Каспий диңгеҙенә ҡоя.

Беҙҙең эраның тәүге быуаттары Антик авторҙары (Клавдий Птолемей һәм Аммиан Марцеллин) Волганы  Ра тип атаған,  (ср.  һәм  — ике атама ла  скиф-сармат теленән).

Урта быуаттарҙа   Кама һәм Ағиҙел менән бергә Волга Итил атамаһы менән билдәле була (сағыштырығыҙ: , , , , ). Византия хроникаһын яҙған , төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарының географик атамаларын һүрәтләмәлә бер нисә тапҡыр «океандан сығып сармат ерҙәренән ағып төшкән Ατελ тип аталған бик ҙур йылға» телгә алған.

Урыҫ телендәге Волга атамаһы () праславян телендәге *Vьlga тигәндән килеп сыҡҡан (сағыштырығыҙ:  ). Славян версияһын Чехияла - Vlha, Польшала Вильга тигән йылғалар булыуы ла ҡеүәтләй .

Волганың үр яғы балтик сығышлы гидронимияға бай булыуын иҫәпкә алып, ошо телдәрҙән дә этимология тәҡдим ителгән: ilga «оҙон, оҙайлы» →  Волго күле →  Волга йылғаһы; valka «шишмә, ҙур булмаған йылға». Альтернатив фараздар йылғаның атамаһын  балтик буйы-фин  (,  «аҡ», сағ.: Вологда) һәм мари (боронғо мариса *Jylγ (төрки), хәҙерге  ;  «яҡты») телдәренә лә килтереп бәйләй.

Урта быуаттарҙа башҡорттар Волга йылғаһын Иҙел тип атаған һәм ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында, Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары ҡушылыуҙан башлана тип һанаған.

Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге йылға. Волга  баш ала (228 метр бейеклектә)  һәм Каспий диңгеҙенә ҡоя. Йылға тамағы диңгеҙ кимәленән 28 метрға түбәнерәк ята. Волга донъялаға оҙонлоғо буйынса иң эре йылғалар исемлегендә һәм Европалаға иң оҙон йылға, ул  донъя океанына ҡоймай.

Волга һыу бассейнының йылға системаһына оҙонлоғо яҡынса 574 мең км 151 мең сығанаҡ инә. 200 км.  Волганың 200-ләп ҡушылдығы бар. Һул ҡушылдыҡтары уң яғындағына ҡарағанда күберәк һәм мул һыулыраҡ. Камышиндан һуң артыҡ ҙур ҡушылдыҡтары юҡ.

Волга һыу бассейны европа территорияһының ⅓ өлөшөн биләй һәм көнбайышта Валдай, Урта  рәсәй ҡалҡыулыҡтарынан алып көнсығышта Уралға тиклем йәйрәп ята. Волганың һыуйыйғыс төп өлөшө баш алған урынынан  Түбәнге Новгород һәм Ҡаҙан ҡалаларынан алып урман зоналарында урынлашҡан. Урта һыу бассейны өлөшө  Һамар һәм Һарытау ҡалаларына тиклем - урманлы дала, ә түбәнге өлөшө  Волгоградҡа тиклем дала зонаһында, ә көньяҡтараҡ — ярымсүл.  Волга йылғаһын өс киҫемгә бүлеп ҡарау ҡабул ителгән: үрге Волга  — инешенән Ока тамағына тиклем,  урта — Ока ҡушылған урындан Кама тамағына тиклем  һәм түбәнге - Кама ҡушылған урындан Каспий диңгеҙенә ҡуойғанға тиклем.

Йылға дельтаһының ҙур булмаған өлөшө Ҡаҙағстан биләмәһендә ята. Рәсәйҙең йылға буйында урынлашҡан Рәсәй биләмәләре Волга буйы тип атала.

Йылғаның оҙонлоғо  3530 км (һыу һаҡлағыс төҙөгәнгә тиклем — 3690 км), һыу йыйыу майҙаны — .

Волга буйында халҡы миллион кеше булған 4 ҡала урынлашҡан: Түбәнге Новгород, Ҡазан, Һамар, Волгоград.

ХХ быуаттың 30-сы — 80-се йылдарында Волгала 8 гидроэлектростанция төҙөлә.

Волга инеше — Тверь өлкәһенең Волговерховье ауылы янындағы инеш. Үрге ағымында, Валдай ҡалҡыулыҡтары биләмәләрендә  Волга ҙур булмаған күлдәр — Кесе һәм Оло Верхиты аша үтә, артабан Үрге Волга күлдәре тип аталған ҙур күлдәр  системалары аша аға:былар Үрге Волга һыуһаҡлағысына берләштерелгән  , ,  һәм  күлдәре.

Волга  системаһы аша үткән ерендә  1843 йылда  плотина () төҙөлә, ул һыу ағымын көйләргә һәм суднолар үтерлек тәрәнлек тоторға тейеш була.

Волганың инешенән алып беренсе эре тораҡ пункты —  Ржев ҡалаһы. Унан ары суднолар йөрөй торған зона башлана.

Костроманан түбәнерәк Волга ғәмәлдә йылға булыуҙан туҡтай һәм һыуһаҡлағыстар теҙмәһенә әйләнә.

Үрге Волганың иң ҙур ҡушылдыҡтары  — Селижаровка, , Тверца, , , Которосль һәм .

Урта ағымында, Ока ҡушылған урындан түбәнерәк, Волга тағы ла тулы һыулыраҡҡа әйләнә. Йылға Волга буйы ҡалҡыулығының төньяҡ сиге буйлап аға. Йылғаның уң яры бейек, һул яры — уйһыу. Чебоксар ҡалаһы янында Чебоксар ГЭС-ы төҙөлгән,  быуаның үрге яғында Чебоксар һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Волганың урта ағымындағы иң эре ҡушылдыҡтары — Ока, Сура, Ветлуга һәм Свияга.

Кама йылғаһы килеп ҡойғандан һуң Волгаға ҡойған сығанаҡтар кәмей. Был өлөшөндә ул Волга буйы ҡалҡыулығын ситләп аға.

Волга дельтаһы унан Бузан тармаҡланып киткән урындан башлана (Әстерхандан 46 км төньяҡтараҡ) һәм Рәсәйҙәге иң эре дельталарҙың береһе, ә Европала иң ҙурҙарынан тип һанала.  Дельтала 500 тармаҡ, ҡылымыҡ һәм ваҡ йылғалар һанала. 

Волганың һыу менән төп туйыныу сығанаҡтары: ҡар һыуы (йыллыҡ өҫтәлмәнең 60 %), ер аҫты һыуҙары (30 %) һәм ямғыр (10 %). Тәбиғи режимына яҙғы ташҡын (апрель — июнь), ҡышҡы һәм йәйге осор сиктәрендә һыуҙың әҙәйеүе һәм көҙгө ямғырҙарҙан  ташҡындар (октябрҙә) хас. Һыу кимәлен көйләү башланғанға тиклем Волга һыуының йыллыҡ тирбәлеүе кимәле Тверь янында 11 метрға тиклем, Кама тамағынан түбәнерәк — 15-17 метрға һәм Әстерхан янында 3  метрға етә. Һыуһаҡлағыстар төҙөлгәс, һыу ағымы  тирбәлеү кимәле ҡырҡа кәмей. Көслө ташҡын булып килеп Волга 1709, 1719, 1853, 1908 һәм 1926 йыл. Бынан тыш, һыуһаҡлағыстар төҙөгән ваҡытта ҡайһы бер ҡалаларҙың уйһыулыҡлы ярҙары буйында йыш ҡына һай һыулы һаҙлыҡлы  лимандар һәм затондар барлыҡҡа килә, һаҡлағыс дамбалар, резервтағы насостар һ. б. инженер ҡоролмалары  төҙөлә.

Үрге Волга бейшлоты янында уртаса йыллыҡ һыу тотоноу 29 м³/с, Тверь ҡалаһы янында — 182, Ярославль ҡалаһы янында — 1110, Түбәнге Новгород ҡалаһы янында — 2970, Һамар ҡалаһы янында — 7720, Волгоград ҡалаһы янында — 8060 м³/с тәшкил итә.  Волгоградтан түбәнерәк һыуҙың быуға әйләнеп юғалтылыуы яҡынса 2 % сығымға етә. Элгәре Кама ҡушылған ерҙән түбәнерәк ташҡын осоронда максималь һыу сығымы 67 000  м³/с, ә Волгоград янында  туғайҙарға йәйелеү һөҙөмтәһендә юғалтыу 52 000 м³/с күләмдән артмаған.  Ташҡын ваҡытында һыу ағымын көйләү менән бәйле максималь сығымдар  кимәле ҡырҡа кәмей, ә йәйге һәм ҡышҡы арауыҡ сығымдары ныҡ арта. Волгоградҡа тиклем Волга бассейнының уртаса йыллыҡ һыу балансы йылдар дауамында ошолай тәшкил итә: яуым-төшөм 662 мм, йәки йылына 900 км³, йылғаларҙан төшкәне 187 мм, йәки йылына 254 км³, быуға сыҡҡаны 475 мм, йәки йылына 646  км³.

Һыуһаҡлағыстар  төҙөлгәнгә  тиклем йыл дауамында Волга үҙенең тамағына яҡынса 25 млн т ташылдыҡ, 40-50  млн т  ирегән минераль матдәләр  ағыҙып килтерә торған булған. Волгала  йәй уртаһында (июль) һыу температураһы 20-25 °C йылылыҡҡа етә. Волга Әстерхан янында  март уртаһында боҙҙан әрселә, апрелден тәүге яртыһында үрге Волга һәм Камышинонан түбәнерәк ағымы асыла, ҡалған бөтә дауамында боҙ апрель уртаһында бөтә. Үрге һәм урта ағымы ноябрь аҙағында  туңа, түбәнге өлөшө — декабрь башында; 200 көн самаһы һыуы туңмай тора, ә Әстерханға яҡын өлөшөндә яҡынса 260 көн. Волга һыуһаҡлағысы төҙөлөү менән йылылыҡ режимы үҙгәрә: үрге бьефтарҙа туңған осор ваҡыты арта, ә түбәнге өлөштә - ҡыҫҡара.

Волга Рәсәй Федерацияһының 15 субъекты биләмәләре буйлап аға (инешенән тамағына табан):

Территория йәһәтенән Волга бассейны Рәсәй Федерацияһының түбәндәге субъекттарында урынлашҡан:

Волга һыу системалары аша түбәндәге диңгеҙҙәр менән тоташҡан:

Волгала яҡынса 70 төр балыҡ тереклек итә, шуларҙың 40 төрө сәнәғәти кимәлдә тотола (мөһимдәре: вобла, ҡорман, һыла, һаҙан, йәйен, суртан, бикре, уҡбалыҡ). Рәсәй империяһы осоронда йылына  4  миҙгел балыҡ тотҡандар: яҙ көнө (март аҙағынан 15-20 майға тиклем) һыла, ҡорман һәм карп; йәйгеһан (15 июлдән) — бикре һымаҡтар (ҡырпа, уҡбаш (уҡморон), шипка, уҡбалыҡ); көҙ (1 сентябрҙән алып 1 ноябргә тиклем) һәм ҡыш - мәкенән бөтә төр  балыҡ тотолған. Иң күп тотолған ваҡыты -  яҙ, көҙ, ә  ҡышын - иң аҙы. Ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, 15 майҙан  15 июлгә тиклем, Волгала балыҡ тотоу тыйыла.

Бикре балыҡтарын тереләй Волга буйындағы төрлө ҡалаларға ебәргәндәр, бының өсөн һыу үтәләй ағып инеп торһон өсөн кәмәләрҙә махсус ярыҡтар ҡалдырғандар. Балыҡ тоҙлау өсөн бер Сапожниковтар предприятиеһы ғына йылына 16 мең тонна тоҙ тотонған. Ҡышҡыһын уларҙың кибеттәрендә 4-әр метрға еткән бикреләр һатылған, эстәрендәге ҡара ыуылдырыҡ 200 кг-ға етә торған булған. XIX быуат ахырында Волге һатыу балығы ныҡ кәмей. Берәүҙәр быны ҡырағайҙарса балыҡ тотоу менән бәйләһә, икенселәр пароходтар өсөн тотонолған нефть бысратыуынан күрә.

Волга һәм уның күпселек ҡушылдыҡтары әлеге мәлдә ныҡ бысранған.

Йылға төбөн тәрәнәйтеү, һыу объекттарын таҙартыу, батҡан судноларҙы күтәреү ҡаралған (2018 йылға 3 меңдән ашыу табылған).

Волгала Ржеван алып тамағына тиклем суднолар йөрөй.

Волга буйлап эске һыу юлдары:  Ржев ҡалаһынан  пристаненә (589 километр), Колхозник пристаненән — Бертюлгә (Красные Баррикады ҡасабаһы) — 2604 километр, шулай уҡ  йылға дельтаһындағы 40 километр арауыҡ.

Волга буйлап төрлө ваҡытта ҡулланылған суднолар  ()  ҡуйылған.

Волга үрендәге  ҡыҫҡа күперҙәрҙе иҫәпләмәгәндә, йылға аша беренсе даими күпер Сызрань янында һалынған - , ул 1880 йылда сафҡа индерелгән һәм Александр II император исеменә бағышлап аталған булған. Шуға тиклем  йөк һәм экипаж өсөн пароход-борамдар ҡулланылған, ә унан да алдараҡ — яҫы төплө ҙур кәмәләр () йөрөгән. плоскодонный, атап ми. 2018 йылға тиклем Волга аша иң оҙон күпер тип Ульяновск ҡалаһындағы  һаналған (5825 метр).

XIX һәм XX быуат башында «халыҡтан сыҡҡан» мәҙәниәт вәкилдәре булараҡ  Николай Некрасов, Максим Горький, Федор Шаляпин кеүек шәхестәрҙең тормошо һәм ижад юлы Волга менән бәйле.   Совет сәнғәте Рәсәйҙең революцияға тиклемге сәнғәтендәге  Волга образын бар тулылығында ҡуллана. Волга Тыуған ил менән тиңләштерелә, ул азатлыҡ, иркенлек,  совет кешеһенең рухи бөйөклөгө символы булып тора. Был образды  тыуҙырыуҙа Григорий Александров уйнаған төшөрөгән  «Волга, Волга» фильмы һәм , Людмила Зыкина башҡарған «Течёт река Волга»  йыры үҙәк роль уйнай.

Рыбинск ҡалаһында бөйөк Рәсәй йылғаһына бағышлап «Волга-Әсә» тип аталған һәйкәл ҡуйылған. 17,4 метр бейеклектәге скульптура Рыбинск һыуһаҡлағысы яғынан шлюзға ингән ерҙә ҡуйылған.

Волга образы әҙәбиәт һәм сәнғәттә бик йыш осрай, уның күп кенә мәҙәниәт әҫәрҙәре бәйле:

Урыҫ халыҡ әкиәте «Вазуза һәм Волга».

Халыҡ легендаларына ярашлы, Волга буйындағы Йылан мәмерйәһендә  мифик заттар йәшәй.
 




#Article 199: Ҡырғыҙстан (880 words)


Ҡырғыҙстан (), рәсми исеме Ҡырғыҙ Республикаһы (, ) — Урта Азияның төньяҡ-көнсығышында, Тянь-Шань тауҙарының көнсығышында урынлашҡан дәүләт. Төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үзбәкстан, төньяҡ-көнбайышта — Тажикстан, көньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ҡытай менән сиктәш. Майҙаны — 199,5 мең квадрат километр, күршеләре араһында иң бәләкәй дәүләт һанала. Көнсығыштан көнбайышҡа 925 километр­ға һуҙыл­һа, төньяҡтан көньяҡҡа — 454 километр ғына.

Бейек тауҙар ҡуйынында һәм океандарҙан бик алыҫта ятҡан­ға күрә, Ҡырғыҙстанда ҡояшлы көндәр күберәк. Яуым-төшөм аҙ булыу сәбәпле, илдең күп өлөшөндә яҙҙан көҙгә тиклем йылы. Уртаса температура: +18-27 градус. Шулай уҡ ҡар, боҙлоҡ ятҡан һыҙаттар ҙа бар. Миҙгелдәрҙең алмашыныуына килгәндә, бында яҙ ҡыҫҡа: февраль аҙағында башланып, ап­рель урталарына тамамлана. Йәй — майҙан сентябргә тиклем. Башҡа Урта Азия республикаларындағы кеүек, Ҡырғыҙстанда ла көҙ бик һуң килә. Төньяҡ өлөшөндә ныҡ һыуыҡ ҡышлы йылдар ҙа була.

Климаттың үҙгәреүсән булыуы бындағы үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына ла йо­ғонто яһаған. Урманлы тауҙар­ҙа Тянь-Шань шыршыһы, әстрхан сәтләүеге, пихта, артыш үҫә. Бейек тау туғайҙары, далалары Альп үҫемлектәренә бай.

Ландшафтҡа ярашлы хай­уандар донъяһы ла күп төрлө. Имеҙеүселәрҙең — 80, ҡоштар­ҙың — 330, һөйрәлеүселәр һәм ер-һыу хайуандарының 30-ға яҡын төрө бар. Тауҙарҙа айыу, һеләүһен, барс, тау кәзәһе, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа йәнлектәр йәшәй. Ҡоштарҙан туғаҙаҡ, бөркөт, гриф, ҡарсыға, һирәк осраған тау күркәһе — улараны күрергә була.

Ике меңгә яҡын йылға-күлдәре лә тереклеккә бай. Уларҙа балыҡтың 50-нән ашыу төрө иҫәпләнә (яланғас осман, маринка, һаҙан, бағры, ала балыҡ, һыла, аҡ амур), шул иҫәптән 12-һе — кәсеп балығы.

Ҡыҙыл бүре, ҡаплан, Мензбир һыуыры һәм көрән варан иһә Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡы­ҙыл китабына индерелгән.

Ҡыр­ғыҙстан биләмәһе лә, бөтә Урта Азия һымаҡ, бик боронғо кешелек йәмғиәте усағы булып тора. Б. Э.Т II быуатта уҡ бында тәүге дәүләттәр барлыҡҡа килгән. XV быуаттың икенсе яртыһында ҡырғыҙ ҡәбиләләре берләшеүе һөҙөмтәһендә тәүге үҙ аллы ханлыҡ төҙөлә. Ошо осорға халыҡ булып ойоша ла инде ҡырғыҙҙар. Бөйөк Ебәк юлы заманында Ҡырғыҙстан ҙур әһәмиәткә эйә булған. Көньяҡтағы Ош ҡалаһы уңайлы урынлашыуы арҡаһында күп меңйыллыҡтар дауамында ошо сауҙа юлының Фирғәнә тармағында транзит ҡала иҫәпләнгән. Урындағы халыҡ үткенсе сәйәхәтселәргә һәм сауҙагәрҙәргә хеҙмәт күрһәткән.

XIX быуаттың 70-се йылдарында Ҡырғыҙстанды СССР-ға ҡушалар. СССР тарҡалғандан һуң ҡырғыҙҙар тыныс юл менән үҙаллылыҡ ала. Тәүге конституция ҡабул итәләр, милли аҡсаһы — сомды ҡулланыуға индерәләр.

Халҡының составына килгәндә иң күбен ҡырғыҙҙар тәшкил итә. Улар башлыса ауыл ерендә йәшәй. Икенсе урында — үзбәктәр, Үзбәкстанға сиктәш төбәктәрҙә төпләнгәндәр. Урыҫтар ҡалаларҙа һәм илдең төньяҡ өлөшөндәге ауылдарҙа күпләп донъя көтә. Шулай уҡ дунгандар, ҡаҙаҡтар, украиндар, уйғырҙар, немецтар, башҡорттар, татарҙар — барлығы 80-гә яҡын милләт вәкиле ғүмер итә был илдә.

Республика файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Бында нефть, газ, ҡара, төҫлө, ҡиммәтле металл ятҡылыҡтары бар. Шуға күрә сәнәғәт тармағында тәбиғи ресурстарҙы сығарыу, эшкәртеү йүнәлеше өҫтөнлөк итә. Алтын табыу тау сәнәғәтендә төп урынды биләй.

Ҡырғыҙстан Республикаһында 400-ҙән ашыу ҡиммәтле таш — алмас, зәңгәр яҡут (сапфир), ҡыҙыл яҡут (рубин), һары яҡут (топаз), зөбәржәт (изумруд), аквамарин, фирүзә (бирюза), тау гәлсәре, малахит, йәшмә, нефрит һәм аҡыҡ ятҡылығы асылған .

Көньяҡта мамыҡ һәм майлы культуралар, йөн, ебәк туҡымалар етештереү менән шөғөлләнәләр.

Халыҡ-ара туризм да иҡтисадтың мөһим өлкәһенә әүерелеп бара. Уның матур киләсәге, тәү сиратта, донъялағы иң ҙур, матур күлдәрҙең береһе — Ысыҡкүлдең курорт өлөшөн, тау саңғыһы спортын, альпинизмды үҫтереү, күп тарихи урындар, Һары-Селек биосфера ҡурсаулығы менән бәйле.

Ҡырғыҙ мәҙәниәтенә улар­ҙың быуаттар буйы күсмә тормош алып барыуы ҙур йоғонто яһаған. Ғаилә-көнкүреш йолалары күп быуындарҙың аҡылын сағылдырған. Өлкәндәргә ихтирам, айырыуса ата-әсәгә, бер-береңә ярҙам итергә, ауыр саҡта терәк булырға ынтылыу һәм йомарт ҡунаҡсыллыҡ хас ҡырғыҙҙарға.

Был республикала йыр-моңдо ныҡ яраталар. Һәр байрам, табын милли музыкаһыҙ, халыҡ ижадынан тыш уҙмай. Иң таралған музыка ҡоралы булып ерле халыҡтың комузы һанала. Ул тышҡы төҙөлөшө менән грушаға оҡшаған, абрикос ағасынан яһайҙар, ә өс ҡылын элек-электән һарыҡ һеңеренән эшләгәндәр.

Ҡырғыҙстанда һаҡланып ҡалынған боронғо ҡомартҡылар: Саймалы-Таш уйһыулығы, Буран башняһы, Үҙгән мавзолейы һәм башҡалар «Манас» халыҡ эпосы кеүек донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Ә «Йәмилә» («Джамиля»), «Хуш бул, Гөлһары!» («Прощай, Гульсары!»), «Аҡ пароход» («Белый пароход») повестары, «Йәлләт» («Плаха») романын ижад итеүсе бөйөк Сыңғыҙ Айтматов. Ул үҙенең үлем­һеҙ әҫәрҙәре менән ҡыр­ғыҙ халҡын бейеккә күтәрҙе. Классиктың китаптары 170-тән ашыу телгә тәржемә ителеп, дөйөм тиражы 60 миллион дананан күберәк. Улар йәмғиәткә белем һәм тәрбиә биреү эшенең бүленмәҫ өлөшөнә әйләнде, күп илдәрҙең мәктәптәре һәм уҡыу йорттары программаларына инде.

Ҡырғыҙҙарҙың элекке күсмә тормошо уларҙың йолаларында һәм ғөрөф-ғәҙәттәрендә яҡшы күҙәтелә. Әлегә хәтлем тирмә торлаҡ булараҡ үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Бер байрам да унһыҙ үтмәй, хатта дәүләт флагында ла һүрәтләнгән ул. Тирмәләр хужаның социаль статусын да күр­һәткән, халыҡ йолаларының төп образы ла һаналған. Улар­ҙы төҙөгәндә һәм күсенгәндә күп йолалар башҡарылған һәм тантаналар булған.

Ҡырғыҙҙарҙың аш-һыуы ҡаҙаҡтарҙыҡына оҡшаш, хатта ҡайһы берҙәренең исемдәре лә тап килә. Милли ризыҡтарының үҙенсәлеге дөгө һәм төрлө тәмләткестәрҙе киң ҡулланыуға ҡайтып ҡала, бешерелгән итте генә файҙаланалар. Урындағы ашнаҡсылар йылҡы итенә, ҡамыр аштарына, әсе һөт аҙыҡтарына һәм ҡуйы бутҡаға оҡшаш аштарға, йәшелсәгә өҫтөнлөк бирә.

Ҡырғыҙстандың мәғариф сис­темаһы Рәсәйҙәге кеүек, йәғни совет заманынан килә. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң белем биреү өлкәһендә реформалар үткәрелгән

Мәктәптә балалар 11 йыл уҡый, шуның 9 йылы мотлаҡ һанала. Башланғыста 1-ҙән 4-се синыфҡа ҡәҙәр белем алалар. Был баҫҡыста яҙырға, уҡыр­ға, һанарға өйрәнәләр. Ватанды өйрәнеү, хеҙмәт, этика һәм физик культура дәрестәре лә инә. V—IX синыфтар уртансы һаналып, 12 йәштән 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар фәнни дәреслектәр, математика, мәғлүмәти технологиялар, сит телдәрҙе тәрәнерәк өйрәнә башлай.

Өлкән синыфтарҙы (X—XI) тамамлау мотлаҡ булмаһа ла, уҡыусыларҙың 80 проценты тиерлек һуңғы баҫҡыста белем алыуын дауам итә. Урта синыфтарҙағы дәреслектәрҙе төплөрәк өйрәнәләр. Әлбиттә, хәрби хеҙмәткә, юғары уҡыу йортона әҙерлек тә башлана.
XI синыфты тамамлағанда сығарылыш имтихандары һәм Дөйөм республика тестарын тапшыралар. Шуларҙың һөҙөмтәләре буйынса университеттарға ҡабул итәләр.

Дәүләт ҡарамағындағы урта белем биреү учреждениеларынан тыш, ҙур ҡалаларҙа элиталы шәхси мәктәптәр ҙә асыла.




#Article 200: Төмән (165 words)


Төмән () — Рәсәйҙең Көнбайыш Себер өлөшөндә урынлашҡан ҡала, Төмән өлкәһенең административ үҙәге. Илдең иң эре 50 ҡалаһы исемлегенә ингән: халҡы 583 меңдән артыҡ.

XIII быуатта себер татарҙары Сыңғы-Тура ҡалаһына нигеҙ һала, XVI быуатта ҡала — Алтын Урҙаның Төмән олосының баш ҡалаһы була. Алтын Урҙала Туҡтамыш хан идара иткән осорҙа ҡалаға Төмән исеме бирелә. 1495 йылда эске конфликт арҡаһында Сыңғы Тура баш ҡала дәрәжәһен юғалта, Мөхәммәт Тайбуға үҙ иреген Каштак — Себер ҡалаһына күсерә. 1585 йылда урыҫ илбаҫары Йырмаҡ Сыңғы Тура — Төмәнде баҫып ала һәм яндыра. 1586 йылда урыҫ нығытмаһына нигеҙ һала.

Төмән өлкәһендә нефть һәм газ ятҡылыҡтары фәнни ойошмаларының үҫешенә булышлыҡ яһаны. 1990 йылдар башында юғары уҡыу йорттар һәм ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре һаны 11,5 мең кеше тәшкил иткән, йәғни эшкә яраҡлы ҡала халҡыныӊ 10 проценты.

Ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары: Криосфера институты һәм Төньяҡтағы ерҙәрен үҙләштерергә тәҡдим проблемалары институты. Ғәмәли фән һәм газ комплексына ихтыяж йүнәлтелгән. Улар араһында СургутНИПИнефть (Төмән бүлексәһе), ТюменНИИгипрогаз, Гипротюменнефтегаз, СибНИИНП, Тюменнефтегеофизика (компания Интегра), Нефтегазпроект, СибНАЦ, Сибнефтеавтоматика (ГМС Төркөмө) лидерҙар булып тора.

Белем биреү учреждениелары:




#Article 201: Бәлеш (165 words)


Бәлеш (  һәм ) — Рәсәй һәм башҡа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә таралған башҡорт һәм татар ризығы. Бәлеш - сөсө йәки әсе ҡамыр эсенә ит фаршы йәки туралған ит һалып, өҫкө яҡтан мотлаҡ тишек ҡалдырылып майҙа ҡурылған ҡамыр ризығы. Был ризыҡ икенсе  сифатында ғаилә ағзаларына һәм ҡунаҡтарға тәҡдим ителә.
Шулай уҡ бәлештең тағы ла бер төрө - десерт итеп ҡулланылғаны - ғөбәҙиә тип аталып йөрөтөлгәне бар.

Ысын мәғәнәһендә башҡорт бәлештәре күп осраҡта кә оҡшаған. Бәрәмәс- өҫкө яғы асыҡ итеп бешерелгән бәлеш. Эслегенә эремсек йә картуф һалып әҙерләнгән был ашамлыҡты, мәҫәлән, БР төньяҡ-көнсығыш райондарында (Салаукат районы) шәңкә тип йөрөтәләр.    

Бәлеш — Рәсәйҙә иң киң таралған ашамлыҡ.

Рәсәйҙә киң таралған бәлеш атамаһы БӘЛЕШ атамаһынан килеп сыҡҡан. Башҡорт менән татар аш-һыуында кухня бәлеш, тип сөсө ҡамырҙы таба дәүмәлендә йәйеп, эсенә төрлө эслек һалып бешерелгән ашамлыҡты  йөрөтәләр. Йышыраҡ бәлеш эслеген туралған ит киҫәктәрен картуф менән аралаштырып йәки һирәк осраҡта тары ярмаһы һәм дөгө, йөҙөм, киптерелгән төшһөҙ өрөк ҡушып яһайҙар. Бындай ашамлыҡты ҡайһы берҙә көршәк «ҡапҡасы» урынына сөсө ҡамырҙы ябып әҙерләйҙәр.




#Article 202: Георг Вильгельм Фридрих Гегель (2206 words)


 Гео́рг Вильге́льм Фри́дрих Ге́гель (, 1770—1831) — бөйөк немец философы, объектив идеалист, немец классик философияһының бөйөк һәм атаҡлы вәкиле. Гегелдең фәлсәфәүи тәғлимәте марксистик философияның теоретик сығанаҡтарының береһе булып иҫәпләнә. Ул бөтә булған материя нигеҙендә Даими Рух (нем. Absolutes Geist) ята тип өйрәтә. Даими Рухтың дәүмәлдәге аңлатмаһы — тәбиғәт, ваҡыттағы аңлатмаһы — тарих тип белдерә. Халыҡтар араһындағы Даими Рух көсөргәнешлеген — һуғыш тип белдерә. Гегель объектив идеализм фәлсәфәһе нигеҙендә диалектика теорияһын булдырған.

Гегель, философия фәнендә беренсе булараҡ, идеалистик фекер нигеҙендә диалектик методты иҫбатлаусы.

Гегель 1770 йылдың 27 авгусында Штутгарт ҡалаһында, юғары вазифалы түрә (чиновник) — Вюртемберг герцогы Карл Евгений һарайында ҡаҙнасылыҡ секретары булған Георг Людвиг Гегель (1733—1799) ғаиләһендә тыуған. Уның ата-бабалары, сығыштары менән Австрияның Каринтия герцоглығы лютерандары, XVI быуаттағы Контрреформация барышында илдән ҡыуыла һәм Швабияға килеп төпләнә. Улына мәктәп белеме аҙ була тип һанаған атаһы уның өсөн педагогтар яллай, улар малайҙың өйөнә килеп уҡыта. Гегель яҡшы өлгәшә һәм бер синыфтан икенсеһенә күскәндә уңыштары өсөн бүләктәр ала. Бала сағынан ул күп уҡый, ваҡ-төйәккә ҡулланыу өсөн бирелгән аҡсаһына китаптар һатып алыр була. Ҡала китапханаһына ла йыш йөрөй, унда фән һәм философия хаҡындағы баҫмалар менән таныша.

Үҫмер йылдары немец әҙәбиәтенең сәскә атҡан осорона тура килһә лә, Гегелдең нәфис әҙәбиәткә әллә ни күңеле ятмай, классик әҫәрҙәргә лә бөтөнләй иғтибар итмәй, башлыса бик үк юғары булмаған зауыҡҡа иҫәп тотоп яҙылған бульвар әҙәбиәт менән мауыға. Бер үк ваҡытта антик әҙәбиәтте лә үҙ итә. Софокл һәм Еврипид ижадын яҡын күрә, Эпиктет һәм Лонгин әҫәрҙәрен тәржемә итә. Антик донъяны яратыуын Гегель ғүмер аҙағынаса һаҡлап ҡала.

була. Ныҡ тырышып шөғөлләнгән Гегель, ғәҙәтенсә, ваҡытының төп өлөшөн китап уҡып үткәрә. Бының өсөн төркөмдәштәренән күп көлкөлө һәм төртмә һүҙҙәр ишетһә лә, уларға бер ҙә иғтибар итмәй. Төрлө күңел асыуҙарҙан да ситтә тормай; күпләп шарап эсә, тәмәке еҫкәй, кәрт һәм фанты уйнай.

итмәй. Сит тарафтарҙағы тормош ҡыйынлыҡтарынан ҡасып, 1797 йыл башында Гегель тыуған яғына ҡайта. 1798 йылда уның беренсе баҫма хеҙмәте донъя күрә. 1799 йылда, улына ҙур булмаған мираҫ — 3000 гульден ҡалдырып, Гегелдең атаһы вафат була. Үҙе йыйғанға өҫтәлмә аҡса килеүе уға, уҡытыу эшенән китеп, академик эшмәкәрлек һуҡмағына баҫырға мөмкинлек бирә. 

Йәш ғалимдың сәйәси ҡараштарына Бөйөк француз буржуаз-демократик революцияһының (1789—1794) идеялары ҙур йоғонто яһай. Ул Германиялағы феодаль, консерватив тәртиптәрҙе тәнҡит итә, республика принциптарын алға ҡуя. Боронғо Греция демократияһына юғары баһа бирә, йәмғиәттең рухи тормошона килгәндә, христиан динен тәнҡитләп сыға. Гегель үҙенең беренсе хеҙмәттәрендә, Германияның тарҡаулығына бошоноп, буржуаз тәртипттәр нигеҙендә үҙгәртеп ҡороу идеяларын яҡлап сыға.

Нюрнберг ҡалаһы гимназияһын етәкләгән йылдарында (1808—1816) һуңынан иң ҙур маҡтауҙарға лайыҡ булған «Логика фәне» тигән хеҙмәтен яҙа.

Гегель тора-бара үҙенең һул нигеҙҙә формалашҡан ҡараштарынан ваз кисә башлай. Быға Европала Наполеондың еңелеүенән һуң башланған реакция, йәғни иҫке тәртиптәргә ҡайтыу сәйәсәте йоғонто яһай. Шуның нәтижәһендә Гегельдың фәлсәфәүи, шулай ук сәйәси ҡараштарында уңға табан боролош һиҙелә башлай. Ул Пруссия хөкүмәтенең рәсми рәүештә билдәләнгән философы булып раҫлана. Был дәрәжәгә ирешеү менән ул үҙенең сәйәси ҡараштарын «яңырта» башлай, Пруссия дәүләтенең аҡыл нигеҙендә йәшәгәнлеген иҫбатларға тырыша, ә ғилми өлкәлә үҙенең иң күләмле, шул ук ваҡытта шаҡтай ҡаршылыклы «Философия фәне энциклопедияһы» тигән хеҙмәте өҫтөндә эшләй. 1818 йылдан башлап үлгәнсегә ҡәҙәр, ул Берлин университетында уҡыта.

Бөйөк философ И.Кант аң менән зиһенде(аҡыл) айырып, уларҙы рациональ белем алыуҙың ике  баҫҡысы ,тип ҡарай. Г.Гегель аҡыл-зиһенде ( «бесконечное» мышление) аңға ҡапма ҡаршы ҡуя ( «конечному» мышлению). Аңдың сикләнгәнлеге  уның  фекерҙе сикләнгән билдәләмә менән  нығытып ҡуйыуында, аңдың уларҙың эстәлегенән ары китә алмауында. Гегель фекере  буйынса, аңдың тотороҡлоғо, билдәләнгәнлеге, сикләнгәнлеге  фекерләүҙең системаға килтереү эшмәкәрлегендә,  ҡабул ителгән материалды тәртипкә һалыуҙа. Гегель  фекерләү аң эшмәкәрлегенә генә бәйле түгел.  Канттан айырмалы рәүштә, Гегель   ғилем алыуҙа зиһендең конструктив   функция үтәүен  таный. Фекерләү зиһен стадияһына еткәс, бер ни сикләүҙәр  белмәгән, үҙенән-үҙе әүҙем була алған рухҡа әйләнә. Зиһен стадияһында үҙ формаларын, булған уйҙарын предметына әйләндерә, уларҙың абстрактлығын һәм беръяҡлылығын еңеп, «аҡыллы»(«разумное»), йә «конкрет» («конкретное») төшөнсә килтереп сығара. Зиһендә ғилем алыу диалектикаһы күренә: Гегель  фекерләү эшмәкәрлеген зиһен стадияһында үҫеш, төшөнсә эстәлеген конкретлаштырыу тип ҡараған. Ләкин ул   был процесты  төшөнсәнең  үҙенән- үҙе үҫеше , тип мистификациялаған . Гегель  системаһы  өс өлөштән тора .

Гегель «Рухтың үҫеше» хеҙмәтендә абсолют идеализм принциптарын дәлилдәргә тырыша. Уныңса, донъяның нигеҙен абсолют идея, йәғни шәхсилеккә эйә булмаған донъя күләмендәге аҡыл тәшкил итә. «Рухтың үҫеше» әҫәрен белгестәр өс бүлеккә айырып ҡарайҙар.

Гегелдең «Рухтың үҫеше» хеҙмәтендә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе рәүешендә «ситләштерү» (нем. — Entausserund, русса — «отчуждение») категорияһы ҡарала. Уның мәғәнәһе ҡатлаулы, шунлыҡтан, күрәһең, Гегелдән һуңғы ғалимдар был төшөнсәгә башҡа төрлөрәк мәғәнә һалып эш итергә тырышалар. Шулай ҙа Гегель үҙе был төшөнсәне түбәндәгесә аңлата: «Ситләштерү» ул — барлыҡ әйберҙәрҙең рухтан яралып барлыҡҡа килеүе. Шул уҡ ваҡытта, ул — кеше тарафыннан тыуҙырылған һәм уның есми көстәрен кәүҙәләндергән төрлө ҡиммәттәр ҙә (мәҫәлән, фән, сәнғәт әҫәрҙәре). Гегель, үҙенә тиклем йәшәгән башҡа ғалимдәр кеүек үк, донъяла булған барлыҡ әйберҙәрҙе (тәбиғәт предметтарын, йәмғиәттәге барлыҡ ҡиммәттәрҙе) ниндәйҙер системаға һалып аңлатырга тырыша. Һәм был тырышлыҡ үҙ кәүҙәләнешен Гегельдың теорияһындә таба ла. Гегель, башҡа ғалимдәр кеүек үк, иң «башланғыс сәбәп», «ниҙән нәмә башланған?», «нимә нәмәне тыуҙырған?» һ. б. шундай һорауҙарға яуап табырға ынтылып, иң баштаны абсолют идея сифатында таныуын белдерә. Уныңса, абсолют идея ул — иң беренсел, барлыҡ нәмәләр шунан башлана. Ләкин абсолют идея, Гегелсә, даими үҙгәрештә, һәм ул ошо үҙгәреш процесында, йәнәһе, үҙенең бүтән формаһына — тәбиғәткә әүерелә (тимәк, тәбиғәткә тейешле «кәштә» табылды). Ләкин абсолют идеяның үҙгәрештә, үҫештә булыуы бының менән генә сикләнмәй, ул, Гегель фекеренсә, тәбиғәт формаһын йыртып сыға ла, абсолют рухҡа әүерелә һәм үҙен йәмғиәт тормошонда, ижтимағи аңдың төрлө формаларында таба (шулай итеп, йәмғиәткә лә тейешле «кәштә» табылды, тигән һүҙ). Был, өс этаптан торған процесс, Гегель системаһының һөлдәһе, каркасы, Гегелдең донъяла булған барлыҡ предметтарҙы һәм күренештәрҙе ошо каркаска нигеҙләп ҡарай.

Әгәр дә Гегель бары тик ошо уйҙырмалы системаның авторы ғына булған тәҡдирҙә, ул әллә ни юғары күтәрелә алмаған булыр ине.

Гегель — философия тарихына идеалист булып кына түгел, бәлки диалектик идеалист булып кергән шәхес. Уның белем, фекер байлығы тәрән була. Гегель үҙенең хеҙмәттәрендә тарих, дәүләт теорияһы, хоҡуҡ, әхлаҡ, сәнғәт өлкәһенән, күп төрлө фәнни сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр килтерә. Былар Гегелде ифрат киң, ысын энциклопедик аҡыл эйәһе сифатында күрһәтә. Уның хеҙмәттәрендә урын тапҡан күҙәтеүҙәр, фекерҙәр шул тиклем бай, уларҙы өйрәнеүсе кеше Гегелдең юғарыла иҫкә алынған системаһына әллә ни иғтибар ҙа бирмәй, уның зиһене күп төрлө һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр өйөрмәһендә ҡала.

Гегелдең «Философия фәндәре энциклопедияһы» хеҙмәте - ысын энциклопедия. Был хеҙмәт өс ҙур өлөштән тора: « Логика» , «Тәбиғәт философияһы» һәм «Рух философияһы». Һәр өлөш күп һандағы томдарҙан тора, Гегелдең «Логика» ғилеме, ғөмүмән, философия фәненең иң юғары баҫҡысын кәүҙәләндергән теоретик хеҙмәт, Гегелдең был йүнәлештәге ижади эше энциклопедияға кергән «кесе логика» өлөшө менән генә сикләнмәй, ул үҙ эсенә «ҙур логика»-ны ла, шулай уҡ Нюрнберг гимназистары алдында уҡыған лекциялар йыйылмаһын да һыйҙыра. «Логика» бүлеге — был күп томлы хеҙмәттең иң отошло, иң юғары баһаға эйә булған өлөшө. Сөнки был бүлектә Гегель тәғлимәтенең «рациональ оролоғо», революцион әһәмиәт ҡаҙанған фекерҙәре тупланған. Логикала Гегель объектив ҡанундарҙы һәм категорияларҙы дәлилләй. Был — диалектика. Ләкин Гегелдең диалектикаһы, башлыса, объектив ысынбарлыҡ диалектикаһы түгел, ә идеялар өлкәһендәге диалектика. Уныңса, объектив ысынбарлыҡтағы диалектика ул фәҡәт  ? , идеялар өлкәһендәге диалектика уның сағылышы ғына. Ф. Энгельс бындай фекер йөртөүҙе ( Гегелдең әлеге йүнәлештәге ҡараштарын) былай һүрәтләй: Гегелдең диалектикаһы, ти ул, аяҡта түгел, ә баш түбән баҫып тора һәм уның Маркс тарафынан   аяҡҡа баҫтырып ҡуйылыуы һис ғәжәп түгел. Гегель һәр нәмәнең үҙгәрештә, үҫештә булғанлығын иҫбатларға ынтыла. Ләкин уның өсөн беренселек — идея, рух, әмма ысынбарлыҡ түгел. Улай ғына булһа  үҙгәреш, үҫеш рухтың, абсолют идеяның тәбиғәттең йәмғиәткә әүерелеү этабына ғына хас. Тимәк, үҫеш һәм, ғөмүмән, үҙгәреш бөгөнгө көнгә, шулай уҡ киләсәккә бөтөнләй ҡағылмай булып сыға. Гегелдең диалектикаһы уның замандаштарына ҙур йоғонто яһай. Әлбиттә, уның фекерҙәре менән килешмәүселәр ҙә табыла. Ләкин һәр хәлдә, Гегелдең күп кенә фекерҙәре уның замандаштары өсөн сенсация булып ҡабул ителә, улар араһында төрлө бәхәстәр ҡуҙғата. Мәҫәлән, уның «аҡылға эйә булған һәр нәмә ысынбарлыҡҡа әүерелеүсән, һәр ысынбарлыҡҡа әүерелгән нәмә аҡылға эйә» тигән фекере күптәрҙе үҙенең тәрәнлеге һәм тапҡырлығы менән таң ҡалдыра. Ф. Энгельс әйтеүенсә, Гегель замандаштарының күбеһе был фекерҙең бөтә тәрәнлеген  аңлап та еткермәгәндәр.

Гегелдең «ысынбарлығы» — шул ук ваҡытта зарурлык та ул. Быны аңламаусылар өсөн ысынбарлыҡҡа әүерелгән һәр нәмә (бәлки ул хаталы эш, хәтта енәйәттер) аҡылға эйә булып сыға түгелме һуң? Шуңа күрә былай фекерләү, хәҡиҡәткә ирешеү юлын билдәләй алмай, әлбиттә. Юғарыла иҫкә алынғанса, Гегель үҙенең хеҙмәттәрендә диалектиканың ҡанундарына һәм категорияларына ҙур урын бирә. Мәҫәлән, һан үҙгәрештәренең сифат үҙгәрештәренә китереүе сама категорияһына бәйле, тип ҡарай Гегель.Һан үҙгәрештәренең нәтижәһендә яңы сифаттың барлыҡҡа килеүен, ул үҙгәреш процесының өҙөлөүе, һикереше тип баһалай. Был законлыҡты ул йән эйәһенең тыуыу һәм үлеү акттарында, ә тәбиғәт өлкәһендә химик элементтарҙың барлыҡҡа килеү йә иһә, тап киреһенсә, тарҡалыу күренештәрендә күрһәтә. Гегелдең һан һәм сифат үҙгәрештәре араһындағы бәйләнеште асҡан ҡануны ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Гегель тәғлимәтеның революцион рухын тәшкил итә. Был яҡтан ҡарағанда, Гегелдең ҡаршылыҡтар тураһындағы теорияһы ла ифрат әһәмиәтле. Эске ҡаршылыҡтарҙы ул предметтарҙың үҫеш сығанағы тип билдәләй.

Ләкин ҡаршылыҡтарҙың сишелешен ул еңелерәк формала ғына, ҡаршы яҡтарҙың үҙ-ара килешеү ысулы менән башҡарылу мөмкинлегендә генә күрә. Гегель диалектик инҡарлауҙы үҫеш моменты тип һанай. Уның инҡарҙы инҡарлау канунын асыуы ла ошо ҡарашҡа бәйләнгән. Бының өсөн ул философия фәнендә Кант һәм Фихте тарафынан нигеҙ һалынған өс ҡатлылыҡ (триада) категорияһын файҙалана. Ләкин Гегелдең был категорияһы шаҡтай үҙгәрә, һәм ул үҙенә ҙур бурыс ҡуя. Инҡарҙы инҡарлау ҡануны буйынса, предметтарҙың һәм күренештәрнең үҫеш процесында өс этап күҙәтелә. Улар тезис, антитезис һәм синтез рәүешендә сағылалар. Был ҡанунды асыуҙың иң ҙур әһәмиәте шунда, ул донъяның түңәрәк һыҙығылай үҙенә кире әйләнеп ҡайтыу теорияһын юҡҡа сығара. Гегель бөтөн һәм өлөш, асыл һәм күренеш, зарурлыҡ һәм осраҡлылыҡ, эстәлек һәм форма, шулай уҡ ҡайһы бер башҡа категориялар тураһында ла фекерҙәр ҡалдыра. Уның зарурлыҡ һәм ирек категориялары диалектикаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Гегель фекеренсә, иреккә фәҡәт зарурлыҡты танып белеү нигеҙендә генә ирешергә мөмкин. Гегелдең был фекере, дөрөҫ. Әмма ул абстракт төшөнсә булып ҡына ҡала. Йәмғиәттәге күренештәргә уның бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ. Гегель «Энциклопедия»һының икенсе өлөшө, «Тәбиғәт философияһы», абсолют идеяның тәбиғәт формаһында кәүҙәләнешен ҡарауға бағышланған. Был өлеш үҙе өс киҫәктән — механика, физика һәм органик физиканан тора. Гегель ваҡыт, ғәләм   арауығы  категорияларын материяға бәйләп ҡарай. Ә хәрәкәт, нисектер, материянан тыш һәм бәйһеҙ, фәҡәт ваҡыт һәм ғәләм арауығы менән бәйләнештә генә алына. Гегель, ғөмүмән, үҙ заманындағы асыштар менән таныш булһа да, уның фәлсәфәүи фекерҙәре белеменең сикле булғанлығын күрһәтә. Ул яҡтылыҡтың тулҡынлы асылын танымай, шулай уҡ, ғәҙәти идеалистарса, атомистик теорияны кире ҡаға.

Гегель әлеге күләмле хеҙмәтенең өсөнсө өлөшөн тәшкил иткән Рух философияһында кешенең аңға, аҡылға эйә булған эшсәнлеген анализлай. Рух философияһы ла өс киҫәккә (субъектив рухҡа, объектив рухҡа һәм абсолют рухҡа) бүленеп тикшерелә. Субъектив рух, нигеҙдә, индивидуаль аңды характерлауға бағышланған. Индивидтың рухи үҙгәреше, үҫеше, ғөмүмән, кешелек тоҡомоның интеллектуаль үҫешенә бәйләп ҡарала. Был өлөштә енси, милли, ерле айырымлыҡларға урын бирелә. Шулай ук шәхес проблемаһы ла ҡуҙғатыла, уның психологик аспекттары тикшерелә. Объектив рух өлөшөндә, ғөмүмән, кешелек йәмғиәтенә хас булған күренештәр ҡарала. Объектив рух үҙенең үҫешендә, Гегель уйлағанса, өс басҡыс уҙа: хоҡуҡ, әҙәп һәм әхлаҡ. Ләкин Гегель был күренештәрҙең синфи үҙенсәлеккә эйә булыуҙарын күрмәй, улар күберәк абстракт яҫылыҡта ғына ҡарала. Гегель дәүләт теорияһы буйынса да ҙур иғтибарға лайыҡлы фекерҙәр әйтә. Ә «гражданлыҡ йәмғиәте» бүлегендә ул хатта кешенең барлыҡҡа килеүендә хеҙмәттең ролен дә күрһәтергә ынтыла. Шул уҡ ваҡытта күп кенә категорияларҙы ҡарағанда ул үҙенең идеалистик планда сикләнгәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, дәүләттең эске һәм тышҡы функцияларын ул бөтөнләй күрмәй тейерлек, дәүләт — уның өсөн үҙмаҡсат. Шул ук ваҡытта дәүләттең йәшәүе, уныңса: «Алланың ошо донъяла атлап барыуы». Гегель, үҙ ижадының башланғыс осоронда демократик республика идеялары менән мауығып йәшәгән булһа, һуңғараҡ, юғарыла иҫкәртелгәнсә, уңға  боролош яһай: демократияны тәнҡитләй, феодаль тәртиптәр менән килешкәнлеген күрһәтә, ә дәүләттең иң камил формаһын конституцион монархияла (конституциялы монархия) күрә башлауын белдерә. Абсолют рухты Гегель ижтимағи аң формуларында — сәнғәттә, диндә һәм философияла күрә. Сәнғәтте һәм гүзәллекте Гегель үҙенә генә хас фекерҙәр менән аңлата. Был мәсьәләлә ул иң алғы планға идеал категорияһын ҡуя. Уның үҫеш баҫҡыстарын сәнғәттең формулары тип баһалай. Уларҙы ул символдарға нигеҙләнгән (йәнәһе Көнсығыш сәнғәте), классика (боронғо антика сәнғәте) һәм романтика (урта быуат һәм заман сәнғәте) формулары тип айыра. Шулар араһында боронғо антика сәнғәтенә айырыуса өҫтөнлөк бирә.

Гегель сәнғәт теорияһы һәм эстетика буйынса бай эстәлекле хеҙмәттәр ҡалдыра. Уның «Эстетика буйынса лекциялары» ғына ла дүрт томлыҡ хеҙмәттән тора. Гегель үҙ заманы сәнғәтендә сағылдырылған күренештәр нигеҙендә  ысын сәнғәттең киләсәге өсөн хәүефле тенденцияларҙы (формализмды ғөмүмән тарҡалыу ҡурҡынысын) даһи кеше булараҡ күрә алған.

Дин менән философияны Гегель ике тоташ рухи күренеш тип ҡараған. Уныңса, айырма бары шунда ғына, әгәр ҙә дин Алла булһа, философия — хәҡиҡәт. Улар формулары менән генә бер-береһенән айырыла. Әйтәйек, дин күрһәтү формаһы булһа, философия — кешене уйландырыусы форма, Гегель, философия менән динде бер рәткә ҡуйып, Европа ижтимағи фекере ҡаҙаныштарынан артҡа сигенгән булып сыға. Сөнки философияның белемгә, ә диндең ышаныуға ғына ҡоролған икәнлеген шул ук немец философтары (мәҫәлән Кант) инде таныған була . Гегель дин тураһындағы фекерҙәрен «фәлсәфиләштерергә» лә тырышып ҡараған. Хатта Алланың христиан дине буйынса өс ҡиәфәттә (троицала) кәүҙәләнгәнлеге тураһындағы фекерҙе (догматты) үҙенең өс ҡатлылыҡ (триада) теорияһы ярҙамында иҫбатларға тырышҡан. Философия фәненә ҡарата ла Гегелдең фекерҙәре башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Уныңса, философия барлыҡ фәндәрҙән дә өҫтөнөрәк.

Георг Гегель дәүләт һәм хоҡуҡ тураһында үҙенең ҡараштарҙы « Хоҡуҡ фәлсәфәһе» (1821) китапта яҙған.

Теоретик фекерләү барышында Рух үҙенең эске төп нигеҙгә етеп, Рух үҙенең субъективизмынан юғарыраҡ күтәрелә. Ул «объектив» Рух булырға мөмкин. Азат Рухтың беренсе күренеше — хоҡуҡ. Ул - Рухтын үҙ аллы иркен, теләген тормошҡа ашырыу. Беренсенән тирә-яҡтағы әйберҙәргә — милеккә хоҡуҡ, икенсенән башҡаның иркенә, теләгенә —килешеү хоҡуҡ, өсөнсөнән үҙенең инҡар итеү эшмәкәрлегенә  : инҡар итеүҙе инҡар итеү  аша тормошҡа ашырыу   -  яза хоҡуғын тормошҡа ашырыу.

Формаль һәм абстракт язаны үткәреү Рухта яҡшылыҡҡа әхлаҡ (мораль) талабын тыуҙыра. Әхлаҡ насар ынтылышҡа ҡаршы булып «бурыс» тип атала. «Бурыс» уның «намыҫта»(совесть) йәшәй.

Гегель буйынса дәүләт — объектив Рухтың иң юғары күренеше. Бер кешенең азатлығы-  бөтә кешеләр берҙәмлектә, был дәүләт — абсолют үҙмаҡсат (Selbstzweck).

Милли дәүләттәрҙә халыҡ Рухы (Volksgeister) тормошҡа ашырыла. Дәүләттәрҙең тарихи яҙмышында Рухтың диалектик ҡеүәте сағыла, улар алмашыныу аша Рух әкренләп үҙенең сикләнгәнлегенән һәм беръяғлылығынан   ҡотола һәм  үҙе аңлаған тулы иреккә өлгәшә.




#Article 203: Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары (114 words)


Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары — юғары һөнәри оҫталыҡтары һәм оҙаҡ йылдар дауымында фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн кешеләрҙе дәүләт тарафынан дәртләндереү билдәһе. Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр мәнән бүләкләү тәртибе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре менән бүләкләү һәм маҡтаулы исемдәр биреү хоҡуғы Башҡортостан Республикаһы Президентына бирелгән.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына өс орден, «Әсәлек даны» миҙалы, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе, Башҡортостан Республикаһының (1984—95 БАССР‑ҙың, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумы) почёт грамотаһы, маҡтаулы исемдәре һәм республика премиялары инә.

Бүләктәр Башкортостан Республикаһы учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен, хәрбиҙәрҙе, көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының башҡа граждандарын һәм сит дәүләт граждандарын Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн дәртләндереү маҡсатына тәғәйенләнгән.




#Article 204: Олимпия уйындары (507 words)


Олимпия уйындары — ҙур халыҡ-ара комлекслы спорт ярыштары, дүрт йылға бер үткәрелә.

Олимпиада уйынданын үткәреү йолаһы Боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән, дини култтың бер өлөшө булып торған. Уйындар 776 йылдан алып 394 йылға тиклем беҙҙең эраға тиклем 293 тапҡыр Олимпияла үткәрелгән, гректарҙа ул изге урын һаналған. Олимпия исеменән Уйындың исеме барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге Олимпия уйындары XIX быуат аҙағында, француз йәмәғәт эшмәкәре Пьер де Кубертен менән тергеҙелгән. 1896 йылдан башлап дүрт йылға бер тапҡыр йәйге Олимпия уйындары үткәрелә башлай, донъя һуғыштары ваҡытында ғына үткәрелмәй. 1924 йылда ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелә башлай, тәүҙә улар йәйге Олимпия уйындары менән бер үк йылда үткәреләләр. Әммә 1994 йылдан башлап ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү ваҡытын йәйҙекенән ике йылға күсерәләр.

Олимпия уйындары үтеп ике аҙна үткәс, шул уҡ урында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Паралимпия уйындары үткәрелә.

Олимп — Төньяҡ Грецияла портлы ҡала Солоникиҙан көньяҡ-көнбайышта мөһәбәт тау. Бейеклеге 2917 м. Грек риүәйәттәренә ҡарағанда Олимп — юғары Илаһ Зеве менән бик күп илаһтар йәшәгән урын. Борон ошо тау итәгендә йыл һайын уларга ҡорбан килтерелгән һәм байрам үткәрелгән.

Олимптан сама менән 400 километр төньяҡ-көнсығышта ятҡан Пелопоннес ярымутрауында, йөҙөм һәм зәйтүн туғайҙары, емеш-еләк баҡсалары менән дан тотҡан үҙәндә Олимп ҡалаһы ла булған. Яҡынса бынан утыҙ быуат элек беҙҙен эранан 788 йыл алда, ошо ҡалала тәүҙә йыл һайын унан дүрт йылға бер тапҡыр егеттәрзең спорт ярыштары үткәрелгән (уға ҡатын-ҡызҙарҙы хатта тамашасы сифатында ла индермәгәндәр). Шул бәйге халыҡта Олимпия уйындары тигән исем алған. Бәйге биш көн барган, ул осорза илдә һуғыштар туҡтатылған. Уйындар грек патриоттарын физик һәм рухи тәрбиәләү мәктәбе булып хеҙмәт иткән.

Боронғо Грецияла был уйындарҙың ни тиклем юғары баһаланыуын шул факт та раҫлай: ул замандарза йыл хисабы тәүге Олимпиаданан, йәғни беҙҙең эраға тиклемге 776 йылдан башлап алып кителгән. Уйындарҙың йышлығына килгәндә инде алмаш-тилмәш сиратлап 49 һәм 50 айҙан һуң, ғәҙәттә август айында үткәрелгэн.

Беҙҙең эрага тиклем 431—404 йылдарҙа Афина менән Спарта араһында булган Пелопоннес һуғышынан һәм 338—164 йылдарҙағы Македония һуғышынан һуң Филипп II, ә унан уның улы Искәндәр Зөлҡәрнәй(Александр Македонский) еңеүгә өлгәшкәс һәм, аҙаҡ килеп. безҙең эраға тиклем 146-сы йылда римдар гректарҙы тамам буйһондорғас, Греция тулыһынса иктисади һэм сәйәси бөлгөнлөккә дусар ителә. Римдар Олимпия уйындарына мәғәнәһеҙ күңел асыу тип ҡарай. Һәм беҙҙең эраға тиклем 393 йылда ул замандың һуңгы Олимпия уйындары үткәрелә. Рим императоры Федосийзың әмере менән «гректарҙың йыйылышып бушҡа ваҡыт үткәреүҙәре» тыйыла. Уны мәжүсиҙәр уйыны тип иғлан итәләр. Олимпта илаһтарға ҡуйылган статуялар алып ташлана, гибәҙәтханалар емертелә. Ҡыҫҡаһы, ҡала бөтөнләйгә ҡыйратыла. Олимпия уйындары менән бергә бөтә яҡлап һәләтле, физик сыныҡҡан үҫмерҙәр тәрбиәләү бер нисә быуатҡа туҡтатыла. Тәүге Олимпия уйындарынан башлап иҫәпләнә килгән йыл хисабы ла ғәмалдән сыгарыла.

Олимпия идеяһы боронғо ярыштарҙы тыйғас, юғалып ҡалмай. Мәҫәлән, XVII быуатта Англияла «олимпия» ярыштары үткәрелә. Һуңыраҡ шуға оҡшашыраҡ уйындар Францияла һәм Грецияла ойошторола. Улар ҙур булмаған сара булалар, иң күбендә төбәк характерында ғына. 1859—1888 йылдарҙа даими үткәрелгән уйындарҙы хәҙерге Олимпия уйындарының башлап ебәреүсеһе булалар, «Олимпия» тип аталғандар. Олимпия уйындарын тергеҙеү, яҙыусы Панайотис Суцостың уйы була, йәмәғәт эшмәкәре Евангелис Заппас уны тормошҡа ашыра.

Ошо тыйыуҙарҙан һуң 1500 йыл үткәс 1894 йылда француз педагогы һәм гуманисы Пьер Кубертон инициативаһы менэн Сорбоннала (Париж) Халыҡ-ара Олимпиада комитеты (МОК) ойошторола һәм 1896 йылда Афинала тәү тапҡыр хәҙерге заман Олимпия уйындары үткәрелә.




#Article 205: Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы (276 words)


Ил сиген һаҡлау хеҙмәтен башҡорттар, типтәрҙәр, мишәрҙәр үҙ иҫәбенә үтәгән.
Ғәcкәри хеҙмәткә 25 йәш менән 50 йәш арыһындағы сәләмәт ир-егеттәр саҡырылған. Хеҙмәткә ебәреү сиратын йорт старшиналары билдәләгән. Йыл һайын 4-5 ғаиләнән бер кеше ебәрелгән.

Ғәcкәр Рәсәй империяһы ҡатнашҡан төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә файҙаланыла (1812 йылғы Ватан һуғышы, 1853—1859 йылғы Ҡырым һуғышы һ. б.). Батша хөкүмәте кантон идаралығын керетеп башҡорттарҙың үҙидаралығын юҡҡа сығара, башҡорт феодалдарына төрлө ташламалар биреп үҙ яғына ҡарата. Ерле халыҡтың йәшәү рәүеше хәрби закондарға бойһона, хәрби суд булдырыла.

Башҡорт ерҙәре админстратив яҡтан 13 кантонға, ә кантондар 18 өйәҙгә һәм 252 йортҡа (улусҡа) бүленә. Кантондарға исем бирелмәй, улар номер менән йөрөтөлә.

I кантон — 9 йорттан (улустан) тора. Хәҙер был ерҙәр Пермь өлкәһендә.

II кантон — 9 йорт. Элекке Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең бер өлөшө — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында.

III кантон — II йорт. Силәбе өлкәһендә.

IV кантон — 9 йорт. Бик аҙ ғына өлөшө Учалы районының төньяғында.

V кантон — 6 йорт. Бик аҙ ғына елөшө Әбйәлил районының көньяғында.

VI кантон — 19 йорт. Силәбе өлкәһендә.

VII кантон — 30 йорт. Учалы районының көньяғы, Әбйәлил районының төньяғында.

VIII кантон — 25 йорт. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ тирәһендәге үҙәк райондары.

IX кантон — 14 йорт.Өфө тирәһендәге райондар.

X кантон — 41 йорт. Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен райондары. Көйөргәҙе районының бер өлөшө. Башҡортостандың көньяҡ сигенән Урал йылғаһына тиклем булған ерҙәре һәм Быҙаулыҡ өйәҙе — тулыһынса Ырымбур өлкәһендә.

XI кантон — 27 йорт. Тулыһынса Башҡортостандя (Асҡын, Бөрө, Борай, Балтас, Илеш, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл, Нуриман райондары).

XII кантон — 25 йорт. Алабуға, Минзәлә өйәҙҙәре — Татарстанда. Сарапул өйәҙе — Удмуртстанда.

XIII кантон — 29 йорт. Көнбайыш өлөшө — Башҡортостанда (Бәләбәй, Әлшәй, Бишбүләк, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы райондары).

Рәсәй сиктәре көнсығышҡа һәм көньяҡҡа киңәйгәс, кантон идараһы 1865 йылда «Положение о башкирах» манифесы нигеҙендә юҡҡа сығарыла.




#Article 206: Каруанһарай (545 words)


Каруанһарай — Ырымбур ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Уны XIX быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала.

Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ,— тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә — Мин бында даими туҡталыу урыны йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине.

Төҙөлөш материалдары әҙерләү һәм ҡулланыу башҡорттарға борондан таныш була. Ырымбурҙы башҡорт орнаменты менән биҙәлеп эшләнгән биналар быға дәлил булып тора. Миҫал өсөн, Каруанһарай янындағы бер ҡатлы йорттоң фасады башҡорт орнаментындағы геометрик фигуралар менән биҙәлгән.

Каруанһарайға Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була. Каруанһарайҙың мәсете иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә.

Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор А. П. Брюллов эшләгән проект 1877 йылдың 19 ғинуарында раҫлана, шул йылдың йәйендә үк төҙөлөш эштәре башланып китә. Төҙөлөш материалдарын әҙерләүҙә, уларҙы ташыуҙа, биналарҙы һалыуҙа һәм биҙәүҙә төрлө милләт кешеләре ҡатнашаһа ла, төп ауырыҡ башҡорттар иңенә төшә. Төҙөлөштөң дөйөм күләме 804914 һум күләмендә баһалана. Был суммаға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған иғәнәһе, почта хеҙмәте өсөн түләүҙәр, поташ заводтарынан килгән килем керә.

Каруанһарайҙың төп бинаһы 1842 йылда төҙөлөп бөтә. Мәсетте эске яҡтан биҙәү һәм манараны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты ала.

Каруанһарай иркен урында, ҡаланан ситтә төҙөлгән. Тирә-яғына Стәрлетамаҡ, Бөрө өйәҙҙәренән килтерелгән ағастар ултыртылған. Ихатаһы киҫелгән таштан яһалған кирбес менән уратып алынған. Ҡала киңәйгәс, комплекс ҡала эсендә тороп ҡала, ихатаның ярым-асыҡ яғы хәҙерге Парк проспектына ҡарап тора. Ҡауанһарай төп корпустан, мәсеттән һәм манаранан торған бер бөтөн архитектур берәмек. Төп корпус «П» хәрефе формаһында, булмәләрҙең тәғәйенләнеше төрлө булғанға айырым ишектәр ҡуйылған. Ҡунаҡтарға икенсе ҡатта казарма формаһында бүлмәләр планлаштырылған. Аттарҙы ҡуйыу өсөн тышҡы яҡта ихата ҡаралған.

Мәсет стеналары һигеҙ ҡырлы призма итеп төҙөлгән, өҫтө ярым сфера менән ҡапланған. Киңлеге — 12,8 м.

Манараның аҫҡы өлөшөндә киң пьедестал, урта өлөшөндә һигеҙ ҡырлы призма, өҫкө өлөшөндә цилиндр формаһындағы колонна. Манара йәшел тимер менән ябылған конус менән тамамлана. Конус башында ярым ай. Бейеклеге 38,8 м.

Каруанһарай төҙөлөп бөтөүгә Ырымбурҙың генерал-губернаторы итеп В. Обручев тәғәйенләнә. Ул үҙен башҡорт мәҙәниәтендәге барлыҡ сараларҙың дошманы итеп күрһәтә. Каруанһарай тартып алына һәм эска эштэр ҡарамалығына тапшырыла. Бинала Ырымбур губерна канцелярияһы, канцелярия начальнигының фатиры, башҡорт ерҙәрен бүлеү буйынса комиссия, Оренбургская газетаның редакцияһы һәм типографияһы урынлаша. Башҡортар өсөн ике генә фатир ҡалдырыла — унда мәсет хеҙмәткәрҙәре урынлаша.

Был хәл башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1865 йылда Ҡаруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап 10 меңгә яҡын ҡултамға йыйыла. Үҙ хәле менән төҙөгән ҡорамды халыҡ тарихи изге ҡомартҡы итеп күрә.

Губерна ойошмалары янында мосолман храмы булыуы мөмкин түгел тигән һылтау менән Кржижановский 1867 йылдың 26 ғинуарында эске эштәр министрлығына мәсетте һәм манараны күсерергә тип, үтенес яҙа. Ул үҙенең үтенесен урыҫ хөкүмәте янында мосолман мәсете булыуы килешмәй тип нигеҙләй. Эске эштәр министрлығы башҡорттар араһындағы хәлде яҡшы белә, яңы ихталалдар күтәрелеүҙән хәүефләнеп 1876 йылдың 10 июнендә Крыжановскийға «күптән эшләп килuән, зауыҡ менән төҙөлгән ҡоролманы күсереү магометан фанатизмына яңы ҡеүәт бирәсәк, тимәк был көс көсһөҙләнмәйәсәк, ә яңынан күтәреләсәк» тип яуап бирә. Крыжановский бер нисә мәртәбә үтенес яҙа, министрлыҡ барыбер мәсетте күсерергә баҙнат итмәй.

Уны башҡорт халҡына ҡайтарып биреү тураһында декретҡа В. И. Ленин 1918 йылда ҡул ҡуя.

Ауыр 1921 йылда Каруанһарайҙа башҡорт педагогия техникумы асыла.




#Article 207: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (169 words)


Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.

Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.

Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 54 кеше «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.

Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия — II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы, 60-сы гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-миномётсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.

(командирҙар буйынса мәғлүмәттәр етерлек түгел)

Дивизияның 3860 һалдат һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 яугирға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.




#Article 208: Кәкүк сәйе (127 words)


Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.

Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә.

Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — урман ситтәре һайлана.
Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый.
Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар.




#Article 209: Клеопатра VII (1044 words)


Клеопатра VII Филопатор (грек телендә Κλεοπάτρα Φιλοπάτωρ; б. э. т. 69 йылдың ғинуары — б. э. т. 30 йыл, 12 август) — Боронғо Мысырҙың эллинистик дәүер батшаһы, ҡустылары Птолемей XIII һәм Птолемей XIV менән (ул ваҡыттағы ҡанундар буйынса, ул ҡустылары менән рәсми никахта була), аҙаҡ килеп, үҙе хакимлыҡ итә. Фирғәүен булған дәүерендә ул Юлий Цезарь, һуныңан Марк Антонийҙы арбап, улар ярҙамында үҙенең тәхеттә хакимлығын нығытыуға ирешә. Клеопатраның үлеме менән, көнсығыш Урта диңгеҙ өлкәһендә эллинистик дәүер тамамланып, Рим дәүере башлана. Клеопатра — Боронғо Мысырҙың һуңғы фирғәүене (уның улы Цезарион рәсми рәүештә генә Октавиан Август тарафынан үлтерелгәнгә тиклем фирғәүен була).

Клеопатраның атаһы — Птолемей XII Авлет Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең ғәскәр башлығы, Птолемей династияһына нигеҙ һалыусы македон Птолемей I Сотерҙың тура вариҫы була. Б.э.т. 58—55 йылдарҙа Птолемей XII тәхеттән ҡолатыла һәм Мысырҙан ҡыуыла, уның урынына тәхеткә Клеопатраның апаһы Береника IV ултыра. Рим тарафынан Сүриәгә ҡуйылған башлыҡ Габиний Птолемейға тәхетен кире ҡайтарырға ярҙам иткәндән һуң, Птолеймей ҡыҙы Берениканы үлтертә. Птолемей XII хакимлығын Рим ярҙамы менән генә һаҡлай ала, был Мысыр иҡдисадын ярайһы ҡаҡшата.

Птолемей XII б.э.т. 51 йылдың мартында 17 йәшлек Клеопатраны һәм Клеопатраның ҡустыһы Птолемей XIII-нө тәхеттә ҡалдырып, үлеп китә. Клеопатра Θεα Φιλοπατωρ (Теа Филопатор) — атаһын яратыусы алиһә — исеме аҫтында тәхеткә ултыра. Тәүге йылдар иҡтисади ҡыйынлыҡтар, аслыҡ, сәйәси ыҙғыштар арҡаһында ауыр була. Ҡустыһына кейәүгә сыҡһа ла, ул бик тиҙ уның менән тәхет бүлешергә йыйынмауын күрһәтә.

Б.э.т. 51 йылдың авгусында монархтар араһы бөтөнләй боҙола. Клеопатра рәсми ҡағыҙҙарҙан Птолемейҙың исемен алып ташлай, тәңкәләрҙә уның үҙенең генә йөҙө һүрәтләнә башлай. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ монарх тәхеттә бергә ултырған ир монархтан өҫтөнлөк ала башлай, был ҡанундарға ҡаршы килә. Б.э.т. 48 йыл тирәләрендә Птолемей хакимиәт башлығында торған евнух Потиндың ярҙамы менән Клеопатраны тәхеттән ҡолатып, берҙән-бер фирғәүенгә әйләнә. Клеопатра Пелусий ҡәлғәһе янында ғәскәр йыйып, тәхетте ҡайтарырға маташа, әммә һуңынан Мысырҙан ҡасырға мәжбүр була.

Был ваҡытта Римда Помпей менән Цезарь араһында Римда хакимлыҡ өсөн һуғыш бара. Б.э.т. 48 йылда Попмей Юлий Цезарь ғәскәренән Александрияға ҡаса. Б.э.т. 48 йылдың 28 сентябрендә Птолемейҙың ярҙамсылары Помпейҙың башын ҡатыны һәм балалары алдында киҫә. Птолемей, дошманын үлтергәне өсөн Юлий Цезарҙан мәрхәмәткә өмөт итә, етмәһә, был ваҡытта Мысырҙың Римға бурысы ла була. Был Птолемейҙың хәл иткес яңылышлығы була. Цезарь ике көн үткәс Мысырға килеп етә, Птолемей уға Помпейҙың киҫелгән башын күрһәтә. Цезарҙың быға фараздар буйынса, Помпей, сәйәси дошманы булһа ла, Римдың сит илдәрҙә вәкиле һәм Цезарҙың мәрхүмә ҡыҙы Юлияның ире булғанға, асыуы ҡуба. Цезарь Птолемей менән Клеопатра араһында тыуған ыҙғышты хәл итеүгә керешә.

Цезарҙың Птолемейға булған асыуынан файҙаланырға теләп, Клеопатра Александрияға кире ҡайта. Уны Цезарға фарсы келәменә урап, ҡайһы бер фараздар буйынса, тоҡ эсендә килтерәр. Цезарҙы йәш фирғәүендең матурлығы арбай. Ул Клеопатраны тәхетенә ҡустыһы менән кире ултырта. Птолемей XIII был ҡарар менән ризалашмай, яу ҡуптара, әммә тиҙ арала еңелә, Цезарҙың ғәскәренән ҡасҡан ваҡытында ул Нил йылғаһында батып үлә. Цезарь Клеопатраны тәхеткә икенсе ҡустыһы Птолемей XIV менән ултырта.

Б. э. т. 47 йылда 22 йәшлек Клеопатра менән 51 йәшлек Цезарҙың улы Птолемей XV Цезарь (Цезарион) тыуа. Клеопатра Цезарь улын үҙенең вариҫы итеп ҡалдырыуын теләй. Әммә цезарь вариҫы итеп ҡустыһы Октавианды ҡалдыра. Б. э. т. 46 йылдар тирәһендә Клеопатра Цезарь саҡырыуы буйынса Римға килә. Бында ул б. э. т. 44 йылдың 15 мартында Цезарҙың республикасылар тарафынан үлтерелеүенә тиклем була.

Бынан һуң күп тә үтмәй, Птолемей XIV һаулығы ҡаҡшауы арҡаһында үлеп китә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, ҡустыһын Клеопатра ағыулап үлтерә. Клеопатра улы Цезарион менән тәхеткә ултыра, ысынында иһә, хакимлыҡ тулыһынса уның ҡулында була.

Цезарҙың үлеменән һуң Римда республикасылар һәм Цезарҙың вариҫтары Антоний һәм Октавиан араһында хакимлыҡ өсөн ыҙғыш ҡуба. Клеопатра хәрби көс менән һәм аҡсалата республикасыларға ла, цезариандарға ла ярҙам итә. Республикасылар еңелгәндән һуң, б. э. т. 42 йылда Рим ғәскәре башлығы Марк Антоний Клеопатраны Тарсҡа һорау алыу өсөн саҡырта. Клеопатра карабын бик бай биҙәп, үҙе Афродита ҡиәфәтендә Антоний менән осрашыуға килә. Артабан ул Антоний өсөн мул мәжлес ойоштора. Үҙенә булған ғәйептәрҙе ул кире ҡаға, республикасыларға ойошторолған ярҙамды Кипрҙа ҡуйылған башлығы Серапионға япһара. Клеопатра Антонийҙы тулыһынса үҙе менән арбай, һөҙөмтәлә Антоний б. э. т. 41—40 йылдар ҡышын Александрияла Клеопатра менән үткәрә. Б. э. т. 40 йылдың 25 декабрендә Клеопатра ике балаһына — Александр Гелиос һәм Клеопатра Селенаға ғүмер бирә. Шул уҡ йылда Антоний Октвиандың апаһы Октавияға өйләнә.

Б. э. т. 37 йылда Антоний менән Клеопатра ҡайтанан күрешә. Ул Мысыр йолалары буйынса Клеопатраға өйләнә. Клеопатра менән Антонийҙың өсөнсө балалары — Птолемей Филадельф тыуа.

Б. э. т. 34 йылда Антоний Клеопатра һәм Цезарионды Мысыр һәм Кипрҙың хакимдары, Александр Гелиосты Армения, Мидия һәм Парфияның хакимы, Клеопатра Селена II-не Киренаика һәм Ливияның хакимы, ә Птолемей Филадельфты Финикия, Сүриә һәм Киликияның хакимы тип иғлан итә.

Антонийҙың был ҡылығы Римда оло ғауға ҡуптара, Октавиан Сенатты Мысырға ҡаршы һуғыш башларға күндерә. Б.э.т. 31 йылда Антоний менән Клеопатраның ғәскәре һәм Рим ғәскәре Акциум буйында алыша. Был яуҙа Антоний менән Клеопатраның насар ойошторолған ғәскәре еңелә, әммә ҡамауҙан ҡотолоп Мысырға сигенеүгә өлгәшә, был ваҡытта ғәскәрҙең күп өлөшө Октавиан яғына сыға.

Б. э. т. 30 йылдың яҙында Октавиан Мысырға юллана. Октавиандың ғәскәре Александрияға килеп еткәс, Антоний ғәскәренең ҡалған өлөшө берәм-берәм Октавианға ҡушыла. Уға ҡаршы тороу файҙаһыҙ була. Антоний үҙен үҙе ҡылыс менән сәнсеп үлтерә. Клеопатра һаман Октавиан менән килешә алырына өмөтләнә. Әммә Римға триумф өсөн ебәреләсәген белеп, Рим сығанаҡтары раҫлауынса, Клеопатра үҙен үҙе йыландан саҡтырып үлтерә.

Клеопатраның улы Цезарион Мысыр фирғәүене тип иғлан ителә, әммә был ваҡытҡа Октавиан Мысырҙы баҫып алған була. Цезарионды тотоп үлтерәләр. Был Мысыр фирғәүендәренең эллинистик тамырын ҡоротоу ғына түгел, Мысыр фирғәүендәренең хакимлығына нөктә ҡуя. Антоний менән Клеопатраның өс балаһы Римға килтерелә, Октавиандың триумф парадында улар сипкә бәйләнгән килеш килә, әммә артабан Антонийҙың ҡатыны Октавия Минор уларҙы үҙенә ҡарауға ала.

Мысыр тәңкәләрендә һүрәтләнеүенсә, Клеопатра тулҡынлы сәсле, ҙур күҙле, алға сығып торған эйәкле, Плолемейҙарға хас көмрө танаулы була. Ул бик һөйкөмлө була һәм бының менән оҫта ҡуллана, бынан тыш, уның арбағыс матур тауышлы, үткер аҡыллы булыуы билдәле.

Мысыр титулы — фирғәүен исемен йөрөтһә лә, уның төп теле — грек теле була. Уның тәхеткә ултырыуына тиклем бер нисә быуат дауамында Мысыр менән македондар (эллинистар) хаким итә. 300 йылдар элек Мысырға Искәндәр Зөлҡәрнәй килеүенән һуң, бында грек теле аҡһөйәктәр теленә әйләнә. Клеопатра 300 йыл дауамында Мысыр тәхетенә эйә булған ғаиләһендә беренсе булып мысыр телен өйрәнеүсе булараҡ билдәле.

Клеопатра шәхес булараҡ әлеге көндәргә тиклем донъя мәҙәниәтендә оло ҡыҙыҡһыныу уята. Уға арнап һанап бөткөһөҙ сәнғәт эштәре яҙыла, уның тарихы әҙәби әҫәрҙәрҙә, фильмдарҙа бәйән ителә (мәҫәлән, Шекспирҙың «Антоний һәм Клеопатраһы», Бернард Шоуҙың «Цезарь һәм Клеопатраһы»). Әҫәрҙәрҙең күбеһендә уның донъялағы иң ҡеүәтле кешеләрҙгә йоғонто яһаусы матурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Философ Блез Паскаль раҫлауынса, уның гүзәллеге донъя тарихын үҙгәртә.




#Article 210: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте (396 words)


Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте — Башҡортостан состав өлөшө булған дәүләттәрҙә башҡорттарҙың хәрби йөкләмәләре.

XVI быуатҡа тиклем башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостан ингән илдәр менән бәйле була. X быуаттың 1-се яртыһында (башҡа сығанаҡтар буйынса, IX быуаттың) башҡорт ҡәбиләләренең башлығы Башғирд ике мең һыбайлылар менән Хазар ҡағанаты армияһында (Кимак ҡағанаты сигендә) хеҙмәт иткән. XIII быуатта башҡорт отрядтары монгол армияһын тулыландыралар, XIII—XVII быуаттарҙа — Алтын Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан, Себер һәм Ҡасим ханлыҡтары ғәскәрҙәре составына инәләр. XIII—XIV быуаттарҙа айырым башҡорт вәкилдәре Мысырҙа һәм Сирияла хеҙмәт итәләр. Башҡорт жалованный грамоталары, шәжәрәләр һәм башҡа сығанаҡтар буйынса, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте Башҡортостандың Рус дәүләте составына инеү шарттарының береһе була. Үҙ сиратында, рус дәүләте башҡорттарға ергә аҫабалыҡ, урындағы үҙидара хоҡуҡтарын гарантиялай. Килешеү буйынса башҡорттар йыйындар, ҡоролтайҙар үткәрә, үҙ динен (Ислам динен)һаҡлап ҡала алған. XVII быуаттан алып башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте юғарғы властар акттары (батша, император), дәүләт власының үҙәк органдары (Бояр думаһы, Сенат, Ҡаҙан һарайы Приказы, Хәрби коллегия, Хәрби министырлығы) менән яйлана. Урындарҙа хеҙмәтте туранан-тура ойоштороу менән башта — старшиналар, тархандар, батырҙар, XVII быуатта — обер-коменданттар, коменданттар, гарнизон начальниктары, старшиналар, яҫауылдар, хорунжийҙар, сотниктар (XIX быуатта шулай уҡ Башҡорт-мишәр ғәскәре, кантон начальниктары, дистанция начальниктары, йорт һәм поход старшиналары), башҡорт полктары командирҙары ғәмәлгә ашыра.

Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте тышҡы (һуғыштарҙа һәм Башҡортостандан алыҫ сиктәрҙе һаҡлауҙа ҡатнашыу) һәм эске (линия-сик буйы, этап, ҡарауыл һәм Ҡазан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Ырымбур һәм башҡа ҡалаларҙа полиция хеҙмәте, йәрминкә үткәргән ваҡытта юлдарҙы һаҡлау һәм башҡалар) бүленә.
Хәрбиҙәрҙең ыйылыу урында башта ҡәлғәләр була, ә 1798 йылдан — кантон территорияһындағы тораҡ пункттар. Хеҙмәткә 20 — 50 йәштәге ир-егеттәр алына. Башҡорт яугиры үҙенең ҡоралы, кәрә-яраҡтары һәм 2 ат менән килергә тейш була. Походҡа сыҡҡан башҡорт командаһы (полкы) үҙ-үҙен аҙыҡ-тлек һәм фураж менән тәьмин итә, йыйылыу урынынан 100 саҡрым үткәс кенә, каҙна тәьминатына күсә. 1797 йылдан һәр яугирға йәйге осорҙағы хеҙмәте өсөн айына 1 һум бирелә (был сығымдарҙы ҡапламай).

Рәсәй әрмеһе сафында башҡорттар урыҫ хөкүмәте алып барған бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан:

Батша хөкүмәтенә «тоғро» башҡорттар 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын, 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын, 1835 йылғы ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнаша, 1830—1831 йылдарҙағы поляк ихтилалы ҡатнашыусыларын конвоирлауҙа, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында баш күтәреүсе формированиеларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

Башҡорт командалары Урал казактары (1805), Касли, Үрге һәм Түбәнге Ҡыштым (1829), Ҡатай-Ивановка, Усть-Ҡатай, Йүрүҙән-Ҡатай (1829) заводтары эшселәре, Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе крәҫтиәндәре (1843) сыуалыштарын һәм ҡаҙаҡ ихтилалдарын баҫтырыуға йәлеп ителә.

Йыл һайын Бөгөлмә йәрминкәһенә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн 3-сө башҡорт кантоны хәрбиҙәре ебәрелә, Бөгөлмә трактында 220 башҡорттан торған посттар ойошторола. 1800—1840 йылдарҙа 1-се кантон башҡорттары Себер трактында даими рәүештә хеҙмәт итәләр.




#Article 211: Аллаһ (949 words)


Аллаһ (, ) — Исламда юғары илаһи зат.
Ҡөрьәндә Аллаһ бер һәм берҙән-бер илаһи көс, донъяны яралтыусы һәм Ҡиәмәт көнөнән һуң Ахыры заманда хөкөм итеүсе тип әйтелә. Мөхәммәт иһә ер йөҙөндә уның һуңғы Пәйғәмбәре (Нәби) һәм илсеһе (Рәсүл). Бына ошоно танып әйтелгән шаһитлыҡ итеү Исламда шәһәҙәт тип атала. Шәһәҙәт әйтеп, кеше мосолманлыҡ ҡабул итә.

Аллаһы тәғәлә донъяны, мәхлүҡәтте (йән эйәләрен), тәбиғәтте, бәндәләрҙе яралтыусы, бар итеүсе.

Аллаһы тәғәлә ер йөҙөндәге бәндәләрҙе бергә йыйып, үлеләрҙе терелтеп хөкөм итер, йә тамуҡта-йәһәннәмдә, йә иһә ожмах-йәннәткә юллар. Кешеләргә Аллаһ үҙенең барлығын ғүмәлдәре менән күрһәтә һәм белдерә. Донъялағы һәр бер әйбер — Аллаһ мөғжизәһе.

Ҡөрьән дә — Аллаһ мөғжизәләренең береһе. Аллаһ тураһындағы тәғлимәт — Ислам диненең асылы. Аллаһы тәғәләнең  берҙән-берлеге тураһындағы тәғлимәт (тәүхид) Исламдың төп ҡануны.

Ғәрәп теле фәнендә   Аллаһ һүҙе  әл-Илаһ тигәндән килеп сыҡҡан тип һанайҙӘр, йәғни яңғыҙлыҡ исем   артикле әл менән   илаһ (إلٰهٌ ilah) ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән. Ул  йәһүд телендәге  Элоһим, арамейса Элаһ, сүриәсә Алаһ һәм аккадса Эл тигән һүҙҙәр менән тамырҙаш.

Шул уҡ ваҡытта мосолман ғөләмәләренең ҡайһы берҙәре  «Аллаһ» — яңғыҙлыҡ исем, бер ниндәй семантик тамыры юҡ тип һанай (ғәйре мүштәҡ).

Аллаһ бер, Мөхәммәт (с.ғ.с) уның Рәсүле тип шәһәҙәт әйтеп, Ислам ҡабул итәләр

Ислам традицияһында Аллаһы тәғәләнең   атрибут исемдәре бар тип һанала. Бөтә был исемдәр Аллаһы тәғәләнең Үҙе яралтҡан донъяла белдерелгән сифаттарын һүрәтләй. 

Мөхәммәт Пәйғәмбәр бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттары бар, шул исемдәрҙе әйтеп доға ҡылығыҙ, ул исемдәр араһында шундай исем йәшерелгән, әгәр бәндә уны зекер итеп доға ҡылһа, теләге һис шикһеҙ ҡабул булыр», — тип әйтелә. Был исемдәр  Исми Әғҙам доғаһында килтерелә 

Аллаһы тәғәләнең барлығын, берлеген танып, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе уның Рәсүле тип таныусылар - мосолмандар. Улар Ислам диненең дөрөҫлөгөнә инана. 

Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһы тәғәләгә инаныу, тоғролоҡ. Ул донъя диндәре һанында; донъялағы киң таралған ибраһими диндәрҙең береһе; Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан нигеҙләнгән дин; Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) иңгән Ҡөрьән китабы аша ҡанунлаштырылған . Аллаһы тәғәләнең, Пәйғәмбәре Мөхәммәт с.ғ.с аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине.  Аллаһы тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәр аша кешеләргә Ҡөрьәнде иңдергән.

Исламдың дин ғилеме Аҡыдаға ярашлы, Ҡөрьән — Аллаһы тәғәләнең Мөхәммәт Пәйғәмбәргә Ябраил фәрештә  аша туранан-тура мөрәжәғәт итеүе.   Ҡөрьән Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Һәм мосолмандар уны — Аллаһы тәғәлә һүҙе тип ҡабул итә.  Иман — иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә..
Мөхәммәт Пәйғәмбәргә иңгән  «Аллаһының изге һүҙе»  Ҡөрьән китабының нигеҙен тәшкил итә. Был китап 114 сүрәнән, һәр сүрә төрлө күләмле аяттарҙан тора.

 .

Ислам дине — ул Аллаһы тәғәләгә генә табыныу һәм Уға тиңдәш - ширк тотмау. Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш тотмау, тимәк, Унан башҡа бер кемде лә илаһ тип танымау тигәнде аңлата. Мосолман кешеһе тик Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылырға тейеш. Ғибәҙәт ҡылыу, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан әмерҙәренә буйһоноп, Ул тыйған нәмәләрҙән тыйылыу һәм Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәү тигәнде аңлата..
Аллаһ тигән һүҙҙең шундай бер үҙенсәлеге бар: Аллаһ менән берәү ҙә Уны уртаҡлаша алмай,  Аллаһы тәғәләнән башҡаға был исемдең бер кемгә лә бирелеүе мөмкин түгел. Шуның өсөн дә Ҡөръән Кәрим Уның исеме менән башлана. Мосолман бары тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға һәм Унан ғына ярҙам һорарға, Уның ғына ризалығын алыр өсөн тырышырға тейеш. 

Аллаһы тәғәләнең бер исеме  Әл-Ҡәһәр Был һүҙ ҡәһәр һуҡһын, ҡәһәр төшкөрө кеүек ғибәрәләр рәүешендә телебеҙгә инеп ҡалған. Юҡ итеүсе, һәләк итеүсе тигәнде аңлата. Аллаһ теләгән ваҡытта  яралтҡандарын шул уҡ ваҡытта юҡ итә лә ала. Теләһә, тәүбә итмәгән гонаһтарҙы ла юҡ итә ала. Тарихтың төрлө дәүерҙәрендә йәшәгән төрлө-төрлө милләттәр тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Әгәр Аллаһ  был сифатын йыш ҡулланһа, ер йөҙөндә бик аҙ кеше ҡалыр ине. Ләкин Ул Рахим исеме менән мәрхәмәт итә.  Аллаһ ғәҙел,Уның хөкөмө ғәҙел. Кешеләр ҙә ғәҙеллек менән хөкөм итерҙәр, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында һәр ваҡыт ғәҙеллекте тәьмин итә алмаҫтар. Аллаһы тәғәлә  иһә һәр ваҡыт ғәҙел, тоғро хөкөм итә.

Һәр кеше ҡылғанына ҡарап йә ожмах йәннәт менән бүләкләнер, йә гонаһтары өсөн  тамуҡҡа (йәһәннәмгә) эләгер. Аллаһы  тәғәлә рәхимле, гонаһлыларға, залимдарға, юлдан яҙыусыларға яза бирергә ашыҡмаҫ, гонаһтарын төҙәтергә  ваҡыт бирер .

Аллаһы тәғәлә яралтҡан мөғжизәләрҙең береһе - ул Ҡөрьән Кәрим.

Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа торған кеше ҡулы менән яһалған һәр нәмәнең үҙ оҫтаһы - авторы бар. 
 
Шуның шикелле, ер, ерҙәге үләндәр, урмандар, тауҙар, диңгеҙҙәр, йылғалар, күлдәр, шишмәләр, күк, күктәге ҡояш, ай вә йондоҙҙар ҙа үҙлектәренән генә булмағандар.

Ерҙәге инсандар, хайуандар, ҡош-ҡорттар ҙа үҙ-үҙҙәренән генә барлыҡҡа килмәгәндәр. Уларҙы ла яһаусы, икенсе төрлө әйтһәк, яралтыусы бар. Ул — Аллаһы тәғәләлер.

Аллаһы тәғәлә бер: Уға оҡшаш, Уға тиң һис бер нәмә, һис бер кем юҡ. Ул һәр нәмәнән олуғ, һәр нәмәнән өҫтөн. Ул һәр ваҡыт булған, һәр ваҡыт бар, һәр ваҡыт буласаҡ. Уға һис бер ваҡыт бөтөү юҡ.

Ул һәр нәмәне белә, һәр нәмәне күрә. Ул бығаса булған нәмәләрҙе лә, булып торган нәмәләрҙе лә, буласаҡ нәмәләрҙе лә белә. Уға йәшерен һис бер нәмә юҡ. Бәндәләрҙең күңелдәрендәге серҙәргә хәтле уға йәшерен түгел, билдәле.

Аллаһы тәғәләнең һәр нәмәгә көсө етә. Ул ни теләһә, шул була. Уның ҡөҙрәтенән килмәгән бер нәмә лә юҡ. Уның ҡөҙрәтенең ни дәрәжәлә киң булыуын белеү өсөн ошо донъяны иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ул бит уны юҡтан бар ҡылған. Уның бөтөүен теләһә, ул шунда уҡ бөтәсәк тә.

Аллаһы тәғәлә бәндәләренә ғәйәт дәрәжәлә мәрхәмәтле. Уның рәхмәтенең иге-сиге юҡ.

Уның рәхмәтенең ни дәрәжәлә киң булыуын белеү өсөн ошо беҙгә биргән ниғмәттәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне ул беҙҙең файҙабыҙ өсөн яратҡан, шуларҙан файҙаланырға беҙгә ирек ҡуйған.

Аллаһы тәғәләнең рәхмәте бик киң булған кеүек, хөкөмө лә бик тоғро, бик ғәҙел: ул үҙенең ниғмәттәренә шөкөрана ҡылып, тәғәт вә ғибәҙәт ҡылған, дин вә шәриғәт ҡушҡанса йөрөгән кешеләргә киләсәктә лә, әхирәт көнөндә лә сикһеҙ ниғмәттәр бирәсәк.

Ләкин ниғмәттәренә шөкөрана ҡылмаған, дин вә шәриғәт ҡушҡанса йөрөмәгән кешеләргә әхирәттә ғазап та бирәсәк. Ул тоғро хөкөмө, ғәҙеллеге собәпле шулай итә.

Шулай булғас, Аллаһы тәғәләнең донъяла беҙгә биргән ниғмәттәренә шөкөрана ҡылып, дин һәм шәриғәт ҡушҡанса йөрөп, әхирәттә лә рәхәтлеккә, йәннәт нигмәттәренә ирешергә тырышырға тейеш. Аллаһы тәғәләнең беҙгә биргән олуғ ниғмәттәрен онотоп, уға шөкөрана ҡылмайынса, дин вә шәриғәт ҡушҡанса йөрөмәйенсә, әхирәт көндә бәхетһеҙлеккә осрауҙан, йәһәннәм ғазабына дусар булыуҙан һаҡланырға кәрәк




#Article 212: Оло Башҡортостан (421 words)


Оло Башҡортостан — -тың 1922 йылдың 14 июнендәге декреты нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы сиктәрҙәге Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. 
Һөҙөмтәлә Башҡортостандың Көнсығыш  менән Көнбайышы бергә ҡушыла. Оло Башҡортостан барлыҡҡа килеү менән СССР-ҙа йәшәгән башҡортарҙың 87%-ы Башҡорт АССР-ына берләшә, шул арҡала төп милләт сағыштырмаса һан күләме буйынса 2,5 тапҡырға үҫә. Оло Башҡортостан тигән атама 1930 йй. кантон-улус административ бүленеш бөтөрөлгәнгә тиклем ҡулланылған.

ВЦИК ҡарар итә:

Махсус төҙөлгән комиссияның докладында республика X быуаттан алып йәшәгән халыҡтар, Башҡортостанды колонияға әүерелдереү, башҡорт ерҙәрен талау, баш күтәреүҙәр тураһында төплө тарихи белешмәләр бирелә. Унда төп халыҡ — аҫаба башҡорттарҙың Дим, Ағиҙел, Ыҡ йылғаларының түбәнге өлешөндә, Өфө губернаһынын Бәләбәй, Бөрө, Миңзәлә өйәҙҙәрендә йәшәүен раҫлаусы тарихи документтар булыуы әйтелә.

Башҡортостанды яулап алыу өсөн йөҙҙәрсә мең урыҫтар күсереп ултыртылған Өфө, Стәрлетамаҡ, Көнбайыш Башҡортостан —башҡорттарҙың борондан килгән ере, тик уның Башҡорт республикаһына индерелмәгән булыуы билдәләнә.

Автономияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостан автономияһы сиктәренең ысынбарлыҡтағы картаһын төҙөгән. Был ерҙәр 1922 йылда барлыҡҡа киләсәк Оло Башҡортостан территорияһынан да киңерәк, сөнки уның эсенә Миңзәлә өйәҙе, Златоуст, Верхнеурал өйәҙенең бер өлөшө, шулай уҡ Троицк, Силәбе һәм Шадрин өйәҙҙәренең башҡорт улустары ингән булған. Граждандар һуғышы ваҡиғалары менән бәйле Бөтөн башҡорт ҡоролтайының проекты тулыһынса тормошҡа ашырылмайса ҡалған, һәм автономиялы республика тик «Бәләкәй Башҡортостан» сиктәрендә генә барлыҡҡа килгән.

Граждандар һуғышы тамамланыу алдынан Башҡорт хөкүмәтенең бурысы булып республика территорияһын элекке Башҡорт кантондары нигеҙендә киңәйтеү мәсьәләһе торған.  рәйесе Муллаян Дәүләтша улы Халиҡов Муллаян етәкләгән Комиссия Оло Башҡортостан составына Магнит (Әтәс) тауының тирә-яғындағы ерҙәрҙе (хәҙерге Магнитогорск ҡалаһы), Ырымбур ҡалаһын, тотош Өфө губернияһын, шул иҫәптән — Өфө ҡалаһын, Златоустың тау-завод районын, Архангель клинын, Ыҡ йылғаһы буйындағы Миңзәлә өйәҙенең башҡорт улустарын индереүҙе тәҡдим иткән.

Хәмиҙуллин С. И. һәм Таймаҫов Р. С. раҫлауынса, Оло Башҡортостандың барлыҡҡа килеүендә 1920 йылда Өфө губернаһында тоҡанған  баш күтәреүселәренең Башҡордстанға Өфө губернаһын индереүҙе талап итеүсе лозунгылары ҙур роль уйнаған.

Оло Башҡортостан «Бәләкәй Башҡортостан», Силәбе губернаһына бирелгән Ялан кантонынан башҡа, һәм Бәләбәй, Бөрө, Өфө өйәҙе һәм бөтөрөлгән Өфө  губернаһының бер өлөшө булған Златоуст өйәҙе территорияларын үҙ эсенә алған. Автономиялы Республиканың баш ҡалаһы - Өфө.

Административ яҡтан, Оло Башҡортостан Республикаһы территорияһы 8 кантондан торған: Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө.

Башҡордстан һәм Өфө губернаһы дәүләт органдарының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының РКП(б) обкомы, Үҙәк Башҡарма Комитеты (ЦИК), Халыҡ Комиссарҙары Советы (СНК), халыҡ комиссариаты барлыҡҡа килгән. Берләшкән ваҡытта яңы учреждениелар составында бөтөрөлгән Өфө губернаһы вәкилдәре күпселекте тәшкил иткән. Республиканың халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе посын Халиҡов Муллаян Дәүләтша улы Дһаҡлап ҡала. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитетының яңы рәйесе итеп Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев тәғәйенләнә, 1922 йылдың сентябренә тиклем Башҡортостан өлкә комитеты менән Андрей Илья улы Жеханов етәкселек иткән, аҙаҡ - Борис Николай улы Нимвицкий.




#Article 213: Ҡымыҙ (591 words)


Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.

Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр Постников Нестор Васильевич тарафынан 1858 йылда Һамар губернаһында асыла.  Башҡортостанда (Өфө губернаһы) беренсе ҡымыҙ дауаханаһы  1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла.
Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башҡа ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала.

Ҡымыҙ тураһында иң беренсе яҙманы Геродот (б. э. т. 484—424 йылдар) ҡалдырған. Ул скифтарҙың ағас батманда ҡымыҙ бешеүҙәре тураһында яҙған.

Ҡымызҙы әсетеү һәм уның кеше организмына тәьҫире хаҡында 1253 йылда француз сәйәхәтсеһе Вильгельм Рубрик яҙып ҡалдырған. Һуңынан итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло (1254—1323) уны «аҡ шарап» менән сағыштырған.

Рәсәйҙә «Ипатьевский список» тигән боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ҡымыҙ тәүге тапҡыр телгә алына. Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирлектә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп иҫереп йоҡлап киткәс, ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хан кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына.

Немец һәм урыҫ сәйәхәтсеһе ғалим-энциклодедист Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һ. б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррик хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта.Әммә беҙҙәге кеүек ҡымыҙ килеп сыҡмай. Башҡорт апайҙарын да алып барып ҡымыҙ бешеп ҡарайҙар. Әммә эсемлек башҡорт ерлегендәге кеүек тәмле килеп сыҡмай. Башҡортостан ерлегендә үҫкән ҡылғанға һәм үҫемлектәргә күрә башҡорт ҡымыҙы ҡабатланмаҫ тәмгә эйә, шифалы. Ирәндек ҡылғаны менән туҡланған бейә һөтөнән бешкән Баймаҡ ҡымыҙы айырыуса тәмле, тиҙәр.

Ҡымыҙ әсегән ваҡытта аҡһым еңел үҙләштерелә торған матдәләргә, ә  һөт шәкәре — һөт кислотаһына, этил спиртына, углекислотаға һәм төрлө аңҡығыс матдәләргә әүерелә.  Былар барыһы ла ҡымыҙҙы туҡлыҡлы, еңел үҙләштерелеүсән, тәмле еҫле, яратып эселә торған эсемлеккә әйләндерә. 

Ғәҙәттә ҡымыҙҙа 0,2 % - 2,5 % этил спирты була. Ныҡ әсегән ҡымыҙҙа (бейә һөтөнән генә)  спирт 4,5 % -ҡа етә. Әселек: 60—120 °Т. 

Ҡымыҙ өсөн бейә һөтөн махсус ойотҡо менән әсетәләр, ундағы бактериялар  С һәм В төркөмө витаминдары, шулай уҡ Этанол(алкоголь) барлыҡҡа килтерә,  күп итеп углекислота бүленеп сыға, тап ул ҡымыҙҙы күбекләндереп тора ла инде. Микроорганизмдар йоғонтоһонда  ҡымыҙҙың аҡһымдары иреп бөтә йәки ваҡ ҡына бөрсөктәр рәүешендә була.

Ҡымыҙ микробтарға ҡаршы бик көслө матдә, унда тәбиғи антибиотиктар күп. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, эсәк-ҡарынды таҙарта. 

Ҡымыҙ өҙлөккән кешеләрҙе дауалағанда, туберкулёз, цинга, гастрит,  ашҡаҙан аҫты биҙе, аҙ ҡанлылыҡ, неврастения, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм ҡорһаҡ тифын  дауалағанда ҡулланыла.

Кешене генә түгел, ҡымыҙ мал-тыуарҙы дауалағанда ла  — диспепсия, яраларҙы бөтәштереү өсөн дә файҙаланыла.

Ҡымыҙҙы  ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары киҫкенләшкән ваҡытта, лактоза һәм ҡымыҙҙы организм ҡабул итмәгәндә ҡулланырға ярамай.

Әгәр ҙә өй шарттарында ҡымыҙ яһап эсергә теләһәгеҙ, уны ҙур быяла банкала ла бешергә мөмкин.
Әсегән бейә һөтөн (ул ҡатыҡ һымаҡ ҡуйы була) банкаға һалып, уға яңы ғына һауылған һөт ҡушып болғаталар ҙа, банканың ҡапҡасын ябып, бер-ике сәғәт буйы туҡтауһыҙ тиерлек бешәләр (болғаталар). Банка йылы урында торорға тейеш. Бер аҙҙан, әгәр ҡымыҙҙың өҫтөнә һыуы һарҡып сыға башлаһа, 1—2 аш ҡалағы самаһы шәкәр ҡомо ҡушып, йәнә берәр сәғәт бешәләр. Әсеүе һәм
бешеүе еткән ҡымыҙ болғатҡан саҡта күперелеп торор.

Ҡымыҙ бешеү өсөн ағас күнәгегеҙ, бешкәгегеҙ булһа, эсемлек бигерәк тә уңыр. Йәй, көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡымыҙ тиҙ әсеп, иҫкереп бара, шуға күрә ҡымыҙ бешер алдынан ҡоро ағас таптарына йәки ҡайын туҙына ут төртөп ағас күнәкте шуның өҫтөнә ҡаплап, ыҫлап алырға кәрәк. Шулай иткәндә ҡымыҙ тәмле лә була, оҙағыраҡ та һаҡлана.




#Article 214: Думбыра (244 words)


Думбыра — боронғо башҡорт ҡыллы музыка ҡоралы. Ул байтаҡ төрки халыҡтарында таралған, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа (думбыра), үзбәктәрҙә, алтайҙарҙа (топшур), тываларҙа (топшулуур) һәм башҡалар, шулай уҡ тажиктарҙа (дутар). Ҡаҙаҡ думбыраһы менән сағыштырғанда, башҡорт думбыраһы грифының ҡыҫҡараҡ булыуы менән айырыла.

Думбыра сәсәндәрҙең музыка ҡоралы булған. Боронғо ҡобайырҙар, эпостар (шулай уҡ мәшһүр «Урал батыр» эпосы ла) барыһы ла көйгә һалынып башҡарылған, шуға ла думбыра, аккомпанемент булараҡ, мотлаҡ булған. Боронғо думбыраның төҙөлөшө тураһындағы бәхәстәр тынмай. Үкенескә ҡаршы, боронғо думбыра халыҡ араһында ла һаҡланмаған. Бөгөнгө көндә беҙ уның тураһында тик халыҡ ижадынан һәм урыҫ этнографтары, яҙыусылары яҙмаларынан ғына сығып беләбеҙ. Думбыраның нисә ҡыллы булыуы ла аныҡ ҡына билдәле түгел. Кемдер, ҡаҙаҡтарҙыҡы кеүек, ике ҡыллы булған, тиһә, икенселәре урыҫ халыҡ инструменты домра кеүек (ә ул, билдәле факт, боронғо төрки милли инструментынан килеп сыҡҡан), өс ҡыллы булған, тип иҫәпләй. Археолог һәм этнограф Р. Г. Игнатьев үҙенең «Салауат Юлаев — Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор» тигән әҫәрендә биш ҡыллы бандураны атап үтә.

Ни өсөн халҡыбыҙ, йөҙәр йыл буйы йырҙарын, эпостарын һаҡлап килһә лә, думбыраһын шулай тиҙ онотҡан һуң? Был ХVII—XVIII быуаттарҙағы батша колониаль сәйәсәте менән бәйле. Сәсәндәр, белеүебеҙсә, башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшендә әүҙем ҡатнашҡан, уның илһамландырыусыһы булған. Шуға ла улар, ихтилалдар баҫтырылған ваҡытта, ҡаты эҙәрлекләүгә дусар булған. Думбыралар, сәсән музыкаль ҡоралы булараҡ, юҡ ителгән, уны халыҡ күңеленән юйырға тырышҡандар. Үкенескә ҡаршы, улар маҡсатына ирешә — думбыра онотола, әммә бөтөнләйгә түгел.

Заманса инструмент өс ҡыллы, кварта-квинта төҙөлөшлө, 19 ладлы, корпусы ағастан йәбештерелеп эшләнелә. Әлбиттә, был инструмент боронғонан бик ныҡ айырыла — ул оркестр талаптарына ҡулайлаштырылған. Сопрано, альт, бас думбыралар эшләнә.




#Article 215: Өзләү (215 words)


Өзләү — башҡорт вокаль сәнғәтенең бер төрө, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарында ла (тыва, хакас, шор, алтай, монгол һ. б.) таралған. Мосолман дине тоткан халыҡтар араһында ти башҡорттарҙа ғына һаҡланған. Өзләүҙең башҡа локаль атамалары: һоҙҙау (Белорет районы), ҡайҙау (Арғаяш яҡтары), тамаҡ-ҡурай.

Өзләүҙең төп ике төрө бар:

Соло өзләү, үҙ сиратында, өс өлөшкә бүленә:

Өзләү сәнғәте ярҙамында байтаҡ йырҙар һәм муызкаль әҫәрҙәр башҡарыла: оҙон көй, халыҡ марштары һәм бейеү көйҙәре, ҡош һйрауы һәм йәнлектәр тауышы. Шулай уҡ өҙләүҙе төрлө йырҙарға ҡушып ебәрәләр, ҡобайыр, эпостар башҡарғанда ҡулланалар.

Өзләргә өйрәнеү еңел түгел, ул тәжрибәле остаз менән байтаҡ шөғөлләнеүҙе талап итә.

Борон өҙләу башҡорт халҡында киң таралған булған һәм йола башҡарыуҙарҙа ҡулланылған, ул — исламға тиклемге дини ышаныуҙарҙың шаңдауы. Өзләүҙе боронғо баҡсылар (шамандар) ҡулланған. Халыҡ араһында ислам таралып, баҡсылар роле кәмегәс, өзләү ҙә юғала башлай. XIX быуат уртаһында уҡ ул башҡорттар араһыда онотолоп барған сәнғәткә әйләнгән.

Әммә, ҡыуанысҡа ҡаршы, өзләуҙе быуындан-быуынға һаҡлап килеүселәр булған. XX быуатта Башҡортостанда С. Юлмөхәмәтов, Р. Заһретдинов, М. Сәләмәтов өзләүҙәре менән билдәле булһа, Белорет районынан Бибизада Сөләймәнова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙры араһында берҙән-бер өзләүсе генә түгел, ә башҡа донъяла һис ишетелмәгән өҙләү төрө һаҡлаусыһы ла була.

Өзләү тураһында беренсе тапҡыр С. Г. Рыбаков XIX быуатта яҙып сыға, ә Л. Н. Лебединский һәм Х. С. Ихтисамов уны нотаға һала һәм өйрәнә.

Бөгөнгө көндә башҡорт сәхнәһендә өзләүҙе билдәле ҡурайсы Рәйес Низаметдинов башҡара, бығаса ҡулланылмаған боронғо төҙерен тергеҙә.




#Article 216: Һабантуй (688 words)


Һабантуй — башҡорттарҙың боронғо байрамы, шулай уҡ башҡа күп халыҡтарҙа үткәрелә.
XVII быуат урталарында И. Г. Георги, И. И. Лепехин башҡорттарҙың һабантуйын тасуирлап яҙған. Уларҙың хеҙмәттенән күренеүенсә һабантуй «Ҡарға бутҡаһы»нан һуң яҙғы сәсеү эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. 

Үҙенең татар һабантуйына бағышланған татар тикшеренеүсһе Р.К.Уразманова был байрамдың ҡарасәй-балҡарҙарҙа, нуғайҙарҙа байрам ителеүен яҙып үтһә лә, ни өсөндөр шундай уҡ байрамдың туғандаш һәм ут күрше башҡорт халҡында ла булғанын иҫенә төшөрмәй. И.И.Георги, мәҫәлән, башҡорт көнкүрешен һәм әхлағын тасуирлағанда, бер ыңғай шулай тип билдәләгән: «Пахотный их праздник Сабантуй во всем, кроме молитв, творимых муллою, сходствует с Анга Соареном черемисским. Хотя земледелие у них не в чести, однакож в праздник сей съезжается верхом всякая деревня, не исключая ни жен, ни детей, на свои пашни, слушает приносимое муллою моление о плодородии земли и изобилии в траве, и забавляется по том попойкою, пляскою, песнями, ристаниями взапуски и тому подобными». 
Башҡорттарҙа Һабантуй байрам ителгәнлеге борондан уҡ яҙмаларҙа билдәләнһә лә, әлегә тиклем боронғо башҡорт байрамын анализлауға бағышланған хеҙмәт юҡ, тип яҙҙы ғалим Әминев З.Ғ. Бының сәбәбе булып, йәнәһе, башҡорттар күсмә тормош алып барған һәм игенселәр ҡоралы - һабанға бағышланған байрамы булыуы мөмкин булмаған тигән ялған фекер торалыр, күрәһең. Бер ни менән дә дәлилләнмәгән был фекер тағы бер ялған раҫлауға - йәнәһе башҡорттар Һабантуй байрамын татарҙарҙан үҙләштергән тип аңлатырға тырышыуҙарға алып килгән. Әминев йыйған факттар бындай нигеҙһеҙ раҫлауҙарҙы кире ҡаға. 

Авторҙың материалдары Һабантуйҙы башҡорт халҡы бер кемдән дә үҙләштермәгәнен, ул төптән башҡорт байрамы һәм уның тамырҙары сал боронғолоҡҡа, быуаттар тәрәнлегенә киткәнлеген раҫлай.

Ниңәлер күскенсе саҡтар һәм скифтарҙың һабанлы булғаны ҡабул ителә, әммә малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттарҙа был күренеш мөмкин түгел тип һанала. Боронғо грек авторҙары күскенсе саҡтарҙың һәм скифтарҙың һабанға табыныуын билдәләгән. 

XIX быуатта Р.Г.Нефедов Табын башҡорттарының Һабантуй байрамы барышында ҡыҙыл баҡырҙан яһалған һабанға шуға оҡшаш табыныуы һәм ҡорбан килтереүен үҙе яҙып алған «Ушкуль» легендаһында билдәләгән. Күскенсе һундарҙың башҡорт Һабантуйына оҡшаған дөйөм ритуал байрамын билдәләүе тураһындағы мәғлүмәт ҡытай сығанаҡтарында (Хань-шу) һаҡланған. 

Тәңрегә - Ер-Һыу эйәләренә ҡорбан килтерелгән был байрам май аҙағында – июнь башында билдәләнгән. Байрам барышында шулай уҡ ат һәм дөйә бәйгеләре ойошторолған. Бөтә был факттар Һабантуйҙың тәрән боронғолоҡҡа киткәнлеген һәм беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың мифологик күҙаллауҙары менән аңлатыла, һәм малсылыҡ хужалығы алып барыу – башҡорт халҡының Һабантуй байрамын кире ҡағыу аргументы була алмай.

Таш ырғытыу һабантуй байрамында һуңғы ваҡытта яңы ингән бәйге. Был бәйге 1950 йылдарҙа Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәгән Рәхимйән Яхин исеме менән бәйле. Ул ҡыҙыҡ күреп юл буйында ятҡан ҙур аҡ ташты эйәрле ат аша алып ташлай. Был таш әлеге көндә Килдеғол мәктәбе музейында һаҡлана. Беренсе тапҡыр таш 1994 йылда Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы йыйынында бейеклеккә ташлана. Шул ваҡыттан таш ырғытыу бәйгеһе Бөрйән районы һабантуйында йылда ойошторола. Башҡа һабантуйҙарҙа ла был бәйгене күрергә була.

Һығымта

Шулай итеп, башҡорт Һабантйының өҫтә һанап киткән ритуаль күренештәрен анализлау был байрамдың тамырҙары быуаттар тәрәнлегендә һәм уның нигеҙендә тәү ата-бабаларҙың мифологик ҡараштары ятҡанын күрһәтә. Тәбиғәт яңырған дәүерҙә, яҙ көнө, Һабантуй байрам итеү аша беҙҙең йыраҡтағы ата-бабалар донъяны яралтҡан һәм яңыртҡан Хоҙайҙың батырлыҡтарын ҡабатлағандар тип әйтергә кәрәк.

Ғәҙәттә Һабантуйҙы бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу—ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һәм башҡа халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргә төрлө бүләктәр бирелгән.

Байрамда уйын-көлкө, аш-һыу араһында донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторолған, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алынған.

Тарихсы Салауат Ғәлләмов һабантуй курд-иран һүҙе, һаб орлоҡ тигәнде аңлата тип иҫәпләй.

Башҡа һәйбәт миҙгел йолалары кеүек, һабантуй ҙа беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Совет осоронда был йоланы һаҡлап ҡалыу өсөн Совет һәм партия органдары күп көс һалды, дини үҙенсәлектәре алып ташланды. Хәҙер һабантуйҙар тәүҙә ауылдарҙа, шунан район үҙәктәрендә үткәрелә. Унда яҙғы баҫыу эштәренә һәм мал ҡышлатыуға йомғаҡ яһала, алдынғыларҙы бүләкләү ойошторола.

Матур йола булараҡ һабантуй республикабыҙ ҡала һәм райондарынан тыш илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә, шулай уҡ Санкт-Петербург, Владивосток, Нижневартовск ҡалаларында һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән край һәм өлкәләрҙә (Ҡурған өлкәһе), башҡа төбәктәрҙә, шулай уҡ БДБ дәүләттәрендә, ҡайһы бер яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә үткәрелә. Мәҫәлән,  Анкара , Лондон, Париж, Рим, Рига, Женева һәм донъяның башҡа ҡалаларында ла үҙенсәлекле һабантуйҙар үтә. Уларҙа милли уйындар, сәнғәт коллективтары концерты, сауҙа ойошторола.




#Article 217: Мәһәр (210 words)


Мәһәр () — Ислам фикһында  никахлашҡанда кейәү кәләшенә бирә торған мал, аҡса. Мәһәр никахтың төп шарттарының береһе.

Башҡорттар хәнәфи мәҙһәбкә инә. Был мәҙһәбтә иң кәм мәһәр 33,6 грамм көмөш йәки 4,8 грамм алтын

Мәһәр килешеү буйынса ике өлөшкә бүленеүе ихтимал: никахлашҡанда ҡулға бирелә торған мәһәр — нәҡид һәм кисектерелгән, туйҙан һуң түләнә торған мәһәр — насиә.  Мәһәр ире үлгән осраҡта йәки талаҡ әйтелеп никах тарҡалғанда ҡатында ҡала.

Мәһәр бөгөнгө көндә барлыҡ мосолман дәүләттәрендә лә һаҡланып килә. 

Мәһәр менән ҡалым бер үк түгел. Ҡалым кәләштең ата-әсәһенә ҡыҙҙары өсөн бирелә, ә мәһәр кәләштең үҙенә бүләк ителә. 
Мәһәрҙең мотлаҡлығы Ән-Ниса сүрәһенең 4-се аятында әйтелә. 

 

Мәһәр дәүмәле кәләште әйттергәндә килешелә.  .

Мәһәр  сифатында хаҡ ҡуйырға  йә мөлкәт иҫәбенә индерергә  мөмкин булған зиннәтле әйбер, аҡса булыуы ихтимал.  Хәҙистәрҙән күренеүенсә,  Мөхәммәт с.ғ.с. сәхәбәләренә  никахланғанда кәләштәренә  мәһәр бирергә ҡушҡан. Хатта бик фәҡир генәләре лә ҡулынан килгәнсә бүләк биргән. Бының буйынса ғөләмәләр бер фекерҙә тора (ижмә). 

Әгәр никахланғанда  мәһәр күләме буйынса һөйләшелмәгән булһа, был осраҡта  шәриғәттә ҡаралған иң кәм күләм бирелә.  Хәнәфи мәҙһәбтә  минималь мәһәр  33,6 грамм көмөш йәки 4,8 грамм алтын хаҡы тора;  мәликиҙәрҙә — өс дирһәм; жафари  мәҙһәбтә  мәһәр итеп нимә бирергә лә ярай, хаҡы билдәләнмәй.   .  Мәһәрҙең  максималь дәүмәле билдәләнмәгән. Ҡайһы бер илдәрҙә мәһәр кимәлен закон нигеҙендә сикләү ҡаралған .

Барлыҡ сөнни мәҙһәбтәрҙә (мәликиҙәрҙән башҡа) мәһәр фарыз һаналмай 




#Article 218: Үтәғол (116 words)


Үтәғол — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 
Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840001.

Исеме Үтәғол антропонимынан. Икенсе исеме — Ҡыуат. Үтәғол ауылы тураһында тәүге яҙмалар 1795 йылға тура килә, ул Ырымбур өйәҙенең Үҫәргән улусына ҡарай. 1816 йылда ауылда йәшәүселәр исемлегендә Үтәғол Ҡансурин — 73 йәш һәм мулла Рәсүл Үтәғолов — 49 йәш теркәлгән.

Ырымбур губернаһының 1866 йылғы торлаҡ пункттары исемлегендә (2-се өлөшө) Үтәғол Орск өйәҙенә, 1-се стан, Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, 1-се Үҫәргән улусына, Буранғол ойошмаһына (общество) керә. Башҡорт ауылы, Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан, өйәҙ ҡалаһына тиклем — 145 саҡрым, стан фатирына тиклем — 45 саҡрым, өйҙәр һаны — 130, кешеләр һаны: ир-ат — 130, ҡатын-ҡыҙ — 135.




#Article 219: Шүлгәнташ (885 words)


Шүлгәнташ мәмерйәһе — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы.

Мәмерйә палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең петроглифтар (таштағы һүрәттәр) аша билдәле.

Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған, шулай уҡ солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ музейы бар.

Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе — тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» урыҫ ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «капище» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған.

Мәмерйәгә ингән урын — 25-28 метр бейеклегендәге арка рәүешендә, Һарыкүскән тауының көньяҡ битендә урынлашҡан; уның киңлеге 40 метрға етә. Шулай уҡ мәмерйәгә ингән урындың һул яғындағы күлдән Шүлгән йылғаһы ағып сыға. Зәңгәрләнеп күренеп ятҡан күлдең диаметры 3 метрға яҡын, ә тәрәнлеге 80 метрҙан артыҡ (дөрөҫөрәге, ул күл түгел, ә һыу юлағының вертикаль өлөшө). Ҡушылмалары күп булыу сәбәпле, күлдең һыуы эсергә яраҡлы түгел, уны дауаланыу ванналары өсөн файҙаланыу отошлораҡ. Инеү урынының уң яғында — тағы бер Түңәрәк күл бар.

Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар бар. Мәмерйә, эре залдары, галереялары, һыу аҫты күлдәре һәм йылғалары менән әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Шүлгәнташ өс гипсометрик кимәлле, түбәнге ҡатын һыу баҫҡан, унда мәмерйәне барлыҡҡа килтергән һыу аҫты Шүлгән йылғаһы аға..

Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтөн бейеклеге 140 метр. Мәмерйәгә яҡын, эргәләш Шүлгән йылғаһының өс саҡрым оҙонлоғондағы тәрән карст каньоны һуҙыла, ул аҡрынлап эре карст соҡорҙарҙан, күлдәрҙән торған йырынға, ҡоро үҙәнгә әүерелә.

Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.

Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған юлда бейек ҡаяла тәбиғәт яһаған мөғжизәле «Мамонт ҡыуышы» («Кәзә ташы») күренә. Мәғәрәгә бындай исем, ҡояш байыған саҡта ҡаялағы күләгәнең үҙенсәлекле ятыуы сәбәпле, таш һыҙаттары торбатомшоғон түбән төшөрөп йоҡоға талған мамонтты хәтерләткәнлектән, бирелгән.

Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрымға арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрым аралыҡта ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташҡа ингән ерҙә, урғып, ер өҫтөнә сыға, диаметры 3 метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан сыҡҡас, 150—170 метр арауыҡтан гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.

Барыһы 11 ауылда халыҡ менән осрашты улар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡының традицион жанрҙары һаман да тере булыуы асыҡланды. Легендалар һәм риүәйәттәр бүлеге бигерәк тә бай булыуы дәлилләнде. Шулар араһында Башҡорт халыҡ ижады күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
 
Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең атамаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы легендалар һөйләне. Икенсе информант таш өйҙөң (мәмерйә) эйәһе бар, тип белдерҙе. Һирәк осраҡта уны йә кеше күләгәһе, йә ат күләгәһе итеп күрергә була икән.

Мәмерйә эйәһе тураһында тағы бер легендә яҙып алынды: «Һуңғы ваҡытта таң атҡанда Аҡбуҙатҡа атланған Таш өй эйәһен йыш ҡына күргеләйҙәр, тип һөйләйҙәр. Ул нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдерә». 

 
Таш өй эйәһе тураһында тағы ла бер легенда бар: «Күп кеше элегерәк мәмерйәнең эйәһе бар, ул таш өйөнән сығып йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Әсәйем бына нимә һөйләгәйне: «Беҙ өсәү инек. Мәмерйә тирәһендә йөрөй инек, арығайныҡ, Шүлгәнкүл янында ял итергә ултырҙыҡ. Саҡ ултырҙыҡ, шул мәлдә мәмерйәнән атҡа атланған аҡ һаҡаллы ҡарт күренде. Ул һәйбәт кейенгән: башында аҡ сәллә, өҫтөндә - кәзәкей, ялтырап торған итекле. Аттың өҙәңгеһе, йүгәне көмөштән. Ҡарт,беҙҙе күргәс, мәмерйәгә кире инеп юғалды. Беҙ доға уҡыныҡ, хәйер(милостыню) ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Беребеҙ ҙә ул ҡартты башҡа күрмәнек».
 

Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә температура үҙгәрмәй, даими тора. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде.
Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит дәүерендәге тәүтормош кешеһенә хас һуңғы солютрей мәҙәниәтенән урта мадлен мәҙәниәте ваҡыты менән тамғаланған петроглифтар, йәғни ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле.

Һүрәттәр 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы А. В. Рюмин тарафынан табылған.
Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен (живописте) өйрәнеүҙә СССР Фәндәр Академияһының Археология институты ҙур роль уйнаған (бигерәк тә, Бадер Отто Николаевич һәм  Щелинский, Вячеслав Евгеньевич)). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан һүрәттәрҙе Бөтөн Рәсәй геология институты өйрәнә һәм Рус география йәмғиәтенән Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки уларҙың реликтын — сағыу таптарын таба.

Мәмерйә диуарында мамонттар, йылҡы (ат) һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. Ағас күмере төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай.
Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен таба. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала кроманьонецтар йәшәгән дәүерҙә, Һуңғы палеолит осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, боҙлоҡ периоды аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.

Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө кальцит һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә. Мәмерйә торошон яҡшыртыу Андоранан килгән реставратор Эудаль Гийаме кәңәштәренә таянып атҡарылды.

Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) йәшәгән кешеләрҙең буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың ҙур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.




#Article 220: Джордж Вашингтон (832 words)


Джордж Вашингтон (; 22 февраль 1732 йыл — 14 декабрь 1799 йыл) — Америка Ҡушма Штаттарының тәүге президенты (1789—1797 йылдар).

Бөйөк Британияға ҡаршы барған Америка үҙаллылығы өсөн һуғышта (1775 — 1783 йылдар) Континенталь ғәскәр етәксеһе:

Вашингтон 1799 йылда үлеп китә. Уны ерләгән ваҡытта генерал Генри Ли телмәрендә әйтеп үтелеүенсә, Вашингтон «һуғыш ваҡынында — тәүгеләрҙән, солох ваҡытында — тәүгеләрҙән һәм яҡташтарының йөрәгендә — тәүгеләрҙән».

Джордж Вашингтон 1732 йылдың 22 февралендә (иҫке стиль буйынса, 1732 йылдың 11 февралендә) Хантинг-Крик плантацияһында (хәҙерге Вирджиния штаты) Августин Вашингтон һәм уның икенсе ҡатыны Мэрия Бол Вашингтондың тәүге улдары булып тыуа. Алты йәшлек сағында ғаиләһе менән Ферри Фарм фермаһына күсенә, бында уға атаһы һәм ағаһы белем бирә. 11 йәшлек сағында Вашингтондың атаһы үлеп китә.

Йәш сағында Вашингтон ер үлсәүсе булып эшләй. 1748 йылда лорд Фэйрфакстың Шенандоа тигеҙлегендә ер үлсәү экспедицияһында ҡатнаша. 1749 йылда Калпеппер графлығының ер үлсәүсеһе вазифаһына тәғәйенләнә. Шул йылдарҙа ағаһы Лоуренс аша Вашингтон Огайо компанияһы — Огайо йылғаһы ярҙарында төҙөлөш алып барыусы компания менән ҡыҙыҡһына башлай — ағаһы был компанияның акционеры булып тора. 1752 йылдың июнендә Лоуренс туберкулёз менән ауырып, үлеп китә. Джорджҡа уның милегенең өлөшө, шул иҫәптән Александрия ҡалаһы янындағы Маунт-Вернон өйәҙе, Лоуренстың колония адъютанты булараҡ үтәгән бурыстарының ҡайһы берҙәре күсә.

Вашингтонды Аҡ йорт имениеһында йәшәүсе тол ҡатын Марта Дендридж Кастис менән, Джордж француздар һәм индейҙар менән һуғыштан ҡайтҡас, Мартаның дуҫтары таныштыра. Тәүге күрешеүҙәренән һуң өс аҙна үткәс, Джордж уға өйләнешергә тәҡдим итә. 1759 йылдың 6 ғинуарында Джордж менән Марта, икеһе лә 27 йәшлек сағында, Мартаның өйөндә - Аҡ йортта өйләнешә, был йорт артабан президент йортона исем бирә. Яңы тыуған ғаилә Маунт-Вернонға күсенә, Джордж плантатор эшенә тотона, сәйәсәткә ылыға. Джордж һәм Мартаның уртаҡ балалары булмай, әммә ул Мартаның тәүге никахынан ике балаһын яратып тәрбиәләй. 

Вашингтондың бай ҡатынға өйләнеүе уның йәмғиәттә бейегерәк урын биләүенә булышлыҡ итә, Джордж Вашингтон Вирджинияның иң бай кешеһенә әйләнә. Ул ауыл хужалығы эшенә әүҙем тотона, йыш ҡына ерҙәр һатып алып, үҙенең плантацияларын киңәйтә. 1758 йылдың башында ул француздар һәм индейҙар менән һуғыш ветераны һәм бай плантатор булараҡ, Вирджиния Закондар сығарыу палатаһына һайлана. 1760 – 1774 йылдарҙа ул Фэйрфакс графлығы судьяһы вазифаһын биләй.

Вашингтон колония режимына ҡаршы күтәрелгән хәрәкәткә 1769 йылда алдынғылар рәтендә ҡушыла — ул дуҫы Джордж Мейсон башлаған инглиз тауарҙарына бойкот ойоштороуҙа ҡатнаша. Был бойкот колонияға килтерелгән күп тауарҙарға яңы һалымдар ҡаралған Тауншенд закондарына ҡаршы башлана. Һөҙөмтәлә, 1770 йылда инглиз парламенты был закондарҙы юҡ итә. 1774 йылдың июлендә ул Фэйрфакс графлығы йыйылышына рәйес итеп һайлана, Фэйрфакс графлығы закондар йыйынтығы төҙөүҙә ҡатнаша. Был ултырыш һөҙөмтәһендә артабан Континенталь конгресс ойошторола. Беренсе Континенталь конгресҡа Вашингтон делегат итеп һайлана.

Шулай итеп, һуғыштағы уңыштары менән билдәле Вашингтон, еңеүе алдынан күп еңелеүҙәргә дусар була.

Вашингтон Маунт-Вернонға ҡайта, әммә уның тыныс тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай. 1787 йылдың йәйендә Филадельфияла үткәрелгән Конституцион йыйылышҡа саҡырыла һәм йыйылыштың рәйесе итеп һайлана. Был йыйылышта Америка Ҡушма Штаттарының Конституцияһы төҙөлә. Конституцияны бөтә 13 штат та ҡабул итә.

Конгресс президенттың эш хаҡын 25000 доллар күләмендә билдәләй – был ул ваҡыт өсөн байтаҡ ҙур сумма була. Был ваҡытта унһыҙ ҙа бай булған Вашингтон был сумманан баш тарта, әммә Конгресс өгөтө менән ризалаша.

Вашингтон тәүге президент булараҡ, президент вазифаһының йөкләмәләрен, яуаплылығын билдәләүсе булып тора. Ул Конституцияға ярашлы демократик ил булдырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя.

Вашингтон үҙе бер фирҡәгә лә кермәй һәм төрлө фирҡәләр барлыҡҡа килеүе үҙ-ара бәхәстәр тыуҙырып, илдең ныҡлығын ҡаҡшата, тигән фекерҙә була. Әммә ваҡыт үтеү менән, президенттың яҡын кәңәшселәре араһында, фекерҙәр айырмалығы һөҙөмтәһендә, ике фракция барлыҡҡа килә. Финанстар министрлығы секретары Александр Гамильтон федералистар фирҡәһен, дәүләт секретары Томас Джефферсон республиканецтар фирҡәһен булдыра. Гамильтон илдең финанс үҫешен яйға һалыу өсөн милли банк булдырыуҙы, дәүләт бурыстарын хеҙмәтләндереүҙе, дөйөм милли аҡса системаһын булдырыуҙы һәм башҡа финанс үҙгәртеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡан программа тәкдим итә. Вашингтон иһә был программаны хуплап, уны тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Ғөмүмән, Вашингтон федералистар фирҡәһен күп һорауҙарҙа яҡлап сыға.

Был ваҡытта Франция һәм Англия һуғыш хәлендә була. Вашингтон Европала барған үҙ-ара бәхәстәргә ҡыҫылмауҙы хуп күрә. Гамильтон һәм Вашингтон Британия менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, ҡайтанан һуғыш тоҡаныу хәүефен булдырмау өсөн Джей килешеүе тип исемләнгән килешеү әҙерләй. Франция яҡлы Джефферсон фирҡәһе ағзалары килешеүгә ҡырҡа ҡаршы тора. Шулай ҙа Вашингтон менән Гамильтон, Вашингтондың хуплауы йоғонтоһо менән, Сенаттың килешеүҙе ҡабул итеүенә өлгәшә. 1794 йылдың 19 ноябрендә юғары судъя Джон Джей килешеүгә ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә, революцияға тиклемге бәхәсле һорауҙарҙың күбеһе хәл ителә, Канада – Ҡушма Штаттар сиге билдәләнә, иң мөһиме – килешеү Британия менән яңы һуғыш башланыу мөмкинлеген юҡ итә һәм ике ил араһында сауҙа итеү үҫешә. Әммә был Францияның ҡәнәғәтһеҙлегенә килтерә һәм ил эсендәге сәйәси бәхәстәрҙең төп сәбәбе булып тора.

Вашингтон үҙенең мөрәжәғәтендә Американың эске сәйәсәтенә сит илдәр ҡыҫылыуына, Американың Европала барған ыҙғыштарға йәлеп ителеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәклеге хаҡында киҫәтә. Ул бөтә илдәр менән татыулыҡта йәшәп, улар менән сауҙа үҫтереүҙе хуплай, әммә Европа һуғыштарынан, ҡайһылыр илдең яғын алыуҙан ситтә тороу кәрәклеген әйтеп үтә. 

Вашингтон Маунт-Вернонда ерләнә. Уның үлеменән һуң Америка ғәскәре һалдаттары алты ай дауамында ҡулдарына ҡара лента бәйләп йөрөтә, Наполеон Бонапарт Францияла ун көнлөк траур иғлан итә. 

Әлеге көндә Вашингтондың һүрәте йыш ҡына Ҡушма Штаттарҙың символы булараҡ ҡулланыла. Уның хөрмәтенә Американың башҡалаһында ҙур һәйкәл ҡуйыла, штат, уҡыу йорттары, ер-һыу, Америка ҡалаларының төп урамдары, башҡаланың үҙе лә тәүге президент исемен йөрөтә.




#Article 221: Букварь для башкиръ (137 words)


Букварь для башкиръ — урыҫ хәрефтәренә нигеҙләнеп төҙөлгән беренсе әлифба 1892 йылды Ырымбур ҡалаһында баҫтырып сығарыла. Ошо әлифбаға нигеҙләнеп төҙөлгән икенсе әлифба 1907 йылда Ҡазанда баҫтырыла.

Шул әлифбаға нигеҙ һалыусыларзың береһе — урыҫ педагогы һәм мәғрифәтсеһе Василий Владимирович Катаринский булған.

В. В. Катаринский 1846 йылдың 1 мартында тыуған. Урта һәм юғары белемде Ҡазанда, тәүҙә рухани семинарияла, аҙаҡ рухани академияла ала. 1872—1875 йылдарҙа В. В. Катаринский Чебоксар рухани училищеһының күҙәтеүсеһе вазифаһын башҡара. Башҡорт, ҡаҙаҡ телдәрен өйрәнә башлай.

В. В. Катаринский талантлы йәштәрҙе үҙ тирәһенә туплай, А. Бессонов, И. Алтынсарин, М. Ҡыуатов, Л. Әбделғәзизов кеүек йәштәрҙең ижади үҫеүенә булышлыҡ итә.

XIX быуаттың икенсе яртыһында күп урында урыҫ-башҡорт, урыҫ-татар, урыҫ-ҡаҙаҡ мәктәптәре асыла. Был мәктәптәр өсөн В. В. Катаринский әлифбалар төҙөргә хыяллана. 1892 һәм 1898 йылдарҙа уның «Букварь для башкиръ», 1893 йылда «Краткий русско-башкирский словарь» тигән китаптары баҫылыа сыға.

Башҡорт алфавиты




#Article 222: Бәрәңге (722 words)


Бәрәңге (шулай уҡ картуф, ) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә торған культуралы үҫемлек; Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһендәге эт ҡарағаты ырыуынан күп йыллыҡ бүлбеле үҫемлек; крахмаллы йәшелсә культураһы. Аҙыҡ, мал аҙығы булараҡ һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелә.

Был үҫемлекте Көньяҡ Америка индейҙары бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. 1565 йылда уны Испанияға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» Германияла, Италияла, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Шулай ҙа яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған.

Францияла аптекарь Пармантье ер алмаһын үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында Людовик ХVI картуфтың сәскә атҡан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итәләр. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала.

Рәсәйҙә картуф үҫтерә башлау Пётр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ картуф ебәрә. Әммә ул заманда картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана.

Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрҙе, ер температураһы 18—20 градусҡаса йылынғас, ултырталар. Шытҡыларҙан оҙон аҡ тамыр үҫеп сыға, аҡ тамырҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә.

Бәрәңге бүлбеһенән 50—80 см бейеклектә 3—6 йәшел йәки миләүшә (антоциан) төҫтәге һабаҡлы ҡыуаҡсыҡ үҫемлек үҫеп сыға. Беренсе япраҡтар үҫеп сыҡҡас, һабаҡ ҡуйынынан ер аҫтында 15—20 см тиклем оҙонлоҡтағы бәбәктәр барлыҡҡа килә, улар, осҡа табан йыуанайып, яңы бүлбеләр хасил итә. Бүлбеләрҙә спираль буйынса урынлашҡан күҙҙәрҙә 3—4 бөрө була. Ғәҙәттә, урта бөрө шытып сыға, ул зарарланған осраҡта ғына башҡалары шытып үҫә башлай. Бәрәңге бүлбеләре йомро, оҙонса һ.б. формала була; эсе аҡ, тышҡы яғы аҡ, һары, ал-ҡыҙғылт, зәңгәрһыу төҫтә. Тамыр системаһы суҡ һымаҡ, сағыштырмаса зәғиф үҫешле.

Бәрәңге вегетатив юл менән, башлыса, бүлбеләрҙән (селекция маҡсатында — орлоҡтан) үрсетелә. Генератив юл менән үрсетелгән бәрәңгенең продуктлылығы кәм була. Үҫемлекте осонан, күҙҙәренән, шытымдан, һабағынан да үрсетергә мөмкин. Бәрәңге бөрөләре тупраҡта 5—8°С йылылыҡ булғанда шыта башлай. Тишелеп сығыу өсөн иң уңай температура — 15—20 °C, фотосинтез, һабаҡ, япраҡ үҫеү, сәскә атыу өсөн — 16—22 °C. Бәрәңге бүлбеләре төнгө температура 10—13 °C булғанда яҡшы үҫә. Юғары температурала (төндә 20 °C һәм унан да юғары булһа) бәрәңгенең йылылыҡ үҙлектәре боҙола. Температура —2 °C-тан түбәнерәк булһа, бәрәңге үҫемлеге ҡырауҙан зарарлана. Бәрәңгенең транспирация (һыуҙы парға әйләндереү) коэффициенты уртаса 400—500. Сәскә атыу осоронда, һабаҡтары иң ныҡ үҫеп, бүлбеләр барлыҡҡа килгән ваҡытта, бәрәңгегә иң күп дым һәм туҡландырыу талап ителә. Бәрәңге уңышы гектарынан 200—250 центнер булғанда, үҫемлек тупраҡтан 100—175 кг азот, 40—50 кг фосфор, 140—230 кг калий ала. Бәрәңге үҫтереү өсөн ҡара тупраҡ, һоро урман тупрағы, кәҫле көл һымаҡ, механик составы буйынса ҡомһол, еңел һәм уртаса балсыҡлы тупраҡ ҡулай һанала.

Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана.

Бәрәңге уртаса 76, 3 % һыуҙан һәм 23, 7 % (макс. 36,8 % тиклем) ҡоро матдәнән, шул иҫәптән 17,5 % (макс. 29,4 % тиклем) крахмал, 0,5 % шәкәр, 1—2 % (макс. 4,6 % тиклем) аҡһым, 1 % самаһы минераль матдәнән тора. Бәрәңге — С, В1, В2, В6, РР, К витаминдары һәм каротиноидтар сығанағы.

Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә бәрәңгенән крахмал, киптерелгән һәм ҡыҙҙырылған бәрәңге (чипсы), бәрәңге боламығы, һыуытылған бәрәңге (гарнир өсөн, биточки, котлет һ.б.), бәрәңге лачауы, саго һ.б. етештерлә. Крахмал — патока һәм спирт етештереү сәнәғәте өсөн сеймал. 17,6 % крахмаллы 1 тонна бәрәңгенән 112 литр спирт, 55 кг шыйыҡ углекислота, 0,39 литр араҡы майы (сивушное масло) йәки 1500 литр барда йәки 170 кг крахмал, 80 кг глюкоза, 65 кг гидрол һ.б. продукттар алырға мөмкин. Бәрәңге спирты — фармацевтика, парфюмерия һәм араҡы-шараб сәнәғәтендә, крахмалы кондитер һәм туҡыу сәнәғәтендә файҙаланыла.
 
Бәрәңге — мал аҙығы. Органик матдәләрҙең үҙләштерелеүе (83—97 %) буйынса, башҡа тамыр аҙыҡтар кеүек, бәрәңге лә үҫемлек аҙыҡтары араһында алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бер майҙан берәмегенән уртаса ғына уңыш алғанда ла, үлән һәм орлоҡ культураларына ҡарағанда бәрәңге туҡлыҡлы матдәләрҙе күберәк бирә. Юғары уңыш бирә торған, киң таралған культура булғас, халыҡ яратып үҫтерә.

Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вирус ауырыуы — фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә.

Бәрәңге төрлө ауырыуҙарға бирешеүсән: бәшмәк ауырыуҙары — фитофтороз, макроспориоз, ҡутыр; бактериаль ауырыуҙар — ҡараяҡ, божра һымаҡ серек; вируслы — «тимгелле тап», япраҡтың төрөлөүе һ.б.; бәрәңге бүлбеһендә һәм һабаҡта була торған нематодалы (йомро) селәүсендәр менән зарарлана. Ҡоротҡостарҙан колорадо ҡуңыҙы, ҡаты ҡорт, ялған ҡаты ҡорт, сиңерткә, болон күбәләге, гамма-күбәләк, лайлалы ҡусҡар иң ҡурҡыныслыларҙан һанала.




#Article 223: Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы (123 words)


Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы (15 февраль 1933 йыл — 2 июнь 2014 йыл) — ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).

Басир Дәүләтбай улы Мәһәҙиев 1933 йылдың 15 февралендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Абҙан ауылында тыуған. 1956 йылда Мәскәүҙә М. И. Калинин исемендәге төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлай. 1956—1978 йылдарҙа Силәбе һәм Свердловск өлкәләрендә, Әбйәлил районында геология-разведка партияларында, Өфөлә тематик партия геологы, өлкән геологы, партия начальнигы, 1978—1992 йылдарҙа «Башкиргеология» берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, баш геологы булып эшләй. 1992—1997 йылдарҙа Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.

Басир Мәһәҙиев Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге закондар системаһын әҙерләү, дәүләт сәйәсәтен булдырыу һәм камиллаштырыу эшенә тос өлөш индерә.




#Article 224: Йәшен ташы (115 words)


XX быуаттың 70-се йылдарында профессор Г. Фахрушев был таштарҙы өйрәнергә була. Тау тоҡомдары балсыҡлы эзбизташтан торған мергель булып сыға. Таштарҙың тәбиғи булмаған көсө тураһындағы «уйҙырма»ны шунда уҡ алып ташлай һәм был феноменға үҙенең аңлатмаһын бирә: «Был урын йәшен болоттарын үҙенә тартып тора. Юрмаш йылғаһы буйында ҙур тау массивтары урынлашҡан. Ул тауҙарҙың башында — таштары ҡойолоп ятҡан яланғас түбәләр. Шулай уҡ был тирәлә Ер ҡабығы сатнаған урындар аша радиоактив газдар сыға. Радиоактив газдар һауаны ионлаштыра һәм йәшен болоттарын хасил итеүҙә булышлыҡ итә».

Бындай асыштан һуң 20 йыл эсендә тәбиғәттең «асыуы»н килтерергә теләүсе туристар һаны ҡырҡа арта. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Батый яуы»нан һуң был тирәлә йәшен атыу осрағы ла бермә-бер күбәйә. Ләкин метеорологтар был күренеште сираттағы ҡояш әүҙемлегенә бәйләй.




#Article 225: Ырымбур (305 words)


Ырымбур () — Рәсәйҙәге ҡала. Көньяҡ Уралда, Һаҡмар менән Яйыҡ ҡушылған ерҙә урынлашҡан.

Шулай итеп, Ырымбур атамаһы  йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында татар-башҡорт автономияһын төҙөү идеяһы Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән кире ҡағыла һәм артабан Башҡорт АССР-ы тип аталған Башҡорт хөкүмәте төҙөлә.

Ҡала өс баҫҡыслы ҡоролоштан тора. Ырымбур Төньяҡ һәм Көньяҡ округтарына бүленә:
Үҙ сиратында Төньяҡ округ Сәнәғәт һәм Дзержинск райондарына, ә Көньяҡ — Ленин һәм Үҙәк райондарына бүленә.
Төньяҡ округ составына 5 ауыл пункты ла инә: Ҡарғалы, Самородово, Краснохолм, Пруды, Поповка, 2012 йылдың 1 ғинуарына унда — 15.6 мең кеше йәшәй.
Көньяҡ округҡа Городище ауылы, Бердянка һәм Аҫҡы Һаҡмар ҡасабалары инә.

Беловка, Кузнечный, Пугачи, Овчинный городок, Аренда, Красный городок, Северный, Восточный, Форштадт, Ҡарғалы, Новостройка, Хлебный городок, Ситцевый посёлок (Ситцовка), Пороховые, Бәрҙе, Новая слободка, Степной, Маяк

Ырымбур –Башҡортостандын баш ҡалаһы Өфөгә иӊ яҡын сиктәш төбәктәр үҙәге.

Ырымбурҙың климаты — киҫкен-континенталь. Йәй йылы: йылдың биш айында уртаса тәүлек температураһы 20 °C; ҡыш һалҡынса, иң ҙур ҡар ҡатламы февралдә күҙәтелә (26 см). Бер йылда аяҙ, болотло һәм һүрән-һалҡын көндәр һаны бер тиң кимәлдә — 162, 160 һәм 143.

Ырымбурҙың бер йылға уртаса климат күрһәткестәре:

Милли составы.

Ырымбур — эре транспорт төйөнө.Ҡалала Һамарға, Орскийға, Уральскийға, Аҡтүбәгә, Өфөгә барған юлдар киҫешә. Ҡала аша федераль юл Ҡазан (ҡала) — Ырымбур — Аҡбулак — «Ҡаҙағстан сиге» үтә.

Поездар Мәскәүгә, Екатеринбургҡа, Өфөгә, Һамарға, Силәбгә, Киевҡа, Адлерға, Ташкентҡа, Астанаға, Бишкәккә йөрөй. Ҡала яны электропоездары Новосергиевка, Аҡбулаҡ, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Һаҡмарға йөрөй.

Ҡалала ике аэродром: хәрби (Ырымбур-2, Төнъяк) һәм Гагарин исемендәге аэропорт. Аэропортта «Ырымбур авилинялары» (OrenAir) теркәлгән.

Ырымбур станцияһы — Көньяҡ-Урал тимер юлының Ырымбур бүлексәһе станцияһы. Адресы: 460006, Ырымбур, Привокзальная площадь, 1.
Ырымбурға тиклем тимер юлы 1877 йылда һалына. Лев Николаевич Толстой Ырымбур станцияһының беренсе пассажиры тип һанала.

  Рейстар 
  

  

Ҡалала газ эшкәртеү, машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле:




#Article 226: Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (218 words)


Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 (27) август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020, үлгәндән һуң).

Миңлеғәле Минһажетдин (Минһаж) улы Шайморатов 1899 йылдың 15 (яңыса 27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала). Милләте  башҡорт. 

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла.

                                                

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал; 
Ат уйнатып, алда бара 
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа 
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда 
Утлы дауыл ҡуптарҙы. 
Шайморатов яу ҡырында 
Дошмандарҙы көл иткән; 
Утта янмай, һыуҙа батмай, 
Һай, батыр ҙа ир икән. 
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай 
Һинең улдарың, Урал; 
Шулар менән дошман ҡырҙы 
Шайморатов генерал.  

Шли полки башкир в атаки,
Провожал седой Урал. 
Впереди – на аргамаке 
Шаймуратов-генерал.
Шаймуратов под собою 
Горячил в бою коня. 
На врага кидался в бою 
Вихрем грома и огня.
Шаймуратов рубит, гонит, 
На Дону врагов громит.
Ни в какой воде не тонет,
И в огне он не горит. 
Храбрых конников по праву 
Старый вырастил Урал, 
Заслужил навеки славу 
Шаймуратов-генерал 




#Article 227: Матвиенко Валентина Ивановна (237 words)


Матвиенко Валентина Ивановна (7 апрель 1949 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, дипломат. 2011 йылдың 21 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Юғары советының бюро ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы ағзаһы.

Валентина Ивановна Матвиенко (ҡыҙ фамилияһы Тю́тина) 1949 йылдың 7 апрелендә Украина ССР-ы Каменец-Подольск өлкәһенең (хәҙер Украинаның Хмельницкий өлкәһе) район үҙәге булған Шепетовка ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Тютин һәм урындағы театр костмершаһы Ирина Тютина ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Атаһы Валентина икенсе синыфта уҡығанда үлеп ҡала. Ҡыҙҙың бала сағы Черкассы ҡалаһында үтә.

Көмөш миҙәл менән урта мәктәпте бөтөргәс, Черкассы медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны 1967 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1972 йылда Ленинград химия-фармацевтика институтында һөнәр ала. Бишенсе курста уҡығанда Владимир Матвиенкоға кейәүгә сыға. Яҡшы уҡығаны өсөн аспирантураға тәҡдим ителһә лә, ВЛКСМ район комитеты саҡырыуы буйынса комсомол эшен һайлай.

Был вазифала эшләгәндә Валентина Матвиенко хеҙмәткә түләү һәм пенсиялар буйынса йылдар буйы йыйылып килгән бурыстарҙы бөтөрөүгә, ауырыу айҡанлы бирелгән түләүҙәрҙең күләмен һәм инвалидтарға ҡағылышлы закондарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән финанс сығымдарҙы арттырыуға өлгәшә.

Ҡала етәксеһе Владимир Яковлевтың Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе сәбәпле 2003 йылдың 21 сентябрендә Санкт-Петербургта ваҡытынан алда губернатор һайлау үткәрелә. Валентина Матвиенко, һайлаусыларҙың 48,73 % тауышын йыйып, икенсе турға сыға. 5 октябрҙә уҙған ҡабат тауыш биреү нәтижәһендә (63,12 %) ул ҡала губернаторы итеп һайлана. 2006 йылдың 20 декабрендә, ил төбәктәре губернаторҙарын тәғәйенләүҙең яңы тәртибенә ярашлы, Рәсәй Президенты В. В. Путин Валентина Матвиенконың вәкәләттәрен яңы срокка оҙайта.




#Article 228: Татарстан Республикаһы (318 words)


Татарстан — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика, Волга буйы федераль округына ҡарай. Киров, Ырымбур һәм Һамар, Ульяновск өлкәләре, Сыуашстан, Мари Иле, Башҡортостан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы Ҡазан, Мәскәүҙән 797 саҡырымда.

Татарстан Рәсәй үҙәгендә, Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, ике ҙур йылға — Иҙел һәм Кама ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Дөйөм майҙаны — 67836,2 квадрат километр, төньяҡтан көньяҡҡа 290 саҡырым һәм көнбайыштан көнсығышҡа 460 саҡырым. Уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 170 метр, 90 процент ерҙәр 200 метрҙан юғарыраҡ, тик айырым урындар ғына 300—350 метрға етә.
Территория — башлыса урманлы ерҙә ятҡан тигеҙлек, уның 16 проценты урман менән ҡапланған. Көнсығыш Европа тигеҙлеге Волганан алып көнсығышҡа, Урал тауҙарына табан күтәрелә бара, шуға ла республиканың ер өҫтө өсөн дә был үҙенсәлек хас: уның иң түбән урындары — Иҙел аръяғының көнбайышында, ә иң бейек ерҙәре көнсығышта ята. Республиканың көньяҡ-көнсығышында Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урынлашҡан.

Фаунаһында биш мендән артыҡ хайуан төрө иҫәпләнә.

Республикала Татарстан Конституцияһына һәм Татарстан телдәре турындағы законға ярашлы татар һәм урыҫ телдәре
тигеҙ хоҡуҡлы дәүләт телдәре итеп иғлан ителгән.

Татарстанда мендән артыҡ дини берләшмә теркәлгән, диндарҙар араһынан ислам һәм христиан динен тотоусылар күпселекте тәшкил итә.

Татарстан — Рәсәйҙәге иҡтисади яҡтан яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе, ул Мәскәү, Санкт-Петербург, Башҡортостан Республикаһы, Ленинград, Свердловск һәм Ярославль өлкәләре менән бер рәттән иң алдынғылар төркөмөндә килә. Республиканың иҡтисади нигеҙен сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Сәнәғәт башлыса яғыулыҡ һәм нефть химияһы тармаҡтары, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе (ауыр йөк ташыусы машиналар, вертолеттар, самолеттар һәм авиадвигателдәр, компрессорҙар, йылға һәм диңгеҙ суднолары, автомобилдәр) машина эшләү предприятиеларынан тора. Илдә етештерелгән тракторҙарҙың — 24, ауыр йөк машиналарының 17,5 проценты бында сығарыла. Электр һәм радио приборҙары эшләү сәнәғәте лә яҡшы үҫешкән. Йылына 32 миллион тоннаға яҡын нефть сығарыла (Йәлил (ҡасаба), Әлмәт ятҡылыҡтары). Рәсәйҙә етештерелгән полиэтилен, синтетик каучук һәм автошиналар күләменең өстән бер өлөшөн тап ошо төбәк сәнәғәте етештерә.

Өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе булған агросәнәғәт комплексы ла ныҡ үҫешкән. Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 2,1 процентын биләгән республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 4,7 процентын етештерә.

Татарстан 43 муниципаль райондан һәм 2 ҡала округтан тора.

 




#Article 229: Путин Владимир Владимирович (289 words)


Путин Владимир Владимирович (7 октябрь 1952 йыл) — совет һәм Рәсәй дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, 2012 йылдың 7 майынан Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Президенты. 2000 йылдан 2008 йылғаса — Рәсәй Федерацияһының икенсе Президенты. 1999—2000 һәм 2008—2012 йылдарҙа — Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. 1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры, 1999 йылда Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары.
 
Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 1977 йылдан СССР Дәүләт именлеге комитетының Ленинград өлкәһе буйынса идаралығы тикшереү бүлегендә контрразведка йүнәлешендә  эшләй. 1985—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Беренсе Баш идаралығының (тышҡы разведка) Германия Демократик Республикаһындағы резидентураһында хеҙмәт итә, Дрезден ҡалаһындағы СССР—ГДР Дуҫлыҡ йорто директоры вазифаһын башҡара. 1991 йылдың 20 авгусында подполковник хәрби дәрәжәһендә СССР Дәүләт именлеге комитетындағы хеҙмәттән китә.

Владимир Владимирович Путин 1952 йылдың 7 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған.

Атаһы Путин Владимир Спиридонович Путин (23.02.1911 — 02.08.1999) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Армияның 86-се дивизияһы 300-се уҡсы полкы һалдаты. Һуғыш алдынан диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң Егоров исемендәге заводта мастер булып эшләй. Әсәһе Мария Ивановна Шеломова (1911—1998) Ленинград блокадаһын үткәрә, шулай уҡ заводта эшләй. Ҡартатай Спиридон Иванович танылған ашнаҡсы була, ваҡытында юғары партия эшмәкәрҙәренә, шул иҫәптән Ленин менән Сталинға ла аш-һыу әҙерләй.

Владимир ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа (ике оло ағаһы бала саҡта үлә). Виктор 1940 йылда тыуып 1942 йылда дифтериттан үлә. Пискарёвский зыяратында күмелғән. 30-сы йылдарҙа тыуған оло ағаһы Алик (Альберт) һуғыш алдынан үлгән.

Путиндын ғаиләһе Басков тыҡрығында, 12-се йорттағы коммуналь фатирҙа йәшәй. Ул үҙе бында СССР Дәүләт именлеге комитетына хеҙмәткә алынғанға тиклем йәшәй.

Владимир 1960—1965 йылдарҙа 193-сө мәктәптә уҡый. Артабан Ленинград технологик институты ҡарамағындағы 281-се махсус химия мәктәбенә күсә һәм уны 1970 йылда тамамлай.

Уҡыу йылдарында университетта длцент булып эшләгән Анатолий Собчак менән таныша. Путиндың диплом эшенең темаһы  — «Иң уңайлы шарттар булдырған милләт принципы» (етәксе Галенская Людмила Никифоровна, халыҡ хоҡуғы кафедраһы).




#Article 230: Шаббат (115 words)


Шабба́т (, йәһүд שׁ.ב.ת һүҙ тамырынан килә), идиш телендә шулай уҡ ша́бес йә шабос тип атала ала — йәһүд ғөрөф-ғәҙәтендә аҙнаның иң бөйөк — етенсе көнө. Тәүрат был көндә эштең бер нисә төрөнән тыйылып торорға күрһәтмә бирә.
Бишкитап буйынса Аллаһ был көндә кешене яралтҡан.

Йәһүд календары ай-ҡояш календары булып тора. Шуға күрә шаббат милади календары буйынса йома көнөнөң киске ваҡытында, ҡояш байыуынан һуң, башлана һәм шәмбе көнө ҡояш байыуынан һуң тамамлана.

И совершил Бог к седьмому дню дела Свои, которые Он делал, и почил (ШаВаТ) в день седьмый от всех дел Своих, которые делал. И благословил Бог седьмой день, и освятил его, ибо в оный почил от всех дел Своих, которые Бог творил и созидал.

Бишкитапҡа ярашлы:




#Article 231: Гиппократ (161 words)


Гиппократ — (грекса Ἱπποκράτης, Hippokrates) боронғо грек табибы, фәлсәфәнән айырылып сыҡҡан медицинаға нигеҙ һалыусы.

Гиппократ беҙҙең эраға тиклем 460—370 йылдарҙа Кос утрауында тыуған. Уны медицинаға нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр. Гиппократтың 18 быуын нәҫеле ауырыуҙы дауалаусы булған.

Гиппократ ғүмер буйы сәйәхәт итә. Меңләгән хеҙмәт яҙа, меңләгән кешене терелтә, шул ваҡыттарҙа уҡ ғәйәт ҡатмарлы операциялар эшләй. Ул ауырыуҙы түгел, кешене дауаларға кәрәклегенә баҫым яһай, кеше рухының иң хәл иткес көс икәнлеген аңлата, кешеләрҙе холоҡ-фиғелдәре буйынса дүрт төргә бүлеп, һәр бер төргә билдәләмә бирә (холерик, флегматик, сангвиник, меланхолик темпераментындағы кешеләр). Уның был билдәләмәһе хәҙер ҙә үҙ көсөндә. 

Гиппократ ауырыуҙарҙы дауалауҙың дүрт нигеҙен билдәләй: беренсеһе — зыян килтермәҫкә, икенсеһе — ҡапма-ҡаршылыҡ ысулы менән дауаларға, өсөнсөһө — кешегә ауырыу менән көрәшергә ярҙам итергә, дүртенсеһе — ауырыу кешенең хәленә керергә, ҡыҙғанырға. 

Табиптың хеҙмәттәренең иң мөһиме — «Гиппократ анты»лыр, моғайын. Унда табиптарҙың ауырыуҙарға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙам итергә, сер һаҡларға, белемен һәм тәжрибәләрен башҡаларға ла өйрәтергә тейешлеге әйтелә. Хәҙер әлеге антты табиптарҙың һәр ҡайһыһы бирә. Улар биргән анттарына ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалырға тейеш.




#Article 232: Умартасылыҡ (170 words)


Умартасылыҡ — бал, балауыҙ һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын алыу өсөн тәғәйенләнгән ауыл хужалығы тармағы.

Умартасылыҡ дәүерендә
солоҡсолоҡ — 
Бал ҡорто хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Палеонтология белгестәре, бал ҡорто бынан 50 миллион йыл элек барлыҡка килгән, тип раҫлай. 

Боронғо Египетта күсмә умартасылыҡ ныҡ үҫешкән булған. Боронғо заманда Греция менән Римдә балды тәңре тарафынан күктән төшөрөлгән илаһи ризыҡ тип иҫәпләгәндәр, уны кешенең аҡылын, зиһенен камиллаштырыусы, дәрт һәм илһам уятыусы сихри ниғмәт булараҡ ҡабул иткәндәр. Бал ҡортон изге йән эйәһе тип иҫәпләп, уның рәсемен мәмерйә таштарына, ҡаяларға, һауыт-һабаларға, ҡәбер таштарына сүкеп төшөрөр булғандар. Бынан 15 мең йыл элек төшөрөлгән ҡорт һүрәттәре бөгөнгө көнгә тиклем һакланып ҡалған. Әүәлге заманда Египетта бал ҡорттары тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ символы булып һаналған, сөнки улар, ояларын дошмандан һаҡлағанда, үҙҙәрен һәр ваҡыт үлемесле алышҡа дусар иткән.

Балдың шифаһы күптәнге замандарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, Гиппократ ауырыуҙарҙы бал менән дауалаған. Сәләмәтлекте һаҡлау, ғүмерҙе оҙайтыу өсөн уларға көн дә әҙләп бал ашарға тәҡдим иткән. Был кәңәште тотоусыларзың байтағы ғүмер буйы яфаланған ауырыуҙарынан ҡотолған һәм йәшәү өсөн өҫтәмә көс-ҡеүәт алыр булған.




#Article 233: Балтик диңгеҙе (937 words)


Ба́лтик диңгеҙе́ — материк эсендә урынлашҡан диңгеҙ. Балтик диңгеҙе Европаның төньяғында урынлашҡан, Атлантик океан бассейнына керә.

Утрауҙарҙы иҫәпләмәйсә диңгеҙ өҫтө майҙаны 415 мең км². Һыу күләме 21,5 мең км³.

Ба́лтик диңгеҙе́нең иң төньяҡ нөктәһе Төнъяҡ поляр түңәрәгенә етә яҙа (65°40' с. ш.), ә иң көньяҡ нөктәһе Висмара ҡалаһы (53°45' с. ш.) эргәһенә тура килә.

Иң сикке көнбайыш нөктәһе — Фленсбур (9°10' в. д.) районында, иң сикке көнсығыш нөктәһе Санкт-Петербург (30°15' в. д.) районында урынлашҡан. Ғәйәт ҙур күләмдә йылға һыуҙары ағып төшкәнлектән һыу әҙ тоҙло, шуға күрә диңгеҙ тоҙғолт һыулы. Донъяла ошондай үҙенсәлекле иң ҙур диңгеҙ булып тора..

Балтик диңгеҙе Рәсәй, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Германия, Дания, Швеция һәм Финляндияның ярҙарын йыуа.

Балтик диңгеҙенең эре ҡултыҡтары: Фин ҡултығы, Ботник ҡултығы, Рига ҡултығы, Курш ҡултығы.

Эре утрауҙар: Готланд, Эланд, Борнхольм, Волин, Рюген, Аланд утрауҙары һәм Сааремаа.

Балтик диңгеҙенә ҡойоусы эре йылғалар: Нева, Нарва, Көнбайыш Двина (Даугава), Неман, Преголя, Висла, Одер һәм Вента.

Эре порттар: Вентспилс, Санкт-Петербург, Калининград, Балтийск, Клайпеда, Киль, Любек, Копенгаген, Гданьск, Щецин.

Балтик диңгеҙе материктар шельфы (диңгеҙ һыуы баҫыуҙан хасил булған һай урындар) сиктәрендә урынлашҡан. Уртаса тәрәнлеге 51 метр. Һайлыҡтарҙа, һыу аҫты уйпаттарында, утрауҙар эргәһендә тәрәнлек ҙур түгел (12 м тиклем).

Тәрәнлектәре 200 метрға еткән бер нисә сөңгөлдәр(ҡаҙанһыу) бар. Иң тәрән сөңгөл Ландсорт ҡаҙанһыуы (). Был урынға диңгеҙҙең максималь тәрән урыны (470 м) тура килә. Ботник ҡултығында иң тәрән урын — 293 м, ә Готланд ҡаҙанһыуында — 249 м.

Көньяҡ өлөшөндә диңгеҙ төбө тигеҙ, ә төньяҡ өлөшө тигеҙ түгел, ҡаялы. Яр буйҙарындағы һыу төбө ултырмаларының күп өлөшөн ҡом тәшкил итә. Әммә, дөйөм алғанда, диңгеҙ төбө боҙлоҡ сығышлы йәшел, ҡара йәки һоро төҫтәге балсыҡлы ләмдән тора.

Балтик диңгеҙенең гидрологик режимы үҙенсәлекле. Унда яуым-төшөм һәм йылғаларҙан килгән сөсө һыу өҫтөнлөк итә. Диңгеҙҙең өҫкө ҡатламындағы тоҙлолоғо ҙур булмаған һыу Датск боғаҙы аша Төнъяҡ диңгеҙгә (Северное море) китә. Ә Балтик диңгеҙенә төпкөлдәге ағым аша Төнъяҡ диңгеҙҙең тоҙло һыуы килә.

Штормдар мәлендә һыу ҡатламдары диңгеҙ төбөнә тиклем  аралашып бөтә. Диңгеҙҙәр араһындағы һыу алмашыныу характеры үҙгәрә. Боғаҙҙың бөтә тәрәнлеге буйынса ла һыу Балтик диңгеҙенә лә, Төньяҡ диңгеҙгә лә күсә ала.

Балтик диңгеҙендә һыу ҡалҡыу (полусуточные и суточные) дәүмәле 20 сантиметрҙан үтмәй.

Фин ҡултығының үрендә, ҡайһы бер метеорологик ситуацияларҙа, һыу кимәле 5 метрға тиклем күтәрелеүе мөмкин. Диңгеҙ кимәле тирбәлеүенең йыллыҡ  амплитудаһы Кронштадт янында — 3,6 метрға, Вентспилс янында 1,5 метрға етә. Сейш тирбәлештәре амплитудаһы 50 сантиметрҙан артмай.

Яуым-төшөмдәргә бәйле (сгонно-нагонные явления) һыу кимәленең тирбәлеүе яр ситтәрендә 50 сантиметрға, бухта һәм ҡултыҡтарҙа 2 метрға тиклем барып етергә мөмкин.

Башҡа диңгеҙҙәр менән сағыштырғанда  Балтик диңгеҙендә тулҡындар әллә ни ҙур булмай.. Диңгеҙ уртаһына тура килгән урындарҙа тулҡындарҙың бейеклеге  3,5 метр  тирәһе. Ҡайһы саҡта  4 метрҙан да ашырҡа мөмкин. Һай һыулы ҡултыҡтарҙа тулҡындарҙың бейеклеге  3 метрҙан үтмәй, тик улар текәрәк булалар. 

Әммә  10 метрҙан ашҡан тулҡындар ҙа булып тора. Бындай тулҡындар тәрән һыулы урындарҙан һайлыҡтарға ҡарай йүнәлгән  штормдар ваҡытында барлыҡҡа килә.  

Мәҫәлән,   Эландс-Седра-Грунт  банкаһында  ( һайлығында)   11 метр  бейеклегендә тулҡын күтәрелгән саҡ булған. 

Һыуҙың өҫкө ҡатламында тоҙлолоғо ҙур булмау, диңгеҙҙәге хәлдәрҙең тиҙ генә үҙгәреүенә булышлыҡ итә. Ҡышҡыһын караптарға боҙланыу ҡурҡынысы янай. Бындай үҙенсәлектәре арҡаһында,   Балтика юғары кимәлдәге транспорт юлы булыу менән бергә, бик ҡатмарлы, хәүефле   навигация  районы ла булып тора

Һыуҙың үтә күренеүсәнлеге үҙәк райондарҙан ярҙарға ҡарай кәмей бара. Иң ныҡ үтә күренгән урындар диңгеҙҙең үҙәгендә һәм  Ботник ҡултығында,зәңгәрһыу йәшел төҫтә. Яр ситтәрендә  — һарғылт йәшел, ҡайһы саҡта  һорғолт төҫ өҫтәлә. Иң насар күренгән сағы йәйгеһен, планктон күпләп үрсегән мәлдә була.

Боҙ  башта ҡултыҡтарҙа  октябрь— ноябрь тирәләрендә күренә башлай.  Ботник ҡултығында һәм  и значительная часть побережья (кроме южного берега) Фин ҡултығы ярҙарының  сите (көньяҡ ярынан башҡа)  65 сантиметрға тиклем ҡалынлығындағы боҙ менән ҡаплана. Дингеҙҙең үҙәк һәм көньяҡ өлөштәре боҙ менән ҡапланмай.

Боҙ апрелдә ирей.Әммә   Ботник ҡултығының төньяғында июндә лә йөҙөп йөрөгән боҙҙар осрарға мөмкин. Һыу төбөнән ҡалҡып сыҡҡан боҙҙар була. 

Фин ҡултығында һыуҙың өҫкө ҡатламының температураһы — 15—17 °C , в Ботник ҡултығында — 9—13 °C, диңгеҙ үҙәгендә 14—17 °C тәшкил итә.
Тәрәнгә төшкән һайын температура яйлап ҡына түбәнәйә барып, термоклинда (20—40 м тирәһендә) ҡапыл 0,2—0,5 °C-гә тиклем ҡырҡа һикереш була. Унан температура диңгеҙ төбөнә ҡарай тағын күтәрелә(4—5 °C).

Диңгеҙ һыуының тоҙлолоғо(әселеге) Балтик диңгеҙе менән тоҙло Төньяҡ диңгеҙ тоташтырыусы Датск боғағынан көнсығышҡа ҡарай кәмей бара. Датск боғағында тоҙлолоҡ диңгеҙҙең өҫтөндә 20 промилле(‰), ә төбөндә 30 ‰ тәшкил итә.

Диңгеҙ үҙәгенә ҡарай тоҙлолоҡ өҫкө өлөшөндә — 6—8 ‰ -гә тиклем, төньяҡта Ботник боғаҙында—2—3‰-гә, Фин ҡултығында 2‰-гә тиклем кәмей. Тәрәнгә киткән һайын тоҙлолоҡ арта барып, үҙәк өлөшөнә тура килгән диңгеҙ төбөндә 13‰-гә барып етә.

Әммә океан һыуынан айырмалы рәүештә,экстрен шарттарҙа Балтик диңгеҙен һыуһынға һыуын эсеп алыу һаулыҡҡа зыян итмәй.

Билтик диңгеҙендә химик ҡорал сүплектәре (ағыулы матдәләр һалынған контейнерҙар Икенсе донъя һуғышынан һуң Балтик диңгеҙендә ерләнә) булыуы экологик хәленә йоғонто яһай.

.
 

Балтик диңгеҙе диңгеҙ аҙыҡтарына бик бай. Шулай уҡ, унда нефть ятҡылыҡтары бар. Рәсәйҙә Калининград өлкәһенең экономик зонаһында нефть табыла. (месторождение Д-6) (). Тимер-марганец һәм янтарь ятҡылыҡтары асыҡланған.

Был ятҡылыҡтарҙы ҡулланыу экологик тыйыуҙарға бәйле тотҡарланып тора. Сөнки, диңгеҙ һәм Атлантик океан араһында һыу менән алмашынышыу бик ҙурҙан түгел. Шулай уҡ, диңгеҙ яры буйлап урынлашҡан дәүләттәр йыуынты һыуҙар менән диңгеҙҙе бысратып, эвтрофикацияға дусар итеүе мөмкин.

Балтик диңгеҙенең төбөнән Северный потокгазопроводы үтә.

Курорттар:Рәсәйҙә Сестрорецк, Зеленогорск (Санкт-Петербург), Светлогорск (Калининград өлкәһе), Пионерский һәм Зеленоградск,Латвияла Юрмала һәм Саулкрасты , Литвала Паланга һәм Неринга, Польшала Сопот, Хель, Кошалин, Колобжег, Германияла Альбек , Бинц, Хайлигендамм һәм Тиммендорф, Эстонияла Пярну һәм Нарва-Йыэсуу.

Тәрәнлек ҙур булмау сәбәпле, Фин ҡултығының һәм Архипелаг диңгеҙенең күп урындары ҙур транспорт караптары үтә алмай. Әммә круиз лайнерҙарҙың иң эреләре лә Дат ҡултығы аша Атлантик океанға сыға ала. Төп сикләүсе фактор — Ҙур Бельт күпере.

Иң ҙур порттар: Балтийск, Вентспилс, Выборг, Гданьск, Гдыня, Калининград, Киль, Клайпеда, Копенгаген, Лиепая, Любек, Рига, Росток, Санкт-Петербург, Стокгольм, Таллин, Щецин., планда: Фемарнбельтский (18 км, 2028, Дания — Германия).

Дат ҡултығы аша Атлантик океан диңгеҙҙәре менән тоташа (Төньяҡ диңгеҙ).

Ҡултыҡ аша күперҙәр: Ҙур Бельт(6790 м, 1998, Дания), Кесе Бельт аша Яңы күпер (1700 м, 1970, Дания),Эресунн (16 км, 2000, Дания — Швеция), планда тора: Фемарнбельтск тоннеле (18 км, 2028, Дания — Германия).




#Article 234: Ҡаҙылыҡ (140 words)


Ҡаҙы (ҡайһы бер һөйләштәрҙә ҡаҙылыҡ) — эсәккә ваҡлап туралған ит һәм тултырып эшләнгән «колбаса», башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли ризығы.

Ҡаҙы өсөн яңы һуйылған һимеҙ йылҡы ите яҡшы була. Сөнки яңы һуйылған иткә тоҙ һәм борос яҡшы һеңә, һәм ул яҡшы тоҙлана. Ҡаҙы өс төрлө була:

Һимеҙ йылҡы итен (түш тирәһендәге майлы ҡаҙылыҡ бигерәк тә һәйбәт була) һәм һум итен ваҡлап турайҙар. Туралған ит урман сәтләүеге ҙурлығында булырға тейеш. Уға тоҙ, борос һибеп, яҡшылап болғаталар ҙа биш-алты сәғәткә кәстрүлгә һалып, ябып торалар. Ошолай әҙерләнгән итте эсәктәргә тултырып, ҡояшлы йәки елле урынға элеп ҡуялар.
Бындай ҡаҙылыҡ дүрт-биш айға тиклем яҡшы һаҡлана. Әҙер булғас, уны бешереп тә, шул көйө лә ашарға мөмкин.

Ҡаҙылыҡҡа тигән иттең өстән бер өлөшө май булырға тейеш. Әгәр ит бынан да артыҡ майлы булһа, ҡаҙылыҡты тултырғас, артыҡ майы ағып сыҡһын өсөн бер нисә урындан сәнсеп тишергә кәрәк.




#Article 235: Климат (112 words)


Климат ( (klimatos) — бөгөлөү) — билдәле бер географик урын өсөн күп йыллыҡ һауа торошо тәртибе. Оҙаҡ йылдар күҙәтеп, уртаса төҙөлгән һауа торошо (йылылыҡ, дымлылыҡ, һауа баҫымы) климат тип атала.
Һауа торошоноң уртаса климаттан айырылыуы уның үҙгәреүен күрһәтмәй. Мәҫәлән, ҡыштың һылҡын килеүе климаттың һалҡынайыуын аңлатмай. Климаттың үҙгәреүен асыҡлау өсөн бер нисә тиҫтә йылға һуҙылған тикшеренеүҙәр кәрәк.

Элекке СССР биләмәһендә 1956 йылда климаты өйрәнеүсе Б.П. Алисов биргән классификация йөрөй. Ер шары дүрт климат бүлкәттән тора: экваториаль, тропик, уртаса һәм поляр бүлкәт. Улар араһында субэкваториаль, субтропик һәм субполяр бүлкәттәр урынлаша.

Башҡортостан уртаса континенталь климат бүлкәттә урынлашҡан, йәғни был ерҙәр өсөн һалҡын ҡыш (-40 градусҡа тиклем) һәм йылы, хатта еҫе йәй (+30 градусҡа тиклем) хас.




#Article 236: Рамаҙан (169 words)


Рамаҙан () йәки рамаза́н () — һижри тәҡүим буйынса йылдың 9-сы айы. Шулай уҡ Рамаҙан — ураҙа айы. Рамаҙан айында ураҙа тотоу һижри йыл хисабы башланғандан һуң 17—18 ай үткәс, йәғни миләди 624 йылда индерелә.

Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға Рамаҙан айында ураҙа тотоу фарыз. Ураҙа таң беленә башлағандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылып тороуҙан ғибәрәт. Белә-күрә әҙ генә булһа ла ризыҡ йотоу ураҙаны боҙа. Ундай осраҡта ураҙаны боҙған кешегә ҡаза һәм ҡәффәрәт тейеш. Ҡаза ул — көнөнә көн, ә ҡәффәрәт — бер көн ҡалған ураҙа өсөн 60 көн ураҙа тотоу. Әгәр уның ҡәффәрәткә көсө етмәһә, ул алтмыш фәҡирҙе бер көн, йәки бер фәҡирҙе алтмыш көн туйғансы ашатырға тейеш.
Ауыҙ асҡанда яңылыш һыу йотолоп, ураҙа боҙолһа, ҡояш байығандыр тип уйлап ауыҙ асһаң, йәки ураҙа көслөк менән боҙолһа, ҡәффәрәт тейеш түгел.
Изге Рамазан айының 26-сы көнөнән 27-һенә ҡарай төндә үтә торған байрам — Ҡәҙер кисе тип атала.

Күңелдәргә шатлыҡ бирә

Изге Рамаҙан,

Оноттора бар ҡайғыны

И изге аҙан.

Нурҙан ғына тора кеүек -

Донъялар яҡты,

Уйлана белгән кешенең

Иманы артты.

(Гүзәл Ситдиҡова)




#Article 237: Шәһәҙәт (227 words)


Бында форматланмаған тексты өҫтәгеҙ.
Шәһәҙәт (ғәр. شهادة,  — таныҡлыҡ, шаһитлыҡ) — Исламдың биш шартының беренсеһе.

Шәһәҙәт һүҙенең тамырында ғәрәп теленән башҡорт теленә лә килеп ингән шаһит һүҙе ята. Башҡорт телендә шаһит  һүҙенең бер мәғәнәһе - нимәнелер рәсми рәүештә дөрөҫләү өсөн эш-ваҡиғала ҡатнашҡан кеше. Ошо һүҙҙән Шаһитлыҡ тигән төшөнсә лә барлыҡҡа килгән 

Аллаһы Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ икәненә һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәр уның илсеһе икәнлеген таныуҙы, шаһитлыҡ итеүҙе итеүҙе белдерә.
Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер илаһ юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәт Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“.

Әйтелеше: „Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүлүүлүһ“.
Ғәрәпсә:
أشهد أن لا إله إلاَّ الله و أشهد أن محمد رسول الله

Шәһәҙәт - Ислам динендә булыуҙың беренсе һәм иң мөһим баҫҡысы  (ҡара - Исламдың биш нигеҙе). Ул Исламдың ике тәүге инанысын эсенә ала : Аллаһы тәғәләнең берҙән-бер булыуы (тәүхид) һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең Уның Рәсүле, йәғни Илсеһе булыуын раҫлай.

Шәһәҙәт мәжүсиҙәрҙән һәм башҡа диндәрҙән айырылып тороу өсөн доға һәм оран булараҡ барлыҡҡа килгән.  Яу барғанда  шәһәҙәт оран булараҡ ҡулланылған, шул арҡала шәһит төшөнсәһе барлыҡҡа килгән дә инде (изге эш өсөн үҙен ҡорбан ҡылған кеше). Башта шәһәҙәт әйтеп һәләк булғандарҙы ғына шәһит тип атай торған булғандар. Шәһәҙәтте мосолмандар бик күп осраҡтарҙа әйтә. Ул намаҙ доғаларына мотлаҡ инә.

Йәғни, башҡорт телендә килеп сығышы бер булһа ла шәһит һәм шаһит һүҙҙәре мәғәнәүи яҡтан айырыла

Шәһәҙәтте ҡайһы бер илдәрҙең һәм территорияларҙың байраҡтарында күрергә мөмкин 




#Article 238: Спорт (3387 words)


Спорт (, иҫке француз теленән «уйын», «күңел асыу» тип тәржемә ителгән desport һүҙенән ҡыҫҡартып яһалған) — кешеләрҙең (спортсыларҙың) физик һәм (йәки) интеллектуаль һәләттәрен сағыштырыуға ҡоролған һәм тәғәйен ҡағиҙәләр буйынса ойошторолған эшмәкәрлек, шулай уҡ ошо эшмәкәрлеккә әҙерләнеү һәм уның барышында хасил булған шәхес-ара мөнәсәбәттәр.

Спорт — физик йә интеллектуаль әүҙемлектең үҙенсәлекле төрө, ул ярышыу маҡсатында ойошторола һәм тән яҙыу күнекмәләре менән  торған маҡсатҡа ярашлы әҙерләнеүҙе үҙ эсенә ала. Ял менән бергә физик сәләмәтлекте тора-бара һәм әкренләп нығытыуға, интеллект кимәлен арттырыуға, мораль ҡәнәғәтләнеү алыуға, камиллыҡҡа, шәхси, төркөм һәм абсолют рекордтарҙы яңыртыуға, данға, физик мөмкинлектәрҙе һәм таһыллыҡты, оҫталыҡты үҫтереү ынтылышына ҡоролоп, спорт кешенең физик һәмпсихологик күрһәткестәрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Спорт миллионлаған кешеләргә үҙҙәренең физик үҙенсәлектәрен һәм хәрәкәт мөмкинлектәрен камиллаштырырға, сәләмәтлектәрен нығытырға һәм төрлө хеҙмәт менән шөғөлләнә алырлыҡ ғүмер йылдарын оҙайтырға мөмкинлек бирә.

Юғары ҡаҙаныштар спортының маҡсаты ҙур ярыштарҙа еңеүҙәргә йә мөмкин тиклем юғарыраҡ күрһәткестәргә ирешеүҙән тора.

Мәғәнәүи яҡтан «спорт» төшөнсәһенең уны ял һәм күңел асыуҙың башҡа төрҙәренән айырып ҡарарлыҡ аныҡ ҡына билдәләмәһе юҡ. Шул уҡ ваҡытта төшөнсә сиктәрен билдәләү ынтылыштары күп булған. Мәҫәлән, Франсуа Рабле «desporter» һүҙен  мәғәнәһендә ҡулланған. Хәҙерге замандағы мәғәнәлә был һүҙҙе физик күнекмәләрҙең кеше һаулығына йоғонтоһон өйрәнеүсе Шотландия табип-психиатры Томас Арнольд беренсе булып ҡулланған. Йөҙҙән артыҡ спорт федерацияһын берләштергән «СпортАккорд» халыҡ-ара конвент сайты «спорт» билдәләмәһенә түбәндәге критерийҙарҙы индерергә тәҡдим итә: ярыш элементы; ҡағиҙәләрҙең осраҡлыҡ элементына йәки  нигеҙләнмәүе; ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың һаулығы һәм именлегенә кәрәмәгән ҡурҡыныстарҙың булмауы; тере йәндәргә махсус теләк менән зыян килтермәү; кәрәкле ҡорамалдарға берҙән-бер етештереүсенең
монополияһы булмауы.

Дөйөм физик культураның һәм, айырым алғанда, спорттың килеп сығыуына ҡағылышлы бер нисә ғилми фекер (теория) йәшәп килә:

Уйын теорияһына Герберт Спенсерҙың «артыҡ энергия теорияһы» бик яҡын тора, хатта уны тәүге ғилми ҡараштың бер төрө итеп тә ҡабул итергә була; Был теорияға ярашлы, тәүтормош кешеһе артыҡ энергиянан төрлө уйын, шул иҫәптән бейеү хәрәкәттәре яһау аша бик тә уңышлы ҡотола алған һәм тора-бара был хәрәкәттәрҙе ныҡ камиллаштырған ;

.
Донъяның төрлө өлөштәрендәге мәмерйәләрҙә бөгөнгө көнгә тиклем табылған һәм тикшерелгән рәсем өлгөләре төрлө йола күренештәрен һынландыра. Улар беҙҙең замандағы спорт хәрәкәттәренә тулыһынса оҡшаш тип әйтеп булмаһа ла, боронғо дәүерҙәрҙә үк спорт эшмәкәрлегенә яҡын булған хәрәкәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең (ритуалдарҙың) киң таралғаны хаҡында фекер йөрөтөргә тулы ерлек бирә.

Францияла, Африкала һәм Австралияла табылған ошондай һүрәттәрҙең бынан 30 мең йыл элек яһалғаны фәнни нигеҙҙә иҫбатланған. Монголияла беҙҙең эраға тиклем 7 меңенсе йылдарҙа ҡаяға төшөрөлгән һүрәт табылған, унда тамашасылар менән уратып алынған көрәшселәр һынландырылған. Японияла табылған ҡая һүрәттәрендә бындағы сумо стилендәге көрәште (көс һынашыуҙы) күрергә була, улар ауыл хужалығы менән бәйле дини йола тигән фараздар
бар.

 
Ҡытайҙа табылған ҡайһы бер әйберҙәр һәм ҡоролмалар был ил биләмәләрендә беҙҙең эраға тиклем 4000 йыл элек үк хәҙерге спортҡа ныҡ оҡшаған эшмәкәрлек булғаны тураһында һөйләй. Тәү сиратта гимнастиканың боронғо Ҡытайҙа ныҡ таралғанын һәм популярлығын фаразларға була. Беҙҙең эраға тиклемге 1-се мең йыллыҡта ябай халыҡ араһында «чжу кэ» — командалы туп уйыны киң билдәле булған. Был уйында тупҡа һуғыуҙың 70-кә яҡын төрөн һәм ҡағиҙә боҙоуҙың 10-ға тиклем осрағын һанайҙар.
Шумер цивилизацияһы археологтарға Боронғо  Месопотамияла көрәштең популяр булыуын сағылдырған күп кенә ҡомартҡылар ҡалдырған, улар араһынан яҡынса биш мең йыл элек яһалған таш барельефтар һәм Хафаджиҙа табылған бронза статуэтка киң билдәле. Һуңғыһында көрәшселәр һынландырған һәм уның йәше яҡынса беҙҙең эраға тиклем 2600 йыл менән билдәләнә. Бени-Хәсәндә Боронғо Мысыр кәшәнәләрендәге көрәшселәрҙең әйтелгән дәүергә ҡараған һүрәттәре хәҙерге заман көрәшенең күп кенә ысулдары беҙҙең көндәргә тиклем 4,5 мең йыл элек үк көс һынашҡанда ҡулланылыуын күрһәтә. Шул үк ваҡытта был дәүер һүрәттәре көрәш буйынса ярыштарҙа Ливия һәм Нубия вәкилдәренең ҡатнашыуыуы һәм уларҙа судьяларҙың булғанлығын күрһәтеүе бик тә ихтимал. Тағы ла боронғораҡ һүрәттәрҙә йүгереү буйынса ярыштар һынландырылған тип һанарға һәм улар һөҙөмтәһендә хатта хакимдәрҙең һайланыу мөмкинлеге тураһында фекер йөрөтөргә нигеҙ бар. Боронғо Иранда хәҙерге полоға оҡшаш «чаутам» тип исемләнгән атлы уйын булған. Уға малайҙарҙы шахмат, атыу, һөңгө ырғытыу, көрәш һәм йүгереү менән бер рәттән хаким һарайҙары ҡарамағындағы махсус тәрбиә йорттарында өйрәткәндәр.

Үҙәк  Америкала, шул иҫәптән ольмек халҡында, беҙҙең эраға тиклем XIV быуатта уҡ мезоамерикандарҙың туп уйыны ныҡ үҫеш ала. Төрҙәре күп булған был уйындың ҡайһы берҙәрендә тупҡа тәндең төрлө өлөштәре йә таяҡ менән тейергә рөхсәт ителә. Төрлө мөйөштәрендә ҙур ғына бейеклектә нығытылған түңәрәктәре булған уйын майҙансыҡтарының табылыуы хәҙерге баскетболға оҡшаш уйындың булыу мөмкинлегенә туранан-тура ишара. Туп уйыны Америкала йәшәгән ҡайһы бер халыҡтарҙа бәхәсле мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән биләмәләр буйынса ла, хәл итеү өсөн дә ҡулланылған һәм күп кенә осраҡта ритуал характерға эйә булған — был бигерәк тә майя цивилизацияһы сәскә атҡан дәүер өсөн хас күренеш; уйында еңелеү еңелгән уйынсыларға үлем менән дә янаған, сөнки уларҙы ҡорбан иткәндәр.

Боронғо  Грецияла инде спорттың күп төрҙәре булыуы билдәле. Көрәш, йүгереү, диск ырғытыу һәм тәгәрмәсле арбаларҙа уҙышыу бигерәк тә ҙур үҫеш ала. Был исемлектең үҙе генә лә Боронғо Грецияла (һәм унда ғына түгел) хәрби эшмәкәрлек һәм һуғыш сәнғәтенең спортҡа турана-тура йоғонтоһо тураһында асыҡ һөйләй. Нәҡ бындағы Пелопоннестағы Олимпия исемле бәләкәй генә ауылда бееҙҙең эраға тиклем 776 йылдан башлап һәр дүрт йыл һайын атнтик Олимпия уйындары үткәрелгән. Барлыҡ Эллада өсөн дөйөм боронғо спорт байрамы булған ошо Олимпия уйындарынан тыш беҙҙең эраға тиклем VI быуатта башлап үткәрелгән Пифий, Немей һәм Истмий уйындары шулай уҡ дәүләт-ара кимәлдә уҙған. Һуңыраҡ, Греция өҫтөнөн Рим хакимлеге осоронда, киң масштаблы спорт сараларына Октавиан Август тарафынан булдырылған Акций уйындары һәм Домициан ойоштороп ебәргән Капитолий уйындары өҫтәлгән. Шулай ҙа рим дәүерендә спорт, дөйөм алғанда, үҙенең киң ҡатлам халыҡты йәлеп итеү үҙенсәлеген юғалтҡан, сөнки йылдам үҫешә барған профессональ спорт киң танылыу алған.

Европала мәжүсилеккә алмашҡа христианлыҡ килгәндән һуң спорт менән шөғөлләнеү бөлгөнлөккә төшә. Сиркәү тәғлимәтенә (доктринаһына) ярашлы, тәнде камиллаштырыу күнекмәләре йәнде (күңелде) аҙҙырыусы һәм кешене Алланан йыраҡлаштырыусы булып һаналған. Каноник христиан тексында нәҡ был турала түбәндәгесә яҙылған: 
Был һүҙҙәр кеше тәненә христианлыҡтың тәүге осорондағы ҡарашты сағылдыра һәм һуңыраҡ Беренсе Никей соборы тарафынан нығытылған фекерҙәрҙән ҡырҡа айырыла. Сиркәүҙе нигеҙләүселәрҙең береһе булған Тертуллиан «О зрелищах» исемле трактатында шулай тип яҙа:
Христианлыҡтың Рим империяһының дәүләт дине итеп раҫланыуынан һуң антик физик культура бөлгөнлөккә төшә һәм инде 394 йылда, император Феодосий хакимлеге ваҡытында, Олимпия уйындарынан баш тартыла һәм олимпия йыл иҫәпләүе юҡҡа сығарыла. Артабан спорт ярыштары осраҡлы рәүештә генә үткәрелә башлай, улары ла махсус рөхсәт менән империяның башлыса көнсығыш өлөшөндә генә ойошторола, һуңғыһы 520 йыл да була. 529 йылғы масштаблы халыҡ сыуалыштарынан һуң император Юстиниан I физик культура ойошма һәм учреждениеларының барыһын да тиерлек, шул иҫәптән киң билдәле Афина гимнасийын да, ябырға әмер бирә. Шулай итеп Көнбайыш донъяла спорт үҫеше быуаттарға туҡтай һәм бары тик Яңырыу осоронда ғына яңынан
тергеҙелә.

Нәҡ ошо осорҙа Евразия ҡитғаһының ҡапма-ҡаршы яғы — Ҡытайҙа ла спорт һүнеп ҡала: Конфуцианлыҡ тәьҫире арҡаһында кешенең физик яҡтан үҫешенә иғибар юғала. Был дәүерҙә ҡытай һауыҡтырыу гимнастикаһы бер-береһенән ныҡ айырылған бик күп йүнәлештәргә бүлгеләнә.  цзинь властарын ҡорал йөрөтөүҙе тыйыуға этәрә, был үҙ сиратында халыҡ араһында ҡоралһыҙ алыштың яңы төрҙәре барлыҡҡа килеүенә һәм таяҡлы фехтованиеның үҫешенә килтерә. VI быуатта Шаолинь яугирлыҡ сәнғәте мәктәбе эшләй башлай, артабан будда монахтары булышлығы менән ошондай мәктәптәр Ҡытайҙың башҡа төбәктәрендә лә ойошторола. Тағы ла һуңыраҡ, инде яңы дәүерҙең икенсе мең йыллығы уртаһында, ябай халыҡҡа ҡорал йөрөтөүҙе тыйыу һөҙөмтәһендә Японияның һуғышлыҡ оҫталығы тыуыуына алып килә, һәм континенттағынан ныҡ айырыла.
Монгол хакимлеге осоронда (Юань) Ҡытайҙа спорттың хәрби әҙерлек менән бәйле башҡа төрҙәре лә — атта һыбай йөрөү, уҡтан атыу, төрлө көрәш ысулдары таралыу ала.Ҡоралһыҙ крәҫтиәндәрҙән дә еңелә башлаған ҡоралланған япон самурайҙары үҙ сиратында ҡоралһыҙ алыш системаһын уйлап сығара, ул «дзю-дзюцу» исеме менән тарала (Көнбайышта — «джиу-джитсу»).

Христиан сиркәүенең физик культураға рәсми  кире ҡарашы шарттарында Көнбайыш Европа властарына төп хәрби көс булған рыцарҙар әҙерләүҙе хуплау һәм яҡлау менән бер рәттән халыҡ уйындарына һәм спорт ярыштарына ла күҙ йомоп ҡарарға тура килә. Айырым алғанда, Германия ерҙәрендә һәм Ирландияла был уйын йолалары XII быуаттың икенсе яртыһына тиклем һаҡланып ҡала. Православие хакимлек иткән төбәктәрҙә халыҡ араһында популяр булған күңел асыуҙарға ҡараш тағы ла түҙемлерәк була. Урта быуаттарҙа Көнбайыш Европа биләмәләрендә феодаль иҙеү йомшара төшкәндән һуң һәм һуңыраҡ килгән Яңырыу осоронда төрлө илдәрҙә бер-береһенә оҡшаш ябай халыҡ физик культураһы формалаша: ул йүгереү, һикереү, ауырлыҡтар менән күнекмәләр һәм көрәште үҙ эсенә ала. XIII быуатта йүгереү өсөн махсус урындар (йүгереү һуҡмаҡтары) барлыҡҡа килә һәм ойошҡан нигеҙҙә конькиҙар эшләп сығарыу башлана, ә  XIV быуатта туп менән төрлө уйындарҙың — теннис, файвз, гольф (бендибол),  Англия менән  Италияла  «кальчо» исеме аҫтында футбол, боулинг һәм хёрлинг һүрәтләмәләре  киң таралыу ала. Цех системалары менән көн иткән ҡалаларҙа ҡатнашыусыларҙың төп һөнәр төрө менән бәйле дисципланалар —тоҙ иретеүселәрҙә   ишкәк ишеү, һыуға һикереү, йөҙөү, ә ҡорал оҫталарында фехтование  һ.б. буйынса цехтар араһында ярыштар үткәрелә Яңырыу дәүерендә Көнбайыш һәм Үҙәк Европала кеше тәненең гармониялы үҫеше менән ҡыҙыҡһыныу яңынан башлана.  Регуляр армияның нигеҙе булған рыцарҙарҙы пехота алмаштыра, а дөйөм халыҡ ярыштары араһында атыу (уҡ һәм арбалет менән бер рәттән шулай уҡ утлы ҡоралдарҙан да) һәм фехтование буйынса турнирҙар киң таралыу ала.    XVI быуатта  Италияла айырым уйын төрҙәренең (шул иҫәптән кальчоның да) ҡағиҙәләрен ентекләп һүрәтләгән һәм тренирока методикаһын тасуирләгән  трактаттар баҫылып сыға башлай. Ошо осорҙа Францияла хәҙерге теннисҡа нигеҙ булған  жё-де-пом айырыуса ҙур популярлыҡ яулай. Шул заман Англия кешеһе быуат аҙағында Францияға барып ҡайтҡандан һуң ундағы туп уйыны майҙандарының сиркәүҙәрҙән күберәк икәнен яҙып ҡалдырған. Нидерландта коньки шундай уҡ кимәлдә популяр була.

XVII быуат аҙағындағы Англияла Данлы революция, уйындарға һәм ярыштарға быуаттар буйы һалынып килгән бөтә тыйыуҙарҙы тулыһынса юҡҡа сығарып, уларҙың сәскә атыуына этәргес бирә. Был осорҙа буржуаз Англияла «джентльмендар спорты» традициялары барлыҡҡа килә: бай ғаиләләрҙән сыҡҡан йәштәр, үҙҙәре спорт менән әллә ни шөғөлләнмәһә лә, ат сабыштары, йүгереүҙәр һәм бокстағы тотализаторҙарҙа әүҙем уйнап, был спорт төрҙәре үҫешенә спонсорлыҡ итә, бер үк ваҡытта бөтә ил өсөн дөйөм булған тотороҡло ҡағиҙәләрҙең формалашыуына ситләтеп булһа ла йоғонто яһай. Джентльмендар үҙҙәре башлыса ҙур физик көс талап итмәгән һәм һаулыҡ өсөн бер ниндәй хәүеф-хәтәре булмаған крикет уйынын үҙ итә. Сәнәғәт революцияһы һөҙөмтәһендә кешеләрҙең буш ваҡыты күберәк була бара, был иһә үҙ сиратында спорттың массовыйлығына килтерә. Күберәк кеше спортты үҙ тормошоноң бер өлөшө итергә ынтыла: улар туранан-тура спорт менән шөғөлләнә йә иһә буш ваҡытын теге йәки был ярыштарҙы ҡарауға бирә. 1722 йылда Англияла фигуралы шыуыу буйынса уҡыу ҡулланмаһы баҫылып сыға, ә 1742 йылда был спорт төрөнөң донъялағы беренсе йәмғиәте — Эдинбург конькиҙа йүгереүселәр клубы ойошторола. Спортҡа Англиялағы ҡараш, континенталь Европаға һәм илдең океандағы колонияларына ла таралып, көнбайыш донъяла өҫтөнлөклөгә әйләнә; «джентльмендар спорты» йоғонтоһонда ярыш элементы спорттың милли төрҙәренә лә күсә, был йәһәттән Голландиялағы конькиҙа йүгереү спортын айырым күрһәтеп була.

Үҙ заманының ғына түгел, хатта һуңыраҡ килгән быуаттарҙағы физик культура үҫешенә немец табибы һәм филантроп Иоганн Кристоф Фридрих Гутсмутс ҙур өлөш индерә. Гимнастика һәм йөҙөү буйынса дәреслектәр, спорт уйындарын популярлаштырыуға арналған хеҙмәт яҙыу менән бер рәттән ул гимнастик снарядтарҙы — гимнастика өсөн конь һәм турникты ҡулланыуға индерә, шулай уҡ ҡолға менән һикереүҙе тәҡдим итә.

XIX быуат барышында Европаның күп кенә илдәрендә гимнастика әүҙем үҫешә, милли үҙаң күтәрелгән осорҙа һәм дөйөм хәрби әҙерлек кәрәклегенән сығып, уға практик әһәмиәт бирелә. Францияла, Данияла, герман дәүләттәрендә, Швейцарияла, ул саҡта Австрия империяһы составында булған Чехияла һәм Швецияла үҙ гимнастика мәктәптәре асыла. Швед педагогы Ялмар Линг, терапевт Пер Лингтың улы, бөгөн дә уңышлы ҡулланылған гимнастик снарядтар — эйәрле эскәмйә, гимнастик бүрәнә, швед стенкаһы, һикереү трамплины эшләй. Рәсәй империяһында XX быуат башына чех, швед һәм немец гимнастика мәктәптәре, шулай уҡ Пётр Францевич Лесгафт төҙөгән физик тәрбиә системаһы айырыуса популяр була.

XIX быуат аҙағына популяр спорт уйындары ҡағиҙәре башлыса эшләнеп бөтө. Англияла футбол ысын мәғәнәһендә халыҡ уйынына әйләнә,   крикет һәм крокет үҫеш ала, колонияларҙан үҙләштерелгән поло, бадминтон, өҫтәл  теннисы һәм лакросс үҙ һәүәҫкәрҙәрен таба. Англияла бита ҡулланылған халыҡ уйыны нигеҙендә үҫешкән   бейсбол АҠШ-та популярлыҡ яулай. Францияла еңел атлетика буйынса ярыштар күп ҡатнашыусы һәм тамашасыны йәлеп итә. 80-се йылдарҙа конькиҙа уҙышыу өсөн яһалма боҙло юл төҙөлә. Төрлө илдәрҙә велосипедта, артабан автомобилдә уҙышыу традициялары барлыҡҡа килә  башлай. Спорт һәм физкультураны тағы ла популярлаштырыуҙа халыҡ-ара Йәш христиандар ассоциацияһы (YMCA) ҙур роль уйнай. Уның башланғысы һәм эгидаһы менән спорт тренерҙары институты барлыҡҡа килә һәм үҫешә, спор ҡоролмалары төҙөлә;  Ассоциация эшмәкәрлеге волейбол һәм баскетбол уйындарының килеп сығыуына булышлыҡ итә.  YMCA эшмәкәрҙәренең береһе Рәсәй империяһында «Маяҡ» исеме аҫтында Йәштәрҙең рухи, әхлаҡи һәм физик үҫешенә  булышлыҡ ойошмаһы төҙөй, ул Октябрь революцияһына тиклем уңышлы эшләп килә. «Баһадир» тәнде тәрбиәләү йәмғиәте илдәге икенсе популяр , физкультура-спорт ойошмаһы була, уларҙың дөйөм һаны иһә 1914 йылға 360-ҡа етә.

XIX быуат уртаһынан спорт тағы ла милли сик-кәртәләрҙе аша сыға, һәм халыҡ-ара спорт хәрәкәте үҫеше башлана. 1851 йылда Лондонда беренсе халыҡ-ара шахмат турниры үтә, күп кенә  спорт төрҙәре буйынса шәхсән нигеҙҙә «донъя чемпионаттары»н   ойоштороу башлана. Йыш ҡына бындай ярыштар йылына бер нисә тапҡыр төрлө илдәрҙә һәм төрлө  ҡағиҙәләр ҡулланып үткәрелә, был иһә үҙ сиратында  халыҡ-ара спорт союздары (1881 йылда төҙөлгән Европа гимнастика союзы — 1897 йылдан Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы шуларҙың тәүгеһе була) барлыҡҡа килеүгә  һәм ҡағиҙәләрҙе бер төрлөгә килтереүгә этәргес була.

Шулай уҡ XIX быуат уртаһында антик осорҙоң Олимпия уйындарын тергеҙеү ынтылышы башлана. Яңы дәүерҙең  тәүге «олимпия уйындары» 1836 йылда Швеция курорттарының береһе булған  Рамлёсала үтә — уларҙы күрше ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уҡыусы  Пера Линга Густав Шаратау ойоштора. Ике йылдан һуң Олимпия уйындарын күптән түгел бойондороҡһоҙлоҡ алған  Грецияла ла тергеҙеп ҡарайҙар, әммә был ниәт тарихи Олимпия янындағы ауылда үткәрелгән тәүге уйындары менән туҡталып ҡала. 1859 йылда иһә уйындар Греция короле Оттон ҡарауы аҫтында  ҙур  ҡолас  менән Афинала ойошторола.   Уларҙың программаһына ингән ҡайһы бер спорт дисциплиналары буйынса ярыштар тергеҙелгән антик  стадионда, ә сәнғәттә көс һынашыуҙар махсус төҙөлгән һәм уларҙы ойоштороуға аҡса биргән Евангелис Заппас  исеме менән аталған «Заппейон»да үтә. Был уйындар әлегә тулы мәғәнәлә халыҡ-ара булмай әле — уларҙа тик төрлө илдәрҙән йыйылған  этник гректар ғына ҡатнаша. Артабан уйындар был форматта тағы ла өс тапҡыр —  1870, 1875 һәм 1888—1889 йылдарҙа үткәрелә.

Үҙҙәренең тулы мәғәнәлә тергеҙелеүе менән Олимпия уйындары физик тәрбиә энтузиасы Пьер де Кубертенға бурыслы. 1880-се йылдар башында ул фекерҙәштәре  менән бергә Францияла Физик тәрбиәнең милли лигаһын, ә шул уҡ ун йыллыҡтың аҙағында   — Физик тәрбиәнене пропагандалау буйынса комитет (мәғариф министры Жюль Симон менән берлектә) һәм Франция атлет йәмғиәттәре союзын ойоштора.  1889 йылда  Кубертен башланғысы менән Париждағы Бөтә донъя күргәҙмәһе барышында физик культура буйынса конгресс үтә, ә 1892 йылда ул Сорбоннала беренсе тапҡыр халыҡ-ара  мультиспорт ярыштары — яңы Олимпия уйындары үткәреү башланғысы менән сығыш яһай. Олимпия уйындарын ойоштороу буйынса конгресс ике йылдан һуң була, унда  Франция, Бөйөк Британия, АҠШ, Рәсәй империяһы,  Швеция, Испания, Италия, Греция, Бельгия һәм Нидерландтың 39 спорт йәмғиәтенән делегаттар ҡатнаша, был йыйынды һәм уның ҡарарҙарын хуплауҙарҙар шулай уҡ Австралия менән Япониянан килә. Делегаттар ошо дәүерҙең тәүге Олимпия уйындарын  1896 йылда Грецияла үткәреү тураһында килешә һәм  Халыҡ-ара  олимпия комитеты ойоштора. Шулай итеп, беренсе Олимпия уйындары 1896 йылдың апрелендә үтә. Спортсылар грек-рим көрәше, велоспорт, гимнастика, еңел атлетика, йөҙөү, атыу, теннис, ауыр атлетика һәм фехтование буйынса ярыштарҙа  43 комплект  награда өсөн көрәшә; ишкәк ишеү буйынса алдан планлаштырылған ярыштар ҡатнашыусылар булмау сәбәпле исемлектән төшөп ҡала. Уйындарҙа 14 илдән 241 спортсы ҡатнаша, шуларҙың 200-ҙән күберәге Грецияның үҙенән була. Дөйөм алғанда, миҙалдарҙы ун төрлө ил вәкиле 
яулай. Бынан һуң хәҙерге заман Олимпия уйындары һәр дүрт йылға бер донъя һуғыштары ваҡытында улар булмай.

Спорттың күп халыҡ өсөн күңел асыу тамашаһына әйләнеү тенденцияһы киң күләм мәғлүмәт саралары һәм глобаль коммуникациялар барлыҡҡа килеүгә туранан-тура бәйле. Спорттың һөнәри шөғөлгә әйләнеүе иһә уның популярлығын тағы ла арттыра ғына. Хәҙерге замандың  юғары индустриаль йәмғиәте, мәғлүмәт һәм белем кеүек дөйөм ресурстарға нигеҙләнеп, кешеләрҙең интернет-технологиялар ярҙамында шәхсән аралашыу мөмкинлектәрен файҙаланып, спорттың покер һәм социаль селтәрҙәрҙәге бер үк ваҡытта	 күптәр ҡатнаша алырлыҡ уйындар кеүек интеллектуаль төрҙәрен әүҙем алға этәрә.

Тәү башта спорт ярыштары һәүәҫкәрлек характерында булып, Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар ҡалған ваҡытын эшмәкәрлектең башҡа өлкәләренә арнаһа ла, антик осорҙан уҡ, атап әйткәндә, беҙҙең быуатҡа тиклем V быуаттан, һөнәри атлеттар ҡатламы формалаша башлай. Бигерәк тә профессиональ спорт менән шөғөлләнгән түбәнге ҡатлам вәкилдәренә һиҙелерлек ҡиммәтле приздары бирелгән урындағы ярыштар системаһы үҙҙәре өсөн ярайһы уҡ яҡшы тормош шарттары тыуҙырыуға булышлыҡ
иткән. Һөнәри нигеҙҙәге спорт тәүҙәрәк эллинистик Грецияла, һуңыраҡ Боронғо Римдә айырыуса киң таралыу ала. Быға физик тәрбиә концепцияһың үҙгәреүе туранан-тура тәьҫир итә: дөйөм ополчение өсөн яугирҙар әҙерләү сараһынан спорт тамашаға әйләнә, һәм сәнғәттең һәр төрө кеүек уның менән маҡсатлы планда бары тик айырым һәләтлеләр генә шөғөлләнә башлай. Афина скульпторы Аполлонийҙың беҙҙең эраға тиклем I быуатта тыуҙырған профессиональ атлет — йоҙроҡ һуғышсыһы — образы был ваҡытта уҡ спорт концепцияһының кеше эшмәкәрлегенең был төрөнөң үҙенең беренсел идеяһынан бик тә алыҫҡа киткәнлеген асыҡ күрһәтә. Ҡасандыр классик грек мәктәбе өсөн хас булған кеше-гражданиндың гармоник төҙөлөшлө фигураһы урынына скульптура портретында натураль нескәлектәр менән профессиональ көрәшсенең гипертрофированый мускулатураһы, һынған танауы, йыртылған ҡолаҡтары һәм төрлө яра эҙҙәре, шулай уҡ «спорт инвентары» — ҡулдарындағы тимерҙәр ҡуйылған бирсәткәләре һынландырылған.

Дөйөм спорттың Урта быуаттарҙағы төшөнкөлөгө һәм уның яңы заманда тергеҙелеүе менән бергә профессиональ спорт та һиҙелерлек үҫеш ала. Мәҫәлән, йоҙроҡ һуғышы менән шөғөлләнгән һәүәҫкәрҙәр араһынан халыҡ яратып ҡараған был күңел асыу тамашаһын финанс нигеҙгә ҡуйған яҡшы оҫталар айырылып сыға. Англиялағы беренсе бокс мәктәбен XVIII быуаттың беренсе яртыһында үҙ заманынының ауыр үлсәмдәге иң яҡшы боксёры Джеймс Фигг аса, ул ҡул һуғышы буйынса оҫталыҡ дәрестәрен аҡсаға үткәрә башлай. Ошо уҡ быуаттың уртаһында алыш һөҙөмтәләре менән манипуляция практикаһы башлана, был иһә үҙ сиратында антрепренёрҙарға күп аҡса алыу мөмкинлеген
бирә.

XX быуатта ял мәҙәниәте яңы ныҡлы үҫеш алғас, спорт ярыштары һәм уларҙы ҡарау тамашасылар өсөн популяр күңел асыу һәм ваҡыт үткәреү сараһына, ә спортсылар өсөн һөнәри шөғөлгә әйләнә. Юғары кимәл профессиональ спортсылары зур күләмдә гонорарҙар, төрлө тауарҙарҙы рекламалап, ошондай уҡ килем ала, бер үк ваҡытта бары тик көйәрмәндәр араһында ғына, ҡайһы саҡта халыҡтың күпселеге алдында билдәлелек яулай. Профессиональ спорт өлкәһендәге хәл-ваҡиғаларҙы көйләү өсөн дөйөм йүнәлештәге һәм тар маҡсатлы ойошмалар һәм ассоциациялар төҙөлә, улар спортсыларҙы, тренерҙарҙы, спорт судьяларын, ҡайһы бер осраҡта көйәрмәндәрҙе лә берләштерә.
Спорттың бизнесҡа һәм байлыҡ сығанағына әйләнеүе ярыштарҙың асыл-айышына ныҡ тәьҫир итә. Тамашалыҡ кимәле талаптарынан һәм судьялар өсөн эш уңайлығынан сығып, спорт ҡағиҙәләре үҙгәртеүҙәргә дусар ителә. Мәҫәлән, XX быуаттың 60-сы йылдарында уйынды йәнләндереү һәм тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында Американың баскетбол лигаһы, артабан Американың баскетбол ассоциацияһы ғәмәлгә өс мәрәйле ырғытыуҙы индерә,, һуңынан улар бөтә донъяла ҡулланылған баскетбол ҡағиҙәләренә лә өҫтәлә. 1970 йылдан профессиональ теннис турнирҙарында матч ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында сетт ә еңеү өсөн ике гейм айырма булырға тейеш системаны 6:6 тигеҙ иҫәбе булғанда уйналынған «тай-брейк» исемен алған хәл иткес гейм ҡыҫырыҡлап сығара бара. XX быуат аҙағында бары тик үҙең туп биргәндә генә алынған мәрәй урынына волейболда, уйындың тамашалыҡ кимәлен күтәреү маҡстында, «ралли-пойнт» системаһы индерелә. Уға ярашлы тупты һәр отоу мәрәй бирә. Баштараҡ хәл иткес бишенсе партияла ғына ҡулланылған был ҡағиҙә 1998 йылдан матчтың башҡа партияларына ла индерелә.

Спорт төрҙәре — ҡағиҙәләр оҡшашлығы, бер спорт федерацияһы һ. б. ошондай билдәләр нигеҙендә берләштерелгән төрлө спорт ярыштары йыйылмаһы. Халыҡ-ара олимпия комитеты күҙлегенән бер халыҡ-ара федерация үткәргән бөтә төр спорт ярыштары йыйылмаһы традицион планда спорттың айырым төрө тип ҡарала. 1993 йылға тиклем бер халыҡ-ара федерация етәкселек иткән хәҙерге заман бишбәйгеһе һәм биатлон был билдәләмәнән ситтә ҡалып килгән.

Олимпия хартияһына ярашлы танылған спорт төрҙәре олимпия спорт төрҙәре тип атала, һәм бары тик улар ғына Олимпия уйындары программаһына индерелә. Олимпия хартияһында олимпия спорт төрҙәре тип танылған спорт төрҙәре менән етәкселек итеүсе халыҡ-ара спорт федерацияларының тулы исемлеге иғлан ителгән: 2013 йылға ҡарата улар бөтәһе 35 булған. Һан яғынан сикләү Бөтә донъя допингҡа ҡаршы кодексты ҡабул итеү, һөҙөмтәләрҙең тәү сиратта механик хәрәкәт көсөнә бәйле булмауы, шулай уҡ теге йәки был төрҙөң таралыу дәрәжәһенән сығып билдәләнгән. Таралыу критерийҙары үҙ сиратында түбәндәгесә ҡаралған:

Халыҡ-ара «СпортАккорд» конвенты ҡарамағына халыҡ-ара спорт федерацияларының иң күбе тупланған — уларҙың 93-е тулы ағзалыҡ хоҡуҡтарына эйә булһа, 16-һы ассоциялаштырылған). Олимпия хартияһы (6-сы ҡағиҙә) спорттың ҡышҡы төрҙәрен айырым төркөм итеп ҡарай: «ҡарҙа йәки боҙҙағы спорт төрҙәре» — бары тик улар ғына Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына индерелә.

Рәсәйҙең «Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында» тигән Федераль законы ҡануниәт маҡсатынан спорт төрөн түбәндәгесә билдәләй:

Спорт төрө —спорттың ошо Федераль закон билдәләгән тәртиптә раҫланған тейешле ҡағиҙәле, шөғөлләнеү мөхите, ҡулланылған спорт инвентары (һаҡланыу сараларын иҫәпкә алмайынса) һәм ҡоролмалары булған һәм ошо Федераль закон талаптарына ярашлы ижтимағи отношениеларҙың айырым өлкәһе итеп танылған өлөшө.

Спорттың бөтә төрҙәре лә Спорттың бөтә Рәсәй реестрына индерелә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер спорт төрҙәрен айырып ҡарау Халыҡ-ара олимпия комитеты бүленешенә тап килмәүе лә мөмкин: мәҫәлән, йөҙөү, һыуға һикереү,  һәм синхронлы йөҙөүҙе МОК бер спорт төрө итеп ҡарай, сөнки уларҙың барыһы менән дә бер халыҡ-ара федерация — FINA етәкселек итә, ә Рәсәй ҡанунинәте буйынса улар — төрлө спорт төрҙәре.

Ғәмәли-хәрби һәм ғәмәли-хеҙмәт спорт төрҙәре — башҡарма властың ҡайһы бер федераль органдары хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм сотрудниктарының үҙ бурыстарын үтәү менән бәйле махсус ғәмәлдәргә (шул иҫәптән махсус алымдарға) нигеҙләнгән һәм башҡарма властың бер йәки бер нисә федераль орган эшмәкәрлеге менән бәйле артабан үҫкән спорт төрҙәре.

Милли спорт төрҙәре — тарихи яҡтан халыҡтың теге йәки был этник төркөмендә барлыҡҡа килгән, социаль-мәҙәни йүнәлешле һәм Рәсәй Федерацияһының бер субъекты биләмәләрендә үҫешеүсе спорт төрҙәре.

Спорт наградалары (миҙалдар) — ярыштарҙа еңеү яулаған һәм призлы урындарҙы алған ҡатнашыусыларға һәм абсолют еңеүселәргә  тапшырылған приздар һәм бүләктәр.

Спорт приздары һәм наградаларына түбәндәгеләр инә:

Спорт  — Рәсәй халҡының иң әүҙем һәм яратҡан шөғөлдәренең береһе. Уның менән бер үк ваҡытта профессиональ нигеҙҙә лә, һәүәҫкәр булараҡ та шөғөлләнеүселәр бихисап. Һәүәҫкәр спорт тәү сиратта физкультура төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнгән. Илдең күп спорт мәктәптәре донъялағы иң яҡшылар һәм алдынғылар иҫәбендә. 
Бының туранан-тура күрһәткесе  — Олимпия уйындары, төрлө спорт төрҙәре буйынса донъя һәм ҡитға чемпионаттары кеүек мәртәбәле спорт ярыштарында юғары күрһәткестәр. Рәсәйҙең күп спортсылары донъя спорты «йондоҙҙары» булараҡ танылыу яулаған. 

Спорт өлкәһендәге күп яҡлы эшмәкәрлекте төп ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы.




#Article 239: Ҡарабалыҡ (156 words)


Ҡарабалыҡ, Ҡара балыҡ (, ) — ҡылсыҡлы йылға балығы. Европаның йылға-күлдәрендә йыш осрай, Башҡортостанда ярайһы уҡ киң танылған, Уралдын көнсығышҡа һирәгерәк осрай. Йәшәү ареалы Йәнәсәй (Енисей), Байкал ға тиклем барып етә.

Ҡарабалыҡтың ҡалын кәүҙәһе тығыҙ ваҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Арҡа өлөшө ҡара йәшел, ныҡ лайлалы һәм ике яҡ ҡабырғаһы алтынһыу сағылышлы ҡарағусҡыл төҫтә.

Ҡарабалыҡ йылғаларҙа, ағым күлдәрҙә һәм төбөнә ләм ултырған мәтеле, ҡуйы үлән ҡатыш ҡамыш үҫкән быуаларҙа тереклек итә. Ҡарабалыҡ аҙыҡты ләмдән соҡсоноп таба — ул ҡыҙыл ҡорт, ямғыр һәм тиреҫ селәүсендәрен, төрлө бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын ашай.
Май айында, быуаларҙа һыу ҡайтҡас, ҡарабалыҡҡа ҡармаҡ һалыу башлана. Йәй урталарында ул әллә ни ҡапмай, әммә август айында сиртеүе яҡшыра төшә. Ул ҡыҫала итенә, себен ҡортона арыу ҡаба. Әммә балыҡты алдатыу өсөн иң яҡшыһы — селәүсен. Ҡарабалыҡты, емде үлән араһындағы һыуға һалып, ярҙан тоталар. Был төр балыҡ һыуға ауған ботаҡ-сатаҡлы ағастар аҫтында ял итергә ярата. Ҡамыш, үлән баҫҡан күлдәрҙә һәм быуаларҙа кәмәнән ҡармаҡларга була. Бының өсөн һыу үҫемлектәре баҫмаған иркен урынды һайлайҙар.




#Article 240: Бурыш (103 words)


Бурыш, борож, түбән ауыҙ, һалбыр ауыҙ (, ) — саҙандар төркөмөнә кергән йылға балығы. Һырты һоро, йә иһә ҡарағусҡыл, туше менән ян-яҡтары аҡ төҫтә. Ҡойроҡ йөҙгөстәре буҙ, ҡарағусҡыл төҫтә. Ҡалған өлөштәре — һарғылт йә иһә ҡыҙғылтыраҡ төҫтә була. Бурыштың ауырлығы кәм тигәндә бер килограмға етә, оҙонлоғо 50 см.

Фәҡәт тәрән һыу төбөндә йәшәй. Йылғалар тамағында, таҙа, ҡомло һәм таллы урындарҙа осрай. Яр ситенә бик яҡын килмәй. Ярҙан, шаршыларҙан файҙаланып та ҡармаҡларга була. Уның ыуылдырыҡ сәскән мәле май айына тура килә. Таҙа һыуҙа йөҙөргә ярата. Ҡояшлы көн оҙоно яҡшы сиртә. Уға селәүсен, себен һәм ҡыҙыл ҡортто ем итеп файҙаланалар. Бурышты шулай уҡ үҫемлек емдәргә лә ҡармаҡларға мөмкин.




#Article 241: Галилео Галилей (757 words)


Галилео Галилей (; тулы исеме: Галилео ди Винченцо Бонайути де Галилей (итал. Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei). 1564 йылдың 15 февралендә Пизала тыуған — 1642 йылдың 8 ғинуарында Арчетрила вафат булған) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала.

Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була.

Галилей 1564 йылда Италияла урынлашҡан Пиза ҡалаһында билдәле, әммә фәҡирләшкән композитор Винченцо Галилей (1520—1591) ғаиләһендә тыуа. Галилейҙың нәҫеле XIV быуаттан уҡ мәғлүм. Уның бер нисә тура ата-бабаһы Флорентий дәүләтенең етәкселәре булған; бер бабаһы — шулай уҡ Галилео исемле мәшһүр табип, 1445 йылда хатта дәүләт башлығы булып һайлана.

Винченцо Галилей һәм Джулия Амманнати ғаиләһендә алты бала була, бары тик дүрте генә өлкән йәшкә етә: Галилео (баш бала), Вирджиния һәм Ливия исемле ҡыҙҙар һәм кинйә малай Микеланджело. Микеланджело үҫкәс атаһы кеүек лютна өсөн яҙыусы мәшһүр композитор булып китә.

Галилейҙың йәш сағы тураһында мәғлүмәт аҙ. Йәш саҡтан малай сәнғәткә тартыла. Ғүмер буйы ул музыканы һәм рәсемдәр төшөрөүҙе ярата.

Башланғыс белемде Галилей яҡындағы Валломброза исемле монастырҙа ала. Ул бик ныҡ уҡырға ярата, синыфта иң яҡшы уҡыусылар араһында тора. Галилей христиан дине әһеле булырға теләгән, ләкин атаһы уға рөхсәт итмәй.

Тиҙҙән атаһының финанс хәле насарая, улының уҡыуы өсөн түләй алмай. Галилейға бушлай уҡырға рөхсәт һорап ҡарай (һәләтле уҡыусыларға ундай ташламалар булған); үтенесе кире ҡағылып, Галилей ғилми дәрәжә алмайынса Флоренцияға ҡайтырға мәжбүр була. Бәхетенә, ул уйлап сығарыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Пиза профессорҙары араһында маркиз Гвидобальдо дель Монте уның һәләтен айырмалы рәүештә баһалай. Ул Архимед заманынан донъяла бындай даһи гений юҡ, тип иҫәпләй. Йәш кешенең ғәжәп һәләтенә һоҡлана, уның бағымсыһы була һәм герцог Фердинандтан түләүле ғилми вазифа урынына үтенес һорай. Тиҙҙән 1589 йылда Галилео Пиза университетына математика профессоры булып килә.

Падуяла торған осоро — Галилейҙың фәнни эшмәкәрлегендә иң юғары нөктәһе. Ул урындағы университетта билдәле профессор булып китә. Студенттар өйөрө менән уның лекцияларына йөрөйҙәр. Ғалим туҡтауһыҙ Венеция хөкүмәтенең төрлө техник ҡоролмалар эшләүгә йомошон үтәй.

Ошо йылдарҙа «Механика» трактатын яҙа, был китап ҡыҙыҡһыныу уята һәм француз телендә баҫылып сыға. Есемдәрҙең ергә ирекле төшөүен һәм маятник хәрәкәте теорияһын яҙа.

Голландияла күҙәтеү торбаһын уйлап сығарғандарын белгәс, үҙ ҡулдары менән телескоп эшләй һәм күккә төбәп ҡарай. Ул Айҙа тауҙар барлығын аса, Һөт юлы айырым йондоҙҙарҙан торғанын күрә. Юпитерҙың 4 юлдашы барлығын аса.

Үҙенең тәүге асыштарын, 1610 йылда Флоренцияла сыҡҡан «Йондоҙҙар хәбәрсеһе» () китабында яҙа. Китап шаҡ ҡатырғыс уңышҡа эйә була, хатта тәхеттә ултырған заттар ҙа үҙҙәренә телескоп эшләтеп алалар. Бер нисә телескопты Галилей Флоренцияның сенатына бүләк итә, ихтирам йөҙөнән сенат Галилейҙы ғүмерлеккә профессор итеп тәғәйенләй. 1610 йылда Галилейҙың асыштарын Рим астрономы Клавиус раҫлай. Галилей билдәле ғалим булараҡ бөтә Европала абруй ҡаҙана. Асыштар менән ҡәнәғәтһеҙҙәр ҙә була. Ҡайһы бер астрологтар һәм врачтар яңы күк есемдәре «астрология өсөн хәүефле» һәм ғәҙәттәге астрологик алымдар нигеҙенән емереләсәк, тип иҫәпләй.

Герцог Козимо II һарайында Галилеоның бурыстары ауыр булмай — ул герцогтың улдарын уҡытырға һәм герцог үткәргән сараларҙа кәңәшсе һәм вәкил булып ҡатнашырға тейеш була.

Галилео фәнни тикшеренеүен дауам итә һәм Венера фазаларын, Ҡояш таптарын, Ҡояштың үҙ күсәре тирәләй әйләнеүен аса. Үҙенең уңыштарын (айырым осраҡта өҫтөнлөгөн) бәйләнсек стилдә яҙып сыға, һәм үзенә дошмандар булдыра.

Ҡайһы бер профессор һәм дини әһелдәргә Галилеоның тәьҫире үҫеүе, уның фекер йөрөтөүе Аристотель тәғлимәттәренә ҡаршы булыуы оҡшамай һәм улар агрессив ойошмаға берләшәләр. Уларға бигерәк тә изге яҙмаларға ҡаршы булған донъяның гелиоцентрик системаһы оҡшамай.

Был эдикт ике быуаттан һуң — 1818 йылда юҡҡа сығарыла.

 
Беренсе һорау алыуҙан һуң Галилео ҡулға алына һәм 18 көнгә төрмәгә ябыла. Бындай йомшаҡлыҡ Галилеоның үҙ ғәйебен танып үтенес һорарға ризалығы менән аңлатыла.

Инквизицияның өс эксперты китап тыйыуҙы боҙа тигән һығымтаға киләләр.

Һөҙөмтәлә ғалим һайлау алдына ҡуйыла: ул үҙенең «яңылышыуҙарынан» баш тарта һәм үтенес һорай, йә иһә уны Джордано Бруно кеүек инквизиция ҡорбандары яҙмышы көтә.

Хөкөм уны еретик түгел, ә ересь булмауы шикле кеше тип ҡарар сығара. Бындай ҡарар уны утта яндырыуҙан ҡотҡара. Хөкөм ҡарары иғлан ителгәс, Галилео тубыҡланып ҡағыҙҙан ваз кисеү яҙыуын уҡып ишеттерә. Рим Папаһы әмере менән был ҡарар католик Европаның бөтә университеттарына ебәрелә.

Папа уны төрмәлә оҙаҡ тотмай. Биш айҙан һуң тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт ителә. Ул ҡыҙҙары йәшәгән Арчетрила урынлаша. Ҡалған көндәрен өйҙә һаҡ аҫтында, инквизиция күҙәтеүе аҫтында үткәрә.

Галилео Галилей 1642 йылдың 8 ғинуарында, 78 йәшендә вафат була.

Бөтәһенә мәғлүм булған риүәйәт: Галилей сиркәү алдында хөкөм ҡарары буйынса ваз кисеүенән һуң, «Ул барыбер әйләнә!» тип әйткән, ләкин быны дәллиләгән факттар юҡ. Был мифты журналист Джузеппе Баретти 1757 йылда яҙып сығарған.

Риүәйәттәрҙә Галилей Пиза башняһының ауыу тиҙлеген үлсәгән тип һөйләнә. Галилей ысынлап та бындай эксперименттәр эшләгән, ләкин уларҙың Пиза башняһына ҡағылышы юҡ.




#Article 242: Китап (нәшриәт) (279 words)


Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтар телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен,  һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын баҫып сығарыусы (нәшер итеүсе) дәүләт ойошмаһы.

Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу датаһы бер ни тиклем ваҡыт РКП(б)-ның 1919 йылдың 8—11 ноябрендә Стәрлетамаҡта уҙғарылған 1-се Бөтә Башҡортостан конференцияһына бәйле билдәләнде: был конференция үтеү менән Стәрлетамаҡта Башҡорт АССР-ының «Башҡортостан дәүләт нәшриәте» тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә тип һөйләнелде һәм яҙылды. Тарих фәндәре докторы Роза Буканованың һуңғы тикшеренеүҙәре «Китап» нәшриәтенең ойошторолған көнө тип 1919 йылдың 16 октябрен атаны. Был дата конкрет тарихи фактҡа нигеҙләнә: нәҡ ошо көндә Башревком (ул саҡтағы Башҡортостанда иң юғары власть органы) 
Әхмәт-Зәки Вәлиди башланғысы менән «организовать самостоятельный орган Центропечать, в каковой передать издательское дело всеx наркоматов» тигән ҡарар ҡабул итә.

Беренсе биш йыллыҡ осоронда (1928—1932 йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең данаға етә. Икенсе биш йыллыҡта (1933—1938 йылдар) нәшер ителгән 1406 баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.

Башҡортостан китап нәшриәте 1969 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы РСФСР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса 1970—1990 йылдарға тура килә. Мәҫәлән, 1990 йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.

Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.

Китап нәшриәте 1994 йылда, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртә.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан нәшриәткә уның исеме бирелә.




#Article 243: М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (192 words)


М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һуң, 1920 йылдың 5 ғинуарынан, эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт әйберҙәре күсерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә, эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә.

Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле рус рәссамы Михаил Васильевич Нестеровтың яҡташтарына — Өфө халҡына — бүләк иткән 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Рәсәй империяһы һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла Репин Илья Ефимович, Исаак Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була.

Музейҙың XIX—XX быуаттағы урыҫ сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәте өлгөләре лә килә.
Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгән әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы яңы бүлектәр асыла.

М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — Башҡортостан Республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе.




#Article 244: Туғаҙаҡ (202 words)


Туғаҙаҡ (, ) — оҙон, көслө аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҫҡа суҡышлы бәләкәй генә страусҡа оҡшаған ҡош. Күп илдәрҙә далала йәшәй, ауыр оса, шәп йүгерә, үҫемлек һәм ваҡ хайуандар менән аҙыҡлана, ауырлығы 16 кг-ға етә торған эре ҡоштар.

Был ҡошто башҡорттар туғаҡ, туҙаҡ, дөйәғош тип тә йөрөтәләр.

Оҙонлоғо 1 метр, ҡанаттарының иңе 2—2,4 метр, ауырлығы 7—12 килограмм. Башы, муйыны, ҡанаттарының өҫкө яғы һоро; һырты йыш ҡара һыҙыҡлы — ерән һары; кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡһыл һары. Эйәгендә йомшаҡ һоро ҡауырһындарҙан һаҡалы бар. Күҙҙәре көрән, суҡышы ҡара, аяҡтары һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин тугел. Шым ҡош, ҡайһы ваҡыт тоноҡ ҡына тырылдай йәки тамаҡ төбөнән «ҡоңҡ» тигән тауыш сығара. Ҡарағуралы дала йәки ваҡ ҡыуаҡлы яландарҙа йәшәй.

Туғаҙаҡ дала ҡошо. Евразияның урманлы далаларында ла осрай.
Үлән уҫентеләре һәм орлоҡтары, еләк, бәжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Ояһын ерҙә соҡоп яһай. Ҡара-көрән таплы 2—3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡаһы була.

XX быуат башында туғаҙаҡ иң күп һанлы ҡоштар иҫәбендә булған. Әммә улар йәшәгән сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртеү башланғас был ҡоштарҙың һаны ҡырҡа кәмене. Ҡош ите деликатес тип һанала, шуға ла браконьерҙар ҡулынан күпләп ҡырыла. Көҙ көнө ҡанаттары сыланып, ҡырауҙа туңып боҙланһа ҡош оса алмай. Шул ваҡытта вәхшиҙәрсә таяҡ менән һүғып үлтереүселәр ҙә бар.

Башҡортостанда ла хәҙер бик һирәк, айырым йылдарҙа ғына осрай.




#Article 245: Әбүғәлисина (1137 words)


Әбүғәлисина, шулай уҡ Ибн Сина, Көнбайышта Авиценна (, тулы исеме Әбү Али Хөсәйен ибн Абдуллаһ ибн әл-Хәсән ибн Али ибн Сина) — күренекле фарсы философы һәм табибы, көнсығыш аристотелизмы вәкиле. 980 йылда Урта Азияла Бохара ҡалаһы янындағы Афшан ҡалаһында тыуа. Солтан һарайының табибы һәм вәзире була. Урта быуаттарҙың һәм ислам донъяһының иң танылған һәм абруйлы ғалим-философы.

Әбүғәлисина Бохарала бай ғаиләлә тыуа. Уның атаһы белемле, мәртәбәле зат булып, улын да үҙенең мәсләге йүнәлешендә тәрбиәләргә тырыша. Әбүғәлисина 10 йәшендә үк Ҡөрьәнде яттан белә. 985—96 йылдарҙа Бохарала башланғыс мәктәптә уҡый; һуңыраҡ өйөндә белем ала — математика, физика, логика, астрономия, философия һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнә. Ғәрәп һәм фарсы телдәрен, уларҙың грамматикаһын 15—16 йәштәрендә үҙ аллы уҡый. Был фәндәрҙе Бохараға килгән ғалим Әбү Абдалаһ Натил менән өйрәнә. Һуңынан 16 йәшлек малай үҙ алдына уҡый.  Аристотелдең «Метафизика»һы менән танышҡансы геометрия, астрономия, музыканы еңел өйрәнә. Үҙенең автобиографияһында «был китапты бер нисә тапҡыр уҡып сыҡтым, әммә аңламаным» тип билдәләй. Әл-Фарабиҙың «Метафизикаға аңлатмалар»ын уҡығас ҡына төшөнөп китә.

Әмир вафат булғандан һуң Исфаһан хакимына хеҙмәткә күсергә теләгәне өсөн дүрт айға төрмәгә ябалар. Һуңғы 14 йыл ғүмерен (1023—1037) әмир Әл ад-Даул һарайында үткәрә. Фәнни эшмәкәрлеге өсөн ҡулай шарттар булдырыла. Ул әмирҙең баш табибы һәм хәрби сәфәрҙәрҙә оҙатып йөрөгән кәңәшсеһе була. Ошо йылдарҙа уның яҙыу стилен тәнҡитләүселәр булғанға, әҙәбиәтте һәм философияны өйрәнә башлай. Шулай уҡ фәнни эш менән ныҡлап шөғөлләнә. «Табиплыҡ ғилеме ҡанундары» китабын тамамлай. «Ғәҙеллек китабы» («Китаб үл-инсаф») һәм башҡа бик күп хеҙмәттәре Исфаһанға ғәзнәүи ғәскәрҙәре һөжүм иткәндә янып бөтә.

Исфаһан хакимының хәрби сәфәрҙәренең береһендә Ибн Синаның ашҡаҙан ауырыуы башлана, был сирҙән ул үҙен дауалай алмай. 1037 йылдың июнендә үлем алдынан васыят яҙып ҡалдыра. Ошо васыятҡа ярашлы үҙенең бөтә милкен ҡолдарына һәм ярлыларға таратып бирергә, ҡолдарына ирек бирергә ҡуша.

Әбүғәлисина мәрхүмде Хамадон ҡалаһы диуары эргәһенә ерләйҙәр, һигеҙ айҙан һуң мәйетте Исфаһанға әмир кәшәнәһенә күсерәләр.
Ибн Сина көслө тикшеренеү һәләттәренә эйә ғалим була, энциклопедик кимәлдә бөтә фән тармаҡтарын солғарға ынтыла.  Уға шулай уҡ феноменаль хәтер һәм үткер фекер йөрөтөү һәләте хас була.

Әбүғәлисина 17—18 йәшендә ғалим булып өлгөрөп етә. Бохарала башҡа ғалимдар менән аралаша башлай. Ләкин был Бохараның мәҙәниәт, фән өлкәһендәге даны һүрелә башлаған осор була. Эш шунда: Самани дәүләтен (Бохара уның мәркәзе була) 90-ы йылдарҙа Ҡарахан (төрки ҡәбилә башлығы) яулап алғас, фарсы мәҙәни үҙәге Хәрәземгә күсә.

Әбүғәлисина, киң эрудициялы һәм тәрән аҡыллы ғалим булараҡ, үҙ заманында булған фәндәргә классификация яһай. Ул барлыҡ фәндәрҙе ике төргә бүлә: теоретик фәндәр һәм практик фәндәр. Теоретик фәндәр үҙҙәре үк өс төркөмсәгә айырыла: юғары фәндәр (булыулыҡ тураһында); урталыҡтағы фәндәр (математика, астрономия, музыка); түбәнге фәндәр (тәбиғәт тураһында). Ә ғәмәли фәндәр әхлаҡ, идара итеү, тәрбиә эше һәм башҡаларҙы эсенә ала. Ғөмүмән, Әбүғәлисинаның ижади мираҫы — бөтә донъя мәҙәниәтендә ҙур урын тотҡан рухи байлыҡ. Ул — философ ҡына түгел, ә шағир ҙа, уның музыка буйынса яҙған хеҙмәттәре лә булған. 

Күп төрлө фән өлкәһендә: медицина, философия, ботаника, геология һәм башҡаларҙа бик ҙур әһәмиәткә эйә булған хеҙмәттәр яҙа. Ибн Синаның ғилми хеҙмәттәре бөтә донъяла билдәлелек яулай. Шулай ҙа иң ҙур иғтибарын медицинаға йүнәлтә. Медицина фәнен үҫтереүгә көп көс һала: бик күп ауырыуҙарҙы өйрәнә, хирургик операциялар тәҡдим итә, ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн файҙалы кәңәштәр биреп ҡалдыра.

Ибн Сина физик күнекмәләрҙең әһәмиәте тураһында яҙған. Физик күнекмәләргә биргән билдәләмәһе — тигеҙ, тәрән һулыш алыуға килтергән ирекле хәрәкәттәр. 

Уның раҫлауынса, кеше самаһын белеп  һәм даими физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеп торһа, ул дауаланыуға ла, дарыуҙарға ла мохтаж булмай. Хәрәкәт күнекмәләрен туҡтатһа, ул сырхай башлай. Физик күнегеүҙәр мускулдарҙы, тарамыштарҙы, нервыларҙы нығыта. Хәрәкәтләнгәндә йәште лә, сәләмәтлек торошон да иҫәпкә алырға ҡуша. Һылау, һыуыҡ һәм эҫе һыу ярҙамында сынығыу тураһында ла ыңғай фекерҙәр әйтә.

Химия өлкәһендә Ибн Сина эфир майҙарын ҡыуҙырыу ғәмәлен аса. Тоҙ кислотаһын, көкөрт кислотаһын,  азот кислотаһын, калий һәм натрий гидроксидтарын ала белә.

Астрономияла Ибн Сина Аристотелдең «йондоҙҙар Ҡояш яҡтыһын сағылдыра» тигән фекерен тәнҡитләй һәм йондоҙҙар үҙ яҡтыһы менән яҡтыра тип раҫлай, әммә планеталар ҙа яҡтыра тип уйлай. 1032 йылдың 24 майында Сулпандың Ҡояш дискыһы буйлап үтеүен күҙәткәнлеге тураһында әйтә. Ләкин хәҙерге ғалимдар уның нәҡ ошо ваҡытта һәм ошо урында был күренеште күҙәткәнлегенә шик белдерә.  Был күҙәтеүен ул Сулпандың Ергә Ҡояшҡа ҡарағанда ҡайһы берҙә булһа ла яҡыныраҡ булыуын иҫбатлау өсөн файҙалана.

Гурганда булғанда был ҡаланың ҡайһы географик оҙонлоҡта ятыуын асыҡлау тураһында трактат яҙа.  

Аристотель хеҙмәттәрен өйрәнә. Уның метафизикаһына төшөнөү өсөн Әбүғәлисинаға Әл-Фараби хеҙмәттәрен дә ныҡлап өйрәнергә тура килә. Аристотель тәғлимәтенең барлыҡ нескәлектәренә фәҡәт «икенсе уҡытыусының», йәғни Фарабиҙың, аңлатмалары аша ғына ирешә. 

Боронғо грек философы Платон һәм ғәрәп ғалимы әл-Фараби хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан неоплатонсылыҡ менән бәйләп, Көнсығыш аристотелизмы принциптарын эшләй. Үҙенең төп хеҙмәттәрендә («Һауыҡтырыу китабы», «Күрһәтмәләр һәм өгөтләүҙәр китабы», «Белемдәр китабы») Ибн Сина донъя ваҡытҡа бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән тигән фекерҙе кире ҡаға, донъя — Аллаһтың ваҡытҡа бәйһеҙ эманацияһы ул, был эманациянан иерархик тәртиптә аңдар, йәндәр һәм тәндәр барлыҡҡа килгән, тип аңлата. Политеизм менән килешкән неоплатонсыларҙан айырмалы, ул — ҡәтғи монотеист, әмма шулай ҙа сөнни дин белгестәре уны бидғәтселектә (мәҫәлән, донъяның яратылмауына ышаныу донъяның барлыҡҡа китерелеүе тураһындағы тезисҡа ҡаршы килә) ғәйепләй. Ибн Сина әл-Ғазалиҙың «Философтарҙы инҡар итеү» хеҙмәтендә киҫкен тәнҡитләнә.

Әбүғәлисина ғәҙеллек, выждан, тыйнаҡлыҡ, игелек, яманлыҡ, яуызлыҡ категориялары буйынса үҙенең ҡараштарын белдерә. 

Ибн Синаның ғилми хеҙмәттәре бөтә донъяла билдәлелек яулай.

Ибн Сина кешенең темпераменты һәм характеры тураһында үҙ тәғлимәтен эшләй. Уға ярашлы, кешенең холҡо дүрт ябай төргә бүленә: ҡыҙыу, һалҡын, еүеш һәм ҡоро (хәҙерге психологиялағы дүрт темпераментҡа тап килә). Был холоҡтар тотороҡло булмай, улар эске һәм тышҡы шарттар йоғонтоһо аҫтында үҙгәртеп торорға мөмкин. Организмда булған шыйыҡлыҡтарҙағы үҙгәрештәр кешенең холҡон төрлөсәгә үҙгәртә ала. Ябай төрҙәрҙән тыш, Ибн Сина дүрт ҡатмарлы холоҡ булыуы тураһында ла белдерә. Быныһы организмдағы дүрт төрлө шыйыҡлыҡтың (ҡан, лайла, һары һәм ҡара үт һуты) ҡайһыһы өҫтөнлөк алыуына бәйле.

Ибн Синаның ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған аҙ һанлы шиғырҙары һаҡланған. Аристотелдең «Поэтика»һын шәрехләп, ул үҙен әҙәбиәт теоретигы итеп тә таныта. Классик фарсы әҙәбиәтен формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай.
Етди ғилми хеҙмәттәренең күпселеген Ибн Сина дүрт юллыҡтарҙан торған поэма рәүешендә яҙған. Мәҫәлән, «Мөхәббәт тураһында трактат», «Ҡоштар тураһында трактат» һәм башҡалар. Уның шулай уҡ лирик шиғри әҫәрҙәре — дүрт юллыҡтары һәм робағиҙары ла — билдәле. 

Ибн Синаның төп әҙәби әҫәрҙәре — «Хай ибн Якзан» тигән фәлсәфәүи повесть-аллегория,

Совет осоронда баҫылған китаптары

Ибн Сина музыка теорияһы өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Музыка буйынса эштәре энциклопедик хеҙмәттәренең өлөшө булып тора:

Теория йәһәтенән Ибн Сина, Урта быуаттарҙа ҡабул ителгәнсә, музыканы  математик фәндәргә индерә. Ул уны тауыштарҙың бер-береһенә нисбәтен өйрәнә торған һәм композиция төҙөү ҡағиҙәләрен булдырыу маҡсатын ҡуйған фән тип атай. Пифагор тәғлимәтенән сығып, музыка һандарға буйһона һәм улар менән тығыҙ бәйләнештә тора, тип иҫәпләй.

Ибн Сина тарихта беренсе булып музыка тарихына етди нигеҙ һала, музыканы математика ғына түгел, социология, психология, поэтика, этика һәм физиология күҙлегенән дә тикшерә.

Ибн Сина Әл-Фараби менән берлектә музыка ҡоралдары тураһындағы фәнде нигеҙләй, был фән артабан күпкә һуңыраҡ осорҙа Европала үҫеш ала. Ул музыка ҡоралдары типтарының ентекле классификацияһын эшләй, уларҙың төҙөлөшөн аңлата. «Белемдәр китабы»ның алтынсы киҫәгендә бөтә музыка ҡоралдарының да тиерлек атамалары һәм һүрәтләнеше бирелә. Әл-Фараби менән Ибн Синаның музыка ҡоралдарын өйрәнеү буйынса хеҙмәттәре музыка ҡоралдары ғилемен музыка фәненең махсус өлкәһе итеп айырыуға башланғыс һала. 

Бөйөк ғалим  Урта Азияла киң таралған сиртмә музыка ҡоралын — гиджакты уйлап таба.

Ибн Сина исемендәге урамдар:




#Article 246: Уҡбалыҡ (308 words)


Уҡбалыҡ (, ) — мәрсен (бикре) һымаҡ балыҡтар ғаиләһендәге (семейство осетровых) йылға балығы; Бикре һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бик ҡиммәтле аулау балығы.

Ҡара, Азов, Каспий диңгеҙҙәре йылға бассейнында, илебеҙҙең Европа өлөшөндәге һәм Көнбайыш Себерҙәге төрлө йылғаларҙа тереклек итә. Башҡортостандың Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел Дим йылғаларында йәшәй.

Башҡорттар был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтә.

Был балыҡтарҙың тәңкәһеҙ. Оҙонса кәүҙәләре 5 буй рәт ромб һөйәк пластиналары бар: бер рәт арҡанан, икешәр рәт ян-яҡтан һәм ҡорһаҡтан үтә.

Баштарының алғы өлөшөндә оҙон томшоҡ — рострум һуҙылған. Ауыҙҙары томшоғоның аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Ауыҙы аҫтында суҡлы мыйыҡсалары бар.

Шул томшоҡтары менән мәрсендәр аҙыҡ эҙләп һыу төбөндә ҡаҙына, унда йәшеренгән һәр төрлө умыртҡаһыҙ хайуандарҙы табып ашай.

Уҡбалыҡтың оҙонлоғо 125 см-ға, ауырлығы 16 кг-ға етергә мөмкин. Ғәҙәттә, Башҡортостанда иң ҙуры 35—45 см, ауырлығы 1 кг самаһы булғандары осрай.

Арҡаһының төҫө ҡуйы һоро, һорғолт көрән, ҡорһағы аҡ төҫтә. Мороно осло. Ауыҙы аҫҡы, ҙур түгел, суҡлы мыйыҡсалары бар. Ҡойроҡ йөҙгөсө симметрик түгел.

Бөтә мәрсендәрҙең дә ите бик юғары сифатлы һәм улар ныҡ ҡиммәтле ҡара төҫтәге ыуылдырыҡ бирә.

Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға был балыҡ балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла уны аулау ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Мәрсендәрҙең сөсө һыуҙа йәшәй торған төрө. Күберәк һыу төбөндәге хайуандар менән туҡлана.

Көҙгөлөккә (сентәбрҙа) йылғаның тәрән урындарына, соҡорҙарға йыйылып яталар. Ҡышты шулай, туҡланмайынса хәрәкәтһеҙ тиерлек ятыуҙа үткәрәләр.

Ғүмер оҙонлоҡтары 22-30 йыл тирәһе.
 
Төп сикләүсе сәбәптәр — йылғаларҙың ауыл хужалығы, сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтары менән бысраныуы; йылғаларҙың һайығыуы, браконьерҙар.

Енси яҡтан ата балыҡтар 3—7, инә балыҡтар — 5—12 йәштә өлгөрә. 2—3 йылға 1 тапҡыр апр.—июндә ыуылдырыҡ сәсә.

Ыуылдырығын 7—15 м тәрәнлектә ваҡ ҡырсынташ-ҡомдан торған грунттың көслө ағымлы участкаларында һала.

Үрсеме — 100 мең ыуылдырыҡ. 22 йылға тиклем йәшәй.

Уҡбалыҡ бөжәк, ҡарышлауыҡ, ҡорттар, ҡусҡарҙар, балыҡ ыуылдырығы, моллюскылар, һөлөктәр, һирәкләп һыу үҫемлектәре (башлыса йәйгеһен) менән туҡлана.

Башҡортостан Республикаһында Ағиҙел йылғаһының түбәнге һәм урта ағымдарында (Мәләүез ҡалаһына тиклем) һәм уның ҡушылдыҡтарында (Дим Ағиҙел, Эҫем, Өршәк йылғалары) йәшәй.

Башҡортостан Республикаһының һәм РФ-тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.




#Article 247: Башҡортостан ҡурсаулығы (266 words)


Башҡортостан ҡурсаулығы (йәки Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы) — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, күп төрлө тәбиғәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың ҡатнаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ. 

Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай. 1951 йылда ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм уның биләмәләрендә урман хужалығы ойошторола. Урманды әүҙем һәм контролһеҙ киҫеү башлана. 1958 йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ тергеҙелә, 1986 йылға тиклем бөгөнгө  «Шүлгәнташ ҡурсаулығы»н да үҙ эсенә ала һәм уның исеме менән йөрөтөлә. 

Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың үҙәгендә, Бөрйән районының матур тәбиғәт ҡосағында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелә, бар-төр һунарсылыҡ тыйыла.

Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе РСФСР хөкүмәте ҡарары менән әһәмиәтле һәм мөһим тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары иҫәбенә индерелде. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табылды.

Ҡурсаулыҡ территорияһы ике ҙур өлөштән тора: Үҙән һәм Ағиҙел буйы биләмәләре. Бында 800-ҙән ашыу үҫемлек төрҙәрен осратырға мөмкин, уларҙың күптәре СССР-ҙың «Ҡыҙыл китабына» индерелгән). Урмандары осһоҙ-ҡырыйһыҙ, саф һыулы йылғалары балыҡҡаға бай, бында хәҙер һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе һәм ҡыҙылбалыҡ та һаҡланған.

Ҡурсаулыҡтың төп бурыстарының береһе — ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу.

Ҡурсаулыҡтың хайуандар донъяһы ғәжәп бай һәм күп төрлө. Хеҙмәткәрҙәрҙең күҙәтеүе аҫтында бөтә кейектәр һәм ҡоштар иректә йәшәй. Бында мышы, марал, ҡоралай, ҡуян, шәшке, һары шәшке, тау шәшкеһе, айыу, һеләүһен, бүре, төлкө, тейен, бөркөт, һуйыр, ҡор, сел, ябалаҡ һәм башҡа йәнлектәр, ҡоштар бар. Хайуандар тураһында тейешле хәстәрлек күрелә: маралдар, мышылар, ҡоралайҙар өсөн ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләнә, күп урындарға таш тоҙ ҡуйыла. Ҡоштар өсөн оялар эленә.




#Article 248: Йорт турғайы (679 words)


Йорт турғайы(өй турғайы,өй сыпсығы, сыпсыҡ,хәрәм турғай, буҙ турғай, ауыл турғайы) (, ) — киң таралған турғайҙар ғаиләһенә ингән ҡош.
Бөтә кешегә билдәле.

Уның башы һоро, ҡанаттары ҡара таплы. Тамағы һәм түшенең өҫ яғы ҡара, ҡойроғо буҙ төҫтә була. Кеше йәшәгән йорт-ҡура тирәһендә йәшәй.
Бөжәктәр, төрлө орлоҡтар, емеш-еләк менән туҡлана.
Ултыраҡ ҡош. Аҙбар, йорт, солан ҡыйыҡтарына оялай. Сыйырсыҡ һәм ҡарлуғас ояларын баҫып алған осраҡтар була.

Бында йорт турғайы сырҡылдауын  була.

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 14-18 см, массаһы 21-37 гг. Ҡауырһынының дөйөм төҫө  — өҫтән һорғолт-көрән, ҡара таптар менән буҙ төҫтә, аҫтан аҡһыл йәки һоро. Яңаҡтары аҡ, ҡолаҡ  өлкәһендә аҡһыл-һоро. Ҡанаттары арҡыры  һарғылт-аҡ һыҙат менән. Ата ҡош инә ҡоштан эйәген, боғаҙын, бөрләтәүен, күкрәгенең өҫкө өлөшөн уратып алған ҙур ҡара тап булыуы менән, шулай уҡ башының түбәһе ҡара-ҡоро булыуы менән айырыла. Инә ҡоштоң башы һәм боғаҙы һоро, ә күҙе өҫтөндә һорғолт-һары һыҙат бар.

Элек йорт турғайының йәшәү урыны Төньяҡ Европа менән сикләнә ине. Һуңынан Европала, Азияла (Арктиканан, Азияның төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, үҙәк райондарынан тыш, шулай уҡ Төньяҡ Африка һәм Көнсығыш Африкала, Сенегалда, Кесе Азияла, Ғәрәбстан ярымутрауында һәм Ява утрауында киң тарала.

XX быуаттан  башлап төрлө илдәргә индерелә, унда киң тарала һәм әлеге ваҡытта,  юғарыла әйтеп үтелгән урындарҙан тыш,  Көньяҡ Африкала, Австралияла, Яңы Зеландияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка һәм башҡа утрауҙарҙа йәшәй.

Бөтә ерҙә лә тиерлек ултыраҡ ҡош  булып тора, тик ареалдың иң  төньяҡ өлөштәренән ҡышлау өсөн  көньяҡҡа күсеп килә (1000 км тиклем), ә Урта Азиянан Алғы Азияға һәм Һиндостанға осоп китә.

Кешенең торлағы артынан эйәреп, үҙе өсөн хас булмаған урманлы тундра, хатта тундра зонаһына  — Мурманск өлкәһенә, Печора тамағына,  Яҡутстандың төньяғына тиклем үтеп инә.

Синантроп төр — кеше менән даими бергә тороусы булараҡ, йорт турғайы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһо аҫтында үҙгәргән тормош шарттарына яҡшы ҡулайлаша.

Турғайҙы ауыл һәм ҡала ерҙәрендә лә, Алыҫ  Төньяҡ һәм Урта Азия ауылдарында ла осратырға мөмкин осратырға мөмкин. Хәйер, Урта Азияла ул, ғәҙәттә, кешенән алыҫыраҡ йәшәй.

Турғайҙың төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла киң таралыуы уның үрсеүсәнлеге булышлыҡ итә. 

Йорт турғайы ултыраҡ тормош алып бара, быға кеше торағында мул аҙыҡ та, оялау өсөн уңайлы шартта ҙа бар.

Башлыса үҫемлек аҙыҡтар менән, тик яҙ көнө өлөшләтә бөжәктәр менән туҡлана, улар менән себештәрен дә ашатып үҫтерә.

Турғайҙың рационына  ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары, төрлө аҙыҡ-түлек ҡалдыҡ-боҫтоғо, уларҙы кеше тораҡтарында сүпләй, баҫыуҙарҙа  иген башаҡтары, баҡсаларҙа  сейә, ҡарағат, виноград емеш-еләктәре, яҙ сәскә бөрөләре инә. Яҡында баҫыуҙар булмаһа, болондарға, урман ҡырҙарына һәм далаға оса, унда ҡырағай үләндәрҙең орлоҡтарын йыя, ҡайһы берҙә бөжәктәр тота.

Турғай айырым пар менән, әммә ҡайһы саҡта кеше торағы эргәһендә йәки ауыл янында колониялар менән оя ҡора.  Ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа, йырындарҙа, баҫыу менән йәнәш балсыҡлы текә ярҙарҙа оялай. 

Ояларҙы төрлө урындарҙа  — йорт-ҡура ярыҡтарында, йырындарҙың балсыҡлы һәм аҡбурлы өңдәрендә, эре ҡоштарҙың (Селән, ҡауҙы, бөркөт) стеналарында, ағас ҡыуыштарында була, сыйырсыҡ ояларын, яр ҡарлуғастарының өңдәрен биләп алыуы мөмкин. Көньяҡта төрлө ағас ботаҡтарында ояны асыҡтан-асыҡ ҡора.

Күҙәтеүҙәр буйынса, турғайҙар парҙы бөтә ғүмеренә төҙөй. Ғүмер оҙонлоғо уларҙың бик оҙон түгел: хәйер  9 һәм 11 йәшлек турғайҙар ҙа билдәле,  уларҙың күпселеге  4 йәшкә тиклем дә йәшәмәй. Ҡышын күп йәш ҡоштар тәүге ҡышта уҡ үлә, шулай итеп, турғайҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 9—21  ай тәшкил итә.

Ике зат төҙөүҙә ҡатнашҡан оялары уртаһында ҙур булмаған уйым  һаламдан, ҡоро үләндән, һалабаштарҙан, ҡауырһындарҙан торған ҡоролманан ғибәрәт. Ботаҡтарҙа төҙөлгән оялары ҙур, үлән үҫемлектәрҙән һәм ҡабырғала инеү урыны менән ҡалын стеналы дөрөҫ булмаған шар формаһында. 

Йорт турғайҙары үрсеүгә иртә тотона. Рәсәйҙең урта һыҙатында никах алды йәнләнеүе март-февраль айҙарында башлана. Марттың икенсе яртыһында парҙарға бүленәләр һәм оя төҙөүгә тотоналар; апрелдә инә ҡош йомортҡа һала башлай.

Инә ҡош  4-10, йыш ҡына 5-7 төрткөлө һәм таптар менән аҡ йомортҡа һала, баҫып сығарыу 11-13 көн тәшкил итә.

Инә һәм ата ҡош себештәрҙе  күбеһенсә бөжәктәр менән туҡландыра. Моронлағандан һуң 10 көн үткәс, (урта һыҙатта май аҙағында — июнь башында) ҡошсоҡтар оянан осоп сыға.

Турғайҙар йәй дауамында ике йәки өс тапҡыр бала сығара. Икенсе тапҡыр йомортҡа һалыуы июндең икенсе яртыһында була, ҡошсоҡтарҙың осоп сығыуы июлдә була. 

Бер оя ҡошсоҡтар өйкөмгә туплана, улар төркөмдә бер меңгә тиклем йыйылып, яландарға туйынырға оса. 

Ҡара көҙҙә абортив енси цикл башлана: ҡоштар йәнә йәнле сырҡылдайҙар, ата ҡоштар инә ҡоштар артынан йөрөй һәм ояға төҙөлөш материалы ташый. Шулай итеп яңыртылған оялар ҡышын төнгө һалҡындарҙан һаҡланыу өсөн ышыҡ булып хеҙмәт итә.




#Article 249: Безелдәк (117 words)


Безелдәк (, ) — алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге һайраусы ҡоштарҙың бер төрө. Евразияның ылыҫлы урмандарында киң таралған. Һайраусы ҡош булараҡ, өйҙә ситлектә тоталар.

Ҡаурыйҙары ҡара таптар менән ҡапланған, һары-һорғолт төҫтә. Аҫты һары таптар менән ҡапланған. Ҡанаттары киң, ҡыҫҡа ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора.

Европаның урман зонаһында киң таралған. Күберәк таулы һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй.
Безелдәк Башҡортостанда ла киң таралған. Ҡайһы бер райондарҙа сиңерткә турғайы тип тә йөрөтәләр.
Парлашып йәшәйҙәр. Сентябрь аҙаҡтарына өйөргә тупланып осоп китәләр.

Туңмай торған шишмә-йылғалар булғанда, ҡышҡылыҡҡа ҡалған осраҡтар ҙа бар.

Ҡарағай, йәки шыршы ағастарында оя ҡора. Ояһын ағас ботағы, үлән, мүктән үреп ағас башына ҡора.

Төрлө ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ҡыш ҡайын, ерек ағасы емештәре менән туҡлана.

Көрәнһыу таптар менән ҡапланған 4-6 йомортҡа һала.




#Article 250: Термодинамика тарихы (541 words)


Термодинамика тарихы — физика тарихы, химия тарихы, һәм бөтә фәндәрҙең нигеҙе менән бәйле. 

Боронғолар йылылыҡ миҡдарын (количество теплоты, heat) ут менәй бәйле тип уйлағандар. Б.э.т. 3000 йылдарҙа боронғо Египетлеләр йылылыҡты мифология менән бәйләгән. Сократ философияһына тиклемге заманда Көнбайыш философияһында ҡыҙыу бәхәстәр бара. 

Боронғо грек философы Эмпедокл Акрагантский бөтә мәтдәләрҙә дүрт элементтан (ябай берәмектән): ер,һыу, һауа, уттан тора тигән тәғлимәт индерә. Һуңынан барлыҡҡа килгән флагистон һәм калорик төшөнсәләре Эмпедокл тәкдим иткән ут элементы менән бәйле. Боронғо грек философы Гераклит «Был донъла бөтә нәмә лә үҙгәрә» тигән әйтем менән билдәле була. Ул тәбиғәт өс элементан (ут, ер, һыу) тора тигән бәхәстәр йөрөтә.

Атомизм — термодинамика һәм статик механиканы бәйләй торған тәғлимәт. Левкипп, Демокрит кеүек боронғо аҡыл эйәләре атом теорияһына нигеҙ һала. Эксперименталь рәүештә атом теорияһы XX быуатта ғына иҫбат ителә, шуға күрә боронғо аҡыл эйәләре философик фекерҙәр менән генә был теорияға нигеҙ һала.
Боронғо аҡыл эйәре Парменид һәм Аристотель тәбиғәттә бушлыҡ (хәҙер вакуум тип йөрөтәләр) булыуы мөмкин түгел, тигән фекер йөрөтәләр.
XI быуатта Әбүғәлисина, XVI быуатта Европа ғалимдәре Галилео Галелей һәм башҡалар һауа сағыштырмаса «йылыраҡ» йәки «һалҡыныраҡ» икәнен билдәләү өсөң ябый ғына прибор — термоскоп (термометр) файҙалана башлайҙар.

Үҙенең теорияһын иҫбатлау өсөн, ул бер башы эретеп йәбештерелгән быяла торба эсенә терекөмөш тултыра. Был торбаны баштүбән әйләндереп эсенә терекөмөш һалынған табаҡҡа ҡуя. Торба эсендә терекөмөш бер аҙ аҫҡа төшә һәм торбаның өҫкө өлөшөндә вакуум барлыҡҡа килә. Был яһалма юл менән алынған беренсе вакуум була. Аристотельдең тәбиғәттә бушлыҡ юҡ, вакуум мәтдәне уҙенә һурып ала тигән теорияһы юҡҡа сыға.

XVII быуатта флогистон (теплород) теорияһы өҫтөнлөк итә. Флогистон бер есемдән икенсе есемгә күсә — шуға бер есем йылыһа икенсеһе һыуына, һәм флогистонды яһалма юл менән алып булмай тип иҫәпләйҙәр.

.
Ул ваҡытта пушкаларҙы, эсендә көбәген ҡалдырмайса, металдан ҡойоп эшләгәндәр. Пушканың көбәген һуңынан, аттар көсө менән эшләй торған станокта, быраулап тишкәндәр. Быраулап тишкән ваҡытта Румфорд көбәктең йылыныуына иғтибар итә. Ул механик эш башҡарғанда йылылыҡ бүленеп сыға тип иҫәпләй. Үҙенең фаразын тикшереп ҡарау өсөн пушка көбәген бер мискә һыу әсенә ҡуя. Ике сәғәт ярымдан, барыһын да таң ҡалдырып, мискәләге һыу ҡайнап сыға!
Был тәжрибә тәбиғәттә флогистон бөтөнләй юҡ, ә йылылыҡты механик эш башҡарғанда яһалма юл менән алып була икәнен күрһәтә.

Ярты быуаттан һуң термодинамикаға майҙанына үҙенең калориметры (йылылыҡ миҡдарын үлсәй торған прибор) менән Д. Джоуль сыға. Уның ҡоролмаһында калориметр эсендәге болғауысты аҫҡа тартып тороусы гер хәрәкәткә килтерә. Ышҡылыу көсө ярҙамында калориметр эсендәге һыу йылына. Герҙең ниндәй арауыҡҡа төшкәнен үлсәп, ниндәй механик эш башҡарылғанын һәм күпме йылылыҡ бүленеп сыҡҡанын иҫәпләп сығарырға була.

Термодинамиканың башлап ебәреүсеһе булып немец ғалимы Отто Герике була. Ул беренсе булып вакуум насосы эшләй һәм уның ярҙамында беренсе иң түбән вакуум булдыра. Уның тәжрибәләре Магдебург ярымшарҙары исеме менән билдәле. Был тәжрибәлә Аристотельдең тәбиғәттә бушлыҡ юҡ, вакуум мәтдәне уҙенә һурып ала тигән теорияһы дөрөҫ түгел икәнлеге иҫбат ителә. Эсенән һауа һурып алынған ярымшарҙарҙы һауа баҫымы ҡыҫып тота, тип аңлата ул.

 
Тиҙҙән ирлан физигы һәм химигы Роберт Бойл, инглиз ғалимы Роберт Хук менән берлектә һауа насосын ижад итәләр. Был насосты файҙаланған ваҡытта күләм V һәм баҫым P кире пропорцтональ бәйләнештә булыуын асыҡлайҙар. Ул ваҡытта һауа молекулалары хаотик рәүештә күсеп йөрөй икәнен белмәйҙәр, шуға күрә һауа — пружина, тигән фекер йөрөтәләр.
Һуңынан, термометр уйлап сығарылғас, Гей-Люссак газдың температураһын улсәп, идеаль газ законын аса.

Был фәнни хеҙмәт хәҙерге заман термодинамикаһына нигеҙ һала. Ә Сади Карно тарихҡа «термодинамиканың атаһы» булараҡ инеп ҡала.




#Article 251: Ą (латин хәрефе) (118 words)


Ą,ą (поляк телендәге исеме: o nosowe) - поляк литва һәм навахо телендәге хәреф.

Поляк телендә ą - әлифбаның икенсе хәрефе, b һәм p хәрефтәре менән [om] өн комбинацияһы өсөн, z, ż, ź, s, ś, sz, rz, ch, h менән танау [o] (IPA: [ɔ̃]) өнө өсөн һәм башҡа хәрефтәр менән [on] өн комбинацияһы өсөн ҡулланыла.

Литва телендә ą хәрефе - әлифбаһының икенсе хәрефе. Боронғо литуан телендә был хәреф назаль  өнө өсөн ҡулланылған әммә хәҙерге әҙәби телендә  (был өн баҫымлы, шулай уҡ баҫымһыҙ булыуы мөмкин) өнө өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, šąla  šąlù  žąsìs . Бер нисә тартынҡы өн менән  өнө () өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, vėją , kẽlią , prãdžią , žìnią , láukiąs 

Швед теленең эльвдаль диалектында Ą̊ харефе лә ҡулланыла.




#Article 252: Флогистон (124 words)


Флогистон (теплород) (грексә phlogistos — яныусан) — грек һүҙе, `яныусан` тигәнде аңлата; барлыҡ яныусан есемдәр составында булған һәм яныу процесын тәьмин иткән махсус яныусан матдә; ХVIII быуатта химияла өҫтөнлөк иткән хаталы фекер; VIII—XIX быуаттарҙа йәшәп килгән фекер буйынса, кеше аңынан тыш һәм уға бәйһеҙ рәүештә йәшәгән ауырлығы булмаған, йылылыҡтың бер есемдән икенсе есемгә күсеүен тәъмин иткән матдә.

Был термин XVIII быуатта Иоганн Бехер һәм Герг Штал тарафынан яныу процесын аңлатыу өсөн индерелә. Яныу процесында флогистон ауырлығы булмаған шыйыҡса рәүешендә буленеп сыға, тип фекерләйҙәр улар. Ул ваҡытта металл — «ер» менән флогистон берләшмәһе тип уйлайҙар. Металл янған ваҡытта «ер» менән флогистонға тарҡала. Янған ваҡытта металдың массаһы артыуын флогистондың тиҫкәре массаһы булыуы менән аңлаталар.

Был тәғлимәт XIX быуат урталарында тәбиғәтте өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла. Был турала термодинамика тарихын ҡарағыҙ.




#Article 253: Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (207 words)


Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (24 декабрь 1959 йыл — 5 сентябрь 2018 йыл) — ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһындағы гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.

Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов 1959 йылдың 24 декабрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ғалим-педагог һәм методист, 1-се класс уҡыусылары өсөн төп уҡыу әсбабы булған «Әлифба»ның авторы, педагогия фәндәре кандидаты Абдрахман Ғәлләмовтың улы.

Был факт Хельсинки хоҡуҡ яҡлау төркөмө арҡаһында Көнбайышта билдәле була һәм «ВВС», «Америка тауышы» радиостанциялары аша фаш ителә. Ул ваҡыттағы СССР Дәүләт именлеге комитеты председателе Юрий Андропов был мәғлүмәттең сит илгә сығыуы менән ҡәнәғәт булмай. Ул, Өфөгә шылтыратып, урындағы КГБ етәкселәрен ҡаты шелтәләгәс, КГБ подполковнигы Лешин үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр була. Ғәлләмов, махсус дауаханала 4 ай булғандан һуң, иреккә сығарала.
Икенсе тапҡыр 1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпия уйындары алдынан ҡулға алына. Властар уның сит ил журналистары менән осрашыуынан хәүефләнәләр.

Ғәлләмовты университеттан сығарырға тырышалар, 1984 йылда һуңғы экзаменға рөхсәт ала алмай.

Университетта уҡыған ваҡытта С. Ғәлләмов дини философия һәм мифологияны өйрәнә. Һуңғы өс курс эше А. Ф. Лосев хеҙмәте буйынса философия фәнендә боронғо грек мифологияһын өйрәнеүгә бағышлана.

Диплом алып үҙ һөнәре буйынса эшләй алмағас, ҡытай табибы Ким кәңәше буйынса энә ҡаҙап дауалау ысулын өйрәнә.

Салауат Ғәлләмов 2018 йылдың 5 сентябрендә вафат булды.




#Article 254: Джордано Бруно (309 words)


Джорда́но Бру́но (; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февралендә Римдә вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле.
Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә.
Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтағы ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы.

Филиппо Бруно 1548 йылда Неаполдән йыраҡ түгел Нола тигән төбәктә тыуа. 11 йәшендә уны әҙәбиәт, логика һәм диалектиканы өйрәнергә Неаполгә алып киләләр. 1563 йылда 15 йәшендә ул Изге Доминака монастырына уҡырға килә. Бына 1565 йылда монах дәрәжәһен һәм Джоржано ҡушаматын ала. Тиҙҙән йәндең кәүҙәлә булыуына, Дева Марияның яралғыланыуына шикләнгәне өсөн етәкселәр уның эшмәкәрлеген тикшерә башлай. Тикшереү һөҙөмтәләрен көтөп тормайса, ул Римға ҡаса, хәүефһеҙерәк тип Италияның төньяғына күсенә. Бында ул дәрес биреп эшләй башлай, бер урында ярты йылдан артыҡ булмай.

Башта 35 йәшлек фәлсәфәсе Лондонда, һуңынан Оксфордта, ундағы профессорҙар менән бәхәсләшкәндән һуң киренән Лондонға күсә. Бер нисә хеҙмәтен яҙа, улар араһында иң мөһиме — «Ғаләмдең һәм донъяның сикһеҙ булыуы тураһында» (1584 йыл). Уны Англия хөкүмәте ҡурсалауға ҡарамаҫтан, ул ике йылдан Францияға ҡасырға мәжбүр була. Һуңынан Германияла уға лекциялар уҡыу тыйыла. Бруно үҙенә дошмандар таба торған иҫ киткес һәләткә эйә була. Ул аҡылы ҡабул итмәгән барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттән баш тарта, бәхәсләшеүсегә туранан-тура уның ахмаҡ, йүләр булыуын әйтә. Үҙен донъя гражданины, Ҡояш һәм Ер улы, академияһыҙ академик тип иҫәпләй.

Тиҙҙән Джованни Мочениго менән мөнәсәбәттәре боҙола. 1592 йылдың 25 майында Мочениго Венеция инквизицияһына ялыу ебәрә. Бынан һуң фәйләсуф ҡулға алына. Урындағы инквизиторҙар уны, фекеренән баш тартырға күндерә алмай, Римдағы коллегаларына тапшыра.

Өс йөҙ йыл үткәс, 1889 йылда Джодано Бруно яндырылған урында уға һәйкәл ҡуйыла.

Әммә дүрт йөҙ йыл үткәс тә Рим католик сиркәүенең башлығы уңы аҡлау мәсьәләһе менән килешмәй.




#Article 255: Католицизм (448 words)


Католици́зм (,  — «бөтә донъға таралған») — Көнбайыш Рим империяһында б.э. I мең йыллығында барлыҡҡа килгән христианлыҡ тармағы. 2008 йылдың аҙағында 1,13 млрд мәхәллә итеүсе католик булыуы билдәле.

Католицизм — христиан диненең көнбайыш тармағы. Ул — иерархиялы система. Сиркәү башында Рим Папаһы тора. Католик сиркәүе тәғлимәте буйынса, ул — Христостың «урындағы» вәкиле. Уға ла, Христос кеүек үк, әхлаки сафлыҡ хас. Папа — Ватикандың (сиркәү дәүләтенең) батшаһы.

Католицизм үҙенсәлекле варианттағы «Өс аллалыҡты» таный. Уныңса, өс алла: Алла-Ата, Алла-Ул һәм Улды тыуҙырыусы Алла-Әсә. Католиктарҙа ул «изге ғаилә» (Иисус, Мария, Иосиф) рәүешендә таныла. Иисус әсәһе Марияға айырыуса хөрмәт күрһәтелә. Католик сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылыу ғәйәт зиннәтле атмосферала уҙа. Инструменталь музыка (орган), диуарҙарҙағы һынлы сәнғәт әҫәрҙәре, күп тауышлы хор һ. б. саралар ғибәҙәт ҡылыуҙың сәхнә әҫәрҙәреләй тәьҫирле булыуын тәъмин итәләр. Католицизм идеологияһы Көнбайыш Европала быуаттар дауамында хакимлек итә. Урта быуаттарҙа Папа бөтә донъяны үҙенә буйһындырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул тәре походтары ойоштора, төрлө һуғыштар алып бара, инквизиция кеүек ҡанһыҙ хөкөм итеү, йыртҡыстарса язалау ғәмәлдәрен ҡуллана. Католик дине башында тороусыларҙың хәҙер ҙә үҙҙәренең бөтә донъяға йоғонто яһап тороу хыялынан кире ҡайткандары юҡ әле. Был хәл католицизм менән православие дине башында тороусылар араһында конфликтлы ситуация тыуҙыра.

Башҡортостанда шляхтасылар, 18 быуаттың уртаһынан Ырымбур губернаһында тау заводтары төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар, һөргөнгә ебәрелгән поляк конфедераттары, 19 быуаттың башынан һөрөлгән католиктар [Ватан һуғышы (1812) осоронда әсирлеккә эләккәндәр], поляк милли-азатлыҡ ихтилалдарында ҡатнашыусылар һ.быуаттың тәүге католиктар була. Уларҙың күпселеге хеҙмәт иткән Ырымбур айырым корпусында поход сиркәүе (1839 й. алып ксёндзы М. Ф. Зелёнка) ойошторола, 1844—47 йылдарҙы таш костёл төҙөлә. Поляк ихтилалын баҫтырғандан һуң 1863—64 йй. Ырымбур губыуаттың 500‑ҙән ашыу кеше, ш. иҫ. Өфө һәм Бөрө ҡҡ. йәшәргә ҡалдырылған 27 ксёндз һөрөлә (1870‑се йылдар аҙағы — 80‑се йылдар башында уларҙың күбеһе тыуған яғына ҡайта). 19 быуаттың уртаһында Өфөлә яҡынса 150 католик йәшәй. Дини хеҙмәт Өфө ир балалар гимназияһы бинаһында башҡарыла; 1863 йыл шәхси йортта Пресвятая Деваның Ғиффәтле көйө буйға уҙыуы хөрмәтенә каплица асыла; 1889—90 йылдарҙа костёл төҙөлә. 1870 йыл католиктар Өфө губернаһы халҡының 0,06 %, Бәләбәй — 1,6 %, Бөрө — 1,45 %, Өфө ҡалаһы 2,01 % тәшкил иткән, 1897 й. губыуаттың улар 1288 кеше иҫәпләнгән. Католик сиркәүе хәйриә м‑н шөғөлләнгән. Өфө губыуаттың Иисус Христос Йөрәге хөрмәтенә рим‑католик союзы (1918 й. нигеҙләнгән) тарафынан әҙәби‑дини «Христианин» журналы («Христиан», ҡара: Христиан ваҡытлы матбуғаты) нәшер ителгән. 20 быуаттың башында Өфөлә Яңы Ивановка зыяратында католик часовняһы (1962 йыл һүтелә), Өфө өйәҙенең Алексеевка, Яңы Варваровка, Розовка аа. (Башҡортостан Республикаһының Благовар р‑ны) ғибәҙәт йорттары эшләй. 1938 й. алып общиналарҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. 1990‑сы йй. башында Өфөлә (1993 й. теркәлә) һәм Благовар районының Алексеевка ауылы (1995) католик общиналары эшмәкәрлеген тергеҙә. 2006 йылда республика 4 община (Дәүләкән һәм Октябрьский ҡалалары теркәлеүһеҙ 2) эшләй. 2003 йылда Өфөлә беренсе каплицаның 140 йыллығына һәм Өфө мәхәлләһенең 10 йыллығына арналған саралар үткәрелә, улар барышында «Башҡортостандағы христианлыҡтың тарихы һәм хәҙерге мәсьәләләре» («История и современные проблемы христианства в Башкортостане») Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә.




#Article 256: Николай Коперник (979 words)


Никола́й Копе́рник (, , ; 19 февраль 1473 йыл — 24 май 1543 йыл) — Польша астрономы, математик, иҡтисадсы. Яңырыу осороноң католик руханийы. Бигерәк тә ғаләмдең гелиоцентрик системаһы авторы һәм фәнни-техник революцияға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле.

Польшаның төньяғындағы Торун ҡалаһында тыуған, бала саҡта ата-әсәһеҙ ҡала.
Коперниктың милләте тураһында бәхәстәр бар. Уның әсәһе — немка (Barbara Watzenrode), атаһының милләте билдәле түгел. Нисек кенә булһа ла, Коперник үҙен (территориаль һәм политик сығышы буйынса) поляк тип иҫәпләй. Атаһы бик иртә үлгәс, ул әсәһенең немец ғаиләһендә тәрбиәләнә, шуға латинса һәм немецсә яҙа, полякса уҙ ҡулдары менән яҙған бер генә документ та табылмай.
Коперник ғаиләһендә Николайҙан башҡа тағы өс бала була: Андрей, Барбара һәм Катерина.

Коперник 1491 йылда Краков университетына уҡырға килә. Математика, медицина һәм дини фәндәрҙән башҡа уны бигерәк тә астрономия ҡыҙыҡһындыра.

Уҡыуын дауам итеү өсөн Коперник Италиялының Болон университетына (1497) юллана. Бында дини фәндәр, хоҡуҡ, боронғо телдәрҙән башҡа астрономия менән шөғөлләнергә мөмкинлек асыла.

Ошо йылдарҙа (1503—1512) Коперник иптәштәре араһында «Күк есемдәренең хәрәкәтенә арналған гипотезаға ҡыҫҡаса аңлатма»һын тарата. Ә уның уҡыусыһы Ретик 1539 йылда гелиоцентризм тураһында тәғлимәтте баҫтырып сығара. Яңы тәғлимәт тураһында 1520 йылда уҡ киң билдәле була. Был хеҙмәт өҫтөндә Коперник 40 йылға яҡын эшләй, һәр ваҡыт төҙәтмәләр индерә, яңы таблицалар әҙерләй.

Атаҡлы астроном тураһында хәбәр Европала тиҙ тарала. Папа Лев X Коперникты календарь реформаһын әҙерләүҙә ҡатнашырға саҡыра, ләкин ул баш тарта.

Ул ваҡытта католик сиркәү Реформация менән көрәштә мәшғүл була, баштараҡ яңы астрономияға бик иғтибар бирмәй. Әммә протестант башлыҡтары (Мартин Лютер, Меланхон) яңы астрономияға ҡаршы сыға. Папа Климент VII киң күңеллелек менән гелиоцентризм тураһында лекция тыңлай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер епископтар гелиоцентризм аллаға ҡаршы хәүефле ересь тигән ғәйрәтле тәнҡит менән сығыш яһай.

Копериканлыҡты дөйөм тыйыу XVII быуатта башлана.

Ул ваҡытта Коперник көсөн ғәмәли эшкә бағышлай: уның проекты буйынса Польшала яңы аҡса системаһы булдырыла, Фромборгта һыу менән тәьмин итеүсе башня эшләнә. Табип булараҡ чума эпидемияһы менән көрәштә мәшғүл була.

Коперник 1542 йылдың 24 майында 70 йәшендә инсульттан вафат була. Биографияһын өйрәнеүсе ҡайһы берәүҙәр ул үҙенең әҫәре менән танышҡан тиһә, икенселәре, Коперник ул ваҡытта комала ятҡан тип әйтә.

Коперниктың ҡәбере оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. 2008 йылда үткәрелгән ДНК анализы табылған мәйет Коперниктыҡы булыуын раҫлай Ер түгел, ә Ҡояш торорға тейеш, тигән һығымта яһай. Ошо фараздан сығып, планеталарҙың буталсыҡ булып күренгән хәрәкәтен Коперник бик ябай ғына итеп аңлатып бирә, ләкин планеталарҙың ысын юлдарын белмәгәнгә һәм уларҙы түңәрәктәр менән иҫәпләгәнгә күрә, күк есемдәренең бер тигеҙ генә хәрәкәт итмәүен аңлатыу өсөн боронғоларҙың эпициклдарын һәм деференттарын һаҡларға мәжбүр була.

Үҙенең гелиоцентрик системаһын булдырып, Коперник уның аныҡ геометрик һәм һанлы законлығын иҫәпләп сығарыу өсөн Птолемей теорияһының математик һәм кинематик аппаратына таяна. Шулай итеп, Птолемей моделендә бөтә планетлар ҙа уртаҡ (әммә геоцентризм сиктәрендә аңлашылмаған) законға буйһона: теләһә ниндәй планетаның радиус-векторы эпициклда һәр ваҡыт Ер — Ҡояш радиус-векторы менән тап килә, ә движение по эпициклу для үрге планеталар (Марс, Юпитер, Сатурн) һәм деферент буйынса түбәнге (Меркурий, Сулпан) өсөн эпицикл буйлап планеталар өсөн дә бер булған йыллыҡ осор менән хәрәкәт итә. Коперник моделендә был закон ябай һәм логикаға таянып аңлатыла.

Коперниктың төп һәм берҙән-бер тип әйтерлек хеҙмәте, уның 40 йылдан ашыу осорҙа яҙылған хеҙмәт емеше, — «Күк есемдәренең әйләнеше тураһында» (). Был ғилми эш Нюрнбергта 1543 йылда донъя күрә; ул Коперниктың иң яҡшы уҡыусыһы Ретик 
күҙәтеүендә баҫтырыла.

Коперник китабының баш һүҙендә түбәндәгеләрҙе яҙа:
 Был яҙманың мәғәнәһе булмаған эш булараҡ ҡабул ителеүе мөмкинлеген аңлап, мин китабымды баҫтырыуға бирергәме-юҡмы тип аптырандым һәм ғилми эштәрен тик дуҫтарына  ғына ебәреп, уны хөкөмгә сығарыу юлы менән генә таратырға ҡарар иткән Пифагор яҡлыларҙың өлгөһөнә эйәрергә булдым.

Коперниктың төп ғилми эше структураһы буйынса бер ни тиклем ҡыҫҡартылған «Альмагест»ы ҡабатлай (13 китап урынына 6 китап). Беренсе китапта (өлөштә) Ерҙең шар формаһында булыуы  тураһында һөйләнелә, ә Ерҙең хәрәкәт итмәй тороуы  тураһындағы тәғлимәт урынына башҡа аксиома тәҡдим ителә: Ер һәм башҡа планеталар үҙ күсәрҙәре һәм Ҡояш тирәләй әйләнә. Был концепция ентекле рәүештә иҫбат ителә, ә «боронғоларҙың фекере» нигеҙле кире ҡағыла. Гелиоцентрик ҡараштан сығып, ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ планеталарҙың ҡабат әйләнеп килеүен аңлата.

Коперник Ерҙең өс тапҡыр әйләнеүен дәлилләй: беренсеһе — Ерҙең мөйөш тиҙлеге менән үҙ күсәре тирәләй әйләнеүе ω; икенсеһе (ω′ тиҙлеге менән) — ер орбитаһы яҫылығына перпендикуляр хәлдә һәм уның үҙәге аша үтеп, донъя күсәре тирәләй әйләнеүе; өсөнсөһө (ω′′ тиҙлеге менән ҡапма-ҡаршы йүнәлештә хәрәкәте) — Донъя күсәренә параллель булған күсәр тирәләй һәм Ер үҙәге аша үтеп әйләнеүе. Һуңғы ике әйләнеү  (ω′ һәм ω′′ дәүмәл буйынса аныҡ ҡына тап килгәндә), Ерҙең Ҡояш тирәләй ҡулса орбитаһы буйлап әйләнешенә эквивалент булған парлы әйләнеште барлыҡҡа килтерә.

Коперник вариантында гелиоцентрик система киләһе ете фекер менән аңлатыла:

Ғәмәлдә планеталар (бигерәк тә Марс) түңәрәк буйлап бер төрлө генә хәрәкәт итмәй, һәм эпициклдар техникаһы моделде күҙәтеүҙәр менән яраштырырға һәләтле булмай. Шуға ла тиҙҙән Коперник таблицаһы, тәүҙә Птолемей таблицаһына ҡарағанда анығыраҡ булһа ла, күҙәтеүҙәр менән тап килмәй башлай, был, әлбиттә, яңы системаны ҡуш ҡуллап ҡабул иткәндәрҙең кәйефен төшөрә. Аныҡ гелиоцентрик (Рудольфов) таблицаларын аҙағыраҡ Иоганн Кеплер баҫтырып сығара, ул планеталар орбитаһының ғәмәлдәге формаларын (эллипс) аса, шулай уҡ уларҙың тигеҙ генә хәрәкәт итмәүен таный һәм матиматика ярҙамында иҫбатлай.

Шулай ҙа донъяның Коперник моделе алға табан ғәйәт ҙур аҙым һәм архаик фекерләүселәргә ҡарата кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил була. Ерҙе ябай планета кимәлендә ҡалдарыу (Аристотель фекеренә ҡаршы барып) Ньютондың ер һәм күк закондарын берләштереүенә килтерә.

Реформацияларға ҡаршы көрәш менән мөшғүл булған Католик сиркәү тәүҙә яңы астрономияға әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтмәй, сөнки протестанттарҙың юлбашсылары (Мартин Лютер, Меланхтон) тәүҙә уны үтә дошмандарса ҡабул итә.

Коперник беренсе булып бөтә донъя тартылыу көсө булыуы тураһында фекерен әйтә.
Ныҡлы ышаныс менән, Айҙыҡы кеүек, Венераның, Марстың фазалары булыуын әйтә. Галилео Галилей телескоп уйлап тапҡас, был фараз дөрөҫләнә.

Тотороҡло аҡсаларҙы (мәҫәлән, алтынды) кешеләр һаҡлыҡҡа йыя бара, шуға әйләнештән сыға баралар. Уларҙы тотороҡһоҙ аҡсалар (мәҫәлән, баҡырҙан) алыштыра. Был күренеш Коперник — Грешем законы исеме менән билдәле.

XIX быуатта Коперникка һәйкәлдәр Варшавала, Краковта, Торунда һәм Регенсбургда, һуңыраҡ шулай уҡ Ольштында һәм Вроцлавда ҡуйылған. Торунь уртаһында Коперникка ҡуйылған һәйкәлдә киләһе һүҙҙәр яҙылған: «Ҡояшты туҡтатып — Ерҙе әйләндереүсегә».
Коперник әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы Хенрик Барановский тарафынан Варшавала 1854 йылында латин һәм поляк телдәрендә баҫтырылған.

Коперник рәсеме 1979 йылда 1000 поляк злотыһы купюраһына һәм төрлө илдәрҙә почта маркаларына ҡуйылған.

Коперник хөрмәтенә аталғандар:

Әҫәрҙәр

Уның тураһында




#Article 257: Микеланджело (308 words)


Микела́нджело Буонарро́ти (Тулы исеме — Микела́нджело де Франче́ско де Нери́ де Миниа́то де́ль Се́ра и Лодо́вико ди Леона́рдо ди Буонарро́ти Симо́ни, (); 1475—1564) — Италия скульпторы, рәссамы, архитекторы, шағиры, аҡыл эйәһе. Ренессанс дәүеренең даһи  шәхесе.

Микеланджело 1475 йылдың 6 мартында Капрезе ҡалаһының советнигы Лодовико Буонарроти ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Флоренцияла үтә, һуңынан Сеттиньно ҡалаһына күсәләр.

Медичи Микеланжелоның һәләтле булыуын таный һәм уны яҡлай. Микеланжело бер ни тиклем ваҡыт Медичи һарайында йәшәй. 1492 йылда Мидичи үлгәс Микеланжело өйөнә ҡайта.

Микеланжело 1496 йылда Римдә вафат була. Үлер алдынан үҙенә хас баҫалҡылыҡ менән «Йәнемде аллаға, кәүҙәмде ергә, мөлкәтемде туғандарыма бирәм» тигән васыят ҡалдыра.

Даһи Микеланжело Ренессанс сәнғәтендә генә түгел, артабанғы бөтә донъя мәҙәниәтендә эҙен ҡалдырҙы. Уның эшмәкәрлеге ике ҡала — Флоренция һәм Рим менән бәйләнгән. Был оҫтаның ғәҙәти булмаған нәфислек, күп яҡлы һын, аңлайышлы һәм көслө итеп әүәләп эшләгән һынлы сәнғәтендә һиҙелә.

Флоренцияла Микеланжело Яңырыу дәүеренең үлемһеҙ өлгөһө, күп быуаттар буйы кеше һынының эталоны булған — статуяһын (1501—1504), Римдә тәүгеләрҙән булып үлгән кешенең кәүҙәләнешен башҡарған  (1498—1499) композицияһын әҫәр итә. Әммә үҙенең ғәйәт ҙур ниәттәрен һынлы һүрәттә тормошҡа ашыра. Рим папаһы Юлий II заказы буйынса ның (Ватикандағы сиркәү) түшәмен биҙәй (1508—1512). Донъя яралыу көнөнән алып туфан ҡалҡыу көнөнә тиклем Библия тарихын сағылдырған рәсемдә зоо кеше һыны һүрәтләгән. 1534—1541 йылдарҙа шул уҡ Сикстин капеллаһы стенаһында папа Павел III өсөн драматизм менән тулы  фрескаһын (балсыҡ стенаға төшөрөлгән һүрәт) эшләй. Римдә Изге Петр соборы һәм Капитолия майҙанындағы Микеланжело архитектуралары үҙенең матурлығы һәм бөйөклеге менән таң ҡалдыра.

Беҙҙең көндәрҙә Микеланджело статуялар һәм асыҡ фрескалар авторы булараҡ билдәле.
Билдәле рәссамдың һоҡландырғыс шиғырҙар ҙа яҙғанын һирәктәр генә белә.

Шиғри һәләте ғүмеренең аҙағында ғына асыла. Уның ҡайһы бер шиғырҙары үҙе йәшәгәндә үк көйгә һалына һәм халыҡ араһында танылыу яулай, әммә уның сонет һәм мадригалдары тик 1623 йылда ғына баҫылып сыға. Беҙҙең көндәрге тиклем Микеланджелоның 300-ге яҡын шиғыры һакланған.

Микеланджелоның ижадын немец яҙыусыһы Вильгельм Ланг өйрәнә, был темаға ул 1861 йылда диссертация яҡлай..




#Article 258: Алеф (йәһүд хәрефе) (130 words)


א א
А́леф,  - семит (йәһүд, ғәрәп һ.б.) әлифбаһының беренсе хәрефе. Иҫке йәһүд телендә алеф - [ʔ] өнө өсөн ҡулланылған.

Боронғо йәһүд әлифбаһында алеф хәрефе тамаҡ төбө менән әйтелгән өн булған. Хәҙерге заман Израиль ивритендә Алеф хәрефе әйтелмәй. Хәрефтең исеме үгеҙҙе аңлатҡан һүҙҙән килеп сыҡҡан. F1  . 

Ивриттә бөтә хәрефтәрҙең дә һан мәғәнәһе бар. Элек йәһүдтәр, башҡа ҡайһы бер халыҡтар кеүек, иҫәп өсөн махсус символдар — цифрҙарҙы белмәгән, һан урынына хәрефтәр ҡулланған. Дини текстарҙа, календарҙа, иврит һөйләшендә әле лә һан хәреф менән алмаштырыла. Алеф хәрефенең һан ҡиммәте — 1. Мистик символикала алеф бөтә йәшәйештең берҙәмлеген кәүҙәләндерә.

Каббалала (йәһүдтәрҙең мистик ғөрөф-ғәҙәте) был хәреф Эйн-софты (, алланың исеме) — сикһеҙлек, ғәжәр матур илаһилыҡты белдерә; шулай уҡ күккә һәм ергә күрһәтеп торған кеше ҡиәфәтендә тип әйтелә; күплек теорияһында алеф хәрефе сикһеҙлектең ҡеүәтен сағылдыра.




#Article 259: Ғабдулла Туҡай (464 words)


Ғабдулла Туҡай, Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡаев (26 апрель 1886 йыл — 15 апрель 1913 йыл) —  шағир, татар әҙәбиәте классигы, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист.

Ғабдулла Туҡай 1886 йылдың 26 апрелендә Ҡазан губернаһы Арса яғында Ҡушлауыс ауылында тыуа. Атаһы — Мөхәммәтғариф Мөхәммәтғалимов (1843—1886) Ҡушлауыс ауылы указлы муллаһы, әсәһе — Мәмдүҙә (1864—1890) булған. Атаһы яғынан ҡартатаһы — Мөхәммәтғәлим шулай уҡ мулла булған, ә әсәһе яғынан ҡартатаһы — Зиннәтулла Әмиров (1829—1909) сығышы менән башҡорт булған һәм Ғәйнә улусының Ҡажмаҡты (Барҙы) ауылында тыуған, Солтанай мәҙрәсәһендә белем алған, Ҡушлауыста, һунынан Өсөйлөлә мулла була.

Улы дүрт ай ярымлыҡ булғас Мәхәмәтғариф хәҙрәт үлеп китә. Тол ҡалған Мәмдүдәне Сасна ауылына кейәүгә бирәләр. Бәләкәй Ғабдулланы ваҡытлыса аҫрамаға ауылда Шәрифә исемле фәкир бер ҡарсыҡҡа ҡалдыралар. Шағирҙың ғазаплы ауыр тормошо бына шулай башлана.

Һуңыраҡ үҙ әсәһе яңы ғаиләһенә алып ҡайта. Шағирҙың «Иҫемдә ҡалғандар» автобиографик әҫәрендә ошо урында, сабый рәхәткә тарыны, тип иркен һулап ҡуяһың. Ләкин был рәхәт оҙаҡҡа бармай: әсәһе донъя ҡуя — Ғабдулла дөм йәтим ҡала. Сасна муллаһы йәтимде Өсөйлөгә, Ғабдулланың әсәһенең атаһына ҡайтарып бирә. Бында иһә үгәй өләсәй. Күп балалы ғаилә. «Үгәй өләсәйҙең алты күгәрсене араһында мин бер сәүкә булғанға, илаһам — мине йыуытыусы, иркәләнәм тиһәм — мине һөйөүсе, ашағым-эскем килһә — ҡыҙғаныусы бер ҙә булмаған, мине эткәндәр ҙә төрткәндәр…»

Был дүртенсе ғаилә булды. Бәләкәй Ғабдулла бында аслыҡты һәм етемлекте татый. Олатаһы күрше ауылдарҙан икмәк һыныҡтары теләнеп алып ҡайтып, бабаларын аслыҡтан һаҡлай. Ә бер ваҡыт, Ҡазанға барыусы бер ямсыға ултыртып, баланы йыраҡ билдәһеҙ сәфәргә оҙаталар. Теге ямсы Бесән баҙарына еткәс: «Аҫрарға бала бирәм, кем ала?»- тип ҡысҡырып йөрөгән.

Халыҡ араһынан бер кеше сығып малайҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Яңы биҫтә һөнәрсеһе Мәхәмәтвәли абзый менән Ғәззә абстай ана шулай малайлы булалар. Туҡай өсөн был — бишенсе оя. Бәләкәй Ғабдулла был ғаиләлә ике йыл ярым йәшәгәс, яңы ата-әсәһе сирләп китә һәм: «Беҙ үлгәс, был бала кем ҡулына ҡала, исмаһам, ауылына ҡайтарайыҡ…» — тип Өсөйлөгә оҙаталар. «Был ғаиләлә мине нисек ҡаршы алғандарынан, минән мәңгелеккә ҡотолдоҡ, тип уйлаған булғандар икәнен берергә була», — тип яҙа шағир.

Тырыша торғас, малайҙы Ҡырлай ауылындағы ир балаһыҙ Сәғҙи абзыйға уллыҡҡа оҙаталар. Шулай алтынсы оя…

Сабыйға Ҡырлай мәрхәмәтлерәк булып сыға. Бында Ғабдулла оҙағыраҡ йәшәй, хатта уҡырға йөрөй. Ҡырлай ауылында үҙенең киләсәк ижады өсөн бик күп рухи байлыҡ туплай. Туҡайҙың бала сағында Ҡырлайҙың тирә-яғында ҡара урман булған. Ул урманға Ҡырлай малайҙары менән ат көтөргә барыуҙар. Ундаға усаҡ янында әкиәтле, ябалаҡ тауыштары ишетелгән сихри төндәре. Таң атҡанда иҙрәп йоҡоға китеүҙәр, күккә ашҡан шыршылар, ҡайҙандыр малайҙарҙы күҙәтеп торған Шүрәле — былар барыһы ла һиҙгер күңелле,ҡәһәр менән имгәтелгән баланың рухын байыталар.

Артабан Ғабдулланың бала сағы Уральск ҡалаһында дауам итә. Атаһы яғынан туған әбеһенең ғаиләһенә, сауҙагәр Ғәлиәскәр Усмановтарға алына. Бында ул «Мотиғая» мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй. Бындағы тормош йәш Ғабдулланың рухына ҙур тәьҫир яһай. Туҡай, параллель рәүештә, өс йыллыҡ рус мәктәбендә белем ала. Мәҙрәсәлә ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән малай кинәт кенә рус һәм Европа әҙәбиәте донъяһына сума.




#Article 260: Архимед (1562 words)


Архиме́д (; беҙҙең эраға тиклем 287 йылда тыуған — беҙҙең эраға тиклем 212 йылда вафат булған) — бар донъяла билдәлелек алған боронғо грек математигы, физигы, механик һәм инженер. Геометрияла, шулай уҡ үҙе нигеҙ һалған механика менән гидростатикала бик күп асыштар авторы.

Геометрия өлкәһендәге бик күп асыштар яһаған, математик анализдың күп идеяларын алдан ҡулланған. Механика, гидростатикаға нигеҙ һалған, бер нисә мөһим уйлап табыу авторы булған. Күп кенә математик төшөнсәләр Архимед исеме менән бәйле. Иң билдәлеһе — Архимед һаны (22 / 7). Бынан тыш, уның исемен граф, тағы ла бер һан, копула, аксиома, спираль, есем, закон һәм башҡалар йөрөтә. Ғалимдың эштәре, Иоганн Кеплер, Галилео Галилей, Рене Декарт һәм Пьер Ферма кеүек, XVI-XVII быуаттарҙағы бөтә донъяға билдәле математика һәм физика хеҙмәттәрендә файҙаланылған. Хәҙерге баһалар буйынса, Архимед асышы 1550-1650 йылдарҙа математиканы артабан үҫтереү өсөн нигеҙ булды. Атап әйткәндә, Архимед эштәре математик анализ нигеҙенә ятҡан.

Архимед тормошо менән бер нисә риүәйәт бәйле. Архимед батша Гиерон тажының был заказ өсөн бирелгән алтындан яһалғанмы, әллә оҫта көмөш ҡушып алдашҡанмы икәнен белә алған. Ҡуйылған мәсьәлә тураһында Архимед уйланып мунсаға килә. Һыу тултырылған ваннаға ингәс, ул һыу кимәле күтәрегәненә иғтибар итә. Шул ваҡытта уға ҡыҫып сығарылған һыу күләмен масса менән бәйләү тураһында уй килә. Был гидростатика нигеҙе була. «Эврика!» Архимед ваннанан һикереп сыға ла яланғас килеш батша янына йүгерә. Таж ҡыҫырыҡлап сығарған һыу күләмен һәм уның ауырлығындаға алтын киҫәктәрен сағыштырып ҡарағас, ғалим ювелирҙың алдауын иҫбатлаған. Башҡа риүәйәттәр буйынса ғалим рычак теорияһын асҡан. Ул ҡоро ерҙә каток өҫтәндә барған ҙур карабты рычаг ярҙамында күсерә алған. Шунан һуң ғалим: «Миңә таяныу нөктәһе бирегеҙ, мин Ер шарын күсерәм»,- тигән.

Римляндәр Сиракузды штурмлаған ваҡытта Архимед төҙөгән яйланма ҡаланы диңгеҙҙән һәм ҡоро ерҙән һөжүм иткән тулы бер армияны алған. Ҡаланы тиҙ генә яулап алмаҡсы булған римляндәр  пландан баш тартырға мәжбүр булалар һәм ҡамауға күсәләр. Ике йылдан ҡаланы хыянатсы ярҙамында баҫып алалар. Штурм ваҡытында Архимед үлгән.

Архимед тормошо тураһында мәғлүмәтте беҙгә Полибий, Тит Ливий, Цицерон, Плутарх, Витрувий, Диодор Сицилийский һәм башҡалар яҙып ҡалдырған. Уларҙың барыһы ла күпкә һуңыраҡ йәшәгән. Шуға күрә булған ваҡығаларҙы баһалау еңел түгел.

Архимед тормошо тураһында мәғлүмәтте Полибий, Тит Ливий, Цицерон, Плутарх, Витрувий һәм башҡалар яҙып ҡалдырған. Улар үҙҙәре яҙған ваҡиғаларҙан күпкә һуңыраҡ йәшәгән һәм шуға күрә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн билдәләү мөмкин түгел.

Архимед грек колонияһы булған Сицилия утрауында Сиракузда тыуған. Плутарх билдәләүенсә, Архимедтың атаһы, математик һәм астроном Фидий — Сиракуз залимы Гиерон батшаның яҡын туғаны булған. Атаһы улына бала саҡтан уҡ механика, математика һәм астрономияға һөйөү тәрбиәләгән. Архимед ул заманда Мысырҙың фәнни һәм мәҙәни үҙәге булған Александрияға уҡырға китә.

Александрияла Архимед билдәле ғалимдар астроном Конон, төрлө яҡлы ғалим Эратостафан менән таныша, улар менән ғүмеренең аҙағына тиклем хат алыша. Ул ваҡытта Александрия үҙенең 700 меңдән ашыу ҡулъяҙма йыйылған китапханаһы менән дан тота.

Архимед ошонда үҙенең әҫәрҙәрендә телгә алған Демокрит, Евдокс һәм башҡа грек геометрия белгестәре хеҙмәте менән танышҡандыр, моғайын.

Уҡып бөткәс, Архимед Сицилияға ҡайта. Бында уны иғтибар менән солғап алалар һәм ул мохтажлыҡ кисермәй. Күп йылдар үткәнгә күрә, уның тормошо легендалар менән буталып бөтә.

Замандаштарын шаҡ ҡатырғыс асыштары менән таң ҡалдырғаны өсөн үҙе йәшәгән ваҡытта уҡ уның тураһында легендалар сығаралар.
Архимед батша Гиерондың тажы таҙа алтындан эшләнгәнме, әллә ювелир уға көмөш ҡушҡанмы икәнен билдәләй алғаны тураһында хикәйәт бар. Алтындың сағыштырмаса ауырлығы билдәле була. Әммә таждың күләмен, формаһы дөрөҫ булмағанға күрә, билдәләп булмай! 
Архимед был мәсьәлә тураһында оҙаҡ уйлана. Ваннала йыуынған ваҡытта уның башына иҫ киткес уй килә. Тажды һыуға сумырһаҡ, ҡыҫып сығарылған һыуҙың күләме таждың күләменә тигеҙ икәнен аңлай. Легенда буйынса, Архимед шәрә килеш «Эврика!» (εύρηκα — таптым) тип урамға йүгереп сыға. Ошо ваҡытта гидростатиканың төп законы — Архимед законы асыла.

Икенсе легенда буйынса, Мысыр батшаһы Птоломейға Гиерон бүләк итеп төҙөткән «Сиракузия» кораблен эшләп бөткәс, бер нисек тә һыуға төшөрөп булмай икән. Архимед тиҙ генә блоктар системаһын ҡора һәм был эште бер ҡулы менән генә башҡара. Легенда буйынса, Архимед шул ваҡытта «Миңә таяныу урыны бирегеҙ, һәм мин Ерҙе күсерәм» (ингл. «Give me a place to stand on, and I will move the Earth», рус. «Дайте мне точку опоры, и я сдвину Землю»), тип әйтә.

Архимедтың инженер даһилығы беҙҙең эраға тиклем 212 йылда Рим менән Карфаген араһындағы һуғышта римлеләр Сиракузды ҡамап алғанда асыла.. Ә был ваҡытта ул 75 йәшлек ҡарт була! Архимед эшләгән көслө таш атыу машиналары Рим ғәскәренә таш яуҙыра. Римлеләр ҡала ситендә хәүефһеҙ булыр тип уйлап, стенаға яҡыныраҡ киләләр. Бәләкәйерәк таш атыусы машиналар яҡын араға таш яуҙыра. Көслө крандар кораблдәрҙе эләктереп алып, өҫкә күтәреп һыуға ырғыта, кораблдәр түңкәрелә һәм бата..

Римлеләр ҡаланы ҡаты һөжүм менән алып булмағас, ҡамауҙа тоторға булалар. «Римлеләр ҡаланы алыр ине, әгәр бер ҡартты юҡ итһәләр. Бына шундай эшкә йүнәлтелгән бер кешенең ғәжәйеп көсө һәм һәләте», тип яҙа боронғо тарихсы Полибий. 
Ҡамау ваҡытында ла Архимед римлеләргә тынғы бирмәй. Легенда буйынса, ҡаланы һаҡлаусылар ялтыратылған ҡалҡан һәм көҙгөләр ярҙамында ҡояш нурҙарын Рим флотына йүнәлтеп кораблдәрҙе яндыра.

Архимедтың үлеме тураһында бер нисә фараз бар:

Марцелл Архимедҡа теймәҫкә бойороҡ биргән һәм үлтергәнгә бик асыуланған.

Легендалар шулай һөйләй. Әммә, күп тарихсылар, Архимедтың аҡылы бер армияға тигеҙ, шуға уның үлеме осраҡлы түгел, тип иҫәпләй.

Был ваҡиғаларҙан һуң 137 йыл үткәс, беҙҙең эраға тиклем 75 йылда, Архимедтың ярым емерелгән ҡәбере табыла, унда үҙе васыят иткәнсә цилиндр эсендә ҡамалған шар төшөрөлгән.

Плутарх һүҙҙәренсә, Архимед математикаға артыҡ бирелгән була. Ул ашауын онота, үҙен хәстәрләмәй.
Уның хеҙмәттәре математиканың ул осорҙағы бөтә өлкәләренә — геометрия, арифметика, алгебраға ҡағыла.
Математика үҫешенә Архимед тарафынан түңәрәк оҙонлоғо һәм диаметры сағыштырмаһын иҫәпләп сығарыу ҙур өлөш индерә. Был һан :  «архимед һаны» исеме аҫтында билдәле.

Архимед төрлө механика ҡоролмалары менән дан ала. Рычаг Архимедҡа тиклем уҡ билдәле була, тик ул рычагтың Тулы теорияһын иҫәпләп сығара һәм ғәмәлдә ҡуллана. Ауыр йөктәрҙе күтәреү һәм күсереү өсөн Сиракузда блок-рычаглы механизмдар төҙөй.

Архимед асыштарының күп өлөшө уның тыуған ҡалаһы Сиракуздың ихтыяждары менән бәйле. Боронғо грек яҙыусыһы Афиней (беҙҙең эраға тиклем II—III быуаттар) Гиерон II батшаның ғалимға антик үлсәмдәр буйынса ғәйәт ҙур «Сиракузия карабының проектын төҙөргә ҡушыуын» тасуирлаап яҙа. Карапты күңел асыу сәйәхәттәре ваҡытында, шулай уҡ йөк һәм һалдаттарҙы ташыу өсөн файҙаланырға йыйыналар. Аҫыл таштар һәм фил һөйәктәре менән биҙәп эшләнгән караптың оҙонлоғо 100 метр тирәһенә етә, һәм ул 5 меңләп кешене ташырға һәләтле була.

Афинейҙың яҙып ҡалдырыуынса, карапта баҡса, гимнасий һәм хатта Афродитаға бағышланған ғибәҙәтхана була. Бындай судно, моғайын, һыу үткәрер, тип фаразлайҙар. Ә Архимед уйлап тапҡан винт карап эсенә ингән һыуҙы ни бары бер генә кешенең һурҙыртып кире диңгеҙгә түгә алыуын тәьмин итә.

Был ҡоролма цилиндр эсендәге винт һырының ҡыя йүнәлештә әйләнеүенән ғибәрәт (һүрәттә был асыҡ күренә). Архимед винтының төҙөлөшө беҙҙең эраға тиклем  I быуатта йәшәгән Рим архитекторы Витрувий хеҙмәтәрендә беҙҙең көндәргә килеп еткән. Ҡарар күҙгә бик ябай ғына булып күренгән был ҡоролма ғалим алдына ҡуйылған бурысты хәл итергә ярҙам итә. Артабан уны халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында һәм сәнәғәттә, шул иҫәптән шыйыҡлыҡты һурҙыртыу, күмер һәм иген кеүек ҡойолоусан  ҡаты матдәләрҙе тейәү өсөн ҡуллана башлайҙар. Архимедтың был винтты беренсе булып уйлап табыуы бәхәсле. Бәлки, Архимед винты — «Сиракузия» карабы төҙөлгәнгә тиклем үк Вавилонда Семирамиданың аҫылмалы баҡсаларындағы үҫентеләргә һыу һибеүҙә файҙаланылған һыу насостың бер ни тиклем модификацияланған системаһылыр.

Архимедтың тыуған ҡалаһы Сиракуз портлы ҡала була. Судно төҙөүселәр һәм диңгеҙҙә йөҙөүселәргә есемдәрҙең йөҙөүсәнлеге мәсьәләләрен көн дә хәл итергә тура килә. Гиерон Икенсенең батша тажын эшләгәндә ҡулланылған алтында башҡа металл ҡушылмаларының күпме булырға тейешлеген асыҡлағанда Архимед законы килеп тыуған тигән фараз йәшәй. Әммә Сиракуз батшаһы ҡуйған мәсьәлә таждың һәм ҡулланыласаҡ алтын күләмен белеүҙе генә талап итә. «Архимед законы» тигән атама алған гидростатика законын файҙаланыу батша ҡуйған мәсьәләне хәл итеүҙә талап ителмәй.

Йөҙөүсе есемдәр тураһындағы хеҙмәт ике өлөштән тора. Тәүге өлөшөшөндә төп положениелар асып һалына, икенсеһендә — шыйыклыҡҡа барып төшкән есемдең тигеҙләнеше мәсьәләләре ҡарала (параболоидтың әйләнеше миҫалында).

Логик фекерләү юлы менән, шулай уҡ эксперименттар ярҙамында раҫлау нигеҙендә, Архимед түбәндәге һығымтаға килә: әгәр һыуҙан еңел булған есем, шыйыҡлыҡҡа барып төшһә, ул тик есем күләме миҡдарындағы ғына шыйыҡлыҡты ҡыҫырыҡлап сығара. «Шыйыҡлыҡтан еңелелерәк булған есемде көсләп батырырға тырышҡан осраҡта ул есемдән ауырыраҡ  көс менән шыйыҡлыҡ өҫтөнә кире ҡалҡа».

Архимед күк йөҙө есемдәренең хәрәкәтен, Ҡояш сығыуын, Ай фазаларын күрһәтә торған планетарий йәки күк көмбәҙен эшләп күрһәтә.

Бөгөнгө көндә ғалимдың өс астрономик эше тураһындағы мәғлүмәт билдәле. «Псаммит» тип аталған ғилми хеҙмәтендә Архимед Ғаләмдең үлсәме тураһындағы мәсьәләгә туҡтала. Ипполит Римский (беҙҙең эраның 170—230-се йылдары) уныҡы тип танылған «Философумена» (Сафсаталарҙы фашлау) трактатында Архимедтың шул мәлдә юғалған тип иҫәпләнелгән ғилми эшенән алынған мәғлүмәттәрҙе: планеталар араһындағы алыҫлыҡтарҙы атай. Шулай уҡ үҙенсәлекле планетарий (прибор) йәки Архимед төҙөгән «күк көмбәҙе» тураһында дүрт тапҡыр телгә алыуы һаҡланған.

Архимед планетарийҙы йәки «күк көмбәҙен» төҙөй, уны әйләндергәндә биш планетаның хәрәкәтен: Ҡояш һәм Ай сығышын, уларҙың фазаларын һәм Айҙың тотолоуын, ике есемдең дә офоҡ һыҙаты артына инеп юғалыуын күҙәтергә була. Планеталарға тиклем алыҫлыҡты билдәләү мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә; уның иҫәпләүҙәре нигеҙендә үҙәгендә Ер булған ғаләм системаһы ятҡан тип фаразлана, әммә Ҡояш тирәләй әйләнгән Меркурий, Венера и Марс планеталары менән бергә Ҡояштың Ер тирәләй әйләнеүен дә фаразлай. Үҙенең «Псаммит» трактатында Аристарх Самосскийҙың донъяның гелиоцентрик системаһы тураһындағы мәғлүмәтте лә бирә .

Үҙәгендә Ер булған донъя системаһы, ә уның тирәләй Ер, Ай һәм планеталар әйләнеүе асыҡ итеп һүрәтләгән «күк көмбәҙе» тураһындағы мәғлүмәт бер нисә антик сығанаҡта яҙып ҡалдырылған. Цицерон Гай Сульпиций Галлдың (беҙҙең эраға тиклем 166 йыл консулы) түбәндәге һүҙҙәрен һөйләп ишеттерә: ул Марцелл йортонда Архимед тарафынан ҡоролған һәм Сиракузға трофей сифатында алып ҡайтылған ҡоролманы күрә. Шул уҡ ваҡытта ул «Архимедтың икенсе өлкәләге» билдәле эшенә лә туҡтала. Марцелл уны ғибәҙәтханаға тапшыра (храм Доблести). Был ҡоролма тураһында Овидий, Лактанций һәм Клавдий Клавдиан әйтеп үтә.

Клавдиандың, Архимед вафатынан һуң 6 быуат үткәс, «күк көмбәҙе» эшен тасуирлап биреүе иғтибарға лайыҡ. Атап үтелгән авторҙар был ҡоролма менән ғәжәпләнә һәм һоҡлана. «Әгәр донъяла планеталар хәрәкәте Аллаһ ихтыярынан башҡа ғәмәлгә ашырылмай икән, Архимед та Аллаһ биргән илһам ярҙамынан тыш уны күрә алмаҫ ине», — тигән һығымтаға килә Цицерон.

Архимед исеме менән аталған:

рус телендә баҫмалар:

Исследования:




#Article 261: Босфор (800 words)


Босфо́р (,  «Һыйыр кисеүе»), Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙҙе тоташтырып тороусы, Европа менән Кесе Азияны айырып тороусы боғаҙ. Босфор боғаҙы Европа сиктәренә инә. Боғаҙҙың ике яғында ла тарихи ҡала Константинополь, хәҙерге Истанбул урынлашҡан.
Боғаҙҙың оҙонлоғо — 30 км, максималь киңлеге — төньяҡта 3 700 м, минималь киңлеге — 700 м, фарватер тәрәнлеге — 36 м-ҙан 124 м-ға тиклем.

Боғаҙ эрозион сығышлы; дүртенсел осорҙағы диңгеҙ һыуҙары аҫтында ҡалған элекке йылға үҙәненә ғибәрәт. Босфорҙа  ике ағым — Ҡара диңгеҙҙән Мәрмәр диңгеҙенә үрге сөсө ағым, көньяҡҡа (тиҙлеге 1,5—2м/с) һәм 1881—1882 йылдарҙа адмирал  Макаров билдәләгәнсә түбәнге тоҙло ағым — Мәрмәр диңгеҙенән Ҡара диңгеҙгә (тиҙлеге 0,9—1м/с). Тоҙло ағым Ҡара диңгеҙҙә һыу аҫты йылғаһы менән дауам итә.

Легенда буйынса, боғаҙ исеме боронғо грек батшаһы Аргостың ҡыҙы, Зевстың һөйәркәһе Ио исеменән алынған. Зевс ҡатыны Гераның нәфрәтенән ҡотолоу өсөн Ионы аҡ һыйырға әйләндерә. Меҫкен Ио ҡотолоу өсөн һыу юлын һайлай һәм зәңгәрһыу боғаҙға сума. Шунан башлап боғаҙ «Һыйыр боғаҙы» йәки Босфор тип атала.

Диңгеҙ ярҙарын ике күпер тоташтыра: 1 074 м оҙонлоғондағы Босфор күпере (1973 йылда төзөлгән) һәм 1 090 м-лы беренсе күперҙән 5 км төньяҡтараҡ Солтан Мәхмүт Фатих күпере (1988 йылда төҙөлгән). Өсөнсө автомобиль күпере төҙөү ҙә планлаштырылған, әммә Төркиә хөкүмәте, ергә хаҡ артыуынан ҡурҡып, быны сер итеп тота. Хәҙерге ваҡытта, Истанбулдың Европа һәм Азия өлөштәрен тоташтырыусы «Marmaray» тимер юл тоннеле төҙөлә (тамамланыу осоро — 2012 йыл).Босфор боғаҙы бары тик 7500-5000 йыл элек барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Ул ваҡытта Ҡара һәм Урта диңгеҙ кимәле түбәнерәк булған һәм улар тоташмаған булған. Һуңғы боҙлоҡ осоронда боҙ һәм ҡар эреү сәбәпле ике һыу ятҡылығының да кимәле күтәрелә. Көслө һыу ағымы бер нисә көн эсендә үҙенә юл ярып, ике диңгеҙҙе тоташтыра.

Босфор Рәсәй, Украина, Кавказ аръяғы республикалары, көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә Урта диңгеҙгә һәм донъя океанына сығырға мөмкинлек биргән мөһим боғаҙ булыр тора. Рәсәйҙең һәм Каспий регионының нефте боғаҙ аша экспортлауҙа мөһим урын алып тора.

Босфор боғаҙы донъяла транзитлы караптарҙың, паром кисеүҙәре, ваҡ судноларҙың интенсив хәрәкәте, һыүҙың көслө ағымы һәм көҙгө-ҡышҡы осорҙа һауа торошоноң ҡырҡы үҙгәреүе арҡаһында  бигерәк тә билдәле үтергә ҡыйын боғаҙҙар араһында айырым урын биләй. Күп диңгеҙ пароходсылығы компаниялары капитандарға Босфор боғаҙының транзитлы үтеү юлында лоцмандарҙы ҡулланырға тәҡдим итә. Боғаҙҙа транзитлы тиҙлек 10 быуындан үтергә тейеш түгел. Үтеп йөрөү өсөн боғаҙҙар тарафынан караптың класына ҡарап бер мең доллар иҫәбендә аҡса алына. .

Үтеп йөрөү  һәм боғаҙҙың тығыҙ булыуы мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Истанбулдан көнбайышҡа ҡарай  50 км алып 100 км тиклем оҙонлоҡтағы караптар йөрөү каналын төҙөү күҙаллана.

Боғаҙҙың ярҙарын өс күпер һәм ике туннель (төньяҡтан көньяҡҡа)  тоташтыра:

Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙ араһында берҙән-бер үтеү урыны булараҡ Босфор сауҙала һәм хәрби эшмәкәрлектә ҙур әһәмиәткә эйә.  Уның өҫтөнән контроль конфликттарҙың, башлыса Рус-төрөк һуғышының (1877—1878 йылдар), шулай уҡ Беренсе донъя һуғышы барышында 1915 йылда Галлиполи янында союздаш дәүләттәрҙең Дарданеллаға һөжүме маҡсат була.

Скифиянан иген импортына мохтаж булған грек Афина ҡала-дәүләте б.э. тиклем V быуатта боғаҙҙы контролдә тотҡан Византий кеүек ҡалалар менән создаш була.

Фарсы батшаһы Бөйөк Дарий I, скифтарҙы буйһондорорға маташып, Босфор аша сыға һәм Дунай йылғаһына юллана. Уның армияһы боғаҙҙы кәмәләрҙән төҙөлгән йөҙмә күпер аша киҫеп үтә. Күп йылдар үткәс, Ксеркс I Грецияға һөжүм иткән ваҡытта, Дарданелла аша шундай уҡ кәмәле күпер төҙөлә.

 
Үҙенең үҫеш осоронда XVI һәм XVIII быуаттар араһында, Ғосман империяһы Босфорҙың стратегик әһәмиәтен үҙенең төбәк амбицияларын киңәйтеү һәм үҙҙәре «ғосман күле» тип атаған Ҡара диңгеҙҙең бөтә акваторияһы өҫтөнән контроль ҡуйыу өсөн ҡуллана.

Һуңыраҡ бер нисә халыҡ-ара килешеүҙәр был һыуҙарҙа караптарҙың үтеп йөрөүен көйләй. 1833 йылдың 8 июлендә Гюнкар Искелеси килешеүе буйынса  Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙары башҡа дәүләттәрҙең диңгеҙ караптары өсөн Рәсәй талабы буйынса ябылырға тейеш була. 1841 йылдың 13 июлендә Рәсәй, Берләшкән Короллек, Франция, Австрия, Пруссия араһында төҙөлгән Боғаҙҙар тураһында Лондон конвенцияһы шарттарына ярашлы Ғосман империяһының «элекке идараһы» барлыҡ хәрби караптар өсөн төрөк боғаҙҙарын ябыу юлы менән тергеҙелә, был һуғыш ваҡытында тик Солтан союздаштарына  ҡағылмай.

Беренсе донъя һуғышынан һуң  1920 йылғы Севр килешеүе боғаҙҙы ҡоралһыҙландыра һәм уны Милләттәр Лигаһы аҫтындағы халыҡ-ара территория итеп яһай.

Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы  (1923) боғаҙҙар Төркиәгә ҡайтарыла, әммә бөтә сит ил хәрби караптарына һәм коммерция  судноларына ирекле үтеп йөрөү рөхсәт ителә. Артабан караптар йөрөү режимы 1936 йылдың 20 июлендәге боғаҙҙар режимы тураһындағы Монтрё Конвенцияһы менән көйләнә. Уның буйынса Төркиә Ҡара диңгеҙҙеке булмаған дәүләттәрҙең диңгеҙ ташыуҙарын сикләү хоҡуғын һаҡлай. 

Төркиә Икенсе донъя һуғышы ваҡытында 1945 йылдың февраленә тиклем нейтралитет һаҡлай, һәм был ваҡытта боғаҙҙар һуғышыусы илдәрҙең хәрби караптары өсөн ябыла, шулай ҙа ҡайһы бер немец ярҙамсы караптарына транзит менән үтеү рөхсәт ителә. Был, шулай уҡ Сталиндың төрөк провинциялары Карс, Артвин һәм Ардаханды Советтар Союзына ҡайтарыу буйынса талабы (1877—1878 йылдарҙа рус-төрөк һуғышы ваҡытында Төркиә юғалтҡан, һәм  1921 йылда Кар килешеүе буйынса кире бирелгән) Төркиәнең тышҡы сәйәсәттә нейтралитеттан баш тартыуы ҡараштарынан сығып эшләнелә. Төркиә  1945 йылдың февралендә Германияға ҡаршы һуғыш иғлан итә, әммә һөжүм итеү хәрәкәттәрендә ҡатнашмай

XXI быуат башында төрөк боғаҙҙары нефть сәнәғәте өсөн айырыусы мөһим була. Рәсәй нефте танкерҙар менән беренсе сиратта Көнбайыш Европаға һәм АҠШ-ҡа Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙары аша экспортлана. 2011 йылда Төркиә Сливри аша икенсе һыу юлы сифатында 50-километрлыҡ канал планлаштыра.




#Article 262: Майкл Фарадей (460 words)


Майкл Фарадей ( ; 22 сентябрь 1791 йыл — 25 август 1867 йыл) — инглиз физигы һәм химигы.

Хәҙерге заманда электрҙы сәнәғәт етештереүҙең һәм уны күп төрлө ҡулланыуҙың нигеҙен тәшкил иткән электромагнит индукцияһын нәҡ Майкл Фарадей аса. Шулай уҡ ул Электр двигателенең тәүге өлгөһөн эшләй. Ғалимдың башҡа асыштары исемлегендә — беренсе трансформатор, электр тогының химик тәьҫире, электролиз закондары, магнит яланының яҡтылыҡҡа тәьҫире (Фарадей эффекты), диамагнетизм. Электромагнит нурланышын алдан әйтеүсе лә ул була. Ион, катод, анод, электролит, диэлектрик, диамагнетикттар һәм диамагнетизм, парамагнетиктар һәм парамагнетизм, шулай уҡ тағы ла ҡайһы бер башҡа төшөнсәләрҙе ғилми әйләнешкә Фарадей индерә.

Майкл Фарадей — электромагнит яланы тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы, уны һуңыраҡ математика күҙлегенән Джеймс Максвелл рәссмиләштерә һәм артабан үҫтерә. Электромагнитлы күренештәр физикаһына Фарадейҙың индергән теоретик өлөшө үҙенең милләттәш физигы Исаак Ньютон нигеҙләгән алыҫ һәм яҡын тәьҫир принцибынан баш тартыуҙан һәм физикала хәҙер киң ҡулланылған «физик ялан» — вектор яланының көс һыҙыҡтары менән тотошлайға тулған һәм матдә менән үҙ-ара тәьҫир итешкән арауыҡтың өҙлөкһөҙ өлкәһе — төшөнсәһен ғилми әйләнешкә индереүҙән ғибәрәт.

Майкл Фарадей 1791 йылдың 22 сентябрендә Ньюнгтон-Баттсе (хәҙерге Ҙур Лондонда) тыуған.

Уның атаһы Лондон эргәһендәге биҫтәлә бай булмаған тимерсе булған. Өлкән ағаһы Роберт та тимерсе булып китә, Майклдың фәнгә ынтылышын хуплай һәм тәү осорҙа матди ярҙам итә. Фарадейҙың әсәһе, белем алмаған булһала, эшһөйәр аҡыллы ҡатын була, улы уңыштарға өлгәшеп танылыу алған көнгә тиклем йәшәй һәм уның хаҡды рәүештә менән ғорурлана. Ғаиләнең ҙур булмаған килеме Майклға урта мәктәпте тамамларға мөмкинлек бирмәй, 13 йәштән гәзит-китап таратыусы булып эшләй. 14 йәшендә китап кибетенә китап төпләүсе булып эшкә керә. Оҫтаханала ете йыл эшләү дәүере үҫмергә ҡосөргәнешле уҙаллы белем алыу йылдарына әйләнә. Был ваҡытта Фарадей үҙе төпләгән физика, химия буйынса фәнни хеҙмәттәрҙе, «Британ энциклопедияһы» быйынса мәҡәләләрҙе уҡып сығы, унда яҙылған эксперименттарҙы өйөндәге лабораторияла үзе эшләгән электростатик приборҙарҙа эшләп ҡарай.

Ҡала философия йәмғиәтендә физика һәм астрономия буйынса лекциялар тыңлау һәм бәхәстәрҙә ҡатнашыу Фарадей тормошонда мөһим этапҡа әйләнә. Аҡсаны (бер лекция өсөн бер шиллинг) ағаһынан ала. Лекцияларҙа Фарадей яяңы таныштар таба, артабан улар менән хат алыша. Һөйләү телмәрендә ҡыҫҡалыҡ һәм аҙ һүҙлелеккә ирешеү өсөн ораторлыҡ һөнәрен өйрәнә.

Йәш егеттең фәнгә ынтылышына иғтибар итеп, 1812 йылда китап төпләү өҫтаханаһына йомош менән килеүсе Лондон короллеге йәмғиәтенең ағзаһы Дено, күп химик элементтарҙы асыусы химик һәм физик Г. Дэви лекцияларына билетбүләк итә. Майкл ҡыҙыҡһынып тыңлай, һәм дүрт лекцияны ентекләп яҙып, китап итеп төпләп, Короллек институтына эшкә алыуҙарына үтенес яҙыуы менән профессор Дэвиға ебәрә. Ошо «бәләкәй һәм ҡыйыу аҙым», Майкл һүҙҙәре буйынса уның яҙмышын хәл итә. Профессор йәш кешенең киң белеменә һайран ҡала. Инситутта буш урын булмай һәм уның үтенесе бер нисә айҙан ҡәнәғәтләндерелә.

Әкренләп электромагнетизм менән мауыға башлай. 1820 йылда Х. Эрстед электр тогының магнит көсө барлығын асҡас, Фарадей электр һәм магнит менән мауыға. 1822 йылда көндәлегендә «магнитизмды электрға әйләндерергә» тигән яҙма барлыҡҡа килә.

Бер йылдан һуң Короллек институтының лаборатория директоры итеп билдәләнә, 1827 йылда кафедра профессоры итеп тәғәйенләнә.

Хеҙмәттәре




#Article 263: Ҡазан (145 words)


Ҡазан (Ҡаҙан;  قزان, ) — Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы. Рәсәй Федерацияһының Волга буйындағы ҙур иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси үҙәге.

Ҡазанда йәшәгән халыҡ һаны — 1,130 млн кеше, майҙаны — 425,3 км².
Ҡала халҡының үҫеше түбәндәге теҙемдә күрһәтелгән.

Ҡазан — күп милләтле ҡала. Унда халыҡтың күпслеге татарҙар, урыҫтар һәм сыуаштар.

Ҡазанда төрлө дин вәкилдәре, башлыса мосолмандар һәм православ христиандар, йәшәй. Шулай уҡ католиклар, йәһүҙиләр һ. б. дин вәкилдәре бар.

Апанай, Барудия, Борнай, Зәңгәр, Иҫке Таш, Нурулла, Ғәлиев, Ҡабан арты, Әзим, Әл-Мәржәни.

Ҡала менән мэр идара итә. 2005 йылдың 17 ноябренән был вазифаны Илсур Метшин башҡара.

Вокзал комплексы ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Вокзал аша йылына 8 миллион кеше үтә.

Ҡазанда 55 юғары уҡыу йорто эшләй.

Хәҙерге ваҡытта университтета 14 факультет бар, уның составына шулай уҡ А. М. Бутлеров исемендәге Химия институты, көнсығыш телдәр институты, тел институты, Яр Саллы һәм Зеленодольск ҡалаларындағы ике филиал инә.

Театр 1906 йылдың 22 декабрендә асылған. Хәҙерге бинаһында 1987 йылдан эшләй.




#Article 264: Ҡырым татарҙары теле (675 words)


Ҡырымтатар теле () — ҡырым татарҙарының милли теле. Хәҙер ул урыҫ һәм украин теле менән бер рәттән Украиналағы Ҡырым Автономиялы Республикаһының рәсми теле. Шулай уҡ Үзбәкстанда, Болгарияла, Төркиәлә, Румынияла һ. б. илдәрҙә ҡырым татарҙары диаспораһында ҡулланылған тел.

Хәҙерге ваҡытта яҡынса 260 000 ҡырым татарҙары Ҡырымда йәшәй, ә 140 000—150 000 тирәһе Урта Азияла (Үзбәкстанда һ. б. илдәрҙә) йәшәй. Сама менән Төркиәлә 5 миллион ҡырымтатар ғаиләһе бар (ҡырым татарҙары Төркиәгә XIX—XX б. эмиграция киткән). Ҡырым татарҙарының диаспоралары Румынияла (24 000 кеше), Болгарияла (3 000 кеше), Польшала, Финляндияла, АҠШта бар.

Ҡырым татарҙары теле өс диалектҡа бүленә. Ноғай йәки Дала яғы этнолекты — ҡыпсаҡ төркөмдә, Ялыбойлу () йәки Көньяҡ яр буйы этнолекты — оғуз төркөмөнә һәм хәҙерге әҙәби тел нигеҙе Урта Ҡырым диалекты —оғуз төркөмөнә инә.

Хәҙер Ҡырым Республикаһында ҡырым татарҙары теленең рәсми алфавиты — латин алфавиты. Ләкин совет ваҡытында кирил алфавиты ҡулланылған.

Â â символы хәреф булып һаналмай.

Ҡырым татарҙары телендә 8 һуҙынҡы фонема бар: 

Ҡырым татарҙары телендә 25 тартынҡы фонема бар: 

Исемдең грамматик категориялары: һан, килеш, эйәлек заты, хәбәрлек (предикативлыҡ).

Исемдәр һан менән уҙгереше:

Ҡырым татарҙары телендә 6 килеш.

Һуҙынҡы өн менән тамамлаған нигеҙле һүҙҙәрҙә:
 

Тартынҡы өн менән тамамлаған нигеҙле һүҙҙәрҙә:

Asan oğlu Üsein masalı

Bir zamanda bar eken, bir zamanda yoq eken. Bir padişalıqta Asan degen adam bar eken. Bu Asannıñ da Üsein degen bir oğlu bar eken. Üseinniñ zenaatı dağdan kiyik ayvanlarnı avlap özüne keçiniş çıqara eken. Künlerden bir kün, er vaqıtki kibi, Üsein öz oqunı alıp avlanmağa ketken. Çoq vaqıt dağ içinde dolaşsa da urmağa bir quş bile tapamağan. Üsein artıq ümütini kesip başlağan, bir vaqıtta bir terekniñ üstünde daa dünyada misli körülmegen acayip bir quş körgen. Üsein oqnıñ cayını çekip, quşnı közlep atqan. Qanatından urıp yaralağan. Quşnı urdım bellep almağa çapıp barğanda, acayip quş insan kibi söylenmege başlağan. — Ey, merametli avcı, saña yalvaram, meni öldürme. Menim canımı bağışla, belki seniñ bir keregine yararım.

Асан огълу Усеин масалы

Бир заманда бар экен, бир заманда ёкъ экен. Бир падишалыкъта Асан деген адам бар экен. Бу Асаннынъ да Усеин деген бир огълу бар экен. Усеиннинъ зенааты дагъдан кийик айванларны авлап озюне кечиниш чыкъара экен. Куньлерден бир кунь, эр вакъытки киби, Усеин озь окъуны алып авланмагъа кеткен. Чокъ вакъыт дагъ ичинде долашса да урмагъа бир къуш биле тапамагъан. Усеин артыкъ умютини кесип башлагъан, бир вакъытта бир терекнинъ устюнде даа дюньяда мисли корюльмеген аджайип бир къуш корьген. Усеин окънынъ джайыны чекип, къушны козьлеп аткъан. Къанатындан урып яралагъан. Къушны урдым беллеп алмагъа чапып баргъанда, аджайип къуш инсан киби сёйленмеге башлагъан. — Эй, мераметли авджы, санъа ялварам, мени ольдюрме. Меним джанымы багъышла, бельки сенинъ бир керегине ярарым.

Асан оғлу Үсеин масалы

Бир заманда бар экен, бир заманда йоҡ экен. Бир падишалыҡта Асан деген адам бар экен. Бу Асанның да Үсеин деген бир оғлу бар экен. Үсеинниң зенааты дағдан кийик айванларны авлап өзүне кечиниш чыҡара экен. Күнлерден бир күн, эр ваҡытки киби, Үсеин өз оҡуны алып авланмагъа кеткен. Чоҡ ваҡыт дағ ичинде долашса да урмаға бир ҡуш биле тапамаған. Үсеин артыҡ үмүтини кесип башлаған, бир ваҡытта бир терекниң үстүнде даа дүньяда мисли көрүлмеген аҗайип бир ҡуш көрген. Үсеин оҡның җайыны чекип, ҡушны көзлеп атҡан. Ҡанатындан урып яралаған. Ҡушны урдым беллеп алмаға чапып барғанда, аҗайип ҡуш инсан киби сөйленмеге башлаған. — Эй, мераметли авҗы, саңа ялварам, мени өлдүрме. Меним җанымы бағышла, белки сениң бир керегине ярарым.

Сказка об Асане сыне Усеина

Было ли то или не было, а в одном царстве жил человек по имени Асан. А у того Асана был сын по имени Усеин. Усеин занимался тем, что охотился в горах (в лесах) (букв. на дичь) и этим жил. Однажды, как и обычно, Усеин, взяв лук, пошел на охоту. Хоть и долго бродил он в горах (в лесу), но но смог найти даже птицы, которую можно было бы убить. Усеин начал было уже терять надежду, как вдруг увидел на дереве еще не виданную на свете чудесную птицу. Усеин натянул тетиву лука, прицелился и выстрелил, ранив ее в крыло. Когда он побежал за птицей, думая, что убил ее, чудесная птица заговорила по-человечески: «О милосердный охотник! Умоляю, не убивай меня. Оставь мне жизнь, может быть я тебе (еще) пригожусь».

Ҡырым татарҙары теле һәм төрөк теле бик яҡын.




#Article 265: Төркмән теле (884 words)


Төркмән теле (Төркмән теле; ) — Төркмәндәрҙең милли теле, Төркмәнстандың дәүләт теле. Төрки телдәрҙең уғыҙ төркөмөнә ҡарай. Территориаль рәүештә Төркмәнстанда, һәм шулай уҡ Иранда, Афғанстанда, Төркиәлә, Тажикстанда, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Ҡырғыҙстанда, Әзербайжанда, Рәсәйҙә (Ставрополь крайында һәм Әстерхан өлкәһендә) таралған.

Б.э. VI—VII быуаттарында көньяҡ-көнбайыш Азияға беренсе төрки телле ҡәбиләләр күренә башлай. VIII—IX быуаттарға уғыҙ ҡәбиләләре Урал тауҙары һәм Арал диңгеҙе араһындағы биләмәләрҙә урынлаша. Ошо осор тирәһендә уғыҙ атамаһы ла барлыҡҡа килгән. XIV—XV быаттарға Төркөстанда уғыҙ ҡәбиләләре шул дәрәжәлә берләшә, һәм уларҙы бер халыҡ тип атарға мөмкин булыр ине. Улар уртаҡ традицияларҙы тотһалар ҙа, төрлө ҡәбиләләрҙең ҡараштарында татыулыҡ булмаған (Төркмәнстанда бөгөнгө көнгә саҡлы  аңы йәшәй).

Классик төркмән шиғриәтенең сәскә атыуы XVIII—XIX быуаттарға тура килә. Был осорҙоң төркмән теле Дөүлетмәмет Азади, Сәйетназар Сәйди, Мәхтүмҡолой, Молланәфәс, Кемине (Мәмметвәли) һ.б. шиғриәтендә сағылған. Революцияға тиклемге төркмән халыҡ ижады өлгөләре аныҡ ҡына яҙып алынмаған, шуның өсөн һаҡланмаған; был тел тураһында ауыҙ-тел ижадына таянып ситләтелгән фекер йөрөтөү мөмкин.

XX быуат башында әҙәби төркмән теле формалаша башлай. Күп кенә сығанаҡтарҙа йә текин йә йомуд диалекттары әҙәби телгә нигеҙ булған тип раҫларға тырышһалар ҙа, хәҙерге төркмән әҙәби телендә йомуд диалекты һыҙаттары ла, текин диалекты һыҙаттары ла берләштерелгәненә дәлилдәр күп.

СССР тарҡалғандан һуң, төркмән теле Төрмәнстандың рәсми теле итеп иғлан ителә, ә 2000 йылдан башлап Төркмәнстанда бөтә рәсми документация һәм тел менән бәйле башҡа өлкәләрҙәге эшмәкәрлек тә фәҡәт төркмән телендә генә атҡарыла. 2016 йылда Төркмәнстан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң, тәүге тапҡыр «Төркмән теленең аңлатмалы һүҙлеге» (50 меңгә яҡын һүҙ) һәм «Төркмән теленең орфографик һүҙлеге» (110 меңгә яҡын һүҙ) баҫылып сыға.

Төркмән телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — 7 млн кешегә яҡын, һәм уларҙың күпселеге Төркмәнстан Конституцияһы төркмән теле дәүләт теле итеп нығытылған Төркмәнстанда йәшәй.

Төркмән теле күп һанлы диалекттарҙан тора. Нигеҙҙә, улар ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә иң әһәмиәтле диалекттар: йомуд (көнбайыш райондар һәм Ташауз округының күпселек өлөшө (хәҙерге Дашогуз виләйәте)), текин (Ҡазил-Авраттан алып Байрам-Алиға тмиклем, үҙәк өлөшө), гоклен (Мәхтүмҡолой этрабы), салыр (Йөлөтен этрабы һәм Тагтабазар этрабы) һәм эрсари (көнсығыш райондары) диалекттары инә. Икенсе төркөмгә Иран һәм Үзбәкстан (нохурли, анаули, хасарли, нерезим һ.б. диалекттар) сиктәре буйлап урынлашҡан биләмәләргә ҡараусы байтаҡ ваҡ диалекттар инә.

Фонетик составы буйынса беренсе төркөм диалекттары бөтөнләй тиерлек . Ирен сингармонизмына ҡағылғанда, йомуд һәм эрсари диалекттарында ул ныҡ һиҙелмәһә лә, башҡа диалекттарҙа (бигерәк тә гоклен һәм текин) ирен сингармонизмы һүҙҙең бөтә нигеҙенә тарала, ә ваҡыты менән хатта һүҙ үҙгәрттеүсе аффикстарҙы ла йәлеп итә.

Икенсе төркөм диалекттары, фонетика өлкәһендә күп һанлы айырмалыҡтары булғанлыҡтан, беренсе төркөм диалекттарынан  тора. Мәҫәлән, был диалекттарҙың күпселегендә аҙаҡҡы [k] [θ]-гә һәм [ð]-гә күсә. Төркмән теленә хас булмаған тартынҡыларҙың палатализацияһы күҙәтелә, шулай уҡ йыш ҡына сингармонизм законы боҙола.

Ставрополь төркмәндәренең диалекты трүхмән теле тип атала.

Төркмән теле яҙмаһын яҙыр өсөн ғәрәп алфавиты әлегә тиклем Иранда, Ираҡта һәм Афғанстанда ҡулланыла.

Кириллик алфавит проекты тәүге тапҡыр 1940 йылдың апрелендә баҫылып сыға, һәм май айында Төркмән СССР-ы Халыҡ Комиссарҙары республиканың бөтә дәүләт һәм йәмәғәт учреждениеларының яңы алфавитҡа күсеүе тураһында постановление сығара.

Кирилл алфавиты Төркмәнстанда 1993 йылға тиклем ҡулланыла. Төркмәнстан сиктәренән башҡа төбәктәрҙә төркмән телендә яҙыр өсөн кириллица әлеге көндә лә ҡулланыла.

СССР тарҡалғандан һуң, 1992 йылда, төркмән телен латин алфавитына күсереү масатында бер нимә проект төҙөлә, һәм шуның береһе «Türkmenistan» гәзитендә лә баҫылып сыға.

Тиҙҙән был алфавит урынына хәҙер ҙә ҡулланылған икенсе вариант тәҡдим ителә. 2000 йылдан алып был алфавит Төркмәнстандың бөтә рәсми өлкәләрендә лә ҡулланылған берҙән-бер алфавит була.

Төркмән теленең поссесив исем төркөмөндә иң  икеләтә двойное маркирлау тора:

Adam-yň jaý-y

Кеше-GEN өй-POSS.3SG

Шулай уҡ -ky аффиксын ҡушып,  маркирлауы булыуы мөмкин, ләкин ул күпкә һирәгерәк осрай:

Jaý adam-yň-ky

өй кеше-GEN-ABS.POSS

Предикацияла  маркирлауы ҡулланыла:

Erkek aýal-a hat-y ýaz-dy-Ø

Ир кеше-NOM ҡатын-DAT хат-ACC яҙҙы-PST-3SG

Төркмән телендә грамматик мәғәнәләрҙе белдереүҙең синтетик формалары өҫтөнлөк итә:

Men ukla-mag-y gowy gör-ýär-in

Мин-NOM йоҡларға-INF-ACC яҡшы ҡарарға-PRS-1SG

Ролле кодировка тибы — Төбәү килеш (аккузатив):

Кеше-NOM йоҡларға-PST-3SG

Кеше-NOM йүгерергә-PRS-3SG

Кеше-NOM эт-ACC һуғырға-PST-3SG

Һөйләмдең төп киҫәктәрендә һүҙҙәрҙең  тәртибе — SOV:

Aýal geýim-i al-dy-Ø

Ҡатын-NOM кейем-ACC алырға-PST-3SG

Күпселек төрки телдәрҙәге кеүек, төркмән телендә лә агглютинация күҙәтелә. Морфемалар фузияға тарттырылмай:

Men gör-ýär-in pişik-ler-i

Мин-NOM күрергә-PRS-1SG бесәй-PL-ACC

Ябай телмәрҙә фузия күҙәтелеүе мөмкин:

Men gör-ýän pişik-ler-i

Мин-NOM күрергә-PRS.1SG бесәй-PL-ACC

Төркмән теленең вокализм системаһы 9 һуҙынҡы фонеманан тора:

Төркмән телендә оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар бар; оҙонлоҡ ҡайһы берҙә һүҙҙең мәғәнәһенә йоғонто яһай:

Төркмән теленә уркменского алғы/алғы түгел һуҙынҡыларҙың сингармонизмы хас. Әгәр һүҙ формаһында беренсе һуҙынҡы фонема алғы рәттеке (e, i, ä, ü) икән, был һүҙ формаһында ҡалған һуҙынҡылар ҙа алғы рәттеке булырға тейеш. Әгәр һүҙ формаһында беренсе һуҙынҡы фонема алғы рәттеке түгел икән, был һүҙ формаһында ҡалған һуҙынҡылар ҙа алғы түгел рәттеке булырға тейеш. Һәр һүҙҙәр төркөмө өсөн (һуҙынҡыларҙың алғы һәм артҡы рәте) үҙенә генә хас, сингармонизм законына ҡаршы килмәҫлек, һүҙ үҙгәртеүсе аффикстар йыйылмаһы бар. Бары тик үҙләштерелгән һүҙҙәр генә был ҡанунилыҡтан тайпыла.

Консонантизм системаһы 26 тартынҡыны үҙ эсенә ала:

Фонетик яҡтан төркмән теле башҡа төрки ғаиләһе телдәренән (башҡорт теленән башҡа) бик мөһим булмаған ваҡлыҡтар менән айырыла. S һәм Z (теләһә ниндәй позицияла ла) — тешкә-теш, йәғни һаңғырау теш фрикатив тартынҡы θ һәм яңғырау теш фрикатив тартынҡы — ð; 1-се ижектең «киң» һуҙынҡыларынан һуң иренләшкән ассимиляция (dogan («бер туған эне») тип яҙғанды doga°n тип әйтеү) һ. б. Текин диалектына «эске флексия йәғни ялғау» осраҡтары хас: durar тиер урынға — dūr «ул тора», geler тиер урынға gēr — «ул килер» һ. б. Несовершенный видтағы сифат ҡылымдан причастие башҡа (alýān «алыусы», berýēn «биреүсе»), шулай уҡ совершенный видтағы сифат ҡылымдар бар (alan «алған», beren «биргән»).

Төркмән теле һүҙлегендә ғәрәп һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һиҙелерлек күп булыу сәбәпле, сәйәси күҙлектән сығып, совет осоронда терминологик төҙөлөш һәм асыҡтан-асыҡ руслаштырыу яғынан көрәш алып барылған.




#Article 266: Пушкин Александр Сергеевич (539 words)


Пушкин Александр Сергеевич (; 6 июнь 1799 йыл — 10 февраль 1837 йыл ) — бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург, рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Империяһы Фәндәр Академияһы ағзаһы.

Александр Сергеевич Пушкиндың тамырҙары легенда буйынса Ратшаға барып олғашҡан Пушкиндарҙың күп тармаҡлы титуллаштырылмаған дворян ырыуына барып тоташа. Пушкин үҙенең килеп сығышы хаҡында шиғри формала ла, прозала ла күп яҙа; ул үҙенең ата-бабаларын боронғо ырыу, иленә тоғро хеҙмәт итеүсе, ләкин хакимдарҙың миһырбанлығын яулай алмаған һәм «ҡыуылып йөрөгән» ысын «аристократия» өлгөһө итеп күрә. Петр I тәрбиәләнеүсеһе һәм ялсыһы, ә аҙаҡтан хәрби инженер һәм генерал булып киткән, әсәһе яҡлап олатаһы — африканлы Абрам Петрович Ганнибал образына (шул иҫәптән ижади формала) мөрәжәғәт итеүе бер тапҡыр ғына булмай.

Атаһы яҡлап олатаһы Лев Александрович — артиллерия полковнигы, гвардия капитаны. Атаһы — Сергей Львович Пушкин (1767—1848), һүҙ оҫтаһы, һәүәҫкәр шағир. Пушкиндың әсәһе — Надежда Осиповна (1775—1836) Ганнибалдың ейәнсәре. Атаһы яҡлап туғаны Василий Львович (1766—1830), Карамзин даирәһендә билдәле шағир. Сергей Львович менән Надежда Осиповна ғаиләһендә Александрҙан башҡа ҡыҙҙары Ольга (кейәүҙә — Павлищева, 1797—1868) һәм улдары Лев (1805—1852) иҫән ҡала.

Пушкин 1799 йылдың 26 майында (6 июнь) Мәскәүҙә тыуа. Елеховта Богоявление сиркәүенең метрика китабында (хәҙер уның урынында Елоховтың Богоявление соборы урынлашҡан) 1799 йылдың 8 июненә башҡалар менән бер иҫәптән ошондай яҙыу тура килә:
Майҙың 27-һе. Колеж регистраторы Иван Васильевич Скварцов урамында унда йәшәүсе Моёр Сергий Львович Пушкиндың улы Александр тыуҙы. Июндең 8-дә суҡындырылды.

Белмәйем, минең оло ейәнемдән кем сығыр. Малай аҡыллы һәм китап уҡырға әүәҫ, тик насар уҡый, дәресен һирәк осраҡта еренә еткерә: йә уны ҡуҙғатып булмай, балалар менән уйнарға ҡыуып та сығара алмаҫһың, йә ул кинәт ҡуҙғып китә, бер нисек тә тынысландырып булмай, үҙен бер сиктән икенсеһенә ташлай, урталыҡ юҡ унда.

Пушкин 1811 йылдың 19 окбярендә асылған Царскосельск лицейында алты йыл ғүмерен үткәрә. Бында йәш шағир 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларын кисерә. Шунда уҡ уның тәүге тапҡыр шиғри һәләте асыла һәм юғары баһалана. Лицейҙа үткән йылдар, ундағы дуҫлыҡ тураһында хәтерләүҙәр шағир күңелендә мәңгегә һаҡланып ҡала.

Лицейҙа уҡыу осоронда Пушкин күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә. Уны баласағында атаһының библиотекаһында уҡыған китаптары аша ижадтары менән танышҡан ХVII-ХVIII быуат француз шағирҙары илһамландыра. Вольтер һәм Парни йәш Пушкиндың яратҡан авторҙары була. Уның башланғыс лирикаһында француз һәм рус классицизмы традициялары ҡушыла. Еңел шиғриәттә танылған мастер Батюшков һәм романтизм башлығы Жуковский Пушкин-шағирҙың тәүге уҡытыусылары була. 1813—1815 йылдар осорона ҡараған Пушкин лирикаһы тормош шатлыҡтары менән ләззәтләнеүгә сарсауҙы һүрәтләгән ғүмерҙең бик тиҙ үтеүе мотивтары менән һуғарылған. 1816 йылдан алып, Жуковский артынса, ул элегияларға мөрәжәғәт итә, был жанрға характерлы булған яуапһыҙ мөхәббәт, йәшлектең үтеүе, күңелдең һүрелеүе кеүек мотивтарҙы үҫтерә. Пушкин лирикаһы әле был ваҡытта башҡаларҙыҡына оҡшаш, әҙәби шартлылыҡ һәм штамптар менән тулы, шуға ҡарамаҫтан ул ваҡытта уҡ ижад итә башлаусы шағир үҙенсәлекле юл һайлай. Камерный шиғриәт менән генә сикләнмәй, Пушкин ауырыраҡ, мәғәнәлерәк темаларға мөрәжәғәт итә. Державиндың фатихаһын алған «Батша ауылында хәтерләүҙәр»(1814), Пушкин был шиғырын 1815 йыл башында Державин булғанда уҡый, 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡиғаларына бағышланған. Был шиғыр 1815 йылда «Рәсәй музеумы» журналында авторҙың тулы исеме аҫтында баҫтырылып сыға. Ә Пушкиндың «Лициния» мөрәжәғәтендә Рәсәйҙең ул саҡтағы тормошо сағылыш таба, «деспоттың яратҡаны» образында Аракчеев күрһәтелә. Ижад юлының башында уҡ ул үткән быуаттың рус сатирик яҙыусылары менән ҡыҙыҡһына. «Фонвизин күләгәһе» (1815) сатирик поэмаһында Фонвизиндың йоғонтоһо һиҙелһә, «Бова»(1814), «Безверие» әҫәрҙәре Радищев ижады менән бәйле.

Пушкиндың бер нисә псевдонимы булған: Александр НКШП, Иван Петрович Белкин, Феофилакт Косичкин (журналдарҙа) , P., Ст. Арз. (Старый Арзамасец), А. Б.




#Article 267: Исаак Ньютон (311 words)


Исаа́к Нью́тон (, 1752 йылға тиклем ғәмәлдә булған Юлиан календары буйынса 1642 йылдың 25 декабрендә тыуған, 1727 йылдың 20 мартында вафат булған, йәки Григориан календары буйынса 1643 йылдың 4 мартында тыуған, 1727 йылдың 31 мартында вафат булған) — инглиз физигы, математигы һәм астрономы, классик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе; кешелек тарихында «механика фәненең атаһы» тигән маҡтаулы исем менән танылған бөйөк инглиз ғалимы. «Тәбиғи фәлсәфәнең математик нигеҙе» тигән хеҙмәттә
гравитация(бөтә ғаләм тартылыу законын)  һәм механиканың өс законын асып, классик механикаға нигеҙ һала.

Исаак Ньютон Англияла граждандар һуғышы (1642-1648) башланыр алдынан, Галилео Галилей (1564-1642) үлгән йылда, Вульстроп ауылында (, Линкольншир графлығында) хәлле ваҡ фермер ғаиләһендә донъяға килә. Ньютондың атаһы улы тыуғансы вафат була. Малай  ваҡытынан алда тыуа, сирләшкә була. Бер аҙна буйы ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, уны суҡындырырға ла баҙнат итмәйҙәр. Әммә малай иҫән ҡала, һәм уға атаһының хөрмәтенә Исаак тип исем ҡушалар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул 84 йыл йәшәй.

Ньютон үҙенең сығышын Шотландия дворяндарынан тип иҫәпләй, әммә тарихсылар уның ата-бабалары 1524 йылда ярлы крәҫтиән булыуҙарын асыҡлай.

Уның физика, математика, астрономия өлкәләрендә яһаған асыштары, ҡаҙаныштары һанап бөтөргөһөҙ, һәм улар береһенән-береһе мөһимерәк. Ньютон — механика һәм астрономия фәндәренә теоретик нигеҙ һалыусы. Ул — ғаләмдәге есемдәрҙең үҙ-ара тарту көсө законын, математикала (Г. Лейбниц менән бер дәүерҙә) интеграл һәм дифференциал мөнәсәбәтендәге законсылыҡтарҙы асыусы ла, көҙгөлө телескопты уйлап табыусы ла, оптика буйынса күп кенә эксперименталь хеҙмәттәр авторы ла. И. Ньютон, фәндә беренсе булып, яҡтылыҡтың матдәсел, корпускуляр сифатын һәм уның (яктылыктың) бүленеү (дисперсик) сифатын да аса. Ньютон матдәләрҙең сикһеҙ ваҡ ҡына өлөшсәләрҙән (атомдарҙан), һуңғыларының артыҡ бүленмәҫ киҫәксәләрҙән торғанлығы тураһында ла ҡараштарын белдерә. 

Исаак Ньютонды хаҡлы рәүештә бөйөк һәм мәшһүр ғалим итеп танытҡан асыштары механика фәне өлкәһенә ҡарай. Ул — хәрәкәттең атаҡлы өс законын асҡан ғалим. Уларҙың

Был һәм башҡа ошондай асыштарҙың әһәмиәте астрономия, физика, механика, математика һ. б. фәндәрнең киләсәк үҫеше өсөн генә түгел, бәлки, ғөмүмән донъяның барлыҡ законлылыҡтарын өйрәнеү өсөн дә тейешле нигеҙ, шулай ук этәргес көс булыуҙа тип һанарға кәрәк.




#Article 268: Тел ғилеме (1004 words)


Лингвистика ( — тел),  —  тел ғилеме, телдәрҙе өйрәнеүсе фән.

Лингвистика — кешенең тәбиғи теле һәм уның айырым вәкилдәре булараҡ донъялағы бөтә телдәр тураһындағы фән.
Киң мәғәнәлә лингвистика  фәнни һәм ғәмәли өлөшкә бүленә. Йыш ҡына лингвистика тигәндә фәнни лингвистика ҡарала. Тамғалар тураһындағы  семиотика фәненең бер өлөшө булып тора.
Лингвистика менән профессиональ кимәлдә лингвист-ғалимдар шөғөлләнә.

Лингвистика ғәмәлдәге (булған һәм киләсәктә буласаҡ) телдәрҙе генә түгел, ғөмүмән кеше телен дә өйрәнә. Лингвист телде туранан-тура күҙәтә алмай; лингвист телде телмәр факттары йәки тел күренештәре, йәғни йәнле телдә һөйләшеүселәрҙең телмәр акттары (тере телдәрҙә) йә  тел материалы (үле телдәрҙәге яҙма текстар) аша өйрәнә.  

Лингвистика үҙ эсенә телмәр факттарын күҙәтеү, теркәү һәм тасүирлауҙы; был факттарҙы аңлатыу өсөн гипотезалар тәҡдим итеүҙе; телде тасуирлаусы теориялар һәм моделдәр рәүешендә гипотезалар формалаштырыуҙы; гипотезаларҙы эксперименттар аша тикшереү һәм кире ҡағыуҙы, һөйләм тәртибен фаразлауҙы ала. Телмәр факттары эстән (тел факттары аша) йә тыштан (физиологик, психологик, логик йә социаль факттар аша) аңлатыла ала.

Телдең кибернетик моделдәре кеше телмәренә ни тиклем оҡшаш булыуына ҡарап тикшерелә; үле телдәрҙең тергеҙелеү дөрөҫлөгө археологик ҡаҙаныуҙар барышында әленән-әле табылып торған боронғо текстарға таянып тикшерелә.

Гуманитар фәндәрҙең байтаҡ принципиаль сифаттарына эйә дисциплина булараҡ, лингвистика йыш ҡына танып белеү субъектын (йәғни лингвистың психикаһын) танып белеү объектынан (өйрәнелеүсе телдән) айырып ҡарамай, айырыуса лингвист үҙенең туған телен өйрәнгәндә был күренеш бик көслө. Телгә нескә интуицияһын (телгә ҡарата һиҙгерлекте) тел рефлексияһы (телгә һиҙгерлек тураһында уйланыу һәләте) менән берләштерелгән кешеләр йыш ҡына лингвист булып китә. Рефлексияға таянып тел тураһында мәғлүмәт алыу интроспекция тип атала.

Лингвистика киң мәғәнәлә (телде танып белеү һәм  был танып белеү һөҙөмтәләрен башҡа кешеләргә тапшырыу) түбәндәге бүлектәргә бүленә:теоретик лингвистика: лингвистик теориялар төҙөүҙе күҙҙә тотҡан фән;

ҡулланма лингвистика: телде өйрәнеүгә бәйле ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, шулай уҡ  лингвистик теорияны башҡа өлкәләрҙә ғәмәли ҡулланыуҙа махсуслаша;

эмпирик лингвистика: телмәр конструкцияларын һәм текстарҙы анализлау юлы менән материал ала.

Теоретик лингвистика тел ҡанундарын өйрәнә һәм уларҙы теория итеп формалаштыра. Теоретик лингвистика түбәндәгеләргә бүленә:

норматив лингвистика: нисек һөйләргә һәм нисек яҙырға өйрәтә.
Барлыҡ донъя телдәренең дә уртаҡлыҡтары бар:

Дөйөм лингвистика: барлыҡ телдәрҙең дөйөм һыҙаттарын, анализлау ысулдарын һәм лингвистик төшөнсәләрҙе өйрәнә.

Айырым лингвистика: туғандаш телдәр төркөмөн йәки айырым телде өйрәнә, шулай уҡ үҙ-ара аралашҡан ике телде өйрәнә. Русистика, японистика тигән айырым бүлексәләргә, туғандаш телдәр өсөн, әйтәйек,  славянистика, романистика, тюркология кеүек төркөмдәргә бүленә. Мәҙәни, географик йәки топологик яҡынлыҡ буйынса балканистика, кавказ телдәрен өйрәнеү кеүек бүлексәләр бар.

Тел белеменең ҡулланма даирәһе борондан уҡ күп төрлөлөгө менән айырылып торған. Шуларҙың иң боронғолары — яҙма (графика), туған телгә һәм башҡа телдәргә өйрәтеү — лексикографика.
Артабан тәржемә, дешифровка, орфография, транслитерация, терминологиялар төҙөү кеүек тармаҡтар барлыҡҡа килгән. Дәүләттең тел сәйәсәтендә ҡатнашыу — ҡулланма лингвистиканың төп йүнәлеше.

Ғәмәли лингвистика, фәнни лингвистиканан айырмалы, балаларҙы туған телгә өйрәтеү, сит телдәрҙе өйрәнеү, тәржемә эше, сит телдәрҙе уҡытыу, әҙәби мөхәррирләү, корректура, логопедия, нәфис һүҙ, терминология, тел сәйәсәте, грамотаға өйрәтеү кеүек эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала. Был эшмәкәрлектең күпселеге фәнни лингвистикалағы кеүек һәләт һәм һөнәри әҙерлек талап итә.
Был эшмәкәрлектең һәр береһе фәнни лингвистикала сағылыш таба.

Эмпирик лингвистика тел буйынса мәғлүмәттәрҙе түбәндәге өс юл менән ала:

Интроспекция ысулы, уға интроспектив лингвистика нигеҙләнә.

Эксперимент ысулы (лингвистик эксперимент), йәғни йәнле һөйләштәр йөрөтөүселәрҙе күҙәтеү аша, бының менән эксперименталь лингвистика шөғөлләнә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, уға түбәндәгеләр инә:

ялан лингвистикаһы, йәғни лингвист эйә булмаған һөйләштәрҙе йөрөтөүселәрҙе күҙәтеү;

инструменталь лингвистика, йәғни төрлө приборҙар, шул иҫәптән тауыш яҙҙырыу техникаһын ҡулланыу;

нейролингвистика, йәғни туранан-тура кеше мейеһе менән  эксперименттар үткәреү.

Филологик ысулдар, йәғни үле яҙма телдәр материалын йыйыу һәм яҙма ҡомартҡыларҙы мәҙәни-тарихи бәйләнештәрҙә өйрәнеүсе филология  менән хеҙмәттәшлектә эшләү.

Тасуирлау яҙма телмәрҙе һәм һөйләү телмәрен иғтибар үҙәгенә ала; «дөрөҫ» тел (тел нормалары) менән генә сикләнеүе лә,  нормаларҙан тайпылыуы ла ихтимал (ябай һөйләш/просторечие); телдең бөтә төр йәшәү рәүештәренә хас булған законсалыҡтарҙы тасуирлауы  ла, телгә ҡарамаған факторҙарға бәйле, тел варианттары араһында һайлау ҡағиҙәләрен үҙ эсенә алыуы ла мөмкин.

Бер тел лингвистикаһы (иҫкерәк терминологияла — тасуирлау лингвистикаһы) бер телде тасуирлау менән сикләнә, ләкин уның эсендә   төрлө тел аҫсистемаларын айырырға һәм улар араһындағы оҡшашлыҡтар һәм айырмалар нисбәтен өйрәнергә мөмкин. Мәҫәлән, диахроник лингвистика тел тарихындағы ваҡыт ҡатламдарын өйрәнә, юғалтыуҙарҙы һәм яңылыҡтарҙы барлай; диалектология уның территориаль варианттарын өйрәнә, айырмаларҙы асыҡлай; стилистика телдең функциональ төрҙәрен өйрәнә, улар араһындағы оҡшашлыҡтарҙы һәм айырмаларҙы аса һәм башҡалар.

Сағыштырма лингвистика телдәрҙе бер-береһе менән сағыштыра. Уға түбәндәгеләр инә:

компаративистика (тар мәғәнәлә), йәки сағыштырма-тарихи тел белеме, ул туғандаш телдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә;

контактология һәм ареал лингвистикаһы (ареалогия), ул күрше телдәрҙең бер-береһенә йоғонтоһон өйрәнә;

йәнәш сағыштырыу лингвистикаһы, ул телдәрҙең оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын өйрәнә (туғанлығына һәм күршелегенә бәйһеҙ рәүештә).

Сағыштырма-тарихи тел белеме телдәрҙең тарихын өйрәнеү һәм уларҙың  генеалогик бәйләнештәрен асыҡлау менән шөғөлләнә. Лингвистиканың был бүлеге телдең ниндәй ҙә булһа тарихи дәүерҙәрге, бер быуын тормошондағы хронологик ҡырҡымын йәки телдең быуындан-быуынға нисек үҙгәреүен һүрәтләй ала.

Тел лингвистикаһы телде код рәүешендә, объектив йәшәүсе социаль нығытылған билдәләр һәм уларҙы ҡулланыу ҡағиҙәләре системаһы  итеп ҡарай. Телмәр лингвистикаһы телмәр эшмәкәрлеген өйрәнә. 

Лингвистикала уның предметтарының төрлө яҡтарына бәйле бүленеш тә бар. Мәҫәлән,

Грамматика эсендә морфология (һүҙҙең грамматик үҙенсәлектәре тураһындағы фән) һәм синтаксис (һөйләмдәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең грамматик үҙенсәлектәре тураһындағы фән) айырып ҡарала.

Был дисциплиналар бер-береһенән телдең төрлө кимәлдәрендәге берәмектәрҙе өйрәнеүгә йүнәлеш тотоуы менән айырыла:

фонетиканың предметы тип телмәр өндәре, уларҙың билдәләре һәм кластары, фонемалар һәм улар араһындағы мөнәсәбәттәр, шулай уҡ   просодика күренештәре — ижек төҙөлөшө,  телмәр такты төҙөлөшө һәм унда баҫымдың роле,  интонация, йәғни һүҙбәйләнештәрҙе һәм һөйләмдәрҙе  тауышҡа һалыу ҡағиҙәләре иҫәпләнә.

Графика яҙма телдең  элементар берәмектәре — графема, хәреф, иероглифтарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнә.

морфология берәмектәре — морфема һәм һүҙ, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре  (иң ябай сигнификатив берәмектәрҙән (морфемалар) номинатив берәмектәр  (һүҙ формаһы) яһау һәм, киреһенсә, һүҙ формаларын морфемаларға тарҡатыу).

Синтаксис берәмектәре — принято считать структуру таких конструируемых единиц языка, ирекле һүҙбәйләнеш (тәүкоммуникатив ҡоролма берәмеге) һәм ирекле һөйләм (коммуникатив ҡоролма берәмеге), һуңғы ваҡыттарҙа шулай уҡ ҡатмарлы синтаксик бөтөн ҡоролма кеүек телдең ҡоролма структуралары һәм, әлбиттә, текст. Синтаксистың иң кескәй берәмеге — һүҙ формаһы һәм уның синтактикаһы (йәғни уның ярашыусанлыҡ үҙенсәлектәре) — инвентарь номинатив берәмек һәм шул уҡ  ваҡытта морфологияның иң ҙур берәмеге лә.

Семантика берәмектәре — бер яҡтан, ябай берәмектәр — мәғәнәләр һәм уларҙың компоненттары,  төрлө билдәләре  (семалар), икенсе яҡтан, был ябай берәмектәрҙән ҡатмарлы йөкмәткеле берәмектәр — эстәлектәр.

Прагматика берәмектәре — кеше әйткәндәр — теге йәки был шарттарҙа, билдәле бер ысынбарлыҡҡа бәйле, аралашыу барышында  ҡатнашыусылар тарафынан ниндәй ҙә булһа маҡсатҡа өлгәшеү (мәҫәлән, хәбәр итеү) өсөн әйтелгән телмәр акттары, шулай уҡ әйтелеүсе берәмектәрҙе төҙөү һәм аңлауҙың  универсаль ҡағиҙәләре.

 
Категория:Тел ғилеме Категория:Гуманитар фәндәр




#Article 269: Бөйөк депрессия (1887 words)


Бөйө́к депре́ссия () — Икенсе донъя һуғышына тиклем ун йылға һуҙылған донъя кимәлендәге иҡтисади рецессия. Бөйөк депрессия төрлө илдә төрлө ваҡытҡа тура килә. Күп илдәрҙә башлыса 1929 йыл тирәһендә башлана, 1930 йылдар аҙағында, 1940 йылдар башында тамамлана (иң көслө осоро 1929—1933 йылдарға тура килә). Ул 20-се быуаттағы иң оҙон, донъя буйлап иң ныҡ таралған, иң тәрән депрессия була.

Рецессия Америка Ҡушма Штаттарында 1929 йылдың 24 октябрендә фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүенән башлана (был көн Ҡара шишәмбе исеме аҫтында билдәле), һәм тиҙ арала донъяның һәр иленә тиерлек тарала. Ул башлыса Көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә ҡағыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа төшә, эшһеҙлек кимәле күпкә арта.

Ҡайһы бер илдәр 1930 йылдың урталарына аяҡҡа баҫа башлай, әммә күпселек илдәрҙә рецессия Икенсе донъя һуғышына тиклем дауам итә.

Хатта 1929 йылдағы Уолл-Стрит ваҡиғаһынан һуң да күпмелер ваҡыт иҡтисади хәлдең яйланыуына ышаныс һаҡлана. Фонд биржаларының эшмәкәрлеге 1930 йылдарҙың башында тергеҙелә һәм 1929 йылдың апреле кимәленә әйләнеп ҡайта, был 1929 йылдың сентябре кимәленән 30 процентҡа тиерлек ҡайтыш була. Килемдәрен акцияларҙа тотҡан кешеләр байтаҡ аҡса юғалта. Улар артынса банктар юҡҡа сыға башлай — уларҙан аҡса алып тороп акция һатып алыусылар бурыстарын ҡайтара алмай. Бынан тыш, банктарҙың ябылыуынан ҡурҡҡан халыҡ депозиттарҙа һаҡлаған аҡсаларын кире ала башлай, был банктарҙың артабан юҡҡа сығыуына килтерә. Банктарҙың ярҙамынан яҙған ойошмалар ябыла, кешеләр күпләп эшһеҙ ҡала башлай. Халыҡтың һатып алыу мөмкилеге ҡырҡа кәмей, ауыл хужалығы, сәнәғәт тауарҙары һәм башҡа төр тауарҙарға хаҡтар төшә. 1930 йылдың аҙағынан иҡтисади хәл туҡтауһыҙ насарая, был 1933 йылдың мартына тиклем дауам итә.

Рецессия — баҙарға сығарылған тауарҙар һәм уларҙы һатып алыу күләме араһында булған тигеҙһеҙлек арҡаһында ғәҙәттә була торған хәл. Башлыса тыныс һәм ҡыҫҡа үтеүсән рецессияның ни сәбәптән тәрән һәм оҙайлы депрессияға әйләнеүе ҡыҙыҡһыныу һәм бәхәстәр нигеҙе булып тора. Был депрессияның башланыу сәбәптәрен эҙләү буласаҡ депрессияларҙы нисек булдырмаҫҡа тигән һорау менән тығыҙ бәйле. Төп һорауҙарҙың береһе — депрессия башланыныуына нығыраҡ ирекле баҙар сәйәсәтеме, әллә банктар һәм аҡса әйләнешен дәүләт ҡарамағына алыу өсөн үткәрелгән саралар йоғонто яһағанмы? Дәүләттең иҡтисад үҫешендә роле ҙур булыуына ышаныусылар ирекле баҙарҙы, ә ирекле баҙарға ышаныусылар хакимиәтте ғәйепле итеп күрә.

Йәшәп килгән теориялар өс төп төргә бүленә ала. Беренсеһе — монетаристар, улар улар Бөйөк депрессия ғәҙәти рецессия булараҡ башлана, әммә яңылыш монетар сәйәсәт арҡаһында ҡулланыуҙа булған аҡса күләме кәмей һәм был рецессияның тәрәнәйенеүенә килтерә, тип иҫәпләй. Был ҡараш буйынса, әгәр Американың Федераль резерв системаһы ваҡытында банктарға ярҙам күрһәтһә, улар күпләп банкротҡа әйләнеүҙән туҡтар ине.

Икенсе төркөмдә Кейнсиан теорияһы айырыуса мөһим. Был теория буйынса, сәнәғәт үҫешкән һайын, баҙарҙа яңы тауарҙар арта бара, әммә халыҡтың һатып алыу мөмкиллеке үҙгәрмәй, был дефляцияға — хаҡтарҙың төшөүенә килтерә. Һөҙөмтәлә, банктар һәм сәнәғәт ойошмалары юҡҡа сыға, иҡтисад үҫеше туҡтай. Был төркөмгә шулай уҡ донъя баҙары тарҡалыуын, инвестицияларҙың кәрәк кимәлдән артыуын, банкирҙарҙың спекулятив сәйәсәт алып барыуын, хакимиәт башлыҡтарының белдекһеҙлеген төп сәбәп итеп күреүселәр керә.

Ахырҙа, был ике теорияның аңлатмаһын тулыһынса ҡабул итмәгән йә иһә бөтөнләй кире ҡаҡҡан төрлө теориялар йәшәп килә. Мәҫәлән, яңы классик макроэкономистар дәүләттең иҡтисадты үҙ ҡарамағы аҫтына алыуы баҙарҙың ирекле үҫешенә ҡамасаулай, был депрессияның оҙаҡҡа һуҙылыуына килтерә, ә профсоюздар барлыҡҡа килеүе эшһеҙлек үҫешенә булышлыҡ итә, тип иҫәпләй. Марксистар көрсөк башланыуында капиталистик ҡоролоштоң үҙен ғәйепләй.

Ул ваҡытта әйләнештәге аҡса күләме алтын запастарына бәйле була, был монетар система Алтын стандарт тип атала. Аҡса күләмен арттырыу өсөн, депрессияға ҡаршы сара итеп Алтын стандарттан баш тарталар. Төрлө ил төрлө ваҡытта был монетар системаны ҡулланыуҙан туҡтай, һәм төрлө илгә был төрлөсә йоғонто яһай.

Артабанғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ни тиклем теге йәки был ил иртәрәк Алтын стандартты ҡулланыуҙан туҡтаған, шул тиклем ул депрессиянан иртәрәк сыҡҡан. Мәҫәлән, Бөйөк Британия һәм Скандинавия, 1931 йылда стандарттан баш тартып, Бельгия һәм Франциянан күпкә иртәрәк депрессиянан сыға башлаған. Ҡытай һымаҡ көмөш стандарт тотҡан илдәрҙе депрессия бөтөнләй ҡағылмай тиерлек.

АҠШ-та рецессия 1929 йылдың авгусында уҡ башлана. Сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар 1930 йылдан 80 процентҡа, ауыл хужалығы тауарҙарына — 53 процентҡа төшә. Президент Герберт Гувер депрессияға ҡаршы төрлө программаларҙы ғәмәлгә керетә башлай, әммә уларҙың барыһы ла тиерлек уңышһыҙлыҡа килтерә. 1930 йылдың июнендә Конгресс Смут-Хоули тариф актын раҫлай, был акт буйынса ситтән индерелгән тауарҙарға тариф күтәрелә. Был акттың төп маҡсаты — сит ил тауарҙарҙың хаҡын күтәреп, Америкала етештерелгән тауарҙар һатыу күләмен арттырыу була. Быға яуап итеп, бүтән илдәр Америка тауарҙарына тарифты күтәрә, был донъя баҙарын ҡаҡшатып, депрессияның көсәйеүенә килтерә.

Президент Гувер һәм Конгресс тимер юлдары, финанс институттарға, артабан ауыл хужалыҡтарына, йәмәғәт эштәренә ярҙам күрһәтеү өсөн Финанс тергеҙеү корпорацияһы булдыра, яңы өйҙәр төҙөүгә булышлыҡ итеү өсөн Федераль торлаҡ банкы актын ҡабул итә. Әммә иҡтисад күрһәткестәре кәмегәндән-кәмей бара, хаҡтар төшөүен дауам итә, эш менән тәьмин итеү насарая, был сәйәси үҙгәрешкә килтерә, — 1932 йылда президентлыҡ Франклин Рузвельт ҡулына күсә.

Рузвельт Яңы курс тип аталған реформалар теҙмәһен башлай. 1933 йылда ҡабул ителгән Ҡиммәтле ҡағыҙҙар акты ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнешен төрлө яҡлап контроль аҫтына ала. Гласс-Стигалл законы һәм Федераль депозиттар страховкалау корпорацияһы банк депозиттарын страховкалауҙы үҙ өҫтөнә ала.

Шул ваҡытта барлыҡҡа килгән Милли тергеҙеү админстрацияһының законлы булыуы әлегәсә бәхәсле булып килә. Ул Америка иҡтисадына күп ҡәтғи үҙгәрештәр индерә, дәүләт ролен күп өлкәлә ҙурайта. Милли тергеҙеү администрацияһы аша «ғәҙел конкуренция» программаһы үткәрелә. Был программа буйынса бер категориялағы эшселәргә бер үк эш хаҡы, шулай уҡ минималь эш хаҡының күләме билдәләнә. Әммә 1935 йылда АҠШ-тың Юғары суды ҡарары менән, Конституцияға ярашһыҙ тип иҫәпләнеп, Милли тергеҙеү администрацияһы тарҡатыла. 1933 йылда Ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтарҙы яйға һалыу акты ҡабул ителә. Был акт буйынса хаҡтарҙы күтәреү өсөн сәсеү майҙандары, мал иҫәбе кәметелә.

Был реформалар, ярҙам һәм тергеҙеү саралары менән бергә Беренсе яңы йүнәлеште тәшкил итә. 1935 йылда Икенсе яңы йүнәлеш эш менән тәьмин итеү, Милли эшлекле мөнәсәбәттәр буйынса идаралыҡ аша профсоюздар үҫешенә булышлыҡ итеү программаларын да үҙ эсенә ала.

Үткәрелгән программалар бюджеттан күп аҡса сарыфлауҙы талап итә. 1936 йылға төп иҡтисади күрһәткестәр, эшһеҙлекте иҫәпкә алмағанда, 1920 йыл аҙаҡтары кимәленә ҡайта. Эшһеҙлек иһә 11 % тәшкил итә, әммә был һан да 1933 йылғы 25 % кимәле менән сағыштырғанда яҡшыраҡ һөҙөмтә була.

Эшһеҙлек айырыуса автомобиль сәнәғәте үҫешкән Детройтта ауыр кисерелә. 1932 йылда бында Генри Фордтың шәхси һаҡлау хеҙмәте һәм полиция эшһеҙ ҡалған завод хеҙмәткәрҙәре үткәргән аслыҡ маршына ҡаршы ут аса. Биш кеше һәләк була, тиҫтәләп кеше йәрәхәтләнә, маршта ҡатнашыусылар репрессияларға дусар була..

Тәү осорҙа хакимиәттә көрсөктән сығыу юлдарына ҡағылышлы берҙәм йүнәлеш булмай. Һайлау ваҡытындағы вәғәҙәләрҙе тотоу өсөн, эшһеҙҙәр һәм аҙ мөлкәтле халыҡ мөлкәтлеләргә һалым арттырыу ярҙамында тәьмин ителә. Был аҙаҡҡыларҙың ҡаршылығына килтерә. Һөҙөмтәлә төрлө һалымдар арттырылып, социаль өлкәлә эшләүселәргә, дәүләт эшмәкәрҙәренә эш хаҡы түләү, эшһеҙлек буйынса пособиелар түләүҙәр ҡырҡа кәметелә.

Депрессиянан сығыу өсөн иң мөһим аҙым 1931 йылда яһала — Британия Алтын стандарттан баш тарта. Был фунттың девальвацияһына килтерә. Бөйөк Британия артынса Скандинавия, Голландия, Португалия, Аргентина, Бразилия һәм башҡа илдәр, Британияның колониялары Алтын стандарттан баш тартырға мәжбүр була. Шулай итеп, Англия тауарҙары донъя баҙарында хаҡы түбәнәйеүе арҡаһында үтемлерәк була башлай.

Ошо һәм бүтән көрсөккә ҡаршы саралар ярҙамында 1933 йылдың аҙағына Англия депрессиянан сыға. 1934 йылда уҡ бюджет сәйәсәте яйлана, эш хаҡтары арта, эшһеҙлек буйынса пособиелар түләнә башлай, һалымдар кәметелә.

Францияға иҡтисади көрсөк һуңыраҡ ҡағыла, әммә оҙайлыраҡ һәм тәрәнерәк бара. Төрлө сәйәси көстәр араһында барған ныҡлы көрәш депрессияға ҡаршы көрәш үҙенсәлектәренә һәм көрсөктөң оҙаҡ дауам итеүенә йоғонто яһай.

Әммә социалдарҙың был сәйәсәте арҡаһында капитал илдән ситкә сыға башлай, һөҙөмтәлә етештереү кимәле артабан нығыраҡ кәмей. Социалистар Милли фронт программаһының талаптарын йомшартырға мәжбүр була. Көрсөккә ҡаршы сараларҙың эҙмә-эҙлекһеҙ булыуы Милли фронт эсендә тарҡалыуға килтерә, программа үҙе лә үҙгәреш кисерә. 1938 йылдың апрелендә ойошторолған Эдуард Даадье хакимиәте Милли фронт программаһынан тулыһынса баш тарта.

Көрсөктән сығыу буйынса дөйөм программа юҡлығы арҡаһында Францияның иҡтисади хәле 30-сы йылдарҙың аҙағынаса тотороҡһоҙ ҡала. Шул арҡала Франция донъя баҙарында тотҡан урыны ҡайтыш була. Икенсе донъя һуғышы алдынан ғына, хәрби төҙөлөш башланғас, Франция иҡтисады яйға һалына башлай.

Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелеүе, уның һуғыштан һуң иҡтисади йәһәттән көсһөҙ булыуы, депрессияның был илдә тәрәнерәк һәм оҙайлыраҡ барыуына килтерә. Иҡтисади көрсөк бында 1929 йылдың башында уҡ башлана. Һуғыш ваҡытындағы сығымдарҙы ҡаплау өсөн Германия Версаль килешеүе буйынса ҙур күләмдә аҡса түләргә тейеш була. Был мәсьәләне хәл итер өсөн хөкүмәт ҙур күләмдә аҡса баҫып сығара башлай, был гиперинфляцияға килтерә. Германияны һуғыштан һуң тергеҙеү өсөн бирелгән бурыстарҙы сит илдәр 1929 йылдың ноябрендә кире ҡайтарырға мәжбүр итә. Донъя баҙарының ҡаҡшауы был ауыр хәлдән сығыу юлын бөтөнләй киҫә. Ойошмалар күпләп юҡҡа сыға, кешеләр эшһеҙ ҡала башлай. 1932 йылда көрсөк иң түбән нөктәгә етә, 68 мең ойошма тарҡала, банк сфераһы ҡыйрала, эшһеҙлек 8 миллион кешегә тиклем барып етә. Вермар республикаһының көрсөккә ҡаршы тора алмауы, социаль ҡаршылыҡтарҙың киҫкенләшеүе, бүтән ил башлыҡтарының Германияның эске хәленә ғәмһеҙлеге 1933 йылда власҡа национал-социалистар килеүенә булышлыҡ итә. Артабан был режим фашизм исеме ала.

Национал-социалистарҙың илде көрсөктән сығарыу саралары киҫкен алып барыла, иҡтисадты үҫеш юлына баҫтырыуҙан тыш, юғалтылған ерҙәрҙе, донъя баҙарында үҙ урынын ҡайтарыуҙы, илдең сиктәрен артабан киңәйтеү, бөтә донъяны буйһондороуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был йүнәлеш илде көрсөктән сығарыу ысулдарын билдәләй, улар араһында иң мөһиме — милли хужалыҡты милитарлаштырыу булып тора. Ҡабул ителгән закондар теҙмәһе сәнәғәт хужалыҡтарының күбеһен дәүләт идараһы аҫтында тоторға мөмкинлек бирә. Етештерелә торған тауарҙарҙың төрө, күләме, хаҡы һымаҡ төп иҡтисади һорауҙар хәҙер дәүләт тарафынан билдәләнә. 1936 йылда бөтә Германия иҡтисадын хәрби юлға баҫтырыу планын бойомға ашырыу буйынса идаралыҡ булдырыла.

Гитлерҙың власҡа килеүенә эшһеҙлек 30 процент тәшкил итә. Эшһеҙлекте кәметеү өсөн халыҡ хәрби етештереү өлкәһенә ылыҡтырыла, эшһеҙҙәрҙең күп өлөшө хәрби сафҡа саҡырыла. Милли хеҙмәтте ойоштороу тураһында закон мәжбүри хеҙмәт булдырыуға булышлыҡ итә. Профсоюздар юҡҡа сыға, эшселәрҙең хоҡуғы тулыһынса юҡ ителә, эшселәр күпме сәғәт эшләргә ҡушалар, шунса эшләргә тейеш булалар.

Был йүнәлеш Германия өсөн файҙалы булып сыға һәм ул 1934 йыл эсендә көрсөктән сығып, тиҙ арала үҫеш юлына баҫа. 1935 йылдан иҡтисадты хәрби йүнәлешкә баҫтырыу бигерәк тә ҙур көс менән алып барыла. Химия, авиация, металлургия өлкәләренә тулыһынса һуғышҡа әҙерлек мәсьәләләре йөкмәтелә.

Сит илдәр менән һатыу итеү өсөн Гитлер һуғыш менән янау ысулын ҡуллана. Көньяҡ һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә янап, ул үҙенә кәрәк тауарҙарҙы немец тауарҙарына алмашыуға ирешә.

Гитлер биш йыл тыныслыҡ һаҡлай ала, артабан ул туҡтауһыҙ һуғыш юлына баҫа.

Италияла көрсөк фашизм режимы булдырылыуына килтерә. Көрсөккә ҡаршы көрәшеү һылтауы менән, фашист хакимиәте төп иҡтисади тармаҡтарҙы үҙ ҡарамағына ала. Илдең иҡтисадында монополия көсәйә, был урта һәм ваҡ эшҡыуарҙға кире йоғонто яһай, күп ойошмалар эре конкуренттар ҡыҫымы аҫтында юҡҡа сыға, килемһеҙ ҡалған эшҡыуарҙар эре ойошмаларға йәки дәүләткә эшкә барырға мәжбүр була. Иҡтисадты централләштереү бюрократияның һәм коррупцияның үҫешенә килтерә.

Монополия һәм сәнәғәт үҫеше арҡаһында Италияның премьер-министры Муссолини тышҡы сәйәсәтте үҙгәрә, ул баҫып алыу сәйәсәтен башлай. Бүтән Көнбайыш илдәре был сәйәсәткә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен аңлап, Муссолини үҙенә союздаштар эҙләй башлай. 1935 йылда ул беренсегә Германия менән берҙәмләшеү теләген белдерә. Шул уҡ ваҡытта ул Төньяҡ Африкала һуғыш башлауға әҙерләнә. 1939 йылдың майында Италия һәм Германия араһында рәсми килешеү төҙөлә.

Капилистик илдәр менән бәйләнеш тотмағанға күрә, Бөйөк депрессия Советтар Союзына аҙ ҡағыла. Уңышлы үҫешкән илгә хатта эшсе ҡулдар етешмәй. Советтарҙын Нью-Йорктағы сауҙа ойошмаһы 6 000 эш урыны тураһында иғлан бирә һәм яуап итеп 100 000-дән ашыу ғариза ала. Шулай итеп, Бөйөк депрессияның Советтарға ҡағылмауы Марксизм теорияһын хуплаусы бер миҫалға әйләнә, көрсөктән зарар күргән илдәрҙә социализм һәм коммунизм агитацияһының көсәйеүенә килтерә. Көнбайыш интеллигенция Советтар Союзына ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Америка президенты Рузвельт Советтар менән иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға аҙым яһай. Шулай итеп, көрсөк һөҙөмтәһендә СССР донъя сәйәсәтендә ныҡлы урын яулай.

Депрессия күп сәйәси үҙгәрештәр килтерә. Рузвельт АҠШ-та Кейнсиан ҡағиҙәләрен ғәмәлгә керетә, был милли иҡтисадта дәүләттең ролен көстәйтә. Бөйөк депрессия Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Европа илдәрендә социал-демократия һәм планлы иҡтисад урынлашыуының төп сәбәбе булып тора. Ахырҙа, депрессия Германия башлығында төрлө илдәрҙә фашизм режимы урынлашып, Икенсе донъя һуғышы башланыуына килтерә.

Финанс һәм эмоциональ йәрәхәт алған кешеләрҙең көрсөктән һуң үҙҙәре йәшәгән донъяға ҡарашы үҙгәрә, был Бөйөк депрессияға ҡағылышлы әҙәби әҫәрҙәрҙә сағыла. Иң билдәле һәм баһалауға лайыҡ әҫәрҙәрҙең береһе — Джон Стейнбектың «Асыу тәлгәштәре» романы — Нобель премияһы һәм Пулитцер премияһына лайыҡ була. Стейнбектың «Сысҡандар һәм кешеләр» романында ла Бөйөк депрессия осоро һүрәтләнә. Режиссер Рон Ховардтың «Нокдаун» исемле фильмы — Бөйөк депрессия ваҡытында йәшәгән боксер тураһында.




#Article 270: 1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте (142 words)


Һәләкәткә тиклемге ун йыл эсендә акцияларға хаҡтар бер туҡтауһыҙ үҫә. Миллионлаған кеше аҡсаларын акцияларға әйләндерә. Акция алырға теләүселәрҙең һаны артыуы уларҙың хаҡын ҡабарта, был тағы акцияларҙа байырға теләгән келәр һанын күбәйтә. Күптәр биржала уйнау өсөн аҡсаны банктарҙан бурысҡа ала.

Ял көндәрендә был ваҡиға тураһында хәбәр гәзит-журналдар аша бөтә Ҡушма Штаттар буйлап тарала. Ҡара дүшәмбе тип аталған көндә, 28 октябрҙә тағы ла күберәк кеше акцияларҙан ҡотолорға тырыша, Доу-Джонс индексы 13 процентын юғалта. 29 октябрҙә — Ҡара шишәмбе көнөндә — 16 миллион акция һатыла, Доу-Джонс индексы тағы 12 процентҡа төшә. Фонд биржаһы был көндә йәмғеһе 14 миллиард доллар аҡсаһын юғалта. Аҙна эсендә иһә 30 миллиард доллар юғала — был АҠШ-тың Беренсе донъя һуғышы ваҡытында сарыф иткән аҡсанан да күберәк тәшкил итә.

Акцияға һалынған аҡсаларын ҡайтара алмай, күп банктар юҡҡа сыға, ойошмалар ябыла, эшһеҙҙәр һаны ҡырҡа арта. 1929 йылғы һәләкәт иҡтисади хәлде ҡаҡшата һәм Бөйөк депрессияға башланғыс бирә.




#Article 271: Смут-Хоули тариф акты (205 words)


Смут-Хоули тариф акты (, 1930) - 1930 йылдың 17 июнендә Америка Ҡушма Штаттарында ғәмәлгә керетелгән акт. Был акт буйынса 20 000 - дән ашыу импорт тауарҙарына һалымдар ҡырҡа күтәрелә. 

Беренсе донъя һуғышынан һуңғы йылдарҙа Ҡушма Штаттарҙа етештереү кимәле үҫә, әммә килем һәм һатып алыу кимәле үҙгәрешһеҙ ҡала. Юта штаты сенаторы Рид Смут һәм и Орегон штатынан Вәкилдәр палатаһы Америкала етештерелгән тауарҙарҙың үтемлеген арттырыу өсөн сит ил тауарҙарына һалымды күтәреүсе акт тәҡдим итә. 1928 йылғы президентлыҡ кампанияһында Герберт Гувер ауыл хужалығы тауарҙарына һалымды күтәреп, фермерҙарға ярҙам итергә вәғәҙә иткән була. Гувер еңә һәм Конгрессҡа ауыл хужалығы тауарҙарына һалымды күтәреп, сәнәғәт тауарҙарына һалымдә кәметергә тәҡдим итә, әммә Конгрестағы күпселектең баҫымы аҫтында актҡа ҡул ҡуя.

Смут-Хоули акты 3200-ҙән артыҡ тауарға һалымды 60 процентҡа күтәрә. Ҡушма Штаттарҙың импорты 66 процентҡа, 1929 йылдағы 4, 4 миллиард долларҙан 1933 йылда 1,5 миллиард долларға кәмей, экспорты иһә 61 процентҡа, 5,4 миллиард долларҙан 2,1 миллиард долларға кәмей. Ҡайһы бер белгестәр иҫбатлауынса, Смут-Хоули актын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Бөйөк депрессия артабан тәрәнәйә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында илдәр араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү, күп яҡлы сауҙа килешеүҙәре төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Һөҙөмтәлә, 1944 йылғы Бреттон-Вуд конференцияһында 1945 йылдың декабренә сит ил тауарҙарына һалымдарҙы төшөрөү тураһында килешеүҙәр төҙөлә, артабан - Генераль сауҙа һәм тарифтар тураһында килешеү булдырыла.




#Article 272: Ханука (247 words)


Ханука ( (Ханука́ йәки Ха́нука, ,  «яңы итеү, яңынан итеү/яңынан изге итеү») — йәһүд байрамы. Байрам көндәре: 25-се кислев — 2-се йәки 3-сө тевет (барыһы 8 көн).

Байрам б.э.т II быуатта барлыҡҡа килгән. Б. э. т 165 йылда грек-сирия һәм йәһүд ғәскәрен тар-мар итеп — Иерусали́м Храмы таҙарыныу, ҡорбан хайуандарын яндырыу урынын  изге итеү, ғибәҙәтханаға мәхәллә ҡылыу хөрмәтенә үткәрелгән байрам.

Хануки һүҙе «хануккат һа-мизбеах» (изге итеү) әйтеменән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Икенсе фараз буйынса חנוכה=חנו כה , йәғни Кислев айының 25-се көнөндә дошмандарҙан арындыҡ тигәнде аңлата.
Байрамдың икенсе исеме — Хаг Урим, Ут байрамы тигәнде аңлата.

Б. э. т. 170 йылда Иерусалим Ҡорамын Селевкид династияһынан Антиох Эпифан яулап ала һәм храм йыһаздарын һәм шул иҫәптән алтын Менораны  (ете олонло шәм) Сирияға оҙата.
Б. э. т 167 йылда халыҡ (Маккавейҙәр) ихтилалы күтәрелә һәм Иерусалим Ҡорамын Селевкид династияһы хакимлегенән азат итә. Маккавейҙәр храм йыһаздарын яңырта һәм ете олонло Менора шәмен тоҡандырыу йолаһын яңырта.

Риүәйәт буйынса Маккавейҙәр Храмды азат иткәс, ете олонло Менора шәмен тоҡандырырға таҙа май таба алмағандар, икән. Эҙләй торғас бәләкәй генә май көршәге тапҡандар. Көршәк бик бәләкәй булған, ундағы май шәмдә бер генә көн яндырырға еткән. Шулайҙа Маккавейҙәр шәмде тоҡандырырға була. Шул ваҡытта мөғжизә тыуа — яңы май әҙерләргә һигеҙ көн кәрәк була, әҙ генә май теүәл һигеҙ көн буйы яна. Бынан һуң Ханука байрамы һигеҙ көн байрам ителә.

Ханукия байрамында шәм ҡабыҙыу йолаһы бар. Шәмдәрҙе тоҡандырыу тәртибе былай: беренсе көн бер шәм тоҡандырыла, икенсе көн — ике … шулай итеп һигеҙгә тиклем. Туғыҙынсы көндә бөтә шәмдәрҙә яндырыла. Дөйөм шәмдәр иҫәбе — 44.




#Article 273: Силез теле (103 words)


Силез теле () — Лех төркөмөнә ингән көнбайыш славяндар теле. Был тел Польшалағы Үрге Силезияла (, ), бынан тыш Чехияла һәм Германияла ҡулланыла. 2011 йылғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса 509 мең кеше силез телен туған теле итеп күрһәткән, ләкин сама менән был телдә һөйләшеүселәр һаны 1 250 000 яҡын.

Силез теле поляк теленә бик яҡын, шуға күрә лингвистарҙың күберәге был телде поляк теленең диалекты итеп ҡарай.

Бөтөнөһөнә лә бер төрлө силез алфавиты юҡ. Силез телендә һөйләшеүселәр яҙыу өсөн поляк телендәге билдәләрҙе ҡулланған. Силез алфавиты бөтә яҙмаларҙы иҫәпкә алып, (улар 10-ға яҡын) 2006 йылда ҡабул ителгән. Хәҙер был алфавит Интернетта киң ҡулланыла һәм шулай уҡ  ҡулланыла.




#Article 274: Польша (431 words)


По́льша (, ), рәсми исеме По́льша Республика́һы () — Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312 000 км2, илдә 38 000 000 кеше йәшәй. Иң ҙур ҡала — Варшава (), 1,7 миллион кеше йәшәй.
Польша төньяҡтан Балтик диңгеҙе менән йыуыла, көнбайыштан Германия менән, көньяҡ-көнбайыштан Чехия, көньяҡтан Словакия менән, көньяҡ-көнсығыштан Украина, көнбайыштан Белоруссия, төньяҡ-көнсығыштан Литва һәм Рәсәй (Калининград өлкәһе) менән сиктәш.

Ил 16 воеводалыҡҡа бүленгән, воеводалыҡтар повят (округ) һәм гминаларға бүленгән.

Теүәл рәсми исеменең тәржемәһе — Поляк Республикаһы, сөнки Polska — поляк тигәнде аңлата ( —Polonia (Польша) түгел). Рәсми исемендә хәҙерге поляк һүҙе «republika» (республика) ҡулланылмай, ә иҫкергән «Rzeczpospolita» (Жечпоспо́лита) һүҙе ҡулланыла.
 
Польша һуҙе боронғо славян һүҙе полъ (асыҡ, ирекле, буш) һүҙенән килеп сыҡҡан, илдең рельефында тигеҙлек өҫтөнлөк иткәнен күрһәтә.

Дөйөм майҙаны — 312 658 (312 683) км² (майҙан буйынса донъяла 69-сы урынды, һәм Европала 9-сы урынды билй). Ҡоро ер — 304 459 км², һыу — 8220 км². Илдең төньяғында һәм үҙәгендә территорияның өстән ике өлөшөн Поляк уйһыулығы биләй. Төньяҡта — Балтик теҙмәһе, көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта — Кесе Польша һәм Люблин ҡалҡыулыҡтары, көньяҡ сик буйлап — Карпат (иң бейек нөктәһе 2499 м, Татра һыртындағы Рысы тауы) һәм Судет тауҙары. Ҙур йылғалар — Висла, Одра; йылғаларҙың ҡуйы селтәре. Күлдәр башлыса илдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Урман территорияның 28 %-н ҡаплай.

Беҙҙең эра башында Польша территорияһында скир һәм лугий герман ҡәбиләләре йәшәгәне билдәле. Артабан уларҙы Вельбар мәҙәниәте готтары алыштырған. Беренсе мең йыллыҡ уртаһында Польшаның көньяғын аландар һәм төрки ҡәбиләләр контрольдә тотҡан. Беренсе мең йыллыҡ аҙағында Польша территорияһында көнбайыш поляндар (уларҙан ил атамаһы), лендзяндар, куявяндар, поморяндар, мазовшандар, висляндар, слензяндар (Силезияла) һәм башҡалар билдәле. Әкренләп эре ҡәбиләләр кенәзлектәре дәүләткә тиклемге берләшмәләр барлыҡҡа килгән; был кенәзлектәрҙән хәҙерге Кесе Польшалағы висляндарҙың кенәзлеге (Краков тирәһе) һәм Бөйөк Польшала поляндарҙың кенәзлеге (Познань районы) төп дәүләт берәмектәре булған.

Шул уҡ ваҡытта немецтарҙың көнсығышҡа ҡыҫымы башланған. 1181 йылда Көнбайыш Поморье (Померания) кенәзе үҙен герман императорының вассалы итеп таныған; 1226 йылда Мазовия кенәзе Конрад прусстар менән көрәшер өсөн Тевтон орденын саҡырған. 1241 йылда Польшаға татар-монголдар үтеп ингән һәм Легниц янындағы алышта поляктарҙы һәм немецтарҙы ҡыйратҡандар, әммә артабан Венгрияға йүнәлгәндәр. XIII быуат аҙағында йәнә үҙәкләштереү тенденциялары башланған. Бөйөк Польша кенәзе Пржемысл II (1290—1296) 1295 йылда король титулын ҡабул иткән. Әммә тиҙҙән ул Бранденбург курфюрсы һәм Бөйөк Польша магнаттарының кешеләре тарафынан үлтерелгән.

Ягайлоның улы Владислав III (1434—1444 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) бер үк ваҡытта Венгрияның һәм Польшаның короле булып киткән, әммә ғосмандар менән Варна янындағы алышта һәләк булған. Бынан һуң Польша-Венгрия унияһы туҡтаған, әммә Владиславтың ҡустыһы Бөйөк Литва кенәзе Казимир Ягеллончиктың (Казимир IV, 1447—1492) король итеп һайланылыуы арҡаһында Польша-Литва унияһы тергеҙелгән.

Герцоглыҡтың автономия хоҡуғында Польша Батшалығы исеме менән Рәсәй империяһына инеүе — 1815 йыл

Рәсәй Императоры Польшаға беренсе Конституцияһын бирҙе.

Ихтилал дөйөмө: Польша Рәсәй составында ҡалдырыла, Польша өсөн Конституция туҡтатыла (кире алына).




#Article 275: Ҡырымтатар халҡының Милли Гимны (311 words)


Был Ҡырым Автономиялы Республикаһының Дәүләт Гимны түгел! Бының өсөн был мәҡәләне ҡарағыҙ әле.

Ant etkenmen — Ҡырым татарҙарының милли гимны. Номан Челебиджихандың һүҙҙәре һәм көйө

    Ant etkenmen, milletimniñ yarasını sarmağa,
    Nasıl olsun bu zavallı qardaşlarım çürüsin?
    Onlar içün ökünmesem, qayğırmasam, yaşasam,
    Yüregimde qara qanlar qaynamasın, qurusın.

    Ant etkenmen, şu qaranğı yurtqa şavle sepmege,
    Nasıl olsun eki qardaş bir-birini körmesin?
    Bunı körip buvsanmasam, muğaymasam, yanmasam,
    Közlerimden aqqan yaşlar derya-deñiz qan olsun.

    Ant etkenmen, söz bergenmen millet içün ölmege,
    Bilip, körip milletimniñ köz yaşını silmege.
    Bilmey, körmey biñ yaşasam, Qurultaylı han olsam,
    Kene bir kün mezarcılar kelir meni kömmege.

    Ант эткенмен, миллетимнинъ ярасыны сармагъа,
    Насыл олсун бу заваллы къардашларым чюрюсин?
    Онлар ичюн окюнмесем, къайгъырмасам, яшасам,
    Юрегимде къара къанлар къайнамасын, къурусын.

    Ант эткенмен, шу къарангъы юрткъа шавле сепмеге,
    Насыл олсун эки къардаш бир-бирини корьмесин?
    Буны корип бувсанмасам, мугъаймасам, янмасам,
    Козьлеримден акъкъан яшлар дерья-денъиз къан олсун.

    Ант эткенмен, сёз бергенмен миллет ичюн ольмеге,
    Билип, корип миллетимнинъ козь яшыны сильмеге.
    Бильмей, корьмей бинъ яшасам, Къурултайлы хан олсам,
    Кене бир кунь мезарджылар келир мени коммеге.

    Ant etkenmen, tatarlarnıñ yarasını sarmağa,
    Nasıl bolsun bu zavallı qardaşlarım çürüsin?
    Onlar içün ökünmesem, qayğurmasam, yaşasam,
    Yüregimde qara qanlar qaynamasın, qurusın!

    Ant etkenmen, şu qaranğı yurtqa şavle serpmege,
    Nasıl bolsun iki qardaş bir-birini körmesin?
    Bunı körip buvsanmasam, muğaymasam, yanmasam,
    Közlerimden aqqan yaşlar derya-deñiz qan bolsun!

    Ant etkenmen, söz bergenmen millet içün ölmege,
    Bilip, körip milletimniñ közyaşını silmege.
    Bilmiy, körmiy biñ yaşasam, Qurultaylı han bolsam,
    Yine bir kün mezarcılar kelir meni kömmege.

    Ант эткенмен, татарларнынъ ярасыны сармагъа,
    Насыл болсун бу заваллы къардашларым чюрюсин?
    Онлар ичюн окюнмесем, къайгъурмасам, яшасам,
    Юрегимде къара къанлар къайнамасын, къурусын!

    Ант эткенмен, шу къарангъы юрткъа шавле серпмеге,
    Насыл болсун ики къардаш бир-бирини корьмесин?
    Буны корип бувсанмасам, мугъаймасам, янмасам,
    Козьлеримден акъкъан яшлар дерья-денъиз къан болсун!

    Ант эткенмен, сёз бергенмен миллет ичюн ольмеге,
    Билип, корип миллетимнинъ козьяшыны сильмеге.
    Бильмий, корьмий бинъ яшасам, Къурултайлы хан болсам,
    Йине бир кунь мезарджылар келир мени коммеге.




#Article 276: Нәжиб Асанбаев (147 words)


Нәжиб Асанбаев, Николай Васильевич Асанбаев (7 ноябрь 1921 йыл — 28 март 2013 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006).  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.  

Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.

Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләне.

Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат булды. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнгән.

Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең ваҡытлы булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлөгө хас. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйыла.

Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) тигән маҡтаулы исемдәргә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1983) лайыҡ булды.




#Article 277: Сәғүд Ғәрәбстаны (676 words)


Сәғүд Ғәрәбстаны (, әл-Мәмлә́кә әл-Әраби́йәһ әс-Сәүди́йәһ) — Ғәрәп ярымутрауындағы иң ҙур дәүләт. Төньяҡтан Иордания, көнсығыштан Ғираҡ, Ҡатар, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, көньяҡтан Оман һәм Йемен илдәре менән сиктәш. Төньяҡ-көнсығыш яғы Фарсы ҡултығы һәм көнбайыш яғы Ҡыҙыл диңгеҙ менән йыуыла.

Ислам диненең ике изге ҡалаһы —Мәккә һәм Мәҙинә булғанға, Сәғүд Ғәрәбстанын «Ике мәсет иле» тип атайҙар. Дәүләттең ҡыҫка исеме — әс-Сүғүдийә (ғәрәпсә السعودية‎‎). Сәғүд Ғәрәбстаны хакимлыҡ иткән династия сәғүдиҙәр исемен йөрөтә. Бөгөнгө көндә Иордания Хашимит Батшалығы һәм Лихтенштейн кенәзлеге династия исеме менән атала.

Сәғүд Ғәрәбстаны үҙенең ғәйәт ҙур нефть запасы менән Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының төп вәкиле. Нефть экспорттың 95 % һәм килемдең 75 % тәшкил итә һәм халыҡтың мул тормошта йәшәүен тәьмин итә.

Сәғүд Ғәрәбстаны Ғәрәп ярымутрауының  80 % территорияһын биләй. Дәүләттең сиктәре аныҡ ҡына билдәләнмәгәнгә күрә  Сәғүд Ғәрәбстанының майҙаны билдәле түгел. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса  2 217 949 км², икенселәре 1 960 582 км²-ҙан алып 2 240 000 км²-ға етә, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, Сәғүд Ғәрәбстаны донъяла майҙаны буйынса  13-сө урында тора.

Илдең төньяғында, Ҡыҙыл диңгеҙ буйлап әл-Хижаз тауҙары һуҙылып киткән. Көньяҡ - көнсығышында тауҙарҙың бейеклеге 2500 метрға етә. Сәғүд Ғәрәбстанының иң бейек нөктәһе -  Джәбәл-әл-Ләүҙ түбәһе. Шунда уҡ  Әсир шифаханаһы урынлашҡан, ул туристарҙы йәшллеге һәм  климаты менән ылыҡтыра. Көнсығышы башлыса сүллектәрҙән тора. Сәғүд Ғәрәбстанының көньяғы һәм көньяҡ көнсығышы  тулыһынса Руб-әл-Хали сүллегенән тора, уның аша Йемен һәм Оман] сиктәре үтә.

Сәғүд Ғәрәбстанының иң ҙур майҙанын Ғәрәп ярымутрауы сүллектәре биләй. Бына бәҙәүи ҡәбиләләр көн күрә. Халҡы бер нисә эре ҡала тирәләй , ҡағиҙә булараҡ, йә көнбайышында, йә көнсығыш яр буйында йәшәй.

Илдең күп өлөшө — көнсығышта 300—600 м, көнбайышта  1520 м-ға еткән ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Улар аша һирәк кенә ҡоро йылғалар йырҙаһы - вади. Көнбайышында - Хижаз(ғәрәпсә «кәртә») һәм  Әсир  (ғәрәпсә «ауыр») тауҙары, бейеклеге ярашлы рәүештә 2500—3000 м, 3353 м. Яр буйына   Тихама уйһыулығына табан һөҙәкләнеп килеп төшә.  Төньяғында, Иордания сиге буйлап Әл-Хамад сүллеге китә. Төньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә иң эре ҡом сүллектәре: Оло Нефуд һәм Кесе Нефуд (Дехна), улар ҡыҙыл ҡомло булыуы менән билдәле; көньяғы һәм көньяҡ көнсығышында — Руб-әл-Хали (ғәрәпсә «буш сирек») сүллеге. Сүллектәр аша Йемен, Оман һәм БҒӘ сиктәре үтә, тик улар аныҡ билдәләнмәгән.  Сүллектәрҙең дөйөм майҙаны  1 млн км², шул иҫәптән Руб-әл-Хали — 777 мең. км². Фарсы ҡултығы буйлап урыны-урыны менән һаҙмырт һәм тоҙло уйһыулыҡтар китә. Яр буйҙары ҡомло, артыҡ йырғысланмаған. 

Сәғүд Ғәрәбстанының климаты бик ҡоролоҡло.  Ғәрәп ярымутрауы  — ер йөҙөндә йәйгеһен һәр саҡ  50 °C һәм юғарыраҡ эҫелек булған һирәк урындарҙың береһе. Ҡар Джизан  тауҙарыңда ғына булғылай, унда ла йыл да түгел. Ғинуарҙа уртаса  температура ҡала һәм сүллектәрҙә 8 °C -тан 20 °C -ҡа , Ҡыҙыл диңгеҙ ярында 20 °C-тан 30 °C-ҡа етә. Йәйгеһен күләгә  35 °C-тән 43 °C-кә күтәрелә. Сүлдә төнөн температура  0 °C-ҡа етеүе ихтимал, сөнки ҡом тиҙ һыуына. 

Яуым-төшөм йылына уртаса 100 мм. Сәғүд Ғәрәбстанының үҙәгендә һәм көнсығышында ямғыр ҡыш һәм яҙғыһын, ә көнбайышында тик ҡышҡыһын ғына була. 

Һауа температураһы

Сәғүд Ғәрәбстаны тулыһынса ағын һыу булмаған өлкә булып тора, ваҡытлыса һыу ағымдары (вади) тик көслө ямғырҙарҙан һуң ғына барлыҡҡа килә. Уларҙың иң эреләре  — Эр-Румма, Эс-Сирхан, Эд-Давасир, , . Ҡойма ямғырҙарҙан һуң вади батҡаҡ ағымына әүрелә. Оазистар види исеме менән атала .

Ҡомло урында урыны менән ау саҡсауыл, дөйә сәнскеһе, ташлы урында лишайниктар, лава яланында әрем, астрагал, ҡороған йылға буйҙарында (вади) — ялғыҙ тирәктәр, тоҙлораҡ тупрағта — тамариск;
Яр буйҙарында һәм солончакта голофит ҡыуаҡтар үҫә. Ҡомло һәм таш сүллектең ҙур өлөшө үҫемлектәр ҡатламынан мәхрүм ителгән. Яҙ һәм дымлы йылдарҙа үҫемлектәр араһында эфемерҙар арта.
Асира тауында акация, ҡырағай зәйтүн, миндаль үҫә. Оазистарҙа хөрмә, цитрус, банан ағастары, бөртөклө һәм баҡса культуралары үҫә.

Хайуандар донъяһы шаҡтар төрлө: антилопа, газель, даман, бүре, шаҡал, гиена, төлкө-фенек, каракал, онагр ҡырағай ишәге, ҡуян. Кимереүселәр (йомран, ялман) һәм һөйрәлеүселәр (йыландар, кәҫәрткеләр, ташбаҡалар) күп. Бөркөт, төйлөгән, гриф, ыласын-сапсан, туғаҙаҡ, һабан турғайы, рябка, перепел, күгәрсен кеүек ҡоштарҙы һанап үтергә була.  Яр буйы түбәнлектәре саранчалар үрсеү урыны булып тора. Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Фарсы ҡултығында 2000 артыҡ коралл төрө бар. Ҡара коралл айырыусы ҡиммәт баһалана. Ил майҙанының 39,64 % айырыусы һаҡлау биләмәһе булып тора. унда 128 һайырыуса һаҡлау биләмәһе урынлашҡан. 1980 йылдарҙың уртаһында хөкүмәт Асир Милли паркын ойоштора. Паркта оракс һәм тау кәзәһе кеүек юғалып бөтөп барған хайуандар һаҡланып ҡалған.

Төп ҡалалалары - Мәккә һәм Мәҙинә




#Article 278: Стәрлетамаҡ (338 words)


Стәрлетамаҡ — Башҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса республикала икенсе урында.

Бөйөк Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа ҡала Ырымбур губернаһының, ә 1865 йылдан Өфө губернаһының   Стәрлетамаҡ өйәҙенең  үҙәге булған.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы сәнәғәте бөгөнгө көнгә химик предприятиялары, станоктар төҙөү. аҙыҡ-түлек, һәм сауҙа предприятияларынан тора

ААЙ Синтез-Каучук, ААЙ Стәрлетамаҡ нефтехимик заводы, ААЙ Башҡорт Сода компанияһы(элек айырым торған Каустик һәм Сода заводттары берләшмәһе), Хайледбергцемент Рус филиал ЯСЙ, Авангард ФҠП, Башпласт ЯСЙ. 

Стәрлетамаҡ ЙЭҮ, Яңы Стәрлетамаҡ ЙЭҮ

Стәрлетамаҡ механик заводы ЯСЙ, Стәрлетамаҡ вагондар ремонтлау заводы ААЙ. Ҡыҙыл пролетарий ААЙ.

Элекке ваҡытта 1980- 1990 йылдарҙың башына  тиклем Стәрлетамаҡ машиналар төҙөү заводында МСТА-С үҙе йөрөгән артиллерия машиналары сығарыла ине.1990-сы йылдарҙа бөтә  производствоны Свердловск өлкәһенә күсерҙеләр. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ теүәл станоктарын эшләү заводы эшләп ябылып китте.

ААЙ Стәрлетамаҡ икмәк бешереү комбинаты, АЙ Стәрлетамаҡ икмәк продукттары комбинаты(Элеватор),  АЙ Стәрлетамаҡ һөт комбинаты-Аллат, Стәрлетамаҡ  һыра һәм эсемлектәр сығарыу Шихан   комбинаты (Хейнекен составында) ЯСЙ, Башспирт АЙ-нең  Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинаты,СНХЗ-М-ит комбинаты.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында юл транспорты  троллейбус, автобус,  маршрут таксиҙарынан төҙөлгән.

Стәрлетамаҡта автобустар йөрөүө насар үҫешкән. Әммә райондар-ара аралашыу өсөн Стәрлетамаҡта автовокзал  һәм ҡаланың бер урынында автостанцияһы бар.Автобустар  йөрөйүө Башавтотранс ДУП  идаралығында.  Күп маршруттар микроавтобустар менән ҡулланыла. Микроавтобустар маршрут таксиҙары менән идара иткән предприятиялар ҡалала күп. Улар троллейбустар һәм автобустарҙы ҡыҫырға маташа.

Стәрлетамаҡта Башавтотранс, һәм башҡа  йөк ташыу компанияларының базалары бар.  

Ҡала аша  РТЮ-ның Куйбышев тимер юлдары үтә, Тимер юл вокзалы бар.

Стәрлетамаҡтан 15  километр алыҫлыҡта  эшлмәгән Стәрлетамаҡ аэропорты урынлашҡан. Ул аэропорттан 1997 йылға тиклем район һәм төбәк-ара (Мәскәүҙең Быково аэропортына тиклем) рейстар яһалған.  Хәҙерге ваҡытта Өфө һауа юлдары компанияһының АН-2 самолеттары ултырыш яһай, бәләкәй осоу средстволары (дельтоплан,параплан) килеп ултыра.

Стәрлетамаҡ водоканалы (Һыу менән тәьмин итеү компанияһы) — ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, ҡала халҡын һыу менән тәьмин иткән ойошма. Уның биш һыу алыу пункты бар (Берхомут, Аскен-куль, Ашҡаҙар, Ергән, Каустик).

Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһының ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис гәзите. Ойоштороусылары: Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһы. 1990 йылдың ғинуар айынан башлап аҙнаға 1 тапҡыр сыға. 237 000 д.
Гәзит сайты: (башҡорт теле)

(урыҫ теле)

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 279: Людвиг ван Бетховен (2069 words)


Людвиг ван Бетховен,   (16 Аҡъюлай 1770, Бонн ҡ., Вестфалия — 26 Буранай 1827, Вена ҡ., Австрия Империяһы) — бөйөк немец композиторы, пианисы, дирижёры, Вена классик мәктәбенең аҙаҡҡы вәкиле.

Бетховен — классицизм һәм романтизм дәүере классик музыкаһының иң ҙур шәхесе, донъяла иң күп башҡарылған композиторҙарҙың береһе. Ул шул ваҡытта булған барлыҡ жанрҙарҙа ла, шул иҫәптән опера, драматик спектаклдәргә музыка, хор әҫәрҙәре яҙған. Уның мираҫында иң мөһиме булып инструменталь әҫәрҙәре һанала: фортепиано, скрипка һәм виолончель өсөн сонаталар, фортепиано һәм скрипка өсөн концерттар, квартеттар, увертюралар, симфониялар. Бетховендың ижады XIX һәм XX быуат симфонизмына мөһим йоғонто яһай.

Людвиг ван Бетховен 1770 йылдың 16 декабрендә Бонн ҡалаһында тыуған.

Уның атаһы, Бетховен Иоганн (1740—1792), йырсы, һарай капеллаһында тенор булған. Әсәһе Мария-Магдалина, кейәүгә тиклем Кеверих (1748—1787), Кобленцта һарай яны шеф-ашнаҡсының ҡыҙы була. Людвигтың ата-әсәһе 1767 йылда өйләнешә.

Олатаһы, Бетховен Людвиг (1712—1773), Мехелендан (Көньяҡ Нидерланд). Ул Иоганн хеҙмәт иткән шул уҡ капеллала , тәүҙә йырсы (уның бас булған), ә аҙаҡ — капельмейстер булып хеҙмәт итә.

Атаһы улынан икенсе композитор Моцарт яһарға теләй һәм клавесинда һәм скрипкала уйнарға өйрәтә башлай. 1778 йылда Кельнда Людвигтың беренсе сығышы үтә. Ләкин Бетховен мөғжизә-бала булып китмәй, атаһы малайҙы дуҫтары һәм коллегаларына тапшыра. Береһе Людвигты  органда, икенсеһе  скрипкала уйнарға өйрәтә.

Бетховендың яратҡан яҙыусылары араһында боронғо грек авторҙары Гомер һәм Плутарх, инглиз драматургы Шекспир, немец шағирҙары Гёте һәм Шиллер була.

Был ваҡытта Бетховен музыка ижад итә башлай, әммә үҙ әҫәрҙәрен баҫтырып сығарарға ашыҡмай. Боннда яҙғандарын һуңынан яңынан эшкәртә. Композиторҙың үҫмер сағындағы әҫәрҙәренән өс балалар өсөн сонатаһы һәм бер нисә йыры, шул иҫәптән  «Һыуыр» билдәле.

Әммә дәрестәр булмай: Бетховен әсәһенең ауырыуын ишетеп, Боннға ҡайта. Әсәһе 1787 йылдың 17 июлендә вафат була. Ун ете йәшлек, үҫмер ғаилә башлығы булараҡ, ҡустылары тураһында хәстәрлек күрергә тейеш була. Ул оркестрға альтист булып урынлаша. Бында итальян, француз һәм  немец опералары ҡуйыла. Егеткә бигерәк тә Глюк һәм Моцарт опералары ныҡ төьҫир итә. 

Англиянан үтешләй Боннда Гайдн туҡталып китә. Ул Бетховендың композиторлыҡ тәжрибәһен ыңғай баһалай. Үҫмер күренекле композиторҙан дәрестәр алыу маҡсатында Венаға барырға ҡарар итә, сөнки Гайдн, Англиянан ҡайтҡас, тағы ла билдәлерәк булып китә. 1792 йылдың көҙөндә йәш Бетховен Бонндан китергә йыйына, ул Гайднды осрата, һәм Гайдн Бетховен менән танышҡандан һуң уға дәрестәр бирергә ҡарар итә.

Венаға килгәс, Бетховен Гайдндан дәрестәр ала башлай. Һуңыраҡ Людвиг уның бер нәмәгә лә өйрәтмәүен раҫлай; дәрестәр уҡыусының да, уҡытыусының да күңелен ҡайтара. Бетховен Гайдндың уның тырышлыҡтарына етерлек иғтибарлы түгел тип иҫәпләй; ә  Гайднды Людвигтың шул ваҡыт өсөн ҡыйыу ҡараштары ғына түгел, шулай уҡ ул йылдарҙа әҙ таралған етәһе шомло мелодияһы ҡурҡыта. Бер ваҡыт Гайдн Бетховенға яҙа:

Тиҙҙән Гайдн Англияға китә һәм уҡыусыһын билдәле педагог һәм теоретик Альбрехтсбергерға тапшыра. Ахырҙа Бетховен остазды — Антонио Сальерины үҙе һайлай.

Венала йәшәүенең тәүге йылдарында уҡ Бетховен пианист-виртуоз данын яулай. Уның уйнауы тамашасынын таң ҡалдыра.

Бетховен иң һуңғы регистрҙарҙы ҡаршы ҡуя (ә ул ваҡытта уртасала уйнайҙар), педалде киң ҡуллана (ул саҡта уға һирәк мөрәжәғәт итәләр), массив аккорд аһәңдәшлекте ҡуллана. Асылда, тап ул клавесинсыларҙың нәзәкәтле манераһынан алыҫ торған фортепиано стилен булдыра.

Был стилде уның № 13 һәм № 14, № 8 «Патетик» фортепиано сонаталарында (исемен автор үҙе бирә)  табырға мөмкин. № 14 сонтаһын шағир Л. Рельштаб һуңынан «Айлы» тип атай, һәм, был исеме финалға түгел, ә беренсе киҫәгенә генә ҡараһа ла, ул бөтә әҫәрҙең исеме булып ҡала.

Бетховен үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән замандаштарынан ныҡ айырылып торған. Һәр ваҡыт тиерлек уны нисек етте шулай кейенгән һәм сәсе таралмаған килеш күрәләр. 

Бетховен шулай уҡ фекеренең һәм тәртибенең киҫкенлеге  менән дә айырылыған. Бер ваҡыт ул йәмәғәт урынында уйнаған саҡта  ҡунаҡтарҙың береһе ханым менән һөйләшә башлай; Бетховен шунда уҡ уйнауынан туҡтай һәм өҫтәп ҡуя: «Шундай сусҡаларға мин уйнап тормайым!». Һәм бер ниндәй ҙә ғәфү үтенеүҙәр һәм өгөттәр ярҙам итмәй. 

Икенсе тапҡыр Бетховен кенәз Лихновскийҙа ҡунаҡта була. Кенәз композиторҙы бик хөрмәт итә һәм уның музыкаһын ярата. Ул Бетховендың йыйылған кешеләр алдында уйнауын теләй. Композитор баш тарта.  Лихновский ныҡыша башлай һәм хатта Бетховен бикләнеп алған бүлмәнең ишеген емерергә бойора. Асыулы композитор имениены ташлап китә һәм Венаға ҡайта. Иртәгәһенә Бетховен Лихновскийға хат ебәрә: «Кенәз! Кем булыуым менән мин үҙемә генә бурыслы. Кенәздәр булған һәм меңәрләп тә булыр, ә Бетховен  — тик берәү!»
Өммә шундай ҡырыҫ характерына ҡарамаҫтан Бетховеның дуҫтары уны ярайһы уҡ мәрхәмәтле кеше тип иҫәпләй. Мәҫәлән,  композитор бер ваҡытта ла яҡын дуҫтарына ярҙам итеүҙән баш тартмаған. Уның цитаталарының береһе:

Бетховен әҫәрҙәре күпләп нәшер ителә башлай һәм уңыш менән файҙалана. Венала уҙғарылған тәүге ун йыл эсендә ул фортепиано өсөн егерме соната  һәм өс фортепиано концерты, скрипка өсөн һигеҙ соната, квартеттар һәм башҡа камера әҫәрҙәрен,  «Христос на Масличной горе» ораторияһын, «Творения Прометея» балетын, Беренсе һәм Икенсе симфонияһын яҙа.

Хайлигенштадта композитор яңы Өсөнсө симфонияһы өҫтөндә эшләй башлай, уны Героик тип атай. 
Бетховендың һаңғыраулығы һөҙөмтәһендә уникаль тарихи документтар һаҡланған: «һөйләш дәфтәрҙәре», унда Бетховендың дуҫтары уның өсөн үҙҙәренең репликаларын яҙған, уларға композитор йә телдән, йә яҙма яуап биргән. 

Әммә Бетховен менән булған ике әңгәмә  дәфтәрен музыкант Шиндлер, ахырыһы,  яндыра, сөнки уларҙа императорға һәм вариҫ принцына һәм башҡа юғары  дәрәжәле кешеләргә ҡарата тупаҫ һәм ҡаты ҡаршы сығалар. Был, үкенескә ҡаршы, Бетховендың яратҡан темаһы; һөйләшеү мәлендә Бетховен властарға, уларҙың закондары һәм ҡарарҙарына даими асыулана.

Бер ваҡыт Бетховен һәм  Гёте Теплицала ял итеп йөрөгәнендә үҙенең ярандары менән йөрөгән император Францты осраталар.  Гёте ситкә китеп баш эйә, Бетховен эшләпәһенә саҡ ҡына ҡулы менән тейеп, батшаның кешеләре араһынан үтә.

Бетховенға 34 йәш булғанда, Наполеон Бөйөк француз революцияһы идеалдарын юрай һәм үҙен император тип иғлан итә. Шуға күрә Бетховен үҙенең Өсөнсө симфонияһын уға арнау ниәтенән баш тарта: «Был Наполеон шулай уҡ ябай кеше. Хәҙер ул бөтә кеше хоҡуҡтарын аяҡ аҫтына һалып тапаясаҡ һәм тиран буласаҡ».  «Патетик» ҡулъяҙмаһының тәүге битендә авторҙың бағышламаны һыҙып ташлағанды күрергә  мөмкин. Шул саҡта уҡ Бетховен үҙенең Өсөнсө симфонияһын «Героик»  тип атай.

Фортепиано ижадында композиторҙың үҙ стиле тәүге сонаталарында уҡ һиҙелә, әммә симфоник өлгөргәнлек уға һуңыраҡ килә. Чайковский һүҙҙәре буйынса тик өсөнсө симфонияһында «тәүге тапҡыр Бетховендың ижади даһилығының сикһеҙ, иҫ киткес  көсө асыла».

Һаңғыраулығы арҡаһында Бетховен йортонан һирәк сыға, тауыш тойомлауҙы юғалта. Ул һытыҡ сырайлы, үҙ үҙенә бикләнеп ҡала. Нәҡ ошо йылдарҙа композитор бер-бер артлы үҙенең билдәле әҫәрҙәрен  ижад итә. Был йылдарҙа Бетховен үҙенең берҙән-бер «Фиделио» операһы өҫтөндә эшләй. Был опера «ҡот осҡос һәм ҡотҡарыу» опералары жанрына ҡарай. «Фиделио» операһына уңыш тик 1814 йылда килә, ул саҡта ул тәүҙә Венала, аҙаҡ Прагала, уның менән данлыҡлы немец композиторы Вебер дирижерлыҡ итә, һәм, ниһәйәт, Берлинда ҡуйыла.

Үлер алдынан «Фиделио» ҡулъяҙмаһын композитор үҙенең дуҫы һәм секретары Шиндлерға ошондай һүҙҙәр менән тапшыра: «Был минең рухымдың емеше донъяға башҡаларға ҡарағанда көслө ғазаптар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, һәм миңә ҙур көйөнөстәр килтерҙе. Шуға күрә ул миңә бөтәһенән дә ҡәҙерлерәк…»

Туғыҙынсы симфония 1824 йылда башҡарыла. Тамашасылар композиторҙы алҡышлай. Бетховен залға арҡаһы менән тора һәм бер нәмә лә ишетмәй, шул саҡта йырсы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе уның ҡулынан ала һәм уны тыңлаусыларға йөҙө менән бора. Кешеләр, композиторҙы сәләмләп,  яулыҡтары, эшләпәләре, ҡулдары менән  болғай. Алҡыштар шул тиклем оҙаҡҡа һуҙыла, хатта унда булған полиция чиновниктары кисекмәҫтән уны туҡтатыуҙы талап итә. Бындай сәләмләү император шәхесенә ҡарата ғына рөхсәт ителә.

Австрияла, Наполеондың еңелеүенән һуң, полиция режимы булдырыла. Революциянан ҡурҡҡан хөкүмәт теләһә ниндәй «ирекле фекерҙәрҙе» тыя. Күп һанлы йәшерен агенттар йәмғиәттең барлыҡ ҡатламдарына үтеп инә. Бетховендың һөйләш дәфтәрҙәрендә әленән әле иҫкәртеүҙәр күренә: «Шымыраҡ! Абайлап, бында шымсы!» Һәм, күрәһең, композиторҙың ниндәйҙер бигерәк тә ҡыйыу әйтеменән һуң: «Һеҙ эшафотта тамамлаясаҡһығыҙ!» тигән яҙыу ҙа бар.

Әммә Бетховендың популярлығы шул тиклем ҙур була, хөкүмәт уға тейергә ҡыйыулыҡ итмәй. Һаңғыраулығына ҡарамаҫтан, композитор сәйәси яңылыҡтар менән генә түгел, хатта музыкаль яңылыҡтар менән дә таныш була. Ул Россини операларының партитураларын уҡый(йәғни эске ишетеү менән тыңлай), Шуберт йырҙар йыйынтығын ҡараштыра, немец композиторы Веберҙың «Волшебный стрелок» һәм «Эврианта» опералары менән таныша. Венға килгәс, Вебер Бетховенға бара. Улар бергә иртәнге аш ашайҙар, Бетховен ҡунағының күңелен күрә.

Кесе ҡустыһы үлгәндән һуң композитор уның улы тураһында хәстәрлекте үҙ өҫтөнә ала. Бетховен ир туғанын иң яҡшы пансионға урынлаштыра һәм үҙенең уҡыусыһы Карл Черниға уның менән музыка менән шөғөлләнеүҙе йөкмәтә.  Композитор малайҙың ғалим йәки артист булыуын теләй, әммә тегенеһен сәнғәт түгел, бильярд һәм кәрттә уйнау ҡыҙыҡһындыра. Бурысҡа батып, ул үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташа. Был маташыу айырым зыян килтермәй: пуля тик башының тиреһен генә сыйып үтә. Бетховен шул уңай менән ауыр кисерә. Композиторҙың көслө бауыр ауырыуы башлана.

Людвиг ван Бетховен 1827 йылдың  26 мартында  57-се йәшендә вафат була. Егерме меңдән ашыу кеше уның табутын оҙата бара.  Ерләү ваҡытында Бетховен яратҡан Луиджи Керубининың Реквием до-минор ерләү мессаһы башҡарыла. Ҡәберҙә шағир Франц Грильпарцер ижад иткән телмәр яңғырай. 

Вафатының икенсе көнөндә үк судмедэксперттар уның һаңғыраулығын асыҡлар өсөн мейеһен ярып ҡарай, әммә аныҡ диагнозды ҡуйыу мөмкин булмай.

Бетховен музыканан дәрестәрҙе Боннда уҡ бирә башлай. Уның шәкерте Стефан Брейнинг һуңғы көндәренә тиклем композиторҙың тоғро дуҫы булып ҡала. Брейнинг Бетховенға «Фиделио» либреттоһын үҙгәртеп эшләүҙә ярҙам итә. 

Венала Бетховендың уҡусыһы йәш графиня Джульетта Гвиччарди була. Джульетта Брунсвиктарҙың туғаны була, Бетховен уларҙың ғаиләһенә йыш килә. Бетховен уҡыусыһы менән мауыға һәм хатта өйләнеү тураһында ла уйлай. 1801 йылдың йәйен ул Венгрияла, Брунсвиктарҙың имениеһында үткәрә.  Фаразлауҙарҙың береһе буйынса  «Айлы сонатаһын» нәҡ ошонда ижад итә. Композитор уны  Джульеттаға арнай. Әммә Джульетта граф Галленбергты ысынында талантлы композитор тип уға өҫтөнлөк бирә. Графтың әҫәрҙәре тураһында тәнҡитселәр Моцарт йәки Керубини әҫәрҙәренән теге йәки был көйҙө үҙләштерелгәнлеген аныҡ ҡына күрһәтергә була, тип яҙа. 

Бетховендың уҡыусыһы булып Тереза Брунсвик та тора. Ул музыкаль һәләткә эйә була — роялдә яҡшы уйнай, йырлай һәм хатта дирижерлыҡ итә. Швейцарияның билдәле педагогы Песталоци менән танышып, ул үҙен балалар тәрбиәләргә бағышлауға ҡарар итә. Венгрияла Тереза ярлыларҙың балалары өсөн  хәйриә балалар баҡсаһы аса. Вафатына тиклем (Тереза 1861 йылда оло йәштә вафат була) ул һайлаған эшенә тоғро ҡала. Бетховен менән Терезаны оҙайлы дуҫлыҡ бәйләй. Композиторҙың вафатынан һуң оҙон хат табыла, ул «Үлемһеҙ һөйгән йәргә хат» тигән атама ала. Хаттың адресаты билдәле түгел, әммә ҡайһы бер тикшеренеүселәр  «үлемһеҙ һөйгән йәр» тип Тереза Брунсвикты атай.

Доротея Эртман, Германияның иң яҡшы пианистарының береһе, шулай уҡ Бетховендың уҡыусыһы була. Замандаштарының береһе уның тураһында былай тип яҙа:

Эртман Бетховен әҫәрҙәрен уйнап дан ала. Композитор уға 28-се сонатаһын бағышлай. Доротеяның балаһы үлеүен белеп,  Бетховен уға оҙаҡ уйнай.

Әммә Рисҡа Бетховендың яңы әҫәрен тыңларға насип була. Нисектер ял итеп йөрөгәндә улар аҙашып китә һәм өйгә тик кисен генә ҡайтып инә. Юл буйынса Бетховен ярһыу көйҙө мығырлай. Өйгә ҡайтып, ул шунда уҡ ҡоралына тотона һәм мауығып китеп, уҡыусыһының барлығы тураһында онотоп китә. Шулай итеп «Аппассионата» финалы барлыҡҡа килә.

Бер ваҡыт Бетховенда Рис менән бергә Карл Черни ҙа шөғөлләнә башлай. Карл Бетховен уҡыусылары араһында берҙән-бер бала була. Уға тик туғыҙ йәш кенә була, әммә ул инде концерттар менән сығыш яһай. Уның беренсе уҡытыусыһы атаһы, билдәле чех педагогы Венцель Черни була. Карл тәүге тапҡыр Бетховендың һәр ваҡыттағыса тәртипһеҙлек хөкөм һөргән фатирына килеп, унда тупаҫ йөн жилет кейгән һәм ҡырынмаған ҡара йөҙлө кешене күргәс, уны Робинзон Крузо тип ҡабул итә. 

Черни Бетховенда биш йыл шөғөлләнә, шунан һуң композитор уға «уҡыусыһының айырым уңыштары һәм ғәжәйеп музыкаль хәтере» билдәләнгән документ  тапшыра. Черниҙың хәтере ысынлап та шаҡ ҡатырлыҡ була: ул уҡытыусыһының бөтә фортепиано әҫәрҙәрен яттан белә
Черни иртәтпеагог эшмәкәрлеген башлай һәм тиҙҙән Венаның иң яҡшы педагогтарының береһе була. Уның уҡыусылары араһында Теодор Лешетицкий була, уны рус фортепиано мәктәбенә нигеҙ һалыусыларының береһе тип атарға мөмкин.  1858 йылдан  Лешетицкий Петербургта йәшәй, ә 1862  йылдан  1878 йылға  тиклем яңы асылған консерваторияла уҡыта. Бында Лешетицкийҙа  шул уҡ консерваторияла артабан профессор А.Н. Есипова, профессор һәм Мәскәү консерваторияһының директоры В. И. Сафонов,  С. М. Майкапар  уҡый.

Рис та, Черни ҙа түгел, ә нәҡ Лист Бетховендың уйнау манераһын үҙләштерә. Бетховен кеүек, Лист роялде оркестр һымаҡ аңлата. Европа буйлап гастролдәр мәлендә ул Бетховендың фортепиано әҫәрҙәрен генә түгел , шулай уҡ рояль өсөн яраҡлаштырылған симфониядарын башҡарып, уның ижадын пропагандалай. Ул ваҡытта Бктховендың мущыкаһы, бигерәк тә симфонияһы, киң аудиторияға билдәле булмай. 1839 йылда Лист приехал Боннға килә. Бында бер нисә йыл инде композиторға һәйкәл ҡуйырға йыйыналар, әммә эш оҙаҡҡа һуҙыла.
Лист етешмәгән аҡсаны үҙенең концерттарынан килгән аҡса менән тулыландыра. Шундай ярҙам арҡаһында композиторға һәйкәл ҡуйыла.

Бетховен төп геройҙың, француз авторы Ромен Ролландың шул уҡ исемле билдәле бер әҫәрендә  композитор Жан Кристофтың прототибы була. 1915 йылда романға Нобель премияһы тапшырыла.

Бетховендың тормошо һәм ижадына чех яҙыусыһы Антонин Згорждың «Один против судьбы» повесы арналған. Китапҡа Бетховендың төрлө йылдарҙа яҙылған хаттары ингән.

Бетховенға болгар шағиры Пенчо Славейков үҙенең Cis moll поэмаһын бағышлаған. Унда Бетховен үҙенең ишетеү һәләтен юғалтыуын, ләкин үҙенең яҙмышының — илаһи гармония һәм донъя араһында аралашсы булыуын аңлай.  

Бетховендың бөтә фортепиано сонаталарының яҙмаларын башҡарыусы пианистар араһында,

Сонаталарҙың тулы циклын яҙа башлағандар, әммә вафат булып, был проектты тамамламағандар:

Бетховен хөрмәтенә һәйкәлдәр бөтә донъя буйлап бик күп ҡуйылған. Беренсе һәйкәл Бетховенға тыуған ерендә, Боннда, 1845 йылдың 12 авгусында тыуған көнөнөң 75-йыллығы уңайы менән ҡуйыла. Венала - музыканттың ижады менән тығыҙ бәйле булған ҡалала  һәйкәл 1880 йылда барлыҡҡа килә. «Образы Бетховена» китабының авторы, сәнғәт белгесе Зильке Беттерман (Silke Bettermann) биш континенттағы 54 ҡалала йөҙгә яҡын һәйкәлде иҫәпләргә насип булыуын билдәләй. 

Композитор образы төрлө илдәрҙең почта маркаларында сағылған. Башлыса, ул  1995 йылғы Австрия маркаһында һүрәтләнгән, ә Албанияла  Бетховендың 200-йыллығына маркалар серияһы сығарылған.




#Article 280: Тәүлек (2142 words)


Тәүлек — яҡынса Ерҙең үҙенең күсәре тирәләй әйләнеү периодына тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге.

Тәүлек төшөнсәһе аҫтында ғәҙәттә ҡояш тәүлеге астрономик төшөнсәһен күҙ уңында тоталар. Көндәлек тормошта тәүлекте йыш ҡына көн тип атайҙар.

Тәүлек оҙонлоғо 24 сәғәткә (1440 минутҡа, 86400 секундҡа) тиң һәм шартлы рәүештә дүрт таң, көн, (кис), төн характерлы интервалдарға бүленә.

Календар тәүлектәрҙән аҙналар, айҙар, йылдар хасил була.

Планетала тәүлек оҙайлылығы уның үҙ әйләнешенең мөйөшсә тиҙлегенә бәйле. Астрономияла, иҫәпләү системаһына бәйле рәүештә, тәүлектең бер нисә төрөн айырып ҡарайҙар. Әгәр әйләнеүҙең иҫәп башы сифатында алыҫтағы йондоҙҙо алғанда, планета системаһының үҙәк яҡтыртҡысынан айырмалы рәүештә, бындай тәүлектең оҙайлылығы икенсе төрлө була. Мәҫәлән, Ерҙә уртаса ҡояш тәүлеге (24 сәғәт) һәм йондроҙ тәүлеге (яҡынса 23 сәғәт 56 минут 4 секунд) бар. Улар бер береһенә тигеҙ түгел, сөнки, Ерҙең Ҡояш тирәләй орбита буйынса хәрәкәте арҡаһында, Ерҙәге күҙәтеүсегә башҡа йондоҙҙар фонында Ҡояш күскән һымаҡ булып күренә.

Уртаса ҡояш тәүлеге күк экваторы буйынса тигеҙ хәрәкәт итеүсе нөктәгә — бер йылда бер әйләнеш яһаусы яһалма «уртаса Ҡояшҡа» бәйле. Уртаса тәүлек тропик йылдың оҙайлылығын (366,2422 йондоҙ тәүлеге) 365,2422 тигеҙ өлөшкә бүлеп табыла. Ул, үҙ сиратында, 24 сәғәткә, сәғәт — 60 минутҡа һәм минут — 60 секундҡа бүленә.

Ысын ҡояш тәүлеге тип ике өҫкө кульминациялар (Ҡояш үҙәгенең меридиандың көньяҡ өлөшө аша (төньяҡ ярымшар өсөн) эҙмә-эҙ үтеүҙәре; икенсе төрлө әйткәндә, ике ысын ярымкөндәр араһындағы ваҡыт) араһындағы ваҡыт арауығы атала; был тәүлектең башы тип Ҡояш үҙәгенең меридиандың көньяҡ өлөшө аша үткән моменты ҡабул ителгән; Ҡояш үҙәгенең сәғәт мөйөшө ысын ваҡыт тип атала (ҡарағыҙ Ваҡыт тигеҙләмәһе). Ысын ҡояш тәүлеге йондоҙ тәүлегенән оҙайлыраҡ һәм уның оҙайлылығы йыл дауамында үҙгәрә, был эклиптиканың экватор яҫылығына ауышлығы һәм Ерҙең Ҡояш тирәләй тигеҙһеҙ хәрәкәте арҡаһында килеп сыға.

Ваҡыт үлсәү берәмеге тәүлек (урыҫса тамғаланышы: сут; халыҡ-ара: d) системанан тыш үлсәү берәмегенә ҡарай һәм СИ системаһына инмәй. Ләкин Рәсәй Федерацияһында ул ҡулланыу өлкәһе «бөтә өлкәлә» булған, ғәмәлдә булыу срогы сикләнмәгән ҡулланыуға индерелгән. Был осраҡта 1 тәүлек теүәл  итеп ҡабул ителгән. СИ системаһында Яңы секунд цезий-133 атомының, тышҡы ҡыр ҡуҙғыуы булмағанда, төп хәленең ике үтә нескә кимәле араһындағы күсешенә ярашлы нурланышының  периодына тигеҙ. Ярашлы рәүештә, СИ системаһында тәүлектең билдәләмәһе шундай  период тип иҫәпләнергә мөмкин.

Астрономияла СИ системаһындағы секунд аша билдәләнгән тәүлек юлиан тәүлеге тип атала.

Уртаса ҡояш тәүлегендә секундтар һаны бөтөн һан түгел (мәҫәлән, 2000,0 эпохаһында уның оҙайлылығы 86400,002 с-ҡа тигеҙ була), шуның менән бергә, Ерҙең мөйөшсә тиҙлегенең быуаттар буйына килгән үҙгәреүе сәбәпле, уртаса ҡояш тәүлегенең оҙайлылығы шулай уҡ даими түгел (ҡарағыҙ #Изменение продолжительности суток).

Көндөҙ әүҙем булған хайуандарҙың күпселеге өсөн, тәбиғи рәүештә, көн яҡтырғас башлана һәм ҡояш байығас тамамлана. Кеше үҙенең мәҙәни традициялары һәм фәнни белеме менән тәүлектең башланыу ваҡыты һәм уның үҙенсәлекле периодтарға бүленеше тураһында үҙенең ҡарашын булдырған.

Боронғо кеше көн йәки төн буйынса ғына ваҡыт иҫәбе алып барған. Көн һәм төндө берләштергән тәүлек тураһында иң беренсе Гомер телгә ала, шуның менән бергә уның әҫәрҙәрендә тәүлек таң атҡанда башлана. Боронғо Рустә XIII быуатҡа тиклем «тәүлек» ваҡыт үлсәү берәмеге булараҡ ҡулланылмай. Боронғо Русь йылъяҙмасылары ваҡытты таң атҡандан таң атҡанға тиклем көндәр менән иҫәпләгәндәр.

Йәһүд тәүлеге ҡояш байығас йәки эңерҙә башлана (өсөнсө дәүмәлдәге йондоҙҙар күренгәс). Христиан Сиркәүе һәм урта быуат Европаһы ошо традицияға эйәрә, ул Көнбайышта «Флоренция иҫәбе» булараҡ билдәле була: был системаға ярашлы «тәүлектең ике сәғәте» әйтеме «ҡояш байығандан һуң ике сәғәт үткәс» тигәнде аңлатҡан. Кис башланғас билдәләнеүсе Сочельник, Хэллоуин кеүек айырым даталар, дини байрамдар алдағы датаның кисенән башланған иҫке йолаларҙың ҡалдығы булып торалар.
Исламда тәүлек ҡояш ҡалҡҡандан ҡояш байығанға тиклем иҫәпләнә, йәғни ҡояштың офоҡтан тулыһынса юғалыуы, шаңдаҡҡа ҡарамай, яңы көндөң башланыуын аңлата.

Боронғо Египетта тәүлек ҡояш сыҡҡандан ҡояш сыҡҡанға тиклем иҫәпләнгән. Шулай уҡ төнгө ваҡыт, атап әйткәндә, хәҙерге Рәсәйҙә һәм АҠШ-та, алдағы көндөң дауамы тип иҫәпләнә: мәҫәлән, «йома төнө» һәм «шәмбегә ҡарай төн» әйтемдәре — урыҫ телендә бер үк мәғәнәлә була. Телевидение тапшырыуҙарының төнгө программаларын алдағы көндөң расписаниеһына индерәләр, уның ҡарауы видеомагнитофондарҙы яҙма өсөн программалау ҡулланыусынан яңы тәүлектең 00:00-дә башланыу ҡәтғи ҡағиҙәләрен үтәүҙе талап итә. Төндә «бөгөн», «кисә» һәм «иртәгә» кеүек әйтемдәр бер үк мәғәнәле булмай башлай.

Хәҙерге ваҡытта булған граждандар тәүлеге килешеүе, уның башын төн уртаһының 00:00 сәғәте (индереп), ә аҙағы — тулы 24 сәғәттән һуң, 24:00 сәғәткә тиклем (индермәй) тип билдәләй. 1925 йылға тиклем, граждандар тәүлеге менән бер рәттән, астрономик тәүлек булған, ул төш ваҡытында башланған. Бынан тыш, диңгеҙҙә йөҙөүҙә, 19 быуатҡа тиклем, навигация, йәки диңгеҙ тәүлеге ҡулланылған (англ. nautical), ул шулай уҡ астрономик тәүлек кеүек төш ваҡытында башланған, ләкин 1 көнгә күсерелгән булған. Астрономияла юлиан датаһы иҫәпләмәһендә әлеге ваҡытҡа тиклем тәүлек башы төш ваҡыты тигән килешеү ғәмәлдә.

Бөтә донъя метеорологик ойошмаһы метеорологик тәүлек төшөнсәһен ҡуллана. Милли метеорологик хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген үҙ-ара яраштырыу маҡсатында, метеорологик тәүлек башы ваҡыты UTC буйынса төрлө сәғәт бүлкәттәре өсөн булдырылған:

Шулай итеп, мәҫәлән, Европа илдәрендә метеорологик тәүлек 18:00 (UTC) сәғәттә башлана — был ваҡытта тәүлек йомғаҡтары яһала, һауа температураһының һәм башҡа метеопараметрҙарҙың уртаса һәм экстремаль ҡиммәттәре иҫәпләнә. Әгәр 1-се сәғәт бүлкәте килтерелгән теҙемдә — UTC+1 бүлкәте булһа, бынан, метеорологик тәүлек конкрет урында рәсми урындағы ваҡыт буйынса 19:00-ҙан 24:00-кә тиклемге интервалда башланырға мөмкин икәне килеп сыға. Рәсәйҙә бер нисә сәғәт бүлкәте ҡулланыла, шуға күрә һәр регион өсөн метеорологик тәүлектең үҙ сиге булдырылған (UTC ваҡыты буйынса).

Ваҡыт пропусктарының һәм башҡаларҙың ғәмәлдә булыу срогы төн уртаһында тамамланырға мөмкин. Ләкин, әгәр хеҙмәт күрһәтеүсенең алмашыныу расписаниеһы (мәҫәлән, йәмәғәт транспорты), мәҫәлән, көндөҙгө 6:00 сәғәттән артабанғы тәүлектең төнгө 1:00 сәғәтенә (25:00 сәғәт тип билдәләнергә мөмкин булған) тиклемге арауыҡты үҙ эсенә алһа, ул саҡта һуңғы сәғәтте законлы рәүештә алдағы көндәң бер өлөшө итеп ҡарарға мөмкин. Миҫалға, Рәсәйҙә ҡала автобусында йәки троллейбусында юл йөрөү билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты, артабанғы айҙың 1-се көнө тыуғанда, әгәр уның башы алдағы тәүлеккә тура килһә, йәмәғәт транспорты персоналының эш сменаһы аҙағына тиклем тамамланмай. «Nederlandse Spoorwegen» (Голландия тимер юлы) өсөн тәүлек билеты 28 сәғәт ғәмәлдә була, 0:00-дән 28:00-гә тиклем (йәғни, артабанғы тәүлектең 4:00 сәғәте). «London Regional Transport» (Лондон йәмәғәт транспортының) пропуск билеттәренең ғәмәлдә булыу ваҡыты уны ғәмәлгә индергән көндән һуң артабанғы көндөң 4:30 сәғәтендә тамамлана.

Тәүлек, йәки айырым көн һәм төн бүленгән өлөштәр һаны, айырым халыҡтарҙың үҫешеү дәрәжәһенә бәйле һәм кешелек үҫешеү менән яйлап арта бара. Яңы Донъя халыҡтарының күпселеге тәүлекте, ҡояш сығышына, уның көндөҙгө юлының иң бейек нөктөһенә, ҡояш байышына һәм, аҙаҡ килеп, төн уртаһына ярашлы, дүрт өлөшкә генә бүлә. XVIII быуат уртаһында Исландияны тасуирлаусы сәйәхәтсе Горребоу күрһәтеүенсә, исландтар тәүлекте 10 өлөшкә бүлгәндәр. Ғәрәптәр тик ҡояш сығыуын, уның күтәрелеүен һәм түбәнәйеүен, ҡояш байыуын, эңер, төн, әтәстең беренсе ҡысҡырыуын һәм таң атыуын айырып ҡарағандар. Ләкин ҡайһы бер, мәҫәлән, Йәмғиәт утрауының ерле кешеләре кеүек, элек мәҙәниәте үҫешмәгән халыҡтарҙа, көндөң сағыштырмаса аныҡ бүленешен күрергә була, улар Кук заманында тәүлекте оҙайлылығы бер тигеҙ булмаған 18 өлөшкә бүлгәндәр; иң ҡыҫҡа ваҡыт аралығы иртә һәм кискә, иң оҙоно — ярты төнгә һәм ярты көнгә тура килгән.

Урыҫ телендә, тәүлек ваҡыт аралыҡтарын билдәләү өсөн ҡулланылған төп дүрт һүҙҙән (иртә, көн, кис һәм төн) башҡа, өҫтәлмә шартлы билдәләмәләр бар: ҡараңғы төшкәс, таң атыу йәки таң, ҡояш сығыу, төш ваҡыты, төштән һуң, яҡтырғас, ҡояш байыу, эңер, төн уртаһы, төн уртаһы уҙғас. Шуның менән бергә рәсми әйләнештә ваҡыт аралыҡтары — иртә, кис, көн һәм төн — 1920-се йылдар башына тиклем тәүлек ваҡытын күрһәтеүҙе аныҡлау өсөн өҫтәмә булып хеҙмәт итәләр. Мәҫәлән, 1921 йылда «Гудок» гәзитендә баҫылып сыҡҡан пассажир поездарының хәрәкәт расписаниеһында, Мәскәүҙән ҡуҙғалыу сәғәттәре күрһәтелгән:

Бынан, Рәсәйҙә 1920-се йылдар башында, иртә, кис, көн һәм төн рәсми әйләнештә тигеҙ 6-шар сәғәт ваҡыт аралығы тәшкил иткән тип уйларға була. Артабан асыҡлаусы өҫтәмәләрҙең кәрәге булмай башлай. Мәҫәлән, 1924 йылда «Известия» гәзитендә баҫылып сыҡҡан поездар хәрәкәте расписаниеһында, халыҡ-ара килешеү тәҡдим иткән 24-сәғәтлек ваҡыт форматы ҡулланылған.

Хәҙерге заман ваҡыт иҫәпләү системаларында тәүлекте тигеҙ оҙайлылыҡтағы 24 сәғәткә бүлеү дөйөм ҡабул ителгән.

Тәү башлап тәүлекте бындай бүлеү (ләкин сәғәттең оҙайлылығы төрлө) б. э. тиклем 2100 йылдар тирәһендә Боронғо Мысырҙа осрай, был системаны ваҡытты белеү өсөн Мысыр жрецтары ҡулланған. Был тәүлектә 24 сәғәт иртәнге ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен, көндөҙгө ун сәғәтте, киске ҡараңғылыҡтың бер сәғәтен һәм төнгө ун ике сәғәтте үҙ эсенә алған. Б. э. тиклем яҡынса 1300 йылда ваҡытты тәүлекләп иҫәпләү үҙгәртелгән: тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡытын ярашлы рәүештә 12-шәр өлөшкә бүлгәндәр, һөҙөмтәлә «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттең оҙайлылығы сезонға бәйле үҙгәргән.

Вавилонда шулай уҡ көн һәм төндө 12-шәр сәғәткә бүлеү булған. Геродоттың Тарихына ярашлы (II, 109), вавилонлыларҙан был системаны гректар үҙләштергән, аҙағыраҡ, моғайын мысырлыларҙан йәки гректарҙан, римляндар үҙләштергәндәр. Миҫалға, ҡышҡыһын көндөҙгө сәғәттең оҙайлылығы Римдә тик 45 минут самаһы тәшкил иткән.

Боронғо Римдә көндөҙгө сәғәттәр дүрт тигеҙ ваҡыт аралығына берләштерелә, шулай уҡ төнгө сәғәттәр дүрт «һаҡ»ҡа (ҡарауылда тороу сроктары), һәр береһе өсәр сәғәт, берләштерелә: төн уртаһына тиклем ике һаҡ, һәм икәү — төн уртаһынан һуң.

Урта быуаттар Европаһында тәүлек ваҡыты сиркәү ғибәҙәттәре буйынса бүленгән, уларҙың башы һәм оҙайлылығы боронғо Рим тәүлек иҫәбенә ярашлы һанап үлсәнгән (ҡарағыҙ, Литургия часов).

Новгород республикаһында тәүлектең яҡты ваҡыты (көн), күрәһең, XV быуатта Мәскәүҙәге кеүек, шулай уҡ 12 сәғәткә бүленгән, был турала митрополит Филипп I-ҙең вафаты тураһында хәбәрҙән сығып һығымта яһарға була, ысынында, Новгородта бүлкәт ваҡыты XV быуатта Мәскәүҙекенән 3 сәғәткә айырылған.

XVI—XVII быуаттарҙа Рәсәйҙә, сәғәт оҙайлылығы даими итеп билдәләнгәс, ләкин йылдың теге йәки был айының билдәле көнөнә бәйле, «көндөҙгө» һәм «төнгө» сәғәттәр һаны үҙгәргәс, тәүлек ваҡыт иҫәбе ҡулланылған. Уларҙың һаны 7-нән 17-гә тиклем тирбәлгән, шуның менән бергә Кремль сәғәтендә циферблат хәрәкәт иткән, ә бер бөртөк сәғәт теле хәрәкәтһеҙ торған. Ошо расписание буйынса сиркәү ғибәҙәттәре башҡарылған, ләкин ул 1722 йылда синод тарафынан бөтөрөлә, элекке сәғәттәр дөйөм Европаныҡы менән алмаштырыла, шулай уҡ тәүлек башы итеп элекке кеүек иртә түгел, ә төн уртаһы алына.

Ҡытайҙа Хань династияһы хакимлыҡ иткән осорҙан (б. э. т. 206 — б. э. 220), ун ике астрологик хайуан һаны буйынса тәүлекте 12 тигеҙ өлөшкә бүлеү традицияһы башланғыс ала. Был традиция аҙаҡ шулай уҡ Японияла, Кореяла һәм Вьетнамда тарала. Һәр астрологик хайуанға шартлы рәүештә «сәғәт» тип аталған ваҡыт бүлеп бирелә, мәҫәлән: «Ҡомаҡ сәғәте» (төн уртаһы ваҡыты) йәки «Ат сәғәте» (көн уртаһы ваҡыты):

Һиндостандың боронғо тәүлекте өлөштәргә бүлеү традицияһы Атхарва-ведала сағылыш тапҡан. Уға ярашлы, тәүлектең яҡты яртыһы (көн) биш ваҡыт аралығына бүленгән: «удьян Сурья» (ҡояш сығышы), «самгава» (һыйырҙарҙы йыйыу), «мадхьям-дина» (көн уртаһы), «апарахна» (төштән һуғы ваҡыт), «астам-ян» (ҡояш байыуы). Веды әҙәбиәтендә тәүлек үҙ сиратында тигеҙ ваҡыт аралыҡтарына бүленгән, ләкин 24 сәғәткә түгел, ә 30 «мухурта»ға (хәҙерге иҫәп буйынса 1 мухурта = 48 минут). Бер мухуртала 15 «кшипра» (1 кшипра = 3 минут 12 секунд), бер «кшипра» 15 «этархи»ҙан тора (1 этархи = 12,8 секунды), бер «этархи» 15 «идани»ҙан (1 идани = 0,85 секунд) тора.

Боронғо майя цивилизацияһы календарында шулай уҡ тәүлек ваҡыт иҫәбенең
үҙенсәлекле системаһы булған. «Иҫке Донъялағы» боронғо мысырлыларға оҡшаш рәүештә, майя тәүлекте төрлө оҙонлоҡтағы көндөҙгө һәм төнгө сәғәттәргә бүлгәндәр (суммала — 22 өлөш), ләкин, Мысыр системаһынан айырмалы рәүештә, майяла көн 12 сәғәттән түгел, ә ун өс сәғәттән торған, ә төнгө сәғәттәр һаны туғыҙ булған.

Бөйөк француз революцияһы ваҡытында 1793 йылдың 5 октябрендә унарлы ваҡыт индерелә. Төн уртаһынан төн уртаһына тиклем тәүлек 10 унарлы сәғәткә, сәғәт 100 унарлы минутҡа, ә минут 100 унарлы секундҡа бүленгән. Шулай итеп, төн уртаһы 0:00:00, көн уртаһы — 5:00:00 сәғәткә һ. б. ш. тура килгән. Француз республикаһы календарынан айырмалы рәүештә, ваҡыт үлсәүҙең был системаһы етерлек таралыу алмай һәм 1795 йылда рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан хәҙер ҙә ҡулланылыуын дауам итә: ҡайһы бер махсус осраҡтарҙа, был уңайлы булғанда, шулай уҡ шәкерттәр-оригиналдар тарафынан.

Һыу күтәрелеүгә сәбәпсе булып торған Айҙың тартыу көсө менән бәйле, Ерҙең әйләнеү тиҙлеге яйлап кәмей. Йөҙ йыл эсендә Ер тәүлегенең оҙайлылығы яҡынса 2 миллисекундҡа арта.

Геологик ваҡыт эсендә көн оҙонлоғо үҙгәреүе, ҡаҙылдыҡ мәрйендәрҙең дүңгәләк һыҙыҡтарын иҫәпләү ярҙамында, эксперименталь тикшерелгән. Мәрйендәрҙең тышҡы һөлдәһендә дүңгәләктәр рәүешендә кальций карбонаты ултыра; дүңгәләктәр ултырыуының цикллылығы көндөҙгө яҡтылыҡ, шулай уҡ периодик ваҡытлы үҙгәрештәр менән дә бәйле: 1963 йылда америка палеонтологы  (1907—1994), мәрйендәрҙең эпитекаһындағы дүңгәләк ҡатламдары буйынса, мәрйендәр йәшәгән осорҙа йыл эсендәге көндәр һанын белеп була икәнен аса. Йыл оҙайлылығы үҙгәреүен һәм, ваҡыт эсендә Ай тәьҫире арҡаһында Ерҙең әйләнеү тиҙлеге кәмеүен иҫәпкә алып, шулай уҡ теге йәки был геологик осорҙа тәүлек оҙайлылығын асыҡларға мөмкин.:

Мәрйендәр барлыҡҡа килеү осорона тиклем тәүлек оҙайлылығын белеү өсөн, ғалимдарға күкһел йәшел ылымыҡтар ярҙамына мөрәжәғәт итергә тура килә. 1998 йылдан Ҡытайҙың Тяньцзинь геология һәм минераль ресурстар институты тикшеренеүселәре Чжу Шисин, Хуан Сюегуан һәм Синь Хоутянь, ҡасандыр экватор эргәһендә үҫкән һәм Яньшань тауҙарында күмелеп ҡалған 1,3 миллиард йыл йәшендәге, 500-ҙән артыҡ строматолит ҡаҙылмаһын өйрәнәләр. Күкһел йәшел ылымыҡтар тәүлектең яҡты һәм ҡараңғы ваҡыттары алмашыныуға үҙҙәренең үҫеү йүнәлештәрен үҙгәртеү һәм төҫө тәрәнлеге менән яуап бирәләр: көндөҙ улар асыҡ төҫкә булалар һәм вертикаль үҫәләр, төндә тоноҡ төҫтә булалар һәм горизонталь үҫәләр. Был организмдарҙың тышҡы күренеше буйынса, уларҙың үҫеү тиҙлеген һәм геология һәм климатология туплаған фәнни мәғлүмәтте иҫәпкә алып, күкһел йәшел ылымыҡтарҙың йыллыҡ, айлыҡ һә бер көнлөк үҫеү ритмын асыҡларға мөмкин була. Алынған һөҙөмтәләргә ярашлы ғалимдар, бынан 1,3 миллиард йыл элек, (Докембрий осоронда) Ерҙә тәүлек 14,91—16,05 сәғәткә һуҙылған, ә йыл 546—588 көндән торған тигән һығымта яһағандар.

Был баһа менән килешмәүселәр ҙә бар, улар боронғо һыу күтәрелеү ултырмаларын, тайдалиттарҙы тикшереүҙән алынған мәғлүмәттәр быға ҡаршы килә тип күрһәтәләр.

Оҙайлы ваҡыт арауығында Ерҙең әйләнеү тиҙлеге үҙгәреүҙән тыш, (һәм шунан сығып тәүлек оҙайлылығының үҙгәреүе), көндөн-көн, массалар бүленеше менән бәйле, планетаның әйләнеү тиҙлене бер аҙ үҙгәрә, мәҫәлән, донъя океанының йәки атмосфераның, уларҙың уртаса температураһы тирбәлеүҙән, күләме бәләкәсәйеү арҡаһында. Донъя океаны йәки атмосфера һыуынғанда Ер тиҙерәк әйләнә (һәм киреһенсә), сөнки һөҙөмтәлә импульс һаҡланыу законы тәьҫир итә. Шулай уҡ геологик ваҡиғалар, мәҫәлән, көслө ер тетрәүҙәр тәүлектең уртаса оҙайлылығы үҙгәреүгә килтерергә мөмкин. Шулай, Һинд океанында 2004 йылдағы ер тетрәүҙәр һөҙөмтәһендә тәүлек оҙайлылығы яҡынса 2,68 микросекундҡа кәмей. Бындай үҙгәреүҙәр теркәлгән һәм хәҙерге заман ысулдары ярҙамында үлсәнергә мөмкиндәр.




#Article 281: Сәғәт (2177 words)


Сәғәт — тәүлек эсендә ағымдағы ваҡытты билдәләү һәм бер тәүлектән кәмерәк ваҡыт оҙайлығын үлсәү өсөн ҡулланылған прибор.

Һыу сәғәте, йәғни клепсидраның йөрөшө, ҡом сәғәтенең эшләүе менән оҡшаш.

Ваҡыт үлсәү приборы булараҡ, ҡояш сәғәте менән бергә, әлмисаҡтан ҡулланылыуы ихтимал, әгәр боронғо малсыларҙың ваҡытты ҡояшлы көндә тура ҡағылған гномон-таяҡсаның ерҙәге күләгәһенә ҡарап билдәләүен иҫәпкә алмаһаҡ. Боронғо һыу сәғәтенең беренсе тапҡыр ҡасан һәм ҡайҙа барлыҡҡа килеүе фәнгә билдәле түгел. Сеүәтәнән ташып аҡҡан һыу менән ваҡытты билдәләү Вавилонда һәм Мысырҙа беҙҙең эраға тиклем яҡынса XVI быуатҡа тиклем ҡулланылған. Башҡа төбәктәрҙә, шул иҫәптән Һиндостан һәм Ҡытайҙа ла, боронғо һыу сәғәте булыуы билдәле, әммә уларҙың ҡасан барлыҡҡа килеүе аныҡ түгел. Шулай ҙа ҡайһы бер авторҙар иҫәпләүенсә, һыу сәғәттәре б.э. тиклем 4000 йылдарҙа ҡулланылышта булған.
Боронғо Эллада һәм Рим цивилизацияларында һыу сәғәте камиллаштырылыу кисерә.Уларҙың көн оҙонона туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итеүсе һәм бер-береһен махсус тештәр ярҙамында хәрәкәткә килтереүсе тәгәрмәстәр өҫтәлә. Ваҡытты дөрөҫ үлсәү мөмкинлеге лә яҡшырып, был ҡаҙаныштар Византия аша ислам донъяһына үтеп инә,һуңынан тағы Көнсығыш Европаға тарала. Грек-рим мөхитенән тыш, ҡытайҙар ҙа (水鐘) 725 йылда һыу сәғәтенең ҡатмарлаштырылған төрөн уйлап таба һәм үҙҙәренең идеяһын Корея һәм Япония менән уртаҡлаша.
Һыу сәғәттәре төрлө яҡта төрлөсә үҙаллы уйлап табылһа ла, сауҙа үҫеше һәм таралыуы сәбәпле, бер-береһенән үҙләштереү иҫәбенә камиллаша бара. Эш ваҡытының һәм ялдың һәр сәғәте иҫәпле булған бөгөнгө индустриаль йәмғиәттән айырмалы рәүештә, ул замандарҙа ваҡыт иҫәбен алып барыу үтә сетереклелеккә мохтажлыҡ кисермәй. Башлыса сәғәттәр астрологик иҫәпләүҙәр маҡсатында ғына ҡулланылған. Ваҡыт үтеү менән, иң тәүге һыу сәғәттәре яйлап ҡояш сәғәтенә тап килтереп көйләнә.Әлеге сәғәттәр кимәлендәге үк дөрөҫ йөрөшкә етә алмаһалар ҙа, һыу сәғәттәре бер-нисә меңйыллыҡтар дауамында ваҡыт иҫәбен алып барыусы ҡоролма булараҡ, XVII быуатта Европала маятниклы сәғәттәр уйлап сығарылғанға тиклем, киң ҡулланылышта була.
Ислам дәүерендә һыу сәғәтен тағы ла ентекләберәк камиллаштырып, ваҡыт иҫәбен дөрөҫөрәк алып барыу оҫталығына өлгәшәләр. 797 йылда(икенсе бер сығанаҡ буйынса, 801 йылда) Ғәббәсиҙәр династияһының бағдад хәлифе Харун әр-Рәшид, Бөйөк Карлға Әбү-әл-Ғәббәс атамалы һинд филенә ҡушып һыу сәғәтенең «айырыуса ҡатмарлы өлгө»һөн бүләк итеүе мәғлүм.
XIII быуатта Әл-Джәзәри (1136—1206 й.й.) Артукидтар династияһы хакимына эшләүсе һәм сығышы буйынса Месопотамиянан булған ҡурд инженеры Дийәр-әбүбәкр Насир әл-Динә,төрлө рәүештәге һәм ҙурлыҡтағы сәғәттәр эшләй. Китапта алты категорияға ҡараған 50 механик ҡоролма, шул иҫәптән һыу сәғәте, тасуирлана. Улар араһындағы иң танылғандарынан «Фил», «Яҙыусы» һәм «Йоҙаҡ» рәүешендәге сәғәттәр әлеге ваҡытта кире тергеҙелгән.

Бындай сәғәттең эсе ҡыуыш нәҙек кенә муйынса менән бер-береһенә тоташтырылған 2 ҡыуышлыҡтан тора. Бер тигеҙ эрелектәге ваҡ ҡына йылға ҡомо муйынса аша берәмләп, бер тигеҙ ваҡыт эсендә ҡойола. Быяла ҡыуыышлыҡтың һәр береһе сынаяҡ рәүешле була. Ҡом сәғәте ҙур булмаған ваҡыт арауығын (1-20 мин[]) үлсәр өсөн ҡулланыла.Ҡом сәғәтенең кәмселеге шунда: өҫкө ҡыуышлыҡтан аҫҡыһына ҡомо ҡойолоп бөткәс, уны баштүбән әйләндерергә кәрәк була. Флотта ҡом сәғәте склянка тип атала.

Тәүге тапҡыр утлы сәғәттәр Ҡытайҙа барлыҡҡа килә. Улар металл шарҙар эленгән яна торған материалдан таяҡ йәки спиралдән ғибәрәт. Материалы янғанда шарҙар фарфор вазаға ҡолап төшәләр һәм тауыш сығаралар.

Һуңынан утлы сәғәт төрө Европала барлыҡҡа килгән. Бында бер тигеҙ алыҫлыҡта билдәләр һалынған май шәмдәр ҡулланыла. Тамғалар араһындағы алыҫлыҡ ваҡыт берәмеге булған.

Ул һәр механик сәғәт дүрт мөһим өлөшөн айырып кәрәк:

Хеҙмәт һүҙенең мәғәнәһен көйләгестәр үлсәгес ваҡытым тар. Әйләнеп торған тешле тәгәрмәс, улар менән кистәрен уғы циферблат — хисапсы отмеривать көйләгестәр ваҡыт берәмеге. Ер күсәре тирәләй әйләнеп, уның ҡәтғи тәүлеккә тигеҙ таныу, берҙән-бер ваҡыт арауығында беҙ уның күләме берәмеге өсөн йәки сағыштырыу бар. Обыкновенно секунд ваҡыт эсендә ҡабул ителгән берәмеге, өлөшө тәүлек 1/86400. Төрлө ваҡытта иҫәбенә тураһында, йондоҙо, уртаса алғанда, тәүлегенә — ҡара Ваҡытта.

Шулай көйләгес механизмдар эшкә сәғәт, тигеҙ йәки бер секунд ваҡыт арауығында улар өсөн отмеривать, йәки яртыһы, сирек йәки бер секундҡа бишенсе. Ни өсөн көй башланды әгәр ҙә отмеривать әҙерәк ваҡыт арауыҡ, ваҡыт һ күрһәтелә, уларҙың күпселеге был осорҙа хисапсы. Был осраҡта сәғәт, һөйләү, алға китте. Әгәр ҙә күберәк бирелә көйләгестәр интервал — сәғәт ҡалышмай. Тәүлек ваҡытта уславливаться тураһында башланғыс, икенсе төрлө әйткәндә, мәл, ваҡыт берәмеге счетчик күрһәтә тейеш нуль протекший сәғәт, килә сәғәт төҙәтмәләр тураһында төшөнсә. Уның ыңғай, әгәр ҡалышмай сәғәт, кире — әгәр алға китте. Сәғәте тип атарға төҙәтмәләр өсөн билдәле бер ваҡыт арауығында үҙгәреүе барышында сәғәт (мәҫәлән, тәүлек, аҙналыҡ, барышында сәғәт). Ыңғай барышы, сәғәт әгәр ҡалышып, тиҫкәре, әгәр сәғәт алға китә. Регуляторҙар нәҡ үҙе отмеривать барышында ҡабул ителгән ваҡыт арауығы сағылдырған үҙенсәлекле берәмеге. Шартлы дәүмәле төҙәтмәләр сәғәт булырға һәм, бынан тыш, төҙәтмәләр бер сәғәттең минут теле минутный ябай хисапсы булып эшләп йөрөгән теләһә ҡайһы ваҡытты аҙ ала.

Шунда уҡ сәғәт малость дәрәжәһендә, ә иң мөһиме — постоянство барышында. Иң яҡшы барышында астрономик сәғәте һәм хронометрҙар буйынса үҙгәртелеү мөмкинлеге бәйле тейеш түгел температураһы, ҡан баҫымы, һауа дымлылығы, осраҡлы этәргес, альтерглобалистар механизмдарҙа күсәрҙең, сгущение майы ҡойоп, молекуляр механизмы үҙгәрҙе һәм төрлө өлөшө. т. д. төп астрономик сәғәт ике типҡа бүленә:

Беренсе тибы тип атала. сәғәт механизмында астрономия «сәғәт» һүҙенең мәғәнәһе йәки тығыҙ. «маятник». Астрономик обсерватория булған ҡушылдығы уларҙы даими ҡорал (ҡара: астрономия Практик), стеналары таш йәки нығытыр бағана булып; йыш ҡына обсерваторияһында урынлаштырылған. подвалда сәғәт, температура буйынса үҙгәртеү мөмкинлеге скрипканы өсөн («нормаль» сәғәт). Заводка подвалда сәғәт өсөн генә булды, сөнки улар хатта тәнгә йылылыҡ барышына йоғонто яһай ала. Сәғәт үк шаһит булып, «удар» маятник (һәр саҡ экипажға), башҡалар менән сағыштырып сәғәт ярҙамында микрофондарҡуйыу менән тоташтырығыҙ. һәм подвал телефон (был аңлатма ла, һәм дөйөм ҡабул ителгән, әммә бөтөнләй дөрөҫ. Удар «тиканье» маятник етештереүҙе лә (яй), ә механизмы ауышлығы). Янына урынлаштырыу тейешле тәрбиә һәм «даими» менән тәүлек сәғәт артыҡ булырға тейеш түгел 0,3 астрономик барышында, уның бер тәүлек йөҙөнсө секундҡа уҙып түгел, ә үҙгәртергә тейеш.

Хронометр сәғәт механизмы икенсе типтағы тип атала. Айырып «ашхана», йәки бокс-хронометрҙар (уларҙың күләме яҡынса 1½—2 децима. диаметры, 1 децима, бейеклеге; ябай бер секундҡа тирбәлеү дауам баланс½), һәм кеҫә хронометрҙар (мәғлүм булыуынса күләме; обыкновенно шулай нығынған. четыредесятник, йәғни 0,4 секундҡа тирбәлеү дауам тулы балансын ике ҡатлы, ябай тирбәлеүҙәр — 1/5 секунд). Хронометр ашхана чувствительно кеҫә сифаты түбән сифаты уртаса. Хронометр ярҙамында билдәләү географик урында булыуға, эштәрендә күсмә астрономик ҡорал (ҡара: астрономия Практиктар), т. диңгеҙ һәм ваҡытын билдәләү һәм оҙонлоҡҡа д. Кардан продуктлылығы хронометрҙар умещается был карапта аш булыр. Даими сәғәт («маятник») тулыһынса тиерлек, ә күпселек осраҡта йондоҙ н көйләнә. хронометрҙар секунд ваҡыт — та беҙҙең «йондоҙло» сәғәте һәм хронометрҙар. Һирәк ҡулланылған «уртаса» хронометрҙар (йәғни уртаса булыу ваҡыты буйынса бара). Шул астрономдары күҙәтеүҙәр йәки уларҙы эшкәртеү йәки башҡа мәсьәләләргә бәйле һайлау өсөн уңайлы.

Хронометр сәғәт астрономдарға билдәле һәм баһалай. тағы, әммә ҡырҡа тауыш һәм артыҡ түгел, башҡа һуғалар («тиканье»). Иң яҡшы оҫталары булараҡ астрономик сәғәте тип атарға кәрәк хронометрҙар йәки Кессельс, Прилить, Дент, Тид, Ховя (Howüh), Кноблих, Фродшэм, Нардэн. Ижадсылары «юғары» һәм сәнғәте сәғәт механизмы сәғәт: Леруа Петр (), Гаррисон Джон, Джордж Грэхэм (), Дютертр, Джон Арнольд (), Фердинанд Берта ().

Ходиктар — ҙур булмаған ябайлаштырылған герле диуар сәғәте — маятниклы механик сәғәт варианты, двигатель урынына анкер саҡмаһы һәм герҙәр ҡулланыла. Ҡайһы бер моделдәрҙә маятник сифатында бер-береһенә ҡаршы хәрәкәт иткән ике «аяҡ» ҡулланылған. Һуғыулы сәғәт төрҙәре лә осрай (сисеп алына торған һуғыу гер өсөн тағы ла бер сынйыр була, герҙе сынйырҙан ысҡындырып, махсус элмәккә элергә мөмкин, йәғни «Һуғыуһыҙ режим»ға ҡуйырға).

Кәкүкле сәғәт — күркәм корпустағы диуар сәғәте, башлыса кәкүк йырын имитациялаған һуғыулы механик сәғәт (ходиктар). Ғәҙәттә тауыш сигналдары (берҙән ун икегә тиклем) сәғәт һайын ишетелә, улар ағымдағы ваҡытты һанап бирә һәм йыш ҡына гонг һуғыуы менән аралаштырыла («бум — кә-күк»). Кәкүкте имитациялаған механизм XVIII быуаттың уртаһында уйлап табылған һәм шул ваҡыттан алып үҙгәртелмәгән. Кәкүкле сәғәтте тәүге тапҡыр Шварцвальд төбәге үҙәгендәге Триберг исемле немец ҡалаһында эшләгәндәр, һәр хәлдә, кәкүк сәғәте музейы тап шунда урынлашҡан.

Электрон төрө-механик сәғәт.
Эшләү принцибына нигеҙләнә эффект пьезоэлектрический, кристалл үҙсәнлекле кварц, мәҫәлән, тышҡы электр ҡыры тәьҫир аҫтында деформироваться, деформация ваҡытында поляризоваться шулай уҡ механик. Кварц кристаллы шул уҡ ваҡытта, күләме бәләкәй булһа ла, шаҡтай күп саралар даими генерирующая. тирбәлеүе мөмкин, температура юғары булғанда тотороҡлолоҡ һәм ваҡытлы.
Кварц сәғәттәрҙең туҡланыу элементын торған механизм, электрон генератор, бүлеүсе һәм ял каскад көсәйткес хисапсы, катушка двигателдәр синхрон өҙөклөктәр булып, әйләнеп торған тешле тәгәрмәс хәрәкәт системаһы аша ул сәғәт уғы килтерә.

Сәғәт, схема нигеҙләнгән һығымта бирергә һәм электрон цифрлы иҫәпләү тирбәлеп генератор ярҙамында мәғлүмәт смотря осоро булды.

Беренсе электрон сәғәт наручный светодиодный смотря эйә, әммә улар бик оҙаҡ ваҡыт күрһәтергә мөмкин: светодиод артыҡ булыу прожорливый. Һуңынан бәғзе бер йүнәлештәге яҡтылыҡ үткәреү үҙенсәлектәре һәм тышҡы электр ҡыры менән файҙаланған шыйыҡ кристаллы. Ике поляризатор араһында урынлаштырылған, тышҡы яҡтылыҡ системаларын бөтөнләй йотом поляризатор сығанағы-кристал шыйыҡ-поляризатор-ҡара булды һәм булып отражатель һүрәт элементтарын электр ҡыры ойошторола. Һөҙөмтәлә был энергопотребление күпкә кәметергә була, һирәк һәм туҡланыу элементтарын алмаштырыу күпкә бармай.

Сылбыр хәҙерге электрон сәғәт, ҡағиҙә булараҡ, махсуслаштырылған микроконтроллер, сервис функциялары булған күп барлыҡҡа килә һәм сәғәт (будильник, көй, календарҙар һ. б.), әммә шул уҡ ваҡытта барыһы ла шулай уҡ микроконтроллер кварц кристаллы тип тирбәлеүен дауам итә.

Иҫкәрмә: электрон сәғәт булһа ла, подпитывает осоронда принципҡа нигеҙләнә иҫәпләү селтәре йыш, бик йыш ҡаты талаптар күп илдә тотороҡлолоҡ бар, әммә йышлыҡлы тирбәлеүҙәрҙе ваҡытта уҡ бөтә селтәрендә көсөргәнеш үҙгәрергә мөмкин, мөмкин түгел һәм шундай теүәллек сәғәт нормаль тип һаналһа ла, күп кенә кешеләр өсөн, уның етерлек булды.

Электрон төрө сәғәт, ваҡытты һүрәтләгәндә кодты икеле, тип аталған «бинаһында сәғәт» (ингл. ). Ғәҙәттә сағылдырыу өсөн ҡулланылған икеле разрядлы светодиод. Светодиод төркөмдәр һаны төрлө булырға мөмкин, күләме һәм уларҙың ҡайҙалығын айырылыуы мөмкин. Светодиод өлөшө сәғәттә күрһәтелгән, икенсе — минут. Светодиод бар секунд иҫәпләү өсөн яуаплылыҡ ала, даталар һәм т. п.

Йәки кварц, электрон сәғәт, ваҡыт йәки махсус сигнал буйынса үҙенең аныҡ барышында сверять радиостанция тапшырыуҙары мөмкин улар, шулай уҡ (айырыуса алыу өсөн аныҡ ваҡыт) юлдаш GPS.

Атом сәғәте (молекуляр, квант сәғәт), үлсәп ваҡытты ала ул, тирбәлеүе ул. үҙ сифатында ҡулланыла ваҡытлы процесы менән бәйле процесс, молекуланың атомдарын йәки кимәлдә булды.

Абоненттар селтәре киң даирәһе өсөн тәғәйенләнгән. часофикация тәьмин итеүҙең теүәл ваҡытын ҡалған, бер нисә сәғәт предприятиеларыбыҙ беренсел һәм икенсел тора һ. б., шулай уҡ элемтә тармағы. Часофикация селтәре тары «өсөн яуаплы сәғәт», ә әгәр бинаһы (мәктәп, институттары, заводтар) расписаниеһы буйынса берҙәм эшләй — был «рәсми заман», тип башланы өҫтәрәк/эштәре тамамланғас, опоздание билдәләнһә, әгәр был кәңәшмә ваҡыты һәм теүәл түгел, хатта һ. б. планлаштырып була, бөтәһе лә яҡшы билдәле булып эшләй, ни на минуту «рәсми» уны ваҡытынан алда йәки теүәл сәғәте ҡалышмай. Часофикация тимер юлдар селтәрен киң ҡуллана һәм метрополитен, айырым пункттар менән эште көйләү мөмкинлеге юғары аныҡлыҡ, депо, вокзалдарҙа,.

Сәғәт беренселә (электропервичный сәғәт) теүәл иҫәпләү селтәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән һәм уны сәғәт ваҡытта икенсел тапшырҙы.

Хронометр астрономик сәғәт алда йәки үҙен күрһәтеп, командалар формалаштырыу электромеханик сәғәт уҡтары унда блоктың урынына икенсел булыуы, ябай осрағы — электроцеплять тапҡыр йомоу менән тәьмин итеү минуты.

Хәҙер, электроника һәм телекоммуникацияларҙы үҫтереү менән бер — нисә төҙәтмәләр индереү менән электрон каналдар юғары аныҡлыҡ класы сәғәт (ваҡытты системаһы аныҡ GPS, теүәл ваҡыты менән синхронизация селтәрҙә сервер «Интернет» һәм һ. б.)

Сәғәт икенсел (электровторичный сәғәт) часофикация селтәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән ваҡыт күрһәтер.

Двигатель механизмдарын булып тора элек, экипажға уғы яйға һалыу һәм, көсөргәнеш минут двигатель ярҙамында хәрәкәт синхрон рәүештә йәки поляр уғы 24 сәғәт беренселә импульс шаговый ампер менән сиратлаша, сәғәт — 1 механизмдары аша передаточный:. Шулай уҡ икенсел электр лампаһы тоҡанған йәки цифрлы газлы индикация сәғәт менән йәшәгән.

Әлеге ваҡытта — сәғәт сәғәт арзан беренсел а кварц менән баш төҙәтеп, шулай уҡ туранан-тура теүәл ваҡыт буйынса радиосигнал бәлки, айырым осраҡтарҙа — GPS.

Интервал  сәғәттәре ваҡыт үткән поезд араһындағы интервал сағылдырыу өсөн тәғәйенләнә.

Аныҡ ваҡыты билдәле бер ваҡытта төркөм-төркөм интернет селтәре серверы менән идара итеүҙе ойоштороу, лабораторияһы менән бәйле, атом ваҡыт өлгө булды. Операцион системаһында бөтә төп бар, һәр хәлдә, был ярҙам менән бәйләнештә ҡарала теләсә ҡайһы серверы. Шулай уҡ төрлө ваҡытта эшләнгән осраҡта эшләмәү сит утилитар н/синхронизация зубов отсутствие функциялары.

Советтар союзы 1980.-сәғәт етештереү өсөн күпләп шәхси йыл булып ҡулланғанда (көнкүреш).
Рәсәй маркаһы бөгөнгө көндә бер нисә сәғәт. Импортты үҙебеҙҙә етештерелгән күпселек деталдәрҙе һәм механизмдар йыйыу, улар бер сәғәткә лә инде. Сәғәт заводында илдә берҙән-бер, уны үҙегеҙ дауам итеү механизмдарын етештереүҙе от а до я, балансын индереү һәм спираль — Петродворцовый сәғәт заводы «Ракета» һәм завод Чистополь сәғәт.
Механик сәғәт
СССР ваҡытында сығарыуҙы ойошторорға 13 сәғәт заводына механик булып:

Электрон сәғәт

Төп сәбәп парапландың сәғәт «Электроника» туҡланыу селтәре эшләргә һуң егерме йылдан ашыу фильтр һәм электролитик менән высыхание цветовая булып тора. Унда реставрация эшләнде алмаштырыу, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен үтәү.

Серия асыу 1973 йыл.

Сәғәт серияһы менән берләштереүсе билдә «5 Электроника», «5x Электроника», «Электроника 5-xxx» и т. п.

Бөтә был серияла етештереү ҡеүәте сәғәтенә минск ЭШМӘКӘРЕ «Интеграл» (завод «Электроника» һәм «Камертон»). Билдәле сәғәт модель: Электроника 5-202, 5-203, 5-204, 5-206, 5-207, 5-208, 5-209, 5-29367. Электроника үҫтереү серия-5x 5 серия булған Электроника (51,52,53,54,55,57 һ . б.)

Был серияһын цифрлы ҡул сәғәте барышында ҡатнашыусылар күп функциялы көйҙәре (ЦНХ), уларҙың күпселеге сит ил аналогтары юҡ. (ғөмүмән, бөтә). Меню ҡаралған махсус сәғәттәр интерфейс, унда төҙәтмәләр булыуын күрһәтә, ҡушыу (алыу) ағымдағы ваҡытта һыу эсендә тәүлек. Үҙ аллы мәғәнәһе ҡулланыусыларҙың иҫәпләү ашырыу төҙәтмәләр сәғәт, сәғәт шаһит сағыштырып, мәҫәлән, теүәл ваҡыт сигналдарын менән, радио буйынса тапшырыла, ике тапҡыр аша оҙайлы ваҡыт арауығында (10 көн). Төймәгә басыгыз менән торошона төҙәтмәләр индереп өс секундтан ашыу ваҡыт һайлау ҡуйҙы.функциялы буйһондора.

Әлеге ваҡытта ҡайһы бер моделдәре сәғәт «Электроника» мин белоруссияла сығарылған дауам итә ЭШМӘКӘРЕ «Интеграл».

Бөтә етештереү базаһы һәм завод урамдарында һарытау сәғәт «Рефлектор» әлегә тиклем ҡулланыла һәм бик күп административ-хужалыҡ бүлмәләре һәм рәсәй территорияһында сәнәғәт. Вакуум сәғәт етештереү базаһы-люминесцентный тоҡанып (ВЛИ) үҙе әҙерләй (бөтәһе донъяла заводтан 5-се булып, ВЛИ).

Сәғәт «7 Электроника» төрлө модификациялы сығарыу (7 Электроника-06М, 7-06К, 7-34, 7-35)

Бейеклеге мәғлүмәт моделен араһында айырылып үҙ символдары (140 мм-ға 78 нигеҙе булған һәм мә),
күп разрядты (сәғәт, минут, секунд), индикация төҫтән (ҡыҙыл һәм йәшел), датчик температураһы булмаһа, баш төҙәтеү мөмкинлеге барышында радиотрансляционный селтәре, тип индикация (йәки люминесцентный светодиодный).

Әлеге ваҡытта предприятиеның етештереү заводы нигеҙендә ойошторолған сәғәт «Рефлектор», электрон сәғәт дауам етештереү, уларҙың башҡа сауҙа маркаһы аҫтында сығарыла ла инде.




#Article 282: PT Sans (114 words)


PT Sans — ПараТайп компанияһы эшләп сығарған һәм ирекле таратыла торған тамғаһыҙ компьютер шрифты.

Шрифттар ПараТайп компанияһының асыҡ ҡулланыусы шрифты лицензияһы буйынса таратыла.

ПТ Санс гарнитураһы, күп милләтле илдең шрифтҡа булған ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты менән һәр кем ирешә алған асыҡ ҡулланыуcы лицензияһына эйә рәсәй шрифттары комплектын эшләү проектының бер өлөшө булып тора. Был шрифт, рәсми һәм эш яҙышыуҙарына ярҙамсы ғына булып ҡалмай, милли яҙыуҙарҙың һәм мәҙәни аралашыу үҫешенә мөмкинлек бирәсәк. Шрифттар, Көнбайыш һәм Көнсығыш Европа телдәре менән эшләү өсөн кәрәкле билдәләрҙең стандарт йыйылмаһынан һәм шулай уҡ стандарт кирил алфавиты комплектынан башҡа, Рәсәй Федерацияһының титуллы телдәре алфавиттарының барлыҡ билдәренә эйә булыу һөҙөмтәһендә уникаль һәм хәҙерге заман компьютер аша аралашыу мөхитенең бик мөһим сараһы булып тора.




#Article 283: Түбәнге лужи теле (120 words)


Түбәнге лужи теле () — ҡөнбайыш славян теле. Ул поляк теленә яҡын (әммә, үрге лужи теле чех теленә яҡын).

Түбәнге лужи телендә Түбәнге Лужицала һәм Германияның көнсығыш өлөшөндәге Котбус ҡалаһы тирәһендә һөйләшәләр. Был телде белеүселәр һаны 5 меңдән 15 меңгә яҡын, әммә телде актив ҡулланыусылар һаны бынанда аҙыраҡ. Демографик тикшереү мәғлүмәттәре буйынса түбәнге лужи телендә өлкән йәштәгеләр һөйләшә. Йәш быуын, профессиональ карьераға булышлыҡ итә тип, немец теленә өҫтөнлөк бирә. 

Телде юғалыуҙан һаҡлап ҡалыу саралары күрелә. Шуларҙың иң мөһиме, телде балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Витай-программа»һы. Әммә нәтижәһе ҡәнәғәтләнерлек түгел, шуға ла киләсәккә оптимизм менән ҡарап булмай. Әгәр лужи халҡы үҙ телен һаҡлау буйынса ҡыйыу саралар ҡабул итмәһә, киләсәктә бер-ике быуындан тел юғаласаҡ тигән хәүеф бар.
 

Үрге лужи теле




#Article 284: Дүртөйлө (137 words)


Дүртөйлө — ҡала. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Нефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. 
Дүртөйлөлә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан.

Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй.

Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында.

Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (Өфө — Ҡазан—Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк).

Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар.




#Article 285: Күмертау (155 words)


Күмертау — Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан 250 км, Стерлетамаҡ ҡалаһынан 102 км көньяҡта урынлашҡан ҡалаһы. 

Милли составы:

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Күмертау ҡалаһы хакимиәтенә ҡараған ауыл советтары:

Шулай уҡ ҡала янында нефть һәм эйәрсән газ табыла.

Күмертауҙа белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Ҡалала 26 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ойошма, 19 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, 2 гимназия, йәтим балалар өсөн мәктәп-интернат, ата-әсәһеҙ балалар өсөн балалар йорто, республика политехник лицей-интернаты һәм киске мәктәп эшләй. 
Балалар һәм үҫмерҙәрҙең өҫтәмә белем биреү ойошмаларына йөрөргә мөмкинлеге бар: Балалар ижады үҙәге, йәш техниктар, йәш туристар, йәш натуралистар станциялары, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уҡыу комбинаты, ике музыка мәктәбе, художество һәм хореография мәктәбе, «Самоцветы» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге.
Кадрҙар әҙерләү буйынса 16 һөнәри белем биреү үчереждениеһы, Тау колледжы, Авиация техникумы, Педагогия колледжы, Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумы, юғары белем биреү өсөн Өфө дәүләт авиация техник университеты, Ырымбур дәүләт университеты филиалдары, Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институты эшләй.




#Article 286: Нидерланд (107 words)


Нидерла́нд Короллеге (Нидерла́нд, шулай уҡ Голландия; нидерл. Koninkrijk der Nederlanden) — Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Башлығы — король (королева).

Нидерланд Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла (451 км). Германия (577 км) һәм Бельгия (450 км) менән сиктәш. Майҙаны — 41,5 мең км². Баш ҡалаһы — Амстердам.

Нидерланд Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Нидерланд Короллеге - Конституцион монархия. 

Нидерланд короле (королева) — илдең иң юғары вазифаһы. Король (королева) хөкүмәтте тәғәйенләү, парламентты эштән бушатыу хоҡуғына эйә.

Нидерланд Короллеге юғары суды.

Генераль штаттар — Нидерланд Короллегенең юғары закондар сығарыу органы.

Халҡы — 16,9 млн кеше (2012): голландтар (80,8 %), немецтар (2,4 %), индонезиандар (2,4 %) һ.б. Рәсми тел — нидерланд. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар (30 %) һәм протестанттар (21 %).




#Article 287: Ҡарағалпаҡстан (1852 words)


Ҡарағалпаҡстан Республикаһы — Үзбәкстан составындағы республика.

Республиканың рәсми телдәре — ҡарағалпаҡ теле һәм үзбәк теле. Республикала шулай уҡ рус теле киң таралған.

Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, кешеләр Ҡарағалпаҡстан территорияһында неолит дәүерендә үк йәшәгән.
Хәҙерге Ҡарағалпаҡстан Республикаһы территорияһы үҙенә күрә «археологик ҡурсаулыҡ» булып тора, унда әле 300-ҙән ашыу  археология объекттары бар.
Борон был территория Хәрәзм өлкәһе һәм Төркмәнстандың йәнәш райондары менән бергә Хәрәзмде тәшкил иткән. 
Ҡарағалпаҡ АССР-ы территорияһында Аҡсадаръяның элекке  үҙәне районында 1954  йылда Хәрәзм экспедицияһы ҙур Ҡуҡса 3 ҡәберлеген таба.

Амударъяның уң яры территорияһында С. П. Толстов бронза быуатының Таҙабағъяб һәм Һөйәргән мәҙәниәтен асыҡлай, (), улар оҙайлы ваҡыт бергә ғәмәлдә булған.

Ҡәберлек б.э. тиклем  XIII-XI быуаттар менән даталана һәм ике төрлө мәҙәниәттең утрағы булған ваҡытҡа ҡарай.  

Был бер төрлө булмаған этник состав тураһында раҫлай. Ҡуҡса утрағында таҙабағъяб элементының өҫтөнлөк итеүе С.П.Толстовҡа ҡомартҡыны таҙабағъяб мәҙәниәтенә индерегә һәм төньяҡ Ҡаҙағстандың һәм көньяҡ Урал артының андронов мәҙәниәте һәм Волга буйының буралы-хвалын мәҙәниәте менән сағыштырырға мөмкинлек бирә. 

Һөйәргән мәҙәниәте сығышы,  беренсе сиратта, Урта Азия райондары, шулай уҡ Алғы Азия йәки Төньяҡ Һиндостан райондары менән бәйле. 

Һөйәргән ҡәбиләләре, күрәһең, борон киң таралған — Һиндостандан алып Алғы Азияға тиклемге һинд дравидоидлы төргә ҡарай. .

Хәҙерге Ҡарағалпаҡстан территорияһында боронғо дәүерҙән алып  (б.э. тиклем VI б.)  1924 йылға тиклем боронғо төбәк һәм дәүләт - Хәрәзм булған

Геродот «Тарихта» Хәрәзмдең Фарсы империяһының 16-сы сатрапияһына ингәнлеген, шулай уҡ хәрәзмдәрҙең б.э. тиклем 480 йылда Боронғо Грецияға Ксеркс походында ҡатнашыуын хәбәр итә. Хәрәзм халҡы Әһәмәниҙәр империяһының баш ҡалаһы Персеполде төҙөүҙә ҡатнаша. Хәрәзм яугирҙәре империяның төрлө өлөштәрендә Әһәмәниҙәр ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Уларҙың береһе, Даргоман исемлеһе, Үрге Мысырҙа телгә алына. Бехистун ҡаяһында боронғо хәрәзмдәрҙең һүрәттәре һаҡланған. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Урта Азияға походына тиклем Хәрәзм  б.э. тиклем V быуат аҙағында Әһәмәниҙәрҙән бойонодороҡһоҙлоҡ ала.

Б.э. тиклем  V быуатта әрәмей яҙмаһы нигеҙендә хәрәзм яҙмаһы булдырыла. Боронғо Тупраҡ-ҡала урынында археологтар хәрәзм телендә документтарҙың архив ҡалдыҡтарын таба.  Хәрәзм яҙмаһы VIII быуатҡа тиклем ҡулланыла. Боронғо хәрәзмдәрҙең төп дине зороастризм була. Боронғо Хәрәзм ҡомартҡыларының археологик тикшеренеүҙәре ваҡытында оссуария — үлгән кешеләрҙең һөйәктәрен ерләү өсөн балсыҡ йәшниктәр таба. 

Хәрәзмдең боронғо батшаларынан үҙҙәренең тәңкәләрен сығарған хакимдар билдәле. Был б.э. тиклем I быуатта хакимлыҡ иткән Артав. Киләһе батшаларҙан б.э. тиклем II быуат аҙағы —  III  быуат башындағы хаким Артрамуш билдәле Вазамар, вторая половина III века н. э. и др.

Б.э. I быуатында  хәрәзм дәүере һәм яңы календарь  индерелә. Хәрәзмдең бөйөк ғалимы Әбү Рәйхан әл-Бируни һүҙҙәре буйынса (973—1048) тәүге тапҡыр хәрәзм йыл иҫәбе б.э. XIII быуатында индерелә

I быуат уртаһынан II быуат аҙағына тиклем Хәрәзм Ҡушан батшалығы йоғонтоһо аҫтында була тип фаразлайҙар. Был осор өсөн үҙәк хөкүмәт тарафынан күтәрелгән ҡәлғәләр хас, уларҙы даими ғәскәрҙең гарнизондары  биләгән. IV быуат башында, Африг падишаһ ваҡытында, Хәрәзмдең баш ҡалаһы Кят була. Киләһе дәүерҙә, IV һәм VIII быуаттар араһында, Хәрәзм ҡалалары бөлгөнлөккә төшә. Хәҙер Хәрәзм — аристократияның күп һанлы һарайҙары һәм меңләгән крәҫтиән усадьбалары иле.  305 йылдан 995 йылға тиклем Хәрәзм менән хәрәзмшаһ титулын йөрөткән Әфригидтәр династияһы идара итә.  567—658 йылдар араһында Хәрәзм Төрөк ҡағанатынан күпмелер кимәлдә бойондороҡло була. Ҡытай сығанаҡтарында  Хусыми (呼似密) атамаһы менән телгә алына.

Хәрәзм мәҙәниәте уғыҙҙарҙың IX быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән дәүләт һәм аҡса системаһына йоғонто яһай. Уғыҙҙарҙың тәңкәләрендә яҙыуҙар хәрәзм алфавитына ҡарай

X быуатта Хәрәзмдә ҡала тормошо үҫешә. Ғәрәп сығанаҡтары Хәрәзмдең иҡтисади әүҙемлеген һүрәтләй, өҫтәүенә хәрәзм сауҙагәрҙәренең эшмәкәрлек урыны булып Төрмәнстан, көнбайыш Ҡаҙағстан, шулай уҡ  Волга буйы - Хазария һәм Булҡария, һәм Көнсығыш Европаның  киң славян донъяһы тора. 

Ҡарағалпаҡтар тарихы XIV быуатта нуғайҙарҙың башлығы Идигу (Эдыгей) етәкслеге аҫтында барлыҡҡа килгән Нуғай ханлығынан башлана. Идигу һәләк булғандан һуң  1419 йылда тәхет өсөн көрәш башлана, һәм ханлыҡ үҙ көсөн юғалта. XVI быуаттың икенсе яртыһында Нуғай ханлығы өс өлөшкә бүленә — Алты улус урҙаһы. Кесе урҙа һәм Ҙур урҙа.

XVII быуат башында нуғайҙарҙы Волга һәм Яйыҡ райондарын баҫып алған ҡалмыҡтар ҡыйрата. Нуғайҙар Ҡырымға күсенергә мәжбүр була, ә Алты улус урҙаһы составына ингән ҡарағалпаҡтар Һырдаръя ярҙарына Арал буйына китә һәм шунда төпләнә. Ҡарағалпаҡтарҙың йәмәғәт тормошонда бейҙәр һам батырҙар ҙур роль уйнай. Бейҙәр ҡарағалпаҡ ырыуҙары менән етәкслек итә: улар хоҡуҡ һәм хужалыҡ менән бәйле мәсьәләлрҙе хәл итә.

XVI быуатта Хиуа ханлығы ойошторола, ул Бохара әмирлеге һәм Коканд ханлығы менән бер рәттән, Урта Азияла өс үзбәк ханлыҡтарының береһе була.

Шибани-Ғәрәпшаһиттар  династияһынан Хәрәзмдә хакимлыҡ иткән һуңғы вәкил, 1740 йылда Нәҙир-шаһ тарафынан үлтерелгән Илбарс-хан була.

XVIII быуат башына Һырдаръя ярҙарында йәшәгән ҡарағалпаҡтар берләшеүгә ынтыла, был өлкәлә Көсөкхан, солтандар Табурсаҡ һәм Чаиб мөһим роль уйнай. Һөҙөмтәлә Һырдаръя яны ҡарағалпаҡтары Ишмөхәммәт етәкселеге аҫтында Ҡарағалпаҡ ханлығына ҡушыла. Дәүләттең сиктәре Һырдаръяның үрге ағымы буйлап үтә. Дәүләт шулай уҡ Волга буйы ҡалмыҡтары, Башҡорт улусы һәм ҡаҙаҡ Кесе жузы менән күрше була.  1723 йылда ҡалмыҡтар Һырдаръяның урта өлөшөн баҫып алғанда, ҡарағалпаҡтар ҡабаттан ҡасырға мәжбүр була һәм ике төркөмгә бүленә. 

Беренсе төркөм Һырдаръяның үрге ағымына Ташкент яғына китә, ә икенсе төркөм Һырдаръяның түбәнге ағымы буйлап төпләнә. Шулай итеп, ҡарағалпаҡтар  «үрге» һәм «түбәнгеләргә» бүленә.

Түбәнге ҡарағалпаҡтар Һырдаръя һәм Амударъя араһындағы буш ерҙәргә ултыра һәм, ерҙәрҙе Ҡыуандаръя һыуҙары менән һуғарып,  игенселек менән шөғөлләнә.

XVII—XVIII быуаттарҙа Хиуа ханлығында төп сәйәси көстө үзбәк ҡәбиләләре: үзбәктәр, наймандар, кияттар, манғыттар, нукуздар, ҡаңлылар һәм ҡыпсаҡтар тәшкил итә XVIII быуаттың икенсе яртыһында власть өсөн көрәштә еңеүҙе үзбәк ҡәбиләһе кунграттар яулай.

Мөхәммәт Әмин XVIII быуат уртаһындағы көслө көрсөктән һуң илдең иҡтисадын тергеҙеү буйынса  сәфйәсәт алып бара. Ул идара итеүе ваҡытында Хәрәзмдә ҙур ирригацион эштәр алып бара. Эске ҡаты сәйәсәтте үткәреп, ул башта ҙур ҡыйынлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар кисерә, әммә яйлап тыныслыҡ һәм дәүләттә сәйәси тотороҡлоҡ урынлаштыра. Тарихсы Агахи мәғлүмәттәре буйынса Мөхәммәт Әмин ҡарағалпаҡтарҙың ҙур төркөмөнә дәүләт сиктәрендә урынлашырға рөхсәт итә.
 
Ул  1782 йылда Бохара әмирлегенән һәм 1770 йылда күскенсе төркмәндәр ҡәбиләһе яғынан баҫып инеүгә юл ҡуймай.

Ауаз да илдең иҡтисадын тергеҙеү буйынса сәйәсәтте дауам итә.

Ауаз инаҡҡа Хиуа власына даими ҡаршы сыҡҡан арал ҡәбиләләре менән һуғышырға тура килә.  1793 йылда ихтилалды ағалы-ҡустылы Хужа Морат Суфый һәм Түрә Морат Суфый етәкләй (үзбәк ырыуының кунграт ҡәбиләһенән). Ихтилал баҫтырыла, ләкин арал ҡәбиләләре  тик Мөхәммәт Рәхим-хан хакимлығы ваҡытында (1806—1825)тулыһынса буйһондорола.
 
Дәүләтселекте нығытыу һәм үҫтереү өсөн Мөхәммәт Рәхим-хан I илдә мөһим реформалар үткәрә. Ил менән идара итеү өсөн һарай янында юғары совет ойошторола, уның фекерен хан иҫәпкә ала. Яңы һалым реформаһы уҙғарыла, таможня эштәре яйға һалына. Мөхәммәт Рәхим-хан кунграт хакимдарынан беренсе булып көмөш һәм алтын тәңкәләр сығара башлай.  

Мөхәммәт Рәхим-хан идараһы ваҡытында дәүләтте үҙәкләштереү көсәйә. Ул Хиуа тирәләй ерҙәрҙе «йыйыу»  буйынса көрәште тамамлай. 1808—1809 йылларҙа човдурҙарға поход ойошторола. 1811 йылда арал ҡәбиләләре тулыһынса буйһондорола.   1812—1813 йылларҙа Һырдаръя түбәнендәге ҡаҙаҡтарҙы буйһондора.  1820 йылдарҙа Мервты буйһондора.

Мөхәммәт Рәхим-хан I илдең иҡтисадын тергеҙеү буйынса эштәрҙе дауам итә.

Аллаҡоло-хан ваҡытында дәүләтселекте үҙәкләштереүҙе көсәйтеү буйынса сәйәсәтте дауам итә. 1828 йылда сарыҡтар ҡәбиләһе ихтилалы баҫтырыла. 1830—1831 йылдарҙа  Куня-Ургенч каналы төҙөлә.

Аллаҡоло-хан донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына һәм сит телдәрҙе өйәрәнә. Уға замандаш булған Урта Азия хакимдарынан айырмалы рәүештә, ул русса һәйбәт уҡый һәм яҙа белгән

Аллаҡола-хан Коканд ханлығы менән берлектә йыш ҡына Бохара әмирлегенә һөжүм итә. Хөрәсәнгә биш поход яһай. 

Мөхәммәт Әмин-хан (1845—1855) идаралығы ваҡытында күскенсе ҡәбиләләрҙе тыныслдандырыу буйынса үҙәк властың  тырышлығы күпмелер уңышҡа өлгәшә. Мөхәммәт Әмин-хан Мервҡа һәм Хөрәсәнгә ундан артыҡ походҡа бара.  

Мөхәммәт Әмин-хан хакимлығы ваҡытында Рәсәй, Ғосман империяһы, Иран, Афғанстан  менән дипломатик мәнәсәбәттәр булдырыла.

 

Сәит Мөхәммәт идаралығы осоронда Рәсәй, Ғосман империяһы, Иран, Афғанстан менән дипломатик мәнәсәбәттәр урынлаштырыла. 1863 йылда Сәит Мөхәммәт-хан билдәле сәйәхәтсе Арминий Вамбериҙы ҡабул итә.

Ул белемле хаким була, йәш сағында Хиуала Ғәрәп Мөхәммәт-хан мәҙрәсәһендә уҡый. Уҡытыусыларының береһе  күренекле үзбәк шағиры, тарихсы Агахи була.

Мөхәммәт Рәхим-хан II Хәрәзмдең һуңғы бойондороҡһоҙ ханы була.  1873 йылда ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, ханлыҡ Рәсәй протектораты аҫтына эләгә.  1896 йылдан генерал-лейтенант, 1904 йылдан кавалериянан генерал. Император Николай II 1902 йылда ханға «Ғали йәнәптәре» титулын бүләк итә.

Килешеүҙә автономиялы республиканың Үзбәкстандан сығыу хоҡуғы референдум үткәреү юлы менән нығытыла.

Ҡарағапаҡстан Республикаһы Үзбәкстандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан,  166 600 км² майҙанды биләй (Үзбәкстандың 28 % территорияһы) һәм территорияһы буйынса Үзбәкстанда иң ҙур төбәк булып тора.

Ҡарағалпаҡстан Туран уйһыулығында урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыштан уға Ҡараҡом сүллеге, төньяҡ-көнбайышта Өстөрт яйлаһы, ә төньяҡ-көнсығышта Ҡыҙылҡом сүллеге йәнәш тора. 

Ҡарағалпаҡстан  территорияһы элекке Арал диңгеҙенең көньяҡ өлөшөн үҙ эсенә индерә, уның ҡороған төбөндә хәҙер яңы тоҙло тупраҡлы Аралҡом сүллеге һәм Амударъя йылғаһының ҡороусы түбәнлектәре барлыҡҡа килгән.  

Сүллект үҙенсәлекле формаһы — бархан  ҡомдары. Ҡарағалпаҡстан Арал диңгеҙенең ҡороуы менән бәйле экологик хәүефле зона булып тора.

Ҡарағалпаҡстанда сүллектәр 13,67 млн га артыҡ ер биләй  (80 % территориянан артыҡ). Арал яны оҙаҡ ваҡыт яйлап һәм мезозой-кайнозой диңгеҙҙәре яуым-төшөмдәренең аккумуляцияһы урыны була. 
Был киң ҡатламлы һәм аллювиаль тигеҙлектәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Уларҙың төҙөлөшөндә аҡбур, өсөнсөл һәм дүртенсел ҡатламдар ҡатнаша. 

Аҡбур ҡом һәм балсыҡ рәүешендә диңгеҙ һәм континенталь барлыҡҡа килеүҙәрҙән Тоҡмаҡат һәм Куланда ярымутрауҙарында яһала;  Аҡтумсыҡ, Билтау, Кускәнәтау, Солтануиздағ морондары  һәм башҡалар палезой һәм мезозой ҡатламдарынан һәм кристаллик тоҡомдарҙан яһала.
Значительно моложе в геологическом отношении северо-западные части пустыни (плато Устюрт — позднетретичного возраста).

Көньяҡта  республика Төркмәнстандың Дашоғуҙ һәм Балҡан виләйәттәре менән, көнбайышта Ҡаҙағстандың Ҡараҡиә, Манғыстау һәм Бейнеү райондары менән, төньяҡта Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе Байғанин  районы, төньяҡ- көнсығышта Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе Ҡазалы һәм Ҡармаҡшы райондары менән, көньяҡ-көнсығышта Хәрәзм һәм Бохара өлкәләре, көнсығышта Нуғай өлкәһе менән сиктәш.

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы үҙенең административ-территориаль ҡоролошон үҙаллы хәл итә. Ҡарағалпаҡстандың административ үҙәге булып Нукус ҡалаһы тора.

Шул уҡ йылда Амударъя районы барлыҡҡа килә, ә Шаббаз районы Бируний районы тип үҙгәртелә. 1959 йылда Ҡара-Үҙәк һәм Куйбышев райондары бөтөрөлә.  

Бер үк ваҡытта Муйнаҡ сәнәғәт районы ойошторола, әммә киләһе йылда ул «ғәҙәти» район итеп үҙгәртелә.

Боҙатау районы 1988 йылда бөтөрөлә, ләкин 1990 йылда ул тергеҙелә. В 2004 году район повторно упразднён.   2019 йылда ҡабаттан тергеҙелә. 2017 йылдың 9 авгусында Ходжәйле районын бүлеү юлы менән Тахиаташ районы ойошторола. .

Хәҙерге административ бүленеше:

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы, Үзбәкстандың төп дәүләт символдарынан тыш, үҙенең дәүләт символикаһына эйә: флагы, гербы һәм гимны бар.

Республиканың шулай уҡ  үҙенең  конституцияһы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһының Министрҙар советы йөҙөндә хөкүмәте һәм республика парламенты бар.

Республиканың етәксеһе булып Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Кенесының Жокарғы рәйесе, әлеге ваҡытта ул Ерниязов Муса Тажетдин улы.

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе булып Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Министрҙар своеты рәйесе тора. Дәүләт валютаһы үзбәк сумы.

Үзбәкстан Республикаһы  конституцияһының XVII бүлеге 74 статьяһына ярашлы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Үзбәкстан Республикаһы составында Ҡарағалпаҡстан халҡының дөйөм референдумы нигеҙендә ҡалыу йәки сығыу хоҡуғына эйә.

Үзбәкстан Республикаһы Олий Мәжлесе Сенатының рәйесе урынбаҫары булып Ҡарағалпаҡстан Республикаһы вөкиле тора (5-се өлөш, XVIII бүлек, Үзбәкстан Республикаһы Конституцияһының 86-сы статьяһы).

Министрҙар кабинеты составына вазифаһы буйынса Ҡарағалпаҡстан Республикаһының хөкүмәт башлығы инә (5-се өлөш, глава XIX,  Үзбәкстан Республикаһы Конституцияһының 98-се статьяһы).

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы ауыл хужалығының төп тармаҡтары булып игенселек хужалығы (бойҙай һәм дөгө), мамыҡсылыҡ, малсылыҡ һәм ебәкселек, сәнәғәт һәм төҙөлөш тора. 

Республиканың халҡы, 2018 йылға ҡарата,  1 842 000 кеше тәшкил итә — был Үзбәкстандың 35-миллионлы халҡының  5,6 % от тәшкил итә. 2017 йыл башына ҡарата, Ҡарағалпаҡстан халҡы  1 817 500 кеше тәшкил итә.

Халыҡтың яртыһынан күберәге ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа йәшәй, ҡалған өлөшө — ауыл ерҙәрендә.

Украиналағы Үзбәкстан Республикаһы илселеге сайтында Ҡарағалпаҡстанда башлыса үзбәктәр с (40,2 %) һәм ҡарағалпаҡтар (28,9 %)» йәшәй, тип хәбәр ителә, был 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен сағылдыра. 

Bradley Mayhew (2007 йыл)  мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың дөйөм һаны  1 200 000 кеше тәшкил итә, уларҙан ҡарағалпаҡтар  389 000 тирәһе, үзбәктәр —  520 000  тирәһе, ә урыҫтар — яҡынса 300 000 кеше тәшкил итә, был  (түңәрәкләгәндә) 1989 йылғы халыҡ иҫәбенә тап килә (үзбәктәр — 520 000, ҡарағалпаҡтар — 389 000, урыҫтар — 319 000).

Бойондороҡһоҙ Үзбәкстанда халыҡ иҫәбен алыу бер ҡасан да үткәрелмәй, халыҡтың ағымдағы иҫәбе ЗАГС органдары тарафынан эшләнә. 
Этник состав тураһында мәғлүмәттәр рәсми статистик органдар тарафынан ил өсөн баҫтырылып сығарыла. Үзбәкстан Республикаһының Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы  сит илдәр менән милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса кабинеттың рәсми сайтында Ҡарағалпаҡстанда милли аҙсылыҡтарҙың һаны тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр баҫтырылып сығарыла (2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата):




#Article 288: Үрге лужи теле (193 words)


Үрге лужи теле,  — лужи халҡының (түбәнге лужи теле менән) теле. Ҡөнбатыш славян телдәре төркөменә инә.

Дөйөм ташыусылар һаны — 40 000 кеше. Улар Саксонияла йәшәй

Үрге Лужицала дөйөм лужи һаны — 40 000, әммә телдең актив ҡулланыусылары — 14 000. Түбәнге Лужи ҡалаһында 20 мең лужи халҡы йәшәй, шуларҙың 7 меңе көндәлек тормошта үрге лужи телен ҡуллана. Үрге лужи теле түбәнге лужи теленән айырмалы булараҡ юғалыу сигендә түгел. 
Барлығы Лужицала лужи һәм башҡа (немец) халыҡтарҙы иҫәпкә 600 мең кеше йәшәй.

Германияла лужи мәҙәниәте үҙеге — Баутцен ҡалаһы.

Үрге лужи телендә латин әлифбаһы ҡулланыла.

dź -- д (дь) өнөнә тура килә.
ć -- т (ть) өнөнә тура килә.
h--  h өнөнә тура килә, ғ өнөнә яҡын .

Баҫым һәр ваҡыт беренсе ижеккә төшә.

To je naša wjeska. Blisko wjeski je lěs. Tam widźiš našu chěžu. Wokoło chěže je zahroda. W zahrodźe je naša wowca. Naša kruwa tam njeje. Tu je dróha do města. Widźiš tam šulu? Tam je naš wučer. Wučer ma psyka. Blisko zahrody je naš susod. Susod ma awto a jědźe do města. Maš doma tež awto? Blisko dwora je štom. Wokoło štoma je trawa. Što hišće widźiš?

Түбәнге лужи теле




#Article 289: Баймаҡ (144 words)


Баймаҡ — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Баймаҡ районының административ үҙәге.
Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан.

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Кананиколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары була.

Таналыҡ-Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән-Таналыҡ волосының үҙәге була.

Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә.

Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең төп өлөшө — башҡорттар.

Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың көнүҙәк мәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 290: Арифметика (1174 words)


Арифме́тика ( —  «һан» һүҙенән) — математиканың һандарҙы, улар араһындағы бәйләнеште һәм үҙсәнлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Арифметиканың өйрәнеү предметы булып һандар (натураль, бөтөн, рациональ, ысын, комплекслы һандар) һәм уларҙың үҙсәнлектәре тора. Арифметикала үлсәүҙәр, иҫәпләү ғәмәлдәре (ҡушыу, алыу, ҡабатлау, бүлеү) һәм иҫәпләү ысулдары ҡарала. Айырым бөтөн һандарҙың үҙсәнлектәрен өйрәнеү менән юғары арифметика, йәки һандар теорияһы шөғөлләнә. Теоретик арифметика һан төшөнсәһенә билдәләмә биреүгә һәм анализлауға иғтибар бүлә, ә формаль арифметика предикаттарҙың (логик хәбәр) һәм аксиомаларҙың логик төҙөлөштәренә таянып эш итә. Арифметика иң боронғо һәм иң мөһим математик фәндәрҙең береһе; ул алгебра, геометрия һәм һандар теорияһы менән тығыҙ бәйләнгән.

Арифметиканың барлыҡҡа килеүенең сәбәбе булып иҫәпләүҙәргә һәм ауыл хужалығын үҙәкләштергәндәге мәсьәләләр менән бәйле иҫәп-хисапҡа практик мохтажлыҡ тора. Фән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр менән бергә үҫешә. Арифметиканың үҫешенә грек математиктары ҙур өлөш индерә — атап әйткәндә, философтар-һандар ярҙамында донъяның бөтә законлыҡтарын аңларға һәм тасуирларға тырышыусы пифагорсылар.
Урта быуаттарҙа арифметиканы, неоплатониктарға эйәреп, ете азат сәнғәт тип аталғандар иҫәбенә индергәндәр. Ул осорҙа арифметиканы төп практик ҡулланыу өлкәһе булып сауҙа, навигация, төҙөлөш тора. Ошоноң менән бәйле, тәү сиратта геометрик төҙөүҙәр өсөн кәрәк булған иррациональ һандарҙы яҡынса иҫәпләүҙәр ҙур әһәмиәткә эйә була. Арифметика бигерәк тә Һиндостанда һәм ислам илдәрендә йылдам үҫешә, уларҙан математик белемдең өр яңы ҡаҙаныштары Көнбайыш Европаға үтеп инә; Рәсәйҙә математик белем менән «гректарҙан да, һәм латиндарҙан да» танышалар.

Яңы осор тыуыу менән диңгеҙҙә йөҙөү астрономияһы, механикаһы, ҡатмарлашҡан коммерция иҫәпләүҙәре иҫәпләү техникаһына яңы талаптар ҡуя һәм арифметиканың артабанғы үҫешенә этәргес була. XVII быуат башында Непер логарифмдарҙы уйлап таба, ә аҙаҡ Ферма һандар теорияһын арифметиканың үҙ-аллы бүлеге итеп сығара. Быуат аҙағына иррациональ һан тураһында рациональ яҡынлауҙар эҙмә-эҙлелеге булараҡ төшөнсә формалаша, ә артабанғы йөҙ йыллыҡ дауамында Ламберттың, Эйлерҙың, Гаусстың хеҙмәттәре арҡаһында арифметика комплекслы дәүмәлдәр менән ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә ала, һәм хәҙерге заман күренешен ала.

Арифметиканың артабанғы тарихы уның нигеҙҙәрен тәнҡит күҙлегенән ҡарау, уны дедуктив нигеҙләргә маташыу менән билдәле. Һан тураһында төшөнсәне теоретик нигеҙләүҙәр, беренсе сиратта, натураль һанға ҡәтғи билдәләмә биреү 1889 йылда әйтеп бирелгән Пеано аксиомалары менән бәйле. Арифметиканың формаль төҙөлөшөнөң ҡаршылыҡһыҙ булыуы Генцен тарафынан 1936 йылда күрһәтелә.

Дөйөм башланғыс белем биреүҙә арифметиканың нигеҙҙәренә элек-электән һәм өҙлөкһөҙ ҙур иғтибар бирелә.

Арифметиканың предметы булып һанлы күмәклектәр, һандарҙың үҙсәнлектәре һәм һандар өҫтөндә ғәмәлдәр тора. Уға шулай уҡ иҫәпләү техникаһы, үлсәүҙәр, һан төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше менән бәйле мәсьәләләрҙе лә индерәләр. Арифметика, тәү сиратта, натураль һандарҙы һәм кәсерҙәрҙе өйрәнә. Натураль һандар күмәклегенең аксиоматик структураһы нигеҙендә, бөтөн, ысын һәм комплекслы һандарҙы ла индереп, башҡа һандар күмәклеген төҙөү тормошҡа ашырыла, уларҙы анализлау яһала. Ҡайһы берҙә арифметика сиктәрендә шулай уҡ кватерниондар һәм башҡа гиперкомплекслы һандар ҡарала. Шуның менән бергә, Фробениус теоремаһынан, һан төшөнсәһен уның ниндәй ҙә булһа арифметик үҙсәнлеген юғалтмайынса комплекслы яҫылыҡтан ситкә киҫәйтеү мөмкин түгел икәне килеп сыға.

Һандар өҫтөндә төп ғәмәлдәргә ҡушыу, алыу, ҡабатлау һәм бүлеүҙе, һирәгерәк — дәрәжәгә күтәреүҙе, тамыр алыуҙы һәм һанлы тигеҙләмәләрҙе  сығарыуҙы индерәләр. Арифметик ғәмәлдәрҙең тарихи исемлеге шулай уҡ иҫәпләүҙе, икеләтеүҙе (ҡабатлауҙан башҡа), икегә бүлеүҙе һәм ҡалдыҡлы бүлеүҙе (бүлеүҙән башҡа), арифметик һәм геометрик прогрессияларҙың суммаларын табыуҙы индерә. Джон Непер үҙенең «Логистическое искусство» китабында арифметик ғәмәлдәрҙе баҫҡыстарға бүлә: түбәнге баҫҡыста ҡушыу һәм алыу тора, артабанғыһында — ҡабатлау һәм бүлеү, артабан — дәрәжәгә күтәреү һәм тамыр алыу. Билдәле методист И. В. Арнольд өсөнсө баҫҡыс ғәмәлдәргә шулай уҡ логарифмлауҙы ла индерә. Ғәҙәттә арифметика тип, «квадратик формалар арифметикаһы», «матрицалар арифметикаһы» кеүек, төрлө объекттар өҫтөндә ғәмәлдәр башҡарыуҙы атайҙар.

Асылда, практик ихтыяж өсөн кәрәк булған математик иҫәпләүҙәрҙе һәм үлсәүҙәрҙе (пропорциялар, проценттар, өсләтә ҡағиҙә), түбәнге, йәки практик арифметикаға индерәләр, шул уҡ ваҡытта логик анализ кеүек һан төшөнсәләрен теоретик арифметикаға индерәләр. Бөтөн һандарҙың үҙсәнлектәре, уларҙы өлөштөргә бүлеү, өҙлөкһөҙ кәсерҙәрҙе төҙөү һандар теорияһының состав өлөшө булып тора, уны оҙаҡ ваҡыт юғары арифметика тип иҫәпләйҙәр. Арифметика шулай уҡ алгебра менән тығыҙ бәйләнгән, ул ғәмәлдә операцияларҙы һандарҙың үҙенсәлектәрен һәм үҙсәнлектәрен иҫәпкә алмайынса өйрәнә. Дәрәжәгә күтәреү һәм тамыр алыу кеүек арифметик ғәмәлдәр алгебраның техник өлөшө булып тора. Ошоноң менән бәйле, Ньютон һәм Гаусс артынса, алгебраны арифметиканы дөйөмләштереү тип иҫәпләү ҡабул ителгән. Дөрөҫөн әйткәндә, арифметика, элементар алгебра һәм һандар теорияһы араһында аныҡ ҡына сик юҡ. БСЭ-ла әйтелә: «Алгебра хәреф тамғалауҙарын ҡулланып, һандар системаларының дөйөм үҙсәнлектәрен һәм мәсьәләләрҙе тигеҙләмәләр ярҙамында сисеүҙең дөйөм ысулдарын өйрәнә; арифметика конкрет бирелгән һандар менән иҫәпләү алымдары, ә үҙенең юғарыраҡ өлкәләрендә (ҡарағыҙ. Һандар теорияһы) — һандарҙың  нескәрәк индивидуаль үҙсәнлектәре менән  шөғөлләнә».

Башҡа академик фәндәр кеүек үк, арифметика ла принципиаль методологик проблемаларға юлыға; уның өсөн аксиомаларҙың ҡаршылыҡһыҙ һәм тулы булыу мәсьәләләрен тикшерергә кәрәк. Арифметиканың предикаттар һәм аксиомаларының формаль системаһын логик төҙөү менән формаль арифметика шөғөлләнә.

Иң ябай арифметик төшөнсә булып  рәт һандары тора. Иҫәпләү объекты булып төрлө элементтар йәки уларҙың күмәклектәре тора, мәҫәлән, алмалар һәм алмалар кәрзине. Рәт һаны ярҙамында элементтарҙы нумерларға һәм уларҙың дөйөм иҫәбен тамғаларға мөмкин.

Рәт һаны билдәле бер тигеҙ һандағы элементтары булған төркөмдәр менән иҫәпләүгә бәйле — мәҫәлән, алманы тиҫтәләп иҫәпләү. Ғәҙәттә был ике ҡулдағы бармаҡтар (нигеҙе -ға тигеҙ), ләкин тарихи сығанаҡтарҙа -ешәрләп төркөмләүҙәр бар. Төркөмдәге элементтар һаны иҫәпләү системаһы өсөн нигеҙ булып тора.

Иҫәпләүҙә килеп сыҡҡан һанлы рәтте натураль тип, ә уның элементтарын — натураль һандар тип атайҙар. Натураль рәт төшөнсәһе тәү башлап грек математигы Никомахтың хеҙмәттәрендә б. э. I быуатында, ә натураль һан төшөнсәһе — рим авторы Боэций хеҙмәттәрендә V быуат аҙағы — VI быуат башында осрай. Терминды дөйөм ҡулланыу XVIII быуатта Д’Аламбер хеҙмәттәренән башлана. Архимед үҙенең «Псаммит» исемле хеҙмәтендә, һандар рәтен сикһеҙ дауам итергә мөмкин тип әйтә, ләкин шуның менән бергә, реаль мәсьәләләр өсөн ҙур булмаған киҫеге лә етә тип әйтеп ҡуя. Натураль һандарҙы пифагорсылар йоп һәм таҡ һандарға бүлгән тип иҫәпләйҙәр, ул шулай уҡ мысырлы Ринд папирусында ла бар. Пифагорсылар шулай уҡ ябай һәм ҡушма һандарҙы ла билдәләгәндәр.

Натураль һандар өсөн ҡушыу һәм ҡабатлау ғәмәлдәре тәбиғи рәүештә билдәләнгәндәр. Күпмелер һанда предметтары булған ике йыйылманы берләштергәндә, яңы йыйылмала тәүге ике йыйылмала бергә булған тиклем предмет була. Әгәр беренсе йыйылмала  предмет, ә икенсеһендә —  предмет булһа, уларҙың суммаһында  предмет була. Күрһәтелгән ғәмәл ҡушыу тип атала һәм иң ябай бинар операция булып тора. Сумманың дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн ҡушыу таблицаһын белеү мотлаҡ түгел, предметтарҙы һанап сығыу етә.

Бер нисә бер төрлө күмәклектәрҙең  элементтарын күп тапҡыр ҡушыу был күмәклектәрҙең тәртибенә бәйле түгел, был икенсе бинар операцияны — ҡабатлауҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Ҡабатлауҙан башҡа, борон айырым арифметик ғәмәл — икеләтеү, йәки икегә ҡабатлау булған.

Ҡабатлауға ҡушыу аша билдәләмә биреүгә оҡшаш рәүештә, күп тапҡыр ҡабатлау дәрәжәгә күтәреү ғәмәлен билдәләргә мөмкинлек бирә.

Был ғәмәлдәрҙең үҙсәнлектәре тураһында биш закон әйтеп бирелгән, улар арифметиканың төп закондары тип иҫәпләнәләр:

Арифметиканың төп закондарынан тыш, натураль һандар өсөн шулай уҡ ҡушыуҙың һәм ҡабатлауҙың монотонлыҡ законы үтәлә, алгебраик формала ошолай яҙыла:

Урын алмаштырыу законы өсөн «коммутатив» терминын 1814 йылда француз математигы Сервуа индерә. Төркөмләү законы өсөн «ассоциатив» терминын 1853 йылда Гамильтон индерә.

Пуанкаре бөтә арифметик ғәмәлдәрҙе һәм закондарҙы интуиция күҙлегенән сығып ҡарай. Закондар бәләкәй һандар өсөн һис шикһеҙ үтәләләр, һәм индукция ҡағиҙәһен ҡулланып, улар бөтә һандар өсөн дә үтәләләр тип һығымта яһарға мөмкин тип раҫлай. Икенсе ҡараш буйынса, артабанғы иҫбатлауҙар логик төҙөлөш менән бәйле булған ваҡытта, бөтә закондар ҙа түгел, ә иң ябай закондар ғына интуитив үтәлмәле булып һаналалар. Урын алмаштырыу һәм төркөмләү закондары һис шикһеҙ үтәлә тип иҫәпләнә. Таратыу, йәки дистрибутив законды Евклид үҙенең «Башланғыстарында» геометрик ысул ҡулланып иҫбатлаған.

Дәрәжәгә күтәреү операцияһы коммутатив та, ассоциатив та түгел, уның үҙенең ҡағиҙәләре. Был операцияны башҡарыуҙың төп ҡағиҙәләре ыңғай дәрәжәләр өсөн уның билдәләмәһенән асыҡ күренеп торалар. Алгебраик формала улар ошолай яҙылалар:




#Article 291: Медицина (1458 words)


Медици́на () — диагностика, дауалау терапияһы, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыу, шулай уҡ физик, психик сирҙәр ваҡытында хәлде еңеләйтеү маҡсаты берләштергән фәнни белем һәм практик саралар системаһы.

Хәҙерге заманда медицинаны билдәләү өсөн иң ҙур символик мәғәнәнең дүрт варианты бар.

Медицинаның тышҡы символдарының береһе 6 мөйөшлө йондоҙ. Боронғораҡ медицина символы булып  тора. Ул бөйөк дауалаусыныҡы була. Өсөнсө киң билдәле символ — Халыҡ-ара Ҡыҙыл тәре хәрәкәте. Эмблемаһы — Ҡыҙыл тәре һәм ярым ай. Дүртенсе символ — тәрилкә тирәләй уралған йылан. Ул дауалауҙа йылан ағыуы ҡулланған Әбүғәлисина һәм тәрилкә, йылан менән кәүҙәләндерелгән боронғо грек һаулыҡ аллаһы Гигиея менән бәйле.

.

Башта ауырыу, кешегә дошман булған тышҡы йән эйәһе нисектер кеше тәненә үтеп инеп, ауыртыныу булдыра, тип ҡаралған. Шулай итеп, шул дәүерҙәге кешенең тирә-яҡ донъяның асылын һәм закондарын белмәүе, тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөгө кеше организмына эйәләшкән ҡара көстәр тураһындағы ялған куҙаллауҙарҙың һәм уларҙы дауалау буйынса төрлө магик алымдарҙың (сихыр, өшкөрөү, доға һ. б.) барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған.
 
Кешенең барлыҡҡа килеүенең тәүге этаптарында им-томсолоҡ һәм шаманлыҡ үҫеше үҙенән-үҙе дауалау төшөнсәһен барлыҡҡа килтергән. Үҫешкән боронғо дәүләттәрҙә медицина ҙур уңышҡа ирешә. Боронғо грек врачы Гиппократтың, Рим тәбиғәт фәндәре белгесе Клавдий Галендың, Александрия врачы Герофилдың һәм Эрасистраттың хеҙмәттәрен бөгөнгә еткергән тарихи документтар бар. Бынан тыш, боронғо Көнсығыш яҙма ҡомартҡылары (боронғо Египет медицина папирустары; Хаммурапи законы; Һиндостанда Аюрведа законы һ. б.) боронғо дәүләттәрҙә врачтарҙың эшмәкәрлек итеү шарттары, дауалау өсөн гонорар күләме һәм ауырыуға зыян килтергән өсөн яуаплылыҡ дәрәжәһе закон менән регламентланған, тип дәлилләй.

Шулай итеп, боронғо донъяла врачтар һәм ҡанбабалар дауалауҙың мистик һәм магик формалары менән бер рәттән рациональ дауалау алымдары һәм халыҡ медицинаһының шифалы әмәлдәрен дә файҙалана. Гигиеник кәңәштәр менән диететикаға, массажға, һыу процедураларына, дауалау гимнастикаһына ла ҙур урын бүленә. Баш һөйәген трепанациялау, Кесарево киҫеше, эмбриотомия һ. б. төрлө уңышлы хирургик алымдар тураһындағы беҙҙең көндәргәсә килеп етекән мәғлүмәтттәр билдәле. Боронғо Ҡытай медицинаһы 2000-дән ашыу дарыу файҙаланған. Улар араһында женшень, терегөмөш, ревень тамыры, камфора һ.б. мөһим урын алып торған. Бер нисә мең йыл энә терапияһының үҙенсәлекле Аккупунктура алымы була. Боронғо Һиндостанда анатомия һәм хирургия юғары кимәлгә күтәрелә.

Боронғо Египет медицинаһы етди тикшерелгән күҙәтеүҙәр һәм һығымталар менән ышандырылған хөрәфәттәр ҡатышмаһынан тора. Врачтар боронғо Египет ҡанбабалары үҙ яҙмаларында күрһәткән ҡағиҙәләр буйынса ғына эшләргә тейеш булған. Медициналағы бөтә асыштар ҙа Озирус, Изида, Гор мифологияһы, Баст һәм Тот аллаларыныҡы тип иҫәпләнгән. Табиплыҡ эше ҡанбабалар — пастофорҙар ҡулында булған. Улар ауырыуҙарҙы храмдарҙа ҡабул иткән. Медицинаға уҡытыу махсус мәктәптәрҙә башҡарылған.
 
Египетта гигиена күренерлек роль уйнаған: кешеләрҙең йәшәү рәүеше, туҡланыуы, йоҡоһо, йыуыныуы аныҡ билдәләнгән. Был ҡағиҙәләрҙең күбеһе еврейҙарҙан үҙләштерелгән һәм уларҙың изге китабына ингән. Һәр өс көн һайын (икенсе бер мәғлүмәттәр буйынса 3 ай һайын) тәнде таҙартыу өсөн эс йомшартыусы һәм ҡоҫтороусы дарыуҙар эсергә, дин буйынса билдәле бер ваҡыт арауығында итле һәм һөтлө аштан баш тартырға ҡушылған. Һаулыҡты уйындар аша ла нығытҡандар. Махсус хисапсылар тыуым, үлем, ауырыу сәбәптәре тураһында иҫәп алып барған. Ерләү зыяраттарҙа, тауҙарҙа башҡарылған; фараондарҙың мәйете өсөн Египет пирамидалары төҙөлгән. Ирекле граждандарҙың мәйеттәре вафат булыусының йәмғиәттә тотҡан урынына ҡарап, өс төрҙә бальзамланған. Бөгөнгө заман кешеһенә ғәҙәти булған кеше анатомияһы һәм физиологияһы төшөнсәләре боронғо Египет медицинаһында бөтөнләй булмаған, ә инде был туралағы күҙаллауҙар идеалистик һаналған. Ошо ҡараштарға ярашлы, тән менән дүрт рух идара итә. 50 йәшкә тиклем тән көн һайын 1,2 лот үлсәү берәмегенә (яҡынса 6,5 грамм) арта. Һуңғараҡ ул кәмей һәм шул арҡала кеше үлә.

Египетлыларға опиум һәм гашиш та билдәле була. Улар һәр ваҡытта ла яңы йәки йылытылған көйө файҙаланылған һәм ҡамырға ҡушып баҫылып икмәк итеп бирелгән. Балаға дарыу бирер өсөн уны имеҙеүсе ҡатын дарыу ҡабул иткән һәм ул һөт менән балаға тапшырылған. Эскә ҡабул ителгән дарыуҙарҙан тыш, башҡа төрлө дауалау ысулдары ла булған: клизма, тампондар, ыҫлау, майҙар, боҫлама һалыу, пломба ҡуйыу һ. б.

Георг Эберс фекере буйынса сихыр, арбау түбән ҡатлам өсөн генә булған.

Боронғо Египет врачтары күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса юғары уңышҡа ирешкән: дарыуҙар тәғәйенләнгән, операциялар яһалған. «Египет әҙ ҡанлылығы» йәғни «анкилостомоз»-дың килеп сығыу сәбәбе (үҙенсәлекле ауырыу, паразитар этиологияһы яңыраҡ ҡына асыҡланған) боронғо египет папирустарында уҡ теүәл күрһәтелгән. Һүрәтләүҙәр буйынса тире ауырыуҙары һәм проказа (махау ауырыуы) йыш осрай. Шул уҡ ваҡытта «проказа» инфекцион сир тип һанала, шуға күрә ауырыуҙар изоляцияланған. Египеттағы хирургия һинд хирургияһынан күпкә ҡалышҡан. Әммә яраларҙы бәйләү ҡәнәғәтләнерлек булған, һынған осраҡта бәйләмес алыштырылған. Йәрәхәттәргә порошок һибелгән һәм май һөртөлгән. Бынан тыш, бала таптырыу, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары, түлһеҙлек буйынса ла күп кенә алымдар будырылған.

Практик медицина күҙәтеүҙәрен туплау урта быуаттарҙа ла дауам иткән. Ауырыуҙар һәм яралыларҙы дауалау өсөн махсус учреждениелар, VII быуатта тыныс халыҡ өсөн монастыр дауаханалары булдырылған. Халыҡ миграцияһын булдырған тәре походтары эпидемияларҙың килеп сығыуына һәм Европала карантиндар булдырыуға сәбәпсе булған.

VII быуатта ислам илдәрендә ныҡлап төрлө фәндәр үҫешә: ислам донъяһы ғалимдары боронғо цивилизацияның медицина белемен үҫтерә башлай. Хәлифтәр фәнде һәм ғалимдарҙы үҙ яҡлауы аҫтына ала. Харун-ар-Рашид Бағдатта мәктәптәр, дауаханалар, дарыуханалар аса. Уның улы Мәмүн Бағдатта Академияға нигеҙ һала һәм бөтә илдәрҙең ғалимдарын үҙенә саҡыра. Мәктәптәр күп ерҙәрҙә: Куфала, Басрала, Бохарала һәм башҡа ҡалаларҙа асыла.

Ғәрәптәр медицина үҫешенә айырыуса ҙур өлөш индергән шарттарҙа йәшәй күрәһең, сөнки ислам ауырыуҙарҙан дауа эҙләргә саҡыра һәм дауалаусыларҙы күккә күтәреп маҡтай. Ғәрәп ғалим-медиктары боронғо медиктарҙың яҙмаларын өйрәнә. Ибн Зухр Авензоар кеше үлгәндән һуң мәйетте ярыу буйынса тәүге билдәле врач була. Билдәле ғәрәп медиктары: Аарон, Бактишва (бер нисә боронғо Несториан врачы), Гонен, Ибн аль-Вафид (Абенгефит), Ар-Рази, Али ибн Сахль Раббан аль-Табари (Гали-Аббас), Ибн Сина (Авицена), Албукасис, Ибн Рушд (Аверроэс), Абдул-Латиф аль-Багдади (ираҡ ғалимы).
 
Византия һәм ғәрәп медицинаһы донъя медицинаһы фәнен ауырыуҙарҙың яңы симптомы һәм дарыуҙар менән байыта. Медицина үҫешендә айырыуса ҙур ролде Ибн Сина (Авиценна) уйнай.

Урта быуаттағы көнбайыш Европала, антиклыҡ менән сағыштырғанда, эмпирик фән түбән кимәлдә була. Өҫтөнлөктө теология һәм схоластика ала. Фән университеттарҙа туплана. IX быуаттан башлап, хәҙерге Германия, Англия, Франция территорияһындағы университететарҙа башҡа фәндәр менән бер рәттән медицина ла уҡытыла. Дауалау менән монахтар һәм аҡһөйәктәр шәғөлләнә. Европала медицина мәктәптәренең иң билдәлеләре булып, Салерно мәктәбе һанала. Был мәктәптең яҙмалары башҡа училищеларҙа өлгөлө булып тора. Иң билдәлеһе булып, «» гигиеник поэмаһы иҫәпләнә. Салерно мәктәбенә дини, донъяуи белемле врачтар һәм ҡатындар ҡарай. Улар дауаханалар менән мөдирлек итә, походтарҙа армияны оҙатып йөрөй һәм королдәргә, принцтарға эшләй.

XIII быуатта башлап, шул ваҡыттағы медицина вәкилдәрендә ауырыу тәбиғәтен күҙәтеүҙәр һәм тәжрибәләр ярҙамында өйрәнеүгә ынтылыш тыуа. Шундайҙарҙың береһе  һәм . XIV быуатта мәйетте ярыу нигеҙендә анатомияны өйрәнеү башлана һәм  (1275—1326) органдарҙың теүәл күсермәһен һүрәтләгән яҙма булдыра. Шуға ҡарамаҫтан, XV быуатта тиклем ғәрәптәр Европа медицинаһынан өҫтөн була. Гален яҙмалары ла Европала ғәрәп тәржемәһенән тарала.

Рус дәүләтендә монастырь медицинаһы менән бер рәттән халыҡ медицинаһы ла үҫешен дауам итә. XI—XII быуаттарҙа Переяславль һәм Киевта, XIII быуатта Львовта дауаханалар булдырыла. Рәсәйҙә элек-электән дауалау эше менән врач-эмпириктар, аптекарҙар (шифалы үләндәр белгесе), быуын ултыртыусылар, цирюльниктар шөғөлләнгән.

Медицина үҫешендә мөһим аҙымдар Яңырыу дәүерендә (XV—XVIII быуаттар) яһала. Швейцар врачы  тәжрибә һәм белемгә таянған медицинаны пропагандалап сығыш яһай, төрлө химик матдәләрҙе, минераль һыуҙарҙы табиплыҡ шөғөлөнә индерә.  кеше тәне төҙөлөшө һәм функциялары үҙенсәлеген һүрәтләй. Инглиз врачы  ҡан әйләнеше тураһында тәғлимәт булдыра.

XVI практик медицина өлкәһендә мөһим ваҡиға булып, итальян врачы Дж. Фракастороның контагиоз (йоғошло) ауырыуҙар ғилемен һәм француз врачы А. Паре тарафынан хирургияның тәүге фәнни нигеҙен булдырылыуы тора.

Сәнәғәт производствоһының үҫеше һөнәри ауырыуҙарҙы өйрәнеүгә иғтибарҙы йүнәлтә. XVII—XVIII быуат дәүерендә итальян врачы Б. Рамаццини сәнәғәт паталогияһын һәм хеҙмәт гигиенаһын өйрәнеүгә башланғыс һала. Медицина үҫешкән һайын төрлө илдәрҙә медицина учреждениелары асыла. XVIII быуатта Рәсәй империяһында Фән академияһы (1724 йыл) һәм медицина коллегияһына Аптекарь приказы (1763) булдырыла һәм бер нисә медицина мәктәбе асыла.

XVIII быуаттың икенсе, XIX быуаттың тәүге яртыһында хәрби һәм диңгеҙ гигиенаһына нигеҙ һалына. Немец ғалимы Роберт Кох микробиологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Эксперименталь фармакология һәм токсикологияға нигеҙҙе француз физиологы һәм патологы  һала. Немец физиологы , чех биологы  офтольмологияның үҫешенә булышлыҡ итә.
Был ваҡытта медицина уҡытыу йорттары иҫәбе күбәйә.
 

Элек был өлкә бер кешегә һәм шулай уҡ бер нисә төркөм кешегә ҡарата ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында, Санитария һәм гигиена тип аталған.

Ауырыу кешеләрҙе асыҡлау, дауалау һәм бер үк пациенттың икенсе тапҡырға ауырыуын булдырмау.

Медицинала аҡыллы кешенең организмын, уның нормаль, патологик төҙөлөшөн, функцияланыуын, ауырыуҙарын, патологик торошон, уны диагностикалау, коррекциялау, дауалау алымын өйрәнеүсе теоретик медицинаны йәки биомедицинаны айырып ҡарайҙар.

Теоретик медицина дауалауҙың теоретик нигеҙҙәрен тикшерә, практик медицина үҫеше юлдарын тәҡдим итә. Был медицина фәнни теоретик белем менән раҫланған логик медицина фекерләүенә нигеҙләнгән. Төрлө ҡараштарҙы дөйөмләштереү теоретик медицинаға медицина ғилми фараздарын булдырыу мөмкинлеге бирә. Теоретик медицина — практикалағы тәүге аҙым.

Ҡағиҙә булараҡ, теоретик медицина медицина практикаһына, медицина тикшеренеүҙәре һәм теорияларындағы кеүек, артыҡ ҙур дәрәжәлә ҡағылмай. Теоретик медицина һөҙөмтәләре яңы дауалау сараларының барлыҡа килеүенә, ауырыу нигеҙендәге һәм һауығыу процессындағы механизмдарҙы тағы ла тәрәнерәк, молекуляр аңлау мөмкинлеге бирә һәм шуның менән бөтә медицина ҡушымталарына нигеҙ булдыра.

Медицинала шулай уҡ практик йәки клиник медицинаны ла айыралар. Медицина фәне тарафынан тупланған белемде ауырыуҙарҙы, кеше организмының паталогик хәлен дауалау өсөн практикала ҡулланыу.

Хәҙерге медицина фәнендә иҫбатлау медицинаһы критерийҙары киң ҡулланыла. Ул теге йәки был дауалау алымының, профилактикалауҙың, диагностикалуҙың эффектлығында етди дәлил талап итә. Эффектлығы буйынса РКИ (рандомизированные клинические испытания) раҫлауы булмаған бөтә башҡа алымдар ҙа эффектһыҙ алым булараҡ кире ҡағыла.

Йәшкә ҡарап күп кенә ауырыуҙарҙың көсәйеүе сәбәпле, иҫбатлау медицинаһында геронтология һәм гериатрия кеүек бүлектәр үҫешә. Улар ҡартайыу процессын яйлатыу проблемаларын, ҡартлыҡҡа ҡаршы терапияны, оло йәштә һәм ҡартлыҡтағы профилактик медицинаны өйрәнә.
 




#Article 292: Ханты-Манси Автономиялы Округы — Югра Гимны (137 words)


Ханты-Манси Автономиялы Округы — Югра Гимны () — Ханты-Манси Автономиялы Округы — Югра (әләм һәм герб менән бер рәттән) символы. Текст авторы һәм композитор — Александр Радченко, инструментовка авторы — Виктор Худолей. Ҡабул итеү датаһы — 24 ноябрь/Ҡырпағай 2004

Наш округ — седой богатырь
Свой дух возродил величаво,
Опора России — Урал и Сибирь!
Гордимся Югрою по праву!

Югра многоликая,
Делами великая
Идет вдохновенно вперед!
Мы пишем историю
Любимой Югории
И славим Югорский народ!

Под небом сибирской земли
Богатства от края до края,
И крылья надежды мы здесь обрели,
Югру на века прославляя!

Югра многоликая,
Делами великая
Идет вдохновенно вперед!
Мы пишем историю
Любимой Югории
И славим Югорский народ!

Югра — ты прекрасный наш дом,
Здесь ценят всегда человека,
И нашим упорством, и нашим трудом
Тебе процветать век от века!

Югра многоликая,
Делами великая
Идет вдохновенно вперед!
Мы пишем историю
Любимой Югории
И славим Югорский народ!




#Article 293: Словакия гимны (132 words)


Nad Tatrou sa blýska () — Словак Республикаһының Дәүләт Гимны.

Йыр ,1844 йылда Людовит Штурҙы ҡулға алғанға ризаһыҙлыҡ билдәһе булып, Евангелист Лютеран Лицее студенттарының Братиславанан Левочаға хәрәкәте ваҡытында барлыҡҡа килә.

Текст авторы — словак шағиры Янко Матушка.

Nad Tatrou sa blýska
hromy divo bijú. 
Zastavme ich bratia,
ved' sa ony stratia,
Slováci ožijú.

To Slovensko naše
posiaľ tvrdo spalo. 
Ale blesky hromu
vzbudzujú ho k tomu,
aby sa prebralo.

Nad Tatrou sa blíska, hromy divo bijú 
Zastavme jich braťja, veď sa ony straťja
Slováci ožiju 

To Slovensko naše dosjal tvrdo spalo 
Ale blesky hromu zbudzujú ho k tomu,
Aby sa prebralo 

Eště jedle rastú na kriváňskej straňe 
Kdo slovensky cítí, ňech sa šable chiťí
A medzi nás staňe 

Už Slovensko vstáva, puta si striháva 
Hej, rodina milá! hodina odbila
Žije matka Sláva 




#Article 294: Беларусь Республикаһының милли гимны (250 words)


Беларусь Республикаһының Дәүләт Гимны () — Беларусь Республикаһының (әләм һәм герб менән бер рәттән) дәүләт символы.

М. Климкович, В. Каризна һүҙҙәре
Н. Соколовский көйө

Мы, беларусы — мірныя людзі,
Сэрцам адданыя роднай зямлі,
Шчыра сябруем, сілы гартуем
Мы ў працавітай, вольнай сям'і.

Прыпеў:

Слаўся, зямлі нашай сьветлае імя,
Слаўся, народаў братэрскі саюз!
Наша любімая маці-Радзіма,
Вечна жыві і квітней, Беларусь!

Разам з братамі мужна вякамі
Мы баранілі родны парог,
У бітвах за волю, бітвах за долю
Свой здабывалі сьцяг перамог!

Прыпеў:

Слаўся, зямлі нашай сьветлае імя,
Слаўся, народаў братэрскі саюз!
Наша любімая маці-Радзіма,
Вечна жыві і квітней, Беларусь!

Дружба народаў — сіла народаў —
Наш запаветны, сонечны шлях.
Горда ж узьвіся ў ясныя высі,
Сьцяг пераможны — радасьці сьцяг!

Прыпеў:
Слаўся, зямлі нашай сьветлае імя,
Слаўся, народаў братэрскі саюз!
Наша любімая маці-Радзіма,
Вечна жыві і квітней, Беларусь!

My, Biełarusy — mirnyja ludzi,
Sercam addanyja rodnaj ziamli.
Ščyra siabrujem, siły hartujem
My ŭ pracavitaj, volnaj siamji!

Prypeŭ:

Słaŭsia ziamli našaj śvietłaje imia,
Słaŭsia, narodaŭ braterski sajuz!
Naša lubimaja maci-Radzima,
Večna žyvi i kvitniej, Biełaruś!

Razam z bratami mužna viakami
My baranili rodny paroh,
Ŭ bitvach za volu, bitvach za dolu
Svoj zdabyvali ściah pieramoh!

Prypeŭ:

Słaŭsia ziamli našaj śvietłaje imia,
Słaŭsia, narodaŭ braterski sajuz!
Naša lubimaja maci-Radzima,
Večna žyvi i kvitniej, Biełaruś!

Družba narodaŭ — siła narodaŭ -
Naš zapavietny, soniečny šlach.
Horda ž uzvijsia ŭ jasnyja vysi,
Ściah pieramožny — radaści ściah!

Prypeŭ:

Słaŭsia ziamli našaj śvietłaje imia,
Słaŭsia, narodaŭ braterski sajuz!
Naša lubimaja maci-Radzima,
Večna žyvi i kvitniej, Biełaruś!




#Article 295: Бразилия Милли Гимны (273 words)


Hino Nacional do Brasil () — әләм һәм герб менән бер рәттән Бразилияның дәүләт символы. Уның беренсе варианты 1832 йылда 7 Алағарайында булдырылған, әммә рәсми рәүештә 1889 йылда (мөстәкил республика яулау ваҡытында) ҡабул ителгән. Хәҙерге текст 1922 йылда 6 сентябрендә ҡабул ителгән.

Ouviram do Ipiranga as margens plácidas
De um povo heróico o brado retumbante,
E o sol da Liberdade, em raios fúlgidos,
Brilhou no céu da Pátria nesse instante.

Se o penhor dessa igualdade
Conseguimos conquistar com braço forte,
Em teu seio, ó Liberdade,
Desafia o nosso peito a própria morte!

Ó Pátria amada,
Idolatrada,
Salve! Salve!

Brasil, um sonho intenso, um raio vívido,
De amor e de esperança à terra desce,
Se em teu formoso céu, risonho e límpido,
A imagem do Cruzeiro resplandece.

Gigante pela própria natureza,
És belo, és forte, impávido colosso,
E o teu futuro espelha essa grandeza.

Terra adorada
Entre outras mil
És tu, Brasil,
Ó Pátria amada!

Dos filhos deste solo
És mãe gentil,
Pátria amada,
Brasil!
Deitado eternamente em berço esplêndido,
Ao som do mar e à luz do céu profundo,
Fulguras, ó Brasil, florão da América,
Iluminado ao sol do Novo Mundo!

Do que a terra mais garrida
Teus risonhos, lindos campos têm mais flores,

Ó Pátria amada,
Idolatrada,
Salve! Salve!

Brasil, de amor eterno seja símbolo
O lábaro que ostentas estrelado,
E diga o verde-louro dessa flâmula

Mas se ergues da justiça a clava forte,
Verás que um filho teu não foge à luta,
Nem teme, quem te adora, a própria morte.

Terra adorada
Entre outras mil
És tu, Brasil,
Ó Pátria amada!

Dos filhos deste solo
És mãe gentil,
Pátria amada,
Brasil!




#Article 296: Олонхо (173 words)


Олонхо () — саха халҡының героик эпосы.

Иң оҙон олонхо ете төн буйы һөйләнә. Киң билдәле олонхо .
(lang-en|«Nyurgun Bootur the Swift») 36 000 шиғыр юлынан тора.

Олонхо — төрки халыҡтарҙың иң боронғо эпостарының береһе, саха халҡының эпик традицияларын берләштергән эпостарҙың төп эпосы. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығыштағы Саха Республикаһында был сәнғәт тергеҙелә.

Йырсы һәм хикәйәсе тарафынан һөйләнгән поэтик хикәйә ике өлөштән тора: эпостың йырланған өлөшө, цитаталарҙан торған проза менен алышына.

Һөйләүсе йомарт телле һәм импровизация оҫтаһы булырға тейеш. Эпопея боронғо һуғышсылар, аллалар, рух һәм хайуандар тураһында легендалар һөйләй, әммә хәҙерге заманға күсмә тормош тарҡалыуы тураһында мөрәжәғәт итә.
   
Һәр замандың бай репертуарлы сәсәндәре булғанға күрә, Олонхоның күп төрлө варианттары осрай.
Йола ғаиләлә күңел асыу һәм белем биреү сараһы буларак таралған.
Сәйәси тотораҡһоҙлоҡ ваҡытында, ауыр климатик һәм географик шарттарҙа йәшәү өсөн көрәшкән бәләкәй халыҡтың йәшәү рәүешенең танытмаһы булып саха халҡынын дини ҡарашын сағылдыра.

XX быуаттағы үҙгәртеп ҡороуҙар Саха Республикаһындағы эпик йолаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Шулай ҙа, өйрәнеүселәр аҙ булыуға ҡарамастан, үҙгәртеп ҡороу йылдарында Олонхоға ҡыҙыҡһыныу артты.

Рәссамдар ижадында олонхо халыҡ фольлоры һәм әкиәт образдары менен берлешә.




#Article 297: Хәсәнов Рим Мәхмүт улы (199 words)


Хәсәнов Рим Мәхмүт улы (9 март 1947 йыл) — башҡорт совет һәм Рәсәй композиторы. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017), Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2017).

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов 1947 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Благовар районы Языков ауылында музыканттар ғаиләһендә тыуған. Алты йәштән уҡ атаһының скрипкаһында уйнарға өйрәнә, һүңынан гитара, баян, торба, балалайканы үҙләштерә. Бала саҡтан үҙе көй сығарып, уларға һүҙҙәр ҡушып йырлап йөрөй. Мәктәптә уҡығанда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша.

Рим Хәсәнов ижадында джаз, эстрада, классик музыкала милли көй-моңдар ныҡлы урын ала. Уҙған быуаттың 70—80 йылдарында башҡорт музыка сәнғәтен Рим Хәсәновһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.

Австралиянан ҡайтҡас, Социнвестбанкка инглиз теленән тәржемәсе булып эшкә урынлаша.

Үҙенең 70 йәшлек юбилейы алдынан композитор Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең (1918—1999) тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан билдәле әҙиптең ижадына бағышланған күләмле презентация әҙерләнә, тип белдерҙе. Проект «100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Назар Нәжмиҙең хәтерен мәңгеләштереү» тип атала. Унда ике DVD-дискта шағирҙың 100-гә яҡын әҫәрен (шиғырҙарын, поэмаларын, драмаларын), шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан һәм Финляндия артистары башҡарыуында йырҙарын туплайбыҙ, тине Рим Хәсәнов.

 




#Article 298: Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (243 words)


Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы (6 август 1941 йыл) — режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1982), Башҡорт АССР-ының (1977), Татарстан Республикаһының (1993), Төньяҡ Осетия‑Алания Республикаһының (2002) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1986), Почёт (2002) һәм IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры.

Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов 1941 йылдың 6 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссёры һәм художество етәксеһе. 1997 йылдан — М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе.

Педагогик эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө сәнғәт институтында башлай. Бер нисә быуын артистарҙы уҡыта. Хәҙер уның уҡыусылары башҡорт театр сәнғәтенең төп ижади көсө булып тора. Күптәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары. 1987 йылдан — доцент, 1993 йылдан — профессор. 1995 йылдан Санкт-Петербургтағы Петров Фән һәм сәнғәт академияһы ағзаһы, «Академик» тигән маҡтаулы исеме бар.

Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән ваҡытта Рәсәйҙәге иң күренекле ҡуйыусы-режиссёр булып таныла. Иң билдәле спектаклдәре: «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (М. Кәрим, Өфө), «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (М. Кәрим, Өфө), «Тапшырылмаған хаттар» (Ғ. Ҡотой, Өфө), «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, Өфө).

Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле театр тормошонда ҙур ваҡиғаға әүерелде. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» театр фестивалендә (Өфө, 1996) «Гран-при» призын алды һәм Мәскәү Милләттәр Театрында иң яҡшы спектаклдәр фестивалендә күрһәтелде. 1996 йылда был спектакль Рәсәй дәүләт премияһына лайыҡ була.




#Article 299: Антарктида (394 words)


Антаркти́да ( — Арктиканың ҡапма-ҡаршыһы) — Ер шарының иң көньяғында урынлашҡан ҡитға (континент). Антарктиданың үҙәге Көньяҡ географик полюс менән яҡынса тура килә.
Антарктида Һинд, Тымыҡ һәм Атлантик океандар һыуҙары менән йыуыла (ҡайһы бер илдәрҙә был океандарҙың көньяҡ өлөшөн Көньяҡ океан тип иҫәпләйҙәр).

Майҙаны — 4,4 млн кв.км, шуның 1,6 млн км² өлөшөн шельф боҙлоғо тәшкил итә.
Антарктида тип шулай уҡ Антарктида ҡитғаһын һәм сиктәш утрауҙарҙы атайҙар.
Антарктида рәсми рәүештә 1820 йылдың 28 ғинуарында Беллинсгаузен Фаддей Фаддеевич һәм Михаил Лазарев етәкселегендәге урыҫ экспедицияһы тарафынан асыла.
Улар «Восток» һәм «Мирный» елкәнле хәрби кораблдәрҙә  нөктәһенә, хәҙерге Беллинсгаузен шельф боҙлоғона яҡынлаша.

Элек көньяҡ материктың булыуы фаразға нигеҙләнеп кенә раҫланған.
Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев экспедицияһы көньяҡтағы боҙлоҡто урап сығып, алтынсы ҡитға булыуын иҫбатлай.

Антарктида — ғәжәп тәбиғәтле берҙән-бер материк. Поляр тикшереүселәр уны йәнһеҙ, аҡ боҙло материк тип исем биргән. Ҡышын поляр төндәр, ә йәйен поляр көндәр була. Ҡояш сығыу һәм батыу күренешен йыллына бер генә тапкыр күҙәтеп була. Антарктидала Ерҙәге сөсө һыуҙың 80%-ы тупланған.

Антарктида — Ерҙә иң бейек континент, диңгеҙ өҫтө бейеклегенән уртаса 2000 м бейеклектә, үҙәк өлөшө 4000 м бейеклектә. Материктың ҙур өлөшө боҙ менән ҡапланған, тик 0,3 % (40 мең кВ. км.) өлөшө генә боҙҙан асыҡ. Трансатлантик тауҙары Антарктиданы, геологик төҙөлөшө төрлө булған, Көнсығыш Антарктидаға һәм Көнбайыш Антарктидаға бүлә.
Яҡынса боҙ ҡалынлығы 2500—2800 м, Көнсығыш Антарктидала максималь боҙ ҡалынлығы —4800 м. Ҡитғаның яры буйында барлыҡҡа килгән боҙлоҡ ярылып төшөп айсбергтар барлыҡҡа килтерә.

Көнсығыш Антарктиданың геологик платформаһы боронғо кембрийға тиклемге геологик осорҙа барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө Һиндостан, Бразилия, Африка һәм Австралия платформаһы менән оҡшаш. Был платформалар Гондвана суперконтиненты тарҡалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тау тоҡомдарының йәшен 2,5 — 2,8 млрд йыл, тип билдәләйҙәр.

Ҡаҙылма ҡатламдар 350—190 млн йыл элек барлыҡҡа килгән. Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуандар ҡалдыҡтары, шул иҫәптән ихтиозавр ҡалдыҡтары табыла. Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәр һәм хайуандар йәшәгән ваҡытта был ҡитғаның климаты хәҙергенән айырылып торған. Был иһә тектоник күренеште, платформаларҙың күсеп йөрөүен иҫбат итә.

Материк ситендә Росс диңгеҙе утрауҙарында хәрәкәт итеүсе Эребус вулканы бар.

Антарктида климаты бик ҡырыҫ — температура йәйен −30 °C-тан юғары күтәрелмәй, ә ҡышын −70 °C-тан да түбәнерәк була. Ерҙәге иң түбән температура (-89,2 °C) Антарктидалағы «Восток» станцияһында теркәлә. Йәй ваҡытында Антарктида Ҡояш йылыһын экваториаль зонаға ҡарағанда ла күберәк ала, ләкин был йылылыҡтың 90 % ҡар һәм боҙ өҫтөнән сағылып, кире космосҡа тарала. Климаттың ҡырыҫлығын өс шарт билдәләй. Беренсенән, географик урыны. Икенсенән, ҡеүәтле боҙлоҡ ҡатламының булыуы. Өсөнсөнән, болоттарҙың булмауы, быныһы материктың артабан да һыуыныуға килтерә. Антарктиданың өҫтөндәге йотолған 10 % йылылыҡ та, боҙлоҡтан сағылып ҡаҡлыҡҡан 90 % ҡояш йылыһы кеүек үк, космосҡа кире китә.

Антарктика




#Article 300: Октябрьский (ҡала) (233 words)


Октябрьский— Башҡортостандағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зонаһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡортостандың Татарстан Республикаһы менән сигендә урынлашҡан.
Ҡала янынан федераль әһәмиәттәге  (Мәскәү — Һамар — Силәбе) автомобиль юлы үтә.

Ҡаланың иҡтисади нигеҙе — машиналар эшләү һәм яғыулыҡ сәнәғәте. Октябрьский электр бүлеү селтәрҙәре, «„Башнефть“ АНК» ААЙ «Башнефть—Добыча» ЯСЙ‑ның «Туймазанефть» НГДУ‑һы, «Ойл‑сервис» ЯСЙ, «Автоприбор» сәнәғәт компанияһы ЯСЙ, Бөтә Союз геологик разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты, «ОЗНА», «ОЗНА—үлсәү системалары» ЯАЙ, Октябрьский нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы, «Пакер» ғилми‑производство фирмаһы ЯСЙ (металл изделиелар етештереү), «Стронег», «Башнефтегазпроект», «Европласт», «Төҙөлөш материалдары», «Тимер‑бетон», «Башҡорт фарфоры», «Октябрьский икмәге» ЯСЙ‑лары, «Алтын мөгөҙ» ит комбитаты һ.б. эшләй. Ҡала аша Куйбышев тимер юлы (Урыссу—Октябрьский тармағы), Һамар—Өфө—Силәбе, Октябрьский—Йәрмәкәй автомобиль юлдары үтә. Туймазы‑Октябрьский сәнәғәт узелына инә.

Ҡалала Өфө дәүләт нефть техник университеты, Иҡтисад һәм сервис университеты филиалдары, Октябрьский коммуналь‑төҙөлөш техникумы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский музыка колледжы, иҡтисад техникумы, 3 һөнәрселек лицейы, ПУ, 19 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп, 4 гимназия, махсус коррекция мәктәбе, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, хореография, һынлы сәнғәт мәктәптәре, 2 балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы,4 ДЮСШ;

Ҡала дауаханаһы, туберкулёзға ҡаршы диспансер;

Йәштәр һарайы, 11 китапхана, Октябрьский музейы, Спорт һарайы, стадион, «Спартак» спорт‑һауыҡтырыу комплексы; 4 мәсет, сиркәү бар. «Октябрьский нефтяник», «Тыуған яҡ» (татар телендә), «Нарыштау» (башҡорт телендә) гәзиттәре сыға.




#Article 301: Африка (445 words)


Африка — Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙән көньяҡта, Атлантик океандан көнсығышта һәм Һинд океанынан көнсығышта урынлашҡан ҡитға. Шулай уҡ Африка тип материк һәм тирә-яғындағы утрауҙарҙы атайҙар. Майҙаны 30 065 000 кв.км йәки ҡоро ерҙең 20,3 %, утрауҙары менән бергә 30,2 миллион кв. км, дөйөм Ер шарының 6% һәм ҡоро ерҙең 20,4% биләй. Африка территорияһында 53 дәүләт, 4 танылмаған дәүләт һәм 5 бойондороҡһоҙлоҡ алмаған территория (утрау) урынлашҡан.

Африка халҡы 1 миллиард кешегә яҡын. Бында иң боронғо кеше — гоминид ҡалдыҡтары табылған, шуға күрә Африка кешелектең боронғо тыуған иле тип иҫәпләнә. Sahelanthropus tchadensis, Australopithecus africanus, A. afarensis, Homo erectus, H. habilis һәм H. ergaster һымаҡ ата-бабаларын иҫәпкә алғанда, гоминидтар ете миллион йыл элек йәшәгән.

Эфиопияла табылған Homo sapiens ғаиләһе ике йөҙ мең йыл элек йәшәгән, тип билдәләнә.

Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зонаһында урынлашҡан, был төньяҡ субтропик климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәтенә һуҙылған берҙән-бер материк. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәгәнлектән, климаттың тәбиғи көйләнеүе, яр буйҙарынан башҡа күҙәтелмәй.

Африканың мәҙәни, иҡтисади, сәйәси һәм социаль мәсьәләләрен африканистика фәне өйрәнә.

Тәүҙәрәк Карфоген кешеләре ҡаланан ситтә йәшәгән кешеләрҙе «афри» тип атаған булған.
Был һүҙ финикия теленә afar, «саң, туҙан» тигәнде аңлатҡан. Римлеләр Карфогенды баҫып алғас профинцияны Африка тип атар булған (). Һуңғараҡ барлыҡ билдәле булған региондарҙы һәм континентты Африка тип атағандар. Башҡа фараз буйынса «афри» халҡы исеме бербер телендәге ifri һүҙенән килеп сыҡҡан, «мәмерйә» тигәнде аңлата һәм мәмерйәлә йәшәүсе кешеләр күҙ уңында тота. Был урында барлыҡҡа килгән Ифрика мосолман провинцияһы исемендә был лингвистика тамыры һаҡланып ҡалған.

Топонимдың башға аңлатмалары ла бар.

Рельефында тигеҙлектәр өҫтөнлөк итә. Бейек һәм һуҙылыа киткән тау теҙмәләре юҡ. Иң бейек нөктәһе −
Килиманджаро тауы, уның ҡарлы түбәһе 5895 м бейеклектә ята.

Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зонаһында урынлашҡан. Был ҡитға төньяҡ субтрапик климаттан көньяҡ субтрапик климатҡа һуҙылған.

Африка иң еҫе матарик. Уның күп өлөшөндә һауа температураһы +20С-тан юғары. Йыл миҙгелдәре яуған ямғыр күләме менән генә айырыла. Сахара сүллеге Африкала урынлашҡан. Бында һауа +40С-ҡа тиклем йылына.

Материк йылғаларға бай. Нил — Ер йөҙөндәге иң оҙон йылға, уның оҙонлоғо 6671 км.

Африкала 55 ил һәм 5 үҙе бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән һәм танылмаған дәүләт бар. Уларҙың күбеһе бик оҙаҡ Европа дәүләттәренең колониялары булған һәм XX быуаттың 50-60-сы йылдарында ғына бойондороҡһоҙ була алғандар. Уға тиклем тик Мысыр (1922 йылдан), Эфиопия (Урта быуаттарҙан), Либерия (1847 йылдан) һәм КАР (1910 йылдан) бойондороҡһоҙ булғандар; КАР һәм Көньяҡ Родезияла (Зимбабве) XX быуаттың 80-90-сы йылдарына тиклем урындағы (ҡара) халыҡҡа ҡарата дискриминациялы апартеид режимы һаҡланған. Хәҙерге ваҡытта был илдәрҙең күбеһендә аҡ халыҡҡа ҡарата дискриминациялы булған режим хаким. Freedom House исемле тикшеренеү ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы йылдарҙа күп африка илдәрендә, (мәҫәлән, Нигерияла, Мавританияла, Сенегалда, Конгола (Киншаса) һәм Экваториаль Гвинеяла) демократик режимдан авторитар режимға күсеү күҙәтелә.

Ҡитғаның төньяғында Испания (Сеута, Мелилья, Канар утрауҙары) һәм Португалия (Мадейра) территориялары, алыҫтараҡ Азор утрауҙары урынлашҡан.




#Article 302: Австралия (ҡитға) (243 words)


Австралия ( — «көньяҡ» һүҙенән килә) — Көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан ҡитға. Бөтә материк Австралия Союзы дәүләтенең төп өлөшө булып тора. Материк Австралия һәм Океания тигән донъя киҫәгенә ҡарай.

Австралия — 7 659 861 кв. км майҙанлы Көньяҡ ярымшарҙағы материк. Ҡитғаның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 4000 км  , яр буйы оҙонлоғо (утрауҙарһыҙ) — 35 877 км.
Төньяҡ һәм көнсығыш яр буйҙарын Тымыҡ океан диңгеҙҙәре: Афур диңгеҙе, Коралл диңгеҙе, Тасман диңгеҙе, көнбайыш һәм көньяғын Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания эре диңгеҙ утрауҙары урынлашҡан. Австралияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап 2000 км-ҙан артыҡ оҙонлоҡта донъялағы иң ҙур мәрйен рифтары — Бөйөк Кәртә рифы урынлашҡан.

Австралияның иң ситтәге нөктәләре:

Австралияның көнсығыш нөктәһе — Байрон мороно (),

Австралияның көнбайыш нөктәһе — Стип-Пойнт мороно (), 

Австралияның төньяҡ нөктәһе — Йорк (Австралия) мороно (),

Австралияның көньяҡ нөктәһе — Саут-Пойнт мороно () ( Тасмания утрауын континент өлөшө тип ҡараған саҡта — Саут-Ист-Кейп мороно ).

Күпселеген тигеҙлек тәшкил итә. 95% ер өҫтө диңгеҙ өҫтө бейеклегенән 600 м-ҙан артмай. Көнбайыш Австралия яҫытаулығының уртаса бейеклеге 400 — 500 м, ситтәре ҡалҡыуыраҡ. Көнсығышта Масгрев тауы (иң бейек нөктәһе — Вудровв тауы, 1440 м) һәм Мак-Доннелл һырты (иң бейек нөктәһе — Зил тауы, 1511 м).

Ҡитғаның геологик төҙөлөшө нигеҙендә көньяҡ ярымшарҙағы Годвана материгы өлөшө булған боронғо Австралия платформаһы ята.

Австралия континенты Көньяҡ ярымшарҙағы өс төп йылы климат бүлкәтендә урынлашҡан: субэкваториаль (төньяғы), тропик (үҙәк өлөшө), субтропик (көньяғы). Тик Тасмания утрауының ҙур булмаған өлөшө уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан.




#Article 303: Гагауз теле (330 words)


Гагауз теле () — Алтай тел ғаиләһендәге оғуҙ төркөмөнә ингән тел. Ул урыҫ һәм румын (молдован) теле менән бер рәттән Молдовалағы Автономиялы Территориаль Берәмек — Ғағауыз Еренең рәсми теле.

Молдованың көньяғында, Болгарияның төньяҡ-көнсығышында һәм Румынияла, Украинаның көньяҡ-көнбайышында, өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Урта Азияла, Төньяҡ Кавказда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 200 меңгә яҡын кеше (1989). Төрөк теленә яҡын. Боронғо уғыҙ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. 

Молдова һәм Украина биләмәһедә ике диалекты айырыла: чадыр‑лунга-комрат (үҙәк) һәм вулканешт (көньяҡ). Әҙәби нормалары үҙәк диалект нигеҙендә формалаша һәм үҫешә. Гагауз теле роман һәм славян телдәренең һиҙелерлек йоғонтоһон кисерә, һөҙөмтәлә төрки телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнә хас булмаған һыҙаттарға эйә була.

Фонетикаһына тартынҡыларҙың алғы рәт һуҙынҡылары алдынан һәм һүҙ аҙағында килгәндә үтә нәҙегәйеүе, өҫкө күтәрелеш һуҙынҡыларының һүҙ башында дифтонгылашыуы һәм йотлашыуы хас, сағ.: гагаузса “уон” — башҡортса “ун”, “иÿлдö” — “үлде”. Төп морф. үҙенсәлектәре: ‑маа/‑мää м‑н тамамланған инфинитив барлыҡҡа килә (‑маға/‑мейä меән тамамланған төбәү килеш формаһынан): гагаузса “хазыр йардым етмаа” — башҡортса “ярҙам итергә әҙер”; шартлы теләк һөйкәлеше, күп теркәүестәр һәм теркәүес һүҙҙәр формалаша (башлыса һорау алмаштарынан һәм рәүештәрҙән); “ани” билдәләү алмашы бар: гагаузса “о таш, ани ÿстÿндä отуру(р)муш — башҡортса “ул ултырған таш”. Лексикаһында румын, молдаван, болгар һәм урыҫ телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр байтаҡ. 

Гагауз теле синтаксисында ябай һөйләмдә төрки телдәр өсөн традицион булған һүҙҙәр тәртибенең тулыһынса үҙгәреүе күҙәтелә: хәбәр (ҡылым йәки исем) һөйләмдең аҙағында түгел, ә эйә йәки тултырыусы алдынан килә: гагаузса “ески вакытларда вармыш бир ихтäр” (борон йәшәгән бер ҡарт) — башҡортса “борон бер ҡарт йәшәгән”, гагаузса “ооллары бакармышлар бобасына” (улдары ҡараған аталарына) — башҡортса “улдары аталарына ҡараған”. Гагауз теле “диил” (түгел) киҫәксәһе инҡар ителгән һүҙҙән һуң түгел, ә унан алда бирелә: гагаузса “диил беним” — башҡортса “минеке түгел”, “диил чоктан” — “күптән түгел”. Кириллицаға нигеҙләнгән яҙмаһы 1957 йылдан алып ҡулланыла.

Башта Гагауз телендә грек әлифбаһы ҡулланылған. 1957 йылда Гагауз теленең әлифбаһы (кирил имләһе нигеҙендә) ҡабул ителгән. 1996 йылнан башлаған латин (төрөк әлифбаһы нигеҙендә булдырылған) әлифбаһы ҡулланыла. Шулай уҡ был әлифбала  (ц) өнө өсөн ҡулланылған Ţ хәрефе һәм  (ә) өнө өсөн ҡулланылған Ä хәрефе лә бар.

Хәҙерге Гагауз әлифбаһы:




#Article 304: Төньяҡ Америка (181 words)


Төньяҡ Америка — Ер планетаһының Көнсығыш һәм Көнбайыш ярымшарҙары тоташҡан урындағы ҡитға. Төньяҡ Америка халҡы 500 млн кеше. Халыҡ тығыҙлығы Кариб диңгеҙе һәм ҡитғаның Үҙәк өлөшөндә тығыҙ. Бында 1 кв.км-ға 200-ҙән артыҡ кеше тура килә.

Төньяҡ Америка көнбайыштан Тымыҡ океандың Беренг диңгеҙе, Аляска һәм Калифорния ҡултығы менән, көнсығыштан Атлантик океандың Лабрадор, Кариб, Изге Лаврентий һәм Мексика ҡултығы менән, төньяҡтан Төньяҡ Боҙло океанның Бофорт, Гренландия Гудзонов ҡултығы менән йыуыла.
Көнбайыштағы Евразиянан Беринг боғаҙы айырып тора. Көньяҡ Американан Панама боғаҙы айырып тора.
Төньяҡ Америка составына шулай уҡ Гренландия, Канада арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы һәм башҡа утрауҙар инә. Утрауҙар менән Төньяҡ Америка майҙаны — 24,2 млн кв. км., утрауҙарһыҙ — 20,4 млн.кв. км.

Рельефтың айырмалығы — боҙлоҡ дәүеренең оҙайлы эшкәртеүе һөҙөмтәһе. Һөҙәкле-тулҡынлы ҡалҡыулыҡтарҙың бейеклеге — 150—600 м. Үҙәк тигеҙлек — Төньяҡ Америка платформаһы өлөшө. Бейеклеге — 200—500 м. Рельефы эрозиялы һәм аҙ тулҡынлы, төньяҡта боҙло һәм боҙлоҡ менән шыуып төшкән тау тоҡомдарынан тора. Көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған. Озарк ҡалҡыулығы (бейеклеге 760 м тирәһе), Уошито ҡалҡыулығы (884 м тиклем) эпигерцин плтаформаһының йыйырсығы булып тора. Бөйөк тигеҙлектәр Кордильер платоһының тау итәге булып тора. Бейеклеге — 500—1500 м. Былар Кордильер платоһының ватылып, йыйырсыҡланып өҫкә күтәрелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.




#Article 305: Мексика (157 words)


Мексика ( ), рәсми исеме — Мексика Ҡушма Штаттары () — Төньяҡ Америкалағы дәүләт. Ул төньяҡта АҠШ менән һәм төнъяк-көнсығышта — Белиз һәм Гватемала менән сиктәш. Көнбайыш яғы Калифорния ҡултығы һәм Тымыҡ океаны һәм көнбайыш яғы Мексика ҡултығы менән йыуыла.

Халыҡ һаны — 121,7 млн кеше (2015-се йылдың июленә ҡарата баһа, донъяла 11-се урын).

Атамаһы — мексикандар (испан. mexicanos).

Халыҡтың артымы — 1,1 % (эммиграция кимәле — 0,4 %, фертиллыҡ (дөйөм урсемлелек коэффициенты) — ҡатын-ҡыҙға 2,3 тыуым).

Ғүмерҙең уртаса оҙайлығы (оҙонлоғо):

Халыҡтың йәш буйынса бүленеше (2010 й.):

Этник һәм раса буйынса бүленеше:

Яҙа һәм уҡый белеү кимәле (дилнәклек):

Ҡала халҡының өлөшө — 77 % (2008 й.).

Беҙҙең эраһа алдынан 20 мең йылда Үҙәк һәм көньяҡ Мексикала оседлый кешеләре донъяға килде.

Б. э. алдынан XII—V быуаттарҙа Мексикала ольмектар мәҙәниәте булды. Ольмектар мәҙәниәте Мексиканың һуңғы классик цивилизацияһы мәҙәниәте нигеҙе.

IV—IX быуаттарҙа Мексикала Теотиуакана, сапотектар, тотаноктар, майя мәҙәниәте атты. Майя уңыштары: иероглиф һаты, архитектура, декортатив-ҡулланма сәнғәте, календарь.

XII буатта Үҙәк Мексикала ацтектар киләләр.




#Article 306: Бельгия (106 words)


Бе́льгия, , , , рәсми исеме Бельгия Короллеге , ,  — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы — НАТО ағзаһы. Төньяҡта Нидерландтар менән, көнсығышта Германия менән, көньяҡ-көнсығышта Люксембург менән һәм көньяҡ-көнбайышта Франция менән сиктәш. Төньяҡтан Төньяҡ диңгеҙе менән йыуыла. Дәүләттең исеме боронғо белгтәр ҡәбилә атамаhынан килә.

Бельгия административ-территориаль бүленеү формаһы буйынса — федератив дәүләт.

Бельгия Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Идара итеү формаһы буйынса Бельгия Конституцион монархия. 

Бельгия короле (королева) — илдең иң юғары вазифаһы. Король (королева) хөкүмәтте тәғәйенләү, парламентты эштән бушатыу хоҡуғына эйә.

Бельгия Короллеге юғары суды.

Федераль парламент — Бельгия Короллегенең юғары закондар сығарыу органы.




#Article 307: Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (777 words)


Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы (21 август 1841 йыл — 28 июнь 1907 йыл) — башҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, этнограф, йəмəғəт эшмəкəре, публицист.

Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1841 йылдың 21 авгуcында (яңы стиль буйынса — 3 сентябрь) Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантонының (хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) Ибраһим  ауылында тыуған. Өмөтбаевтар башҡорт дворяндары нәҫеленән.

Уның атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы Өмөтбаев (1803—1861) башҡорт йәмғиәтенең юғары мәҙәниәтле, алдынғы ҡарашлы административ хакимиәт вәкиле — башҡорт кантоны башлығы булған, күп йыллыҡ хәрби хеҙмәте өсөн 3‑сө дəрəжə Изге Станислав ордены, 1853—1856 йылдарҙағы һуғышта ҡатнашҡан өсөн Изге Владимир көмөш ордены һәм башҡа орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тарихсы Ә. Н. Усманов буйынса, Ишмөхәмәт Өмөтбаев Севастополь оборонаһында ла ҡатнаша. Ул төрки, рус һәм ғәрәп телдәрен белгән. Мөхәмәтсәлимдең әсәһе Бәлхизә Балапан ҡыҙы шулай уҡ уҡымышлы, шиғри күңелле ҡатын була. Уларҙың ғаиләһендә ете бала яҡшы тәрбиә алып үҫә.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың шәжәрәһе ҡыҫҡаса артабанғыса булған: Әмир Ҡурған → Фирузшах → Хәни → Туҡтар бей → Айҡымбирҙе → Йомран → Ишембәт → Мырҙаш → Өмөтбай → Үтәғол → Собханғол → Ғәббәс → Ишҡул → Ишмөхәмәт → Мөхәмәтсәлим. Шәжәрәлә Өмөтбайҙың Мәскәүгә барып, Йомран-Табын ырыуының аҫаба ерҙәре билдәләнгән «грамота»ны алып ҡайтыуы тураһында ла яҙылған.

Башланғыс белемде Мөхәмәтсәлим тыуған Ибраһим ауылы мәҙрәсәһендә ала. Уны тамамлағас, 1852 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Ырымбур Неплюев кадет корпусында уҡый. Бында ул география, тарих, архитектура, каллиграфия һәм хәрби фәндәрҙе өйрәнә. Төрки теленән тыш рус, фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнә, француз теле менән мауыға. Неплюев кадет корпусында көнсығыш телдәр фәненән белем биргән, өлкән уҡытыусы булып эшләгән мәғрифәтсе-ғалим Мирсалих Биксуриндың буласаҡ әҙип һәм ғилем эйәһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа йоғонтоһо ҙур була. 1878 йылдың февралендә М. И. Өмөтбаев, уға арнап, «Остазым Мирсалих Биксуринға» тигән шиғыр яҙа, уны Ырымбур йортоноң ғилем баҡсаһындағы бер ҙур ғалим («сәрри әфраз») тип атай. Фарсы теленән танылған тел белгесе Сәлихйән Күкләшев уҡыта. Билдәле төркиәтсе Мартемьян Иванов Өмөтбаевҡа үҙенең китапханаһы менән ҡулланырға рөхсәт бирә.

Һигеҙ йыл дауамында Неплюев кадет корпусында уҡығандан һуң, 1860 йылдың авгусында атаһы, ауырып киткәс, Мөхәммәтсәлимде тыуған ауылына ҡайтара. Бында ул 25‑се башҡорт кантоны идаралығының тәржемәсеһе вазифаһында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Башҡортостандағы кантон идараһы бөтөрөлә башлаған осорҙа, Өмөтбаев 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусы мировой аралашсы писары итеп тәғәйенләнә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылына күсә. 1865 йылда ул Бибиғәбиҙә Мирғәләүетдин ҡыҙы Рәжәпова менән никахлаша.

Әммә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1899 йылдың 21 авгусында барлығы 59 һум 40 тинлек пенсия менән отставкаға сыға. Өлкән йәштәге әҙип ғилми-ижади эшмәкәрлеген ауыр шарттарҙа дауам итә. Пенсияһын арттырыуҙы һорап, власть органдарына хаттар яҙып ҡараһа ла, үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәй. 1904 йылдың 14 декабрендә, ниһайәт, батша ғали йәнәптәренең үҙенә хат менән мөрәжәғәт итә. Унда ошондай юлдар бар: «Отставкаға сыҡҡандан бирле мин йәшәү сығанағын үҙемдең тәржемәләремде, проза һәм шиғри әҫәрҙәремде баҫтырыу юлы менән табам. А. С. Пушкин әйткәнсә, мин ҡышын утынһыҙ, йәйен еңел арбаһыҙ шағир булып йәшәйем». Әммә бынан һуң да әҙиптең матди хәле һис бер үҙгәрешһеҙ ҡала.

Талантлы ғалим-энциклопедист, мәғрифәтсе шағир, публицист һәм тәржемәсе Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 65 йәшендә вафат була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә — хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың фəнни хеҙмəттəре, шиғриəте һəм публицистикаһы эҙмə‑эҙлекле һəм системалы идеологик күренеш булараҡ, башҡорт мəғрифəтселегенең формалашыуында ҙур роль уйнай. Ул заманына ҡарай халыҡҡа аңлайышлы телдә яҙырға, мөмкин тиклем башҡортлаштырырға тырышҡан. Ризаитдин Фәхретдинов буйынса Өмөтбаев «үҙенең яҙыуын башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ тип хис иткән», әҫәрҙәрен матбуғатҡа биргәндә төҙәтмәләр индереүҙе «татарлаштырыу һәм башҡортлоҡҡа енәйәт ҡылыу» тип һанаған.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев рус һəм көнсығыш телдəренəн төрки теленə популяр брошюралар, төрлө фəнни мəҡəлəлəр, көнсығыш əҙəбиəте өлгөлəрен, А. С. Пушкиндың «Бəхетһеҙ ғашиҡ», «Шатлыҡ хыялы», «Делибаш», «Баҡсаһарай фонтаны» (бөтəһе лə — 1901) əҫəрҙəрен һәм рус теленə башҡорт, татар, ғəрəп, төрки фольклоры өлгөлəрен, үҙенең фəнни хеҙмəттəрен, шиғырҙарын һəм публицистик əҫəрҙəрен тəржемə иткəн. Башҡорт һəм татар теленең халыҡ һөйлəше материалдарын ҡулланып, «Татар нəхүсенең мохтасары» («Ҡыҫҡаса татар грамматикаһы»; 1901) китабын яҙған. Матур әҙәбиәттән яhаған тәржемәләрен башлыса шиғриәт тәржемәhе тәшкил итә, проза тәржемәhенең берҙән-бер өлгөhө — «Мең дә бер кисә»ләге бер әкиәттән 1873 йылда яhаған тәржемәhендә бирә. Аҙаҡ был әкиәт «Торба, балаҫ hәм алма хикәйәте» тигән исем аҫтында «Йәдкәр» китабында баҫтырып сығара.

Беренселəрҙəн булып башҡорт теленең лингвистик терминологияһын яһай. «Фарсы‑рус һүҙлеге» (1882), «Фарсы-татар-рус һүҙлеге» (1886) һәм башҡа һүҙлектəрҙе төҙөй. «Башҡорттар» (1876, 1979 йылдарҙа нәшер ителә), «Өфө тарихына ҡағылышлы материалдар» (1886, баҫылмаған) хеҙмəттəрендə фольклор буйынса ҡайһы бер күҙəтеүҙəр яҙылған. Тағы ла «Иҙеүкəй менəн Мораҙым» эпосынан өҙөк, башҡорт мəҡəлдəрен, əйтемдəрен һəм йомаҡтарын яҙып ала һəм нәшер итә.

Башҡортостан һəм башҡорт халҡының боронғо замандарҙан алып XIX быуат аҙағына тиклемге осорҙоң тарихын өйрəнеүгə ҙур өлөш индерə. «Башҡорт халҡының аҡ һəм ҡара көндəре», «Кесе Табын халҡының насəбнамəһе» (икеһе лə — 1897), «1755 йылғы башҡорттар ихтилалы хаҡында» (1903, 1984 йылда баҫыла), «Башҡорт ҡорото» (1880, баҫылмаған) һәм башҡа тарихи‑этнографик очерктарында этногенез, этнонимимия, урынлашыу территорияһы, башҡорттарҙың ырыу-ҡəбилə ҡоролошо, хужалыҡтар, социаль‑иҡтисади мөнəсəбəттəр һәм башҡа мəсьəлəлəр яҡтыртылған.

Əҫəрҙəре Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғилми архивында, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала һаҡлана.




#Article 308: Ирәндек (221 words)


Ирәндек () — көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Тау арҡаһы Башҡортостандан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Ирәндек тауы порфирит, диабаз, эзбизташ кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала. Ирәндек — Урал тауҙарының матур урыны. Бында боронғо ҡаласыҡтар, оҫтаханалар һәм ташланған ауылдар урыны табыла. Көнсығыш битендә Ибраһим шарлауығы урынлашҡан.

Ирәндектең Учалы районында урынлашҡан төньяҡ өлөшө Бәләкәй (Кесе) Ирәндек тип атала. Иң бейек түбәләре — Тораташ (921 м) һәм Кәзәташ, Ҡарт-Муйнаҡ ауылы янында урынлашҡан. Иң төньяҡ нөктәhендә,  ҡасабаhы янындағы Бөркөт-тау түбәhе аша Ирәндек Күмәс тау арҡаһына тоташа.

Исеменең килеп сығышы менән бәйле башҡорт риүәйәте бар. Алданған Оморҙаҡ тауҙан төшөп, үҙәнгә еткәс:

Тау арҡаһы буйында матур йылға һәм күлдәр урынлашҡан. Көнбайыш битендә — Граф күле һәм Талҡаҫ куле. Тау түбәһенән Таналыҡ һәм Төйәләҫ йылғалары ағып төшә.

Учалы районында Ирәндек буйынан Уй йылғаһы ағып төшә, Ҡарағайкүл () урынлашҡан.

Һай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам, 
Уң ҡулында көмөш йөҙөк, 
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек, 
Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө, 
Һай!.. Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө. 
 
Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан, 
Уң ҡулында көмөш йөҙөк, 
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек, 
Байрам булып китер бер көндө, 
Һай!.. Байрам булып китер бер көндө. 
 
Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем, 
Уң ҡулында көмөш йөҙөк, 
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек, 
Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти, 
Һай!.. Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти. 




#Article 309: Бүләков Флорид Миңнулла улы (235 words)


Бүләков Флорид Миңнулла улы (23 февраль 1948 йыл — 18 ғинуар 2015 йыл) — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Флорид Миңнулла улы Бүләков 1948 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969—1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайында «Эрвел» бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург «Дружба» Мишкә район гәзитендә һәм «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә эшләй.

Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, хатта алыҫ сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы көндәргә тиклем ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, дуҫтары һәм китап уҡыусылар менән аралашты. 16 ғинуарҙа ул үҙенең битендә былай тип яҙҙы: «Был „һикереүҙәр“ (һауа торошоноң) миңә насар тәьҫир итә. Мәйет кеүек ятам. Тереләй күмелермен тип ҡурҡҡан Гоголде иҫкә төшөрәм. Хоҙай һаҡлаһын!». Ике көндән иртәнге сәғәт 11-ҙә күренекле яҙыусыға һәм драматургҡа инфаркт булды.

Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Драматург бер-нисә тиҫтәнән ашыу пьеса ижад итә, улар араһында тәүге драма әҫәре «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», «Ҡанатланып ос, һин Толпарым!», «Талаҡ-талаҡ», «Әбеҙәргә ни етмәй?», «Бибинур, ах, Бибинур!», «Шайморатов-генерал», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..», «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», «Таштуғай», «Камикадзе», «Онотолған доға», «Мөхәббәт ҡарағы» һәм башҡалар бар.




#Article 310: Төркиә (401 words)


Төркиә (, рәсми исеме Төркиә Йөмһүриәте ) — Евразия материгында, атап әйткәндә: Көнсығыш Азияла һәм Көньяҡ-Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт.

Төньяҡ-көнбайышта Болгария, көнбайышта Греция, төньяҡ-көнбайышта Грузия, көнсығышта Әрмәнстан, Иран, Әзербайжандағы Нахичеван Автономиялы Республикаһы, төньяҡ-көнсығышта Ираҡ һәм Сүриә менән сиктәш.

Төркиә — боронғо һәм мәҙәниәтле демократик, унитар, конституцион дәүләт. НАТО, OECD, ОБСЕ кеүек донъя ойошмалары ағзаһы булып тора.

Төркиә исемен (Türkiye) төрөк телендә ике өлөшкә бүлеп була: Türk, йәғни «төрөк», боронғо төрки телдә «көслө» тигәнде аңлата, һәм -iye, ғәрәп суффиксы.

XVI һәм XVII быуаттарҙа Ғосман империяһы 3 ҡитғала урынлашҡан иң ҡеүәтле мәмләкәт булып торған. Империяның сәскә атҡан ваҡыты Сөләймән I идараһы ваҡытына тура килә. Империя оҙаҡ йылдар Изге Рим империяһы һәм Польша менән Үҙәк Европаны яулап алыу өсөн көрәшә. 242 йыл дауамында Ғосман империяһы Рәсәй менән һуғыша, шул һуғыш уны ныҡ көсһөҙләндерә. 20-се быуат башында Ғосман империяһының ҡайһы бер өлөштәрендә сепаратистик ҡараштар көсәйә. Империя үҙ территорияларын юғалта башлай.

Германияның ярҙамын алыу өмөтө менән Ғосман империяһы Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Ошо уҡ осорға бик бәхәсле булған әрмәндәр геноциды туры килә. Һөҙөмтәлә, Ғосман империяһы һуғышта еңелә һәм дәүләт булараҡ юҡҡа сыға.

Беренсе донъя һуғышынан һуң ҡул ҡуйылған килешеүҙәр буйынса, империя бер нисә өлөшкә бүленергә тейеш була. Греция ғәскәрҙәре Төркиә биләмәләренә инә. Әлбиттә, был хәлдәр Истанбул, Измир һәм башҡа биләмәләрҙең баҫып алыныуы төрөктәрҙе тыныс ҡалдыра алмай. Мостафа Кәмал Ататөрк етәкселегендә милли хәрәкәт көстәре бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшкә күтәрелә. 1922 йылдың 18 сентябрендә дәүләт тулыһынса баҫҡынсыларҙан азат ителә. 1923 йылдың 24 июлендә Төркиәнең сиктәрен һәм үҙаллылығын донъя илдәре таный, 1923 йылдың 29 октябрендә баш ҡалаһы Анҡарала булған яңы Төркиә Йөмһүриәте иғлан ителә. Уның беренсе президенты Мостафа Кәмал Ататөрк була.

  Төркиә Президенттары 
  

  

Был хәлдән һуң Рәсәй менән Төркиә араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр насарайҙы. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Федерацияһы төрөк граждандары өсөн визаһыҙ инеү мөмкинлеген туҡтатты.

Төркиә — парламентлы демократик йөмһүриәт. 1923 йылдан башлап Төркиәлә секуляризация (дәүләтте диндән айырыу) процессы барҙы. Төркиә конституцияһы илде үҙәкләштерелгән унитар дәүләт булып билдәләй. Дәүләттең төп идеологик доктринаһы — ататөрксөлөк.

Төркиә Конституцияһына ярашлы, дәүләт власы закондар сығарыу, башҡарма һәм суд йүнәлештәренә бүленә.

Төркиә бөйөк милли мәжлесе ( — TBMM) — Төркиә Йөмһүриәтенең юғары бер палаталы закондар сығарыу органы (парламент). 1920 йылдың 23 апрелендә, Икенсе төрөк-грек һуғышы барышында, Анҡарала төҙөлдө. Төркиә Йөмһүриәтенең Мәжлесе 1920 йылда Төркиә Конституцияһын ҡабул итеү өсөн төҙөлә. Һуңғы Һайлауҙар 2015 йылдың июнендә үтә. 85 һайлау округта партия исемлектәре буйынса 550 депутат һайлана.

Истанбулда — өс һайлау округы, Анҡарала һәм Измирҙа — икешәр.

Парламентта тик 10 % тауыш алған партиялар күрһәтелгән.

Спикер — Джемиль Чичек, 2011 йылдан.

  Состав. 2011 йылдың 12 июнендәге һайлауҙар. 
  




#Article 311: Түбәнге Саксония (148 words)


Түбәнге Саксония ( — Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ диңгеҙ менән йыуыла.

Штат 1946 йылда Пруссияның Һанновер провинцияһына, Ольденбург, Брауншвейг, Шаумбург-Липпе кеүек, немец ерҙәре ҡушылғас барлыҡҡа килә.

Түбәнге Саксония ҙурлығы буйынса Бавариянан ҡалышып Германияла икенсе урында тора. Төньяғы Төньяҡ диңгеҙе менән сиктәш, көньяҡ-көнсығышы Гарц тауҙары менән сикләнгән. Түбәнге Саксонияның ҙур өлөшө тигеҙлектә урынлашҡан. Түбәнге Саксонияның Люнебург далаһы () тигән билдәле өлөшө Һарц тауҙары һәм Төньяҡ диңгеҙе араһында урынлашҡан.

Балсыҡлы-ҡомло ер булғанлыҡтан ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Бөртөклө культураларҙан башҡа рапс (әүернә сәскәһе), шәкәр сөгөлдөрө, салат, кәбеҫтә, кишер, спаржа (себен ҡыуағы үләне) һәм йәшел кәбеҫтәҫтә үҫтерелә. Түбәнге Саксонияның төньяғында, игенселек һәммалсылыҡтан башҡа емеш үҫтереү ҙур роль уйнай.

Түбәнге Саксонияның иҡдисады ауыл хужалығына бәйле, шулайҙа автомобильдәр төҙөү үҫешкән, мәҫәлән Фольксваген (VW) Вольфсбург ҡалаһында.

Түбәнге Саксонияның иң әһәмиәтле фән учереждениелары Гёттинген ҡалаһында Георг-Август ис. Гёттинген университеты, Брауншвейг техник университеты (), (), Һанновер ветеринария институты () һ.б.




#Article 312: Төйәләҫ (йылға) (384 words)


Төйәләҫ () — Көньяҡ-көнсығыш Уралдағы йылға, Урал йылғаһының уң ҡушылдығы. Башҡортостандың Баймаҡ районы, артабан Силәбе өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығышҡа (Туғажман тауынан  — көньяҡҡараҡ) табан аға. Кесе Төйәләҫ йылғаһы менән ҡушылып, кинәт кенә көньяҡҡа борола һәм Калининское ауылынан һуң Уралға ҡушылғанға тиклем көньяҡ йүнәлешен алып, дуға эшләй һәм Башҡортостан сиктәренән сығып, Ҡыҙыл ауылынан 10 км аҫтараҡ Яйыҡ йылғаһына һыуҙарын ҡоя. Башҡортостанда оҙонлоғо яҡынса 64 км, дөйөм оҙонлоғо 81 км.

Төйәләҫ Көньяҡ Уралдағы Ирәндек һыртының көнсығыш битләүҙерендә (Башҡортостандың Баймаҡ районы) баш ала һәм Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районында Урал йылғаһына (тамағынан 2002 км алыҫлыҡта.) һыуҙарын ҡоя. Төйәләҫ йылғаһы буйлап Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе тоташҡан урында Рәсәй Федерацияһының Урал һәм Волга буйы федераль округтары сик буйы үтә.
Сибай ҡалаһынан 15 километр алыҫлыҡта Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында киң билдәле тәбиғәт ҡомартҡыһы — өс баҫҡыслы шарлауыҡ урынлашҡан — Ғәҙелша (Төйәләҫ, Ибраһим) шарлауығы, уның бейеклеге 15 метрҙан ашыу. Төйәләҫ йылғаһының ҡушылдыҡтары — Шалтран, Япраҡлы, Ҡарағайлы, Ҡамышлы Үҙәк һәм башҡа миҙгел йылғалары. Төйәләҫ йылғаһында өс быуа эшләнгән: Төркмән, Төйәләҫ һәм Сибай.

Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,9 м³/с. Ландшафы үрге ағымда аҡһыл һоро тау‑урман тупрағындағы ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан, ҡара болон тупрағындағы — болонло далаларҙан, түбәнге ағымда ябай ҡара тупраҡтағы ҡылған‑төрлө үләнле далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора.
 
Тыуған яҡтың тәбиғәт ҡомартҡыларын, халыҡ ижадының ынйыларын йәш сағынан өйрәнгән, йыйған һәм халыҡҡа еткергән данлыҡлы ҡурайсы, ошо ерҙәрҙә тыуып үҫкән Ғата Сөләймәнов яҙмаларынан бер өҙөк:
Тау итәктәренән урғылып шишмәләр аға. Шишмәнең бер тармағы Баймаҡ районы Иҫәнбәт, ике Басай, 1-се Төрөкмән ауылдары янынан үтеп, Мостай, Атнағол, 2-се Төрөкмән ауылдарын һыуландыра, өсөнсө тармағы Ғәҙелша, Абҙаҡ, Әхмәр ауылдарын үтеп, Туғажман тауы янында төйөн яһаған һымаҡ, бергә ҡушылып, төшлөккә табан китә. Шуға күрә лә боронғолар йылғаны Төйәләҫ тип атағандар. Йылғаны Аһылай, Туғажман, Йәннәт һәм Ялан тауҙары ҡурсылап уратҡандар. Шул ерҙәргә, бында йәшәгән кешеләргә арналған да инде «Төйәләҫ» йыры.

Төйәләҫ (Дружба ҡасабаһы) ауылы эргәһендә быуа урынлашҡан.

XX быуат аҙағында — XXI быуат башында йырҙарҙа данланған Төйәләҫ йылғаһы һыуы сәнәғәт предприеларынан ағып төшөп йыйылған һыу менән бысратыуға дусар була һәм бөгөнгө көндә (бигерәк тә Силәбе өлкәһендә) уның һыуы «ифрат бысраҡ» тип баһалана.

Бассейн майҙаны — 1060 км².
Бассейны 80 %‑ын урман ҡаплаған, 1 %‑ы һаҙланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарағайлы; һул — Туғажман

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө).

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәре буйынса:




#Article 313: Бранденбург (111 words)


Бра́нденбург (, , ) — Германия федераль штаты. Башҡалаһы — Потсдам.

Бранденбург көнбайыштан Саксония-Анһальт, төньяҡтан Мекленбург — Алғы Померания штаты, көнсығыштан Польша, көньяҡтан Саксония штаты менән сиктәш. Ерҙәрҙең 30% урман биләй.

Бранденбург ере ҡарағай урманы, күлдәр, һаҙлыҡлы урындарға бай. Ярлы, ҡомло тупраҡлы Бранденбург ерендә картуф һәм арыш уҫтерелә. Уңдырышлы тупраҡлы Уккермарк һәм Одербрухс ерендә бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө һәм тәмәке үҫтерелә. Берлин тирәләй һәм Шпреевальд урманында еләк-емеш үҫтереү һәм малсылыҡ үҫеш алған.

Түбәнге Лужицала һоро күмер руднигы (Зенфтенберг янында) һәм текстиль фабрикаһы (Губен, Форст, Котбус) урынлашҡан. Аграр сектор иҡтисадтың төп өлөшөн алып тора. Урман күп булғанлыҡтан урман хужалығы иҡтисадта ҙур өлөш алып тора. Машиналар төҙөү, электороника, оптика, аҙыҡ һәм химия сәнәғәте үҫешкән.




#Article 314: Науруз (367 words)


Науруз (Нәүрүз; фарс. яңы көн) — Урта Азияла, Иранда, Афғанстанда һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә бик борондан килгән Яңы йылды ҡаршылау байрамы. Байрам 21—22 мартҡа — көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә. Науруз — ислам диненә ҡағылмаған йола.

Башҡортостанда ла Науруз билдәләнә. Яңы йылды март айында башлап ебәреүҙең башҡорттар йәшәгән Урта Волга буйында булғанлығы мәғлүм. Ул осорҙа Науруз көндәрендә (ул берәр аҙнаға — 10 көнгә һуҙылған) йорттан-йортҡа инеп «нәүрүҙ әйтеп» йөрөү ғәҙәте булған, быны уҡыусы балалар — шәкерттәр башҡарған. Науруз таҡмағын уҡып, йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыштар теләп йөрөгәндәр.

Науруз — иран календарының беренсе көнө, яҙ башы, Фарвардин айының Ормазд көнөнә тап килә (фарс. فروردین‎) (яҡынса 21 март), көн менән төндөң тигеҙлеге; үҫеү һәм һәм сәскә атыу миҙгеле асыла.

Иранда байрам итеү ғәҙәттә 13 көнгә һуҙыла, уларҙың 5 көнө Наурузды ҡаршылауға һәм туған-дуҫтарҙы ҡотлауға китә. Туғыҙынсы көн — Шахръяран-Науруз (шаһ Наурузы), ун өсөнсө көн Сездах-бедар (фарс. سیزده به در‎) («Ун өсө өйҙән ситтә») тип билдәле.

Наурузды байрам итеү борондан килә. «Шаһнамә» (фарс. شاهنامه‎) поэмаһында Науруз байрамын ҡаршылауҙан Джамшид Шаһтың (фарс. جمشید‎) батшалыҡ итеү осоро башлана (ошонан заратуштрсылар араһында байрамды «Джамшиди Науруз» тип атау һәм был байрамда Шаһтарҙы тәхеткә ултыртыу йолаһы килә).

Әзербайжанда был көндө «тонгал» тип аталған усаҡ яғып, уның аша ете тапҡыр һикереү йолаһы бар.

Британ ғалимы М. Бойс әйтеүенсә, зороастрҙарҙа был байрам утҡа бағышлана, утты боронғо зороастрҙар тормош сығанағы, тип һанаған һәм табынған. ].

Хәҙерге ваҡытта был байрамдың зороастрҙар ҡулланған башҡа атрибуттары ла һаҡланған: көпшәгә иген йәки арпа тултырып, өҫтөнә һыу ҡоялар. Аҙаҡ ул үҫкәс, өй түренә ултырталар]. Хәҙерге заманда Әзербайжанда, Иранда һәм Урта Азияла шулай уҡ эшләйҙәр]. Байрам табынына яңы тормош символы булған йомортҡа һәм тәмлекәстәр ҡуйылған. Бөгөн дә өҫтәл табыны шулай уҡ].

Науруз байрамы исламға тиклемге дәүерҙән килә, уның философияһы һәм ғәҙәттәре ислам диненә ҡарамай. Тарихи тамырҙары һәм тәбиғи эстәлеге ислам диненең бер Аллаға табыныу тәғлимәтенә ҡаршы килә.

Ғәҙәт буйынса, Науруз алдынан кешеләр өйҙө, урамды йыйыштырып, бурыстарын түләп бөтөргә тейешле.

Хафт син (фарс. هفت سین‎) һәм хафт шин исемлектәре төҙөлә. Хафт син С хәрефенә (S йәки Sîn () фарсы алфавитында) башланған ете өлөштән тора. Хафт шин шулай уҡ ете элементтан тора, һүҙҙәр фарсы алфавитындағы Ш хәрефенән башлана.

Байрам табынына иген, арпа, тары, кукуруз, ноҡот, борсаҡ, яҫмыҡ, дөгө, һ.б. ярманан йәймә әҙерләгәндәр. Иң билдәлеһе булып иген үҫентеләренән сумәләк тора.




#Article 315: Ҡаһирә (395 words)


Ҡаһирә (, «Еңелмәҫ») — Мысырҙың баш ҡалаһы, Африкалағы һәм ғәрәп илдәрендәге иң ҙур ҡала. Халыҡ һаны: ҡалала 8 026 454, агломерацияhында 17 856 000 кеше йәшәй (2009 йыл).

Ҡаһирә Мысырҙың төньяҡ өлөшөндә Нил йылғаһының сүлдәге үҙәндән килеп сығып, тармаҡланған урындың төньяғындағы ике ярында тора.  Көньяҡ-көнбайышта, Ҡаһирә Гиза менән ҡушыла.

Иҫке Ҡаһирә йылғаһының көнсығыш ярында урынлашҡан. Был яғы уның бик күп төрлө:  быуаттар дауамында тырым-тыраҡай төҙөлөп барған, урамдары тар һәм бхалыҡ тығыҙ ултырған. Хәҙерге Ҡаһирәнең көнбайыш өлөшөндә башлыса хөкүмәт биналары, заманса архитектура ҡоролмалары булһа,  көнсығыш өлөшөндә иһә йөҙҙәрсә иҫке мәсеттәр, шулай уҡ төп ориентир булып торған боронғо башня урынлашҡан.

Ҡала көнбайышҡа табан Нил йылғаһы буйындағы ауыл хужалығы ерҙәрен биләп, үҫә бара. XIX быуат уртаһында уҡ Мысыр хакимы Исмәғил Паша көнбайыш райондарҙа Париж өлгөһө буйынса төҙөлөштәр  ойошторған булған. Бында киң бульварҙар һәм сағыштырмаса ҙур булмаған бер нисә парк бар.

Ҡаһирә эсендә  Нил уртаһында Рода утрауы ята, унда илдең боронғо иҫке мосолман биналары, Маниал һарайы, Нил үлсәүе, Ҡаһирә университетының госпитале һәм Ғәзирә (Зәмәлек) тымыҡ йәшел утрауы  урынлашҡан. Бында бай шәхси виллалар, күп илселектәр һәм сит ил компанияларының вәкиллектәре,  хәҙерге заман ҡаралтылары һәм бер нисә биш йондоҙло ҡунаҡхана бар.

Ҡаһирә ҡалаһы барлыҡҡа килгәнсе үк, уның бөгөнгө биләмәһендә һәм яҡын тирә яғында ерҙә, кешеләр бик борын замандан бирле йәшәй. Боронғо Мысыр заманында йыраҡ түгел ерҙә Мемфис ҡалаһы булған. Рим империяһы тарафынан баҫып алынғас, ул әһәмиәтен юғалта, был ерҙә римлылар Вавилон ҡәлғәһен төҙөй.

Ҡаһирә экваторҙан яҡынса 30 градус төньяҡҡараҡ киңлектә  һәм субтропик бһыҙаттың көньяҡ сигендә урынлашҡан. Ҡыш ҡалала йылы , йәй — эҫе, йыш ҡына температура 40 градустан ашып китә. Ҡыш көндәре көндөҙ, ғәҙәттә, температура 20 градустан арта, төндә 10 градусҡа тиклем һыуыта, айырым төндәрҙә — 5-кә тиклем түбәнәйә, тупраҡҡа һирәкләп ҡырау  төшә.

Ҡала Сахара сүле янында урынлашҡанлыҡтан, яуым-төшөм бик һирәк  (ҡоро климат), әммә әгәр яуһа, ҡайһы берҙә хатта һыу баҫыуға килтерә. Йыл эсендә 24 миллиметр яуым-төшөм була, был Ҡаһирәне донъялағы ҙур ҡалаларҙың иң  ҡороларының береһе  итә.

Һуңғы тиҫтә йылдар дауамында Ҡаһирәлә халыҡ һаны тиҙ үҫә. Хәҙер 1960-сы йылдарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кеше йәшәй. Тыуым кимәле юғары,  ауыл халҡы күпләп ҡушыла. Шуның өсөн уның эргәһендәге йәнә бер нисә юлдаш ҡала халҡы йылдам үҫеп сыҡты.

Ҡала үҙәгендә тығыҙ булыу арҡаһында кеше Ҡаһирәнең ситендәге биҫтәләрҙә  йәшәүҙе хуп күрә. 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡаланың үҙендә йәшәүселәр - 8 026 454, ә агломерацияһында 17 856 000 кеше тәшкил иткән.

Түбәндәге таблицала билдәле бер йылда йәшәгән халыҡ һаны күрһәтелгән.  Ҡаһирә  халҡы ғына иҫәпкә алынған, агломерация инмәгән.




#Article 316: Иҫке Сибай (766 words)


Иҫке Сибай () — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Сибай ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 2746 кеше булған. Почта индексы — 453642, ОКАТО коды — 80206843001.

Иҫке Сибайға XVIII быуаттың беренсе сирегендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районындағы Биктимер (Санъяп) ауылынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған. Ауылға атама тәүге күсенеүсе Сибай Тәнекәев исеменән бирелгән.

Беренсе исеме — Атайсал. 1798 йылдан — Сибай, 1850 йылдан — Иҫке Сибай.

Батыршаның яҙыуынса, 1755 йылда Атайсал исемле тау һәм ауыл булған. Был атамалар 1727 йылдан билдәле булған. ХVIII быуаттың аҙағынан ауыл Сибай исемен йөрөтә. 1834 һәм 1859 йылдарҙағы ревизиялар буйынса Атайсалдың нәҫел исемдәре күрһәтелгән: Сибай, Айсыуаҡ, Биктимер, Бакдәүләт, шулай уҡ Сибайҙың ете улының исемдәре. Бакдәүләт Ырыҫаҡов — 1745 йылғы, Биктимер Мотаев-1756 йылғы, Айсыуаҡ Мотаев — 1750 йылғы. Сибайҙың улдары: Итбай — 1775 йылғы (уның улы Баймырҙа), Ҡотлогилде — 1776 йылғы (уның улдары Урыҫтан, Иҙрис, Әбделфатих), Тоҡман — 1778 йылғы (уның улдары Батырша, Солтанмәхмүт, Солтанғәли, Нәҙерша, Дәүләтша, Булат), Амангилде — 1785 йылғы, Иҫәнгилде — 1786 йылғы (уның улдары — Арыҫланғәли, Карейғәли, Мөхәмәтғәли), Дәүләтҡол — 1787 йылғы (уның улдары Солтангәрәй, Шәһит, Йыһангир), Утарбай — 1791 йылғы (уның улдары Вәлит, Шәһиәхмәт, Ҡотлоәхмәт, Шәрәфетдин, Шәһәрғәзи. Балаларҙың йәше Сибайҙың ХVIII быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән дәлилләй. Ырыҫтандың алты балаһы була: Мортаза-1832 йылғы, Ильяс — 1839 йылғы (уның улы — Рустанов Мөхәмәтғәли Ильяс улы (1889—1943), Күсәрхан — 1842 йылғы, Мөхәмәтдин — 1846 йылғы, игеҙәктәр — Бүләрхан һәм Вилдан 1848 йылғылар.

ХIХ быуаттың беренсе яртыһында хәрби-феодал иҙеүҙең көсәйеүе халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Быны Сибай ауылынан бер нисә кешенең һөрөлөү факттары һөйләй. Мәҫәлән, Иҫәнгилде һәм Утарбай Сибаевтар 1832 йылда Себергә һөрөләләр. Быға тиклем Иҫәнгилденең улы Кәрейғәли «хаталары өсөн» мәңгелеккә һалдатҡа бирелә. Пермь өйәҙенә Дәүләтҡол Сибаевты бер йылға оҙаталар, Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәренә — Алтынһыу Теүәлбаевты, Рахманғол Әбделмәмбәтовты һәм Ноғоман Ишьяровты оҙаталар.

Иҫке Сибай ауылында бик күп күренекле кешеләр йәшәгән. Шулар араһында тархан нәҫеленән булған Ибраһим Айсыуаҡов (1776 йылғы). Яҫауыл, с 1807 йылдан — йорт старшинаһы. Ул — 14-се класлы чиновник. Уның атаһы — мулла Айсыуаҡ Мотаев — 1750—1819 йылдарҙа йәшәгән. Ҡартатаһы Мотай Айытҡолов Бөрйән улусының старшинаһы булып хеҙмәт итә. Башҡа уландары — Байгилде, Байдәүләт, Биктимер — улус старшинаһы, пугачевсы. Биктимерҙың улдары — Аҡҡол, Ғәли, Хәсән, Байегет. Ибраһим Айсыуаҡовтың балалары — Мирхәйҙәр (1805 йылғы), уның улы Шаһимәрҙән, икенсе улы — Моратҡол (1809 йылғы), Миртимер (1819 йылғы), Ҡотлоәхмәт (1820 йылғы). Аҡҡол Биктимеровтың улы Абдрахман 1820—1826 йылдарҙа кантон начальнигы була, вафат булыуының сәбәптәре асыҡланмаған. Абдрахман ғәҙел етәксе булмаған, тигән фараз бар. 1855 йылда кантондарҙың һаны Башҡорт ғәскәрҙәренә типтәрҙәрҙе ҡушыу арҡаһында арта. Верхнеурал өйәҙендәге кантон өс кантонға бүленә. 6-сы кантон менән Шаһиәхмәт Сибаев (Сибайҙың ейәне) етәкселек итә. Уның штаб-фатиры хәҙерге Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында урынлаша. Ш. Сибаев 1827 йылда тыуған, хеҙмәтен писарь булып эшләй, артабан йорт старшинаһы була, Арал нығытмаһында һәм Форт Петровскийҙа урәдник булып хеҙмәт итә, һуңынан — зауряд-хорунжий. Ике тапҡыр өйләнгән була. Беренсе ҡатыны Ғәмбәрә (зауряд-яҫауыл Үлмәҫбай Юлдыбаевтың ҡыҙы). Икенсе ҡатыны — Фатима (кантон начальнигы Ҡотлоәхмәт Биксуриндың ҡыҙы). Ш. Сибаевтың балалары — улы Шәһәрғәзи һәм ҡыҙы Ғайникамал.

XVIII быуат аҙағында ауылда 30 йортта 180 кеше йәшәй. 8-се ревизия буйынса — 557, 10-сы ревизия буйынса — 758 кеше йәшәгән. Где-то между 1844—1849 йылдар арауығында Ҡамышлы Үҙәк йылғаһында Яңы Сибай ауылы барлыҡҡа килә. 1850 йылда унда 12 кеше йәшәй, 1859 йылда — 15 йортта 88 кеше: Сибаевтар (2 ғаилә), Биктимеровтар (7 ғаилә), ҡалғандары — Килмәковтар, Һарыбатыровтар, Әҙелгәрәевтәр. Иҫке Сибайҙа 1885 йылда 160 йортта 880 кеше йәшәгән. 1920 йылда — 139 йортта 1153 кеше күрһәтелгән. Яңы Сибайҙа — 20 йортта 102 кеше. Яңы ауыл эргәһендә, иҫкеһенән 5 км алыҫлыҡта, Яңы Сибай утары күрһәтелгән, унда 37 йортта 237 кеше йәшәгән.

Төп ауылда (Иҫке Сибайҙа) 1834 йылда кантон фельдшеры Mөхәмәтғәли Иҫәнгилдин (Сибаевтар нәҫеленән).

Иҫке Сибай ауылы менән декабрист-шағир Пётр Михайлович Кудряшёвтың (1797—1827) исеме бәйле. Ул башҡорт телен белгән, башҡорт халыҡ ижады һәм тарихы менән ҡыҙыҡһынған. Йыш ҡына Сибай ауылына килер булған, шәхсән кантон Абдрахман Биктемиров менән яҡын аралашҡан, үҙенең тәьҫорттары менән «Отечественные записки» журналы мөхәррире П. П. Свиньин менән бүлешкән. Урындағы мәғлүмәттәргә, риүәйәттәргә таянып, «Абдрахман», «Әбдрәш», «Исхаҡ» повестарын яҙған, «Прощание башкирца с милой», «Песнь башкирца перед сражением», «Песнь башкирца после сражения» һәм башҡа шиғырҙары 6-сы кантонда яҙылған булһа кәрәк. «Абдрахман» повесы ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгә әҫәр, төп геройҙары — Абдрахман, Айсыуаҡ ҡарт, Килмәк батыр. Ысынлап та Иҫке Сибайҙа кантон начальнигы Абдрахман Аҡҡолов, Айсыуаҡ Мотаев (1750—1819), Килмәк Сөләймәнов (уның улдары — Күсәбай, Күлибай, Байрамғол, Абдуллатиф) йәшәндәр..

Ауылда мәсет булған. 1900 йылда һыу тирмәне теркәлгән.

Ауыл халҡы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән.

Ауылда урта мәктәп, китапхана, ауыл мәҙәниәт йорто, хәстәхана, аптека, мәсет, күп һанлы магазиндар бар.

Ауылда бер нисә һәйкәл бар: В. И. Ленин һәйкәле, Салауат Юлаев һәйкәле, Шаһиәхмәт Сибаев бюсы, 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск. Сибай биләнендә сәсән Шаһиәхмәт Сибаев тыуыуына 195 йыл тулыу хөрмәтенә «Сибай» йырына һәм уның авторына арнап монумент ҡуйылды.

Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Ирәндек һыртында, Ҡарағайлы йылғаһы буйлап урынлашҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Биктимеровтар , Сибай (йыр), Сибаев Шаһиәхмәт Утарбай улы, Абдрахман (йыр).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)




#Article 317: Мордва Республикаһы (165 words)


Мордо́вия, Мордва Республикаһы (моҡш., әрҙ. Мордовия Республикась) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика.

Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан, Волга буйы федераль округына ҡарай. РСФСР составындағы автономиялы өлкә булараҡ 1930 йылдың 10 ғинуарында ойошторолған. Баш ҡалаһы — Саранск.

Юғары вазифалы кешеһе — республика башлығы.

Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Уның көнбайыш өлөшө Ока-Дон тигеҙлегендә, үҙәк һәм көнсығыш өлөшө Волга буйы ҡалҡыулығында урынлашҡан. Түбәнге Новгород, Ульяновск, Пенза, Рязань өлкәләре һәм Сыуашстан менән сиктәш.

Республиканың майҙаны — 26,1 мең км², иң бейек нөктәһе — 324 м.

Мордовияла 114 йылға бар. Иң ҙурҙары: Исса ҡушылдығы менән Моҡша йылғаһы, Сивинь, Сатис, Вад һәм Алатырь, Инсар, Руднф ҡушылдыҡтары менән Сура йылғаһы.
Мордовияла 500-ләп күл бар. Иң ҙурҙары Инерка, Татарка.

Климаты урта-континенталь, ғинуарҙа уртаса һауа температураһы −11 °C, июльдә +19 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм ≈450-500 мм.

Халыҡ — 834,8 мең кеше, шул иҫәптән 120 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,6 кеше/км². Халыҡтың 58,9 % ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мордвалар — 40, урыҫтар — 53,1. Дәүләт телдәре — мокша, эрзя һәм урыҫ телдәре.

Мордовия Республикаһы составында 7 ҡала һәм 22 муниципаль район иҫәпләнә.

Мордовиянең эре орама пункттар




#Article 318: Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (792 words)


Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (Aftanumьjalь Başqortostan Satsьjal Səvittər JɵmhyrejəteBaşqortostan Avtonomialь Sovet Sotsialistik Respublikahь)  — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге декреты буйынса рәсми документтарҙа Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы булараҡ йөрөтөлә башлай.

, Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1993 йылдың 24 декабрендә республиканың да яңыртылған Төп Законы ғәмәлгә инә.

Башҡорт АССР-ы РСФСР составында беренсе авономиялы совет республикаһы була.

I Бөтә Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт Үҙәк Шураһын һайлай (II Ҡоролтай уны ҡабат һайлай). Үҙәк Шура Ырымбурҙа йыйыла һәм 1918-се йылдың ғинуарында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу Йыйынына (Учредительное собрание) әҙерләнә башлай.
Әммә пландарҙы Октябрь революцияһы боҙа.

Был ҡарар 1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә  Башҡорт Ҡоролтайында раҫлана. «Бәләкәй Башҡортостан» төшөнсәһе 1918 йылдың ғинуарында индерелә — был ваҡытта «Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында ҡанундар» тигән проект әҙерләнә.

Бәләкәй Башҡортостанға түбәндәге төбәктәр индерелә:

Пермь губернаһынан: Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Осинск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ-көнсығыш өлөшө; Шадринск өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө;

Ырымбур губернаһынан: Силәбе өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Троицк өйәҙенең көнбайыш өлөшө; Үрге Урал (Верхнеуральск) өйәҙе, Орск өйәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшө; Ырымбур өйәҙенең төньяҡ өлөшө;

Өфө губернаһынан: Бөрө өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Стәрлетамаҡ өйәҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө;

Һамар губернаһынан: Боғорослан өйәҙенең көнсығыш өлөшө.

Бәләкәй Башҡортостанға ингән дөйөм ер майҙаны — 78 439 км² самаһы, халҡы — 1 219 900 кеше.

Шул уҡ ваҡытта татар милли хәрәкәте лидерҙары Урал-Иҙел Штаты төҙөү буйынса эш алып бара.

Килешеү буйынса Автономлы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә. «Бәләкәй Башҡортостан» тигән төшөнсә бынан һуң да АБСР-ға ҡарата ҡулланыла.

Республиканың составына Ырымбур губернаһынан Ырымбур өйәҙенең 17 улусы, Орск өйәҙенең 28 улусы, Үрге Урал өйәҙенең 12 улусы, Троицк өйәҙенең 6 улусы, Силәбе өйәҙенең 9 улусы, Быҙаулыҡ өйәҙенең 1 улусы. Пермь губернаһынан Шадринск өйәҙенең 8 улусы, Екатеринбург өйәҙенең 4 улусы, Красноуфимск өйәҙенең 6 улусы һәм 5 айырым ауылы. Өфө губернаһынан Златоуст өйәҙенең 14 улусы, Өфө өйәҙенең 4 улусы һәм тағы 2 улусынан айырым башҡорт ауылдары, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 29 улусы индерелә.

Бынан алда Бәләкәй Башҡортостанға индерелгән Затоуст өйәҙенең 7 волосы һәм Златоуст ҡалаһы, Өфө өйәҙенең 6 улусы, Троицк өйәҙенең 4 улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 10 улусы АБСР составына халыҡтан һорашып сыҡҡас ҡына индерелә ала.

Үрҙәге «Килешеү» буйынса, Автономлы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән улусының Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге Баймаҡ районында урынлашҡан).

Совет власынан килешеүгә Совнарком рәйесе В. И. Ленин,  рәйесе вазифаһын башкарыусы М. Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. Башҡорт Хөкүмәте яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М. А. Ҡулаев, Башҡорт шураһы (советы) ағзаһы М. Д. Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя.

Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Граждандар һуғышы киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был документ — ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе. Башҡортостандың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә Рәсәй составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә.

Башҡорт Автономияһы төҙөлөү үҙ-ара килешеү һәм тик шарттар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы «юғарынан» йәғни Совет власы декреты менән бирелә.

Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли-территориаль республика булып ойошторола.

 ғәскәре һөжүм итеп килгәс, республиканың идаралығы (Башревком) Саранск ҡалаһына күсерелә; унда ул 1919-сы йылдың апреленән авгусына тиклем булып, августың 20-һендә Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Стәрлетамаҡ Өфө губернаһында ҡалһа ла, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһына әүерелә. 1920-сы йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһы, ноябрь айында Стәрлетамаҡ өйәҙенең 16 улусы шулай уҡ республикаға тапшырыла.

Уның Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәре Автономиялы Башҡорт  Совет Социалистик Республикаһына ҡушыла. Республика составына шулай уҡ |Силәбе губернаһының Мейәс өйәҙе Турғаяҡ, Сыростан, Мейәс улустары һәм Мейәс ҡалаһы индерелә. Бәләкәй Башҡортостандан Силәбе губернаһына Ялан кантоны тапшырыла. Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе 1920 йылда барлыҡҡа килгән яңы Автономиялы Татар Социалистик Совет Республикаһына тапшырыла.

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының рәсми баш ҡалаһы — Өфө.

Юридик яҡтан Өфө губернаһы административ берәмек булараҡ бөтөрөлә, уның ерҙәре Башҡорт Республикаһына күсә. Өфө губернаһының етәкселәре күпселектә Оло Башҡортостандың идаралығына күсә.

ВКП(б)-ның һәм КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары:

Совет власы осоронда Башҡортостан ҙур үҫеш кисерә, уның сәнәғәт секторына нигеҙ һалына. республиканың күпселек ҡалалары тап ошо осорҙа төҙөлә.

Башҡортостандың Урал аръяғында (Белоретта, Учалыла, Сибайҙа) тау сәнәғәте районы булдырыла. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары мөһим сәнәғәт үҙәктәренә әүерелә.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостанға Рәсәйҙең үҙәгенән һәм көньяғынан йөҙҙән ашыу предприятиелар, тиҫтәләрсә госпиталдәр, ҡайһы бер үҙәк хөкүмәт органдары эвакуациялана; 278 мең ҡасаҡ күсеп килә, шуларҙың 104 меңе — Өфөгә.

Һуғыш ваҡытында бик күп хәрби частар, шул иҫәптән Башҡорт атлы дивизияһы әҙерләнә. «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салават Юлаев» һәм «Уфимец» бронепоездарын эшләп, фронтҡа ебәрәләр.

Башҡортостанда табылған нефть ятҡылыҡтары һуғышта еңеү өсөн ифрат ныҡ булышлыҡ итә.

үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыу уңайынан һәм сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштар өсөн
Башкортостан Орден Октябрской Революции.jpg|1959 йылдың 21 марты — коммунистик төҙөлөштәге уңыштар, республиканың 50 йыллығы уңайынан
Башкортостан Орден Дружбы народов.jpg|1972 йылдың 29 декабре — СССР-ҙың 50 йыллығы айҡанлы һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙағы уңыштар өсөн




#Article 319: Тыва Республикаһы (158 words)


Тыва Республикаһы (Тыва́, Тува́, ) — Рәсәй Федерацияһы составындағы Себер федераль округына ҡараған республика. РСФСР составында 1944 йылдың 11 октябрендә ойошторола.

Себер федераль округына инә, Көнсығыш-Себер иҡтисад районы бер өлөшө булып тора.

РСФСР составына Тыва автономиялы өлкә булараҡ 1944 йылдың 11 октябрендә инә (1961 йылдан — Тыва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы), һуңынан 1991 йылдың 24 майында республика булараҡ үҙгәртелде.

Дəүлəт телҙере — урыҫ теле, тыва теле. Тожу кожуунында тыва теленең тожу диалекты таралған.

Тыва Республикаһы Конституцияға ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Тыва Республикаһы Башлығы — Тыва Республикаһы иң юғары вазифалы кешеһе. Тыва Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе.
Тыва Республикаһы Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Тыва Республикаһы Конституцияғы менән билдәләнгән.

Тыва Республикаһы суд системаһы составында:

Тыва Республикаһы Парламенты — Юғары Хуралы.

Көньяҡтан һәм көнсығыштан Монголия, төньяҡтан Красноярск крайы, төньяҡ-көнбайыштан Хакас Республикаһы, төньяҡ-көнсығыштан Бүрәт Республикаһы һәм Иркутск өлкәһе, көнбайыштан Алтай Республикаһы менән сиктәш.

Халыҡ һаны — 313 940 кеше (2009), халыҡ тығыҙлығы — 1,86 кеше/ км² (2009). Ҡала халҡы 51,22 % (2009) тәшкил итә.




#Article 320: Эстония (157 words)


Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эстонса Eesti, Eesti Vabariik) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Төньяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы - НАТО ағзаһы.

Европаның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Рәсәй, көньяҡта Латвия менән сиктәш. Төньяҡтан Финн ҡултығы, көнбайыштан Балтик диңгеҙе һәм Рига ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Финляндия һәм Швеция менән һыу сиге бар. Диңгеҙ буйы сиге 3 794 км. Эстония составына Балтик диңгеҙе акваторияһындағы, дөйөм майҙаны 4,2 мең км² булған 1 521 утрау инә. Шуларҙың иң ҙурҙары: Сааремаа, Хийумаа,Муху, Вормси, Кихну һәм башҡалар. Утрауҙарҙың майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, унда халыҡтың ни бары 5 проценты ғына йәшәй. Эстония йылғалары ҙур түгел, әммә тулы һыулы. .
Эстонияның майҙаны 45 226 км².

Эстония Республикаһы 15 маакондтан (өйәҙҙән; ) тора, өйәҙ башы старейшина (аҡһаҡал);  тип атала. Өйәҙҙәр ике төрлө муниципалитеттарға бүленә: ҡалалар (linn) һәм ҡасабалар (vald). Тағы бер административ берәмеге — ҡасаба волосы (alevvald). Ҡасаба волосы составына бер генә ҡасаба инә. Эстонияла 6 ҡасаба волосы бар: Аэгвийду, Ярваканди, Кохтла-Нымме, Лавассааре, Тоотси һәм Вяндра.

Хәҙерге Эстонияла 227 муниципалитет бар.




#Article 321: Рок (769 words)


Рок () — заманса музыка стиле. Рок-музыка электр музыка ҡоралдарында (электр гитараларҙа, синтезаторҙа) уйнала. Рок XX быуаттың уртаhында барлыҡҡа килә. Рок һүҙе (инглиз телендә «һелкенеү», «тирбәлеү», «бәүелеү») был осраҡта roll, twist, swing, shake кеүек ритмик хистәргә бәйле музыкаль йүнәлеште аңлата. Электромузыка инструменттарын ҡуллыныу, ижадта үҙ әҫәрҙәреңде ҡуллыныу кеүек билдәләре икенсел булып тора һәм яңылышлыҡҡа килтерә. Роктың ҡайһы бер музыка стилдәре бәхәсле.

Хиппи, панк, металлистың, гот, эмо, индирокер, ска кеүек субкультура күренештәре рок-музыка менән ныҡлы бәйләнгән.

Рок-музыканың йүнәлештәре бик күп: еңел бейеү рон-н-роллынан (рок-н-ролл да рок йүнәлеше), поп-рок, брит-поп, бруталь һәм агрессив жанрҙар - дэт-метал һәм грайндкорға тиклем. Йырҙарҙың еңел һәм ирекле йөкмәткеленән алып, тирән ҡәтғи фәлсәфәи йөкмәткегә тиклем үҙгәрә. Рок музыканы йыш ҡына поп музкаға йәғни попса ҡаршы ҡуялар. 

Электоакустик тауыш ҡулланған музыкаль йүнәлештәр генә конкуренция була ала.
Рок-музыка блюздан башланған. Рок-н-рол һәм рокбилл иң беренсе жанрҙар булып тора. Рок-музыка баштараҡ, фолк, кантри, скиффл, мюзик-холл кеүек фольлор һәм эстрада музыкаһы менән тығыҙ бәйләнештә була. Рок-музыка барлыҡҡа килгәс уны төрлө музыка жанрҙары менән бәйләргә тырышып ҡарайҙар. 60 йылдар аҙағында академик музыка менән ҡушылған симфо-метал, 60 йылдар башында джаз-рок барлыҡҡа килә, 60 йылдар аҙағында латин музыкаһы менән берлектә латин-рок, һинд музкаһы менә берлектә кага-рок барлыҡҡа килә. 

АҠШ, Көнбайыш Европа (айырыуса Бөйөк Британия) — рок музыканың үҙәктәре булып тора. Текстар башта инглиз телендә була, һуңғараҡ башҡа телдәрҙә лә рок башҡарыла. Рус рогы СССР-ҙа 60—70 йылдарҙа барлыҡҡа килә һәм 90-сы йылдарға тиклем үҫешә. 

Рок музыка жанрының (музыка жанрҙарының башҡа төрҙәре — халыҡ музыкаһы, академик музыка, джаз һәм башҡалар) бер төрлө. Шунан сығып рок музыкаһы теорияһын уның музыкаль айырмалыҡтары һәм сифатын музыка жанры булараҡ өйрәнергә кәрәк. 

Рок музыкаһын, ғәҙәттә рок-төркөм башҡара. Рок-төркөм вокалистан (ҡағиҙә булараҡ ул электрогитарала ла уйнай), бас-гитаристан, барабансынан һәм клавишниктан тора. Бас-гитара, ритм-гитара, һуҡма инструменттар — ритм-секцияны тәшкил итә. Шул аҡ ваҡытта рок-композицияларҙа башҡа төрлө музыка инструменттарын ҡулланыу осрағы ла билдәле.

Үҙгәрешһеҙ ритм — рок музыканы айырып торған сифаты. Шулай ҙа 60 йылдар башында уҡ ҡатмарлы төҙөлөшлө һәм ритмлы рок композициялары барлыҡҡа килә. Электрогитара — соло интрумент булып тора, шулай уҡ клавишалы инструменттар соло булыуы мөкин. Барлыҡ рок төркөмдәрҙә лә вокалист бар. Рок музыкаһы үҫеш дәүерендә блюз менән гармонияла булһа, хәҙер күпселек йүнәлештәрҙең уның менән дөйөм һыҙаттары юҡ.

Рок музыкаһы — музканың айырым бер жанры ғына түгел, ХХ быуатта үҙенеү субкультураһын булдырған айырым бер социо-мәҙәни феномен. Был төшөнсә менән күпселек эксперттар килешә. 

Рок — бер яҡтан дөйөм ҡабул ителгән нармаларға ҡаршы конфликт, ҡапма-ҡаршы кәйефте емерә тоған йәштәр рупоры. Икенсе яҡтан — күңел асыу индустрияһын файҙаланып коммерция килеменә йүнәлтелгән шоу-бизнес ҡоралы. Ошо ике төрлөлөк жанрҙа ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра һәм күтәрмәле үҫеүенә килтерә. Ысынында иһә роктың тарихы оҡшаш циклдар аша үтә. Һәр цикл бунт, протест, яңы стилдәр һәм сәнғәт байлыҡтары барлыҡҡа килеү, яңы төркөмдәр һәм башҡарыусылар барлыҡҡа килеү кеүек этаптарҙан тора. Ә артабан даими «эйәләштереү», «коммерциялаштырыу», ябайлаштырыу һәм икенсел рок төркөмдәр төҙөү этабы. 

Рок музыкаһы үҙ-үҙеңде тотоу һәм тормош ҡиммәттәре, үҙенә күрә айырым фәлсәфә кеүек «рок-н-ролл йәшәү рәүеше»  мәҙәни феноменын тыуҙыра. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө ағымдарҙа барлыҡҡа килгән субкультураларҙың уртаҡлағы юҡ. Рок-музыкһы сағыштырмаса ҙур мауыҡтарғыс энергияға (драйвҡа) эйә. Ул шәхесте йәмғиәттәге тотороҡло принциптарҙан, стереотиптарҙан, тирә-яҡтағы ысынбарлыҡтан азат итә.

Рок музыкаһы блюз, ритм-энд-блюз, буги-вуги, кантри, госпел музыкаһы һыҙаттарын үҙләштереп рок-н-ролл жанрынан барлыҡҡа килә.
Роберт Джонсон, Лидбелли, Мадди Уотерс кеүек блюз башҡарыусылар рок-н-ролл үҫешенә булышлыҡ итәләр. «Рок-н-ролл» бейергә саҡытыусы 40-сы йылдарҙағы госпел йырҙарынан барлыҡҡа килә. Беренсе йырҙы  («Good Rockin’ Tonight») Рой Браун башҡара.1949 йылда Уайлд Билл Мур башҡарыуында «Rock And Roll» йыры сыға.

Беренсе булып рок-н-роллды америкалылыр башҡара, тик иң беренсе ниндәй йыр йәки пластинка булғанын билдәләү мөмкин түгел. 1950-се йылдарҙа сыҡҡан «Fat Man» Фэтс Домино  минглдары булыуы мөмкин. Башҡа фараздар буйынса 1951 йылда яҙылған «Rocket 88» (Jackie Brenston and his Delta Cats) беренсе рок-н-ролл булып тора.

Фэтс Домино, Бо Диддли һәм Чак Берри — рок-н-роллды тулы жанр итергә нигеҙ һалған башҡарыусылар.

Чак Берри  музыка менән 1953 йылда шөғөлләнә башлай, ә 1955 йылда беренсе синглын яҙа. Чак Берри йырҙың текстында, гитара уйнауҙы рок стилен һала.
Рок-н-ролл стилендә башҡа башҡарыусы булараҡ афроамерикалы Литтл Ричардты билдәләп үтергә була. Ул «гараж рогы»н һәм протопанкты формалаштыра, уның йырлауы һәм пианинола уйнауы, конкуренттарға ҡарағанда,  агрессив һәм ныҡышмалыраҡ була.

Тәүҙәрек  рок-н-ролл афроамерикалылар аудидорияһына йүнәлтергән махсус музыка кеүек ҡабул ителә. Рок-н-роллды башҡарыусы аҡ тәнле артистар ҙа табыла. Билл Хейли башҡарыуында  «Rock Around the Clock» композицияһы был өлкәлә емергес көскә эйә була.

Әммә «рок-н-ролл короле»  титулын башҡа аҡ тәнле башҡарыусы — Элвис Пресли яулай. Ул үҙенең йырҙарын ҡара тәнле артистар менән бер кимәлдә яҙҙыра. Диджейҙар уның йырҙарын эфирға ҡуйғанда аудиторияна махсус рәүештә иҫкәрткәндәр — был йырҙы аҡ тәнле артист башҡара.

Рок-н-роллдың тағы ла бер танылған аҡ тәнле башҡарыусыһы  Джерри Ли Льюис була, ул пианинола уйнау һәм башҡару манераһы өсөн «Killer» ҡушаматын ала. Һуңыраҡ рок-н-ролдың Бадди Холли һәм Everly Brothers исемдәре менән бәйле йомшағыраҡ формалары барлыҡҡа килә.




#Article 322: Ингушетия гимны (275 words)


Ингушетия Республикаһының милли гимны — Ингушетияның (Рәсәй Федерацияһы төбәге) әләме һәм гербы менән бер рәттән дәүләт символы.

Беренсе Ингушетия Гимны 1993 йылда Ингушетия Парламенты тарафынан ҡабул ителде.

Рамаҙан (Рамзан) Цуров һүҙҙәре
Лоамий мехка хозагІа дола дакъа
ДІа а лаьца улл хьо, ГІалгІайче,
Курра йолаш никъ хьо хьай дІахо
Дуне мел латт яха хьо, ГІалгІайче.

Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна,
Везан — Даьла, йоахае ГІалгІайче.

Лаьтта даттІал йоккха я човнаш,
МоастагІаша хьа дегІа яьраш.
Эздий хилба хьа керахьа къонгаш,
ЧІир леха, бохабе гІаьраш.

Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна,
ЧІир леха из ба ГІалгІайченна.

Дунен чухьа лехаргьяц оатто,
Деза вайна хьагI йоаца вахар.
Лаьтта оахаш дахаргда лаьтта,
Низ кхоаче из лаьтта аха.

Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна,
Лаьтта аха низ ба ГІалгІайченна.

Бокъонга сатувс хьа уйлаша,
Дог, тов мо, леталу хьа чІоагІа
Тха Даьхе, хьо массаза хийла
Кортамукъа, дех Даьлага оаха.

Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна,
Кортамукъа халлийта ГІалгІайче!

Саид Чехкиев һүҙҙәреИгорь Ляпин тәржемәһе

Башни-джигиты стоят, как на страже.
Честь Ингушетии — древнего края, -
Наше наследие, мужество наше.

Припев:
В братстве народов великой державы
Ты расцветай, Ингушетия наша.
Звёздным сиянием чести и славы
С каждой весною всё краше и краше.
Было немало рассветов багровых,
Тёмные тучи беду предвещали,
Но на путях, на дорогах суровых
Мы испытанья достойно встречали.

Припев:
В братстве народов великой державы
Ты расцветай, Ингушетия наша,
Звёздным сиянием чести и славы
С каждой весною всё краше и краше.
Солнце встаёт над землею родимой,
Мысли чисты, как хрусталь водопада.
Нами любима, Аллахом хранима
Родина наша, другой нам не надо.

Припев:
В братстве народов великой державы
Ты расцветай, Ингушетия наша,
Звёздным сиянием чести и славы
С каждой весною всё краше и краше.»




#Article 323: Беҙ, беренсе бригада (йыр) (227 words)


Беҙ, беренсе бригада () — Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән Поляк Легиондары йыры. 2007 йылдың 15 Һарысай (октябренән)  башлап Поляк Ғәскәре Гимны ()

Тексынын беренсе яҙылған варианты, 1917 й.

Legiony to żołnierska nuta,
Legiony to straceńców los,
Legiony to żołnierska buta,
Legiony to ofiarny stos

My, Pierwsza Brygada,
Strzelecka gromada,
Na stos rzuciliśmy
Swój życia los,

Na stos, na stos!

O, ile mąk, ile cierpienia,
O, ile krwi, wylanych łez,
Pomimo to nie ma zwątpienia,
Dodawał sił wędrówki kres.

My, Pierwsza Brygada...

Krzyczeli, żeśmy stumanieni,
Nie wierząc nam, że chcieć — to móc!
Laliśmy krew osamotnieni,
A z nami był nasz drogi Wódz!

My, Pierwsza Brygada...

Nie chcemy dziś od was uznania,
Ni waszych mów ni waszych łez,
Już skończył się czas kołatania
Do waszych serc, do waszych kies!

My, Pierwsza Brygada...

Umieliśmy w ogień zapału
Młodzieńczych wiar rozniecić skry,
Nieść życie swe dla ideału
I swoją krew i marzeń sny.

My, Pierwsza Brygada...

Potrafi dziś dla potomności
Ostatki swych poświęcić dni,
Wśród fałszów siać siew szlachetności,
Miazgą swych ciał żarem swej krwi.

My, Pierwsza Brygada...

Inaczej się dziś zapatrują
I trafić chcą do naszych dusz
I mówią, że nas już szanują
Lecz nadszedł czas odwetu już!

Dzisiaj już my, jednością silni
Tworzymy Polskę, przodków mit!
Żeby w tej pracy nie bezsilni
Zostanie wam potomny wstyd!

Тексының бер нисә вариант бар. Мәҫәлән, дуртенсе строфаһының варианты:




#Article 324: Емеш (936 words)


Емеш ()— сәскәле үҫемлектәргә (Ябыҡ орлоҡло үҫемлектәргә) генә хас үрсеү (репродуктив) органы.

Емеш сәскәнең емшәненән барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә, уны барлыҡҡа килтереүҙә сәскә төбө лә ҡатнашырға мөмкин. Сәскә емшәненең төп тәғәйенләнеше — эсендәге орлоҡ бөрөһөн мөхиттең насар тәьҫиренән һаҡлау.

Емештәр емшәндән барлыҡҡа килә. Сәскә һеркәләнгәндән һәм аталанғандан һуң, емшән үҫешә башлай. Емшәнгә туҡлыҡлы матдәләр килә башлай, һәм ул яйлап өлгөргән емешкә әүерелә. Үҫеү һөҙөмтәһендә емшәндең ҡабығы, бер аҙ үҙгәреп, емешкә әүерелгәс, ул емешлек эргәлеге тип йөрөтөлә. Ә эсендәге орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ үҫешә башлай.

Емешлек эргәлегенең төп бурысы — орлоҡ тейешенсә үҫешһен өсөн шарттар булдырыу; орлоҡ өлгөрөп еткәнсе уны һаҡлау; өлгөрөп еткәс, инә үҫемлектән йырағыраҡ китһен өсөн, таралырға булышлыҡ итеү.

Емештәр емшәндән генә барлыҡҡа килһә, ундайҙарын ысын емеш тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә ҡатнаша (сәскә төбө, сәскә эргәлеге, һеркәстәрҙең аҫҡы өлөшө).Емеш барлыҡҡа килеүҙә емшәндән тыш сәскәнең башҡа өлөштәре лә ҡатнашһа, ундай емештәрҙе ялған емештәр тип атайҙар.

Сәскәле үҫемлектәрҙең икенсе атамаһы — «Ябыҡ орлоҡло үҫемлектәр». Сөнки, орлоҡтары емеш эсендә өлгөрә.

Шулай итеп, емештең төп тәғәйенләнеше: орлоҡ барлыҡҡа килтереү, уны һаҡлау һәм таралырға ярҙам итеү.

Емшән стеналарынан орлоҡто төрлө уңайһыҙ шарттарҙан һаҡлаусы емеш эргәлеге барлыҡҡа килә. Емеш өлгөрөү барышында емеш эргәлеге кибергә (сәтләүек) йәки һутлы итләскә (сейә) әйләнергә мөмкин.

Өлгөргән емештең эргәлеге төҙөлөшөнә ҡарап, бөтә емештәрҙе ҡоро емештәргә һәм һутлы емештәргә бүләләр.

Шулай уҡ, емшәндең эсендә орлоҡ бөрөһө берәү йәки күп булырға мөмкин. Орлоҡ бөрөһө берәү булһа, емеш бер орлоҡло һәм орлоҡ бөрөһө күп
булһа, күп орлоҡло була.

Шулай итеп, сәскәле үҫемлектәрҙең дүрт типтағы емеше булырға мөмкин: күп орлоҡло ҡоро , бер орлоҡло ҡоро, күп орлоҡло һутлы, бер орлоҡло һутлы.

Ҡуҙаҡ — ике ҡапҡас менән асылыусы ҡоро емеш. Ҡуҙаҡ өлгөрөп еткәс, уның япмалары төрөлөп кибә һәм орлоҡтарҙы тирә-яҡҡа һибә (Бындай емеш фасолдә, борсаҡта, мал борсағында, акацияларҙа өлгөрә.

Пәрҙәле ҡуҙаҡ, ҡуҙаҡ кеүек үк, ике ҡапҡаслы, тик орлоҡтары ҡуҙаҡтағы һымаҡ ҡапҡастарҙа түгел, ә емештең пәрҙәһе буйлап урынлашҡан. Тиле шалҡандың, кәбеҫтәнең, редистың, шалҡандың, һыйыр шалҡанының, ҡырағай торманың, левкойҙың емеше— пәрҙәле ҡуҙаҡ.

Ҡап емештәр етендә, мамыҡта, мәктә, миләүшәлә, тәмәкелә, тюльпанда барлыҡҡа килә. Күп һанлы орлоҡтар ҡап емеш ҡабығындағы махсус тишектәр йәки ярыҡтар аша ҡойолалар .

Сәтләүек — ҡоро емеш. Уның орлоғо емеш эргәлегенә ҡушылып үҫмәгән. Емеш эргәлеге ҡалын һәм бик ҡаты. Бындай емеш имәндә, сәтләүек ҡыуағында, турға еләгендә, шартыйҙа.

Бөртөксә — ҡоро емеш, уның ярылы емеш эргәлеге берҙән-бер орлоҡтоң тышсаһына ҡушылып үҫә. Бойҙай һәм кукуруз емештәре шундай була.

Орлоҡса — ҡоро емеш. Уның емеш эргәлеге, берҙән-бер орлоғона яҡын урынлашһа ла, уға ҡушылып үҫмәгән. Ундай емештәр көнбағышта була.

Еләк (лат. bácca, úva)— тыштан йоҡа тиресә менән ҡапланған итсәле һутлы емеш. Емеш эсендә ваҡ орлоҡтар була Ҡарағаттың, мүк еләгенең, көртмәленең, томаттың, виноградтың емештәре — еләктәр.

Алма емеш (рус.яблочко, лат. bácca, úva)— (алма, груша, мышар).Күп орлоҡло асылмай торған емеш. Роза сәскәлеләр семьяһы, Алмағастар аҫғәиләһе ( подсемейство Яблоневые)  үҫемлектәренә хас билдә (алмағас, груша, кизильник, энәлек, мушмула, айва, мышар). Тар мәғәнәлә алма алмағас емеше.  Алма емеш   сәскә эргәлеге менән ҡушылып үҫкән моҡсай һымаҡ сәскә төбөнән(гипантий), уның эсендә урынлашҡан емшәндән, һеркәстәрҙең(андроцея)аҫҡы өлөшөнән барлыҡҡа килә. Төҙөлөшө менән еләк емешкә оҡшаған

Ашҡабаҡ емеш  (лат. pepo, peponium)— (ҡарбуз, ашҡабаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр). Күп орлоҡло паракарп емеш. Ашҡабаҡтар ғәиләһенә хас билдә. Төҙөлөшө менән еләк емешкә тартым. Әммә орлоҡтары бик күп, шулай уҡ  емеш эргәлегенең төҙөлөшө айырыла. Ашҡабаҡ емеш ҡс емеш япраҡсаһынан торған емшәндән, емшән инеп урынлашҡан сәскә төбөнән хасил була. Уның һутлы эске өлөшө, итләс урта өлөшө һәм ҡаты тышҡы ҡабығы бар. Ҙурлыҡтары менән менән айырылалар. Ҡайһылар бик дәү була. 

Померанец  (лат. hesperídium)—(цитрустар). Күп оялы, күп орлоҡло асылмай торған емеш. Морфологик билдәләре менән  еләк емешкә тартым. Тышҡы ҡабығы (емеш эргәлеге йәки экзокарпий, лат. epicarpium)цедра менән көпләнгән  ҡалын һәм йомшаҡ ҡатламдан тора. Тышҡы ҡатламында бик күп хуш еҫле эфир майҙары бар. Оялар эре һәм һутлы күҙәүҙәрҙән(емеш аралығы, рус.межплодник, мезокарпий, лат. mesocarpium)тора. Күҙәүҙәрҙең эсендә орлоҡ тотҡосона беркетелгән бик күп орлоҡтар бар.  Наружный слой кожи содержит большое количество эфирных масел.

Гранат емеш (лат. balausta) — ( гранат). Күп оялы, күп орлоҡло  емеш. Тығыҙ тиресәле емеш эргәлеге (перикарпий) емеш өлгөргәс тигеҙһеҙ итеп йыртыла. Оялар орлоҡтар менән шыплап тултырылған. Орлоҡтарҙың һутлы өлөшө ашарға ҡулланыла.Бындай емеш  гранат ырыуы үҫемлектәренең билдәһе (Punica). Развивается из нижней завязи

Төшлө емеш   (лат. drúpa) — йоҡа тиресәле, йомшаҡ итсәле, эсендә бер орлоҡ ятҡан ҡаты эске емеш эргәлеге — һөйәге булған һутлы емеш . Бындай емештәр сейәлә, сливала, абрикоста, муйылда була. һутлы емештәрҙең башҡа төрҙәре лә осрай.

Үҫемлек орлоҡтарын формаларына һәм ҙурлыҡтарына ҡарап айыралар. Мәҫәлән, орхидеяның орлоҡтары, туҙан кеүек, ваҡ һәм түңәрәк. Мәк, петуния, астра кеүек һеҙгә яҡшы билдәле булған һәм башҡа күп үҫемлектәрҙең орлоҡтары бик ваҡ.

Фасолдең, имәндең, сәтләүек ағасының орлоҡтары сағыштырмаса эре. Иң эре орлоҡтар сейшель пальмаһыныҡы һанала. Уларҙың оҙонлоғо 50 см булып, ауырлығы 10 килограмдан ашып китә.

 
Ҡоро емештәрҙең (ҡуҙаҡ, пәрҙәле ҡуҙаҡ, һәр төрлө ҡап емештәрҙең) орлоҡтары өлгөрөү менән емеш эргәлеге асылырға тейеш; ул орлоҡтарға сәселергә мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең ҡап емештәре һәм ҡуҙаҡтары орлоҡтарын үҙҙәре тарата.

Күп орлоҡло ҡоро емештәрҙең өлгөргән орлоҡтарының ныҡ үҫешкән орлоҡ ҡабыҡтары була, был ҡабыҡ емештән ҡойолған орлоҡтарҙы һаҡлай.

Бер орлоҡло ҡоро емештәр барлыҡҡа килтереүсе үҫемлектәрҙең (сәтләүек, имән сәтләүеге, бөртөксәләр, орлоҡсалар) емештәре орлоҡтары менән бергә һибелә. Шуға күрә бер орлоҡло емештәр асылмай. Уларҙың емеш эргәлеге орлоҡ шытҡанда ғына ярыла. Ундай емештең орлоҡ эргәлеге яҡшы үҫешкәнлектән, орлоҡ ҡабығы йоҡа була.

һутлы күп орлоҡло емештәрҙең (еләк) һәм бер орлоҡло емештәрҙең (төшлө емеш) орлоҡтарын хайуандар ашай һәм уларҙың таралыуына сәбәпсе була. Ундай орлоҡтар хайуандың аш һеңдереү юлы аша үтеп тә шытып сығыу һәләтлелеген юғалтмай.

Шуға күрә еләк орлоҡтарының яҡшы үҫешкән ҡабығы, ә төшлө емеш эсендәге орлоҡтарҙы орлоҡ эргәлегенең эске таштай ҡаты ҡатлауы һаҡлай.

Кеше тормошонда емеш һәм орлоҡтарҙың әһәмиәте бик ҙур. Уларҙы кешеләр ашай. Улар малға аҙыҡ була, сәнәғәттә һәм медицинала ҡулланыла.

Күп емештәр ҡиммәтле аҙыҡ сығанағы, дарыу һәм буяу матдәләре өсөн сеймал итеп файҙаланыла.

Емештәрҙе һәм орлоҡтарҙы өйрәнеүсе фән карпология тип атала. Карпологияның емештәрҙе һәм орлоҡтарҙы өйрәнә торған бүлеге карпоэкология тип атала.




#Article 325: Гектор Берлиоз (711 words)


Гекто́р Луи́ Берлио́з (Hector Berlioz) (11 декабрь 1803 йыл — 8 март 1869 йыл) — Франция композиторы, дирижёр, музыка тураһында яҙыусы. 1856 йылдан илдең төп ғилми үҙәге — Франция Институты ағзаһы.

Франция көньяҡ-көнсығышында, Изер департаментындағы Кот-Сент-Андре ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Луи-Жозеф Берлиоз хөрмәтле провинциаль табип була Луи-Жозеф Берлиоз атеист; әсәһе, Мария-Антуанетта католик була; Гектор Берлиоз ғаиләлә алты баланың беренсеһе була, шуларҙың өсәүһе өлкән йәшкә тиклем йәшәмәй. Берлиоз ике һеңлеһе— Адель һәм Нэнси менән яҡшы мөнәсәбәттә була. Йәш Гектор менән, нигеҙҙә, атаһы шөғөлләнә.

Балалыҡ йылдарын Берлиоз провинцияла үткәрә, унда боронғо халыҡ йырҙарын ишетә һәм мифтары менән таныша. Шул ваҡыттағы ҡайһы бер башҡа билдәле композиторҙарҙан айырмалы рәүештә, Берлиоз вундеркинд булмай. Ул 12 йәшенән музыка менән шөғөлләнә башлай, һәм шул ваҡытта уҡ ҙур булмаған композициялар һәм аранжировкалар яҙа. Атаһы тыйыуы арҡаһында, Берлиоз бер ҡасан да фортепианоға уйнарға өйрәнмәй. Ул гитара, флажолетта һәм флейтала уйнарға өйрәнә. Гармонияны  дәреслек буйынса ғына өйрәнә. Уның тәүге әҫәрҙәренең күбеһе романс һәм камера әҫәрҙәре була.

Гекторҙың Тантаналы Мессаһының беренсе (уңышһыҙ) уйнауы 1825 йылда Парижда булған.

Шәхси тормошо аяныслы ваҡиғалар менән күңелһеҙләнә, улар тураһында ентекле итеп «Мемуарҙарында» яҙа. Уның ирланд актрисаһы Гарриэт Смитсон беренсе никахы 1843 йылда айырылышыу менән тамамлана (Смитсон күп йылдар нервы ауырыуынан яфалана); уның вафатынан һуң Берлиоз йырсы Мария Ресио менән никахҡа инә, ул 1854 йылда ҡапыл вафат була. Композиторҙың тәүге никахынан булған улы 1867 йылда Гаванала вафат була. Композитор үҙе 1869 йылдың 8 мартында яңғыҙлыҡта вафат була, 11 мартта ерләйҙәр.

Берлиоз — музыкала романтизмдың сағыу вәкиле, романтик программалы симфонияны ойоштороусы. Ул музыкаль форма өлкәһендә яңылыҡтарҙы, гармонияларҙы һәм бигерәк тә инструментлауҙы ҡыйыу индерә, симфония музыкаһын театралләштереүгә, ҙур әҫәрҙәргә тартыла.

Берлиоздың стиле «Фантастик симфонияла» уҡ билдәләнә (1830 йылдарҙа яҙылған). Был беренсе романтик программалы симфония. Унда шул ваҡыттағы типик булған кәйеф сағылыш таба (ысынбарлыҡ менән аңлашмаусылыҡ һәм эмоционаллек). Ижадсының субъектив кисерештәре симфонияла социаль дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә: «бәхетһеҙ мөхәббәт» темаһы юғалған иллюзиялар трагедияһы мәғәнәһен ала.

Симфониянан һуң Берлиоз «Лелио, йәки тормошҡа ҡайтыу» монодрамаһын яҙа (1831, «Фантастик симфонияның» дауамы). Берлиозды Байрон әҫәрҙәренең сюжеты йәлеп итә — альт һәм оркестр өсөн «Гарольд Италияла» (1834), «Корсар» увертюраһы (1844); Шекспирҙың — «Король лир» увертюраһы (1831), «Ромео һәм Джульетта» драматик симфонияһы (1839), «Беатриче һәм Бенедикт» комик операһы (1862, «Юҡтан күп тауыш» сюжетына); Гете — «Фаусты хөкөм итеү» драматик легендаһы (ораторлыҡ) (1846, был Гете поэмаһын ирекле аңлата). Берлиозға шулай уҡ « Бенвенуто Челлини» операһы ҡарай (1838); 6 кантата; оркестр увертюралары, атап әйткәндә «Рим карнавалы» (1844); һ. б. 9 серияла әҫәрҙәр йыйынтығы (20 тт.) Лейпцигта сыға (1900—1907). Һуңғы йылдарҙа Берлиоз күберәк академизм, әхлаҡ проблематикаһы яғына ауыша: «Христостың бала сағы» ораториаль трилогияһы (1854), Вергилий буйынса «Троянсылар» опера трилогияһы («Трояны алыу» һәм «Троянлылар Карфагенда», 1855—1859).

Берлиоз һуңғы «Фаусты хөкөм итеү», «Христостың бала сағы» операларына һәм башҡа әҫәрҙәренә либреттоны үҙе яҙа.
Берлиоз тураһында композитор булараҡ төрлө фекерҙәрҙең сәбәбе уның музыкаль эшмәкәрлегендә бөтөнләй яңы, тулыһынса үҙаллы юл менән китеүе тураһында һөйләй. Ул шул ваҡытта уҡ Германияла яңы үҫешә башлаған йүнәлешкә берегә,һәм 1844 йылда Германияға килгәс, унда үҙ Ватанында ҡарағанда күпкә күберәк баһалана. Рәсәйҙә күптән инде үҙ баһаһын ала. Үҙе үлгәндән һуң, бигерәк тә 1870 йылдағы Франция-пруссия һуғышынан һуң, Францияла милли, илһөйәрлек тойғоһо уянғанда, Берлиоздың әҫәрҙәре ватандаштары араһында ҙур популярлыҡ яулай.

Берлиоздың сәнғәт өлкәһендәге әһәмиәте уның ҡоралдарҙы тәрән аңлауы һәм уларҙы оркестровкалауҙа оҫта ҡулланыуы тора. Уның партитуралары яңы һәм ҡыйыу оркестр эффекттары менән тулы (мәҫәлән, Берлиоз беренсе булып «Фантастик симфонияла» ҡыллы col legno уйын алымдарын ҡуллана). Күп телдәргә тәржемә ителгән инструментовка тураһындағы трактаты киң таратылған. Берлиоздың вафатынан һуң ул яҙған «Мемуарҙар» (Париж, 1870), «Correspondance inedite 1810—1868» (1878) нәшер ителә.

Берлиоз композитор булараҡ ҡына түгел, дирижер булараҡ та билдәлелек ала. Вагнер менән бергә ул яңы дирижёрлыҡ мәктәбенә нигеҙ һала, музыка-тәнҡит фекере үҫешенә мөһим өлөш индерә.

Музыка белеменә ҙур өлөшө булып Рихард Штраус мөхәррирләүендәге Берлиоздың фундаменталь «Инструментовкалау һәм оркестровкалау тураһында трактат» теоретик хеҙмәте тора (1843, ҡушымта менән — «Оркестр дирижеры». Берлиоз оркестрҙың төп төркөмдәре буйынса төрлө функцияларҙың бүленеш принциптарын раҫлай, — ҡыллы, ағас һәм баҡыр — был тембрҙарҙы нивелирлауын булдырмау өсөн кәрәк була. Берлиозды хаҡлы рәүештә оркестровкалауҙың реформаторы тип һанайҙар. Ул һирәк ҡулланыла торған инструменттарҙы файҙалана — сағыу шәхси тембрҙар менән, тембрҙарҙың ғәҙәти булмаған аралашыуы, үҙенсәлекле яңғыраған регистрҙар, яңы штрихтар, элек ишетелмәгән эффектар булдырған уйын алымдарҙы. Берлиоз әҫәрҙәрендә оркестрҙың тотороҡло составы юҡ — образдар даирәһенә бәйле. Ҡайһы бер осраҡта ул ҙур, ауыр оркестрҙы ылыҡтыра («Реквием», «Ҡайғылы-триумф симфония»), икенсе осраҡта ул камера оркестры составын сикләй («Фаусты хөкөм итеү»).

Грек революцияһы (2 төрлө версия) H. 21a, 21b H. (1825—1826, 1833)




#Article 326: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (374 words)


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — Ҡоролтай эйә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет  идара итһә, 2019 йылдан был вазифа Ҡоролтай президумына бирелде.

Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресс) бүлексәләре бар.

Борон-борондан башҡорттар тормоштарындағы иң мөһим мәсьәләләрен хәл итергә ҡоролтайға йыйылған.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә
 .

III Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан автономияһының иғлан ителеүе раҫлана.

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә. Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай барышында 10 йүнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һайлана. Башҡарма комитеттың эш урыны итеп Өфө ҡалаһы билдәләнә.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үтте. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә һәм Япониянан 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҡоролтай барышында 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үткәрелде. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путинға мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында булды.. Унда Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән АҠШ, Бразилия, Германия, Израил, Италия, Канада, Португалия, Төркиә, Япония, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторолоп, уның эшенә 1 000 ашыу вәкил йәлеп ителде. Ҡоролтай 12 йүнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үткәрелде. Милли сәйәсәт һәм милләт—ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Президенты Д. А. Медведевҡа мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.




#Article 327: Йоһанн Вольфганг фон Гёте (886 words)


Йоһанн Вольфганг фон Гёте ( ; 28 август 1749 йыл, Германия, Майндағы Франкфурт ҡалаһы, — 22 март 1832 йыл, Германия, Веймар ҡалаһы) — немец шағиры, дәүләт эшмәкәре, тәбиғәт фәндәре белгесе һәм аҡыл эйәһе. Атаһы — Йоһанн Каспар Гёте, бюргер, әсәһе — Катарина Элизабет Гёте, олатаһы — ҡала старшинаһы.

Иоһа́нн Во́льфганг фон Гёте 1749 йылдың 28 авгусында Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында тыуған.

Атаһы элекке адвокат, император советнигы, Иоһанн Каспар Гёте 1710 йылда Майндағы Франкфурт тигән иҫке немец сауҙа ҡалаһында, бай бюргер ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Катарина Элизабет Гёте (Тексторҙа тыуған, нем. Textor, 1731—1808) — ҡала старшинаһы ҡыҙы.

Әсәһенең холҡо бөтөнләй башҡа була. Кейәүгә 17 йәштән сыға, иренә ҡарата йылы хистәр тоймай. 18 йәштә беренсе балаһын таба, улын ныҡ ярата, малай әсәһен «Frau Aja» тип йөрөтә. Әсә улында ижадҡа һөйөү уята, ул Гёте өсөн хәстәрлелек һәм аҡыл символы була. Катарина Саксония-Веймар герцогиняһы Анна Амалия Брауншвейгская менән хат алыша.

Энтони Графтон Гётены «Антик идеалдар ярҙамында хәҙерге мәҙәниәтте байытыуҙың өлгөһө» тип билдәләй.

Гётеның был дәүерҙәге иң әһәмиәтле әҫәре булып «Гец фон Берлихинген, Тимер ҡуллы рыцарь» («Gottfried von Berlichingen mit der eisernen Hand») драмаһы тора, ул замандаштарын хайран ҡалдыра. Тап ошо әҫәр Гётены немец әҙәбиәтенең иң алғы һыҙығына сығара. Шекспирҙың тарихи йылъяҙмаларына оҡшатып, прозала яҙылған был әҫәрҙең үҙенсәлеге шунда: ул бығаса мәҙәниәттең иң йоғонтоло ағымы булған Мәғрифәтселек әҙәбиәтенә ҡаршы сыға. Мәғрифәтселек әҙәбиәтенең типик образы — социаль ғәҙеллек өсөн көрәшкән яҙыусы бөтөнләй икенсе төрлө асыла. Рыцарь Гец фон Берлихинген илдә барған ваҡиғалар йоғонтоһона бирелә, крәҫтиәндәр ихтилалын етәкләргә мәжбүр була; ихтилал киҫкенләшкәс, иң ауыр мәлдә крәҫтиәндәрҙе ҡалдырып китә. Ил менән идара итеүселәр тантана итә: уларҙың алдында инҡилапҡа күтәрелгән ябай халыҡ та, үҙенең ихтыярын уларға ҡаршы ҡуйып маташҡан шәхес тә көсһөҙ. Гец иректе кешелек донъяһында түгел, үлемдә, «тәбиғәт-әсә» менән ҡушылыуҙа таба. Пьесаның аҙаҡҡы күренеше символик мәғәнәгә эйә: Гец баҡсаға сыға, сикһеҙ күк йөҙөн, үҙен уратып алған тәбиғәтте күреп һоҡлана һәм: «Хоҙай Тәғәлә, Һинең күгең аҫтында, иректә нисек рәхәт! Ағастар бөрөләнә, бөтә донъя уңышҡа өмөт бағлай. Хушығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Тамырҙарым ҡырҡылған, мин көсөмдө юғалтам. Ирек, ирек!» — тип өндәшә.

Автобиография Гёте И. В. Поэзия и Правда (Dichtung und Wahrheit). — М.: «Захаров», 2003. — 736 б. ISBN 5-8159-0356-6.

Ифигения исемле героиня Таврида ярҙарында ағаһы Орестты һәм уның дуҫы Пиладты үлемдән ҡотҡарырға тырыша. Бының өсөн үҙенең һәм уларҙың яҙмышын Тавриданың батшаһы Фоанттың ҡулына тапшыра. Был ҡылығы менән ул Тантал ырыуын ҡәһәрҙән азат итә. Әҫәрҙә Орест образы ла иғтибарға лайыҡ. Башта ул икеләнеү, ярһыу ҡосағында булһа, драманың аҙағында тыныслыҡ таба. Уның күңелендә һиллек урынлашыуҙа Ифигения сәбәпсе. Орест — Дауыл һәм һөжүмде еңеп сыға алған Гётеның үҙе ул.

Гётеға ҡарата замандаштарының мөнәсәбәте төрлөсә була. «Вертер» ҙур уңыш ҡаҙанһа ла, мәғрифәтселәр уны пессимизм тыуҙыра торған әҫәр тип ҡабул итә. «Ифигения» 1770 йылдарҙа Гётены үҙҙәренең юлбашсыһы тип иҫәпләгән штюрмерҙарға барып та етмәй. Гердер үҙенең уҡыусыһының классицизм йүнәлешендә үҫешеүен аңлап етмәй. Романтизм йүнәлешендә ижад итеүселәр ике төрлө ҡарашта була. Классик донъяға сумған Гётеға ҡаршы булыусылар ҙа, уның «Гец фон Берлихинген», «Вертер», «Фауст» әҫәрҙәрен, әкиәттәрен, Вильгельм Мейстерҙың уҡыу йылдарын ихлас ҡабул итә.

Рәсәйҙә Гёте XVIII быуаттың аҙағында уҡ билдәле була. рус теленә тәржемә ителгән беренсе әҫәре 1780 йылда барлыҡҡа килә, ул «Клавиго» тип аталған прозалағы драма була (тәржемәсеһе О. П. Козодавлев). 1781 йылда уны «Вертер»ҙың авторы булараҡ телгә ала башлайҙар. Романдың беренсе тәржемәһе 1781 йылда (тәржемәсеһе Ф. Галченков, 1794, 1796 йылдарҙа ҡабаттан баҫыла) һәм 1798 йылда (тәржемәсеһе И. Виноградов)  донъя күрә. Радищев үҙенең Сәйәхәттәрендә белдереүенсә, «Вертер»ҙы уҡыу уны шатлыҡ йәштәре түгергә мәжбүр итә. Новиков Драматик һүҙлектә (1787) Көнбайыштың иң бөйөк драматургтары исемлегенә Гётены ла индерә. 1801 йылда Гётеның романына эйәреп яҙылған әҫәр — «Рәсәй Вертеры» сыға. Рус сентименталистары (Карамзин һ.б.) үҙҙәренең ижадында йәш Гётеның йоғонтоһон тоя. Пушкин дәүерендә Гете менән ҡыҙыҡһыныу арта. «Московский вестник» эргәһендә барлыҡҡа килгән романтиктар (Веневитинов һ.б.) төркөмө үҙҙәренең баҫмаһын яҙыусының ҡурсыуы аҫтына ҡуя, Гётеның йөҙөндә романтик поэзияны тыуҙырған остазды күрә. Пушкин да Фаусттың авторы тураһында ыңғай фекерҙә була.

Германияла барған бәхәстәрҙең йоғонтоһо ла була, әлбиттә. 1830 йылдарҙың аҙағында Менцелдең «Немец әҙәбиәте» тигән китабы русса баҫыла. Унда Гётеның ижадына кире баһа бирелә. Гёте ижадына мөкиббән киткән Белинский 1840 йылда мәҡәлә баҫтыра һәм унда Менцелдең Гётеға биргән ҡылыҡһырламаһын «әҙәпһеҙ һәм оятһыҙ» тип атай. Һуңғараҡ уның был тойғолары үтә, Гётены бөйөк шағир тип иҫәпләй.

Гёте башҡорт яугирҙәре менән дә осраша. 1814 йылдың ғинуарында ул дуҫы Фридрих Вильгельм Генрих фон Треберға хат яҙа, шунда ошо осрашыуҙы ентекле һүрәтләй. Гёте ул мәлдә Веймарҙа йәшәй. Ҡаланың протестант мәктәбендә башҡорттарҙың намаҙ уҡыуына тап булыуын әйтә. Һуңынан яҙыусы уларҙы үҙенә саҡыра. Башҡорттар был осрашыу иҫтәлегенә ян һәм уҡ бүләк итә. Гёте улына яҙған хатында: «Мин бында уларҙың принцтарын, солтандарын күрҙем», — ти. Был принцтарҙың береһенең, башҡорт отряды етәксеһенең фамилияһы Альберт Гётеның атаһына яҙған хаттары араһында табылған бер яҙмаһында була. Яҡынса 1814 йылдың 22 мартында яһалған яҙмала: «Ғосман Ғүмәров, башҡорт кенәзе» тип яҙылған. Әйткәндәй, тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, 1814 йылда Изге Лауренция сиркәүе янында, Тюрингия кенәзлеге принцы Гюнтер башҡорт уҡ-һаҙаҡтарының көсөнә шик белдергәс, дүрт башҡорт йәйәнән уҡ атыу оҫталығын күрһәтә. Бер уҡ сиркәү көмбәҙенең төбөн тишеп ҡаҙала. Ағас уҡ серегәс, уны ҡоросҡа алыштыралар. Был ҡорос уҡ әлеге мәлдә алтынға алыштырылған. Был сиркәү Веймарҙан 100 саҡрым алыҫлыҡтағы Шварц ҡалаһында урынлашҡан.

Гёте хөрмәтенә Меркурийҙағы кратер һәм гётит тигән минерал аталған. Гётеның героиняһы хөрмәтенә 1905 йылда бер астероидҡа Зулейка тигән исем бирелә. Санкт-Петербургта шағирға бюст ҡуйылған. Швейцарияла Дорнах ҡалаһында Гётеға бағышлап бина — Гётеанум төҙөлгән.

Гёте һәм ҡатыны Кристиананың биш балаһы була. Өлкән улдары Августтан һуң тыуған башҡа балалары иҫән ҡалмай. Августтың өс балаһы — Вальтер Вольфганг, Вольфганг Максимилиан, Альма. Август атаһы үлерҙән бр йыл алда Римда мәрхүм була. Августтың балалары никахҡи инмәй һәм шуға ла Гётеның тоҡомо 1885 йылда өҙөлә.




#Article 328: Көньяҡ Урал (291 words)


Көньяҡ Урал — Урал тауҙарының көньяҡ өлөшө. Башҡортостандың көнсығышына һәм Силәбе өлкәһенең көнбайышына тура килә. Көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған бер нисә тау һыртынан тора. Иң бейек нөктәләре — Ямантау (1640 м) һәм Ирәмәл (1582 м).

Көнсығыштағы иң ситке тау һырты — Ирәндек.

Көньяҡ Урал рельефы ҡатмарлы. Көньяҡ-көнбайышында һәм меридиональ йүнәлештә төрлө бейеклектәге һырттар арҡырылы-буйлы телгеләнгән, үҙәндәре бар.

Тау системаһының үҙәге - Уралтау һырты, ул Ағиҙел һәм Урал йылғаларын айырып тора. Ул Көньяҡ  Уралдың көнсығыш өлөшөндә 500 км оҙонлоҡта, киңлеге 5-тән 30 км-ға тиклем. Иң бейек түбәһе 1067 м (Әрүәк тауы, Белореттың көньяғындараҡ); һырттың уртаса бейеклеге 800—900 м, ә яҡындағы үҙәндәр 400—500 м -ға түбәнерәк. Уралтау һырты бер нисә  параллель теҙмәнән һәм ҙур булмаған армыттарҙан тора, улар киң генә уйпаттар менән айырылған.  Улар һөҙәк кенә, урыны менән  һуйырташтар, кварцит һәм конгломераттар өйөмдәре генә ҡалҡып тора.

Ағиҙел йылғаһы үҙәне  көнбайышҡа табан бер нисә параллель рәүештә килгән бейек ҡаялы тау сылбырҙарын айыра.  Ул һыҙатта иң бейек һырттар – Егәлге һәм Машаҡ, ә иң бейек тау массивтары – Ямантау һәм Ирәмәл. Улар бик ҡаты  кварц ҡомташтарҙан һәм балсыҡлы сланецтан тора.  Тау битләүҙәре 1 100 м бейеклеккә тиклем ылыҫлы урмандар менән ҡапланған, ә өҫтәрәк таш һибелмәләр өҫтөнлөк итә..

Көнбайышҡараҡ уртаса  бейеклеге 1 000 м тәшкил иткән тау сылбырҙары китә, бик һирәктәре генә бейегерәк. Тау сылбырҙары үҙ-ара киң йылға үҙәндәре менән айырыла, тар ғына үҙәндәр һәр тармаҡты һырттарға һәм массивтарға бүлә. Төп һырттары Елмерҙәк, Йөрөмәтау, Колу, Ҡаратау .

Көнсығыштараҡ  Көньяҡ Урал һырттары: Ирәндек һәм Ҡырҡтытау теҙелеп китә. Улар ултырма ғына түгел, вулкандан ҡалған тау тоҡомдары арҡаһында ла ҡатмарлы төҙөлөшлө. Тауҙар ныҡ емерелгән, һырттары шыма, әммә вулканлы тоҡомдар яланғасланған урындарҙа ҡаялар, ташлыҡтар килеп сыға.Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә  көньяҡта  тауҙар бөтә һәм дала, арыраҡ ярымсүллектәр башлана.

Көньяҡ Урал рельефы Урал тау иленең геологик тарихын сағылдыра. Көньяҡ-Урал тау иленең  көнсығыштан көнбайышҡа табан  геоморфологик провинциялары:




#Article 329: Азатлыҡ радиоһы (208 words)


 
Азатлыҡ радиоhы (тулы исеме:  «Азат Европа/Азатлыҡ радиоhы») — элекке Советтар Союзы, Көнсығыш Европа һәм Яҡын Көнсығыш илдәренең телдәрендә хәбәр иткән радио. Ошо илдәрҙең халыҡтарына ирекле мәғлүмәт еткереү өсөн ойошторолған тип һанала. Америка Ҡушма Штаттарының Конгресы тарафынан финанслана. Тапшырыуҙарын Чехияның башҡалаһы Праганан алып бара.

Азатлыҡ радиоhының татар һәм башҡорт телдәрендә һөйләгән хеҙмәте бар — уның тапшырыуҙары 1953-сө йылдан эфирға сығып килә. Бөгөн радионың был хеҙмәте көнөнә бер сәғәтлек программа әҙерләй, ул эфирға тәүлегенә бер нисә тапҡыр ҡат-ҡат тапшырыла. Радионы ҡыҫҡа тулҡындарҙа һәм Интернет аша тыңлап була.

Азатлыҡ радиоhының Башҡортостанда үҙ хәбәр үҙәге юҡ; ультра-ҡыҫҡа тулҡындарҙа тапшырғыстары ла юҡ. Өфөләге ике-өс штаттан тыш корреспонденты хәбәрҙәрен телефон аша ебәреп тора.

Азатлыҡ радиоһының «татар-башҡорт» хеҙмәте ошолай аталһа ла, дөйөм эфир ваҡытының төп өлөшөн татар телендә һөйләй. Аҙнаһына башҡорт телендә һөйләгән ваҡыты ни бары биш-ун минут ҡына тәшкил итә.

Үҙен-үҙе «объектив рәүештә» хәбәр итә тип әйтә килһә лә, Башҡортостан, башҡорт халҡы һәм теленә ҡағылған күпселек хәбәрҙәрен бер яҡлы һәм тар күҙлектән бирә. Мәҫәлән, бер айырым алынған тапшырыуында ғына: «Башкорттарҙың милләт булып ойошоуҙары Башҡортостан республикаһы төҙөлгәс генә башланған», «Салауат Юлаевтың яҙмалары татарса яҙылған», «башҡорт теле — ул татар теле», «татарҙан килеп сыҡҡан башҡорт» тигән фекер-фараз ишетеп була. Радионың татар-башҡорт хеҙмәтенең Интернеттағы сайтының форумында ла милләтсел һүҙҙәр йыш ҡына яңғырай; фекерләшкән ҡатнашыусылары араhында башҡортса яҙғандары бик һирәк күренә.




#Article 330: Мостай Кәрим (207 words)


Мостай Кәрим (тулы исеме — Мостафа Сафа улы Кәримов; 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951–1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV–XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты. 

Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.




#Article 331: Уй (Тубыл ҡушылдығы) (119 words)


Уй (, ) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йылға, Тубыл йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 462 км, бассейнының майҙаны — 34,4 км².

Учалы районында Алабейә hыртының итәгендә башлана; көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡорған өлкәһе аша, түбән ағышында Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһенең сиге буйлап аға. Ҡорған өлкәһендәге Усть-Уй ҡасабаhы янында Тубылға ҡоя.

Үрге ағышында таулы, үҙәне тар, һыу ағымы тиҙ. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, үтә киң. Силәбе өлкәһендәге Троицк ҡалаһында Уйҙа өлкән быуа ҡоролған.

Иң ҙур ҡушылдыҡтары:

уң яҡтан: Ҡыйҙыш, Ҡорасан, Туғыҙаҡ;

һул яҡтан: Санар, Эүәл.

Учалы районында Уйҙа Шәрип, Ҡужай, Балбуҡ, Комсомольск, Туңғатар, Ҡарт Муйнаҡ ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә — Уйск ауылы һәм Троицк ҡалаһы.

Йылғаның исеме — башҡорт теленән, «уйhыулыҡ, үҙән» мәғәнәһендә.




#Article 332: Быуат (153 words)


Быуат — ваҡыт үлсәме берәмеге, йөҙ йылдан тора. Хәҙерге ваҡыт иҫәбендә һәр быуат беренсе йылдан башлана, йөҙгә тигеҙ бүленгән йыл менән бөтә. Мәҫәлән, 20-се быуат 1901-се йылдың 1-се ғинуарында башланып, 2000-се йылдың 31-се декабрендә бөткән.

Григориан календары буйынса I быуат 1 йылдың 1 ғинуарынан башлана һәм 100 йылдың 31 декабрендә бөтә. II быуат 101 йылда башлана, III быуат — 201 йылда башлана. Быуаттың һуңғы һаны быуат һанынын башлана (мәҫәлән, 1900 йыл —XIX быуаттың һуңғы йылы). XX быуат 1999 йылдың 31 декабрендә бөттө тип иҫәпләү дөрөҫ түгел, XX быуат 2000 йылдың 31 декабрендә бөтә. Бынан тыш, был системала «нуленсе быуат»ҡа урын юҡ. Б.э.т. I быуаттан, б.э. I быуаты башлана.

Беренсе быуат 1-се йылда башланып 100-cө йылда бөткән. Ноль һанлы быуат булмаған. Беҙ 21-се быуатта йәшәйбеҙ, ул 2001-се йылда башланған.

Астрономик быуат Б. э. 1 йылынан түгел, ә нуленсе йылынан башлана. Шулай итеп астронимик быуат 0-дән 99 йылдарҙан тора.

Яҙғанда быуаттар рим йәки ғәрәп һандары менән билдәләнә.




#Article 333: Йәһүдилек (2802 words)


Йәһүдилек, Йәһүд дине, Иудаи́зм () — йәһүд халҡының дини, милли һәм этик ҡараштары, кешелектең иң боронғо монотеистик диндәренең береһе. Йәһүд батшалығына исем биргән Йәһүдә ырыуы атамаһынан, һуңынан, Икенсе ҡорам осоронан (б.э.т. 516 — б.э. 70 бб.), йәһүд халҡының атамаһына әйләнә — .

Күп телдәрҙә «йәһүд» һәм «иври (еврей)» төшөнсәләре бер термин менән йөрөтөлә һәм һөйләшеү барышында уларға айырма яһалмай, был иврилыҡты йәһүдилекдағы аңлатыуға тап килә. Хәҙерге урыҫ телендә «еврей» һәм «йәһүд» төшөнсәләре араһында айырма бар, береһе иври (еврей) милләтен, икенсеһе йәһүдилек диненә ҡарағанлыҡты белдерә, грек теле һәм мәҙәниәтендә лә шундай бүленеш бар. Башҡорт телендә бындай бүленеш күҙәтелмәй. Йәһүдилек ивриҙан күпкә киңерәк төшөнсәгә эйә булған грек һүҙенән — Ioudaiosтан килеп сыҡҡан.

Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуған һәм йәһүдлекте ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы тип иҫәпләнә. Уларҙың 42%-ы Израилдә, 42%-ы — АҠШ менән Канадала, ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй.

Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — Йәһүд батшалығы кешеһе, һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил. Төньяҡ Исраил батшалығы ҡолағас, халҡы әсирлеккә алып кителә һәм Йәһүдиә батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «иври» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә.

Йәһүдилек 3000 йылдан ашыу мөҙҙәтле мираҫҡа дәғүә итә. Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе, бөгөн дә Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе, бөгөнгә тиклем йәшәп килгәндәрҙең дә иң боронғоһо.

Йәһүдилек тарихы түбәндәге ҙур үҫеш осорҙарына бүленә:

Хәҙерге йәһүдилекға 19-20-се быуаттарҙа барлыҡҡа килгән төрлө «ағымдар» йәки «йүнәлештәр» инә. Иң эреләре — ортодоксаль йәһүдилек (үҙ сиратында хәсидтәрҙе, «литвактарҙы», заман ортодоксияһын, дини сионистарҙы һ.б. эсенә ала), реформистик һәм консерватив ағымдар (нигеҙҙә, АҠШ-та һәм Канадала). Ҡайһы бер илдәрҙә яҡынса реформистикҡа тап килгән ағым либераль йә прогрессив йәһүдилек тип атала, ә консерватив йәһүдилек эйәрсендәрен АҠШ менән Канадала «масорти» тип йөрөтәләр. Бынан тыш, «традицион» йәһүдилекға эйәреүселәр, йәғни «масорти», тип, үҙҙәре ортодокс булмаһа ла, күп йолаларҙы тотҡан һәм ортодоксаль йәһүдилекды хуплаған кешеләр (тәү сиратта Израилдә) атала. Элекке СССР-ҙа ла шулай булған һәм был әле лә дауам итә: йәһүдилек динен тотҡан күптәр көнкүреш кимәлендә уның бөтә ҡанундарын үтәмәй, ләкин үҙҙәрен башҡа ағымдарға индермәй һәм ортодоксаль раввиндарҙы хөрмәт итә. Ләкин СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә прогрессив ағымдарға ҡараған общиналар ҙа барлыҡҡа килде.

Хәҙерге заман йәһүдилекында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль йәһүдилекдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма Тора») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Галаха, атап әйткәндә, йәһүдтәрҙең тормошоноң башҡа хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, корпоратив һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль йәһүдилекдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ ивриҙары уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңғыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.

Доға уҡыу, шаббат һәм кашрутты тотоу, кипа (баш кейеме) кейеп йөрөү символик мәғәнәгә эйә.

XIX быуаттан мөһим символдарҙың береһе — алты ҡанатлы Дауыт йондоҙо. Йәһүдилекдың боронғораҡ символы — ете сатлы шәмдәл (Менора), Тәүратҡа һәм йолаға ярашлы, ул Изге Сатырҙа һәм Йәрүсәлим ҡорамында торған. Өҫкө яғы түңәрәкләтелгән дүрт мөйөшлө ике йәнәш таш таҡта ла йәһүдилек билдәһе булып тора, был һын синагогалар биҙәлешендә йыш осрай. Был таш таҡталарға ҡайһы берҙә тулыһынса йә ҡыҫҡартылып 10 ҡанун йә булмаһа йәһүд алфавитының ошо ҡанундар һаны булып йөрөгән тәүге 10 хәрефе соҡоп яҙыла.

Тәүратта шулай уҡ 12 ырыуҙың һәр береһенең байрағы ла һүрәтләнә. Ғәҙәттә хәҙерге йәһүдтәр сығышы менән, нигеҙҙә, Йәһүдә ырыуынан һәм уның биләмәһендә урынлашҡан Йәһүдиә батшалығынан тип иҫәпләнгәс, арыҫлан — ошо ырыуҙың билдәһе — шулай уҡ йәһүдилек символы булып иҫәпләнә. Ҡайһы берҙә арыҫлан хакимлыҡ таяғы — батшаның хакимлыҡ итеү билдәһе менән һүрәтләнә, был ырыуға үҙенең күрәҙәлегендә Яҡуп пәйғәмбәр батшалыҡ юрай (Башл. 49:10). Таш таҡталарҙың ике яғында — «ҡанундар һағында» — торған ике арыҫлан һыны ла осрай.

Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуғандарҙы ла, йәһүдилекды ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы, тип иҫәпләнә. Бөтә йәһүдтәрҙең 42%-ы Израилдә, 42%-ы АҠШ менән Канадала, ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй.

Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — Йәһүд батшалығы кешеһе, һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил. Төньяҡ Израиль батшалығы ҡолатылып, уның бөтә халҡы әсирлеккә алып кителгәндән һуң Йәһүд батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «еврей» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә.

Йәһүдилек 3000 йылдан ашыу мөҙҙәтле мираҫҡа дәғүә итә. Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе, бөгөнгә тиклем йәшәп килгәндәрҙең дә иң боронғоһо.

Йәһүдилек тарихы түбәндәге ҙур үҫеш осорҙарына бүленә:

Хәҙерге йәһүдилекға 19—20 быуаттарҙа барлыҡҡа килгән төрлө «ағымдар» йәки «йүнәлештәр» инә. Иң эреләре — ортодоксаль йәһүдилек (үҙ сиратында хәсидтәрҙе, «литвактарҙы», заман ортодоксияһын, дини сионистарҙы һ.б. эсенә ала), реформистик һәм консерватив ағымдар (нигеҙҙә, АҠШ-та һәм Канадала). Ҡайһы бер илдәрҙә яҡынса реформистикка тап килгән ағым либераль йә прогрессив йәһүдилек тип атала, ә консерватив йәһүдилек эйәрсендәрен АҠШ менән Канадала «масорти» тип йөрөтәләр. «Традицион» йәһүдилекға эйәреүселәр, йәғни «масорати»ҙар, үҙҙәре ортодокс булмаһа ла, күп йолаларҙы тота һәм ортодоксаль йәһүдилекды хуплай (тәү сиратта Израилдә). Был элекке СССР-ҙа ла шулай булған һәм әле лә шулай: йәһүдилек динен тотҡан күптәр көнкүреш кимәлендә уның бөтә ҡанундарын үтәмәй, ләкин үҙҙәрен башҡа ағымдарға индермәй һәм ортодоксаль раввиндарҙы хөрмәт итә. Ләкин СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә прогрессив ағымдарға ҡараған общиналар ҙа барлыҡҡа килде.

Хәҙерге заман йәһүдилекында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль йәһүдилекдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма Тора») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Йәһүдтәрҙә Галаха тормоштоң ғәҙәттә башҡа халыҡтарҙағы хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, йәмәғәт һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль йәһүдилекдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ йәһүдтәре уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.

Танах — , өс һүҙҙән яһалған аббревиатура: Тора́ , Невии́м , Ктуви́м  — Ҡанун, Тәғлимәт; Пәйғәмбәрҙәр һәм Яҙмалар. Тора Мусаның Биш китабы тип тә йөрөтөлә, сөнки был биш китап, йолаға ярашлы, Муса тарафынан Алланан Синай тауында алынған.

Танахты «Иври Библияһы» тип тә йөрөтәләр (христиандарҙа ул Иҫке Ғәһедтең ҡануни китаптарына инә). Унда донъя һәм кеше яратылмышы, Алла менән килешеү һәм ҡанундар, шулай уҡ иври халҡының барлыҡҡа килгәндән алып Икенсе Ҡорам осоро башланғанға тиклемге тарихы һүрәтләнә. Йәһүдилек һәм уның дини-фәлсәфәүи тәғлимәте христианлыҡ һәм ислам барлыҡҡа килеү нигеҙе була.

Иври Библияһы төрлө контекстарҙа туранан-тура йәки ситләтеп Алланы аңлатҡан төрлө исемдәр һәм эпитеттар ҡуллана. Классик тәфсирселәр был исемдәрҙең һәр береһен ҡулланыу үҙенсәлектәренә ҡарата, мәҫәлән, ҡайһы осраҡта рәхимлелек сифаты ҡаты хөкөмдән өҫтөнлөк ала икәнлегенә, аңлатма бирә.

Исемдәрҙе ҡулланыу менән бәйле текст үҙенсәлектәрен өйрәнеү хәҙерге заман Библия тәнҡитенең Документаль гипотезаһы нигеҙенә ятты.

То́рa (ивр. תּוֹרָה — тора́, «тәғлимәт, ҡанун» мәғәнәһендә; ашкеназ әйтелешендә — То́йро), Ҡөрьәндә — Тәүрат

Тора тексы һәм асылы аңлау өсөн ауыр булғанлыҡтан (шул иҫәптән хатта уны өйрәнеүсе кешеләр өсөн дә), быуаттар буйы аҡыл эйәләре уның айырым положениеларын тәфсирләргә тырыша. Ҡайһы бер тәфсирселәр, мәҫәлән, Раши, Яҙма Тораның һәр һөйләменә тиерлек комментарий эшләгән. Йола мәғлүмәттәре буйынса, Муса Синай тауында Алланан Яҙма Тора менән бергә Ауыҙ-тел Тораһын да алған, ул тәрән, йәшерен мәғәнәләрҙе асып һала, Яҙма Тораны тулыландыра һәм «әйтеп еткерелмәгәнде» аңлата. Яҙма Торала телдән әйтелгән Тораның барлығына тура дәлил булмаһа ла, Шмот (Сығыу) китабында былай тиелгән: «Һәм Муса Раббының бөтә һүҙҙәрен яҙып ҡуйҙы…».

Ауыҙ-тел Тораһы быуындан-быуынға телдән-телгә тапшырыла, был II быуатта уның Мишна рәүешендә, һуңынан Гемарала теркәлгәненә тиклем дауам итә, улар бергә Талмудты барлыҡҡа килтерә.

Талмудтың хәҙерге баҫмаларына Тораны тәфсирләгән гаондарҙан (геоним) алып (иртә Урта быуат) XVII быуатҡа тиклемге төрлө быуын аҡыл эйәләренең комментарийҙарын индерәләр.

Комментарийҙарҙың икенсе өлөшө Мидрашҡа инә. Яратылмыш (Брешит Рабба), Левиҙар (Вайикра Рабба) (иртә мидраштар), Сығыу (Шмот Рабба) китаптарына мидраштар бар.

Шулай уҡ Тосефта (Мишнаға аңлатмалар һәм өҫтәмәләр) бар.

Библия эҙләү археологияһы уңышлы барыуға ҡарамаҫтан, Танах ғәмәлдә исраилдарҙың иң боронғо тарихы тураһында мғлүмәт биреүсе берҙән-бер сығанаҡ булып тора, шунлыҡтан боронғо иври тарихының ҡайһы өлөштәре — ысын, ҡайһылары легенда икәнлеген асыҡлап булмай. Танахта ғына түгел, башҡа сығанаҡтарҙа ла телгә алынған беренсе шәхес — Исраил батшаһы Ахав; уның тураһында б.э.т. 853 й. ҡараған ассирий яҙмаһында һөйләнелә. Шул уҡ ваҡытты Тәүраттан башҡа ике сығанаҡта (Меш батша стелаһы менән Тель-Дан стелаһы) таштағы был яҙыуҙар барлыҡҡа килгәнгә тиклем 100—150 йыл элек кенә йәшәгән Дауыт батша династияһы (Дауыт тоҡомо) телгә алына. Меш стелаһында Мештың Ғомри батша, Ахавтың атаһы, менән яуҙары тураһында әйтелә.

Ғалимдарҙың күбеһе документаль фараз яҡлы, улар раҫлауынса, Тора (Биш китап) бер-береһенә бәйһеҙ бер нисә әҙәби сығанаҡты берләштереү юлы менән төҙөлгән, ә тулыһынса Муса тарафынан яҙылған китап түгел.

Күптәр фекеренсә, Беренсе Ҡорам осоронда Исраил кешеләре һәр халыҡтың үҙ аллаһы булыуына ышанған, ләкин уларҙың Аллаһы иң баш Алла тип һанаған, йәғни монолатрия ҡарашында торған. Ҡайһы берәүҙәр, ҡәтғи монотеизм Бабилға ҡыуып алып кителеү осоронда зороастр дуализмына яуап булараҡ үҫешкән, тип иҫәпләй.Танах текстарында гонаһҡа батыуҙа иблис шауҡымы булыуы телгә алына башлай, уға тиклемге сығанаҡтарҙа ул осрамай. Был фаразға ярашлы, тик эллин дәүерендә генә күпселек йәһүдтәр үҙҙәренең Аллаһы берҙән-бер булыуына, ә уларҙың халҡын берҙәм дин туплап тороуына ышана башлай. Джон Дей фекеренсә, Библиялағы Эль, Бәғел һ.б., бәлки, тамырҙары менән гректарҙың аллалар пантеонына нигеҙләнгән иртә ҡәнғән диненә барып тоташалыр.

Нью-Йорк университетының иудаика кафедраһы профессоры Л. Шиффман былай тип яҙа:

Ҡайһы бер ғалимдар, патриархтарҙың дин тәғлимәте бары тик монолатрияның бер формаһы ғына булған, тип раҫлай…, ләкин Библия шаһит — патриархтар ысын мәғәнәһендә бер аллалы булған. Шуның менән бергә, һуңғары библияса ҡорбан килтереү системаһының үҫеше иртә исраилдарҙың демонистик көстәргә ышаныуын дәлилләй. Күп аллалы Месопотамия менән Угарит пантеондарын хәтерләтә….

Ортодоксаль йәһүдилек ( — «дөрөҫ фекер» мәғ.) — йәһүдилекда классик йәһүд диненә эйәргән ағымдарҙың уртаҡ атамаһы. Ортодоксаль йәһүдилек, йәһүд дине ҡануниәте (Галаха) Талмудта нисек теркәлгән һәм Шулхан арухта нисек нығытылған булһа, мотлаҡ шулай үтәлергә тейеш, тип һанай. Ортодоксаль йәһүдилекда бер нисә йүнәлеш бар — литвак, төрлө төркөмдәргә бүленгән хәсидлек, модернистик ортодоксаль йәһүдилек (ингл. Modern Orthodox Judaism), дини сионизм. Диндарҙарҙың дөйөм һаны — 4 миллиондан ашыу кеше.

Хәҙерге заман йәһүдилекының ашкеназ тармағындағы классикаға нығыраҡ бирелгән йүнәлеше.
Литвактар тип аталалар, сөнки уларҙың төп дини үҙәктәре — йешивалары — Икенсе донъя һуғышына тиклем нигеҙҙә Литвала (Бөйөк Литва кенәзлегенә хәҙерге Литва, Беларусь һәм өлөшләтә Польша менән Украина ерҙәре инә).

Литвактар бөйөк Талмуд ғалимы булып танылған Вильна Гаонының (Элияһу бен Шлоймэ Залман раввиндың) эйәрсендәре булып тора. Уның фатихаһы менән Воложинда заманса өлгөлө литвак йешиваһы ойошторола.

Рәсәйҙә литвактар РИДООК (Рәсәй йәһүд дини общиналар һәм ойошмалар конгресы) составына инә.

Литвак ағымына ингән билдәле раввиндар, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре: раввин Исроэль Мейр а-Коэн (Хафец Хаим), рав Шах.

XVIII быуатта барлыҡҡа килгән дини-мистик хәрәкәт. Әлеге осорҙа хәсидлек үҙәктәре Израилдә, АҠШ-та, Бөйөк Британияла һәм Бельгияла урынлашҡан.

Ортодоксаль модернизм ортодоксаль йәһүдилекдың бөтә принциптарына тоғро ҡала, шул уҡ ваҡытта уларҙы хәҙерге мәҙәниәт һәм цивилизация, сионизмды дини аңлау менән яраҡлаштыра. Израилдә йәшәгән ортодоксаль динле йәһүдтәрҙең яртыһынан ашыуы уға эйәрә.

XIX быуатта Заман ортодоксияһын раввиндар Азриэль Хильдесхаймер (1820—1899) менән Шимшон-Рафаэль Гирш (1808—1888) эшләй башлай, улар Тора вэ дэрех эрец — Тораның тирә-яҡ (хәҙерге) донъя менән гармонияла булыу принцибын иғлан итә.

XX быуаттың икенсе яртыһында хәрәкәттең төп идеологтары — р. Цви-Иехуда Кук (Израиль) менән р. Йосеф-Дов Соловейчик (АҠШ).

Хәҙерге замандың күренекле вәкилдәре: р. Авраам Шапира (вафаты — 2007 йыл), р. Элиезер Беркович (вафаты — 1992 йыл), р. Мордехай Элон, р. Шломо Рискин, р. Йехуда Амиталь, р. Аарон Лихтенштейн, р. Ури Шерки, р. Шломо Авинер.

Урыҫ телле йәһүд общинаһында заман ортодоксияһы һәм дини сионизм принциптарына Зеев Дашевский һәм Пинхас Полонский етәкселек иткән Маханаим ойошмаһы эйәрә.

XIX быуат башында рационализм һәм ҡағиҙәләр системаһын үҙгәртеү — «этик» ҡағиҙәләрҙе һаҡлап, «йола» ҡағиҙәләренән баш тартыу идеяһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Прогрессив йәһүдилек хәрәкәте — ул йәһүдилекдағы либераль ағым. Прогрессив (заманса) йәһүдилек ҡарашынса, йәһүд йолалары даими үҙгәрә һәм үҫә, һәр яңы быуын уға яңы мәғәнә һәм яңы йөкмәтке өҫтәй. Прогрессив йәһүдилек дини йолаларҙы бөгөнгөгә яраҡлаштырып үҙгәртергә ынтыла һәм Галаханы кире ҡаға.

Прогрессив йәһүдилек хәрәкәте үҙен Исраил пәйғәмбәрҙәренең эшен дауам итеүсе тип иҫәпләй һәм ғәҙеллек, рәхимлелек, яҡыныңды хөрмәт итеү юлынан бара. Прогрессив йәһүдилек хәрәкәте хәҙерге заман тормошон йәһүд Тәғлимәте менән бәйләргә тырыша; уның эйәрсендәре меңйыллыҡтар арауығында ла йәһүд йолалары менән йәһүд тәрбиәһе үҙенең көнүҙәклеген юғалтмағанлығына инана.

Бөйөк Британияла идея йәһәтенән реформистик йәһүдилекға яҡын торған хәрәкәт либераль йәһүдилек тип атала. Ә Бөйөк Британиялағы реформистик йәһүдилек идея яғынан АҠШ-тағы консерватив хәрәкәткә оҡшаш. Либераль, реформистик һәм реконструктивистик хәрәкәттәр йәмғеһе бергә прогрессив йәһүдилек тип йөрөтөлә.

Йәһүдилекда хәҙерге осор хәрәкәте, XIX быуат уртаһында Германияла барлыҡҡа килә, ойошҡан формалары XX быуат башында АҠШ-та ла яһала. Тәүҙән үк реформистик йәһүдилек тармағы булып тора.

Консерватив йәһүдилек АҠШ-ҡа йәһүдтәр Көнсығыш Европанан күпләп күскәндән һуң көсәйә, сөнки улар нигеҙҙә реформистик общиналарға береккән традицион (йәғни ортодоксаль) ғаиләләрҙән сыҡҡан йәһүдтәр була. Уларға немец классик реформистик йәһүдилекы ят була, шул уҡ ваҡытта улар йолаларҙы көн дә үтәүҙе күпселек ортодокстар кеүек мотлаҡ тип һанамай. Һөҙөмтәлә, консерватив йәһүдилек айырым хәрәкәт булып китә, шул уҡ ваҡытта уның йоғонтоһо аҫтында күп кенә традицион йолалар реформистик йәһүдилекға кире ҡайта.

АҠШ-та тағы ла Conservadox тип йөрөтөлгән ҡатлам бар, уның дини ғәмәлиәте консерватив һәм ортодоксаль (модернистик) йәһүдилек араһындағы урталыҡта ята. Уның ҡатнашыусылары — ғәҙәттә дини йолаларҙың үтәлешенә ортодоксаль общиналарҙағыса уҡ ҡәтғи ҡарамаған, ләкин консервативтарҙан ҡәтғирәк мөнәсәбәттә булған һәм консерваторҙарҙың реформистарҙан күсергән ғәмәлиәттәрен үҙҙәренә алмаған ғаиләләрҙән сыҡҡан диндарҙар. Шул уҡ төркөмдө йыш ҡына «традицион» йәһүдтәр тип тә атайҙар (уларҙы ультраортодокстарға ла, реформистарға ла, консерваторҙарға ла ҡаршы ҡуйып). Шулай итеп, консерватив йәһүдилек төрлө ҡараштарҙан тора.

Раввин Мордехай Капландың йәһүдилекға цивилизация тип ҡарау идеяһына нигеҙләнә, барлыҡҡа килгән сағында — консерватив йәһүдилек тармағы. Реформистик йәһүдилек менән бергә World Union for Progressive Judaismға инә.

Изге ҡала — Йәрүсәлим, унда Ҡорам булған. Ҡорам тауы йәһүдилекда мөҡәддәс урын һанала. Йәһүдилекдың башҡа изге урындары — Хеврондағы Махпела мәмерйәһе, унда Библиялағы тәү ата-бабалар ерләнгән; Бет-Ләхәм (урыҫ. Вифлеем) — был ҡалаға барғанда мәрхүм булған тәү әсә Рәхилә (урыҫ. Рахель) юл буйына ерләнгән; Наблус (йәки Шхем; урыҫ. Сихем), унда Йософ (урыҫ. Иосиф) ерләнгән; Цфат (урыҫ. Сафед), унда мистик Каббала үҫеш алған; Тверия, унда оҙаҡ йылдар Синедрион ултырыштары үткәрелгән.

Израиль халҡының (5,3 млн) 25 % самаһы ортодоксаль йәһүдилекдың тулы эйәрсендәре булып тора (уларҙың бер яртыһы — литвак йүнәлеше һәм хәсидселек яҡлы, икенсе яртыһы — дини сионизм яҡлы), тағы 35 % самаһы үҙҙәрен өлөшләтә ортодоксаль йәһүдилекға индерә.

Израилдә дин дәүләткә ҡарамай (йәғни граждандар өсөн мотлаҡ түгел), ләкин ул дәүләттән айырылмаған. Тик дини учреждениелар ҡарамағында ғына булған мәсьәләләр бар (өйләнешеү, айырылышыу, үлем, гиюр — йәһүдилекға күсеү). Шулай уҡ ике яҡтың килешеүе менән «Бет дин» дин хөкөмө суды тарафынан ҡарала ала торған башҡа мәсьәләләр ҙә бар. Һәр осраҡта ла Юғарғы судҡа апелляция бирергә мөмкин. Израилдең ҡайһы бер закондары традицион дин хоҡуғы — Галаха нигеҙендә ҡабул ителгән.

Израилдә шулай уҡ — шәмбе һәм йәһүдилекдағы бөтөн байрамдар (Песах, Шавуот, Рош а-Шана, Йом Кипур, Суккот) ял көнө булып тора.

Йәһүдилекдың мәжүси диндәргә мөнәсәбәтен Алейну Лешабе́ах доғаһы күрһәтеп тора (хәҙерге тексын Бабил талмудсыһы Рав Аба Арика яҙған, III быуат), йәһүдтәҙең тәүлек әйләнәһендәге дини хеҙмәттәре барыһы ла ошо доға менән тамамлана:

Бөтөн донъя Раббыһын данлау, бар донъяны Яралтыусының бөйөклөгөн иғлан итеү беҙгә йөкмәтелгән. Сөнки ул беҙҙе донъя халыҡтарына оҡшаш итмәгән, ерҙәге ҡәбиләләр кеүек булыуҙы мөмкин итмәгән. Ул беҙгә уларҙың тәҡдирен бирмәгән, уларҙың барыһына биргән яҙмышты беҙгә бирмәгән. Сөнки улар бушлыҡҡа һәм юҡлыҡҡа табына һәм улар ҡотҡармай торған илаһтарға доға ҡыла .

Йәһүд общинаһына эллиндар динен тағырға маташыу Мәккәбиҙар һуғышына сәбәпсе була.

Тотош алғанда, йәһүдилек христианлыҡҡа йәһүдилекдың нигеҙен донъя халыҡтарына еткерергә тейешле «үҙенән сыҡҡан», йәғни «бүлендек дин», тип ҡарай:

Христианлыҡты уның IV быуатта эшләнгән тринитар һәм христологик догматикаһы менән бергә илаһҡа табыныу (мәжүсилек) тип аңларғамы, әллә Тосефта шитуф («өҫтәмәләр» менән бергә ысын Аллаға ла табыныу) булараҡ билдәле булған йәһүд түгелдәр өсөн яраҡлы монотеизм формаһы тип ҡабул итергәме — абруйлы раввин әҙәбиәтендә был хаҡта берҙәм фекер юҡ.

Христианлыҡ тарихи йәһәттән йәһүдилек эсенән яралған: Ғайса () үҙе һәм уның эйәрсендәре (апостолдар) йәһүд булып тыуған һәм тәрбиәләнгән; ивриҙар христианлыҡты күп һанлы йәһүд секталарының береһе тип иҫәпләй. Мәҫәлән, апостол Павел өҫтөнән судта Павел үҙен фарисей тип атай, шуның менән бергә был баш ҡаһин менән йәһүд аҡһаҡалдары тарафынан әйтелә.

Йәһүдилек фекеренсә, Насратта (ивр. Нацрат, урыҫ. Назарет) йәшәгән Ғайса бер ниндәй дини әһәмиәткә эйә түгел, һәм уның мәсихлек статусын таныу (шуға ярашлы, «Христос» (Мәсих) тигән титулды ҡулланыу) дөрөҫ түгел. Ул осорҙоң дини йәһүд текстарында Иисус (Ғайса) тип танырлыҡ шәхес бер тапҡыр ҙа телгә алынмай.

Ислам менән йәһүдилекдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре VII быуатта Ғәрәп ярымутрауында ислам барлыҡҡа килеү һәм таралыу менән башлана. Ислам менән йәһүдилек Ибраһим диндәренә ҡарай һәм Ибраһимдан башланған боронғо дөйөм нигеҙгә эйә. Шунлыҡтан был ике дин араһында уртаҡлыҡтар күп. Мөхәммәт раҫлауынса, ул иғлан иткән дин — саф Ибраһим дине, һуңынан уны йәһүдиҙәр һәм христиандар боҙған.

Йәһүдтәр, христианлыҡтан айырмалы, исламды эҙмә-эҙлекле монотеистик дин тип таный. Ҡағиҙә булараҡ, мосолман илдәрендә йәшәгән йәһүдтәргә үҙ динен тоторға һәм үҙҙәренең эске эштәренә идара итергә рөхсәт бирелгән. Улар торор урын һәм һөнәр һайлауҙа ирекле булған Ислам Андалусияһында (Испания) 712—1066 йылдар йәһүд мәҙәниәтенең алтын быуаты тип аталған. Лев Поляков яҙыуынса, мосолман илдәрендә иври общиналары ҙур ташламалар менән файҙаланған һәм сәскә атҡан. Уларҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә аяҡ салған закондар һәм социаль кәртәләр булмаған. Күп йәһүдтәр мосолмандар яулап алған төбәктәргә күсенер һәм үҙҙәренең общиналарын ҡорор булған. Ғосман империяһы Испаниянан католик сиркәүе тарафынан ҡыуылған йәһүдтәрҙе һыйындырған.

Ғәҙәттә, мосолман булмағандар, шул иҫәптән йәһүдтәр ҙә, мосолман илдәрендә подданный сифатында йәшәгән. Был халыҡтар өсөн Ғәббәсиҙәр осороноң абруйлы мосолмандары тарафынан эшләнгән ҡанундарға нигеҙләнгән зимми статусы булған.
Ғүмерҙәре һәм мөлкәттәренең яҡлаулығы менән файҙаланып, улар, йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә бары тик ислам хакимлығын бер һүҙһеҙ танырға һәм махсус һалым (джизйә) түләргә тейеш булған. Шуның менән бергә улар башҡа һалымдарҙан (Зәкәт) һәм ғәскәри хеҙмәттән азат ителгән.

Быуаттар ағышында йәһүд диаспораһында мәҙәни һәм тел үҙенсәлектәре буйынса айырымланған төркөмдәр барлыҡҡа килгән. Күптәре айырым йәһүд этнолекттарында, диалекттарында һәм телдәрендә һөйләшә.




#Article 334: Ҡушый (ауыл) (159 words)


Ҡушый — Башҡортостандағы Әбйәлил районы Дәүләт ауыл советына ҡараған ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 374 кеше. Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201822003.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Ҡушый ауылы (Ҡуянсыҡ) 1816—1820 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда бында 21 йортта 121, 1859 йылда 140, 1920 йылда 323 кеше йәшәгән.
Ауылға беренсе булып старшина Ҡушый Ғәбиҙуллин (1761—1820) нигеҙ һалған. Уның Ғәлиәкбәр исемле улы булған. Ҡушыйҙың ҡустылары Аҡйетәр менән Ҡустығол да ошо ауылға килеп төпләнгән.

Ауылдың икенсе исеме Ҡуянсыҡ уның Исхаҡ менән Буранғол ауылдары менән Бәйләнеш Булыуына ишаралай. Көһәмешевтарҙың һәм Иҫәрғоловтарҙың өс-дүрт ғаиләһенең Исхаҡ ауылына күсеүе ошо хаҡта һөйләй.

Ауылда 1812 йыл геройы, ике көмөш миҙал кавалеры Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин йәшәгән. Уның ағаһы Яҡуп 1805—1807 йылдарҙа Франция менән Рәсәй һәм Польша ерендәге алыштарҙа ҡатнаша.

Халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауыл халҡы Ҡағы, Мәйгәште, Ҡырҡтытау яғында йәйләгән. 40-сы йылдарҙа халыҡтың 100 аты, 50 һыйыры, 100 һарығы, 70 кәзәһе, 30 дисятина һөрөнтө ере була.




#Article 335: Яҙ йондоҙо (131 words)


Яҙ йондоҙо (, ) — тиле кишер () ғаиләһендәге үлән төрө, төньяҡ ярымшарҙың урта региондарында киң таралған. Төрҙәрҙең дөйөм һаны 300-гә яҡын.

Был үҫемлектең күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡтары осрай.

Япраҡтары абаға япрағына оҡшаған, икегә-өскә бөкләнгән.

Сәскәләре тәлгәшләп йәки берәмләп урынлашҡан.

Өҫкө сәскә тажында нектар йыйыла. Яҙ йондоҙоноң нектарын һүрырға оҙон көпшәтомшоҡло бөжәктәрҙең генә мөмкинлеге бар (мәҫәлән инкештәргә (шмель))

Емеше ҡоро ҡуҙаҡ эсендә урынлашҡан.

Тамырында туҡлыҡлы мәтдәлергә бай бүлбелере булғанға иртә яҙҙын шытып сыға.

Орлоҡтарын таратыуҙа ҡырмыҫҡалар ҙур роль уйнай.

Бүлбелерендәге алкалоидтар яҙ йондоҙон ҡиммәтле дарыу үләне ите.

Шулай уҡ бал биреүсе һәм декоратив үҫемлек. булараҡ файҙалы.

Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М.: Просвещение, 1980. — Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения. / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — С. 82, 98, 109, 217—219, 221, 222. — 430 с. — 300000 экз.




#Article 336: Сэмюэл Беккет (115 words)


Сэмюэл Беккет () (13 апрель 1906 йыл — 22 декабрь 1989 йыл) —  ирланд яҙыусыһы, шағир һәм драматург. Инглиз һәм француз телендә яҙған. Әҙәби тәржемәсе булараҡ та танылған. Эжен Ионеско менән бергә «Абсурд театры»на нигеҙ һалған. 1969 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты.

Сэмюэл Беккет Ирландияның башҡалаһы Дублинда 1906 йылда тыуған. 1937 йылда Парижға күсә; Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Францияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡатнаша. Ҡатыны Сюзанна менән һуңғы көндәренә хәтлем Парижда тора.

Иң билдәле пьесаhы «Годоны көткәндә» () тип атала; ул күп тапҡыр сәхнәлә ҡуйылған һәм телевидениела күрһәтелгән. Сэмюэл Беккеттың әҫәрәренә яңы заманса әҙәби алымдар, фәлсәфәүи ҡараш, минимализм һәм пессимизм хас.

Сэмюэл Беккет 1989 йылдың 22 декабрендә үлә. Бөгөн ул донъяның киң танылған драматургтарының береhе булып hанала.




#Article 337: Сәскә (464 words)


Сәскә (күплек һанда. сәскәләр,  цветы,  -oris,  -ου) — үҙгәргән үренде (репродуктив). Ябыҡ орлоҡлоларҙың, йәки сәскәле үҫемлектәрҙең үрсеү органы.

Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәһе нәҙек һабаҡта — сәскә һабында урынлашҡан (Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең сәскә һабы булмай).
 
Сәскә һабының осо, ғәҙәттә, сәскә төбөндә йыуаная йәки киңәйә. Шунда сәскәнең бөтә башҡа өлөштәре беркетелә.

Уртала емешлек урынлаша. Уны һеркәстәр уратып ала. Емешлек менән һеркәстәр — сәскәнең төп өлөштәре.

Сәскәнең төп өлөштәрен сәскә эргәлеге: баҙыҡ төҫтәге япраҡсаларҙан торған таж һәм йәшел каса япраҡсаларынан торған каса һаҡлай.

Сәскә эргәлеге сәскәнең эске өлөштәрен зарарланыуҙан һаҡлай һәм һеркәләндереүсе бөжәктәрҙе үҙенә ылыҡтыра.

Шулай итеп, сәскә төбө — ҡыҫҡарған һабаҡ булып тора. Унда үҙгәргән япраҡсалар: таж һәм каса япраҡсалары, емешлек һәм һеркәстәр урынлашҡан.

Һеркәс нәҙек кенә һеркәс ебенән һәм һеркәлектән тора. Һеркәлектә һеркәләр барлыҡҡа килә.

Емешлек киңәйгән аҫҡы өлөштән — емшәндән, нәҙек емешлек бағанаһынан һәм емешлек ауыҙынан тора.

Емшәндән емеш хасил була. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә, мәҫәлән, сәскә төбө лә ҡатнаша.

Тимәк, сәскә — үҙгәргән һәм ҡыҫҡарған репродуктив үренде.

Һәр сәскәле үҫемлек, үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ғына булһа ла, сәскә ата.

Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәһендә сәскә эргәлеге ике типтағы япраҡсанан тора. Эске япраҡсалар — таж барлыҡҡа килтереүсе япраҡсалар. Тышҡы япраҡсалар каса барлыҡҡа килтерәләр. Ундай сәскә эргәлеге ике ҡатлы сәскә эргәлеге тип атала.

Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең тажында һәм ҡасаһында япраҡсалары айырым-айырым тора. Башҡа үҫемлектәрҙең (хуш еҫле тәмәке, һуҡыр кесерткән, эт ҡарағаты, кәкүк емеше, ҡәнәфер) таж һәм каса япраҡсалары түбәнге өлөштә көпшә һымаҡ булып бергә ҡушылып үҫә.

Күп үҫемлектәрҙең, башлыса бер өлөшлөләрҙең (ләлә, амариллис, тюльпан), сәскә эргәлеге япраҡсалары аҙмы-күпме оҡшаш. Уларҙың касаһы ла, тажы ла булмай. Бындай сәскә эргәлеген ябай сәскә эргәлеге тип атайҙар.

Тюльпандың, ябай сәскә эргәләге япраҡсалары эре һәм асыҡ төҫтә, ә ҡайһыларының, мәҫәлән, ҡуһа (ҡамыш) үләненең төҫһөҙ була.

Һәр сәскәнең һеркәсендә һеркәләге була. Һеркәлек һеркәс ебендә урынлашҡан. Һеркәлек эсендә сәскә һеркәләре өлгөрә.

Емешлектең емешлек ауыҙы, бағанаһы һәм емшәне була. Емешлектең түбәнге киңәйгән өлөшөндә — емшәндә — орлоҡ бөрөләре урынлашҡан. Уларҙан сәскә атҡандан һуң орлоҡтар, ә емшәндән емеш барлыҡҡа килә.

Яланғас орлоҡлоларҙан () айырмалы булараҡ сәскә һеркәләнгән ваҡытта һеркә () емешлек ауыҙына (,)) эләгә.

Яланғас орлоҡлололарҙа һеркә тубырсыҡтағы орлоҡ бөрөһөнә тура барып () эләгә.

Күпселек үҫемлектәрҙең сәскәләрендә һеркәстәр ҙә, емешлектәр ҙә була. Улар ике енесле сәскәләр (ҡуш енесле).

Ләкин ҡайһы бер үҫемлек сәскәләрендә тик емешлектәр — емешлекле сәскәләр, ә икенселәрендә — тик һеркәстәр — һеркәсле сәскәләр була. Ундай сәскәләр — айырым енесле сәскәләр.

Ҡыяр, кукуруз кеүек үҫемлектәрҙе бер өйлө үҫемлектәр тип атайҙар, сөнки емешлекле һәм һеркәсле сәскәләре бер үк үҫемлектә урынлашҡан.

Киндер, тирәк һәм талды ике өйлө үҫемлектәр тип атайҙар. Уларҙың һеркәсле сәскәләре бер үҫемлектә булһа, емешлекле сәскәләре башҡа үҫемлектә урынлашҡан. Күрәндең ҡайһы бер төрҙәре, шулай уҡ, ике өйлө үҫемлеккә инә.

Сәскәләр тәбиғи төҙөлөшө, эшмәкәрлеге, төҫө, үлсәме буйынса үҙҙәренә генә хас иҫ китмәле яһалма булып тора.

Иң бәләкәй, диаметры 1 мм самаһы, сәскәләр һыу тәңҡәләрендә (). Диамеры 91 см, ауырлығы 11 кг-ға еткән иң ҙур сәскә Индонезияның Суматра утрауындағы Арнольд раффлезия сәскәһендә (Rafflesia arnoldii R.Br).




#Article 338: Ҡол Ғәли (800 words)


Ҡол Ғәли (, ; 1183—1236 йылдар) — Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтарҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп үлемһеҙ ижад иткән боронғо ҡомартҡы — «Ҡисса-и-Йософ» («Йософ китабы»ның) авторы. Сығышы буйынса башҡорттарҙың әйле ырыуынан булған, Волга буйы Болғарының Бүләр (Биләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһын 1233 йылда яҙған.

Ҡол Ғәли — башҡорттар һәм татарҙар араһында телдән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә киң таралған, күп быуаттар буйы быуындан быуынға, ҡулдан ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан Ҡазан типографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны — «Ҡисса-и Йософ» әҫәренең (йәиһә «Йософ китабы», «Йософ үә Зөләйха») авторы. Ҡол Ғәли — боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, әйле ырыуы башҡорто.  Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығол әл-Башҡордиҙың XVIII быуат аҙағында — XIX быуат баштарында яҙылған «Тәуарихе Болғариә» тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Тажетдин Ялсығолов, әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. «Тәуарихе Болғариә»гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897 йыл) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев «Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе» тигән исем аҫтында үҙенең атаҡлы «Йәдкәр» тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны «Йәдкәр»ҙең 1984 йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ. Иң әүәл — әйле башҡорттарының Ҡол Ғәлигә тиклемге быуындарының ил башы, башҡорт ханы Иштәктән (йәиһә Истәктән) башланған өлөшөн күрһәтәйек: Иштәк — (уның улы) Бәкатун — Әйле — Туҡый хан — Айҙар хан —Сәйет хан — Әмир хан — Солтанморат хан — Сәлим хан — Илһам хан —Ғабдулла хан — Ғәлим бәк — Мирхажи — Ҡол Ғәли. Шәжәрәнең был өлөшөнән күренеүенсә, Ҡол Ғәлиҙең ата-бабаларының Туҡый хандан алып Ғәлим бәккә тиклем туғыҙ быуыны Болғар дәүләтендә арҙаҡлы хандар династияһын билдәләй. «Нәсәбнамә»лә боронғо Иштәк хан тураһындағы мәғлүмәттәр иғтибарҙы йәлеп итә:

Бер ыңғай әйтеп китәйек: Иштәктең «суҡ улдары», йәғни ете улының исемдәре һәммәһе лә башҡорттоң киң билдәле ырыу-ҡәбилә атамалары менән тап килә. Шул ете улдың бишенсеһе Сарт тип аталыуы иһә айырым бер әһәмиәткә эйә. Сөнки башҡорт араһындағы һарттарҙы тарихсы һәм этнографтарҙың, исеменең һәм элек йәшәгән ерҙәренең уртаҡлығына ҡарап, үзбәктәр менән бутап йөрөтөүҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға мөмкинлек бирә. Шәжәрә буйынса, Иштәктең төп йорто Аму даръяһында булып, уның улдары Уралда мәҡам тотмоштар, һарт башҡорттары иһә, Урта Азияла ҡалып, үзбәк менән аралашып, һуңғы быуаттарҙа Уралға, үҙ туғандары араһына килеп һыйынған булып сыға. Тимәк, артабан һарт тигәндә, башҡорттоң үҙенең һарт тигән ырыуы тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Әйле ҡәүемен Иштәктең дүртенсе улы Бәкатундан тыуған Әйле башлап ебәргән, тип күрһәтелә. «…Әйле. Атаһы (Бәкатун) йортонда, Миәс даръяһында, атаһы урынында илле йыл шаһ булып, туҡһан йыл ғүмере булып, Миәс даръяһында дәфен булынмыш». Ҡол Ғәлиҙең үҙе һәм үҙенән һуңғы нәҫел-нәсәплек ебе тураһында түбәндәгеләр билгеле. Ҡол Ғәлиҙең атаһы Мирхажи, уның атаһы Ғәлим бәк, уның атаһы Ғабдулла хан булған. Ғабдулла хан Болғарҙа илле йыл ханлыҡ ҡылған. Әммә Ғәлим бәк заманында ханлыҡ һәләкәткә осрай. Болғар дәүләтен татар-монгол яуы баҫып ала. Ғәлим бәк тә, уның улы Мирхажи ҙа Кәшан ҡалаһында береһе мөҙәрис, икенсеһе имам булып тора. Вафаты — ул замандың Башҡорт йортона ҡараған Зәй тамағында. «…Ҡол Ғәли. Харәзмдә ҡырҡ биш йыл мөҙәрис булып, Ҡытай ғәскәренән ҡасып Үргәнескә килеп, унан Ҡырғыҙға, унан атай йортона, Зәй тамағына килеп, …Бүләр ҡалаһын бина ҡылмыштар».

Ҡол Ғәлиҙән Тажетдин Ялсығоловҡа тиклемге быуындар: Ҡол Ғәли. Уның улы Мирғәли («Үргәнестә мөҙәрис булмыш, шунда вафат»), Мирғәлиҙең улы Миршәриф («Үргәнестә үә Хиуала алтмыш йыл мөҙәрис булып, Хиуала вафат булды»). Уның улы Мирсәйет («дәүерендә унан ғалим һәм фазил әҙәм булманы, һис бер фән ҡалманы, һәр беренә бер хашийә әйтте». Уның улы Нурсәйет («Үргәнес, Хиуа үә Ҡонғратҡа егерме өс йыл хан булып, ҡыҙылбаштар шаһы Наҙир шаһтың улдары үлтерҙеләр»).

Тенеш (Тыныш). Бының ике улы: Көҙөй, Ҡошсо. Былар дәхи башҡорт хандары. Көҙөй. Бынан Өфө өйәҙе көҙөй әйле башҡорттары». Артабан: Яныш — Бабыш — Үлмәҫ хажи ибн Бабыш — Ғәбдерахман хажи — Ялынбай мулла — Ҡотлобулат мулла — Ейәнсура — Йәнтимер — Мәметҡол — Ялсығол хажи. «Хәҙрәт Тажетдин бин хажи Ялсығол. „Ҫөбәтел ғажизин“ исемле китапҡа „Рисаләи Ғәзизә“ намында шәрех яҙмыш. Башҡорт йортонда дәстгир китаптыр».

Тажетдин Ялсығолов үҙ ырыуының, йәғни әйле башҡорттарының нәсәбнамәһен ошондай һүҙҙәр менән тамамлай: «Беҙ ижтиһадыбыҙҙы сарыф әйләп, Әҙәм ғәләйһум заманынан алып был заманғаса тамам, һикһән бишенсе баба беҙ булдыҡ. Әй уландарым, һеҙ һәм яҙығыҙ!» Ҡол Ғәли, тимәк, башҡорттоң кешелек донъяһында меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән ырыу тармағының затлы уҡымышлылар һәм арҙаҡлы хандар династияһының бөйөк бер вәкиле. «Ҡисса-и Йософ» дастаны — башҡорт, даһийының төрки халыҡтар һәм, ғөмүмән, Шәреҡ рухи мәҙәниәте үҫешенә индергән үлемһеҙ әҫәре. Поэма 1212—1233 йылдар эсендә яҙылып, Урал-Волга буйҙарын татар-монголдар баҫып алыр алдынан (1236 йыл) тамамланған, тип фараз ителә. Авторҙың 45 йыл Хәрәзмдә мөҙәрис булып тороуы, яу ваҡытында ҡырғыҙҙарға ҡасып, аҙаҡ ата йортона — Зәй тамағына ҡайтыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, ул йәшәгән дәүерҙәге башҡа ҡайһы бер исемдәр, ваҡиғалар менән сағыштырып ҡарағанда уның, тыуған ваҡыты 1174 йылдан алдараҡ булырға мөмкин тигән фараз ышаныслыраҡ күренә. «Ҡисса-и Йософ» поэмаһы — башҡорт, татарҙар араһында бөгөнгө көндә лә иң танылған әҫәрҙәрҙең береһе. Ҡол Ғәли 1236 йылда монгол яуында Бүләр (Биләр) ҡалаһында вафат була.




#Article 339: Ҡырғыҙ теле (387 words)


Ҡырғыҙ теле – ҡырғыҙ халҡының милли теле, Ҡырғыҙстан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең Үрге Алтай (үҙәк-көнсығыш) төркөмөнөң Ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Ҡырғыҙ телендә 5,1 млн самаһы кеше һөйләшә, күпселеге Ҡырғыҙстанда йәшәй.

Ҡырғыҙ теле Үрге Алтай телдәре менән оҡшаш, сығышы менән көнсығыш төрки телдәрҙең бере булып тора, хакас, тува, алтай телдәренә яҡынлығы бар. Әммә Урта Азияла таралған телдәрҙең бере булараҡ, хәҙерге ҡырғыҙ теле лексик яҡтан ҡыпсаҡ телдәренә яҡын. 

Һуң урта быуат дәүерендә ҡырғыҙ телендә күп фольклор текстар яҙылып ҡалған.

XVII—XVIII быуаттарҙа ҡырғыҙҙар Джунгар ханлығына ҡушыла һәм үҙ үҙен тамам берҙәм милләт тип күрә башлай. Ошо осорҙа Манас эпосы һалынып бөтә — ул ҡырғыҙ халҡының берҙәм үҙаңы барлыҡҡа килә.

XVIII—XIX быуаттарҙа ҡырғыҙҙар Коканд ханлылығына инә, сығатай телендә яҙа.

XIX быуатының икенсе яртыһында ҡырғыҙҙар Рәсәй империяһының составына инә; Ҡырғыҙ теленә урыҫ теле йоғонто яһай башлай.

Бөгөнгө көндә ҡырғыҙ теленең нормаһы актив рәүештә төҙөлә һәм урыҫ теленең артыҡ йоғонтоһонан таҙара бара.

Ҡырғыҙ теленең хәҙерге заман  әлифбаһы —  кириллица нигеҙендә:

Ҡырғыҙ телендә оҙон һуҙынҡылар ҡулланыла. Яҙмала улар икешәр хәреф менән бирелә. Оҙон һуҙынҡыны ҡыҫҡартыу ҡайһы саҡ һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртә : уулуу «ыулы (ағыулы)» — улуу «оло» — уулу «улы»; саат «сәғәт» — сат «һат».

Ҡырғыҙ телендә малсылыҡ теле яҡшы үҫеш алған, шулай уҡ ат спорты лексикаһы үҫешкән. 1984 йылғы ҡырғыҙ телендә ат спорты лексикаһына арналған  тикшеренеүҙәр аттарҙың бары тик йәше буйынса ғына ла  ундан артыҡ билдәләмәне асыҡлаған.

Туғанлыҡ терминдары системаһы — бифуркатив-коллатераль, йәғни атай һәм әсәй яғынан туғандар бер иш аталмай: чоң ата «атай яғынан олатай», таята (тай ата) «әсәй яғынан олатай». Шулай уҡ башҡа айырмалар бар, мәҫәлән, ағай кеше өсөн һеңлеһе  — ҡарындаш, апай өсөн һеңлеһе — сиңди.

Шулай уҡ ҡатындарға иренең туғандарына исем менән өндәшеү тыйыла.

Исемдәрҙә грамматик енес (род) категорияһы юҡ. Күплек һаны 12 фонетик варианты булған суффикстар ярҙамында барлыҡҡа килтерелә (-лар, -лер, -лор, -лөр, -дар, -дер, -дор, -дөр, -тар, -тер, -тор, -төр). Суффикстар сингармонизм законына ярашлы ҡулланыла, ашулай уҡ нигеҙ тамамланған өнгә лә бәйле: дос — достор «дуҫ — дуҫтар»; китеп — китептер «китап — китаптар»; гүл — гүлдөр «гөл — гөлдәр»; шаар — шаарлар «ҡала — ҡалалар».

Исем  һан менән килә икән, күплек ялғауы ҡушылмай: эки күн «ике көн», беш үй «биш өй» .

Төп шрифттар тулыһынса кириллицанан тора. Мәҫәлән, ОС Windows-та система көйләүҙәрендә  урыҫ теле урынына ҡырғыҙ телен күрһәтеп, уң баҫмаҡ ярҙамында Alt [О], [Н], [У]  баҫмаҡтарына баҫып  Өө, Ңң, Үү хәрефтәрен яҙып була. Икенсе операция системаларында проблема икенсе юлдар менән эшләнә. Мәҫәлән,Linux ОС-ында  Өө, Ңң, Үүхәрефтәрен яҙыу өсөн -, +, \ тамғалары ҡулланыла.




#Article 340: Ай (юлдаш) (207 words)


Ай — Ерҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене. Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км.

Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7 % ғына кире ҡайтара.

 Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ.

Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән. Гректар Селена (), боронғо мысырлылар Ях (Иях) тип атаған.

Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сем-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған.




#Article 341: Көнбағыш (502 words)


Көнбағы́ш () — астралар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. Был төрҙә иң билдәлеһе — май бирә торған көнбағыш ( , ). Был төргә шулай уҡ аҙыҡҡа бәрәңгеләрен ҡуллана торған, күп йыллыҡ үҫемлек топинамбур йәки ер алмаһы () инә. Декоратив үҫтерелә торған көнбағыш та бар, мәҫәлән, осло япраҡлы көнбағыш (, ).

Май бирә торған көнбағыш — оҙонлоғо 4—5 м, йыуан һабаҡлы, бер эшләпәле йәки ботаҡланған бер нисә эшләпәле булып үҫкән бер йыллыҡ үҫемлек; эшләпә киңлеге ғәҙәттә 15—20 см, ярты метрға еткәне лә бар; сәскәһенeң сите һары, сите ҡыҙғылт һары төҫтә.
Көнбағыш емеше — дүрт ҡырлы оҙонса орлоҡса (семянка). Емеш ҡабығы эсендә орлоҡ тиресәһе менән ҡапланған орлоҡ.

Көнбағыштың тыуған иле — Төньяҡ Америка. Беренсе көнбағышты индейҙар ҡәбиләләре культуралаштырғандыр, күрәһең. Яҡынса б.э. тиклем 3000 йылдарҙа хәҙерге Аризона һәм Нью-Мексико штаттары территорияһында көнбағыш үҫтереүҙе археология раҫлай. Ҡайһы бер археологтар көнбағыш бойҙайға ҡарағанда ла иртәрәк культуралаштырылған тип иҫәпләй.

Мексикала ацтектарҙа һәм отомиҙарҙа, Перула Инка мәҙәниәтендә көнбағыш Ҡояш аллаһы символы булып хеҙмәт иткән.

Индейҙар көнбағыш орлоғон төйөп он итеп файҙаланған, онталған көнбағыш орлоғо уларҙың яратҡан ризығы булған. Шулай уҡ көнбағыштан май алғандар, майҙы икмәк бешереүҙә һәм косметологияла сәс һәм тире майлау өсөн файҙаланғандар.
Көнбағыштан ҡуйы ҡыҙыл буяу алғандар.

Европаға көнбағышты 1500 йылда испан бойһондороусылары алып килә. Тәүҙә медицинала файҙаланыла, шулай уҡ декоратив үҫемлек итеп файҙаланалар.

Көнбағыштан май етештереүҙе инглиздәр уйлап сығара, был турала 1716 йылғы патент бар. Шулай ҙа көнбағыш майын етештереү Рәсәйҙә киң ҡолас ала.

Рәсәйгә көнбағыш орлоғон Голландиянан Пётр I алып ҡайта. Үҫемлек башта декоратив үҫемлек итеп файҙаланыла.
Көнбағыш майын етештереү сәнәғәтен 1828 йылда крепостной крәҫтиән Бокарёв юлға һала. Бокарев етен һәм киндер майы етештереү менән таныш була. 1833 йылда граф Шереметьев рөхсәте менән сауҙагәр Папушин, Бокарёв ярҙамында, беренсе көнбағыш майы заводын төҙөй. Бөйөк Пост (Великий Пост) көндәрендә ашау тыйылмағанға күрә, көнбағыш майы киң таралыу ала. XIX быуат уртаһында Воронеж һәм Һарытау өлкәләрендә көнбағыш ултыртыу сәсеү майҙанының 30—40 % биләй.

Совет селеционерҙары В. С. Пустовойт һәм Л. А. Жданов көнбағыштың майлылығын һәм ҡоротҡостарға тотороҡлолоғон арттырыуға ирешәләр. Көнбағыш үҫтереү буйынса донъяла абруйлы премия Пустовойт исемен йөрөтә.

XIX быуатта Рәсәй эмигранттары көнбағыш культураһын киренән АҠШ һәм Канадаға алып баралар. Тиҙҙән АҠШ (Рәсәйҙән һуң) көнбағыш майы етештереүсе алдынғы илдәр рәтендә була.

Бөгөнгө көндә көнбағыш һәм көнбағыш майы етештереү бөтә донъға таралған.

Көнбағыштың төп ҡулланышы — көнбағыш майы алыу, һуңынан аҙыҡ әҙерләүҙә һәм техник ихтыяжда файҙаланыу. Көнбағыш майынан гидрогенизация ысулы менән маргарин алалар. Май шулай уҡ лак-буяу һәм һабын етештереү сәнәғәтендә файҙаланыла. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡүлланылған майҙы мотор яғыулығына өҫтәмә итеп файҙаланалар.
Май етештереү ҡалдыҡтары (көнбағыш төпрәһе (жмых)) юғары аҡһымлы мал аҙығы итеп файҙаланыла.

Ҡыҙҙырылған көнбағыш — халыҡтын яратҡан ризығы.

Көнбағыш орлоғо PP һәм Е витаминдары, шулай уҡ туйындарылмаған май кислоталарына бай.

Көнбағыш — бал биреүсе үҫемлек. Сәскә атҡан көнбағыш балы алтын-һары төҫтә, хуш еҫле, ауыҙҙы бөрөштөрә торған тәмле була.

Көнбағыш декоратив үҫемлек итеп ултыртыла.

Көнбағыштың каучук биреүе әлегә киң билдәле түгел. Селекционерҙар һабағы киҫелгән урындан латекс бүлеп сығара торған сорт сығарған.

Көнбағыш ҡабығы биояғыулыҡ — яғыулыҡ брикеттары етештереүҙә ҡулланыла.

Ғалим Вогель 1979 йылда көнбағыш эшләпәһендә сәскәләрҙең һәм орлоҡтарҙың урынлашыу моделен тәҡдим итә. Был модель түбәндәгесә яҙыла,

бында: θ — мөйөш, r — радиус йәки үҙәккә тиклем ара, а n — сәскә һаны һәм c — константа. Был — Ферма спирале формаһы.




#Article 342: Австрия (368 words)


А́встрия (), рәсми исеме А́встрия Республика́һы () — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса парламентар һәм демократик республика. Австрия 9 федераль штаттан тора.

Баш ҡалаһы — Вена. Дәүләт теле — немец.

Дәүләт төньяҡтан Германия (784 км) һәм Чехия (362 км) менән, көньяҡтан Словения (91 км) һәм Италия (430 км) менән, көнбайыштан Швейцария (164 км) һәм Лихтенштейн (35 км) менән, көнсығыштан Словакия (91 км) һәм Венгрия (366 км) менән сиктәш.

Илдең атамаһы «Көнсығыш дәүләт» тип тәржемә ителгән Ostarreіch боронғо немец теленән барлыҡҡа килгән. «Австрия» атамаһы тәүге тапҡыр 966 йылдың 1 ноябрендәге документта телгә алына.

Австрия флагы донъяла иң боронғо дәүләт симовлдарының береһе булып тора. Риүәйәт буйынса, 1191 йылда өсөнсө тәре яуының алыштарының береһендә Австрия гецогы Леопольд V-нең ап-аҡ күлдәге тулыһынса ҡанға буялған. Герцог үҙенән киң билбауын сискәс, күлдәктә аҡ һыҙат барлыҡҡа килгән. Был төҫтәрҙең урынлашыуы билдә, ә киләсәктә Австрия Республикаһының флагы булып киткән.

Беҙҙең эраға тиклем 15 йылда ххәҙерге Австрияның ерҙәрен Рим империяһы кельттарҙан тартып алған. VI—VIII быуаттарҙа буласаҡ Тироль территорияһын бавар герман ҡәбиләһе биләй, ә буласаҡ Штирия һәм Каринтия территорияларын славяндар биләгән. 788 йылда франктар баҫып алған. 803 йылда Авар маркаһы төҙөлгән,  976 йылда уның исеме Көнсығыш марка тип үҙгәртелгән. Үҙҙәренең барлыҡҡа килеүенән алып Австрия, Штирия, Каринтия һәм Тироль абсолют монархия булғандар. 1156 йылда Бабаенбергтар династияһы хакимлыҡы осоронда Австрия Баварияның составынан сыға һәм үҙаллы герцоглыҡ булып киткән, 1276 йылда бында власть Габсбургтар династияһына күскән.

Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң, 1918 йылдың 11 ноябрендә Австрия императоры (кайзеры) һәм Венгрия короле Карл I тәхеттән баш тартҡан, ә 12 ноябрҙә рейхсрат (парламент) монархияны һәм лордтар палатаһын бөтөргән. Австро-Венгрия империяһы тарҡалған.

Халҡы — 8,4 млн кеше (2010), 98 % — австрийҙар. Рәсми тел — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны 83 871 км². Австрия 70 % майҙаны диңгеҙ кимәленән 900 м бейеклектә урынлашҡан таулы ил. Илдең ҙур өлөшөн Көнсығыш Альп тауҙары биләп тора. Тауҙың иң юғары нөктәһе — Гросглокнер (3797 метр) тауы, был тауҙа Европалағы иң ҙур Пастерце боҙлоғо урынлашҡан. Иң түбән нөктә — диңгеҙ кимәленән 145 метр түбәнлектә урынлашҡан Нойзидлер-Зе күле.

Австрия климаты уртаса, континенталь климатҡа күсеүсе, һәм бейеклеккә бәйле.
Йылы ҡояшлы йәйҙең уртаса температураһы +20ºС. Юғарыраҡ күтәрелгән һайын төнгө температура нульгә етергә мөмкин. Ҡыш тигеҙлектәрҙә йомшаҡ, температура −2 °C тирәһе. Таулы урындарҙа ҡыш һалҡын, температура −14ºС тирәһе. Яуым-төшөм бейеклек һәм рельефҡа ҡарап йылына 500 — 3000 мм.




#Article 343: Мейәс (йылға) (177 words)


Мейәс () — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә ағыусы йылға, Иҫәт йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 658 км, бассейнының майҙаны — 21,8 мең км².

Учалы районында Нәрәле hыртының итәгендә башлана; көньяҡ-көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре биләмәләре буйлап аға. Ҡурған өлкәһендәге Каргополье ҡасабаһынан 20 км төньяҡтараҡ Иҫәткә ҡоя.

Һул яҡтан:

Уң яҡтан:

Чашковка, Смородинка, Әтлән, Черная, Һарыҫтан, Ҡуштымға, Селянка, Тый Йылга, Оло Кейәлем, Бишкүл, Йылға, Ҡуянбай, Һыры йылга, Бишкиль, Зуз йылға, Сыбар Айгыр, Кесе Сүмләк (Чесноковка), Сүмләк, Наумовский, Тоҡман, Ҡарасел, Каменка, Ҡарасук(Карачуха), Таҡташ (Такташиха), Окунёвка, Боровлянка, Бархан, Каменка, Табарка йылғалары.

Иң үрге ағышында таулы, ҡороусан; һаҙҙар һәм күлдәр янынан үтә. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә бара, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, киң. Силәбе ҡалаһында быуа аша үтә.

Учалы районында Уйҙа, Орловка, Илсеғол, Мулдаҡай ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Мейәс һәм Силәбе ҡалалары.

Йылғаның исеме башҡорт теленән килә. Ысын, тарихи исеме Мейәсте. Ҡобайырҙа был ап-асыҡ сағыла: Ай, Мейесте, Мейесте! Мейестенең һыуын кем эсте?..

Йылғала Арғужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Арғужа һыуһаҡлағысы — 1939—1946 йылдарҙа Арғужа ГЭС өсөн Мейәс йылғаһында төҙөлә. Һыуһаҡлағыс билмәһенә Арғужа күле инә.




#Article 344: Генрик Иоган Ибсен (636 words)


Ге́нрик Ио́ган И́бсен (норв. Henrik Johan Ibsen; (20 март 1828 йыл, Скиен, Норвегия — 23 май 1906 йыл, Кристиания ( Норвегияның баш ҡалаһы Ослоның элекке исеме) — Норвегия драматургы, Европалағы «яңы драма»ға нигеҙ һалыусы. Шулай уҡ шағир һәм публицист.

Генрик Ибсен 1828 йылда Скиен ҡалаһында, бай коммерсант ғаиләһендә тыуған. Тик атаһы 1836 йылда бөлә.

Сирек быуат самаһы Ибсен Италияла һәм Германияла(Римда, Дрезденда, Мюнхенда) йәшәй. Уның тәүге бөтә донъяға билдәле булған әҫәрҙәре — шиғри драмалар «Бранд» (Brand, 1865) һәм «Пер Гюнт» (Peer Gynt, 1867). Уларҙа Ибсендың ғына түгел, уның замандаштарының ҡапма— ҡаршылыҡлы холоҡ сифаттары сағыла. Бранд — кеше ирке, дингә тоғролоҡ идеяларын таратыусы бик етди рухани, уның донъяға ҡарашы Дания дини философы һәм яҙыусыһы Сёрен Кьеркегор тәғлимәте тәьҫирендә формалашҡан. Пер Гюнт, киреһенсә, бәхетле булырға теләй, ләкин шәхси бәхетте таба алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тәнҡитселәр, Пер Гюнтта Брандҡа ҡарағанда кешелеккә һөйөү (гуманизм) көслөрәк, тағын ул- шағир ҙа, тип иҫәпләй. Норвегия һәм Данияла уҡыусылар ҙа, тамашасылар ҙа был әҫәрҙе яратмай. Пер Гюнттың йылдар буйы ниҙер эҙләп, ҡайҙалыр йөрөп ҡайтыуын халыҡ аңламай. Бынан тыш, әҫәрҙә крәҫтиәндәр аңһыҙ, мәҙәни яҡтан бик түбән кимәлдә тороусылар итеп күрһәтелә. Бөйөк Дания әкиәтсеһе Г.-Х. Андерсен Пер Гюнтты  буш әҫәр , тип атай. Был әҫәрҙе театрҙа күреүселәр, композитор Эдвард Григтың әкиәттәгеләй музыкаһы ғына был тамашаны ҡотҡарҙы, тип үҙ фекерҙәрен белдерә.

Основная статья — «Кукольный дом»

Ибсендың Рәсәйҙәге иң популяр пьесаһы — «Ҡурсаҡ йорто» (Et Dukkehjem, 1879). Хельмер менән Нораның фатирындағы декорация мещандар йортондағы идиллияны һүрәтләй. Был яйға һалынған, тыныс, етеш тормош ағышын адвокат Крогстад боҙа. Ул хужабикә Нораның ялған вексель эшләүен иҫенә төшөрә . Торвальд Хельмер ҡатыны менән әрләшә, уға төрлө ғәйеп ташлай. Көтмәгәндә Крогстад ҡарашын үҙгәртә , векселде кире Нораға ебәрә. Хельмер шунда уҡ тыныслана һәм ҡатынына әүәлге һәүтемсә томошто дауам итергә тәҡдим итә . Тик Нора ире өсөн бер кем дә булмағанын аңлай. Ул мещандар тормошоноң кире яҡтарын асып һала :
 Атай йортонда ҡурсаҡ- ҡыҙ бала булған кеүек, бында мин ҡурсаҡ- ҡатын инем. Ә балаларым- минең ҡурсаҡтарым булдылар.

Пьесаның аҙағында Нора иренән китә. Тик был социаль пьеса түгел, ул ысын булған хәлгә нигеҙләнеп яҙылған. Был пьеса Ибсенды кеше ирке мәсьәләһе борсоғанын күрһәтә.

Ибсен Ҡурсаҡ йортонан һуң Ибсен «Өрәктәр» (Gengangere, 1881) драмаһын яҙа. Был әҫәрҙә «Бранд» пьесаһындағы ҡайһыбер мотивтар һиҙелә: нәҫел, дин, идеализм (фру Альвинг уның кәүҙәләнеше). Тәнҡитселәр фекеренсә, «Өрәктәр» француз натурализмы тәьҫирендә яҙылған әҫәр.

Импрессионизм һәм Шекспир йоғонтоһонда яҙылған «Ҡырағай өйрәк» пьесаһында (Vildanden, 1884) идеалист Грегерс гуманист-докторға ҡапма-ҡаршы ҡуйыла. Доктор кешеләргә уларҙың тормошонда булған бөтә нимәне һөйләргә кәрәкмәй, тип иҫәпләй. «Яңы Гамлет» Грегерс докторҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай һәм ғаилә серен аса, был уның һеңлеһе Хедвигтың үҙ-үҙенә ҡул һалыуына килтерә.

Ибсендың һуңғы пьесаларында кинәйәләү арта төшә, психологик һүрәтләү оҫтара бара. Алғы планға «көслө кеше» темаһы сыға. Ибсен геройҙарын йәлләмәй башлай. Был осор пьесалары — «Төҙөүсе Сольнес» (Bygmester Solness, 1892), «Йун Габриель Боркман» (John Gabriel Borkman, 1896).

Ибсен 1906 йылда баш мейеһенә ҡан һауыуҙан (инсульт) вафат була .

Ибсен драмаларын төрлө театрҙар ҡуя. Уның пьесаларының бик күбе XX башында Константин Сергеевич Станиславский һәм Владимир Иванович Немирович-Данченко тарафынан Мәскәү художество театрында ҡуйылған, Стокман роле Станиславский репертуарындағы иң уңышлыларыныңбереһе тип иҫәпләнә . Әлеге ваҡытта Ибсен әҫәрҙәрен Чехов исемендәге Бәләкәй художество театрында (МХТ-ла), Санкт-Петербургта Бәләкәй драма театры- Европа театрында (МДТ) ҡарап була.

Норвегияла Г. Ибсен әҫәрҙәре буйынса фильмдар йыш төшөрөлә. Улар араһында ике «Ҡырағай өйрәк» фильмы (1963 и 1970), «Норма (Ҡурсаҡ йорто)» (1973),  Эстроттан Фру Ингер  (1975), «Диңгеҙ буйынан килгән ҡатын» (1979), «Халыҡ дошманы» (2004). Норвегиянан тыш төшөрөлгән фильмдар— «Терье Виген» (Швеция, 1917), «Ҡурсаҡ йорто» (Франция/Великобритания, 1973), «Гедда Габлер» (Великобритания, 1993).

Билдәле Рәсәй ғалимы- германист Владимир Адмони фекеренсә:

 « Ә XX быуаттың 30-сы йылдарынан башлап, пьесаны Ибсенса аналитик ысул менән төҙөү ҙурыраҡ роль уйнай башлай. Ниндәйҙер әүәлерәк булған тарих, электән килгән ҡурҡыныс сер, уларҙы асмайынса бөгөнгө хәл аңлашылмай — театрҙа һәм кинодраматургияла иң яратҡан ысулдарҙың береһенә әүерелә, улар теге, йәки был формала суд тикшереүен күрһәткән әҫәрҙәрҙә үҙенең иң юғары нөктәһенә барып етә. Ибсендың тәьҫире бында — ысынында йыш ҡына тура түгел — боронғо антика драмалары тәьҫире менән киҫешә»




#Article 345: Мөхәммәдов Шәкир Мөхәммәтша улы (146 words)


Мөхәммәдов Шәкир Мөхәммәтша улы (; 20 май 1865 йыл — 10 ноябрь 1923 йыл) — татар яҙыусыһы.

Шакир Мөхәммәтша улы Мөхәммәдов 1865 йылдың 20 майында Быуа ҡалаһында тыуған. 14 йәшенә тиклем Быуала Нурғали Хәсәнов мәҙрәсәһендә уҡый.

Тормош ауырлығы уны иртә эшләп тамаҡ туйҙырырға мәжбүр итә. Ул, уҡыуын ташлап, Ырымбур ҡалаһында хеҙмәтсе малай булып көн күрә. Шул уҡ ваҡытта белемен күтәреү өҫтендә эшләй, русса уҡырға-яҙырга өйрәнә.

Шакир Мөхәммәдов 1900 йылда Маньчжурияға барып сыға. Унда байҙарҙа приказчик булып эшләй, буш ваҡытында үҙенең ҡәләм кеүәтен һынап ҡарый. Уның беренсе әҫәре «Җәһаләт, яки яхуд Галиәкбәр агай» 1901 йылда Ҡазанда баҫылып сыға. Әҫәрҙә төп герой Ғәлиәҡбәр ағайҙың выҗданһыҙлығы, наҙанлығы, хәйләкәрлеге тәнҡитләнә. Шул йылдарҙан Шакир Мөхәммәдовтың сатираһы, публицистик мәҡәләләре нәшер ителә башлай. Улар араһында иң атаҡлыһы «Япон һуғышы, йәки Доброволе Батырғәли ағай» исемле сатирик повесы тора. Әлеге әсәрҙе XX быуат башы татар реалистик әҙәбиәтенең классик үрнәге тип һанарға мөмкин.

Яҙыусы 1923 йылда вафат була.




#Article 346: Ер атмосфераһы (474 words)


Атмосфера ( — «пар» һәм σφαῖρα — «сфера») — Ерҙең иң өҫкө ҡатламы. Уның ҡалынлығы — 3 мең км тирәһе. Атмосфераның аҫҡы сиге булып Ер өҫтө тора, ләкин һауа тау тоҡомдарындағы ярыҡтарҙа ла, һыуҙа ла бар. Атмосфераның өҫкө сиге юҡ: һауа ҡатламы космоста аҡрынлап юҡҡа сыға. Ерҙең тартыу көсө атмосфераны планета янында тотоп тора.

Ер Атмосфе́раһы ( — пар һәм  — шар) — Ер планетаһын уратып алған газ ҡыртышы, геосфераның бер өлөшө. Уның эске йөҙө  гидросфераны һәм өлөшләтә ер ҡабығын ҡаплап тора, тышҡы өлөшө йыһан киңлегенең Ер тирәһендәге өлөшөнә күсә. Ҡалынлығы — 3 мең км тирәһе. Атмосфераның аҫҡы сиге булып Ер өҫтө тора, ләкин һауа тау тоҡомдарындағы ярыҡтарҙа ла, һыуҙа ла бар. Атмосфераның өҫкө сиге юҡ: һауа ҡатламы космоста аҡрынлап юҡҡа сыға. Ерҙең тартыу көсө атмосфераны планета янында тотоп тора.

Атмосфераны өйрәнгән бүлектәр  йыйылмаһы физиканы һәм химияны атмосфера физикаһы тип атау ҡабул ителгән. Атмосфера торошо ер йөҙөндә һауа торошон һәм климатты билдәләй. Һауа торошон өйрәнеү менән метеорология шөғөлләнә , климат һәм  уның вариациялары менән — климатология.

Атмосфера  тип шул өлкәлә ҡабул ителә, уларҙы Ер тирәләй Ер менән бергә бер бөтөнлөк булып әйләнгән газ мөхитен атайҙар.Атмосфера    бейеклектә башланған  экзосфера өҫтөнән планета-ара арауыҡҡа яйлап күсә

Халыҡ-ара авиация федерацияһы тәҡдим иткән билдәләмә буйынса йыһан  һәм атмосфера сиктәре үткәреү буйынса Һыҙат Кеҫәһе буйлап 100 км бейеклектә үтә, бынан бейегерәк авиация осоштары яһай мөмкин түгел. NASA  122 километр бейеклекте сик итеп билдәләй (), был бейеклектә «шаттл»дар  аэродинамик маневрҙарға күсә.

Һауаның дөйөм массаһы атмосферала — (5,1—5,3) кг. Шуларҙан ҡоро һауа массаһы -(5,1352 ± 0,0003) кг, һыу парының дөйөм массаһы уртаса  1,27 кг.

Ҡоро, таҙа һауаның моляр массаһы — 28,966 г/моль, һауаның тығыҙлығы удиңгеҙ өҫтөндә яҡынса  . Баҫым 0 °C градуста диңгеҙ кимәлендә  101,325 кПа; критик температура — −140,7 °C (~ 132,4 К); критик баҫым — 3,7 МПа;  идеаль газдың йылылыҡ һыйышы 0 °C — 1,0048 Дж/(кг·К), идеаль газдың йылылыҡ һыйышы  — 0,7159 Дж/(кг·К) (0 °C). Һауаның һыуҙа иреүсәнлеге (масса буйынса) 0 °C  — 0,0036 %,  25 °C — 0,0023 %.

Ер өҫтөндәге стандартн атмосфералағы нормаль шарттар берәмеге ошолай алынған: тығыҙлыҡ 1,225 кг/м3, барометр баҫымы 101,325 кПа, температура +15 °C, еүешлек 0 %. Был шартлы мәғлүмәттәр бары инженерлыҡта әһәмиәтле.

Ерҙә атмосфера ике процесс һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә: космос есемдәре төшкән саҡта барлыҡҡа килгән матдәләрҙең газы һәм  вулкан атылғандағы газдар (ер мантияның газһыҙланыуы).  Океандар бүленеп, биосфера барлыҡҡа килгәс,  атмосфера һыу менән  газ бәйләнеше,  үҫемлектәр, хайуандар һәм уларҙың  бүлентеләре,  тупраҡта, һаҙлыҡтарҙа шуларҙың тарҡалыуы арҡаһында үҙгәрә.

Әлеге ваҡытта Ер атмосфераһы газ һәм төрлө ҡушылмаларҙан (саң, һыу тамсылары, боҙ киҫәктәре, диңгеҙ тоҙо, яныуҙан бүленгән нәмәләр) тора.

Атмосфераны тәшкил иткән газ концентрациялары, ғәмәлдә даими,  һыу  (H2O)  менән углекислый газ(CO2) ғына арта, уның концентрацияһыXIX быуат уртаһынан арта бара.

Атмосфераның һыу күләме (быу рәүешле) 0,2 % -2,5 %  географик киңлеккә бәйле.

Таблицала күрһәтелгән газдарҙан тыш атмосферала N2O һәм башҡа азот оксидтары бар (NO2, NO), пропан һәм башҡа углеводородтар, O3, Cl2, SO2, NH3, CO, HCl, HF, HBr, HI, пары Hg, I2, Br2, һәм әҙ генә күләмдә башҡа  газдар. Ерҙә иң әҙ осраған газ  — Rn.




#Article 347: Яр Саллы (156 words)


Яр Саллы (, ) — Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, Кама йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Татарстан ҡалалары араһында ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса икенсе урында торған ҡала.

Ҡазан менән араһы 225 км, Түбәнге Кама менән — 35 км, Алабуға менән — 20 км, Өфө менән — 250 км.

Туҡай районының (1930—1976 йылдарҙа Саллы районының) үҙәге. Ҙур автомобиль юлдары үҙәге, йылға порты бар.

Ҡалала машиналар төҙөү сәнәғәте әһәмиәтле. Рәсәйҙә төҙөлгән сит ил машиналары заводтары бар (Fiat, Mercedes-Benz Actros, Mercedes-Benz Axor, Ford Kuga, Ford Galaxy, Ford Transit, Ford S-MAX, Ford Explorer).

Халыҡ һаны 508 700 кеше (2009 йыл уртаһына) Татарстандың 13,5 % халҡын тәшкил итә, Рәсәй ҡалалары араһында 31-се урында тора.

Яр Саллы ҡалаһының халыҡ һаны үҙгәреүе динамикаһы (халыҡ һанын алыуҙар нигеҙендә):

По данным Всероссийской переписи населения 2010 года в городе представлены: татары — 47,42 % (242,3 тыс. человек), русские — 44,87 % (229,3 тыс.), чуваши — 1,95 % (10,0 тыс.), украинцы — 1,31 % (6,7 тыс.), башкиры — 1,16 % (5,9 тыс.), марийцы — 0,66 % (3,4 тыс.), удмурты — 0,39 % (2,0 тыс.), мордва — 0,39 % (2,0 тыс.) и др. — 1,82 % (9,3 тыс.).




#Article 348: Эйяфьядлайёкюдль (123 words)


Эйяфьядлайё́кюдль (Эйяфьядлайёкудль; , ) — ҙурлығы буйынса Исландияла алтынсы боҙлоҡ. Исландияның көньяғында, Рейкьявиктан 125 км (77 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо боҙлоҡ (бер өлөшө күрше Мюрдальсйёкудль боҙлоғо) аҫтында конус формаһындағы үҙ исеме булмаған, матбуғатта ябайлаштырып боҙлоҡ исеме менән йөрөтөлә торған Эйяфьядлайёкюдль вулканы урынлашҡан.

Бейеклеге 1666 метр, майҙаны яҡынса 100 кв. км. Вулкан кратеры диаметры 3—4 км (2010 йылға тиклем боҙ менән ҡапланған)).

Көньяҡ ситендә Скоугар ҡасабаһы урынлашҡан. Боҙлоҡтан билдәле Скоугафосс шарлауығы булған Скоугау () йылғаһы бушлана.

Вулкандың һуңғы атылыуы 2010 йылдың 10 мартында 22:30 һәм 23:30 сәғәттә GMT башлана. Боҙлоҡтоң көнсығыш өлөшөндә 0,5 км самаһы ярыҡ барлыҡҡа килә, был ваҡытта көл сығарып ташлау күҙәтелмәй.

VEI шкалаһы буйынса вулкан көсөргәнешлеге билдәһеҙ.
Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан.

Исеме ислан телендә () — утрау тауҙары боҙлоғо тигәнде аңлата.




#Article 349: Йәй ташы (263 words)


Йәй ташы — Башҡортостандың Ғафури районы Ерек ауылынан йыраҡ түгел баҫыу уртаһында ятҡан, ямғыр культы менән бәйле мәжүси аллаларға табыныу ваҡытынан ҡалған, береһе ҡыҙғылт, икенсеһе йәшкелт төҫтәге эре таштар.

XI быуатта уҡ төрөк ғалимы Мәхмүд Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» («Төрөк һүҙҙәренә аңлатма») тигән хеҙмәтендә йәй ташы (ядаташ) тураһында яҙа: ҡоролоҡ ваҡытында кешеләр таштарҙы һыу менән йыуалар, туҡтамай ямғыр яуһа, таштарҙы һары май менән майлайҙар. Был йола үҙенең сығышы менән шаманизмға барып тоташа.

Йәй ташын тәрбиәләү йолаһын мең йылға яҡын ерле халыҡ, быуындан-быуынға күсереп, һаҡлап ҡалған. Улар бында мәжүсилеккә ҡаршы көрәш заманында ла, дингә ҡаршы атеизм ваҡытында ла таштарҙы һыу менән йыуырға, майларға килгән. Риүәйәт буйынса, әгәр ҡоро йыл булһа — ямғыр яуған, ямғырлы йыл булһа — ҡояшлы көндәр башланған.

Был таштар менән бик күп риүәйәттәр бәйле. Бер әбей бәләкәй генә таш киҫәген өйөнә алып ҡайтып сынаяҡ аҫтына һалған. Был таш төнө буйы сылтырап «илап» сыҡҡан. Таң атыу менән әбей «Илама, атайың-инәйең ошонда» тип ташты урынына алып барып һалған. Икенсе легенда буйынса, таштарға һабан йәки башҡа ер эшкәртеү йыһазы менән тейһәләр, тиҙ генә болоттар килеп сығып, ямғыр яуып үтә икән. Әгәр ямғыр яуҙырам тип юрый тейһәң, күпме тырышһаң да, ямғыр яумай икән.

Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү заманында был таштар ер эшкәртергә ҡамасаулай тип, ситкә күсерергә уйлайҙар. Ләкин эштәре бер ҙә килеп сыҡмай, йә трос өҙөлә, йә тракторҙың көсө етмәй, йә ҡапыл ғына башҡа ашығыс эш килеп сыға. Уларҙы баҫыу ситенә күсергән осраҡта ла, таштар киренән үҙ урындарына күсә икән. Таштар үҙҙәре күсәме, әллә күсергән кеше күсерәме икәне асыҡланмай ҡала.

Хәҙерге ваҡытта таштар ятҡан урын кәртәләп алынған.

Культ урынынан йыраҡ түгел Башҡортостандың географик үҙәген билдәләгән стела ҡуйылған.

Йәшен ташы




#Article 350: Анатомия (917 words)


Анато́мия (от  — яңынан һәм  — «киҫәм», «сабам») — организм һәм уның өлөштәре төҙөлөшөн күҙәнәктән юғары кимәлдә өйрәнә торған биологияның бүлеге. Филогенетик яҡтан яҡын организмдарҙың анатомик төҙөлөшөндә оҡшашлыҡ күҙәтелә.

Үҫемлектәр анатомияһы — үҫемлектәрҙең төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә.

Хайуандар анатомияһы — хайуандарҙың төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә.

Кеше анатомияһы — кешенең төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә. Был тармаҡ биология һәм медицина өсөн бигерәк тә әһәмиәтле. Бынан тыш, сәнғәттә һын, ишара, мимика, пропорцияны дөрөҫ сағылдырыу өсөн анатомияны белеү мөһим.

Заман фәненең кеше һәм хайуандарҙың тән төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн  бик күп ысулдары бар. Ысулдың ҡайһыныһын ҡулланыу тикшеренеү маҡсаты һәм бурыстарына бәйле. Выбор метода исследования прежде всего зависит от цели и задачи исследования. Был ысулдарға:

пластик реконструкция — күпләп эшләнгән гистологик киҫемдәрҙе тикшереү сағыштырыу юлы менән тикшерергә кәрәк булған ағзаның йәки туҡыманың төҙөлөшөн тергеҙеп ҡарау, тикшереү;

Антропометрик (соматометрик)ысул — тәндең айырым өлөштәрен үлсәү, нисбәттәрен асыҡлау, тән өлөштәренең пропорцияһын асыҡлау .

Үҫемлектәр анато́мияһы , йәки Үҫемлектәрҙең микроморфоло́гияһы , —ботаника фәненең үҫемлектәрҙең төҙөлөшөн туҡыма һәм күҙәнәк кимәлендә өйрәнеү, туҡымаларының урынлашыу һәм үҫешеү ҡанунлыҡтарын асыҡлау менән шөғәлләнеүсе бер бүлеге.

Үҫемлектәр гистологияһы — ботаника фәненең үҫемлек туҡымалары төҙөлөшөн, үҫешен һәм функцияларын өйрәнеүсе бер бүлеге. Ғәҙәттә үҫемлектәр анато́мияһының бер өлөшө итеп ҡарала.  

Үҫемлектәр анато́мияһы  үҫемлектәр морфологияһының бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә.

Шулай уҡ, анатомия үҫемлектәр физиологияһы — ботаниканың үҫемлек организмдарында барған тереклек процестарын өйрәнеүсе  бүлеге менән дә бик тығыҙ бәйләнештә үҫешә.

Үҫемлек күҙәнәктәренең төҙөлөшөн өйрәнеү  ботаника фәненең тағын бер тармағы —цитологияның айырылып сығыуына килтерә.

Башта үҫемлектәр анатомияһы менән  үҫемлектәр морфологияһы бер- береһе менән тап килһә лә (үҫемлектәрҙең  описанием физик формаһын һәм  тышҡы  структураһын  өйрәнә),  XX быуаттың икенсе яртыһында үҫемлектәр  анатомияһы үҫемлектең иң беренсе  эске, микроскопик структураһын өйрәнеүсе бүлек булып айырымлана.

Хайуандар анатомияһы (от др.-греч. ἀνά- + τομή «разрез»), шулай уҡ, зоото́мия (от др.-греч. ζῷον «животное») — хайуандарҙың эске  төҙөлөшөн өйрәнеүсе фән.  

Хайуан организмының ағзалар системаһы структураһын, айырым ағзаларының һәм туҡымаларының урынлашыуын өйрәнә.  Бынан тыш, умыртҡалылар анатомияһын, кеше  анатомияһын айыралар. 

Рус телендәге иң тәүге  хайуандар анатомияһы дәреслеге Мәскәүҙә  1837 йылда (ике бүлектән) А. И. Кикин тарафынан баҫтырыла.

Кеше анатомияһы  (боронғо грек. ἀνατομή — телеү  др.-греч. ἀνά сверху и др.-греч. τομή, tomé — киҫеү) — биология фәненең бер бүлеге. Кеше тәнен, ағзалары системаһының һәм ағзаларының  морфологияһын өйрәнә.  

Кеше анато́мияһының өйрәнеү предметы (объекты) булып  кеше тәненең формаһы, пропорциялар, төҙөлөшө  һәм үҫеше тора.

Кеше анато́мияһы —   медицина һәм  биология өлкәһендә фундаменталь дисциплиналарҙың береһе булып тора. 
 
Антропология, кеше физиологияһы, сағыштырма  анатомия, генетика фәндәре менән бик тығыҙ бәйләнештә үҫешә. 

Барлыҡ тере организмдар  анатомияһы дәирәһенән кеше   анатомияһын айырып алыу, уның тән төҙөлөшөнә генә хас  анатомик билдәләргә генә түгел, ә уның фекерләү һәләтенә, аңына, телмәр үҙенсәлектәренә лә бәйләнгән. 

Сәләмәт кешенең анатомияһын  («нормаль кешенең)  буйынса Кәҙимге кеше анатомияһы буйынса өйрәнәләр (Нормальная анатомия человека).Бында ағзалар, ағзалар системаһы систематика фәнендәге кеүек бирелә.

Бынан тыш, хирургия  тәжрибәһенә таянып, кеше анато́мияһы базаһында  топографик анатомия фәне айырылып сыға. Был операция яһаусы  хирургтарға тән өлөштәренең,  һөлдәлә һөйәктәрҙең, ағзаларҙың бер-береһенә ҡарата урынлашыу тәртибен ентекләп өйрәнергә мөмкинлек бирә.  

Функциональ  анатомия кеше төҙөлөшөн функцияларына бәйләп өйрәнә (мәҫ., ҡан тамырҙары төҙөлөшөн гемодинамикаға бәйләп, мускулдарҙың тәьҫиренә бәйле 
һөйәктәрҙең үҙгәреү механизмы һәм башҡалар).

Патологик анатомия- медицинаның бер тармағы, сирләгәндә ағзаларҙа, ағзалар системаһында барған морфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеүсе  фән .

Рентгенология үҫешенә бәйле  өр яңы  анатомик дисциплина — рентгеноанатомия барлыҡҡа килә. Өйрәнеү предметы булып эске ағзаларҙың  рентгенологик һүрәтләнеше тора. 

Пластик анатомия кешенең тышҡы формаһын һәм пропорцияларын өйрәнә.

Анатомия фәнендә кешенең һәм билатераль  симметриялы хайуандар тәненең өлөштәрен, ағзаларын һүрәтләү, урынын теүәл  күрһәтеү, бер-береһенә ҡарата һәм арауыҡта урынлашыуын билдәләү өсөн махсус терминдар бар.

Кеше анатомияһында һүрәтләүҙәр барыһы ла кешенең тура баҫып, ҡулдарын төшөргән, устары алға ҡарап  торған торошонан сығып бирелә һәм  кешенең анатомик торошо тип атала .

Башҡа яҡын урынлашҡан урындары superior ( краниальный) —өҫкө, арыраҡ урынлашҡандары  inferior(каудальный)-түбән ағзаларға инә. Алғы яҡ  anterior (вентральный) һәм тәндең артҡы яғы posterior ( дорсальный) төшөнсәһенә ҡарай. 

Тәндең урта өлөшөнә  яҡын урынлашҡан анатомик структуралар medialis — медиаль, ә арыраҡ булғандары lateralis — латераль,  урта өлөшөнә тура килгәндәре medianus ( срединный) тип атала. Кәүҙәнең уртаһына яҡын урынлашҡан структуралар — проксималь,  унан алыҫтары  дисталь ағзалар төркөмөнә ҡарай. .

Әгәр анатомик тороштағы кешенең тәнен өс үлсәмле тура мөйөшлө координаталар системаһына ҡуйһаң,  YX  яҫылығы —горизонталь, X күсәре — ал-арт йүнәлешендә,  Y күсәре  уң-һул йүнәлеше, Z күсәре өҫтән аҫҡа, йәғни кеше тәне буйынса йүнәлеш ала.

Сагиттальная яҫылыҡ—  XZ, кеше тәнен уң һәм һул өлөштәргә бүлә. Сагиттальная яҫылыҡ бүленешенең айырым осрағы — ҡап урталай бүленеш тәнде ике  симметрик өлөштәргә бүлә.
 
Фронталь яҫылыҡ, йәки корональ — YZ, шулай уҡ  вертикаль йүнәлештә, сагиттальная яҫылыҡҡа перпендикуляр булып, тәндең алғы яғын арт өлөшөнән  (дорсаль) айыра.

Горизонталь, аксиаль, йәки арҡыры яҫылыҡ — XY, тәүге ике  яҫылыҡҡа перпендикуляр, ер өҫтәнә ҡарата  параллель булып, тәндең өҫкө өлөштәрен аҫҡы өлөшөнән айыра.

Бөгөү термины( сгибание), flexio менән, быуынды төҙөүсе һөйәктәрҙең береһе(рычаг)  фронталь күсәр буйынса әйләнеп аралары  яҡынайыуын атайҙар. Ҡапма-ҡаршы йүнәлештәге хәрәкәт турайыу, extensio тип атала.

Ҡағиҙәнән айырылып торған осраҡ, сираҡ-табан быуынында (голеностопный, т.е ашыҡ өҫтө) турайыу өҫкө яҡҡа хәрәкәте аша, ә бөгөү(мәҫ.бармаҡ осона баҫҡанда) бармаҡтарҙың аҫҡа ҡарай хәрәкәте аша башҡарыла.

Сагитталь яҫылыҡ тирәләй хәрәкәт — ҡайтарыу (приведение), adductio, һәм ситкә тайпылдырыу (отведение), abductio тип атала. Ҡайтарыу — тәндең урта өлөшөнә ҡарай йәки  (бармаҡтар өсөн) ослоҡтың күсәренә ҡарай хәрәкәт, ситкә тайпылдырыу  -ҡапма-ҡаршы хәрәкәт була. 

Әйләнеү тип (вращение), rotatio, тән өлөшөнең йәки һөйәктең буйлата (продольной) күсәре тирәләй хәрәкәтен атайҙар. Ослоҡтарҙың әйләнеүен шулай уҡ,  пронация термины менән ( pronatio) — эскә ҡарай әйләнһә һәм  супинация тип (supinatio) — тышҡа ҡарай әйләнһә  атайҙар. 

Пронация ваҡытында  кешенең усы артҡа әйләнә, супинация булғанда алға борола. Әгәр хәрәкәт өс күсәр әйләнәһендә түңәрәк яһап эшләнһә , ундай  хәрәкәтте әйләнмә хәрәкәт (circumductio) тип атайҙар.

Шыйыҡлыҡтарҙың тәбиғи юл менән эскә үтеп инеүе антероград хәрәкәт тип, тәбиғи юлына ҡаршы хәрәкәт итһә  ретроград хәрәкәт тип атайҙар.Мәҫ., аҙыҡтың ауыҙҙан ашҡаҙанға төшөүе —   антероград, ҡоҫоуы  ретроград хәрәкәт була.




#Article 351: Чехов Антон Павлович (2018 words)


Че́хов Анто́н Павлович  (, 29 ғинуар 1860 йыл — 15 июль 1904 йыл) — рус яҙыусыһы һәм драматургы , белеме буйынса табип.

Император фәндәр Академияһының нәфис һүҙ буйынса почётлы академигы (1900—1902). Дөйөм танылған донъя әҙәбиәте классигы. Уның пьесалары, айырыуса «Сейә баҡсаһы», йөҙ йылдан ашыу донъя театрҙары сәхнәһенән төшмәй. Донъяла иң танылған драматургтарҙың береһе.

Чеховтың белем алыуы Таганрогта грек мәктәбендә башлана; 1868 йылдың 23 авгусында Антон Чехов әҙерлек класына уҡырға инә. (А. П. Чехов исемендәге 2-се һанлы гимназия, Таганрог гимназияһы). Был ирҙәр классик гимназияһы Рәсәйҙең көньяғында иң өлкән уҡыу йорто булып иҫәпләнә (1806-сы йылда коммерциялы булараҡ нигеҙ һалынып, 1866 йылда классик булып китә). Гимназияла уның донъяға ҡарашы, китаптарға, белемгә, театрға һөйөүе формалаша; ошонда ул уҡытыусыһы Федор Платонович Покровский тарафынан үҙенең тәүге «Чехонте» әҙәби псевдонимын ала; ошонда уның тәүге әҙәби һәм сәхнә тәжрибәләре башлана.

Музыка һәм китап йәш Антон Чеховта ижадҡа ынтылыш уята. Бигрәк тә, 1827 йылда ойошторолған А. П. Чехов исемендәге Таганрог драма театры ҙур роль уйнай. Антон театрға тәүге тапҡыр 13 йәшендә аяҡ баҫа, «Гүзәл Елена» опереттаһын ҡарай, күп тә үтмәй ул театрға бар күңеле менән ғашиҡ була. Һуңғараҡ үҙ хаттарының береһендә ул шулай тип яҙа: «Ҡасандыр театр миңә бик күпте бирҙе…Элегерәк минең өсөн театрҙа ултырыуҙан да юғарыраҡ ләззәт юҡ ине…» Уның тәүге «Трагик», «Комик», «Бенефис», «Тауыҡ бушҡа ҡытҡылдаманы» кеүек әҫәрҙәренең геройҙары актерҙар һәм актрисалар булыуы осраҡлы түгел. Антон үҙенең гимназия дуҫының өй спектаклдәрендә лә ҡатнаша.

Гимназист Чехов юмористик журналдар нәшер итә, һүрәттәргә яҙыуҙар уйлап таба, юмористик хикәйәләр, сценкалар ижад итә. «Атайһыҙ» исемле тәүге драмаһын гимназияла уҡыу дәүерендә 18 йәшендә яҙа. Чеховтың гимназияла уҡыу дәүере уның шәхес булараҡ формалашауында һәм өлгөрөүендә, уның рухи яҡтан үҫешендә әһәмиәтле осор булып тора. Гимназияла уҡыу йылдарында Чехов яҙыусылыҡ эше өсөн бик бай материал туплай. Иң типик һәм үҙенсәлекле фигуралар һуңғараҡ уның әҫәрҙәрендә урын ала. Моғайын, уның математика уҡытыусыһы Дзержинский Эдмунд Иосифович — буласаҡ Контрреволюцияға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһының тәүге рәйесе Дзержинский Феликс Эдмундовичтың атаһы — шундай фигураларҙың береһе булғандыр.

.

Башҡортостанда яҙыусының иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана. Хәҙер элекке Андреевский ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы - билдәле шифахана, ул Чехов исемен йөрөтә. Унда Чехов йәшәгән бина  һаҡлана. Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районында йыл һайын «Чехов июне» тип аталған фольклор байрамы үткәрелә.

Чеховтың әҫәрҙәрен башҡорт теленә   Зәйнәб Биишева,Сәғит Агиш, Мостай Кәрим, Ә. Вәли, Н. Иҙелбай һ. б . тәржемә иткән.  Чехов әҫәре буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры, Милли йәштәр театры, Рус драма, «Нур» татар театрҙарында  спектаклдәр ҡуйылды һәм ҡуйыла.

Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Туймазы ҡалаларындағы урамдарға Чехов исеме бирелгән.

Р. М. Нурмөхәмәтов яҙыусының Башҡортостанда дауаланыу ваҡиғаһы менән бәйле «Чехов Башҡортостанда» (1956) картинаһын яҙған.Минең тормошом — А. П. Чехов повесы. 

Повесть тәүге тапҡыр Нива журналының ай һайын сыға торған № 10-12 әҙәби ҡушымтаһында 1896 йылдың октябрь-декабрендә баҫтырыла. Николай II батшалыҡҡа ултырғанлыҡтан сыҡҡан эшселәр стачкаларынан һәм яңы цензор тәғәйенләнгәнлек арҡаһында цензура көсәйеүҙән ҡурҡып, повестың цензура өсөн хәүефһеҙ тәүге биш бүлеген, цензорҙың уяулығын кәметеү маҡсатында, беренсе китап итеп, ҡалғанын икенсе китапта нәшер итергә булалар.

Автор тарафынан ҡайтанан эшкәртелгән повесть Суворин баҫтырған Мужики хикәйәләр йыйынтығында сыға.  Моя жизнь («Минең тормошом») повесы бер ниндәй үҙгәрешһеҙ йыйынтыҡтың ете баҫмаһында 1897—1899 йылдарҙа сыға. 1899—1901 йылдарҙа Адольф Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйынтығының туғыҙынсы томына был повесть автор тарафынан әҙ генә үҙгәртелеп индерелә.

Повестағы тормош сылбырҙарын һүрәтләгән тәьҫораттар яҙыусының бала сағынан уҡ башланып китә. П. Сурожский (П. Н. Шатилов): «…Моғайын, повесты яҙғанда Чехов Таганрог тураһында уйлаған», — тип яҙа.

Чехов повесты 1896 йылдың февралендә яҙа башлай һәм шул уҡ йылдың июль аҙағында тамамлай. Повестың атамаһы арҡаһында килешмәүсәнлек килеп сыға. Чеховҡа «Моя жизнь» тигән атама оҡшамай, уның повесты «В девяностых годах» тип атағыһы килә. Нива журналының мөхәррире Алексей Тихонов-Луговой атаманы ниндәйҙер мемориал менән бәйләй һәм Чеховҡа шул көйөнсә үҙгәртеүһеҙ ҡалдырырға тәҡдим итә. Автор бәхәсләшмәй генә риза була.

А. П. Чеховтың «Хирургия» хикәйәһе 1884 йылдың авгусында баҫыла. Тәүге тапҡыр аҙналыҡ юмористик әҙәби-нәфис «Осколки» журналының 32-се һанында 1884 йылдың 11 авгусында «Сценка» исеме менән А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫыла.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, поляк һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Хикәйә медицина белемле Чеховтың тормош тәьҫораттары буйынса яҙылған. М. П. Чехов хикәйәнең сюжетың Чеховтың 1884 йылда Воскресенск ҡалаһында йәшәгән һәм Чикин земство дауаханаһында табип булып эшләгән сағы менән бәйләп иҫкә ала. Яҙыусы П. Сергеенко сюжеттың барлыҡҡа килеүен ағалы-энеле Антон һәм Александр Чеховтарҙың актерлыҡ импровизацияһы менән бәйләй.

Хикәйәләге ваҡиға земство дауаханаһында бара. Бер ваҡыт дауахана табибы өйләнергә китә, ә уның урынында ауырыуҙарҙы фельдшер Курятин ҡабул итә. Ошо көндәрҙең береһендә сиркәү дьягы Вонмигласов дауаханаға килә. Уның теше бик ныҡ һыҙлай башлаған була. Дьяктың тешен ҡарағандан һуң, Курятин уны һурып алырға була. Дьякты ҡысҡыртып оҙаҡ ыҙалағандан һуң, фельдшер боҙоҡ теште һындыра. Ошо процедура ваҡытында фельдшер менән пациент пыр туҙып талашып китә.Антон Павлович Чеховтың «Яуыз малай» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың  23 июлендә «Осколки» журналының 30 һанында «Әшәке малай» («Скверный мальчик») йәки (Кесе йәштәге дачниктар өсөн хикәйә) тип аталып, А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. Ул шулай уҡ А. Ф. Маркс баҫмаһына ла ингән. Әҫәрҙәр йыйылмаһы өсөн Чехов хикәйәһен ҡыҫҡартҡан, унан малайҙың ҡайнатма урлаған һәм төшкө ашты тасуирлаған картиналар алып ташланған.

Чехов үҙе тере саҡта хикәйә болгар, немец, серб-хорват, чех, швед телдәренә тәржемә ителә.

Хикәйәләге ваҡиға йәй көнө дачала бара. Иван Иваныч Лапкин һәм Анна Семеновна Замблицкая тигән йәш кешеләр йылға ярында балыҡ тота, ял итә. Яҡын-тирәлә кеше юҡ, Лапкин ҡыҙға үҙ күңелен асып һала: «Һеҙҙе күргәс тә, Һеҙгә күҙем төштө һәм мин беренсе тапҡыр ғашиҡ булдым, Һеҙҙе бөтә йөрәктән яраттым». Үҙенең мөхәббәте тураһында һөйләү менән бер үк ваҡытта ул ҡыҙға нисек итеп балыҡ тоторға, ҡармаҡты нисек ҡуйырға һәм ҡасан сирткән балыҡты ярға тотоп килтерергә кәңәш бирә. Ҡапыл Анна Семеновнаның ҡармағы сиртә, ул ибәтәйһеҙ генә ҡармаҡ һабын тарта, балыҡ ҡармаҡтан ысҡынып китә. Балыҡты тотоп ҡалырға тырышҡан Лапкин абайламайынса Анна Семеновнаның ҡулынан тотоп ала һәм уның ирендәрен үҙенекенә яҡын килтерә. Тегеһе ситкәрәк тайпылып ҡарай, ләкин инде барыһы ла һуң: «ирендәр иренгә тейешеп, үбешәләр». Был мәлде Анны Семеновнаның ҡустыһы, уларҙан әҙ генә алыҫтараҡ һыуҙа сыр-яланғас торған Коля тигән малай, күреп ҡала. Ул барыһын да күрә һәм «бик әсе мыҫҡыллап йылмая».

Йәштәр малайға бер һум аҡса бирә һәм бер кемгә лә бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә ҡуша. Малай бер тәңкә аҡсаны ла ала, Лапкиндан буяуҙар, ең ҡыҫтырғыстар, төрлө ҡатырға ҡаптар һәм туп та һорап ала. Былайтып бүләктәр алыу малайға бик ныҡ оҡшап ҡала, һәм ул йәштәрҙе гелән күҙәтеп йөрөй башлай. Ул йәштәрҙе уларҙың үбешеп тороуҙары тураһында өлкәндәргә әйтеү менән янап ҡурҡыта; уға йәштәрҙән алған бүләктәр аҙ һымаҡ тойола һәм ул ахыр сиктә уларҙан кеҫә сәғәте алып биреүҙәрен таптыра башлай. Нишләргә белмәгән йәштәр малайға сәғәт вәғәҙә итә.  

Ошо йылдың көҙөндә Лапкин  Анна Семеновнаға никахлашырға тәҡдим яһай. Йәштәр Коляны табып алып, рәхәтләнеп, үстәре ҡанғансы Коляның ҡолаҡтарын борғослай.

Ҡартатаһының атаһы, Михаил Емельянович Чех (1762—1849), ғүмере буйынса алпауыт крәҫтиәне була. Уның биш улы булған (Иван, Егор, Артём, Семён и Василий). Михаил емельянович улдарын ҡаты тәрбиәләгән.
Яҙыуусының ҡартатаһы — Егор Михайлович Чех (1798—12.03.1879) — Воронеж губернаһының Острогожский өйәҙе Ольховатка ауылында тыуған. Ул алпауыт И. Д. Чертковтың крәҫтиәне булған. Был алпауыттың ейәне һуңыраҡ яҙыусы Лев Толстойҙың фекерҙәше була. Егор Михайлович — Чеховтар ғаиләһендә иң беренсе уҡып-яҙыуға өйрәнгән кеше. Уның Чех ҡушаматының ниҙән килеп сыҡҡанлығы билдәле түгел. Выкупившись вместе с семьёй в 1841 йылда Егор Михайлович алпауытнан үҙен-үҙе һатып алыған һәм иреккә сыҡҡан, артабан ул данлыҡлы Дон атаманы Платовтың улы граф Платовҡа идара итеүсе булып эшкэинэ. Ул далалағы Крепкой и Княжой ауылдарында идаралыҡ итә һәм үҙенә аҡса эшләй. Егор Михайлович бик ҡырыҫ холҡло, ҡаты ҡуллы кеше була. Уның ҡаты холҡонан крәҫтиәндәр генә түгел, ә ғаилә ағзалары ла интеккән, шуға күрә уны крәҫтиәндәр «аспид (йылан)» тип атаған. Егор Михайловичтың яҙыусылыҡ һәләте лә була. Ул: «Мин байҙарға бик көнләшеп ҡарайым, сөнки улар ирекле генә түгел, ә уҡый ҙа белә»,- тип әйткән. Уның балалары ирекле крәҫтиәндәр була — өс улдары: Михаил (1823—30.12.1875), Павел (1825—1898) һәм Митрофан (1830 йәки 1836—08.09.1894). Ҡыҙы Александрны (1827—1906) һатып алырға атаһының аҡсаһы етмәй, шуға күрә Александраны 1841 йылда алпауыт Чертков Егор Михайловичҡа бушлай бирәд. Артабан Александра  Василий Григорьевич Кожевниковҡа (1819—1904) кейәүгә сыға һәм туйҙан һуң иренең ауылы Твердохлебовоға ире янына күсеп китә. Оло улы Михаилды атаһы Калугаға китап төпләргә уҡырға ебәрә. Михаил артабан бик яҡшы оҫта булып китә. Михаил үҙен Чохов тип атай. Михаил атаһына бик оҫта эшләнгәншкатулка ебәрә, уның өҫтөнә: «Ҡәҙерле атай, минең тырышлығымдың емешен ҡабул ит», -тип яҙылған була. Антон Павлович был шкатулканы бик ныҡ ҡәҙерләп һаҡлаған. Митрофан Егорович Таганрогта бакалея магазинын тотҡан , уның ике улы була: Владимир (1874—1949), Таганрогта уҡытыусы булғану, һәм Егор (1870—03.11.1943), Рус пароходлыҡ һәм сауҙа йәмғиәтендә хеҙмәт иткән. Егорҙы Антон Павлович бик ныҡ хөрмәт иткән һәм яратҡан, уны «Жоржик» тип атап йөрөткән[41]. Егор Михайлович 1879 йылда ҡыҙы А. Е. Кожевникова ҡарауы аҫтында үлгән.
Ҡәрсәһе Ефросинья Емельяновна, тыумыштан Шимко (1806—26.02.1878), ат үрсетеүселәр ғаиләһенән. Егор Михайлович менән ул 58 йыл бергә йәшәгән, Антон Павлович Чеховтың яҙыусы булып китеүендә уның йоғонтоһо бик ныҡ була.

Ҡартатаһының ҡатратаһы, Никита Морозов, алпауыт крәҫтиәне, XVIII быуаттың яртыһында Фофаново ауылында йәшәгән (хәҙер Ивановская өлкәһе). Уның улы, Герасим Никитич Морозов (1764—3.05.1825), Ул Волга һәм Оке буйлап ашлыҡ һәм ағас тейәлгән баржаларҙы йөрөткән. Уның ҡатыны крәҫтиән Татьяна Леонтьева, уларҙың биш балаһы булған: Алексеяй, Василий, Мария, Фёдор һәм Яков. 53 йәшендә ул үҙен һәм улы Яковты алпауыттан иреккә һатып ала.
Ҡартатаһы, Яков Герасимович Морозов (1800—1847 йылдар тирәһе), Фофаново ауылында тыуған. Ул атаһына Моршанскиҙа һатыу эше алып барырға ярҙам иткән. 1820 йылда Александра Ивановна Кохмаковаға өйләнә. 1833 йылда Яков Герасимович ярлылана һәм үҙенә эш эҙләргә мәжбүр була — Таганрогта уны генерал Попков эшкәала. Ҡала башлығының комиссионеры булыу менән бер үк ваҡытта ул Ростовта киптерелгән балыҡ менән сауҙа итәко. Өс балаһы була: Иван (1821 һәм 1828— 1866 һәм 1869 йылдар тирәһе), Федосья (1829—25.10.1891), Евгения (артабан А. П. Чеховтың әсәһе).
Өләсәһе Александра Ивановна Кохмакова (1804—1868), хәлле оҫталар ғаиләһенән. Был ғаилә иконалар яҙған һәм ағастан төрлө кәрәк-яраҡтар эшләгән. Ул Шуяла иренән башҡа йәшәгән, ире бары тик ваҡыт-ваҡыт ҡына ғаиләһенә килеп-китеп йөрөгән. 1847 йылдағы ҡаты янғын 88 йортто яндырған, шул иҫәптән Морозовтар бер нимәһеҙ тороп ҡалған. Ошо уҡ йылда холеранан Яков вафат була. Тол ҡатын Александраға ике ҡыҙы: Феодосия һәм Евгенияға- шул уҡ генерал Попков ярҙам итеп үҙ ғаиләһенә ала һәм етем ҡыҙҙарҙы уҡыу-яҙыуға өйрәтә.
Ата-әсәһе

Е. Я. Чехова
Яҙыусының әсәһе, Евгения Яковлевна Чехова (1835—1919), тыумыштан Морозова, сауҙәгәр ҡыҙы — тыныс холҡло ҡатын, ул юҡсыллыҡты һәм иренең  ҡаты холҡон бик ҙур түҙемлек менән кисерә. Ул уҡырға-яҙырға яратмай, әммә бар булмышын ғаиләһенә арнай, балаларын һәм ирен ҡарай . Ул tnt бала таба, шуларҙыңдүртәүһе үлә. Антон Чехов: «Талант беҙгә атайҙан, ә күңел әсәйҙән килгән», -тип әйтә.

П. Е. Чехов

Атаһы, Павел Егорович Чехов (1825—1898), үҙенең атаһына оҡшап ныҡ ҡаты холоҡло булһа ла, ғаиләһен яҡшы ҡараған, әммә балаларын ҡаты тотҡан. Ул балаларын үҙе сауҙа иткән кибетендә иртәнән алып ҡара кискә тиклем эшләргә , шулай уҡ сиркәү хорындайырларға мәжбүр иткән. Павел Егорович тормошоноң аҙағында көндәлегенә былай тип яҙып ҡуйған:

Ун алты йәше тулғанда  ул шәкәр заводында эшләпөлгөргән була, мал ҡыуыусы була, артабан Таганрогта сауҙагәргә кибеткә эшкәурынлаша. 1856 йылда Павел Егорович 2500 һум аҡса табыш итеп, өсөнсө гильдия сауҙагәре булып китә. 1857 йылда ул «Сәй, шәкәр, кофе һәм башҡа колониаль тауарҙар» тигән кибет аса.

Чеховтарҙың өлкән быуындары бик дини кешеләр була, улар сиркәүгә йөрөй һәм хаж ҡыла. Ситркәүҙә Павел Егорович нота таный һәм скрипкала уйнарға өйрәнә, хорҙа поет һәм 1864 йылда кафедраль сиркәүҙең регенты булып тора. Был сиркәүҙә хор Афон монахтары кеүек псаломдарҙы бик оҙаҡ һуҙып башҡара, шунлыҡтан Павел Егоровичты 1867 йылда эштән сығаралар1. Артабан Павел Егорович грек монастырына күсә һәм бында хор ойоштора. Был хорҙа уның улдары Александр, Николай һәм Антон жырлай. Павел Егорович хорҙы скрипка моңо аҫтында башҡарта һәм монастырҙа регент була. Бының арҡаһында ул ҡалала бик билдәле кешегә әйләнә, уның хорын тыңларға хатта башҡа ҡалаларҙан һәм Ростовтан да кешеләр килә. Александр Павлович башта дискант менән, артабан бас менән пел; Николайскрипкала уйнай һәм атаһына уйнарға ярҙам итә. Антон альт менән пел Ғаилә татыу йәшәй.

Павел Егоровичтың сауҙа эштәре бик уңышлы башланыап китһә лә, артабан насарая, кибеттә бысраҡ була, уда һатыу иткән малайҙар һатып алыусыларҙы ота.

Йыл ярымдан артыҡ ваҡыт Павел Егорович ниһайәт үҙенә эш таба. 1877 йылдың 10 ноябрендә ул И, Гавриловтың магазинына кесе һатыусы булып айына 30 һумлыҡ хаҡҡа һәм йәшәргә мөйөш алып һатыусы булып китә. Был амбарҙа ул иртәнән ҡара кискә тиклем 14 йыл буйына эшләй.

Книппер-Чехова Ольга Леонардовна (1868—1959) — Антон Павловичтың ҡатыны; СССР-ҙың халыҡ артисы.
Чехов Александр Павлович (1855—1913) — ағаһы, прозаик, публицист, мемуарист.
Чехова Мария Павловна (1863—1957) — һеңлеһе, педагог, рәссам, А. П. Чеховтың Ялталағы Йорт-музейын төҙөүсе.
Чехов Николай Павлович (1858—1889) — ағаһы, художник.
Чехов Иван Павлович (1861—1922) — ҡустыһы, педагог.
Чехов Михаил Александрович (1891—1955) —туғаны (ағаһы Александрҙың улы), билдәле артист, театр педагогы, режиссёр; эмигрант (1928 — Германия, 1939 — АҠШ).




#Article 352: Диңгеҙ (120 words)


Диңгеҙ — ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефы менән айырылып торған Донъя океанының өлөшө. Ҡайһы бер диңгеҙҙәр башҡа диңгеҙҙәрҙең өлөшө булып торалар (мәҫәлән, Эгей диңгеҙе — Урта диңгеҙ өлөшө).

Айырымлыҡтары буйынса диңгеҙҙәр 3 төркөмгә бүленә: эске диңгеҙҙәр, океан ситендәге диңгеҙҙәр, утрау араһындағы диңгеҙҙәр. Географик торошо буйынса эске диңгеҙҙәр ҡитға–ара һәм ҡитға эсендәге диңгеҙҙәргә бүленәләр. Геологик яҡтан хәҙерге диңгеҙҙәр йәш яһалма булып торалар: улар барыһы ла хәҙерге заманға яҡын палеогон-неогон осоронда барлыҡҡа килгән, һәм тулыһынса антропоген осоронда билдәләнгән. Тәрән диңгеҙҙәр Ер ҡабығы сатнаған урында (мәҫәлән, Урта диңгеҙ) барлыҡҡа килгән. Һайыраҡтары ҡитға өлөшөн һыу баҫыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

А. Можетта Большой атлас морей и океанов /Пер. с фр. Корнеева. Л. Ю.; Лемени-Македон П. П. —М.: БММ АО, 2005 г. ISBN 5-88353-234-9

Океан




#Article 353: Ғәбит Арғынбаев (197 words)


Ғәбит сәсән, Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1856—1921) — атаҡлы башҡорт сәсәне.

Ғәбит Арғынбаев 1856 йылда хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуған. Ул йырсы, ал бирмәҫ сәсән булып таныла. 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға ҙур йыйын ойошторола. Ғәбит сәсән унда беренсе урынды ала. Шулай уҡ 1920 йылда Стәрлетамаҡтағы Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә алдынғылыҡты бирмәй. М. Буранғолов уны 1907 йылдан бирле белеп, аралашып йәшәй. Уның хәтирәләре буйынса Ғәбит сәсән унар битле эпостарҙы (225—250 юл самаһы) яттан һөйләгән, көлөр ерҙә көлөп, илар ерҙә илап, бик оҫта итеп башҡарыр булған. Ҡайһы саҡта туҡтап ҡалып бүленһә, яңынан башлар булған.

Ғәбит сәсәндән «Урал батыр», «Күсәкбей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» кеүек ҡобайырҙар, тиҫтәләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.

Сәсән хаҡында уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа:

Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа — йырсы, әйтештәрҙә лә ал бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы ала.

Ғәбит сәсән Арғынбаевтан «Урал батыр», «Күсәкбей», «Иҙел менән Яйыҡ», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.




#Article 354: Муса Ғәли (339 words)


Муса Ғәли (псевдоним, төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 15 октябрь 1923 йыл — 15 ғинуар 2004 йыл) — башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.

Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Атаһынан бик йәшләй етем ҡала. Олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый.

Демобилизацияланғандан һуң Шишмә районының Сыуалҡип ете йыллыҡ мәктәбендә бер нисә йыл уҡытыусы һәм завуч булып эшләй.

Үҙенең күп яҡлы ижадын шағир һәр саҡ йәмәғәт эше менән әүҙем берләштерә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, «Ағиҙел» һәм «Уральсий следопыт» журналдары мөхәрририәттәре, РСФСР Яҙыусылар союзының художестволы тәржемә буйынса комиссияһы, СССР Яҙыусылар союзының әзербайжан әҙәбиәте буйынса комиссияһы ағзаһы була. 

Муса Ғәли йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып бара. Күп илдәрҙә башҡорт әҙәбиәтен лайыҡлы күрһәтә.

Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда «Йәш төҙөүсе» һәм Дәүләкәндәге «Колхозсы» район гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы «Яҡты көн» тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 40-ҡа яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телдәрендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була.

Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә әүҙем эшләй. Уның А. С. Пушкиндың «Царское село иҫтәлектәре», В. Шекспирҙың «Макбет», үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың «Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы» тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш.

Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар ижад итә, башҡорт балалар шиғриәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай дәүләт башҡорт театрында ҡуйылды. «Тауҙар төш күрә», «Аҙымдар» повестарын ижад итте. Публицист һәм талапсан әҙәби тәнҡитсе булараҡ та матбуғатта әүҙем сығыш яһаны. Ул башҡорт публицистикаһында юлъяҙма жанрын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттары «Гөлдәр һәм йондоҙҙар» тигән китабына тупланып донъя күрҙе.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә 




#Article 355: Ҡәғбә (322 words)


Ҡәғбә ( — куб) — Мәккә ҡалаһында, Әл-Харам мәсетенең уртаһында урынлашҡан, мосолмандар өсөн изге бер бина. Намаҙ ҡылған кеше ғибәҙәтен Ҡәғбә яғына ҡарап башҡарырға тейеш. Хаж ғибәҙәтенең төп шарттарынан береһе булып Ҡәғбә тирәләй әйләнеп сығыу, йәғни тауаф ҡылыу тора. Халҡыбыҙҙа уны ололап Ҡәғбәтулла тип атайҙар.

Ҡәғбә ҡара  япма (кисүә)  менән ҡаплап ҡуйыла, япмаға алтын менән аяттар сигелгән, хаж ваҡытында уны алыштыралар. Ислам ҡабул иткәнгә тиклем, Хиджаз провинцияһындағы мәжүси ҡәбиләләрҙең төп мөҡәддәс урыны була, ислам уның мөҡәддәслеген таный. Йыл һайын унда барыу хаж ҡылыуҙың төп йолаларының береһе булып тора. Ҡәғбәнең төп табыныу урыны — уның көнсығыш мөйөшөнә беркетелгән «ҡара таш».

Мосолмандарҙың изге ҡалаһы Мәккә Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенең көнбайыш өлөшөндә, Ҡыҙыл диңгеҙҙән 75 саҡрым алыҫлыҡта, бейек булмаған тауҙар араһында, 300 метр бейеклектә урынлашҡан.

Мәккә беҙҙең эраның IV быуатынан алып билдәле. Ундағы Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы төрлө мәжүсилек культы юлынан барыусыларҙың табыныу урыны булған.

Бөгөн Мәккә — бер миллиондан ашыу халҡы булған заманса ҡала. Уның бар тормошо Ҡәғбә ғибәҙәтханаһы һәм уның тирәләй төҙөлгән «Харам» мәсете (ғәрәпсә «изге мәсет» тигәнде аңлата) менән бәйле. Был иман йорто Мәккәнең үҙәгендә урынлашҡан. Харамдың икенсе исеме — «Тыйылған мәсет». Унда мосолман булмаған кешеләргә инергә ярамай.
Әйткәндәй, башҡа дин тотҡандарға Мәккәгә юл ябыҡ. Элек бында инергә тырышҡандарҙың ғүмере өҙөлһә, хәҙер был эш штраф йәки илдән ҡыуыу менән сикләнә.

Мосолман риүәйәте буйынса, ул — Әҙәмгә Алла тарафынан бүләк ителгән, кешеләрҙең гонаһтарынан ҡарайып бөткән аҡ яҡут. Уның өҫтөнә Әҙәм төҙөгән ҡоролма туфан һыуы ҡалҡҡандан һуң емерелгән. Ибраһим Пәйғәмбәр (Библияла Авраам) һәм уның улы Исмәғил Аллаһ ихтыярына ярашлы Ҡ. нигеҙен тергеҙә, шунан һуң Пәйғәмбәр бөтә диндарҙарға унда хаж ҡылырға васыят итә. Легендаға ярашлы, Ҡәғбә тышында, уның төньяҡ‑көнсығыш стенаһы буйында, Исмәғил һәм уның әсәһе Хәжәр ерләнгән. Ҡәғбә бөтә донъя мосолмандарының берҙәмлек символы һанала.

Ҡәғбәнең бер яҡ ҡабырғаһына тышҡы яҡтан «ҡара таш» индереп урынлаштырылған.Ҡәғбә тыш яҡтан киҫүә менән ҡапланған. Икенсе быуатта уҡ грек географы Птоломей, Мокарәбәлә (Мәккә ул саҡта шулай аталған) мәжүси ғәрәптәрҙең изге урыны бар тип яҙа. Риүәйәттәргә ҡарағанда, ул ваҡытта был изге урын таш диуар менән әйләндереп тура мөйөшлө йорт булғанлығы әйтелә.




#Article 356: Талха Ғиниәтуллин (170 words)


Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы, псевдонимы Анатолий Генатулин (20 апрель 1925 йыл — 7 ноябрь 2019 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләй. 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.

Әҙип 2019 йылдың 7 ноябрендә Мәскәүҙә вафат булды.

 




#Article 357: Сәнәғәт (136 words)


Сәнәғәт— үҙ тармағы һәм башҡа тармаҡтар өсөн эш ҡоралдары, шулай уҡ сеймал, материалдар, яғыулыҡ һәм энергия эшләп сығарыу, урман эшкәртеү, ауыл хужалығы продукцияһын һәм халыҡ ҡулланыу тауарҙарын етештереү һәм башҡалара менән мәшғүл булған предпрятиеләр (заводтар, фабрикалар, рудниктар, шахталар, электростанциялар) берлеге. Сәнәғәт — йәмғиәттең етештереү ҡеүәтенә хәл иткес йоғонто яһаған халыҡ хужалығының мөһим тармағы.

Сәнәғәт ике ҙур тармаҡтан — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәтенән һәм эшкәртеүсе сәнәғәттән тора. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү тармағына тау-химия сеймалы, ҡара һәм төҫлө металл рудалары, нефть, газ, күмер, торф, сланец, тоҙ, изветняк сығарыу, шулай уҡ урман предприятиеләре, балыҡ тотоу, диңгеҙ продукттарын әҙерләү керә.

Эшкәртеүсе сәнәғәт тармағына машиналар төҙөү, ҡара һәм төҫлө металдар етештереү, прокат, химия һәм нефтехимия продукттары, машиналар һәм ҡорамалдар, ағас эшкәртеү ҡорамалдары, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте продукттары, цемент, төҙөлөш материалдары, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукттары етештереү, шулай уҡ сәнәғәт йыһаздарын ремонтлау керә.




#Article 358: Аббасов Азат Зиннәт улы (127 words)


Аббасов Азат Зиннәт улы (19 ғинуар 1925 йыл — 11 октябрь 2006 йыл) — опера йырсыһы, СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1966) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Азат Зиннәт улы Аббасов 1925 йылдың 19 ғинуарында Татар АССР-ы (хәҙер Татарстан Республикаһы) Алабуға ҡалаһында тыуған. Ҡазан авиация техникумын тамамлап, вертолет заводында конструктор булып эшләй. 1944 йылда Сәлих Сәйдәшев кәңәше буйынса Мәскәү консерваторияһының татар милли опера студияһына уҡырға керә. Уны тамамлағас, 1950 йылда Ҡазанға ҡайта һәм 1990 йылғаса Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.

Белгестәр билдәләүенсә, йырсының тауышы лирик-драматик тенор. Театрҙа эшләү дәүерендә төрлө билдәле операларҙа 100-ҙән ашыу партия башҡара. Шуларҙан айырыуса Самат («Самат», Хөснулла Вәлиуллин), Alfredo Gérmont («La traviata», Джузеппе Верди), Сергей («Катерина Измайлова», Дмитрий Шостакович) бигерәк тә уңышлыларҙан һанала.




#Article 359: Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (101 words)


Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1 июль 1955 йыл ) — композитор. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).

Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы Шәмсетдинова 1955 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында тыуған. 

Ҡазан консерваторияһында юғары һөнәри белем алып, ижади эшкә керешә. Күп кенә симфонияларында ул татар халҡының тарихына, ҡатлаулы һәм фажиғале яҙмышына мөрәжәғәт итә («Ҡыйссаи Сөйөмбикә», «Мәһди йәки изге Болғар дастаны», «Мәхәббәтнамә», «Болғар-шәрке», «Ибне Фаҙлан», «Сыңғыҙхан», «Дәрүиш»).

Мәсғүҙә Шәмсетдинова фән һәм фәлсәфә мәсьәләләре, халыҡ ижады менән тәрәндән ҡыҙыҡһынып, Санкт-Петербургта фәлсәфә фәндәре буйынса кандидатлыҡ десертацияһы яҡлай.




#Article 360: Дәрзаманов Йәүҙәт Харис улы (116 words)


Дәрзаманов Йәүҙәт Харис улы; Йәүҙәт Дәрзаман (; 13 октябрь 1945 йыл) — татар радиожурналисы, шағир һәм прозаик. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге премия лауреаты (2009).

Йәүҙәт Дәрзаман 1945 йылдың 13 октябрендә Татар АССР-ының Лениногорск районы Сугышлы ауылында тыуған. 1972 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. Татарстан радиокомитетында — мөхәррир, 1987—1994 йылдарҙа «Ялҡын» журналы редакцияһында баш мөхәррир була. Хәҙерге ваҡытта Татарстан радиоһында әҙәбиәт-сәнғәт тапшырыуҙарының шеф мөхәррире булып эшләй.

Йәүҙәт Дәрзамандың беренсе шиғырҙары район гәзитендә, Яшь ленинчыла (хәҙер «Сабантуй») донъя күрә. 1975 йылда — «Илтабар» исемле әкиәттәр йыйынтығы, 1977 йылда «Солдат булдым» тигән шиғырҙар китабы баҫылып сыға. Һуңыраҡ уның «Гөлназ мәктәпкә бара», «Безнең әлифба», «Күзле кычыткан», һ.б. ошондай егермеләп китабы донъя күрҙе. Йәүҙәт Дәрзаман шиғырҙары мәктәп дәреслектәренә лә керетелгән.




#Article 361: Астат (104 words)


Астат (лат. Astatium) – иң мөһим радиоактив элементтарҙың береһе. Менделеевтың периодик таблицаһының VII төп төркөмөндә, 85-се һан аҫтында урынлашҡан, галогендарға ҡарай.
Астаттың стабиль изотоптары юҡ. Иң оҙаҡ тороусы астат — 210 радиоактив изотобының ярымтарҡалыу периоды — 8,3 сәғәт. 
Атамаһы грек astatos һүҙенән алынған.

Астат күптән түгел генә асылған: 1940-сы йылда Э. Сегре, Т. Корсон һәм У. Мак-Кензи АҠШ-ла, висмутты циклотронда тиҙләштерелгән ά-киҫәксәләр менән нурландырып, астаттың беренсе изотобын – 211At-ты табалар.

Астат ғәҙәти шарттарҙа ла, вакуумда ла тиҙ ирей. Шулай уҡ Ag, Au, Pt кеүек металдарҙа адсорблаша.

Астаттың химик үҙенсәлектәре иодтыҡына ла, полонийҙыҡына ла оҡшаш. Шуға күрә ул металл һәм металл булмаған элементтарҙың үҙенсәлектәренә эйә.




#Article 362: Джеймс Кук (3301 words)


Джеймс Кук (; 7 ноябрь 1728 йыл — 14 февраль 1779 йыл) — Бөйөк Британия географы. Донъя океандарын өйрәнеү өсөн 3 экспедицияла ҡатнашҡан. Экспедициялар ваҡытында күп географик асыштар яһаған. Канада, Австралия, Яңы Зеландияның көнсығыш яҡтарын, Ньюфаундленд, Төньяк Америка, Тымыҡ, Һинд һәм Атлантик океандарын гиҙгән, уларҙы өйрәнеп картаға төшөргән.

Кук үҙе барған территорияларҙа төп халыҡҡа ҡарата үҙенең дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуы менән билдәле була. Шул ваҡыттағы зәңге кеүек ҡурҡыныс һәм киң таралған ауырыуҙы уңышлы еңеп сығып, диңгеҙ сәйәхәтендә ул үҙенсәлекле революция яһай. Зәңгенән үлем осрағы уның диңгеҙҙә йөҙөү ваҡытында нулгә тиерлек ҡайтарып ҡалдырыла. Уның йөҙөп йөрөү ваҡытында Джозеф Банкс, Уильям Блай, Джордж Ванкувер, Иоганн Рейнгольд һәм Георг Форстер кеүек билдәле диңгеҙ сәйәхәтселәре һәм тикшеренеүселәренең тотош плеядаһы ҡатнаша.

Джеймс Кук 1728 йылдың 27 октябрендә Мартон ауылында (хәҙер Саут-Йоркшир графлығы) тыуған. Атаһының, ярлы шотланд батрагының, Джеймстан тыш дүрт балаһы булған. 1736 йылда ғаилә Грейт Айтон ауылына күсеп килә, бында Кукты урындағы мәктәпкә бирәләр (хәҙер музей). Биш йыл уҡығандан һуң Джеймс Кук шул ваҡытҡа идара итеүсе вазифаһын алған атаһының башланғысы аҫтында фермала эшләй башлай. Ун һигеҙ йәшендә Уокерҙарҙың күмерсе «Геркулесына» юнга булып яллана. Шулай башлана Джеймс Куктың диңгеҙ тормошо.

Кук дигеҙсе карьераһын карап хужалары Джон һәм Генри Уокерҙарға ҡараған Лондон — Ньюкасл йүнәлешендәге «Геркулес» сауҙа күмерсе-бригында ябай юнга булып башлай. Ике йылдан һуң Уокерҙарҙың икенсе — «Өс таған» карабына күсерелә.

Куктың күп ваҡытын китаптар уҡып үткәреүе тураһында Уокерҙарҙың дуҫтарының дәлилдәре билдәле. Эштән буш ваҡыттарын ул география, навигация, математика, астрономияны өйрәнеүгә арнай, уны шулай уҡ диңгеҙ экспедицияларының тасуирламалары ҡыҙыҡһындыра. Куктың Уокерҙарҙы ике йылға ҡалдырыуы билдәле, ул Балтикала һәм Англияның көнсығыш ярҙары буйында үткәрә, ләкин туғандарының үтенесе буйынса «Френдшипта» капитан ярҙамсыһы булып ҡайта.

Өс йылдан һуң, 1755 йылда, Уокерҙар уға «Френдшип» өҫтөнән етәкселек итеүгә тәҡдим итә, әммә Кук баш тарта. Уның урынына 1755 йылдың 17 июнендә ул Король хәрби-диңгеҙ флотына матрос булып яҙыла һәм һигеҙ көн үткәндән һуң 60-пушкалы «Игл» карабына тәғәйенләнә. Биографияһындағы был факт ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙе аптырашта ҡалдыра — сауҙа флотындағы капитан вазифаһына ҡарағанда Куктың ауыр матрос хеҙмәтен өҫтөн күреүенең сәбәптәре билдәһеҙ. Әммә бер айҙан һуң Кук боцман була.

Тиҙҙән Ете йыллыҡ һуғыш башлана (1756 йыл). «Игл» Франция ярҙары буйында блокадала ҡатнаша. Шулай уҡ «Игл» карабының 1757 йылдың майында Уэссан утрауы янында француз карабы «Герцог Аквитанский» менән һуғышҡа инеүе билдәле. (судноның ауырлығы 1500 тонна, 50 пушкалы). Алыш барышында «Герцог Аквитанский» баҫып алына. Алышта «Игл» карабы ла зыян күрә һәм Англияға ремонтҡа китергә мәжбүр була.

Ике йыллыҡ стажы булғандан һуң, 1757 йылда, Джеймс Кук мастерға уңышлы имтихан тота (ингл. Sailing Master), ә 27 октябрҙә капитан Крейг етәкселеге аҫтында «Солебей» карабына тәғәйенләнә. Кукҡа был ваҡытта егерме туғыҙ йәш була. Ете йыллыҡ һуғыш башланыу менән ул 60-пушкалы «Пемброк» карабына тәғәйенләнә. «Пемброк» Бискай ҡултығындағы блокадала ҡатнаша, һуңынан 1758 йылдың февралендә Төньяҡ Америка яры буйына (Канада) ебәрелә.

Кук алдында Квебекты яулау буйынса төп әһәмиәткә эйә булған мөһим бурыс ҡуйыла, — Британия караптары Квебекҡа үтеп инә алыу өсөн Изге Лаврентий йылғаһы участкаһы фарватерын булдырыу. Был бурыс фарватерҙы картаға теркәүҙе генә түгел, шулай уҡ йылғаның караптар йөрөү участкаһын буйҙар менән билдәләүҙе үҙ эсенә ала. Бер яҡтан фарватерҙың ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуы арҡаһында эш күләме бик ҙур була, икенсе яҡтан — француз артиллерияһы уты аҫтында, төнгө һөжүмдәрҙе кире ҡағып, француздар юҡ иткән буйҙарҙы тергеҙеп, төндә эшләргә тура килә. Уңышлы башҡарылған эш Куктың картография тәжрибәһен байыта, шулай уҡ Адмиралтейство ахыр сиктә тарихи һайлау буйынса тап унда туҡтала. Квебек ҡамала, һуңынан яулап алына. Кук хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнашмай. Квебекты алғандан һуң Кук «Нортумберленд» флагман карабына мастер булып ҡабул ителә, быны профессиональ дәртләндереү тип баһаларға мөмкин. Адмирал Колвилл бойороғо буйынса, Кук Изге Лаврентий йылғаһын 1762 йылға тиклем картаға төшөрөүҙе дауам итә. Куктың карталары адмирал Колвилл тарафынан нәшер итеүгә тәҡдим ителә һәм Төньяҡ Америка лоцияһында 1765 йылда баҫылып сыға. Англияға Кук 1762 йылдың ноябрендә әйләнеп ҡайта.

Канаданан ҡайтҡас, 1762 йылдың 21 декабрендә Кук Элизабет Баттсҡа өйләнә. Уларҙың алты балаһы була: Джеймс (1763—1794), Натаниэль (1764—1781), Элизабет (1767—1771), Джозеф (1768—1768), Джордж (1772—1772) һәм Хью (1776—1793). Ғаилә Лондондың Ист-Энд районында йәшәй. Кук вафат булғандан һуң Элизабеттың тормошо тураһында әҙ билдәле. Ул ире үлгәндән һуң тағы 56 йыл йәшәй һәм 1835 йылдың декабрендә 93 йәшендә вафат була.

Экспедицияның рәсми маҡсаты Венераның Ҡояш дискы аша үтеүен тикшереү була. Әммә Кук алған йәшерен бойороҡта ул астрономик күҙәтеүҙәрҙе тамамлағандан һуң киескмәҫтән Көньяҡ материк тип аталған көньяҡ киңлектәрҙе эҙләүгә юлланырға тейеш була (шулай уҡ Terra Incognita кеүек билдәле). Экспедицияның маҡсаты булып шулай уҡ Австралия ярҙарын, бигерәк тә уның өйрәнелмәгән көнсығыш яры буйын билдәләү тора.

Кук файҙаһына Адмиралтействоның һайлауына йоғонто яһаған түбәндәге сәбәптәрҙе билдәләргә мөмкин:

Экспедиция өсөн махсус йыһазландырылған ҙур булмаған күмер ташыусы класына ҡараған «Индевор» карабы бүленә. Ботаниктар Даниэль Соландер һәм Король йәмғиәте ағзаһы һәм уның буласаҡ президенты Джозеф Банкс була, ул шул ваҡытта уҡ хәлле кеше була. Рәссамдар — Александр Бьюкен һәм Сидни Паркинсон. Астроном Грин Кук менән бергә күҙәтеүҙәр алып барырға тейеш. Судно табибы доктор Монкгауз.

Күҙәтеүҙәр үтә торған яр буйҙарын контролдә тотоу маҡсатында, өс яғынан вал, урыны менән йырын һәм ҡойма менән уратып алынған форт төҙөлә, уны ике пушка һәм алты фальконет, 45 кешенән торған гарнизон һаҡлай. Иртән, 2 майҙа, унһыҙ эксперимент үткәреү мөмкин булмаған берҙән-бер квадрант урланғанлығы асыҡлана. Шул уҡ көндөң кисендә квадрант табыла.

Астрономик күҙәтеүҙәрҙән һуң Кук үҙе менән яҡындағы утрауҙарҙы яҡшы белгән һәм тәржемәсе була алған Тупия исемле урындағы башлыҡты һәм уның уның ялсыһы Тиатуны алып Яңы Зеландия ярҙарына юллана. Яңы Зеландия аборигендары менән, инглиздәрҙең тыныслыҡҡа ынтылыуына ҡарамаҫтан, яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырыу мөмкин булмай. Экспедицияға бер нисә тапҡыр бәрелештә ҡатнашырға тура килә, уның барышында аборигендар бер нисә юғалтыу кисерә.

Көнбайыш яр буйлап барыуҙы дауам итеп, Кук якорҙа тороу урыны өсөн уңайлы бухта таба. Королева Шарлотта тип ул атаған был бухтала «Индевор» ремонтҡа туҡтала: карапты ярға сығаралар һәм яңынан һыҙлыҡлап сығалар. Бында уҡ, Королева Шарлотта ҡултығында асыш яһала — ҡалҡыулыҡҡа менеп, Кук Яңы Зеландияны ике утрауға бүлеүсе боғаҙҙы күреп ҡала. Был боғаҙ уның исеме менән атала (Кук боғаҙы).

Рифты урап үтеп, төньяҡҡа ҡарай 360 миль үтергә тура килә. Лотты даими ташлап, яй барырға, трюмдан бер туҡтауһыҙ һыуҙы һурҙырырға тура килә. Етмәһә карапта зәңге ауырыуы башлана. Әммә Кук, Рифтың тотош стенаһында ваҡыт-ваҡыты менән барлыҡҡа килгән тишектәргә иғтибар итмәй, ошо юл менән барыуын дауам итә. Эш шунда була, Ҙур Барьер Рифынан яйлап алыҫлашҡан яр бер мәлде асыҡ дигеҙҙән күҙәтеү өсөн йыраҡ була, был Австралия ярҙарын күҙ уңынан ысҡындырғыһы килмәгән Кук өсөн уңайлы булмай. Был ныҡышмалылыҡ үҙ емештәрен бирә — Риф һәм яр буйлап барыуын дауам итеп, Кук Яңы Гвинея һәм Австралия араһындағы боғаҙға тап була (ул саҡта Яңы Гвинея утраумы әллә Австралия материгының өлөшө икәнлеген белмәйҙәр).

Кук карапты ошо боғаҙ аша Батавияға (иҫке исеме Джакарта) йүнәлтә. Индонезияла карапҡа тапма ауырыуы үтеп инә. «Индевор» ғинуар башында Батавияға ингәндә ауырыу эпидемия характерын ала. Тупиа менән Тиату тапма ауырыуының ҡорбандары була. Карап кисекмәҫтән ремонтҡа ҡуйыла, уны тамамлағандан һуң Кук тиҙ арала Батавияны ҡалдыра. Әммә кешеләр үлеүен дауам итә.

Панаитан утрауында тапма ауырыуына дизентерия өҫтәлә, ошо мәлдән ул үлем осраҡтарының төп сәбәбе була. 14 мартта «Индевор» Кейптаун портына ингәндә, карапта эшкә һәләтле 12 кеше ҡала. Шәхси составта юғалтыуҙар ныҡ күп була, тик Батавиянан Кейптаунға тиклем юлда команданың 22 ағзаһы вафат була (башлыса дизентериянан), шулай уҡ бер нисә штатский кеше, шул иҫәптә астроном Грин да була. Артабанғы йөҙөү мөмкин булһын өсөн, команда тулыландырыла. 1771 йылдың 12 июлендә экспедиция Англияға әйләнеп ҡайта.

Төп һоралған маҡсат — Венераның Ҡояш дискы аша үтеүен күҙәтеү — башҡарыла, һәм эксперимент һөҙөмтәләре, шул ваҡыттағы ҡорамалдарҙың етешһеҙлегенә бәйле үлсәмдәрҙең яңылышлыҡтарына ҡарамаҫтан, һуңғараҡ (планетаның ьашҡа нөктәләренән барлығы тағы дүрт күҙәтеү менән) Ерҙән Ҡояшҡа тиклем алыҫлыҡты теүәл иҫәпләү өсөн ҡулланыла.
Икенсе бурыс — Көньяҡ материкты асыу — үтәлмәй, һәм, хәҙер билдәле булыуынса, Куктың беренсе экспедицияһында үтәлеүе мөмкин булмай.

Экспедиция шулай уҡ Яңы Зеландия — тар боғаҙ (Кук боғаҙы) менән айырылған ике үҙаллы утрау, ә элек ҡабул ителгәнсә, билдәһеҙ материктың өлөшө түгел икәнлеген иҫбатлай. Картаға шул ваҡытҡа бөтөнләй тикшерелмәгән Австралияның бер нисә йөҙ миль көнсығыш яры буйын төшөрөргә мөмкин була. Австралия һәм Яңы Гвинея араһындағы боғаҙ асыҡлана. Ботаниктар биологик өлгөләрҙең ҙур коллекцияһын йыя.

Тыуған иленә ҡайтҡас, Ҡукҡа 1-се ранг капитаны (Captain) дәрәжәһе бирелә.

Куктың икенсе экспедицияһы (1772—1775) геограрфия һәм сәйәси проблемалар менән бәйле була. Француздар был ваҡытта көньяҡ диңгеҙҙәрҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Кәмендә дүрт француз экспедицияһы алтмышынсы йылдар аҙағында Көньяҡ материкты эҙләү буйынса ебәрелә. Улар Они Бугенвиль, Сюрвиль, Марион-Дюфрен, Кергелен исемдәре менән бәйле була. Башланғыс шулай уҡ француз Ост-Инд компанияһынан да килә, нәҡ ул Сюрвиль экспедицияһын, шулай уҡ XVIII быуаттың беренсе яртыһында Кук телгә алған Буве экспедицияһын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Был француз экспедицияларының һөҙөмтәләре тураһында (Бугенвиль экспедицияһынан тыш) Лондонда әле белмәйҙәр, был хафаланыу өҫтәй. Ике карап ебәрергә (француздар 2—3-шәр карапты бергә ебәрә) һәм яңы экспедиция башында капитан Кукты ҡуйырға ҡарар ителә, уның уңыштары Англияла ҙур тәьҫир итә. Адмиралтейство был эш менән шул тиклем ашыға, хатта Кукҡа беренсе сәйәхәте тураһында ентекле отчет төҙөп бөткәс өс йыллыҡ йөҙөүҙән һуң ял итеү өсөн тик өс аҙна ваҡыт бирелә (1771 йылдың декабрендә).

Һис шикһеҙ, быға Король йәмғиәте лә шулай уҡ ярҙам итә — ул ярым хөкүмәт ойошмаһы була һәм йәмғиәттә ҡеүәтле көскә эйә була; шул ваҡыттың төп географтары, бигерәк тә Александер Далримпл, колонизациялау өсөн яраҡлы ҙур Көньяҡ материктың идеяһына ышаныуҙарын дауам итә. 
Кук көндәлектәрендә үҙенең инструкцияларын былай һүрәтләй:

 3 июлдә Плимут каналында «Резолюшн» «Эдвенчур» менән осраша. Унан алда кис беҙ канал һыуҙарында лорд Сандвич менән осраштыҡ. «Глори» фрегаты һәм «Азард» кәмәһе оҙатыуындағы  «Огаста» яхтаһында ул адмирал верфтарын урап үтте.
Беҙ уға ун ете атыу менән салют бирҙек. Лорд Сандвич һәм сэр Хью Пеллизер «Резолюшнға» килде һәм беҙҙең уңышлы юлланыу тураһында яңы,  үҙҙәренең был юлы  һуңғы хәстәрлектәрен күрһәтте.  Караптың алыҫ йөҙөүгә тулыһынса минең талаптарға ярашлы әҙер икәнен шәхсән тикшерергә теләнеләр.

Плимутта мин 25 июндә ҡул ҡуйылған инструкцияны алдым. Был инструкцияла миңә «Эдвенчурҙы» үҙемдең етәкселегем аҫтына алырға, кисекмәҫтән  Мадейр утрауына барырға, унда шарап менән запасланырға һәм Добрая Надежда моронона юлды дауам итергә ҡушылған. Артабан йөҙөү өсөн запастарҙы кәрәк-яраҡтар менән тулыландырып, мин Буве мәғлүмәттәре буйынса 54° көньяҡ киңлектә һәм 11°20' көнсығыш оҙонлоҡта ятҡан Сирконсисьон моронон табыу буйынса көньяҡҡа йүнәлергә тейеш булам.
Был иорондо тапҡас, мин уның көньяҡ материктың өлөшө (уның барлығы тураһында электән лиңгеҙселәр һәм георгафтар бәхәс алып барған)  йәки сағыштырмаса ҙур булмаған утрауҙың осо икәнлеген билдәләргә тейеш булам. 
Беренсе осраҡта яңы асылған ерҙәрҙе навигация практикаһы һәм сауҙа ихтыяждарын һәм фән өсөн бындай тикшеренеүҙәрҙең әһәмиәтен күҙ уңында тотоп ентекле өйрәнеү кәрәк. Әгәр ҙә был ерҙәрҙә йәшәүселәр булһа, мин ерле халҡының һанын билдәләргә, халыҡтың характеры, ғөрөф-ғәҙәте тураһында мәғлүмәттәр йыйырға һәм улар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырырға тейеш. Бөтә осраҡтарҙа ла урындағы халыҡҡа ҡарата хәстәрлек күрһәтергә кәрәк.

Йә көнсығыш, йә көнбайыш йүнәлештә, йә үҙемдең ҡарамаҡҡа барып, көньяҡта яңы территорияларҙы асыу өсөн бөтә көсөмдө һалырға тейеш. Шул уҡ мәлдә юғары киңлекте күҙ уңында тоторға һәм беҙҙең запастар, команданың һаулыҡ торошо һәм караптарҙың торошо  еткән тиклем көньяҡ полюсҡа йөҙөр кәрәк. Һәр хәлдә бортта Англияға кире уңышлы әйләнеп ҡайтыу өсөн етерлек аҙыҡ-түлектең булыуы мөһим.
Икенсе осраҡта, әгәр ҙә Сирконсисьон мороно утаруҙың өлөшө була ҡалһа, мин уның теүәл урынлашыуын билдәләргә тейеш. Һуңынан мин уны табаммы әллә юҡмы, Көньяҡ материкты асыу буйынса өмөт булғанда көньяҡҡа ҡарай курсты тоторға тейеш. Шул саҡта мин курсты көнсығышҡа ҡарай алырға һәм көньяҡ ярымшарҙың билдәһеҙ өлөштәренең асылмаған ерҙәрен әҙләү буйынса тикшерергә тейеш.  

Көньяҡ полюсҡа яҡын юғары киңлектәрҙә йөҙөп, мин ер шары тирәләй урап үтергә, Добрая Надежда моронона әйләнеп килергә, ә унан Спидхедҡа барырға тейеш. 

Әгәр юғары киңлектәрҙә йылдың уңайһыҙ ваҡытында хәүефле булһа, мин кешеләргә ял бирергә һәм судноларҙы йүнәтеү өсөн ваҡытлыса төньяҡтараҡ урынлашҡан алдан һайланған урынға килә ала инем. Әммә инструкция был пункттан тәүге мөмкинлектә үк караптарҙың яңынан көньяҡҡа ҡарай юлланыуын талап итә. Әгәр ҙә «Резолюшн» юлда һәләк булһа, йөҙөүҙе «Эдвенчурҙа» дауам итергә кәрәк була.

Был инструкцияның күсермәһен ҡулланма кеүек һәм тайпылышһыҙ башҡарыу өсөн капитан Фюрноға бирҙем. Караптарҙың көтөлмәгән  айырылып китеүе осрағында мин яҡындағы һәм артабанғы осрашыуҙар өсөн пункттар билдәләнем: беренсе осрашыу Мадейр утрауында, икенсеһе — Сантьягу утрауындағы Порту-Прайяла, өсөнсөһө — Добрая Надежда морононда, дүртенсеһе — Яңы Зеландия ярҙары буйында булырға тейеш. 

Плимутта булған саҡта астрономдар Уолс һәм Бейли Дрейк утрауында карап хронометрҙарының дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн күҙәтеүҙәр алып барҙы. Улар Дрейк утрауының 50°21’30 төньяҡ киңлектә һәм 4°20' көнбайыш оҙонлоҡта ятыуын билдәләнеләр. Гринвик меридиан беҙҙең тарафтан баштағы тип ҡабул ителде, һәм унан артабан көнсығыш, шулай уҡ көнбайыш ярымшарҙа 180° тиклем оҙонлоҡтар һаналды.

Экспедиция башлығына төп кандидаттар  Джеймс Кук һәм Джозеф Банкс була. Эксепдицияға әҙерлек барышында Адмиралтейство һәм Банкс араһында килешмәүсәнлектәр килеп сыға, һәм һөҙөмтәлә Банкс экспедицияла ҡатнашыуҙан баш тарта. Экспедицияның етәксеһе ҡабаттан Джеймс Кук була.
Экспедицияға ике карап — флагман ролен башҡарыусы 462 тонна ауырлыҡтағы «Резолюшн» һәм 350 тонна ауырлыҡтағы «Эдвенчур» карабын бүләләр.  «Резолюшнда» капитан булып  Кук үҙе, «Эдвенчурҙа» — Тобиас Фюрно тора. «Резолюшнда» лейтенанттар Джон Купер, Ричард Пикерсгилл һәм Чарльз Клерк була.

Экспедицияла натуралистар Иоганн Рейнхольд һәм Георг Форстеры (аталы-уллы), астрономдар Уильям Уэллс һәм Уильям Бэйли, рәссам Уильям Ходжес ҡатнаша.

Ике аҙна дауамында Кук бер утрауҙы, — Буве тәүге тапҡыр күргән ерҙе эҙләй, әммә уның координаталарын аныҡ билдәләй алмай. Яҡынса, утрау Добрая Надежда морононан 1700 миль көньяҡтараҡ урынлаша. Эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй, һәм Кук көньяҡҡа юллана.

Таитиҙан һуң Кук Хуахине утрауына бара, унда 300 сусҡа һатып ала. Утрау кешеләре һәм уларҙың башлығы менән һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырылһа ла, экспедицияның ҡайһы бер ағзалары был утрауҙа енәйәтселәрҙең һөжүменә дусар була. Шулай, 6 сентябрҙә матрос Спарман талана һәм туҡмала, Кук үҙе лә һөжүм итеү ҡурҡынысына юлыға.  7 сентябрҙә, йөҙөп китеү алдынан, экспедицияға яҡындағы Ульетеа утрауы кешеһе  Омай ҡушыла, унда Кук Хуахине утрауынан һуң ҡапыл барырға йыйынған була.

Ульетеа утрауын шул уҡ көндөң кисендә күрәләр. Был утрауҙа шул уҡ күләмдә сусҡа һатып алалар, уларҙың дөйөм һаны, Кук баһалауынса,  400 башҡа етә. Ульетеа утрауында Кук үҙе менән Эдидей исемле тағы бер утрау кешеһен ала.

Кук барған артабанғы утрауҙар  Эуа һәм Тонгатабу була, уларҙың кешеләре Кукты үҙенең алсаҡлығы менән таң ҡалдыра, Кук яҡындағы өсөнсө утрау менән бергә  был утрауҙарҙы Дуҫлыҡ утрауҙары тип атай. Был атама, артабан  рәсми статусын юғалтып, әлегә тиклем ҡулланыла.  

Дуҫлыҡ утрауҙарынан һуң Яңы Зеландия ярҙарында караптар штормға эләгә һәм яңынан айырыла. Кук боғаҙында штормдың туҡтауын көтөп, «Резолюшн» алдан килешелгән осрашыу урынына, Шарлотта ҡултығына әйләнеп ҡайта, әммә «Эдвенчур» бында һаман да булмай. Өс аҙна көтөү ваҡытында инглиздәр урындағы халыҡ араһында каннибализм күренештәре шаһиты була. 

Кук ҡабаттан поляр һыуҙарына китә һәм  1773 йылдың 21 декабрендә икенсе тапҡыр Көньяҡ поляр түңәрәген киҫеп үтә. 1774 йылдың 30 ғинуарында «Резолюшн» 71° 10' көньяҡ киңлеккә еткәс, юлды тотош диңгеҙ боҙо ҡаплай. Был Куктың бөтә сәйәхәте ваҡытындғы иң юғары көньяҡ нөктәһе була.

Пасха һәм (1774 йылдың 12 марты) һәм Маркиз утрауҙарына (1774 йылдың 7 апрелендә), «Резолюшн» 1774 йылдың 22 апрелендә яңынан Таити ярҙарына яҡынлаша. Бында Кук Таити халҡының күрше Муреа утрауы кешеләре менән һуғышҡа әҙерләнеүенә шаһит була. Экспедицияға бигерәк тә Таити диңгеҙ флоты йоғонто яһай, уны Кук журналында былай тип һүрәтләй:

Флот 160 хәрби суднонан һәм аҙыҡ-түлек припастары өсөн 150 суднонан тора. Хәрби судноларҙың оҙонлоғо 40-тан алып 50 футҡа тиклем тәшкил итә. Уларҙың мороно өҫтөндә платформалар урынлашҡан, унда тулы ҡоралланған хәрбиҙәр тора. Ишкәкселәр аҫта платформаларҙы тотоп тороусы  бағаналар араһында  ултыра. Шулай итеп, был платформалар тик һуғыш өсөн тәғәйенләнгән. Ҙур судноларҙа ҡырҡышар кеше, ә бәләкәй судноларҙа һигеҙешәр кеше ултыра. Мин Таити флотында бөтәһе  7700 кеше торғанын һананым, әммә күп офицерҙар был һанды әҙ тип иҫәпләнеләр. Бөтә суднолар төрлө төҫтәге флагтар менән биҙәлгән һәм ул һыуҙарҙа беҙ күрергә өмөт итмәгән ҙур тамашаны булдырҙы. Алдан бер-береһе менән ҡушылған ике ҙур хәрби суднонан торған адмирал карабы бара. Унда флот менән етәкселек итеүсе оло йәштәге ҡыйыу йөҙлө адмирал Товга бара.

Таитиҙан һуң Кук посетил  Хуахине һәм Раиатеа утрауҙарын, Дуҫлыҡ утрауҙарына бара. Фиджи утрауҙарында экспедиция аборигендар менән бер нисә тапҡыр бәрелешеп ала. Танна утрауында  (Фиджи утрауының) аҙыҡ-түлек запастары тулыландырыла. 

Тымыҡ океанда бер нисә рәт утрауҙар һәм архипелагтар асыла.

Көньяҡ киңлектәрҙә ниндәйҙер әһәмиәтле ерҙәр булмауы иҫбатлана һәм, шуға күрә был йүнәлештә эҙләүҙәрҙе дауам итеүҙең мәғәнәһе юҡ. 

Реаль көньяҡ материк — Антарктида — асылмаһа ла, һәр хәлдә уның колониаль экспансия өсөн файҙаһыҙ булыуы билдәләнә.

Адмиралтейство тарафынан Куктың өсөнсө экспедицияһы алдында ҡуйылған төп маҡсат, — Төньяҡ-көнбайыш үтеү юлын — Төньяҡ Америка континентын киҫеп үтеүсе һәм Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы тоташтырыусы һыу юлын асыу тора.

Экспедицияға, элекке кеүек үк, ике карап — флагман «Резолюшны» (462 тонна ауырлыҡтағы, 32 пушкалы), унда Кук донъя тирәләй икенсе сәйәхәтен башҡарғайны, һәм  350 тонна ауырлыҡтағы 26 пушкалы «Дискавери» бүленә. «Резолюшнда» капитан үҙе Кук була, «Дискавериҙа» — Чарльз Клерк, ул Куктың тәүге ике сәйәхәтендә ҡатнашҡайны. Джон Гор, Джеймс Кинг, Джон Уильямсон «Резолюшнда» капитандың беренсе, икенсе һәм өсөнсө ярҙамсылары була. «Дискавериҙа» беренсе ярҙамсы Джеймс Берни, икенсеһе — Джон Рикмен була. Рәссам сифатында экспедицияла Джон Уэббер эшләй.

Англиянан караптар айырым китә: «Резолюшн»  Плимуттан 1776 йылдың 12 июлендә, «Дискавери»  1 августа сыға. Кейптаунға юлда Кук Тенерифе утрауына бара. Кук 17 октябрҙә Кейптаунға килгәс, «Резолюшнды» бортының тышлығының торошо насар булғас, ремонтҡа ҡуырға кәрәк була. 1 ноябрҙә Кейптаунға килгән «Дискавериға» шулай уҡ ремонт яһала.

Яңы Зеландиянан караптар Таитиға юллана, әммә ҡаршы ел арҡаһында Кук курсты үҙгәртергә һәм башта Дуҫдыҡ утрауҙарына барырға мәжбүр була. Таитиға Кук 1777 йылдың 12 авгусында килә.

Гавайяла экспедиция 2 февралгә тиклем була, көс туплай һәм төньяҡ киңлектәргә йөҙөп китеү өсөн әҙерләнә, һуңынан төньяҡ-көнсығышҡа, Төньяҡ Американың көнбайыш яры буйына юл тота. Был юлда караптар штормға эләгә һәм өлөшләтә зыян («Резолюшн»  бизань-мачтаһын юғалта).

Август башында караптар Беринг боғаҙы аша үтә, Төньяҡ поляр түңәрәген киҫеп үтә һәм Чукот диңгеҙенә инә. Бында улар тотош боҙ ҡырына тап була. Төньяҡҡа юлды дауам итеү мөмкин булмай, ҡыш яҡынлаша, шуға күрә Кук көньяғыраҡ киңлектәрҙә ҡышты үткәреү ниәтендә караптарҙы кирегә бора. 

Хәлдең киҫкенләшә барыуын тойоп, Кук  4 февралдә ҡултыҡтан китә, әммә тиҙҙән башланған шторм  «Резолюшнға» едти зыян килтерә һәм 10 февралдә караптар ремонт өсөн кире әйләнә (яҡында башҡа якорь тороу урыны булмай). Парустарҙы һәм такелаждың өлөшөн ремонт өсөн ярға сығаралар. Гавайялыларҙың экспедицияға ҡарата мөнәсәбәте асыҡтан-асыҡ дошмандарса була. Тирә яҡта күп ҡоралланған кешеләр күренә. Уларҙың һаны арта. Урлашыуҙар ҙа арта. 13 февралдә «Резолюшн» палубаһынан ҡыпһыуырҙы урлайҙар. Уларҙы кире ҡайтарыу һөҙөмтәһеҙ була һәм бәрелеш менән тамамлана. 

Икенсе көндә, 14 февралдә, «Резолюшндан» баркас урлана. Урланған мөлкәтте ҡайтарыу маҡсатында Кук  урындағы башлыҡтарҙың береһе Каланиопаны бортҡа аманат сифатында ала. Лейтенант Филипс етәкселегендә ун диңгеҙ пехотаһынан торған ҡоралланған кешеләре менән ярға сығып, ул башлыҡтың торлағына килә һәм уны карапҡа саҡыра. Тәҡдимде ҡабул итеп,  Каланиопа инглиздәр артынан эйәрә, әммә яр ситенә еткәс, ҡатынының өгөтөнә күнеп,  артабан барыуҙан баш тарта.

Шул уҡ ваҡытта ярға бер нисә мең гавайялы йыйыла, улар Кукты һәм уның кешеләрен һыуға ҡыҫырыҡлап, уратып ала. Улар араһында инглиздәрҙең бер нисә гавайялыны үлтереүе тураһында хәбәр тарала (капитан Куктың көндәлегендә һүрәтләнгән ваҡиғаларға тиклем лейтенант Рикмендың кешеләре бер ерле кешене үлтереүе тураһында телгә алына), һәм был имеш-мимештәр, шулай уҡ Куктың тәртибе халыҡ төркөмөн дошмандарса эш итеүҙең башланыуына этәрә. Алышта Кук үҙе һәм дүрт матрос һәләк була, ҡалғандары карапҡа сигенә. Ул ваҡиғалар  тураһында шаһиттарҙың бер нисә ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәре бар, улар буйынса нисек булыуы тураһында фекер йөрөтөү ҡатмарлы. Етерлек кимәлдә тик шуны әйтергә мөмкин, инглиздәр араһында паника башлана, команда тырым-тырағай шлюпкаға сигенә, һәм ошо ығы-зығыла Кук гавайялылар тарафынан үлтерелә (сама менән елкәһенә һөңгө сәнселеп).
Лейтенант Кингтың көндәлегенән:

Шулай итеп, 1779 йылдың 14 февралендә  50 йәшлек капитан Джеймс Кук Гавайя утрауҙары кешеләре тарафынан үлтерелә. Капитан Клерк үҙенең көндәлегендә әгәр Кук меңләгән халыҡ төркөмө алдында асыу килтерерлек тәртибенән баш тартһа,  бәхетһеҙ осраҡ булмаҫ ине, тип раҫлай.

Дөйөм алғанда, әгәр Кук тулыһынса диңгеҙ пехотаһы һалдаттарының кәрәк саҡта ерле кешеләрҙе мушкет уты менән генә ҡыуып, утрау халҡы уратып алған кешегә яза бирергә маташмаһа, был хәл аҡтыҡ сиккә  барып етмәҫенә мин ныҡ ышанам. Бындай фекер, һис шикһеҙ донъяның төрлө өлөштәрендәге төрлө индеец халыҡтары менән аралашыу тәжрибәһенә нигеҙләнгән, әммә әлеге бәхетһеҙ ваҡиғалар был осраҡта был фекерҙең хаталы икәнен күрһәтте. 

Ерле кешеләр ул тиклемгә барып етмәҫ ине, әгәр капитан Кук, үкенескә ҡаршы,  уларға атып ебәрмәһә тигән төплө дәлилдәр бар: быға тиклем бер нисә минут элек улар һалдаттарға ярҙағы шлюпкалар торған урынға барыу  өсөн юлды аса, (был турала мин телгә алдым), шулай итеп капитан Кукҡа гавайялыларҙан китеү өсөн мөмкинлек бирергә маташалар. 

Лейтенант Филипс һүҙҙәренә ҡарағанда, гавайялылар инглиздәрҙең карапҡа ҡайтыуҙарына ҡамасауларға, бигерәк тә һөжүм итергә йыйынмайҙар, ә йыйылған халыҡтың күплеге уларҙың королдәренең яҙмышы тураһында боросолоуы менән аңлатыла  (Куктың Каланиопаны карапҡа саҡырыу маҡсатын күҙ уңында тотҡанда, нигеҙһеҙ түгел).

Куктың үлеменән һуң эксепдиция начальнигы вазифаһы  «Дискавериҙың» капитаны Чарльз Клеркҡа күсә. Клерк Куктың кәүҙәһен тыныс юл менән ҡайтарыуҙары өсөн тырыша. Уңышһыҙлыҡҡа осрап, ул хәрби операция үткәрергә бойора, уның барышында пушкалар ышығы аҫтында десант яр буйы торлаҡтарын бөткәнсе яндыра һәм гавайялыларҙы тауҙарға ҡыуа. Ошонан һуң гавайялылар «Резолюшнға» ун фунт ит менән аҫҡы яңағы булмаған кеше башы һалынған кәрзинде еткерә. 1779 йылдың 22 февралендә Кук кәүҙәһенең ҡалдыҡтары диңгеҙҙә ерләнә. Англияға караптар 1780 йылдың 7 октябрендә кире ҡайта.

Экспедицияның  төп маҡсаты— Көнбайыш үтеү урынын асыу — үтәлмәй. Гавайя утрвуҙары, Раштыуа утрауы һәм башҡа утрауҙар асыла.

  




#Article 363: Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы (661 words)


Зәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, Зәйнулла-ишан; 20 март 1833 йыл — 2 февраль 1917 йыл) — башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе. Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәдитселек етәкселәренең береһе.

Халыҡта әүлиә һәм табип һымаҡ та билдәле булған. Шәрҡиәтсе В. В. Бартольд уны башҡорттарҙың «рухи короле» тип атай.

Зәйнулла Рәсулев 1833 йылдың 20 мартында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 25 мартында) Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Туңғатар улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районының) Шәрип ауылында башҡорт муллаһы ғәиләһендә тыуған.

Рәсүлевтар сығышы менән башҡорт ҡәбиләһе ҡыуаҡандан булғандар. Зәйнулланың шәжәрәһе артабанғыса булған: Туҡһаба-бей→ Ҡаңлы→ Миңтәй→ Шахмай→ Һеркә→ Манғут → Ятабей→ Яңыш→ Ураҙғәли→ Моратҡол→ Тупый→ Солтанай→ Ғашиҡ→ Байрамғол→ Муса→ Рәсүл→ Хәбибулла→ Зәйнулла.

Зәйнулланың фамилияһы ҡартатаһы Рәсүл-хәҙрәт бин Муса әш-Шәриф алынған, ул Шәрип ауылы мәсетенең имамы һәм уның янындағы мәҙрәсәнең мөҙәрисе була. Зәйнулланың атаһы Хәбибулла тыуған ауылының мәҙрәсәһен тамамлап унда мөҙәрис булып эшләй. ХIX—XX быуаттарҙағы ҡайһы бер рәсми документтарҙа Зәйнуланың фамилияһы Хәбибуллин тип яҙылған. Зәйнулланың әсәһе — күренекле Аҙнасура-ишандың яҡын туғаны булған.

Зәйнулланың дүрт ҡатыны, биш улы һәм дүрт ҡыҙы булыуы билдәле. Улы Ғабдрахман (1881—1950) СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер Диниә назаратының мөфтөйө итеп һайланған.

Тәүге осорҙа Зәйнулла ҡартатаһы Рәсүл-хәҙрәт бин Муса әш-Шәрифтең мәҙрәсәһендә уҡый. 1843—1845 йылдарҙа башҡорт кантоны үҙәге булған Малай-Муйнаҡ ауылындағы Мөхәмәт Бохариҙың мәҙрәсәһендә белем ала. Ул мәрхүм булғандан һуң Яҡуп бин Әхмәт әл-Ахундила уҡый һәм уның менән бергә 1848 йылда Ахун ауылына күсә.

Зәйнулла Рәсулев «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен 1858 йылда тамамлай һәм Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Учалы улусы Аҡҡужа (Юлдаш) ауылы мәсете янындағы мәҙрәсәлә мөҙәрис булып эшләй. Ырымбур губернаһы идаралығының 1859 йылдың 23 майҙағы фарманға ярашлы ошо уҡ ауылдың мәсетенең указлы муллаһы — имам-хатибы һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе булып рәсми рәүештә раҫлана.

Тыуған төйәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип, шул иҫәптән тәсбих тағып йөрөтөү, Аллаһы Тәғәлә исемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү (зекер), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн (Мәүлитте) байрам итеү һәм башҡаларҙы индерә. Дини тәғлимәтте һәм шәриәтте тәрән белеү, табипсылыҡ итеү, алдан күрә белеүсәнлек һәләттәре Зәйнулла Рәсулевҡа дини остаз — ишан исеме биреүгә булышлыҡ итә. Рәсүлевтың имамдар рәтенән үҙенең мөридтәре барлыҡҡа киләләр, ә Верхнеурал, Троицк һәм Златоуст өйәҙҙәрендәге эйәреүселәрҙең дөйөм һаны 7 меңгә барып етә.

Рәсүлевтың халыҡ араһында тиҙ данға ҡаҙаныуы һәм уның төбәк чиновниктарына йоғонтоһо тиҙ артыуы, Ҡорбанғәлиевтарға һәм башҡа консерватив ҡарашлы дин әһелдәренә оҡшап етмәй, улар уны Ғосман дәүләте файҙаһына пропагандалау һәм ялған дини тәғлимәт таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Һөҙөмтәлә, 1872 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Зәйнулла Рәсулевты Өфөгә саҡырта, унда ишан яҙма рәүештә үҙенең ҡараштарын яҙып бирә һәм унан бөтә ғәйепләүҙәр сиселә. Әммә батша хакимиәте Рәсүлевты күп кенә сәйәси сыуалыштарға килтертеүсе һәм «башҡорт Шамилы» тип ҡулға ала. Өфө һәм Ырымбур төбәк хакимиәттәренә бигерәк тә Рәсүлевтың башҡорттарға үҙ ерҙәрен һатмаҫҡа, рустар менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәттәргә инмәҫкә тигән саҡырыуҙары оҡшап етмәгән. Һигеҙ ай дауамында Златоуст төрмәһендә ултырып сыҡҡандан һуң, 1873 йылдың ғинуарында Ғатаулла Әбделмаликов менән бергә Вологда губернаһының Никольск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә. 1876 йылда Рәсүлевты төрмәлә тотоу режимы еңеләйә һәм ул Кострома ҡалаһына күсерелә. 1881 йылда мөфтөй Сәлимгәрәй Тәвкилев булышлығы менән, Рәсүлевҡа тыуған яғына ҡайтырға мөмкинлек бирелә. 1881 йылда Зәйнулла Рәсүлев Аҡҡужа (Юлдаш) ауылына ҡайтып төшә.

Зәйнулла Рәсүлевтың булышлыҡ итеүе арҡаһында Троицк ҡалаһы Рәсәй империяһы мосолмандарҙың мөһим мәғариф үҙәгенә, һәм Наҡшбндийә-хәлиҙиә дини йәмғиәтенең тәғлимәтен таратыр өсөн терәк пунктына әйләнә. Рәсүлев йәдитселек реформаларын яҡлап сыға, уның мәҙрәсәһендә яңы уҡыу-уҡытыу алымдары, программалары һәм ижтимағи фән төрҙәре индерелә. 1898 йылда, мәҙрәсәлә уҡырға теләүселәр тағы ла артҡас, үҙ аҡсаларына уның бинаһын киңәйтә. 1903 йылда мәҙрәсәләге мөҙәрислекте улы Ғабдрахманға тапшыра, әммә аҙнаһына бер Ҡөрьән тәфсирен уҡыта. 1905 йылда үҙенең килеменә яңы 2 ҡатлы мәҙрәсә бинаһы корпусын һәм сит яҡтан килгән шәкерттәр өсөн 2 ҡатлы ятаҡ төҙөй.

Зәйнулла Рәсүлевтың шәкерттәре араһында мөфтөйҙәр: Ғәлимйән Баруди (1857—1921), Ғабдрахман Рәсүлев (1881—1950) һәм Шәкир Хыялетдинов (1890—1965), Дағстан ҡазыйы Сәйфулла Башларов (1853—1919), һәм башҡа бихисап билдәле мосолман дин әһелдәре була. 1901 йылда Ҡазандағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһенә тәүге нигеҙ ташын һала. Морат Рәмзинең ике томлы тарихи китабын 1907—1908 йылдарҙа нәшер итеүҙең сығымдарын Зәйнулла Рәсүлев ҡаплай. Был китапта колонизация осоронда башҡорттарҙың 2 млн дисәтинә ере тартып алыныуы хаҡында һ. б. тураһында яҙыла һәм Морат Рәмзинең был хеҙмәте батша властары менән тыйыла һәм һатыуҙан алына.

Зәйнулла ишандың Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов менән дуҫ булғанлығы билдәле.




#Article 364: Таш быуат (1133 words)


Таш быуат — археологик термин, кешелек үҫешендәге металдар дәүеренә тиклемге бик ҙур дәүер.

Төп эш һәм һуғыш ҡоралдары башлыса таштан, шулай уҡ ағастан һәм һөйәктән эшләнгән боронғо мәҙәни-тарихи дәүер. Таш быуат аҙағында балсыҡ һауыт-һаба ҡуллана башлайҙар.

Ҡоралдарҙы төрлө таштарҙан яһайҙар. Таш быуат аҙағында, Баҡыр, Бронза һәм Тимер быуатҡа хас металл әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр.

Был дәүерҙә таш эшкәртеү технологияларын ҡулланыу кешелек эволюцияһына ҙур йоғонто яһай. Кешеләрҙең йәшәү ареалы Көнсығыш Африканан бөтә донъяға тарала. Ҡырағай хайуандарҙы эйәләштерә башлайҙар, баҡыр рудаһынан баҡыр алырға өйрәнәләр. Таш быуат тарихҡаса булған, яҙма иҫтәлектәр булмаған осорға ҡарай.

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Тит Лукреций Кар металдар дәүеренә тиклем кешенең төп ҡоралдары таштан яһалған дәүер булған тигән фекерҙе әйткән. Был дәүерҙе айырым билдәләү идеяһын француз антиквары Никола Маудель 1734 йылда тәҡдим иткән. Был күҙаллау Дания археологы Кристиан Юргенсен Томсен тарафынан 1836 йылда раҫлап ҡуйыла, ул кешелек үҫешендә өс мәҙәни- тарихи дәүерҙе айыра: таш быуат, бронза (ҡула) һәм тимер быуаттар . 1860 йылдарҙа инглиз ғалимы Джон Либбок таш быуатты ике осорға бүлә— палеолит һәм неолит. 1860 йылдар аҙағында уны француз археологы Г. Мортилье вағыраҡ осорҙарға бүлә (шелльская, мустьерская, солютрейская, ориньякская, мадленская, робенгаузенская культура).

Ләкин Ер шарының төрлө ерендә кешелектең үҫеше бер тигеҙ бармаған. Металл дәүерендә лә ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә таш ҡоралдар күп ҡулланылған. Шуға был дәүерҙе «таш быуат» урынына «таш быуаттар» тип билдәләү дөрөҫөрәк булыр. Был дәүерҙең башы менән аҙағы ла бәхәстәр тыуҙыра.

Таш ҡоралдар таштарҙың төрлө төрөнән эшләнгән. Мәҫәлән, саҡматаш менән эзбизташ араһындағы һәүерташ киҫеүсе ҡоралдар һәм ҡоралдар , базальт менән ҡомташтан эш ҡоралдары, мәҫәлән, ҡул тирмәндәре өсөн таштар эшләнгән . Был дәүерҙә шулай уҡ ағас, һөйәк, йомортҡа ҡабығы, болан мөгөҙө ҡулланылған.

Был осорҙа технологияларҙы киң ҡулланыу тәүләп кеше эволюцияһына ныҡлы йоғонто яһаған. Кешене Көнсығыш Африка саванналарынан алып, Ер йөҙөндәге башҡа өлкәләргә тиклем барып еткән. Таш дәүерендә ҡайһы бер ҡырағай хайуандар ҡулға эйәләштерелгән, металл етештереү өсөн баҡыр рудаһын иретеү башланған . Таш быуат кешелек тарихына тиклемге осорға ҡарай, сөнки был ваҡытта әле кеше яҙа белмәгән (ғәҙәттәге тарихи йыл иҫәбе башы).

Таш быуат тип аталған дәүерҙең сиктәре шартлы һәм бәхсәле, был региондарға бәйле ҡарала. Ләкин таш быуатты бөтә кешелек үҫешенең бер дәүере тип ҡарарға була, хатта был дәүерҙә ҡайһы бер әлеге ваҡытҡа тиклем технологиялар алға киткәнерәк цивилизациялар йоғонтоһона эләкмәгән мәҙәниәттәрҙә металлургия һаман да барлыҡҡа килмәгән. Шулай ҙа был дәүер 3 млн йыл тирәһе элек Африкалағы тәүгегоминидтан (кешегә оҡшаштар) башланып киткән. Ул көндәлек тормошонда таш ҡоралдар ҡуллана башлаған. Австралопитектарҙың күбеһе таш ҡоралдар ҡулланмаған, ләкин уларҙың мәҙәниәте был дәүергә бәйләп өйрәнелә.

Беҙҙең заманға тиклем тик таш әйберҙәр генә килеп еткән, улар нигеҙендә бөтә дәүерҙе археологик тикшеренеүҙәр алып барыла.
Археологтар таш ҡоралдарҙың төрөн, уларҙың тәғәйенләнешен һәм ҡулланыу технологияһын төрлөсә тикшереп ҡарайҙар. Күп осраҡта таш ҡоралдар яртылаш ватыҡ килеш табыла . Эксперименталь археология бүлеге уларҙы яңынан тергеҙеү йәки уларҙың күсермәһен эшләү менән шөғөлләнә.

Был кешелектең иң боронғо тарихи дәүере. Кешенең хайуандар донъяһынан айырылып сығыуы, тәүтормош общинаһы ҡоролошо осоронан боҙлоҡтарҙың һуңғы иреүенә тиклемге дәүер. Терминды археолог Джон Лаббок 1865 йылда уйлап сығарған. Палеолит осоронда кеше көндәлек тормошонда таш ҡоралдар ҡуллана башлаған. Таш быуат- кеше тарихының иң оҙаҡ дәүере (99 % яҡын ваҡыт) һәм 2,5, йәки 2,6 миллион йыл тирәһе элегерәк башланған. Таш быуатта таш ҡоралдар ҡулланыла, ауыл хужалығын булдырыла һәм б.э.тиклем 10 меңенсе йылдар тирәһендә плейстоцен (геология буйынса) тамланғансы бара Палеолит дәүерен Мезолит алмаштыра, ә ул үҙ сиратында неолитик революция менән тамамлана.

Палеолит осоронда кешеләр ҙур булмаған общиналар, ырыуҙар менән йәшәгән, үлән, емештәр йыйған һәм ҡырағай хайуандарға һунар иткән. Палеолит осоронда таш ҡоралдарҙан тыш, ағас, һөйәк ҡоралдар, тире һәм үҫемлек епсәләре лә ҡулланылған, тик улар беҙҙең заманға хәтле һаҡланмаған. Палеолит осоронда кеше ябай таш ҡоралдар менән файҙаланған Homo habilis төрөнән хәҙерге заман кешеһенә (Homo sapiens sapiens) тиклем үҙгәргән. Палеолит аҙағында (Урта һым Юғары Палеолит) кешеләр тәүге сәнғәт әҫәрҙәрен эшләй һәм дини йолалар үтәй башлаған (үлгәндәрҙе ерләү, дини ғөрөф-ғәҙәттәр) ref name=McClellan/. Неандерталь мәҙәниәтен бик түбән кимәлдә торған тиһәләр ҙә, улар төрө кешеләре ололарҙы ололаған, үлгәндәрҙе махсус ерләгән, был уларҙың абстракт уйлау һәләте лә булыуы тураһында һөйләй.

Бер аҙ ваҡыт (35—45 мең йыллап) неандерталь һәм кроманьон кешеләре бер тирәлә йәшәгән һәм үҙ-ара дошман булғандар.  Бордо университеты профессоры Жан-Жак Юблен шундай һығымтаға килгән.

Европа

Төньяҡ һәм Көньяҡ  Америка ул саҡта Евразия менән тоташҡан булған. Климат үҙгәреү сәбәпле, донъя океаны кимәле күтәрелә һәм Америка менән Азия араһында әлеге Беринг боғаҙы барлыҡҡа килә. Боронғо Америка кешеләре (палеоиндейцы) 13,5 мең йыл тирәһе элек үҙаллы мәҙәниәт булып ойоша. Ер йөҙөндә ул дәүерҙә башлыса һунарсы- йыйыусылар ҡәбиләләре йәшәй.

Дания

Төньяҡ Америка

Палеолит менән неолит араһындағы осор (б.э.т. X—VI -се меңйыллыҡ). Һуңғы Боҙлок эрей башлағас, ерҙә климат үҙгәреүе сәбәпле, кешеләргә был шарттарға яраҡлашырға кәрәк була. Был осорҙа микролиттар— бәләкәй таш ҡоралдар булдырыла. Бынай таш ҡоралдарҙы Европаға Яҡын Көнсығыштан да алып киләләр. Бәләкәй таш ҡоралдар һунар итеүҙә лә бик файҙалы була, ҡайҙы бер ерҙәрҙә уларҙы балыҡ тотоуҙа ла ҡулланалар (Лепенский Вир). Был дәүерҙә һунарсылар этте ҡулға эйәләштергән тигән фараз әйтелә.

Кешелек тарихында билдәле тәүге һуғыш мезолит осоронда «Зыярат 117» тип йөрөтөлгән Мысырҙағы платола була.

Германия

Дания

Төньяҡ Скандинавия

Франция

Испания

Төньяҡ Африка

Яңы таш быуатта неолитик революция дәүерендә ауыл хужалығы һәм малсылыҡ, көршәк яһау һөнәре һәм тәүге ҙур кеше тораҡтары булдырыла (Чатал-Гуюк һәм Иерихон). Тәүге неолит мәҙәниәттәре б.э.т. 7000 йыл тирәһендә «уңдырышлы ярымай» өлкәһендә (Яҡын Көнсығыш) барлыҡҡа килә. Ауыл хужалығы һәм цивилизация Урта диңгеҙ буйына, Һинд йылғаһы үҙәнендә, Ҡытайҙа, Ҡөньяҡ-Көнсығыш Азияла  үҫешә башлай.

Халыҡтың күбәйеүенә бәйле үҫемлек аҙығына ихтыяж да арта, был ауыл хужалығының үҫешенә килтерә. Ер эшкәртеү өсөн таш ҡоралдар ҡуллана башлайҙар, ә үҫтерелгән уңышты таш ҡоралдар ҡулланып йыялар. Тәүге таш ҡоролмалар төҙөлә (Иерихон стенаһы, Стоунхендж). Былар неолит осоронда кешеләр һаны күбәйеүе, матди ресурстарҙың күбәйеүе тураһында һөйләй, тимәк ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлектәр ҙә барлыҡҡа килгән. Ниндәйҙер кимәлдә был хәл социаль иерархия һәм элиталар килеп сығыуға нигеҙ һалған. Ҡайһы бер Һуңғы Неолит осоро йәмғиәттәр ҡатмарлы иерархиялы ҡәбиләләр булып формалашһа ла (мәҫәлән, боронғо Гавай утрауҙары), күпселек неолит йәмғиәттәре сағыштырмаса ябай булған һәм уларҙың элитаһы булмаған. Дөйөм алғанда, неолитик мәҙәниәттәрҙә палеолитик һунарсылар һәм йыйыусыларҙыҡына ҡарағанда иерархиялы йәмғиәттәр күберәк булған. Неолит осоронда даими сауҙа барлыҡҡа килгән, кешеләр тауарҙарҙы йөҙҙәрсә километр алыҫлыҡҡа йөрөтә башлаған. Скара-Брей (Шотландиянан йыраҡ түгел Оркней утрауҙары) — неолит ауылдарының яҡшы бер миҫалы . Был ауылда таш карауаттар, кәштәләр, хатта бәҙрәфтәр булған.

Көнбайыш Европа,Үҙәк Европа һәм Төньяҡ Европа (беҙҙең эраға тиклем) :

Дания:

Швеция һәм Норвегия:

Франция:

Швейцария:

Россия:

Тәүтормош музыка мәҙәниәте тураһында беҙҙең көнгәсә һаҡланып ҡалған музыка ҡоралдары буйынса, ә һынлы сәнғәт  тураһында таштарҙағы һүрәттәр буйынса (петроглифтар һәм ҡаяларҙағы һүрәттәр) мәғлүмәт алырға була. Яҙма тарихҡа тиклемге сәнғәт дини функция үтәгәндерме, уныһы билдәһеҙ. Боронғо кешеләр үҙҙәренең йолаларын үтәгәндә бейегәндәр, йырлағандар һәм төрлө музыка ҡоралдарында уйнағандар.

Хәҙерге заман тикшеренеүселәре яҙма тарихҡа ҡәҙәре кешеләрҙең төрлө йолалары һәм хөрәфәттәре булған тип иҫәпләйҙәр. Борон кешеләр үлем һәм ерләү менән бәйле йолалар башҡарғандар. Әлбиттә төрлө ерҙә улар төрлөсә булған.

Урта палеолит осоронда уҡ кешеләр үлгәндәрҙе ерләй башлағандар. Үлгән кешенең тәнен, уның ҡәберен биҙәү өсөн үҫемлек һеркәләренән төрлө буяуҙар, охра (һары буяу) һәм башҡаларҙы ҡулланғандар. Таш быуатта үлгәндән һуңғы тормош идеялары һәм кешеләрҙең дини тойғолары формалаша башлай. Шулай уҡ ямғыр теләү, һунарға әҙерлек, сирлеләрҙе дауалау йолалары булған.




#Article 365: Энеолит (112 words)


Энеолит, таш-баҡыр быуат т  «баҡыр» +  «таш») или энеолит ( «баҡыр» +  «таш»)) — Таш быуаттан Баҡыр быуатҡа күсеү дәүере. Баҡыр быуат беҙҙең эраға тиклем 4-3 быуатты алып тора, ҡайһы осраҡта оҙонораҡ, ҡайһы осраҡта бөтөнләй булмаған. Эниолит дәүерендә баҡыр ҡоралдар барлыҡҡа килә, әммә таш ҡоралдар күберәк ҡулланыла.
Кешеләр баҡыр самородогын (тәбиғи, саф көйөнсә табылған металл) табып таш эшкәрткән кеүек һуғып эшкәртергә уйлайҙар. Таш киҫәге ватылмай, тик формаһын үҙгәртә. «Таш киҫәге»нә төрлө формалар биреп һауыт-һаба, эш ҡоралдары эшләргә була. Ул ваҡытта быҡыр иретеүҙе белмәйҙәр, шуға күрә баҡырға башҡа металдар ҡушып бронза эшләй белмәйҙәр. Баҡыр йомшаҡ булыуға ҡарамаҫтан, таш әберҙәргә ҡарағанда өстөнлөктәре ҙүр. Ватылған баҡыр әйберҙе сүкеп ватып була, ә ташты ташларға ғына ҡала.




#Article 366: Латин теле (2865 words)


Лати́н теле́ иҫке әҙәби башҡортса латынь теле (үҙатамаһы lingua latina), – Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөндәге тел. Бөгөнгө көндә берҙәнбер әүҙем ҡулланылған италий теле булһа ла, үле тел булып һанала.
 
Боронғо италий телдәренән ул бөгөнгө көндә, сикләүле ҡулланылған (һөйләшеү теле түгел) булһа ла, берҙән-бер әүҙем тел. Роман телдәре латындың хәҙерге көндәге дауамы булып тора, ҡалған италий телдәре юҡҡа сыҡҡан, уларҙың дауамы юҡ.

Латин теле ин борондан яҙмаһы булған һиндевропа теле булараҡ билдәле.

Бөгөнгө көндә латин теле Изге Тәхеттең (), Мальтийский орденының, Ватикан ҡала-дәүләтенең һәм Рим-Католик сиркәүенең рәсми теле булып тора. 
Европа телдәрендә һәм башҡа телдәрҙәге бик күп һүҙҙәр латин теленән алынған. (Халыҡ-ара лексиканы ҡара).

Латин әлифбаһы күп телдәр өсөн яҙыу нигеҙе булып тора.
Латин телендәге (маюскул, минускул, готика, антиква) текстарҙы яҙыуҙа ҡулланылған иң төп шрифт тибына миҫалдар

Китап баҫыу осоро башланғандан алып (Гутенберг , 1450-се йылдар) 1540-се йылдарға тиклем латин телендә  использовался готик  шрифт ҡулланылған. Латин телендә готик шрифтындағы һуңғы баҫма:  (при этом, основной текст набран антиквой, а комментарий — готическим шрифтом), , , . 1540-се йылдарҙан һуң латин телендә антиква менән баҫылған. Готик шрифтында j хәрефе i хәрефе варианты (әгәр бер-бер артлы ике йә күберәк i хәрефе яҙылһа, уларҙың һуңғыһы j кеүек ҡабул ителгән). V хәрефе u хәрефенең башланғыс формаһы булған. Юл хәрефе r яҙылыштың икенсе (2 цифраһына оҡшаған) вариантына эйә. Готик шрифтында шулай уҡ ҡыҫҡартыуҙар һәм лигатура (хәрефтәрҙең тоташтырылыуы) ҡулланылған.

Латин теленең ҡайһы бер лигатуралары латин графикаһын файҙаланған башҡа телдәрҙең үҫешенә йоғонто яһаған. Шулай, «латин телендәге «non»-ды билдәләгән n лигатураһы (уның өҫтөндәге  горизонталь һыҙыҡлы)» поляк алфавитындағы «ń» формаһына йоғонто яһаған. Латин телендә «ser» аңлатҡан  «ſ лигатураһы (e хәрефенән уңда торған элмәкле)» венгр телендә үҙ аллы «ж» өнөн билдәләү өсөн ҡулланылған, ләкин һуңғараҡ Венгр алфавитында zs менән алмаштырылған.

Латин теле, фалиск, оскс һәм умбр телдәре менән бер рәттән, телдәрҙең һинд-европа ғаиләһенең италий тармағын тәшкил иткән. Боронғо Италияның тарихи үҫеше процесында латин теле башҡа италий телдәрен ҡыҫырыҡлап сығарған һәм Урта диңгеҙҙең көнбайшында өҫтөнлөклө урын биләгән. Хәҙерге ваҡытта, боронғо һинд теле (санскрит), боронғо грек теле һ. б. менән бер рәттән үле телдәргә ҡаратыла.

Латин теленең тарихи үҫешендә, эске эволюцияһы һәм башҡа телдәр менән үҙ-ара йоғонтоһо яғынан ҡарағанда, бер нисә этап билдәләнә.

Тел булараҡ, латынь б. э. т. II меңйыллыҡ уртаһында барлыҡҡа килгән. Б. э. т. I мең йыллыҡ башында латин телендә Апеннин ярымутрауы урта өлөшөнөң көнбайышында, Тибрҙың түбән ағымында, бәләкәй Лаций (лат. Latium) өлкәһендә йәшәгән халыҡ һөйләшкән. Лацийҙа йәшәгән ҡәбилә латиндар (лат. Latini), уның теле — латин теле тип аталған. Беренсе батша Ромул (лат. Romulus) исеменән алынған Рим (лат. Roma) ҡалаһы был өлкәнең үҙәгенә әйләнгән; был ҡала тирәһендә берләшкән италий ҡәбиләләре үҙҙәрен римлеләр (лат. Romani) тип атаған.

Латин телендә яҙылған иң иртә яҙма ҡомартҡылар б. э. т. яҡынса VI б. аҙағына — V б. башына ҡарай. Был 1899 йылда Рим форумы ҡаҙылдыҡтары араһында  табылған ҡара таш ярсығындағы яҙма (б.э.т. 500 й.); көршәк һауыттағы «Дуэнос яҙмаһы». Б. э. т. III б., Италияның күп өлөшөн буйһондороусы Римдең ҡөҙрәте артҡандан башлап, ҡомартҡылар һаны ла арта. Латындың боронғо ҡомартҡыларынан рим сәйәси эшмәкәрҙәре Сципиондар эпитафияһы һәм б. э. т. III —II б. башында Вакх аллаһы ғибәҙәтханаһы тураһында Сенат постановлениеһы тексы күберәк билдәле.

Италияның көньяғындағы боронғо грек ҡалаларын баҫып алыу рим йәмғиәтенә Боронғо Греция мәҙәниәте һәм белеме элементтары үтеп инеүе латин телендә лә әҙәби әҫәрҙәр тыуыуына ярҙам иткән; артабан иреккә ебәрелгән әсир гректан башлана, ул Гомерҙың «Одиссею» латынға тәржемә итә. Боронғо рим комедиографы Плавт (б.э.т. 245—184 йй.) әҙәби телдең архаик осороноң ҙур вәкиле, унан беҙҙең көнгә тиклем тотош 20 комедия һәм берәүһе — өҙөктәрҙә килеп еткән. Әйтер кәрәк, Плавт комедияһының һүҙлек составы һәм теленең фонетик төҙөлөшө б. э. т. I б. — б. э. I быуаттарҙа классик латынь нормаларына яҡыная.

Классик латынь тигәндә, Цицерон (б. э. т. 106—43) прозаик әҫәрҙәрендә, Цезарь (б. э. т. 100—44), Публий Марон Вергилийҙың шиғри әҫәрҙәрендә (б. э. т. 70—19), Гораций (б. э. т. 65—8) һәм Овидий (б. э. т. 43 — б. э. 18) әҫәрҙәрендә иң тәьҫирлегенә һәм синтаксик төҙөклөгөнә өлгәшкән әҙәби тел күҙ уңында тотола.

Европаның көнбайышында һәм көньяҡ-көнсығышындағы, төньяҡ Африкалағы һәм Кесе Азиялағы иркен ерҙәрҙе үҙ власына буйһондорған иң ҙур Урта диңгеҙ дәүләте Римдә классик латин теле формалашҡан һәм сәскә атҡан. Рим дәүләтенең көнсығыш провинцияларында (Грецияла, Кесе Азияла һәм Африканың төньяҡ яр буйында), римлеләр яулап алғансы, грек теле һәм юғары үҫешкән грек мәҙәниәте йоғонтоһо ҙур булғанлыҡтан, латин теле таралмаған. Көнбайыш Урта диңгеҙ буйында эш башҡасараҡ торған.

Б. э. т. II быуат аҙағына латин теле Италияның бөтә территорияһында ғына өҫтөнлөк итмәй, рәсми дәүләт теле сифатында, ул римлеләр буйһондорған өлкәләргә, Пиреней ярымутрауына һәм хәҙерге Францияның көньяғына үтеп инә. Рим һалдаттары һәм сауҙагәрҙәр аша латин теленең ябай һөйләшеүен урындағы халыҡ үҙләштерә, һәм был буйһондоролған территорияларҙың романлашыуына килтерә. Римлеләрҙең иң яҡын күршеләре — Галлияла йәшәүсе кельттар (хәҙерге Франция һәм Бельгия, Голландия һәм Швейцария территориялары) әүҙем романлаша. Римлеләр Юлий Цезарь командалығында (б. э. т. 58—51 йй. Галл һуғыштары) Галлияны б. э. т. II быуатының икенсе яртыһында буйһондора башлай һәм б. э. т. 50-се йй. һәм оҙон һуғыштар һөҙөмтәһендә тамамлана. Шул уҡ осорҙа рим ғәскәрҙәре Рейндан көнсығышта ятҡан ҙур райондарҙа йәшәгән боронғо германдар менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Цезарь шулай уҡ Бөйөк Британияға ике хәрби поход ойоштора, әммә был ҡыҫҡа ваҡытлы экспедициялар (б. э. т. 55—54 йй.) римлеләр менән урындағы кельттар араһындағы мөнәсәбәттәргә етди эҙемтә яһамай. Бары 100 йылдан һуң, б. э. 43 йылда Рим ғәскәрҙәре Британияны баҫып ала, һәм унда б. э. 407 йылына саҡлы ҡала. Шулай итеп, яҡынса биш быуат дауамында, б. э. 476 йылда Рим империяһы ҡолатылғанға саҡлы, Галлияла һәм Британияла йәшәгән ҡәбиләләр, шулай уҡ германдар латин теленең көслө йоғонтоһонда була.

Классик латындан хронология буйынса яңы эраның ике быуатына тап килеүсе (принципат тип аталған иртә империя) постклассик йәғни антиклыҡтан һуңыраҡ рим нәфис әҙәбиәте телен айырырға кәрәк. Был осорҙоң прозаик яҙыусылары һәм шағирҙары теле (Сенека, Публий Корнелий Тацит, Ювенал, Марциал, Апулей) стиль сараларын һайлауҙа байтаҡ үҙенсәлекле булыуы менән айырыла; әммә алдағы әллә нисә быуат дауамында латин теленең грамматик төҙөлөшө нормалары боҙолмағанлыҡтан, латин телен классик һәм классиктан һуңғыраҡҡа бүлеү лингвистик әһәмиәткә түгел, әҙәбиәт ғилеме буйынса әһәмиәткә эйә.

III — VI бб.  латыны — һуңғы империя ҡолатылғандан һуң һәм варвар дәүләттәре барлыҡҡа килгән ахырғы латыны латин теле тарихында айырым осор булып тора. Был осорҙа латин телендә тәүге христиан әҙәбиәте барлыҡҡа килә. Был дәүер яҙыусылары — башлыса тарихсылар һәм христиан руханиҙары — әҫәрҙәрендә яңы роман телдәренә күсеүҙе әҙерләүсе бик күп морфологик, лексик һәм синтаксик күренештәр күҙәтелә. Ғәрәп баҫып алыуҙарына тиклем, бер нисә быуат дауамында, латин теле Африкала һаҡлана.

Урта быуат, йәки христианлаштырылған латынь — был иң тәүҙә литургик (ғибәҙәт) текстары — гимндар, йырлау, доғалар. IV быуат аҙағында Иероним Стридонский бөтә Тәүратты латин теленә тәржемә итә. «Вульгата» атамаһы менән билдәле булған был тәржемә XVI быуатта католик Тридент соборындағы төп нөсхәгә тиң тип табыла. Шунан башлап латин теле, боронғо йәһүд һәм боронғо грек телдәре менән бер рәттән, Тәүраттың изге телдәренең береһе тип иҫәпләнә.

 осоро латин телендә яҙылған бик күп ғилми хәҙмәттәр ҡалдырған. XVI быуат медицина трактаттары: Андреас Везалийҙың (1543) «Кеше тәненең төҙөлөшө», Габриэль Фаллопийҙың (1561) Анатомик күҙәтеүҙәре, Бартоломей Эустахионың (1552) Анатомик е, Джироламо Фракастороның (1546) «Йоғошло ауырыуҙар һәм уларҙан дауалау» һ. б. Педагог Ян Амос Коменский (1658) үҙенең «Мир чувственных вещей в картинках» («ORBIS SENSUALIUM PICTUS. Omnium rerum pictura et nomenclatura») китабын латин телендә яҙған, бында бөтә донъя, йәнһеҙ тәбиғәттән алып йәмғиәт ҡоролошона тиклем, иллюстрациялар менән тасуирлана. Был китап буйынса төрлө илдәрҙең балалары уҡыған. Уның һуңғы, рус телендәге, баҫмаһы 1957 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан.

Урта быуат латыны классик өлгөләрҙән айырылған, һәм XIV быуатта Италияла, сиркәү һәм университет латынына ҡапма-ҡаршы тороусы Цицерондың өлгөлө йәғни Яңырыу латынына кире ҡайтыу хәрәкәте башланған. Гуманистар латин телендә әүҙем һөйләшкән һәм яҙған; Англияла Томас Мор (1478—1535), Нидерландта — Эразм Роттердамский (1466—1536), Италияла — Томмазо Кампанелла (1568—1639) латин телендә яҙған. Латин теле был осорҙа халыҡ-ара мәҙәни һәм ғилми аралашыу сараһы булған. Ул заманда, Реформация, мәҙәни тормоштоң секуляризацияһы һ. б. күренештәр, беренсе планға милли телдәрҙе сығарып, латынды ҡулланыуҙы сикләй. Дипломатияла латынды француз теле ҡыҫырыҡлай: 1648 йылғы Вестфаль тыныслыҡ килешеүе латынь телендә яҙылмаған беренсе документ була.

XVIII быуатҡа тиклем латин теле халыҡ-ара фән теле була. Европала Америго Веспуччиҙың Яңы донъя (америка) асыуы тураһындағы 1503 йылғы отчёты латин теле тәржемәһендә һаҡланған; рус-ҡытай мөнәсәбәттәре тарихының тәүге документы — 1689 йылғы Нерчинский килешеүе латин телендә төҙөлгән. Голланд фәйләсуфы Спиноза (1632—1677), инглиз ғалимы Исаак Ньютон (1643—1727), рус ғалимы Михаил Васильевич Ломоносов (1711—1765) һ. б. хеҙмәттәрен латин телендә яҙған. Әммә XVIII быуат аҙағындағы Бөйөк француз революцияһынан һуң университеттағы уҡытыу латындан яңы телдәргә күсерелгән, һәм был латындың төп фән теле статусын ҡаҡшата. Һөҙәмтәлә, XIX быуатта латынь ҡулланыштан сыға; ул классик филологияла һәм медицинала һаҡлана. XX быуатта латынь фәҡәт католик сиркәүҙә, һәм был сифатта ла, ғибәҙәттәрҙе милли телдәрҙә атҡарғанлыҡтан, ҡыҫырыҡланған. Һуңғы йылдарҙа Көнбайыш Европала һәм Көньяҡ Америкала латин телен халыҡ-ара фән теле итеп тергеҙеү хәрәкәте йәнләнә. Был маҡсатта барлыҡҡа килгән халыҡ-ара ойошманың бер нисә конгресы үтә, махсус журнал сыға.

Ахырҙа, латин теле, боронғо грек теле менән бер рәттән, боронғо осорҙан хәҙерге ваҡытҡа тиклем халыҡ-ара һәм йәмғиәт-сәйәси һәм фәнни лексика (терминология) сығанағы булып хеҙмәт итә.

Тәүге дөйөм ҡуулланылышҡа алынған тел — айырым алғанда, Үҙәк Европала һәм Көнбайыш Европала — латин теле була. Был төбәктә барыһы ла тиерлек ошо берҙән-бер телдә яҙған. Француз, испан, итальян һәм инглиз телдәре әҙәби формаға тиклем үҫешкән, илсе вәкилдәргә инструкциялар ебәреүсе ил телендә яҙылған. Иң ахырҙа немецк телендә яҙыла башлаған. Шулай уҡ, илселәр араһында әңгәмәләрҙә лә, яҡтар партнёрҙарының телен белмәгәнлектән, латин теле ҡулланылған.

Латындан ҡала иң ҡулланылғаны француз теле булған. XV быуат аҙағында ул Савой герцоглығында һәм Нидерландта һарай яны, шулай уҡ император һарайы теле булған. 1508 йылда «Камбре лигаһы» (Рим Папаһы, Франция, Австрия, Испания) барлыҡҡа килгәс, һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар вәкәләттәре — француздар яғынан да, империя яғынан да — француз телендә яҙыла, ләкин ратификациялау грамоталары латин телендә төҙөлә. Англия короле Генрих VI Франция короле Карл VII-гә француз телендә яҙа, һәм ике ил араһындағы яҙма һәм телдән аралашыуҙарҙа ошо тел ҡулланыла. XVI быуат аҙағында Франция короле, Польша короленән башҡа, бер кемгә лә латын телендә яҙмаған, — француз теле бына шулай уңышлы таралған.

XVI быуатта халыҡ-ара килешеүҙәр латин йә француз телендә яҙыла, ә инглиз, немец йә итальян телдәре һирәк осраҡта ғына ҡулланылған.

Герман телле һәм башҡа илдәр менән килешеүҙәр төҙөгәндә, латин теле һәм башҡа телдәрҙе ҡулланыу миҫалдары:

Бөйөк Британия, Франция араһында 1783 й. Версаль килешеүе (тыныслыҡ килешеүен француз телендә төҙөү килешеүсе яҡтарҙың хоҡуғын кәметмәй тигән статья өҫтәлә) француз телендә төҙөлә. XIX быуаттан яйлап британия илсе вәкилдәренең үҙ милли телдәрен ҡулланыу мөмкинеге булдырыла.

Үҙенең йәнле халыҡ телмәр төрөндә латин теле — вульгар латынь («халыҡсан» мәғәнәһендә) — роман телдәре тигән дөйөм атама аҫтында билдәлелек алған яңы милли телдәргә нигеҙ булып тора. Уларға: итальян теле һәм латин теленең тарихи үҙгәреше һөҙөмтәһендә Апеннин ярымутрауында барлыҡҡа килгән бик күп диалекттар; француз теле һәм һәм элекке Галлияла үҫешкән окситан телдәре; Пиреней ярымутрауындағы испан, каталан, португал, галисий һәм миранд телдәре инә; Ретороман теле — рим колонияһы Реция территорияһында (хәҙерге Швейцарияның бер өлөшөндә һәм Италияның төньяҡ-көнсығышында); Рим провинцияһы Дакия (хәҙерге Румыния) территорияһында румын теле, молдаван теле һәм Балкан ярымутрауының көнсығыш-роман телдәре. Хәҙерге роман телдәре араһынан классик латынға иң яҡын торғаны сардин теле.

Хәҙерге дәүерҙә роман телдәренең уртаҡлығын ғына түгел, байтаҡ айырмаларын да билдәләп китер кәрәк. Был латин теле бер нисә быуат дауамында баҫып алынған территорияларға үтеп инә, нигеҙ тел булараҡ хатта үҙе лә, урындағы ҡәбилә телдәре һәм диалекттары ҡатмарлы йоғонтоһо арҡаһында, күпмелер үҙгәреш кисерә. Туғандаш роман телдәренә төрлө йоғонто улар оҙаҡ ваҡыт формалашҡан территорияларҙың тарихи яҙмыш айырымлығы аша билдәләнә.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бөтә роман телдәре үҙ лексикаһында, шулай уҡ аҙыраҡ дәрәжәлә, морфологияһында латин һыҙаттарын һаҡлай. Мәҫәлән, француз теленең ҡылым системаһы халыҡ латынында уҡ билдәләнгән ҡылым формаларының артабанғы үҫешен сағылдыра. Француз әҙәби теле формалашҡан осорҙа уға латин синтаксисы көслө тәьҫир яһаған, уның йоғонтоһонда француз грамматикаһында ваҡыттың яраҡлашыу һәм эҙлеклелек ҡағиҙәһе, айырымланған  конструкциялары, инфинитив  барлыҡҡа килә.

Римлеләрҙең б. э. т. I быуат һәм б. э. I быуаты сигендә боронғо германлыларҙы үҙҙәренә буйһондороға маташыуы уңыш ҡаҙанмай, ләкин римлеләрҙең германлылар менән иҡтисади бәйләнештәре оҙайлы ваҡыт дауам итә; күп осраҡта улар Рейн һәм Дунай ярҙарында урынлашҡан рим колония-гарнизондары аша тормошҡа ашырылған. Немец ҡалалары атамалары был турала һөйләй: Кёльн (нем. Köln — латинса colonia «ултыраҡ»), Кобленц (нем. Koblenz — латинса confluentes, һүҙмә-һүҙ: «ағып килеп ҡушылыусылар», сөнки Кобленц Мозель һәм Рейн йылғаларының ағып төшкән ерендә урынлашҡан), Регенсбург (нем. Regensburg — латинса regina castra), Вена (латинса vindobona) һ. б.

Британ утрауҙарында латин теленең иң боронғо эҙе булып ҡала атамаларының -chester, -caster йә -castle — латинса castra «хәрби лагерь» һәм castellum «нығытма», foss- — латинса fossa «йырын», col(n) — латинса colonia «ултыраҡ»: Манчестер (инглизсә Manchester), Ланкастер (инглизсә Lancaster), Ньюкасл (инглизсә Newcastle), Фосбрук (инглизсә Fossebrook), Линкольн (инглизсә Lincoln), Колчестер (инглизсә Colchester) состав өлөшө тора. V—VI бб. Британияны англ, сакс һәм ют герман ҡәбиләләре баҫып алыуы британ ҡәбиләләре өйрәнгән, римлеләрҙән герман ҡәбиләләре отоп алған латин үҙләштермәләре аңлы рәүештә ҡабул ителгән.

Көнбайыш Рим империяһы (традицион датаһы — 476 йыл) ҡолатылғандан һуң да яңы көнбайыш европа телдәренең оҙайлы формалашыуында латин теленең әһәмиәте һаҡлана. V быуат аҙағында барлыҡҡа килгән һәм Көнбайыш Рим империяһы территорияһының күп өлөшөн үҙ эсенә алған иртә феодал Франк короллегендә латин теле ҡулланыла; Франк дәүләте империяға әйләнгән (Бөйөк Карл 800 йылда император титулына эйә була), 843 й. үҙ аллы Көнбайыш Европа дәүләттәренә — Италия, Франция һәм Германия короллектәренә тарҡала. Бер нисә быуат дауамында был дәүләттәрҙә милли әҙәби телдәр булмауы мөнәсәбәттәр төҙөгәндә латин теленә мөрәжәғәт итеүгә килтерә. Урта быуаттарҙа һәм унан һуңғараҡ та латин теле католик сиркәүе теле була. Шул уҡ ваҡытта, латынь фән һәм университетта, мәктәптә уҡытыу теле була. Ахырҙа, латынь, хатта ҡануниәт милли телдәргә күскән дәүләттәрҙә лә, юриспруденция теле була. Шуға ла латин теле, фән, дини, юридик һәм абстракт терминология сифатында, яңы европа телдәре лексикаһына инә.

XVIII быуатҡа саҡлы Рәсәйҙә, терминология сығанағы булараҡ, сиркәү-славян теле һәм (аҙ дәрәжәлә) грек теле ҡулланыла; әммә Пётр I заманынан рус теленә латин лексикаһы көслө үтеп инә башлай, күп осраҡта — яңы европа телдәре аша. Боронғо рус телендә лә, өлөшләтә грек теле аша, бик боронғо латынь үҙләштермәләре бар — («баня», «палата», , , ).

Англияны XI быуатта нормандар баҫып алыуы һөҙөмтәһендә латин лексикаһы инглиз теленә француз теле аша йоғонто яһай. Яңырыу дәүерендә инглиз теле латин теленән күп үҙләштергән.

Латин теленең фонемалары ике төрлө әйтелә: традицион һәм классик. Традицион әйтелеш һуңғы латында килеп сыҡҡан күп кенә фонемалар вариантын һаҡлаһа, классик латынь уларҙы юҡ итергә ынтыла.

Телдең тарихи үҫеше арҡаһында килеп сыҡҡан үҙгәрештәр менән бер рәттән, күп быуаттар дауамында традицион әйтелешкә үҫешкән көнбайыш европа телдәрендә барған фонетик процестар йоғонто яһай, һәм был төрлө илдәрҙә латин телендәге текстарҙы уҡыу айырмаһына килтерә.

Латин телендә һуҙынҡылар һәм тартынҡыларҙың оҙонлоғо мәғәнә айырымлауға эйә була. Тартынҡыларҙың оҙонлоғо уларҙың икеләтелеүе менән аңлатыла, әммә оҙон һәм ҡыҫҡа һуҙынҡылар стандарт яҙмала айырылмаған.

Шуға ҡарамаҫтан, һуҙынҡыларҙы ла айырымлау индерергә маташҡандар. Ҡайһы берҙә оҙон һуҙынҡылар икеләтелгән хәрефтәр менән (был системаны боронғо рим шағиры Акций Луций (Accius менән бәйләйҙәр) билдәләгәндәр; шулай уҡ оҙон һуҙынҡыларҙы «апекс» — диакритического значка, похожего на акут (буква I в этом случае просто увеличивалась в высоту) ярҙамында билдәләү ысулы булған.

Хәҙерге баҫмаларҙа һуҙынҡыларҙың оҙонлоғон билдәләү маҡсатында оҙон һуҙынҡылар өҫтөнә макрон диакритик билдәһе (ā, ē, ī, ō, ū), ә ҡыҫҡалар өҫтөнә — Кратка бреве (ă, ĕ, ĭ, ŏ, ŭ) ҡуйғандар.

Ғәҙәттә латин телендә баҫым һуңғы ижеккә төшмәй, шуның өсөн ике ижекле һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә. Һүҙҙә ижек икенән күберәк булһа, баҫым, әгәр ул оҙон булһа, һуңғы ижектең алдындағыһына предпоследний, һәм ижек ҡыҫҡа булһа, аҙаҡҡынан өсөнсө ижеккә төшә. Мәҫәлән: fí-li-a (li ижеге асыҡ һәм унан һуң һуҙынҡы килә, шуның өсөн ҡыҫҡа), fe-nés-tra (ябыҡ булғаны өсөн, nes ижеге оҙон).

Латин теле, рус теле кеүек үк, күпселектә синтетик тел. Был грамматик категориялар ярҙамсы һүҙҙәр менән түгел, һүҙүҙгәреш (исем, сифат, алмаш, һан һүҙ төркөмдәрен үҙгәртеү склонение, ҡылымдарҙы үҙгәртеү спряжение) аша бирелә. Латин телендә килеш, зат, һан һәм род менән үҙгәреүсе Исем (), Һан һәм Алмаш һүҙ төркөмдәре бар; Сифат, һанап үткәндәрҙән башҡа, сағыштырыу дәрәжәһнндә үҙгәрә; заман һәм  менән үҙгәреүсе ҡылымдар; супин — ҡылымдан яһалған исем; рәүеш, предлогтар һәм дар.

Латин телендә 6 килеш:

Латин теле ҡылымдары 6 заман формаһына, 3 һөйкәлешкә, 2 йүнәлешкә, 2 һанға һәм 3 затҡа эйә.

Латин ҡылымы спряжениеһының стандарт схемаһы — инфинитивтың -re ялғауы киҫелә һәм затын күрһәтеүсе ялғау өҫтәлә:

Латин ҡылымының замандары:

Рус телендәге кеүек, ябай һөйләм йыш осраҡта эйә һәм хәбәрҙән тора, эйә төп килештә. Эйә булараҡ сифат һирәк кенә ҡулланыла, ул ғәҙәттә зат формаһында. Хәбәр ҡылым, исемле һүҙ төркөмө йә ярҙамсы ҡылымлы исемле һүҙ төркөмө ярҙамында сағыла.

Латин теле синтетик төҙөлөшлө, шуның һөҙөтәһендә, төрлө үҙгәртеүҙәргә (склонение һәм спряжение) бай булғанлыҡтан, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе хәл иткес әһәмиәтле түгел. Әммә, ҡағҙә булараҡ, эйә һөйләм башында, хәбәр — аҙағында, тура тултырыусы — идара итеүсе ҡылым, йәғни хәбәр алдынан.

Һөйләидәр төҙөлөшөндә түбәндәге  ҡулланыла:

Сum historicum лы эйәрсән һөйләмдәр, ҡағиҙә булараҡ, тәржемә ителгән  союзы менән ҡулланылған ваҡыт эйәрсән һөйләмдәр.

 китаптары боронғо грек телендә яҙылған, христианлыҡтың беренсе тиҫтә йылдарында ул Римдә төп ғибәҙәт атҡарыу теле була; әммә Рим папаһы Виктор I (189—199) осоронда бында латынға күсеү тормошҡа ашырыла. Христиан латыны грек теленән бик күп, бер ни тиклем йәһүд лесикаһынан  үҙләштермәләр менән байый, неологизмдар, йәнле телмәр йоғонтоһо, антик традиция стилен туплай. Шул уҡ ваҡытта, ғибәҙәт текстарында латин сығышлы һүҙҙәр һәм тел конструкциялары ҡулланыла (улар был текстарҙы төҙөгән дәүерҙә үк архаик була), һәм был литургик латынды, йәнле телмәрҙән айырмалы рәүештә,  (мәҫәлән, христиандарҙың йәнле һөйләү телмәрендә күп таралған oro «молиться» ҡылымы урынына боронғо precor ҡулланыла; грек һүҙе episcopus урынына — традицион рәсми рим терминдары pontifex һәм antistes; грек presbyter һүҙенә — рим һүҙе praesul)  тел. Йәнле телмәрҙән ныҡ айырымланған ғибәҙәт латыны тантаналы стилгә эйә,  һәм боронғо рим ижегенең  ойоштормаһы булып тора.

Биологияла латин телен Яңырыу осоро латин теленән сыҡҡан, ләкин боронғо грек һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән үҙ аллы ғилми тел тип ҡарарға мөмкин. Бынан тыш, латин теленең күп һүҙҙәре биологик текстарҙа яңы, махсус мәғәнәгә эйә. Биологик латин теле грамматикаһы һиҙерлек ябайлаштырылған. Латин алфавитына өҫтәмә индерелә: классик латындан айырмалы, J, U, W хәрефтәре өҫтәлә.

Хәҙерге биологик номенклатура кодекстары тере организмдарҙың фәнни атамалары форма буйынса латинса булыуын, йәғни, ниндәй телдәү үҙләштерелгән булыуына ҡарамаҫтан, латин алфавиты хәрефтәре менән яҙылырға тейешлеген һәм латин грамматикаһы ҡағиҙәләренә буйһоноуын талап итә.




#Article 367: Каталан теле (597 words)


Катала́н теле йәиһә вале́нсия теле (каталанса: Català (әйтелеше:  йәки ) йәиһә Valencià) — роман төркөмөнә ингән тел. Андорра Кенәзлегенең рәсми теле, шулай уҡ Испаниялағы бер нисә автономиялы берлектә (Каталонияла, Балеар утрауҙарында, Валенсияла) испан теле менән бер рәттән, Италиялағы Сардиния утрауында урынлашҡан Альгеро ҡалаһында итальян теле менән бер рәттән рәсми тел булып тора. Шулай уҡ Испаниялағы Арагон һәм Мурси́а автономиялы берлектәрендә һәм Франциялағы Руссильон (Roussillon, шулай уҡ Төньяҡ Каталония) тарихи өлкәһендә (йәғни хәҙерге Pyrénées-Orientales департаментында) киң ҡулланыла.

Ҡайһы бер тел белгестәре каталан телен галл-роман төркөмөнөң окситан-роман төркөмсәһенә инә, тип иҫәпләй. «Этнолог» белешмәһе буйынса каталан теле классификацияһы:

Каталан теленең окситан телдәренә яҡынлығы күренеп тора.

Каталан теле IX быуатта Реконкиста ағымы осоронда үҙаллы тел булып формалашҡан, тип иҫәпләнә. Ошо ваҡытта каталан теленең беренсе тарихи ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Тел Пиреней ярымутрауында ябайлаштырылған халыҡ-латин теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттың аҙағында каталан теле әҙәби тел статусын ала һәм бик абруйлы була. XV быуатҡа тиклем шиғриәт өсөн окситан теле ҡулланылһа, каталан теле өсөн фәлсәфә һәм фән өлкәһе асыла.

Испан мираҫы өсөн һуғышта каталондар Габсбург династияһы яғында һуғыша. Был XVIII быуатта, Бурбон династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа, телгә ҡаршы репрессив сәйәсәткә сәбәпсе була.

XIX быуатта каталан теле ҡулланыу даирәләренең күбеһенән тамам ҡыҫырыҡлана. Шулай ҙа уның хәле, башҡа телдәр (мәҫәлән, галисий теле) менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ була. Тел халыҡ араһында һаҡланып ҡала. XIX быуатта телде һаҡлау өсөн, Тергеҙеү (Renaixença) исеме аҫтында ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте барлыҡҡа килә. Башта ул әҙәби сиктәрҙән сыҡмай, быуат барышында сәйәси һәм милли һыҙаттар ала. XX быуат башында каталан теленең беренсе еңеүе билдәләнә. 1930 йылда Каталонияла икенсе рәсми тел статусын ала. 1936—1939 йылдарҙағы Граждандар һуғышы испан диктаторы Франко еңеүе менән тамамланғас, каталан телендә һөйләшеү бөтөнләй тыйыла. Уны ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала.

Был хәл Франко диктатураһы 1975 йылда бөткәнгә тиклем һаҡлана. Испанияла демократлаштырыу башланғас, өлкәләр автономия ала, һәм 1979 йылда каталан теле рәсми тел статусы алыуға өлгәшә.

Сығанаҡтар: Каталония:

Андорра хакимиәтенең социолингвистик мәғлүмәттәре (1999 йыл) . Арагон: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре . Альгеро: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре . Башҡа илдәр: 1999 йыл иҫәбе, Federació d’Entitats Catalanes.

Һәр диалект бер нисә субдиалекттан тора. Каталан теленең диалект тармаҡтары түбәндәге диалекттарға буленә:

Каталан теленең ике стандарты бар. Беренсеһе, Каталан фәндәре институты (Institut d’Estudis Catalans, IEC) стандарты, уртаҡ стандарт булып тора. Орфография ҡағиҙәләрен кодлаштырыусы — Помпеу Фабра (Pompeu Fabra). Был тел стандартының нигеҙен Үҙәк диалект тәшкил итә. Икенсеһе, Валенсия телдәр академияһы (Acadèmia Valenciana de la Llengua, AVL) стандарты Помпеу Фабраның орфографияһын ҡуллана, әммә был стандарттың нигеҙен көнбайыш каталан теле һәм Валенсияла ҡулланылған каталан теле варианты тәшкил итә.

Ике стандарт араһында иң билдәле айырма — тоник баҫым: francès, anglès (IEC) — francés, anglés (AVL), cafè (IEC) — café (AVL) (кофе), conèixer (IEC) — conéixer (белеү), comprèn (IEC) — comprén (AVL) (ул аңлай). Бының сәбәбе: латин теленең ē һәм ĭ фонемалары әйтелеше ике диалект тармағында айырыла. Мәҫәлән, көнсығыш тармағында боронғо ē фонемаһы [ɛ] тип әйтелә, көнбайыш тармағында [e] тип әйтелә. Әммә-ләкин, AVL стандартында был фонема урынына һәр ваҡыт «è» яҙыла: què (нимә), València, èter (эфир майы), sèsam, sèrie (сериал), època (йәш).

Балеар утрауҙарында IEC стандартының Балеар утрауҙары институтының филология бүлеге тарафынан балеар диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, IEC стандарды буйынса «cantam» һәм «cantem» тип яҙырға мөмкин була, әммә балеар стандарты буйынса «cantam» дөрөҫөрәк була. Шулай уҡ 1-се заттың хәбәр һөйкәлешендә балеар стандартында ялғау ҡулланылмай: «jo cant», «jo tem», «jo dorm».

Альгеро ҡалаһында IEC стандартының Альгеро диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, билдәлелек артикле стандарт буйынса — el, ә Альгеро вариантында — lo, эйәлек алмашы формалары Альгеро стандарты буйынса — la mia (минең шәхси), lo sou/la sua (уның шәхси), lo tou/la tua (һинең шәхси) һ.б. Тамамланмаған үткән ваҡытта бөтә ҡылымдың зат, һан, заман формаһында -v- ҡулланыла: cantava, creixiva, llegiva; бик күп боронғо һүҙҙәр ҡулланыла: manco (menys), calqui u (algú «кемдер»), qual/quala (quin/quina «ниндәй») һ.б.




#Article 368: Күпер (147 words)


Күпер — йылға, соҡор йәки башҡа бер ҡаршылыҡ аша сығыу өсөн һалынған ҡоролма. Юл аша һалынған күпер юл үткәргес тип атала.

Йылға аша бүрәнә һалып күпер эшләү боронғо заманда уҡ билдәле булған. Һуңынан төҙөлөш материалы итеп таш ҡулланғандар. Бындай күперҙәрҙе ҡол биләүселек ҡоролошонда төҙөгәндәр. Баштараҡ күпер терәген, һуңғарак бөтә конструкцияны таштан эшләгәндәр. Күпер төҙөүҙә Боронғо Римлеләр ҙур уңыштарға ирешә. Улар көмбәҙ формаһындағы күпер төҙөй һәм төҙөлөштә цемент ҡуллана. Күперҙәр (дөрөҫөрәге акведуки) Рим ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланылған. Боронғо Рим күперҙәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған.

Урта быуаттарҙа ҡалалар һәм сауҙа үҫеше күперҙәр төҙөүгә ихтыяжды арттыра. Инженер аҡылы киң арала һөҙәк көмбәҙле, тарыраҡ терәүле күперҙәр төҙөргә мөмкинлек бирә.

XVIII быуат аҙағында күпер төҙөлөшөндә металл ҡулланалар. Беренсе металдан эшләнгән күпер Бөйөк Британияла Северн йылғаһы аша 1779 йылда һалына.

XIX быуатта тимер юлы үҫеше юғары йөкләмәле күперҙәр төҙөүзе талап итә. Күпер төҙөүҙә ҡорос һәм тимер ҡулланалар.

Күперҙәрҙә ортотроп плиталар ҡулланыла.




#Article 369: Ауыл хужалығы (1313 words)


Ауыл хужалығы — халыҡты аҙыҡ-түлек һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сеймал менән тәьмин итеүсе халыҡ хужалығы тармағы. Ауыл хужалығы барлыҡ илдәрҙең иҡтисадында мөһим урын алып тора. Ер шарында ауыл хужалығы менән 1,1 млрд кеше шөғөлләнә.

Был тармаҡ торошо дәүләттең аҙыҡ-түлек именлегенә ныҡлы йоғонто яһай. Ауыл хужалығы проблемалары менән агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һәм башҡа тағы ла ҡайһы бер фән өлкәләре туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә  
бәйле.

Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе етештереү сараларында бынан 12 мең йыл элек башланған һәм «Неолит революцияһы» тип аталған  үҙгәрештәр сәбәпсе була. Улар һөҙөмтәһендә йәшәү өсөн төп сығанаҡ булып үҙендә үҫтерелгән культуралы үҫемлектәр һәм мал-тыуар булған етештереүсе хужалыҡ барлыҡҡа килә, ә уныһы инде үҙ сиратында цивилизацияның артабанғы үҫешен тәьмин итә. 

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә һәм уны ҡулланыуҙа Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа берлегендә ағза булған илдәр алдынғылыҡты алып тора.

Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексына керә һәм түбәндәге тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала:

Ауыл хужалығы — иҡтисад тармағы. Халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарына сеймал алыуға йүнәлтелгән. Бөтә илдәрҙә лә иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Донъяла иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡтың 1 млрд ошо тармаҡта шөғөлләнә.

Ауыл хужалығы тармағының торошона дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге бәйләнгән. Был тармаҡтың проблемалары менән туранан-тура йәки ситләтелгән рәүештә агрономия, малсылыҡ, мелиорация, үҫемлекселек, урмансылыҡ һ. б. кеүек фәндәр бәйләнгән.

Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе, етештереү сараларында яҡынса 12 мең йыл элек башланып, етештереү хужалығына һәм цивилизацияның үҫеүенә килтергән «Неолитик революция» менән бәйле.

Ауыл хужалығы хайуандарҙы эйәләштереү һәм үҫемлектәр үҫтереү менән 10 000 йыл элек булдырылыған. Иртә игенселек ваҡытынан алып, ул ҙур үҙгәрештәр кисергән.
Алғы Азияла, Египетта, Һиндостанда тәү башлап планлы рәүештә үҫемлек үҫтереү һәм йыйыу башлана.
Ауыл хужалығын ирекле рәүештә үҫтереү Төньяҡ һәм Көньяҡ Ҡытайҙа, Африкала, Яңы Гвинеяла, Һиндостандың ҡайһы бер өлөшөндә һәм Американың бер нисә төбәгендә була.

Һуғарыу, сәсеү, ашлау кеүек эштәр күптән барлыҡҡа килһә лә, XX быуатта ғына юғары уңышҡа ирешә.
Алғы Азия, Көньяҡ-көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африканың тропологик һәм археологик дәлилдәре ҡырағай орлоҡтарҙы файҙаланыуҙың 20 мең йыл элек булыуын күрһәтә.
Ҡытай Халыҡ Республикаһында дөгө менән тары беҙҙең эраға тиклем 8000 йыл элек, ә һуңғараҡ ҡуҙаҡлы һәм соялылар үҙләштерелә.

Сахель төбәгендә дөгө һәм сорго урында үҫә. Урындағы культуралар үҙ аллы Көнбайыш Африкала һәм бәлки Яңы Гвинеяла, Эфиопияла үҫтерелә башлай. Ҡайһы бер ҡуҙаҡлыларҙың, бойҙайҙың беҙҙең эраға тиклем 6 мең йыл элек булыуына дәлил Һинд уйһыулығында табыла. Әфлисүндәр ошо мең йыллыҡта культивациялана. Беҙҙең эраға тиклем 4000 мең йыл элек уйһыулыҡта үҫтерелгән ауыл хужалығы культуралары булып борсаҡ, бойҙай, кунжут орлоғо, арпа, һинд мангоһы тора. Унда беҙҙең эраға тиклем 3500 йылда мамыҡ, туҡыма үҫтереү алға китә. Беҙҙең эраға тиклем 3000 йылда дөгө, ҡамыш шәкәре үҫтерелә башлай. Беҙҙең эраға тиклем 2500 йылға Ғәрәбстан диңгеҙе янындағы Мохенджо-Дарола дөгө мөһим туҡланыу продукты булып һанала. Һиндостан халҡының яҡшы яҡтыртылған иген һаҡлағыстары булған ҙур ҡалалары була. Американың өс төбәгендә шәкәр кукурузы, ҡабаҡ, картуф, бер йыллыҡ көнбағыш үҫтерелә башлай.

Әгәр ауыл хужалығы тип, ер эшкәртеүҙе, ойошторолған дымландырыуҙы, монокультураларҙы һәм файҙаланған махсус хеҙмәтте аңлаһаҡ, беҙҙең эраға тиклем 5500 йылдан башлап, «ауыл хужалығын булдырыусылар» исемен шумерҙарға бирергә була. Ауыл хужалығын интенсив рәүештә үҫтереү күберәк халыҡты аҫрау, миҙгел араларында файҙалыныуға артыҡ продукт йыйыу, һатыу, алыштырыу мөмкинлеге бирә. Эшмәкәрлеге ауыл хужалығы менән бәйле булмаған фермерҙарҙың күп халыҡты туйҙыра алыу мөмкинлеге регуляр армияның барлыҡҡа килеүендә хәл иткес фактор була.

XIX быуат аҙағында һәм XX быуат механизацияның тиҙ үҫеше, тракторҙарҙың, һуңғараҡ комбайндарҙың барлыҡҡа килеүе ауыл хужалығы эштәрен киң масштабта, ҙур тиҙлектә алып барырға ярҙам итә.
Әлеге ваҡытта ғалимдар ауыл хужалығының тарихи үҫешен аңлатыу өсөн бер нисә гипотеза килтерә:

Ауыл хужалығының ил йәки төбәк иҡтисадындағы роле уның структураһын һәм үҫеш кимәлен күрһәтә. Ауыл хужалығы әһәмиәте күрһәткесе булып, унда купме халыҡтың шөғөлләнеүе һәм ауыл хужалығы сағыштырма ауырлығының тулайым эске продукт структураһындағы кимәле тора. Алға киткән илдәрҙә ауыл хужалығы экстенсив юл менән үҫешә, йәғни продукцияны арттырыу сәсеү майҙандарын, мал һәм ошо тармаҡта шөғөлләнеүсе халыҡ иҫәбен күбәйтеү юлы менән башҡарыла. Иҡтисады аграр тибына ҡараған бындай илдәрҙә механизация, химизация, мелиорация һ.б. күрһәткесе түбән. Был илдәрҙә «йәшел революция» XX быуат уртаһында уҡ үтә. Ауыл хужалығы етештереү хеҙмәтен күтәреүсе, яңы технологиялар, ауыл хужалығы машиналары системаһын, пестицидтттарҙы һәм минераль ашламаларҙы ҡулланыусы, генлы инженерияны, биотехнологияларҙы, робот техникаһын, электрониканы файҙаланыусы һәм интенсив юл менән үҫешкән, фәнни яҡтан нигеҙләнгән ойошма кеүек характерлана.

Бындай прогрессив үҙгәрештәр индустриаль типҡа ҡараған илдәрҙә бара. Әммә интенсификация кимәле уларҙа күпкә түбән, тармаҡта шөғөлләнеүселәр постиндустриаль илдәргә ҡарағанда күберәк.

Шул уҡ ваҡытта үҫешкән илдәрҙә артыҡ аҙыҡ-түлек етештереү кризисы күҙәтелә. Аграр илдәрҙә киреһенсә, иң киҫкен проблемаларҙың береһе булып, туймау, аслыҡ тора.

Үҫешкән ауыл хужалығы илдең хәүефһеҙлек факторы булып тора, сөнки илде башҡа илдәргә буйһонмаусан итә. Шул арҡала, иҡтисади яҡтан ҡарағанда әллә ни үҫешмәгән илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереү файҙалыраҡ булһа ла, ауыл хужалығына дәүләт тарафынан ярҙам күрһәтелә, субсидиялана.

Ауыл хужалығы тармағы шундай үҙенсәлектәргә эйә:

Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы белгестәре, ерҙең 78 проценты игенселек менән булышыуҙа етди тәбиғәт сикләүҙәре кисерә, 13 проценты түбән, 6 проценты уртаса, 3 проценты юғары һөҙөмтәле, тип һанай. 2009 йылда ауыл хужалығында ҡоро ерҙең 37,6 проценты файҙаланыла, шул иҫәптән 10,6 проценты һөрөнтө ер, 25,8 проценты көтөүлек һәм 1,2 процентына күп йыллыҡ культуралар сәселә.

Ауыл хужалығының махсуслаштырылыу һәм агроресурс ситуацияһы үҙенсәлеге төбәктәр буйлап айырыла. Бер нисә термик бүлкәт бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы үҙенсәлеге буйынса характерлана:

Ауыл хужалығы агросәнәғәт комплексы составына инә һәм үҙ эсенә төп тармаҡтарҙы ала:

Үҫемлекселек. Үҫтергән үҫемлектәр буйынса айырым тармаҡтарға бүленә:

Бөртөклө культуралар — бойҙай, арпа, арыш, һоло, дөгө, шәкәр кукурузы, ҡарабойҙай, сорго һ. б.

Бөртөклө ҡуҙаҡлылар — борсаҡ, фасоль, чечевица, соя һ. б.

Мал аҙығы культураһы — мал аҙығы үләндәре, силос культуралары, мал аҙығы тамыраҙығы, мал аҙығы баҡса культуралары.

Техник культуралар:

а) аҙыҡ-түлек культураһы — шәкәр сөгөлдөрө, ҡомалаҡ, крахмаллы культуралар, дарыу үләндәре;
б) туҡыу культуралары — мамыҡ, етен, джут, киндер; в) каучуклы үҫемлектәр — гевея.

Йәшелсә-баҡса культуралары: а) картуф; б) япраҡлы культуралар — баҡса кәбеҫтәһе, салат, шпинат, укроп, япраҡлы петрушка һ. б.; в) емеш культуралары — томат, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡабаҡ, патиссон, баклажан, борос; г) һуған культуралары — һуған, һарымһаҡ; д) тамыраҙыҡтар — кишер, аш сөгөлдөрө, пастернак, петрушка, сельдерей, шалҡан, редис, торма һ. б.; е) баҡса культуралары — ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ һ. б.

Цитрус культуралар — әфлисүн, грейпфрут, мандарин, лимон, бергамот һ. б.

Тонусты күтәреүсе культуралар — наркотик культуралар, сәй, кофе, какао;

Майлы һәм эфир майлы культуралар: а) көнбағыш, кенә уты, гәрсис, рапс, кунжут, киндер, етен, кокос пальмаһы, майлы пальма, зәйтүн ағасы; б) эфир майлы культуралар — кориандр, әнис, тмин һ. б.

Ҡомалаҡсылыҡ

Виноградсылыҡ

Баҡсасылыҡ

Рәсәйҙә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы яуап бирә. Уға 14 департамент буйһона — ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт, балыҡсылыҡ буйынса Федераль агентлыҡ һәм ҡайһы бер подведомство ойошмалары.

Ауыл хужалығы башҡа етештереү тармаҡтарына ҡарағанда, тәбиғи мөхиткә ҙур йоғонто яһай. Бының сәбәбе — тармаҡтың бик күп ер майҙанын биләүе. Һөҙөмтәлә континенттарҙың географик ландшафты үҙгәрә. Мәҫәлән Европала агроландшафт киң япраҡлы урманды ҡыҫырыҡлаған, Украинала баҫыуҙарҙы дала алыштырған.
Ауыл хужалығы ландшафты тотороҡло түгел, шуға күрә күп кенә төбәктәр экологик катастрофа кисерә. Дөрөҫ булмаған мелиорация боронғо Месопатаминың эшкәртелгән күп ерҙәренең юҡҡа сығыуына, тупраҡтың тоҙланыуына, тәрән һөрөү Ҡаҙағстанда, Америкала саң бурандарының барлыҡҡа килеүенә, игенселек һәм мал көтөү Африканың Сахель зонаһының сүлгә әйләнеүенә сәбәпсе булған.
Тәбиғәт мөхитенә бигерәк тә игенселек ҙур йоғонто яһай. Уның йоғонто яһау факторы түбәндәгесә:

Ауыл хужалығын алып барыуҙа негатив факторҙарҙы бөтөрөүсе йәки йомшартыусы билдәле бер алымдар һәм технологиялар бар.
Малсылыҡ тәбиғәткә тәбиғәткә аҙыраҡ йоғонто яһай. Уның факторҙары түбәндәгесә:

Ауыл хужалығынан килгән дөйөм зыянға инә:

XX быуаттың икенсе яртыһында тағы бер актуаль проблема килеп сыға: үҫемлекселек продукцияһында витаминдарҙың, микроэлементтарҙың кәмеүе һәм үҫемлекселек, малсылыҡ продукцияларында зыянлы матдәләрҙең (нитраттар, пестицидттар, гормондар, антибиотиктар) күбәйеүе. Бының сәбәбе — микроэлементтарҙың, етештереү ҡеүәтенең кәмеүенә килтереүсе деградацияланған тупраҡ. Был бигерәк тә малсылыҡта йыш күҙәтелә.

Экологик проблемаларҙы хәл итеүҙең төп юлы булып, ер менән файҙаланыу культураһын күтәреү, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуға яуаплы ҡарау тора. Шулай уҡ, ерҙе оҙаҡ ваҡытҡа шәхси милек итеп файҙаланыуға алыусы фермер хужалыҡтарын үҫтереү ҙә ерҙең етешетереү потенциалын һаҡлауға стимул булыр ине.

Бөгөн ауыл хужалығын алып барыуҙы камиллаштырыу буйынса селекция, генлы инженерия алымдары ярҙамы менән тикшереүҙәр алып барыла. Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы торорлоҡ, сыҙамлы, юғары уңыш биреү сифаттарына эйә булған яңы төр үҫемлек, хайуандар уйлап сығарыла.

Константин Эдуардович Циолковский XX быуат башында уҡ, үҙаллы кислород һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе автоном станциялар төҙөмәйенсә алыҫ космосты үҙләштереп булмай, тип раҫлай.

Киләсәк перспективаһында кешегә яраҡлы йәшәү шарттары һәм биосфера булдырыу өсөн планетаның климатик шарттарын үҙгәртеү мөмкинлеге ҡарала




#Article 370: Йоһанн Себастьян Бах (1806 words)


Йо́һанн Себа́стьян Бах (; 31 март 1685 йыл — 28 июль 1750 йыл) — XVII быуаттағы барокко дәүеренең бөйөк немец (әлмән) композиторы. Орган һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ вокал һәм башҡа 1000-гә яҡын музыкаль әҫәр авторы. Донъяның иң күренекле композиторҙарының береһе. Уның ижадында операнан башҡа бөтә жанр музыкаль әҫәрҙәр бар. Бах — шулай уҡ педагогика буйынса бер нисә ғилми хеҙмәт авторы.

Йо́һанн Себа́стьян Бах 1685 йылдың 31 мартында Айзенах ҡалаһында (Саксен-Айзенах, Изге Рим Империяһы) музыканттар Иоганн Амброзиус Бах һәм Элизабет Леммерхирт ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуған. Бахтар XVI быуат башынан уҡ киң билдәле музыканттар була, күптәре был һөнәргә бар ғүмерен арнай.

Йо́һанн Себа́стьянға туғыҙ йәш тулғанда уның әсәһе, ә тағы бер йылдан атаһы вафат була. Органсы булып эшләгән оло ағаһы Иоганн Кристоф малайҙы үҙ тәрбиәһенә ала. Иоганн гимназияла уҡый башлай, ағаһы уны органда һәм башҡа клавишалы музыка ҡоралдарында уйнара өйрәтә. Музыка сәнғәтенә тәбиғәттән бирелгән һөйөү нигеҙендә ул был шөғөлде ныҡлап үҙ итә һәм төрлө ҡоралдарҙа яңынан-яңы әҫәрҙәр өйрәнеү менән бик теләп шөғөлләнә.

Ғаилә бәйләнештәре һәм музыка менән мауыҡҡан эш биреүсеһе Йоһанн Себастьян менән властарҙың араһындағы бер нисә йылдан һуң барлыҡҡа килгән көсөргәнешкә юл ҡуя алмайҙар. Бах хорҙағы йырсыларҙың әҙерлек кимәле менән ҡәнәғәт булмай. Бынан тыш,  1705—1706 йыларҙа Бах үҙ ирке менән бер нисә айға Любекҡа китә, унда Букстехуде уйыны менән таныша, был властарҙың ҡәнәғәтһеҙлеген тыуҙыра. Бахтың беренсе биографы Форкель  Йоһанн Себастьяндың күренекле композиторҙы  тыңлау өсөн 50 саҡрым йәйәү атлауы тураһында яҙа, әммә әлеге көндә тикшеренеүселәр был фактты шик аҫтына ҡуя.

Етмәһә начальство Бахты хор менән идара итә белмәүҙә ғәйепләй.

Дүрт айҙан һуң,  1707 йылдың 17 октябрендә Йоһанн Себастьян Арнштадтан ике туған һеңлеһе  Мария Барбараға өйләнә. Һуңынан уларҙың ете балаһы тыуа, уларҙың өсәүһе бала саҡта вафат була. Ике иҫән ҡалғаны - Вильгельм Фридеман һәм Карл Филипп Эммануил — һуңғараҡ билдәле композитор булып китә.
Мюльхаузендың ҡала һәм сиркәү властары яңы хеҙмәткәр менән ҡәнәғәт була. Улар бер ни уйһыҙ сиркәү органын күп сығымдар талап иткән реставрация планын хуплайҙар, ә яңы консулдың таж кейҙереү тантанаһына яҙылған  «Господь — мой царь» байрам кантатаһын нәшер итеүе өсөн  (был Бах тере сағында баҫылып сыҡҡан берҙән-бер кантата), уға ҙур хаҡ түләйҙәр.

 
Мюльхаузенда бер йыл тирәһе эшләп, Бах тағы эш урынын алмаштыра, был юлы Веймарҙа һарай яны органсыһы һәм концерттар ойоштороусыһы  -элекке вазифаһына ҡарағанда  күпкә юғары урын ала. Күрәһең, эш урынын алмаштырыуға юғары эш хаҡы һәм профессиональ музыканттарҙың яҡшы һайланған составы сәбәп була. Бах ғаиләһе герцог һарайынан биш минут барырлыҡ юлда урынлаша. Киләһе йылда ғаиләлә беренсе бала тыуа. Был ваҡытта Бахтарға Мария Барбараның кейәүгә сыҡмаған өлкән апаһы килә, ул уларға үҙенең 1704 йылдағы вафатына тиклем йорт хужалығын алып барыуға ярҙам итә.  Веймарҙа Бахтың улдары Вильгельм Фридеман һәм Карл Филипп Эммануил тыуа. 1704 йылда Бах скрипкасы фон Вестхоф менән таныша, ул Бахтың эшмәкәрлегенә ҙур йоғонто яһай. Фон Вестхофтың әҫәрҙәре  Бахты сонаталар һәм соло скрипка өсөн партиттар ижад итеүгә илһамландыра.

Веймарҙа клавишалы һәм оркестр әҫәрҙәрен ижад итеүенең оҙайлы осоро башлана, был өлкәлә Бахтың
таланты ҙур үҫеш ала. Италия композиторҙары  Вивальди һәм Корелли  Бахты драма бүлектәрен яҙырға өйрәтә, Бах уларҙың киҫкен ритмдар сәнғәтен һәм ҡыйыу гармония схемаларын файҙалана. Бах орган һәм клавесин өсөн Вивальди концерттарының һалыуҙарын булдырып, итальян композиторҙарының эшен яҡшы өйрәнә. 

Веймарҙа Бахтың орган әҫәрҙәрен ижад итеү һәм уйнау, шулай уҡ герцог оркестрының хеҙмәттәре менән файҙаланыу  мөмкинлеге була. Веймарҙа хеҙмәт иткән ваҡытында Бах «Органная книжечка» — орган хоралы инеше йыйынтығы өҫтөндә эш башлай, күрәһең, Вильгельм Фридеманды уҡытыу өсөн. Был йыйынтыҡ лютеран хоралдарының эшкәртеүҙәренән тора.

Веймарҙа хеҙмәт итеүенең аҙағына Бах инде киң билдәле органсы һәм клавесин оҫтаһы була. Был ваҡытҡа Маошан менән булған ваҡиға ҡарай. 1717 йылда  Дрезденға билдәле француз музыканты  Луи Маршан килә. Дрезден концертмейстер Волюмье Бахты саҡырырға  һәм ике күренекле клавесинсылар араһында музыка ярышы ойошторорға ҡарар итә, Бах һәм  Маршан ризалаша. Әммә ярыш көнөндә Маршан ҡабалан һәм йәшерен ҡаланы ҡалдыра (уға, күрәһең, ярыш алдынан Бахтың уйынын тыңларға насип була); ярыш булмай, һәм Бахҡа яңғыҙына уйнарға тура килә.

Күпмелер ваҡыт үткәс Бах тағы оҡшаш эш эҙләп сығып китә. Элекке хужаһы уны ебәрергә теләмәй, ә 1717 йылдың 6 ноябрендә хатта отставка тураһында даими үтенесе өсөн ҡулға ала, ә 2 декабрҙә иреккә ебәрә .

Башҡаларҙан тыш, Кётенда Бах оркестр өсөн сюиталар, соло виолончель өсөн алты сюита, клавир өсөн Инглиз һәм Француз сюиталары, шулай уҡ өс соната һәм соло скрипка өсөн өс партита яҙа. Шулай уҡ был осорҙа клавир өсөн  «Хорошо темперированный клавир» һәм «Бранденбургские концерты» әҫәрҙәрен яҙа.

Киләһе 1721 йылда егерме йәшлек йәш һәләтле йырсы (сопрано) Анна Магдалена Вильке менән таныша, ул герцог һарайында йырлаған була.   Улар 1721 йылдың 3 декабрендә өйләнешәләр , һәм артабан уларҙың  13 балаһы тыуа (уларҙың етеһе бала саҡта үлә).

Лейпцигтағы тәүге алты йыл нәтижәле була: Бах кантаталарҙың  5 йыллыҡ циклын годовых циклов кантат (уларҙың икеһе юғалған) яҙа. Әҫәрҙәренең күбеһе инжил тексына яҙылған, улар лютеран сиркәүендә йыл дауамында һәр йәкшәмбе  һәм байрам һайын уҡыла; күбеһе (такие как «Wachet auf! Ruft uns die Stimme» йәки «Nun komm, der Heiden Heiland») лютеран хоралдарына нигеҙләнгән.

Башҡарыу ваҡытында Бах, ахырыһы, клавесин артында ултырған йәки орган янында аҫҡы галереяла хор алдында тора; органдан уң яҡта ҡабырға галереяла тынлы ҡоралдар һәм литавралар, һул яҡта ҡыллы ҡоралдар урынлаша. Ҡала советы Бахтың ҡарамағына тик 8 башҡарыусыны бирә, һәм был йыш ҡына композитлр  менән хакимиәт араһындағы бәхәстәр сәбәбе була: Бахҡа үҙенә оркестр әҫәрҙәрен башҡарыу өсөн 20 музыкантҡа тиклем ялларға тура килә. Органда йәки  клавесинда ғәҙәттә композитор үҙе уйнай; әгәр ул хор менән етәкселек итһә, был урынды штатлы органсы йәки Бахтың өлкән улдарының береһе биләй.

Сопрано һәм альттарҙы Бах уҡыусы малайҙар араһынан үҙе һайлай, а тенорҙарҙы һәм бастарҙы — мәктәптән генә түгел, шулай уҡ бөтә  Лейпцигтан йыя. Ҡала советы түләгән даими концерттарҙан тыш, Бах үҙенең хоры менән туйҙарҙа һәм ерләүҙәрҙә аҡса эшләй. Яҡынса был маҡсаттар буйынса кәмендә 6 мотет яҙа. Сиркәүҙә ғәҙәттәге эшенең өлөшө булып Венеция мәктәбе композиторҙарының, шулай уҡ ҡайһы бер немецтарҙың, мәҫәлән, Шотцтың  мотеттарын башҡарыу тора; үҙенең мотеттарын иэжадиткәндә Бах был композиторҙарҙың әҫәрҙәренә юҫыҡлана.

Ошо осорҙа Бах  Kyrie өлөшөн һәм Gloria месса си минор өлөшөн ижад итә. Тиҙҙән Бах һарай яны композиторы вазифаһына ирешә; күрәһең был юғары урынға ул оҙаҡ тырыша, был уның ҡала властары менән бәхәстәренең нигеҙле дәлиле була. Мессаһы тулыһынса композитор тере сағында башҡарылмаһа ла, әлеге көндә уны бөтә ваҡыттарҙың иң яҡшы хор әҫәре тип иҫәпләйҙәр.

Башҡа ҙур  «Искусство фуги» циклын Бах тамамламай. Тере сағында бер тапҡыр ҙа нәшер ителмәй. Был циклда Бах полифоник әҫәрҙәрен яҙыу буйынса бай  тәжрибәһен  ҡулланған. Уның вафатынан һуң циклды улдары баҫтырып сығара..

Ваҡыт үтеү менән Бахтың күреү һәләте насарая. Шулай ҙа ул музыка ижад итеүен дауам итә, уны үҙенең кейәүе Альтниккольға әйтеп яҙҙыра. 1750 йылда   Лейпцигҡа күп хәҙерге тикшеренеүселәр алдаҡсы тип иҫәпләгән  инглиз офтальмологы Джон Тейлор килә. Тейлор Бахҡа ике тапҡыр операция яһай, әммә ике операция ла уңышһыҙ була, Бах һуҡыр ҡала. 18 июлдә уның ҡапыл оҙаҡҡа түгел күҙе асыла, әммә инде кисен уның мейеһенә ҡан һауа. Бах  28 июлдә вафат була; үлеменең сәбәбе булып, күрәһең, операциянан һуң өҙлөгөү тора. Унан һуң ҡалған мөлкәт  1000 талер баһалана һәм 5 клавесинды, 2 лютня клавесинын, 3 скрипка, 3 альт, 2  виолончель, виола да гамба, лютня  һәм спинет, шулай уҡ  52 изге китап иҫәпләнә.

Ғүмере дауамында Бах 1000-дән ашыу әҫәр ижад итә.  Лейпцигта Бах университет профессорҙары менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Бигерәк тә шағир Кристиан Фридрих Хенрици менән хҙмәттәшлеге емешле була. Йоһанн Себастьян һәм Анна Магдалена йыш ҡына йорттарында бөтә Германиянан ғаиләләре менән дуҫтарын, музыканттарҙы ҡабул итә. Дрездендан, Берлиндан йыш ҡына һарай яны музыканттары, шул иҫәптән Телеман (Карл Филипп Эммануилдың исем атаһы) ҡунаҡҡа килә. Георг Фридрих Гендель, Галленан  Бахтың тиҫтере, Бах уның менән ике тапҡыр 1719 һәм 1729 йылда осрашырға теләһә лә  уның бер ваҡытта ла осрашмаған булған . Был ике композиторҙың яҙмышын Джон Тейлор бәйләй, ул икеһенә лә  вафаттары алдынан операция яһай.

Композиторҙы Лейпцигта үҙе 27 йыл хеҙмәт иткән Изге Иоанн сиркәүе янындағы иҫке ҡала зыяратында ерләйҙәр. Әммә тиҙҙән ҡәбер юғала, һәм тик 1894 йылда Бахтың кәүҙәһе сиркәүҙе ҙурайтыу буйынса төҙөлөш эштәре ваҡытында осраҡлы табыла,   1900 йылда ҡабаттан ерләнә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында сиркәү емерелгәндән һуң кәүҙәһе Изге Фома сиркәүенә күсерелә. 1950 йыл Бах йылы тип иғлан ителгәндән һуң, ул ерләнгән урында бронзанан ҡәбер таҡтаһы ҡуйыла.

Бах шул ваҡытҡа билдәле булған жанрҙарҙа меңдән ашыу музыка әҫәрҙәре ижад итә. Бах тик опера жанрында ғына эшләмәй.

Бөгөн уның һәр билдәле әҫәренә  BWV (ҡыҫҡаса Bach Werke Verzeichnis — Бах эштәренең каталогы) тамға ҡуйылған. Бах дини, шулай уҡ донъяуи  музыка ҡоралдарына музыка яҙа. Бахтың ҡайһы бер әҫәрҙәре башҡа композиторҙарҙың әҫәрҙәренең эшкәртеүҙәре, ә ҡайһы берҙәре үҙенең әҫәрҙәренең эшкәртелгән версиялары булып тора.

Орган музыкаһы  Германияла Бахтан алдағы Пахельбель, Бём, Букстехуде һәм башҡа композиторҙар арҡаһында Бах ваҡытына үҙенең элекке йолаларына эйә була. Был композиторҙар Бахҡа үҙенсә йоғонто яһай, күптәре менән Бах шәхсән таныш була.

Бах башлыса беренсе класлы органсы, уҡытыусы һәм орган музыкаһын ижад итеүсе  булараҡ билдәле була. Ул ирекле жанрҙарҙа ла, шулай уҡ ҡәтғи формаларҙа ла эшләй. Орган өсөн үҙенең әҫәрҙәрендә Бах төрлө музыка стилдәренең һыҙаттарын оҫта берләштерә. Композиторға Төньяҡ Германия композиторҙары Георг Бем һәм Дитрих Букстехуденың, шулай уҡ Көньяҡ Германия композиторҙарының музыкаһы йоғонто яһай. Бынан тыш, Бах француз һәм итальян композиторҙарының техникаһын аңлау өсөн  әҫәрҙәренең күсермәһен ала; һуңыраҡ ул орган өсөн Вивальдиҙың бер нисә скрипка концертын орган өсөн һала. Орган музыкаһы өсөн иң емешле 1708— 1714 йылдарҙағы музыка осоронда Йоһанн Себастьян күп һанлы прелюдиялар, токката һәм фугалар ғына түгел, шулай уҡ «Органную книжечка» («Orgelbüchlein») — 46 прелюдиянан торған йыйынтыҡ яҙа. Веймарҙан киткәндән һуң Бах орган өсөн әҙерәк яҙа башлай; шулай ҙа Веймарҙан һуң күп билдәле әҫәрҙәре, шул иҫәптән алты трио-соната,  «Clavier-Übung» йыйынтығының өсөнсө өлөшө һәм  18 Лейпциг хоралын яҙа. Ғүмере буйына Бах орган өсөн генә музыка яҙмай, шулай уҡ ҡоралдар төҙөүҙә кәңәштәр биреү менән шөғөлләнә, яңы органдарҙы тикшерә һәм уларҙың көйләнеше үҙенсәлектәрен яҡшы белә.

Бах шулай уҡ клавесин өсөн күп әҫәрҙәр ижад итә. Уларҙың күбеһе энциклопедик йыйынтыҡтар тәшкил итә. Иң билдәлеләре:

Бах айырым ҡоралдарға ла. шулай уҡ ансамблдәр өсөн дә музыка яҙа. Уның соло ҡоралдары өсөн әҫәрҙәре — соло скрипка өсөн 3 соната һәм 3 партита, BWV 1001—1006, виолончель өсөн 6 сюита, BWV 1007—1012, һәм соло флейта өсөн  партита, BWV 1013. Бынан тыш, Бах соло лютня өсөн бер нисә әҫәр ижад итә. Шулай уҡ соло флейта һәм виола да гамба өсөн трио-сонаталар, сонаталар, күп һанлы канондар ижад итә. Шундай әҫәрҙәрҙең әһәмиәтле миҫалы булып  «Искусство фуги» һәм «Музыкальное приношение» циклдары тора.

Бах оркестр өсөн күп әҫәрҙәр яҙа. Иң билдәлеләренең береһе «Бранденбургские концерты». Бах уны 1721  йылда маркграф Христиан Людвиг Бранденбург-Шведтскийға ебәреп уның һарайы янында эш алырға өмөт итә, әммә был маташыу һөҙөмтәһеҙ була. Был алты концерт кончерто гроссо жанрында яҙыла. Бах оркестр шедеврына ике скрпика концерты  (BWV 1041 и 1042), 2  ре минор BWV 1043 скрипкаһы өсөн концерт, һәм  basso continuo) BWV 1044 һәм клавирҙар һәм камера оркестры өсөн  концерттар яҙа. Беҙҙең ваҡытта оркестр менән был концерттар йыш ҡына фортепианола башҡарыла, шуға күрә уларҙы Бахтың «фортепианолы» концерттары тип атайҙар, әммә Бах ваҡытында фортепианоның булмауын оноторға ярамай. Концерттарҙан тыш, Бах дүрт оркестр сюитаһын ижад итә (BWV 1066—1069), уларҙың айырым өлөштәре әлеге көндә популяр, бигерәк тә Икенсе сюитаның һуңғы өлөшө  («Шутка») һәм  Өсөнсө  сюитаның  II өлөшө («Ария»).

Бахтың башҡа вокаль әҫәрҙәренә бер нисә мотет, 180-гә яҡын  хорал, йыр һәм ариялар инә.

дың 28 сентябрендә ҡуйылған. Башта Баҙар майҙанындағы Изге Георгий сиркәүе янында торған; 1938 йылда  Frauenplan майҙанына күсерелгән




#Article 371: Мацуо Басё (853 words)


Мацуо Басё ( (псевдоним); ысын исемендә Басё урынына Киндзаку тора, йәше етеү исеме — Мунэфуса (); тағы бер исеме — Дзинситиро ()) — күренекле япон шағиры, шиғриәт теоретигы. 1644 йылда Хонсю утрауының Ига провинциялағы Уэно замоклы ҡалаһында тыуған. 1694 йылдың 12 октябрендә Осакала вафат.

Сығышы менән самурай ғаиләһенән. Шиғриәтте 1664 йылда Киотола өйрәнә башлай. 1672 йылда Эдо ҡалаһында дәүләт хеҙмәтенә эшкә төшә, һуңғараҡ шиғриәт буйынса дәрестәр бирә. Мацуо Басёға билдәлелекте уның комик рэнгта оҫталығы алып килә, әммә төп ҡаҙанышы уның — хайку жанрына һәм эстетикаһына индергән өлөшө. Ул пейзаж жанры лирикаһына нигеҙләнгән саф комик жанрын алдынғы лирик жанрына әүерелдерә, уға философик мәғәнә һала.

Уның образдар системаһы, тасуирлау саралары, художество үҙенсәлеге берҙәмлеген ябай нәфислек, гүзәллектең гармонияһы, донъя гармонияһын тойоу тәрәнлеге айырып тора. 1680-се йылдарҙа Басё дзэн-буддизм йоғонтоһо аҫтында үҙенең ижадында «йәнләндереү» принцибын ҡуллана.

Басё үҙенән һуң 7 антология ҡалдыра, уларҙы булдырыуҙа уның уҡыусылары ла ҡатнаша: «Ҡышҡы көндәр» (1684), «Яҙғы көндәр» (1686), «Юҡҡа сыҡҡан баҫыу» (1689), «Ҡабаҡ» (1690), «Маймылдың һалам кейеме» (1-се китап, 1691, 2-се китап, 1698), «Күмер тоғо» (1694), лирик көндәлектәр, китаптарға һәм шиғырҙарға инеш һүҙҙәр, сәнғәт һәм шиғриәттәге ижад процесы тураһында уйланыуҙар булған хаттар. Лирик юлъяҙма көндәлектәр пейзаждарҙы, осрашыуҙарҙы, тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлауҙы үҙ эсенә алған. Уларға шәхсән яҙылған шиғырҙар һәм күренкле шағирҙарҙың әҫәрҙәренән цитаталар индерелгән. Улар араһында иң яҡшыһы тип «Себер һуҡмаҡтарынан» («Окуно хосомити», 1689) һанала.

Басёның шиғриәте һәм эстетикаһы ул осорҙағы япон әҙәьиәтенә бик ҙур йоғонто яһаған, «Басё стиле» япон шиғриәтенең үҫешен 200 йылға тиклем тиерлек билдәләй.

Мацуо Басё Ига провинцияһында тыуған (хәҙерге Миэ префектураһындағы ҡала), теүәл көнө һәм айы билдәһеҙ. Тыуған урыны тураһында ике версия бар: Акасаки теорияһы (хәҙерге Ига ҡалаһы, элек — Уэно ҡалаһы, Акасака ауылы) Насчёт места рождения есть две теории: теория Акасаки (нынешний город Ига бывший город Уэно, деревня Акасака)һәм Цугэ теорияһы (хәҙерге Ига ҡалаһы, Цугэ ауылы). Версияларҙың төрлөлөгө Мацуо ғаиләһе Цугэнан Акасакаға Басё тыуғанға тиклем йәки тыуғандан һуң күскәне билдәһеҙ булыуынан килеп сыға. Ул бай булмаған. самурай Мацуо Ёдзаэмона (яп. 松尾与左衛門) .ғаиләһендә тыуып үҫә. Басё өсөнсө бала була, өлкән ағаһынан башҡа уның дүрт апа-һеңлеһе була. Атаһы уға 13 йәш булғанда вафат була (1656 йыл). төрлө йылдарҙа Басё Кинсаку, Хансити, Тоситиро, Тюэмон, Дзинситиро (甚七郎) исемдәрен йөрөтә. Басё (芭蕉) — әҙәби псевдонимы, тәржемәлә — «банан ағасы».

Атаһы һәм өлкән ағаһы хәлле самурайҙар йорттарында каллиграфия һабаҡтарын бирәләр, һәм ул өйҙә булғанда уҡ яҡшы белем ала. Үҫмер саҡта Ду Фу кеүек (ул ваҡытта уның китаптары урта ҡуллы дворяндарҙа ла була) Ҡытай шағирҙары менән . 1664 йылдан алып Киотола шиғриәтте өйрәнә.
Билдәле һәм бай самурай Тодо Ёситадыла (藤堂良忠, 1642—1666) хеҙмәтсе булып эшләй, ул да хайкай жанры менән мауыға. 1665 году Ёситада һәм Басё бер нисә таныштары менән йөҙ буйлыҡ хайкай ижад итәләр. 1666 йылда Еситада ҡапыл вафат булып ҡалғас, Мацуо өсөн тыныс тормош тамамлана һәм ул был йортто ташлап сыға. Эдоға (хәҙер Токио) барып етеп, 1672 йылдан дәүләт хеҙмәтендә була, әммә чиновник тормошо уның түҙгеһеҙ булып сыға һәм ул эштән китә һәм шиғриәт уҡытыусыһы була.

Басё бик һомғол кәүҙәле, нәфис йөҙлө, ҡуйы ҡашлы һәм ҙур ғына танаулы кеше булған тип һанала. Буддистар ғәҙәте буйынса ул башын ҡыра. Һауылғы уның насар була, ғүмер буйы ул ашҡаҙан ауырыуы менән яфалана. Хаттарынан күренеүенсә, ул тыныс холоҡло, сама белгән, бик хәстәрлекле, йомарт һәм туғандарына, дуҫтарына ҡарата тоғро кеше булған. Ғүмер буйы ярлылыҡтан интекһә лә, Басё, ысын философ-буддист булараҡ, быға артыҡ әһәмиәт бирмәй.
Эдо ҡалаһында Басё бик ябай аласыҡта йәшәй, уны ла уға уҡыусыларының береһе бүләк итә. Өй эргәһендә ул үҙ ҡулдары менән банан ултырта. Тап ошо ваҡиға шағирға «банан» (яп. 芭蕉) басё һүҙен псевдоним итеп алыуға этәргес көс бир, тип иҫәпләнә. Банан пальмаһы бер нисә тапҡыр уның әҫәрҙәрендә телгә алына.

Ошо юғалтыуҙан һуң Басё бер урында оҙаҡ йәшәргә теләмәй. Күпселегендә ул яңғыҙ сәйәхәт итә, ҡайһы берҙә — бер йәки ике иң яҡын уҡыусылары менән. Уны хатта ябай хәйерсеһегә оҡшап йөрөүе лә аптыратмай.Ҡырҡ йәшендә 1684 йылдың авгусында бер уҡыусыһы оҙатыуында ул үҙенең тәүге сәфәренә. Ул ваҡытта Японияла сәйәхәт итеүе бик ҡыйын була. Бер туҡтауһыҙ паспорттар тикшереү юлсыларҙы ныҡ йонсота. Уның юл кейеме эшләпәнән, плащтан ғына тора, муйынында муҡса, ҡулында таяҡ һәм йөҙ ҙә һигеҙ бөртөклө. Муҡсаһында бер-ике ҡытай йәки япон антологиялары һәм бәләкәй генә ағас гонг (музыкаль инструмент). г.
Күп көндәрҙән һуң улар Исэ провинцияһына килеп етәләр, унда Ҡояш алиһәһе Аматэра́суға бағышланған храм комплексына баш эйәләр. Сентябрҙә улар Басёның тыуған яғына киләләр, бында шағир ағаһы менән осраша һәм ата-әсәһе вафат булыуы тураһында белә. Артабан уның юлдашы тиро ҡайтып китә, ә Басё Ямато, Мино һәм Овари провинцияларында булғандан һуң ҡабаттан Уэноға (ағаһына) ҡайта, бында Яңы йылды ҡаршылай һәм тағы ла Ямато, Ямасиро, Оми, Овари һәм Каи провинцияларында сәйәхәт ҡылып, апрелдә үҙ йортона ҡайта. Басё сәфәре ваҡытында үҙенең стилен таратыу менән шөғөлләнә, уны бөтә ерҙә лә шағирҙар һәм аристократтар ҡунаҡҡа саҡыра. Әммә уның һаулығы дуҫтарын бик ныҡ борсоуға һала һәм улар уның ҡайтҡанынан һуң еңел һулап ҡалалар.

Ғүмеренең аҙағынаса Басё сәйәхәт итә һәм тәбиғәт матурлығынан көс-ҡөҙрәт ала. Табыныусылары уның артынан өйөр булып йөрөйҙәр, уны бөтә ерҙә ижадына хөрмәт менән ҡараусы крәҫтиәндәр һәм аристократтар көтөп тора. Уның сәйәхәттәре һәм уның юғары һәләте тағы ла бер проза жанрын аса — юлъяҙма көндәлеге жанры. Басёның иң яҡшы көндәлеге булып «Оку но хосомити» («себер һуҡмаҡтарынан») һанала. 1691 йылда ул ҡабаттан Киотоға юллана, төс йылдан тыуған яғында була, ә һуңынан Осакаға ҡайта. Был сәйәхәт уның өсөн аҙаҡҡыһы була. Басё 51 йәшендә вафат була.




#Article 372: Торлаҡ (143 words)


 Торлаҡ — кеше йәки хайуандар йәшәй торған ҡоролма. Өй — кешеләр көн итеү өсөн һалынған бина; йорт. Йорт — йәшәү, шулай уҡ төрлө ойошма һ.б. урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма; бина, өй. Ғәҙәттә торлаҡ уңайһыҙ һауа шарттарынан һаҡланыу, йоҡлау, балалар үҫтереү, ял итеү һәм ашамлыҡ, кейем-һалым, башҡа төр көнкүреш кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн дә хеҙмәт итә.

Мамонт һөйәгенән эшләнгән боронғо торлаҡ Киев ҡалаһынан йыраҡ түгел Межирич янында табылған. Торлаҡ мамонт тиреһе менән ябылған булыуы ихтимал. Был табышты 2 м-ға нигеҙ ҡаҙыған крәҫтиәндәр 1965 йылда таба

Фасад төрҙәре:

Фундамент - йорт ауырлығын тупраҡка тапшырған йорттоң өлөшө. Бетондан, таштан, ағастан эшләнә.

Йорттарҙы төҙөү өсөн таҫма, стакан, свая һәм плита фундаменттар ҡулланыла. Улар йыйылма, монолит бетон һәм йыйылма-монолитлы булалар. Фундаментты һайлауы сейсмика, тупраҡ һәм архитектура ҡорошона бәйле. 

Бетон фундаментты ойоштороу ваҡытта температура +5 градустан күберәк булырға тейеш. Фундаменттарҙы эштәрен ойоштороу изгелеге бар. Түбән температуралар ваҡытында бетонды электр йылыталар.




#Article 373: Шәкәр (1221 words)


Шәкәр, сахароза — организмды кәрәкле энергия менән тәьмин итеүсе туҡлыҡлы матдә, углеводтар. Шәкәр ҡамышынан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән алынған шәкәр мөһим аҙыҡ-түлек булып тора. Крахмалда углеводтарға керә, ләкин уны үҙләштереү бик әкрен бара. Сахароза аш һеңдереү юлында глюкоза һәм фруктозаға тарҡала, һуңынан ҡан юлына еләгә.
Глюкоза организм сарыф иткән энергияның яртыһын бирә.

Шәкәрҙең тыуған иле Һиндостан, бында ул 2300 йыл элек билдәле булған. Шәкәр һүҙе  «суккар» һүҙенән килеп сыҡҡан. Европала шәкәр римлеләргә билдәле булған. Һиндостанда шәкәр ҡамышынан эшләнгән көрән шәкәрҙе сауҙагәрҙәр Европаға алып килгән. Һуңғараҡ шәкәр ҡамышын Сицилия һәм Көньяҡ Испанияла үҫтерә башлайҙар, әммә Рим империяһы таралғас был традиция юғала.

Рәсәйға шәкәр яҡынса 11-12 быуатта килеп етә. Ул ваҡытта шәкәрҙе кенәз һәм уның яҡындары гена тәмләп ҡарай ала. XVIII быуат башында Рәсәйҙә, Пётр I асҡан, беренсе «шәкәр палатаһы» эшләй башлай. Ул ваҡытта сеймалды сит илдән килтерәлер. 1802 йылда илдә үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөнән Тула ҡалаһында шәкәр етештереү яйға һалына.

Элгәре шәкәрҙе шәкәр ҡамышынан ғына яһағандар. Шәкәр ҡамышы Һиндостанда, Ҡытайҙа, шулай уҡ йылылыҡ һәм дым етерлек булған башҡа илдәрҙә үҫә. Шәкәр бик ҡиммәтле һәм ғәжәйеп ризыҡ булып һаналған. Бик күп илдәрҙә татлы тәмләткес алыр өсөн өйәңке, ҡайын һәм йүкә ағасы һуттарын ҡулланғандар.

Шәкәр ҡамышын алыштырырлыҡ үҫемлекте бик оҙаҡ эҙләйҙәр, һәм бары тик 19 быуат башында ғына Рәсәйҙә һәм Германияла шәкәр сөгөлдөрөнән шәкәр сығара торған беренсе заводтар төҙөлә. Хәҙер ер йөҙөндәге бөтә шәкәрҙең яртыһын тиерлек шәкәр сөгөлдөрөнән алалар.

Шәкәр заводы янында сөгөлдөрҙө бетонланған тәрән соҡорға бушаталар. Көслө һыу ағымы уны эшкәртеү бинаһына табан алып китә. Бер машина уны соҡорҙан көрәп сығара, икенсеһе йылы һыуҙа йыуа, өсөнсеһе оҙонса ваҡ киҫәктәргә турай. Сөгөлдөр күпереп торған аҡ юнысҡы өйөмөнә әйләнә. Транспортер өйөмдө өҫтө ябылған түңәрәк бактарға күсереп һала, сөгөлдөр аша бер туҡтауһыҙ эҫе һыу ағып тора, татлы сөгөлдөр һыуы хасил була.

Шәкәр ап-аҡ булһа ла, һыуы ҡара төҫтә килеп сыға, алма менән бәрәңге кеүек үк, сөгөлдөрҙә лә ҡарая торған матдәләр бар. Шәкәр ҡара төҫтә булмаһын өсөн, уны торбалар буйлап бик ҙур бактарға һәм аппараттарға ҡыуалар. Улар аша үтеп сыҡҡанда һут үтә күренмәле һәм таҙа була.

Артабан сөгөлдөр һыуын быуға әйләндерәләр; ул ҡуйы шәрбәт булып ағып сыға.

Ҡуйыртылған һут, йәки утфель (Hutfüllmasse) тип аталған шәрбәт, вакуум-аппараттар аша үткәрелә. Килеп сыҡҡан патоканы центрифугаға ебәрәләр, уынң әйләнеп торған барабанына яңы ғына сығарылған утфелде ебәрәләр (ҡайнар таҙартыу) ебәрелә, йәки уны һыуыталар (һалҡын таҙартыу) бирә. Был осраҡта ҡатҡан массаны утфель бутағысҡа ебәрәләр, центрифуганың селтәрле ҡыры аша шыйыҡ патока һарҡылып осоп сыға (беренсе айыртыу). Ә хасил булған шәкәр кристалдарын йә пар, йә клерс менән иретеп, йәнә ағартып алалар. Айырылып сыҡҡан шыйыҡлыҡты айырым йыялар (икенсе һарҡытыу). Аҡ шәкәр ҡомо йәки беренсел продуктты тәшкил иткән шәкәр кристалдары ағартылғас, центрифуганан сығарып алалар һәм, әйләнеп торған цилиндрҙар аша йэҫе һауа ебәреп, киптерәләр.

Аҡ шәкәр ҡомо составында 99,0—99,8 % шәкәр бар.
 
Шәкәр ҡомонан рафинад шәкәр яһайҙар. «Рафинад» — «бик яҡшы таҙартылған» тигән һүҙ. Шәкәр ҡомон яңынан иретәләр, яңынан таҙарталар һәм тағы кристалдар килеп сыға. Унан һуң ап-аҡ шәкәр ҡомо автоматтарға килеп эләгә. Бөтә яҡтан ҡыҫылған шәкәр ҡомо дүрт ҡырлы киҫәктәргә тығыҙлап ойоша. Транспортер таҫмаһы өҫтөндә был киҫәктәр мейес аша үтәләр, унда кибеп, тағы ла ҡатыраҡ булып китәләр. Артабан уларҙы тағы бер станок аша үткәреп, шәкәрҙе бер төрлө ваҡ киҫәктәргә турай, ә махсус механизмдар рафинад шәкәрен ҡаптарға тултыра.

Шәкәрҙе таҙартҡанда айырып алынған татлы ҡуйырыҡты (патоканы) беренсе тапҡыр айыртып алғас, яңынан эшкәртеп, 90-95 % шәкәрле һары ҡом алалар. Был айыртҡанда сыҡҡан патоканы йәнә икенсе тапҡыр айырталар (икенсе айыртыу), 85 % — 90 % шәкәрле икенсе айыртыу һары ҡом килеп сыға. Быныһынан да сыҡҡан патока бик ҡара төҫтә булы һәм уны тик малға ғына бирергә була

Бынан ун мең йылдар элек, кешелек туҡланыу өлкәһендә ҙур революция яһай. Ул иген культураларының орлоҡтарын аҙыҡ итеп ҡуллана башлай. Был бер йыллыҡ үҫемлектәр энергияны крахмал рәүешендә үҙенә йыя һәм организмды тиҙ ваҡытта глюкоза менән тәьмин итеп тора. Был төр аҙыҡ-түлек кешегә шул тиклем ныҡ оҡшай, ул ҡанын глюкоза менән нығыраҡ туҡландырып торорға тырыша башлай.

Бер яҡтан глюкоза баш мейеһе эшсәнлеген яҡшыртһа ла, икенсе яҡтан кешенең уға бәйлелеге арта, һәм сәләмәтлеккә зыян килә башлай.

Аҡ шәкәрҙә сахароза миҡдары 99,75 процентҡа етә. Ә бына һары һәм көрәнһыу-һары шәкәрҙә был матдә — 89-96 процент тәшкил итә. Ҡалған 4-11 проценты бысраҡтан — һыу һәм патоканан тора. Патока иһә минералдар, витаминдар, органик кислоталарҙан һәм әлегә фәнгә билдәле булмаған биологик актив матдәләрҙән ғибәрәт.

Билдәле фармаколог Израиль Брехман 1980 йылдарҙа аҡ шәкәр урынына һарыһын (көрән-һарыһы СССР-ҙа, ғөмүмән, булмаған да әле) ҡулланырға тәҡдим иткән. Ул ошо «бысраҡ» шәкәрҙе бик етди өйрәнеп, һары шәкәрҙең ағына ҡарағанда файҙалыраҡ икәнлеген: матдәләр алмашына һәм тештәргә зыян яһамауын, организмдың эшкә һәләтлеген һәм башҡа мөмкинлектәрен яҡшыртыуын раҫлаған.

Һары шәкәрҙең күҙҙәрҙе ҡамаштырып тороусы ағына ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуы асыҡтан-асыҡ, тип әйтә белгестәр. Шулай ҙа сәләмәт кешеләр өсөн уның бер көнлөк нормаһы, аҡ шәкәрҙеке кеүек, 60 граммдан артмаҫҡа тейеш (быға тағы ла тағы ризыҡтарға ҡушылған «йәшерен» шәкәрҙе лә индерергә мөмкин). Шәкәр ауырыуынан интегеүселәргә һары шәкәрҙе лә бик һирәк кенә ҡулланыу рөхсәт ителә.

Глюкоза — шәкәрҙең бер төрө; һыуҙа яҡшы ирей торған, татлы тәм бирә (латинса «глюкос» — татлы), төҫһөҙ кристаллик матдә. Тәбиғәттә ул үҫемлектең төрлө өлөштәрендә осрай. Үҫемлектәрҙең бөтә өлөштәрендә: емештәрендә, тамыр, япраҡ һәм сәскәләрендә глюкоза бар тип әйтергә мөмкин. Глюкоза хайуандар һәм кеше организмында ла бар. Кеше ҡанында глюкоза миҡдары 0,1 % самаһы.

Киң таралған тәбиғи шәкәр алмаштырғыс. Ул татлы еләк-емештәрҙә, йәшелсәләрҙә һәм балда була. Фруктоза ҡандағы шәкәр дәрәжәһен нормалләштерә, балаларҙа диатез барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай. Ябай шәкәрҙән айырмалы булараҡ, фруктоза гликемия индексы түбән булған углеводтарға ҡарай, шуға күрә уны аҙыҡҡа ҡушып ашағанда, ҡанға ҡапыл инсулин бүленеп сығыу күҙәтелмәй. Уның ошо үҙенсәлеге шәкәр сиренән интегеүселәр өсөн дә мөһим. Шулай уҡ фруктоза ҡандан бик тиҙ юҡҡа сыға. Уны тәүлегенә 35-45 грамм күләмендә ҡулланырға ярай. Фруктоза диабетиктар өсөн шәкәр ҡомо рәүешенә килтерелеп, магазин кәштәләренә лә ҡуйылған. Фруктозаны үҙләштереү өсөн инсулин, глюкоза менән сағыштырғанда, өс тапҡырға кәмерәк кәрәк. Тик уныһын да күп ҡулланырға ярамай. Сөнки ул, ҡандағы май миҡдарын арттырып, ҡан тамырҙары тарайыуға килтереүе мөмкин.

Лактоза (һөт шәкәре) һөттә була. Ул — бигерәк тә туҡлыҡлы матдә. Гидролиз ваҡытында лактоза глюкозага һәм глюкоза менән фруктозаның изомеры булған галактоза тарҡала.

Рәсәйҙә кеше йылына уртаса 37 кг «аҡ үлем» ашай. Шәкәрҙе кәрәгенән күп ҡулланыусыларға кариес, май бөрөү, шәкәр диабеты, гипертония, атеросклероз һ.б. янай. Бына шул «шатлыҡтарҙы» булдырмаҫ өсөн, кеше тәүлегенә 60-90 г ғына шәкәр ашарға тейеш. Ә оло йәштәгеләргә тағы ла аҙыраҡ күләмдә. Тәмлетамаҡтарға шәкәр аналогтарына күсергә кәңәш ителә. Шәкәр аналогтары ике төргә: татлыландырғыс һәм шәкәр алмаштырғыстарға бүленә. Уларҙың татлылығы һәм калориялылығы төрлөсә була. Татлыландырғыстарға — күп атомлы спирттар, йәғни таҙа химик матдәләр инә. Иң татлыһы сахарин — (E954), аспартам (E951), цикламат (E952) — һанала. Цикламат шәкәргә ҡарағанда — 30, аспартам — 200, сахарин 500 тапҡырға татлыраҡ. Улар сәй, ҡәһүә эсергә яратыусылар өсөн яҡшы, ә ҡамырға һалһаң, бешетеләрҙән әсе тәм килә. Был төр татлыларҙың калорияһы аҙ. Шулай ҙа уларҙың файҙаһы һәм зыяны тураһында ғалимдар араһында бөгөнгө көнгә тиклем бәхәс бара.

Шәкәр алмаштырғыстар — сорбит (E420) һәм ксилит (E967) — тәбиғи сеймалдан етештерелә. Мәҫәлән, ксилит үҙағастан яһала. Сорбит алма, өрөк, миләш кеүек емештәрҙән алына. Сорбит татлылығы яғынан шикәрҙән ҡалыша, ә ксилит шәкәр менән бер дәрәжәлә. Улар менән сәй эсергә лә, ҡамырға һалырға ла була. Шәкәр алмаштырғыстар диабет менән ауырыусылар өсөн үтә кәрәкле ризыҡ һанала. Ә бына һимеҙ
кешеләргә уларҙы ҡулланырға кәңәш ителмәй. Сорбит менән ксилиты Сорбит менән ксилитты кәрәгенән артыҡ ҡулланыу зарарлы. Улар эсте йомшартырға һәм үтте артыҡ ҡыуҙырырға мөмкин.

Ксилиттың тәүлек нормаһын 40-50 граммдан арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Сорбитты тәүлегенә 30 грамм ҡулланырға ярай. Ул үт ҡыуҙырыу үҙенсәлегенә эйә. Сорбит организмға кәрәкле булған В1, В6 витаминдарын һәм биотин матдәһен «янға ҡалдырырға» булыша, эсәк микрофлораһын яҡшырта, әлеге витаминдарҙы синтезлай. Әммә сорбит шәкәргә ҡарағанда калориялыраҡ, тимәк, ябығырға теләүселәргә уны ҡулланыу кәңәш ителмәй. Күп ҡулланған осраҡта эс ташыуы, йөрәк болғаныуы кеүек күренештәргә килтереп сығара.




#Article 374: Тәгәрмәс (188 words)


Тәгәрмәс — өҫтөнә ҡуйған есемде тәгәрләтеп хәрәкәткә килтереү өсөн, уларҙың күсәренә кейҙерелгән көпсәкле түңәрәк ҡулайлама. Тәгәрмәс төрлө механизм һәм ҡоролмаларҙа киң ҡулланыла. Уйлап сығарыу ваҡыты билдәһеҙ.

Есем арауыҡта урын алмаштырғанда тәгәрмәс энергия сарыф итеүҙе күпкә кәметә. Тәгәрмәс ҡулланғанда эш тәгәрәү көсөн еңеү өсөн башҡарыла, ә тәгәрәү көсө () ышҡылыу көсөнә ҡарағанда күпкә әҙерәк.

Тәгәрмәс беренсе тапҡыр Б. Э.Т. 4 меңйыллыҡта Ике йылға араһында (() телгә алына. Тәгәрмәстән алда йөктө күсереү өсөн һалынған каток булған. Иң беренсе тәгәрмәс ағастан эшләнгән булған, ағастан басылған дискыны күсәргә кейҙергәндәр. Ике йылға араһындағы Урук ҡалаһында Б. Э.Т 3000 йылда төшөрөлгән сана һурәтә табылған. Б. Э.Т 2700 йылда төшөрөлгән арба һүрәте бар.
Б. Э.Т. 2000 йылдарҙа тәгәрмәс конструкцияһы камиллаштырыла. Кеса Азияла эшләнгән тәгәрмәстә араса (), көпсәк ((), тәгәрмәс түғыны (() ҡуллана башлайҙар

ҡа тиклем Америка цивилизацияһында тәгәрмәс билдәһеҙ булған тип иҫепләнә. Шулай ҙа Инк ҡәбиләләре тәгәрмәс асыуға яҡынлашҡан була.
Шулай уҡ еврапалылар килгәнге тиклем Австралия һәм Африка ерле халҡы тәгәрмәсте белмәгән.

Тәгәрмәс асыу кәсепселекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәгермәс көршәксе түңәрәгендә, тирмәндә, иләүестә, ҡырыу станогында ҡулланыла. Мануфактура, фабрика, рудниктарҙа һыу тәгәрмәсе ҡулланыла.

Был патентты алыусы Мельбурн ҡалаһынан Джону Кэо Австралия патент закондары камил булмауын күрһәтергә теләгән.




#Article 375: Хатшепсут (1484 words)


Хатшепсут (Боронғо Мысыр теленән Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе тип тәржемә ителә) — Боронғо Мысырҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе фирғәүене. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире Тутмос II-нең улы Тутмос III-нөң регенты була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә.

Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр Аллаһы Хорҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.

Боронғо Мысыр телендә фирғәүендең тулы исеме ошолай яҙыла:
G39-N5 M23-L2
Уҡыла: Мааткара Хенеметамон Хатшепсут
Мәғәнәһе:

Хатшепсут — ун һигеҙенсе династияның өсөнсө фирғәүене Тутмос I һәм уның төп ҡатыны Яхместың ҡыҙы. Унан тыш, Тутмос I менән Яхместың тағы бер ҡыҙы һәм ике улы була, әммә улар донъянан иртә китә. Атаһының хакимлығы ваҡытында Хатшепсутҡа «Аллаһ ҡатыны» — Фива Аллаһы Амондың иң юғары дини хеҙмәткәре титулы тапшырыла.

Тутмос I-нең үлеменән һуң, тәхеткә уның икенсе ҡатыны Мутнофреттан улы Тутмос II ултыра. Фирғәүен ғаиләһендәге ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Тутмос II апаһы Хатшепсутҡа өйләнә. Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсут ире тәхеттә ултырған саҡта уҡ етәкселекте үҙ ҡулына ала башлай. Бының ысынбарлыҡ менән ни тиклем тап килеүе билдәһеҙ.

Хатшепсуттың Нефрура исемле ҡыҙы тыуа (ҡайһы бер фараздар буйынса, ул шулай уҡ Тутмос III-нөң төп ҡатыны Меритраның да әсәһе була). Әммә Тутмос II һәм Хатшепсуттың уртаҡ улдары булмай. Тутмос II-нең үлеменән һуң, фирғәүен тәхете уның гарем ҡыҙы Исиданан улы Тутмос III-гә ҡала. Тутмос III йәш булғанға күрә, Хатшепсут уның регенты вазифаһын башҡара. Әммә күпмелер ваҡыттан тәхеткә Мааткара (Хәҡиҡәт — Ҡояштың йәне) исеме аҫтында, руханиҙар, аристократия һәм ғәскәр башлыҡтарының ҡайһы бер өлөшө ярҙамына таянып, Хатшепсут үҙе ултыра. Уға ярҙам итеүсе төп көстәр араһында Хапусенеб — Амондың юғары руханиһы, билдәле архитектор, дәүләт эшмәкәрҙәре Инени һәм Сенмут була. Сенмутҡа шулай уҡ батшабикәнең ҡыҙы Нефрураны тәрбиәләү йөкмәтелгән була. Күп белгестәр Сенмутты Хатшепсуттың фавориты булған, тип иҫәпләй, быға дәлил итеп Хатшепсуттың ерләү тантанаһы өсөн төҙөлгән һарайы янында үҙе өсөн йәшерен кәшәнә төҙөүен килтерә. Бында ул шулай уҡ үҙенең рәсемен төшөрөп ҡалдыра. Сенмут үҙе бай булмаған ғаиләлә тыуа һәм батша һарайында ҙур йоғонтоға ирешә, хатта үҙенсәлекле батша һарайында ирекле йөрөүгә хаҡлы титулы яулай. Был иһә — батшабикә менән архитектор араһында яҡын мөнәсәбәттәр тураһында раҫларға тағы бер сәбәп.

Тәхеттәге урынын Хатшепсут үҙенең илаһи тыумышы тураһындағы легенда ярҙамында нығыта. Был легенда буйынса, Ҡояш аллаһы Амон Ергә, батшабикә Яхмос янына төшә һәм, Тутмос I ҡиәфәтен алып, «үҙенең ҡыҙы» Хатшепсутҡа йән бирә. Был легенданы Амон аллаһы руханиҙары ла ҡеүәтләй. Дейр әл-Бахри ҡаяһы итәгендәге Хатшепсуттың ерләү йолаһы өсөн төҙөлгән һарайы стенаһында легенда бик ентекле һүрәтләнгән. Бында Амондың һүҙҙәре уйып яҙылған:

Тәхеткә ултырғандан һуң, Хатшепсут фирғәүендәргә тәғәйенләнгән баш кейеме — хат, баш кейемендә Түбәнге Мысырҙы ҡурсалаусы алиһә Уаджит символы — урей, яһалма һаҡал һәм ирҙәр кейемендә һүрәтләнә башлай. Тәүге һәйкәлдәре һәм рәсемдәрендә ул ир кейемендәге ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, һуңғы һәйкәлдәрҙә иһә ул тулыһынса ир һымаҡ кәүҙәләнә башлай.

Хатшепсут хаким иткән осорҙа Мысыр иҡтисади йәһәттән үҫешә, Икенсе үҙгәреш дәүерендә Мысырҙы гискостар баҫып алғандан һуң өҙөлгән сауҙа бәйләнештәре тергеҙелә.

Тәхеттә ултырыуының яҡынса туғыҙынсы йылында Хатшепсут Пунт — «Алла ере» тип аталған илгә экспедиция әҙерләй. Был илде хәҙерге картала билдәләүе бик ауыр. Ҡайһы бер ғалимдар уны хәҙерге Эфиопия йә Сомали ерендә урынлашҡан, бүтәндәр — хәҙерге Ангола йә Уганда ерендә урынлашҡан булған, тип иҫәпләй. Экспедицияға 210 матрос һәм ишкәксе менән биш карап ебәрелә. Пунтта күп төрлө тауарҙар, хуш еҫле үҫемлектәр, ят ағастар, хайуандар, шул иҫәптән мирра ағасы һатып алына. Төрлө яҙмалар буйынса, был ағастар Дейр әл-Бахри ҡаяһы итәгендәге ерләү һарайы тирәһенә ултырыла. Пунт еренә йөрөп ҡайтҡан рәссамдар был сәйәхәтте, ят илдең тәбиғәтен Дейр әл-Бахри һарайының стеналарында уйылғән рәсемдәр аша тергеҙә.

Хатшепсуттың хакимлығы осоронда, белгестәр иҫәпләүенсә, Мысырҙың сит илдәр менән мөнәсәбәте сағыштырмаса тыныс була. Шулай ҙа, яңы тикшеренеүҙәр буйынса, ул тәхеттә ултырған ваҡытта үткән Нубияға хәрби походтың икеһенең береһен үҙе етәкләй, шулай уҡ Синай ярымутрауын, Финикия ярҙарын, көньяҡ Сүриәне һәм Фәләстанды үҙ хакимлығы аҫтында тота. Был ваҡытта Тутмос III-нөң Мысыр ғәскәре башында тороуы билдәле.

Хатшепсут Боронғо Мысыр фирғәүендәре араһында төҙөлөш эштәрен иң әүҙем алып барыусыларҙың береһе була, Үрге һәм Түбәнге Мысырҙа ул йөҙләгән төҙөлөш башлай. Төҙөлөш эштәрен Инени—Хатшепсуттың атаһы Тутмос I, ире Тутмос II хакимлығы ваҡытында уҡ фирғәүен һарайында хеҙмәт итеүсе бөйөк архитектор — һәм Сенмут алып бара.

Күпселек фирғәүендәр өсөн хас булған ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Хатшепсут Карнак һарайында төҙөлөш дауам итә. Бында ул гискостар баҫҡынлығынан һуң емерелгән Боронғо Мысыр алиһәһе — Амондың ҡатыны Мут ғибәҙәтханаһын, бынан тыш күп һәйкәлдәрҙе тергеҙә. Ҡыҙыл һәм ҡара граниттан Амондың ладьяһы өсөн яңы ғибәҙәтхана төҙөтә, — бөгөнгө көндә ул Ҡыҙыл ғибәҙәтхана исеме аҫтында билдәле. Ғибәҙәтхана таштарында уйып төшөрөлгән рәсемдәр Хатшепсут һәм Тутмос III-нөң бергә хаким итеүен тасуирлай. Бында уҡ батшабикәнең бойороғо буйынса 30 метр бейеклегендәге ике обелиск ҡуйыла. Уларҙың икеһе лә бөтөн ҙур ҡыҙыл гранит таштан яһала, ә остары ҡояш нурҙарына ялтырап тороусы электрум — алтын һәм көмөш эретмәһе менән ҡаплана. Обелисктар өсөн таштар ҡаянан киҫелеп, Асуандан Нил йылғаһы буйлап аҫҡа табан ағыҙыла. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелисктар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Обелисктарҙың береһендә ошондай юлдар уйылған:

Шулай ҙа Хатшепсут осорынан иң билдәре архетиктура һәйкәле — ул Нил йылғаһының көнбайыш ярында, Батшалар үҙәненә ингән урында, Дейр әл-Бахри ҡаяларының итәгендә урынлашҡан Хатшепсуттың ерләү һарайы. Хатшепсут уға Джесер-Джесеру — «Изгеләрҙән изге» исемен бирә. Был һарайҙың архитекторы Сенмут — фирғәүен йортонда иң ҙур йоғонтоло кеше була.

Джесер-Джесеру береһенән икенсеһе юғарыраҡ булған өс ҙур террасанан тора, бер террасанан икенсеһенә пандустар — комплексты икегә бүлеп торған ҡыя юлдар илтә. Һарай алдында үҙ ваҡытында Пунт иленән килтерелгән ағастар ултыртылған, ике яһалма күл ҡаҙылған булған, ингән юлда сфинкстар теҙелеп, аллея барлыҡҡа килтергән.

Һарайҙың стеналарында — Хатшепсуттың хакимлығы ваҡытындағы төрлө ваҡиғаларҙы бәйән итеүсе рәсемдәр. Беренсе терраса стеналарында Карнак һарайына ҡуйылған обелисктарҙы Үрге Мысырҙан килтереү һүрәтләнгән. Икенсе терраса стеналары Хатшепсуттың илаһи тыумышы тураһында легенданы, — Мысыр аллаһы Амон әсәһе Яхмес янында фирғәүен Тутмос I -ҡа әйләнеп пәйҙа булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ икенсе терраса стеналары Хатшепсут тәхеттә ултырыуының туғыҙынсы йылында ойоштолған Пунт еренә экспедиция тарихын һөйләй. Бында Пунттың хозур тәбиғәте, урмандары, Пунттың батшаһы һәм батшабикәһе, уларҙың Мысыр фирғәүененә ҡиммәтле бүләктәр биреүе төшөрөлгән. Һарайҙың иң өҫкө террасаһы Мысыр аллаларына бағышланған. Уртала һарайҙың иң изге урыны — Амон ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.

Хатшепсут тәхеттә ултырыуының егерме икенсе йылында үлеп китә. Уның үлеме тураһында төрлө фараздар йәшәп килә, әммә египтология өлкәһендәге иң һуңғы асыштар был фараздарҙы кире ҡаға. 2007 йылда Хатшепсуттыҡы тип билдәләнгән мумияны тикшереү һығымталары уйынса, ул илле йәштәр тирәһендә ҡан инфекцияһы арҡаһында үлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ул артрит, теш ауырыуы һәм бәлки диабет менән ауырыған, тип раҫлай белгестәр.

Оҙаҡ ваҡыт дауамында Хатшепсуттың мумияһы табылмай. Уның өсөн төҙөлгән ике кәшәнәлә лә мумияһы булмай сыға. Беренсе кәшәнә Тутмос II-нең батшалығы осоронда уҡ әҙерләнә, әммә ул фирғәүенгә әйләнгән ҡатын өсөн яраҡһыҙ була. Тәхеткә ултырғандан һуң, ерләү өсөн икенсе — KV20 кәшәнәһе әҙерләнә башлай. Уны 1903 йылда уҡ инглиз египтологы Говард Картер таба. Ҡайһы бер фараздар буйынса, KV20 кәшәнәһе Хатшепсуттың атаһы Тутсмос I өсөн тәғәйенләнгән була, уны Батшалар үҙәнендә төҙөлгән беренсе батша кәшәнәһе, тип иҫәпләйҙәр. Хатшепсут атаһы менән бер урында ерләнергә теләп, кәшәнәне киңәйткән һәм үҙенең ҡәберен ошонда әҙерләгән булырға тейеш. Әммә, Тутмос III тәхеткә ултырғас, Тутмос I-нең мумияһы KV38 кәшәнәһенә күсерелә, шул уҡ ваҡытта, бәлки, Хатшепсуттың дә мумияһы икенсе урынға күсерелгәндер.

ДНК тикшереүҙәре һөҙөмтәһен тағы бер факт дәлилләй — Сатра саркофагындағы мумияның бер теше етмәй. Нәҡ ошо теш, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, Дейр әл-Бахри ҡаяһы тарлауығында йәшерелгән ҡумтала табыла. Был ҡумтала Хатшепсуттың исеме менән картуш төшөрөлгән була.

Тутмос III-нөң хакимлығы аҙағына тарихи яҙмаларҙан Хатшепсут исемен юҡ итеү башлана. Уның картуштары һәм рәсемдәре стеналарҙан юйыла. Дейр әл-Бахри һарайында Хатшепсуттың күп һәйкәлдәре ҡолатыла, ватылып, яҡында күмелә. Карнакта хатта уның обелисктары стена менән ҡаплана.

Тутмос III, үгә әсәһе хакимлыҡты уның ҡулынан тартып алыуына үс итеп уның тураһында бөтә яҙмаларҙы, уның һәйкәлдәрен юҡ итергә бойорған, тигән фекер бөгөнгө көндә нығынған. Тик ниңә һуң Тутмос III — Мысырҙың иң уңышлы ғәскәр етәксеһе — үс алыр алдынан егерме йыл буйы көткән? Египтологтар иҫәпләүенсә, уның Хатшепсут исемен тарихтан юйырға тырышлығына сәйәси сәбәптәр булған, һәм был сәбәптәр бөгөнгө көндә аныҡ билдәле түгел.

Фараздарҙың береһе буйынса, хакимлығының аҙағына Тутмос III тарихты «күсереп яҙып», Хатшепсутты батша ҡатындарына тәғәйен регент титулында ғына ҡалдырырға ниәтләгән. Шулай итеп, Тутмос III үҙенең Тутмос II-нең тура вариҫы булыуын күрһәтмәк булғандыр. Был уның тәхеткә хоҡуғын дәлилләү өсөн кәрәк булыуы мөмкин.

Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсуттың ил менән оҙайлы ваҡыт дауамында уңышлы хаким итеү осрағы Мысыр фирғәүене тәхете өсөн ҡурҡыныс булған — был артабан фирғәүен тәхетен ҡатын-ҡыҙ биләүе мөмкинлеген булдырған. Фирғәүен титулын йөрөтөүгә хоҡуҡ ир-атта ғына ҡалһын өсөн, бәлки, Тутмос III Хатшепсут хакимлығы менән бәйле бөтә эҙҙәрҙе юҡ итә башлағандыр.

Хатшепсуттың исеме оҙаҡ ваҡыт фәнни донъяла билдәле булмай. Тик 19-сы быуатта Дейр әл-Бахри һарайында башланған археологик тикшеренеүҙәр генә Хатшепсут шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Француз ғалимы Жан Франсуа Шампольон Боронғо Мысыр телен асҡандан һуң, Дейр әл-Бахри һәм Карнак һарайҙары яҙыуҙары аша бөйөк ҡатын тормошондағы ваҡиғалар тергеҙелә.




#Article 376: Папуа — Яңы Гвинея (331 words)


Па́пуа — Яңы́ Гвине́я, тулы исеме Па́пуа — Яңы́ Гвине́я бойондороҡһоҙ дәүләте́ (  (шулай уҡ , ), , ) — Океаниялағы дәүләт. Тымыҡ океандың көньяк-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 462 840 км². Халыҡ һаны — яҡынса 6 млн кеше, башлыса папуастар һәм меланезиялылар. Ҡала халҡы һаны — 15,2 % (1991).

Рәсми телдәр — инглиз, ток-писин, хари-моту теләре. Халыҡтың күп өлөшө — христиандар, ҡалғандары урындағы йола буйынса барлыҡҡа килгән дин тоталар. Административ яҡтан дәүләт 20 провинцияға бүленә. Баш ҡалаһы — Порт-Морсби. Дәүләт башлығы — генерал-губернатор тәҡдим иткән королева. Милләттәр дуҫлығына керә.

Ҡанун сығарыу органы — Милли парламент.

Европалылар колонизацияһы башланғандан алып бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем ил исемен бер нисә тапҡыр алыштыра. 1884—1906 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш өлөшө Британия Яңы Гвинеяһы тип атала., 1906—1949 йылдарҙа — Папуа (Австралия контролендә). Төньяҡ-нөнсығыш өлөшө Германия колонияһы була һәм 1884—1920 йылдарҙа Германия Яңы Гвинеяһы тип атала (1914 йылдан Австралия контроле), 1920—1949 йылдарҙа, Милләттәр Лигаһы ҡарары менән Яңы Гвинея тип атала.. 1949 йылда ике Австралия колониялары берлешеп Папуа һәм Яңы Гвинея тип атала.

Папуа — Яңы Гвинеяның үҫемлектәр һәм хауандар донъяһы бай һәм төрлө.
Утрау яры буйлап киң (урыны менән 35 км-ға тиклем) мангр ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Бында үҫәмлектәрҙең 20 мең төрө үҫә. Был үтеп сыҡҡыһыҙ һаҙлыҡлы урын, йылға үҙәне буйлап тик йөҙөп кенә үтергә мөмкин. Йылға буйлап ҡырағай шәкәр ҡамышы, һаҙлы урындарҙы саговник урманы ҡаплаған.

Йөҙҙәрсә төр ағас үҫкән ҡуйы дымлы тропик урман тау биттәрен ҡаплаған. Тик хәҙер бында плантациялар һәм үҫемлек баҡсалары барлыҡҡа килгән. Кокос пальмаһы, банан, шәкәр ҡамышы, папая ағастары, таро, ямс, батат, маниока бүлбе емештәре үҫтерелә. Баҡсалар урмандар менән сиратлашҡан. Ер 2−3 йылға бер ешкәртелә, һуңынан 10 — 12 йыл урман ҡаплап ала. Шулай итеп ерҙен үңдырышлылығы кире ҡайтарыла.

Хайуандар донъяһы һөйрәлеүселәр, бөжәктәр һәм ҡоштарға бай. Һөтимәрҙәр фаунаһында е күрше Австралиялағы кеүек муҡсалылар вәкилдәр — бандикут (муҡсалы бурһыҡ), валлаби (ағаста йәшәусе кенгуру), кускус һәм башҡалар . Урман һәм яр буйҙарында йыландар, шул иҫәптән ағыулылар, кәҫәрткеләр бик күп. Диңгеҙ һәм ҙур йылға ярҙарында крокодилдар, кәҫәрткеләр һәм ташбаҡалар тереклек итә. Ҡоштар вәкилдәре: казуартар, ожмах ҡоштары, батша күгәрсендәре, тутыйғоштар, тауыҡтар. Европалылар утрауға сусҡа, тауыҡтар һәм эттәр алып килә. Шулай уҡ ҡомаҡ, ҡыр сысҡаны, ҡырағайланған сусҡалар утрауҙа киң таралған.




#Article 377: Йыр (167 words)


Йыр — шиғыр тексын еңел, хәтерҙә ҡалырлыҡ көй менән берләштергән вокаль музыка. Йыр жанр, бәйләнеш, башҡарыу формаһы һәм башҡа билдәләре менән айырыла. Йыр бер йырсы тарафынан һәм хор тарафынан башҡарылыуы мөмкин. Йыр музыкаль инструменттарға ҡушылып, һәм ҡушылмай башҡарылыуы мөмкин.

Йыр — фольклорҙың киң таралған жанрҙарының береһе. Унда беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын күрәбеҙ. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең Тыуған илен, батырҙарын данлай, шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата.
Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән.
Халыҡтың көндәлек тормош-көнкүрешенә яҡын булыуы, поэтик яҡтан камиллығы, көй һәм йыр тарихының берҙәмлеге башҡорт йырҙарын оҙон ғүмерле ижад төрө иткән.
Башҡорт халыҡ йырҙарын төрлө принциптан сығып төркөмләргә мөмкин. Көйҙәренең характерынан сығып, мәҫәлән, уларҙы оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарға, ә йөкмәткеһе буйынса тарихи һәм лирик йырҙарға бүлеп йөрөтәләр.

Көй текстың эстәлеген дөйөмләштереп ҡуя. Йыр тексы бер тигеҙ строфа һәм куплеттарҙан тора.




#Article 378: Тулыланыусы энергия (139 words)


Тулыланыусы энергия — кешеләр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттә бер-туҡтауһыҙ барған процестар —тулыланыусы энергия сығанағы булып тора. 
Тулыланыусы энергия яңынан тергеҙелә торған тәбиғи ресурстарҙан — ҡояш энергияһы, ел, ямғыр, һыу ҡалҡыу, геотермаль йылылыҡты файҙалана. 2006 йылда донъяла ғәҙәти биомасса — утын яғыу 13%, барлыҡ тулыланыусы энергияны файҙаланыу 18% тәшкил итте. Гидроэлектростанциялар тулыланыусы энергияның мөһим сығанағы булып тора, донъяла етештерелгән электр энергияһының 15% гидроэлектростанцияларҙа етештерелә.

Ел энергияһын файҙаланыу йыл һайын 30% арта. Был энергияны файҙаланыу Европа һәм АҠШ илдәрендә киң ҡулланыла.
Ҡояш электростанциялары Германия һәм Испанияла танылыу алған.

Бразилия шәкәр ҡамышынан этанол алыу программаһын тормошҡа ашыра. Этанол автомобаль яғыулығы булараҡ файҙаланыла.

Ел фермалар () – ел турбиналар төркөмө. Ел фермалар 100 ашыу индвидуаль ел турбиналарҙан тора һәм 100 м² майҙан ҡаплана, ләкин, турбиналар араһында майҙанды ауыл хужалығы өсөн ҡулланырға мөмкин. Ел фермалар диӊгеҙҙә урынлаштырырға ла мөмкин.

фонда сайты (урыҫ)




#Article 379: Уйын (159 words)


Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын , буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнелешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә.
Уйын —рухи донъяны ҡәнәғәтләндереү, күңел асыу, эске көсөргәнешлекте сисеү, һәм шулай уҡ оҫталыҡты һәм етеҙлекте камиллаштырыуға йүнәлтелгән кешеләрҙең эшмәкәрлеге. Шулай уҡ уйын тип кешеләрҙең буш ваҡытта уҙҙәренә бер ниндәйҙә маҡсат ҡуйылмай, шатлыҡ килтерә торған шөғөлөн әйтәләр.

 барлыҡҡа килеүе тураһында бәхәс туҡталмай. Уйын һәм хеҙмәт, уйын һәм культ ритуалдары — ҡайһыһы тәүҙә килеп сыҡҡан, был турала дөйөм фекер юҡ. Хайуандар донъяһындағы уйын, ҡауышҡан осорҙағы атаның орғасты әүрәтеү өсөн яһаған төрлө ҡыланышы, уйындың биологик механизмы бик тәрән ятыуын күрһәтә.

Уйын уҡытыу, тормоштағы хәл-ваҡиғаларға күнекмә, һәләтте үҫтереү формаһында барлыҡҡа килгән.

Бына аңлап Платон (Б.Э.Т 427 — 347 й.): «Ниндәй эштә булһала, кеше атаҡлы булыу өсөн бала саҡтан күнегергә тейеш… Мәҫәлән, кем игенсе йәки йорт төҙөүсе булырға теләй, улар ер эшкертеп, йорт төҙөп уйнарға тейеш. Мин был турала ҡабат-ҡабат һөйләйем» тип әйткән..

Командные

Бысаҡ уйындары

Уранда ориентирлашыу 

Уйын автоматтары




#Article 380: Этика (558 words)


Э́тика (, от  — этос, «холоҡ, йола») — философия фәне, уның тикшереү темаһы — әхлаҡ һәм мораль .

Башта этос һүҙенең асылы бергә йәшәү һәм бергә йәшәү осоронда булдырылған, йәмғиәтте берләштереүсе, индивидуализм һәм дошманлыҡты еңеүгә килтереүсе ҡағиҙәләр була. Йәмғиәт үҫә бара быға  намыҫ, изгелек һәм яуызлыҡ, шәфҡәтлелек, дуҫлыҡ, тормош мәғәнәһе , үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү һәм башҡалар өҫтәлә. Этика  төшөнсәләре — шәфҡәфтлелек, ғәҙеллек, дуҫлыҡ, теләктәшлек һәм башҡалар, социаль институттарҙың һәм мөнәсәбәттәрҙең үҫеш йүнәлешен  билдәләйҙәр.

Фәндә  этика тип белем өлкәһен ,  мораль йәки әхлаҡ тип ул өйрәнгән өлкәне атайҙар. Көндәлек ҡулланышта уны әлегә айырмайҙар. «Этика» термины ҡай ваҡытта билдәле бер социаль төркөмдөң  мораль һәм әхлаҡ ҡағиҙәләре системаларын билдәләү өсөн ҡулланыла.

Этиканың философияның айырым аспекты итеп  айырылып сығыуы софистарҙың ( б.э.т.V  быуатта )  мәҙәниәт ҡағиҙәләре  тәбиғәт ҡанундарынан ныҡ айырыла тигән асышы менән бәйле. Бөтә ерҙә лә бер иш булған тәбиғи зарурлыҡтан айырмалы, кешеләрҙең ҡанун, йола, ғәҙәттәре күп төрлө һәм үҙгәреп тора.  Ҡайһыһы яҡшыраҡ икәнен белер өсөн төрлө ҡанундарҙы бер-береһе менән сағыштырыу мәсьәләһе килеп тыуа. Төрлө халыҡтарҙың бер-береһенән айырылып торған, бер быуындан икенсеһенә үҙгәреүсән    мәҙәниәт ҡанундарын һайлап алыу  уларҙың нигеҙләүенә бәйле була. Уларҙы аҡлау сығанағы булып аҡыл сыға.
Был идеяны  Сократ менән  Платон   ҡеүәтләй һәм ары  үҫтерә.

Этика , килеп сыҡҡан ваҡытынан алып,  философияның айырылғыһыҙ  бүлеге. Был термин тәү тапҡыр Аристотель  тарафынан «практик» философияның айырым тикшеренеү  өлкәһе билдәһе тип ҡулланыла, сөнки ул  “беҙ ни эшләргә тейешбеҙ?” тигән һорауға яуап эҙләй.  Әҙәпле тәртип  маҡсаты тип  Аристотель бәхетте атай —йәндең  изгелек ҡылыуҙа тулы эшмәкәрлеге , йәғни  кеше мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу.Кеше мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу ул— аҡыллы  эштәр,  саманан тыш эштәрҙе эшләмәү һәм  урталыҡты һайлау.  Шуға күрә иң төп яҡшылыҡ—    урталыҡ , сама белеү һәм аҡыл менән эш итеү.

Платондың уҡыусыһы  Аристотель фекеренсә,  этика маҡсаты — белем түгел, ә яҡшы эштәр. Этикала нимә ул  бәхет (именлек)  тигән һорау уны  нисек булдырырға тигән һорау менән бәйле.  «Шулай итеп,  этика практик философия булараҡ  һәр саҡ теоретик философиянан  (метафизиканан)  айырым  тора».
Этиканың  башланғыс нөктәһе принциптар түгел, ә йәмғиәт тормошо тәжрибәһе, шуға күрә  унда математикалағы кеүек теүәллек  булдырып булмай; унда  хаҡиҡәт « яҡынса һәм дөйөм һыҙаттарҙа»  билдәләнә.

Аристотель фекеренсә, кеше хәрәкәте маҡсатҡа ярашлы, һәр бер эшмәкәрлектең үҙ маҡсаты, был маҡсаттар иерархияһы бар. Аристотель ниндәйҙер иң юғары, иң һуңғы, бар күңелдән кеше уға  ынтылған маҡсат бар, уға өлгәшеү башҡа маҡсаттарға өлгәшеү сараһы түгел ти. Тимәк ул иң юғары бәхет (именлек) булараҡ кешенең һәм социаль институттарҙың  камиллығы үлсәме булып торасаҡ .

Иң юғары именлекте бәхет тип атайҙар. Бәхет өсөн тышҡы именлек һәм  далан (уңыш) кәрәк,  ләкин ул башлыса йәндең эшләгән эшмәкәрлегенән,—  шәфҡәтлелеккә тап килгән эшмәкәрлектән тора. Йәндең  изгелеккә ярашлы эшләү   үҙенсәлеге , Аристотель фекеренсә,  этика  темаһы булып тора .
Аристотелдә киң мәғәнәлә этика  — сәйәсәт һәм иҡтисадҡа нигеҙ  биреүсе полис тураһында фән (сәйәсәт  фәне ).

Төрлө мәҙәниәттәр этикаһын унификацияларға тырышыу терминдар табыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Дини этик системалар айырмаһы шуның менән бәйле :  монотеизмда  Илаһ- мораль объекты , дин тарафынан Илаһ (алла) биргән  тип иғлан ителгән ҡағиҙәләр төп ҡағиҙәләргә әйләнә , йәмғиәткә ҡарата әхләҡи йөкләмәләр системаһы булараҡ  йәмғиәт мөнәсәбәттәре этикаһына алла биргән этика  өҫтәлә  ( йәки уның менән алмаштырыла). Был алла алдында әхлаҡи йөкләмәләр системаһы  хатта йәмғиәт  әхлағы   менән конфликтҡа инеүе мөмкин (ҡайһы саҡта  социаль йәки күп халыҡ ҡатнашҡан  конфликт). Этикала классик тикшеренеүҙәр аҡылға таянып,  тикшеренеүсенең үҙ миҫалында  үткәрелгән, шуға күрә уның  үҙ шәхси принциптарын һәм сикләүҙәрен  тотош этикаға тағыуы күҙәтелеүе мөмкин.  Был субъективизмдан  аналитик этика  ҡотҡарырға тырыша, ул этика буйынса әйтелгән уй-фекерҙәрҙе һәм дөйөм әһәмиәткә эйә этик фекерҙәрҙе анализлауҙа логиканы (мантиҡты) ҡуллана   .




#Article 381: Эске яныулы двигатель (117 words)


Эске яныулы двигатель (Дви́гатель вну́треннего сгора́ния (сокращённо ДВС)) — эш зонаһында янған яғыулыҡтың (шыйыҡ йәки газ хәлендәге углеводород яғыулығының) химик энергияһын механик эшкә әүрелдереүсе йылылыҡ машинаһы, двигатель төрө.

Эске яныулы двигателдәрҙең етешһеҙлектәре:

Эске яныулы двигателе камил булмаған йылылыҡ машинаһы булыуға ҡарамаҫтан (ҡулланылған яғыулыҡ иң яҡшы аккумуляторҙар менән сағыштырғанда ла күберәк энергия туплаған), автономиялы эшләгәне өсөн киң таралған, мәҫәлән транспортта.

Яныусан ҡатнашма карбюраторҙа әҙерләнә, һуңынан һиптереүсе форсункалар ярҙамында цилиндрға бөркөтөлә. Ҡатнашма тоҡандырыу шәме () ярҙамында тоҡандырыла.

Яғыулыҡты аралаштырғыс инжектор ярҙамында цилиндрға бөркөтәләр. Яныусан ҡатнашма цилиндр эсендә барлыҡҡа килә.

Юғары баҫымлы дизель яғыулығы цилиндрға бөркөтөлә. Барлыҡҡа килгән яныусан ҡатнашма шунда уҡ яна. Яғыулыҡ юғары температура һәм һәм цилиндр эсендәге юғары баҫым һөҙөмтәһендә тоҡана.

Нормаль шарттарҙа газ хәлендәге яғыулыҡ ҡулланыусы двигателдәр.




#Article 382: Йәйге ваҡыт (870 words)


Йәйге ваҡыт (, ) — билдәле сәғәт бүлкәтендә ҡабул ителгән ваҡыттан 1 сәғәт алға күсерелгән ваҡыт. Күп илдәрҙә өй-урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған электр энергияһын экономиялау өсөн йәйен индерелә. Көҙ көнө ваҡыт ҡышҡы ваҡытҡа кире күсерелә.

Күпселек илдәрҙә ҡышҡы ваҡыт һәр ваҡыт бүлкәтенең астрономик ваҡытына тап килә; әммә Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә ҡышҡы ваҡыт бүлкәт ваҡытынан бер сәғәт алда килә; шуға ярашлы йәйге ваҡыт бүлкәт ваҡытынан 2 сәғәткә алда килә. Мәҫәлән, йәй көнө беҙ иртәнге сәғәт етелә торһаҡ, бүлкәт ваҡыты менән сәғәт биш була. Бының сәбәбе — илебеҙҙең тарихында: СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә йәйге ваҡыт ике тапҡыр индерелде (түбәндә «Рәсәй» секцияһында ҡарағыҙ).

Рәсәйҙә 2011 йылғаса ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө икелә индерелеп килде: ваҡыт бер сәғәт алға күсерелде. Ҡышҡыға ваҡыт октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт өстә күсерелә ине.

Ҡайһы бер боронғо цивилизацияларҙа тәүлектең яҡты ваҡыты, оҙонлоғона ҡарамаҫтан, 12 тигеҙ сәғәткә бүленгән булған. Һөҙөмтәлә, йәй көнө бер үк көндөҙгө сәғәт оҙонораҡ, ә ҡышҡы сәғәт ҡыҫҡараҡ булған. Мәҫәлән, Боронғо Римда ҡулланылған һыу сәғәтендә йылдың төрлө айҙары өсөн төрлө шкала булдырылған булған. Римдың киңлегендә көн тыуғандан иҫәпләнгән өсөнсө сәғәт ҡышҡы ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 09:02-лә башланып 44 минут һуҙылһа, йәйге ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 06:58-ҙә башланып 75 минут һуҙылған.

Урта быуат дәүерендә тигеҙ оҙонлоҡло сәғәт системаһы өҫтөнлөк алған; бынан һуң ваҡыт һәр миҙгелдә бер төрлө үлсәнгән.

Был хатта ул шулай уҡ ошондай сатирик тәҡдимдәр биргән: тәҙрә ҡапҡастарына һалым һалыу, май шәмдәрен рационлау, һәм таңда ҡалала торған халыҡты пушканан туп атып һәм сиркәү ҡыңғырауҙарын һуғып уятыу. 20-се марттан 20-се сентябргә хәтлем осорҙо бөтөнләй май шәм яндырмай сығып була, тип һанаған Рузвельт; ошолай йылыҡ яндырылған шәмдәрҙең яртыһын экономлап була, тип уйлаған ул.

Хәҙерге йәйге ваҡыт системаһын беренсе булып Джордж Вернон Хадсон, Яңы Зеландия энтомологы тәҡдим итә. Джодж Хадсондың эше сменалы булған, буш ваҡытында ул бөжәктәр коллекцияһын йыйыу менән мауыҡҡан һәм өҫтәмә көндөҙгө яҡтылыҡты юғары баһалаған.

Уильям Уиллет, Бөйөк Британияла йәшәгән күренекле төҙөүсе һәм асыҡ һауала йәшәргә яратыусы, шулай уҡ йәйге ваҡыт индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булған. Йәйге бер таңда иртә тороп, ҡояш иһә күптән ҡалҡҡанын, ә Лондон халҡы һаман йоҡлап ятҡанын күргән. Уиллет шулай гольф уйыны менән мауыҡҡан, әммә киске эңерҙә уйнарға яратмаған. 1907-се йылда Бөйөк Британияның бер гәзитендә уның был турала «Көндөҙгө яҡтылыҡты бушҡа ебәрәбеҙ» тигән мәҡәләһе сыҡҡан. Унда ул ошолай тәҡдим биргән: апрелдең һәр йәкшәмбе көнөндә ваҡытты 20 минут алға күсерегә (барлығы ваҡыт 80 минут алға күсерелә), сентябрҙә иһә сәғәтте кире күсерергә. Үҙенең үлеменә тиклем Уиллет үҙ тәҡдимен Бөйөк Британияла уңышһыҙ алға һөрөп маташҡан.

 йылда ваҡытты беренсе тапҡыр йәйгегә күсереү , Капитолий (Вашингтон), АҠШ.
Европала беренсе булып Уиллеттың тәҡдимен Германия файҙаланған. Беренсе донъя һуғышында был илдә яндырылған күмерҙе экономлау өсөн,

Күп илдәрҙә йәйгегә ваҡытты күсерергә өндәгән плакаттар сыға башлай; улар кешеләрҙең патриотлыҡ хистәренә йоғонто яһай.

Беренсе донъя һуғышы 1918 йылда тамамланғас, Германияла йәйгегә ваҡытты күсереүҙән баш тарталар; был илдә йәйге ваҡыт ҡабат 1940 йылда, Өсөнсө Рейх хакимлығы ваҡытында индерелә. 1945 йылда һуғыш бөткәс был практика туҡтатыла, 1949 йылда (ФРГ-ла) һәм 1950 йылда (ГДР-ҙа) ҡайтанан индерелә.

АҠШ йәйге ваҡыттан 1919-сы йылда баш тарта, 1941 йылда уны ҡабат индерә, һуғыш бөткәс уны туҡтатып тора, һәм 1974 йылда йәнә индерә.

Японияла йәйге ваҡыт 1946 йылда илде баҫып алған АҠШ хакимиәте тарафынан индерелә, 1952 йылда бөтөрөлә.

Хәҙерге ваҡытта йәйге ваҡытҡа 76 ил (шул иҫәптән 10 илдең ҡайһы бер төбәктәре генә) күсеп тора. 128 илдә йәйге ваҡыт ҡулланылмай. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт АҠШ-ла, Канадала, Европа илдәрендә, Рәсәйҙең бар территорияһында ҡулланыла.
Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт Австралияла, Яңы Зеландияла, Парагвайҙа, Бразилияла, Аргентинала, Чилиҙа ҡулланыла.

Япония, Ҡытай, Һиндостан, Сингапур һәм шулай уҡ СССР-ҙың элекке ҡайһы бер республикалары (Үзбәкстан, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) йәйге ваҡыттан баш тарттылар.

Күп илдәрҙә йәйге ваҡытты ғәмәлдә ҡалдырыу-ҡалдырмау тураһында ҡыҙыу бәхәс бара. Энергетиктар, спорт кейеме һәм кәрәк-яраҡтары етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре уға ыңғай килһә, һаулыҡ һаҡлау, транспорт эшмәкәрҙәре һәм фермерҙар ҡаршы килә.

Европала 2002-се йылға хәтлем (хәҙерге Рәсәйҙә һымаҡ) ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 2:00-лә индерелгән — ваҡыт 1 сәғәт алға күсерелгән. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 3:00-тә ваҡыт ҡышҡыға 1 сәғәт артҡа күсерелгән.

Рәсәйҙә йәйге ваҡытты тәүге тапҡыр 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт декретында индерә.

Йәйге ваҡыт ҡабат 1981 йылдың 1 апрелендә Министрҙар Советы ҡарары менән индерелә; шулай итеп, йәйге ваҡыт 2 сәғәткә алда килә.

Йәйге ваҡыттан баш тартҡан ҡайһы бер илдәрҙә ябайыраҡ бер практика ҡуллана: предприятиеларҙа ваҡыт айырым килешеү нигеҙендә күсерелә. Йәйен эш иртәрәк, ҡышын һуңыраҡ башлана. Японияла мөһим осраҡтарҙа (мәҫ. имтихан тапшырғанда) эш ваҡыты ҡояш ҡалҡҡас 2 сәғәттән һуң ғына башлана.

Йәйге ваҡытҡа күсеүҙең кәрәклеге тураһында бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар буйына Европа Берләшмәһе илдәрендә, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә бара.

 компанияһы баһалауынса, йәйге ваҡытҡа күсеү йыл һайын 4,4 млрд киловатт-сәғәт күләмдә электр энергияһын экономиялай.
Был күләмде Рәсәйҙең дөйөм халыҡ һанына (141 млн кеше самаһы) бүлһәк, Рәсәйҙең һәр гражданы йылына 31 кВт-сәғ экономлай, йәиһә һәр рәсәйленең башына йылына ни бары алтмышар һум экономия тура килә.
Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, ваҡытты күсереүҙән сыҡҡан юғалтыуҙар иҡтисади файҙаһынан өҫтөн сыға.
Заманса (люминесцент, светодиод) лампаларға күсеү тамамланғас, уның файҙаһы бынан да түбәнерәк буласаҡ.
АҠШ-ла, Японияла, Бөйөк Британияла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең файҙаһының бик аҙ булыуын күрһәтте. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уның кире эффектҡа килтереүе лә асыҡланды.

Япония, Ҡытай, Сингапур, Эстония, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төрөкмәнстан кеүек илдәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартты.

Рәсәйҙә һәм донъяла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең һаулыҡҡа кире йоғонтоһо булғанлығын күрһәтә. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусылар, башҡа ҡаты сирлеләр, инвалидтар һәм балалар унан ғазап күрә.
Статистика күрһәтеүенсә, ваҡыт күскән осорҙа:




#Total Article count: 381
#Total Word count: 199820